+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Ноябрь 2022, 20:00

Димләү

Бөгөн йылдың һуңғы көнө. Яңы йылды бергә ҡаршыларға, кисен бергә ултырырға Нурияны күршеһе Флорида үҙҙәренә саҡырҙы. Өс балаһы, ире менән ике бүлмәле фатирҙа көн күргән күршеләренең ишеге йәнәш кенә. Ә Нурияныҡы бер бүлмәле, ипотекаға алып ике ай элек кенә саҡ түләп бөттө. Балалар баҡсаһында кесе тәрбиәсе булып эшләй ул, эш хаҡы бәләкәй булғанлыҡтан түләүе ныҡ ауырға төштө. 

Димләү
Димләү

Хеҙмәттәштәренә ауылдан ата-әсәһе ярҙам итә, ирҙәре бар. Ә Нурияның мәрхүмә әсәһенең йортонда ҡустыһы ғаиләһе менән йәшәйҙәр. Тәүҙәрәк йыш ҡайтһа ла, ипотека алғас ҡайтыуын һирәкләтте. Һағынмауҙан түгел, әлеге лә баяғы етешмәүсәнлектән. Туғандарына күстәнәстәрҙе, бүләктәрҙе үҙе теләгәнсә тейәп ҡайта алмай, шуға ла үҙҙәренең ауыҙҙарынан өҙөп биргән һөт-ҡаймағын, итен-майын алырға ҡыйынһына. Килененең балалары бәләкәй саҡта йыш ҡайтты. Бесән эшләшергә, көҙөн һуғымдарын һуйышып, ҡош-ҡортон урынлаштырыуҙа ярҙамы ныҡ булды. Ялында бәләкәй балаларының керҙәрен йыуып, тегерен тегештереп, үҙе иләп, бәйләп алып ҡайтҡан ойоҡбаш, бейәләйҙәрҙе кейҙереп ебәреү үҙенә лә шатлыҡ,ҡыуаныстар ғына өҫтәй ине. Хәҙер улар ҙа ҙурайҙылар, элекке кеүек Нурия тирәһендә бөтөрөлмәйҙәр, баштарын күтәреп һаулыҡ һорашалар ҙа телефондарына тексәйәләр. Балалары ярҙамлашҡанғамы, әллә көнитмештәре еңеләйҙеме, уларҙа ла үҙе әүерәрлек эш таба алмай Нурия. Элекке кеүек бысраҡ керҙәр өйөлөп ятмай, автомат кер йыуғыс машина үҙ эшен теүәл эшләй.Йәй көнө ярай баҡсаларын тәртипкә килтерергә тырыша. Әллә ниңә үҙен ситен тоя башланы тыуған йортонда, әллә үҙе үҙгәрҙе, әллә башҡалар. Шуғалыр ҙа ҡайтыуын һирәкләтте, ике йылға бер тапҡыр ҡайтып күренһә күренә, күренмәһә юҡ, уны артыҡ өҙгөләнеп көтөүсе лә юҡ. Үҙенә лә саҡырып алыу мөмкинселеге кәмене. Ҙурҙан уйлай ҙа саҡыра алмай, ҡалаға йомошҡа килгәндә, инеп-сыҡҡанда, сәй эсереүҙән башҡа.

Ипотека түләп бөтөнләй аҡсаһыҙ йонсоғас, эргә-тирәләге подъездарҙы йыуырға өҫтәмә эш алды. Уныһы туҡланырға, коммунал түләүҙәргә түләргә етә. Ярай үҙе бәйләргә әүәҫ, үҙенә оҡшатып кейемдәр бәйләп кейергә тырыша, бүләктәргә лә тарата. Ошо һөнәре арҡаһында кеше араһында кәм күренмәй.
Төҫкә матур булмағанлыҡтандыр, утыҙ алты йәшенә хәтлем бер егет тә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаманы, хатта шаярып та өндәшеүсе булманы. Шулай уҡ артынын яратам тип йөрөүселәр ҙә, дуҫлыҡ тәҡдим итеүселәр ҙә булманы. Эйе, булманы, ә көттө Нурия, хыялланып, өмөтләнеп көттө, яратам тип әйтеүҙәрен, гөлләмәләр тотоп ҡаршыға килеп ҡосаҡлап алыуҙарын. Шашып наҙланып яратҡан егете ҡосағында иреп, иҙерәп таңдар аттырырға хыялланды.Күҙ йәштәрен күпме түккәнен үҙе генә белә.Нурияға оҡшағандары уны күрмәнеләр, уға күҙ һалғандары Нурияның һалҡын ҡарашынан өрктөләр,ә бәлки йөҙ-ҡиәфәте лә тартып тормағандыр. Һөмһөҙҙәрҙе, әрһеҙҙәрҙе үҙе иш итмәне, бер ҡарашы менән урынына ултыртты.

Йә ошоғаса,утыҙ алты йәшен тултырғанса, бер тапҡыр ҙа егет ҡосағында булмай, бер наҙлы ҡараш тоймай йәшәсе әле,әйтһәң әҙәм ышанмаҫ.Хәҙер уға ир-егеттәр оло ҡатынға ҡараған кеүек кенә ҡарайҙар, үҙенең дә аралашҡан кешеләре юҡ.Балалар баҡсаһына эшкә бара, ҡайта, ашап -эскәс подъездарҙы йыуып-таҙартырға сығып китә.Арып ҡайтҡанғалыр тыныс йоҡлай, теләгәнсә ял итә.Бына шулай ипотека түләйем тип ғүмер үткән дә киткән.
Яңы йылды ниңәлер электән яратманы, үҙенсә үлергә тағы бер йыл яҡынлаша тип күңеле ҡабул итә ине. Бөтә кеше ғаиләһе менән күңелле мәшәҡәттәргә күмелә, бергәләп ҡаршыларға әҙерләнә, салюттар аталар, сәбәпһеҙ шаулашалар.Күршеләре ғаиләһе эргәһенә йыл да бергә ҡаршыларға саҡыра, тик Нурия уларға инеүҙән ҡырҡа баш тартып килде.Юҡ,бөтөнләй инмәгән,баҫмаған тупһаһы түгел, йыш инә уларға. Тик ире өйҙә юҡтараҡ, балаларына ҡамасауламаҫҡа, хужабикәнең эшен тотҡарламаҫҡа теләп, ваҡытын һайлап ҡына инә. Буш ваҡытын үҙенең өйөнән сыҡмаҫҡа, башҡаларға ауырлығын төшөрмәҫкә күнеккән. Хәҙер үҙе лә һиҙә, йылдан йыл үҙ-үҙенә бикләнә, йомола барғанлығын. Күптән ғаилә,килер мөхәббәт, ярһып һөйөү тураһында хыялланмай ҙа. Тик ипотекаһын ғына түләп бөтөрөргә тырышты, бына хәҙер уның да осона сығып ҡуйҙы. Ғәҙәтенсә ипотекаға түләү аҡсаһын һалып ҡуйҙы, өҫ башына яңыртып алырға кәрәклеген белһә лә тотонорға ҡулы барманы, өйрәнгәнлектәндер кемгәлер бурысы һаман барҙай тоя үҙен.
Әле лә Флориданың саҡырыуына ҡырҡа ҡаршы булды, төрлө сәбәптәр тапты.Тик Флорида төрлө салаттар турарға, өҫтәл әҙерләүгә ярҙамлашыуын һорап ,киске етеләрҙә үк үҙҙәренә эйәртеп алып инде.Ишектәре йәнәшә булғас күстәнәсен, һәр береһенә бүләктәрен теүәлләп алып, кәрәк ярағын үҙенән ташыған Нурия тиҙ үк яраҡлашып, хужабикәләй ихлас йөрөнө.
Уйламағанда ишек ҡыңғырауы шылтырап, күстәнәстәрен күтәренеп ҡунаҡтар килеп инде.Шаулашып түгел, тыныс ҡына мәртәбәле күрешеп, хәл-әхүәл белештеләр. Оло йәштәге әбей-бабайҙы, уларға эйәргән, ҡырҡҡа еткән ир -уҙаманды Нурия ниңәлер тарһынып ҡаршыланы.Тик хужа менән хужабикә генә юғалып ҡалманылар, уларҙы түргә әйҙәнеләр. Көтөлмәгән ҡунаҡтарға тәрилкә -ҡалағын, ашын ташыған арала һынамсыл Нурия, әбей менән бабайҙың бер-береһенә ихтирамлы булыуын, бер-береһе менән күҙ ҡарашы менән аңлашыуын тойомланы.Ә бергә килгән ир уларҙың өйләнмәгән улдары имеш. Ауылда мал-тыуарҙы бергәләп ҡарашып,улдарына йорт булдырып көн итеүҙәре.Һәр ерҙәгесә ауылдары таралған, йәштәр китеп бөткән, хатта мәктәптәрен, ауыл клубын да япҡандар.Шулай һәүетемсә һөйләнеп сәғәт уникене еткерҙеләр.ил башлыҡтарының ҡотлауын тыңлап, сәғәт уникене һуҡҡас Флорида һүҙ башланы.Нурия уйлағанса көтөлмәгән ҡунаҡтар түгел икән, Флоридалар улар менән яҡшы таныштар.Уның һөйләгән тосынан Нурия шаңҡып ҡалды, уны ошо иргә, үҙе әйтмәксе тыныс, тырыш егеткә димләмәксе.Икеһен дә яҡшы белеүе, холҡтарының тап килеүен күҙаллап осраштырырға тәүәкәлләүен, киләсәктә икеһенә матур ғүмер юлын үтеүен теләп, шампан шарабын күтәрҙе.
Тик Нурия ҡаушауынан ултырғысына лыпын ултыра төштө.Нимәне, нимәне, тик үҙенә ир димләүҙәрен башына ла килтермәй ине.Ошо йәмһеҙ, ауылса киң салбар, свитер кейгән, ибәтәтәйһеҙ күренгән кешеме һуң уның ғүмер буйы көткән мөхәббәте.Ошо һүҙҙәрҙе ишетмәһә Нурия уға ир заты тип тә ҡарамаҫ ине.Дөрөҫ уға ашын-салатын һалды, эргә-тирәһен һөртөштөрөп рәтләне.Тик һуңлап килгән ҡунаҡтар уны бөтөнләй икенсе күҙ менән күҙәткәндәр, алдан белеп килгәндәр.
Бите янып ҡыҙарынған Нурия түҙмәне, һикереп тороп үҙ-үҙен белештермәй, кейемен йәһәт эләктереп ишеккә ташланды.Үҙе лә һиҙмәй үҙенең өй ишеген үтеп, тышҡа, һалҡынса саф һауаға сыҡты.Тынысланырға,уйланырға теләп бер нисә тапҡыр тәрән һулаһа ла, ҡалтыраныуын баҫа алманы, төймәләрен эләктереп,башлығын, шарфын рәтләне.
Артынан теге әҙәмдең сыҡҡанын күреп эргәләрендәге туҡталышҡа туҡтаған автобусҡа инеп ултырҙы, дөрөҫөрәге ҡасты. Тик артҡы ишектән ҡарт егет тә инеп өлгөрҙө.Автобустың ҡайҙа барырын белмәй ултырһа ла, уның үҙәк ёлканың туҡталышына туҡтағанын күреп төшөп ҡалды.Хәҙер йәнәнең,тәненең ҡалтырауы үткән, тик мейеһе генә бер нәмә лә уйлағыһы килмәй.Үҙенең эргәһендәге урынға ултырмайынса янына килеп баҫҡанын, Нурия өсөн билет алып уға һонғанын күрмәмешкә тырышһа ла, автобустан төшөп уға эйәргәс, өндәшмәне.Ашыҡмай ғына атлап ҡыуанышҡан кешеләрҙе, балаларын етәкләгән ишлеләрҙе күреп,Нурияның йөрәге янып, һыҡрап ҡуйҙы.Майҙанды бер-береһе араһында арауыҡ ҡалдырып бер нисә тапҡыр әйләнделәр,һөйләшергә һүҙ ҙә тапманылар, юҡ-бар һөйләшер ваҡыттары уҙған инде күптән.
Тирә-яҡтағылар һөрәнләшеп, төрлө урындарҙа салют аттыра башланылар.Нурия тертләп күҙҙәрен йомдо, бәлки сайҡалып та киткәндер, эргәһендә салют атылған ыңғайы, юлдашы Нурияның һуҡ бармағының осон тотто.ҡулдары өшөгәнен дә тоймаған Нурия уның ике бармаҡ остарынан әллә йылыһын тойҙо, әллә уның бармаҡтары аша тәненә юғары вольтлы ток югерҙе, Нурияның эсе тартылып бөтә тәнендә һулҡылдау, рәхәт тартышыу башланды.Бындай халәтте, бындай кисереште бер ваҡытта ла татымаған Нурия юғалып ҡалды.Тирә-яҡтағы ҡысҡырышыуҙы ла ишетмәй, салютты ла күрмәй, күҙҙәрен йомоп эсендә ҡайнаған тойғоно тышҡа сығарыуҙан ҡурҡып, аңһыҙланды.Күҙҙәрен асһа ла бер нимә лә күрмәй, тирә -яҡ тотош томан, тик һуҡ бармағының осон ҡыҫып тотҡан бармаҡтарҙан килгән көс иҫертә, ә юлдашынан тойолған ниндәйҙер ят ирҙәр еҫеме, илертә ине.Үҙе бармағын тартып алырға ла теләмәй, хистәренә бирелгән.Тик был ниндәй тойғо, әсәлек хисе тиер инең ундай хисте бығаса бөтөнләй тойғаны юҡ, иләмһерәп торҙо ла торҙо.Үҙе кисергән, бөтә тәнен ҡатырып, эйәктәрен туңдырған тәнендәге ярһыу тулҡынды һүҙ менән бер нисек тә аңлата алмаҫ ине Нурия. Нимә ул?..Таш аҫтынан сыға алмай әле генә урғылып сыҡҡан саф шишмәнең ярһыуымы? Әллә йылдар буйы баҫылып ятҡан түл ҡыҫтауымы? Әллә бәлки хоҙайҙың ошо һинең зарығып көткән ишең, йылдар буйы хыялланған ҡуйынына һыйыныр йәрең, тип әшкәртеүе булдымы? Әллә ярыр сәскәһе, көҙ етһә лә балҡыр сағы алда икәнлеген иҫкәрттеме Аллам? Уйларлыҡ хәлдә түгел ине Нурия.Ә уның булмышын, йәнен-тәнен биләп алған наҙлы тартылыу, рәхәт һулҡылдау өҙлөкһөҙ дауам итте.Уның туҡтауын да теләмәй хәҙер Нурия, тик эргә-тирәләге кешеләрҙең һиҙеүенән ҡурҡа,тартына ине.Салют атыуҙар ун биш минуттан да күберәк дауам иткәндер, ситтән ҡарағандар Нурияны бик ихтибарлап күктәге осҡондарҙы күҙәтә тип уйлар ине.Ә бәлки һиҙелер -һиҙелмәҫ бәүелеүенән иҫеректер тип тә уйлағандарҙыр.Бына салюттар ҙа атылып бөттө күрәһең, тирә -яҡ тынып ҡалғандай булды, Нурия ла иҫенә килде.
Аяҡтарын ауыр ҡуҙғалтып, бармағын ысҡындырып бейәләйен йәһәт кенә кейә һалды ла ҡайтыу яғына боролдо. Тик үҙе түгел, ә бәлки тәнелер, йәнелер тағы аңлата алмаҫлыҡ хистәр тулҡынында тирбәлде, әле генә кисергән халәт тағы ҡабатланды. Тик туҡтаманы, артына ла әйләнеп ҡарамай, үҙ-үҙенә ҡарышып әкрен генә атланы. Автобус туҡталышын үтеп, йәйәү атларға булды.Үҙ ғүмерендә беренсегә тойған тойғоно юғалтырға теләмәне, янындағылар белер, һиҙер тип ҡурҡты, юғалыр тип ҡыҙғанды. Артында кем килеүе лә ҡыҙыҡһындырманы, бәлки килмәйҙер ҙә,автобусҡа ултырғандыр.Уның күҙ алдына ата-әсәһенең бер-береһенә булған ихтирамлы мөхәббәте, Флоридаларҙа осрашҡан әбей менән бабайҙың бер-береһенә булған йомшаҡ мөхәләмәһе, Флорида менән ире араһындағы татыу мөнәсәбәттәре килде.Эсен тағы ҡатыу алыуҙан бөтә тәненә тулҡын югерҙе.Был юлы иркенләп туҡтап, күҙҙәрен йомоп, тынып ҡалды.Бер аҙ тынысланғас юл ситендәге кафеға инде.Тура йыуыныу бүлмәһенә үтеп,ҡулдарын, оҙаҡлап устарына һалҡын һыу тултырып битен йыуҙы.Раковинаның ситтәренә таянып уйҙарын рәткә һалырға тырышты.
Кем ул уны шул тиклем дә тулҡынландырған, бығаса үҙе лә белмәгән хистәрен аҡтарыусы.Бәлки эскесе, холҡһоҙ бер ир йоратылыр, хисһеҙ хайуандыр.Ниңә ошоғаса кәләш алмаған,бөтөнләй күркһеҙ булғанға ҡыҙҙар ҡарамағандыр.
Нурия үҙенең ул егеттең тик насар яғын ғына күрергә тырышыуын белә ине, эстәге урғылған хистәрен баҫырға, тыйырға тырышыуҙан ғына ине был.
Һалҡын һыу менән йыуынып бер аҙ тынысланғас, өҫ-башын рәтләп залға сыҡты. Өҫтәлгә ике сынаяҡҡа кофе, ике бәләкәй шоколад ҡабы ҡуйып уны таныш кешеһе көтә ине.Күңеле уны көтһә лә артынан эйәрмәгәс, Нурия уны ҡайтып киткәндер тип уйлағайны, тимәк артынан күҙәтеп килгән.Өндәшмәй генә бер-береһенә һынап ҡарап ҡайнар кофе эстеләр.Былай артыҡ һөмһөҙ үк күренмәй, артыҡ әрһеҙ ҙә түгел.Төҫ-башы ла тирә яҡтағыларҙан артыҡ айырылмай.Тыныс ҡына тороп Нурияға пальтоһын бирҙе, ишекте асып сығарҙы. Бындайҙы уҡ көтмәгән Нурияның уға ҡарашы йомшарҙы.Өндәшмәй генә, әкрен генә йәнәш атланылар, һүҙҙәр бында артыҡ ине.
Үҙҙәренең подъезына ингәс тә, Нурия үҙе алға сыҡты, кеҫәһенән асҡысын алып ишеген асҡас, егетте фатирына үткәрҙе.
Гөлдәр әбей.

Фото: zastavki.com

 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: