+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
12 Ғинуар 2023, 20:00

Хуш, Виталий!

Артур Виталий менән әрмелә хеҙмәт итеүенең икенсе йылына – Чита өлкәһенә полигонға барғас ҡына яҡындан танышты. Быға ҡәҙәр бер казармала йәшәһәләр ҙә, подразделениелары башҡа булғас, үҙ-ара аралашыу тигән нәмә булманы улар араһында. Ә полигонда ике йәш егет яҡын дуҫтар булып киттеләр. Дуҫлашыуға сәбәп тә бар ине шул: полктан тик уларҙың икәүһен генә башҡа полкҡа бер айға беркетеп ҡалдырҙылар.

Хуш, Виталий!
Хуш, Виталий!

Сит көтөүгә ҡушылған мал кеүек тойҙо улар башта үҙҙәрен, офицерҙары ла нисектер мәрхәмәтһеҙ, һалдаттары ла ҡырағайыраҡ күренә. Шулай ҙа икәүһенә баш булып ҡалған өлкән прапорщик Бычков, егеттәрҙе үҙенсә тартып, алдан киҫәтеп ҡуйҙы: “Бары тик миңә генә буйһонаһығыҙ! Берәй офицер йомош-фәлән ҡушһа, беҙҙең үҙ командирыбыҙ бар, уға әйтегеҙ, тигеҙ ҙә ҡуйығыҙ... Һеҙ ай буйы үҙ бурысығыҙҙы артығы менән атҡарҙығыҙ инде...” Артурҙың взвод командиры ул, Бычков. Бик тә итәғәтле, һалдаттарҙы үҙ улдары кеүек күргән, уларға һәр яҡлап ярҙам итергә тырышҡан кешелекле һәм кеселекле кеше. Йөҙө, һын-торошо менән башҡортҡа тартымыраҡ оҙон буйлы был мыҡты командирын тәү күреүҙән үк оҡшатты Артур. Уныһы ла егетте башҡаларҙан айырыбыраҡ ҡарар ине. Ә йәй-көҙ айҙарында ғаиләһе менән Уссурийск тайгаһына еләк-емеш, бәшмәк йыйырға сыҡһалар, мотлаҡ Артурҙы ла алырға тырышты. Егеттең, бәшмәктәрҙең яраҡлы-яраҡһыҙын айырып, тәфсирләп аңлатыуы, ҡайһы бәшмәкте нисегерәк эшкәртергә кәрәклеге хаҡында һөйләүе, әллә бер ҙә генә буш ултырмай, ял иткән арала ла төрлө үләндәр йыйып, ниндәй үләнде ниндәй ауырыуҙан ҡулланырға кәрәклеген төшөндөрөргә тырышыуы оҡшанымы, һәр хәлдә өлкән прапорщиктың ҡатыны ла Артурҙы туғанылай ҡабул итте. Ә уларҙың игеҙәктәр кеүек үҫеп килгән ике ҡыҙы Артурҙы ғәҙәти һалдат тип уйламайҙар ҙа ине, шикелле: “Дядя Артур!” – тип әлдән-әле уның янында өйрөләләр.
-Егеттәр, күрәм, һеҙ бындағы шарттарға өйрәнә, сит полк һалдаттары менән берегә алмайһығыҙ, буғай, - тип башланы ул бер көн иртән дөйөм разводтан һуң. – Шуға кисә кис полк командиры менән һөйләштем. Һеҙ Виталийҙың КрАЗ-ында йоҡлап йөрөй алаһығыҙ... теләһәгеҙ әгәр ҙә...
-Беренсе көндән шулай кәрәк ине, иптәш өлкән прапорщик, - Виталий командирына һүҙҙәрен әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне. – Юғиһә, бындағы ҡырағайҙар беҙҙән көлөп маташа. Артурҙы бөтөнләй һанға һуҡмайҙар. Беҙҙә йәш һалдаттар менән өлкәндәр араһында барыбер артыҡ айырма юҡ икән ул... Былар ни молодойҙарын төнө буй ы йоҡлатмайҙар: берәүһе тартырға һорай, икенсеһенең төн уртаһында һыу эскеһе килә...
