+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Февраль 2023, 17:00

Буран

Килен үҙ яғына ҡайтты. Хә­лиҙәләр ҙә улдарын күсереп алды. Яңы йорт буш тороп ҡалды. Уның ҡасан, ҡайҙан килеп ингәнен бер кем дә күрмәне. Ҡапҡа аҫтынан тауыш-тын­һыҙ шыуышып үтте, үҙенә иғтибар йәлеп итмәҫкә тырышып, аяҡ аҫтында буталмай, төптәге мө­йөш­кә йомғаҡтай йомарланып, һырынып ҡына ятты ла ихаталағы күренеште күҙәтергә кереште. 

Буран
Буран

Кемдер әҙерлек менән мәшғүл – уны-быны тотоп, алға-артҡа йүге­решә, икенселәр, төркөмдәргә бүленеп, шым ғына үҙ-ара әңгә­мәләшә, өсөнсөләр – баштарына күҫәк менән тондорғандармы ни – таш һындай ҡатып ҡалған. Әйтер­һең, улар ни булғанын, ни бар­ғанын аңламай, күңелдәре әлеге яңылыҡты ҡабул итә алмай. Итергә теләмәй... Танауын мыш-мыш тартып алғандар ҙа юҡ түгел...
Эңер. Тау баштарындағы күк тоҡанып, алһыу-ҡыҙылға мансылып, ялҡынға күмелгәндәй янып-балҡып ҡалды. Шомло ла, хозур ҙа мәл. Әле генә нурлы, яҡты ине, бер нисә минуттан күҙ бәйләнә башлар. Бөгөн дә күлдәген ҡара­һына алмаштыра. Тауыштар һүл­пәнәйгәндән-һүлпәнәйә. Бер ниәт­һеҙ, күренмәгән маҡсатын ҡыуып арыған ел, ниндәйҙер уйынсыҡ табып алғандай, аҙым­дарын аҡрынайтты. Бар тереклек, тәбиғәт, донъя, хатта ваҡыт үҙе лә ҡояштан күреп, гүйә, йоҡларға әҙерләнә. Тик бөтәһе лә түгел барыбер...
Йортҡа әле һаман кеше ағыла. Ғәҙәттә, туйҙарҙа шулай була. Тәүгеһе – ғүмер туйы: өйгә бала инһә, уны күрергә тип ашҡынып, туған-тыумаса, дуҫ-иш, таныш-белеш ишек шаҡый. Икенсеһе – мөхәббәт туйы: йәштәрҙең ғаилә ҡороуын шаһит ҡылырға, ҡыуа­ныс-бәхетен уртаҡлашырға, те­ләк-кәңәш, вәғәз әйтергә киләләр. Өсөнсөһөнә генә ауырлыҡ менән тупһанан уҙалар. Килгәндәр күп­тән күрешмәгән булһа ла, баш ҡағып ҡына иҫәнләшеп, бер-береһенең хәл-әхүәлен һораш­май, дөйөм төшөнсәләр – донъя, тормош, тәҡдир тураһында һүҙ алып бара. Уйсан ҡараштар бер нөктәгә төбәлеп, ҡулдар һәленеп төшкән. Һәр кем атҡарыласаҡ йола сәбәпсеһенең ғүмер юлын күҙ алдынан үткәрә һәм үҙенсә һығымта яһарға тырыша...
Алғы тәпәйҙәрен һуҙып, башын һалды ла күҙкәйҙәрен йомдо. Аҙ ғына сыйылдаңҡырап та ҡуйҙы шикелле. Ваҡыттың кирегә тәгә­рәүен, исмаһам, бер мәлгә туҡтап ҡалыуын бар йөрәктән шул тиклем теләп, эстән һыҙҙы, янды. Шул саҡ уны бәләкәс ҡулдар күтәреп алды ла йомшаҡ күкрәккә ныҡ иттереп ҡыҫты. Шундай эске көсөргәнеш һәм сабырһыҙлыҡ, әммә шул уҡ ваҡытта тәртипле тыйнаҡлыҡ менән, әйтерһең, күптән таныш иң ҡәҙерле, йылы, яғымлы ҡулдар, гүйә, был ҡосаҡ – иң ғәзизе. Арттан уның үҙен дә кемдер ҡосағына йомдо.
– Әлфирә, ҡыҙым... – Үҙе ни тип өндәшергә белмәгәндәй, туҡ­талып ҡалды. Бар кәүҙәһе менән ҡалтырана. Шулай күпмелер ва­ҡыт шым торҙолар.
– Әсәй... – Ҡыҙ боролдо.
– Абау! – Әлфирәнең ҡулын­дағы йөнтәҫ йомғаҡты шәйләп, Хәлиҙә тайшанып ҡуйҙы. – Ҡай­ҙан алдың?
– Ошонда ята ине. Берәйһенә эйәреп килгәндер, күрәһең.
– Ярай, – тиеү менән сикләнде әсә кеше, йәнәһе, рөхсәт бирә. Иҫенә төшкәндәй, өҫтәп ҡуйҙы, – тегендә, ҡапҡа алдында, иптәш ҡыҙҙарың килгән. Барып иҫәнләш.
– Бер кемде лә күргем килмәй. – Әлфирә ҡарашын иҙәнгә төбәне. Көсөктөң танау осона әсе ҡайнар тамсылар тамды. Аңлағандай, йы­уа­тырға теләп, тегеһе уның битенән яларға кереште. Ҡы­ҙыҡай ҡарышманы, йөҙөн ситкә борманы.
– Улай ярамай, Әлфирә. Тәр­биәһеҙлек һанала. – Әсәһе тауышын күтәрмәй генә өгөтләне. – Килгәндәр икән, тимәк, әлеге мәл­дә эргәңдә, үҙеңә таяныс булырға теләйҙәр. Ошондай минуттарҙа кә­рәк бит ул дуҫтар. Бар яндарына.
– Хәҙер...
Бер килке алдынан төшөрмәй, ниндәйҙер көй көйләп, этте ар­ҡаһы-муйынынан һыйпап тора бирҙе ҡыҙ. Тәрән һулыш алып, ҡо­сағынан ысҡындырҙы ла атлап китте. Көсөк уның артынан эйәрҙе.
...Хәлиҙә менән Зәбир хәтһеҙ йылдар бергә ғүмер итте. Өс тиҫ­тәнән ашыу иркә йәйҙәрҙе ҡырыҫ ҡыштар алмаштырҙы, нәзәкәтле яҙҙар артынан һис көттөрмәй бер-бер артлы һағышлы көҙҙәр килде. Ошо осор эсендә ниҙәр кисерҙе улар, ниҙәргә өлгәште? Ниндәй яңылыҡтар өҫтәнеләр Ер тормошона? Әйләнеп, байҡап сыҡһаң, артыҡ нәмә ҡыйратмаған да һымаҡтар... Дөрөҫ, дүрт балаға ғүмер бирҙеләр. Ғүмер хаҡы бәхет менән үлсәнә. Балаларға ҡарап баһалана ата-әсәнең тормошо. Иң өлкәндәре – улдары Ирек кенә бик иртә китеп барҙы шул... Башҡа йөрәк киҫәккәйҙәре ҡәнәғәтме йәшәүҙәренән? Балаға ғүмер бүләк итәһең дә ул, һуңғы һулышынаса үҙен бәхет менән тәьмин итеп булмай, үкенескә ҡаршы.
Зирәк бала булып үҫте ул. Үҙенең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Хәйер, дыуамаллығы булды аҙыраҡ. Йәше еткәс тә өйгә килен алып ҡайтты. Гөрләтеп туй үткәреп, һалынып бөткән яңы йортта йәшәй башланы йәштәр. Ирек тимер юлда дрезинасы булып һәүетемсә генә эшләп йөрөнө. Ул сағында Хәлиҙәләр ауылға күсмәгәйне, Уҫаҡлы станцияһында тора ине. Бына-бына олатай-өләсәй булабыҙ тип өмөтләнеп көтөп йөрөүҙәренә бер йыл үтте. Икенсеһе... Тора-бара ҡунаҡҡа ҡайтыуҙары ла һирәгәйҙе. Ниҙер һиҙенеп, Хәлиҙә бер көн улы эштә саҡта килен йортона килде. Тик инәйем тиһә, ишек бикле булып сыҡты. Эстән. Байтаҡ ҡына туҡылдатып торҙо әле. Яуап биреүсе булманы. Ҡәйнә кеше кәртә эсенә күҙ йүгертеп алды. Йәйге эҫе ҡояшҡа тауыҡтар келәт алдында ята, ҡайһылары ҡытҡылдай-йырлай тибенеп йөрөй, себештәренә аҙыҡ табырға өйрәтә. Сынйырҙағы Көтмөр телен һәлендереп, хәлһеҙ генә уға ҡарап тора. Йәнәһе, миңә берәй нәмә күстәнәскә алып килмәнеңме, сеүәтәмә тәмлекәс һалмаҫһыңмы? Йорт буйындағы сәскәләрҙә күбәләктәр күңелле генә ҡуна-оса уйнай. Бөтә ерҙә ипле, тыныс, һил. Ләкин ниңә һуң килен ишек асмай? Әллә... әллә... Берәй йәшерен әтнәкәһе бармы?! Хәлиҙә яман уйҙарын ситкә ҡыуа һалды. Ни өсөн ошондай бил­дәһеҙ­лектәрҙә шомло, ҡара уйҙар оялай икән күңел түренә? Ахырҙа ул тәҙрәне сиртте. Эстә хәрәкәт һиҙелде.
– Килен, ас! Килеүен-килгәс, тупһанан боролоп ҡайтып китмәҫ­мен бит. Барыбер өйгә инмәйенсә ҡайтмайым.
Келә асылды. Хәлиҙә солан ише­ген тартты. Бер кем юҡ. Һорауҙарға сорналып, өйгә уҙҙы.
– Һаумыһығыҙ!
Аш-һыу бүлмәһендә булышып йөрөгән Гөлүзә боролоп ҡарама­йынса ғына һаулыҡ алды.
– Ниңә оҙаҡ асманың, килен? – Хәлиҙә, саҡырмаһалар ҙа, яҡындағы ултырғысҡа ҡунаҡланы. Яуап ишетелмәгәс, һүҙҙе ғәҙәт­тәгесә башлап ебәрергә булды. – Шунан, нисек йәшәп ятаһығыҙ? Һеҙҙән байтаҡ ҡына ваҡыт өн-хәбәр булмағас, үҙем килергә баҙнат иттем. Алыҫ ара ла түгел. Бер аҙ ултырып ҡайтырмын тигәйнем.
– Әйҙәгеҙ, өҫтәлгә яҡынлағыҙ. – Гөлүзә, бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтармай, сәй яһалған сынаяҡты шылдырҙы.
Бер ни аңламаған ҡәйнә, күн­дәм балалай, күрһәтелгән урынға күсте. Килене һаман тәҙрәнән күҙен алмай.
– Ниңә ауыҙыңа һыу уртла­ғандай ҡыланып, бер һүҙ өндәш­мәйһең, килен? Ғәйепле кешеләй, күҙеңде йәшерәһең минән?
“Ғәйепле” тигән һүҙҙе ишеткәс, Гөлүзә ҡырт боролоп уға ҡараны. Йә Илаһым! Ике күҙе шешенеүҙән йомолған тиһәң дә була! Күм-күк яңаҡтарҙан субырлап йәш аға...
– Кем?! – тиеп кенә һорай алды ҡаушауҙан кәүҙәһе ҡоршалып ҡалған, тауышы ҡалтыранған Хә­лиҙә.
– Яуабы билдәле һорауҙы бир­мәгеҙ инде, ҡәйнәм. – Гөлүзә ҡарашын кире алды.
– Ни өсөн? – Һаман үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмаған Хәлиҙә ырғып торҙо. Өҫтәлде төртөп ебәреүенән алдындағы сәйе түгелеп, итәктәрен сылатты. Әммә ул балтырының бешеүен һиҙмәне лә, буғай.
Гөлүзәнең хис-тойғолары боҙ булып ҡатҡан, ахыры — ҡым­шанмай ҙа ултыра бирҙе.
– Һәр кемгә үҙ балаһы, беләм, ғәзиз. Ни тип кенә һөйләһәм дә, һеҙ улығыҙға ғәйеп тағыуымды, ләғнәт уҡыуымды ҡабул итмәҫһегеҙ. Ми­нең яҡтан яла яғыу булыр бары. Һуңғы арала бер-беребеҙҙе бөтөн­ләй аңламай башланыҡ. Хәйер, бер-беребеҙҙән тамам һыуынып, төңөлөп бөттөк тә, буғай. Наҙлашыу түгел, йүнләп һөйләшмәйбеҙ ҙә хатта.

Ирек эштән ҡайтып инә лә, бер-бере­беҙ­ҙе күр­мәҫкә тырыш­ҡан­дай, ике­беҙ ике мө­йөшкә ҡарап ул­тырабыҙ. Өйҙә толҡа тап­мағас, йорт мәшәҡәттәрен дә атҡармай ул. Шөбһәле тынлыҡ хөкөм һөр­гән өйҙә минең дә ҡулға эш бармай, көсләп тигән­дәй башҡарам барыһын. Әйтерһең, алыштырып ҡуйҙылар Иректе. Эшенән эсеп ҡайтыуҙары һиҙелә башланы. Ҡайта ла ғырылдап йоҡлап китә. Иртәнсәк саҡ уя­тып, эшкә ултыртып ебә­рәм. Өндәшһәм, ғауға ҡуптара. Ғәйеп­лә­гәне – балаға уҙма­уым. Ҡалаға барып, дауа­ханаларҙа ен­тек­ләп тикшерелеп ҡайт­тым. Сәбәбе миндә түгел тинеләр. Тик был хаҡта Ирек­тең үҙенә әйтергә ҡурҡып йө­рөйөм, сөнки миңә ҡул күтәреүе бе­рен­сегә түгел. Әйтһәм, тамам оторо ҡуҙғалып, яр­һып китер, тим. Ялҡ­тым мин ҡурҡып йә­шәү­ҙән, ҡәй­нәм. Ялҡтым уның менән йәшәүҙән...
Ишеткән һүҙҙәренән шаңҡыған Хәлиҙә ни тип өндәшергә белмәй тын ҡалып ул­тырҙы. Ике йәш йөрәктең яратышып туй­маҫ мәле бит әле! Бергә йәшәй баш­лаған тәүге йылдарында үҙ-ара килешә алмай, төрлө хәлдәр сығып ки­теүе ихтимал. Нимә-нимә, ә бындай хәбәрҙе ише­тергә әҙер түгел ине ул.
Гөлүзә, бер нөктәгә текләп ул­тырғандан һуң, кинәт тороп баҫты ла, тәүәккәлләп, ниндәйҙер ҡа­рарға килгән кешеләй, ҡулда­ры менән өҫтәлгә таянды.
– Һеҙгә һөйләп, күңелем бушап ҡалды бына. Күҙем асылғандай булды, – тине ул, йыш-йыш тын алып. – Атай-әсәйемә хәбәр итермен, тиҙ арала алып ҡайтһындар мине!
Ҡәйнә лә ултырып сыҙаманы, тороп килене эргәһенә килде лә ҡулын уның яурынына һалды.
– Ярһып, ҡабалан ниәт ҡыл­маһаңсы, балам. Бәлки, берәй яйын уйларбыҙ. Хәҙер медицина ла мөғжизәләр ҡыла тигәндәй. Һис шикһеҙ, сара күрербеҙ!
Гөлүзә өндәшмәне. Хәрәкәт­ләнмәй тора бирҙе.
– Ирек ҡайтһын да бергәләп асыҡтан-асыҡ һөйләшербеҙ, йә­ме?
Йәш ҡатын башын күтәр­мәйенсә генә:
– Һүҙемдән ҡайта торған кеше түгел­легемде яҡшы беләһегеҙ, ҡәйнәм, – тиеү менән сикләнде.
Хәлиҙә урынынан ҡуҙғалды.
– Баҡсаға сығып һыу инде­рәйем. Өйҙә тамсы ла ҡалмаған даһа. Ирек ҡайтыуға аш өлгөр­төрбөҙ, – тип йорттағы мөхитте йәнләндерергә, дәртләндерергә теләп, ҡор­ғандарҙы асып ебәрҙе. Ҡояштың иркә нурҙары өйгә йүгереп тигәндәй инде.
Ҡапҡаның асылып ябылыуы ишетелде. Эштән асығып ҡайт­ҡандыр тип, Хәлиҙә тәрилкәгә аш һала башланы. Тик улы һаман кермәй. Биш минуттай ваҡыт үткәс, сыҡты әсә кеше. Ирек башын эйеп болдор күтәрмәһендә ултыра.
– Һаумы, улым!
Ирек ашыҡмай ғына күтәрелеп, тауыш килгән яҡҡа ҡараны.
– Һин... ни эшләп бындаһың?
Арттан килеп сыҡҡан Гөлүзә ҡысҡырып ебәрҙе:
– Әйттем бит! Тағы сусҡа бул­ғансы иҫереп ҡайтҡан! Үҙ күҙ­ҙәрегеҙ менән күр­ҙегеҙме инде?! – Был юлы ул шымып ҡала алмай ине. – Әйткәндәремә ышанмай ине­геҙ! – Үҙе ҡылт боролоп, кире өйгә йүгереп инеп китте.
– Шым, бисә лә була алмаған бәндә... – Ирек уның артынан һүҙ ташланы.
Хәлиҙә яҡыныраҡ килде.
– Эй, улым, улым... Нимә эшләйһең һин?
– Һин... һин... аңламайһың, – аяғында саҡ баҫып торған Ирек ултырырға итте, тайшанып китте. Хәлиҙә уны ҡулынан эләк­тереп өлгөрҙө лә өйгә әйҙәне.
– Ярай, айныҡҡас, һуңынан һөйлә­шер­беҙ. Хәҙергә кереп ят, – тип әүрәтеп индереп, алғы яҡтағы диванға һалды. Улы, башы яҫ­тыҡ­ҡа тейеү менән, мыш-пыш килеп йоҡлап та китте.
Хәлиҙә бер килке уға ҡарап торҙо. Бына бит тормош тигәнең ниндәй: үҙенсә хәл итеп, кеше яҙ­мы­шын меңгә әйләндереп-тулған­ды­ра, хыялдағыһынан ысын­бар­лыҡ­тың кү­рен­мәгән-кө­төлмәгән яҡтарын килтереп сы­ғара. Моронлай башлаған өмөттө бер секундта иҙеп-тапап юҡ итә. Ғәйепләп тә булмай бит әле үҙен. Нисек? Бары тик кү­нергә ҡала, ахыры. Ҡылған­да­рын ҡабул итеп, төҙәтергә тырышырға. Иң кә­мен­дә, баш баҫып, артабан йәшәүҙе дауам итергә...
“Туҡта әле, ә килен ҡайҙа?” Һиҫкәнеп, Хә­лиҙә йоҡо бүлмәһенә уҙҙы. Гөлүзә шкаф­тағы кейем­дәрен ашыҡ-бошоҡ сумкаға тултыра ине.
– Ни эшләүең был, килен?! – Хәлһеҙ­ләнеүҙән аяҡ быуындары тотмаған Хәлиҙә карауат ҡыры­йына ултырҙы.
– Етер, булды! Түҙмәнем түгел, түҙҙем, ҡәйнәм. Аңлатырға, ты­йыр­ға, ихтыярын уятырға теләп күпме тырыштым. Телә­мә­гән әҙәмгә һөйләп маташма икән ул! Ялҡыны үҙеңә ҡайтып, йөрәгеңде яндыра. Һуңғы сиккә үҙе килтереп еткерҙе. Бүтән ҡала алмайым бында!
– Һуң, кис бит... Нисек былай көйө юлға сыҡмаҡ булаһың? – тип кенә өндәшә алды Хәлиҙә.
– Бөгөнгә күрше Мөкәрәмә инәй­ҙә төн уҙғарырмын да иртәгә ҡуҙғалырмын! Әйт­тем – бөттө! Кире күндерергә тип хәл-көсөгөҙҙө бушҡа сарыф итмәгеҙ. Һәм... ғәйепләмәгеҙ...
Иртәгәһенә айныҡҡан Ирек бер һүҙһеҙ әсәһенең өгөт-нәсихәтен тыңланы. Хәйер, ишеттеме икән ул? Битарафлығы йөҙөнә сыҡ­ҡайны. Хәләл ефетенең атай йорто­на ҡайтыуын да бер хис-үкенесһеҙ тыныс ҡабул итте шикелле. Бер-бер хәл сыҡ­ҡа­нын һиҙеп килеп еткән атаһына һир­пелеп бер ҡараны ла ҡарашын ситкә борҙо. Кеше, тормош мәғә­нәһен юғалтһа, шулай ҡылана торған. Иректең башына шундай көндәр төшкәйне, ахыры. Әҙәм балаһының күңе­ленә сир булып эйәләгән иң ҙур афәт­тәр­ҙең бе­реһелер тормош мәғәнәһен юғалтыу...
Гөлүзәне ата-әсәһе килеп ал­ғанын тәҙ­рәнән генә күҙәтеп тороп ҡалдылар. Ҡоҙа­лар ҙа инеп, күрешеп сыҡманы. Ләм-мим өн­дәш­мәй айырылышыу. Шунан да ауы­ры­раҡ, ғазаплыраҡ хушлашыу булмайҙыр, ахыры.
Килен үҙ яғына ҡайтты. Хә­лиҙәләр ҙә улдарын күсереп алды. Яңы йорт буш тороп ҡалды.
Хаталы аҙым яһау өсөн күп кәрәкмәй, ә бына уның арҡылы ҡылынғандарҙы төҙә­теү өсөн хәтһеҙ көс сарыф итергә тура ки­лә. Ата-әсә өсөн иң ҙур бәхет – баланыҡы. Хәлиҙә менән Зәбир ҙә Иректе ҡайтанан вайымһыҙ­лыҡтан айныҡ тормошҡа ҡайта­рыу өсөн ваҡытын, көсөн, йәнен йәлләмәне. Биш йәшлек баланы тәрбиәләгәндәй, бер аҙым да янынан китмәй ҡаранылар, әпәү­ләнеләр егерме бишен тултырған улдарын. Атай кеше ихаталағы эштәр менән әүрәтһә, әсәһе уны дауаханаға, төрлө им-томсоға йөрөттө. Тырышыуҙың һөҙөмтәһе күренде лә: эстән бөтөрөнөп көн күргән Иректең күҙенә асыл һирпелерлек нур ҡунды, үҙенә йомолоп, өндәшмәй йөрөй торғас, әңгәмә­ләр­гә ихлас ҡушылып китте. Тора-бара мәк­тәп йылдарында дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы менән ҡабат осраша башланы. Әлбиттә, әйтелгәндәрҙең барыһы тор­мош­ҡа ашыу өсөн байтаҡ ваҡыт талап ителде. Ләкин ауырлыҡ-күңелһеҙлектәрҙе онот­то­рорлоҡ дауаханалағы: “Улығыҙ инде тамам һауыҡты. Күҙәтелгән симптомдарҙың эҙе лә ҡалманы”, – тигән хәбәрҙе ишеткәс, Ирек үҙендә тауҙар аҡтарырлыҡ көс ташыуын һиҙҙе. Оҙаҡҡа һуҙмай, Йән­гүзәленә тәҡдим яһаны. Ҡыуанышып бөтә алмаған Зәбир менән Хәлиҙә тағы ла туй мә­шәҡәт­тәрен үҙ елкәләренә алды.
Әммә ҡулын кеҫәһенән сы­ғар­май, ба­шын күтәрмәй, күҙҙәрен журнал битенән алмай әйткән табиптың һүҙҙәре раҫҡа сыҡ­мауы ғына үкенесле. Тағы ла шул уҡ хәл­дең ҡабатланыу мөмкинлеге Хәлиҙәнең ете ятып, бер төшөнә лә инмәгәйне. Дөрөҫ, һәр йәш ҡатындың йөрәк аҫтында йәшәү яралғанын тойғоһо, ғазап-һыҙ­ла­ныу аша әсәй булғыһы, ҡул­дарында бәүетеп, бәпес баҡҡыһы килә. Ә быны бүләк итә алмаған ирҙән ул яйлап биҙә, ситһенә. Ирек менән күп йәшәмәй күҙ алдында икенсе ир менән сығып киткән Йәнгүзәлдең хыянатын кү­тәрә алманы ул. Икенсегә күнергә теләмәне һәм... тәҡдиренә ҡаршы сыҡты.
Ата-әсә өсөн балаһын ер ҡуйынына һалыуҙан да олораҡ ҡайғы юҡтыр донъя­ла. Аҙ ғына өлгөрмәй ҡалды шул Хәлиҙә. Эшенән ҡайтып, өйҙә булмаған улын эҙләп килеп, келәт ишеген асып ебәргәндә, ар­ҡан­да аҫылынып торған һын бәүелә ине әле...

Шунан һуң ҡырҡа үҙгәрҙе Зәбир. Әйтерһең дә, улы вайымһыҙлығын атаһына ҡалдырып китте. Шымтайҙы, туҡ­тауһыҙ үҙен битәрләне. Сәстәренә сал ҡунды. Үҙенә йомолдо. Ҡаты­нына иғтибар бер хәл, ҡыҙҙарын күрмәҫ булды. Улар оло кешенең нисек тә күңелен күтәрергә тырышты. Тик Зәбир һәр мөғәмәләне күҙе уңынан үткәрҙе. Иғтибар­һыҙлығы арҡаһында эшендә авария булып, ғауға ҡубып, ва­зифа­һынан бушатылып ҡуйҙы. Өс тиