Миңә 15 йәш. Исемем Сулпан. Fаиләлә баш бала. Әле 9–сы синыфта уҡып йөрөйөм. Кем мин? Ниндәй мин? Хатта үҙем дә яуап бирә алмайым.
Тышҡы ҡиәфәтем… Мин һылыу ҡыҙ. Бөтәһе лә шулай ти. Көҙгө алдамаһа, был, әлбиттә, дөрөҫ. Мин нескә, оҙонса буйлы. Буйым 162 см., билем 60 см. Fәҙәттә сибәркәйҙәр хаҡында шулай яҙалар бит инде. Йөҙөм аҡ, сәстәрем ҡалын, ҡара. Күҙҙәрем ҡуйы һоро төҫтә, ҡуйы итеп бешерелгән сәй кеүек, керпектәрем оҙон. Танауым тура, ирендәрем ҡабарынҡы, сейә көрән төҫтә.
Холҡом… Вәт холҡомдо үҙем дә аңлап етмәйем. Мин дөрөҫ йәшәргә тырышһам да, кип–кинәттән берәй йүләрлек эшләп ҡуям. Был саҡта үҙем түгел, сит кеше ҡыланған кеүек тойолоп китә. Ниңә шулай, аңламайым. Яҡшы уҡыйым. Дөрөҫ, уҡыйым, тип әллә ни көс һалып та бармайым. Әгәр көс һалырға кәрәк булһа, мин яҡшы уҡый алмаҫ та инем. Былай белем үҙенән–үҙе минең башҡа инеп тулған төҫлө. Тик уҡытыусыларҙы тыңлап ултырырға ғына кәрәк. Тыңлаған ваҡытта гел генә ниҙер һыҙғылап ултырһам, шул етә. Был холҡома уҡытыусылар ҙа өйрәнгән. Миңә тик ултыр, тип иҫкәртеү яһап та тормайҙар. Шунан дәрестәрҙе лә ваҡытында әҙерләү ҡыйын түгел : яҙаһын –яҙам, уҡыйһын – уҡыйым. Тағы баш ватмай ғына килеп сығып тора. Инша яҙырға яратам. Уның өсөн ручка тотоу ғына көс. Мине тырышып, яҡшы уҡый тип маҡтаған булалар. Ә тырышыу нисек булалыр ул, хатта аңлаған да юҡ.Бына шундай инде Сулпан тигән ҡыҙ.
Әсәйемә 35 йәш. Ҡыҙ саҡта матур булған, буғай. Әле ул ҡаҡса кәүҙәле, гел генә һытыҡ сырайлы ҡатын. Йөҙөнә йыйырсыҡтар сыҡҡан. Гел һытылып йөрөү арҡаһындалыр инде, йәшенән оло күренә.Ул аҡ йөҙлө, һарыраҡ сәсле. Мин уға ныҡ оҡшамағанмын. Йөҙ аҡлығы ғына инде.Ул гел бушамай. Хатта эш–фәлән бөтһә лә, нимәлер соҡоп сығара кеүек. Әсәй фермала быҙау ҡарай. Эше таңдан кискә тиклем. Көндөҙ бер аҙ буш ваҡыты бар. Шул ваҡытта өй эштәрен, өй малдарын ҡарай. Мин мәктәптә булғас, уға ныҡ булыша алмайым. Әсәйемә асыуым да килә, йәлләйем дә. Сөнки ул өҫ–башын ҡарарға, үҙен тәрбиәләргә тырышмай. Әгәр әҙ генә теләһә, үҙен ҡарай алыр ине бит инде. Атайым менән татыу түгелдәр: гел ығы–зығыға сәбәп табып торалар. Мин бәләкәй саҡта әсәйемә йәбешеп ята, уныһын–быныһын һорай торғайным. Ул гелән ваҡыт юҡҡа һылтанып мине ситкә ҡаға килде. Хәҙер инде үҙем дә уға ынтылып бармайым. Шулай ҙа әсәйемдең мине аңлауын бик теләр инем. Класташым Әнисә әсәһе менән дуҫ–әхирәт кеүектәр. Һөйләшмәгән, серләшмәгән нәмәләре юҡ. Ә миңә ундай бәхет тәтемәне.
Ул әсәйемдең киреһе тиер инем. Төҫкә сибәр: сөм–ҡара ҡуйы сәсле, ҙур ҡара күҙле, тура танаулы. Киң итеп йылмайып ебәрһә, ап–аҡ тештәре емелдәп тора.Гел шат күңелле. Тик шатлығын беҙҙең менән өләшмәй, әйтерһең, ҡыҙғана. Өҫ–башы ла ҡараулы, таҙа. Үҙе ҡупшы кешеме, бысранып йөрөмәй. Эше лә таҙа түгел бит әле. “Беларусь” тракторында эшләй ул. Тракторын да көйләп кенә тора. Әсәйемде күрәләтә һанламай. Уны гел кәмләй. Өй эштәрен дә эшләшеп бармай: мал ҡарамай, утын ярмай, өймәй. Улар бөтә әсәйем өҫтөндә. Бар эшләгәне утын килтереү ҙә бысыу. Ҡалғаны әсәй эше. Бесән ваҡытында ла әсәй өтәләнә, сабыу эшендә атай атлығып тормай. Әҙерҙе килтергәс, етә тип уйлай. Әсәй тултырып ҡуйған тиҙәкте сығарып түккән була инде.
Уның эше ауылда кәрәкле эш. Әле утын тарттырырға, әле бесән ташырға саҡырып ҡына торалар. Ул шунан ҡыйыш тейәп ҡайтып, әсәйҙе хурлаған саҡтары аҙ түгел. Әсәй
өндәшмәй. Өндәшер ине, атай ҡул күтәрергә күп һорап тормай. Иртәгеһен былай ҙа бушамаған әсәйҙән үҙен тәрбиәләттерә. Һаман да әсәйҙе мыҫҡыллап тора. Их, асыу килә инде. Өйҙө ташлап, сығып китерҙәй булам. Уның ҡарауы ауылдағы ирһеҙ ҡатын–ҡыҙҙарға алмаштырғыһыҙ кеше ул. Бөтәһен дә тотош һөйә, буғай. Әсәй тешен генә ҡыҫа инде, шым ғына илай ҙа. Күрәһең, атайҙы ярата ул. Мин уға ҡаршылыҡлы ҡарашта торам. Бер яҡтан атайҙың сибәр, ҡупшы булыуы оҡшай. Үҙем дә атайға оҡшап торам. Атай ҙа мине үҙенсә һөйә, буғай. Һәр хәлдә миңә аҡырып бармай. Бәләкәй сағымда мин уға аҫылып йөрөй инем. Хәҙер ҡырыҫландым. Уның әсәйҙе интектереүе күңелде ҡыра. Уларҙы дуҫ, татыу итер инем дә хәлемдән килһә. Ләкин юҡ шул, барып ҡына сыҡмай. Улар татыу булһа, ниндәй бәхетле булыр инек…
Ул бәләкәй әле, йәйгә саҡ алты йәше туласаҡ. Ҡустым әсәй малайы – төҫө менән һуйған да ҡаплаған инде. Баҡсанан ҡайтһа, күберәк минең өҫтә, мине ҡаңғырта. Унан ялҡып та китәм. Шулай ҙа ҡарарға тырышам. Әсәйгә ярҙам булһын, тим инде. Ул шаяра, иркәләнә. Уның йәшендә мин дә шулай булғам, бер нимә лә аңламай инем. Әле бәхетле. Аңлай башлаһа, уға ла күңелһеҙ булыр әле.
Кисә миңә 15 йәш тулып, 16–сы йәшкә киттем. Ун алтынсы яҙ! Бынан ары минең тормошом бөтөнләй башҡа юлдан китер һымаҡ булып тойола. Әллә ниндәй мөғжизәләр көтәм, бәхет көтәм. Иптәштәремде саҡырып алдым. Шаулы, күңелле булды тип әйтә алмайым. Атайым да, әсәйем дә өйҙә ине. Атай ни эшләптер айыҡ, күңелле генә йөрөп ята. Мине ҡотлаған булды. Башҡа иптәштәрем ҡунаҡҡа саҡырһа, ата–әсәләре өйҙә булмай. Былар ни ҡарауыллайҙарҙыр, асыу килеп китте.
Ҡәҙерле көндәлегем, серҙәремде, уйҙарымды бушатырға әлдә һин бар. Уйлана башлаһам, уйҙарҙың сиге юҡ. Әллә миңә шулаймы? Хәҙерге ваҡытта ниҙер етмәй гел өҙгөләнеп
торам. Әсәйем менән серләшергә ауыҙ асыр инем, һаман шул бушамау, һытыҡ сырай, бар көсөнә тик тормаҫҡа тырыша. Ах, ул бит уйҙары менән яңғыҙ ҡалмаҫҡа тырыша! Уның дуҫы- эш, бер өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеп мейеһен быраулаған уйҙарынан ҡаса.
Тағы иптәш ҡыҙым Әнисә иҫкә төштө. Уға бөтәһе лә асыҡ. Уға көнләшеп ҡарайым. Ә ул минән көнләшә:“Сибәрһең”,- ти. Минең уның урынында булғым килә. Сөнки уның бөтәһе лә хәл ителгән. Уның Дыуан ауыл хужалығы колледжына барғыһы килә. Агрономияны ла, ветеренарияны ла өйрәнәсәкмен, ти. Береһен үҙ аллы уҡырға план ҡора. Әле үк машина, трактор йөрөтә белә. Уҡыу йортон бөтөрөп, күп итеп иген ултыртып, мал ҡарап, ҙур итеп өй һалып, киң ҡолас менән йәшәргә йыйына. Әле атаһы ул эште башлап йөрөй. Уларҙан был эш килеп сығасаҡ.
Fаиләләре татыу, тырыш. Ә беҙ? Атайым бер яҡта, әсәйем бер башҡа. Ә мин? Ни эшләремде лә белмәйем. Әле гөрләп торған ҡалалар саҡыра төҫлө. Ни эшләргә? Медсестра, уҡытыусы буғым килмәй. Кем булырға инде? Был һорауға килеп терәлгәс, аптырап барып туҡтайым. Уф, йоҡом килә. Хәйерле төн, көндәлегем.
Ах, көнө лә көнө! Зәп–зәңгәр төпһөҙ күк. Саф март һауаһы. Ап–аҡ ҡар күҙҙәрҙе шул тиклем сағылдыра. Уға ҡарарлыҡ түгел. Һауала ҡыҙылтүштәрҙең дәртле һайрауы яңғырап тора. Улар ҡыҙып–ҡыҙып, яҙғы аяҙ көнгә шатланып һайрайҙар.Зәңгәр күккә ҡарайым да, шул зәңгәрлеккә кереп сумғым килә. Төпһөҙ зәңгәрлеккә кереп аҙашһам, аҡ елкәнле карапҡа ултырған берәү килеп ҡотҡарыр. Ниндәй кеше ул? Оҙон буйлы, аҡ йөҙлө, ҡабарып торған ҡуңыр сәсле. Күҙҙәре зәңгәр. Карабының палубаһында тора һәм аҡ тештәреп күрһәтеп йылмая, мине саҡыра. Саҡыра, ә килмәй. Һине көтә–көтә көтөк булып бөтәм инде. Ҡайҙа һин? Ҡайҙа йәшәйһең? Минең тилмереүемде аңла. Шундай уйҙар менән мәктәптән ҡайтышлай ауыл ситендәге ҡайынлыҡта йөрөнөм. Һайрамағыҙ, ҡыҙылтүштәр! Былай ҙа болоҡһоған күңелде ярһытаһағыҙ.
Бөгөн мәктәпкә нарколог килеп, өлкән синыф уҡыусылары менән әңгәмә үткәрҙе. Белгес эсеү–тартыуҙың зыяны хаҡында тырышып–тырышып һөйләгән булды. Бөтәһе лә шым ғына тыңлаһа ла, йөҙҙәрендә аҫтыртын йылмайыу сағыла ине: “Әйҙә, әйҙә, һайра, эшең шул , – тигән уй яҙылған уларҙың йөҙөнә.– Һеҙ һөйләнеп кенә бер ни ҡыла алмайһығыҙ. Барыбер, үҙебеҙҙекен эшләп торасаҡбыҙ.”
Эйе, һабаҡташтарымдың күпселеге тарта, дискотека һайын эсәләр ҙә. Айыҡ баштан ниндәй ҡыҙыҡ булһын. Был тиңдәштәремдең фекере. Был юлдан улар тайпылмясаҡ. Мин әле ул емештәрҙән ауыҙ итеп ҡарағаным юҡ. Нимә тота мине? Әле кәрәге юҡ һымаҡ. Шулай булғас, кешеләргә эйәреп кенә ҡыланмайым инде. Күңел дә тартмай.
Миңә әҙәбиәт уҡытыусыһы Йәмилә Мансуровна оҡшай ине. Ни өсөн һуң? Ул уҡытыусылар араһында иң йәше. Беҙҙә 3–4 йыл самаһы уҡыта. Йәмилә апа сибәр. Һөт кеүек аҡ йөҙөндә нескә ҡаштары, ҙур һоро күҙҙәре кешене үҙенә саҡырып тора. Ҡабарынҡы сәстәре бүрек кеүек. Был өҙөк–йолҡоҡ химик бөҙрә түгел. Уның сәстәре шулай тулҡын–тулҡын ятып тора. Буйға ла килешле, зифа. Ни кейһә лә килешә. Салбарлы костюмдары ла, ҡыҫҡа юбкалары ла тәненә һылашып тора. Беҙ йәш, матур уҡытыусыларҙы яратабыҙ инде ул. Уларға оҡшарға тырышабыҙ. Кейенергә лә уларҙан өйрәнәбеҙ. Йәмилә Мансуровна ҡыҙҙарҙың идеалы. Уның кеүек атларға, йылмайырға, кейенергә теләйҙәр. Вәт шул идеал шартланы.
Кисә инша яҙғайныҡ. Өйгә ҡайтҡас, рус әҙәбиәте дәреслегемде ҡалдырып киткәнлегемде аңланым. Сирек һуңы, иртәгә зачет. Кире мәктәпкә йүгерҙем. Мәктәп буш. Рус теле һәм әҙәбиәте кабинетын асып ебәрҙем, бикле түгел ине. Ҡараһам, һөйөклө апам форточкаға сигарет төтөнө өрөп тора. Өҫтәлдә беҙҙең иншалар, бер дәфтәр асыҡ ята. Тикшергән–тикшергән дә тороп тәмәке тартырға керешкән. Мин аптырап ҡатып ҡалдым. Шунан нимәлер мығырҙап, йүгереп барып китабымды алдым да атылып сығып киттем.
Бына һиңә мә! Шул тиклем оят булды. Әйтерһең, мине боҙоҡ эш өҫтөндә тоттолар.Бөтә булмышым: “Ике йөҙлө, алдаҡсы,”– тип ҡысҡыра ине.Наркологты саҡырыусы, уны тырышып
йөпләүсе Йәмилә апа үҙе тәмләп тәмәке һура. Синыфтағы ғәйбәтсе, күҙәтеүсе, шпион Эльвирҙың малайҙарҙы йыйып, шырыҡ–шырыҡ оятһыҙ көлөп, нимәлер һөйләүе иҫкә төштө. Мин бер нәмә лә аңламағайным. Аҙаҡтан Әнисә һөйләне. Ул ҡайҙан белгәндер. Һүҙ Йәмилә апа хаҡында барған. Йәнәһе, Эльвир уҡытыусыны бер боҙоҡ эш өҫтөндә күргән. Физкультурник Артур Ханович менән спортзалда мат өҫтөндә ятҡандарында барып сыҡҡан. Эльвир гел генә еҫкәнеп, эҙләнеп йөрөй. Әллә нәмәләр белә. Мин ышанманым. Эльвирҙың ғәҙәттәге алама теллелеге тип уйланым да ҡуйҙым. “Нисек инде йыуан, табаҡ бит Артур Хановичкә фәрештә кеүек нәфис Йәмилә Мансуровна ҡараһын? Тегеһенең ауыҙынан һәр саҡ кисә эселгән араҡы еҫе аңҡый. Фу, һаҫыҡ кәзә тәкәһе,”– тинем. Ә Әнисә ышанды.
-Йәмилә апа ла кеше бит, – тине.– Ауылда уға лайыҡлы егет тә юҡ. Бөтәһе лә эскегә һалышып бөткәндәр. Ә Артур Ханович ни тиһәң дә уҡытыусы,– тип тә өҫтәне. Физкультурник уға тәҡдим эшләргә уйлаған, туғандары Йәмилә апаны оҡшатмай маташҡандар, ти, етмәһә.Мин шарҡылдап көлдөм генә.
-Йәмһеҙ баҡа егет менән Дюймовочка,– тинем. Әнисә һаман үҙенекен туҡыны:
-Етер һиңә, ауыҙыңды яп,– тип ҡысҡырып ебәрҙем мин.
Эйе, ул ваҡытта һөйләшеү шулай тамамланғайны.Шунан һуң Артур Ханович тураһында уйлап та йөрөгәйнем. Йәмһеҙмен әле тимәй ул. Сибәрерәк ҡыҙҙар менән гел татлы телләнеп һөйләшә, гимнастик күнегеүҙәр ваҡытында өйрәткән кеше булып, ҡулын да саманан артығыраҡ оҙайтҡылай. Ҡайһы бер ҡыҙҙарға был хәл хатта оҡшап ҡуя. Миңә тейеп ҡараһын. Яратмайым, тибеп осорормон. Ул быны һиҙә. Улай ҡыланмай. Уф, мин тамам йәмһеҙ бысраҡ уйҙарға баттым. Йәмилә апа бынан ары минең кумирым түгел инде. Уға нисектер, миңә оят уның өсөн. Хәҙер Артур менән икеһенең араһында булған хәлгә лә ышандым.
Ура, каникул, каникул! Йәмһеҙ уйҙар, китегеҙ, ҡуйырмағыҙ. Ял, ял, ял! Йәнгә тейеп бөткән дәрестәрҙән бер аҙ арынып уйнап–көлөп дискотекаларҙа һикрәнләп алырға була.Әнисә, мин, Дилә – бер урамда торабыҙ, аралашабыҙ. Әле бергә
дискотекаға барырға һөйләштек. Әллә ни яңылыҡ та юҡ. Күңел тулап тора, ни эшләргә белеп булмай. Каникулда өй эштәрен эшләп, әсәйҙе ял иттереп алырға кәрәк.
Кисәге хәлдәрҙе яҙайым әле. Әйткәнемсә, дискотекаға сыҡтыҡ. Белмәгәнде белеп, күрмәгәнде күреп ҡайттым тиһәм дә була.
Кисә Диләләрҙең өйөндә биҙәндек, төҙәндек. Дилә оҙон буйлы матур ҡыҙ ул. Мин уға “ҡала ҡыҙы” тип исем ҡуштым. Сөнки ул бик нәфис. Бәләкәй матур башы, оҙон муйыны өҫтөндә ғорур ултыра. Йомро янбашлы, нескә генә билле, оҙон аяҡлы ул. Түше лә ныҡ ҡалҡыу. Йәбешеп торған джинсы менән водолазка үлеп килешә үҙенә. Әнисә лә мини юбка менән асыҡ яурынлы топ кейеп ебәргән. Ул спортсменка булғас, ни кейһә лә килешә. Мин дә уларҙан ҡалышмайым. Йөҙөм дә, кәүҙәм дә үҙемә оҡшай. Әнисә йөҙгә минән ҡайтышыраҡ, төҫһөҙөрәк. Яҡты, ҙур күҙҙәр, ҡуйы оҙон керпектәр, нескә танау, өрөлөп торған ирендәр минеке булыуына ышанып етмәй ҡарайым. Мин йырыҡ оҙон юбка менән асыҡ муйынлы свитер кейҙем, ғәләмә килешә.Төҙәнеп–биҙәнеп, керпек буяп, помадалар һөртөп алған булдыҡ. Бер–беребеҙгә: “Һин ниндәй сибәр. – Юҡсы, һин бигерәк тә”,– тип комплименттар әйттек.Әнисә генә бер аҙ күңелһеҙ ине.
-Эй, мин матур түгелмен дә ул, – тип ҡуйҙы.
Беҙ уға ауыҙ асырға ирек бирмәйенсә:
-Юҡ, һин дә сибәр бит, фигураң бигерәк матур,– тинек. Шунан сығып киттек.
Рәхәт шул Диләгә. Уға йорттарына төкөп эшләнгән бер бүлмә биреп ҡуйғандар, хатта ишеге лә башҡа. Бар яҡлап хөрриәт уға. Соланда йәшерен элгес ҡуйылған. Ата–әсәһе ишекте бикләп ятһа ла, Дилә асып инә ала.
Юлға сығып бер аҙ барғас, Дилә кеҫәһенән сигарет, зажигалка сығарып көйрәтеп ебәрҙе. Беҙ өндәшмәй киләбеҙ. Уның шулай асыҡтан–асыҡ тартҡанын күргәнебеҙ юҡ ине әле.
-Нимә, тауышығыҙ сыҡмай,– тип сырҡылдап көлгән була.
-Һиңә оҡшаймы шул? – тип һораным мин.
-Оҡшамаһа, тартмаҫ инем, себеш,– ти ул.– Мә, һурып ҡара.
Миндә билдәһеҙ сәм тыуҙы. Һурҙым да, тонсоҡтом. Йүткерә башланым.
-Ярар, өйрәнерһең. Аҙаҡ айырыла ла алмаҫһың. Башта ғына шулай ул, бер ләззәтенә төшөнгәнсе.
-Әлбиттә, был инде себешлектән сығыу тип атала.
-Тәмәке төтәтеп кенә етлегеп буламы икән,– тине Әнисә.– Төтәт, әйҙә, үҙеңә оҡшағас. Мин тартмаясаҡмын,– тип ҡәтғи өҫтәне ул.– Минең бәхетле булғым,яҡшы кейәүгә сыҡҡым, сәләмәт балалар үҫтергем килә.
Эй, күңелһеҙ булып китә шуның менән. Бөтөн нәмәгә яуабы бар шуның. Ярар. Шулай клубка килеп еттек. Рок музыканың дөңгөрҙәүенә бейеүҙәр башланған. Өҫкө кейемдәрҙе һалып ташлап, беҙ ҙә бейеүселәргә ҡушылдыҡ. Ялт–йолт иткән төҫлө музыкаға баш әйләнә, йөрәк елкенә. Бер миҙгелгә үҙемдең ҡайҙа тороуомдо белмәйем. Кайф ошо була, күрәһең. Әллә нәмәләр эшләге килеп китә. Һабаҡташтар бөтәһе лә бында. Һәр береһе үҙен бәйһеҙ хис итә. Музыка артынан музыка. Сит илдекен Рәсәй төркөмдәре алыштыра. Эльвир шунда бутала – кереп–сығып йөрөй. Кемдәрҙе күҙәтә икән тағы?
Мине 11–ҙә уҡыған Йыһаннур бейергә саҡырҙы. Тик торғансы тип, төштөм. Уның дискотекала булыуы һирәк күренеш. Әле ул әллә ниндәй, һиҙелер–һиҙелмәҫ кенә ҡалтырана ла. Әллә ни әйтергә теләп уҡталып ҡуя ла, өндәшмәй. Шул ғына етмәгәйне. Музыка туҡтау менән Әнисә килеп етте.
-Әхирәт, әйҙә сығайыҡ әле,– ти ул бышылдап. Уға ла ниҙер булған. Өҙөк–өҙөк һулап, көрһөнөп ҡуя. Сыҡтыҡ. Ул мине етәкләп, клуб ихатаһынан алып сығып китте. Юлды быуып маташҡан Вадимға екереп кенә ҡуйҙы.
-Сулпан, минең һиңә һөйләй торған серем бар, тик һин мине ашыҡтырма,–ти.
Шым ғына киләбеҙ. Урамдар бөттө. Юл беҙҙе ҡайынлыҡҡа алып килде. Төнө ниндәй бит әле! Аяҙ күктә туп–тулы ай йөҙә. Уның яҡтыһынан хатта йондоҙҙар төҫһөҙләнеп ҡалғандай. Тып–тын. Көслө музыканан һуң был тынлыҡтан ҡолаҡ шаулай. Һауа һалҡынса, рәхәт. Аяҡ аҫтында көндөҙ
ирегән күләүектәрҙең йоҡа боҙо шытырлай. Серләшеп кенә йөрөй торған төн шул. Йөрәк өҙөлөп китә.
-Мин берәүҙе оҡшатам бит,– тип һүҙ башлай дуҫым.– Күптән инде, дүртенсе кластан бирле.– Ул үкһеп ҡуя. Бына һиңә кәрәк булһа! Тимер йөрәк Әнисә ни һөйләй?Әнисә һүҙен нисек башларға белмәй туҡтап ҡала.
-Йә инде, йә,– тип өтәҫләйем мин. Ҡыҙыҡһыныуымдан күҙ аҡайҙы, ә ул һаман һуҙа.
-Уф, еңел тиһеңме әллә. Әйтәм дә ҡуям инде. Ул – Йыһаннур.
Йыһаннур? Бына был яңылыҡ! Ул быйыл 11–се синыфта уҡый. Спотсмен, ударник. Fорур ғына егет ул. Дуҫым бер башлағас, ҡыҙа ғына бара.
-Ул миңә бәләкәйҙән оҡшай. Сөнки ауылда унан да яҡшыраҡ егет юҡ. Затлы, маҡсатлы егет ул. Ә әсәһен нисек ярата, хөрмәт итә.
Мин әхирәтемде аңламайым. Әнисәнең мөхәббәтендә Йыһаннурҙың әсәһенә булған мөнәсәбәтенең ни ҡыҫылышы бар һуң?
-Нисек кенә иғтибарын яуларға тырышмайым, ул мине бар тип тә белмәй. Ни эшләргә инде миңә? – ти дуҫым өҙгөләнеп.
-Бәлки ул аңламайҙыр. Һин хат яҙып ҡара,– тим аптырағас.
Беҙ яҙғы урманда оҙаҡ ҡына серләшеп йөрөнөк. Бер–беребеҙгә хыянат итмәҫкә, һатмаҫҡа, ярҙамсы булырға һүҙ бирештек. Быларҙың күпселеге Әнисәнең идеялары ине. Шундай нәмәләрҙе әллә ҡайҙан табып тора ул.
Ҡайтып ятҡас, Йыһаннур хаҡында уйландым. Уларҙың өйө беҙгә ҡыяраҡ ҡына тора. Ҡаршыла Вәзир бабайҙар, шунан уң яҡлап Йыһаннурҙар йәшәй. Ул миңә йыш осрай, ҡайһы саҡта уҡырға ла бергә барырға тура килә. Уның асылып һөйләшкеһе килә. Fәҙәттә ғорур Йыһаннур минең менән бик ябай. Бәлки, ғорур ҙа түгелдер ул. Башҡа егеттәр кеүек юҡты бар итеп ләпелдәргә тормауы, етди булыуы менән айырылып торалыр.Ул миңә ихлас булһа ла, мин уға асылып бармайым, дөйөм фразалар менән генә сикләнәм.
Йыһаннур урта буйлы, ҡуңыр йөҙлө, ыҫмала кеүек ҡара сәсле. Йөҙө яҫы, сығыңҡы яңаҡлы. Ирендәре үҙһүҙле булып турһайып тора. Күҙҙәре лә ябай ғына уртаса күҙҙәр. Ҡыҫҡаһы, ул мине ҡыҙыҡһындыра торған егет түгел. Эсемдән
генә уны “ҡарасман” тип йөрөтәм. Дөрөҫ, ул мәктәптә билдәле шәхес. Тарих, хоҡуҡ фәндәренән дә, физика, биологиянан да олимпиадаларға йөрөй. Урындар яулай. Гер күтәреү, көрәш менән дә шөғөлләнә. Ярыштарҙа ҡайһы саҡ 1–се, 2–се урындар ала килә.Ҡасан ҡарама уның эшләп йөрөгәне күренә. Һыу ташый, аҙбар таҙарта, ҡар көрәй, түтәл ҡаҙа, утын быса, яра. Хатта әсәһе кер йыуһа, мәкегә алып барып, сайҡап килә. Ҡустыларын да эшкә һөрөп йөрөтә. Уның бойороусан тауышы:
-Рөстәм, бөгөн мал ҡарауҙа һинең сират,– тип яңғырап тора.
Әсәһе колхоз идараһында иҫәп–хисап эшендә, атаһы шофер. Улар кис кенә ҡайта. Донъя Йыһаннур өҫтөндә. Ул иренмәй. Үҙенең айырым картуф баҡсаһы бар. 7–нән бирле ҡарай уны. Картуфын һатып, үҙенә кейем ала. Уйлайым–уйлайым да, юҡ, ул миңә оҡшамай. “Ер ҡорто”,- тип ҡуям.
Тағы Вадим миңә күҙ атыусыларҙың береһе. Еңел кәүҙәле, осоп–ҡалҡып тора. Шундай хәбәр тоҡсайы, теле һүҙҙән бушамай. Ауыҙында сер ятмай. Башҡа ҡыҙҙар артынан йүгергеләп ала. Тағы миңә бәйләнеп маташа, хатта үпкәләй. Ул миңә буш ҡыуыҡ булып күренә. Маҡсатһыҙ бер нәмә шунда. Үҙенең ни теләгәнен үҙе белмәй. Юҡ, минең һөйгәнем Йыһаннур һымаҡ та, Вадим һымаҡ та булырға тейеш түгел. Үҙебеҙҙең синыфтa, ғөмүмән, беҙҙең ауылда мин оҡшатырлыҡ егет юҡ. Һис күңелем тартмай шуларға. Ә ниндәй булырға тейеш минең һөйгәнем? Беҙҙәге егеттәрҙән бөтөнләй башҡа, и все… Төҫкә матур, буйға оҙон, нәзәкәтле холоҡло, нәфис кеше, вәт!
Иртән өҫтөмә ҡояш төшкәс кенә уяндым. Ҡустым мышнап йоҡлап ята. Тиҙ генә сәй эсеп, өйҙө ялтыратып йыйыштырып ташланым. Әсәйем һөйләнмәһен, картуф ҡыҙҙырырға ла ҡуя һалдым. Ата–әсәйем ҡайтыуға ашарға әҙер, өй ялт итеп тора ине инде. Әсәйем шатланып китте.
-Ҡыҙым өйҙә булғас, ҡалай рәхәт,– тип арҡамдан ҡағып ҡуйҙы. Әсәйемдең йөҙө асыҡ булһа, миңә рәхәт. Тик ул һирәк йылмая.
яныбыҙҙан бик шәп машина үтеп китте. Ҡустым:
-Джип, ана, джип,!– тип ҡысҡырып ебәрҙе.
Беҙҙең урам ҙур булмағас, машиналар һирәк йөрөй.Теге машина Маһира әбейҙәргә туҡтаны. Taҙа кәүҙәле ир менән шундай уҡ оҙон, таҙа кәүҙәле ҡатын машинанан төрлө ҡумталар, сумкалар сығара башланы. Һуңлап ҡына бер егет тә килеп сыҡты. Ул туҡтап та тормай бер сумканы эләктерҙе лә ихатаға инеп китте. Былар Маһира әбейҙең Екатеринбургта йәшәгән ҡыҙы менән кейәүе, ейәне булырға тейештәр. Руслан бала саҡта килһә лә, һуңғы 4–5 йылда килгәне юҡ ине. Ҡалай оҙон егет булып киткән. Эльза апай үҙе лә, ире лә – эшҡыуарҙар. Бик байҙар тип һөйләйҙәр. Байтаҡтан ҡайтҡандары юҡ ине.
Мин ғәжәйеп төш күрҙем. Йәнәһе, үҙебеҙҙең ҡапҡа төбөндә торам. Яныма ап–аҡ машина килеп туҡтаны. Оҙон, матур машина – аҡҡошмо ни! Машинанан аҡ костюмлы сибәр егет сыҡты. Ул йылмая, машинаға саҡыра. Мин ултырҙым. Талғын ғына ҡуҙғалабыҙ, йөҙгән төҫлө генә итеп йәшел болон аша барабыҙ. Егет миңә ҡарап йылмая. Миңә шул тиклем рәхәт, уға ҡарап көләм. Бара торғас, ҡараңғы булып китте. Болон да, юл да юҡ. Мин һораулы ҡарашымды егеткә төбәйем. Ҡараһам, рулде тотоусының башы яланғас баш һөйәге, тештәре генә шаҡылдай. Минең ҡотом осто – ҡысҡыра ла, ҡыймылдай ҙа алмайым. Ә машина түңгәктәр өҫтөнән бара, һикертә. Мин инде һөлдә егеткә боролоп ҡарарға ла ҡурҡам.
Бар көсөмдө һалып, ишекте асып ебәрҙем. Шәп барабыҙ, шулай ҙа һикерҙем. Машина ҡалтор–ҡолтор килеп ары бара бирҙе лә юҡ булды, әллә упҡынға ҡоланы. Мин аңҡы–тиңке булып һалҡын, ҡараңғы томанда ҡайҙа барырға ла белмәй торам. Ана бәләкәй генә ут күренә. Шунда киттем. Йыһаннур усаҡ янында ултыра, асыулы. Миңә боролоп ҡарамай, әллә күрмәй инде.
-Йыһаннур,– тип өндәшәм дә уянып китәм. Өҫтөмдө асып ташлағанмын. Кәкрәйеп кенә ятам, дер ҡалтырайым.Тиҙ генә юрғанымды алып ябындым. Вәт төш тиһәң дә төш. Америка киноларындағы кошмарҙарың ары торһон. Мин әле төштәргә ышынып бармайым.Әсәйем ҡыштыр–ҡыштыр аш яғына
сығып китте. Ут ҡабыҙып, мейескә яға башланы. Былай булғас, иртәнге биш. Тиҙҙән эшкә китәсәк. Әсәйемдең йөрөүенән тыныс, рәхәт булып ҡалды. Яңынан йоҡлап киттем. Иртән торғас та төш тынғы бирмәй уйландыра. Ундайҙы күргән юҡ ине бит әле. Әкренләп кенә өй йыйыштырҙым да, китаптарымды барлап һала башланым. Шул саҡ Дилә килеп инде лә ах та ух килеп хәбәр һөйләй башланы.
-Сулпан, белһәң ине, беҙҙең ауылға хәтәр бер егет килгән. Маһира әбейҙең ҡыҙының улы. Ул Екатеринбургта престижный уҡыу йортоноң престижный факультетында уҡый икән. Шул егет академ алған, ти. Башы ауыртып тора, тиме шунда. Вәт ул хәҙер беҙҙә бер йыл йәшәйәсәк икән. Ауыл һауаһы...Бик шикарный күренә. Вәт, исмаһам, унда прикид. Уф, полный отпад, - Дилә шулай аңлаһа–аңламаһа ла шундай һүҙҙәр ҡатнаштырып һөйләшергә ярата. Облом, отпад, прикол тип ебәрә. Дилә тын алмай һөйләне лә, туҡтап ҡалды. Арып китте, буғай. Мин иҫем китмәҫкә тырышып:
-Ҡасан белергә өлгөрә һалдың әле? – тип ҡуйҙым.
-Өлгөрөpһөң дә. Вәт уны ҡаратырға ине,– ти әшнәм, үҙ фекерҙәренән айный алмай.
-Эй, былай ҙа егетһеҙ торғаның юҡ әле.
-Фи, улар бит деревенщиналар.
-Булһа һуң. Әйҙә, бөгөн киноға барайыҡ. Әбей кеүек телевизорға ҡапланып ултырма.
-Барырбыҙ,– тинем мин. Эстән генә мин дә ҡыҙыҡһындым инде.
Хатта яҙғым да килмәй. Кисә Дилә һүҙенә ҡарап киноға барғайным. Әллә ниндәй ғәләмәт оятһыҙ Америка фильмы инде. Эммануэль тигән ҡатын тураһында. Oятһыҙ кинолар минең ҡайһы бер синыфташтарға оҡшай. Шулар һымаҡ ҡыланырға тырышып яталар.Мәҫәлән, Дилә һәм Регина. Шунан тәъҫирҙәрен һөйләшеп көлөшәләр. Улар был эштәрен йәшерергә тырышһалар ҙа Эльвир белеп ҡалып уларҙы һата. Ә мин? Мин үҙемдең өлөштө көтәм. Теләһә кем менән ваҡыт уҙһын өсөн генә ваҡланғым килмәй. Руслан киноға
килмәгәйне. Ниңә килһен инде ул? Беҙҙә ҡуйылған фильмдар бынан 5–6 йыл элек үк ҡалала күрһәтелә. Шунан ул клубка килмәҫ тә. Иң яҡшы киноларҙы видеокассеталарҙан ғына ҡарап яталыр.
Ҡайтҡанда бер бәләкәй мажара булып алды. Беҙ Йыһаннур менән күрше булғас, бер яҡҡа ҡайтабыҙ. Бөгөн ул тел асҡысы тапҡан һымаҡ телгә бай булып киткән. Беҙҙең ҡапҡа төбөнә еткәйнек, минең ҡулды эләктереп алды ла:
-Әйҙә, Сулпан, бер аҙ йөрөп киләйек,– ти.Үҙенең тауышы ҡалтыранып сыҡты. Ҡулы ла ут кеүек.
-Кит, Йыһан, бөгөн әллә нәмә эшләгәнһең ул,– тим.– Мин һиңә бер сер әйтәм: һине бер ҡыҙ ярата,– тип ысҡындырҙым. Үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Әхирәтемә ярҙам итәйем, тип уйланым да һуң бит.
-Их, Сулпан, миңә һинән башҡа бер кем дә кәрәкмәй. Ни эшләп һаман аңламаған кеше булаһың ул?
-Кит, мин ҡайҙан беләйем, һинең эсеңә инеп сыҡмағанмын бит. Унан һуң минең һөйөп йөрөгән егетем бар,– тип алдаштым мин күҙ ҙә йоммайынса.
Йыһаннурҙың ҡулы үҙенән–үҙе һалынып төштө. Мин ҡапҡанан кереп киттем. Кергәс, йәнем көйөүҙән айный алмай йөҙәнем. Харап, табылған бер ғашиҡ. Һин генә етмәгәйнең.
Шул тиклем кәйеф китте. Нимәгә инде миңә ҡара сурнай Йыһаннур. Исеме лә әллә ниндәй допотопный, бабайҙар исеме.Әллә кемде көтәм мин. Бына Әнисә Йыһан тип яна, көйә. Ә миңә һис кенә лә кәрәге юҡ. Миңә 16–сы йәш инде. Минең дә ғишыҡ тотоп, хискә бирелеп, яратып йөрөгөм килә. Яратмаған көйө “любовью заниматься” итеп йөрөгөм килмәй. Мөхәббәт юғары булырға тейеш, минеңсә. Дөрөҫ, Йыһан да ундай “любовный занятиеларҙы” яратмай. Ул Вадим түгел. Ә мин Дилә түгел. Хәйер, Дилә менән Вадим ғынамы ни? Күбеһе шундайҙар.
Уны күрҙем! Ул, был – ул! Күҙ алдымдан китмәй. Нескә оҙон буй, ҡабарынҡы сәстәр, аҡ йөҙ, оҙон керпектәр ҡаймалағап зәңгәр күҙҙәр. Ул Голливуд егеттәренән һылыуыраҡ.
Леонардо Дикаприо уның янында буяуы уңған һүрәт. Вадим менән ине ул. Сөнки Вадим менән Русландың әсәләре бер туғандар. Мине күреү менән Вадим йырыҡ ауыҙын да йыйып ала алмай шунда уҡ:
-Cәләм!– тип ҡысҡырып ебәрҙе.-Таныш булығыҙ, был минең класташым Сулпан. Ә был – минең братан Руслан,– тип теҙеп китте ул. Харап, берәүҙәр культурный булып ҡылана.
“Грей”,– тинем мин эстән генә. Уның өҫ–башы бик ябай һәм нәфис энәнән сыҡҡан джинсы һәм күн куртка. Кейемдәре уға ныҡ килешә, бөтәһе лә юғары сифатлы икәне күренеп тора.
Ә мин тиһәң, 6 синыфта кейгән пальтомды кейеп, ҡустымды һөйрәп йөрөй инем.
-Очень рад,– ти яңы танышым, күҙҙәренең зәңгәрлеге менән ҡойондороп. Унда ниндәйҙер һағыш бар төҫлө. Күҙҙәре һаман бойоҡ ҡалды. Ләкин ниндәй һөйкөмлө ул, тауышы ла йомшаҡ.
-Бөгөн һине дискотекаға саҡырабыҙ,– ти Вадим.
Мин:” Ярар”,– тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ах, мин һөйләшеп тә тормай өйгә ысҡындым. Ҡустымдың сар–сор ҡысҡырыуын ҡолаҡҡа ла элмәнем. Уның һаман да мине ат итеп уйнағыһы килә ине. Йөрәк дөп–дөп типте. Ни эшләргә инде былай булғас.
Дискотека, дискотека, музыка… Мин барып етеү менән Вадим ҡаршыға килде һәм әйҙүкләп үҙҙәре янына алып китте. Әле генә һалмаҡ музыка башланып тора ине. Руслан мине шартына килтереп бейеүгә саҡырҙы. Мин уның ҡосағында ҡалдым. Ни өсөн бөтәһе лә шулай тиҙ? Беҙҙә егеттәрең күпселеге бындай бейеүгә төшөрмәйҙәр. Бөтәһе лә беҙгә ҡарап торғандарын төшөнөп ҡалдым. Яҡындараҡ ҡына Йыһаннурҙың ялбарыулы, моңло күҙҙәре күренеп ҡалды. Йәнемде көйҙөрөп йөрөмәһә ни була инде. Бер аҙ тартынһам да миңә бик рәхәт ине. Бәхет тигән нәмә шулай буламы икән? Медляк бөтөү менән яныма Әнисә килеп етте.
-Һиңә йомош бар ине,– тип ҡулымдан тотоп алды.– Әйҙә инде,әйҙә,– тип алды ла китте. Минең теләмәй генә барыуыма ла иғтибар итмәй. Мин асыуымды тыя алмайса:
-Әнисә, ни эшләйһең? Һиңә гел үҙ йомошоң өҫтөн инде,– тим.
-Юҡ,юҡ, Сулпан, һүҙ һинең хаҡта.– Мине ауыҙ ҙа астырмай һөйләп китте.– Русландан айырып алып киткәнгә асыуланаһың инде. Тик бәйләнмә уның менән.
Мин аптырап киттем, үҙемде көскә тыйып:
-Быны нисек аңларға? – тинем.
-Руслан оҙаҡҡа килгәс, ҡыҙһыҙ тормаҫ инде. Һин ауылда иң матур, ғорур ҡыҙ.
-Шулай булғас, ниңә аяҡ салаһың? Әллә көнләшәһең инде?
-Бына бер иҫәр. Миңә Руслан бармы ла юҡмы, барыбер. Миңә һин ҡәҙерле. Ҡала егеттәре ауыл ҡыҙҙарын барыбер ташлап китә ул. Ана былтыр Диләне шулай итмәнеләрме ни? Ул сафлығын юғалтты, һиҙҙермәй йөрөргә тырышты.
Минең йән көйә, әллә нисек оят.
-Был өләсәйҙәр хәбәре ҡасан бөтә? – ҡырт боролоп киттем дә барҙым. Күҙҙән йәштәр аға башланы. Йәшле күҙем менән клубта йөрөгөм килмәне, ҡайтып киттем. Төн буйы илап сыҡтым. Руслан миңә бүтәнсә ҡарамаҫ тип өҙгөләндем.
(Дауамы бар).