+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Ноябрь 2022, 20:00

Ҡомаҡ

Әфтәх бабайҙы туберкулез диспансерына тиҙ ярҙам машинаһында килтерҙеләр. Һуғыштан ҡайтҡас, ауыл көтөүен көттө ул. Таң һарыһынан, ҡояш ҡалҡыр-ҡалҡмаҫтан уянырға ғәҙәтләнгән шуға ла. Тауҙан тауға артылып, гүйә, ул мал артынан бармай – яңы офоҡтарҙы аса. Һәр бейеклек артында монар һымаҡ һуҙылып ойоп ҡына яңы донъя, мөғжизә ятҡан кеүек тойола ине уға. 

Ҡомаҡ
Ҡомаҡ

Тирә-яғын байҡап тора ла, күкрәгенә тулышҡан нурҙы һулҡылдатып тышҡа бөркә. Таштар йәйләнеп, күҙ алдары йәйғор төҫтәре менән балҡый башлай шунан.

Һә-әй, үтә шул ғүмеркәйҙәр... Бирешмәгән дә булыр ине, әбейе үлеп ҡуйҙы. Ҡалалағы ҡыҙы, үҙҙәренә барып йәшәргә күндерә алмағас, тәүҙә йыш-йыш ҡайтҡылай ине. Аҙаҡ, ни хәл итәһең, уның да үҙ донъяһы, һирәкләне. Бына шунда һиҙҙерҙе үҙен һуғыш касафаты. Боҫоп ятҡан йылан. Сәңке башын ҡалҡытты ла, үпкәһен имә башланы. Быуылып кәркелдәүгә нисек тә түҙер ине ул, сәсәгәндә ауыҙын баҫҡан ҡулъяулыҡта ҡып-ҡыҙыл ҡан тамсылары ҡотон осорҙо. Ҡан, әйтерһең, уның хәтерендә ятҡан ҡанлы биттәрҙе аҡтарҙы, бәғер итен телде... Һуғыш яланында үҙен ҡосағына алам тип ынтылған Әжәлдең ҡанлы күҙҙәренең зәһәр ялтырауын күргәндәй булды ул ошо ҡан тамсылары аша.

...Ун ете йәшендә алдылар Әфтәхте фронтҡа. Бер ай учебка үткәндән һуң, туп-тура ут эсенә юлланылар. Бәхетһеҙлек шунда уҡ янап торған: тотош дивизия фашистар ҡамауында ҡалды. Генералдар, кораблдән ҡасҡан ҡомаҡтарҙай, самолетҡа ултырып, ҡамауҙан ысҡынды. Командирҙар сараһыҙҙан погондарын йолҡа, докуметтарын яндыра башланы. Танкылар яна, ер яна, мәйеттәр яна. Әфтәх уҡшый, төкөрә, ауыҙы тулы ҡан... Ҡолағы ишетмәй. Үлем уға ҡан еҫе менән килә. Өҫтөнә яуған мина ярсыҡтары аҡтарған тупраҡ та үҙенә үлемдән ебәрелгән ҡарағош кеүек ҡаҙалды. Тик йәнен ала алманы. Шунан концлагерь тотҡоно. Ҡаҡ һөлдәгә ҡалдырып, күҙҙәренең нурын, йәшәүгә өмөтөн һүндерә алмаған тамуҡ. Үпкәһен серетеүсе туберкулез. Инглиздәр ҡотҡарҙы уларҙы. Бөйөк Еңеүҙе ул Англияла ҡаршыланы. Ҡайтҡас, Алыҫ Көнсығышта ике йыл хеҙмәт итте, үпкә сиренән госпиталдә ятып дауаланды.

Ауылда «Пленник!» тип йөҙөн йыртыусылар ҙа табылды. Хатта бер нисә йыл рәттән кемдеңдер ҡотҡоһо менән ауыл клубында үткән Еңеү көнө байрамына ла саҡырманылар. Башын баҫып эшләп тик йөрөнө. Кәләшһеҙ ҡалманы шулай ҙа. Күрше районда йәшәүсе апайына ҡунаҡҡа барғанда еңел һөйәкле, ҡуңыр йөҙлө Санияны күреп ҡайтты ла ипләп кенә күрше еңгәнең ҡолағына төшөрҙө. Хәбәр тиҙ арала апайына барып етте, тегеһе ҡыҙҙы үҙ яғына ауҙарҙы. Риза булды, Әфтәхте яҙмышы тип ҡабул итте Сания. Ишле ғаиләнән ине ул. Атаһы һуғыштан ҡайтмағайны.

Улы Әхмәттең малайҙар менән ҡанға туҙғансы һуғышып ҡайтыуын хәтерләй. Иманын уҡытырға әҙерләнгәйне: «Әйтмәһендәр, «пленник балаһы» тип әйтмәһендәр», – тип илап ебәрҙе ғәрлегенән. Шунда үҙе лә күҙенә йәш алғайны. Үҙем теләп бирелмәнем, ғәйебем юҡ, әсир төшөүем минең ҡурҡаҡлыҡтан түгел, тип аңлатты улына. Аңланымы бала, юҡмы... Әхмәттең тос йоҙроғон танып өлгөргән малайҙарҙың да өнө тығылды. Әхмәт әрһеҙ үҫте. Командир булырға хыялланды. Хеҙмәт итергә китте лә, Алыҫ Көнсығышта торҙо ла ҡалды. Мәрйәгә өйләнде. Бер генә бөртөк ҡыҙҙары Сәлиә Сибайҙа йәшәй. Кейәүе – таусы.

...Элек ҡылғанлы дала йәйрәп ятҡан ошо ерҙә гөрләп ҡала үҫеп сығасаҡ, тиһәләр, һөйләмә бушты, тиер ине. Әле бына һуңғы ҡырҡ йылда ҡалҡҡан ҡаланы тәүләп күреүе. Әфтәх ҡарт больница тәҙрәһе аша бейек-бейек ҡупшы йорттарға хайран ҡалып баҡты. Шәфҡәт туташы:

– Ҡыҙыңдың адресын бир әле, олатай, – тигәс, түш кеҫәһенә тығылып, ҡағыҙ киҫәге сығарҙы.

– ...Сәлиә мин тип ауылға ыҙалап ҡайтып йөрөмәһен, – тигән булды ул ғәйепле төҫ менән.

Бына шәфҡәт туташы оҙон ҡолғаға аҫылған шешәнең осондағы энәне ҡарттың беләгендә бүртеп торған ҡан тамырына ҡаҙаны. Энәне, әйтерһең, уның йәненә ҡаҙанылар. Ҡарт сытырҙатып күҙен йомдо. Үҙе көткән сикәнес үлем тап ошо энә осонда эленеп торған кеүек тойолдо уға, керпектәре ҡурғаштай ауырайҙы, тәне бер ҡауырһынға әйләнде лә сөмбәйгә һөйрәй башланы.... Әммә был тойғо яйлап икенсеһе менән алышынды. Шешәнән, гүйә, тере тамсы аҡты, яйлап ҡына тәненә һут йүгерҙе, сикәләре яныуын, табандары йылынып китеүен тойҙо. Ҡыҙыңа хәбәр итербеҙ, тигәйнеләр. Уныһы өтәләнеп килеп еткән булыр...

Шәфҡәт туташы энәне тәненән һурып алып, беләген мамыҡ менән ҡуша бөгөргә ҡушҡас, стенаға боролоп ятып, иҙрәп йоҡоға талды.

* * *

Тиҙ теремекләнде ҡарт. Тәҙрә төбөндә оҙаҡ ҡына баҫып тора башланы. Тышта күҙҙе ҡыҙҙырып емелдәп ятҡан ҡарға, бәҫ ҡаплаған ағастарға тәү күргәндәй итеп текләне. Бер-береһен уҙып осҡан турғайҙарға һоҡланыу менән баҡты. Ҡояш нурҙарының һүренке йылыһынан ҡәнәғәтлек кисерҙе.

Карауатынан тормай аунаған ир үҙе әйтмешләй «ментурала» эшләгән. Асыуы ҡайнап тора, кем килеп төртөлһә лә, ҡысҡыра, аҡырына башлай. Бигерәк тә тимер рәшәткә артында ултырғандарҙы ене һөймәй. «Атып бөтөрәм уларҙы, заразы таратыусы ҡоротҡостарҙы», – тип тештәрен шығырҙата. Ауырыуҙы шуларҙан йоҡторҙом, ти. Ә был яҡта ятҡан әзмәүер бында ҡышларға тип килгән. Фатирыма ярты йылға кеше индерҙем, ти, үҙе иҫерткесте һемереп ята. Әфтәхтең һулаҡай күршеһе бөтөнләй өйһөҙ. Тажикстандан күстек, ти. Быуылып йүткерә. Уң яҡтан бер йәш егет урын алған. Биш йыл ултырып сығырға өлгөргән. Шау һөйәк, бахырың. Ҡолағына нимәлер тығып тыңлай. Күңеле булһа, ҡулдарын болғап, ҡыйшанлап та ала.

Йәштәр... Еүеш танауҙар, тиер инең, кисә генә арғы койкалағы егеттең шәм кеүек һүнеүенә шаһит булды. Бер сәғәт эсендә үпкәһен ҡоҫоп бөттө, һин дә мин ине. Күҙен асып ниңә тынып ҡалды икән, тип эйелгәйне ҡарт, быяла күҙҙәрҙә Әжәлдең зәһәр йылмайыуын күргәндәй булып, артҡа сигенде. Сирҡанып, күҙҙәрен сытырҙатҡансы йомдо. Ҡытыршы усы менән егеттең бәбәктәрен һыпырҙы. Санитарҙар дөбөр-шатыр йүгереп килеп ингәндә, ҡарт ауыҙ эсенән нимәлер мөңгөрҙәп уҡый ине. Доға булдымы ул, әллә былай ғына һөйләнеүе инеме? Бына шул еүеш танауҙарҙы, донъя күреп, Иҙел кисмәгәндәрҙе лә аямай Әжәл. Ваҡыты етһә, китә лә бара кеше.

Әфтәх ҡарт яйлап коридорға сығып ултырырға, ундағы кешеләрҙе күҙәтергә лә күнегеп китте. Ауыҙҙарын сепрәк кеүек нәмә менән бәйләп йөрөйҙәр бындағы шәфҡәт туташтары. Ҡурҡаларҙыр. Улай тиһәң, шуларҙан Зоя тигән бер һылыу сирле егеткә ғашиҡ булып, кейәүгә сыҡҡан, тип тә һөйләйҙәр.

«Аҙна аҙағында алып ҡайтырбыҙ, атай, мунса инерһең рәхәтләнеп, тигәйне ҡыҙы. Бөгөн кесаҙна ғына», – тип уйланы ул эстән. Теге ҡыҙыҡ ҡарт, Сканворд ҡарт, тиҙәр үҙен, коридорҙағы диванға ҡунаҡлаған. Нисәмә ҡарама – ҡулында гәзит тә ҡәләм. Нимәнелер иҫәпләй, сығара. Әфтәх яйлап ҡына Сканворд янына килеп ултырҙы. Уның нимә менән мауығыуын белергә теләгәндәй, яҡыныраҡ шылып, ҡағыҙына күҙ төшөрҙө. Яйлап ҡына һүҙ башларға ине иҫәбе.

– Көндәр ҙә яҙға тарта, ахыры, Ҡояштың нуры яман, – тигән булды.

Тегеһе ҡулындағы ҡағыҙынан айырылмай ғына коридорҙа ҡапыл пәйҙә булған тауыштарға, оҙон-ҡыҫҡа һындарға ымланы:

– Ҡара әле һин уны, закон да юҡ, шурт та юҡ уларға, нисек кенә ҡыланмайҙар, – тине бер аҙға ҡулындағы ғәләмәтен дә онотоп.

Бына һонтор егет яурынына келәм йөкмәп, өсөнсө палатаға инеп китте. Икенсе берәүһе ҡара ҡумта күтәреп индерҙе. Коридорҙағылар, был ни ғәләмәт булды, тигән шикелле муйындарын һоноп күҙәтте: палатаға йәнә бәләкәй генә ҡумталар ҙа, быяла һауыттар ҙа ташылды. Шар асыҡ торған ишек аша келәмдең иҙәнгә йәйелеүен, ҡумтаның йәтешләп өҫтәлгә ҡунаҡ-лауын шәйләнеләр. Сканворд ҡарт телен шартлатты:

– Вәт әй, бында ла йәшәһәләр йәшәйҙәр бит. Байҙар бар урынды ожмахҡа әйләндерә ала, – бармаҡтарын шығырлап торған ҡағыҙ аҡсалар тотҡандағы кеүек бер-береһенә ыуғылап алды. – Бөтәһе лә һатыла!

Әфтәхкә ҡыҙыҡ ине. Оҙонса буйлы, ас яңаҡлы егеттең өтәләнеп йөрөп донъя бөтәйтергә тырышыуы, үҙен ер кендеге кеүек хис итеп, бер туҡтауһыҙ кеҫә телефонынан һөйләшеүе... Ә иң әкәмәте – бая ғына улар индергән ҡара ҡумтаның мең төрлө йәйғор төҫтәрендә балҡып ултырыуы ине. Донъя тап үҙенең төҫтәре менән балҡый, хатта ҡәҙимгенән саҡ ҡына сағыуыраҡтыр ҙа, бәлки. Ҡарт шул балҡышҡа, төҫтәргә арбалып, үҙенең нисек шул палатаға ингәнен, ишек төбөндә ултырған йомшаҡ креслонан урын алғанын һиҙмәне лә хатта, ауыҙын асып, шул мөғжизәгә текәлде... Төҫлө телевизор тигәндәре шул булалыр, күрәһең. Ишеткәне бар, ләкин бер ҡасан да күргәне юҡ ине телевизорҙың төҫлөһөн. Мөғжизә икән!

Ыуыҙ үлән кеүек йомшаҡ келәмде иҙәнгә йәйгән, суҡынғыр. Шул ваҡыт ҡарттың күҙ алдында бер нәмә ялт итте. Ысын, ысын, ҙу-ур ҡомаҡ әллә ҡайҙан килеп сығып, теге малайҙың тәпешкәһен эләктереп алды. Ах, йота, ҡәһәрең, тигән уй телеп үтте ҡарттың мейеһен. Әллә ҡайҙан уянған бер ҡөҙрәт иҙәндә ятҡан гантелгә йәбештерҙе лә йән көсөнә шул уҫлаптай тимерҙе теге йыртҡысҡа елгәртте. Барып тейҙе ул имәнес йәнлектең ҡаҡ маңлайына. Ап-аҡ эсен күрһәтеп тәгәрәп китте мәхлүк, йомшаҡ тәпәйҙәре генә тартышып ҡуйҙы, ауыҙы ситенән урғылып ҡып-ҡыҙыл ҡан йүгерҙе.

* * *

Асҡалаҡ яңаҡлы, сәсе тап-таҡыр итеп алынған Сергей был ваҡытта йәнә лә кеҫә телефонына өңөлгәйне. Теге аҙнала ғына ҡайтып төштө ул зонанан. Һүҙҙәрендә торҙо братоктар, иң шәп «аттар»ҙа ҡаршы алдылар, өрмәгән ергә ултыртманылар. Яман сир эләктереүе хаҡында әйткәс, тыныслыҡ, йылы урын буласаҡ, телевизор ҡарап, түшәмгә төкөрөп кенә яңғыҙың бер палатала ятасаҡһың, тип яурынынан һөйҙөләр. Дауалан ғына, сығыуыңа иң шәп «ат» һинең ҡулда буласаҡ, иң матур фатир әҙерләнгән, бөгөндән барып ҡарай алаһың, төшөмлө эшкә йөрөйәсәкһең, тип ышандырҙылар.

Теге ваҡыт, банк талап иткәс, барлыҡ ғәйепте үҙ өҫтөнә алғайны ул. Улар өсөн язаһын күтәрҙе, хәҙер, әйҙә, ҡыбырлаһындар! Сергей телевизор ғына ҡарап ятҡыһы килмәй. Шул саҡ ул телефонына үрелде лә ҡатып ҡалды. Төпөш кенә бер ҡарт уның палатаһына инеп, аяғын кирә баҫҡан. Герой тиерһең! Туҡта, нимә ҡарай икән ул унда!

– Сема! – Иҙәндә аунап ятҡан ҡомаҡты күргәс, Ҡолғаның күҙе аларҙы, үҙен-үҙе белмәй, йәнлеккә ҡапланды, устарына һалып, йәнһеҙ икәнлегенә ышанғас, уның ҡанлы ирендәренән үбә башланы. Шунан ҡулында гантель тотоп, бер яҡта аптырап баҫып торған ҡартҡа утлы ҡарашын атты.

– Ҡанһыҙ, фашист, нимә эшләттең һин Семаны? Ул – үлгән! – тип аҡырып илап ебәрҙе.

Ҡарт ҡойолоп төштө. Башын тотоп, креслоға ултырырға итте. Ҡулындағы гантеле тып итеп иҙәнгә төшөп китте. Ҡолға оторо ярһыны, ултырғысты тибеп осорҙо, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ишек төбөндә ятҡан икенсе гантелде эләктереп, ҡарттың башына елгәрҙе...

Гүйә, күҙ алдындағы мең төҫтәре менән арбап ултырған телевизорҙы һүндерҙеләр, ҡан, баяғы уҡшытҡыс ҡан уның ауыҙ эсенә тулды, ҡолаҡтары буйлап аҡты. Тәне ҡауырһындан да еңеләйҙе лә оҙон коридор буйлап осто. Шунан тағы салт яҡтылыҡҡа юлыҡты. Әбейенең шат йөҙө күҙенә салынды. Арыраҡ әсәһенең, атаһының йөҙҙәре күренде...

Ә Сергей һаман тыныслана алманы, әллә кемдәренә шылтыратып та өлгөрҙө шул арала.

– Нисек аңламайһың, уның менән утты-һыуҙы бергә кистек, икмәкте бергә бүлештек, көндәрҙе, сәғәттәрҙе һананыҡ... Һәм бына, иреккә сыҡтыҡ, тигәндә, нисек ҡайғырмаҫһың... – Ирендәрен ул йәнә мәхлүктең ҡанлы ауыҙына тейҙереп алды.

Шул ваҡыт, шау-шыуҙы ишетеп, санитарҙар йүгереп килде. Ҡанһырап иҙәндә ятҡан бабайҙың пульсын тотоп ҡаранылар ҙа, һөйрәтеп, коридорға сығарып һалдылар...

Фото: livennov.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: