+18 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
26 Ноября 2022, 06:00

Полиционер

Мансаф ҒИЛӘЖЕВ Хикәйә Инде тынысланып, үҙ көйөңә генә йәшә­йем тиһәң, Рәсәй­ҙә нимәлер килеп сыға: йә аҙыҡ-түлеккә, йә фа­тирға, йә бензинға, йә мунсаға, йә транспортҡа хаҡ­тар күтәрелә. Бындай үҙгә­рештәр, әлбиттә, шыма ғына баш­ҡарыла.

ПолиционерПолиционер
Полиционер

Быларына ла күнегеп бөтөп барғанда Ғәбделкәрим икенсе, һис көтөлмәгән яҡтан башына тондороу алды. Ул – милиционер. Ябай милиционерҙарҙан да һаналмай, ә эске эштәр бүле­ген­дә енәйәтселеккә ҡаршы көрәшеүсе етәксенең урынба­ҫары. Эйе, эйе, ваҡытын нисек үткәрергә белмәй аптырап ултырыу, йә тыз-быз йөрөнөү түгел, ә енәйәтсене эләктереп ҡулына бығау һалыу, ситлек эсенә ябыу. Енәйәтсенең иһә маңлайына Петр батша заманындағыса «ҡа­раҡ» тип келәймә һуғылма­ған. Ул үтә хәйләкәр, үтә на­мыҫһыҙ, үтә алдаҡсы була. Йәнен һаҡлап ҡалыу өсөн әллә ниндәй вәх­шилеккә барырға әҙер... Ҡыҫ­ҡаһы, илдә енәйәтселек, әкиәт батырылай, йыл үҫәһен көн үҫеп, нығый, тамыр йәйә, тәрәнгә төшә бара.
Ҡурҡыныс хәлде туҡтатыу өсөн милицияның көсө етмәгәнлектән, уның исемен үҙгәртергә, нигеҙен ҡайтанан ҡорорға, илде әҙәм балаларын аҡыртып талаусылар, ришүәт алыусылар менән уҡ­машҡан, енәйәтселәр сафына баҫҡан погонлыларҙы баштан тик­шереү, уларҙы фашлау ха­ҡында указ яңғыраны. Ундай әҙәм аҡтыҡтарын күптән һел­кә-һелкә иләк аша үткәрергә кәрәк ине. Юҡһа, «минең милиция мине яҡлай» тигән матур төшөнсә «милициям мине туҡмай»ға әйлән­де. Намыҫһыҙҙарын, бармаҡ­тары үҙенә ҡарай кәкрәй­гән­дәрен сығарып ташларға кәрәк!
Ғәбделкәримгә лә сират етте. Көтөлмәгәнерәк тыуҙы был бә­лә. Сөнки төҙөй башлаған кот­теджының нигеҙе генә ҡорол­ғайны. Әгәр ҙә биләгән посынан ҡолаҡ ҡаҡһа, стеналарын нисек күтәрер ҙә, түбәһен нисек ябыр? Буш транспорттан мәхрүм ител­һә, утыҙ саҡрымдағы биләмә­һенә нисек йөрөр? Бөтә ғиллә аҡсала. Ул муҡса тулы булһа, Мәс­кәү генералдары кеүек замок һалдырырға мөмкин. Эш хөртәйә икән, түшәмгә төкөрөп ятҡан ҡа­тыныңдан тәмәкелек тә ала ал­маясаҡһың.
Ә хәл хөрт, үтә хөрт. Киләсәге ҡара томан артында. Йәнде ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгәндә, томан артынан яҡтылыҡҡа сығыу өмөтө, йәғни бәләнән ҡотолоу һуҡмағы балҡығандай тойолдо. Ул да булһа – «төртөү»! Бармаҡ менән генә түгел, ҡуш услап һу­ҙыу. Усыңда иһә кәмендә бер иномаркаға етерлек йомар­ланһын. Был иһә тик Ғәбделкә­рим дәрәжәһе өсөн генә, ә инде генерал погондарына өмөтлә­неүсенең кеҫәләрендә бер нисә «лимон» ятырға тейеш. Милициянан полицияға күсеү ат­тестацияһы урта мәктәпте бөт­кәнлеккә тотторола торған ат­тестаттан бөтөнләй айырыла икән шул.
– Зина! – тип ҡысҡыра һалды Ғәбделкәрим түр яҡтан.
– Ниңә ярылаһың? Әллә аяғыңа баҫтылармы?
– Аяҡ, имеш. Ул һынһа ла ял­ғана. Йөрәкте ҡыҫалар!
– Һиңә ҡағылырға кемдең хаҡы бар? Әллә баштары икеме?
– Өс башлы дейеүҙәр алдына баҫырға кәрәк.
– Баҫ! Һин ҡурҡыу белмәҫ милиционер ҙа инде.
– Ҡыйыулыҡ өсөн «лимон» талап ителә.
– Һин ирҙең дә ябайы түгел, погонлыһы. Тап!
– Төҙөлә башлаған дачаны һатҡанда...
– Дачаны?! – Ҡатыны күҙҙәрен әйләндереп түр яҡҡа сыҡты. – Ебеклегең арҡаһында беҙ генә нигеҙҙә ултырабыҙ. Дуҫтарың күптән өсөнсө, дүртенсе ҡат­тарынан төкөрөп ята. Ваҡытында аттестат алырға ине, алйот, түләп булһа ла. Бер йәшник араҡы етә ине.
– Был икенсе нәмә – аттестация. Дәрәжәле комиссия алдына баҫыу. Үтеп булһа – дача! Коттедж! Юҡ икән, берәй ерҙә ҡа­рауылсы...
– Һат! Нәмәләрҙе осороп була, бөтәһен дә елгәр. Тик милициянан китмә! Түккән аҡса киләсәктә унлата, йөҙләтә ҡайтыр…
Ғәбделкәрим бер саҡ аҡса күтәреп аттестация комиссияһы ҡаршыһына баҫырға йүнәлде. Ҡоламайынса сират күпере аша уңышлы үткән дуҫтарына ни өсөн оҙағыраҡ килмәй тороу серен асты. Тегеләрҙең береһе, мин хәҙер урайым, тип, юғары ҡатҡа менеп китте...
Ғәбделкәримде «сират күпе­ре»н һаҡлаусылар кабинетына саҡырҙылар. Тоғон асып, йылмая-йылмая аҡса бәйләмдәрен өҫтәлгә теҙеүгә, ишектән атылып омонсылар бәреп керҙе һәм улар полиционер, киләсәктә миллионер булырға хыялланыусының ҡулдарын артҡа шаҡарҙы.
– Һеҙ нәмә? Мин бит Ғәб­дел­кәрим дуҫығыҙ...
Араларынан береһе аңлатырға мәжбүр булды:
– Үҙебеҙгә урын етмәй, ә һин, парень, осһоҙға ғына полиционер булмаҡсыһың. Хи-хи-хи...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас