+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Ноябрь 2022, 20:00

Диван

– Их, яҙмышым...Был һүҙҙәр өй уртаһында ярым емерек ике ултырғыстың береһенә яртылаш бушаған шешә һәм бысраҡ ҡырлы стакан ултыртҡан, икенсеһенә килбәтһеҙ ҙур кәүҙәһен саҡ һыйҙырған ир кешенең күңел төбөнән йәнен әрнетеп һығып сығарып әйтелде лә, өйҙәге әллә ҡасанғы һиллекте тетрәндереп, ҡаҡ стеналарға бәрелеп-һуғылып яңғыраны. Шаңдау баяғы ирҙең үҙен дә һиҫкәндерҙе, буғай. Ул башын күтәреп, ян-яғына күҙ һалды.

Диван
Диван

Ҡапыл өйҙәге ҡайһы бер әйберҙәр шелтәләп уға ҡараған төҫлө тойолдо. Ана, йорт йыһаздарынан ултырып ҡалған берҙән-бер диван, был хәлгә төшөүенә ғәрләнгәндәй (аяҡтары атлаһа, әллә ҡасан сығып китер ине), бер яҡҡа ныҡ ҡыйшайып, унан-бынан торсайып күренеп торған мамыҡлы-мамыҡһыҙ пружиналарын ҡайҙа итергә белмәгәндәй, моңһоҙ хужаһына баҡҡайны.
- Иҫләйһеңме, Ғәйнислам, һеҙ бәләкәй саҡта күңелле ине ошо өйҙә…
Өй уртаһындағы килбәтһеҙ кәүҙә һағайҙы. Эйелеберәк ултырған еренән турайып, һонолоп, өйҙәге бушлыҡҡа һораулы текәлде.
-?!
Ҡолағына ғына ишетелдеме, әллә, ысынлап та, берәү уға өндәштеме, аңламайыраҡ ҡалды. Тауышты тағы ишетергә теләп, сәйерһенеп тирә яғын ҡайтанан байҡаны. Өйҙә һүҙ һөйләрлек берәү ҙә юҡ ине.
“Кем һөйләй ул саҡта?”
Билдәһеҙлек ирҙең йөрәгенә шом һалды.
“Бындағы күптән күнегелгән тын донъяны боҙоп, кемдер һүҙ ҡуштымы?”
“Юҡтыр!”
“Ҡолағыма ғына ишетелгәндер...”
Ир шулай үҙен тынысландырып, алдында торған шешәгә һонолоп та өлгөрмәне, баяғы тауыш йәнә дауам итте:
- Әсәйең, бахыр, мине һатып алып ҡайтҡас, һеҙҙе миңә мендереп теҙеп ултыртты ла, үҙе ситкәрәк китеп ҡарап торғайны. Шунда ул миңә, яңы диванға, ҡарап һоҡландымы, әллә береһенән-береһе шуҡ балаларына, һеҙгә, ҡарап ҡыуандымы, үҙе генә белә. Урыным түрҙән булғанға, өйөгөҙҙә нимә булғанын мин яҡшыраҡ беләмдер...
Ғәйнислам үҙ асышынан үҙе ҡурҡты.
“Диван?!”
“Диван һөйләшәме минең менән? ”
“Кит, булмаҫ!”
Ул икеләнде.
«Фараздарымды инҡар ит», тигәндәй, ялбарып диванға ҡараны.
Әммә теге тауыш уғата көслөрәк яңғырай башланы:
- Ниңә аптырайһың әле һин, Ғәйнислам? Бына бөгөн, ни эшләптер, ныҡ эсем бошоп китте. Ҡасандыр ошо өйҙә лә ҡәҙимгесә тормош ине бит. Шул саҡтарҙы һағынып, үҙәктәрем өҙөлгәндән генә һүҙ башлап ултырыуым…
-?!
Ир һүҙ һөйләүсенең бынау ҡәҙимге диван икәненә тамам инана башлаһа ла, тулыһынса ышанып етмәй ине әле.
“Эскелек ғәләмәтелер был!..”
“Теге белая горячка шулай башланамы икән әллә?..”
Йөрәген шом баҫты, хатта тын алырға ла шөрләп, алдында ултырған диванға яңынан диҡҡәт менән баҡты. Хәрәкәт - маҙар шәйләнмәй. Ҡыбырлағаны ла һиҙелмәй кеүек.
- Шулай бер көндө әсәйең төшкө аш әҙерләй ине. Көндәгесә тилбер генә йөрөгәнендә, ҡапыл ниҙер булды уға, ҡырҡа туҡтаны, төҫө үҙгәрҙе. Шунда мин уның ҡолап барғанын күрҙем. Иҫләмәйем, ул үҙе миңә килдеме, әллә мин йүгереп барҙыммы, ни булһа ла, ул ҡаҡ иҙәнгә ҡолап өлгөрмәне, гөрһөлдәп йөҙтүбән миңә ауҙы. Тын алыуҙарының бөтөнләй рәте юҡ ине. Мин ныҡ ҡурҡтым. Әгәр хоҙай миңә йән биреп, һөрәнләрлек һәләтле итһә - бар көсөмә ҡысҡырыр, аяҡтарым атларлыҡ булһа - күтәреп, кәрәк ерҙәренә үҙем алып барыр инем. Әммә ағастан-сепрәктән, пружина-мамыҡтан әтмәләнгән йорт йыһазы булыуҙан башҡаға эшкинмәгәс, ни эшләйһең…
Оҙаҡ ятты ул шулай. Әсәйең башын күтәргәндә, ҡотом осто: ҡан, танауынан борлап ҡан аға ине. Саҡ туҡтатты әсәйең шуны. Шунан тәүҙә үҙе йыуынды, унан мине лә таҙартып ҡуйҙы. Шулай, һеҙ бәләкәй саҡтан уҡ ауырыны ул.
Ә атайың артығыраҡ ҡаты, өҫтәүенә, ҡыҙыу кеше булды. Һеҙ унан ҡурҡа торғайнығыҙ. Һеҙ генәме ни, мин дә шөрләңкерәй инем бит унан. Бер тапҡыр бөтәгеҙҙе лә өйҙән ҡыуып сығарып ныҡ ҡына туҙынғайны. Ҡыйратырлыҡ бөтә нәмәне лә емерҙе, мин дә шунда ныҡ ҡына зыян күргәйнем, бер яҡ ҡабырғам шунан бирле юҡ бит. Һуңынан үҙе ҡуйып ҡараны-ҡарауын, тик килештерә алманы. Был өйҙә һатып алынған да, уның үҙ ҡулдары менән эшләнгән дә әйберҙәр күп ине, яртыһын туҙынғанында үҙе ҡырҙы, яртыһын һин һатып эсеп бөттөң…
Беләһеңме, Ғәйнислам, атайыңдың иҫереп ҡайтҡан көндәрендә ғәйрәтле туҙыныуынан һуң, айныҡҡас, Ғәйшәһе алдында ғәйепле йүгерәндәүенә тиклем юҡһынам. Әсәйең һымаҡ кешене мин башҡа белмәйем. Ундайҙар донъяла һирәк. Иртә таңдан алып ҡара төнгә тиклем уға һоҡланып ҡарап ултырырға яраттым. Белмәгәне булмағандыр. Иҫ киткес сабырлығына аптырай торғайным. Ғәлиәсенең ярһыуын да һәр саҡ шул сабырлығы менән баҫты, хәләлен тынысландырырлыҡ һүҙҙәрҙе кәрәк ерендә генә урынлы әйтә белде. Ҙур мөхәббәт йәшәне был өйҙә улар менән бергә. Эйе, эйе, бер-береһен яраттырған, хөрмәт иттергән мөхәббәт.
Тик ни өсөн шундай мөхәббәттән дә һөймәлекһеҙ бала тыуа икән?..
Ғәйнислам һүҙ һөйләүсенең ҡайҙа ҡайырғанын аңланы. Атаһы менән әсәһенең «һөймәлекһеҙ балаһы» ул бит инде. Уның күңел төбөн ниҙер әрнетеп һыҙып үтте. Әммә тыштан битараф күренергә маташты:
-Эйе, эйе! Атам менән әсәмдең иң алама балаһы - мин. Мин - Ғәй-нис-лам! В семье не без уродов... шул урод мин. Мин! Белдеңме?
Шешәнән стаканға самогон ҡойҙо. Стаканды юғары күтәреп, ҡулын алға һуҙҙы.
– Ну, давай, минең өсөн! - тине.
Ҡаршыһында бер кемдең дә юҡ икәнен абайлап, әҙерәк иҫен йыйҙы:
«Кем менән һөйләшеп ултыра ине әле?»
«Диван менән шикелле... »
«!?»
Айныр-айнымаҫ ир стаканын кире ултыртты ла йәнә диванға баҡты.
-Йә, диван, тағы берәй нәмә тип әйт әле миңә!
Тынлыҡ.
-Әйт, тием, һөйлә беҙҙең өйҙә нимәләр булғанын!
Үҙе йәмһеҙ көлөп маташты:
-Атам менән әсәмдең мөхәббәтенән башлап минекенә тиклем… Һе-һе… “Йорт йыһазымын”, ти, берәү бында... Йорт йыһазы… Диван... Тоже мне...
-Теләһәң - һөйләйем. Иҫләйһеңме, атайың һәр берегеҙгә йорт төҙөйөм, тип, янып-дәртләнеп ҡайтҡан көндө?
-А как же? - Ғәйнислам һүҙҙәрен айырым ирәнес менән әйтергә тырышты, - исторический көн, тигәндәй... Башҡа балалары онотһа ла, мин онотмайым ул көндәге ҡылығын атамдың...
- Атайың бер аҙ аптыратты ул көн һеҙҙе лә, мине лә...
Таң менән тороп, ҡайҙа барғанын да әйтмәй сығып китте лә, бер аҙ ваҡыттан һуң бик күтәренке кәйеф менән ҡайтып инеп иң тәүҙә әсәйеңә өндәште:
– Ҡатын! Мин малайҙарға күршеләш кенә итеп өй һалам…
-?!
-Тәүҙә Нурисламға, шунан Ғәйнисламға, Динисламға…
-?!
-Бынау буш торған ерҙәр етергә тейеш. Буралар була, мин һөйләштем. Аҡсаһын да түләнем тиерлек, документтарын да әҙерләйбеҙ, тинеләр. Сынъяһау итеп, бер иш итеп эшләйем. Яҡын йәшәһәләр, бер-береһенә таяныс та булырҙар, ҡатнашырҙар, килендәр ҙә, алла бирһә, үҙ-ара татыулыҡта йәшәр. Ейәндәр ҙә эргәлә йүгереп йөрөп үҫер. Тик бына Мәстүрәгә генә урын етмәй. Ярай, ул ҡыҙ кеше — кеше балаһы тигәндәй…
Тағы әллә күпме хәбәренән һуң, атайығыҙ, кинәт туҡтаны ла һеҙгә өндәште:
– Уландар, шулай бергә йәшәргә теләгегеҙ бармы?
Һеҙ әллә көтөлмәгән һорауға бөтөнләй әҙер түгел инегеҙ, әллә йәнәш йәшәргә берегеҙҙең дә теләге юҡ ине, һәр хәлдә өйҙә тынлыҡ урынлашты. Шунан атайығыҙ бөтәгеҙ өсөн үҙе хәл итте:
— Һеҙ бергә йәшәйәсәкһегеҙ! Мин һеҙҙе ҡалаға ебәреп, ерле бездельник итәсәгем юҡ. Ана, Шәйхислам ағайығыҙ килештерҙе. Нисәмә йыл йөрөй ҡырҙа, кеше булыр булһа, быға тиклем бер йүнен сығарыр ине. “Ҡалаға китәм”, имеш, “Уҡыйым”, имеш. Бына күрерһегеҙ, ҡайтып киләсәк, уҡаһы ҡойолоп... Бының был яғына берегеҙ бер “Ҡалаға китәм”, тип ауыҙығыҙҙы ла асмайһығыҙ. Армияға барып киләһегеҙ ҙә өйләнеп, башҡа сыға тораһығыҙ. Иң һуңынан ошо нигеҙгә Динисламға өй һалып, ғүмер булһа, беҙ ҙә шунда сығырбыҙ. Быныһы иҫкерҙе…

Шунда, ни эшләптер, һин һүҙ ҡыҫтырҙың бит, Ғәйнислам. Атайыңдың фекере менән килешмәгәнеңде белдерҙең, уға ҡаршы өндәштең:
– Миңә ошо иҫкеһе лә етә, оҡшатмаһағыҙ, миңә бирерһегеҙ!
Әсәйең һиҫкәнде. Атайың шып туҡтаны. Тәүҙә кемегеҙ уның һүҙен шулай мыҫҡыл итеп бүлергә баҙнат иткәнен аңламайыраҡ ҡалды, буғай. Әсәйеңә ҡараны. Ә ул, бахырҡай, күҙҙәрен ҙур асып һиңә ҡарап ҡатып ҡалғайны. Атайыңдың асыуы ҡупты. Шуға ла һиңә яндырып ҡарап, ҙур ирәнес менән ижекләп тигәндәй:
– Я-рай, Ғәй-нис-лам, иҫке-гә ри-за бул-ғас, яңы-һы-на ө-мөт итмәҫ-һең! – тине.
Иҫләйһеңме, ул һәр һүҙен күҙеңә ҡарап өҙөп-өҙөп әйтте. Һин нисектер, әммә мин, йорт йыһазы ғына булһам да, атайыңды ныҡ үпкәләткәнеңде, рәнйеткәнеңде аңланым.
-Дөрөҫ! Булды ундай һөйләшеү беҙҙең өйҙә. Булды. Браво, диван! Браво!
Ғәйнислам ҡул сапты. Ә үҙе һүҙ һөйләүсенең тап диван булыуына тамам ышанды. Ҡолағына ишетелмәй, диван ысынлап та һөйләй ине.
Ғәйнислам, ирекһеҙҙән, үҙе лә хәтирәләргә бирелде...
Ул армиянан ҡайтҡас башланды теге һүҙ өсөн үҙе яуап биреүҙәр.
Ҡайтты. Өйләнде. Башта ата-әсәһе менән һәүетемсә генә ошонда йәшәнеләр.
Балалары тыуғас, кәләше:
-Әллә башҡа сығабыҙмы, Ғәйнислам? Динислам ҡәйнеш тә ир етте. Бына-бына өйләнер. Яңы өйҙә үҙебеҙ теләгәнсә йәшәр инек. Ҡайным менән ҡәйнәмә лә бала тауышынан ял итергә кәрәк, - тип һүҙ башлап ҡараны.
Зәлифәнең эргәләрендә төҙөлөп ятҡан яңы йортҡа ишара итеүе сәйер түгел, ҡайнағаларының донъя төҙөп башҡа сығарылғанын белгән йәш килендең үҙ өлөшөнә хаҡлы рәүештә өмөт итеүе генә. Ғәйнислам тәүҙә өндәшмәйенсә ҡотолдо. Тиҙҙән ҡайны - ҡәйнә, ул - килен, ҡапма-ҡаршы ултырып, төп йортта кемдәр торасағын асыҡлағанда, Ғәйнислам үҙенең ысынлап та «өлөшһөҙ» тороп ҡалғанлығын аңланы. Яңы йортҡа аталары үҙҙәре күсенеп сыҡты. Башҡа сығып, үҙебеҙсә йәшәрбеҙ, тип йөрөгән киленсәк, быны бик ауыр ҡабул итһә лә, яйлап күнде. Тик Ғәйнисламдың күңелендә генә ниндәйҙер сәйер бушлыҡ барлыҡҡа килде. Атаһы менән әсәһе йәшәгән яңы йортто мөмкин тиклем урабыраҡ үтергә тырышты. Ҡунаҡ-маҙарҙа ғына түгел, былай ғына хәл-әхүәл белешергә лә инмәҫ өсөн төрлө сәбәптәр тапты. Башта бер кем дә быны һиҙмәне. Ләкин тора-бара уның күңел һалҡынлығы туғандарын да өшөтә башланы, шикелле. Тәүҙә Нурислам ағаһы ҡустыһының күңелен иретеп маташты.
-Ҡустым, нимә булды? Үпкәләтмәнек шикелле... Ниңә беребеҙ менән дә һөйләшмәҫ булдың да ҡуйҙың ул?
– Ағай, ҡыҫылма!
Быға тиклем дә бик үк йылы булмаған туғандар мөнәсәбәтенә лә нөктәләр шулай ҡуйыла башлағайны, һәм ул нөктәләрҙе башлап ҡуйыусы ла Ғәйнислам үҙе ине булһа кәрәк.
Айырыуса ауыл тормошо ағай-энеһеҙ бармай. Таяныс-терәгең дә шулар бит инде. Нурислам, көсләп тағылып йөрөй торғандарҙан булмаһа ла, туғанлыҡ хисе еңепме, тәүҙә бында ингеләп йөрөнө. Йә бер сәбәп табылды, йә икенсеһе. Тора-бара сәбәптәр ҙә, һөйләшеүҙәр ҙә, туғандар ҙа юҡҡа сыҡты…
Ғәйнислам йәнә стаканды ҡулына алды. Һәм йәнә ҡулын юғары күтәреп диванға ҡарай һуҙҙы. Тантаналы сөкәштергән хәрәкәтенән килбәтһеҙ кәүҙәһе сайҡалып китте. Үҙе ултырғысына тотоноп өлгөрҙө, ә стаканы осто.
-Инәңде... Эйе... мин алкаш... Һеҙ генә шәп... Бөтәгеҙ ҙә шәп... Ә мин алкаш...
Эйелеп стаканын алғанда тағы ҡолай яҙҙы. Кемдер тотоп өлгөрҙө. Ғәйнислам ап-асыҡ тойҙо, кемдер уны ҡолатманы, эләктереп алып ҡалды . Хатта ултырғысына кире рәтләп ултыртты ла шикелле... Диванмы?
Ул кәүҙәһен мөмкин тиклем турайтып диванға текәлде.
- Диван! Һин мине торғоҙҙоң, эйе бит? Һин һөйләшәһең бит ул минең менән, эйе бит?..
Тынлыҡ.
-Юҡ! Һин һөйләшә алмайһың. Һөйләшергә, ҡәҙимге диван ғына бит һин! Ә дивандар бер нисек тә һөйләшә алмай! Әллә һөйләшә алаһығыҙмы?
Тағы тынлыҡ.
-Йә, әйт әле тағы бер һүҙ. “Эйе, һинең менән мин һөйләшәм” , тип әйт! Әйт, тием!
Яуап биреүсе булманы. Ғәйнислам тамам буталды.
-Йә, ярай, өндәшмә әйҙә. Мине иҫерек тип, уйлайһың. Эйе, мин – иҫерек...
Тынлыҡ.
-Виноват... Виноват, брат!.. Братуха...
Йәнә тынлыҡ.
Ир, иҙәндә аунап ятҡан буш шешәләр араһынан, бая үҙе тибеп осорған шешәне эҙәләп алып стаканға тултырғансы самогон ҡойҙо. Уныһы ашып түгелә башлағас, ғәҙәтенсә, эйелеп ултырғыстан шуны шөрпөлдәтеп ауыҙына һурып алып эсмәк булды. Килеп сыҡманы. Ултырғысты эйелтә биреп һарҡытҡан самогон, үҙенә ҡарай аҡманы, яҙа аҡты.
-Инәңде… Виноват, братуха! Брат!.. Ҡой әле яңынан! Ҡой, тием...
Ғәйнислам үҙенең мығырҙауына үҙе ойой башланы.
Йоҡо аралаш кемдәргәлер байтаҡ хәбәр һөйләне.
Нимәнелер аңлатты.
Нимәнелер инҡар итте.
Көлдө.
Иланы.
Ыңғырашты.
Кемделер һүкте.
Кемделер саҡырҙы. Шунан ҡыуҙы. Тағы кире саҡырҙы.
Ҡысҡырҙы. Хатта һөрәнләне...
Күпмелер шулай дауам иткәндән һуң ул ултырғыста ултырған килеш йәмһеҙ хырылдауға күсте.
Ә ҡаршыһында ултырған диван өн-тын сығарманы...
Ойоған килбәтһеҙ кәүҙәһе йәнә сайҡалғандан, ир күҙҙәрен асты. Тәүҙә үрелеп тағы стаканын алды, шунан шикләнеп диванға баҡты:
“Ысынлап та, һөйләшәме был диван?”
Бына бит, тын ғына алдында тора. Ныҡ иҫкергән икән. Ҡаҡашып ҡатҡан тышлығың ниндәй төҫтә булыуын иҫләргә тырышты ир: күкһел йәшелме, әллә асыҡ зәңгәр инеме ул? Өс урындан тишелгән икән. Тишектәрҙең икәүһенең тимер пружиналары торсайһа, өсөнсөһөнөң мамығы байтаҡ ҡына ҡутарылған...
Урыны-урыны менән эскә батып йәмшәйгән ерҙәре атаһының ауыр кәүҙәһенән барлыҡҡа килде. Хәйер, ир ҡорона ингәс, Ғәйнисламдың үҙенең дә, ағай-ҡустыларының да буй-һыны аталарыныҡынан ҡалышманы былай. Эре тоҡом бит улар ауылда.
Ғәйнислам тағы диванға текәлде. Ҡасандыр ялтыратып буялған лак тояҡтарҙан тулыһынса, тиерлек, һыҙырылып төшкән, тояҡтар үҙҙәре лә ап-аруҡ ҡына ҡаҡшаған - береһе һыныр сиккә етеп ситкә тайшайған, әммә ҡалған өсәүһе уны түҙергә өгөтләгәндәй, әле ныҡ торған кеүек. Хас та, Ғәйнислам үҙе ситкә тартыла ла, Шәйхислам, Нурислам, Динислам уны ебәрмәй тота.
Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр бит. Ғәйнислам бар көсөнә яңғыҙ йәшәргә тырышһа ла, күңеле барыбер килешә алманы. Ҡайһы саҡтарында өйөрөнән яҙған яралы бүреләй тойҙо үҙен, көндәлек мәшәҡәттәр менән онотолорға тырышһа ла, йәненә ниҙер етмәне. Күккә ҡарап олор сиктәргә еткән ваҡыттары булманы түгел, булды. Ни етмәгәнен Ғәйнислам, әлбиттә, һәр саҡ белде. Тик күңелен һыҡратҡан «Һине өлөшһөҙ ҡалдырҙылар! Һине өлөшһөҙ ҡалдырҙылар!» тигән уй эстән сүкене, йәнен әрнетте.
Башта ул атаһына ғына үпкәләне. Яйлап башҡаларҙан да биҙә башланы. Башы түбән эйелде. Урамда осраған кешеләрҙең ҡарашы менән осрашмаҫ өсөн шулай итә башлағайны ла, тора-бара бөтөнләй үҙенә йомолдо. Тәүҙә күрше-тирәһе, ауылдаштары уның яуап бирмәүенә иғтибар итмәй, янында туҡтап, бер-ике ауыҙ һүҙ ҡушып, әҙме-күпме һөйләшеп торорға ваҡыт тапһа, яйлап улар ҙа Ғәйнисламды күрмәмешкә һалыша башланы. Ауыл ерендә кешенең күңелендә ни ҙә, башында ни икәне тиҙ күренә. Тик донъя мәшәҡәттәре нидәйҙер һығымталар яһап ултырырға ваҡыт ҡалдырмайынса, бер - береңдәге үҙгәреште нисек бар, шулай ҡабул итергә генә мөмкинселек бирә, тиерһең. Ғәйнисламдың йомоҡ холҡона тап килерҙәй эш тиҙ табылды. Уны көтөүсе иттеләр ҙә ҡуйҙылар. Былай ҙа үҙенә бикләнә барған йәш кешегә был етә ҡалды. Донъяһы аҙналарға тигеҙ бүленеп, бер аҙна – уйһыҙ-ниһеҙ көтөү артынан эйәреп йөрөүгә, бер аҙна – өйҙә диванда тик ятыуға әйләнде.
Ә Зәлифәһе кеше араһында кешесә йәшәргә тырышты. Ғәйнисламдың үҙенә ҡарата ҡырыҫ булыуына күнгән кеүек булһа ла лә, сер бирмәҫкә маташты. Былай ҙа һалҡын аралары көндән-көн нығыраҡ һыуына барғанын тойһа ла, “Бына бөгөн, бөгөн булмаһа, иртәгә мөнәсәбәттәре яҡшырыр” тип өмөтләнде. Тик көндәрҙең бер көнөндә барыһы ла пыран-заран килде.
Ул көндө иртүк Ғәйнислам сыбыртҡыһын яңыртмаҡ булды. Шуға һап әтмәләп алайым, тип, балтаһына тотонғайны, үҙ йомоштары менән сығып киткән Зәлифәһе ҡобараһы осоп ҡайтып инде. Иренең эргәһенә килде лә, өндәшә алмай оҙаҡ ҡына уның ҡаршыһында торҙо. Зәлифәнең күңелендәгеһе йөҙөнә яҙыла ла ҡуя. Бында ла ҡатынының ҡарашынан ниҙер булғанын Ғәйнислам асыҡ тойҙо. Ирҙәр сабырлығы тотто уны, «Нимә булды?» тип һораманы. Зәлифә өҙөп-өҙөп:
– Шәйхислам ҡайнаға ҡайтҡан, – тине.
– Ҡайтһа ни?
– Кәләш алып ҡайтҡан.
– Яҡшы булған.
– Кәләше кем, тип, һора, һантый!
Зәлифәнең ыҫылдап әйткәнен оҡшатманы Ғәйнислам, эсендә дөр-р-р итеп ут тоҡанды, шунда ла тыштан битарафлыҡ күрһәтте:
– Йә, шунан, кәләше кем?
Ҡатыны, күҙҙәрендә утлы осҡондар уйнатып, Ғәйнисламға сәнсеп ҡараны ла :
– Сәриә апайым, - тине.
Ғәйнисламдың башына аңғармаҫтан тондорҙолармы ни – шаңҡыны ла ҡалды. Зәлифәнең артабанғы һүҙҙәрен аңламаны.
Сәриә! Ғәйнисламдың йөрәге нисә йылдар ошо исемде ҡабатлай...
Сәриәне ярата ул, үлеп ярата... Ҡыҙ ҙа уны ярата… Ярата ине… Мәктәп йылдарынан уҡ йөрәктәрендә тоҡанған хис һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә…

Бергә булырға тейеш ине улар. Тик, ни эшләптер килеп сыҡманы... Нимәләрҙер, кемдәрҙер күрәләтә айырҙы кеүек уларҙы... Хәйер, әллә кемдәр ҙә түгел, ә үҙенең атаһы менән әсәһе эшләне буғай шуны... Асыҡтан-асыҡ та ҡаршы сыҡтылар… Аҫтыртын рәүештә, йәшереп тә төрлөсә аяҡ салдылар бит...
-Беҙҙең бергә булыуыбыҙҙы теләмәнеләр шикелле?
Нисә йылдар күңелен өйкәгән һорау ошо. Һәм бөгөн, ни өсөндөр, шул һорауға бынау диван яуап бирер, тип өмөт итә, сәйер...
-Теләмәне, - булды яуап.
Ғәйнислам һиҫкәнде, әммә хәбәрҙе ул тыныс ҡабул итте.
“Тиҫтәләгән башҡа һорауҙарға ла яуап бирер микән әллә был диван?”
Ир икеләнде.
“Ә ни эшләп, шулай булыуы ла бик ихтимал. “Өйөгөҙҙәге барлыҡ хәлдәрҙе мин күрҙем, мин ишеттем” ти, бит.”
“Алйотланып барам шикелле, диван менән һөйләшә башланым...”
Ир эстән генә шулай үҙенән-үҙе көлдө лә, ҡысҡырып:
-Ҡыҙыҡ хәл, - тип ҡуйҙы.
-Ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс, тиер инем… Сәриәнең әсәһе Фәғилә килгәйне бер көн һеҙгә. Үҙен нисектер борсоулы тотто. Әсәйең дә һағайҙы. Фәғиләнең бер-ике генә һүҙгә инмәгәнен аңланы. Шуғамылыр сәй ҡуйҙы.
-Мәшәҡәтләнмәгеҙ, эсмәйем.
-Ҡуй, тәүгә инеп тораһың бит...
Ҙур көсөргәнеш менән башланды әңгәмәләре.
– Сәриәне Ғәйнисламға бирмәйем, Ғәйшә, бирә алмайым...
Фәғиләнең тауышы ҡалтыраны:
– Сәриә Таймастың ҡыҙы бит!
Ғәйнислам шунда шаҡ ҡатты:
-Ни-мә?! Ни-мә тинең, диван? Сәриә - минең Таймас апамдың ҡыҙымы ни?..
Быға тиклем серҙе сер итеп тотҡан диван артығыраҡ мауығып киткәнен аңланы. Тик һуң ине инде: һүҙҙәр ысҡынды, сер сиселде.
“Өнһөҙ хәленә кире ҡайтып, һөйләшмәҫкә лә ҡуйырғамы әллә?”
“Ғәйнислам «Миңә диван әйтте», тиһә, бер кем дә ышанмаясаҡ бит.”
“Туҡта ла, артабан һөйләмә лә ҡуй!”
Диван ни эшләргә лә белмәй ине.
-Нисек? Сәриә - Таймаҫ апамдың ҡыҙы булһын? Нисек, тием?
Ғәйнислам ошолай итеп әллә нисә тапҡыр әйтте лә көттө, әйтте лә көттө. Яуап көттө. Барыһын да аңлатыуҙарын талап итеп оло дау ҡуптарыр сиккә еткән булмышы оторо ҡыҙып шартлар мөҙҙәтенә етешкәйне:
- Бер башлағас, аҙағынаса һөйлә!
Тынлыҡ.
-Йә! Кем унда һөйләй башлағайны миңә?
Тынлыҡ.
-Диван, һинме? Һин бит миңә һөйләй башланың! Һөйлә! Аҙағынаса һөйлә, тием! Тыңлайым!..
Ғәйнислам ныҡлап ярһый башлағас, диванға яңынан һүҙ һөйләрлек халәтенә инергә тура килде:
– Эйе, Сәриә - Таймастың ҡыҙы.
Ғәйнислам ҡуҙғыған күңелен баҫа алмай, өй буйлап тегеләй-былай йөрөүен дауам итте. Диван, унан ҡарашын, һүҙен ялғаны. Хәбәрен туҡтатырға ярамай икәнен аңлағайны.
– Таймас апаң үҙе лә белмәне уны. Фәғилә әйтмәне.
Ғәйнисламдың тыны ҡыҫылды. Ниндәйҙер көслө тулҡын бөтә тәнен тартыштырып әллә ҡайҙарҙан ҙур бер төйөндө өҫкәме, аҫҡамы этеп алҡымынан алды, быуҙы... Шул ҡыҫымға бирешмәҫкә тырышҡан Ғәйнислам, түҙер хәле ҡалмағас, сайҡала башланы. Сайҡалған ыңғайы, һулыш алған һайын эсендә ҡыҫылған баяғы тыны тәүҙә һыҙланыу ҡатыш ыңғырау булып сыҡһа, кинәт тауышын ҡуйыртҡан үкереү булып хәтәр урғылып сыҡты:
-Уууу!!!
Ир йән асыуы менән алдындағы шешәне осора һуҡты, аяғына эләккән ултырғысты осора типте... Диван ҡурҡты.
-Һөйлә, тием, артабан һөйлә!!!
Диван мөмкин тиклем тынысыраҡ һөйләргә тырышты:
– Балаларҙы ҡауыштырырға ярамай, Ғәйшә, ярҙам ит, - тип килгәйне өйөгөҙгә Фәғилә.
Әсәйең уны тәүҙә ныҡ әрләне.
– Ә һин ни эшләп алдан килеп шуны беҙгә әйтмәнең?.. Балалар эҫенешеп бөткәс, ултыраһың хәҙер хәбәр һөйләп! Әйтте инде Ғәлиәс, «Таймас ағайымдың ғына ҡаны булмаһа ярар ине» – тип, дөрөҫкә сыҡты бит!
Шунда Ғәйшә тағы сәсәй башланы, миңә йөҙтүбән ауҙы, тағы оҙаҡ ятты, тағы танауы борлап ҡананы. Ул хатта Фәғиләгә лә иғтибар итмәне, һәр ваҡыттағыса, башта үҙе йыуынды, шунан мине таҙартты.
– Ҡасандан бирле, былай... – Сәриәнең әсәһе унан “Ҡасандан ауырыйһың?” тип һорамаҡ булғайны, әсәйең йәнә ҡыҙҙы ла китте:
– Нисек ҡасандан бирле, балалар бер-береһенә эҫенешеп бара, тип торам бит. Ә улар ағалы-һеңлеле булып сыға… Ыыы! Гонаһҡа төшөрәһең бит беҙҙе, Фәғиләәәү...
Һүҙҙәренә йәнә сәсәй башлағас, әсәйең туҡтарға мәжбүр булды. Ҡулъяулығы менән ауыҙ тирәһен ҡапланы ла Фәғиләгә ишеккә ымланы. «Сығып кит!» тиеүе ине...
Ауылда йәшәмәне, тиһәң дә була Фәғиләне. Сәриәһен бәләкәй сағында уҡ әсәһенә, Сәбилә ҡарсыҡҡа, ҡалдырҙы ла, кире сығып китте. Ҡайтһа - ҡайтты, ҡайтмаһа - үҙен бик ғәйепле лә һанаманы шикелле. Сәриә ҡараулы, өҫтө-башы таҙа, тамағы туҡ. Борсолаһы ла түгел...
Уның ҡарауы, Сәбилә ҡарсыҡ ейәнсәре өсөн өҙөлөп торҙо, тиңдәштәре араһында үҙен кәм тоймаһын өсөн бөтәһен дә эшләне: ейәнсәрен затлы кейемдән, татлы ризыҡтан өҙмәне. “Әллә бар бынау баланың атаһы, әллә - юҡ, исмаһам, өләсәй иркәһен татып үҫһен”, тип, тырышты. Сәриәнең атаһы кем икәнен ул да белмәне. Бер тапҡыр һорап ҡарағайны - ҡыҙы “Һиңә нимәгә ул," тип, өҙә һуҡты.
Йылдар шулай һиҙҙермәйсә үтте. Сәриә күҙгә күренерлек һылыу ҡыҙға әйләнде. Һин уға ғашиҡ булдың, Ғәйнислам. Ул да һине генә яратты. Тик һеҙгә бергә булырға ярамай икәнен генә белмәнегеҙ...
Ә ауыл халҡы, ғәҙәттә, ундайға бик һиҙгер була бит... Быш-быш хәбәр ҡолаҡтан ҡолаҡҡа таралды. Сәбилә ҡарсыҡҡа ла ос-мото килеп ишетелде шул фараздарҙың, шуға ла ныҡ көйәләнде, бөтөнләй йоҡонан яҙҙы ул, ут йотоп, Фәғиләнең ҡайтҡанын көттө. Тик, үс иткәндәй, һеҙ дуҫлашҡан йәй ул ҡайтманы. Отпускыһы тура килмәне.
Сәбилә ҡарсыҡты тамам ауырыуға һабыштырҙы был хәл, һин дә мин йөрөгән әбей ҡапыл биреште, хатта аяҡтан ҡалды… Әсәһенең хәлен ишеткән Фәғилә ашығып ҡайтып төштө.
Ҡыҙын күргәс тә әбейҙең беренсе һүҙе:
-Сәриә Ғәлиәстең малайҙарының береһе менән йөрөй, - булды.
-?!
-Балам, кеше һөйләй, беҙҙең Сәриәне Таймастан тип әйтеүселәр бар. Шул дөрөҫмө?
Фәғилә ҡапыл яуап бирә алманы.
-Әгәр шул хәбәр раҫ булһа, балаларҙы тиҙ арала бер-береһенән һыуындырырға кәрәк…
Фәғилә баҙап ҡалды.
-Нәҫел ҡанын ҡушырға ярамай икәнен үҙең дә аңлап тораһың, балам... Йәштәргә аңлата алмаҫһығыҙ. Ғәйшәгә барып һөйләшеп ҡара. Ул аҡыллы ҡатын, бер йүнен күрерһегеҙ. Ашыҡ, балам, ныҡ ашыҡ… Әле һуңламаһаң әле...
Шуға ла әсәйеңә килгәйне Фәғилә.
Ғәйнислам кәүҙәһен турайтып ҡатып ҡалды. Таш һын һымаҡ оҙаҡ ултырҙы.
-Атайым да белдеме был хәлде?

-Эйе, белде. Шул көндө кискеһен атайың, эштән ҡайтып ингәс тә, өйҙә ниҙер булғанын төшөндө. Шуға ла әсәйеңдең ҡаршыһына ултырҙы ла, мөмкин тиклем тыныс тауыш менән:
-Йә, һөйлә, ни булды? - тип һораны.
-Фәғилә килде. Сәриә - Таймас ҡайнағаның ҡыҙы, тип әйтте, - тине әсәйең.
-Ниии-мәәә?!!
Атайың урынынан ҡупты.
– Ҡылды, былай булғас, Таймас ағайым беҙҙе! Партийный берәү! Послужной список берәүҙә! Репутацияһы берәүҙең тап-таҙа! Түлһеҙ бисә алып, йөрөй нәҫелен ситкә сәсеп! Беҙҙең нәҫелдә булмаған хәл! Ярай Фәғиләһе ҡайтып килгән! Нәҫелдең ҡанын ҡуша яҙҙы ике мөртәт!..
Нисек ҡапыл тоҡанһа, шулай тиҙ баҫылды атайың. Ни эшләйһең, ундай-бындай хәлдәргә ҡалһаң, күнәһең, күнмәһәң - йүнен күрә башлайһың бит. Кискә әсәйең менән кәңәшләштеләр.
-Ни, Ғәйшә, иртәгә Ғәйнисламды ҡайнымдарға ебәрәйек. Бесән әҙерләшергә кәрәк тигән һылтау менән. Шунан һуң утын кәрәк уларға, тип ҡалдырырбыҙ. Ғәйнислам әрһеҙ бит, ҡайным да уның эшләгәнен ярата. Армияһына тиклем уларҙа йөрөтөп торайыҡ... Шунан күҙ күрер...
Бындай пландың барып сығырына икеһе лә ышанманы, әммә ошонан да ҡулай башҡа сара таба алманылар улар.
Иртәгәһенә һине тиҙ генә йыйнап ҡартатайың менән өләсәйеңә ебәрҙеләр. Башта унда бесән менән әүрәттеләр. Унан уларға утын кәрәк булды. Һин ауылға ҡайтҡанда һары көҙ ине...
Ғәйнислам дивандың һүҙҙәрен бүлде:
-Тимәк Сәриә менән мине шулай айырмаҡ булғандар. Ә беҙҙе алдарына ултыртып, “Һеҙгә бергә булырға ярамай” , тип кенә әйтеп булмай инеме ни?
Диван көрһөндө:
- Әйтә алманылар... Әйткән хәлдә лә, ошоларҙы белгәс ни эшләр инегеҙ?
-Белмәйем...
-Әсәйеңдәр ҙә белмәне. Бары тик, бар хәлдәренсә, һеҙҙе ҡурсалап алып ҡалырға, яҙмышығыҙҙы төҙәтергә тырыштылар.
Ә һин йәнә, ҡайтышлай уҡ, Сәриәгә йүгерҙең… Һағынғайның шул… Ул да һине көтәлер, һине күргәс тә ҡаршы йүгереп сығыр, ҡосағыңа сумыр, тип өмөт иттең… Тик …
Әсәһе:
-Өйҙә юҡ, - тине.
Сәриәнең Себер тарафтарына эшкә киткәнен белгәс, юғалып ҡалдың. Ни эшләп шулай иткәнен аңлай алмай бер булдың…
“Ни эшләп кинәт улай алыҫҡа сығып киткән?..”
“Нимә булған?.. ”
“Үпкәләгәнме әллә?..”
“Яратмаймы әллә мине?..”
“Юҡ! Ярата бит!..”
Уларҙан сығып үҙегеҙгә ҡайтып еткәнсе шулай баш ваттың.
Әммә, нисектер, шул саҡта уҡ Сәриәне ғүмерлеккә юғалтасағыңды һин дөрөҫ тойомланың. Һеҙҙең араға ниндәйҙер аңлайышһыҙ кәртәләрҙең торғанын да дөрөҫ самаланың.
Бында ҡайтып ингәс тә:
-Мин себергә Сәриә янына китәм, - тинең.
Өйөгөҙгә еткәнсе шулай хәл иткәйнең. Тик атайың, һәр ваҡыттағыса, ҡаты тотондо:
- Юҡ! Башта армияға бараһың! Шунда һин, маңҡанан, ысын егет эшләп ҡайтарасаҡтар. Ҡайтҡас, мотлаҡ ошонда ауылда йәшәйәсәкһең! “Ҡала” тип, “Себер” тип, ауыҙыңды ла асма!
-Туҡта!
Ғәйнислам кинәт ҡысҡырып дивандың һүҙен бүлде.
– Бына ни өсөн ул көндө атай минең менән ҡаты һөйләшкән икән.
- Уның башҡаса сараһы булманы...
Диван ишекле-түрле йөрөй башлаған иргә бер аҙ ҡарап ултырҙы ла, һүҙен дауам итте:
-Ҡышҡа инәрәк һине армияға оҙаттылар. Армиянан ҡайтҡанда, тағы Сәриәләргә һуғылдың, теге саҡтағы кеүек атылып инмәнең, олпат баҫып, бөтәһенә әҙер булып килеп индең уның өйөнә. Соланда ҡаршы сығып килгән йәш ҡыҙҙың Сәриә булырында шигең юҡ ине. Сумкаларыңды ишек төбөнә быраҡтырҙың да, бер ынтылғанда ғына ҡосағыңа эләктереп, сарылдатып өйгә кереттең уны. Шунда ғына, өйгә ингәс, ҡулыңдағы ҡыҙҙың Сәриә түгел икәнлеген аңғарҙың. Солан ҡараңғы ине шул. Ят ҡыҙҙы иҙәнгә баҫтырҙың да:
– Ғәфү итегеҙ, яңылыш күтәргәнмен һеҙҙе, – тинең.
Ә ҡыҙ шаян булып сыҡты:
– Ни эшләп, мин күтәрерлек түгелме әллә?
– Күтәрерлек тә…– һинең һүҙҙәрең буталды, тиҙерәк сығып китергә ынтылдың.
Тик ҡыҙыҡай әрһеҙ булып сыҡты:
– Мин - Зәлифә булам, ә һин кем?– тине.
Ошонда Ғәйнислам тегеләй-былай йөрөүен туҡтатты:
– Эйе, Зәлифә әрһеҙ булып сыҡты, күрҙе лә, оҡшатты ла, үҙенә өйләндереп тә ҡуй ҙы, – тине.
Был һүҙҙәрҙе ул гел шулай теҙеп әйтә, әйтерһең дә Зәлифәгә өйләнеүендә уның бөтөнләй ҡатнашлығы юҡ.
Армиянан ҡайтҡан көн ул буйҙаҡ тормошо менән хушлашты, тиһәң дә була. Шул көндө апаруҡ ҡына иҫергән Ғәйнислам, ауыл йәштәренән айырылып, тағы Сәриәләргә килде, дөрөҫөрәге, Зәлифәләргә. Ҡыҙ уны сәй эсергә саҡырҙы, шарап та ҡуйҙы. Яҡынданыраҡ таныштылар. Шул ыңғайҙа Ғәйнислам Сәриәһе тураһында әҙме-күпме мәғлүмәт алды. Зәлифә - Сәриәнең өс туған һеңлеһе икән. Үзбәкстандан күсенеп ҡайтҡандар. Быйыл Сәриәләрҙең йортон һатып алғандар. Фәғилә апай үҙе ауылдың осондараҡ яңы өй һалдыртҡан...
-Сәриә апайым һаман шул Себерҙә инде. Кейәүгә сыҡмаған. Йәш бит әле.
Ғәйнисламға ошонан да ҡыуаныслыраҡ хәбәр кәрәкмәй ине. Шарапҡа ул үҙе башлап тотондо. Тик иҫерткес эсемлек үҙенекен эшләне.
Иҫенә килгәндә, ҡосағында Зәлифә мыш-мыш йоҡлап ята ине. Егет һикереп торҙо. Йәшлеген эҙләп килгәйне, яҙмышын таптымы, һорауҙарына яуап юллағайны, улар тағы ла өҫтәлдеме?
“Нисек былай?”
“Ниңә ул?”
“Хәҙер ҡайһылай итергә?”
Бер аҙ тынысланып, “Бәлки, бер ни ҙә булмаҫ” , тип ҡайтып киткән егет алданды. Өс-дүрт ай тирәһе үттеме-юҡмы, Зәлифәнең балаға уҙғанын еткерҙеләр уларға. Атаһы менән әсәһенең ул яңылыҡты шатланып ҡабул итеүе Ғәйнисламға ныҡ сәйер тойолғайны шул саҡта, бына бөгөн ни өсөн шулай иткәндәрен аңлай...
“Яйлап яратып китерһең” тинеләр бит әле, етмәһә.
Тәүҙә тап шулай булырына үҙе лә ихлас ышанды ла кеүек Ғәйнислам, тик күңелендәге Сәриәгә ҡарата булған һөйөүен һүрелтә алманы...
Армиянан ҡайтыуына теүәл туғыҙ ай тигәндә, улы Айсыуаҡ донъяға килеп, тормошона йәм өҫтәлеп, үҙ торошона йән өрөлгәндәй булһа ла, Зәлифәгә эҫенә алманы Ғәйнислам. Тәне көҫәгәндә лә, йәне ситкә этәрҙе ҡатынын. Эсеп алған мәлдәрендә:
-Мин һине барыбер яратмайым! Мин Сәриәне яратам! Ә һин - һөйрәлтке! Һөйрәлеп сыҡтың бит һин миңә! - тип кәмләп-хурлауҙы ғәҙәт итеп алды.
– Бәлки, дөрөҫ эшләмәгәнмендер? – һуңғы һүҙҙәрҙе Ғәйнислам ҡысҡырып әйтте.
- Уныһын мин дә белмәйем, – диван ҡабат телгә килде. – Ә Зәлифә ныҡ үкенде. Берәү ҙә өйҙә булмағанда йыш илай торғайны ул. Уның күҙ йәштәре миңә аҙ һеңмәне. Төндәр буйы һыҡтап, өйҙә яңғыҙ ҡалғанында көндөҙҙәрен дә үкереп сыҡҡан мәлдәре лә булманы түгел, булды. Быны бер кемгә лә белгертмәне, үҙе белде лә, мин белдем. Иҫ киткес түҙемле ҡатын булып сыҡты ул. Өҫтәүенә, ныҡ эшлекле, бөтмөр ине. Донъяңды гөл итеп тотто бит. Айсыуаҡты аҡтан-суҡтан кейендерҙе, нимә теләһә, шуны бешереп ашатты, ҡулынан китап төшөртмәне. Ниндәй генә әҫәрҙәр уҡыманылар улар бергәләп. Шулар арҡаһында мин күп кенә яҙыусы, шағирҙарҙың ижады менән танышмын да инде. Һинең яҙмышты шул яҙыусыларҙың береһенә һөйләһәм, береһе бер китап итеп яҙмаҫ ине.
-Ә ниңә? Как раз китап итеп яҙырлыҡ бит минең яҙмыш. Миңә тигән өй ҡайҙа? Ҡосағыма алырлыҡ үҙем яратҡан һөйөклө кешем ҡайҙа? Бына, исмаһам, сюжет! Бына, исмаһам, тема!
Ғәйнислам уны мыҫҡыл итәме, үҙенме, диван аңламаны.
-Әйт, һөйлә шул яҙыусыларыңа. Яҙһындар.
-Эй, Ғәйнислам, аҡыл ултырмай бит һиңә, инде ярты ҡартайғанһың, һаман шул ҡылтайыуыңды ҡуймайһың... Хәйер, бәлки һөйләрмен дә әле берәйһенә һинең турала.
Ир кинәт тоҡанды:
-Һөйлә шул! Яҙһындар! Нисек итеп ике туған һеңлемә ғашиҡ булғанымды яҙһындар! Уны ҡосаҡлап үбеп, иркәләп ятырға хыялланып сыҡҡан төндәремде тәфсирләп яҙһындар!
-Сеү!
-Ә ниңә тыяһың мине? Тыйма! Тыңла! Кешеләргә минең турала һөйләрҙән алда, тәүҙә мине тыңла! Эйе, мин Сәриәне генә яраттым. Уның күҙҙәренә туйғансы ҡарап, туйғансы һөйгөм килеп йәшәнем мин ғүмерем буйы… Теге ваҡыт осрашып йөрөгән мәлдәребеҙҙә күҙҙәренә тура ҡарарға ла оялып, ошо ҡулдарым менән ҡағылырға ла ҡурҡып ултырған мәлдәремә йәнем көйөп, бер осрашһаҡ, ҡосағымдан ысҡындырмайынса, танһыҡтарым ҡанғанса ирендәренән һурып-һурып үбермен дә, туйғанса…
-Туҡта!
Быныһында диван ҡысҡырҙы. Ныҡ ҡысҡырҙы.
-Сеү, тием, Ғәйнислам, тыныслан! Гонаһҡа төшөрмә мине! Үҙең дә төшмә...
-Ниндәй гонаһ? Сәриәне яратыу - гонаһмы? Туғаныңдың туған икәнен белмәйенсә уға ғашиҡ булып, уны бөтә йәнең-тәнең менән көҫәү - гонаһмы?
Диван яуап бирмәгәс, ир аҙарынып әллә нисә ҡабатланы һорауын.
- Нимә тип яуап бирергә лә белмәйем…
-Шулай шул.

Ғәйнислам яйлап тынысланды. Ултырғыста әллә ҡасандан ятҡан икмәк ҡатыһын ҡәҙерләп кенә һындырҙы, һәм мөмкин тиклем әҙерәк бүлеп алырға тырышып, тешһеҙ ауыҙына тыҡты. Ҡапыл сәйнәмәне, шайығы менән ебетеп, икмәк киҫәген ауыҙ эсендә улай-былай әйләндергеләне. Ҡалған киҫәкте һаҡлыҡ менән генә һыңар ҡулының усына йомдо. Самогонға үрелмәне.
-Иҫләйһеңме, киске ашҡа ла атайығыҙ эштән ҡайтҡас ҡына ултыра торғайнығыҙ. Өҫтәл тирәләй теҙелешәһегеҙ ҙә, атайығыҙ ҡулынан өлөш һоғонаһығыҙ. Ғәлиәс “Ҡыҙҙың өлөшө алдан” тип, иң тәүҙә Мәстүрәнең ауыҙына берәй йәтешерәк киҫәк тыға, шунан һеҙҙең, малайҙарҙың, асыҡ ауыҙҙарығыҙға берәмләп ит киҫәктәренең тосораҡтарын оҙата: “Шәйхислам улыма баштан”, “Нурислам улыма уртанан”, “Ғәйнислам улыма ла уртанан,” “Динислам улыма иң аҙаҡтан”. Ошо үҙенә күрә бер тәртип була торғайны, эйе бит?
-Эйе.
Ғәйнислам ирендәрен ялап ҡуйҙы, яңы ғына атаһы уға тигән урта өлөштө һоғондорған кеүек булды…
“Өлөш. Ғәйнисламға тигән өлөш… Яңы өй уға тәтемәне, етмәһә, яратҡаны менән тормошон бәйләргә ярамаған…”
Сәриә Шәйхисламға кейәүгә сыға, тигәнде лә, әлбиттә, Ғәйнислам ауыр кисерҙе: “Миңә тигән башҡаға эләгә!” Был уй мейеһен телеп үткән мәлдә, Зәлифә хәлдәрҙе ҡуйыртыңҡырап ебәрҙе шул…
Диван уның уйҙарын ишеткәндәй, артабан һөйләнде:
-Шул хәбәрҙе ишеткән көндө Зәлифәңә беренсе тапҡыр ҡул күтәрҙең, сығырыңдан сығарғайны шул үҙе лә. Нисәмә йылдар кәмһетелеп йәшәгәне өсөн үсен дә алмаҡ булғайны буғай, тик туҡмаҡ үҙенә төштө.
– Сәриәң ҡайтҡан! Ана, бар, йүгер, нисә йылдар көткән һөйгәнең ир эйәртеп ҡайтҡан! Кемде бит әле? Бер туған ағайыңды! Ыстырам! Самый иткән. Һиңә яҡшы булды! Түшәктә ятҡанда, Сәриәңде уйлап, мине интектереүең өсөн Хоҙай апам язаһын бирә, белдеңме!..
Уның әйткәндәренең күбеһе хәтереңдә лә юҡтыр, әммә Зәлифә сарылдап өйгә йүгереп ингәндә, эштең ниндәй боролош алғанын мин шунда уҡ аңлағайным. Зәлифә менән һеҙҙең мөнәсәбәт ҡасан да булһа шартларға тейеш ине бит. Был шул мәл ине.
Үлтерер инең һин уны, мин булмаһам... Тәүҙә ҡулыңдағы балтаны күргәс, ҡайһы арала эләктереп өлгөргәнһеңдер, ҡотом осто. Ә килен йылғыр булһа ла, балаҫҡа эләгеп ҡоланы, бахырҡай. Уға эләгеп һин дә остоң. Ҡулыңдан балтаң ысҡынып китте хатта. Ярай әле Зәлифә киленгә теймәне, яҙа осто. Ә үҙең, уның өҫтөнә барып төшә яҙҙың. Кәүҙәң – кәүҙә һымаҡмы, иҙер инең ҡатыныңды, мин үҙеңде тотоп өлгөрмәһәм... Һине өҫтөнән алып бырғартырға уның көсө етмәҫ ине, мин алып бырғамаһам...
Ғәйнислам иҫләне. Ысынлап та, шул саҡ ниндәйҙер көс уны Зәлифәнең өҫтөнә ҡолап өлгөрөр-өлгөрмәҫ алып ташлағандай кеүек булғайны шул. Бына хәҙер аңланы. Ә теге ваҡыт “Был бисә ниндәй көслө икән!” тип уйлап ҡуйғайны. Хәйер, шик барыбер ҡалғайны шул...
- Һин барыбер уға кире килеп йәбештең. Байтаҡ ҡына тос эләкте уға йоҙроҡтарың, һиңә сат йәбешеүе генә ҡотҡарҙы... Икегеҙҙең дә хәле бер ни айырырлыҡ булмағас, хәлде тағы үҙем яйланым – һинең суҡмарҙай ҡулдарыңдан көскә ысҡындырып алып, Зәлифә киленде үҙ ҡосағыма йәшереп маташтым. Шуға ла йоҙроҡтарың миңә лә бер-ике эләкте... Миңә, диванға, ни булһын, ә бына киленгә...
– Киленгә, тинеңме? – Ғәйнислам айнығандай булды. – Хас әсәйем кеүек итеп әйттең.
- Әйтһәм дә әйтәмдер, өйөгөҙҙә әсәйеңдән кәм йәшәмәнем шикелле. Ул был йортҡа алдараҡ килен булып төшкән, ә мин унан оҙағыраҡ йәшәйем бит.
Ғәйнислам йәнә ултырғыстан торҙо, өйҙө төп яҡҡа һәм ал яҡҡа тигеҙ бүлеп уртала ултырған ҙур мейесте ҡулдары менән ипләп һыпырҙы. Әсәһе көн дә тултырып икмәк бешергән йылы мейес бөгөн ниндәй хәлгә төшкән. Ризыҡтарҙың әле береһен, әле икенсеһен өлгөртөп мәж килгән әсәһе, сәй эскән ваҡыттарында ла мейестән күҙен алмаҫ, “ҡарайып бара, ағартырға кәрәк”, тип эсер сәйҙәрен дә эсмәй, эзбизгә тотонор ине. Тәүҙә әсәһе, һуңынан Зәлифә бер ҡарайтманылар уны, гел ап-аҡ булды ул. Ә бөгөн ул һалҡынлыҡ бәреп торған шөкәтһеҙ иҫкелек ғәләмәтенә әйләнгән. Үҙен ғәйепле тойҙо ир. Мейестең һыуығы устарынан үтеп Ғәйнисламдың бөтә тәненә таралды. Тәне өшөмәне, йәне өшөнө. Бер ниндәй ҙә ут йылыта алмаҫ…
Ғәйнисламдың былай ғына яғылған усаҡ ҡаршыһында ултырғыһы, йылынғыһы килде. Ошо теләге уны тышҡа алып сыҡты, утынлыҡҡа индерҙе. Унда меҫкен ир йораты, нимәгә килгәнен онотҡандай, бер аҙ тапанып торҙо. Бер бөртөк кенә утын булһасы… Утын түгел, хатта тап-маҙар ҙа тапмаҫһың бында, ул бит әллә ҡасан ҡойма таҡталарын яға башлағайны. Ә бөгөн, иһә, шуларҙы шаҡарып һындырырға ҡулы барманы.
Ғәйнислам шунда, ни өсөндөр, үҙен тут баҫа башлаған үтмәҫ балта һымаҡ тойҙо. Ысынлап та, балтаның балтаһын да эш ялтырата. Саҡ ҡына эшһеҙ яттымы, уны тут баҫа башлай...
Ишек алдында хужаларса үҫкән дегәнәк-кесерткән араһында күмелеп ҡалған ағас-тапты соҡоп алып йыйырға тотондо. Бер ҡосаҡтай ҡыйғыпыр менән генә өйҙө йылытып булмаҫын аңлаһа ла, Ғәйнислам ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙе.
Ҡалтыранған ҡулдары утты тоҡандырыу менән мейесте тағы тотоп ҡараны, әйтерһең дә, ул шунда уҡ эҫергә тейеш.
- Яйлап, яйлап, балам, – диван тағы телгә килде.
Ғәйнислам аптыраны. Ысынлап та, әсәһенең тауышына оҡшай ҙа баһаң. Кит, шулай тойолалыр ғына. Ә йәнһеҙ нәмәнең, дивандың, һөйләшеүе уға тәбиғи булып ҡабул ителә башланы, әйтерһең дә шулай тейеш.
– Усаҡты терелтеп яҡшы иттең, балам. Өйгә йәм дә өҫтәй бит ут… Рәхмәт, тояҡтарым йылынып китте хатта.
Ғәйнислам усаҡ ҡаршыһына сүгәләгән килеш оҙаҡ ултырҙы. Мейестең ауыҙын япҡыһы килмәне. Ғәжәп бит, донъяла бер нәмә лә яңғыҙ түгел, хатта усаҡты - усаҡ иткән дә, кәм тигәндә, ике утын...
Мейестәге уттың шәүләһе сағылдымы, әллә әҙәм заты сифатын юғалта башлаған был бахыр кеше күңелендә йәшәү дәрте киренән тоҡандымы, уның ике сикәһе ал төҫкә мансылып, йөҙөндә нурҙар уйнаны.
Шуны аңғарҙы Диван.
Бер аҙҙан Ғәйнислам мейестең ауыҙын япты. Шунда байтаҡ ҡына өнһөҙ ултырҙы.
Ирҙең күңеле тәҡәтһеҙ һыҙлай ине, выждан ғазабы алҡымынан алып, эскелектән тамам томаланған ирлек намыҫы бар көсөнә Ғәйнисламдың ҡыҙғаныс дәрәжәһен һаҡлап ҡалырға тырышҡандай өҙәләнә...
- Ғәйнислам улым! Бөгөн үҙең иғтибар иттеңме икән, нисә йылдарҙан һуң бөгөн ауыҙыңа тамсы ла самогон алманың. Ҡулдарың нисә тапҡыр үрелде, эсмәнең. Тимәк, булдыра алаһың. Эсмәйенсә лә йәшәй алаһың, тием,– тип әйтергә баҙнат итте Диван.
Ғәйнислам өндәшмәне, дивандың был хәбәренә ҡыуанманы ла, аптыраманы ла, хаяһыҙланып вәғәҙәләр бирергә лә ашыҡманы. Тик диванға күҙ һирпкән саҡта эскелектән төҫөн юйған ҡыҫыҡ күҙҙәренән генә ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлөп өлгөрҙө…
Тимәк, Ғәйнисламға ышаналар, йәнһеҙ диван бар донъяла бер үҙе генә булһа ла уға ышана…
Дивандан тыш үҙен аңлай алырлыҡ башҡа нәмәләрҙе эҙләп, өйҙөң эсен ентекләп байҡаны. Был йорттағы шыҡһыҙлыҡ уның күңел бушлығы менән ауаздаш. Өйҙә күҙгә эленерлек бер нәмә лә ҡалмаған.
Түрҙә, анау мөйөштә, телевизор ултыра торғайны. Ауылда улар иң беренсе алғайны бит. Шулай булмайса, атаһы - урмансы, кемдә аҡса – шунда. Ул да алмаһа, тағы кем алһын ине телевизор тиклем телевизорҙы? Бөтә ауыл кискә уларға килә торғайны. Кино-маҙар булһынмы, футбол булһынмы, хужаларҙан рөхсәт һорау ҙа юҡ, киләләр ҙә киләләр… Яйлап кешеләр кәмене. Телевизорҙар, аҡрынлап, һәр өйҙә, тиерлек, күренә башланы.
Уртала, сәскәле балаҫ өҫтөндә, ҙур өҫтәл торҙо. Түңәрәк өҫтәл. Атаһы үҙ ҡулдары менән эшләгән ине.
Төпкө яҡтың күрке булған, өсәрҙән ҡатлап ике буйға йәнәш ҡабартып ҡуйылған сигеүле яҫтыҡтар ҙа, ҡаралты-юрғандар урынлашҡан семәрле тимер койка ла юҡҡа сыҡҡан. Әсәһе үҙ ҡулдары менән төндәр буйы сигеүҙәр сигеп, селтәрләп, биҙәкләп теҙеп ҡуйғайны бит шул юрған-яҫтыҡтарҙы...
Ғәйнислам шуларҙы юҡ иткән… Һатып эсеп бөткән…
Ана бит, хатта тәҙрәләрҙе лә пәрҙә - ҡорғандарһыҙ ҡалдырған… Уларҙы үрмәкселәр үҙҙәренсә ҡаплап маташҡан, тиерһең, саңлы ауҙары быяла аша хатта ҡояш нурҙарын үткәрмәй…
“Их!..”
Дивандың уң яғында суҡайып ултырған сәйер бер нәмәгә иғтибар итте Ғәйнислам. Ҡапыл ғына уның нимә икәнен төшөнә алманы.
“Нимә ул? ”
Әйберҙең гөл икәнен аңлағас, ирҙең иҫе китте.
“Әсәйемдең ҡытай розаһы! Йә Хоҙай, был сәскә лә һулырлыҡ булғас, минең хәлдәр ныҡ мөшкөлдөр...”
Ни тиклем эскән булһа ла, шул гөлгә һыу ҡоя ине бит Ғәйнислам. «Мине ташламаған берҙән-бер тере йән»,– тиер ине лә, айныған саҡтарында һыу һибер ине бит…
Ир, өйҙәге шыҡһыҙлыҡты һиҫкәндереп, ҡысҡырып һорап ҡуйҙы:
– Бөгөн нисәһе ул?
Көтөлмәгән һорауҙан диван да тертләне:

– Нисәнсе йыл, тием?
Хужаһының был һорауына яуап биргәндә, дивандың тауышын үҙәктәргә үтерлек һағыш солғаны:
– Ике мең алтынсы йыл.
Ғәйнислам әллә ҡайҙарҙан осоп ҡолап төштөмө ни?!
“Йә Хоҙай, бер быуат тамамланып, икенсеһе башланған!”
“Ни тиклем ғүмер йәшәлгән...”
“Әллә йәшәлмәгәнме? ”
- Йәшәлгән, Ғәйнислам улым, йәшәлгән. Тик нисек йәшәлгән? – тине диван. – Хоҙай йән биргән булһа, мин ғүмеремдең һәр көнөнөң, һәр сәғәтенең, һәр минутының ҡәҙерен белер инем. Ә һин, тере йән эйәһе, белмәнең, белергә лә теләмәнең.
Ғәйнислам иң яратмаған һүҙҙәрҙе әйтте диван. Ошондайыраҡ һүҙҙәр уны гелән сығырынан сығара. Быныһында ла шулай булды:
-Ә мин тырышманыммы? Тырыштым бит! Бәхет кенә булманы минең…
-Ә һин бәхетле булыу еңел генә, тип уйлайһыңмы?
-?!
-Юҡ, бәхет бер кемгә лә еңел бирелмәй. Бәхет - ул тотош фән, белгең килһә, уны туҡтауһыҙ өйрәнергә, күп көс һалырға кәрәк. Уның үҙ ҡанундары бар, шуларҙың нисек эшләгәнен төшөнөп алһаң ғына, һин тормошоң менән идара итә башлаясаҡһың, ырыҫҡа - бәрәкәткә киләсәкһең...
-Аҡыл өйрәтмә! Һинән башҡа ла аҡыл өйрәтеүселәр етәрлек...
-Һин шулай тип уйлайһыңмы?
-Эйе, атам ғүмере буйы тығылды, тығыла минең тормошома. Әсәм дә, мәрхүмә, шулай итте. Ағайҙарым ҡыҫылып маташа. Һин генә етмәй инең!
Диван көрһөндө:
-Балаҡайым! Ә һуңғы тапҡыр шуларҙың кемеһе һиңә килеп һүҙ ҡушты? Һәм ҡасан?
Ғәйнислам кинәт баҫылды. Ышаныслы итеп әйтергә тырышты:
-Атам! Бер-ике көн үткәндер…
Аныҡ ҡына иҫләй алманы. Айнығып етер - етмәҫ йоҡо аралаш күҙенә күренеп ҡалғайны бер көн атаһы. Тын ғына уға ҡарап тора ине. Һүҙ ҡушманы шикелле. Әллә әрләнеме ул шунда тағы? Буталды. Шуға ла баштағы һүҙен төҙәтте.:
-Бәлки аҙна тирәһелер…
- Шулай шул, Ғәйнислам улым! Бәлки айҙан, хатта йылдан ашыу ваҡыт үткәндер… Улар бит инде әллә ҡасандан һиңә аҡыл өйрәтеү түгел, былай ғына һөйләшеп ултырыуҙан дүнделәр.
-Һәйбәт булған! Береһе лә кәрәкмәй! Килеп йөрөмәһендәр...
Ғәйнислам был һөйләшеүҙең тиҙерәк тамамланыуына өмөт итә, ә диван туҡтарға уйламай ҙа.
- “Мин- бәхетһеҙ, мин - өлөшһөҙ” тип йәшәнең ғүмерең буйы. Ә шуны төҙәтер өсөн үҙең нимәләр эшләнең?
Ир яуап бирмәне.
- Эйе, һиңә иҫке өй эләкте, ләкин уны яңырта алырлыҡ түгел инеңме ни? Көсөң-дәртең, ғүмерең етер ине. Эйе, һин яратмаған ҡатынға өйләндең, уны ла яратырлыҡ ине...
Быныһында ир тәкәбберләнде.
-Стоп, стоп, стоп! Туҡтап тор әле, диван! Һин үҙең нимә һөйләгәнеңде ишетәһеңме ул? Хәйер, өй тураһында, эйе, дөрөҫ әрләйһең. Эйе, мин виноват, виноват, брат. Тьфү! Кем тип өндәшергә унда һиңә?
-Кем тиһәң дә - барыр.
- Әй, ғәҙәт буйынса, шулай ысҡына ла китә … Ну һиңә “Брат” тип булмай бит инде… Бисәләрҙекенә оҡшап тора бит тауышың. Хатта әсәмдекенә оҡшаған, тип тә әйтер инем.
Ғәйнислам бармаҡ шартлатты.
-Вот! Ну, эйе, ғәйеп миндә. Эйе, өйҙө мин яңыртып һала ала инем, - Ул уң ҡулын беләктән бөгөп, һулаҡай ҡулы менән мускулдарына төрттө. - Бына күрәһеңме, миндә көс әле лә бар. Мужик бит - мин, мужик!
Диван көлөмһөрәне.
-Фәстерәһең түгелме?
Ғәйнислам һүҙен һүҙ итеп маташты:
-Ну, һин, определись, диван. Үҙең әйттең дә инде, “Һиндә көс бар”, тиеп…
-Көсөң бар ине, тинем.
-Ә! Шулай тигәйнеңме ни? Ну, улай булғас, ғәфү, ғәфү! Виноват, мин виноват, бра… - Ғәйнислам йәнә төкөрөнөп алды. - Тьфү, инәңде… Ну, ярай, уныһы мөһим дә түгел. Эйе, өй буйынса һин мине дөрөҫ әрләйһең. Өйҙө мин яңынан һала ала инем. Ә бына яратмаған ҡатынды яратып китеү буйынса миңә кәңәш бирергә, һинең урыныңда булһам, мин йөҙ тапҡыр уйлар инем. Беренсенән, һиндә йән юҡ. Тимәк, икенсенән, йөрәк тә, хис тә юҡ… Ә шулар булмағас, нисек итеп һин мөхәббәт буйынса фекер йөрөтә алаһың? Алмайһың! Бигерәк тә мөхәббәт буйынса кәңәштәр биреп ултырырға хаҡың юҡ! Юҡ!
Диван аптыраны. “Ғәйнислам дөрөҫ әйтәлер. Йәнһеҙ бит ул. Улай булғас, уҙенең һүҙ һөйләрлек ошо халәткә етеүен нисек аңлатырға? Хисһеҙ, тойғоһоҙ, йәнһеҙ, йөрәкһеҙ килеш шул торошҡа етеп буламы? Булмайҙыр. Улай булғас, уның йәне бар булып сығамы?.. “ Үҙенә яуап бирә алманы диван. Тамам буталды.
-Йә, ни эшләп, өндәшмәйһең? Миңә аҡыл өйрәтергә хаҡың юҡ икәнен төшөндөңмө? Йәнһеҙ бер йорт йыһазы ғына икәнең иҫеңә төштөмө? Шулай шул! Быға тиклем нисек тик торғанһың, шулай тик тор, белдеңме? Күп һөйләнһәң, сығарҙым - быраҡтырҙым, белдеңме?
-?!
Ғәйнислам артығыраҡ ысҡындырғанын аңлап шып туҡтаны. Өйҙә йәнә тынлыҡ урынлашты. Йәнә оҙаҡҡа.
Ир ышанысһыҙ ғына аҙымдар менән ишеккә табан ыңғайланы. Тупһаны ашаҡларҙан алда туҡтаны. Арты менән торған көйөнсә, диван яғына ныҡлап ҡолаҡ һалды. Шылт иткән дә тауыш сыҡмай ине. Дивандың йәнә һүҙ ҡушырын, һис юғында, былай ғына шығырларын көттө.

Һиҙҙермәҫкә тырышты. Шуға ла ҡулдары менән ишек яҡтауҙарын һыпырҙы. Йәнәһе, уларҙың ныҡлығын самалай…
Ишектең дә бит ишек тиерлеге лә ҡалмаған. Әллә нисә тапҡыр шаҡарып-емерелгәндән һуң бер эләктергесендә генә көскә эләгеп тора… Өңөрәйеп ҡалған йоҙаҡ урынынан түбәнерәк урынлашҡан икенсе тотҡаға иғтибар итте Ғәйнислам. Ике тотҡаның шуныһына ғына зыян теймәгән, атаһы нисек ҡатып ҡуйһа, шул килеш ҡалған. Ғәйнисламдар әле бәләкәй саҡта, “Балаларымдың буйы етмәй”, тип ошоноһон аҫҡараҡ ҡуйғайны. «Ишекте лә үҙегеҙ асып инмәһәгеҙ, ерле бездельник булырһығыҙ»,– ти торғайны бит.
Атаһының ҡатылығын бөтә булмышы менән ҡайтанан тойғандай булды Ғәйнислам. Малай саҡтарынан ауыҙ астырып һүҙ әйттермәне. Уныңса, тик уныңса булырға тейеш ине бөтә нәмә. Кемдер нимә менәндер риза булмаһа – шул ризаһыҙлыҡты ялҡаулыҡҡа, бешмәгәнлеккә япһарҙы. Мәстүрәгә бик бәйләнмәне, ә бына уландарының үҙ аллы теләге уның яҡтан һәр саҡ ҡаты шелтәләнде. Ата йылылығы, ата наҙы булмаған был йортта…
-Ә һин Айсыуағыңа ниндәй атай булдың? Ҡатымы, йомшаҡмы? Һин уға битараф инең, ә уныһы ҡатылыҡтан да яманыраҡ!
Ғәйнислам, ғәҙәте буйынса, дивандың былай тип әйтеүенә, һис юғында, үпкәләргә тейеш ине, ә ул, киреһенсә, ҡыуанды. Диванды кәмләп-хурламаҫҡа хәл иткәйне: “Һөйләһен генә, һөйләшһен генә...”
– Яратмаған кешенең балаһын да яратмайым, тип йәшәлгән.
- Ә бала бит һинеке! Әсәһе кем булыуға ла ҡарамай, бала һинеке. Уны күтәрер ваҡыттарыңда - күтәрмәнең, һөйөр саҡтарыңда - һөймәнең…
Ғәйнисламдың эсендә йәнә асыуы ҡупты. Ғәрләнде. Был һүҙҙәрҙе лә инҡар итә алмай, хәлде лә төҙәтә алмай бит инде. Ваҡыт үткән… Бер нәмә лә эшләп булмай!
Көсөн тағы ла диванға төшөрмәҫ өсөн, ашығып тупһа аша атланы. Ихатаға сыҡты. Унда ни эшләргә белмәй оҙаҡ тапанды.
Әҙерәк тынысланырға кәрәк…
Ғәйнислам тыштағы йыуынғыс эргәһендәге ярыҡ көҙгөгә күҙ һалды, үҙен саҡ таныны. Көҙгөнән уға шешенгән, унда-бында ҡутырлы урындары булған, йәмһеҙ һаҡаллы, майланып ҡатҡан сәсле йонсоу бер йөҙ ҡарай ине.
-Дәәә, рәт киткән икән минең… Бына нимәгә хатта диван минең менән һөйләшә башлаған икән? - тип көлөмһөрәне.
Шунда йылмайыуы уны тағы ла нығыраҡ йәмһеҙерәк итә икәнен күреп, көҙгө тирәһенән тиҙерәк китеүҙе хуп күрҙе. Үҙе кәүҙәһен саҡ һөйрәгәнен аңғарҙы. Әйтерһең дә, йәнһеҙ ҡалған.
Әллә, ысынлап та, йәнһеҙ ҡалғанмы икән? Ә ниңә, булыуы ла ихтимал. Ана бит, өйҙә диванға йән кергән, ә минеке - киткән… киткәндер…
Ғәйнислам тамам буталды. Кире өйгә инде.
-Һөйлә артабан хәлдәрҙе, Диван!
-Һин Зәлифәне туҡмаған көндө Сәриә, ысынлап та, ҡайтҡайны Шәйхислам ағайың менән парлашып.
Уларҙы Сәриәнең әхирәте таныштырҙы. Ағайыңды күргәс, Сәриә менән ниҙер булды. Йәнендә рәхәтлек һәм ҡыйынлыҡ тойғолары аңлайышһыҙ бәрелеште. Мөхәббәт таты ҡайтанан тәне буйлап таралды. Күңелен һыҙлатып-һыҡтатып һүнә башлаған мөхәббәт ҡуҙҙары киренән терелде, терелде лә уның йөрәген онотола башлаған ғазап уттарына яңынан һалды…
Ҡыҙ ағайыңды күргән һайын, онотолоп, һинең һыҙаттарыңды эҙләр булып китте. Ә уртаҡ һыҙаттар иҫ китмәле күп ине: шул уҡ ҡуйы ҡара бөҙрә сәстәр, шул уҡ бүлтеү ирендәр, шул уҡ төпһөҙ ҡара күҙҙәр...
Тәүге танышҡан көндәрендә үк Сәриә, асылып китеп, әллә ҡасанғы хәл-ваҡиғаларҙы теҙеп һөйләне лә ташланы.
– Һеҙҙең нәҫел мине бер тапҡыр алдағайны бит әле.
– Нисек? – Шәйхислам ысынлап аптыраны.
– Ғәйнислам ҡустығыҙ мине ташлап, аңлатмайса-нитмәйсә Зәлифә һеңлемде алды ла инде, нисек белмәмешкә һалышаһығыҙ?
Шул көндө ағайың һинең күҙҙәреңдәге төпһөҙ һағыштың серен төшөндө. Тимәк, һаман да Сәриәңде онота алмайһың. Тимәк, Зәлифә киленде тамсы ла яратмайһың, ярата алмайһың, тигән һығымта яһаны ул.
Эшкә әүрәп, Сәриәне онотҡан һымаҡ булһа ла, көндән-көн уйҙары нығыраҡ тик уның тирәһендә генә өйөрөлдө. Тора-бара һинең Сәриәң ағайыңдың да йөрәген тотош биләп алды. Сабырлыҡтарының сигенә сығып Сәриәнең ишеген ҡағыр мәлдәрҙә, һиңә ҡарата туғанлыҡ хисе уны тотоп килде. Шулай күпме дауам итер ине инде, Таймас апаң килмәһә.
Таймас ул көндө кискәрәк кенә килде Шәйхисламға. Ҡауғараҡ холоҡло был туғанын һирәк күрһә лә, Шәйхисламда уның килеүе ниндәйҙер ғорурлыҡ уятты. Шулай булмай ни, Таймас апағыҙ, күптәр өсөн буй етмәҫлек Таймас Дәминдәрович ине бит. Гел юғары урындарҙа эшләгән туғаның ерҙә һинең барлығыңды иҫләп килһен әле, бигерәк тә тыуған яҡтарҙан ситтә йөрөгәндә.
Ғәҙәттә бындай осрашыуҙар ныҡ күтәренке кәйефтә, шау-шыулыраҡ була бит ул. Таймас менән Шәйхислам да, ах та ух килеп, бер-береһенең хәл-әхүәлен һорашҡандан һуң, Таймас:
– Шәйхислам улым, бар әле, берәй ярты алып кил. Осрашыу хөрмәтенә эсмәй булмай, эсмәй булмай… – тине кеҫәһенән аҡсаларын сығарып. – Инәйеңдән гел ысҡынып булмай, ну бөгөн булдырҙыҡ.
– Эй, Таймас апа, кит әле, һиңә генә бер яртым да юҡ, тип уйлайһыңмы? Мин бит элекке студент түгел, хәҙер миндә лә араҡылар ҡунып сыға.
– Күреп торам, күреп торам… Ну, араҡы түгел, берәй йәш ҡыҙ ҡунып сыҡһа, зерә шәп булыр ине, эйе бит, әй? – Таймастың көслө тауышы бөтә ятаҡты яңғыратты шикелле, ул рәхәтләнеп көлдө.
Шунан етәкселәрсә етди төҫ менән:
– Ҡасан өйләнәһең, һин, ҡартлас? – тип һораны.
Шәйхислам ағайың был һорауҙан ҡотолоу юлдарының барыһын да белгән, тәжрибәле белгес һымаҡ:
– Бына бер матур ғына килен табып бирһәң, бөгөн үк шуға өйләнәм дә ҡуям, – тине, йәнәһе, “Эш һиндә генә ҡалды.”
Таймас Шәйхисламға хәйләкәр ҡараш ташлап:
– Шулаймы? – тине лә, тағы етдиләнде: – Ни, Шәйхислам улым, фатир мәсьәләһе буйынса килгәйнем. Сиратың еткән. Эшеңдә ҡаршы түгелдәр, унда һине абруйың да күтәрә. Тик бер сетерекле яғы бар был эштең: сират буйынса буйҙаҡтар фатирға дәғүә итә алмай… Шулай, улан, өйләнерҙәй кешең булһа, әллә йәһәтләйекме, тип килеп ултырыуым…
– Таймас апа, улай ҡапыл эшләнә торған эш түгел бит әле...
– Тимәк, күңел иткән кешең бар, әйҙә, йәһәтлә!
Шәйхислам икеләнде, улай ҡабаланырға кәрәк булыр, тип уйламағайны:
– Бар бер ҡыҙ... Тик мин уға “Алам” тип, әйтерҙән алда, хатта “Оҡшатам,” тип тә, әйткәнем юҡ.
– Ебегән! Инде башыңа сал төшә башлаған, был сираттан ятып ҡалһаң, аръяғына бер нәмә лә вәғәҙә итә алмайым, пенсияға сығырға ваҡыт еткән минең.
Шул төндә Сәриә менән Шәйхислам ағайың аңлаштылар. Береһе һөйөү утында ысынлап янып, икенсеһе һүнгән һөйөүенең шәүләһендә булһа ла йылынырға өмөт итеп ҡайтып төшкәйнеләр һин Зәлифәне туҡмаған көндө.
– Шәйхислам ағайым һоғонған икән, улай булғас, өлөштөң еллеһен…– Ғәйнислам көлөргә итте, килеп сыҡманы.
Диван уның был ҡылығын оҡшатманы, уҫалыраҡ тауыш менән дауам итте:
- Белмәйем, тегендә нисек аңлашҡандарҙыр, тик бында килгәндәрендә ул һөйләшеүгә береһе лә кире ҡайтманы. Ул төндө һине милиция алып китте, Зәлифә килен больницаға эләкте, Айсыуаҡты алып ҡайтып ҡарағайнылар, “Өйҙә йоҡлайым” тип, эңер төшкәс, атайыңды, әсәйеңде, Таймас апаңды эйәртеп ҡайтып инде улың. Өлкәндәр тәүҙә, эҙләп алып, теге балтаны оҫтаханағыҙҙың, һинең күҙеңә салынмаҫтай, мөйөшөнә илтеп һалдылар. Өйҙө еңелсә рәтләштерҙеләр. Сәй ҡуйҙылар ҙа өҫтәл тирәләп ултырҙылар. Дөрөҫөрәге, атайың менән Таймас апаң ғына ултыра алды, әсәйеңә улар менән бергәләп ултырырға яҙманы. Тәүҙә Айсыуаҡ улың менән булышты, һуңынан...
Бәләкәсең, һиҙҙермәһә лә, һеҙҙең Зәлифә менән өйҙә булыуығыҙға өмөт иткәйне. Өмөтө аҡланмағас, уныһын-быныһын оҡшатмай, әсәйеңде ҡаңғыртты.
-Әсәйем урынды улайтып һалмай…
- Әсәйем аяҡтарымды йыумайынса карауатҡа мендермәй...
- Әсәйем йоҡлар алдынан миңә әкиәт уҡый…
Өләсәһе ыңғайына торғас, яйлап тынысланғандай булһа ла, оҙаҡ йоҡламаны улың. Әсәйең, көрһөнә-көрһөнә шыбырлап, Айсыуаҡҡа әллә нисә әкиәт уҡыны. Тегеһе, өләсәһенең уҡығанын килештермәй, ҡабат-ҡабат яңынан башлатты.
-Дөрөҫ һөйләмәйһең, улай түгел,- тип мыжыны.

– Әсәйем үпәс итмәйенсә йоҡламайым, – бәләкәс баланың ғәҙәти талабы. Ейәненең был һүҙҙәренә өләсәй булған кеше аптыраманы:
– Ҡана, үҙем әсәйең өсөн үпәс итәйем, – тине баланың бер яҡ сикәһенә ирендәре менән иркә ҡағылып. – Атайың өсөн был яғыңдан әп итәйем.
Тағы ынтылғайны, сабый тыпырсынып ситкә тартылды:
– Атайым мине үпәс итһә, уның йөрәге ирей, тине әсәйем, ә мин беләм, йөрәк иреп аҡһа - ул ҡар һымаҡ бөтә, йөрәге ҡалмаһа - атайым үлә…
Айсыуаҡтың был һүҙҙәре Ғәйшәнең аңын телеп үтте:
“Аһ!..Нимәгә өйрәткән баланы, был килен!..”
Хәйер, киленен аңлай ул. Ғәйнислам менән аралары эҫенмәгәс, эҫенмәне нде. Ошо бала менән дә тота алмаҫ, ахыры…
Ғәйшәнең күҙ йәштәре атылып килеп сыҡты ла, сикәһе буйлап ағып төштө... Ейәне шуны күреп ҡалмаҫ борон тип, тиҙ-тиҙ генә ҡул һырты менән һөрттө. Барлыҡ хәсрәт-ғазаптарын күҙ йәштәре менән сығармайынса, эсенә йоторға тырышты. Быға сабыр йөрәге лә түҙә алманы, йә бына-бына күкрәгенән ысҡынып төшөр хәлдә, сығырынан сығып тәҡәтһеҙ типте, йә бөтөнләй тибешен аҡрынайтып туҡтар сиктәргә етте.
Шунан ҡапыл ул миңә, диванға, тағы йөҙтүбән ауҙы... Мин бит тәүҙә уны һәр ваҡыттағыса торор, башта үҙе йыуыныр, шунан мине таҙартыр тип көттөм, ә ул ҡабат ҡалҡынманы. Тын алыштары өҙөлдө, хәлһеҙ типкән йөрәккенәһе ҡауғаланып бер ике туланы ла, бөтөнләйгә туҡтаны...
Уны юғалта башлауымды аңлағас, үҙем этеп торғоҙорға тырыштым, сибек кәүҙәһен күтәрә яҙып дер һелкеттем, аңына килтерергә маташтым. Тик әсәйең күҙҙәрен башҡа асманы.
Мин бар көсөмә ҡысҡырҙым, атайың менән Таймасты саҡырҙым, улар ишетмәне.
Шунда иланым да, буғай, тәүге тапҡыр.
Әҙерәк иҫ йыйғас, ни эшләргә белмәй өҙәләндем... Өйҙәгеләргә хәлде нисек белгертергә белмәнем. Ҡысҡырыуҙан файҙа юҡ икәнен төшөнгәйнем инде, ишетмәйәсәктәр.
Йөрйәт итеп эргәләренә үҙем сыҡтым. Барыбер мине шәйләмәнеләр. Шәйләргә, үҙ хәсрәттәре баштарынан ашҡан ине бит. Береһе таплағанды, икенсеһе аҡлағыһы ла, аңлағыһы ла килмәй... Атайыңдың уҫал ҡарашы Таймас апаңды ашарҙай булып текләһә, Таймас апаңдың күҙҙәрендәге нурҙар ана һүнер, бына һүнер сиккә етеп, аҫҡа төбәлгәндәр ине.
Шунда үҙемдең был донъяла бары тик шаһит ҡына икәнемде төшөндөм. Был йортта булған хәл-ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты ғына икәнмен дә баһаң! Ҡыуаныстарығыҙҙың да, ҡайғыларығыҙҙың да... барығыҙҙың да кисерештәрегеҙҙең шаһиты мин...
Тик шул төндән дә ауырыраҡ башҡа төн булманы минең өсөн бында... Таң атҡансы әсәйеңдең йәнһеҙ кәүҙәһен ҡәҙерләп, һаҡ ҡына ҡыҫып ҡосаҡлап, өнһөҙ генә зар илап, әле бер мөйөшкә, әле икенсе мөйөшкә төртөлөп йөрөп сыҡтым...
Ул төндө мин кешеләр менән урынымды алмаштырған кеүек булды хатта: мин өндәшәм – улар ишетмәй, мин яндарына киләм – улар күрмәй, аңғармай, мин йөрөйөм - улар шаҡ ҡатып тик ултыра...
Әсәйеңдең йөрәге менән бергә ваҡыт та туҡтағайны шикелле ул мәлдә...
Кешеләр менән әйберҙәр араһындағы сиктәр ҙә юҡҡа сыҡҡайны...
Йәнлеләрҙең йәнен алырҙай, йәнһеҙҙәргә йән өрөрҙәй хәлдәр булғанда шул сиктәр юҡҡа сыға микән әллә?..
-Шулайҙыр...
-Беләһеңме, Ғәйнислам, тап шул төндө, мин кешеләр өсөн иң мөһиме ваҡыт икәнен аңланым. Ҡан-ҡәрҙәштәр мәнфәғәте, улар теләйме, теләмәйме, һәр саҡ уртаҡ бит. Ундай мөнәсәбәттәрҙә хәл белешергә, былай ғына аралашырға ваҡыт, форсат табыу зарур.
-Тағы миңә төрттөрәһең...
-Юҡ, быныһында һүҙ Таймас апаң тураһында. Ғүмере буйы юғары урындарҙа эшләне ул. Ваҡыты һәр саҡ тығыҙ булғанға, эш графигын да көндәрен, аҙналарын, хатта айҙарын сәғәтенә, минутына тиклем тәфсирләп бүлеп төҙөргә тура килде уға. Шул графиктан саҡ ҡына ла тайпылмаҫҡа тырышты. Абруйын юғалтмаҫҡа, кешеләрҙең ышанысынан сыҡмаҫ өсөн шулай тырышты.
-Абруй мөһимерәк булған уның өсөн, ә һин ваҡыт тиһең… Атам уны гел “Партийный берәү, послужной список берәүҙә, репутацияһы берәүҙең тап-таҙа” тип әрләй торғайны. Дөрөҫ әрләгән бит.
Диванға оҡшаманы Ғәйнисламдың былай итеп һүҙ ҡыҫытырыуы.
- Тик шул графикта үҙ тормошона, үҙенә урын да, ваҡыт та табылмаған икән.
-Үҙенә тиһең, балаһына, Сәриәгә, урын булмаған!..
Ғәйнислам ҡапыл ҡысҡырҙы. Уның һөрәне өйҙәге әллә ҡасанғы һиллекте тетрәндереп, ҡаҡ стеналарға бәрелеп-һуғылып яңғыраны:
-...урын булмаған!
-...урын булмаған!
Шаңдау диванды ла, ирҙең үҙен дә һиҫкәндерҙе, буғай, улар шымып ҡалдылар. Оҙаҡҡа түгел
- Ғәйепләйҙәрме уны йәки йөпләйҙәрме, хурлайҙармы уны йәки хуплайҙармы – мөһим түгел хәҙер Таймас апаңа... Теге төндә йәне-тәне менән бирелгән эшенең, көс-тир түгеп яулаған үрҙәренең, абруйының нисбәте юҡлығын, был донъяла бөтә нәмәнең дә ваҡытлыса ғына икәнен аңланы.
Ғәйнислам өндәшмәне.
-Ниҙер эшләйһеңме, әллә тик ултыраһыңмы, ваҡыт көтөп тормай, үтә… Шул арауыҡта кешеләр ҡартая, әйберҙәр иҫкерә…
-Йәнә миңә төрттөрәһең.
-Улайға китһә, үҙемә лә ҡағыла бит инде һүҙем. Бына ҡара, мин иҫкерәм, һин ҡартаяһың. Хәҡиҡәт бит ул. Таймас апаңды уйлайым әле һаман да.
-Уның нимәһен уйларға? Үҙен генә ҡайғыртты ул ғүмере буйы.
-Ә һин уның ниҙәр кисереп, ниҙәр уйлап йәшәгәнен белдеңме? “Үҙен генә ҡайғыртты” тип әйтерҙән алда, тием?
-Белмәнем, белергә лә теләмәйем!
Диван бары тик башланған һүҙен тамамлар өсөн генә артабан дауам итте:
-Балалары булманы Таймас апаңдың. Үҙеме, ҡатынымы түлһеҙ булды, асыҡларға, әлеге лә баяғы, ваҡыт тапманы. Үҙе яуаплы вазифа биләгәс, ҡатыны – фән кешеһе булғас, бер-береһенә эш буйынса ғына кәрәк булған кеүек йәшәнеләр. «Беҙ – хөкүмәт кешеләре»,– тинеләр ҙә баш баҫып көнө-төнө эшләнеләр. Ә ҡуйылған маҡсаттарының осона сығырлыҡ түгел ине, буғай.

Таймас ситкә йөрөмәне, биографияһына һүҙ теймәҫлек булырға тейеш ине. Хөкүмәт шулай ҡуша, етмәһә, партия ағзаһы ла булғас, ундай-бындай эштең булыуы мөмкин дә түгел.
Фәғилә менән дә бәйләнешен үҙен партияға алған көндө үк өҙҙө. Шунһыҙ ярамай. Фәғиләһе аңланы, башҡа бер ҙә күҙенә салынманы.
Ә Таймасты үрләткәндән үрләттеләр. Ғүмер буйына эшендә алмаштырғыһыҙ белгес булды. Үкенерлек йәшәмәгән кеүек ине.
Йәшерәк сағында атайың Таймас ағаһын бер ҡайтҡанында өйөгөҙҙән ҡыуып сығарҙы. Бөтәһенә лә шул нәҫел бәләһе инде. Таймас, олатайығыҙҙан ҡалған ошо йортто һатып, аҡсаһын бүлешмәк булып, матур ғына һүҙ башлағайны, атайың ныҡ туҙынды:
- Йә ҡайтып йәшәйһең, йә ҡалдырып китәһең! Нәҫел нигеҙенә сит-яттарҙың аяғын да баҫтырасағым юҡ! Миндә улдар үҫә, һиндә лә булыр,– тине.
Таймас был фекерҙәрҙең иҫкелегенә баҫым яһап ҡарағайны, атайың оторо ҡыҙҙы:
- Атай нигеҙе лә тотмаһа, беҙҙе нимә тотор? Нимә берләштерер? Әсәй-атайҙың рухын ҡайҙа итмәк булаһың? – тине. – Теге донъяла әсәй менән атайға ни күҙең менән ҡарарһың, оятһыҙ? Сығып кит, бездельник!
Таймас атайыңда нәҫелем, нигеҙем тигән хистең көслөлөгөн белгәнгә күрә һүҙҙе артыҡ ҡуйыртманы, әйберҙәрен алды ла сыҡты ла китте. Шул китеүҙән ауылға башҡа ҡайтманы. Тыштан үҙенекен һөйләһә лә, эсенән генә ҡустыһы менән килешә ине ул, ни тиһәң дә, бер ата-әсә тәрбиәһендә үҫтеләр бит.
Ваҡытында, Таймас тормошон тик тигеҙ юлдарҙан ғына алып барырға тырышып, туғандарының, һөйгәненең хис-тойғолары менән иҫәпләшмәне. Дәрәжәһен мөһимерәк күрҙе. Шулай, Ғәйнислам, хәҙер аңлайһыңдыр тием, был донъяла һәр кемдең үҙ бәхете йәки үҙ бәхетһеҙлеге…
Ир тыныслана башлағайны:
-Хәлдәр хәтәр булған икән бында, Таймас апам үлер алдынан тием…
-Шулай булды шул...
- Таймас апам әллә шуға, ҡайтып барғанында, аварияға осто микән?
-Мин дә гел шуны уйлайым. Бындағыларҙы ниндәй хәлдәргә төшөргәнен аңлап, үҙен шул тиклем ныҡ ғәйепле тойоп, ҡайтып киткәйне шул. Ҡайтып етә алманы.
-Кире ҡайтты… кире алып ҡайттыҡ…
-Эйе, әсәңдән аҙна-ун көн ҡала ерләнек… Был тиклем юғалтыуҙар атайың өсөн эҙһеҙ үтмәне. Биреште…
-Бик бирешмәгәндер әле атам. Миңә ҡарағанда күпкә шәберәктер ул.
Ғәйнисламдың тағы тәкәбберләнә башлағанын төшөнгән диван уны тыйырға булды:
-Ауыҙыңды самалабыраҡ асһаңсы, Ғәйнислам, ун биш йәшлек бала түгелһең, атайыңа ҡарата булған үпкәңде ҡуйһаңсы.
-Ә ул миңә атай булып нимә эшләне? Бер нәмә лә эшләмәне! Өлөшһөҙ ҡалдырҙы - шул булды уның бар эше!
-Нисек өлөшһөҙ ҡалдырһын инде? Өлөшһөҙ ҡалдырһа, һине бына ошо йорттан ҡыуып сығарыр ине. Ул, киреһенсә, иң оло өлөштө һиңә бирҙе, тиһәң дә була. Атаһының нигеҙен һиңә ҡалдырҙы, нәҫел нигеҙен һиңә тапшырҙы! Һин генә шуны тейешенсә аңламайһың.
-Ха! Бысағымамы миңә нәҫел нигеҙе! Иҫке - ул һәр ваҡыт иҫке инде ул! Берәүгә лә иҫке кәрәкмәй!
-Ҡыҙыҡ ҡына фекер йөрөтәһең һин, Ғәйнислам. Тиҫкәренең тиҫкәреһе, арҡырының арҡырыһы инде үҙең. Шул ҡарышыуыңды ҡасан ҡуяһың? Кемгә нимә иҫбат итмәксе булаһың? Бер кем дә яныңда ҡалманы бит инде. Барыһы ла эргәңдән китеп бөттө. Береһен дә түҙертмәнең. Ана, ҡара, алдыңда Зәлифә килендең урынында шешә, Айсыуаҡ улыңдың урынында ҡырлы стакан ултыра...
Дивандың һүҙҙәре шунда бүленде. Соланда кемдер йөрөй ине, өйгә инергә ҡабаланмай ҙа, булһа кәрәк. Аяҡ тауышы өйҙөң ишеге тапҡырында туҡтаны. Бер аҙҙан ишекте теге яҡтан һаҡ ҡына тарттылар, яртылаш асылғас, уны ипләп кенә ҡыбырлаттылар, әйтерһең дә, шулай меҫкен ишектең ҡасан өҙөлөп төшөрөн самаланылар. Ғәйнислам да, диван да һағайып инеүсене көттө. Уларҙа “Кем булыр?” тигән ҡыҙыҡһыныу үҫеп өлгөргәнсе ишек киң асылды ла, соланда йөрөүсенең кәүҙәһе тулыһынса пәйҙә булды. Ғәйнислам тертләне. Атаһы тора ине унда!
Аталы-уллы икәүҙең ҡараштары сәкәште. Ул булғаны ырғып торҙо, атай булғаны, иҙән таҡталарын шығырлатып, ауыр баҫып өйгә инде. Диван өнһөҙ йорт йыһазы хәленә күсте.
Тамағына ғырылдау ауазы килеп тығылғанға тиклем Ғәйнислам:
-Һаумы, атай! - тип кенә әйтә алды.
-Һаумын...
Бар әңгәмәләре ошо булды. Ҡарт буш өй уртаһында туҡтаны. Көрһөндө. Бер улына, бер унда-һанда аунашып ятҡан буш шешәләргә ытырғанып ҡараны. Өндәшмәне. Ғәйнислам башын аҫҡа эйҙе. Хәҙер тағы әрләр инде уны атаһы... Шуны булдырмаҫ өсөнмө, Ғәйнислам тағы тауыш бирҙе:
-Атай...
Улының тауышы ҡартты һиҫкәндерҙе. Ул әйләнеп улына ҡараны. Иҙәндә аунап ятҡан шешәләрҙең береһе аяғына эләкте. Тибелеп, тәгәрәп китте лә диван аҫтында туҡтаны. Унан тоноҡ ҡына зыңлаған тауыш сайпылып ҡалды.
-Атай...
Әйтерһең дә, яңы ғына ошо һүҙҙе әйтеп өйрәнгән дә, нығытыр өсөн ҡабатлай ҙа ҡабатлай...
Ғәлиәстең асыуына тейҙе был.
-Нимә, атаң иҫеңә төштөмө?
Ғәлиәс уны, һәр ваҡыттағыса иҫереккә һанап, һөйләшеүҙе башланмаҫ борон уҡ тамамларға булды. Улының ни әйтерен ятлап бөткән ул, биҙрәгәнсе тыңланылған иҫерек хәбәрҙәрен. Айныҡ сағында ла әҙәмсә һөйләшеүгә өмөт ҡалмаған. Шуға ла хәҙер улының да хәбәрен һанға һуҡмай, үҙе лә өгөт-нәсихәт уҡымай. Бары тик Ғәйнисламдың иҫәнлеген тикшерергә генә керә бында, әллә үлерен көтәме?! Тын ғына килеп инә лә, тын ғына сығып китә торғайны. Ғәйнислам йә йоҡлап ятыр, йә иҫен юйғансы эскән булыр ине. Бөгөн икенсе төрлөрәксе. Эсеренә тапмаһа, айнығып бара микән әллә, тип уйланы ла үҙе лә һиҙмәҫтән:
-Зәлифә килендең урынына шешә, Айсыуаҡ улымдың урынына стакан ултыртҡас! - тип өҫтәп ҡуйҙы.
Дивандың иҫе китте.
“Тыңлап торғанмы әллә?”
“Минең һүҙҙәремде ҡабатлайсы.”
“Булмаҫ!.. Юҡ!..”
“Әллә ишеткән микән?”
“Ишеткәндер!.. Ишетмәһә, мин әйткәнде ҡабатламаҫ ине бит был ҡарт...”
Диван бер Ғәйнисламға, бер Ғәлиәскә һораулы ҡараны ла, кинәт һүҙ ҡыҫтырҙы.:
-Мин дә шулай тинем шул!..
Ғәлиәс ҡарт һиҫкәнде.
Ғәйнислам атаһына һиҙҙермәй генә, диванға ҡарап, һуҡ бармағын ауыҙына тапҡырлап, ым бирҙе:
“Өндәшмә!” - тиеүе ине.
Диван шымды.
Ғәлиәс ҡарт ҡапыл ни булғанын төшөнөп тә етмәне. Кемдер һүҙгә ысынлап ҡушылдымы, әллә шулай тойолдо ғынамы, аңламай ҡалды. Әммә тауыштың ҡатыны Ғәйшә мәрхүмдекенә оҡшағанын аңлап өлгөрҙө. Шул тәьҫир иттеме, әллә башҡа сәбәпме, ҡарт үҙенең кинәт хәлһеҙләнә башлағанын тойҙо. Диванға барып ултырмаҡ булды. Тик сүгәләп тә өлгөрмәне, Ғәйнислам кейек етеҙлегендә атаһына барып йәбеште. Елтерәтә тартып диван яғынан һөйрәгән ыңғайы уҡ ситкә этте. Ныҡ этте. Ғәлиәс ҡарт тәүҙә албырғап ҡалды. Әҙерәк иҫен йыйғас, башынан “туҡмарға йыйыналыр был мине” тигән уй йүгерҙе. Тик тегеһе атаһына боролоп та ҡараманы. Әле генә атаһы ултырырға йыйынған урынды тарамыш ҡулдары менән һыпыра ине:
-Ултырма был диванға! Ултырма! Уға ултырырға ярамай! Ярамай, белдеңме.
Ғәлиәс ҡарт бөтөнләй аҙап ҡалды. Тик күпкә түгел. Ҡыҙыу халәте еңде.
-Ниии-мәәә?!
Ғәйнислам диванды рәтләүҙән туҡтаны.
-Һин мине собственный диваныма ултыртмайһыңмы?

Ғәйнислам атаһының ни әйтһәң дә, аңламаясаҡ хәлгә еткәнен төшөндө.
-Хәләл аҡсама мин һатып алдым уны! Һинең һатып алған бер нәмәң дә юҡ бында!.. Хужа булғың килгәс, булғанын ҡоротмайҙар уның... Минән, хатта минең атайҙан ҡалған донъяны ҡайҙа иттең?..
-?!
-Боғаҙыңа тыҡтың! Нисек һине ер күтәрә?..
-?!
-Ир тигән исемең нисек һинән ғәрләнмәй?..
-?!
-Тьфү!.. Ир түгел һин!.. Кеше лә түгел!.. Сығып кит!.. Хәҙер үк сығып кит минең өйөмдән!!!
Бер элгесендә генә эленеп торған ишек шап ҡаҡлыҡты ла, дөбөр-шатыр төшөп китте. Ул өҙөлөп төштө. Ғәлиәс, ҡысҡыра-ҡысҡыра сығып барғанында, йән асыуы менән япҡайны шул уны...
Ғәйнислам иҙәнгә ултыра төштө... Ярһып-ярһып та, атаһының был тиклем ярһығанын күргәне юҡ ине әле.
Ә бит Ғәйнислам бары тик диванға ғына уны ултырта алманы... Үҙенә күп нәмәләрҙе төшөндөргән, уны аңлаған, инде серҙәшенә әйләнгән йән эйәһенәме, йәнһеҙ нәмәгәме генә ултырта алманы. Шул ғына.
Диван да телдән яҙҙы. Ғәлиәстең асыуын аҡларҙай, Ғәйнисламды йыуатырҙай һүҙҙәр таба алманы. Бары тик уға башын һалып иҙәнгә һуҙылып төшкән Ғәйнисламды ипләп кенә ҡосаҡланы.
-Өй ҙә ҡалмаһа, миңә нимә ҡала, диван? Бер нәмә лә ҡалмай бит!
-Бер нәмә лә ҡалмай!..
-Бер нәмә лә ҡалмай!..
-Бер нәмә лә ҡалмай!..
Ҡаҡ стеналар ҙа был хәҡиҡәтте ҡабул иткеһе килмәгәндәй, ошо һүҙҙәрҙе бәреп-һуғып ҡабатлатты.
Ғәйнисламдың йәнә тыны ҡыҫылды. Йәнә ниндәйҙер көслө тулҡын бөтә тәнен тартыштырып әллә ҡайҙарҙан ҙур бер төйөндө өҫкәме, аҫҡамы этеп алҡымынан алды, быуҙы... Шул ҡыҫымға бирешмәҫкә тырышҡан Ғәйнислам, түҙер хәле ҡалмағас, йәнә сайҡала башланы. Сайҡалған ыңғайы, һулыш алған һайын эсендә ҡыҫылған баяғы тыны тәүҙә һыҙланыу ҡатыш ыңғырау булып сыҡһа, кинәт тауышын ҡуйыртҡан үкереү булып хәтәр урғылып сыҡты:
-Уууу!!!
Ир йән асыуы менән ҡапыл алға ынтылды. Ярым емерек ултырғыста хужаларса ултырған самогонлы стаканды алып әйләнде лә оло нәфрәт менән стенаға бәрҙе. Селтер-р-р...
Диван өҫтөнә быяла ватыҡтары ҡойолоп төштө. Ғәйнислам ҡурҡты. Кемгә-кемгә, ә диванға йәберен төшөргөһө килмәгәйне. Ҡабаланып дивандан ярсыҡтарҙы йыйып алырға маташты.
-Ғәфү ит мине, диван, ғәфү ит...
-Зыян юҡ, балам! Зыян юҡ, балам!
Тик Ғәйнислам ғына кемдәрҙелер тыңлар сиктәрҙе үтеп киткәйне шикелле... Йөҙө үҙгәрҙе. Хәрәкәттәре киҫкенләште. Быяла ватыҡтарын устарына ҡыҫты. Бармаҡтары араһынан ҡан һарҡты.
-Ә мин китмәйем! Мин бер ҡайҙа ла китмәйем! Миңә булмағас, уларға ла ҡалдырмайым... Береһенә лә бирмәйем...
Ғәйнислам, шулай һөйләнеп, атылып тышҡа сығып китте. Күп тә үтмәй, бер ҡосаҡтай аламаны, һөйрәп индереп, өйҙөң уртаһына быраҡтырҙы. Тағы сыҡты. Тағы инде. Өйөмгә иҫке - моҫҡо ташланы.
Диван ирҙе аңына килтермәк булып, өҙәләнеп-өҙәләнеп:
-Ҡуй, балам, тыныслан! Кемдең атаһы кемгә асыуланмай? Бына күрерһең, бер-ике көндән йәнә килер... “Йәшә ошонда, улым”, тиер...- тип әйтеп ҡараны.
Ғәйнислам башын ғына сайҡаны, үҙе өйгән өйөмдө урап ҡарап сыҡты. Оҡшатманы. Өйөмдөң иң өҫтөнә теге ярым емерек ултырғыстарҙың береһен, шунан икенсеһен ырғытты. Шунда ғына эшенән ҡәнәғәт ҡалды шикелле, аламанан күҙҙәрен алмайынса ғына диванға яуап ҡайтарҙы:
-Һин, диван, борсолма! Мин һине тышҡа сығарып ҡалдырам. Берәйһе һине алыр. Файҙаң тейерлек әле. Изгелегең дә әллә нисә хужаға етерлек. Минең һымаҡ йүнһеҙгә ҡарап йөрәгеңде бөтөрөп ултырмаҫһың, һәр хәлдә.
-Балаҡай, миндә йөрәк юҡ бит...
-Бар! Һиндә ниндәйерәк йөрәк бар! Һин хатта үҙең күҙ алдына килтерә алмайһың...
Ҡалманы үртәп ебәрә алмай оҙаҡ ҡына интекте ир. Әллә нисә шырпы һыҙып ташланды... Аҙаплы, алама араһындағы бер майлы сепрәккә ут тоҡанды. Ялҡын күтәрелде. Бер мәлгә генә туҡтағандай булды ла, “Рөхсәт булғас, ярай,” тигәндәй, сепрәк-сапраҡты тотош ялмай башланы. Ут көсәйгәндән-көсәйә барҙы. Уның һайын Ғәйнислам да нығыраҡ ярһыны. Яна башлаған сепрәк-сапраҡты буш өй буйлап тегеләй-былай һөйрәп ҡуҙғытты, үҙе шашып тантана итте:
-Ян! Ян, әйҙә!.. Мине лә ҡуша яндыр!.. Ҡотолһондар!.. Бөтәһе лә ҡотолһон!.. Алкаштан, бездельниктан ҡотолһондар...
Диван аҙарынып-аҙарынып ниҙер ҡысҡырып ҡарағайны ла, Ғәйнисламдың ярһыу тауышы уныҡын күмде. Ҙурайғандан-ҙурая барған ут ялҡыны уларҙың үҙҙәрен дә, һүҙҙәрен дә йота башлағайны...

***
–…Эскесегә ни булһын? Ята, ана! Тотош ауылды үртәп ебәрә яҙҙы. Әйттем инде Ғәлиәскә, “Йорттарын бик яҡын һалаһың, ” тиеп, “Яҡын йәшәйҙәр,” имеш, “Ҡатнашалар”, имеш. Бер төптән ҡорота яҙҙы беҙҙе бынау алкашы…
Ошо һүҙҙәр Ғәйнисламды ысынбарлыҡҡа алып ҡайтты, айнытты. Ул күҙҙәрен асты. “Йә Хоҙай, теге донъяла ла әрләнер ҙә йөрөр микән ни? Үлгәс, бер ни кәрәкмәҫ, бер кем борсомаҫ”,– тиһә…
Бәй, бында ҡояш та бар икән, ағастар, өйҙәр, кешеләр ҙә шул уҡ…
Ғәйнислам ҡалҡынып ултырҙы. Тирә-яғын байҡаны. Улай-былай йүгергеләгән күрше-күләнен таныны. Уларҙың ғауғалашҡанына аптыраны.
Ҡаңғырыҡ. Әллә ни тиклем халыҡ уларҙың ихатаһында геү килә. Кемеһелер биҙрә тотҡан, кемеһелер көрәк эләктергән дә нимәгәлер хәүефләнеп ҡарайҙар. Ғәйнислам да шул яҡҡа күҙ һалды. Уның өйө урынында бүрәнәләре ҡап-ҡара булып көйгән, тәҙрә, ишек урындарынан ҡуйы төтөн быҫҡыған, ҡыйығы бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан йорт ғәләмәте ултыра. Ирҙең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
-Диван! Диванды ҡотҡарырға кәрәк!
Ғәйнислам кинәт ырғып торҙо ла, халыҡ араһынан йылдам үтеп, өй эсенә ташланды, кешеләр уны тотоп өлгөрҙө. Ул бар көсөнә уларҙан ысҡынмаҡ булып тартҡылашты. Тик көслө ҡулдар уны ебәрмәне, шунда ул:
– Диван! Диванды алып сығырға кәрәк! – тине ергә сүгәләп.
– Һуң, үҙең алып сыҡҡанһың бит уны, шунда йоҡлап ята инең дә...
Нурислам ағаһының тауышын таныны Ғәйнислам. Тегеһе эргәһенә килеп баҫҡан.
Ихата уртаһында өйгә арты менән торған диванды күргәс, Ғәйнислам икеләнде:
– Мин түгел, ул мине алып сыҡҡандыр, Нурислам ағай.
– Эй, ҡустым, диван нисек һине алып сыҡһын? Атламай ҙа баһаң...
Ағаһы ихлас йәлләй ине ул ҡустыһын был мәлдә.
Ғәйнислам башҡа өндәшмәне, уны барыбер аңламаҫтарын төшөндө. Бәлки, ул ысынлап та һаташалыр…
Ул ипләп кенә аяҡтарына тороп баҫты, ҡараштары менән ниҙер эҙләгәндәй, ян-яғына ҡаранды.
Башын юғары күтәреп, халыҡ өйөрөн күкрәге менән йырып үтеп, атаһынан ҡалған оҫтаханаға ҡарай йүнәлде. Һирәк асылған ишекте ауыр шығырлатып эскә үтте.
Әҙгә генә туҡталғандан һуң, мөйөштән инде тут баҫҡан теге балтаны ҡулына алды. Ҡалтыранған ҡулдары менән уның үткерлеген самаланы…

 
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: