+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
25 Ғинуар 2023, 20:00

Инсульт

Мәҙинәнең тормошо бик бәхетле булманы. Ире эсеп ыҙаланы.Шул эсеүен әллә ни күрҙе.Похмельдән ауырығанда “Тиҙ ярҙам” саҡыртып дауаханаға оҙатҡандары ла булды, ҡурҡа ла, йәлләй ҙә, ғәрләнә лә ине. Шул алкаш арҡаһында бүтән ауырыуҙарға ярҙам барып етмәүе ихтимал. Ә Сабирҙың үҙенән башҡа кешелә эше юҡ. “Үҙәгемә генә үтәһең, Сабир, үлеп ятырмын тип тә уйламайһың, оялмайһың да. Малайҙарың ни күреп үҫә инде”, тип һуҡранғаны аҙ булманы Мәҙинәнең. 

Инсульт
Инсульт

“Ай-һай ҡыйын булған икән, скорый саҡыртҡан берәү. Саҡыртмаҫҡа ине, үлер ҙә ятыр инем! ”- ти ҙә ҡуя.” Сабир Фәритович! Сабир Фәритович! “тип өлтөрәп торғандарына өйрәнгән. 

Ай тирәһе айныҡ йөрөй Сабир. Шунан бөтәһе лә яңынан башлана.

    Һөнәре буйынса улар икеһе лә ашнаҡсы. Сабир кеүек аш-һыу оҫтаһы һирәктер ул. Ҡәҙерен белеп кенә дан-шөһрәттә йәшәргә ине лә бит! Ҙур-ҙур мәртәбәле банкеттарға ашнаҡсы итеп саҡырып торалар.Маҡтала, рәхмәт әйтәләр.

   Эйе, Сабирҙың туҙға яҙмаған ҡылыҡтары күп булды. Теләһә кемгә ҡушып көнләшеп тә ыҙаланы. Бер ҡайтып инһә, Сабир карауат аҫтында ботинкаһы ғына күренеп ята. Өндәшмәне Мәҙинә. Ята бирһен, нисаҡла ятыр икән? Шунан башына этлекле уй килде. Улайтып кәмһетһәң әле! Телефондан һөйләшә башланы:

   - Алло! Өйҙәһеңме? Хәҙер киләм. Минең теге иҫәр эш менән Өфөгә киткәйне, ҡайтмаған икән.

   Сабир һикереп тормаҡсы булғайны, башы менән карауаттың таҡтаһына бәрелде, китте башы һыҙлап.  Карауат аҫтынан шылып сығып өҫтөн сисеп ырғытты.Телефондан шылтыратып, күҙемә күренмә, үлтерәм, тип әйтмәксе булғайны, өҫтәлдәге яҙыуға күҙе  төштө:

   “Уҫлаптай кәүҙәң менән  карауат аҫтына нисек һыйҙың ул? Ботинкаң күренеп ята ине шулай ҙа. Былай ҙа иҫәр кеше булырһың икән. Өйҙә икмәк юҡ.Алып керәм”.

   Сабирға оят булып китте.  Көнләшмәйем, тип эсенән әллә нисә һүҙ биргәне бар бит инде, еңә алмағас еңә алмай бит үҙен.Бер ауылдарына ҡайтҡанда, ҡустыһы Абдулла шым ғына һүҙ башлағаны булды.

   -Ағай, һин еңгәмде көнләшеп ыҙалайһың шикелле?

   - Юҡсы... Кем әйтә ул юҡ хәбәрҙе?

   - Еңгәм шаяртыбыраҡ һөйләшергә лә ҡурҡҡан кеүек. Һин ағай, үҙеңде кемдән кәм күрәһең ул? Эшкинмәгән егеттәр генә кәләшен көнләшә бит. Беҙ һинең менән берәүҙән дә кәм түгел дә баһа! Кәләштәребеҙ егәрле, һылыу, тоғро ҡатындар.Ҡатындың ни,шунан да артығы булмайҙыр ул.

    Ҡустыһы филолог. Филологтарҙы рухиәт инженерҙары тигән булалар бит, бәлки ысындыр ҙа.Өйҙәренең бер стенаһы тоташ китап кәштәһе.Китаптарҙы атаһы менән әсәһе мәрхүмә йыя башлағайны, килен менән ҡустыһы  Абдулла йомошо төшөп Өфөгә барған һайын яңы китаптарһыҙ ҡайтмай. Дөрөҫ, әҙәби китаптар һуңғы йылдарҙа һирәк нәшер ителә.  Сабирҙың  Мәҙинәһе лә “Ағиҙел” журналын алдыра, килендәше менән, ул да филолог, журналда уҡығандары тураһында һөйләшәләр.Ҡатын – ҡыҙҙың ҡыҙыҡһыныу даирәһе үҙенсәлекле. Ир менән ҡатын бер-берһенә бер яҡтан да оҡшамаған ике енес, кешеләре ни өсөн бер-береһеҙ  йәшәй алмай икән ул, тип тә һөйләшәләр.Көлөшөп алалар.

   Ғалимдар һуңғы осор күңелһеҙ һығымталар яһай: ир – ат биологик төр булараҡ үҙенең ирлек сифаттарын юғалта бара имеш. Гендарҙағы ирлек хромосомалары экологик шарттар йоғонтоһо насар булыу сәбәпле  ҡаҡшай. Баҡтиһәң, хәҙерге заман кешеләренең үрсеме кәмеү ҡатын-ҡыҙҙың буйындағын ауыр күтәреүе, баш мейеһенең ҙурая барыуына ла килтерә икән.Ҡатын-ҡыҙҙар ир-атҡа хәҙер бик буйһоноп бармай.

   Нисек кенә булмаһын, йәшәүҙең иң арбағыс ҡыҙығы ир менән ҡатындың бер-береһенә булған ҡатмарлы ла, мауыҡтырғыс мөнәсәбәте бит. Ир-ат сосбственник та икән әле!Ә бит, ғаиләнең төп нигеҙен бер-береңә ышаныс һәм мөхәббәт тәшкил итә. Кешенең эмоциялары үҙгәреп тороусан, ә ышаныс булмаһа,иң яҡты хистәр ҙә селпәрәмә килергә мөмкин. Тормош, тәбиғи күренештәр үҙгәргән кеүек, кеше менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәр ҙә юҡҡа сығыу сифатына эйә.Күңелең һүрлһә, уны ҡабат ҡабындырыу мөмкин була тиме ни?

   Тимәк, мөхәббәт мәңгелек, дуҫлыҡ мәңгелек, тоғролоҡ мәңгелек, тип бик үк инанырға ярамайҙыр ул. Хис-тойғолар тәбиғи үҫентеләр кеүек, тәрбиәләп, наҙлап торғанды ярата шикелле.

   Башҡорттарҙың  күмәкләп эсеп китеүе Бөйөк ватан һуғышына бәйле. Тере ҡалған яугирҙарҙың был алама ғәҙәткә өйрәнеп ҡайтыуы торғаны фажиғә ине. “Фронтовой сто граммһыҙ”үлем менән осрашыу йәшәп тә өлгөрмәгән йәш егеттәр өсөн еңел булған, тиһеңме? Хәҙер халыҡтың дүртенсе быуыны эскене ярата. Эйе, һуғыштың туҡтағаны юҡ бит.Бынау Украин һуғышы ирҙәрҙе нимәгә тарытыр икән?  Афғандан егеттәр наркотиктар ҡулланырға өйрәнеп ҡайтҡайны.Шуларҙы Сабир белмәй буламы? Белмәҫ! Был афәт миңә ҡағылмаҫ, тип уйлай.

   Донъя мәшәҡәте, балаларҙы үҫтереп кеше итеү ҡатын-ҡыҙ елкәһендә төшә бара..Шағир  А.Фюрстенберг әйтмешләй, “кеше бөтә нәмәне лә ижад итергә һәләтле, ә кешенең үҙенең ижадсыһы – ҡатын-ҡыҙ”.Әммә ни бары ҡатын-ҡыҙ ғына тулып йөрөгән ер өҫтөндә, улар ниндәй генә һәләткә эйә булмаһын, бик күңелһеҙ булыр ине...

...Сабирҙың иң һәйбәт яғы – аҡсаға иҫе китмәү. Эш хаҡын ҡатынына алып ҡайтып тоттора ла, вәссәләм! Ҡайҙа ҡуйҙың, нимәгә тотондоң тип һорағаны юҡ.Малайҙарын мәхрүм итмәй генә үҫтерҙеләр. Икеһе лә программист.

   - Машина алырға кәрәк! -Мәҙинәнең был һүҙе егеттәрҙең

һәммәһен дә һиҫкәндереп ебәрҙе.

   -Һәйбәт идея!  Кредитҡа алабыҙмы? – Малайҙар ҡабынып уҡ китте.

   - Яратмағаным бурысҡа батыу.Әсәйҙең заначкаһын һанарға кәрәк, -асылда, Мәҙинә янсығын әллә нисә һанаған инде. Малайҙар икеһе лә права алһа, күршеләренә ҡарап тормаҫ инеләр. Куршеләре үҙҙәренең ауылдашы ла ул, үҙеңдең тәгәрмәсле булыуыңа етәме ни!  Машинаны алданыраҡ та ала ине Мәҙинә, Сабирҙың эсеүенән ҡурҡып тик йөрөнө. Малайҙар бәлиғ, хәҙер мөмкин.

...Матур йәйге көн ине. Мәҙинә мунса инеп сыҡты. Үләндәр ҡушып сәй бешерҙе. Еләк бәлешен телде. Сабир еләк бәлешенең тышы сөсө ҡамырҙан булғанды ярата.Бәлештең тышы кетерләп кенә торһон ул.Сабир күршеһе менән футбол ҡарай. Икәүләшеп

ҡараһалар,күңелдәре була, күрәһең. Төшөрөп тә ултыраларҙыр. Һуңғы арала Мәҙинә эскелектәренә ҡыҫылмай. Теләһә генә нишләһендәр! Тыңлайһылары юҡ!

   - Мәҙинә! – күршеһе Альберттың ҡысҡырп ебәреүендә ниндәйҙер хәүеф сатҡылары бар ине. Мәҙинә йүгереп күршеләренә барып инде.

   - Сабир креслола ултырған еренән тик-томалдан иҙәнгә ауҙы ла китте. Күтәреп торғоҙҙом. Күҙгә ҡарап тик ултыра, һөйләшмәй...

   -  Скорый саҡырыртырға кәрәк! – Мәҙинә үҙе үҙ баҡсаһына йүгерҙе. Өҫтөн алыштырып кейҙе. Баҡса өйөн бикләне. Альберт Скорыйҙы ҡаршыларға оло юлға сығып китте.

   - Инсульт!- тине Скорыйҙың докторы. – Бынау эҫелә лә кешенең эскеһе килер икән!.Үҙегеҙҙә үсегеҙ бармы әллә?

   Скорый машиныһына Мәҙинә лә ултырҙы. Улына шылтыратты, атаһын дауаханаға алып китеүҙәрен, әсәһен шунан килеп алыуын үтенде.

   Кешеләр дауаханаларҙы ваҡытлыса уңайһыҙ хәлгә тарыу тип аңлай. Дауаланаһың да сығаһың, тип өмөтләнә.  Мәҙинәнең ошоға тиклем дауахала ятып дауаланғаны юҡ. Ике тапҡыр роддомда малайҙар тапты, шул ғына. Инсульт кисергән бүлектә икән ул ғәләмәт! Сабирҙы биш ир араһына индереп һалдылар. Система ҡуйҙылар. Ауырыуҙар бик ауыр ята. Ҡайһы береһенең ярауы аҫында. Докторҙар һөйләшер-һөйләшмәҫ  йөрөйҙәр.Сабир телдән яҙғас, уның ҡасан, нисек ауырып китеүен ҡатынынан һораштылар.  Футбол ҡарап ултыра торғас иҙәнгә йығылып китеүен, һөйләшмәҫ булыуын һөйләп бирҙе.

   Палаталарҙа йә берәр туғаны, йә балаһы, йә түләүле сиделкалар ярҙамға мохтаж аңһыҙ ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарай. Санитаркалар һуҡрана-һуҡарана ярҙамсыһыҙ ауырыуҙарға ярҙам итеп булыша.Бында икән ул тамуҡ тупһаһы.Сабир бәҙрәфкә үҙ аяғында барҙы. Уныһына Мәҙинә ҡыуанды.

   Мәҙинәне өлкән улы килеп алды. Телһеҙ ятҡан атаһына эйелеп текләп торҙо.

   - Допился? – тип шыбырланы. – Ошонан һуң да ауыҙыңа баш була алмаһаң, наркологка аяҡ-кулыңды бәйләп алып барып кодировать иттерергә тура килер. Малға әйләндең бит!  Кәүҙәң кәүҙәме? Бегемот! Ашай ҙа эсә, ашай ҙа эсә!

   Мәҙинә улынан бындай һүҙҙәрҙе көтмәгәйне.

   - Ҡуй, улым, атайың былай ҙа аүыр хәлдә бит!

   - Булһын! Эҙләгәнен тапҡан бит! Ниндәй хәлгә тарырын бемәҫлек йәштәме ни ул?

   Мәҙинә, ярай ҙа отпукала ине. Эшләгән ерҙәренә шылтыратып Сабирҙың хәлен һөйләне. Ҡустыһы Альбертҡа хәбәр итте.

   Тәне лә, йәне лә арыны Мәҙинәнең.Төшөнкөлөккә бирелеп барғандай. Бөгөн больницала күргәндәре тамам быуынына төштө. Әҙәм балаһының ғүмере, ысынлап та та,ҡыл өҫтөндә икән ул. Сараһыҙлыҡтан да ауыр хәл булмайҙыр.Кеше көнлө булмаһам ярар ине тигән ҡурҡыу солғап алды. Кеше ғүмере нимә генә инде? Күҙ асып йомған ара.Бәхетле булдымы Мәҙинә? Бәхет үҙе ниндәй була икән һуң? Эйе, ярайһы етеш йәшәне. Эше аш-һыу тирәһендә булғас, тамағы туҡ булды.  Кешелә булған, уларҙа ла булды. Шуларға риза ине Мәҙинә.Өй мәшәҡәттәре, малайҙарының мәшәҡәттәре менән йәшәп тик ятты.Төп ҡыҙыҡһыныу сығанағы китап булды.Ә китаптарҙың күбеһендә геройҙар араһында һоҡланғыс мөхәббәт тасурлана.Яраттымы ул, яратылдымы?..

   Ысын тормоштан алып яҙаларҙыр бит, нишләп Мәҙинәне урап үтте икән ул мәхәббәт тигәндәре? Ашханала туҡланған егеттәрҙең дә күҙенә тиҙ салынды ул. Дөрөҫ, заводтың ашханаһына эшкә урынлашҡыас та, шеф- повор Сабирҙың иғтибарынан ҡаушай ине. Әллә ни наҙлы һүҙҙәр һөйләмәне шикелле,эштән ятаҡҡа саҡлым оҙата башланы, үбештеләр, бергә йәшәй башлағас бөтөнләй өйҙөң кәрәкле йыһазы кеүек булды ла ҡуйҙы.Яратып, яратылып йәшәгеһе килде Мәҙинәнең.Наҙлы һүҙҙәр шыбырлаһын ине ирең, үҙе лә иркәләр, яратыр ине.

   Сабир янына көн һайын барып йөрөнө Мәҙинә.Өй ашы бешереп алып бара. Больница ризығын ашамай. Иртәнге бутҡанан ғына баш тартмай. Логопед менән шөғөлләнә башланы, ауырлыҡ менән булһа ла теләктәрен телдән белдерә.

   Бер көн больнистан сығып автобус туҡталышында тора ине, кемдер “Мәҙинә!” тигәнгә боролоп ҡараһа, бер ир өндәшә икән.Таныш түгел һымаҡ. Ир кеше машинаһынан сығып Мәҙинәгә табан ыңғайланы.

   - Ниндәй үҫмер тора икән, тиһәм, класташым Мәҙинә лә баһа! Сәләм!- ир Мәҙинәне ҡосаҡлап алды. Динис бит! Классташы шул! Мәҙинә мәктәптә уҡығанда уға ғашиҡ булып аҙ йәш түкмәне инде.Мәскәүҙә уҡый тип ишетте.Өйләнгән булыуы ла ишетелде.

   - Ултыр машинаға, - тип өтәләнде Динис. – Ҡайҙа китеп барыш?

   - Өйгә ҡайтырға автобус көтә инем.

   - Алып барам.

   Юл буйы классташтарҙы барлап сыҡтылар. Ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы иҫтәренә төшөрөп, көлөштөләр. Мәҙинә өйҙәренә етмәйерәк туҡтарға ҡушты. Бәләһенән баш-аяҡ, күршеләренең береһе күрер ҙә Сабирға еткерер, уға, былай ҙа саҡ торған кешегә, етә ҡалыр.Мәҙинә иренең инсульт кисереп больницала ятыуын, көн дә ашарына алып барыуын классташына һөйләгәйне инде.Сәйгә лә саҡыра алмауын белдерҙе, күршеләр әллә нимә уйлар.Ир эйәртеп тә йөрөй, иренең ауырығанын ғына көткән икән, тиерҙәр.

   Мәҙинә ун ете йәшендә кисергән татлы ла, ғазаплы ла тойғолар солғанышына сумды. Мине үҫмер сүрәтендәһең, тигән була, ә үҙе һуң, үҙе! Сикә сәсенә сал яғылан, ә кәүҙәһе ыҫпай, буйға ла үҫә төшкән.Ҡатыны бәхетлелер инде, ниндәй уҙамандың ҡуйынында бит!

   Күрештек тә бөттөк, тип уйланы Мәҙинә. Ә Динис  икенсе көндө лә киске етелә авобус туҡталышында тора ине инде. Йөрәге дөбөрлөгөн сыҡты ла китте .Күрмәмеш булып торған булды. Динис уны етәкләп машинаһына килтереп ултыртты.

   - Был көндәрҙә миңә һинең шәхси күсерең булырға рөхсәт ит, Мәҙинә ханым!

   - Шәхси күсерҙе күрһәтер әле ҡатының!

   - Буйҙаҡ бит мин! Ҡатыным менән рәсми айырылышҡанбыҙ

   -  Нишләп?

   - Блондинка ине. Блондинкаларҙың ҡалай булғанын белмәйһеңме ни?

   - Юҡсы...

   - Блондинкларҙың сәсе аҡ була! -Динис көлөп ебәрҙе.

   - Белмәй инем әле!

   Динистең ни өсөн йәш егет кеүек, Мәҙинәне ҡарауыллап тигәндәй йөрөүе үтә лә сәйер ине.Ҡалала Мәҙинә менән Динистең ауылдаштары аҙмы ни бында, бер Мәҙинәнә генә түгел бит.Мәҙинәнең саҡ һүрелдергән тойғолары ҡабанып китеү бер хәл, Динис һуң, уға ни ҡалған, ашнаҡсы, тормош мәшәҡәттәре башынан ашҡан ҡатын уға ни хәжәтенә кәрәк? Нисә көндәр эше юҡтан ҡарауылламайҙыр бит? Ә ҡарауыллай бит! Берәй көс табып, өҙөргә кәрәк был бер ниндәй өмөт уята алмаҫтай осрашыуҙарҙы. Ярай ҙа Динис бығауһыҙ, ә Мәҙинәнең ҡулында ике малайы, ауырыуға тарыған ире! Арбағыс тойғоларға бирелеп барған кеүек тоя башланы бит үҙен!

  Иртәгәһен дә Динис, ғәҙәтенсә, постҡа баҫҡан һалдат кеүек, туҡталышта тора ине.

   -  Егетең бар буғай, кисә йәп-йәш егеттең машинаһына ултырып шылдың.Минең йөрәк ярыла яҙҙы! – Динистең уйынлы-ысынлы хәбәре Мәҙинәнең күңел ҡылдарын йәнә земберләтеп ебәрҙе.

   - Улым. Сабир ҡорот һорай әле... Ыҫланған ҡорот. Хәҙер ҡоротто ыҫламайҙар шикелле...

   - Ыҫлайҙар! Әсәйем миңә Мәскәүгә лә ыҫланған ҡорот һала ине. Минең әле лә өйөмдә ята ул.

   Динис машинаһын кире яҡҡа борҙо. Яңы төҙөлгән өйҙәрҙең береһе алдына килеп туҡтаны.

    - Мин инеп тормайым. Сығарып ҡына бирһәң...

   - Что за дела, мадам? Һин нимә, мине берәр монстрға һанайһыңмы? Әйҙә, әйҙә! –

Мәҙинә күндәм генә уға эйәрергә мәжбүр булды. Ҡыҙыҡһыныу ғәләмәте лә бар ине, нисек йәшәй икән столичный егеттәр?

   Ыҫпай ғына ике бүлмәле фатир. Һәр нәмә урынында. Динис сәй ҡуйып ебәрҙе. Мәҙинәнең ҡулына йәш саҡтарындағы фотолар тупланған альбом тотторҙо.

   - Әсәйем туплап һаҡлап тотҡан.Ауылдан алып килдем. – Миләүшә йәш саҡтарын иҫенә төшөрөп, альбомды көлә-көлә ҡарап ултырҙы. Ул арала өйгә тәмле генә кофе еҫе таралды. Рәхәт кенә тынғылыҡ, бәхет тойғоһо барлыҡҡа килгән кеүек булды. Әйтерһең дә Динис Мәҙинәнең классташы түгел, ә һәр яҡлап ҡурсаларға, иң ҡуйырға әҙер торған ағаһы.Үҙен ул Динис янында бәләкәйерәк тип хис итә.

   - Мадам, өҫтәлгә рәхим итегеҙ! – Арабика кофеһенең еҫе лә, тәме лә икенсе шул! Мәҙинә Динискә тура ҡарарға баҙнат итмәй. Был бүтән ҡабатланмаҫ гүзәл мәлдең тамамланыуы ла ҡурҡытмай, яҙмыш бәндәне ниндәй хәлдәргә генә тарытмай. Ана Сабир 49 йәштә генә ниндәй уйламаған сир менән ауырып китте. Ә Мәҙинә менән Динис иһә...Хәйер, Динис өлгөрөр әле, ә Мәҙинә һуңланы.

   - Кофең дә, булочкаға ябылған маассдам сырыңда тәмле булды! Рәхмәт! – Мәҙинә сынаяҡтарҙы йыуа башланы. Ҡулын һөртөп боролғайны ғына, Динистең ҡосағына барып инде.”Мәҙинәм! Мәҙинәкәйем! Ҡәҙерлем! Зинһар,мине ташлама! Һинһеҙ йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтермәйем!” Мәҙинә тартыла бирҙе.

   - Мин бит ир ҡатыны! Юҡты һөйләйһең! Ауырыу ирҙең ҡатыны! – Динис Мәҙинәнең ирендәренә ҡаҙалды. Мәҙинәнең үбешмәгәненә ун йыллап барҙыр. Гел похмель еҫе аңҡыған ире менән нисек үбешһен?! Ә Динис менән улар бер-береһенә һеңерҙәй булып ләззәткә сумдылар ҙа ҡуйҙылар!Динис уны күтәреп алды,иҙеүен ысҡындыра башлағанын шәйләгәс кенә Мәҙинә аңына килде:

    - Динис !Бәғеркәйем! Ғазаплы мөхәббәтем минең! Һине мин ун биш йәшемдән яратам! Зинһар, гонаһлы итмә!

   Динис Мәҙинәне ергә баҫтырҙы ла тишерҙәй булып текәлде:

   - Минеке буласаҡһың!

   Ванна бүлмәһенә инеп китте. Мәҙинә түгелеп иларға кереште. Динис уны ла ванна бүлмәһенә етәкләп индерҙе, битен йыуҙы.Һөйләшмәнеләр. Мәҙинә ҡоротто сумкаһына һалып алды.Икеһе лә үҙ уйҙарына сумғайны.Юл буйы ла һөйләшмәнеләр. Килеп еттеләр. Мәҙинә уларҙың һуңғы осрашыуы икәнен аңлай ине. Сабирҙы иртәгә сығаралар. Эшенә барып йәнә отпуск һораны. Сабирға инвалидлыҡ юллап алырға кәрәк. Белгән кешеләрҙең һөйләүенә ҡарғанда, бик ныҡ кәмһетеүле мөнәсәбәт икән ауырыуҙарға ул комиссияла.

   - Бәхетле бул, һөйөклөм!- Динис үҙе лә машинаһынан килеп сыҡты.

    - Миңә һинән башҡа бәхет юҡ! Мин былайҙа ярты ғүмеремде юҡҡа сарыф иттем!Пока!

...Сабир баламы-бала! Тиҙ генә ҡыйшая һала. Йыш ҡына һыра алыуҙы һорай. Өлкән улы ныҡ ҡына ҡаты тора:

   - Атай етте!  Күнәкләп эстең бит!

   - Ә эсмәгән ҡарсыҡтар нишләп ауырый? Минең ауырыуым эскән өсөн түгел ул.

    - Ә, давай, бәхәсләшләшмә! Ул ҡарсыҡтарҙы, һинең кеүек, ауыҙына баш була алмаған ирҙәре инсультҡа еткергән дә инде!

Йәл, өлкән улын армияға алалар. Кесеһе ЕГЭ һөҙөмтәләре буйынса Мәскәүгә  китеп барҙы, шунда уҡыясаҡ.Арманһыҙ була Мәҙинә. Өлкән улы ла армияға китһә, тере ҡул булыр инде. Машинаға өйрәнгәйне бит әле. Сабиры килеп тороп ауыр кәүҙәле.

   Ҡышты ла имен сыҡтылар. Сабирҙың ҡустыһы менән килендәше ташламаны, килеп йөрөнө.

   Яҙ иртә килде. Сабир үҙе кейенеп урамға сыға башланы.Теле асылып бөтмәй, әйтергә теләгәнен әйтә ала.Бер аяғы,уң ҡулы хәрәкәтһеҙ. Һулаҡай ҡулы менән ашап маташа.

   Динис юҡ булды. Бер ниндәй хәбәр-хәтерһеҙ юҡ булды ла ҡуйҙы. Әллә төш кенә булды уларҙың уйламаған ерҙән осрашыуҙары, Мәҙинә Мәҙинә инде, ә Динис һуң, нисек ҡабынды ла китте ул? Нимәһе менән арбаны уны Мәҙинә? Юҡтыр ҙа...Төш кенә булды шикелле. Уның ҡарауы, Мәҙинәнең үҙе генә белгән татлы сере бар.

   Эштән ҡайтып инһә, Сабир өйҙә юҡ. Сығып йөрөүе насар түгел, врачтар ҙа хәрәкәттә – бәрәкәт тип бара.Шылтыратһа, телефоны яуап бирмәй. Аптырауҙың сигенә сыҡты. Ҡустыһы Альбертҡа шылтыратты.  Ул килеп етә һалды. Ә Сабирҙан ләм-мим хәбәр юҡ! Шул һыраһына ғарҡ булып берәр ерҙә аунап ятмайҙыр ҙа инде? Милицияға шылтратып ҡаранылар,моргка, больницаларға.Ҡустыһы ҡуна ҡалды. Йоҡо төҫө күрмәнеләр. Сәғәт иртәнге һигеҙҙә телефон шылтыраны.

   -  Алло! Һеҙ Мәҙинәме?

   - Эйе...

   - Күп шылтыратҡанһығыҙ. Был ирегеҙҙең телефонымы?

   - Уныҡы...

   - Ҡыҙғаныс...Насар хәбәр еткерәбеҙ. Ирегеҙ вафат.

   - Әәә?

   Мәҙинә ҡойодо ла төштө! Ҡәйнеше менән моргка инеп Сабир икәнен таныуҙарын белдерҙеләр.Сабирҙы ике ҡатын йәйәү китеп барған еренән, ауылдарына барған юл ситендә ятҡанын күреп, Тиҙ ярҙамға шылтыратҡан.Тере булған әле. “Әсәй, әсәй!” тип әсәһен саҡырған, комаға киткән.Реанимацияла аңына килтерә алмаған...    

   Улдарына телеграмма ла һуҡтылар, шылтып та хәбәр иттеләр.

   Завод ашханаһының  оҫта ашнаҡсыһының вафатын түрәләр ҙә, халыҡ та ауыр ҡабул итте.Шеф-повар менән матур һүҙҙәр әйтеп хушлаштылар, ауылы зыяратына алып барып һалдылар.Өсө,етеһе, ҡырҡын уҡытыуҙар менән булған саҡта Мәҙинә лә, Сабирҙың ҡустыһы ла йола үтәүгә бирелеп, кеше араһында йөрөй бирҙе.

   Өйө бушап, бер яңғыҙы торҙо ла ҡалды Мәҙинә.Эшкә йөрөнө.Хәл белешеүселәр ҙә һирәгәйҙе.Кешелә кеше  ҡайғыһымы ни, һуғыш бара, юғалтыуҙар бар.

   Яңы йыл етеп килә ине.Бүтән йылдарҙа байрамға буйтым әҙерләнеп, мотлаҡ ҡаҙ ҡурып, бешеренеп- төшөрөнөр ине, бөгөн ғаиләләренең фирменный пиццаһын бешереп сәй эсеү менән сикләнде, ҡәҙерлегә кейә торған бәлкәй ҡара күлдәген кейҙе.Иренен буяны. Яңы йыл яратырыҡ булһын! Телевизорын тоҡандырғайны ғына, телефоны шылтыраны.

Кемдер ҡотлай, күрәһең.

   - Алло!

   - Мәҙинәм! Мин һине хәҙер килеп алам! – Динистең берәү менән дә бутау мөмкин булмаған бәрхәт тауышы Мәҙинәнең быуынына төштө.

   - Ә адрес...

   - Мин беләм!

   Мәҙинә Динисты нимә менән һыйлар икән? Ашнаҡсы берәү! Һыуытҡысты бер асты, бер япты...Алданыраҡ шылтыратһа булмай инеме икән! Ул арала ишектең ҡыңғырауы көйләп ебәрҙе.

   - Мәҙинә һылыу, кейен, мин һине алырға килдем!

   - Һылыу тигән була...

   Мәҙинә бер һүҙһеҙ кейенде лә машинаға сығып ултырҙы. Һүҙһеҙ барҙылар, фатирға ла шым килеп инделәр. Динис Мәҙинәнең өҫтөн һалдырҙы ла етәкләп залға алып инде.

Бокадарға шарап ҡойҙо, өҫтәле зауыҡ менән әҙерләнгән.

   - Мәҙинәм! Мин малай- шалай түгел, тормош бит, ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә уҡырға, эшләргә тура килде, береһе менән ғүмер ҙә иттем.Ә һин...Берәүгә лә оҡшамағанһың! Үҙеңдән матурыраҡ булыға, әллә кем булып ҡыланырға уйламайһың да! Эскән, ауырыуға тарыған иреңә тоғролоғоң да мине һоҡландырҙы.Мәҙинәм, мин һине балдаҡларға, үҙемдеке итегә теләйем, зинһар, риза бул!

   Илар сиккә еткән Мәҙинә ҡулын һондо.Динисе бармағына һирәк осрай торған алһыу бриллиант ҡашлы балдаҡ кейҙереҙе.

   - Минеке һин хәҙер, минеке!Был өй хәҙер икебеҙҙеке!

   Иртәнсәген ҡала питардалар томанына сумып йоҡомһорай ине. Динистың һылыу йөҙөнә тура ҡарарға ояла ине Мәҙинә.Туйғанса текләп торҙо.Йоҡоһо ирҙәрсә, тәрән. Мәҙинәгә бөтмәҫ мәшәҡәттәр эсендә генә йәшәргә тимәгән.Бәхетле булырҙар, моғайын.

 

 

Автор:
Читайте нас: