-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ноябрь 2022, 20:00

Саған япрағы

Был көнө ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды Харистың. Күҙҙәрен асыуы булды, кистән ҡуйылған уятҡысы ишетелер-ишетелмәҫ шылтырап та ебәрҙе. Башҡаларҙы таң һарыһы менән борсомайым тип шулай шым ғына ҡуйғайны - ынтылып һүндерә һалды. Уятҡыс исем өсөн генә инде, ул күптән иртә тороуға күнеккән.

Саған япрағы
Саған япрағы
Ҡатынын уятып ҡуймайым тип һаҡ ҡына ынтылып кейемен ҡапшай башлағайны, аш бүлмәһенән еңелсә һауыт-һаба сылтырауын ишетеп йылмайып ҡуйҙы.
Ҡояш ҡалҡҡан ғына мәл. Йәйге иртә үҙенең сафлығы, алтын нурҙары менән Харистың кәйефен тағы ла күтәреп ебәрҙе. Ынтылып тәҙрәне асып ҡуйҙы. Һалҡынса ел эскә атылды, ҡорғандар менән уйнап алды ла, бүлмә уртаһындағы тәпәш өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙарға күсте. Унда ятҡан ҡалын дәфтәрҙәрҙе тартҡылап сыҡҡандан һуң араһынан көсө еткәнен табып этеп тә төшөрҙө. Тәҙрә төбөндәге гөлләмәне һауыты менән йығып сәскәләрен туҙҙырып ташланы һәм, ниһайәт, үҙенә кәрәкле әйберҙе тапҡандай, гөлләмәлә булған ҙур саған япрағын булмә буйлап өйөрөлтөп алып китте. Харис тотмаҡ булып артынан ташланды, ләкин япраҡ уйнарға теләгәндәй, һәр саҡ янтайып өлгөрҙө. Бына саған япрағы өйөрөлөп ялҡҡас, талғын ғына осоп йыуыныу бүлмәһенең ишек төбөнә барып ятты ла, тот мине, тигәндәй, ҡалҡына биреп кире төштө. Харис килеп ҡулына алдым инде тигәндә, шыуып ишек ыҫтыдағы ектән эскә инеп тә китте. Бүлмә ишеген асыу менән япраҡ өҫкә сөйөлөп һыу менән тулы ваннаға уҡталды. Һыу өҫтөнә килеп төшкән ерҙә генә Харис япраҡты ҡулына эләктерҙе. Ләкин кипкән саған япрағы ыуаҡ өлөштәргә онталып һыу өҫтөнә таралды ла, бата башланы. Харистың ҡулында япраҡтың һабағы ғына тороп ҡалды. Ҡалай тиҙ баттылар, ә үҙе ҡоп-ҡоро ине, тип, аңлай алмай ҡараны Харис.
Янына килеп еткән ҡатыны Әмилә:
- Ни булды, Харис? - тине, уның борсолоуын аңғарып .
- Япраҡ, гөлләмәләге саған япрағы, ванналағы һыуға осоп төштө лә ҡапыл һыу аҫтына китте. Кипкән япраҡ улай батмай бит…
- Ә, мин әллә берәй кәрәкле ҡағыҙҙарыңды лабораторияла ҡалдырҙыңмы икән онотоп, тип торам. Япраҡ өсөн көйөнөп ни, - тип тынысландырҙы ҡатыны.
Әмилә туҙған сәскәләрҙе иҙәндән йыйырға тотондо. Иркен итеп тегелгән йомшаҡ ҡалын халат та Әмиләнең һығылма зифа һынын йәшерә алмай ине. Харис тешен таҙарта башлаған ерҙән туҡтап, һоҡланып ҡарап торҙо. Хис тойғоларын ҡапылда тышҡа сығарып өйрәнмәгән, һүҙгә күсерергә күнекмәгән Харис эстән генә: «Бәхетем минең, рәхмәт Хоҙайыма…» - тип шыбырланы. Әмилә быны ишетмәне әлбиттә, ләкин ҡатын-ҡыҙға ғына хас һиҙгерлек менән тойҙо, әйләнеп иренең күҙҙәренә ҡараны ла йылмайып ҡуйҙы. Харисҡа ҡалһа, бөтөн ғәлләмдә улай матур итеп Әмилә генә йылмая белә – бар донъя яҡтырып киткәндәй була.
Өҫтәл артына ҡара-ҡаршы ултырғас, Харис, сәғәтенә күҙ һалып, ашығып ҡапҡыларға тотондо.
Әмилә, тәрилкәһе менән ситкә ҡуйҙы, эйәген устарына терәп, иренә текәлеп уйға ҡалды. Ире уға һораулы ҡарап алды.
- Бер ай буйы беҙ һинһеҙ нисек йәшәрбеҙ икән? –тине ҡатыны.
- Бәлки тиҙерәк әйләнеп ҡайтып булыр, һәр хәлдәлә тырышырмын.
Һәм ҡапыл иҫенә төшөрөп өҫтәй һалды:
- Министерствола һөйләштем инде, бындай проекттарға мине башҡа йәлеп итмәһендәр, тип. Йәшерәк белгестәрҙән кандидатуралар тәҡтим иттем үҙемдең урынға.

Улар, һүҙһеҙ генә, ҡулға-ҡул тотоношоп, балалар йоҡлаған бүлмәгә үттеләр. Улдары Ирек менән апайы Сәлимә иҙерәп китеп йоҡлайҙар. Кисә улар ғәҙәттәгенән һуңыраҡ ятҡайнылар. Күмәкләшеп картанан Харис бараһы ерҙе эҙләнеләр. Аталары ҡайтҡас ҡайҙа- нисек ял итәсәктәре тураһында хыялландылар. Бәхетле пар бер килке баларына ҡарап иҙрәшеп торҙо. Харис ынтылып балаларының сәстәренән үпте.
- Уятып ҡуйма, Харис, йоҡлаһындар, - тип шыбырланы Әмилә.
-Мин ипләп кенә, -тине Хариста та бышылдап ҡына.

Таксила барғанда Харис һаманда шаңҡыу хәлендә ине әле. Оҙайлы эш сәфәрҙәрендә уға йыш булырға тура килә. Үҙе лә, ғаиләһе лә быға күптән күнеккән инде. Ләкин бөгөнгө кеүек ауыр хушлашҡандары юҡ ине. һәр хәлдә ҡатынының былай һығылып илағанын иҫләмәй. Харисты ауыр тойғолар баҫты, йөрәк тәңгәлендә сәнсеп ҡуйғандай итте, һауа етмәгәндәй булды. Әллә кире боролорғамы икән тигән уй ҙа телеп үтте мейеһен. «Юҡ, ярамай, миңә эшләргә кәрәк, кешеләрҙе ҡотҡарырырға, һаулыҡтарын ҡайғыртырға, мине көтәләр, ышаналар, тейешмен», - тип үҙен ҡулға алды, тиҙ генә ынтылып машинаның тәҙрәһен асты. Битенә бәрелгән саф һалҡын һауа уйҙарынын бер аҙ арынып тынысланырға ярҙам итте.
Аэропортта теркәүҙе һәм формаль процедураларҙы тиҙ арала үтеп самолетҡала ултырҙы Харис. Күптә үтмәй лайнер һауаға күтәрелде һәм көнбайышҡа юл алды. Бик алыҫҡа юлланды Харис, Боливияға. Унда көслө эпидемия сыҡҡан. Был ил ауыр замандар кисерә, үҙенең генә ауырыуҙы баҫырға хәленән килмәй. Харис эпидемиолог белгес булараҡ Бөтә донья һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эгидаһындағы төркөм эсендә эшләйәсәк. Юл оҙон, бер нисә аэропортта күсеп ултырырға тура киләсәк. Мотлаҡ вакцинация, эпидемия зонаһына үтеү тәртиптәрен иҫәпләгәндә бер аҙна тирәһе үтер моғайын барып етеп эшкә тотонғансы.
Оҙон юл, оҙон уйҙар. Харистың күҙ алдынан Әмиләнең буҫлығып илаған һыны китмәне. Ауыр кисерештән арыныр өсөн бәхетле, шатлыҡлы ваҡиғаларҙы иҫләргә тырышты. Беренсе осрашыуҙары. . .
Йәй уртаһы ине. Харис Питерҙағы медицина университетын тамамлап Өфөгә эшкә ҡайтҡайны. Эш урыны алдан уҡ билдәле ине, сөнки ул Республикаға тәғәйенләп бүленгән урын буйынса уҡыны. Башҡорт дәүләт медицина университетында лабораторияға етәксе итеп ҡуйҙылар һәм уҡытырға сәғәттәр ҙә бирҙеләр. Студент сағында уҡ башлаған кандидатлыҡ диссертацияһында тамамлап ҡуйырға кәрәк ине. Дәрте ташып торған йәш белгесте мауыҡтырғыс эш һәм яңы офоҡтар көтә. Ул көндө бергә уҡып сығып Силәбегә эшкә урынлашҡан дуҫы, Өфө егете Рәшит, ҡала ситендәге күлдә һыу инеп, ял итеп ҡайтырға саҡырғайны. Харис, үҙен Өфөнө Һәйбәт беләм тип иҫәпләһә лә ҡала һыҙатында тиәрлек ҙур булмаған, ләкин таҙа һыулы тирә яғы шундай матур күл бар икәнен белмәй ине. Күл ситенә терәлеп тигәндәй паркмы, урманмы, дөрөҫөрәге сағанлыҡ башлана - сөнки урман саған ағастарынан ғына торғандай күренә. Алыҫта түгел, ыҡсым коттедждарҙан теҙелгән шәхси сектор башлана. Матур урын, йәйҙең йәмле көнөдә бигерәктә.
- Оо, ҡалай шәп урын, бында булған юҡ ине әле минең, - тине һоҡланып Харис.
- Ҡалала тыуып үҫептә күптәр белмәй был күл барын. Шуға кеше аҙ була, тыныс бында. Бөгөн бар халыҡ Ағиҙел буйындалыр, алма төшөрлөктә урын юҡтыр әле, - тип ҡәнәғәт яуапланы Рәшит. Харис дуҫының кәйефен күтәрә алыуына ул шат ине.
- Ә теге сағанлыҡ, урманмы, паркмы?
- Совет заманында парк булған, хәҙер ташландыҡ хәлдә, ҡырағай урман тиһәңдә була.
Дуҫтар кинәнеп оҙаҡ ҡына һыу инеп сыҡтыларҙа алып килгән ризыҡтарынан ҡапҡылап алғас, ҡомлоҡҡа ҡыҙынырға яттылар. Тирә яҡты, үҙҙәре һымаҡ ял итеүселәрҙе күҙәтеп ҡояш нурҙары аҫтында ләззәтләнделәр. Шул ваҡыт егеттәрҙең ихтибарын еңел оҙон итәкле аҡ борсаҡлы зәңгәр сарафан кейгә йәш ҡыҙ йәлеп итте. Кисерештәрен эстә тоторға яратмаған Рәшит һыҙғырып ҡуйҙыла:
- Фәрештә, - тип һығымта яһаны.
Ысынлапта был ҡыҙҙың килешмәгән ере юҡ кеүек. Киң ҡырлы ҡалпаҡ аҫтынан тулҡын булып сығып елгә таралған ҡуйы етен төҫөндәгерәк сәстәре, йәйге көндә лә янмаған ҡупшы йөҙөнә килешеп тора. Еңел һығылмалы кәүҙәһе был гонаһлы ер өҫтөнә ваҡытлыса ғына төшөп хәҙер елгә осоп китер кеүек ине. Ләкин ир-егеттәрҙең ҡараштарын тартып тороусы төп көс бында икенсе ине. Был ҡыҙҙың үҙ-үҙен тотоуы, һәр хәрәкәте ҡатын ҡыҙға ғына хас наҙ менән тулы ине. Бер ҡулына китап, икенсеһенә саған япраҡтарынан гөлләмә тотҡан ялан аяҡлы ҡыҙ тирә яндағы кешеләрҙе күрмәй үҙ доньяһына сумған, ирендәрен ҡыбырлатып ҡына эстән йыр йырлаймы әллә шиғыр һөйләйме, бара-бара ҡоластарын йәйеп өйөрөлөп тә ала. Рәшит шаяртып дуҫына күҙ ҡыҫтыла:
- Ах, һин атлаған ҡомдо ла мин үбергә әҙер - тип көйләп ҡуйҙы.
Шул саҡ ел сығып, был фәрештә ҡулындағы гөлләмә таралып осто. Япраҡтар өйөрөлөп килеп дуҫтар өҫтөнә яуҙы ла артабан ҡыуышып киттеләр, ә бер япраҡ әйләнә биреп Харистың битенә килеп һылашты. Ҡыҙыҡай был хәлдән уянып киткәндәй булды, талғын ғына туҡтап япраҡтары осҡан яҡҡа боролдо һәм Харисҡа йәбешкән япраҡты күреп аптырауын белдереп сүгәләгәндәй итте, күҙҙәрен шар асып бармаҡ остары менән ирендәрен ҡапланы, ләкин түҙә алманы, күҙҙәрендә шаян осҡондар уйнатып тыйнаҡ ҡына көлөп ебәрҙе.
Рәшит аҫтан ғына дуҫына төрттө:
- Уян, йондоҙҙар бөгөн тап килделәр, фәрештә һинеке, - тине.
Харис ҡапылда, Рәшит әйтмешләй «уяна» алманы, шулайҙа эске бер көс уны үҙенә бойһондорҙо - саған япрығын ҡулына алды, барып ҡыҙға һондо. Ҡыҙ керпек аҫтынан һирпеп кенә егеткә ҡараны, йылмайып япраҡты ҡабул итте лә:
- Рәхмәт, - тине.
Ҡыҙ ҙа егет тә был ғүмерҙә бер генә бирелә торған тәрән мәғәнәле, ләкин күптәр баҙнаттары етмәй үҙ ҡулдарынан ысҡындырған, бер мәл икәнен тойҙо. Бындай саҡта йыш ҡына ҡытын-ҡыҙ үҙ бәхетен нығыраҡ аңғарып, беренсе аҙымды яһай. Был юлы ла шулай булды.
- Миңә… был яҡҡа, - тип ҡулы менән ишара яһағаны ул.
- Мин хәҙер, - тип Харис тиҙ генә спорт салбары менән футболкаһын кейеп, ҡыҙ артынан йүгерҙе. Күпмелер өндәшмәй барғандан һуң ҡыҙыҡай:
- Минең исемем Әмилә, - тине.
- Матур исем, ә мин Харис.
Егет менән ҡыҙ күңелле һөйләшеп алға атланылар. Әмиләлә медицинала һөнәр һайлаған булып сыҡты, буласаҡ кардеолог, ике йылдан уҡыуын тамалаясаҡ икән.
Нимә тураһында һөйләшкәндәрен ул ваҡытта Харис хәтерләмәй, хәҙер ҙә иҫләй алманы. Ул саҡта ҡыҙ менән егет икәү генә ине бар донъяла, бер-береһен генә тоя, ишетә, башҡа нәмә, тирә-яҡ улар өсөн мөһим түгел ине. Ваҡыт ағымын туҡтатһа ла арауыҡ ысынбарлыҡта ине әлегә:
- Беҙ килеп еттек, - тине бер мәл Әмилә, - Мин ошонда йәшәйем, - тип ҡаршыла торған ике ҡатлы ҡупшы йортҡа күрһәтеп.
Өй алдында йәм өҫтәп дүрт саған елгә шаулашып ултыра.
- Матур икән йортоғоҙ, сағандар тағыла матурайтып ебәрә.
- Атайым ултыртҡан сағандар, уның иҫтәлеге, ул мәрхүм инде күптән. Бына быныһы ул, эргәһендә әсәйем, быныһы мин инде, - тине Әмилә һүрән генә йылмайып.
- Ә дүртенсеһе?
- Уныһын атайым иң һуңынан ултыртҡан, матурлыҡ өсөн тигән, ҡапҡаның һәр яғында икешәр булһа.

Йоғошло сирҙең таралыу үҙәге булған Боливияға тиклем юл бик оҙайлы килеп сыҡты. Өфө, Мәскәү, Питер һәм дә Рейкьявиккә тиклем Рәсәй авиалиния самолеттары менән осто Харис. Нью-Йорктан Ҡушма штаттарҙың сик буйы ҡалаһына тиклем тик пассажир самолеттары булды, ә артабан хәрбиҙәрҙең оҙатыуында үтте юл. Һәр аэропортта тиерлек медицина хеҙмәткәрҙәренән торған төркөм үҫә тулылана барҙы. Электән бындай махсус төркөмдәрҙә бергә эшләгән таныш йөҙҙәр ҙә йышыраҡ осрай башланы. Харис инглиз телен һыу һымаҡ эсмәһәлә, элекке анкеталарҙа яҙылғанса, һүҙлекһеҙ яҡшы аңлай, ә бына һөйләшеүе ауырыраҡ булһала ул был телдә аңлаша ала, терминдар буйынса ла махсус курс үткән ине. Бигерәктә инглиз теллеләр уның акцентһыҙ һөйләшеүен хуплап билдәләйҙәр. Күпселек белгестәрҙе Боливиялағы политик тотороҡһоҙлоҡ һәм дә ил башында хәрбиҙәрҙең тороуы борсой. Унда бәйләнеш мәсьәләһе ауыр торасағы билдәле булғас, яҡындары менән мөмкин булғанса йышыраҡ аралашырға тырыштылар. Ярай әле уларға Мәскәүҙә үк махсус карталар таратып бирҙеләр, хәҙер доньяның бәйләнеш булған һәр нөктәһенән көнөнә биш минут бушлай һөйләшә алалар. Был аҙ һымаҡ булһала ғаиләһенең хәлен белеп торорға етәрлек. Харис белеүенсә Әмилә балалар менән ҡәйнәһендәләр. Көндәр матур тора, күл буйынан ҡайтмайбыҙ тинеләр. Әмиләнең бала саҡтан килгән ғәҙәте бар ине – ул йәй көндәре таң һарыһынан тороп күлгә сумып ҡайтырға ярата. Әйтеүенсә был атаһынан ҡалған ғәҙәт.
Ниһәйәт медикаменттар һәм махсус ҡорамалдар тейәлгән хәрби самолетта төрлө илдәрҙән йыйылған төркөм Боливияның башҡалаһына килеп төштө. Хәрбиҙәрҙең күплеге күҙгә ташлана тәү башлап. Илдәге хәлде, урындағы халыҡ менән аралашыу үҙсәнлектәрен аңлатҡандан һуң төркөмдәргә бүлеп һәр төркөмгә тәржемәсе, хәүефһеҙлек яйынандыр инде, бер хәрби тәғәйенләнеләр. Хәрби кеше эште оҙаҡҡа һуҙмай идараны үҙ ҡулына алды һәм үҙ төркөмөнә яҡындары менән аралашып алырға тәҡдим итте, һәйләшкәндән һун телефондар йыйып алынасаҡ тип иғлан яһаны тәржемәсе аша. Кешеләрҙең ризаһыҙ геүләшеүенә ул йылмая биреп:
- Әфәнделәр, джунглиҙа бәйләнеш барыбер юҡ, телефондар йөк кенә буласаҡ һеҙгә, - тип яуапланы.
Харистарҙы башҡа төркөмдәр кеүек үк вертолет менән эпидемия ҡоторған ергә, джунглиға ташланылар. Харис электән бергә эшләп өйрәнгән венгр дуҫы доктор Иштван бергә инеләр. Иштван бер аҙ руссала һәйләшә, яҡшы уҡ аңлай. Килеп төшкәстә тиҙ арала палаткалар ҡуйып төркөм эшкә лә тотондо. Эш өҫтөндә ваҡыт һиҙелмәйсә тиҙ аҡты. Бер аҙна тирәһе үтеүгә бензинда эшләгән күсмә электростанцияның төҙөк булмауы асыҡланды. Ул кәрәккән-кәрәкмәгәндә һүнеп ыҙалатты. Был эшкә ҙур тотҡарлыҡ яһай ине, кәйефтәрҙе төшөрә. Харис, төркөмдөң башбелгесе булараҡ, энергияны һаҡлап ҡулланыу режимына күсәбеҙ тип белдерҙе. Берҙән-бер рацияның аккумулятор батареяһында лабораторияға тапшырҙылар һәм үҙәк менән дүрт көнгә бер генә бәйләнешкә сығырға килештеләр.
Бөгөн анализдар алыу һәм вакцинациялау джунгли төпкөлөндә, цивилизациянан ҡасып йәшәүсе бер ҡәбиләлә булды. Табиптар кисләтеп кенә арманһыҙ булып лагергә ҡайттып инделәр һәм координациялаусы үҙәктән вертолет төшөүен белеп ҡыуандылар. Бәлки электростанция алып килгәндәрҙер тип өмөтләнделәр. Ҡаршыға төркөмдөң хәрбиһе Мигель килде. Уның йөҙө борсоулы ине.
- Мистер Һарис, Рәсәй посольствоһынан кеше килгән, һеҙҙе эҙләйҙәр, - тине. Палатка эргәһендә Харисты оҙон буйлы йәш егет көтә ине.
- Геннадий Петрович, посолдың ярҙамсыһы, - тип таныштырҙы егет үҙен.
Палаткаға инеп икәү генә ҡалғас Геннадий Петрович һүҙен дауам итте:
- Харис Данисович, беҙ һеҙҙе өсөнсө тәүлек эҙләйбеҙ инде, бәйләнеш юҡ. Һеҙгә тиҙ арала Рәсәйгә ҡайтырға кәрәк.
- Ниңә улай ашығыс, эштең иң ҡыҙыу мәле?
- Харис Данисович, мин бары тик посолдың бойороғон үтәйем, беҙгә бөгөн үк кирегә осорға кәрәк, һеҙҙең ҡармаҡта ҡырыҡ минут тирәһе ваҡыт бар, зинһар йыйына башлағыҙ. Төнөн джунгли аша осоу биктә хәүефле, хәлдәрҙең нисек тороуы һеҙгә мәғлүм.
- Эх, саҡ онотманым, һеҙгә яңы электр станцияһы ебәрҙеләр, - тип өҫтәне Геннадий. Был ҡыуаныслы хәбәр Харистың борсолоуын баҫҡандай булды. Ул сәғәтенә күҙ һалдыла электр станцияһын яйға һалып булашҡан шатлыҡлы геүләшкән иптәштәре янына китте. Харисты күргәс төркөм шыма биреп ҡалды, Иштван бер һирпеп ҡараныла ҡарашын ситкә алды:
- Харис, һиңә ярҙам кәрәкмәйме? - тип һораны.
Тәржемәсе ҡыҙыҡай:
- Мистер Харис, беҙ һеҙгә әйберҙәрегеҙҙе йыйнарға ярҙам итербеҙ, һеҙ ашап алығыҙ, - тине.
Харис өндәшмәй генә баш ҡаҡтыла посол ярҙамсыһын эҙләп китте. «Былар мин белмәгән нимәнелер белә шикелле, миңә өндәшмәйҙәр», - тип уйланды Харис. Ләкин посолдың ярҙамсыһы өҫтәп бер нәмәлә әйтә алманы.
Ла-Пасҡа килеп еткәс тиҙ генә ҡайтып булмаҫы асыҡланды. Эпидемия зонаһынан сығыу тәртибен Харис яҡшы белә, ләкин уны илгә кире ҡайтарыу Рәсәй посольствоһы кимәлендә атҡарылған эш булғас, тотҡарлыҡтар аҙыраҡ булыр тип өмөтләнгәйне. Хәҙер инде прививканан һуң кәмендә өс көн көтөргә кәрәк. Эпидемияға ҡаршы көрәшеү үҙәгендә Өфөгә тиклем билет, телефоны һәм шәхси әйберҙәре аэропортта осор алдынан тапшырыласағы тураһында иҫкәрттеләрҙә һаулыҡ һаҡлау департаментының ҡунаҡханаһында изоляцияға урынлашырға тәҡдим иттеләр.
Был өс көн өс йылдай тойолдо Харисҡа. Бер ниндәй бәйләнеш юҡ, сығып йөрөргә ярамай - ҡунаҡхана сит ил кешеһенә сәйерһенеп ҡараған, ҡәтғи ҡиәфәтле, испан теленән башҡа тел аңламаған хәрбиҙәр тарафынан һаҡлана ине. «Ни өсөн мине шундай мөһим һәм кәрәкле эштән бүлеп кире ҡайтаралар икән?» - тигән һорауҙы Харис үҙенә ҡат-ҡат бирҙе. Посол ярҙамсыһы сәбәбе уға билдәле түгеллеген әйтте, Харис уға ышанып етмәй, ләкин төпсөнөп тора алманы. «Эш буйынса мөмкин түгел, ғәиләһендә борсолорлыҡ урын юҡ ине һуңғы һөйләшкәндә, был Боливиялағы хәлдәр менән бәйлелер, болғаныш фәлән көтөләлер, уның хәүефһеҙлеген ҡайғыртып алданыраҡ сығарырға булғандарҙыр, шуғала посольство сер һаҡлап булашалыр», - тип үҙ-үҙен ышандырырға тырышты, ләкин былай итеп фаразлауҙа күңеленә тыныслыҡ килтермәне.
Килгән юлды һүтелгән йомғаҡты йыйғандай киренән үтеп Харис таң менән Өфөгәлә килеп төштө. Тыуған яҡтарҙы һағындырып өлгөргән икән, һауаһы, кешеләрҙең һөйләшеүе, урамдарҙың еҫтәрелә бик яҡын тойолдо. Фатирға ҡайтып өҫ башты алмаштырырғала командировканың формальностәрен яйға һалып, ял алып, ауылға һыҙырға нийәте Харистың, кәйефелә бик шәп ине. Ҡатынын, балаларын үлә яҙып һағынған.
Ишек асып ингәс тә Харис йылмайып ебәрҙе, бөтә шөбһәләре юҡҡа сыҡты. Ишек алдындағы көҙгөгә беркетелгән ҡағыҙға йылмайған смайл аҫтына таныш һыҙатлы яҙыу менән: «Харис, йәнем, беҙ әле ишектәндә сыҡманыҡ - һине һағынып өлгөрҙөк!» - тип яҙылған ине. Харис ҡағыҙ битен алып оҙаҡ итеп ирендәренә терәп еҫкәп торҙо - Әмиләнең ҡулдарының еҫе, ҡасан осрашабыҙ инде.
Харис сайынып өҫ-башын ипкә килтереп алдыла эш еренә барып килергә ашыҡты. Шул саҡ тыштан асҡыс менән йоҙаҡты асҡан тауыш ишетелде. Әмиләлер тип Харис ишеккә ташланды, ләкин был фатирҙы ҡарап тороусы күрше Фәүзиә апай булып сыҡты.
- Кемдер йөрөгәне ҡолағыма салынып ҡалдыла ҡарап сығайым әле тип индем, - тине Фәүзиә апай.
- Фәүзиә апай, һаумы, - тип Харис уны ҡосаҡлап арҡаһынан һөйөп алды.
- Ҡайтҡанһың икән, ҡустым, - тине лә апай илап ебәрҙе, - Ҡайғы бит, ҙур ҡайғы, берҙә мандый алмайым шунан бирле. Фатирығыҙға инергәлә түҙемем етмәй, - тине. Фәүзиә апайҙың берҙән-бер улы аҡса артынан ҡыуып төрлө афераларға эләгеп кенә тора, тағыла берәй хәлгә тарығандыр.
- Апай, аңлайым хәлегеҙҙе, һуңғараҡ һөйләшеп алырбыҙ, мин хәҙер эшкә ашығам, шунан ҡәйнәмдәргә, бәлки бөгөнгә унда ҡалырмын, иртәгә ауылға китәм, - тип хәлде аңлатырға ашыҡты Харис.
- Ҡәйнәң балаларҙы алырға ауылға киткәйне, ҡайғыһынан баҫылды инде, бахырым.
- Апай, ҡалай ныҡ бөтөрөнәһең, нимә булды һуң? – тип аптырап һораны Харис.
-Аһ, ҡустым, - тип Фәүзиә апай ауыҙына һыу уртлағандай усы менән баҫып шымып ҡалды. Харис әллә әсәһе ауырып киттеме икән тип борсола биреп тағыла һораны:
- Нимә булды һуң, апай?
- Һуң, ҡустым, - баҫылып илап алды апай, - Мин һине беләһеңдер тип уйлағайным, ярай минән ишетеүең ҡулайлыраҡта булыр. Әмиләһеҙ тороп ҡалдыҡ бит, ташлап китте һылыу беҙҙе, мәрхүм булды, - тип тағыла сеңләп илап ебәрҙе.
Был хәбәр Харисҡа ҡапыл ғына барып ермәне. Элгестән ысҡындыра башлаған пинджәген кире элеп, шуға тотона биреп, яйлап ҡына сүгәләп төштө...

... Ваҡыт үтә торҙо, кешеләргә күрһәтмәҫкә тырышһа ла, уңалмаҫ яра менән йәшәне Харис. Тәүге мәлдә балалар менән ҡәйнәһендә булды. Шулай еңелерәк ине уға ла, балаларға ла, ҡәйнәһенә лә терәк булдылар.
Фатирына инә алмаҫ булды ла ҡуйҙы. Харис өсөн хәҙер унда Әмилә йәшәй. Бик һирәк барҙы, һуңғы барғаны һөйөклө ҡатынының тыуған көнөндә булды, инеп тәҙрә төбөндә яңынан урын алған саған япраҡтарының гөлләмәһен алмаштырҙы, сәй ҡайнатып, эстән генә Әмиләһен ҡотлап, алып килгән торты менән сәй эсеп сыҡты.
Йәйҙең һуңғы кондәре тора, төндәрен һыуыта төшһә лә, көндөҙ ҡояш ярайһы ҡыҙҙыра. Бер көн балалар күл буйынан илашып ҡаттылар. Ирек апаһына:
- Һин туҡтаттың, һин, мин әсәйҙе ебәрмәҫ инем, - тип ҡысҡыра.
Сәлимә:
- Ул апай һиңә әйтте бит мин һеҙҙең әсәйегеҙ түгел, - тип ҡустыһын йыуатып булаша.
Харис аптырап:
- Сәлимә, ҡыҙым, ни булды? -тип һораны. Сәлимә бер аҙ уйланып торғас Харисты ла, өләсәһен дә аптыратырлыҡ хәбәр һалды:
- Беҙ әсәйҙе күрҙек күл буйында. Әсәйҙә түгел инде, әсәйгә оҡшаған бер апайҙы.
Ҡәйнәһе килеп йейәнсәренең башын баҫып ҡараныла, сәсенән һыйпап:
- Балам, һин бит ҙурһың, беләһеңдә инде, - тине.
- Мин беләм, ә Ирек ул апайҙың ҡулынан тотоп алды ла илай, ебәрмәй ыҙалатты. Ул апай аптыраны, русса: «Малыш, ты ошибся, я не ваша мама», - тине, минән һорашты, мин беҙҙең әсәй үлгән тигәс, үҙе лә иланы. Мин дә тәүҙә уны әсәй икән тип уйланым, - тине Сәлимә мыршылдап.
Харис Иректе күтәреп алды, йыуатырға тырышты, бала һаман да ярһыны:
- Мин бит әйттем әсәй шәп йөҙә, күлдән сыға ул, тип. Сәлимә тотмаһа мин әсәйҙе ебәрмәҫ инем, ул тотто мине, - тип.
Харис аптырап ҡыҙынан:
- Кем ине һуң ул? - тип һораны. Сәлимә нисек аңлатырға белмәне:
- Ул әсәй ине, түгел дә һымаҡ, беҙҙең менән русса һөйләште, - тине. Ҡәйнәһе:
- Бөгөн көн эҫе шул, балалар, барығыҙ сәй эсеп алағыҙ ҙа бер аҙ ятып ял итегеҙ, - тине.
Ваҡыт күңел яраһын дауалаусы иң шәп табиптарҙың береһе тейҙәр. Бәлки шулайҙыр ҙа, ләкин күп осраҡтарҙа яра тыштан ғына уңала, ә эстә өйкәп торған төйөн булып уҡмашып ҡала, яҙмышының яңы битен аса алған кеше өсөн артабанғы үтәһе юлдың иҫәпләү башына әйләнә. Бына бер йыл ваҡытта үтеп китте. Харис өсөн Әмилә менән бергә үткән тормош юлы бер бәхетле төш кеүек булып ҡалһа, яңғыҙ үткән һуңғы йылы яман төш булып дауам итте.
Бөтә булмышы менән эшкә сумды Харис. Күп ваҡытын лабораторияла уҙғарҙы, эштән һуңға ҡалып ҡайтыр булды. Ҡул теймәй ташлап ҡуйған диссертацияһына киренән тотондо. Тотондо ла ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлапта ҡуйҙы. Икенсе тапҡыр фатирына диссертация яҡлауға арналған банкеттан һуң һуғылып китте. Етемһерәп ҡалған фатирға йән инде.
Әмиләнең ҙурайтылған фоторәсемен алып төбәлеп өндәште:
- Бына, Әмиләкәй, яҡлап ҡуйҙым мин теге диссертацияны, һиңә бағышланым был эште. Һин бит ныҡ теләгәйнең, шелтәләп тә ала инең ҡайһы саҡ. Ниһайәт булды инде, ҡотлайым... икебеҙҙе лә... Ҡыйын беҙгә һинһеҙ... Һуңғы мәлдә балаларҙы иғтибарһыҙыраҡ ҡалдырҙым инде. Һүҙ бирәм, быйылғы йәйге ялды тик улар менән генә үткәрергә.

Өфөнән Стамбулға юлланған самолет, пассажирҙарын ултырғыс һөйкәнгестәренә енелсә баҫып тиҙләнеш алды ла, йомшаҡ ҡына итеп ерҙән айырылды. Сәлимә донъяһын онотоп иллюминаторға һыйынған, ә уртала ултырған Ирек уны еңенән тартҡылап нимә күренгәнен һорашып бара. Харис юлда уҡырға тип алған журналдарын сығарып һалып, иркенләп ултырып ял итеп алырға булды, күҙҙәрен йомдо. Һуңғы көндәр юлға әҙерләнеү, хәстәрләү менән үтте. Кисә кисләтеп кенә ауылдан килделәр, ҡәйнәһе ҡоҙағыйы эргәһендә ҡалырға булғайны. Бөтә мәшәҡәттәр ҙә артта инде, алда ҡояшлы пляж, диңгеҙ, ял көтә. Ә әлегә Харисты йоҡо баҫты, һунғы көндәрҙең көсөргәнеше үҙен һиҙҙертә. Күҙҙәрендә асмайынса ғына:
- Сәлимә, ҡустыңды ҡарап тор, мин йоҡлап алам әҙерәк, - тип, ойоп китте.
Төш күрҙе Харис, шундай матур төш, әгәр мөмкин булһа шул төшөндә ҡалырғала риза булыр ине. Әмилә менән икәүһе диңгеҙ ярында бер-береһенә һыйынып таң ҡаршылайҙар. Тирә яҡта бер кем дә юҡ, икеһе генә. «Яңы көн тыуа, Харис, - тип шыбырланы Әмилә, - Миңә китергә ваҡыт инде, ебәр мине». Харис ҡатынының ҡулынан нығыраҡ тотто: “Ҡайҙа китәһең, Әмилә, китмә, - тип ялбарҙы Харис. Ләкин Әмилә ишетмәне. Шул саҡ янында Ирек улы пәйҙә булды, ул бар көсөнә әсе итеп: “Әссәй!” - тип ҡысҡырҙы. Был тауышҡа Харис тертләп күҙәрен асты, ләкин ул һаманда төш менән өн араһында ине, анлай алмай аптыранды. Ә Ирек: “Әсәй! Әсәй!”, - тип ҡысҡырыуын белде.
Харис ниһаят бөтөнләй уянып китте. Ул арала Сәлимә лә:
- Әсәй, әсәкәйем, - тип шыбырлап алға ынтылып ҡуйҙы ла туҡтап калды. Харис урынынан ҡалҡына биреп ынтылып балалар текәлгән яҡҡа ҡараны. Шаңҡыуынан кире урынына кире сүгәләне, йәнә аяҡ өҫтө басты. Унда... Әмилә тора ине... стюардесса кейемендә.
- Әмилә!? - Харистын тауышы тоноҡ булып саҡ сыҡты. Ул арала кескәй Ирек йүгереп барып стюардессаны ҡулынанан тотоп алды. Был ҡатындың Әмилә булмаҫын Харис аңлай ине, ләкин шул тиклем оҡшашлыҡ ҡайҙан һуң?
Тирә яҡтағы халыҡ был хәлде аңлай алмай ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте, бер стюардессаға, бер Харисҡа тексәйҙе. Әмиләнең ише аптыранды, Ҡараштары осрашҡас Харис тағы ла тетрәнде, был ҡараш Әмиләнеке ине, ләкин ниндәйҙер ят сатҡылар ҙа бар...
Ҡатын Иректе башынан һыйпаны, руссалап ниҙер аңлатырға тырышты. Һуңынан вата-емерә булһа ла башҡортса өндәште:
- Бәләкәй, һин яңылышаһың...
Ләкин Ирек сат йәбеште. Стюардесса аптырағас баланы етәкләп лайнерҙың алғы яғына алып китте.
Тәү булып Сәлимә хушына килде:
-Теге күл буйындағы апай, - тип шыбырланы. – Унда ла Ирек барҙы ла йәбеште, саҡ алып киттем. Әсәйгә оҡшаған, ибет атай, - тип йәшкә тулған күҙҙәрен атаһына төбәне. Харис өндәшмәне, үҙе лә ул оҡшашлыҡты күреп иҫәңгерәгән хәлдә. Ул арала стюардесса Иректе етәкләп кире Харис эргәһенә килде. Иректең ҡулдарында шоколад менән бәләкәй шешәләге газлы һыу, башында пилотка ине. Ирек:
- Әсәй бирҙе, - тип Харисҡа күрһәтте.
- Бәләкәс, миңә эшләргә кәрәк, һин ошонда булып тор, мин һуңғараҡ һинең яныңа килермен, - тип йылмайып стюардесса Иректе Харисҡа тоттороп китеп барҙы. Харис стюардессаның бейджындағы яҙыуҙы уҡып уйға батып ултырып ҡалды. Унда «Мәрйәм» тип яҙылған ине. Былай ултырып ҡалалмай бит инде, нимәлер эшләр кәрәк, ҡайҙан килеп сыҡҡан бында Әмиләнең ише, кем ул, асыҡларға кәрәк.
- Эш шунда, - тип хәбәрҙе нисек башларға белмәй аптыранды Харис, теге ҡатынды барып тапҡас. - Һеҙ минең ҡатыныма оҡшағанһығыҙ, хатта балалар ҙа ҡапылда айыра алмай, беҙ аптырау хәлендә...
Ҡатын өндәшмәне, сабыр ғына тыңлауын белде.
-Ләкин ул мәрхүмә инде. Йылдан ашыу, - тип Харис Әмиләнең фотоһон тотторҙо стюардессаға.
Мәрйәм фотоға оҙаҡ ҡына төбәлеп ҡараны, унан иргә киреп тапшырып, ашығып китергә булды:
- Оҡшаш кешеләр була. Ғәфү итегеҙ, мин эш урынында.

Стамбулға килеп төшкәндә лә Харис үҙенең уйҙарын йыйып ала алмай ине әле. Иң йәнен көйҙөргәне - нимә эшләргә кәрәк икәнен ул үҙе лә белмәй әлеге мәлдә. Эске бер тауыш ҡына уға был стюардесса менән яҡындан күреп һөйләшергә кәрәклеге хаҡында туҡтауһыҙ тылҡып тора. Харистарҙың ялын ойошторасаҡ компанияның хеҙмәткәре ҡунаҡхананың исеме яҙылған таблоһын болғай-болғай әле килгән пассажирҙар араһынан үҙҙәренең ял итеүселәрен саҡыра башланы. Үҙен компанияның гиды тип таныштырған был Имран исемле егеттең әйтеүенсә – ял йорто ҡунаҡханаҙынан микроавтобус бында ике сәғәт һайын килә икән. Харис балары менән беренсе этаждағы буш креслоларға урынлашты ла уйға сумды, артабан нисегерәк эш итергә.
- Атай, беҙ бында оҙаҡ ултырабыҙмы? Беҙҙең менән килгән кешеләр автобусҡа ултырып киттеләр, -тип Сәлимә уйҙарынан бүлдерҙе.
- Хәҙер ҡыҙым, саҡ ҡына ял итеп алайыҡта, беҙ ҙә китербеҙ. Әлегә ана берәй тәмлекәс алып ашап алығыҙ, асыҡҡанһығыҙҙыр - тип ҡыҙына аҡса тотторҙо. Сәлимә теләр-теләмәҫ кенә Иректе етәкләп алды ла аэровокзал буйлап йөрөргә китте. Оҙаҡламай балалар ҡағыҙ ҡапсыҡҡа һалынған ризыҡтарын тотоп кире килеп ултырҙылар ҙа ҡапҡыларға керештеләр, ара-тирә аталарына һынсыл ҡараш ташлайҙар ине. Шулай ярты сәғәт тирәһе үткәндер, ҡапыл Ирек ҡысҡырып ебәрҙе:
- Ана, әсәй килә!
Харис һиҫкәнеп китте, улы күрһәткән яҡҡа боролоп ҡарай һалды. Унда бер төркөм пилот һәм стюардессалар үҙ-ара һөйләшеп былай табан киләләр ине, уларҙың араһында теге ҡатын да бар. Бына улар төркөм-төркөм булып таралыша башланылар. Кескәй Ирек уны күрмәй үтеп китеүҙәренән ҡурҡып:
- Әсәй! - тип тағы ла ҡысҡырҙы. Харис уны тыйып өлгөрә алмай ҡалды.
Мәрйәм әхирәтенә ниҙер әйтеп ҡул болғаны ла, был яҡҡа ыңғайланы. Ирек бара һалып ят ҡатындың ҡулынан да тотоп алды.
- Һеҙ һаманда бындамы ни? - тип аптырап һораны ҡатын.
- Беҙ һеҙҙе көтәбеҙ, - тине Харис, - Беҙгә һөйләшергә кәрәк, аңлашырға.
- Нимәне аңларға теләйһегеҙ һуң һеҙ? Мин һеҙҙең ҡатынығыҙға оҡшағанмын, фотоға ҡарағанда ныҡ оҡшағанмын, быны мин аңланым. Ышаныуы ҡыйын, сит-ят кешеләр бит инде, ләкин, күрәһең ундай хәлдәр ҙә булалыр.
Мәрйәмдең тауышында хәҙер рәсмилек юҡ ине, киреһенсә аңларға тырышыу, хәлгә керергә теләү һиҙелеп тора.

Харис һүҙҙәр һайланы:
- Ғәфү үтенәм… ваҡытығыҙҙы алдыҡ… Шулайҙа үтенеп һорайым, бер аҙ ғына беҙҙең янда булып китегеҙ инде, зинһар.
Мәрйәм сәғәтенә күҙ һалды:
- Беҙҙең кире рейсҡа тиклем дүрт сәғәт тирәһе ваҡыт бар. Һеҙ Стамбулды һәйбәт беләһегеҙме?
Ир «юҡ» тигәнде аңлатып баш сайҡаны.
- Ярай, ул ваҡытта ошонда көтөгөҙ, мин уҙебеҙҙең ҡунаҡханаға барып киләм дә бергәләп ҡалаға сығырбыҙ. Аңлауымса, һеҙ үҙегеҙҙең төркөмдән тороп ҡалғанһығыҙ, юл аҙағы һеҙҙең ҡунаҡханаға ла һуғылырбыҙ – тине лә, Ирек ҡулын ысҡындырырға теләмәгәс, уны етәкләп китеп барҙы. Оҙаҡ та көттөрмәй килеп тә еттеләр. Харисҡа сит ҡатын етәгендә күңеле булып һикергеләп килгән улын күреү тетрәндергес ине. Йәйге еңел күлдәктәге ҡатын ихлас йылмайҙы:
- Киттекме?
Юл буйы балалар бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, бармаҡтары менән тәҙрәгә күрһәтеп ят ҡаланы күҙәтеү менән булдылар. Ололар, шым ғына, һәр кем үҙ уйында талды.
- Мин шундай паркка барырға тәҡдим итәм, - тип Мәрйәм ниндәйҙер ят исемде әйтеп, - Унда урыны тыныс, сәйханаһы бар, баларға ла уйын майҙансыҡтары етәрлек. Харис баш ҡағып ризалашты.
Парк ысынлап та тыныс урында, йәшеллеккә күмелгән ине, кипарис һәм платан ағастары күләгәһендәге эскәмйәләрҙә һирәкләп ял итеүселәр күренгеләй.
- Бында булғанығыҙ бар инеме? - тип һораны Мәрйәм.
- Юҡ, бында юҡ, ләкин эш буйынса йыш йөрөп, башҡа илдәрҙәге ошондайыраҡ ҙур парктарҙа булырға тура килгәне бар. Миңә килгәндә, бындай парктар һис шикһеҙ матур, ләкин беҙ бала саҡтан күреп өйрәнгәндән нимәһе менәндер айырылалар, нимәлер етешмәгән кеүек...
Мәрйәмдең яуабы Харисты шаҡ ҡатырҙы
- Сағандар юҡ, - тине.
Харис аптырап:
- Ә нимәгә тик сағандар? – тип һораны.
- Әллә, башыма ҡапыл шундай уй килде лә әйттем инде, - тип вайымһыҙ ғына яуапланы Мәрйәм һәм өҫтәп ҡуйҙы, - Мин һеҙҙе тыңларға әҙер, танышып алайыҡ инде, минең исемем Мәрйәм.
- Мин, Харис, - Харис ҡыҫҡаса ғына үҙенең ҡайҙан, кем икәнен һөйләп бирҙе. Мәрйәм Ульяновскийҙан булып сыҡты, ләкин ике йыл тирәһе Өфөлә йәшәй икән. Ир менән ҡатын артабан нимә әйтергә белмәй шымып ҡалдылар.
- Мин, таксила, юл буйы уйлап килдем... Беҙҙе, бәлки, бәхетһеҙлек осраштырғандыр, - ҡатындың ҡарашы уйсанланды. - Мин, өс йыл элек автокатастрофала иремде һәм ике йәшлек улымды юғалттым. Йәшәгем килмәгән ваҡыттар була... Шунлыҡтан һеҙҙең хәлегеҙҙе аңлайым...
- Рәхмәт... Мин дә шундайыраҡ хәлдәмен... Онотор өсөн бар булмышым менән эшкә сумам...
- Ә һеҙҙең ҡатынығыҙ... ниңә улай йәшләй китеп барҙы был донъянан?
Харис тәрән көрһөндө:
- Мин эштә инем, сит илдә. Әмиләнең йөрәге ауырта ине, бала саҡтан. Сынығыр өсөн һалҡын һыу менән ҡойондо, йәй көндәре иртә таң менән күлдә һыу инә торғайны. Һыу ныҡ һалҡын булдымы икән, күлгә сумған саҡта йөрәге туҡтаған.
Артабан һүҙ ялғанманы, балаларҙың уйнағанын күҙәтеп тынып ултырҙылар. Ахырҙа ҡатын ваҡыт икәнлеген аңғартып урынынан торҙо:
-Һеҙҙе ҡунаҡханала юғалтҡандарҙыр инде...
Таксила барған ыңғайы айырылышыу көсөргәнешен кескәй Ирек үҙе үк ябайлаштырҙы - ул еңел машинаның бәүелтеүенә иҙрәп йоҡлап китте. Мәрйәм юлда төшөп ҡалды.
- Хушығыҙ, - тине ул яҡындары менән хушлашҡандай йылы итеп.
- Хуш, - тине лә Харис, эстән генә өҫтәп ҡуйҙы, - Әмилә.

Ялда Харис мөмкин булған тиклем ваҡытын балаларына бағышлаға тырышты. Бергәләшеп төрлө аттракциондарға, зоопарктарға йөрөнөләр, диңгеҙ ярында ҡыҙындылар. Балалар онотолғандай ине лә, Харис киреһенсә тынғыһын юғалтты. Ҡайтыуға ла интернеттан эҙләп теге килгән рейсҡа билет алды. Тик Мәрйәм был рейс экипажында бумай сыҡты. Күпме генә күҙ ҡараштары менән эҙләмәһен Харис, ул күренмәне, стюардессаны саҡыртып төймәсеккә лә баҫып ҡараны, ләкин һәр саҡ таныш булмаған ҡыҙҙар килде. Ахырҙа ир тура һорарға мәжбүр булды.
- Ул хәҙер бында эшләмәй – тинеләр яуапҡа.
- Эштән китте? - тип ҡабатлап һораны Харис, - Ҡайҙа китте?
- Сәбәбен белмәйбеҙ, беҙҙә башҡа мәғлүмәт юҡ, - тип стюардесса китеп барҙы.

Көҙ етте. Ағас япраҡтары һары ямғыр булып шауҙырҙап яуҙы. Һалҡынса ел уларҙы тротуарҙар буйлап шаулатып һепереп йөрөтә, ҡойма ситтәренә өйә башланы. Ошо мәлдә Әмиләнең ҡәберен барып тәрбиәләп ҡайтыуға күнеккән Харис.
Уйҙар солғанышында онотолоп килеп, ҡәбергә еткәс аптырап ҡалды: Әмиләһе менән ҡайныһының ҡәберҙәре бөхтә итеп тәрбиәлән, йыйыштырылған. Шул саҡ артында нимәлер ҡыштырланы. Боролоп ҡарағас тағы бер аптыраны - был Мәрйәм ине.
- Һеҙ?.. Бында… нисек?
- Әйе… был ҡәберҙәр минең өсөн дә яҡын… - Мәрйәм һөйләгәндәр алыҫтан ишетелгәндәй тойолдо Харисҡа. – Беҙ Әмилә менән аталаш булып сығабыҙ. Әсәйем, йәш кенә көйөнсә Әмиләнең атаһын яратҡан… минең атайымды инде. Мин шул һөйөүҙән мираҫ булған бала. Атайыбыҙ иртә үлгән. Минең барлығымды уның ғаиләһе белмәй ҡалған.
Оҙаҡ ҡына һүҙһеҙ торған Харисҡа шул саҡ бер хәҡиҡәт барып етте:
- Бына нимәгә өй алдына ҡайным тағы ла бер саған ағасы ултыртҡан икән, ул уны һиңә бағышлаған булған, Мәрйәм.
- Саған?.. Беҙҙең осрашыу, тимәк, юҡҡа булмаған. Атайым…апайым беҙҙең осрашыуҙы теләгән.
- Эйе. Балалар һине эҙләй, Мәрйәм… Мин дә…
Саған япраҡтары талғын ғына бәүелеп Харис менән Мәрйәмдең өҫтөнә яуҙы.
 
Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас