+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Ғинуар 2023, 20:00

Бүре балалары

(Аҙағы. Башы 27 ғинуарҙа) Август башы. Сәкинә аҙаҡҡы бакуйын күбәгә һалды ла (быйыл йәй башҡа йылдарға ҡарағанда байтаҡҡа һуң килде: май башына ҡәҙәр ҡар ятты, июндә ямғыр ҡойҙо, һыуыҡ булды, үлән ҡалҡына алманы, тик июлдә генә тәбиғәткә йәй рәүеше инде) ағасҡа элгән тоҡсайын, сәйнүген алып - усаҡты улына һүндерергә ҡушты - ҡайтырға сыҡты. 

Бүре балалары
Бүре балалары

Бер эше бөтөп торҙо, сапҡан ғына бесәне күбәлә хәҙер. Берәй төрлө яйын табып ташып ала алһа. Атаһы үлеп киткәс, ирҙәр эшен дә башҡарырға тура килә шул, нишләйһең, йәшәргә кәрәк, мал-тыуар тотҡас ашарына әҙерләмәй булмай. Көн аяҙ, ағас япраҡтары һаман йәм-йәшел - улар өсөн йәй саҡ башлана. Тирә-йүн һил, тыныс, бер ниндәй тауыш юҡ, әйтерһең, тормош туҡтаған, ваҡыт туҡтаған.
Йырын йылдан-йыл өҫкәрәк, ҡайынлыҡ яғына шыуыша, ялан- туғайҙар, көйә ҡырҡҡан тире кеүек бәләкәйләнә бара, бәләкәйләнә бара. Ауылда мәктәп бар саҡта балалар менән шуны уратып ағас ултыртып та ҡарағайнылар, файҙаһы теймәне: икенсе яҙына уҡ тауҙан төшкән ҡар һыуы тегеләрҙе йыуып алып китеп бөттө. Ике йылдан йәнә маташтылар - был юлы ла тәбиғәт үҙенең аяуһыҙлығын күрһәтте, ултырып ҡалғанын мал ашаны, мал тапаны. Ололар тотонһа, бәлки, берәй сараһын табыр ине лә, уны туҡтатырлыҡмы, юҡ менән булашмайыҡ, тип ҡул һелтәнеләр шикелле. Шулай итеп колхоз, ауыл көтөүен көтөр урын йылдан-йыл тарая, ҡыҫыла, ҡайынлыҡҡа етһә сабынлыҡтарға ла күп ҡалмай. Хәйер, ауыл китеп бөткәс, күптәргә был сабынлыҡтар кәрәкмәй ҙә, унда хәҙер Сәкинәнән башҡа йөрөүсе лә юҡ.
Йырынға килеп еткәс, бөгөн күргән төшө хәтеренә килде Сәкинәнең. Тауыҡ төшөнә тары керә тигән һымаҡ, әлеге шул бесәнлеген уйлағандыр инде. Улай тиһәң, Альберты ла килеп ҡыҫылды... Ошо йырын һаман киңәйә, тапап килә, бер яғы менән бесәнлеген ялмай, икенсе осо менән Сәкинәнең өй яғын ашай, имеш. Ер, ҡоро йылдағыса, ҡорғаҡһып ярылып тора ла ҡурҡыныс гөрһөлдәп аҫҡа уйыла, уның менән ҡыуаҡлыҡтар, ваҡ ағастар ҙа күҙҙән юғала. Шундай ғәрәсәт, гөрһөлдәү-үкереү аша Сәкинә ҡапыл: «Әсәй!» - тип йән асығына ҡысҡырған тауыш ишетә. «Альберт! - тип яуаплай йөрәге ярылырҙай булып Сәкинә. - Улым, былай йүгер, шәберәк йүгер!» Мәктәбенән ҡайтып килеүелер, ниңә генә интернатында ҡалманы икән бөгөнгә? Бынау мәхшәрҙән нисек ҡотолор, был яҡҡа сығып өлгөрә алырмы? Күтәрелгән саң-туҙан араһынан улының һыны күренеп ҡалғандай, ҡулын да болғаған һымаҡ. Йәнә һөрәнләй Сәкинә һәм йән асығына улына ҡаршы йүгерергә тотона. Уны тиҙерәк ҡотҡарырға кәрәк, емерелеү аҫтында ҡалып харап була күрмәһен. Әсәһен шәйләп улы шәберәк йүгерә, бер ҡулына портфелен, икенсеһенә костюмын тотҡан, үҙе һөрөнөп йығылып та китә, унан ҡалҡына ла йәнә саба. Улар бер-береһенә еттем тигәндә генә йырын уйыла ла уйыла, уйыла ла уйыла...
Нишләп ундай төш күрҙем һуң әле, тип уйланды ла йөрөнө Сәкинә көнө буйы. Ҡулдары бесән йыйҙы, күбә һалды, ә башы төш юрау менән мәшғүл ине. Сәй эскәндә лә шул, ҡайтып килгәндә лә шул. Уйҙары шунан малайына килеп ялғана: Альберты был йәй кәүҙәгә ныҡ тартылды, Сәкинә бер шатланып, бер шөбһәләнеп уның торған һайын атаһына оҡшай барыуын күрә. Шул уҡ бөҙрәләнеберәк торған һары, дөрөҫөрәге, баҡыр сәс, аҡ йөҙ, ҙур зәңгәр күҙҙәр. Атаһы ҡалдырған анау транзисторҙы тыңларға әүәҫ. Бигерәк тә, ниңәлер, урыҫ тапшырыуҙарын, урыҫ көйҙәрен ярата. Тәүҙә Сәкинә йәне көйөп шуны туҡтатырға ҡуша, хатта ҡулынан тартып алып китә торғайны, хәҙер өндәшмәй. Япа-яңғыҙ йәшәгәнлектән былай ҙа күп нәмәнән мәхрүм бит, әйҙә, теләгәнен ҡыланһын, миңә оҡшамай тип кенә баланы тыйырға ярамайҙыр, тип уйлай, ә үҙе урыҫ ҡаны барыбер ҙә үҙенекен итә, тип эстән һыҙыла...
Һырттан ауылға, дөрөҫөрәге, өйө ултырған уйпатлыҡҡа төшкәндә, ҡапҡалары тәңгәлендә машина күрҙе. Еңел машина. Аҡ төҫтә. Был төшөмдөң дауамы булып ҡуймаһын тип ҡурҡып китте. Ҡуй, һыу күрмәй аяҡ сисмәй торайым әле тип үҙен тынысландырһа ла, атлай-атлай борсолоуы арта ғына барҙы. Юл һораусылар тип уйланы, әммә машина тирәләй әйләнгән, унан ҡапҡаға килеп төртөлгән, шундағы эскәмйәгә сүгәләгән ҡатынды шәйләгәс, аптырай төштө, тимәк, махсус рәүештә Сәкинәне көтә. Ябай юлаусыға оҡшамаған был, ниндәйҙер хикмәт бар. Бынау Альберты ла тиҙерәк ҡыуып етмәй, исмаһам. Оҙаҡламам, тигәйне, урман гиҙәлер, тәбиғәт ҡарап йөрөйҙөр. Бер мауығыуы бар - ағас тамырҙарынан төрлө һындар оҫталай. Берәй хайуанға йәки ҡошҡа оҡшаған тамыр тапһа, алып ҡайтып бәкеһе менән тегене ипләргә, юнырға, соҡорға керешә һәм ныҡыша торғас барыбер ҙә бер затҡа оҡшатып ҡуя. Әле лә шул тамыр эҙләп йөрөүелер.
Сәкинә картуф баҡсаларына еткәс, ҡатынға иғтибарлабыраҡ ҡараны. Илле биш-алтмыш йәштәрҙәлер, йыуантыҡ, сәстәрен йәш ҡыҙҙар ише ҡыҫҡа ҡалдырып ҡырҡтырған, өҫтөндә - еңел зәңгәр плащ, аяғында бейек туфли. Унан байтаҡҡа йәшерәк ир, киреһенсә, бумалалай оҙон сәсле, үҙе эре генә, ҡабаланмай, үҙ дәрәжәһен белеп атлаған һымаҡ. Кемдәр икән һуң? Ниндәй йомош менән туҡтағандар? Йыраҡтан килгәндәрҙер, райондан йәки Өфө яғынан булыуҙары ла бар. Тышҡы ҡиәфәттәре лә беҙҙең башҡортҡа оҡшамаған, урыҫтарҙыр, ахыры.
Сәкинә картуф баҡсаһы аша үтте, артҡы ҡапҡаны асып керҙе, тырмаһы менән һәнәген лапаҫ ышығына индереп һөйәне, соланға йүнәлгәйне генә, ҡатын ихатаға атланы.
- Сәкинә Кәримова һеҙ булаһығыҙмы? - тине ул урыҫсалап. Үҙе һынсыл, нисектер эре ҡараны, баштан аяҡ буй-һынына күҙ йүгертте. Ҙур танаулы, ҡыҫыҡ күҙле ҡатын икән, тип уйланы Сәкинә үҙ сиратында, һул сикәһендә миңе лә бар. Хәрәкәтсән, еңел кәүҙәле икәнлеге һиҙелә.
- Эйе.
Ул нисектер таныш тойолдо Сәкинәгә, әллә бынау миңен, әллә ҡарашын, әллә нимәһендер инде, ҡасандыр, ҡайҙалыр күргән һымаҡ. Тик ҡайҙа, райондамы, Өфөләме, институттамы?
- һаумыһығыҙ! 

- Һаумыһығыҙ.
- Һеҙгә керергә мөмкиндер бит?
- Керегеҙ. Тик... бесәндән ҡайтып ҡына килеү.
Ҡатын Сәкинәнең был һүҙен яуапһыҙ ҡалдырҙы, ҡапҡа янында тапанған егеткә ҡул болғаны:- Миша, әйҙә.
Сәкинә өҫтөн алмаштырҙы, аласығына сығып ут яҡты, сәй ҡуйҙы. Үҙҙәре һүҙ башламағас, асылып ни йомош менән йөрөгәндәрен һораманы - килгәндәр икән, әйтерҙәр әле тип йөрөй бирҙе. Ә «ҡунаҡтар» өйҙө тикшерҙе, кемделер эҙләгән һымаҡ, тирә-яҡты күҙәтте, тәҙрә аша урамға күҙ төшөрҙө.
- Бик алыҫ йәшәйһегеҙ икән, саҡ килеп еттек, - тине ҡатын өй эсен ҡарап-тикшереп бөткәс.
- Алыҫ тип, ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит, - тине Сәкинә. - Эйе, былай бер яҡтараҡ инде. Етмәһә, юлы ла алама.
- Беҙҙән йыраҡ инде барыбер.
- Ҡайҙан, һеҙҙән?
- Тамбовтан.
- Тамбовтан? - Сәкинәнең башына һуҡҡан кеүек булды, шаңҡыны, ҡулындағы самауырын саҡ төшөрөп ебәрмәне.
- Мин Ивандың әсәһе булам, - тине ҡатын һәм Сәкинәне тағы аптыратырға теләгәндәй пауза яһаны ла өҫтәп ҡуйҙы. - Мария Николаевна.
Иван-Ваняның үҙ һүҙле, уҫал, ирҙәр ише ҡаты ҡуллы әсәһе ошо икән. Нимә тип килде икән һуң? Хәйер, билдәле, Альбертты күрергә килгәндер. Иҫтәренә төшкән, тимәк, ер йөҙөндә уның барлығын хәтерләгәндәр. Әллә Иван менән берәй төрлө хәл булғанмы, берәй төрлө бәлә-ҡазаға осрағанмы? Юҡ, тертләп китһә лә Иван-Ваня Сәкинәнең күңелендә элекке һымаҡ яҡты нур, баҙлауыҡ рәүешендә янмай ине инде.  Килмәүе, һис юғы бер-ике ауыҙ һүҙ генә булһа ла яҙып һалмауы бәғерен ҡатырған. Эйе, һыуынды, күңеле ҡайтты. Ә хәҙер нимә, хәҙер ҡайҙалыр алыҫта, Тамбов өлкәһендә, шундай әҙәм йәшәргә тейеш, мин уны ҡасандыр белә инем тигән һымағыраҡ тыныс, битараф ҡарай уға. Альбертын яратҡанда (исемде лә бит саф башҡортса итеп ҡушманы, урыҫса ла яңғыраһын, алып китә ҡалһа, тиңдәштәре араһында оялып, кәмһенеп йөрөмәһен, тип уйланы), төндәрен тороп өҫтөн япҡанда, эх, килһә ине, күрһә ине улын, тип әсенеп уйлана торғайны уйланыуын.
Сәйгә ултырҙылар. Сәкинә өҫтәлгә ҡаймағын, майын, ҡағын, вареньеһын килтерҙе, кисә теге ауылдан икмәк ташыған машинанан алып ҡалған аҡ ҡалас телде, ҡорот ҡуйҙы. Ҡунаҡтар әллә ни ҡыҫтатып торманы, рәхәтләнеп сәй эстеләр, ашанылар - юлдан бик сарсап килгәндәрҙер, ахыры.
Ҡапыл солан ишеге асылды, иҙән таҡталары буйлап йүгергән тауыш ишетелде, шар итеп өй ишеге асылды һәм хәле бөтөп улы килеп керҙе.
- Әсәй, ҡарале, кәзә башына оҡшаған тамыр таптым. Йырын төбөндә ята ине, - тине ул саҡ тын алып. - Ике мөгөҙө, һаҡалы бар...
- Улым, ярар, маладис, - тине Сәкинә мөмкин тиклем тыныс булырға тырышып. - Бына апай, ағай менән иҫәнләш тә йыуын, сәй эсергә ултыр.
Малай сит-ят кешеләрҙең барлығын әсәһе әйткәс кенә күрҙе шикелле, хәбәренән шып туҡтаны ла:

- Һаумыһығыҙ! - тине һәм тышҡа атылды.
- Бәй, ниндәй телдә һөйләшә ул? - тип һораны күҙҙәрен ҙур асҡан Мария Николаевна.
- Башҡортса. Ниндәй телдә һөйләшергә тейеш һуң ул? - хәҙер Сәкинә аптыраны.
- Хәйер, шулайҙыр әле, - тип көсләп йылмайған булды Мария Николаевна. Йөҙө ҡыҙарҙы, ҡарашын ситкә алды, сикәһендәге миңе һикереп ҡуйҙы. Ә төпкә ултыртылған ҡыҫыҡ күҙҙәренә асыу, нимәнәндер риза булмау тойғолары ятты.
Нимәгә килгән һуң былар? Күрер-ҡарар өсөн генә йөрөмәҫтәр, минең нисек йәшәү ҙә улар өсөн мөһим түгел. Әллә?..
- Бәғерем, мин ейәнемде алырға килдем, - тине Мария Николаевна, ниһайәт.
- Ейәнемде, ти? Ниндәй ейәнеңде? - Сәкинә аңламаны, һорауҙың мәғәнәһе башына барып етмәне.
- Үҙемдең ейәнемде. Ивандың улын, Альбертты.
- Нисек алырға, ҡайҙа?
- Үҙебеҙгә инде, атаһы янына.
Аңланы Сәкинә, саҡ аңланы, айышына төшөндө хәбәренең. Йәнә башына килтереп һуҡҡандай булды, йөрәге һикереп китте, ауыҙын асып мәрйәгә ҡараны ла ҡатты... Тимәк, Иван үҙе ебәргән, ул адрес биргән, юл өйрәткән. Ах, һары баш, ах шымаҡай, үҙе килеү юҡ, әсәһен ебәреп ята!
- Нишләп Иван үҙе килмәне?
- Ну, бәғерем, шофер халҡын беләһең бит, ул оҙайлы командировкала, тиҙ генә ҡайтырлыҡ түгел.
- Ун йыл буйы командировкала йөрөмәйҙер бит инде?
- Ҡайта ла китә, ҡайта ла китә инде. Бына тағы китте. Уборка бөтмәйенсә көтмәгеҙ, тине.
- Тимәк, бер нисә йылдан малай һорап ул яҡтарға ла бараһығыҙ бар икән.
Мария Николаевна өндәшмәне, көрһөндө, ҡарашын ситкә алды, башын бер яҡҡа ҡыйшайтты ла тышҡа баҡты. Сәкинә элекке кеүек мәүеш ҡыҙ түгел инде хәҙер. Донъяның әсеһен-сөсөһөн ныҡ татыған, ғүмер буйы тигәндәй, бала сағын ғына иҫәпләмәгәндә, ҡайғы-хәсрәт солғауында йәшәгән һәм был донъянан бер ниндәй яңылыҡ, дөрөҫөрәге, яҡшылыҡ көтмәй. Ике үлем, бер туған ағаларының Себер яғына сығып китеп бына нисә йыл ҡайтмауҙары, улы өсөн борсолоуҙары уны күптән мәмәйлектән сығарған. Бына әле лә «ҡәйнә»һенең уҫал һәм һауалы ҡарашына үҙ ҡарашын ҡаршы ҡуйып һин дә мин һөйләшеп ултыра.
- Эш шунда, бәғерем, ҡайтҡас та килергә мөмкинселеге булманы. Оҙаҡ ҡына сирләп ятты, аварияға эләкте, унан ремонт, унан йәнә командировка... Ул ойошманан сыҡ, икенсе эшкә кер, тип күпме әйттем, тыңламаны.
- Ярар, йәшенмәк уйнамайыҡ, ун йыл буйына бер ҙә өйөнә ҡайтмай тик командировкаларҙа йөрөмәгәндер бит? Ниңә мине бер ахмаҡҡа хисаплайһығыҙ? Иванға бер-бер хәл булдымы әллә?
- Юҡ, Алла һаҡлаһын... Әйткәс әйтәйем инде, бынан ҡайтҡандың икенсе йылына өйләнде. Тик киленебеҙ ҡыҙ тапты ла ҡыҙ тапты. Ир-ат халҡын үҙең беләһең, китте бәхәс, китте әрләш, һин минең фамилиямды, нәҫелемде дауам иттермәйһең, миңә малайҙар кәрәк, миңә һинең ише ҡатын кәрәкмәй, ти башланы был эскеләгән саҡтарында. Ә бер көн тотто ла ҡыуып ҡайтарҙы, үҙе яйлап һеҙҙе иҫләр булып китте, малайын һөйләне. Ҡатынына бүтән барманы ла, кире лә саҡырманы. Мә, бына адресы, бына машина, Альбертты алып ҡайт, тине. Икеһен дә алып ҡайт, тине.
- Алып ҡайт, имеш. Ниңә, ул малмы ни? Уны кем бирә? Этләнеп, төн йоҡоларын йоҡламай үҫтер-үҫтер ҙә биреп ебәрме? һеҙ бына Иванды биреп ебәрә алыр инегеҙме?
Мария Николаевна йәнә урамға ҡараны - Сәкинәнең әйткәндәрен үткәреп ебәрергә теләне шикелле. Нимә тиһен? Бындай дәлилле һүҙҙәргә яуап табыуы ҡыйын.
- Бына шуға килдем дә инде, һөйләшәйек.
- Һөйләшһәк-һөйләшмәһәк тә мин Альбертты бирмәйем. Уны алырға һеҙҙең хаҡығыҙ юҡ. Көсләп ала алмайһығыҙ. Алимент түләтмәгәнгә рәхмәт уҡығыҙ әле. Берәү булһа ҡарар, ярҙам итер ине, ә ул ҡасты. Ғөмүмән, бөтә тормошомдо боҙҙо, - Сәкинәнең күҙҙәренә йәш төйөлдө.
- Аңлайым, ауыр булғандыр, мин дә әсә кеше... Бында бит ер сиге, провинция. Яҡты юҡ, радио юҡ, телевизор юҡ - хәс тә мәмерйә.
- Бәләкәй сағында улар кәрәкмәне лә ул. Әле генә. Перспективаһыҙ ауыл тип һөйләнделәр ҙә кеше күсенеп бөттө. Хәҙер нисек кире ҡайтырға белмәй аптырайҙар - яңы урында әле быныһы, әле тегеһе оҡшамай. Беҙ бер ҡайҙа ла китмәнек, һәм дөрөҫ эшләгәнбеҙҙер, тип уйлайым. Нимә күрһәк тә ошонда...
- Эйе. Бәлки, мин уны, Альбертты, бөтөнләйгә алып та китмәм, - тине Мария Николаевна йылмайырға тырышып. - Уҡыу башланғансы килтереп тә еткерермен, Иван үҙе килтерер.
- Юҡ, бер көнгә лә ебәрәһем юҡ!
- Бәғерем, улай категорично булмайыҡ әле, зинһар, мин уның өләсәһе тейешле кеше бит, ә һин минең киленем һымаҡһың. Ивандың да хәлен аңларға тырыш. Теге саҡ хатың килгәс, ышанмағайным, Ивандың тетмәһен теттем, шулай ярамай бит, тинем. Ә малай уға оҡшаған! - Мария Николаевна, ҡулдарын йәйеп үк ебәрҙе. - Ышан миңә, оҙаҡ тотмам, һин әсә, борсолаһың, аңлайым, һин дә мине аңларға тырыш...
- Юҡ! Был хаҡта һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел!
Шофер көрһөндө лә башын сайҡап урынынан ҡалҡынды, унан әллә ҡамасауламайым, әллә булманы, күпме ер килеп буш ҡайтабыҙ икән, тип уйлап кәйефһеҙ генә өйҙән сыҡты.
- Кейендерербеҙ, ҡарарбыҙ, атаһы тегендә-бында ултыртып йөрөтөп донъя күрһәтер, ялҡҡас килтереп ташлар. Ул бит беҙгә сит кеше түгел. һин яңғыҙ, һиңә ауыр...
Ах, хәйләкәр, ҡайҙа һуҡтырырға белә. Эйе, хаҡ, көнитмештәре ауыр, әммә улы яланғас йөрөмәй, ашарына бар, уҡый, яҡшы уҡый. 

Әлбиттә, теләгән бөтә нәмәне алып бирә алмай, нишләйһең. Унан килеп балаға әсә мөхәббәтен, әсә йылыһын атай бирә ала тиме ни? Уның атайлығы сит-ят дядя һымаҡ ҡына бит инде - бәләкәйҙән күреп үҫмәгәс, ҡабул итә буламы?
Мария Николаевна урынынан ҡалҡынып бүлмә буйлап йөрөп әйләнде, иҙән уртаһына баҫып өйҙө йәнә күҙҙән үткәрҙе. Альберт йоҡлап йөрөгән тимер карауатҡа, китаптары теҙеп ҡуйылған ағас кәштәгә - олатаһы менән икәүләп оҫталағайнылар - тамырҙарҙан яһалған төрлө һын-фигураларға оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.
Шофер егет инде. Икәүләшеп сығып ун-ун биш минут самаһы машиналары янында тапандылар, машина тирәһендә уралған Альберт менән дә һөйләшергә маташтылар, бәлки, сығыуҙарының сәбәбе лә уны өгөтләү булғандыр, тик ул лапаҫ аҫтына, көсөктәре янына инде лә китте. Ҡунаҡтар эйәртенешеп йәнә өйгә керҙе. Әле генә иҫенә төшөргән кешеләй булып тотоп кергән сумкаһынан Мария Николаевна спорт костюмы, күлдәк, оҙон козыреклы зәңгәр фуражка, аҡ туфли сығарҙы (ауылда ғына кейә торған аяҡ кейеме инде), өҫтәлгә печеньемы, кәнфитме һалынған бер нисә коробка ултыртты.
- Бөтөнләй онотҡанмын, улына Иван әҙерәк күстәнәс, бүләк һалғайны бит әле! - тине ул көлөп.
Унан йәнә, уҡыуы башланғансы ғына ебәр инде, тип ныҡышты, аҡса тәҡдим итте, юхаланы, үсекте, түҙемлеге бөтөп Сәкинәне хәйерсенән, ҡырағайҙан һалдырып әрләргә кереште. Инсафлы, культуралы булып һөйләшкән Мария Николаевна, шулай итеп Иван әйтмешләй, үҙенең ҡаты ҡуллы, үҙ һүҙле холҡон асты. Сәкинә тегенең эт тә ашамаҫ бысраҡ һүҙҙәрен тыныс ҡына тыңлап ултырҙы-ултырҙы ла, бәй, ниңә мин ошо мәрйәнән дә әрләнеп ултырам һуң әле, тип һикереп тороп тегене ҡыуҙы ла сығарҙы. «Ҡәйнә»нең ҡото алынды, әрләшә-ҡарғай сығып барғанында (шофер эштең ҙурға китерен һиҙеп алдан сығып һыпыртҡайны) быға көсөктәр килеп йәбешмәһенме!

Береһе күлдәк итәгенән, икенсеһе ҡулындағы плащ итәгенән, өсөнсөһө туфлиенан эләктерҙе, ырылданылар, өрҙөләр, тағы йәбештеләр. Мария Николаевна сыйылдай, Сәкинәне лә, эттәрҙе лә оятһыҙ һүҙҙәр менән әрләй, әле бер, әле икенсе аяғын һелккеләп көсөктәрҙән арынырға тырыша, ә тегеләр бының һайын ҡотора, ярһый, ырылдай, өҫтөнә һикерергә маташа. Сәкинә, уңарсы булмай шофер, Альберт килеп өлгөрҙө, юҡһа таларҙар ине - күмәкләшеп саҡ айырып алдылар. Йүгерә-йүгерә ҡапҡанан сығып машиналарына ашыҡҡан арала «ҡәйнә»һенең:

- Сволочи, басурманы, чукчи, дикари! - тағы әллә нимә тип әрләгәне, ҡарғағаны ишетелде.
Машина ҡапыл тоҡанды ла алға ырғылды...
- Әсәй, кемдәр ул? - тине улы әсәһенә яҡын килеп.
Нимә генә тип әйтергә һуң был балаға? Таныштарым, тип алдай алмай, беренсегә күреүе, унан уның урыҫ таныштары ла юҡ, райондан тиеү ҙә яуап түгел. Дөрөҫөн әйтһә? Атайым кем, ҡайҙа ул, ниңә беҙҙең менән йәшәмәй, мине һары баш, баҡыр баш, урыҫ малайы тип үсектерәләр, тип һорағаны бар илап бәләкәйерәк саҡтарында. Юҡ, һин нишләп урыҫ малайы ти инде, башҡорт һинең атайың, ҡайтыр, ҡайтыр тир ҙә тынысландырып, шунан үҙе ситкә китеп һығылып-һығылып илай торғайны... Әллә дөрөҫөн әйтергә лә ҡуйырғамы? Ҙур инде, аңлар, ҡасан да булһа һөйләргә барыбер. Әле яйы ла сығып тора.
- Атайыңдың әсәһе, - тине Сәкинә, көслөк менән. Әйтеүе ҡыйын булды, ә бына әйткәс, күңеленә нисектер еңел булып ҡалды.
- Атайымдың? - улайһа тағы бер күреп ҡалайым тигәндәй малай ҡарашын күҙҙән юғала барған машинаға күсерҙе. Байтаҡ өндәшмәй торҙо, унан:

- Ә ниңә үҙе ҡайтмаған? - тип һораны.
Эйе, килмәгән тимәне, ҡайтмаған тине.
- Командировкала ти.
- Оҙаҡҡа киткәнме ни?

- Ҡайта ла тағы китә ти шул.
- Ә был яҡҡа алып булмаймы ни?
- Нимәне?
- Командировканы.
- Белмәйем. Булалыр ҙа, тик теләмәй бит.
- Нишләп?
- Белмәйем.
- Бынан йыраҡмы?
- Йыраҡ. Тамбов өлкәһе.
- Нисә саҡрым?
- Әллә инде? Барғаным юҡ бит.
Альберт әсәһенә күтәрелеп ҡараны ла ҡарашын аяҡ остарына ҡаҙаны.
- Берәй барып ҡайтайыҡмы әллә?
- Ҡайҙа?
- Шунда.
- Бәй, нимә тип йөрөйбөҙ инде? һине күрергә теләһә, атайың үҙе килер ине. Килмәгән бит.
Шулай тип яуаплаһа ла, Сәкинәнең йөрәге жыу итеп китте. Тимәк, ҡыҙыҡһына, әйҙә тиһәң барырға риза. Был нимә, ҡыҙыҡһыныусанлыҡмы, әллә ҡан тартыуымы?.. Ҡатындың күңеле тулды, үҙенең бәхетһеҙлегенән, яңғыҙлығынан, бынау мәрйәнән бысраҡ һүҙҙәр ишетеүенән, етмәһә, улының, барып ҡайтайыҡмы әллә, тип әйтеүенән ғәрләнеп илап ебәрҙе. Ни өсөн бындай язалар, уның ниндәй ғәйебе бар? Яҙмышы ниңә шулай бик үкенесле икән һуң?
- Әсәй, илама, мин уларҙың ниңә килгәнен белдем. Соланда нимә һөйләшкәнегеҙҙе тыңлап торҙом. Ҡурҡма, мин унда бармаясаҡмын. Алып китһәләр ҙә ҡасып ҡайтасаҡмын.
- Рәхмәт, улым... - Сәкинә улын күкрәгенә ҡыҫты.
Машина ҡыуаҡлыҡтарға ышыҡланды. Уның артынан томан кеүек аҡ саң ғына аҫылынып ҡалды.
Сәкинә кис улының картанан нимәлер эҙләүен һәм линейка менән үлсәп ултырыуын шәйләне. Иғтибарлыраҡ ҡараһа, шаҡ ҡатты: Альберт үҙҙәренең район үҙәге менән Тамбов араһын үлсәп-иҫәпләп ултыра ине...

***

Көсөктәр тамам шашты. Көндөҙҙәрен тегеләй-былай сабып, уйнап-шаярып йөрөүҙәре бер хәл, бына төнөн олоу-һыҡтауҙары аптырата. Аҡтырнаҡтың теге саҡтағы һорау-инәлеүҙәренә лә оҡшап китә тауыштары, йырын яғында, йырын тирәһендә олошҡан бүреләрҙе саҡырыу һымаҡ та яңғырай. Ә бер көн хатта уның үҙенә йәбештеләр. Альберты сығып саҡ аралап ҡалды. Урманға ҡыуып ҡына ебәрәйем, йә юлаусыларға тотторайым тип ниәтләнгәйне лә, улы тыйҙы. Аҡтырнаҡ йә юғалыр, йә бүреләр талап үлтерер, тине. Йәне көйөп ашарҙарына бирмәй башланы. Көсөктәр сыйылдашып ишек янында әйләнде, солан таҡталарын тырнаны, олонолар олонолар ҙа... һуңғы тауығын ботарланылар. Аслыҡтан әсәләренә йәбешеүҙәренән ҡурҡып, Сәкинә тегеләргә айыртылған һөткә икмәк турап сығарғайны, нишләп беҙҙе асҡа ҡаҡлайһың тип үс алған һымаҡ балтырын - теге саҡ яңылыш ҡапҡанға баҫып ауырттырған аяғының балтырын - тешләп алды берәүһе. һәнәк алып саҡ солан аҫтына һөжгөләп индерҙе...

Таң алдынан бүреләр килеп Аҡтырнаҡты талап китте. Шул аяғы ауыртҡас ни аҙбар эсенә бикләргә ҡулы етмәгәйне, дөрөҫөн әйткәндә, онотҡайны. Ҡәбәхәттәр, белеп-һиҙеп йөрөгән, күрәһең - урамға ҡалдырған төндә килеүҙәрен әйт әле һин уларҙың?! Көсөктәр үҙҙәре саҡырыуы ла ихтимал - ул йыртҡыстар бүре менән эт олоуын ғына айырмай тиһеңме ни? Яҡтырғас иртүк, нишләттеләр икән бахырҙы, тип тышҡа сыҡһа, шөкөр, эте солан аҫтында. Саҡырғайны, сыҡманы, башын күтәреп бер ҡараны ла алғы тәпәйҙәренә һалды. Ә бына көсөктәре юҡ. Бәй, улары ҡайҙа икән һуң, тип аптыраны Сәкинә.

Аптыраны, быуып ырғытмағандарҙыр бит, тип ихата-урам тирәһен, аҙбар, баҡса артын ҡараны, ҡысҡырҙы, саҡырҙы, әммә уларҙың тауыш- тындары ла, үҙҙәре лә юҡ ине. Бер аҙҙан ғына күңеленә шик төштө: бүреләр алып китмәнеме икән? Бик ихтимал бит, һуңғы көндәрҙә үҙҙәре лә ныҡ шашты, йырын яғына, урманға ҡарап олонолар, сабыштылар, әллә әсәһенең тик ятыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, әллә беҙҙе урманға илт тип тартҡыланылар, өҫтөндә йөрөнөләр, түш- яурындары менән эттеләр...

Ул арала Сәкинәнең тәне ҡыҙып ауырайып китте. Йәне сығып бара, температураһы күтәрелде, быуындары ҡойола. Улына, шулайт, былайт тип күрһәтмәләр бирҙе лә аҡһай- туҡһай юлға сыҡты, иген тейәгән машинаға эләгеп район больницаһына юлланды. Барғас эте тешләүе тураһында һөйләгәйне (этенән тыуған бүре балалары тимәне инде) ҡоттары алынып шундуҡ укол ҡаҙанылар, ҡанын алдылар, әллә ниндәй таблеткалар ашаттылар һәм, ҡоторған эт тешләүе бик ҡурҡыныс, бер аҙна-ун көн ятырға тура килер, тип алып ҡалдылар.

Ике аҙна ятты ла ҡуйҙы. Ҡайтһа, өйҙә юҡ улы. Ҡото алынып мәктәбенә китте (уҡыуҙары башланғайны). Унда уҡытыусыһы менән тәрбиәсеһенә, әсәйем больницала, өйҙә бер үҙем, мине юғалтмағыҙ, әсәйем ҡайтыу менән килермен, тип әйтеп киткән. Ә ул юҡта, үткән аҙнала, ниндәйҙер аҡ машина менән килгән мәрйә уны һорашып йөрөгән. Атаһы килде, Альберт та, әсәһе лә өйҙә юҡтарсы, тигән.

Бәй, яңынан килделәрме икән ни, тип уйланы Сәкинә. Әллә ҡайтмай уңайлы мәл көтөп бында һағалап йөрөнөләрме? Бына бит нисек, больницаға китеүе булды... ҡалған яғын уйларға, фараз итергә Сәкинә ҡурҡты, күҙ алдына ла килтерә алманы, алдағы тормошо бөтә мәғәнәһен юғалтты. Таҫма тел мәрйә уҡыу башланғансы ғына тип ныҡышты, атаһы алып киләсәк тип һайраны. Бәлки, ысынлап та, Иван- Ваня килгәндер? Әсәһе буш ҡайтҡанын күргәндер ҙә үҙе юлға сыҡҡандыр. Ул булһа, был ҡәҙәре лә хыянатсыл ҡыланмаҫ ине. Ах, ҡәбәхәттәр, ах, бүреләр, берҙән-бер малайын, терәген, киләсәген урланылар. Нишләргә? Арттарынан ҡыуа сығырға, милицияға хәбәр итергә, эҙләү ойошторорға һәм алып ҡайтырға Альбертты, ә мәрйәне хөкөм итергә!

Төн, дөрөҫөрәге, ҡуйы эңер. Фуфайкаһын ябынып Сәкинә урамға сыҡты. һалҡынса. Ҡары ла оҙаҡламаҫ. Яуһа ла ярар, көҙ былай ҙа оҙаҡҡа һуҙылды. Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙ мәлендә килгәне яҡшы. Йыуылған кеүек таҙа күктә теремек йондоҙҙар емелдәшә, ялҡау ай йөҙә. Алыҫта ниндәйҙер ҡаланың яҡтылары күренә, поездың түҙемһеҙләнеп ҡысҡырыуы, тәгәрмәстәре шаҡылдауы ишетелеп ҡала. Эйе, Мария Николаевна әйтмешләй, ысын тормош бара унда. Сәкинәгә ул яҡҡа, ул юғарылыҡҡа етергә ҡайҙа инде ул. Хәйер, телевизорҙары, һыуытҡыстары, машиналары булмаһа ла тормошо бер сама бара ине әле, көнитмеше менән үҙенсә ҡәнәғәт ине, сөнки балаһы эргәһендә ине. Хәҙер балаһыҙ ҡалды, бына быныһы ысынлап та ауыр... Иванға телеграмма һуҡты, хат яҙҙы, инәлде, ялбарҙы, ҡурҡытты, юлға сығам тип бөттө, ә үҙе һаман, Альберты юғалыуына байтаҡ ваҡыт үтһә лә, ҡуҙғала алмай. Ҡайтып килер, алып килерҙәр, тип көтә. Альберты, берҙән-бере, йөрәк майы, Тамбовта Өфө яғына ҡарап тилмерәме, әллә затлы кейемдәр кейеп Альберт Иванович булып йөрөп ятамы? Алып китһәләр барыбер ҡайтам, ҡасып ҡайтам тигәйне лә, әллә инде, күҙ яҙҙыра булалармы. Аҡтырнағының көсөктәре ҡайттымы ни, ҡайтманы бит... Йәнә бер-ике көн көтөр ҙә юлға сығыр. һуҙырға ярамай...

Йырын яғында йәнә бүреләр олой. Улар араһында Аҡтырнаҡтың балалары ла барҙыр. Хәҙер улар бүтәндәргә ҡушылып, үҙҙәрен тыуҙырған әсәһенә, ашатҡан Сәкинәгә, йорттарына ҡарап өрә. Өрмәй, олой. Атаһы, башҡа бүреләр кеүек олой. Бүреләрсә олорға ныҡлап өйрәнеп алғандарҙыр. Төндә килеп берҙән-бер һыйырын тамаҡларға ла күп һорамаҫтар. Был эште үҙҙәре башлап йөрөүҙәре лә ихтимал: тамырҙарында бүре ҡаны аҡҡанын өйөр алдында иҫбатларға кәрәк бит.

Аҡтырнағы ҡолаҡтарын ҡайсылап шомло олоуҙы тыңлай, унан шыңшып ала, ғәфү үтенгәндәй, ҡойроҡтарын болғап Сәкинәнең аяҡтарына ышҡыла, йәнә тамаҡ төбө менән генә йырын яғына ҡарап өрөп ҡуя...

Фото: spb.zvetnoe.ru
Автор:
Читайте нас: