-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
17 Ғинуар , 20:00

Ҡараҡорт – яңғыҙ үрмәксе

Ҡамырлы ҡулын табағына тығып, ҡәйнеше менән туп уйнаған балаларына – улы Таһир менән ҡыҙы Зиләгә иҫе китеп торған Нәфисә, килендәше Нурияның дөбөр-шатыр ишекте асып, күкле-йәшелле тауышы менән ҡысҡырыуына тертләп китте. - Нимә, балаңа әүрәтеп, минең иремде тартып алырға булдыңмы? Ике ирҙең башына еттең. Беләһеңме, һин кем? Һин – ҡараҡорт! Бынан башҡа өйөмә килеп йөрөгәнеңде күрмәйем, - тип нисек ярһып килеп ингән, шулай сығып та китте.

Ҡараҡорт – яңғыҙ үрмәксе
Ҡараҡорт – яңғыҙ үрмәксе

- Еңгәй, ғәфү ит инде, киленеңдең холҡон беләһең бит, - тип Сабир ҙа ҡатыны артынан эйәрҙе.

Ҡараҡорт. Уҡытыусы булып эшләгән Нәфисә был бөжәк тураһында бик яҡшы белә. Әле яңыраҡ ҡына ҡунаҡ саҡырғанында килендәше бик ҡыҙыҡһынып, был үрмәксе тураһында һораша ине. Ҡараҡорт. Икенсе төрлө әйткәндә, ағыулы, тол ҡара үрмәксе. Үҙен аталандырған үрмәксене ашаған, ҡурҡыныс инә үрмәксе. Бына ниндәй бөжәккә тиңләй уны килендәше. Ике тапҡыр тормошҡа сығып, балаларының аталары уларҙың донъяға килгәнен дә күрә алмай, фажиғәле һәләк булдылар. Шуға мине ҡараҡорт тип атай микән?

Нахаҡ һүҙҙәрҙән Нәфисәнең күҙе йәшкә томаланды. Ҡоларымды белһәм, һалам түшәр инем, тип гел генә өләсәһе ҡабатлап, һамаҡлай ине. Һалам ғына түшәп тормошоңдо үҙгәртеп булһа ине лә бит!..

Сания менән Хәлиттең ғаиләһендә берҙән-бер бөртөк бала булып донъяға килде Нәфисә. Әсәһе ҡыҙын тапҡандан һуң өҙлөгөп, башҡа бәпәй табыу бәхетенән мәхрүм булды. Берҙән-бер бөртөк, тип торманылар, осондормай, ҡыҙҙарына матур тәрбиә бирергә тырыштылар. Ҡыҙ кешегә ҡырҡ тыйыу, тип Сания ҡыҙын ҡаты тотто. Хәлит кенә ҡыҙсығын һәр саҡ ҡулынан төшөрмәне. Ир кеше улына ҡарағанда ҡыҙын нығыраҡ ярата, тигәндәре, ысынлап та, дөрөҫтөр. Ҡайҙа ғына бармаһын, һәр саҡ тәм-том, матур уйынсыҡтар алып ҡайтты. Үҫә төшкәс, матур кейемдәрҙе лә ауылда иң беренсе булып Нәфисә кейҙе.

Ул ҡәһәрле көндө ата-әсәһе күрше ауылда йәшәгән, сыбыҡ осо булған туғандары Хәсибә инәйгә барырға булғайнылар. Ир менән ҡатын араһында аңлашылмаусанлыҡ булып, һүҙгә килделәр. Бигерәк тә ҡатын ярһыны. Әсәһенең ундай сағын йыш күрә Нәфисә.

- Башҡалар кеүек машина ла алманың бит. Ана, үрге остағы Ислам икенсегә яңырта.

- Ярай, әсәһе, алырбыҙ.

- Эшләгән эш хаҡың кейем, ашауҙан үтмәй.

Ҡатынын барыбер еңә алмаҫын аңлаған Хәлит тышҡа сығып, люлькалы матайын ҡабыҙҙы. Ярһыулыҡ менән бер ваҡытта ла эш эшләмә, тип Хәлитте өләсәһе һәр ваҡыт туҡтатып, тыйып тора ине. Асыу алдан, аҡыл арттан йөрөй шул. Ен һымаҡ килгән мотоцикл боролошта һөт ташыған машинаға барып бәрелде. Ата-әсәнең ғүмере күҙ асып йомған арала өҙөлдө. Нәфисә өсөн ҡара көндәр шулай башланды.

Баланы яҡын туғандары булмағас, балалар йортона тапшырҙылар. Хәсибә инәһе үҙенә алмаҡсы булып юллап ҡарағайны ла, оло йәшен иҫкә алып, ҡыҙыҡайҙы бирмәнеләр. Атаһынан һәр саҡ ҡурсаланып, әсәһенең тәмле ризыҡтарын ашап үҫкән ҡыҙ ашхананың аш-һыуын ашай алмай йөҙәне. Ә уның өсөн иң ҡурҡынысы – төн ине. Арып-талып йоҡлап китһә, бер үк төштө күрә: кәфенгә төрөлгән, йәнәш ятҡан ата-әсә, зыяратта парлы ҡәбер. Психологтарҙың да бик ярҙамы теймәне, ҡыҙ үҙ-үҙенә йомолдо. Бер класта уҡыған класташы Йәмил гел ҡыҙҙың күңелен күрергә тырышты. Малай үҙе балалар йортонда йәшәмәй. Әсәһе Ләлә ошонда уҡытыусы булып эшләгәс, улын да балалар йортоноң мәктәбенә уҡырға биргән икән. Ял көндәре Йәмил класташын өйҙәренә алып ҡайта. Бында һәр нәмә Нәфисәнең тыуған өйөн хәтерләтә. Урамда йөрөгән ҡош-ҡортҡа, һарай яғында мөңрәгән һыйырға ҡарап үҙенең атаһын, әсәһен, үҙҙәре йәшәгән өйҙө иҫенә төшөрә, яҡындарын һағынып күҙ йәштәренә ирек бирә. Ял көндәрен көтөп ала Нәфисә. Ошо йыуанысы булған өйгә килгән һайын күңеле күтәрелә.

Уҡыу йылдары тиҙ генә үтеп китте. Нәфисә урта буйлы ҡараҡай ғына ҡыҙ, ә Йәмил оҙон кәүҙәле егет булып етеште. Өлгөргәнлек аттестаты алыу менән икеһе лә документтарын юғары уҡыу йортона тапшырып, уҡырға инделәр. Студент йылдары тиҙ генә үтте лә китте. Мәктәп йылдарынан килгән дуҫлыҡ мөхәббәткә әүерелде. Нәфисә - уҡытыусы, ә Йәмил - хәрби летчик. Диплом алған көндө үк Нәфисә һөйгәне янына, уның хеҙмәт иткән еренә юлланды. Балаларҙың мөхббәтенә иң ҡыуанғаны Ләлә апай булғандыр. Ял һайын килеп йөрөгән Нәфисәне күптәнән үҙ итеп яратып өлгөргәйне.
Йәштәр өйләнешеп, матур донъя ҡорҙо. Нәфисә балаларға белем бирҙе, Йәмил көнө-төнө аэродромдан ҡайтып инмәне. Ниндәйҙер яңы самолеттарға һынау үткәрҙеләр. Бәпестәрен күрергә Хоҙай Тәғәлә ҡушмаған икән Йәмилгә. Самолеттың двигателе туҡтағас, алмашсыһына һикерергә ҡушҡан Йәмил, ә үҙе өлгөрмәгән. Тыуасаҡ сабый хаҡына ғына түҙгәндер Нәфисә. Көнө-төнө илаған киленен Ләлә апай нисек йыуатырға белмәне, үҙе лә ҡайғыһынан бөгөлөп төшкән.

Хәрби ҡаласыҡта ҡалғылары килмәне. Атаһының ҡырҡында донъяға килгән улы Таһир менән Нәфисә тыуған яғына ҡайтып, ата-әсәһенән ҡалған өйҙө йүнәтеп йәшәй башланы. Урындағы мәктәпкә уҡытыусылар етешмәгәнлектән, эш мәсәләһе лә ыңғай хәл ителде. Яңғыҙы ҡалғыһы килмәгән Ләлә апай ҙа килене, ейәне эргәһенә күсеп килде. Нәфисәне ауыл халҡы атаһы Хәлиткә оҡшатып үҙ итте. Уҡыусылар ҙа уҡытыусыларын яратты. Таһир ҙа күҙгә күренеп үҫте. Ләлә апай улының күсермәһе булған ейәне эргәһенән китмәне.

Бер көндө Нәфисә ауырып, мәктәп программаһынан артта ҡалған уҡыусыларҙы төштән һуңға мәктәпкә саҡырғайны. Кеҫә телефоны шылтыраны.

- Нәфисә ҡыҙым, өйөгөҙ яна! Ҡәйнәң менән улыңды ҡотҡарҙылар...

Өйөнә нисек йүгереп ҡайтып, яҡындарын ҡосағына алғанын томан аша ғына хәтерләй. Ҡалала янғын һүндереүсе булып эшләгән, ялға әсәләренә ҡайтҡан Ринат эргәләренән үтеп барғанда күреп ҡалып, күҙ нурҙарын ҡотҡарған икән. Ҡыҫҡа тоташыуҙан сыҡҡан утты бергә һүндереп өлгөрҙөләр. Ауыл халҡы күмәкләшеп, янғындан зыян күргән өйҙө ремонтлап бирҙе.

Ялға ҡайтҡан һайын хәлдәрен белергә килеп йөрөгән Ринатҡа өйрәнеп тә бөттөләр. Уның өйләнергә тәҡдим яһауын да Нәфисә ыңғай ҡабул итте. Мәктәбен, ауылын ташлап китеүе ҡыйын булһа ла, Ринаттың эш урыны ҡалала булғас, шунда күстеләр. Ә Ләлә апайҙың йәштәр менән киткеһе килмәне, ауылда ҡалды.

Ауырға ҡалған Нәфисә ауылда ук декрет ялына киткәйне инде. Бала тыуыуға һанаулы ғына көндәр ҡалғайны. Күп ҡатлы өйҙә сыҡҡан янғынды һүндергәндә Ринат емеректәр аҫтында ҡалған... Кескәй генә баланы ҡуйынына тыҡҡан Ринатты тапҡанда ул тын алмай ине инде. Ҡайғынан таш булып ҡатҡан Нәфисә өсөн бар йыуанысы улы Таһир менән ҡарынындағы сабыйы булды. Ауыр кисерештәрҙән бала ла ваҡытынан алда, илаҡ булып тыуҙы. Ҡалала ҡалыуҙың бер ҡыҙығы ла ҡалмағайны. Бындағы бөтә нәмә Ринатты хәтерләтә, тип улар Ләлә апайҙың эргәһенә кире күсенеп ҡайтты...

Күршелә йәшәгән Ринаттың ҡустыһы һирәкләп инеп, балалар менән шаярып, уйнап сыға. Ҡайны-ҡәйнәһе лә ярҙам итергә тырышып ҡына торалар. Бөгөн бына килендәше килеп, ҡәйнешен тыйып сыҡты...

Ауыл халҡы, хеҙмәттәштәре уның үҙен яратып, хөрмәт итеп торалар. Ҡараҡорт имеш. Тапҡан сағыштырыр нәмә. Иртәгә һөйләшер килендәше менән. Ундай йәмһеҙ ҡушаматты онотоуын үтенер. Тик нахаҡ һүҙҙәрҙән һуң йоҡлап булырмы? Нәфисәнең уйын уҡығандай ишек асылып китте лә, күҙ йәштәре менән килеп ингән Нурия ғәфү үтенеп, еңгәһенә һыйынды...

Фото: phonoteka.org

Автор:
Читайте нас в