-18 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
7 Ноябрь , 20:00

Бер ҡасан да гонаһ ҡылмам...

Йәш ир өйөнә йығыла-йығыла, хәл ингән ваҡытта әкрен генә атлап, башындағы яраһына сыҙай алмағанда, шыуышып барҙы. Йәйгеһен ҡояш иртә һыҙыла. Ҡанға батҡан ирҙе һирәк-һаяҡ үткән машина эйәләре күрһә лә, бер кем туҡтарға ашыҡманы. Бына ул тағы бер ынтылды ла, ҡоланы. 

Бер ҡасан да гонаһ ҡылмам...
Бер ҡасан да гонаһ ҡылмам...

Янынан үтеп барған машинаға: «Туҡта инде, зинһар!» -тип бышылданы. Тик йөрәгенән сыҡҡан иңрәүен үҙенән башҡа бер кем ишетмәне. Әгәр былай ятһа, туҡтауһыҙ аҡҡан ҡанын юғалтып үләсәк бит. Ә йәшәге килә, бик килә! Быны ул хәҙер генә, үлем менән йәшәү араһына барып баҫҡас ҡына, аңланы. Ошоға тиклем буш үткәргән көндәрен уйлап күҙҙәренән туҡтауһыҙ йәштәре аҡты. «Их, тере генә ҡалһам ине! Башҡа бер ваҡытта ла бер кемде рәнйетмәм, гонаһ ҡылмам, эсеүемде ташлап, иман юлына баҫыр инем...»-тип бер туҡтауһыҙ ялбарҙы. Шул саҡ юҡҡа рәнйеткән ҡатынының, бер бөртөк балаһының күҙ йәштәре төшкәндер тип уйланы…

Өйләнгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды ул. Әрменән ҡайтҡас, тәүҙә иркенләп ял итеп алам тип бер ҡайҙа ла эшкә урынлашманы. Өләсәһенән ҡалған фатирҙа шау-шыу өҙөлмәне. Ҡайһы саҡта уянып китә лә, «бөгөн ниндәй көн булды әле» тип аптыранып ята. Өй тулы таныш булмаған кеше, буш шешәләр, тәмәке төпсөктәре. Йыуылмаған иҙәндә нимәләр генә тәгәрәп ятмай! Күрше-күләндең туҡтауһыҙ зарланыуынан арыған ата-әсәһе уны ошо хәлдә килеп тапты. Атаһы уҫал итеп: «Эшкә төшәһең, өйләнәһең!»-тип сығып китте. Башҡа ваҡытта улын яҡлашҡан әсәһе лә бер ни өндәшмәне. Атаһының һүҙен йығырға ярамағанын бала саҡтан яҡшы белә ул.

Улар сығып киткәс, кухняға сыҡты. Унда бәләкәй генә буйлы ҡыҙ һауыт-һаба йыуып йөрөй. Егет аптырап китте. «Һин кем ул?» Ҡыҙ юғалып ҡалды. Унан башынан үткәндәрен һөйләп бирҙе. Кисә әхирәте менән Баймаҡҡа килгәндәр. Киске автобус менән ауылға ҡайтырға тейеш булғандар. Тик вокзалда уларҙың маршруты бөгөн булмаясағын иғлан иткәндәр. Әхирәте таныш егетенә шылтыратҡан. Ул ҡыҙҙарҙы был фатирға алып килгән. «Әхирәтем теге егет менән сығып китте. Ә мин барыр ерем булмағас, ошонда ҡалдым. Дуҫтарығыҙ бәйләнә башлағас, өсөнсө ҡатта ултырып торҙом да, улар таралып бөткәс, кире индем. Ишекте бикләй алманым. Уны емергәндәр. Шуға ата-әсәйегеҙ килгәс, ванна бүлмәһенә инеп йәшендем. Ярай әле, улар инеп ҡараманы. Нимә тип әйтер инем. Оят бит...»

Бына бит әҙер кәләш!

Ояла белгән ҡыҙҙарҙы күптән күргәне юҡ уның. Барыһына ла иң тәүҙә аҡса, унан кистәрен «йәмләр» өсөн яҡшы хәмер, тәмле ҡабымлыҡ ҡына кәрәк. Төнө буйы кафенан — кафеға тейәп йөрөтөрлөк машинаң да булһа, һин улар өсөн иң шәп егет. Ә быныһы оялған була. Ул ҡыҙҙың райондың бер төпкөл ауылдарының береһендә, әсәһе һәм үгәй атаһы менән йәшәгәнен белде. Эш таба алмай аптыранып йөрөй икән. «Баймаҡта эш тапһам, күсеп килер инем. Өйҙә бөтөнләй тынғы юҡ»,-тине ҡыҙ уфтанып.

Үҙе егет менән һөйләшкән арала нисәмә ай йыуылмаған һауыт-һабаны, иҙәнде йыуып, буйҙаҡтың фатирын ялтыратып ҡуйҙы. Баш ауыртыуына сыҙай алмаған егеткә һурпа бешереп ашатты. «Баш төҙәтеп», ҡайнар аш ашап алған егеттең башына: «Бына бит әҙер кәләш! Эсәһең тип бәлә һалып, ҡайтып китә лә алмаясаҡ. Сөнки үгәй атаһынан ҡотолоу юлын эҙләй»,-тигән уй башына килде.

Егет ҡыҙға фатирҙа ҡалырға, бер-береһенә өйрәнгәс, өйләнешергә тәҡдим яһаны. Уныһы уйлап торҙо ла: «Тик бында башҡа эскелек ойошторолмаһын. Ата-әсәйең ул саҡта мине ҡабул итмәҫ»,-тип аҡыллы ғына итеп ризалашты. Бына шулай уйламағанда башлы-күҙле булып ҡуйҙылар. Кәләше оҡшай ине уға. Һәр саҡ тыныс итеп һөйләшә, өй таҙа, матур. Артығын таптырмай. Бер мәртәбә генә аҡса һораны. «Тырнаҡ-керпек эшләү оҫтаһына уҡығым килә. Таныш ҡыҙҙар шулай аҙнаһына 10 меңдән кәм эшләмәй”,-тип аңлатты ул үтенесен. Тик егет шарҡылдап көлөп: “Эйе шул ғына ҡалмағайны. Бушҡа аҡса әрәм итеп”,-тине.

Кәләше ныҡыш булып сыҡты. Ҡайны-ҡәйнәһенә барып теләге тураһында һөйләгән. Һәр саҡ ҡырыҫ булған атаһы килененә аҡса биргән. Кәләше ысынлап та тиҙҙән керпек һәм тырнаҡ эшләү буйынса оҫтарып алды. Тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙы фатирҙа ҡабул итһә, һуңынан матурлыҡ салонында эшләй башланы. Ауырға ҡалғас та эшен дауам итте.

Йәш ир рәхәтләнеп йәшәүен дауам итте. Атай-әсәй аҡыл өйрәтеп ҡолаҡ итен ашамай, фатиры һәр саҡ таҙа, ашарға әҙер, кәләше лә аҡсаны арыу эшләй. Тик ҡыҙҙары тыуғас барыһы ла үҙгәрҙе. Ул үҙенең атай булыуын аңламаны ла, ҡабул да итмәне. Бәпәй тыуыуын “тәпәй йыуыу” сәбәбе итеп кенә ҡабул итте. Кәләше сабыйҙарын ҡосаҡлап фатирға ҡайтҡас, ундағы бысраҡ һәм тәртипһеҙлекте күреп илап ебәрҙе.

Ошонан һуң ул ҡатынын күрә алмаҫ хәлгә етте. Сөнки ашарға йүнле тамаҡ юҡ, бала көн-төн илай, тынғы юҡ. Хәл белешергә килгән ҡартатай-өләсәй уларҙың нисек йәшәүен күреп улдарына эшкә китергә ҡушты. Атаһы: “Себерҙә һиңә эш таптым. Өс көндән китәһең! Эсһәң был фатирға килеп йөрөмә! Уны беҙ ейәнсәребеҙ исеменә яҙҙырып ҡуйҙыҡ. Йорт кәрәк икән – эшлә һәм һатып ал!”,-тине.

Атаһынан ҡурҡҡан йәш атайға сит тарафтарға сығып китергә тура килде. Кәләшен дә, сабыйын да уйлап та бирмәне, аҡса ла ебәрмәне. Йәш ҡатын үҙ шөғөлөнә ҡайтып, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фатирҙа ҡабул итеп, кәрәк-ярағын алып йәшәне. Ҡайны-ҡәйнәһе лә уны ярҙамынан ташламаны. Ир себерҙән ҡайтҡан саҡтарында күршеһенә инде. Яңғыҙ йәшәгән ирҙең фатирының ишеге бер ҡасан ябылманы. Үҙенең буласаҡ “ғазраил”дарын да шунда осратты ул.

Ҡала буйлап... ҡорбан эҙләп

Көнө буйы унда-бында төртөлөп йөрөгән ике йәш ир кис мәжлес ҡороу өсөн аҡса таба алмай ине. Яңыраҡ төрмәнән сыҡҡаны: “Урамда берәйһен тотоп таламайынса булмаҫ. Былай йөрөүе ялҡытты, тамаҡ та кипте”,-тип йәйге эҫегә зарланды. Икенсеһе уның тәҡдименән ҡурҡып китте. Сөнки уның быға тиклем законға ҡаршы бер эш ҡылғаны юҡ ине. Тотоп ал да, кемделер тала, имеш. “Әллә башың эшләмәй киттеме?”-тигән һымағыраҡ әшнәһенә ҡарап ҡуйҙы. “Ҡурҡаҡ! Хәҙер ҙур магазин яғына йәки автовокзалға төшкән юл яғына барабыҙ. Унда иҫеректәр, ауылға ҡайтып барыусылар йыш була. Телефондарын тартып алабыҙ ҙа, “осорабыҙ”! Иҫерек кеше һине иҫдәмәй ҙә ул, ә ауылдыҡылар ҡурҡаҡ була”,-тине тегеһе.

Был икәү аулаҡ юлды һағалап оҙаҡ йөрөнө. Уларға бер кем дә осраманы. Уңышһыҙлығына йәне көйгән ирҙәр кире ҡала үҙәгенә китте. Һәр саҡ ишеге асыҡ булған фатирға барып инделәр. Хужа ҡыҙмаса булып алған. Бер ир менән шешә бушатып ултыралар. Был икәүҙең дә йөҙө яҡтырып китеп: “Ҡана, беҙгә лә ҡой!”-тип хужаға мөрәжәғәт итте. Уныһы: “Булмай, егеттәр, бөттө! Бына сибиряк күрше һыйланы”,-тип яуапланы.Был икәү теге йәш иргә текәлде. Уныһы: “Киттек һуң магазинға”,-тине. “Был ваҡытта араҡы һатмайҙар бит, көмөшкә алайыҡ”,-тигән булды был икәү. Йәш ир ҡуҡырайып: “Сибиряктарға һәр саҡ һаталар ул”,-тип ебәрҙе.

Былар өсәүләшеп яҡын магазинға йүнәлде. “Сибиряк” магазинға инеп киткәс, әшнәләрҙең төрмәлә ултырып сыҡҡаны: “Себерҙә эшләгәс, бының аҡсаһы күп. Күрҙеңме телефоны ниндәй! Беҙ уны таларға тейеш!”-тине. Алыҫ китмәй улар. Магазин янындағы ағастар араһына инеп ултыра. Шешә бушап барғанда ике әшнә һыйлаусыларының телефонын тартып алып ыҙғыш сығара. Аҡса биреүен талап итәләр. Тик ул: “Башҡа аҡсам юҡ бит”,-ти. Был икәү ышанмай. Төрмәнән сыҡҡаны уның боғаҙына бысаҡ алып килеп терәй. Һаман “аҡсам юҡ” тип тылҡыған ирҙең битенә ике мәртәбә сәнсә. Ҡапыл тойған көслө ауыртыуҙан аңын юғалтыр сиккә еткән ир быларға ҡаршы һуғышып маташа. Тик әшнәләрҙең икенсеһе янында ятҡан һынған рәшәткәне алып, уны туҡмай башлай. Йығылған ҡорбандарын оҙаҡ типкесләйҙәр, һаман да ҡаршылашып маташҡан ирҙең башына ауыр әйбер менән һуҡҡас, ул аңын юғалта. Ирҙең кеҫәһен аҡтара башлайҙар. Унда ысынлап та аҡса әҙ булып сыға. Әшнәләр ҡорбандарының телефонын да алып, ҡанға туҙып ятҡан ирҙе ҡалдырып, ҡасып китә. Улар “сибирякты” үлтерҙек тип уйлай.

Үлеп ... терелгәс...

Хоҙай Тәғәләгә анттар биреп, үҙе рәнйеткән кешеләрҙән мең мәртәбә ғәфү үтенгән ир ата-әсәһенең йортона барып етеп, ишек шаҡый. Улар ҡанға батҡан улдарын тәүҙә танымай, унан ҡоттары осоп “Ашығыс ярҙам” саҡырта. Ир аңын юғалтыр алдынан ата-әсәһенә: “Ғәфү итегеҙ мине”,-тип бышылдап өлгөрә.

Табиптар бер айҙан ашыу реанимацияла уның ғүмере өсөн көрәшә. Иренең ниндәй фажиғәгә тарығанын белгән ҡатын бәләкәй балаһын алып килеп етә. “Үҙемә нығыраҡ булырға, уны янымдан ебәрмәҫкә, артынан эйәреп йөрөргә кәрәк булған”, - тип илай ул. Йәш ир аңына килгәндә иң тәүҙә ҡатынының йәшле күҙҙәрен күрә. Хирургия бүлегенә күсергәс бер ҡасан да иғтибар итмәгән ҡыҙын һөйөп туя алмай. “Нисек мин ошо бәхеттән баш тарттым икән? Ҡыҙымдың нисек атлап киткәнен, һөйләшә башлағанын да күрмәнем бит, исмаһам”, - тип илар сиккә етә.

Ике әшнә тотола. Уларға туғыҙ тиҫтә йыл ғүмерен ситлек артында үткәрергә тура киләсәк. Ҡаты режимлы колонияға дусар ителгән йәш ирҙәрҙең йөҙҙәрендә бер ниндәй хис-тойғо сағылманы. Күрәһең, улар алдан уҡ ошо яҙмышына күнгән булғандыр.Ҡайһы саҡта боғаҙыңа бысаҡ килеп терәлгәс кенә тормош матурлығын күреп, яҡындарыңдың ҡәҙерен белергә өйрәнәһеңдер. Дауахананан төҙәлеп сыҡҡан ир ғаиләһе менән матур итеп гөрләтеп йәшәй, ҡыҙын һөйөп туя алмай, ул тураһында хыяллана. Ата-әсәһен ҡыуандырып яңы йортоноң нигеҙен дә һала башланы...

Фото: stihi.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в