-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
18 Ғинуар , 20:00

Аҡҡош йыры

Эй уңған да инде Сәлимдең ҡатыны! Ире уяныуға аш бүл­мәһендәге ап-аҡ ашъяулыҡ ябылған ыҡсым өҫтәлгә әллә күпме һый теҙеп ҡуйған! Икеһе лә яратып ашаған – былау, ваҡ бәлеш бешергән, йәшелсәнән турама эшләгән. Ҡайһы арала өлгөргән?

Аҡҡош йыры
Аҡҡош йыры

Дөрөҫ, Рәмиләһе уны эшенә гел тәмле итеп ашатып оҙатырға тырыша. Әммә бөгөнгө табын, ниндәйҙер тантана үткәреү өсөн әҙерләнгән кеүек, айырыуса күркәм. Ҡатыны үҙе лә нисектер серле күренә. Ап-аҡ туҡымаға ваҡ ҡына ҡара борсаҡ һибелгән, бәләкәй генә аҡ яғалы, оҙон итәкле, тәненә һыланып ҡына торған күлдәген кейгән. Был күлдәген бик ярата ул, һаҡлап ҡына – ҡунаҡ саҡырғанда йә үҙҙәре ҡунаҡҡа барғанда ғына кейә. Бер нисә йыл элек, һыҙмаһын үҙе ҡағыҙға төшөрөп, тектереп алғайны. Иртә таңдан ниңә тап шул күлдәген кейеп алған икән? Башына ла бер нисә йыл элек Төркиәгә ялға барғандарында һатып алған ҡиммәтле ап-аҡ ебәк яулығын бәйләгән. Аш бүлмәһенә бер ҡасан да яулыҡһыҙ аяҡ баҫмай ул, әммә, ғәҙәттә, ябайыраҡтарын ябына. Был үҙгәрештәр нимәгә булыр?..

– Ғүмерем юлында ҡасандыр һине тап килтергәне өсөн Хоҙай Тәғәләгә мең рәхмәтлемен, – тип ипләп кенә һүҙ башланы ул. – Иҫ китмәле ҙур минең бә­хе­тем! Һәм шул бәхетте миңә һин бүләк иттең. Балаларыбыҙҙың инсафлы, илтифатлы, уҡымышлы булып буй еткереү­ҙәренә лә һин күп көс һалдың. Һинһеҙ тормошомдо күҙ алдына ла килтерә алмайым мин! Һинең менән танышҡан көндән алып әлегә тиклем, гүйә, гел наҙлы рәхәтлек донъяһына сумып йәшәйем. Туйыбыҙҙың икенсе көнөндә ауылыбыҙ эргәһендәге күлгә барғаны­быҙҙы иҫләйһеңме? Күлдә ике аҡҡош йөҙөп йөрөй ине. Шундай гүзәлдәр, шундай камилдар ине улар! Минең беренсе уҡытыусым: «Һеҙ ҙә шундай пар аҡҡоштар кеүекһегеҙ», – тигәйне. Беҙ бит, ысынлап та, нәҡ пар аҡҡоштар кеүек ғүмер кисерәбеҙ! Бел: һин – минең йәнемдән дә ҡәҙерлерәк йәремһең!
– Ниңә шулай хисләнеп киттең әле, Рәмиләкәй? – тип һораны ҡатынынан Сәлим. – Нәҡ шағирәләр кеүекһең һин бөгөн! Ваҡытым булһа, һине тыңлап ултырыр ҙа ултырыр инем. Үҙең беләһең, эшкә ҡабаланам, һуңларға ярамай. Иртәнән һуң, мин ҡайтҡас, һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.
Ҡатыны шымып ҡалды. Иренең ҡулына тәүлек әйләнәһенә етерлек итеп әҙерләп ҡуйған аҙыҡ-түлек тулы сумка тотторҙо. Ғәҙәттә, ишек эргәһендә генә оҙатып ҡала торғайны, был юлы урамға сыҡты. Ире машинаһының ишеген асҡас, уны ҡосаҡлап алды. Бер килке башын хәләленең көслө күкрәгенә терәп торҙо. Ҡапыл боролоп, йорттары яғына атланы.
Үҙҙәре көн иткән ҡаласыҡтан ун биш саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан нефть эшкәртеү заводына барып еткәнгә тиклем Сәлим ҡатыны тураһында уйланып барҙы. Уның иртәнсәк үҙ-үҙен сәйерерәк тотоуының сәбәбен аңларға тырышты. Ифрат сабыр, тотанаҡлы һәм тыйнаҡ уның ҡатыны. Бығаса бер ҡасан да бөгөнгөләй күп һүҙ һөйләгәне лә юҡ...
Сәлим менән Рәмилә уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында, байтаҡ ауыл­дарҙы «өмөтһөҙ» тип табып, уларҙағы мәктәптәрҙе ябыу сәйәсәте ғәмәлгә ашырылған осорҙа таныштылар. Икеһе ике ауылдан. Үҙ ауылдарында дүртенсе класты ғына тамамлап өлгөргәндәр. Бишенсе класҡа район үҙәгендәге интернат-мәктәпкә килгәйнеләр. Класс етәксеһе уларҙы бер парта артына ултыртты. Төйөрөм кәүҙәле Сәлим тал сыбыҡтай Рәмиләнең нурлы күҙҙәренә ҡарап ҡатты ла ҡалды. Шул көндән алып ул ҡыҙсыҡтың артынан тотам да ҡалмайынса эйәреп йөрөнө. Әйләнә-тирәләге һәр кемде шаҡ ҡатырып, ике бала айырылмаҫ дуҫҡа әүерелде. Өлкәнерәктәр улар хаҡында үҙ-ара: «Ромео менән Джульетта кеүектәр», – тип әйткеләштерҙе. Тәүҙәрәк тиҫтерҙәре «Тили-тили тесто, жених и невеста» тип үсекләп маташҡайнылар-маташыуын. Әммә Сәлим дә, Рәмилә лә уларға иғтибар итмәне. Тора-бара балаларҙың гел бергә йөрөүҙәренә бөтә кеше күнегеп бөттө. Өлкән кластарҙа Сәлим – киң яурынлы, баһадир кәүҙәле, көс-ҡеүәте ташып торған егеткә, ә Рәмилә зифа буйлы, һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ һылыу ҡыҙға әүерелде.
Ҡатынының пар аҡҡоштарҙы телгә алыуының да тиктәҫкә түгеллеген һиҙемләне Сәлим. Күңеленән шул илаһи ҡоштарға бәйле ваҡиғаларҙы барланы.
...Йәйге каникул башланып ҡына торған көндәрҙең береһендә ул, «матайына» атланып, синыфташын күрергә тип, Рәмиләнең ауылына елдерҙе.
– Күлебеҙгә аҡҡоштар ҡайтҡан! – тип ҡыуанып ҡаршы алды уны ҡыҙ. – Барып ҡарап киләйек әле!
– Нисек инде – ҡайтҡандар? – тип аптыраны Сәлим. – Ҡасан да булһа аҡ­ҡоштарҙың был яҡтарҙа йәйләгәне бармы һуң? Һәр хәлдә, минең уларҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ.
Егеттең һорауын ишетмәгәндәй:
– Иртәнсәк балыҡ ҡармаҡларға барғанында атайым аҡҡоштарҙы үҙ күҙҙәре менән күргән! – тип үҙенекен тылҡыны ҡыҙ. – Беҙ ҙә уларҙы йәһә­терәк барып ҡарап киләйек!
Ауылдан ике саҡырым самаһы алыҫ­лыҡтағы ҡайынлыҡ араһында йәйрәп ятҡан тымыҡ күлгә «һә» тигәнсе барып та еттеләр. Ярҙа байтаҡ халыҡ йыйыл­ғайны. Мөғжизәле ҡоштарҙы тамаша ҡылырға бала-саға ғына түгел, өлкәндәр ҙә килгән. Түңәрәк күл уртаһында, парлашып, оҙон муйынлы, иҫ китмәле наҙлы ап-аҡ ҡоштар йөҙөп йөрөй ине.
– Барлығы ете пар! – тип иҫәпләп өлгөрҙө Сәлим.
– Элек аҡҡоштар, күлебеҙҙе йәмләп, бында йыл һайын йәйләй торғайнылар, – тип һөйләй башланы ошо ауылда тыуып үҫкән башланғыс синыф уҡытыусыһы Ғәлиә апай. Әйткәндәй, Рәмиләне лә башлап уҡыу-яҙыуға, иҫәп-хисапҡа тап шул алсаҡ йөҙлө, яғымлы тауышлы апай өйрәткәйне. – Ун биш йыл элек бер йәнһеҙ әҙәм илаһи ҡоштарға һунар асҡан – икәүен үлтергән, бер нисәүен йәрәхәтләгән. Нисек ҡулы барғандыр! Шул замандан алып аҡҡоштар беҙҙең төбәктә туҡтамаҫ булды.
Ярҙағыларҙың үҙен йотлоғоп тыңлауҙарын күреп, уҡытыусы һүҙен артабан дауам итте.
– Аҡҡоштар – иң тоғро йән эйәләре. Улар бер ваҡытта ла бер-береһенә хыянат ҡылмайҙар, бер-береһен ташла­майҙар. Бәләкәй сағымда быға үҙемдең дә шаһит булғаным бар. Ярға ныҡ яҡынлашҡан аҡҡоштарҙың береһенең өҫтөнә бәләкәй генә иҫәүән көсөк һикергәнен күрҙем. Үҙенән күпкә ҙур ҡоштоң ҡанатына йәбеште көсөк. Өҙгөләй, талай башланы. Аҡҡоштоң икенсеһе, бар көсөнә ҡанаттарын елпеп, көсөктө ҡыуып ебәрҙе – йән һөйгәнен дошмандан ҡурсалап алып ҡалды. Ҡурсалауын ҡурсаланы, әммә уның йәренең ҡанаты йәрәхәтләнеп өлгөр­гәйне инде. Яйлап ҡына ярҙан алыҫ­ҡараҡ йөҙөп китте улар. Көҙгә тиклем күл уртаһында ғына йөрөнөләр. Көндәр һалҡынайғандан-һалҡынайҙы. Күл өҫтө яйлап ҡына боҙ менән ҡапланды. Бүтән ҡоштар, туп-туп булып, йылы яҡҡа осоп китеп бөттө. Был икәү, томшоҡтарын бер-береһенә терәп, туңып өлгөрмәгән бәләкәй генә ҡойо рәүешендәге һыуҙа ултыра бирҙе. Бына ниндәй була аҡҡош мөхәббәте, аҡҡош тоғролоғо! Өшөп кенә үлерҙәр инде, харап ҡына булырҙар инде, тип көйәләндек беҙ – ҡыҙ-ҡырҡын... – Ғәлиә апай шымып ҡалды.
Яр буйында ғәжәйеп тынлыҡ урынлашты. Гүйә, һәр кем ҡазаға тарыған пар аҡҡоштарҙың әрнеү-ғазаптарын үҙ йөрәге аша үткәрә ине...
– Шунда туңып, әрәм булдылармы аҡҡоштар? – тип һораны Рәмилә.
Уның күҙҙәренән сөбөрләп йәштәр аға ине.
– Тыныслан, аҡыллым, – тине уҡытыусы, ҡыҙҙың башынан һыйпап. – Хикәйәттең дауамы ла бар әле. Беҙ, бала-саға, көн һайын боҙ ҡамауында ҡалған аҡҡоштарҙы ҡарарға барабыҙ, боҙ ситенә ем һибәбеҙ. Бер иртәлә аҡҡоштар зым-зыя юҡ булды ла ҡуйҙылар. «Бисараҡайҙарҙы төлкө-фәлән урлап ҡастымы икән әллә?» – тип фараз ҡылабыҙ. Ҡайғырышабыҙ, һыҡташабыҙ. Баҡтиһәң, Йәрмөхәмәт исемле бабай, ҡоштарҙы нисектер әүрәтеп, үҙ ихатаһына алып ҡайтҡан икән. Ике һуғышта: йәш кенә сағында – Беренсе бөтә донъя һуғышында, урта йәшкә еткәс – Бөйөк Ватан һуғышында ҡат­нашҡан ул. Һөйгәне Гөлъямал егетте, тәүге һуғышҡа оҙатып ҡалып, көтөп алған. Өйләнешеп, бик татыу йәшәгән улар. Береһенән-береһе матурыраҡ, береһенән-береһе батырыраҡ дүрт ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Бөйөк Ватан һуғышына Йәрмөхәмәт улдары менән бергә киткән. Улдары яу яландарында баш һалған. Ауылға, һыңар ҡулын юғалтып, атай кеше генә әйләнеп ҡайтҡан. Йәрмөхәмәт бабай менән Гөлъямал әбейҙең, тормош ауырлыҡ­тарына бирешмәйенсә, татыу ғүмер итеү­ҙәренә әле булһа барса кеше һоҡлана. Улар хаҡында: «Пар аҡҡоштар кеүек!» – тиҙәр. Шул Йәрмөхәмәт бабай менән Гөлъямал әбей аҡҡоштарҙы үҙҙәренең ҡаҙҙары ҡышлаған йылы һарайға япҡан. Хужалар ҡоштарҙы ашатып-эсереп кенә ҡалмаған, яралыһының ҡанаттарын үҙҙәре белгәнсә дауалаған да. Көндәр йылынғас та аҡҡоштарҙы кире күлгә алып барғандар. Улар тағы йәй буйы күлебеҙҙә рәхәтләнеп йөҙөп йөрөнө. Көҙ еткәс, парлашып, йылы яҡҡа остолар...
Эштә лә Сәлимдең күңеле иләҫ-миләҫ килгеләне. Ҡыҫҡа ял минуттарында, онотолоп, ҡатынына бәйле хәтирәләренә сумды. Урта мәктәпте тамамлағас, икеһе бер һөнәрселек училищеһына уҡырға инде. Егет – токарь, ҡыҙ – штукатур-маляр һөнәрҙәрен үҙләштерҙе. Бер дөйөм ятаҡта йәшәнеләр. Буш ваҡыт­тарында киноға, концерттарға йөрөш­төрҙөләр. Мәктәп йылдарындағы кеүек үк, гел бергә булдылар, бер ҡасан да айырылманылар. Йәше еткәс, Сәлимде һалдат хеҙмәтенә саҡырҙылар. Армиянан ҡайтҡас, туған-тыумасаларын, дуҫ-иштәрен йыйып, матур ғына итеп туй үткәрҙеләр. Туйҙан һуң, атай-инәйҙәре менән кәңәшләшеп, Себергә, Сорғот ҡалаһына, юл тоттолар. Тиҙ арала һәр ҡайһыһы үҙ күңеленә ятышлы эш тапты. Тәүге осорҙа нефтселәрҙең йәш ғаиләләр өсөн төҙөлгән дөйөм ятаҡта бер бүлмәлә көн иттеләр. Әҙме-күпме ваҡыт уҙғас, фатирлы ла булдылар. Яңы тыуған һәр көнгә шатланып, тормошто, кешеләрҙе, бөтә ғаләмде яратып йәшәй улар. Дөрөҫ, бығаса бер ҡасан да ауыҙ асып бер-береһенә яратыуҙары хаҡында әйткән­дәре булманы. Бер-береһенә булған мөхәббәттәренең ни тиклем саф, ни тиклем тәрән икәнлеген күҙ ҡараштарынан күреп-белеп торҙолар.
Ике бала үҫтерҙеләр. Улдары Камил менән ҡыҙҙары Камила, буй еткереп, һөнәрле булып, үҙ ояларын ҡорҙо. Шул уҡ ҡалала көн итәләр. Ял, байрам көндәрендә күмәкләшеп атай-инәй йортонда йыйылалар. Һирәк-һаяҡ булһа ла, бергәләшеп Башҡортостанға, тыуған ауылдарына ҡайтып әйләнәләр. Үҙҙәре лә, хаҡлы ялға сыҡҡас, Рәмиләнең ауылында йорт төҙөп, шунда күсеп ҡайтып йәшәргә ниәтләйҙәр. Маҡсаттарын ғәмәлгә ашырырға әллә ни күп ваҡыт та ҡалманы инде: киләһе йылда – ҡатыны, тағы бер нисә йылдан – үҙе лә пенсияға сығасаҡ.
Ҡатыны менән икеһенең ҡулға-ҡул тотоношоп уҙғарған йылдарын иҫләп йөрөп, эш ваҡытының бөткәнен дә абайламаны Сәлим. Рәмилә хаҡлы: бик бәхетле улар! Уларҙыҡы кеүек бәхет хаҡында хыяллана ла алмаған парҙар барҙыр, моғайын.
Өҫ кейемен алмаштырып, ҡайтырға сығырға йыйынып йөрөгәнендә Сәлим янына директорҙың сәркәтибе йүгереп килде:
– Йәһәтерәк ҡабул итеү бүлмәһенә барығыҙ, – тип хәбәр һалды йәш кенә ҡыҙ. – Һеҙҙе телефонға саҡыралар.
– Зинһар, эштән ҡайтышлай поликлиникаға һуғылығыҙ әле, – тип үтенде бер табип. – Һөйләшеп алырға кәрәк. Осрашыуҙы һис кисектерергә ярамай!
Сәлим бер һүҙ ҙә ҡыҫтырып өлгөрмәне – телефон, табиптың трубканы һалып ҡуйыуын белдереп, «пип-пип» тип ҡабатлай башланы. Үҙенә шылтыратҡан табипты тауышынан таныны ир. Айрат Сабитов ине ул. Ҡалалағы бик күптәр кеүек үк, Башҡор­тостанда тыуып үҫкән. Сорғот халҡы араһында абруйы ҙур Айрат Сабир улының. Яҡшы белгес булғаны һәм кешелеклелеге өсөн ныҡ ихтирам итәләр уны. «Тиктәҫкә саҡырмаҫ, быға берәй етди сәбәп барҙыр», – тип уйлап, тура дауа­ханаға китте Сәлим. Ниңәлер йөрәге ғәҙәттәгенән йышыраҡ тибә башланы. Тотош булмышын ниндәйҙер һис аңла­йышһыҙ тулҡынланыу солғап алды. Өҫтәүенә, аяҡтары ла үҙен тыңларға теләмәгән төҫлө. «Әллә бында кереп тормайыммы икән?» – тигән икеләнеү ҙә барлыҡҡа килде. Шулай ҙа үҙен тиҙ ҡулға алды. Сабитов ҡабул иткән бүлмәне эҙләп китте. Табип, нисек итеп һүҙ башларға белмәгәндәй, бер килке Сәлимгә иғтибарлы итеп текләп ултырҙы. Шунан:
– Рәмилә ханым һеҙгә әйтмәүемде бик үтенгәйне, әммә был дөрөҫ булмаҫ тигән фекерҙәмен, – тип, һәр әйткән һүҙе үҙенә ныҡ ҡыйынлыҡ аша бирел­гәндәй итеп, һөйләп алып китте ул. – Эш шунда: үткән аҙнала ҡатынығыҙ эшләгән төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре диспансер тикшереүе үткәйне. Рәмилә Илдар ҡыҙының күкрәгендә яман шеш барлығы асыҡланды. Бик күп ҡатын-ҡыҙ яфалана ул ауырыуҙан. Ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт иткәндәр, дауаланып, шештән ҡотола ала. Әммә һеҙҙең ҡатынығыҙҙың сире ныҡ аҙған, һуңғы стадияға еткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ уға хәҙер бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ...
Сәлимде, гүйә, боҙло һыу менән ҡойондорҙолармы ни! Табипты тыңлап бөтөр-бөтмәҫ, ярһып, урамға ынтылды ул. Машинаһына кереп ултырҙы. Уны ҡабыҙа алмай бер булды. Ғәҙәттә, тыңлаусан «ҡорос аты» был юлы теләр-теләмәҫ кенә урынынан ҡуҙғалды.
Күңеленән кисә иртәнсәк аш бүлмәһендә ишеткәндәрен барланы Сәлим. Бына ни өсөн Рәмиләһе үҙен шулай сәйер тотҡан! Ҡатыны уның менән хушлашып маташҡан килеп сыға түгелме һуң? Уй-хис тулҡыны уны тағы үҫмер саҡтарына, Рәмиләһе менән тәүләп пар аҡҡоштарҙы күҙәткән көнгә алып китте. Ул үҙе шул көндә, Ғәлиә апайҙы апты­ратып:
– Һандуғастар һайрай, сәпсектәр сутылдаша, ҡарғалар ҡарҡылдаша, ә ниңә аҡҡоштарҙың өнө-тыны сыҡмай? – тип ҡыҙыҡһынғайны.
– Аҡҡоштар – үҙ бәҫен белгән илаһи йән эйәләре, – тип аңлатып биргәйне уҡытыусы уға. – Улар шатлыҡтарҙан башы әйләнмәгән, ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәгән төплө аҡыллы, ғорур кеше­ләргә оҡшаған. Шулай ҙа үҙ ғүмерендә бер тапҡыр – фани донъя менән хушлашыр мәлдәре килеп еткәс, үтә моңло, үтә һағышлы тауыш сығара аҡҡоштар. Шул ауазды халыҡ әүәл-әүәлдән «аҡҡош йыры» тип атай...
Кисә Рәмиләһе, яралы аҡҡоштай, һыңарына һуңғы йырын йырлаған бит!..
Юҡ! Сәлим Сорғот табиптары менән һис килешмәй һәм килешмәйәсәк тә! Иң ҡәҙерле кешеһен үлем тырнағынан ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләйәсәк ул! Хәләлен Мәскәүҙәге, кәрәк булһа, ун­дағы ғына түгел – хатта сит илдәрҙәге табиптарға ла алып барып күрһәтәсәк! Тик тиҙерәк өйгә ҡайтып етергә, һөйгәнен ҡосағына алырға, тыныслан­дырырға кәрәк! Уйҙары шул тәңгәлгә еткәс, ҡапыл һул яҡтан күкрәген ныҡ итеп ҙур ҡыпһыуыр ҡыҫып алғандай тойолдо. Тыны ҡыҫылды. Рулдән ысҡынған ҡулдары һәленеп төштө. Машина юл ситенә тәкмәсләне...
...Хәленең көндән-көн мөшкөллә­неүен аңлаһа ла, Рәмилә быны иренә белдермәҫкә тырышты. Ныҡ ауыртын­ғанында табип кәңәш иткән дарыуҙарҙы йотто. Сәлим өйҙә юҡта күберәге ятып ҡына торҙо. Мейеһен: «Минһеҙ Сәлим нисек кенә йәшәр икән?» – тигән хафалы уй бырауланы. Кисә эшенә оҙатҡанда, түҙә алмайынса, сәбәбен аңлатмайынса ғына, уға күңелен асып һалды-һалыуын. Тик бөгөн нишләптер оҙаҡлаңҡырай ире. Рәмилә, аш-һыуын өҫтәлгә теҙеп, тәҙрәнән күҙҙәрен алмай көттө уны. Көтөп арығас, йомшаҡ креслоға ултырып, ял итеп алырға булды. Шул ултырыуынан торманы. Йоҡлап китте лә, бүтән күҙҙәрен асманы.
...Пар аҡҡоштарҙай мөхәббәтле ғүмер кисергән, фани донъя менән дә бер үк көндә хушлашҡан ир менән ҡатынды балалары йәнәш ерләне. Ҡәберҙәрен дөйөм кәртә менән ураттылар. Ике һәйкәл араһына томшоҡтарын бер-береһенә терәп ҡатып ҡалған пар аҡҡош һынын урынлаштырҙылар...

https://bashkizi.ru/articles/-bi-bal-ysh/2021-11-23/a-osh-yyry-2593252

 

Автор:
Читайте нас в