-Ярар, ярар, Виталик, - өлкән прапорщик көлөмһөрәп ҡуйҙы. – Мине, бер нимә лә һиҙмәй, бер нимә лә күрмәй, тип уйлайһығыҙмы ни? Ни эшләйһең, ят кешеләр бит беҙ бында... Шулай ҙа бирешмәйек, бөтөнләйгә ҡалмайһығыҙ ҙа ул. Ни тиһәк тә, беҙ артеллеристар бит әле! Эйеме, дуҫ?
Бычков көрәктәй ҡулдары менән Артурҙың яурынан ҡағып ҡуйҙы. Күңеле булғанда уға гел шулай “дуҫ” тип өндәшә ул.
Шул көндән һуң айға яҡын бер машинала йоҡлап йөрөнө ике дуҫ. Төндәр буйы һөйләшеп, гражданкалағы тормоштарын, бала саҡтарын иҫләп алырҙар ине. Ҡамасаулаған, тыйған кеше юҡ.
-Артур, беләһеңме, һуңғы көндәрҙә мине бер үк төш йөҙәтә башланы әле, - бер кис Виталий шулай тип һүҙ башланы. – Көн һайын тиерлек бер үк нәмәне күрәм: йәнәһе, хеҙмәтемде тамамлап, Новосибирскиҙағы апайымдарға ҡайтып ингәнмен икән, тием. Асыҡ ишектән фатирға үтәм, ә апайым тәҙрә янында баҫып тора. Миңә шундай итеп ҡарай... өнөмдәге кеүек. “Сәләм, Света, бына мин дә ҡайттым!” – тип өндәшеүем була, ул минең ҡосағыма ташлана. Инде ҡосаҡлашабыҙ ғына тигәндә уянам да ҡуям...
Виталийҙың өндәшмәй уйға ҡалыуын тойоп, артабан Артур дауам итә:
-Ҡайғырма, Виталь, ҡайтыр көнөң яҡынлаша бит, уйланаһыңдыр, шул төшөңә инә инде...
-Мин дә шулай тигән булам да ул... Ике-өс айҙан тыуған яҡҡа ҡайтып китер ваҡыт та етә. Ике йыл тәүҙә генә оҙаҡ һымаҡ ине, ә тиҙ генә үтә лә китә икән дәбаһа... Бер йылдан һин дә ҡайтыу хаҡында уйлана башларһың әле... Алай ҙа Бычков беҙҙе тегеләрҙән айырҙы, исмаһам, эс бушағансы һөйләшергә форсат бар... Барыбер төшөм күңелгә ниндәйҙер шом һала...
-Барыһын да яҡшыға, хәйерлегә юрайыҡ, дуҫ. Өлкәндәр миңә шулай тип өйрәтә торғайнылар...
...Әсәһенән ун йәштәр тирәһендә етем ҡалған Виталий байтаҡ ауырлыҡтар, мәхрүмлектәр күрә хәрби хеҙмәткә саҡырылғанға ҡәҙәр. Атаһы балаларын бер-ике йыл ғына ҡарай ҙа, ниндәйҙер ят бисә менән Ҡаҙағстан тарафтарына олаға. Ярай әле үҙенән биш йәшкә оло Светлана апаһы ҡустыһын яңғыҙ итмәҫкә тырыша. Тик үҙ атай-әсәйеңә етәме ни инде! Күп ваҡытын Виталий ҙур ҡаланың иҫәпһеҙ-һанһыҙ урамдарын ҡыҙырып үткәрә, мәктәптә уҡыуы ла исем өсөн генә була. Нисек етте, шулай урта белем алып, шофер һөнәрен үҙләштерә ул, әрмегә тиклем төҙөлөштә бер-ике ай машинала эшләй.
-Бәхетле кеше һин, Артур. Өйҙә әсәйең көтә, ағайың бар... Әсәйем үлгәнсе, атайым булмаһа ине, тип ҡуям ҡайһы берҙә мин дә. Тормошом бөтөнләй икенсе булыр ине кеүек. Әле апайым кейәүгә сығып, беҙҙең фатирҙа торалар. Еҙнәй булған кеше төшөрөргә ярата шикелле – хаттарында апайым шулайыраҡ һүҙҙәр яҙа. Апайҙы рәнйетә лә һымаҡ... Әрменән һуң ҡайҙа барырға, кемдәргә барып баш төртөргә, тип борсолам...
-Ҡайҙа, тип, тура апайыңдарға ҡайтаһың инде, - Артур дуҫына үҙ кәңәштәрен бирә. – Үҙ кешең, моғайын, ҡыуып сығармаҫ... Бик булмаһа, берәр йыл нисек тә түҙһәң, ҡайтышлай уҡ үҙем менән Башҡортостанға алып ҡайтам да китәм... Әсәйем ифрат киң күңелле ул минең, туғандарым да иплеләр. Берәй ергә эшкә төшөп алһаң, өйләнеп ебәрһәң, йәшәрбеҙ әле аралашып...
-Бигерәк бер ҡатлыһың инде, Артур, һинеңсә, барыһы ла еңел генә хәл ителергә тейеш... Шулай ҙа рәхмәт йылы һүҙҙәреңә! Һинең тәҡдимең запас вариант булыр әлегә. Ә мин Новосибирскиға ҡайтам әле. Һис юғы, ҡала Советы башҡарма комитетына барырмын, берәй бүлмә табырҙар, моғайын.
-Үҙең хәл ит улайһа. Әммә бел – дуҫтарға беҙҙең ишек һәр ваҡыт асыҡ!
Полигондан икәүһе бергә ҡайтты Артур менән Виталий. КрАЗ-ды, элемтәселәр ротаһының радиореле будкаһын платформаға нығытып бөткәс, өлкән прапорщик һалдаттарын янына саҡырҙы ла:
-Йә, егеттәр, әлегә эштәр теүәлләнде. Молодцы! Әммә мине аңлағыҙ: мин был ташбаҡа аҙымы менән барыусы тауар поезында ҡайта алмайым. Тиҙерәк ҡайтып етергә кәрәк, кәләш менән күрешмәгәнгә ике айҙан ашыу ваҡыт үтте бит, ҡыҙҙарымды ла һағындым... Ә һеҙгә ваҡ-төйәк тейәлгән вагондың бер мөйөшөнән урын бирәләр, юлда ла икегеҙ бергә булаһығыҙ. Юл йөрөү тәртибен аңлатып тораһы түгел, үҙегеҙ яйын ҡарарһығыҙ. Дальнореченский станцияһынан ҡаршы сығып алырбыҙ. Пока, орлы мои, ни пуха, ни пера!
Өлкән прапорщик китеп, биш-алты сәғәт үткәс кенә ҡуҙғалды хәрби состав. Ысынлап та бик ығыш бара шул тауар поезы, станция һайын әллә күпме туҡтап тора, унда ла вокзалдан бер яҡ ситтә, тупиктан урын ала. Төн алдынан ғына ашарға алырға команда бирҙеләр:
-Состав илле минутҡа туҡтай. Йәһәт кенә полевая кухнянан киске аш алырға йүгерегеҙ! Иртәнге ашҡа өҫтәмә хәбәр ителәсәк...
Сайылдағыраҡ тауышлы прапорщиктың состав буйлап йүгереп үтеүе булды, биҙрәләр, котелоктар тотҡан һалдаттар состав уртаһында килгән ялан кухняһы тирәһендә ҡымжыша ла башланы. Ара-тирә генә ашнаҡсы егеттең: “Сиратҡа баҫығыҙ! Этешмәгеҙ! Бөтәгеҙгә лә
етә тием бит...” – тигән ҡырҡыу тауышы ишетелеп ҡала. Күрәһең, ҡорһаҡтары асҡан һалдаттар ашнаҡсыға кемуҙарҙан үҙ һауыттарын һона...
-Ҡана, мин үҙем барып киләйем, - Виталий, һалдат котелогын алып, ишеккә атланы – Һин, Артур, сухой паекты сығара тор.
... Бына шулай, уңайы сыҡҡанда ғына тамаҡтарын туйҙырып, арып-ялҡып, һигеҙенсе көнгә генә Дальнореченский станцияһына килеп еттеләр. Оҙон юл буйына һөйләшмәгән хәбәрҙәре ҡалманы. Дуҫлыҡтарына икеһе лә берҙәй шат ине егеттәр.
-Ни эшләп элегерәк аралашмағанбыҙҙыр?! – Һүҙгә әүәҫ Виталий дуҫын ҡосаҡлап уҡ ала. – Күпме серҙәребеҙ уртаҡ беҙҙең хәҙер! Донъялар һәйбәтләнеп китһә, әрменән һуң да аралашып йәшәрбеҙ, дуҫ, һин кәләшең менән беҙҙең Новосибирскиға ҡунаҡҡа килерһең, беҙ һин үлтереп маҡтаған Башҡортостанда ҡунаҡ булырбыҙ!
-Әлбиттә, Виталь! Мотлаҡ шулай булырға тейеш! – был һүҙҙәрҙе Артур айырыуса ышаныс һәм ғорурлыҡ менән әйтте...
Состав туҡтауға, ике дуҫ килгән вагон ишегенә өлкән прапорщик Бычков йүгереп килеп етте:
-Йә, нисек килеп еттегеҙ? – һалдаттарын алмаш-тилмәш ҡосаҡлап, туғандарса күреште командир.
-Рәхмәт, Александр Григорьевич, юл буйы йоҡо һимерттек, - командирын күреүгә күңеле күтәрелеп киткән Артур ихлас яуап бирҙе. – Күрмәйһегеҙме ни? Кителдәргә һыймайбыҙ хатта!
-Күрәм, күрәм. Уның ҡарауы, ике ай буйы әҙ тир түкмәнегеҙ бит инде. Әйткәндәй, икегеҙгә лә үҙегеҙ ярҙам иткән полк командирының рәхмәт хаты бар. Ә беҙҙең командование һеҙҙе байраҡ янында фотоға төшөү менән бүләкләй! Ҡотлайым, егеттәр!
Көтөлмәгән хәбәрҙән башта икеһе лә аптырабыраҡ ҡалһалар ҙа, бер аҙҙан ике дуҫ, ҡосаҡлашып, бер-береһен ҡотларға керештеләр.
-Ҙур рәхмәт һеҙгә, иптәш өлкән прапорщик! Бик ныҡ шатландырҙығыҙ! – хис-тойғоларҙан беренсе булып Виталий арынды һәм командирға рәхмәтен белдерергә ашыҡты. – Байраҡ янында фотоға төшөү беҙҙең өсөн иң ҙур бүләк.
-Дөрөҫ, иптәш рядовой, һалдаттар өсөн унан да ҙурыраҡ бүләктең булыуы мөмкин дә түгел! Ғүмерлек иҫтәлек булып ҡала бит ул! – өлкән прапорщик та үҙ һалдаттары өсөн шат ине.
Полигондан ҡайтып, аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, подразделениела дежур булып торған Артурға бергә хеҙмәт иткән яҡташы Илнур төш алдынан ғына ауыр хәбәр еткерҙе.
-Ишеттеңме, Артур? Һинең менән полигонда булған Виталийҙы ауыр хәлдә госпиталгә алып киттеләр.
Ишеткәндәренә ҡапылғара ышана алмай шаңҡып ҡалған Артур тиҙ генә Илнурҙың янына барып баҫты:
-Нимә һөйләйһең һин? Иртәнсәк разводҡа барғанда ғына күрҙем бит мин уны... Нимә булған ул?
-Иртәнсәк һин дә мин ине лә ул... Майор Глазырин Виталиктың машинаһындағы лебедка менән иҫке автопаркта торған ҙур мискәне һөйрәттертмәк булған. Майор ҡушҡас, Виталик нимә эшләһен инде – тарттырып маташҡан. Тик лебедка ғына ала алмай икән. Шуға машинаһынан төшөп, Глазыринға аңлатып ҡарарға була, янына барған. Тегеһе, яндырайланып, кемгә өйрәтәһең, һалдат, тарттырыуыңды бел, тигән дә ҡылдай тартылып торған ҡорос арҡанға типкән. Шул ваҡыт арҡан өҙөлөп, Виталийҙың сикәһенә лом менән килтереп бәргән. Алып киткәндәрендә лә иҫһеҙ, тиҙәр ине. Саша Беляев менән Дутляков эргәләрендә булғандар, шулар әйтте.
Хәбәрҙең тиккә генә булмағанлығына тамам ышанған Артурҙың күҙ алдынан Виталийҙың һыны үтеп киткәндәй булды. Һәр ваҡыт йылмайып һөйләшкән дуҫының йөҙө лә асыҡ күренде уға. “Имен генә булһын инде!” – ошо теләктәрен ҡат-ҡат ҡабатлай- ҡабатлай, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙы ул был төндө. Эх, янына барып, хәлен белешеп булһа икән, тип үкенде Артур. Ләкин әрме ҡанундарын үтеп, бер ни ҙә ҡыла алмай ине шул.
Иртәгеһенә төш мәлендә часҡа Виталийҙың табутын алып ҡайттылар. Дежурҙан һуң төшкә ҡәҙәр ял итеү ҡаралғанлыҡтан, Артур ике дневальныйы менән казармала ҡалғайны. Тик күҙҙәрен йоҡо алманы уның, һаман Виталийҙы уйлап, түбәгә ҡарап ятыуын белде.
“Михалченко үлгән!” – ошо ҡот осҡос хәбәр тәүлеккә яҡын аңҡы-тиңке йөрөгән Артурҙың йөрәгенә хәнйәрҙәй ҡаҙалды. Барлыҡ борсолоуҙарын, дуҫын юғалтыу хәсрәтен күҙҙәренән туҡтауһыҙ аҡҡан әсе күҙ йәштәре менән йыуып, оҙаҡ, бик оҙаҡ аунаны ул карауатында. Бары тик өлкән прапорщиктың:
-Ғәлимов! Ҡайғыңды уртаҡлашам, дуҫ! Яҡын дуҫың мәңгелеккә ташлап китте беҙҙе... Шулай ҙа бирешмәйек. Әйҙә, тор, йыуынып, кейен дә, дуҫыңдың табуты янына почетлы ҡарауылға баҫ! Был полк командирының приказы... – тигән һүҙҙәре генә уны ысынбарлыҡҡа ҡайтарғандай итте...
Гарнизон клубының ҡап уртаһына ҡуйылған ҡыҙыл буҫтау менән көплө табут янында дүрт һалдат алмашлап ҡарауылда торҙо улар. Бер кем бер кемгә ауыҙ асып һүҙ ҡушмай. Тик Артур ғына, күҙ йәштәренә ирек ҡуйып, өнһөҙ ятҡан ап-аҡ йөҙлө дуҫына текләгән дә, уйы менән уға өндәшә: “Эх, Виталик, Виталик! Бына нимәгә булған ул һинең өҙлөкһөҙ ҡабатланған төштәрең! Ниндәй өмөттәр, хыялдар менән йәшәй инек бит. Ә хәҙер һин юҡ, һиңә барыбер... Ғәфү ит, дуҫым, һине һуңғы юлға оҙатырға тыуған ҡалаңа бара алмайым... Апайыңа сабырлыҡ бирһен Хоҙай!..”
Иртәгеһенә иртәнге сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Виталий менән хушлашырға бөтә полкты алып килделәр. Баш кейемдәрен сисеп, һул ҡулдарының беләгенә һалып тотҡан һалдаттар бер туҡтауһыҙ табут янынан үтә... Тып-тын торған клуб эсе кирза итектәрҙең күмәк гөрһөлдәүенә күмелә: гөп-гөп, гөп-гөп... Әйтерһең, табут эсендә ятҡан мәйеттең йөрәге донъяға һуңғы ауаздарын һала...
Табутты ябып, тышҡа алып сыҡҡас, уны цинк табут эсенә урынлаштырыу бурысын да почетлы ҡарауылда тороусыларға йөкмәттеләр. Шунда түҙмәне Артур, дуҫының баш осона ултырып үкһеп ебәрҙе:
-Бәхил бул, Виталий, дуҫҡайым! Һинең үлемеңә ышанмайым мин... Һин йәшәргә тейеш инең... Хуш, Виталий, мин һине онотмаясаҡмын...
Өлкән прапорщик Бычков Артурҙы яурындарынан ҡосаҡлап торғоҙҙо ла:
-Бирешмә, туғаным, тимәк яҙмыш шулай ҡушҡан, - тине йыуатҡандай итеп. Унан бер аҙ алғараҡ сығып – Иптәштәр! Ғәлимов менән Михалченконың яҡын дуҫтар булыуына шаһитмын, шуға ла аңлайым Артурҙың өҙгөләнеүен... Матур дуҫлыҡтың бер өлгөһө ине улар, тик ҡәһәрле үлем генә араларына төштө... Тыныс йоҡла, Михалченко!
Өлкән прапорщиктың оҙон керпектәренә лә йәш тамсылары эленгән ине был мәлдә...

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:
Читайте нас: