+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
11 Ғинуар 2023, 15:00

Саманы онотҡан

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Хикәйә) Рәфис Тәбрисов йыл­дың һәр миҙгелендә арымай-талмай ауыл­даштарының йорттарын ифрат матур биҙәк­тәр менән се­мәр­ләп, һырлап биҙәй ҙә йә­ненә йәм таба. “Эш­ләгән – әпә­кәй теш­лә­гән” ти­ҙәр, ошо шөғөлө ме­нән аҡсаға мулыҡты: дан машина, ағас эш­кәр­тергә ҡиммәтле станок, бүтән ҡо­ра­малдар алып ебәрҙе, хан һа­райы һымаҡ йорт һалып керҙе.

Саманы онотҡан
Саманы онотҡан

Нәжәғәй ауылының үр­ге осонда йәшәгән Фирҙәт тә, өйөн төҙөп бөт­кәс, биҙәү эштә­рен тик Рә­фис­тән эш­­ләтергә ниәтләгәйне. Янына Сә­хиәһен саҡырҙы:
– Тел тигәндә телеп һалаһың, – тип башланы хәбәрен Фирҙәт, –Рәфискә арыу һүҙеңде йәллә­мә, маҡта, һине өйрәтергә кә­рәкмәй – ҡойоп ҡуйған дипло­матһың.
Сәхиә иренең ышанысын аҡ­ларға булды – шунда уҡ Рәфис оҫтаның йор­тона юлланды.
Оҫта ең һыҙғанып, тәҙрә ҡап­ҡас­тарына биҙәктәр ырып эшләй ине.
– Һаумы, ҡустым! Аллаһ яр­ҙам­дар бирһен – ырамлы бар­һын эш­тәрең! – Сәхиә ихлас сә­ләмләште.
– Рәхмәт, апай, теләктәрең ҡабул булһын! Йортоғоҙҙо төҙөп тә бөттө­гөҙмө? – Рәфис көлөм­һөрәне.
– Белеп тораһың...
– Белеп торам, көтөп торам, йыш ҡына ҡурҡып торам. – Оҫта уйынса­лап һамаҡланы. – Һеҙҙең дә өйө­гөҙ­ҙө һалып бөт­кәнегеҙҙе ишет­кәйнем. Өлгөрөп булмай, апай, заказдар күп. Был арала ял төҫөн күр­гәнем юҡ. Мына сиратҡа яҙыл­ған­дарҙың исемлеге! – Ул, маңлай тирен ҡул һырты менән һыпыра-һыпыра, туҙып бөткән дәфтәр һон­до.
“Йомошомдо тыңламаҫҡа алдан алып тора бит был...” – Сә­хиә, кө­йө­нөүен нисек тә һиҙ­ҙермәҫкә тырышып, йылмайған булды.
– И-и, ҡустым, бирешә торған­дарҙан түгелһең. Һиңә эш сы­ҙаймы: барыһына ла өлгөрөрһөң, заказ­дарың­ды эшләп бөтөрһөң. Һай-һай, мынау биҙәктәрҙең матурлығы! Бо­ронғо Ҡөрьән китаптарында ғына осрай бын­дайҙар...
– Ҡөрьәндән биҙәктәр күсер­гәнем юҡ. Күсерергә ярамай, гона­һы ҙур булыр. Барыһын да үҙем эшләйем, апай.
– Шулай шул, Рәфис ҡустым, ысын ижадсы бит һин! Хаҡтәғәлә һирәк­тәргә генә бүләк итә бындай һәләтте, шуны беләһеңме?
– Әлләсе... Уны-быны уйлаған юҡ.
– Уйламайһыңдыр. Уйланырға ва­ҡытың да юҡтыр инде. Бындай би­ҙәк­тәрҙе бик һәләтле рәссам­дар ғы­на төшөрә ала. Һәр биҙәгең күҙ яуын алып тора. Йәнә шуны ла әй­тәйем: рәссам ғына ла түгел, композитор ҙа һин! Таҡтаны ла тик үҙеңсә бысаһың. Бысҡың, зыңлап-зың­ғыр­лап, скрипка тауыштарын сығара: зың-зың-ң... зың-ң-зың-ң. Әлегәсә ишетмәгән моң бит был – тот та көй яҙ!
Ҡаҙаҡ ҡағыуҙарың да икенсе: бейегәндә итектәрҙең еҙ үксә­ләре бер-береһенә тейеп-тейеп алған һымаҡ. Әлегәсә шәйләмә­гәнһең икән, хәҙер ҡаҙағыңды ҡаҡҡан һайын диҡҡәт менән тыңла: тыҡ-тыҡ.. дыңҡ-дыңҡ... былай итеп берәү ҙә ҡаҙаҡ ҡаға белмәй! – Күҙҙәрен йомоп, ифрат хисләнеп, бер туҡтауһыҙ татыл­даған Сәхиәне “һы-ы” тигән ауаз иҫенә килтерҙе.
Ифрат ғәжәпләнгән Рәфис яй­лап һушын йыйҙы.
– Эшемде оҡ­ша­талар, хуплайҙар ҙа. Әммә, апай, былай ҙа күктәргә күтә­р­гәндәрҙе күргәнем, был тиклем дә оло һүҙҙәр­ҙе ишеткә­нем булманы. Рәссам, композитор... Бер кешегә күп түгелме?
– Күп түгеллеген эштәрең иҫбат­лай. Юғары зауыҡ, зирәк зиһен. Тәрән хис-тойғо, күңел һиҙгерлеге – рәссам, композитор, шағирҙарға нәҡ ошо сифаттар хас. Шуларҙың бөтәһе лә һин­дә бар.
– Алай, мин дә шиғыр яҙа аламмы?
– Һин дә яҙмағас, кем яҙа уны! То­тон ғына, ҡустым, дан ши­ғырҙар яҙасаҡһың!
– Һы-ы... Шаштыраһың бит, Сәхиә апай! – Рәфис һаман ғәжәпләнә, һаман иҫе китә.
– Һис шаштырмайым, ҡустым, дө­рөҫөн генә, тейәрен генә әйтәм.
– Китапса һөйләйһең, апай. Хәҙер йомошоңдо әйт.
– Йорттоң биҙәү, һырлау эш­тәрен тиҙерәк бөтөрөргә ине. Хаҡына тор­мабыҙ. Сиратҡа яҙма инде, оҙаҡ­­ҡа һуҙылыр. Сиратһыҙ ғына...
– Ярай, апай, кәрниздәрҙең, тәҙрә ҡапҡастарының үлсәмен алырға ике-өс көндән барырмын, көтөгөҙ.
...Фирҙәт менән Сәхиә ике-өс көн түгел, айға яҡын көттө – оҫта килмәне. Ни уйларға ла белмәгәс, икәүләшеп Рәфискә киттеләр.
Бәй, Сәхиә ни күрә: таҡта-тоҡ­та, балта-бысҡы, башҡа ҡо­рамалдар элек килгәнендә нисек һалынғайны – шул килеш ята. Сә­хиәнең хәтере шәп: “Мына тигән шпион булыр инең” – тип юҡтан ғына маҡтамай бит уны Фирҙәте.
Тимәк, Сәхиә ҡайтып киткәс, Рәфис оҫта быларҙы ҡулына ла алмаған...
– Рәфисте көтмәгеҙ, ул тиҙ генә ҡайтмаҫ әле! – Сәхиә менән Фирҙәт янында оҫтаның ҡатыны тора ине.
– Ҡайҙа китте? – Ифрат ҡау­шауҙан Сәхиәнең тауышы ҡал­тыранды.
– Һыу буйында шиғыр яҙыр өсөн илһам эҙләп йөрөй. Аҙаҡ, төштән һуң, киндергә һүрәт төшөрә. Шунан таңға тиклем соланда, мунсала баян уйнай. Ба­яндың еллеһен һатып алды. Килем килтергән эшенән кинәт кенә биҙҙе лә ҡуйҙы. Хәҙер аҡсаһыҙ инте­гәбеҙ! – Ҡатынҡай, Сәхиәгә ҡы­рын-мырын күҙ төшөрөп, тәрән көрһөндө.
– Шиғырҙы күп яҙҙымы? – Сәхиә, сикһеҙ ғәжәпләнеп, оҫтаның хәләл ефетенә ҡараны.
– Иртәнән төшкә ҡәҙәр ағын һыу­ҙы күҙәтеп, аҡ ҡағыҙға текәлеп ул­тырһа ла, башына бер юл да килмәй икән.
– Киндерҙәрен күрһәт, нимәләр төшөргән?
– Һәр өйҙөң ҡапҡаларына үҙе элек яһаған аҡҡош, күгәрсен, бал ҡорт­та­­ры, айыу, ҡуян һүрәттәренең кү­сермәләре инде – уларҙың нимәһен ҡарайһың...
– Баянда яңы көйҙәрҙе, үҙе ижад иткәндәрҙе уйнайҙыр?
– Интегә торғас, “Әпипә” не дөрөҫ уйнай башланы! – Ҡатынҡай, ҡапыл ҡырт боролоп, өйөнә табан китте.
– Нимәләр сурытҡайның? – Апты­ранған Фирҙәттең төҫө ҡасҡайны.
– Үҙең ҡуштың да ҡустыны ҡу­пай­тырға. Тырышып-тырышып маҡта­ғай­ным. Былай булырын кем бел­гән...

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: