-18 °С
Ҡар
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Ноябрь , 20:00

Миллион отам

Ҡышҡы кис. Шундай аяҙ төн, күк йөҙөндәге йондоҙҙар ергә яҡынайған кеүек, үҙҙәренә саҡырғандай, сағыу балҡыйҙар, ҡырын төшөп яңы тыуған ай тирбәлә. Әкиәт донъяһымы ни? Тәмәке алырға тип киоскка сыҡҡан Таһир, сихырланғандай күк йөҙөнә ҡабат-ҡабат күтәрелеп ҡараны. Өйөнә ҡайтырға уҡталған еренән туҡтап ҡалды.

Миллион отам
Миллион отам
Ошондай матурлыҡты ташлап өйөнә керәһе килмәне, ҡайҙалыр бараһы, нимәлер эшләйһе килде. Тәмәкеһен тоҡандырып бер-ике һурырға өлгөрмәне, кеҫә телефоны шалтырай башланы. Трубканың икенсе яғынан Айрат дуҫының тауышы эргәләге шикелле ишетелде:
– Сәләм Таһир дуҫ! Ни эш бөтөрәһең?
– Бына тәмәкегә тип сыҡҡан инем.
– Тәмәке менән үпкәңде ағыулама, ағайыңдың башында бик шәп уй тыуҙы, тиҙ генә килеп ет! Мин һине проспектта көтәм! – тине лә, телефонын һүндерҙе. Таһир шуны ғына көткәндәй, шәп-шәп атлап туҡталыш яғына ыңғайланы.
Троллейбус кәрәкле туҡталышҡа еткәндә, Айрат дуҫы уны көтөп тора ине:
– Бөгөн эш хаҡы ала торған көн, карточкаға күсермәнеләрме икән? Әйҙә анау банкоматҡа барып ҡарайыҡ! –тигәс, Таһир һүҙһеҙ генә уның артынан эйәрҙе. Дуҫы банкоматҡа карточкаһын тығып, код йыйҙы, тағы бер кнопкаға баҫты, экранда һандар килеп сыҡты, ул:
– Урра! Йәшәйбеҙ былай булғас! - тип шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе. Үткән айға тулыһынса эш хаҡын күсергәндәр, күпме алырға икән? – тип, бераҙ уйлап торҙо ла:
– Гуляйт тек, гуляйт, ике йәшәмәйбеҙ! – тип,эш хаҡының яртыһын кеҫәһенә күсерҙе. Унан күрмәк Таһир ҙа кеҫәһен ҡалынайтты. Ул:
– Әйҙә анау яңы асылған ресторанға кереп ултырайыҡ! Иртәгә эшкә түгел, яҡшы итеп ял итәйек, байҙарҙан кәмме ни беҙ? – тиеүгә Айрат:
– Ресторанда ултырып кемде аптыратмаҡсы булаһың? Заманса йәшәргә кәрәк дуҫҡай, заманса! Замананың алдынғы кешеләре салондарҙа, казиноларҙа уйнай, аҡса, миллион ота. Күрәһеңме уйын салондарын?:
– Күҙеңде йомһаң да күренә улар, ҡаршымда уттары ялт та йолт итеп, мейегә үк үтеп керәләр,- тип яуап бирҙе Таһир. Ысынлап та, ҡайҙа ҡараһаң да уйын салондары. Башҡа рекламаларға ҡарағанда ныҡ сағыу итеп яһалған, төрлө төҫтә, күҙҙҙең яуын алалар. «Кем Миллион отарға теләй!», «Уйна ла, миллион от!»- тигән яҙыуҙар эленгән, һәр береһенең алдына биҙәп машина ултырттҡандар, уларға: «уйна ла, от!» - тип, яҙып ҡуйылған. Ошо тирәлә генә биш-алты салон, күҙҙе йомоп береһен үтеп китһәң дә, икенсеһе ниндәйҙер тылсым менән, сихырлаған кеүек үҙенә әйҙәй. Яңы йыл шыршыларымы ни, уттары ем-ем итеп тора, башты әйләндерә. Әйтерһең дә унда күстәнәстәр, бүләктәр өләшкән ҡыш бабайы көтөп тора. Таһирға күктәге йондоҙҙар онотолдо, сихри әкиәт донъяһына килеп кергәндәй хис итте үҙен. Шулай булһа ла ул ҡырҡа итеп:
– Юҡ, Айрат дуҫ! Ул турала ауыҙыңды ла асма! Күпме лоторея алып үҙ ғүмеремдә бер тин дә аҡса отҡаным булманы! – тип дуҫының һүҙенә ҡаршы төштө.
– Элек отмағанһың икән, хәҙер отасаҡһың! Беҙгә лә фортуна ишектәре асылыр, гел генә көн дә булып тормай, көн артынан төн килә, ҡояшты ай алмаштыра. Бынан ниндәй һығымтаға килеп була?- тип телен сарланы Айрат, шулай ныҡышыуын дауам итте.
– Беҙгә лә оторға ваҡыт етте! – тип әйтмәксе булаһыңдыр, шулай ҙа ҡурҡыта бит әле, унда отолған кешеләр ҙә бар тиҙәр. Ҡай берәүҙәр машинаһын, хатта фатирын да отторған икән, – тиеүгә, Айрат:
– Юҡ! Юҡ! Беҙ оттормайбыҙ! Беҙ отабыҙ! Һис шикһеҙ отабыҙ! Әгәр миллион отһам ҡара диңгеҙ буйына, юҡ!… Канар утрауҙарына китер инем. Ғүмеремдә бер тапҡыр булһа ла диңгеҙ күрер инем, ҡолас ташлап йөҙөр инем. Эх!:
– Ҡолондоң билен һындырып ҡуйма! Беҙҙән былайыраҡ ағайҙар хатта үҙҙәренең бизнестарын отторғандарын ишеткәйнем, әйҙә ресторанға кереп тамаҡты сылатып кешеләрсә һөйләшеп ултырайыҡ, ә бәлки сибәркәйҙәргә лә ҡармаҡ һалып ҡарарбыҙ?
– Сибәркәйҙәр? Ә беләһеңме, ул сибәркәйҙәр һинең кеҫәңдә аҡсаң булғанда ғына ҡаба, аҡсаң бөттөмө, балыҡ шикелле ҡулыңдан шылып ҡына сығып китә. Әгәр миллион аҡса отһаҡ, улар үҙҙәре беҙҙең арттан йүгерәсәк!
– Сибәркәйҙәр тип былай ғына әйтәм инде, минең ҡатыным үҙе лә «бына» тигән.
– Һуң, «бына» тигән ҡатыныңды шатландыраһың килмәйме ни? Гел генә шулай йәшәп булмай бит, исмаһам әҙерәк кешеләрсә йәшәп ҡалырға ине. Донъя мәшәҡәтенән арындырырлыҡ, машиналарҙа ғына елдерерлек, үҙҙәре теләгән, хыял иткән кейемдәр алырлыҡ аҡса отһаҡ насармы?- тип, Айрат һаман үҙенекен һөйләне.
– Әллә инде? Эшләгән аҡса ашауҙан артмай, кешесә ял иткән дә юҡ – тип, Таһир икеләнә төштө, уның икеләнеүен күреп Айрат:
–Урыҫтар «Кто не рискует, тот не пьет шампанское» - тип, бик дөрөҫ әйткәндәр, бөтә нәмәнән ҡурҡып, күктән төшөкәнде көтөп ятһаң, һин нидәй егет? Бығаса тәүәккәл генә була торған инең, нимә, әллә әсәйеңдән рөхсәт һорап киләһеңме? – тигәс, Таһир тәүәкәлләне. Айрат уны күндереүен аңлап, хыялға бирелеп китте:
– Беләһеңме, бер тоҡсай аҡса отоп, бисәкәй янына алып ҡайтһам, ул артына ауып китер микән? Әтеү гел кеше ирҙәре «ҡалым» эшләй, һин генә эш хаҡына ҡарап ятаһың – тип, тиргәй.
– Ә минең бисә, мине ҡосаҡлап үбә лә үбә, үбә лә үбә. Ә мин эре генә баҫып торам, бына шулай – тип, Таһир үҙен үҙе ҡосаҡлап, күҙҙәрен йомоп, хыялға бирелеп китте. Хәҙер инде дуҫтарҙың ҡарарын бер кем дә юҡҡа сығара алмай, күңелдәре күтәренке. Әйтерһең дә уларҙың ҡулдарына бөтә теләктәрен үтәй торған алтын балыҡ килеп эләккән. Улар үҙҙәренә ныҡ ышанған хәлдә, ышаныслы аҙымдар менән, уйын салонына табан юнәлде.
Айрат менән Таһир күп йылдар инде айырылмаҫ дуҫтар. Улар урта мәктәпте тамамлап, техникумға уҡырға ингәс таныштылар. Уҡығанда бер бүлмәлә йәшәнеләр, тиндәренә тиклем бүлешкән ваҡыттары булды. Ҡыҙҙар артынан да бергә йүгерҙеләр. Техникумды тамамлағас икеһен ике заводҡа ебәрһәләр ҙә, бер ҡалала булғас, гел осрашып торҙолар. Ғәиләле булғас та бер береһен онотманы улар. Эш хаҡы алған һайын осрашып, бер ултырып алыу ғәҙәттәренә ингән ине. Был юлы замана ағышынан ҡалышмаҫҡа кәрәк тип, элекке ғәҙәттәрен боҙҙолар…
*********
Кешеләргә булған бурыстарын түләмәйенсә, банкоматтан бөтә эш хаҡын алып, бөгөн нисек булһа ла отам! – тип, килде Айрат уйын залына.
– Миллион отһам бөтә бурыстарҙан ҡотолормон, ҡатын да «ҡолаҡ итен» ашауҙан туҡтар – тип, уйлағайны. Тағын отторҙо. Инде күпме тәжрибә тупланы, оҫтарҙы, оттом ғына тигәндә… Аҡсаһы бөттө.
–Эх! Тағын бер генә уйнаһам отор инеем! Машинамды ла отторҙом бит әле. Нишләргә?… Кемдән аҡса алып торорға? Миңә хәҙер бер кем дә аҡса бирмәйәсәк. Эх! Бер генә уйнарлыҡ аҡса булһа, был юлы һис шикһеҙ отор инем. Туҡта… Фатирҙы ла залогка һалып уйнайҙар бит,- тип уйланды . Тик уның күҙ алдына ҡатыны, улы килеп баҫты. Бурыстарын түләргә тип машинаһын һатҡанда ла ғауға ҡуптарған ине ҡатыны. Ул саҡта Айрат башҡаса уйнамаҫҡа ант итеп ҡотолдо.Тик вәғәҙәһен тотманы, тағы уйнаны. Күҙгә күренмәҫ ептәр менән, сихырлағандай, магнит кеүек үҙенә тарта шул уйын. Һәр ваҡыт, тағы уйнаһа отор төҫлө. Был юлы ла шундай хис урап үтмәне, шайтан кеүек -«берҙе генә уйна, хәҙер отаһың»- бышылданы. Уның ҡарарын нығытырға теләгәндәй, күрше автоматтан шытырҙап аҡса ҡойолдо, унда уйнаған егет шатлығынан нишләргә белмәй, һикергәләп аҡсаларын йыйҙы ла, ҡабат уйнарға тотондо. Юҡ!.. Был юлы һис шикһеҙ отасаҡмын! Отсаҡмын! – тип, үҙен ышандырырға тырышты. Эсенән икеләнһә лә, салонды ташлап сығып китергә үҙендә көс тапманы. Отоп аҡса алып ҡайтһа ҡатыны ла асыуланмаҫ, бер тин аҡсаһыҙ өйгә ҡайтыуы ла оят.. Ул фатирын залогка һалып, тағы уйнарға тотондо….
Айрат квартираһын да отторҙо. Башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Уның башын йәшен уты шикелле,меңәрләгән уй телеп үтте:
– Нисек итеп өйгә ҡайтырмын? Фатирым хәҙер үҙемдеке түгел. Ғәиләмә ни әйтермен? Ҡайҙа йәшәрбеҙ? Ниңә ҡатынымды тыңламаным, ниңә бында килдем? Башҡаса бында килмәм тип уйлай инем, аяҡтарым үҙҙәре тағы ошонда алып килде. Ошо уйын ғына харап итте, баштан аяҡ бурысҡа сумдым. Көнө-төнө эшләһәм дә ғүмер буйы бурыстарҙан сыға алмаясаҡмын! Нисек кеше күҙенә күренемен? Улыма ни әйтермен? – тип уйланы ул әсенеп. Айрат шунда генә үҙенең нимә ҡылғанын ныҡлап төшөндө. Уның бөтә донъяны ярып ҡысҡыраһы., уйын автоматтарын пыран-зыран итеп ҡырып ташлайһы килде. Эсенең яныуын, йөрәгенең әрнеүен нисек баҫырға белмәйенсә, йоҙроҡтарып ҡыҫып ыңғырашты. Ярһыуынан, бөтә йәнен биләп алған асыуынан ни эшләргә белмәйенсә, үҙе лә һиҙмәйенсә, уйын автоматтарын йоҙроҡларға, типкеләргә кереште. Салонды һаҡлаған һаҡсы килеп уға сығып китергә кушты. Айрат уғата ярһып, бөтә асыуын һаҡсыға йүнәлтте:
– Китегеҙ бынан! Кеше талаусылар!. Мин нисә йыл буйы йыйған мөлкәтемде һалдым, ә һеҙ байып бөттөгөҙ! Импортный машиналарҙа ғына елдерәһегеҙ, кеше хаҡын ашап ятаһығыҙ! Шартлатып бөтөргә кәрәк салондарығыҙҙы! – тип, ҡысҡырҙы. Һаҡсы тағы бер иҫкәртте лә, кеҫә телефонын алып милицияға шалтыратты. Ул милиция саҡырып, адресты әйтеп тә бөттө, ярһығандан ярһый барған Айрат, кеҫәһенән Афғанда дуҫы бүләк иткән бәкеһен сығарып һаҡсыға сәнсте. Һаҡсы тотонорға әйбер эҙләгәндәй, ҡулдары менән һауаны ярып, салҡан барып төштө. Үҙенең ни ҡылғаны аңына барып еткәс, Айрат ҡото осоп:
– Үлмә! Үлмә!-тип һаҡсыға эйелде, уны һелкетә башланы. Кеҫәһенән телефон сығарып «Тиҙ ярҙам» саҡырттырға уйланы. Мейеһен киҫеп бөтә тормошо кинолағы шикелле күҙ алдынан үтте. Ул нимә уйларға ла белмәне, башы шаңҡыған, әйтерһең дә ҡурҡыныс төш күрә:
– Нимә эшләнем?! Ҡотолоу юҡ миңә! – тип, уйланы. Шул арала яҡындағы бер уйынсы:
– Ҡарауыл! Ҡарауыл! Кеше үлтерҙеләр! – тип, ҡысҡырып ебәрҙе. Салондың икенсе башындағы һаҡсыларҙың ашығып үҙенә табан килгәнен күрҙе. Тышта милиция сиренаһы һәм машина килеп туҡтаған тауыштар ишетелде. Аяҡ тауыштары ла яҡынайҙы, ишек асылды. Шул саҡ Айрат ҡотолоу юлын тапҡандай, ҡәтғи бер ҡарарға килде:
– Ғәфү итегеҙ мине, яҡындарым! Башҡа юл юҡ миңә! – тине лә, иҙәнгә төшкән бәкеһен алып, йөрәгенә ҡаҙаны.
Фәриҙәнең бөгөн ял көнө. Ул баҙарға барып ашамлыҡтар, еләк-емештәр алды. Үҙенең ял көнөндә тәм-томдар бешереп, ғәиләһен һыйларға иҫәбе. Ундай көндәрҙә Айраты бигерәк ҡәнәғәт була инде, байрам кеүек булып ҡалды,- ти күңеле күтәрелә. Әйҙә байрамса булғас, байрамса булһын!- тип бер шешә вино алды. Өйөн йыйыштырҙы, иҙәндәрен йыуҙы. Әхирәте менән телефондан һөйләшеп алды. Сәғәткә ҡараһа аптырап китте, Айратының эштән ҡайтыр ваҡыты еткән, уның бер нимәһе лә әҙер түгел. Тиҙ генә ҡоймаҡ әсетергә ҡуйҙы, бәлеш өсөн ит турағыстан ит үткәреп алды. Барыһы ла әҙер, тик һаман да ире ҡайтып етмәй. Улы ла иптәштәре менән ҡайҙалыр китеп юғалды. «Бәй, кеҫә телефонына шалтыратайым», -тип номер йыйҙы. Тик телефондың саҡырыуына, бер кем дә яуап бирмәне. Тоташ аптырашта ҡалды.
– Әллә тағы ла шул уйынына тотондомо икән? – тигән уй үтте уның башынан. Был уйынан өшөп киткәндәй, кәүҙәһен еңелсә ҡалтыраныу биләп алды. Үҙенә урын таба алмайынса бер кухняға, бер залға сыҡты. Тәҙрәгә килеп туҡталыштан килгән юлға күҙ ҙә алмай ҡарап торҙо. Бешергән ризыҡтары күптән һыуынды, ашау ҡайғыһы китте. Шул саҡ өйҙәге тынлыҡты ярып, телефон шалтыраны. Фәриҙә «терт» итеп ҡалды, ҡабаланып телефон трубкаһын алды. Телефондан:
– Сафиндар квартираһымы был? – тигән киҫкен тауыш ишетелде.
Фәриҙәнең яуабын ишетеүгә,шылтыратыусы үҙе менән таныштырҙы ла:
– Һеҙҙең иптәшегеҙ уйын салонында һаҡсыға бысаҡ менән сәнскән, шунан бысағын үҙенең йөрәгенә ҡаҙаған. Яраһы үлемесле. Уны ҡала моргына алып киттеләр. Ҡайғығыҙҙы бүлешәм. Ныҡ булығыҙ! – тине лә, трубкаһын ҡуйҙы. Фәриҙәнең йөрәге «жыу» итеп китте, сикә тамырҙарына ҡан йүгерҙе, аңына бер нимә лә барып етмәне, сәйер генә телефон трубкаһына ҡараны:
– Яңылышҡандарҙыр! Булмаҫ ! Айрат кешегә ҡул күтәрмәҫ! –тип уйланы. Милиция тәфтишсеһенең әйткән һүҙҙәре һаман уның аңына барып етмәне, әйтерһең дә һүҙ бөтөнләй башҡа кеше тураһында бара. Шулай ҙа күҙ алдынан иренең Афғанда дуҫы бүләк иткән бысағын гел үҙе менән йөрөтөүө иҫенә төштө. Фәриҙә ҡаршы килеп ҡараһа ла:
– Мин был бысаҡты Афғанда һәләк булған дуҫымдың иҫтәлеге итеп йөрөтәм, үлер алдынан ул васыят итеп әйтте. Ҡурҡма,мин уны бер ҡайсан да ҡулланмам! – тигәс, Фәриҙә башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманы. Ире һаман юҡ, әллә ысын булдымы был хәл? Был уй Фәриҙәнең аңына бөтә ысынбарлығы менән барып етте һәм ул үҙенең иң яҡын кешеһен мәңгелеккә юғалтыуын аңланы, аяҡ быуындары йомшарып әкрен генә иҙәнгә сүгәләне лә, йөрәк ярырлыҡ тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе:
Айраат!... Айраат!... Аааа… Уның тауышы ыңғырашыуға әйләнде, ауыр юғалтыуҙан бөтә эсен ут ялмап алды, башы тубалдай булып ауырайҙы, ул хәлһеҙләнгән ҡулдары менән иҙәнгә һуҡҡылай, һуҡҡылай һулҡылданы:
– Нимә эшләнең?... Ниңә?… Ниңә?...
Айратты ерләнеләр, ә һаҡсының яраһы үлемесле булмаған, терелде.. Айраттың ҡатыны Фәриҙә иренең үлемен бик ауыр кисерҙе, уны уйнауынан туҡтатып, һаҡлап ҡала алманым - тип, көнө – төнө көйҙө,үҙен битәрләне..
Айраттың дуҫы Таһир ҙа шундай хистәр кисерә ине, ул да дуҫын ҡотҡарып ҡала алмағаны өсөн үҙен ғәйепле һананы, Фәриҙәгә төрлөсә ярҙам итергә тырышты. Ҡайсандыр салондарҙағы уйын уны ла тарта ине, улар Айрат дуҫы менән бергә уйнай башлағайнылар. Ул саҡта Таһир ҙа ғәиләһенә әҙ ҡайғы килтермәне, машина алырға тип йыйған аҡсаларын да оттороп ботөрҙө. Ҡатыны Әлфиә:
– Әгәр тағы бер уйнаһаң һинең менән бер көн дә тормайым! Был темп менән барһаң, урамда берәҙәк булып ҡына йөрөйһөң ҡала! – тип, ҡәтғи ультиматум ҡуйғас, бер аҙ уйнамай туҡталып торғайны, бер көндө тағы үҙенә саҡырып торған салонды үтеп китә алманы :
– Әгәр ҙә отһам ҡатыным әрләмәҫ, киреһенсә ҡыуаныр ғына тип, үҙен аҡлап, шунда таба атланы. Был юлы ла оттороп, бурысҡа батҡас, өйҙә ҙур ғауға сыҡты:
– Ҡайтыр юлда шул салондар булмаһа, өйгә туры ғына ҡайтыр инеем, үҙ-үҙемде еңә алмайым шул , гипнозланған кеүек шунда атлайым, нишләйем һуң?– тине ул аптырап.
– Хәҙер һиңә һаҡсы яллайһы, йәки бер ҡайҙа ла сығармай өйгә бикләп тотаһы ҡалды! – тине ҡатыны. Барыбер эшләгән аҡсаң уйыныңа түләргә етмәй, исмаһа бурысҡа батмаҫ инек.
Улар ҡатыны менән уйлаштылар ҙа, фатирҙарын һатып, ҙур ғына ҡасабанан йорт һатып алдылар. Уларға эш тә табылды. Мал-тыуар аҫырайҙар, ҡорт тоталар. Көндәр эш менән үтә тора, һис бушап Айрат дуҫының хәлен белә алманы. Хәҙер ул дуҫын тере килеш башҡа күрә алмаясаҡ, элеккесә икәүләшеп гәпләшеп төн уртаһына тиклем, бер-береһенән айырыла алмайынса ултырған саҡтар башҡаса ҡабатланмаҫ инде. Эх! Ниндәй үкенесле икән яҡын кешеңдең үлеме. Кире ҡайтарып булһа икән элекке ваҡыттарҙы, шул салонға табан бер аҙым да атламаҫ ине. Юҡ шул! Таһир ул уйындарҙы уйнауҙан дуҫын ҡурсалап ҡалырға тейеш ине лә бит, киреһенсә үҙе Айраттың ҡотҡоһона бирелде. Һыуҙар кире аҡмаған кеүек, үткән ғүмер ҙә кире ҡайтмай, терһәкте тешләп булмай шул.
Фәриҙә ҡаланың үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. “Иш янына – ҡуш булыр” булыр тип, өҫтәмә дежурстволар ҙа ала. Улы Марат өйҙә күп ваҡыт яңғыҙы…Улым ҙур үҫкән, барыһын да аңлай, үҙ аллы бала – тип, шатлана ул. Кистәрен дуҫтары менән дискотекаға йөрөй, дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы ла бар шикелле. Дөрөҫ, әлегә ул ҡыҙҙы күргәне юҡ, ваҡыты еткәс танышырҙар. Әле киске процедураларҙы тамамлап, постҡа килеп ултырҙы. Көнө буйы аяҡ өҫтөндә, төнгө дежурстволар бигерәк хәлен ала. Етмәһә Фәрис исемле бер бәйләнсек ир һорауҙары менән башын ҡатыра. Палаталарына кергән һайын, нимә булһа ла әйтеп ҡала, ә башҡа ауырыуҙар шунан ҡыҙыҡ таба. Әле Фәриҙә кәрәкле процедураларҙы яһап, палатанан сығып китеү менән, эргәләге койкала ятҡан ағай Фәрискә:
–Фәриҙәгә юҡҡа бәйләнәһең, бығаса бер кемдең дә уға яҡын барғаны булманы- тине. Ә Фәрис сәмләнеп китте:
– Теләйһегеҙме, тиҙҙән ул сестричкағыҙ минең арттан үҙе йүгерәсәк. Бығаса мин яуламаған бер крепость та булманы. Ниндәй ҡаты стенаналарҙы ла емереп, таш йөрәктәрҙе лә эретеп, саҡматаштай ҡаты ҡатындарҙың да мөхәббәтен яулай торған кеше ул ҡустығыҙ. Бөгөндән үк Фәриҙәнең йөрәгенә ут һала башлайым.
– Үҙеңдең утыңда үҙең янмаһаң ярай ҙа – тип, күршеләге ағай шиген белдерҙе. Фәрис уғата сәмселләнеп китте:
– «Ятып ҡалғансы атып ҡал» - тиҙәр.Ҡатын-ҡыҙҙар менән нисек һөйләшергә беләм! Әле уның ирҙәр наҙына һыуһаған сағы, бөгөн үк ҡосағыма үҙе ташланасаҡ! Кәрәкле урынға баҫым яһарға ғына кәрәк. Сестричкағыҙ хәҙер киске эштәрен бөтөрә, Фәрис атакаға күсәсәк, үҙегеҙ шаһит булырһығыҙ – тине. Палата ҙур түгел, дүрт кешелек, әле унда дүрт ауырыу дауалана. Өсөнсө койкала телевизор ҡарап ятҡан йәш егет бығаса уларҙың һүҙенә ҡыҫылмаһа ла, ҡыҙыҡһыныуын белдереп:
– Ниңә?.. Ҡыҙыҡ… Шаһит булырға мин риза – тине. Фәрис көҙгөгә ҡарап сәсен тараны, өҫ башын һыйпаштырҙы ла, йәш егеткә күҙен ҡы- Ниңә?.. Ҡыҙыҡ… Шаһит булырға мин риза – тине. Фәрис көҙгөгә ҡарап сәсен тараны, өҫ башын һыйпаштырҙы ла, йәш егеткә күҙен ҡыҫып:
– Булды былай булғас, киттем мин һунарға – тип, ишекте ярым асыҡ ҡалдырып сығып китте.
Фәриҙә ауырыуҙарҙың ауырыу тарихтарын алып тултыра ғына башлаған ине, Фәрис уның ҡаршыһындағы ултырғысҡа килеп ултырҙы, төрлө һорауҙары менән уны йөҙәтә башланы.
– Ни өсөндөр йөрәгем ауыртып тора, үҙе ашҡынып – ашҡынып тибә, әллә берәй насар сиргә юлыҡтыммы икән?
–Улай ҡаты ауырығас палатағыҙға кереп ятып тороғоҙ! Хәҙер дежур табибты саҡырам! Йөрәк менән шаярырға ярамай! – тип яуапланы Фәриҙә.
– Минең йөрәгемдең ауыртыуын бер табиб та дауалай алмай шул! Бөттөм мин, бөттөм Туҡтап ҡына ҡуймаһа ярай ине – тип,йөрәген тотоп бөгөлөп төштө.
– Ҡайҙа, ҡан баҫымын үлсәп, йөрәгеңдең ритмын тыңлап ҡарайыҡ – тип, Фәриҙә тонометрға үрелгән ине, Фәрис:
– Фәриҙә тотоп ҡына ҡара әле – тип, уның ҡулын алып йөрәгенә ҡуйырға теләне, Фәриҙә ҡулын тартып алды:
– Нисек ҡаты ауырығанығыҙ аңлашылды, палатағыҙға кереп ятығыҙ! Иртән анализ тапшырырға онотмағыҙ! – тип яуапланы.
– Фәриҙә һылыуҡай, төнлә йоҡларға ҡурҡһаң мине саҡыр, һинең ишегең төбөндә төнө буйы һаҡта торорға ризамын, һинең кеүек сибәркәйҙе һаҡламайса ярамай Һылыуһың да инде үҙең, ҡыҙҙарың ары торһон! – тип, тағы уның ҡулынан һыйпарға тотондо. Фәриҙә ҡырҡа ҡулын тартып алды:
– Әллә ҡаланың яңғыҙ ҡатындарын һеҙ йыуатып, һаҡларға тейеш тип уйлайһығыҙмы?- тине.
– Эй, яратам да инде сәнскеле ҡатындарҙы! Роза сәскәһе кеүек үҙҙәре матур, үҙҙәре сәнскеле! – тип, Фәрис һаман да Фәриҙәгә бәйләнеүен дауам итте.
– Үтенеп һорайым һеҙҙән, зинһар өсөн мине тыныслыҡта ҡалдырығыҙ! Һеҙ миңә ҡамасаулайһығыҙ! – тип унан тиҙерәк ҡотолорға теләне, тик үҙ һүҙле, бәйләнсек ир һаман ныҡышты:
– Беләбеҙ инде ҡатындарҙы! Баһаңды юғары ҡуймаҡсы булаһың. Ялындырырға итәһеңме, әллә һинән башҡа ҡатындар юҡ тип уйлайһыңмы?
– Һуң шулай булғас ниңә башҡа ҡатындар янына бармайһығыҙ? Ниңә минең башты ҡатыраһығыҙ? – тине Фәриҙә асыуланып.
– Иреңдең үлгәненә йылдан ашыу ваҡыт үтте, башҡа кешең бармы, минең ҡайһы ерем ярамай? – тип, Фәрис уны ҡосаҡларға үрелде. Фәриҙә бөтә көсөнә уны этеп ебәрҙе. Ул үҙен кәмһетелгән итеп тойҙо, әрнегән йөрәгенең ярһыуын баҫа алманы, былай ҙа күңеле тулып торған саҡ, күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәрҙе тыя алмай, өҫтәлгә ҡапланды ла һулҡылдап илап ебәрҙе. Палатаның Фәрис асыҡ ҡалдырған ярым асыҡ ишеге шығырҙап ябылды. Был хәлде көтмәгән Фәрис ҡаушап ҡалды:
– Мин бит… шаярттым ғына… Фәриҙә, ғәфү ит!… - тине лә, тиҙерәк палатаһына шылды.
Атаһы үлгәс, әсәһе дежурҙа ваҡытта, Марат өйҙә яңғыҙы ғына тороп ҡала. Тәүҙәрәк Мәрйәм исемле яңғыҙ күрше ҡатыны инеп Маратты ҡараштырып, төнгөлөккә йоҡларға кереп йөрөй ине, бер көндө улы:
–Мәрйәм апайҙы башҡа саҡырма, мин хәҙер бала саға түгел, кәрәк булһа синыфташым Дамирҙы саҡырырмын – тигәс, «улым ҙур үҫкән инде» - тип, шатланды ла, башҡаса кеше саҡырманы. Гел генә оло кешене мәшәҡәтләүе уңайһыҙ ҙа ине. Марат синыфташы Дамир менән йыш ҡына көндәрен бергә үткәрә, сөнки дуҫының ата-әсәһе эскегә һабышҡан, балаһы ҡайҙа йоҡлаһа ла улар өсөн барыбер. Баштараҡ тыныс ҡына йәшәнеләр, тик уларға ниҙер етмәне. Бер көндө Дамир күрше егеттәренең уйын автоматтарында уйнап, аҡса отоуҙары тураһында һөйләне. Уға яуап итеп Марат атаһының нисек үлгәнен, һәм бер ҡайсан да унда бармаясағын белдерҙе. Тик «тамсы тама, тама таш тишә» - тиҙәр бит, Марат та яйлап Дамир менән барырға ризалашты. Тәүҙә аҙ ғына аҡса менән уйнайҙар ине, тора бара уйын Мараты тулыһынса үҙенә һурҙы. Өйҙән әйберҙәре юғала,Марат алдаша башланы. Әсәһенең һорауына Мараттың яуабы әҙер ине. Фәриҙә уны-быны һиҙмәне, улына ышанды. Үҙ балаңа нисек ышанмайһың инде? Көндәрҙән бер көндө Марат аҡса эҙләп тартмаларҙы ҡутарҙы, таба алманы:
Нишләргә?..Ҡайҙан аҡса табарға?.. – тип уйлап торғанда, өйҙә телефон шалтыраны. Уның кеҫә телефоны юҡ, әсәһе бер нисә тапҡыр алып биргәйне, Марат уны күптән һатып, аҡсаһын отторҙо. Киҫкен генә шалтыраған телефонды алырғамы, юҡмы? – тип, бер аҙ уйлап торҙо ла, трубканы алды. Уның синыфташы Дамир шалтырата икән:
– Һаман өйҙә ултыраһыңмы ни? Давай тиҙ генә килеп ет! Бөгөн грандиозный отош буласаҡ, был юлы һис шикһеҙ отасаҡһың! – тине. Марат :
–Унда барырға аҡсам юҡ, башҡаса уйнамайым !- тиеүгә Дамир:
– Егетме һин юҡмы? Бер уйнарлыҡ аҡса таба алмайһыңмы? Әйтеп торам бит, был юлы һин отасаҡһың! Тәжрибә туплағас ҡына ташлап ҡуямы кеше! Күп уйлап торма, тиҙ генә килеп ет! Уның был һүҙҙәрен ишетеүгә Мараттың башҡаса һис ҡайсан да уйнамам тип, ант иткәне онотолдо, уның күҙҙәре янып, йөрәге дөпөлдәп тибә башланы. Үҙен миллион отҡандай хис итеп,күңелләнеп, йәһәт кенә кейенергә тотондо.
Бөгөн милиция майоры Ваһапов, ҡатының тыуған көнөнә бүләк алыр өсөн баҙарға йыйынды. Аҡсаһын һанап ҡараны ла, документтары араһына барсеткаға һалды. Машинаһына кереп ултырғас, уны эргәһендәге урындыҡҡа ташланы. Төш ваҡыты етеп килгәнлектән, ул тиҙ генә өйөнә кереп ҡапҡылап сығырға уйланы. Ҡабаланғанлыҡтан барсеткаһын да алып торманы:
– Тирә яҡта барыһы ла мине белә, әйберемә тейергә бер кемдең дә йөрәге етмәҫ – тип, уйланы ул. Көн эҫе булғанлыҡтан машинаһын ағас күләгәһенә ҡуйҙы ла, өйөнә кереп китте.
Марат тиҙ генә кейенеп, баҫҡыстарҙан осоп тиерлек төштө, эсенән күңелле көй көйләй-көйләй подъездан сыҡты. Подъезд алдында бер кем дә юҡ. Көнө буйы ишек төбөндә үткән-һүткән кешене тикшереп ҡалыусы ҡарсыҡтар ҙа күренмәй, күрәһең ҡояштың ҡыҙҙырыуына түҙә алмай, өйҙәренә инеп киткәндәр. Марат подъездан йыраҡ түгел, Ваһаповтың күләгәлә ултырған өр-яңы машинаһына ҡыҙығып ҡарап үтте. Үтеп китте лә, шып туҡтаны:
– Бәй, машина эсендә барсетка ята бит, аҡсаһы ла барҙыр моғайын - тип уйланы ул. Шунда үҫеп ултырған ағас төбөндә туҡтаны ла тирә-яғына ҡаранды, бер кем юҡ, ул кемдәндер ишеткән : «Бирәм тигән ҡолона, сығарып куйыр юлына» - тигән мәҡәлде эсенән генә ҡабатлап машинаға яҡынлашты:
– Хатта машинаһының тәҙрәһен дә япмаған, ҡайһылай ҡыланалар. Мент булғас, береһе лә теймәҫ – тип, маһаялар ахырыһы, күрһәтәйем әле асыҡ ауыҙҙарға – тип, уйланы ла, асыҡ тәҙрә аша йәһәт кенә барсетканы эләктереп, күҙҙән юғалды.
Ваһапов төшкө ашты ашап сыҡты, тиҙ генә машинаһына ултырып китеп барҙы. Универмаг янына барып, машинаһын туҡтатты, барсеткаһын алайым – тип,эргәләге урындыҡҡа күҙ һалды. Барсетка күренмәгәс, ултырғыс аҫтына төшкәндер тип, ентекләп ҡарап сыҡты, тапманы. Ҡайҙа һалғанын ныҡлап хәтерләһә лә, аптырағас:
– Әллә өйгә алып кереп, ҡалдырып киттемме икән? – тип уйланы ла, машинаһына ултырып өйөнә йүнәлде. Өйөндә лә барсеткаһын тапманы. Ишек алдына сыҡты, машинаһы янына килде. Шул саҡ күрше подъезда йәшәгән Мәжит ағай:
– Берәй әйберегеҙҙе юғалттығыҙөмы әллә? –тип, уға мөрәжәғәт итте.
– Эйе, бына барсеткамды ошонда ғына һалғайным, тапмайым – тип, машинаһының алғы ултырғысын күрһәтте. Аптырағас,өйгә индереп ҡалдырҙыммы икән? – тип, өйгә лә кереп ҡарап сыҡтым, юҡ, берәйһе алдымы тиһәм, кемгәлер яла яғыу кеүек, шул арала кем алһын инде уны, был йортта барыһы ла мине яҡшы белә. Ә шулай ҙа юҡҡа сыҡты бит, күргән-белгән кеше юҡмы икән? – тине.
– Әҙерәк һауа һуларға тип, балконға сыҡҡан инем, шул теге, кем әле, яңыраҡ ире үлде, Фәриҙә шикелле, шул Фәриҙәнең улы һинең машина янына килде лә, тиҙ генә юҡҡа сыҡты. Күп тә үтмәй һин дә ҡабаланып сығып, машинаңа ултырып киттең. Әсәһе гел эштә,һуңғы ваҡытта ул бала күпселек үҙ ҡарамағында, юлдан ғына яҙып ҡуймағайы, тине. Уны Мәжит ағайҙың янында торған ҡарсығы ла йөпләне.Шулай итеп ғәйепләнеүсе табылды. Марат насар бала түгеллеген, ә шундай хәлгә төшөүенә асынып, Мәжит ағай Ваһапов ҡуҙғалып киткәс тә, һөйләп торҙо.
Майор эш урынына барып, Маратты эҙләү хәстәрлеген күрҙе. Иң беренсе уның дуҫтарының кем булыуын, нимә менән шөғөлләнеүҙәрен асыҡланылар. Дуҫтарының кем булыуын белгәс тә, Ваһаповта Мараттың ҡулы уйнауына шик ҡалманы. Ошоғаса уның яуапҡа тарттырылмауы, ундай енәйәтте беренсе тапҡыр эшләүе асыҡланды. Әгәр ҙә алдан уйлап эшләһә, ул бындай юлды һайламаҫ ине. Хәҙер ул өйөнә ҡайтырға ла ҡурҡасаҡ, ҡайтһа ла бөгөн түгел. Шуға күрә уны дуҫы Дамирҙың торған еренән эҙләргә булдылар, әгәр Марат күренә ҡалһа, Ваһапов тиҙ генә, үҙенә шалтыратыуҙарын үтенде. Тыуған көн ҡайғыһы китте.
Фәриҙә, төнгө дежурствонан һуң, көндөҙгө эше тамамланғас, бәләкәй баҙарға кереп, аҙыҡ – түлек алып, өйөнә ашыҡты. Шулай булмай ни, тәүлектән артыҡ улы яңғыҙы ғына, ашарына әҙерләргә кәрәк, самай үҫә торған сағы, тип уйланы. Подъезд алдында, ағас күләгәһендә ике ҡарсыҡ һөйләшеп тора, улар Фәриҙәгә сәйер генә ҡараш ташланылар, иҫәнләшеп үтеп барғанда береһе уға:
– Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул, улың атаһына оҡшағандыр, милиция эҙләй! – тип әйтеүгә, Фәриҙәнең сумкаһы саҡ ҡулынан төшөп китмәне.
– Нимә? Ни өсөн? – тине ул ҡобараһы осоп.
– Ана, милиция майоры Ваһаповтың аҡсаһы менән документтарын урлаған – тип, кемуҙарҙан булғанын да, булмағанын да ҡушып һөйләп бирҙеләр. Фәриҙәнең йөрәге сабыш аты кеүек тибә, сикәләре буйлап, жыйлап ҡан йүгерә башланы. Эсендә нимәһелер өҙөлөп төшкәндәй әрней, әйтерһең дә ут йотҡан. Ҡайғыһынан башы әйләнеп, аяҡ быуындары йомшарып китте, уның ҡайтарып һүҙ әйтерлек хәле лә, теләге лә юҡ, көс-хәл менән квартираһына күтәрелде, диванға йығылды. Унан һикереп торҙо, ни эшләргә белмәйенсә, бер кухняға, бер балконға сыҡты. Алып ҡайтҡан аҙыҡтарын пакеты менән һыуытҡысҡа тыҡты, үҙе тамағана бер ни ҙә ашаманы.
– Ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? Нисек ҡотҡарырға баламды?- тип үрһәләнде. Ул үҙенә урын тапманы, ахырҙа ҡәтғи ҡарарға килеп, тиҙ генә кейенеп сығып йүгерҙе. Туҡталышҡа килеп етте лә ҡайҙа барырға белмәйенсә аптырап ҡалды. Ҡайҙа булырға мөмкин уның улы, ҡулға алынғандарҙы ҡайҙа тоталар икәнен ул ҡайҙан белһен инде. Күҙ терәп барырлыҡ туғандары ла юҡ бит, дуҫтары ла күсенеп китте. Әҙерәк тынысланып алғас, ул ауылға дуҫтары Таһир менән уның ҡатынына шалтыратты. «Таһир моғайын берәй кәңәш бирер, ул ир кеше» – тип уйланы.
Таһир ҡатыны Зәйнәп менән өйҙәренә инеп киләләр ине, телефон шалтырай башланы, ҡатыны:
– Телефон трубкаһын ал, мин ашарға ултыртам! – тип, аш бүлмәһенә йүнәлде. Ҡатыны сығыуға Таһир:
– Зәйнәп, мин ҡалаға китәм, Фәриҙә шалтыратты – тип, хәлде аңлатып бирҙе. Ҡайҙа, ҡапҡылап алайым да, ҡуҙғалайым,- тип аш бүлмәһенә йүнәлде. Тиҙ генә ашаны ла, ишек алдында торған машинаһына ултырып ҡалаға бара торған юлға сыҡты. Юлдар асфальт,машина елдерә генә, хәҙер бер сәғәт тә үтмәҫ, ҡалала буласаҡ. Машина көйлө, двигателе бер ритмда ғына эшләй. Радионан талғын ғына көй ағыла. Шул көй ыңғайына Таһир уйҙарға сумды.
Таһирҙың Зәйнәп менән ҡасабаға килеп йәшәй башлауҙарына өс йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Ошо ваҡыт арауығында ул ҡалаға барып, дуҫының ғәиләһенең хәлен белмәүенә үҙен-үҙе битәрләй, ә бит дуҫын ерләргә барғанда, атаһының үле кәүҙәһенә ҡарап ҡатҡан улын, ҡайғынан ағарып, һурылып ҡалған Фәриҙәне бер ҡайсан да ярҙамынан ташламаҫҡа ҡарар иткән ине. Көн дә иртәгә тип, көн артынан көн, йыл артынан йыл үткәнен һиҙмәйбеҙ шул. Ауылда эш күп булғас, эштән арынып сығып китеп булмай, ҡалаға барған осраҡтарҙа тиҙ генә йомошон йомошлай ҙа, өйөнә ашыға. Ашыҡмаҫлыҡмы ни, утыҙлаған умарта, өс һыйыр, ат, кош-ҡорт, ваҡ төйәк малдарҙан башҡа ла ауылда мәшәҡәт етерлек. Теплица эшләп алды, йыл әйләнәһенә йәшелсә үҫтерәләр, уны магазиндарға тапшыралар, сөнки үҙҙәренең һатырға ваҡыттары юҡ. Алдағы көндә ҡалала берәй киоск асып ебәрергә иҫәбе. Бәрәңгенең иртә өлгөрә торған сортын ер ҡарҙан әрселгәс тә сәсәләр, июль баштарына бәрәңгеләре ашарлыҡ була. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр, икешәр ҡапсыҡ алып барып, килолап һатһа ла, кәм тигәндә өс мең аҡса. Уңған, эштең рәтен белеп эшләгән кешегә ауыл ерендә аҡса үҙе теш емертеп керергә тора, тик алды-ялды белмәҫкә генә кәрәк. Бер аҡсаның тәмен белеп алһаң, ял итәһе лә килмәй, тиҙерәк эш итергә ашҡынаһың. Шулай итеп донъя үҙ ҡуласаһында әйләндерә, шундай һура, унан һис ысҡынып булмай. Фәриҙә шалтыратмаһа, уттай ҡыҙыу эш ваҡытында ҡалаға барырға, уйында ла юҡ ине Таһирҙың.
Таһир килеп ингәндә Фәриҙәне танырлыҡ та түгел ине. Йөҙө ағарып һулып ҡалған, күҙҙәре ҡарайып эскә батҡан, хәрәкәттәре һүлпәнәйгән, төҫ-ҡиәфәте арып талған кешегә оҡшап ҡалған. Ул Марат тураһында һораша башлау менән Фәриҙәнең күҙҙәрендә бығаса Таһирға таныш булмаған осҡон ҡабынды, зәһәр, уҫал. Бөгөн ул улын күрә алмаған, аныҡ ҡына бер ни ҙә билдәле түгел, билдәһеҙлек уның йөрәген өтә. Күрше – күлән ҡупыртып һөйләй, «кеше аҡсаһын урлап уйын автоматтарында отторған ул бала кеше булмаҫ инде, атаһы юлын ҡабатлар» – тип, әйтеп ҡуялар. Фәриҙәнең былай ҙа күңел төшөкөлөгөнә бирелеп йөрөгән сағы, больницала, дежур ваҡытта Фәристең бәйләнеүе уны кәмһетте, хәҙер килеп бала ҡайғыһы. Бала бауыр ите – тип, юҡҡа ғына әйтмәйҙәр инде. Фәриҙәнең бөтә маҡсаты - балаһын кеше итеү, төн йоҡоларын йоҡламайынса эшләп, «кеше кейгәнде кейендерәйем, кеше ашағанды ашатайым – тип, тырышыуҙары барыһы бушҡа булдымы ни? Ни эшләргә? Ошо уйындар ғына иремдең башына етте, хәҙер йәндәй күргән ғәзиз балаһы, уны нимә көтә? Юҡ! Былай ултырырға ярамай, нимә булһа ла эшләргә кәрәк», – тип уйланы. Уйын салондары Фәриҙәнең башынан сыҡманы. Тик нимә эшләтергә? Шартлатырға! Эйе шартлатып бөтөрөргә, йәш кенә балаларҙы, киләсәк быуынды уларҙан ҡурсалап алып ҡалырға кәрәк! Ире өсөн, улы өсөн, үс алырға. Уға был уйынан дәрт кереп, күҙҙәре осҡонланып китте. Тик бына ҡайҙан шартлатҡыс табырға? Уның уйына ҡылт итеп, ире иҫән саҡта, үҙе эшләгән заводтан шартлатҡыс яһап алып ҡайтҡанлығы иҫенә төштө. Айрат уны балыҡҡа барғанда ҡулланырға уйлаған ине, һуңынан был уйынан кире ҡайтты. Яңыраҡ кладовка йыйыштырғанда шуға тап булды ла, сығарып ташларға тип, әҙерләп ҡуйҙы. «Тик, ҡайҙа ташларға? Ҡапыл шартлап куйһа, берәйһенә зарар килтерер» – тип, аптырашта ҡалған ине. Әле шул иҫенә төшөп, тиҙ генә табып алды, сығырға йүнәлде. Уның нисектер сәйер ҡыланышына Таһир күптән аптырап ултыра ине, ул:
– Ҡайҙа киттең? – тиеүгә Фәриҙә терт итеп ҡалды, күрәһең үҙ уйҙарына бирелеп, Таһирҙың бындалығын онотҡан. Ул тиҙ генә үҙен ҡулға алды?
– Бараһы ерем бар ине, – тине. Таһир һағайып:
–Ҡайҙа? – тип һораны. Фәриҙә өндәшмәне. Таһир тағы ҡабатланы. Шул саҡта Фәриҙәне алыштырып ҡуйҙылармы ни, уҫал ҡарап:
– Уныһы һиңә ҡағылмай! – тине лә, ишеккә үрелде.
– Ҡыҙыулығы менән ярамаған эш эшләп ҡуймаһын, – тигән уй үтте Таһирҙың башынан. Ул:
– Әйҙә, машина менән алып барам! – тине лә, ишеккә яҡынлашты.. Фәриҙәнең пакетында нимәлер «дыңҡ» итеп, ишеккә бәрелде.
– Был нимә? – тип, пакетҡа үрелгән ине, Фәриҙә тартып алды:
– Миңә шаһиттар кәрәкмәй! – тине.
– Туҡта әле! Ниндәй шаһиттар? – тине лә, сығып барған Фәриҙәне беләгенән тартып алып, ишекте ябып ҡуйҙы.
– Йә, һөйлә! Нимә ҡыйратырға иҫәбең? – тиеүгә Фәриҙә ярһып:
– Кит юлымдан! Ҡамасаулама миңә! Зинһар өсөн! Хәҙер үк эшләмәһәм, эшләй алмам!– тине. Таһирҙың күңелендә шик тыуҙы, ул Фәриҙәнең ҡулынан пакетын тартып алды ла:
– Бына нимә икән бында – тип, аптырап һораулы ҡарашын Фәриҙәгә төбәне.
– Бир пакеты, нимә икәнен күреп тораһың! – тине лә, пакетҡа йәбеште, тик Таһир пакетты уға бирмәне. Фәриҙә үҙенең көсһөҙлөгөнән ярһып:
– Бир пакетты, уйын автоматтарын шартлатып бөтөрәм, зинһар туҡтатма –тип, ялбарыулы ҡарашын Таһирға төбәне.
– Нисек шулай анһат уйлайһың? Хәҙер енәйәт эшләргә сират һиңә еттеме ни? Төрмәгә ултыраһың киләме? Унда эшләгән кешеләрҙең ниндәй ғәйебе бар?– тиеүгә Фәриҙә:
– Мин башта кешеләрен сығарам, унан һуң ғына… Хәҙер минең өсөн барыбер, исмаһам үсем ҡанып ҡалыр, бир!-тине лә, пакетын тартып алып, ишектең йоҙағын аса башланы. Таһир уның биленән эләктереп алды ла, залға этәрҙе. Фәриҙә ҡысҡырып илап ебәрҙе, битен ҡулдары менән ҡаплап иҙәнгә сүкәйҙе. Бөтә тәне менән «дер-дер»ҡалтырана башланы. Таһир уға урынынан торорға булышты, Фәриҙә ванна бүлмәһенә кереп китте. Таһир нимә эшләргә лә белмәйенсә урынына бер ултырҙы, бер торҙо. Телевизор ҡабыҙып ҡараған ине, ҡарап ултырһа ла бер нимә аңламаны. Бер аҙҙан ваннанан Фәриҙә сыҡты, уның йөҙө шешенеп киткән, күҙҙәре моңһоу, илап алғас, ярһыуы баҫылып, тынысланып ҡалған. Ул:
– Таһир! Бер үк мине ғәфү ит инде йәме! Белмәйем һин булмаһаң ҡыҙыулығым менән ни эшләр инем? Рәхмәт һиңә! – тине лә, күҙҙәрен аҫҡа төбәне.
– Әйҙә йыйын! – тине уға Таһир, беҙгә барып йоҡлайбыҙ ҙа, иртәгә Зәйнәпте лә алып киләбеҙ. Бөгөн следователдәр янына барырға һуң инде, иртәгә барып һөйләшербеҙ, кәрәк икән адвокат ялларбыҙ.
– Адвокат ялларға аҡса юҡ бит әле, ә өйҙән бер ҡайҙа ла китмәйем, ҡапылда берәй хәбәр килеүе бар, шулай тынысыраҡ булыр.
– Бармаһаң, мин һине ҡалдырып китә алмайым, бында ҡалам, Зәйнәп иртәгә үҙе килер,аҡса ла килтерер өйҙө улым ҡараштырып торор.
– Минең өсөн ҡайғырма, Мәрйәм апайҙы алып инермен. Ҡайҙа әле тамаҡҡа ашамаған бит беҙ, хәҙер тиҙ генә ашарға әҙерләйем – тип, Фәриҙә аш бүлмәһенә йүнәлде, тик Таһир ашарға әҙерләгәнде көтмәйенсә, ҡайтыу яғына ҡуҙғалды.
Иртәгәһенә Таһир менән Зәйнәп иртүк килеп керҙеләр. Следователдәр менән һөйләшеп Таһир эште яйланы, Мараты судҡа тиклем иреккә сығарҙылар. Оҙаҡламай суд булды, уны алты айға «шартлы» рәүештә хөкөм иттеләр.
Таһир Мараты үҙҙәренең ҡасабаһына уҡырға саҡырҙы. Унда һөнәрселек мәктәбе бар, үҙе шунда төнгө ҡарауылда тора. Директор менән һөйләшеп ҡуйған ине, уҡыу йылы башланһа ла, алырға вәғәҙә иттеләр. Үҙҙәренең улдары Ринат Өфөлә университетҡа уҡырға китте, хужалыҡ эштәрендә лә ярзамсы кәрәк. Бында эшһеҙлектән аптырап йөрөгәнсе, эшкә өйрәнер, икенсенән әлеге дуҫтарынан, уйындарынан айырып алырға кәрәк. Фәриҙә башта ҡаршы булғайны, һуңынан, ризалашты. Шулай итеп Марат Таһирларға барып йәшәй башланы. Малай кешегә ир кеше тәрбиәһе бик ваҡытлы, Марат эшсән егет булып сыҡты. Таһир, Маратты уҡыуынан буш ваҡыттарҙа, үҙе менән йөрөтөргә, эшкә өйрәтергә тырышты. Ул мал ҡарашты, кәртә-тирәһендә Таһир нимә эшләһә, шуны эшләне. Бигерәк тә уға ат ҡарау оҡшаны. Таһирҙың күңелен өйкәп торған төйөн таралды, ул дуҫының ғәиләһенә ярҙам итә алмағанына борсолоп йөрөй ине. Шулай итеп йылдан ашыу ваҡыт үтеп китте. Марат ҡалаға, әсәһе янын ҡайтып эшкә керҙе, дәртләнеп эшләп йөрөй, эш хаҡын әсәһенә алып ҡайтып бирә.
Фәриҙә улы өсөн ҡыуанып бөтә алмай. Бына улына армия хеҙмәтенә китергә ваҡыт етте, повестканы күптән алһа ла, Марат эшен ташламаны.
Уны армияға оҙатырға туғандары, дуҫтары килде. Таһир менән Зәйнәп, улдары Ринат та бар ине.
Ике дуҫ – ике яҙмыш. Берәүһе яҙмыш ҡуйған һынауҙар алдында юғалып, батып барған һаҙлыҡтан сығырға көс таба алманы упҡын уны үҙенә тартып алды. Анһат аҡса эшләйем, «Миллион отам»-тип, үҙ-үҙен харап итте.
Икенсеһе батып барған еренән, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс табып, башҡаларға өлгө булырлыҡ итеп донъя ҡорҙо. «Эшләһәң эш ҡарышмай» – ти, халыҡ мәҡәле, тырышып эшләгәс «Миллион» отмаһа ла, ул уны, эшләп алды.
 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в