-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
14 Ғинуар , 20:00

Атайымды таптым

– Ғәфү итегеҙ, Һеҙ Әхмәтсафин ағайҙың улымы? – тигән һорауҙы ишеткәс, Минсаф, ултырған урынынан һикереп тороп, ишеккә ыңғайланы. Үҙенең туҡталышына етергә байтаҡ ара ҡалһа ла, троллейбустан төшөп ҡалды. «Уф, ошоларҙы, - тип тамағындағы төйөрҙө ергә төкөрҙө лә кешеләр әҙ йөрөгән урамдан китеп барҙы.

Атайымды таптым
Атайымды таптым

Аптыраттылар инде ошо һорауҙары менән. Бала саҡтан бирә башланылар. Исмаһам, бөгөн, тыуған көнөмдә, бимазаламаһындар ине. Егерме йәшкә еткәнсе шул алйот һорауҙы ишет әле».

Элек, бала сағында, был һорауға әллә ни иҫе китмәй ине лә ул. «Юҡ» тип, китә лә бара торғайны. Бишенсеме-алтынсымы синыфта уҡығанда: «Нишләп, минән гел генә Әхмәтсафиндың улымы тип һорайҙар?» - тип әсәһенә лә мөрәжәғәт иткәйне. Әсәһенең яуап бирәһе урынға, төҫө үҙгәреп, диванға барып ятҡанын күреп ҡурҡты. Шунан һуң ул турала һүҙ ҡуҙғатманы. Оноторға тырышты. Әммә кешеләр хәтеренә төшөрөп торҙо. Һорау тамам теңкәһенә тейҙе. Университеттың журналистика факультетына уҡырға ингәс, уға яуап эҙләй башланы.

***

Минсаф тәүҙә үҙенең ғүмерен барлап сыҡты. Эҙләгән һорауға яуап уның биографияһына яҙылған булырға тейеш тә баһа.

Уға дүрт йәш тулып бишкә киткәйне. Ул быны яҡшы хәтерләй. Сөнки атаһы тыуған көнөнә ҙур уйынсыҡ – Чебурашка бүләк иткәйне. Шул ваҡиғанан һуң бер нисә көн үткәс, кис менән атаһы ауылға барам тип сығып китте. «Атайым киткәс, - тип хәтер йомғағын һүтте Минсаф, - беҙгә бер ағай килеп керҙе. Төҫөн күрмәнем. Сөнки әсәйем, апайым менән мине йоҡо бүлмәһенә бикләп, шым ғына ятырға ҡушҡайны. Ағай икәнен тауышынан белдем.

Бер саҡ ишектә ҡыңғырау тауышы ишетелде. Асыусы булманы. Тағы шылтыраттылар. Асманылар. Өсөнсө ҡыңғырауҙан һуң ғына ишек асылды. Атайым ҡайтып инде. Ул кереү менән өйҙә шау-шыу ҡупты. Нимәләрҙер иҙәнгә ауҙы. Ҡысҡырыш-талаш башланды. Беҙ апайым менән карауат аҫтына инеп йәшендек. Шул көндө атайым беҙҙән китте. Ҡабат ҡайтманы».

Ошоларҙы хәтерҙән үткәргәс, Минсаф:

- Әллә шул ир минең атайыммы икән? - тип уйланы. Аҙаҡ юҡтыр тигән һығымтаға килде. Ул ирҙең фамилияһы, аҙаҡ асыҡланыуынса, Бишбулдин бит. Ә минән берәү ҙә: «Бишбулдиндың улымы?» - тип һорамай. - Әхмәтсафиндыҡымы ти. Шулай булғас, эҙләнеүҙе ошо фамилия тирәһендә йөрөтөргә кәрәк, тигән фекергә килә ул.

***

Йәнде әрнеткән, күңелгә хуш килмәгән һорауҙы ишетеү генә түгел, уға яуап эҙләүе лә ауыр эш икәнен Минсаф аңланы. Үҙенең генә түгел, әсәһенең дә, башҡаларҙың да шәхси тормошонда соҡонорға тура килә. «Яҡшы түгел был», - тип уйланы. «Юҡ менән булашмайым әле», - тип бер нисә тапҡыр ҡул да һелтәп ҡуйғайны. Әммә кешеләрҙең шул йән әрнеткес һорауҙы һаман ҡабатлауҙары уның теләген яңырта торҙо. Үҙенең дә хәҡиҡәтте асыҡлағыһы, атаһының кемлеген беләһе килә. «Хайуан балаһы түгел дә мин, - тип уйлай, – атайымдың кем икәнен белмәҫкә. Боронғолар ете быуыныңды белергә васыят әйтеп ҡалдырған. Нишләп әле мин бер быуынымды ла белмәй йөрөйөм. Атайымдың кем икәнлеген белмәгәс, уйнаштан тыуған бала булам да баһа. Ғәрлеге ни тора?! Метрикалағы яҙыу – яҙыу инде ул. Шик тыуғас, ундағы фамилия ла, отчество ла ышандырмай. Асыҡлауҙы талап итә».

Шундай уйҙар менән Минсаф яңынан үҙен борсоған һорауға яуап эҙләргә тотона.

***

Әхмәтсафинды Минсаф яҡшы белә. «Әсәйемдән күпкә оло 55-60 йәштәр тирәһендәге бабай ине, - тип хәтер йомғағын һүтеп алып китте ул. - Атайым менән бергә эшләне. Атайым уны һирәкләп өйгә алып ҡайта торғайны. Бергәләп сәй эсәләр, оҙаҡ итеп һөйләшеп ултыралар. Атайым Мәскәүгә аспирантураға уҡырға киткәс, Әхмәтсафиндың беҙгә килеүе йышайҙы. Институт эргәлә генә булғас, төшкө аш ваҡытында ла инә. Ул килһә, әсәйем апайым менән мине урамға сығарып ебәрә. Мин балкондан саҡырмайынса ҡайтмағыҙ, ти. Бер саҡ тышта уйнап йөрөгәндә ҡапыл туалетҡа бараһы килеп китте. Дүртенсе ҡатҡа йүгереп мендем дә  ишекте дөпөлдәтә башланым. Асыусы булманы. Түҙмәй ыштаныма ебәрҙем. Аҙаҡ әсәйем тетмәмде тетте. «Ҡабат мин саҡырмайынса, өйгә ҡайтма. Шунда урамда «бес» итеп булмаймы ни», - тине.

-Унда ҡыҙҙарҙан оялам, - тинем илай-илай.

- Оялып әллә ҡайҙа барырһың. Әсәйҙең әйткәнен тыңларға кәрәк.

Был ваҡиғалар Минсафтың хәтерендә өҙөк-өҙөк кенә булып теркәлеп ҡалған. Бөгөн уларҙы аңлы башы менән бер епкә теҙеп ултыра.

Бәләкәй сағында әсәһе уны Әхмәтсафиндарға йыш алып бара торғайны. Ул ҡаланың ситендәрәк бер үҙе йәшәй. Ҡарт уға оҙаҡ текәлеп ҡарап тора. Минсаф хатта бер ваҡыт: «Ниңә миңә улайтып ҡарайһың?», - тип тә әйткәнен хәтерләй. «Һин миңә оҡшайһың», - тип яуаплағайны ул.

Аҙаҡ бабай уны алдына ултырта ла ҡосаҡлай, сәстәренән һыйпай. Минсафҡа рәхәт. Ул ҡарышмай. Сөнки белә: шулайтып яратҡандан һуң ул, кухняға сығып, йә печенье, йә кәнфит алып килеп уға бирә. Шунан әсәһе урамға сығып уйнарға ҡуша. Бында гел килеп йөрөгәс, таныштары күп. Улар менән әсәһе алып ҡайтып киткәнсе уйнай.

Бала саҡта күргән-белгән хәтирәләрен барлап сыҡҡас, Минсаф төшөнә: әсәһе менән Әхмәтсафин бабайҙың мөнәсәбәттәре ябай ғына булмаған. Әммә был ул эҙләгән һорауға яуап түгел бит әле. Уның атаһы кем? Вәт нимәне асыҡларға теләй ул. «Әсәйем менән осрашып йөрөһә лә, атайым булмаҫҡа мөмкин дә», - тип уйлай.

***

Ҡышҡы каникулда Минсафты Башҡортостандың төнъяҡ райондарының береһендә йәшәгән дуҫы ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Олораҡ йәштәге бер бабай, урамда осратып: «Һин Әхмәтсафиндың улымы әллә?», - тип һораны. Минсафтың башына һуҡтылармы ни. Ул был һорауҙы бында, тыуған яғынан дүрт йөҙ саҡырым алыҫта ятҡан ауылда, ишетермен тип уйламағайны. Ҡыйын булһа ла, Минсаф үҙен ҡулға алды. Эҙләгән һорауына яуап табыу маҡсатынан ҡарт менән һөйләшеүен дауам итте.

- Юҡ, мин уның улы түгел. Мин ундай кешене белмәйем. Кем ул?

- Шаяртма. Һин уға шул тиклем оҡшағанһың, - ҡарт ышанманы. Дуҫының: «Уның атаһының исеме Фаяз», - тигән һүҙҙәренә лә юҡтыр, тигән һымаҡ башын сайҡап ҡуйҙы. Минсаф кеҫәһенән паспортын сығарып күрһәтте лә:

- Ә кем ул Әхмәтсафин? Шул турала һөйләгеҙ әле. Мин ниндәйерәк кешегә оҡшағанмын икән, белгем килә, - тип йылмайғандай итте.

- Сволочь булды, - ҡарт тоҡанып китте. - Уның арҡаһында ике ғаилә емерелде. Бер ир аҫылынып үлде. Аҙғын булды. Кеше ҡатындары менән йөрөнө. Мәғариф мөдире булғас, ҡатындар менән уртаҡ тел тиҙ тапты.

- Ҡатыны юҡ инеме ни? - тип һораны Минсаф.

- Бында юҡ ине. Ҡатыны, бер улы, бер ҡыҙы бар тип һөйләйҙәр ине. Улары Өфөлә, булһа кәрәк, йәшәнеләр. Бында һирәкләп килеп-китеп йөрөнөләр, ә күсеп килмәнеләр. Бәлки, үҙе килтермәгәндер. Килтерһә, гулять итә аламы.

Минсафҡа был һөйләшеү ауыр тәьҫир итте. Һорау ҙа, Әхмәтсафин хаҡындағы яман хәбәр ҙә тетрәндерҙе. «Әгәр ҙә мин шул кешенең улы булһам, оят бит», - тип уйланы.

Шуға ла дуҫында бер-ике көн булғандан һуң, ҡайтырға булды.

- Нишләп улай ҡабаланаһың? – тине дуҫы. - Әллә оҡшаманымы? Бер аҙнаға тип һөйләшкәйнек тә баһа.

- Юҡ-юҡ, оҡшамаған бер нәмә лә юҡ. Әсәйемдәр янында ла булайым инде. Каникул үтер ҙә китер.

Дуҫы ныҡышып торманы. Бер ҡабул иткән ҡарарын Минсафтың үҙгәртеп бармауын белә ул.

***

Минсаф өйөндә бер көн булды ла әсәһенең Урмантау ауылында  йәшәүсе һеңлеләренә барырға йыйынды. Еҙнәһе Рәмзилде ярата ул. Алсаҡ, күңелле, шаян еҙнәһе эргәһендә уға рәхәт. Минсаф килһә, ул да шатлана. Йәй көнө Ағиҙелдә һыу инәләр, балыҡ ҡармаҡлайҙар. Ҡышын һунарға йөрөйҙәр. Бала йәнле еҙнәһе. Өс бөртөк ҡыҙын ни эшләтергә белмәй. Тик ҡайһы саҡта: «Минсаф кеүек берәй малай бирмәгән Хоҙай», - тип әйтеп һала.

Урмантауға барыуының икенсе сәбәбе лә бар. Һөйгән ҡыҙы Мәҙинәһе йәшәй унда. Ун беренсе синыфта уҡып йөрөй. Еҙнәһенең өлкән ҡыҙы Вәсилә менән бергә. Былтыр ауылға килгәнендә ғашиҡ булғайны Минсаф. Ярты йыл буйы һирәк-мирәк булһа ла осрашып йөрөнөләр. Телефондан һөйләшеп торҙолар. Әммә һуңғы ваҡытта Мәҙинә уның шылтыратыуҙарына яуап бирмәй башланы. Минсаф аңламаны. Һеңлеһе Вәсиләнән дә һорап ҡараны. Уныһы: «Быйыл мәктәпте тамамлайбыҙ бит. Сығарылыш имтихандарына әҙерләнеп ятабыҙ. Бушамайбыҙ», - тип яуапланы. Минсафты был яуап ҡәнәғәтләндермәне. «Телефондан һөйләшергә имтихан ҡамасауламай инде», - тип уйланы. Мәҙинәгә хат та яҙып ҡараны. Яуап булманы. «Ни булды икән? Әллә минең хаҡта берәй яман һүҙ ишеттеме, әллә бүтән кешене таптымы икән?» тигән уйҙар борсоно егетте.

Шул һорауҙарға яуап алыу маҡсаты ла бар ине Минсафтың ауылға барыуында.

***

Ауылға килгәс, һеңлеһе Вәсилә менән клубҡа сыҡты. Дискотекала бейергә, күңел асырға әллә ни уйы ла,теләге лә юҡ уның. Төп маҡсаты Мәҙинәне күреп һөйләшергә, аңлашырға, мөнәсәбәтте яйға һалырға ине. Университетта бер көтөү ҡыҙҙар араһында уҡып йөрөһә лә, уға Мәҙинә яҡыныраҡ. Нимәһе менәндер оҡшай. Әллә баҫалҡылығы, һәр һүҙҙе уйлап, нигеҙләп һөйләшеүе әсир итә инде.

Улар килгәндә, дискотека башланғайны. Минсаф күҙҙәре менән Мәҙинәне эҙләне. Вәсиләне күреп, Мәҙинә үҙе халыҡ араһынан килеп сыҡты ла әхирәтен бейергә саҡырҙы. «Әйҙә, әйҙә, өшөп килгәнһеңдер, йылынып ал», - тип йылмайҙы. Әллә ҡышҡы кейемдә булғанғамы, әллә бөтә иғтибары Вәсиләгә төбәлгәнгәме, Минсафты шәйләмәне. Күреп ҡалғас, ҡойолоп төшкәндәй булды. Йөҙөнән йылмайыу ҡасты. Егеттең сәләменә лә һалҡын ғына яуап ҡайтарҙы.

Дискотеканан һуң өсәүләп бергә ҡайтырға сыҡтылар. Күберәк Вәсилә менән Мәҙинә һөйләште. Минсаф, ара-тирә һүҙгә ҡушылып, шым ғына барҙы. Еҙнәләренең өйөнә еткәс, Вәсилә, әхирәте менән хушлашып, инеп китте. Ә Минсаф Мәҙинәне оҙата барҙы. Егет, уңайлы мәл килеүенә ҡыуанып, үҙен иркенерәк, ҡыйыуыраҡ тоторға тырышты.

- Мәҙинә, - тине ул, - мин һине һағынып килдем. Хәлдәрең нисек, уҡыуың барамы? Шулар тураһында һөйлә әле.

- Бөтәһе лә һәйбәт. Тик бына имтихандар ҡурҡыта. Уларҙы яҡшы итеп тапшырып, юғары уҡыу йортона инергә кәрәк бит. – Мәҙинә ғәҙәттәгесә тыныс ҡына, уйлап һөйләй.

- Ә ниндәй факультетҡа барырға уйлайһың?

- Журналист булырға теләгәйнем. Эҙләнергә, кешеләр араһында йөрөргә яратам мин.

- Коллегалар булабыҙ икән.

Минсаф төп һорауҙы бирергә уңайлы мәл еткәнен тойҙо.

- Мәҙинә, ниңә минең хаттарыма яуап бирмәнең ул? Ни булды? Әллә минең хаҡта берәй насар һүҙ ишеттеңме?

Мәҙинә был һорауҙы көткән булһа кәрәк. Атлап барған еренән туҡтаны ла өйҙәре яғына ҡарап алды.

- Һинең турала бер һүҙ ҙә ишетмәнем, Минсаф. Әсәйем бит: «Имтихандарыңа әҙерлән, институтҡа кер, мөхәббәтеңде ҡуйып тор», -ти.

- Ниңә, мөхәббәт уҡыуға, имтиханға ҡамасаулаймы ни?

- Эш мөхәббәттә генә түгел шул, - тине Мәҙинә күңелһеҙләнеп.

- Ә нимәлә һуң? – Минсаф түҙемһеҙләнеп уға ҡараны.

- Ул турала һөйләге килмәй ҙә ул һиңә. Әммә һөйләмәйенсә булмай инде. – Мәҙинә өйҙәре яғына тағы бер ҡарап алды ла дауам итте. - Һинең әсәйең беҙҙең ғаиләне емергән икән.

- Нисек? – Минсаф тертләп китте.

- Вәсиләләргә килгәндә атайым менән танышып алған да типтергән. Әсәйем белеп ҡалып, атайымды ҡыуып сығарған. «Уның әсәһе ҡустың менән һине йәтим итте. Нисек шул кешенең балаһын ярата алаһың?» - ти.

Мәҙинә Минсафтың күкрәгенә башын һалды ла, илап ебәрҙе.

Минсафҡа ер умырылып киткәндәй тойолдо. Ни әйтергә, Мәҙинәне нимә тип йыуатырға ла белмәне. Бер аҙ торғас, көсөн йыйып:

- Әсәйем һине йәтим итһә, мин һине бәхетле итермен, - тине лә, Мәҙинәне ҡалдырып, хушлашып та тормай, ҡайтып китте.

***

Иртәгәһен Минсафтың ҡайтырға йыйынғанын күреп, еҙнәһе ғәжәпләнде.

- Нишләп улай, - тип һөйләнде ул. – Кис кил дә, иртән ҡайтып китсәле. Бөгөн һинең менән һунарға барырға уйлап тора инем.

Минсаф:

- Рәхмәт, еҙнә. Әсәйем оҙаҡламаҫҡа ҡушҡайны. «Каникулда әҙерәк өйҙә тороп кит», тигәйне. Каникул да бөтөп бара, - тине.

***

Минсафтың улай тиҙ ҡайтырын әсәһе көтмәгән, күрәһең. Ул килеп кергәндә, бер ир менән сәй эсеп ултыра ине. Өй бола, йыйыштырылмаған.

- Телевизор кисә кис боҙолдо ла ҡуйҙы, - тине әсәһе. – Бына мастерҙы саҡырҙым әле. Йүнәткәс, шатлыҡтан Георгийҙы һыйлап ултырам.

Георгийҙы Минсаф белә. Бәләкәй саҡта уларға йыш килә торғайны. Әсәһе менән булған бер әңгәмәне лә хәтерләй әле ул.

- Ниңә ул миңә «Миншаф» тип өндәшә? – тип һорағайны ул.

- Ул бит сыуаш. Ә сыуаштар «Ш» өнө менән һөйләшә, - тигәйне әсәһе.

Шунан бирле Георгий килеп керһә, «Шағай» килгән тип һөйөнсө алыр ине әсәһенән. Үҙе лә һөйөнә. Сөнки ул килһә, әсәһе уны урамға малайҙар менән уйнарға сығарып ебәрә.

Ҡыҙмаса булып алған «Ш» ағай Минсафты күргәс, урынынан тороп: «Һаумы, улым!», - тип башҡортса иҫәнләште.

«Улым». Был һүҙҙәр Минсафтың мейеһен тишеп үтте. Ул Георгийға ҡулын һуҙманы. Сисенеп тә тормай төпкө бүлмәгә үтте. «Бәлки, ул минең атайымдыр?» - тип уйланы ул, карауатҡа йөҙө менән ҡапланып ятҡас.

***

Көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә торҙо. Минсаф та икенсе курсты тамамлап, өсөнсөгә уҡырға килде.

Мәҙинәһен ул һаман да онота алмай. Байрам һайын открыткалар ебәреп торһа ла яуап алғаны юҡ. Ул хәҙер алыҫта. Ҡаҙан дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый. Уның хаҡында аҙ-маҙ хәбәр Вәсилә аша килеп тора. Уныһы ла әллә ни һөйләп бармай.

Курстан курсҡа күскән һайын Минсаф үҙен белемлерәк тоя. Күп һорауҙарға яуап ала. Тик берәүһенә яуап таба алмай һаман. «Мин кемдең улы? Атайым кем минең?»

Уҡыу йылының тәүге көндәренең береһендә дәрестән һуң урамға сыҡһа, таяҡҡа таянған бер ҡартҡа тап булды. Таныны. Был Әхмәтсафин ине. Минсаф көтмәгәйне. Ҡаушап ҡалды.

- Һаумы, Минсаф, - тип өндәште ҡарт.

- Ә һеҙ мине ҡайҙан беләһегеҙ? – Минсаф танымағанға һалышты.

- Үҙ улыңды таныйһың инде ул.

Ҡарттың кинәйәле, ышаныслы әйткән һүҙҙәре егетте һиҫкәндерҙе. Атлап китергә уйлағайны ла, эске ҡыҙыҡһыныу туҡтатты.

- Әйҙә әле, улым, анау эскәмйәгә ултырып, һөйләшеп алайыҡ, - тине ҡарт. Барып ултырғас:

– Мин ҡартайғанмын инде, - тип дауам итте һүҙен. - Әллә ни оҙаҡ та йәшәмәм. Уйланып-уйланып йөрөнөм дә икебеҙ өсөн мөһим булған бер тарихты һиңә һөйләргә булдым. Һөйләмәһәм, был донъянан тыныс күңел менән китә алмам кеүек.

Ҡарт тамағына тығылған төкөрөгөн йотоп, танауын, ауыҙын ҡулъяулығы менән һөртөп алды ла, Минсафтың күҙҙәренә ҡарап:

- Улым, мин бит һинең атайың. Ғүмерҙе һиңә мин бирҙем. Әсәйең белә. Һин генә белмәйһең. Хәҙер бына һин дә белдең инде, - тине.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Минсафтың йөрәге урынынан ҡуҙғалғандай булды. Ул «Һин Әхмәтсафиндың улымы әллә?» тигән һорауҙың сәбәбен аңланы. Башынан «ғүмер биргәс, ниңә ҡарап үҫтермәнең, атай икәнеңде йәшереп йөрөнөң?» тигән уйҙар үтте. Әммә өндәшмәне.

- Исемде лә һиңә Минсаф тип үҙем ҡуштым. Сафлыҡҡа тере һәйкәл булырһың тинем.

Минсаф артабан тыңлай алманы. Ырғып торҙо ла салт итеп ҡарттың битенә төкөрҙө. Ҡарт, ҡулъяулығы менән һөртөнөп ултырып, уның ҡайһы яҡҡа киткәнен дә шәйләмәй ҡалды.

***

Эҙләгән һорауына яуапты Минсаф тапҡан да тапмаған да һымаҡ. Ярай, ул үҙенә ғүмер биргән ирҙе тапты ла ти. Ә ул атаймы ни?! Атай тип әйтергә тел әйләнмәй уға.

Университеттың ҙур залына китеп барғанда ла, шул уйҙар ине уның башында. Бөгөн бында «Башҡорт теленең дөрөҫ яҙылыш мәсьәләләре» тигән темаға фәнни-ғәмәли конференция була. Башҡортостандан ғына түгел, күрше Ырымбур, Силәбе, Һарытау өлкәләренән дә вәкилдәр буласаҡ. Кафедра мөдире: «Журналистарға телде яҡшы белеү кәрәк», - тип студенттарҙы ла саҡырғайны.

Ҙур залдың ишеге алдында һөйләшеп торған ирҙәрҙең береһе, Минсафты күргәс,йылмайып ебәрҙе.

- О, Фаяз Абдрахмановичтың улы килә, - ир кеше күрешергә ҡулын һуҙҙы.

Минсаф уны танымай ине. Шуға ла һораулы ҡарашын уға төбәне.

- Беҙ Стәрлетамаҡтан, - тине ир, эргәһендәге иптәшенә күрһәтеп, атайың менән бергә эшләнек.

Әңгәмәгә иптәше лә ҡушылды:

-Эйе, эйе. Атайың - бик һәйбәт кеше. Һеҙҙең менән бергә йәшәгәндә ғаилә, балалар тип үлә яҙып йөрөнө. Гел һинең менән урамда күрә торғайныҡ. Эшкә лә алып килә ине. Ана шунан таныйбыҙ һине.

- Әле лә беҙ атайың менән телефондан һөйләшеп торабыҙ, - тине ирҙәрҙең икенсеһе. - Ә һин уның менән аралашаһыңмы?

- Юҡ, ул бит алыҫта, Сибайҙа йәшәй. Ул яҡҡа юл төшкәне юҡ, - Минсаф ғәйепле кеше һымаҡ аҫҡа ҡараны.

- Зря, - тине ир моңһоу ғына.

Конференциялағы сығыштарҙы Минсаф йүнләп тыңлай алманы. Уны «Фаяз Абдрахмановичтың улы» тигән һүҙҙәр иҫерткәйне.

***

Минсаф Фаяз Абдрахман улын яратмай, хатта күрә алмай ине. «Әсәйемде, мине, апайымды ташлап киткән, мәрхәмәтһеҙ», - тип эстән әрләй торғайны. Әсәһенең: «Бөтәһенә лә атайығыҙ ғәйепле», - тигән һүҙҙәре лә йоғонто яһағандыр инде.

Теге Стәрлетамаҡтан килгән ирҙәрҙе осратҡандан һүң ул үҙгәрә төштө. Фаяз Абдрахман улын яҡындан белгән кешеләр менән аралашырға, уларҙан мәғлүмәт алырға тырышты. Уның Сибай педколледжында уҡытып, пенсияға сығыуын, әлеге көнгә тиклем өйләнмәй яңғыҙ йәшәүен белде. Уның тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетте.

***

Кафедра мөдире: «Оҙаҡламай практика башлана. Кем ҡайҙа үтергә теләй, тәҡдимдәрегеҙҙе әйтегеҙ», - тигәс, Минсаф беренсе булып:

- Мине «Сибайский рабочий»ға яҙығыҙ, - тине.

Уҡытыусы ҡаршы килмәне, хатта шатланған һымаҡ та булды.

- Урал аръяғында беҙҙекеләр практика үткәне юҡ. Әйҙә, беҙҙең барлығыбыҙҙы белдереп, үҙеңде күрһәтеп ҡайт, - тине.

Сибайға килеп төшкәс, Минсаф редакцияға ашыҡманы. Педколледжға барып, кадрҙар бүлегенән Фаяз Абдрахман улының адресын һорап алды. «Мин уның улы» тигәс, төпсөшөп торманылар, тиҙ генә яҙып бирә һалдылар, хатта йәшәгән еренә нисек барырға кәрәклеген дә өйрәттеләр.

Оҙаҡ эҙләп йөрөмәне ул. Ҡала бәләкәй булғанғамы, әллә йөрәге ашҡынғанғамы, тиҙ тапты. Тик ҡыңғырауға баҫҡас, ишектең асылыуын көтөү генә оҙаҡ тойолдо.

Ишекте тәбәнәгерәк буйлы, сәстәрен сал баҫҡан, тулы ғына кәүҙәле ир асты.

- Һаумы, атай! – Минсаф сабыйҙарса уның ҡосағына ташланды.

- Һаумы, улым! – Фаяз Абдрахман улы Минсафты, ысҡынып китмәһен тигәндәй, ныҡ итеп ҡосаҡланы.

- Атайымды таптым, - тип бышылдағанын Минсаф үҙе лә һиҙмәй ҡалды.

Фото: www.shutterstock.com

Автор:
Читайте нас в