-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Ғинуар 2023, 20:00

Астралар

(Юғалған йәшлек хаҡында хикәйә) Мин йәнә үҙ-үҙемде ҡабатлайым... Ҡабатлауым шуға оҡшаған: йәш сағымда ҡалҡыулыҡ түбәһенә менеп ултырғанмын да өҫтән тирә-яҡты байҡайым, яр буйлап һуҙылған юлды, тау битләүендәге ҡыуаҡлыҡты, арыраҡ ауылды, аҫҡараҡ төшһәң юл ситендә үҫкән төрлө төҫтәге сәскәләрҙе, ҡыуаҡлыҡтар араһына инеп йәшенгән ҡурҡаҡ ҡуянды, йылғаға табан шыуышыусы туҙбаш йыланды күрәм.

Астралар
Астралар
Бына шулай, Белорет та – мин, үҫмер малайҙың, беренсе күргән ҡалаһы, таулы урмандар, туғай һәм аҡландар араһындағы тыуған ауылымдан ныҡ айырыла ине. Йорттарҙа электр уты яна, ҡайһы бер урамдарҙа фонарь ҙа бар. Ҡолағыма салынған һәм ауырлыҡ менән аңлаған ярым ят һөйләш, башҡа ауаздар, ауылдағы тракторҙан сыҡҡандай мазут, кәрәсин, тағы ниндәйҙер ят, серегән еҫтәр. Һуңынан улар барыһы ла ғәҙәтигә әйләнәсәк, барыһына ла күнегәсәкмен, йылдар үтә килә онотоласаҡ та, хәтер оло йәшкә ҡәҙәр дөйөм ландшафтты ғына килтереп еткерәсәк – Ағиҙелдең ике яҡ ярында урынлашҡан бер, ике ҡатлы ағас йорттар йыйылмаһы һәм металлургия заводының һомғол торбаһы.
Һәм бына йәшәлгән йылдар түбәһенән төшөп – ҡартайғас, кисәгеһе онотолһа ла, хәтер алыҫ үткәндәрҙе нығыраҡ һаҡлай – ҡырҡ беренсе йылғы Белорет ҡалаһын, ауылдарҙан ФЗО-ға ебәрелгән өс үҫмерҙе, үҙемде, беҙҙең райондан йәнә бер егетте, ҡалаға яҡын ауылдан килгән ҡыҙҙы күрҙем. Ҡыҙҙың исеме Мәликә ине, ә бына малайҙың исемен онотҡанмын. Шуға ла мин уны Шағир тип атармын. Сөнки ул шиғырҙар яҙа ине. Аҡ колонналы Мәҙәниәт һарайы, әлеге һарайҙан йыраҡ та түгел бейек тимер ҡойма менән уратып алынған ҡала паркы.
О, ауыл ҡыҫымынан ҡотолғас, ниндәй ирек тойҙом мин ҡалала! Үҙем һымаҡ яңы ғына фэзэошниктарға әүерелгән малайҙар менән һөйләшкәндә яман һүгенергә өйрәнеп алдым, кистәрен паркка килгән ҡыҙҙарға ла күҙ һала башланым. «Бай» ҙа инем – пинжәк кеҫәһендә өләсәйемдең, ниһайәт, был артыҡ ҡорһаҡтан һәм хулигандан ҡотолам, тип шатлығынан биргән бер аҙ аҡса ла йөрөй. Әлбиттә, аҡсаны ул, кәрәк-ярағыңа тотон, тип һондо, әммә мин уның тап шулай уйлағанын белә инем. Парктағы киноға, хатта Мәҙәниәт һарайындағы спектаклгә билет алырҙай мөмкинлегем бар. Фэзэошник ҡыҙҙарҙы киноға йәки спектаклгә саҡырырға була. Малайҙар менән һүгенә-һүгенә юҡ-бар ләпелдәгәндә, тирә-яғыма ҡарана торғас, шундай ҡыҙҙарҙың береһенә күҙ төштө бит. Яҡшы кейенгән ҡала ҡыҙы янына барырға ҡыймайым, ауыл меҫкенлеге, ауыл оялсанлығы балтаға көсө етмәгән ағасты ҡырҡырға мөмкинлек бирмәгән һымаҡ, үҙем ише һәләмә кейемле ауыл ҡыҙына ғына яҡынлай алам. Һәм эргәһенә барҙым да. Исемен дә һорап тормай киноға саҡырҙым. Ҡыуанып риза булды ул.
Кәүҙәгә бәләкәй генә ҡыҙ ине. Иң тәүҙә сәсенә күҙем төштө. Беҙҙең ауыл ҡыҙҙары оҙон толом йөрөтә. Ә ул ҡыҫҡа ғына итеп ҡырҡтырған – ҡара сәстәре тигеҙ булып ҡаштары өҫтөнә төшкән. Кейем генәһе, ысынлап та, һәләмә ине – күп йыуыуҙан ылбыраған күлдәгенең ниндәй төҫтә икәнен белерлек тә түгел. Үҙемдең дә кейем шул сама булғас, миңә тап-таман, тип хәл иттем.
Кино залында беҙ иң артҡы рәткә ултырҙыҡ. Ҡәнәфиҙәр юҡ, артлы оҙон эскәмйәләр. Был миңә ҡыҙға яҡын ултырырға мөмкинлек бирә – уның ҡабырғаһына терәлеп, иҫке күлдәге аша тән йылыһын тойҙом. Был мине тулҡынландыра, ирлек дәртен уята. Һуңынан, тамам оятһыҙланып, биленән ҡосаҡланым һәм ғүмеремдә беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың илерткес тәнен тойҙом... Ҡыҙ ҡулымды биленән ала ла ситкә этә, мин йәнә ҡосаҡлайым, ул йәнә ала...
Кинонан һуң парктың аллеяһы буйлап йөрөнөк. Клумбаларҙа сәскәләр күп ине. Төрлөһө бар. Мин ялан сәскәләрен генә таныйым, уларҙың ҡасан сәскә атыуын беләм, еҫтәрен айырам. Ә клумбалағы зәңгәр шәмәхә, ҡәнәфер төҫөндәге ҡабарынҡы ҙур сәскәләр миңә таныш түгел. Мин ҡыҙҙан, был ниндәй сәскәләр ул, тип һораным.
– Астралар, – тип яуапланы ул, – әйҙә, бынан сығайыҡ. Төнгә парк ябыла бит.
Бынан һис киткем килмәй. Тимер ҡойма эсендә бикләнеп ҡалыуҙан да ҡурҡмайым. Сым һуҙыусы һөнәренә өйрәнгән завод цехынан һуң ошонда килеп бер йөрөгәнемдә бейек тимер ҡойманың бер ерендә сығыу урыны шәйләгәйнем. Һәм ошо уйымдан парк эсенә ингәйнем дә хатта. Шуға ла ҡыҙға әлеге урын хаҡында әйтеп тынысландырҙым да парктың берәй мөйөшөнә барып ултырырға тәҡдим яһаным.
Сирень ҡыуаҡтары араһында бер эскәмйә табып, шунда ултырҙыҡ та, тамам ҡараңғы төшкәнсе һөйләштек. Тәүҙә мин һөйләнем, шунан миңә ҡушылып, хатта бүлдереп – ул, аҙаҡ йәнә – мин. Нимә хаҡында һөйләштек икән һуң? Артыҡ тормош тәжрибәһе лә, мажаралары ла булмаған ике ауыл балаһының бер-береһенә ниндәй һүҙе булды икән?
Ошо хәбәр араһында, әйтерһең дә, парктың серле бер ҡараңғылығында тамам иҫереп, мин ҡыҙҙың йөҙөн үҙемә борҙом да ирендәренән үптем. Был нисек килеп сыҡты һуң? Мин бит элек ҡатын-ҡыҙҙың йөҙөнә лә тейгәнем юҡ ине, ололарҙың да үбешкәнен күргәнем булманы, ниңәлер, тик урыҫтар ғына үбешә, тигән ҡараш бар ине. Ун алты йәшлек үҫмерҙең ҡыҙҙар ирененә ынтылыуы ҡайҙан килә?
Ҡыҙ, ой, тине лә битен устары менән ҡапланы, йөҙөн асҡас, мин унан исемен һораным.
– Мәликә. Ә һинеке?
– Тәлғәт.
Унан бәйләнешһеҙ, өҙөк-йыртыҡ хәбәр араһында йәки һүҙ бөтөп тын ҡалған арала ҡыҙҙы йәнә бер нисә тапҡыр үптем. Үбеүҙән тыш башҡа мөнәсәбәттең мөмкин булыуын уйламаным да, күҙ алдына ла килтермәнем. Парктың ҡараңғы мөйөшөндә булған был илереүҙең башҡа һис ҡасан, бер ҡайҙа ҡабатланмаҫын да белмәй инем...
Баҡсанан беҙ ярты төн ауышҡас ҡына сыҡтыҡ. Сығыр алдынан Мәликә:
– Тәлғәт, миңә сәскәләр өҙ әле, – тине.
Әллә күпме астралар өҙҙөм, әммә улар беҙҙең ауыл туғайындағы умырзая, мәтрүшкә кеүек хуш еҫле түгел.
Мәликәнең дөйөм ятағы парктан йыраҡ түгел. Ә миңә Еүеш Аҡлан тип аталған таулы яҡҡа атларға кәрәк. Һылыуҙы оҙаттым да ҡәнәғәт ҡиәфәттә, эстән мөгөрҙәп көйләй-көйләй ҡайттым. Күңелле, рәхәт ине.
Ғашиҡ булдым бит, беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ иренен татыным. Ҡырҡ беренсе йылдың йәйе икәнен, көнбайышта ҡаты һуғыштар барғанын, немецтарҙың Мәскәүгә яҡынлағанын, беҙҙекеләрҙең ҡалаларҙы, ауылдарҙы ҡалдырып сигенгәндәрен тамам онотҡайным. Минең Рәхмәтулла, Мәхмүт ағайҙарым шул ҡалаларҙа пуля аҫтында йөрөйҙөр, бәлки. Немецтар, әлбиттә, Мәскәүгә килеп етмәйәсәк, Ҡыҙыл Армия уларҙы туҡтатасаҡ та кире көнбайышҡа ҡыуасаҡ. Буденный, Ворошилов етәкселегендәге беҙҙең атлылар Берлин урамдары буйлап үтәсәк. Шуныһы ғына йәл: мин еңеүгә тиклем үҫеп өлгөрмәйәсәкмен һәм еңеүҙе ун алты йәшлек фэзэошник булып ҡаршылаясаҡмын.
Беҙҙе төрлө ауылдарҙан Белорет ҡалаһына килтергән саҡта тыл теш шығырлатырлыҡ ауыр хәлдә түгел ине әле. Магазиндарҙа аҡ икмәк, май булды. Улар ғәжәпләнерлек арзан да, етмәһә. Мин, аҡсалы кеше ни, булка, илле грамм май һатып алам, фээзошниктың ярым ас ашханаһынан һуң әлеге ризыҡты ашап ҡуям. Бындай һый миңә ауылда ла тәтемәй торғайны. Әммә тиҙҙән магазин кәштәләренән аҡ ҡалас та, май ҙа юҡҡа сыҡты.
Ҡалала һөйләшмәҫ һәм сәйер кейемле көнбайыш кешеләре күренә башланы. Уларҙы “ҡуптарылған” тип атанылар. Һуғыш йәшәгән ояларынан ҡуптарған, тимәк. Цехтағы станоктар артына ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр менән йәнәш һөйләшмәҫ, ҡараңғы сырайлы әллә латыш, әллә литовецтар баҫты. Кинотеатрҙа хәрби кинойыйынтыҡтар күрһәтә башланылар, беҙҙең билдәле артистар уйнаған ҡыҙылармеецтар немецтарҙы героик рәүештә ҡыйрата ине. Халыҡ быларҙы ҡарамаһа ла, тиҙҙән еңеү киләсәгенә ышана ине. «Ул немчураға беҙҙекеләргә ҡаршы барыу ҡайҙа инде ул».
Ағиҙелдең теге ярында хәрби училищеның һонтор кәүҙәле, хәрби ыҫпай курсанттары маршировкала атлай. Уларға ҡарап, олораҡ ҡатын-ҡыҙ күҙ йәштәрен һөртә. Мәҙәниәт йорто алдында йөҙҙәре беҙҙең ҡала кешеләренә оҡшамаған ят музыканттар пәйҙә булды. Бәрхәт пинжәк кейгән ҙур, көмөрө танаулы музыкант контрабаста шундай һағышлы көйҙәр сығара, ҙур ҡара күҙҙәренән йәштәре бына-бына ағып китер төҫлө.
Өләсәйем биреп ебәргән аҡсам наҡыҫайһа ла, бар ине әле. Мин билет алам да Мәликәне киноға саҡырам. Кинонан һуң йәнә сәскә клумбалары янынан йөрөйбөҙ, унан таныш эскәмйәгә барабыҙ ҙа төн уртаһына тиклем шунда ултырабыҙ. Ләкин оҙаҡламай ике сәбәп арҡаһында был ғәҙәттән баш тартырға тура килде. Август етте, төндәр һалҡынайтты. Мәликә, ФЗО-ла бирерҙәр әле, тип өмөтләнеп, өйөнән йылы кейем алып килмәгән булып сыҡты. Үҙем дә аяғыма Мәхмүт ағайҙан ҡалған брезент ботинкаларҙы кейеп йөрөйөм, ә бына колхоз телогрейкаһын алмағайным. Мин әлегә түҙһәм дә, Мәликә йоҡа ғына иҫке күлдәгендә тиҙ туңды. Аллеялар буйлап үтәбеҙ ҙә шунан мин ҡойма тишегенән паркҡа кире инәм һәм, бер ҡосаҡ астралар өҙөп, Мәликәгә сығарып бирәм.
Икенсе сәбәп. Арабыҙҙа артыҡ өсөнсө кеше барлыҡҡа килде. Быныһы миңә бөтөнләй ҙә кәрәкмәй ине. Ул миңә райондаш, беҙҙән ҡырҡ саҡрым йыраҡлыҡтағы ауылдан булып сыҡты. Дәрестәрҙән һуң фэзэошниктар парк ҡапҡаһы төбөндә тапанған ерҙә йәки йәкшәмбе көндәрендә “Еүеш Аҡлан”да көтмәгәндә пәйҙә була. Төҫ-башҡа күркәм: оҙон кәүҙәле, аҡ йөҙлө һәм зәңгәр күҙле. Етмәһә, шиғыр ҙа яҙа икән. Шиғырҙары матур, һағышлы. Үҙенең тыуған ауылы, ауылдың тирә-яғы, туғайҙар, болон, сибәр ҡыҙҙар... «Тыңлайһығыҙмы, мин шиғыр уҡыйым», – ти ул, беҙҙең янға килеп баҫҡас. Әйтерең бармы, ысын әртист кеүек килештереп уҡый. Уҡыған саҡта ҙур күҙҙәре һағышлана. Бер шиғыры иҫтә ҡалған.
Молодицы шли к реке,
Расписное коромысло на плечах.
Нам, мальчишам, казались они
Цветами в солнечных лучах.
Егет, күрәһең, тыуған яғын бик һағынғандыр. Миңә ул сир йоҡмаған әле. Бик һағынһам, беҙҙең йылғаны, Мышағыр тауын, иртәнге әтәстәр ҡысҡырыуын, ҡоштар һайрауын, муйылдың сәскә атыуын юҡһынасаҡмын, ә етемлекте, өләсәйемдең мыжыуын, туҡтауһыҙ әрләүен, мине хулиган тип иҫәпләгән ҡыҙҙарҙы түгел.
Тыуған яҡты һағыныу тойғоларын тасуирлаған шиғырҙар яҙыу өсөн минең талантым юҡ ине. Шунлыҡтан был өлкәлә шағир менән ярыша алмайым. Мәликәнең, күҙҙәрен шар асып, тегенән ҡарашын алмағанын күреп ебенем, юғалып ҡалдым, күкрәгемде көнсөллөк төйөрө ҡыҫты...
Ниһайәт, беҙгә ФЗО кейемдәре бирҙеләр. Мин һөнәрсе эшселәр кеүек сөм-ҡара буҫтау кейемдә, фуражкала булырмын, тип хыялланһам да, йөн куртка, йоҡа ҡара туҡыманан тегелгән салбар алдым, ә арҡыс-торҡос сүкеш һәм асҡыс төшөрөлгән фуражка, күрәһең, фэзэошникҡа бөтөнләй бирелмәй. Уның урынына аяҡ кейеме шәп ине – тимер ҡаптырмалар менән биҙәлгән эш ботинкалары. Ошо кейемдәр ҙә миңә, ауыл йолҡошона, төшкә генә керерҙәй әйберҙәр ине. Ҡыҙҙар ҡара итәк, йылы һырма, аяҡтарына беҙҙеке һымаҡ ботинкалар кейҙе.
Ауылда, ағас күрке – япраҡ, кеше күрке – сепрәк, тиҙәр. Яңы сепрәк кейендергәйнеләр, минең ҡыҙҙы алыштырҙылармы ни! Әллә танауын сөйҙө, әллә шиғыр яҙмағанға яратмай башланы, белмәҫһең. Кәйефем юҡ, баш ауыртып тора, тигән һылтау менән паркҡа йөрөүҙән дә, киноға барыуҙан да туҡталды ла ҡуйҙы. Күңелен күрер, кәйефен күтәрер өсөн уға парктан өҙөп астралар ташыным. Егеттәргә ҡатын-ҡыҙҙарҙың дөйөм ятағына инеү рөхсәт ителмәй, шуға ла мин йорттоң нигеҙенә менәм дә тәҙрә ҡағам. Мәликә сыға һәм икәүләп урам буйлап китәбеҙ. Әммә һуңғы ваҡыт ул ишек төбөнә килеп гөлләмәне ала ла китә. Ә бер көн әйтте:
– Бүтән килмә, сәскә лә килтермә.
Ишекте шартлатып япты. Мин, бәлки, сығыр һәм барыһы ла элеккесә дауам итер, тигән өмөт менән ятаҡты уратып оҙаҡ йөрөнөм. Ә ул сыҡманы.
Һуңынан һәр кис уның ятағына барып урап йөрөнөм. Сыға ҡалһа, тип уға әйтергә әҙерләгән һүҙҙәремде эстән генә ҡабатланым. Ҡай саҡ ятаҡ нигеҙенә менеп, тәҙрәнән эскә ҡарайым һәм Мәликәне йә карауатында ятҡан, йә өҫтәл артында ултырған килеш күрәм. О, нисек ярата инем мин уны! Донъяла унан да сибәрерәк ҡыҙ юҡ, әйтерһең дә, ҡатын-ҡыҙҙың бөтә нәзәкәте һәм һылыулығы, донъяның бар матурлығы уның түңәрәк йөҙөнә, ҡаштары өҫтөнә төшөп торған тигеҙ ҡырҡылған сәстәренә йыйылған...
Шулай бер кис ятағы янында кире ҡағылған ғашиҡ фиғелендә ҡара ҡайғыға батып тапанып торғанда, ә кис һалҡын, ямғыр һибәләй, мин рамға ышыҡланып, эскә күҙ һалдым. Ул бүлмәлә юҡ ине. Ҡапыл ятаҡ мөйөшөнән ике һын күренде. Улар. Мәликә менән Шағир. Шаҡ ҡатып һөйәлдем дә ҡуйҙым. Нигеҙҙән һикереп төшөп ҡайҙалыр йәшеренергә лә форсат юҡ. Мине бигерәк тә шуныһы тетрәтте: Мәликә Шағирҙы ҡултыҡлаған да башын уның яғына ҡыйшайтҡан. Улар мине күрҙе, әлбиттә, әммә телеграф бағанаһы янынан үткән кеүек бөтөнләй иғтибар итмәй уҙҙы...
Нимә ҡыла ала инем? Бер нәмә лә! Мин аяҡтан йығылып, үлер алдынан ғына була торған зәхмәт менән ауырыным. Йөрәк күлдәкте йыртырҙай булып ярһып тибә, яна, бөтә тән ҡалтырай. Белорет фэзэошниктары кеүек ҡулға гитара алырға ла ҡылдары һыҙланыуына ҡушылып йырларға ғына ҡала:
Шла она к другому прижималася,
Уста скользили по устам.
Тихо-тихо дождик моросил.
Әгәр мин йәш фэзэошниктың мөхәббәт кисерештәрен тәфсирләп, тасуирлап яҙа алһам, бөйөк шағирҙан да уҙҙырыр инем. Шулай ҙа мин атылманым, дуэлдә лә үлмәнем, ә цехта сым һуҙыусы һөнәренә өйрәнеүҙе дауам иттем. Һәм һәр ерҙә Мәликә менән осрашыу эҙләнем. Ҡайҙалыр тап итә ҡалһам, күрмәмешкә һалышып эргәһенән үттем. Йәнәһе, күр, һин тип үлмәнем, үләсәгем дә юҡ, донъяла матур ҡыҙҙар бөтмәгән. Ә Шағир менән, бер ятаҡта йәшәһәк тә, осрашҡым килмәне. Пистолеттар булһа, мин уны, бәлки, дуэлгә лә саҡырыр инем...
Хәрби осорҙоң беренсе көҙө ваҡытында килде. Тылдағы эшселәр ҡалаһын бошонҡолоҡ баҫты, немецтарҙың Мәскәүгә яҡынлауы, хатта ҡала ситендә һуғыштар барыуы хаҡында шомло хәбәрҙәр йөрөнө. Ә радио, гәзиттәр, еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ, тип тыҡыны. Тимәк, Сталин нимәлер хәл иткән һәм дошманды баш ҡала янынан алып ташлау өсөн уңайлы мәл көтә. Ә мин, үҙемдең яуапһыҙ мөхәббәтемдән янған иҫәр, армияға алыныр йәшем еткәнсе, һуғыш бөтөп кенә ҡуя инде, тип ҡайғырам...
Тормошомдағы иң һағышлы көҙ булды был. Бөтә нәмә ифрат эс бошорғос. Заводҡа барған иртәләр томра, үләндәге бәҫ һалҡын. Шиңә барған сәскәләр еҫе, завод гудогы, станциялағы паровоздың һыҙғырыуы ла һағышлы. Ҡала сигендәге томанлы күренеш тә, тауҙар ҙа шулай. Шул тауҙар артына олаҡҡы килә, бәлки, унда һуғыш та, һағыш та юҡтыр...
Ҡай саҡ мин паркка керәм дә ҡойолған япраҡтар менән ҡапланған һуҡмаҡтар буйлап йөрөйөм, астралар ултырған клумбалар янынан үтәм һәм әсенеп, былар Мәликәне янымда тоторға ярҙам итә алманы, тип уйлайым. Улар ауылдағы ялан сәскәләре кеүек шиңмәне, йығылманы, баштарын бәҫ кенә ҡапланы. Бер сәскә өҙөп алдым, еҫкәнем: һыуыҡ һәм һулыған еҫ. Һағыш, һағыш...
Бәлки, был хушлашыу һағышы, айырылышыу һағышы булғандыр. Юҡ, Белорет ҡалаһы менән түгел, ә яңы ғына башланған, әммә сәскә атып өлгөрмәгән йәшлек менән. Әйтерһең дә, ыуыҙ күңелем, үҫмер йәнем алда – минең йәшлек тә, таҙа уртаҡ мөхәббәт тә булмаясағын алдан күргәндер...
Октябрҙә беҙ уҡыуҙы тамамланыҡ та Ревда ҡалаһына юлландыҡ. Китеүселәр араһында ҡыҙҙар ҙа бар ине, тик Мәликә күренмәне.
Ревдала тәүлегенә ун икешәр сәғәт цехта эшләгәндә хәрби тылдың ниндәй икәнен ныҡлап тойҙом-күрҙем дә инде. Һирәкләп Шағирҙы ла аңғарып ҡалғыланым. Ул башҡа цехта эшләй, икенсе дөйөм ятаҡта йәшәй ине. Берәй ерҙә тап булышһаҡ, бер-беребеҙҙе танымағанға һалышып үтәбеҙ ҙә китәбеҙ. Яртышар тәүлек туҡтамай эшләүҙән, ярым ас тормоштан ул да минең һымак ябыҡ, саҡ атлап йөрөй. Тыуған яғы, яурындарына матур семәрле көйәнтә һалған сибәр ҡыҙҙар тураһында әле лә шиғырҙар яҙамы, юҡмы икәнен белә алманым.
Байтаҡ йылдар үткәс, хәтер бейеклегенән аҫҡа төштөм дә Шағирҙы эҙләп табырға ҡарар иттем. Үҙебеҙҙең райондан икәнен иҫләй инем, ауылы минекенән ҡырҡ саҡрым алыҫлыҡта икәнен дә онотмағайным. Күҙаллауымса, ул инде тере классик уҡ булмаһа ла, мотлаҡ республиканың билдәле генә шағиры булырға тейеш ине. Уҡытыусыларҙан, матбуғат баҫмаларын алдырған кешеләрҙән, таныш-тоноштан беҙҙең райондан сыҡҡан атаҡлы шағирҙы белмәйһегеҙме, тип һораштырҙым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, исемен атай алманым. Белмәйҙәр. Шунан булырға тейеш, тип ауылына киттем. Унда ла хәтерләмәйҙәр. Хәйер, оло йәштәрҙәге бер уҡытыусы ханым, һуғышҡа тиклем бер уҡыусым матур ғына шиғырҙар яҙа ине, тип көскә генә иҫләне иҫләүен. Һуғыш йылдарында ауылдан ҡайҙалыр сығып киткән икән...
Ике туған энем эше буйынса йыш ҡына Белоретҡа йөрөй. Бер мәл ҡалаға мине лә ал әле, тип үтендем. Алды. Ҡала үҫкән, бейек йорттар бар. Ә бына металлургия заводының торбаһы урынында ҡалған. Дөрөҫ, элекке ише төтөнө сыҡмай, канат заводының бейек ҡоймаһы тағы ла оҙонайған. Энемдең «Нива»һынан төшкәс, әлеге ҡойма буйлап ҡасандыр ФЗО-ның дөйөм ятаҡтары булған яҡҡа атланым. Мөмкин булмаған хыял башҡа килә: ҡапыл Мәликәне, хәҙер инде ҡарт әбейҙе, осратһам, бер-беребеҙҙе таныр инекме, тим? Минең хәтерләүемсә, ул Белоретта ҡалды шикелле, бәлки, ғүмер буйы ҡорос сым цехында эшләгәндер ҙә.
Бара торғас, Мәликә йәшәгән дөйөм ятаҡ йортон таныным. Ләкин тәҙрәләрҙә ҡыйбатлы ҡорғандар, тәҙрә төптәрендәге гөлдәр буйынса бында хәҙер дөйөм ятаҡ түгел, фатирҙар икәненә төшөндөм. Өй янында оло йәштәрҙәге ҡатындан, ошо тирәлә йәшәгән Мәликә Мөлөкованы белмәйһегеҙме, тип һораным. Ҡатын хәтеренә төшөрөргә тырышып, етди ҡиәфәттә байтаҡ уйланып торҙо ла:
– Юҡ. Беренсе тапҡыр ишетәм, – тип яуапланы.
Әлбиттә, мин паркты ла, астралы клумбаны ла, ағастар араһындағы эскәмйәне лә хәтерләй инем. Эскә үтеп йәшлек эҙҙәре буйлап йөрөгө килде. Әммә парк нишләптер бикле булып сыҡты. Әүәлге ярыҡты иҫләп, бейек ҡойма буйлап киттем. Самалап таптым, әммә ҡоймалағы тишек арҡыс-торҡос арматура иретеп йәбештерелгәйне...
 
Фото: fikiwiki.com
Автор:
Читайте нас: