-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Ноябрь , 20:00

Өҙөлгән муйынсаҡ

Ай вайына ҡуймай, Вәзихте әүрәтеп -әпәүләп, тыуған яҡтарына юл алды Сөмбөл. Күңелен Ислам ағаһының тормошо ныҡ борсоно. Нишләп кенә әүәлерәк ынтылманы икән саҡырып алырға үҙҙәрен? Эй ошо юҡсылдыҡ! Телефон аша асылып хәлдәрен бер еткерә әйтмәгәндәр күрәһең. Ир кешеләр бит, һалҡынлыҡ һаҡлап маташыуҙары ғәләмәте. Кеше тупһаһында йөрөүҙәренән дә уңайһыҙланды шул Сөмбөл.

Өҙөлгән муйынсаҡ
Өҙөлгән муйынсаҡ

Етешеп үҙ мөйөштәре булғанға ла яңы әле. Етмәһә кейәүҙәрен бөтөнләй үҙ күрмәнеләр. Уныһы ла арҡырыланып ҡырын тартты ла торҙо.Оҙон өс йөҙ саҡрым юл буйына "ысынлап та хәлдәре шулай хөртмө икән ней", тигән уйҙар кимерҙе үҙәген.

Ниһәйәт тыуған яҡтар!
Һәр ағасы, һәр ҡыуағы таныш, баш һелкеп һәр осрағаны һаулыҡ биреп ултырған кеүек үҙҙәре. Ә инде бала саҡтың ялан тәпәй эҙҙәрен һаҡлаған тар урамға килеп төшкәс, машина тәҙрәһенән сығырҙай булып һәр өй, һәр ихата алдын күҙәтте ул. Һағындырған...

Тәҙрә яҡтауҙары ҡыйшайып, өлгөләре ярылып үтә төртөлгән, күптән бер кем был нигеҙҙә йәшәмәгәнен белгерткән өйҙәр үтә лә йыш осрауы үҙәген өҙөп һағышландырҙы. Эх,ауылҡайҙары!
Бар ине бит һәр өйҙән бишәр- алтышар бала сығып туғайға туп һуҡмаға йүгергән саҡтары! Кистәрен көтөү ҡайтҡас, ишек алдында өсәр - дүртәр эскәмйәгә теҙелеп әбейҙәр гәп һатыр ине. Бейәләрен ҡырға тышаулап, йүгән тотоп һыу буйлатып бабайҙар ҡайтыр ине. Ҡайҙа, кем менән киткән һуң ауылдан ҡото?

Сөмбөл, машина етер -етмәҫ элек үҙҙәренең өй тәңгәлен сама менән эҙләп маташты. Әһә! Ана бит ул! Ҡуш тәҙрәһе ике яҡҡа салшая барғанға күрәһең, бик йәтеш кенә итеп заманса пластик тәҙрәгә алмаштырғандар, ҡыйыҡтың ҡыҙыл ҡалайын да, элекке ауыр ишекле урыҫ ҡапҡаһын да күптәнән заманлаштырып бөткәндәр.
— Бар һин ин, мин ошонда ғына булам, - Вәзихтең үтенесле ҡарашын аңлап, Сөмбөл һис һүҙ ысҡындырмай машинанан төштө.
Тыуған йорт.
Айырыуса тулҡынланып ҡапҡаны асты Сөмбөл. Шул уҡ урам. Тик йәйҙәрен икмәк һалыр оло мейес, аш бешерер ҡара ҡаҙан ғына урынында юҡ.
Туғыҙ -ун йәштәр самаһындағы ҡыҙсыҡ килеп сыҡты ҡаршыһына Сөмбөлдөң.
— Заринамы әле һин? Һаумы ҡыҙым!
— Эйе, һаумыһығыҙ...
— Атайың өйҙәме ?
— Өйҙә...
Сөмбөл оло өй тупһаһына аяҡ кейемен сисергә генә эйелгәйне :
— Апай, атай унда түгел, анау өйҙә, -тип ҡыҙҙың бармаҡ төртөп күрһәтеүенә аптырай биреп иҫке аласыҡҡа йүнәлде. "Ишеткәнем буш түгел ахырыһы..."

Иҫкереүҙән ергә ҡырын һеңешкән иҫке аласыҡ соланы ишеген ҡайырып асыу менән, Сөмбөлдөң танауына һөр(йәй тәме) биргән ҡаҙ һурпаһы еҫе килеп ҡағылғандай булды. Ниндәй генә һурпа булһын инде! Әсе тәмәке еҫенән башҡа бер ни юҡ! Бары стеналағы сөйҙәргә , электән, әсәһе мәрхүмә ҡот өсөн тип элгән ҡаҙ ҡанаты һөйәктәре, ҡош сәтәштәре ҡасандыр бында ҡош көткәнлектәрен генә ишаралай ине.
— Ислам ағай, һаумыһығыҙ!

Ярым ҡараңғы аласыҡ эсе тәмәке төтөнө болото аҫтында. Тағы ла әллә ниндәй әскелтем - сөскөлтөм еҫтәр баҫҡан был өй ишаратын. Сөмбөл танауын тыржайтып саҡ тын алып тупһаны ашаҡланы.
— Ислам ағай! Һаумығыҙ тием!
Элекке урындыҡ урынына арҡыры ҡуйылған тимер карауат өҫтөндә ятҡан кәүҙә тауышҡа саҡ ҡыбырлап ҡуйҙы. Әллә иҫерек инде?
— Нимә? Әәә, килдеңме? Күрәһең, әле иҫәнмен. Нимес кейәү ҡайҙа?- ҡалын тауыш, тәмәкеһен ҡырын тешләп тамаҡ төбө менән мыҫҡыл ҡатыш йөҙҙә Сөмбөлгә төбәлде.
— Ағай, әллә танымай тораһыңмы мине? Мин бит Сөмбөл...
— … -ауыҙ эсенән ниҙер мыңғырлап ҡуйҙы төтөн араһындағы ағаһы.
— Ағай, етәр әле кейәүеңде шулай мыҫҡыллап исем тағырға! Ни тиһәң дә минең ирем бит ул, улымдың атаһы...
Нишләп бында күсенеп киттең әле ул?Еңгәй менән араларығыҙ боҙолдомо ней?

Сөмбөлдөң яғымлы тауышы әллә күңелен иретте, әллә Ислам саҡ туғанын танып ҡалды, тауышын йомшарта биреп иҙәнгә текләп үҙ хәлен көрһөнөүҙәр аша өҙөк - мөҙөк кенә һөйләмдәр менән һөйләй башланы.
— Үҙең беләң бит Сөмбөл, еңгәңде эйәрсән ҡыҙы менән алғайным. Ҡаҡманым һуҡманым, уртаҡ балалар булғас тиң күреп үҙ иттем. Йәшәнек тә киттек, ЗАГС ҡа барырға кәрәк тип тә уйламаныҡ. Өй минең исемдә ине, әсәй мәрхүмә миңә яҙғанын белә инегеҙ бит инде, -бер аҙ тауышы ҡалтыранғандай булды ағайҙың, ҡарашы мунса тәҙрәһеләй кескәй уйымға төбәлеп, саҡ ҡына тын тора бирҙе. Әллә хәтер ебенең дөрөҫ һүтелеүен самаланымы, әллә... билдәһеҙ.
— Зарина ҡыҙым тыуғас, әсәлек капитал бирелде. Аҡсаға әйләндерәбеҙ тип, тоттоҡ та мин өйҙө һатыусы булып, еңгәң һатып алыусы роленә баҫтыҡ. Аҡса еңгәң кеҫәһенә төштө теүәл генә. Бер ни үҙгәрмәне лә кеүек ошо хәлдән аҙаҡ. Шул килеш матур ғына арыуыҡ йәшәп тә ташланыҡ. Тағын бер ҡыҙ тыуҙы. Тик бер мәл әҙ генә эсеп йә эшкә сыҡмай башлаһам еңгәң ошонда ҡыуа ине. Аҡсалы саҡта ҡәҙерле булыуым, аҡсам бөтһә ҡәҙерем дә бөтөүен аңлап алдым. Был минең өй, һин кем беҙгә?-тип аптыратыр ине. Бер көн тамам түҙемлегем бөтөп бар кейемемде төйнәп ошонда сығарҙым. Ас тамағым - тыныс ҡолағым...Ә балаларға яңы атайҙы тиҙ "йүнләп" алды еңгәң. Шулай беҙҙең хәлдәр...
— Ә Нур ағайҙан ниндәй ярҙам һорап барғайның һуң? Эш эҙләпме?-һин быны ла беләңме ни тигән кеүек, Ислам Сөмбөлгә текләп ҡарап ҡуйҙы. Туҡтауһыҙ тәмәке һурған ирендәре, гүйә күҙҙәрен дә төтөн менән тултырған ине уның. Томан араһында аҙашҡан ине күҙ алмалары...
— Эш түгел, паспортты ала алмай йөрөй инем. Эҙләп барманым да...унысама ергә нисек барып табайым мин уны? Телефон аша ғына һөйләшеп ҡараған инем. Эй, уның ағайлығын әйтәйем...тфү!

Бөтөнләй өмөтһөҙлөккә бирелгән Исламдың күңелен йыуатыр ниндәй һүҙ әйтергә белмәй ҡатты ла ҡалды Сөмбөл.
— Юғалттыңмы ни паспортыңды?
— Шулайыраҡ...йүнләп бөттөм инде, алырға ғына ҡалды хәҙер. Документты ҡулға алғас та уҡ китәм бынан. Хәҙер был иҫке өйгә лә минең хужалыҡ бөттө, - ҡаҡсаҡ яңаҡтарын тәрән һурылдырып эскә тартып, тәмәкеһен өҫтө - өҫтөнә һөрәгән Ислам ағаһының хәленең ни тиклем хөрт икәнлеген аңланы Сөмбөл.
— Ағай...
Мин һиңә ағаймы ни тигәндәй моңһоҙ ҡараш Сөмбөлдөң күҙҙәренә бер секунда төкәлде.
— Бахыр ғына, тип йәлләр өсөн килдеңме мине?- ҡырт урынынан ҡалҡып, тәмәке төпсөгөн мейес алдына һелтәгән Ислам ишектән сығыуға ынтылды.
— Ағай! Туҡта әле! Ҡайҙа китәһең һуң һин?- һорау бер аҙ туҡтатты ишек тотҡаһына тотонған ирҙе.
— Ҡайҙа булһа ла... Ҡаҙаҡ яҡтарына бәлким... Ҡайтмайым башҡа...Һорама бүтән бер нәмә лә, хуш!- етеҙ аҙымдарҙа соланға сыҡҡан ағаһы кире боролоп инер ҙә кире урынына ултырыр кеүек ине. Тик ул боролманы. Сөмбөл дә артынса уҡ ишек асып сыҡһа ла, ҡапҡа ишеге келәһе шартылдауынан ағаһының унан "ҡасыуын" аңланы.
Күҙҙәрен әсеттереүҙән тыш, күкрәгенәсә үтеп ингән әсе төтөн еҫе нисек тә танһыҡ булмаһа ла, Сөмбөл иҫке өйгә ҡабаттан инде. Һаман да шул элекке оло мейес, ҡаҙаны һурылып алынған усаҡ урыны. Күптән эзбиз төҫө күрмәһә лә бумала эҙҙәрен һаҡлаған мейес ҡашағалары, сөйгә элеүле тәртешкә - һоҫҡолар ҙа әле генә әсәһе ҡулы менән элеп ҡуйылғандай. Күңеле йомшарып Сөмбөл һәр әйберҙе ынтылып һыйпап ҡараны. Барыһы ла һалҡын...

Мейес тултырып ҡасан ғына әсәһе ошонда икмәк һала ине. Шунан, ярты аласыҡты алып торған урындыҡ ситендә тәмле икмәк ятыр ине, ә ҡаҙанда аш ҡайнай торғайны. Ҡыш етһә ошо өй ыуаҡ мал өйөнә әйләнә ине. Бәрәс, быҙау тора ине мөйөшкә ҡамалып, яҙға табан урындыҡ аҫтына ҡаҙҙар инеп ята ине себеш баҫырға...
Күңелле ине был йортта тормош.
Төтөн баҫыр ҡотһоҙ көндәрҙе күрәһе лә булған икән...
Әсәләре — Сафура әбейҙең дә һуңғы көндәре ошо өйҙә үткәйне.
…Яҙға тартым икенсегә аяғы ауырайғанын белеп ҡыуанып йөрөгән Сөмбөлдө Ислам ағаһынан килеп төшкән телеграмма һиҫкәндерҙе. Бер ауыҙ ғына һүҙ: "приезжай, мама заболела"
Улы Вәсилде Вәзихе ҡәйнәләренә алып барып ташлармын тип ышандырып, автобусҡа ултыртып ебәрҙе. Үҙе эшенән китә алмай ине.
Ҡурҡып ҡайтты Сөмбөл ауылға. Тарамыш ҡына кеүек ҡулдарын юрған өҫтөнә һоноп һалып ләз ятҡан әсәһе ысынлап та ауыр хәлдә ине. Ҡыҙын күреп ҡыуанып бер аҙ йәм ингәндәй булды әсәһе йөҙөнә. Тамағына аҙ -маҙ эсеп, арыуыҡ теле асылып һөйләнеп тә китте.
"Ҡыҙым, иҫке өйгә сығарығыҙ әле мине. Бында бала - сағаға ҡамасау һалып ятмайым "- тип инәлде. Мунса төшөрөп, аласыҡ урындығына урын һалып шунда урынлаштырҙалар үҙен. "Ингән-сыҡҡан күрше күләнгә килен күпһенә лә тора, алай ҙа ғына ҡайттың әле ҡыҙым, ҡалай аулаҡ булып ҡалды"-, тип ҡыуанғайны.
"Ииий, ҡыҙлы кеше бәхетле кеше, ти торғайны һуҡыр Сәмсиҡә әбей. Ысынлап та шулай икән дә һәң! Арҡаларым яҙылып, быуындарым йомшарып, яңы тыуған сабыйҙай булып киттем бит ҡыҙғынам. Рәхмәт инде! Тиҙерәк һауығып тороп китһәм , мунса соланында тоҡ тулы баҡталарымды тетеп юрған күбер инем, Вәсил улыма тип яҫтыҡ әҙерләй инем, кәпрәнгә тыҡмағанмын, уныһы ла көтә минең һауыҡҡанды"- тип ятты өмөтләнеп.
"Сәстәремде тарап үрһәнә, ҡыҙым. Башымдың ҡойҡаһы әллә һыҙламай ҡалыр ине һинең ҡулың тейһә"-тип үтенде бер көндө. Арҡаһына яҫтыҡ терәтеп ҡалҡытып ултыртып, икегә ярып сәстәрен үргәйне Сөмбөл шунда.
"Ҡыҙым, әллә нишләп тыным тарығып китте әле ул. Мынау муйынсаҡты сисеп алып тораң мәллә? Сайып ҡына сөйгә эл, һауығып киткәс кире тағырмын"…

Кер сайҡарға тип кенә һыу буйына төшкән Сөмбөлдө ҡайтыуына һыуына башлаған әсәһенең кәүҙәһе ҡаршы алды. Сәстәрен тарап үрҙереп, муйынсаҡтарын систереп элдереп әҙерләнеп кенә көткәндәй баҡыйлыҡҡа күсте ул.
Ошо аласыҡтан өйгә индермәй, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттылар әсәһен. Сөмбөл һығылып илауҙан мы, ҡапыл ауырып китеп тиҙ ярҙам машинаһында больницаға китеп барҙы.

Һаҡлап ҡала алманылар ауырын Сөмбөлдөң. Башҡаса балаға ла уҙа алманы...

Әсе һыҙғыртып машина сигнал биреүенә һиҫкәнгән Сөмбөл урынынан ҡалҡынды.
Ишек төбөнә еткәс, нишләптер әйләнеп өй эсенә бер күҙ һалды тағы ла. Бер аҙ ҡыйшая биргән оло мейестән һәм тимер карауаттан башҡа бер ни юҡ бында күҙгә эленерлек. Мейес артындараҡ һике өҫтөндә ярты биленән ҡоромға батҡан сәй ҡомғаны ла ҡотһоҙлоҡ бөркә.
Сөмбөл нимәһендер юғалтҡанҡандай мейес артына эйелә биреп ҡарап ишек тотҡаһына үрелде. Әллә уйланғанына күҙенә күренде, әллә ысынлап та шулай... сөйгә элеүле төҫө уңған кер таҫтамал аҫтынан саҡ ҡына булып муйынсаҡ осо салынғандай булды.
Үҙ күҙенә үҙе ышанмай Сөмбөл һаҡ ҡына сөйҙән таҫтамалды ҡалҡытты. Аһ! Ысынлап та муйынсаҡ та һаң бында! Әсәһенең муйынынан сисеп алғас, ошонда элгәйне шул үҙе! Танауына тигеҙә яҙып һағындырған әсәһе еҫен еҫкәргә тамшанды. Саң - туҙан ғына ҡунмаған муйынсаҡҡа, йылдар төҫөн дә, еҫен дә юйған шул уның.

Иң ҡәҙерле әйберен эҙләп тапҡандай, усына һығып йомоп муйынсаҡты, Сөмбөл урамға ашыҡты.

Туҡтауһыҙ сигнал биргән Вәзихҡә көйәләнеп, ауыр тимер ҡапҡа келәһен ҡайырып аса алмай өтәләнеп бер булды.
Усындағы затлы ҡомартҡыһын һалып алырлыҡ бер кеҫәһе юҡ исмаһам, тип эстән үртәлде.

Уф, саҡ шартылдап асылды бит тимер бик. Сөмбөл әйләнеп кенә ҡапҡаны япҡан ыңғайға ҡулдағы муйынсаҡ тотҡа осона эләгеп ергә тыбырлап сәселеп тә китте.

Ай, Аллам! Машинаһын ҡабыҙып ашыҡтырған иренә оторо асыулана биреп ҡуйҙы шул арала. Берәмләп күҙенә эленгән һәр бөртөктө сүпләне Сөмбөл. Усы менән үлән араларын һыйпап та эҙләне. Тик мәрйендәр әҙ һымаҡ ине барыбер.

— Эй! Нимә ҡарап ултыраң унда? Ағайыңды саҡырып ала алмағас сихыр һалырға ҡайттыңмы әллә?- үҙенә төбәп кемдер урам эсенән ҡысҡырыуына Сөмбөл аптырап турайып баҫты. Сихыр ти ме шул?
— Хәснә еңгәй, һаумы...
— Еңгәй замандар үтте, юхаланма! Бик ҡәҙерле булһа алып кит ағайыңды ла бынан, был йорт минеке хәҙер. Тупһама баҫып йөрөмәгеҙ...
Ауыҙ асып ни тип һүҙ ташларға белмәй ҡатты ла ҡалды Сөмбөл. Ҡолаҡ ярып рәт-рәттән сигнал бирмәһә Вәзихе күпме торор ине икән шулай?
— Сөмбөл! Йә тиҙерәк!- ергә беҙҙәй ҡаҙалған табандарын саҡ ҡалҡытып ҡатын машинаға инеп ултырҙы. Тамағы төбөнә ҡаты төйөр булып тығылды еңгәһенең һүҙе. "Тупһама баҫып йөрөмәгеҙ..."
— Нимә, ағайыңа ҡарағанда еңгәң ныҡ һағынған мәллә үҙеңде? Ҡапҡа тышына сыҡҡас та айырыла алмай һөйләшәһегеҙ ҙә.
Сөмбөл өндәшмәүҙе хуп күрҙе.
Ныу әсе тел бит ошо Вәзих тә! Яраһын асып әсе тоҙ һипмәһә күңеле булмай инде!

Иң ҡәҙерле ҡомартҡы бөртөктәрен яңылыш ҡына ҡыбырлап тағы ла юғалтыуҙан ҡурҡып усын ныҡ йомоп, тыуған ауылы урамдарын ҡарап тик барҙы ул.
"Ҡыҙҙар ҡайтһа ишек төбөндәге алама һепертке лә дер ҡалтырап ҡурҡа тей" - тигән әсәһенең һүҙҙәре ҡолағында сағыла биреп ҡуйҙы.
Түгә-сәсә иң ҡәҙерле әйберен, һуңлатып булһа ла ҡулына төшөрҙө...
Ауылы артта ҡалды. Алда - өс йөҙ саҡрым арауыҡта - улар көн күргән ҡала. Сөмбөлдө унда Сафура менән Сәлимдең ҡыҙы тип танырлыҡ бер туғаны ла , бер танышы ла, бер ауылдашы ла юҡ хатта. Унда Сөмбөл балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе генә.
— Ынйыларым минең...
— Әсәй, ә ынйы нисек була ул?
— Ынйы - иң ҡәҙерле затлы бүләк - Хоҙай бүләге!
— Әә, ошо муйынсағың һымаҡмы?
— Муйыныма түгел, йөрәгемә үрелгән ынйыларым ул — һеҙ…

Һибелде...Ергә түгел, ил буйлап һибелде Сафура ҡарсыҡтың ынйылары...
Бер -береһен ишетмәҫ, бер- береһен күрмәҫ, бер- береһен танымаҫ хәлгә төшөрҙө уларҙы...ваҡыт. Бер ҡарында яралып, бер күкрәк һөтөн имеп, бер туҫтаҡтан ризыҡ ейеп, бер нигеҙҙән, бер һуҡмаҡтан сығып оло донъяға аяҡ баҫҡан бер туғандарҙы ла дошман итә алған бер нәмә бар. Ул да булһа - байлыҡ.

Фото: lifeisphoto.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в