+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Ғинуар 2023, 20:00

Штрафбат

Бөйөк Ватан һуғышының беренсе йылында, төрлө сәбәптәр арҡаһында ҡамауҙа ҡалыуға ҡарамаҫтан, ҡанлы көрәште дауам итеүсе, немец-фашист илбаҫарҙарының тәүге аяуһыҙ һөжүменә үҙ белдеге менән ҡаршы тороусы совет һалдаттарының батырлыҡтары тураһындағы мәғлүмәттәр үҙҙәре менән бергә юғалып ҡалған. Был хикәйә шул батырҙарҙың ҡаһарманлығын тергеҙеү маҡсатында бер аҙым.

Штрафбат
Штрафбат
1942 йыл йәйенең ауыр көндәре. Сталин, Ставка ағзаларының дәлилдәрен һанға һуҡмай, гитлерсыларҙың киләһе һөжүме Мәскәү йүнәлешендә буласаҡ, тип, бөтә көстө баш ҡала янында тупланы. Әммә Гитлерҙың ҡырҡ беренсе йылғы блицкригы килеп сыҡмағас, киләһе йылға пландары үҙгәрҙе. Ул йәйгеһен нефткә бай Кавказды һәм транспорт бәйләнеше – Сталинградты буйһондорасаҡ. Төньяҡ Кавказдың күп өлөшө баҫып алынғас, немец илбаҫарҙары Сталинградҡа сығыр өсөн Волга ярҙарына ынтылды. Немец фашистарының өҫтөнлөгөнә ҡарамай, баш командующий оборонанан һөжүмгә күсергә бойорҙо.
Стратегик яҡтан мөһим плацдармды яулап алғандан һуң, дәртләнгән дивизия, немец­тар­ға тын алырға ирек бирмәй, ҡалған барлыҡ көсөн берләштереп, артабан хәрәкәт итергә булды. Әллә фронт разведкаһы йыйған мәғлүмәттәр пландарын бутаны, әллә көтөлмәгән уңыштан баштары әйләнде – ни булһа ла командование дошман көстәрен дөрөҫ баһаламаған, күрәһең, өтәләнеп, ҡанһыраған батальондарҙы ҡалай етте шулай туплап, алға ташланы. Былай ҙа көнө-төнө туҡтамай дауам иткән үлемесле бәрелештән йонсоған ғәскәрҙәр, көтмәгәндә фашистарҙың ҡаты ҡаршылығына осрап, бөтөнләйгә ҡырылды. Яу үткән яланда тырым-тырағай түшәлгән иҫәпһеҙ үлектәр әлегә бер кемгә кәрәкмәй ята бирҙе, хатта ашығыс ярҙамға мохтаж булып иҫһеҙ ҡолаған ауыр яралылар ҙа онотолдо. Үҙ аяҡтары ярҙамында, йәки шыуышып ҡотолған еңелсә йәрәхәтлеләр шуларҙың ыңғыраша-ғазаплана аунауын мәхшәрҙә иҫән ҡалған бер нисә бөртөк санитаркаға еткерергә тырышҡайны ла, әммә кемдә кем ҡайғыһы – санчасҡа ла сигенергә бойороҡ бирелгәйне. Уңышһыҙ һөжүмдән үтә хәлһеҙләнгән дивизия ҡалдығын ашығыс рәүештә алыштан сығарып, ҡабаттан тулыландырыу өсөн тылға оҙаттылар. Артта тура атыуҙан ҡыйратылған совет танктары, ҡарағусҡыл төтөн бағаналарын һауала аҫып, дивизияның мөшкөл хәлен иҫбатлай ине. Фронт ҡот осҡос хәлгә тарыны, сөнки яңы көстәр әле килеп етмәгән, ә дошмандың контрһөжүмгә күсәсәге көн һымаҡ асыҡ, бөгөн булмаһа, иртәгәһенә немец, һис шикһеҙ, килеп тыуған хәлде файҙаланып ҡаласаҡ. Быны дәлилләп, фронт буйлап ауыр тынлыҡ урынлашты, шомло үле тынлыҡ, ғәҙәттә, фашистарҙың ҙур һөжүме алдынан хөкөм һөрә. Байтаҡ ҡорбан аша яуланған плацдармды юғалтыу ҡурҡынысы тыуҙы. Штабтағылар сәстәрен йолҡто, бәләнең дә ниндәйе – ҡанға батты бит дивизия, өҫтәгеләр баштан һыйпамаясаҡ, өҫтәүенә, немец ҡуҙғалһа, әлеге плацдармдан ҡолаҡ ҡаҡтың тигән һүҙ. Күрәләтә немец ҡапҡанына эләктеләр – уныһы ярты бәлә, ә плацдармды юғалтыу киң ҡапҡаны шар асыуға тиң, шул ҡапҡа, гүйә ихатаһына әйҙүкләп торған ҡунаҡсыл хужаның ҡапҡаһы, гитлерсыларҙың Сталин­градҡа йүнәлеүен хәл итәсәк, артабан фюрерҙың “Көньяҡ” армиялар төркөмөнөң 6-сы армияһы ҡаршылыҡһыҙ үҙ маҡсатына ирешәсәк. Башкомандующий белеп ҡалһа, командованиеға хәрби трибунал янай ине. Хәлде тағы ла ҡатмарландыра яҙып, паникаға бирелгән дивизия командиры үҙенең башына үҙе етә яҙҙы, ҡыҙыу баштан саҡ атылманы. Ярай әле дивизия комиссары уның ҡоралын ваҡытында бәреп төшөрҙө һәм, вәкәләтен файҙаланып, танауын төшөргән командирға үҙен ҡулға алырға бойорҙо. Бындай хәлдә һалҡын ҡанлылыҡ һаҡлап, кисекмәҫтән сетерекле хәлдән ҡотолоу юлын табыу, һиҙҙермәй генә һыуҙан ҡоро сығыу кәрәклеген барыһы ла яҡшы аңлай ине. Сәбәләнеп баш ватҡан штаб фронт һыҙығынан биш саҡрым алыҫлыҡтағы станцияла урынлашҡан зектар лагерын иҫенә төшөрҙө. Һөйләүҙәренсә, фронт яҡынлашҡас, төньяҡ райондарының береһендә урман ҡырҡҡан төрмә тотҡондарын тылға күсерергә булғандар. Тик, әлегә совет күгендә “Люфтваффе” хакимлыҡ итә ине, фашист самолеттары емтек эҙләп осоп йөрөгән ҡоҙғондай яңғыҙ түгел, улар күмәкләп ҡорбан байҡай. Ярты юлда төрмә-эшелонды “мессершмит”тар бомбаға тотоп, паровозды юҡҡа сығарған, етмәһә, тимер юлдың да аҫты өҫкә килгән, һәләк булыусылар ҙа байтаҡ, ти. Урындағылар, иптәш Сталиндың 227-се бойороғо донъя күргәнен файҙаланып, рельс һалып маташҡан зектар­ҙы, хәрби кейем кейҙергән дә, штраф батальоны тип иғлан итеп, аҙна элек һалдат тормошона өйрәтә башлаған, имеш. “Ни шагу назад!” тип аталған был бойороҡ ҡасыусы паникерҙарҙы, штрафроталарҙы, штрафбаттарҙы тотҡарлау өсөн кәртәләү отрядтары ойоштороуҙы талап итә икән. Ҡулды ҡулға ышҡыны штабтағылар, йәнәһе, әмәлен таптылар. Ҡылыҡтары өсөн дә яуап бирһендәр енәйәтселәр, төп көстәр пәйҙә булғаны ҡорал­һыҙ-ниһеҙ немец менән яғалашһындар әйҙә, бер аҙыраҡ дошманды тотҡарлап маташ­һалар – шул, аҙаҡ тере ҡалалармы-юҡмы – уныһы берәүҙе лә ҡыҙыҡһындырмай. Эйе, аҙаҡ ҡаҙалып китһендәр. Хәсрәт етәкселәрҙең әмәлһеҙҙән шуларға көнө төштө.
Отбойҙан һуң арманһыҙ булып әүен баҙарында гиҙгән гарнизонды ҡара таңдан тревога ҡысҡыртып күтәрҙеләр. Әле генә тын ятҡан станция шау-шыуға күмелде. Һаҡсылар аңшайышып аптырашҡан зектарҙы эткеләп-төрткөләп колоннаға теҙҙе лә, сәғәт-минутын ҡәҙерләп биш саҡрым араға марш-бросокка ҡыуҙы. Башта дәртле генә ҡуҙғалған колонна тиҙҙән туҙанлы юлда әлһерәп һуҙылды. Иллә бығаса күрмәгәндәрен күрһәтте көтөлмәгән марш, былай ҙа миктәгән тотҡондарҙың йәндәре сыҡты, һындары ҡатып йығылғандарҙы типкеләп торғоҙҙолар, аяҡтарын тыңлата алмай, ер тырнап шыңшығандарҙы иптәштәре һөйрәне. Етмәһә, төндә үк томраланған һауа, ҡояштың дала өҫтөнә бер күҙ һирпеүе менән, түҙгеһеҙ тынсыуға әйләнде. Һаҡсылар мал ҡыуалағандай аҡыра-баҡыра ҡабаландырҙы, автомат төйҙәләре “текәләр”ҙе “ябайҙар” менән тигеҙләне. Күмәк кешенең дөпөлдәп йүгереүенән колонна өҫтөнә ҡуйы туҙан аҫылынды. Елһеҙ һил таңда туҙан, борҡолдап таралмайынса, йүгереүселәрҙең гимнастеркаларына ҡунып, тир менән бергә биттәренә яғылды. Колонна, бормалы-бормалы юлда бер саҡрымға таралып, ашыҡмай шыуышҡан йыланды хәтерләтте. Ниһайәт, хәлдәре бөткән бисараларҙы немец киләсәк ялан ҡаршыһына туҡтаттылар. Кешеләрҙең эркелешеп йыйналыуына байтаҡ ваҡыт үтте. Аҙаҡҡы зек бәлйерәп иптәштәре янына һөрлөгөүгә, зонанан бирле һаҡлап килгән автоматсылар взводы колоннаны ҡалдырып, өндәшмәй генә артҡараҡ күсте лә, бәләкәй ҡалҡыулыҡ буйлап һуҙылып теҙелде. Һа-ай, теңкәге тейҙе көтөлмәгән марш-бросок, йүгереп өйрәнмәгән зектарҙың гимнастеркалары һығып алмалы тиргә батты. Әле тегендә күптәре зона һурпаһынан бәлтерәгәйне, аҙаҡҡы метрҙарҙы һанап үткәс, эйелә-бөгөлә ҡатҡан эстәрен ышҡынылар, үпкә сире, быума йүтәл менән яфаланыусылар ҡаж да ҡож килде, иң аҙаҡ килеп ауғаны, ҡанһыҙ сырайын күккә төбәп, ҡомһоҙланып ҡором, дары еҫенә тулған һауаны йотто. Бер аҙыраҡтары ах та ух килеп ерҙә аунашты, йотлоғоп һыу эсте, тирҙәре ҡатып һыуынғас, артабан ни булырын көтөп тын алды. Үтә сыҙамлылар ашығып, махорка төрөргә кереште, әммә ярһыған үпкәләр самосад төтөнөн ҡабул итмәй маташты, күрәһең, сәсәшеп бер булдылар. Байтағы кирза итектәрен сисеп өйкәгән аяҡтарын ҡараштырҙы, силғау урауға өйрәнмәгәндәр шул, тәүге маршта уҡ бирештеләр.
– Батальо-о-он, смирно!
Тәртипһеҙ өйөлөшкән һорғолт колонна, ҡараштарын ерҙән айырып, гүйә ер аҫтынан пәйҙә булған фармансыға баҡты. Шул минутта унда-бында ризаһыҙ мығырлауҙар саф­тар­ҙың бер осонан икенсе осона йүгерҙе. Ләззәтләнеп төтөн һурған зектар ғәжәпләнеүҙән һаҫыҡ төпсөктәрен ситкә сиртте, аңын-тоңон аңламағандар арт һындарын ҡалҡытырға уйламаны ла, шулай ҙа бәғзеләр, ашыҡ-бошоҡ кейенешеп, һынын турайтты. Бойороҡ биреүсе күкрәген тултырып һауа һуланы ла, өҫтәп ниҙер ҡысҡырырға ауыҙ асҡайны, йүгерә-атлай килеп еткән тәкәббер йөҙлө офицер алдан өлгөрҙө.
– Уголовник граждандар! Тыңлағыҙ! Һеҙҙе батальон командиры менән таныштырып китәм. Майор Мухин – һеҙҙең яңы начальнигығыҙ. Аңланығыҙмы?!
Колоннаның бер осонан икенсе осона йәнә геүләү үтте, сафтар диңгеҙ тулҡынылай бәүелеп ҡуйҙы. Гүйә күмәк кеше ирешә, бер-бер артлы ап-асыҡ әшәке һүгенеүҙәр яңғыраны, уның артынан бер-береһен бүлдерешеп, кемуҙарҙан тәртипһеҙ ҡысҡырыш китте.
– Гражданин начальник! Һин беҙгә ниндәй­ҙер ҡарасҡыны командир итмәк булаһыңмы?
– Ишеттегеҙме, Муханы начальник иткәндәр!
– Теге һыуҙан тыныс, үләндән тәпәш Муханымы?!
– Эй, начальник, Муханан башҡа йүнле кеше тапманығыҙмы?
– Тфү, братцы, себен беҙгә бойороҡ биреп торһонсо әле!
Алғы рәттә ҡолғалай оҙон, киң яурынлы, уҫал ҡиәфәтле зек, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәсрәтеп, сағырға әҙерләнгән уҫал йыландай ыҫылданы:
– Был бөжәктән башҡа беҙҙең арала командир булырҙай хөрмәтле пахандар бөткәнме?!
Ул ласҡылдатып яңы командир яғына төкөрҙө.
– Дөрөҫ! Дөрөҫ! – тип уны ҡеүәтләне иптәштәре. – Иң дөрөҫө – беҙгә хужа кәрәкмәй! Үҙебеҙ баш, үҙебеҙ түш!
Ергә сүкәйгәндәр, ҡыҙыҡһынып, урындарынан ҡалҡынды. Телмәр тотоусы автоматсылар взводы командиры бындай ҡаршылыҡты көтмәгәйне. “Шулай эшкинмәгән әҙәмме икән был?” – тигәндәй, күҙ ҡырыйы менән Мухинға ҡарап алды, шунан, бер-ике тапҡыр нужа күрмәгән ялтыр хром итектәре осонда бәүелгәндән һуң, тауышын ҡырҡа үҙгәртеп, аңлатырға тотондо:
– Тауыш! Элекке кадровый хәрби, шулай уҡ элекке совет офицеры майор Мухин енәйәт ҡылғаны өсөн хөкөм ителгән. Халхин-Голда туплаған тәжрибәһенең уның енәйәтенә ҡағылышы юҡ, шул тәжрибәһен ул ғәйебен йыуыу өсөн ҡулланасаҡ. Кем үҙен хәрби йәһәттән Мухиндан өҫтөнөрәкмен тип иҫәпләй, алға сыҡ!
Әйтте лә, туҡлыҡтан тулышҡан йөҙөн һытты взвод командиры, фронт командованиеһы һаҡланыу сараһынан был тирәнән тылғараҡ һыпыртҡайны шул. Әле, теләмәһә лә, зектар колоннаһына етәксе тәғәйенләү тап уның башына төштө, хәйерһеҙ. Ярай ошонда килергә иҫке булһа ла еңел машина бирҙеләр, йүгереп өйрәнмәгән ул, йүгергән зектар йүгерһен.
Бер-ике минутҡа тынлыҡ урынлашты, хатта ас яңаҡлы, туҡтауһыҙ ҡажҡылдаусы әҙәм тамағын ҡырҙы ла, йүткермәҫ өсөн күгәргән ирендәрен ҡымтып, күҙҙәрен упайтты. Һикәлтәле яҙмыш мисәте һуғылған йөҙлө, уртаса буйлы, егерме биш-утыҙ йәштәрҙәге Мухин ысынан да иһә хәрби офицерға оҡшамағайны. Ошоғаса утты-һыуҙы кисеп, санчас­та ауыр яраларҙан вафат булған яугирҙан ҡалған иҫке гимнастерка уның килешле кәүҙәһендә ыҫпай ултырһа ла, офицер икәнен ҡысҡырып тороусы айырым билдәләре – шпалдар булмағас, ул күберәк ябай һалдатҡа тартым. Башындағы пилоткаһы, бәлки, би­шенсе хужаһын алмаштырғандыр, төҫөн юғалт­ҡан, яңы башта ләпшәйеп, йәпһеҙ урынлаш­ҡан, әйтерһең, шул башты яңылышҡан.
Эйе, Мухин әлеге мәлдә ысын офицерҙан күпкә ҡайтыш ине, өҫтәүенә, башҡаларҙы шикләндереп, үҙен ышанысһыҙ тотҡандай. Зонала ла ул, айырылырға тырышып, осоноп барманы, “авторитет”тар араһына ла тығылманы, уның элекке хәрби икәнен дә белеүселәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ булғандыр. Ни булһа ла, башын баҫып, эште һайламай, арынһыҙ әҙәмдәй ҡушҡандарын теүәл үтәп, срок һананы хөкөм ителеүсе. Ҡылған енәйәте лә шунан ғибәрәт: ҡала магазинын көпә-көндөҙ талар­ға маташҡан бандитты атып үлтергән. Бәлки, майор ҡоралға тотонмаҫ та ине, уға талаусыны былай ҙа ялан ҡул бороп һалыу бер ни тормай, әммә күҙҙәре алйыған бандит, ҡулына төшкән аҡсаның әҙлеген шәйләп, обрезын меҫкен һатыусыға тоҫҡағайны. Кеше ғүмерен секундтар хәл иткәндә Мухиндың икеләнергә ваҡыты юҡ ине. Ул йәшен тиҙлеге менән кобураһынан батырлығы өсөн бүләкләнгән исемле ТТ-һын һөйрәп сығарҙы ла, тоҫҡамайынса тәтегә баҫты. Алыҫлыҡҡа ҡарамай, магазиндағыларҙы сикһеҙ ғәжәпләндереп, майор, бандиттың тас маңлайына сәпәне, пуля мәңгелеккә тегенең баш һөйәгенә инеп ултырҙы. Яҙмыштыр инде, һуңынан ни ғәләмәт менәндер үле талаусы ҡулындағы обрез серле рәүештә юҡҡа сыҡҡайны. Тикшереү барышында ҡурҡышынан аҙна буйына һушына килә алмай аңҡы-тиңке йөрөгән һатыусы ла ҡоралдың булғанмы-юҡмы икәнен иҫләмәне. Шул биш минутлыҡ хәл алда күҙаллаған тормошон селпәрәмә килтерҙе. Артабан да өлөшөнә төшкән яҙмышы Мухинды һынап бер булды, сутырмаҡлы-бормалы юлдарҙан ҡыуҙы. Ул тайга аша һуҙылған тимер юл буйындағы сыбар зонаға ла осраҡлы килеп эләкте. Ҡырҡ берҙә армия ҡеүәтенә маҡтанып, немец “ас”тары яңғыҙ һунарға сыға торғайны. Бер этаптан икенсеһенә күсергән ваҡытта уларҙың эшелонын фашист самолеты бомбаға тотто. Ылғый арестант хәрбиҙәр тулы вагонға бомба тейеп, мөғжизә менән икәүһе генә – Мухин һәм ҡарауыл начальнигы иҫән ҡалды. Шулай итеп, тотҡон беренсе тапҡыр немец ҡоралы менән танышҡайны.
Әле батальон тип һаналған зектар колоннаһы алдында ул ирекһеҙҙән шуларҙы башынан үткәрҙе. Һаҡсылар отряды командирының уға һылаған ҡыҫҡаса ҡылыҡһырламаһынан Мухиндың йөҙө боҙолдо, хатта ас яңаҡтары тағы ла ослайып, күптән ҡырылмаған бите тартылып йәмһеҙләнде. Шул-шул, ниндәй статьяға тарығанын ишетеп кенә беләләр, әммә элекке майорҙың төрмәгә тиклемге биографияһы күптәргә үрнәк ине. Ул, Алексей Мухин, илһөйәр тойғолары менән янған егерме бер йәшлек лейтенант, училищены тамамлағас, үҙе кеүек үк меңәрләгән тиңдәше сафында ымһындырғыс ҡаланы ҡалдырып, ил һаҡлар өсөн ер сигенә китергә риза ине. Тыуған илде һаҡлау һөнәренә ғүмерлеккә яҙмышын бәйләп, ул шәхси тормошон икенсе планға ҡалдыра килде. Көнбайышта, тағы Алыҫ Көнсығышта ла ҡара болоттар ҡуйыра төшкәс, империалистик дәүләттәр ҡамауында ҡалған совет иленә ҡатмарлы заман яҡынлашыуын һиҙеп, өйләнмәне лә хатта. Сабыр холоҡло, һәр ваҡыт уйлап эш итеүсе командир, һөжүм барышында кинәт үҙгәреп, башында елдәр уйнаған алабарман йәш егеттәй ҡылана торғайны, һуғышсыларын әйҙәп, иң алдан дошман позицияларына бәреп инер ине. Пуля ла алманы үҙен, пуля-дура, тиһәләр ҙә, ул да батыр офицерҙан ҡурҡҡандыр, штыкка штык килгәндә штык та тайпылды.
– Юҡмы?! – Тантана итте командир. – Бында һеҙгә зона түгел, бында – фронт!
Ул ярты меңлек колоннаны һөҙөп ҡарап сыҡты ла, оҙон ҡулын һуҙып, немец яғына төрттө.
– Унда Гитлерҙың 6-сы армияһына ҡараған дивизия йәйелгән. Шул дивизия тиҙҙәнһөжүмгә күсәсәк. Һеҙҙең бурыс – гитлерсыларҙы ошо яулап алынған плацдарымдан үткәрмәҫкә…
Сафтар эсенән бүлдерҙеләр.
– Начальник! Фашист беҙҙең ҡанға батып үләсәк, тип әйтмәксеһеңме? Бармаҡ менән
атайыҡмы?!
“Начальник” мыҫҡыллы һорауҙы көттө яуабы ла әҙер, сөнки зектар батальонының яҙмышы өҫтән хәл ителгәйне. Бер аҙыраҡ эстән матур һүҙҙәр һайлап уйланып торҙо ла:
– Тыуған ил алдындағы ғәйебегеҙҙе йыуыр өсөн ҡоралды һеҙ яуҙа табырға тейешһегеҙ, йәғни трофейҙы ҡулға төшөрөргә. Плацдармды яулаған дивизия ошо яландағы тиңһеҙ алышта башын һалған, шул дивизиянан ҡалған ҡырҡлап винтовка бар, буғай, әммә патрондар самалы, танктарға ҡаршы гранаталар таратырҙар – улары етерлек, ҡалғанын үҙегеҙ йүнләгеҙ! Тыҡып ҡуям: ҡасырға маташыусылар табылһа – иҫкәртеүһеҙ пуля менән һыйланасаҡ. Минең взвод төҙ ата! Ошоғаса зона һаҡлаһаҡ, хәҙер беҙ заградотряд сифатында паникаға бирелгән ҡурҡаҡтарҙы ҡараулаясаҡбыҙ! – тине.
Командир үҙ телмәренән үҙе ҡәнәғәт, икегә бүленгән соҡорло эйәген батальондан байтаҡ артта теҙелгән заградотряд һалдаттары яғына сөйҙө. Күптән түгел армия көстәрен тулыландырған ППШ автоматтары менән ҡоралланған отряд, яңы каскаларын иртәнге ҡояштың һаран нурҙарына ялтыратып, зектарҙың һәр аҙымын аңдый ине. Инде күҙ ағын әйләндерергә сират Мухинға етте. Ул һиҙҙермәй генә йәнәшә лә тороусыны баштан-аяҡ һөҙөп ҡарап сыҡты: “Хәбәрҙе килештерә был. Берәй бәләкәй генә бәрелештә булһа ла ҡатнашып ҡараны микән, хәстрүш?”
Һөйләшеү тамамланғанын белдереп, капитан ҡаты өндәште:
– Әсир төшөргә теләүсе булһа, хәҙер үк әйтһен, ошонда уҡ эт урынына атып үлтерәм!
Ҡурҡытыр өсөн генә өр- яңы, бик һирәк асылған күн кобураһына ҡағылды, ысынан да иһә немецҡа бирелер булһа, кем алдан үҙен һатҡан һайыҫҡандай шыҡырыҡлап торһон, шунан:
– Әйҙә, Мухин, командуй! – тине лә, дәртләндереү маҡсатындалыр һөрәнләп ебәрҙе – Стоять насмерть!
Әле генә, ашығыс тәғәйенләнгән батальон командиры, капитандың үҙҙәренекеләр яғына йүнәлгәнен арыған ҡараштары менән оҙатты ла, артабан ни ҡылырға белмәй шаңҡып ҡалды, етмәһә, эсен бошороп күкрәге аҫтында ғына ниҙер сәнсеп ауыртырға кереште. Ул батальон берәмегенә ингән зектар өйөрөнә текләп ытырғанып ҡуйҙы, был хәлдең үҙе менән булғанына ышанырға ла ышанмаҫҡа белмәй, төрлө ҡиәфәттә бөкөрәйгән көмрө кәүҙәләргә, салышайған, һаҡал үҫентеләре баҫҡан йөҙҙәргә ерәнеп ҡараны. Бөтмәҫ ҡолаҡҡа ятмаҫ һүгенеүҙәр теҙмәһе комбаттың күңелен болғандырҙы, оятһыҙ әрһеҙерәктәр алға сығып, Муханы уратты. Сирек быуат буйы иреккә һыуһап, зона тапаусы төрмә өрәктәрен ышансыһыҙҙар тип киреһенсә төпкәрәк, тылға оҙатыуҙары колонна эсендә тәртипһеҙлектәргә юл асҡайны шул. Ошо мәлдә Мухин ғүмерендә тәүге тапҡыр хәрби һөнәр һайлағанға үкенеп ҡуйҙы. Ышанысһыҙ халыҡ – былар иң киҫкен мәлдә хыянат итмәҫме, арҡаһына хәнйәр ҡаҙамаҫмы? Бындай сетерекле хәлгә ул Алыҫ Көнсығышта самурайҙарҙы туҡмағанда ла тарымағандыр. Ләкин майор артҡа юл ябыҡ икәнен бик яҡшы аңлай, артта – үтә алмаҫлыҡ бейек стена күккә олғашҡан. Ни булһа ла ошо бүреләр көтөүенә юлбашсы сифатында ул, уларҙы ышандырып яуға әйҙәү уның бурысы, барлыҡ мөмкинлектәрҙе файҙаланып, немецтарҙы үткәрмәҫкә. Тик бүреләр өйөрөндә хәлдәр икенсерәк шул – вожак үҙе лә шулар затынан. Бер мәлгә командир үҙен шул йыртҡыстар араһында ҡалған мышылай хис итте. Рәхәт әйтеүе – командуй, бандит өйөрөн тыңлата алмаһа, ҡулынан килмәһә, ҡалайтыр? Шулай ҙа ни ҡылмаҡ кәрәк, уның артабанғы яҙмышы ошонда хәл ителә, һәләк булһа ла, тере ҡалһа ла. Тере ҡалһа бигерәк тә. Ләкин тере ҡалыуы еңеү менән бер йәнәшәлә булыуы фарыз, артабан штрафбатта фашистҡа ҡаршы һуғышһа, майорҙан бәхетле кеше булмаясаҡ.
Һөжүм киләсәк ялан яғынан талғын ел иҫеп ҡара-күкшел төтөндө батальон өҫтөнә ҡапланы. Унан әллә янған тимер еҫе, әллә көйгән ит һаҫығы аңҡый, танауҙарға тулып, күңелдәрҙе уҡшытты. Шуның тәьҫире булдымы, колонна йәнә геүләп шаулай башланы. Көтмәгәндә яңы комбатты ғәжәпләндереп, хәлдәр икенсе йүнәлеш алды. Араларында бәғзе аҡыллы баштар ваҡытты бушҡа үткәрмәгәндер – уйланғандар, моғайын, ҡасандыр зона тотҡан ҡаты ҡулдарҙың эйәрсәндәре ҡыҙыу баштарҙы тиҙ һыуындырҙы, батальон яйлап тынысланды. Зектар хәл айышына төшөнгәйнеләр: уларҙы ҡоралһыҙ-ниһеҙ фашистарға ҡаршы ҡуялар, йәғни шыпа яланғас утлы өйөргә ташлайҙар, батальон һынлы батальонға ҡырҡ винтовка нимә инде. Бөтәһенә лә иҫән ҡалырға яҙмаҫ, шулай ҙа кемгәлер тере ҡалырға насип булыр, бәлки. Шул бәхетлеләрҙең яҙмышы әлеге мәлдә батальон алдында баҫып торған бөжәк – Муха ҡулында, ни тиһәң дә элекке хәрби кеше – берәй әмәлен табыр.
– Муха, командуй! – тинеләр. Хәл итеүҙәре, ҡағыҙ-имзаһыҙ Мухинды командир сифа-тында таныуҙары. Килтереп терәттеләр шул, кем әйтмешләй, зона түгел бында, утлы табаға баҫып тыпырсына башлаһаң, себенде лә тыңларһың. Хәл яйланды һымаҡ, баяғы үпкә сирле элекке хәленә ҡайтты, ярһып ҡажҡылдарға тотондо.
Иң тәүҙә майор батальонды роталарға, роталарҙы взводтарға бүлде, берәмектәр араларынан башлыраҡтарынан командирҙар тәғәйенләне, дөрөҫөрәге, роталар, взводтар башлыҡтарын үҙҙәре һайланы. Фашист һөжүме башланғансы байтаҡ эш аҡтарырға кәрәк ине. Комбат ҡабаланды, сафтар буйлап йүгерҙе, аңлатты, ыңғайына нисек дошманды ҡаршыларға тип баш ватты. Был ығы-зығыны артта, уңайлы урынлашҡан заградотряд ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Өсөнсө ротаның беренсе взводына эләккән Ғиндулла үҙен тыныс тотто. Ҡул һелтәп үлемгә әҙерләнгәйне бисара, уға ҡалһа һаҫыҡ ҡандала тулы баракта көн күреп, ҡоластай ҡарағайҙарҙы йығып этләнгәнсе теге донъяға олағыуың мең артыҡ. Ауылы, ғаиләһе иҫенә төшһә генә йөрәге сәнсеп ҡуя ирҙең, булмышын тағы бөтмәҫ һағыш солғай. Герман һуғыш башламаһа, ун йыл төрмәнән сығыу юҡ ине элекке колхозсыға. Һөйләһәң кеше ышанмаҫ, йүнһеҙ аты етте ғәзиз башына, төшөнә бер инеп сыҡмаған яҡтарға олаҡтырҙы. Нимә тип шуға барып йәбеште, ул сығынсынан башҡа ла бынамын тигән аттар донъя ине колхозда. Бөтә бәлә аттың тоҡомонан ҡуҙғыны. Әле буталсыҡ утыҙынсы йылдарҙа Ғиндулла колхозға яҙылырға атлығып тормаһа ла, бер көн килеп өндәшкәстәре, бер һүҙһеҙ тәбәнәк буйлы, йыуан аяҡлы, көслө ҡашҡаһын етәкләп упшыйға инде лә китте. Ҡырҡ беренсе йылда шул ҡашҡаһының ҡасандыр донъяла ғүмер иткәнен дә онотҡайны, сөнки хәлһеҙ дөйөм хужалыҡты күтәргән тәүге йылдарҙа, сит-ят ҡулдарҙа тәрбиәһеҙ йонсоп аяҡ һуҙғайны, бахырың. Ана шул ҡырҡ берҙең яҙында күрше бригаданан күсерелгән ҡашҡаны шәйләп ултыра төшә яҙғайны Ғиндулла күҙҙәрен һөртөп бер килке иҫен йыя алмай торҙо, һуйып ҡаплағандармы ни, һабансы алдында тас уның тәүге аты көйшәп тора ине, шулай уҡ тәбәнәк, йыуан аяҡлы. Төшөндө колхузсы: был шул ҡашҡаның тоҡомо, йылдар аша бейәнән бейәгә күскән ҡан һаҡланып ҡалған, моғайын. Бөтмөр, егәрле һабансы ҡуйманы, колхоз тотҡаһы – бригадирға инәлде, алдына тубыҡланды, әммә үҙенекенә иреште – һабанға егеп алды тегене. Сәбәбе ла бар ине шул: үҙенең ҡәҙерле ҡашҡаһы колхуз эшендә бер ҙә генә үҙенә тәтемәне, уны шыр эшкинмәгән ҡулланды. Тик донъя бер алдын, бер артын күрһәтә, уйламаҫтан ҡырҡа боролош та яһай. Хәсрәт һабансының бәхете болот артынан бер мәлгә генә сығып йылмайған ҡояштай ғына тойолдо. Һабан турғай һайрап йәмләгән яҙғы бер иртәлә, түҙемһеҙ тапанған ҡашҡа, хужаһының ҡамыт-өпсөнөн кейҙергәнен көтөп торҙо ла, кинәт башын сөйөп ебәрҙе, ҡорт саҡҡандай аңғармаҫтан ҡуҙғалып, сабып сыҡты ла китте. Ғәжәпләнде ир: “Арыҡ-турыҡ йылҡы малына оҡшамаған, әллә иректә йөрөп аҫауланған инде? Күгәүенгә лә иртә?” Артынан ташланғайны ла, ҡайҙа-а-а, туҙан борҡотто ла зым-зыя юҡ булды мәлғүн. Байтаҡ эҙләне ир, тирә-яҡ туғайҙарҙы, тау араларын, күрше ауылдарҙы ла гиҙҙе, ғәжәп, бер әҙәм абайлаһасы! Күрәҙәсе әбейгә лә барып, ҡайғыһын бәйән итте. Ҡарсыҡ, ағас кәритәгә һыу ҡойоп, бер аҙ текләгәндән һуң, әпсен-төпсөнен уҡыны ла, тешһеҙ ауыҙын кәмшәйтеп: “Алағайыма борсолма, әллә ҡайҙа китмәҫ, ҡайтыр, сусҡаға оҡшаш ҡатыморон янында бикле тора”, – тип мөңөрләне. Ни булһа ла ҡайҙа олағып йөрөүе сер булып ҡалды, шулай ҙа ике көндән ҡайтты урыҫ ауылы яғынан, шыпа яланғас үҙе, һыпырғандар кәрәк-ярағын. Ғиндулла уның бәйле торғанын аңлап алғайны, муйынында арҡан эҙенән ҡалған сей яра ла шуны дәлилләй ине, әммә хәл кемгәлер кәрәкле юҫыҡҡа боролғайны шул. Оҙаҡ көттөрмәне милиция, үҙәктән кырандаста елдереп килеп тә етте. Меҫкен ирҙе уғрылыҡта ғәйепләнеләр. Асығауыҙлығы өсөн бисәһе орошоп йонсотҡайны, әйләнгән һайын ҡулдарын бөйөрөнә таяп: “Йүнһеҙ! Атың да йүнһеҙ, үҙең дә! Ирмен тигән ир бер хайуанға хужа булһын ул!” – тип ҡолаҡ итен сәйнәне. “Борондан, бисәңә һәм атыңа ышанма, тигән әйтем бар,” – тип әсе яуапларға теле ҡысығайны ла Ғиндулланың, тик тешләп өлгөрҙө, үҙенең дә ғәйебе бар шул. Йүнле ир теләгән хужабикә һуңынан үкенгәндер әле шулай туҙынғанына, үкенһә лә ни ҡылмаҡ; ғәйепһеҙ ирҙең аяҡтарын ергә лә тейҙермәй районға илттеләр. Унда инде эштәр йәһәт эшләнә – ун йыл сәпәгәндәрен төштәгеләй генә хәтерләй. Әйтерең бармы – туҙып, ғүмерендә ун ремонт кисергән йүгән-ҡамыт өсөн ун йыл! Әле бер йылды, көнләп-сәғәтләп һанап, саҡ үткәрҙе. И-э-х, һағындыра бит тыуған яҡтың йәмле яҙҙары, мәшәҡәтле йәйҙәре!
Ғиндулла күршеһе ҡалдырған махорка төпсөгөн тәрән һурып, аяҡ аҫтына быраҡтырҙы ла, уңып бөткән гимнастеркаһының тап йөрәк тәңгәлендә пулянан ҡалған тишекте һыйпап ҡуйҙы. Гимнастерканың элекке хужаһы йөрәгенә ҡаҙалған ҡурғаш киҫәгенән ыһ та итергә өлгөрмәгәндер. Шулай ҡапыл ғына үл дә ҡуй, тип уйлап ҡуя ир, бөттөң, киттең, ҡотолдоң барлыҡ ыҙанан. Былай баяғы марш-бросокта тыны әҙерәк ҡыҫып йөҙәтһә лә, бирешмәне, ауыл балаһы бит әле ул, эләккән иҫке кирзыйы ла аяғын ышҡыманы. Йәш саҡта кавалерияла дүрт йыл хеҙмәт итте, кирза итекте генә белә ул. Ә бына ҡаланыҡылар – сылғау урай белмәгән йыйын элекке шпана – табандарын сейләндерҙе, иллә йәндәре сыҡты тегеләрҙең, аҡһап-туҡһап бер булалар ана.
Урын дошманды ҡаршы алырға уңайлы. Ҡыйралған дивизия фажиғәле һөжүм алдынан был тирәне окоптар яһап йырғыслап бөткәйне. Роталар яңы командир тәғәйенләгән позицияларға теҙелеп ятты. Майор Мухин, тирә-яҡты тикшереп, бер аҙыраҡ баҫып торҙо ла сүгәләй төштө, иртә сал ҡунған башын ҡарағай сайыры һеңгән устарына ҡыҫып, буталсыҡ уйҙарына батты. “Ҡоралһыҙ ни ҡылырға? Гранаталар бар, уларын танктарға еткерһәң ярай әле… Етмәһә, дары еҫен еҫкәп тә ҡарамаған шыр гражданский… Ул исмаһам японды үтте, самурай немецҡа ҡарағанда күпкә уҫал, ялан ҡул ташлана торғайны, әсир төшөү янаһа үҙен-үҙе хәнйәр менән телгеләй. Ә, былар… Былар бит тере немец күрмәгән уголовниктар… Ышан шуларға… Тағы ваҡыт тар, фашист хәҙер ҡуҙғаласаҡ… Кәмендә минең ҡарамаҡта берәй тәүлек булһа– ни ҡылырға белер инем! Ыһ…” Ул, ярҙам эҙләгәндәй, башын күтәреп, әйләнә-тирәне байҡаны. Комбат, уң яҡта, даланың офоҡҡа тоташҡан сигендә һерәйгән харабаларҙы күҙҙән үткәрҙе лә, заградотряд командиры биргән картаға эйелде. ”Хәжәте бар ине картаңдың, ҡорал бирһәң исмаһам,” – тип ҡағылмаҫҡа уйлағайны, ярай алған. Элекке хәрби тиҙ тапты шул харабалар урынын, әле ҡарайған мейестәр координатаһына әллә Гонидовка, әллә Леонидовка исемле ауыл тап килә. Карта планшетта ятып уртаға бөкләнгәндән һынғайны, шуға ҡайһы бер атамаларҙы танып булмай. Моғайын, ауыл күптән түгел тулы тормош менән йәшәгән, сөнки карта һуғыш алдынан ғына һыҙылғайны. Фашист бомбалары өйҙәрҙе тулыһынса емергән, аҙаҡтан янғын ҡара эште еренә еткергән, таралып төшкән бүрәнәләрҙе ялмап, көл-күмергә әйләндергән. Фашистарҙың йыртҡыслығын зона халҡы ла һуғыш башынан уҡ ишетеп йөрөнө, ауыл-ҡалаларҙы герман ер менән тигеҙләй, ти торғайнылар. “Леонидовка… Леонидовка…” Ҡайҙалыр, ҡасандыр ишеткәне бар был исемде Мухиндың, тик ҡасан? “Леонидовка… Леонид…” Бер аҙыраҡ шулай ҡабатлап ултырҙы майор, мейеһенә инеп урынлашты ла ауыл исеме сығырға теләмәй, көсләп хатта уның кипкән ирендәрен ҡыбырлаттыра. Кинәт зиһене асылды Мухиндың, ул һикереп китә яҙҙы. “Һуң, Спарта батшаһы легендар Леонид! Өс йөҙ спартансы!” Килеп тыуған фекерҙән комбат ырғып торҙо, тулҡынланыуҙан көсөргәнгән ҡулы туҙған картаны йыртырҙай булып ҡыҫып йомарланы. “Фермопил тарлауығы юҡ бында, шулай ҙа шәп фекер! Килеп сығыуы икеле, әммә маташып ҡарарға берәү ҙә ҡамасауламай. Мөмкинселектәр ҙә бар…Ана, ялан тулы үлек!” Хәтерендә, хәрби училищела уҡығандың икенсе йылында тактика буйынса имтихан тапшырғайнылар. Көтмәгәндә имтиханды училище начальнигы полковник Чернов үҙе ҡабул итте. Сират буйынса полковник ҡаршыһында һынын турайтҡан курсант Карпенко, училище начальнигының тәүге һорауҙарына ҡыйыу ғына яуаплап йәш әтәстәй ҡупырайғайны ла, кикреге тиҙ шиңде, артабанғы һорауҙарҙан ҡыҙыл- ҡара төҫкә мансылып, ыҡ-мыҡ итте. Тороп баҫҡан полковниктың таҙа, дәү кәүҙәһе янында ул кесерәйеп, үҫмер малайға оҡшап ҡалды.
– Тарихты өйрәнмәгәнһегеҙ, курсант! – Начальниктың киҫкен тауышынан хатта тәҙрә быялалары сылтырағандай булды. Ул йыуан бармағын Карпенконың күкрәгенә төртөп, тағы ла нығыраҡ тауышын күтәрҙе:
– Миллионлы армияны туҡтатҡан өс йөҙ спартансыны белмәгәс, һеҙҙән командир сыҡмай, курсант! Ни өсөн улар еңгән, ниндәй тактика ҡулланған?! Командир өсөн хәрби тактика – иң кәрәкле фән! Һуғышта һәләтле яугир ана шул спартансылар һымаҡ арыҫландай батыр, һеләүһендәй йылғыр, кәрәк булһа, дошманын алдар өсөн төлкөләй хәйләкәр булырға һәм, әлбиттә, үҙ иле өсөн ғүмерен йәлләмәгән ысын патриот булырға тейеш! Беҙ тарихтың хаталарынан да, ыңғай яҡтарынан да фәһем алып, һуғыш алымдарын өйрәнергә бурыслыбыҙ!
Училище начальнигының ҡасандыр тәҙрә быялаһын зыңғырлатҡан шул һүҙҙәре Мухиндың ҡолаҡ төбөндә генә ҡабатланғандай тойолдо, ул ҡапыл яңы һулыш алғандай дәртләнеп китте. Комбат кисекмәҫтән рота командирҙарын саҡырып кәңәш ҡорҙо.
…Ғиндулла ҡолаҡтарын ҡарпайтҡан да ҡыбырларға ла ҡурҡып, үлән араһында ята. Немец танктары уҫал ажғырып шыуыша, яҡынлағандан яҡынлаша, окоптарға һылашҡан, ҡоралһыҙ батальонды үсектергәндәй пушкаларынан ата. Ҡолаҡ тондорғос шартлау тауыштары бер-бер артлы штрафбат позициялары яғында яңғыраны. Дошман пехотаһы һанһыҙ, күк масса булып, тимер машиналар артына ышыҡланып йүгерә-атлай килә, баштан-аяҡ ҡоралланған, кәрәкһә лә кәрәкмәһә лә, автоматтарҙан һиптерә. Утты-һыуҙы кискәндәрҙе лә ҡурҡытырлыҡ дәһшәтле көс юлындағы барлыҡ кәртәләрҙе тапап иҙер өсөн алға үрмәләй. Ғиндулла усына ҡыҫҡан берҙән-бер гранатаһын фашист шәйләмәһен өсөн ҡуйы үлән араһына тыҡҡайны, ҡулының земберләп ойоша башлағанын тойҙо. Үлгәнгә һалышып аяғын да балсыҡ араһына йәшереп килештергәйне, бер торошта ята торғас, тәне талды, етмәһә, битенә һылашҡан ҡанға себен эйәләп ҡаҡшатты. Ошо мәл өсөнсө ротаның беренсе взводына эләккәненә үкенеп ҡуйҙы Ғиндулла. Тик ни ҡылаһың, яҙмыштыр. Ҡәһәрле яҙмыш ир менән беренсе тапҡыр уйнамай. Муханың ауыр, әммә яуаплы заданиены тап улар взводына йөкмәтеүе осраҡлы ғына хәл ине.
Уйламағанда башына килгән пландан дәртләнгән комбат, йыйылған рота командирҙарына тарих төпкөлөндә өс йөҙ һуғышсыһы менән Ксеркстың ҡеүәтле армияһына кәртә төшөп башын һалған Леонид батша хаҡында һөйләп торманы, ваҡыт та ҡыҫа ине, иң кәрәклеһе – уның тактикаһын төшөндөрөргә маташты. Әмәлгә ҡалғандай, шул ваҡыт, окоптар буйлап темеҫкенгән һуғышсылар дивизиянан ҡалған блиндаждарҙың береһендә пехотаға ҡаршы ҡулланыла торған гранаталар тулы йәшник табылғанын еткерҙеләр.
– Бына быныһы шәп! Пехотаның ҡурҡҡаны, ярсыҡлы, – тип ҡыуанды Мухин ҡәҙерләп кенә гранаталарҙы һыйпап, шунан кәрәгенә күсте. – Йәшерен-батырыны юҡ, хәлмөшкөл беҙҙең, егеттәр. Һиҙәһегеҙҙер, беҙҙе ҡырырға килтерҙеләр, – тип уйлағандарын теҙҙе ул, тәжрибәһеҙ ротныйҙарға һынамсыл ҡарап, ҡылдарын тартҡылап ҡарау ҙа уйы.
Тегеләр, һалдың хәбәр, тигәндәй бер-береһенә ҡарашты.
– Һуҡыр сысҡан ишебеҙ, – тип бер аҙҙан дауам итте Мухин. – Дошмандың көсөн дә белмәйбеҙ, етмәһә, танктар иҫәбе хаҡында ла хәбәрҙар түгелбеҙ. Беҙҙең көс тик берҙәмлектә генә. Бер һүҙһеҙ минең бойороҡтарҙы тыңлау.
Шундай тәҡдим: бер взводты гранаталар менән шыуыштырып, дошман тылында ҡалдырыу. Ялан тулы үлек, шулар араһына ятып тупраҡҡа күмелһендәр, үлгәнгә һалышһындар, ҡалай ҡулдарынан килә шулай ҡыланһындар, әммә бик һаҡ эш итһендәр – дошман разведкаһы еҫкәнеп йөрөй ҡалһа – һиҙмәһендәр. Пехота үткәс тә арттан тондоролған гранаталар батальонға ҙур ярҙам булыр. Тере ҡалһалар, тапҡан ҡоралдан артҡы фланганы ҡырырҙар, дивизия шунда түшәлгәс – ҡоралдары ла шундалыр. Тик… тик, фашистҡа ҡул күтәреп сығыусылар булмаҫмы?
Шулай ысҡындырҙы ла, комбат телен тыймағанға үкенеп ҡуйҙы. Командирҙарҙың иң йәше гөлтләп тоҡанған уттай ҡапыл ҡыҙҙы ла китте:
– Беҙ һатлыҡ политикан түгел! Беҙ уголовниктар – ғәҙел бурҙар! Кәрәкһә, немецтың үңәсен алырмын! Ышанмайһыңмы, Муха! Ышанмаһаң – тешемде һындырырға бирәм! – тип ауыҙын киң йәйеп, махорка төтөнөнән һарғайған һирәк тештәрен ыржайтты
– Өнөңдө тыҡ! – тип екерҙе икенсе ротный, уға, һәлмәк йоҙроғон уйнатып – Тағы бер ишетһәм комбатҡа, Муха, тип тамаҡ йыртҡаныңды – ысынан да тешеңде ҡоя һуғам!
Тегенеһе әлеге һирәк тештәрен шығырлатһа ла ҡаршы өндәшмәгәс, Мухинға әйләнде.
– Комбат, граната ла граната тиһең, беҙҙең тюрягалар араһында берәү булһа ла граната ҡуллана беләме икән, шуны уйланыңмы?
 
– Эшлекле һорау. Дөрөҫ, гранаталарҙы быраҡтырыу өсөн оҫталыҡ талап ителә, – тине майор. – Килтер бында үҙеңдең беренсе взводыңды. Йәһәтлә! Өйрәтәм дә – шыуышһындар. Фашист башлағансы өлгөрөргә кәрәк!
Тағы, ҡул һуғышына әҙер булығыҙ, егеттәр, боғаҙ сәйнәшәсәкбеҙ фашист менән! Бая һорарға өлгөрмәнем, арағыҙҙа армияла хеҙмәт иткәндәр барҙыр? Винтовкаларҙы шуларға тапшырабыҙ.
Мухин беренсе гранатаны ҡулына ҡулды. “Былар менән ҡаты булмаһаң? Зона телендә гәпләшмәһәң, аңламаҫтар, – тип уйланы ул һәлмәк тимерҙе усында уйнатып.
…Немец танктары Ғиндулланан бер нисә аҙымда ғына. Ауыр техниканың ер һелкетеп тағырлаған ҡарышлауыҡ тауыштары тупраҡҡа терәгән ҡолағын ярып бара. Ҡыбырларға ярамаһа ла, шөрләй төшкәс, яугир башын саҡ ҡына ҡалҡытып күҙ һалды һәм саҡ тороп йүгермәне. Немец тигәс тә, ул да башлы, ҡәһәрең, автоматсылар ерҙә ятҡан совет һалдаттарының шиклеләренә атып үтәләр ине. Үҙҙәренсә яралыларҙы бөтөрөп ҡуялар. Ир ни кисергәнен үҙе генә белә, ҡото алынды, шөрләүҙән хатта аяҡ араһына йылымыс йүгерҙе. Ҡурҡыштан дарҫлап типкән йөрәге күкрәк ситлеген йыртып сығырҙай. Тор ҙа сап инде. Тештәрен ҡыҫып яңаҡтарын көсөргәндерҙе Ғиндулла, уйҙары буталды. ”Тегеләй ҙә кәнис, былай ҙа …Әллә… Бәлки атмаҫтар…? Иптәштәре ни хәлдә..? Берәйһе генә тороп юрғалаһа – һиҙәсәктәр! Ә, танк тапаһа, бөжәк ише иҙеп китһә…?” Ул ҡулындағы гранатаһын – ышанысын нығыраҡ ҡыҫты. Ул арала ҡорос машина даһырлап аяҡтарынан ҡул һуҙымы ерҙән үтте, икенсеһе арыраҡ гөрһөлдәне, офицерҙарҙың бойороп ҡысҡырыныуы баш осонда ғына яңғыраны. Ысынлап та үлгәндәй булды Ғиндулла, немецбытырлағанын һис ҡасан ишетмәгән ауыл кешеһе үҙен ят, ҡырағай мөхиткә эләккәндәй тойҙо, ғүйә уны ҡурҡыныс йыртҡыстар уратып алған! Артыҡ борсолоуҙан бисараның эсәктәре сәнсеп ауыртырға тотондо, аяҡтары ҡалтыраны, , бөтә тәне буйлап эҫе тир йүгерҙе. Кистән һемергән һаҫыҡ һурпа ыштан төбөн буярға самалай, ахыры… “Тфү, ғүмерҙә ҡыланмағанды, шөр ебәреп ят инде…Эх- ма! Зона тыуған йорттай булған да баһа…Ҡулынан килһә, валлаһи, йомрандай ерҙе соҡоп инеп боҫор ине!” Шул ваҡыт фашист автоматсыһының дағалы итеге тап гранаталы ҡулына тура килде. Йәне сыға яҙҙы һалдаттың, шулай ҙа аҡырып ебәрмәҫ өсөн бөтә ихтыяр көсөн һалып түҙҙе, тынын тыйып кәүҙәһен ҡатырҙы. Хәтер ҡапсығының бер ситенән генә еккән бейәһе менән булған хәл ялтлап үтте. Колхуз күбәләрен һөйрәткәндә дилбәгәһе һәлберәп төшөп, атының артҡы аяҡтары араһында ҡалғайны. Ғиндулла еккенең аяғын ипләп кенә күтәреп, артыҡ мәшәҡәтһеҙ генә шул дилбәгәне тартып алмаҡсы булғайны ла. Хайуан бит ул, бер тиҫкәрләнһә, әҙәмдән яман, тояғын ергә батырып үҙһүҙләнде, әйтерһең дә алда кисергән ыҙалары өсөн хужаһынан үс ала. Байтаҡ маташҡан хужа ла сығырынан сыҡты, күп уйлап тормай тоҫҡап тегенең тас тояғына типте. Секунд эсендә яҙмыш ҡырҡа үҙгәреп, маңлайыңа бәрә шул, ни ғиллә менәндер типкән аяғы атының йыуан бото аҫтында ҡалып шаҡарылғайны. Һа-а-ай, шул ваҡыт һыҙланыуҙан сүл бүреһеләй олоғайны, әле күҙ алдындағы шул ике услыҡ ярылып бөткән тояҡ немецтең ерәнгес бысраҡ итеге янында иң ҡәҙерле әйбереләй икән дә! Тояҡ та дағалы, әммә ул даға әҙәм балаһына ырыҫ -ҡот килтерә, немецтыҡы –киреһенсә – ҡайғы-хәсрәт. Кәүҙәгә һимеҙ немец туҡтаны ла тәүҙә йәнәшәләге мәйеттең винтовкаһын аяҡ осо менән ситкә шылдырҙы, шунан еңелсә генә Ғиндулланың ҡабырғаһына типте, шикләнгәндер, автоматын ерҙә ятыусыға тоҫҡаны. Типкән ыңғайы гитлерсының бөтә ауырлығы гранаталы ҡулына төштө, ҡәһәрең, ҡырлы даға ҡул итенә быраулап ингәндәй. Ҡорал көбәген күрмәһә лә Ғиндулла фашистың уҫал ҡарашын арҡаһы менән һиҙҙе. “Бөттө! Арҡаны еүешләгән тир һаттымы? Әллә хәшәрәтте үҙем менән ҡуша шартлатырға ла ҡуйырғамы..?” Юҡ, ғүмере бар икән шулай ҙа, тәтегә баҫырға уйлаған фашисты офицерының екереүе ары атларға мәжбүр итте. “Йә, Хоҙай… Ышанды нимес…” Ышанырлыҡ ине шул, шыуышҡанда Муханың ҡат-ҡат ҡабатлаған күрһәтмәләрен еренә еткереп башҡарҙы ул, ерҙә ботарланып туҙраған кәүҙәләрҙең ҡуйырып ҡатҡан ҡандарын тырышып-тырмашып һыланы өҫтөнә. Уҡшыһа ла, аҙым һайын аунаған үлектәр өҫтөнән тумарланы, үлән сабып алмалы уйһыулыҡтарҙа сабый балалай дүрт һанда имгәкләне. Ғәләмәт ине яу яланы, әйтерһең, бахырҙар ит турағыста онталған – өҙөлгән аяҡ- ҡулдар, уртаға бүленгән кәүҙәләр, сәрпәкләнеп эшлектән сыҡҡан ҡорал, кәрәк-яраҡ, винтовкалар. Ҡан сәсрәп үлән япраҡтарын ҡыҙылға мансығайны, үлән араһында ялҡытҡыс безелдәп рәшә себен кинәнә. “Ҡот осҡос бит. Ауылға ҡайтып, меңәрләгән мәйет араһынан, шыуыштым, тип һөйләһәң ышанмаҫлар, кәнишне,” – тип уйланы ул төн эсендә еҫләнә башлаған кәүҙәләргә танауын сирып. Штык-бысаҡтан башҡа эшкинерлек ҡорал да тапманы ул, атырлыҡтарының да патрондары аҙағына тиклем сарыф ителеп бөткән. Соҡорға төштө. Снаряд шартлауына эләгеп ҡолаған совет һалдатының ике аяғы ла өҙөлгәйне, өҙөлгән остары тупраҡҡа күмелгән дә ҡан һыҡрауҙан туҡтаған. Шул һорғолт тупраҡты аҡтарып ер ҡатыш ҡуйы ҡанға бармаҡтарын батырыуы булды, әрселгән яранан аҡтыҡ ҡан атылып та сыҡты. Ыңғайына яралы ҡуҙғалып, ыңғырашҡандай булды, әллә шулай тойолдомо, иллә Ғиндулла ситкә тартылғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Гранатаһын ҡәҙерләп тотҡан килеш йәһәтләп ары шыуышты ул, ваҡыты самалы ине, фриц та ҡуҙғалды, ана, алыҫтан башланған геүләү тауышы яҡынайғандан-яҡыная. Артподготовкаһыҙ килә фашист, беҙҙекеләрҙең хәле хөртлөгөн бик яҡшы белә, сөнки немец разведкаһы ла тик ятманы, төндә был тирәне һөҙөп сыҡҡайны. Шулай иҫәпһеҙ мәйетте үтте шыуышыусы, окоптарҙан алыҫлашҡан һайын күңелен шом биләне, тик йәнәшәлә генә иптәштәренең дә ҡурҡыныслы задание үтәргә ашығыуы әҙерәк тынысландыра. Муха тоҫмалаған кәрәкле урынға барып еткән ирҙең өҫтө-башы өлөштәргә бүлгеләнгән йәнһеҙ кәүҙәләрҙән кәм түгел ине.
Танктар үкерешеп позицияларға яҡынайған һайын Мухинды еңелсә ҡалтырау биләп алды. ”Бер, ике, өс… ун,” – тип һананы ул, тимер машиналарҙы берәмләп күҙҙән үткәреп. Борсолоуы көсәйҙе. Тимер корпустарының эре һырҙарын, автоматсыларҙың йөҙҙәрен төҫмөрләгәс, эстән һығымта яһап уфтанды: “Япон техникаһы быларҙыҡынан күпкә ҡайтыш, орудие көбәктәре лә Ҡояшсығар иленеке ише 47 мм ғына түгел, калибры йыуаныраҡ. Бер-ике 76 мм пушка булһа, ҡалай шәп булыр ине. Бронебойный менән ебәргәндә-ә-ә… Ҡайҙа һуң? Һалдаттары ла шәп ҡоралланған, самурайҙың “Арисака” винтовкаһы ары торһон, икән…” Комбат һайыҫҡан тауышына оҡшатып ут сәскән автоматтарҙы тикшерҙе, заградотрядтыҡы менән сағыштырҙы. Ниндәйҙер мәлдә ҡарауыл винтовкаларын әкәмәт бер ҡоралға алмаштырғастары, хәрби кеше булараҡ, ғәжәпләнеп күҙәткәйне. Ҡолаҡ ситенән генә ишетте: пистолет-пулемет тип атала икән. Аптыраҡ – үҙе пистолет, үҙе пулемет. “Әлеге мәлдә бер генә “Максимка” бруствер өҫтөндә ултырһа, бейетер инек фашисты. Юҡ, былар үҙебеҙҙе бейетәсәк, көйҙө улар көйләй”. Майор окоп буйлап теҙелешеп ятҡан һуғышсыларына ҡарап-ҡарап алды. “Хәҙер бер-икәүһе генә тороп сапһа, ҡалғандары арттарынан ташланасаҡ. Туҡтатып ҡара шунан күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ҡурҡаҡтарҙы…“ Тиккә генә уйланмаған икән, ялан өҫтөндә тәүге снаряд ерҙе аҡтарып, тупраҡ фонтанын һауаға күтәргәс тә һуғышсылары тынысһыҙлана башланы, бәғзеләр алан-йолан ҡаранды, күптәре ағарынып, окоп төбөнә һеңә барҙы. Мухин артҡа әйләнеп, заградотрядты байҡаны, өмөтләнә ине: “Үҙебеҙҙекеләр ҙә баһа, ярҙам итмәҫме икән ни?” Күктә геүләү иғтибарын алды, ваҡыттары тар эшем эйәләре шикелле, ашығышып совет истребителдәре осоп үтте.
Ул арала ҡалҡынғандарҙы этә-төртә икенсе рота командиры килеп етте.
– Командир, нишләйбеҙ, паника тыуырға тора! – Ул да юғалып ҡалған әллә, сырайы аҡ, ҡулдары ла һерелдәй.
– Тыныслан, – тип яуапланы Мухин йөҙөндә бер үҙгәреш тә һиҙҙермәйсә. – Дивизияға етмәй бында, ҡаршылыҡ юҡ, тип батальондай ғына көс ебәргәндәр. Ҡара, өс йөҙләп бар. Уларҙа – ҡорал, беҙҙә тере көс күберәк. Шуға пехотаның окоптарға тулыуы кәрәк – ҡул һуғышына мәжбүр итергә. Тәүге сафтарыбыҙ ҡырыласаҡ әлбиттә, уның ҡарауы йәшеренгән өсөнсө рота яңы стена булып фашист алдында ҡалҡасаҡ. Тыңла. Бер ваҡытта ла эсеңдәге кисерештәреңде йөҙөңә сығарма, ауыҙлыҡла, үҙеңде ышаныслы тот. Һин командир икән, иптәштәрең һинән өлгө ала. Хәл былай: окоптар өҫтөндә беренсе шартлау яңырағас та батальон ҡаса башлаясаҡ. Быға юл ҡуймаҫ өсөн туҡтауһыҙ бойороҡтар бирегеҙ, ҡаушарға ваҡыт ҡалдырмағыҙ, ышаныс тыуҙырығыҙ. Беҙгә алға ла, артҡа ла юл юҡ, беҙ еңергә тейеш. Шуға һәр беребеҙ кәмендә бер фашисты дөмөктөрөргә бурыслыбыҙ. Танктарға ҡаршы бәйләнгән гранаталарҙы иң тәүәкәл башкиҫәрҙәргә тапшырығыҙ – ҡаршы шыуышһындар. Ә хәҙер теҙмә буйынса еткер, кемдә винтовкалар – офицерҙарға тоҫҡаһындар – комсоставты эштән сығарыу мотлаҡ. Нишләптер фашист тылындағылар өндәшмәй… Исемең нисек әле?
– Борзый… Э-э-э, Борзов мин, Иван.
– Әйҙә, Иван, һуғышсыларыңды ҡеүәтлә, дошманды еңеүгә ышаныс тыуҙыр. Бар, бар, ана, артҡа әйләнеп ҡараусылар күбәйә… - Әйтеп бөтөрмәне комбат, траншея алдында беренсе снаряд ярылып ут көлтәһе окоптағыларҙы тупраҡҡа ҡойондорҙо. Беренсе яралылар үкереште. Шул минутта ул ротныйын йыға яҙа этте лә, ҡапыл, керештән тартылған уҡтай үҙе ымлаған яҡҡа атылды. – Ҡайҙа! Артҡа!
Майор беренсе осрағанды елкәһенән эләктереп окоп төбөнә ялпаштырҙы ла, икенсеһенә уҡталды. Ҡобараһы осоп күҙҙәре алйыған зекты аяҡ салып йыҡты, инде окоп ситенә менеп еткәнен гимнастерка салғыйынан бороп һелтәп осорҙо. Ярҙамға Борзов килеп етте алай ҙа, взвод командирҙары ла үрһәләнеп ҡасаҡтарҙың юлын бүлде, ысҡынып өлгөргәндәрҙе йәнәш резервта йәшенгәндәр үткәрмәне. Шулай ҙа ике зек йән-фарман заградотряд йәтмәһенә сапты.
– А, ну, артҡа! Бөтәгеҙ ҙә урындарығыҙға! – Комбат арғы остағылар ишетерлек итеп тамағын ауырттырғансы аҡырҙы. –Батальон! Минең бойороҡто тыңла! Дошманды ҡаршы алырға әҙерләнергә!
Рота, взвод командирҙары уның һүҙҙәрен ҡабатланы. Шул ваҡыт гитлерсылар тылында бер-бер артлы гранталар шартлай башланы, әлегә тура атлап иркен килгән автоматсылар сүкәйә-боҫоша икегә бүленергә мәжбүр булды. Бик ваҡытлы. Танктар артындағы ығы-зығы ҡасырға маташыусылар күңеленә йән өрҙө.
…Ғиндуллаға мәйет ролен үтәп ятыу бер ыҙаға әүерелде, сәғәттәр үткәндәй тойолдо. Фашист пехотаһы алыҫлашҡанда ысынлап та ярым үлгәйне ул. Һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә талған кәүҙәһен ҡуҙғалтты, быуындарын земберләтеп ҡан йүгергәс, ҡабаттан йән ингәндәй булды. “Фу-у-у, күрәһеләрем бар икән… Артабан нимә? Муха нимә тине әле?” Мейеһен көсөргәндерҙе. “Эйе, ҡат-ҡат тыҡыны.
Танктарҙы үткәреп бер аҙыраҡ көтөгөҙ ҙә, пехотаның иң ҡуйы урынына сорғотоғоҙ гранаталарығыҙҙы. Ишетеүемсә, фриц теүәллекте ярата, танктан ҡалмай броняға ҡапланып йүгерә, тигәйне. Танктар үтте, ызнашит, ваҡыт! Туҡта, мынау нәмәне нисегерәк эшкә егәһең, тине әле? Ҡурҡыштан баштан сыҡҡан… Әрмелә, кавалерия дивизияһында, мындай шартлатҡыслар булмай торғайны…” Ул арала окоптар яғында атыш, шартлауҙар көсәйҙе. Ул ялан һыуырылай һаҡ ҡына башын ҡалҡытып тирә-яғын байҡаштырҙы ла, тәүәкәлләне, йәһәтләп баҫты, ойоған аяҡтарын яҙып кәүҙәһен фашист үткән яҡҡа борҙо. “Ташлағанда, дөрөҫ ташла. Аяҡтарыңды уңайлы итеп ергә терәгәс, ошо нәмәкәйҙе тартып сығараһың да, киҙәнеп ырғытаһың.” Мухиндың ышаныслы, тыныс йөҙө күҙ алдына килде. Һуғышсы оҙаҡҡа һуҙмай гранатаның кәрәкле бөгәзен тартып сығарҙы ла, ҡапыл һелтәнеп йән көсөнә тоҫмаллаған тәңгәлгә быраҡтырҙы. Шартлау тулҡыны нисә фашисты дөмөктөрә һуҡҡандыр – Ғиндулла байҡап өлгөрмәне, комбат өйрәткәнсә ярсыҡтарҙан һаҡланып ергә ҡапланды. Шулай ҙа күҙ ситенән шуны шәйләне: һул яҡтан кемдер табып алған ҡул пулеметынан немец артынан ут һиптерә. Ҡәҙимге килештерәлер, автоматсыларҙың имәнес аҡырышыуҙары ҡолағына салынды. “Ҡорал тапһағыҙ, арттан ҡырығыҙ… Шулай тине шул Муха… Һа-ай, маладис, ҡайҙан тапҡан пуләмутты, фашистың эшен китерә бит! Миңә лә… ” Иптәшенән күрә Мухиндың күрһәтмәһен үтәргә ынтылған Ғиндулла яртылаш ҡына ҡалҡынып өлгөрҙө, фашист пуляһы нәҡ йөрәге тәңгәлендәге иҫке тишеккә эләкте. Тәүҙә ер сайҡалып-сайҡалып торҙо ла, кинәт кенә түңкәрелеп һалдатты төпһөҙ ҡараңғы упҡынға ташланы. Ғиндулла, ерҙе һуңғы тапҡыр ҡосағына алып үбергә теләгәндәй, ҡулдарын киң йәйеп, йөҙө менән ҡара тупраҡты һөрөп барып төштө.
– Ҡоралды әҙерләргә! Ут! – Был ваҡытта Мухин ярһып-ярһып бойороҡтар яуҙыра ине.
– Тағы! Ут! Уң яҡтан танк яҡынлай – гранаталар менән һыйлағыҙ үҙен!
Алыш ҡыҙҙы. Бер ниндәй ҡаршылыҡ көтмәгән гитлерсылар совет окоптары алдында бер мәлгә ҡаушап ҡалды. Ни ғәләмәт, улар, әйтерһең, ҡамауҙа? Позицияларға барып еткән ерҙән ике танкты ут ялмап алды, артта пехота сабылған үләндәй ҡырыла, алдан да винтовкалар телгә килде. Аптырай фашист, һуң, разведка бер ниндәй хәрби көс юҡлығын еткергәйне лә?! Тағы, пулеметынан ут сәсеп траншеяға үрмәләгән өсөнсө танк, көслө шартлауҙан урынында бер өйрөлөп алды, ҡарышлауыҡ сынйыры һыпырылып төштө, күрәһең, кире яҡҡа ҡарап тынып ҡалды. Был ваҡытта гранаталар бәйләме эләктергән яугир ажғырып елгән дүртенсе танктың аҫтына шыуышты. Шулай ҙа немецтарҙың алғы сафтары окоптарға бәреп ингәйне инде. Тиңһеҙ ҡул һуғышы китте. Ҡарап тороуға туҡтатып булмаҫлыҡ дошман танктарының эштән сығыуы батальонды дәртләндереп ебәргәйне, окоптарға тулған фашистар өҫтөнә улар ажарланып ташланды. Өлгөргәндәренә гитлерсылар автоматтарын терәп тиерлек ата, бытҡыш араһында улар ҡоралдарын эшкә ҡуша алмай штык-бысаҡтарына тотондо. Үҙ сиратында штрафнойҙарҙың ҡулына эләккән бар әйбер гитлерсылар өсөн үлемесле ҡоралға әйләнде. Айпалаш-яғалаш китте. Зектар ҡул һуғышына оҫта, фашист һалдаттарының каскалары таш эләгеүҙән селпәрмә килде, алюмин ҡалаҡтар немец муйындарына ҡаҙалды, даңғырлап котелоктар осто, винтовка штыктары, сапер көрәктәре байтаҡ дошманды теге донъяға оҙатты. Ҡоралһыҙҙар, ҡурҡыныс аҡырышып, дошман өҫтөнә балсыҡ һипте, саңдан һуҡырайған немецтар уларҙың еңел табышына әйләнде. Ысын мәғәнәһендә боғаҙ сәйнәшеү китте. Әле генә тештәрен фриц алҡымынан ысҡындырған һуғышсы, ауыҙ тулы ҡанды төкөрөп артына әйләнеүгә, танауға танау төкәй яҙған немец автоматсыһы ҡото алыныуҙан күҙҙәрен ҙур асып, траншеяға ултыра төштө. Ҡайҙа ҡарама – ерҙә тумарлашалар, көслөләр өҫкә сыға, хәлһеҙҙәр еңелергә мәжбүр, ауыҙ асып юғалып ҡалғандарҙы пулялар тишкеләне. Фашистарҙан һалдырып алған трофей автоматтар баҫҡынсыларҙың үҙҙәрен ҡырҙы. Мухин ҡул аҫтындағыларҙан бындай ҡыйыулыҡ көтмәгәйне. Әллә сараһыҙҙан шулай ҡыланалармы? ”Самурайҙан кәм түгел былар,” – тип эстән шатланып та ҡуйҙы. Шуғамы, ҡанатланды үҙе лә, алғырланып дошмандың әле бер өйөрөнә, әле икенсеһенә ташланды, осоп йөрөй, әйтерһең, ҡул һуғышы – яратҡан шөғөлө. Ул фашистарҙы патрондары бөткән винтовкаһының төйҙәһе менән уңлы-һуллы һелтәй, һәр эләккәне тормаҫҡа булып, окоп төбөнә һығыла. Әммә көстәр тигеҙ түгел, оборона тотоусыларҙың сафтары һирәгәйгәндән-һирәгәйҙе. Дошмандың яңы тулҡыны алғы окоптарға яҡынлауға, Мухин тере ҡалғандарға сигенергә бойорҙо. Хәл-торош та ул уйлағанса ыңғай барҙы, маневры тормошҡа ашты былай булғас, тылдан да ҡәҙимге теткеләнгән гитлерсылар хәҙер яңы тоҙаҡҡа эләгәсәк. Комбаттың йәнәш окоптарға йәшергән ротаһына сираты етте. “Баш ҡалҡытып, фриц күҙенә салынмағыҙ, бөтә уңыш һеҙҙән тора”, – тип өйрәткәйне. Сигенеүҙәрен көткән фашист иртә шатланды. Көтмәгәндә резервтағы һуғышсылар күрше окоптарҙан гранаталар осороп, баҫҡынсылар араһында паника тыуҙырҙы. Ҡорбандарын эҙләп ярсыҡтар осто, контузия алғандар шаңҡыған баштарын ҡыҫып, окоп төбөнә һыйынышты, шартлауҙарҙан саң-туҙан бөтә позиция өҫтөн ҡапланы. Комбат уңайлы мәлде тиҙ файҙаланды, тулы составтағы ротаны әйҙәп алғы окопҡа, дошман араһына һикерҙе. Яугирҙар, командирҙары артынан ҡалманы, яралы йыртҡыстай үкереп иҫән ҡалған автоматсылар араһына йырып инде. Ҡыйралыш яңынан ҡыҙҙы. Тирә-йүн хас ҡырмыҫҡа иләүе. Йоҙроҡтар ялпылдай, бер-береһенең ҡоралын тартҡылашып ерҙә тумарлайҙар, урыҫса һүгенеүҙәр ят тел менән бергә буталды. Немец муйынына бармаҡтарын батырған һуғышсы дошманының хырылдай башлағанын күреп өлгөрҙө, арҡаһына терәп аттылар. Көрмәкләшкән саҡта граната бөгәзен яңылыш эләктергәне аңланы хаталанғанын, ләкин ҡорбанын ысҡындырманы. Көслө шартлау яҡындағыларҙы ергә һеңгәҙәтә һуҡты, үлемесле ярсыҡтар дошманды ла, оборона тотоусыларҙы ла аяманы, гитлерсылар үҙ телендә аҡырышып тирә-яҡҡа сәселде. Мухин, төйҙәнән һынып сыҡҡан винтовкаһын дошман һалдатына һелтәгәйне, һиҙмәй ҡалған, ҡабырғанан икенсеһе яҡынлап штык менән киҙәнде. Ялтанып өлгөрҙө алай ҙа, өйрәнелгән алымдар ярҙам итте, штык гимнастерканы сыйып ҡул аҫтынан үтте. Кем ҡосағына эләккәнен фриц аңлап өлгөргәйне инде, тик һуң. Бер секундҡа ғына күҙгә күҙ терәштеләр. Ҙур зәңгәр күҙҙәрҙә ҡурҡыу ҙа, үкенеү ҙә һыҙылып үтте. “Ябай немец һалдаты, крәҫтиәндер… Япон ҡарашы төптө икенсе. Әсир төшкән самурайҙың ҡыҫыҡ күҙҙәрендә бөтөн булмышындағы күрә алмаусылыҡ сағыла торғайны…” Комбаттың етеҙ ҡулдары хәрәкәткә килде, күҙ асып йомғансы ҡорбанының үҙ штыгы үҙенә ҡаҙалды. Йәнәшәлә үлемесле яраланған йәш егет тубыҡтарына бөгөлөп төштө лә, ҡырағай тауыш менән: “А-а-а-а!” – тип һуҙып өлгөрҙө, йөҙ түбән ергә ҡапланды. Сафта ҡалған ике танк, үҙҙәренекен ҡырыуҙан ҡурҡып, траншеяларға етмәҫ борон туҡтап ҡалды. Фашист өҫтөнлөктө юғалтты, күптәре артҡа сигенеп үлән араһына, тимер кәүҙәләр артына һыйынды. Яҡындағылар оҙон гранаталарын оборона тотоусылар өҫтөнә осорҙо. Шартлауҙар артынан еңелсә яралыларҙың һүгенеүҙәре ишетелде, яуапҡа немец автоматтарына хужа булып алғандар йәшенгәндәр артынан патрондар бөткәнсе пулялар ямғыры яуҙырҙы. Һөжүм кире ҡағылды тигәндә генә ҡорос машиналар пулеметтарынан ут асып, хәрәкәткә килде. Һирәкләнгән яугирҙар араһынан батыр табылды шулай ҙа, аҙаҡҡы бәйләмдең шартлауынан танктарҙың алдағыһы сөскөргәндәй ҡорһағын ҡалҡытып һикерҙе лә, шатыр-шотор аҙаҡҡы ауазын һалды. Шул минутта люктар асылып танкистар берәм-һәрәм ергә һикерҙе, пуляларҙан ҡасып, артҡа шыуышты. Әммә иҫән ҡалған һуғышсыларҙың патрондары ла, гранаталары ла бөткәйне. Яңғыҙ танк, пехотаһының ҡырылғанына үсеккәндәй, окоптар иңләп даһырланы, пулеметынан ҡасышып-йүгерешкән оборона тотоусыларҙы иркенләп сүпләне. Әлегәсә ҡуйы төтөн борҡотоп янған танктың башняһы көслө шартлауҙан ҡапыл һауаға күтәрелеп торҙо ла ергә ялпашты. Майлы механизмды ялмап алған ут боеприпастарға үрмәләгән, моғайын. Ялҡын телдәре йәһәтләп июль ҡояшына көйгән үләнгә күсте, бер аҙыраҡтан ел-иптәшен саҡырып дала өҫтөнән йүгерҙе.
Тамаша ҡылған заградотрядтың да файҙаһы тейҙе: алыш башында пушка-пулеметтарынан ут сәсеп яҡынлашҡан танктарҙы күреп ҡасырға маташҡан ике зекты алда вәғәҙәләгәнсә иҫкәртеүһеҙ тәкмәстерә аттылар. Капитан, тәреле машиналарҙың аждаһылай үкереп килгәнен күреп, үҙе лә шөрләй төшкәйне. Һуңыраҡ, окоптар алдына тегеләрҙең ҡатып ҡалыуынан бер аҙ тынысланды, артабан бәрелеште күҙәтеп, Мухиндың ҡул аҫтындағы көстәрен оҫта файҙаланыуын күреп тейешле баһаланы шулай ҙа: “Ай –да Мухин! Вот хәйләкәр!” Ул һоҡланыуын йәшермәй тел шартлатты, аҙаҡ баш сайҡап ҡуйҙы: “Йәл. Ниндәй талантлы командир әрәм була…”
Ҡан ҡойош нисек башланған, шулай тиҙ тамамланды. Окоптар эсендә лә тышында ла арҡыс-торҡос ятҡандарҙың иҫәбе-һаны юҡ ине. Батальон берҙәй ергә түшәлгәс, иҫән ҡалған немец пехотаһы, әллә мәхшәрҙән ҡотолғанға ҡыуанып, әллә ҡапыл таралған янғындан һаҡланып, тәртипһеҙ рәүештә артҡа сигенде. Совет гранатаһын татымай ҡотолған берҙән-бер танк ҡаршылыҡһыҙ окоптар өҫтөнән ерҙе тигеҙләп өйрөлөп-сөйрөлдө, үҙҙәренеке-дошмандыҡына айырмай, кәүҙәләрҙе иҙеп, арҡыры-буйға үтте. Окоп ситенә ҡолаған ауыр яралы Мухин һаташып, һаман бойороҡтар бирҙе, аҡтыҡ көсөнә һуғышсыларын дошманды үткәрмәҫкә өндәне:
– Братцы! Дошманды үткәрмәгеҙ, братцы…
Илһөйәр офицерҙың һуңғы һүҙҙәре ҡан ҡатыш балсыҡ уҡмашҡан танк сылбырҙары аҫтында юғалып ҡалды. Ҡасырлыҡ кеше ҡалмағанын төшөнгән заградвзвод, капитандың өнһөҙ генә тылға ымлағанын күреп, позицияһын ҡалдырҙы. Яңғыҙ танк ҡалҡыулыҡҡа еткәс ҡырҡа боролдо, ҡара төтөн сығарып үкергәндән һуң, ҡарышлауыҡтарын шалтыратып ҡалдыҡ пехота артынан юл алды. Күп тә үтмәне бәрелеш үткән майҙанда немец миналары һыҙғырҙы, улар бер-бер артлы ярылып, ҡанға туйған ерҙе аҡтара башланы, аҙым һайын аунаған кәүҙәләрҙе теткеләне. Дошман дивизияһы, маҡсатына өлгәшер өсөн, көс туплап, яңы хәл иткес һөжүмгә әҙерләнде. Кәртәләүсе взвод атлаған тарафтан гитлерсыларға ҡаршы төшәсәк ғәскәрҙәр күренмәне.
 
Автор:
Читайте нас: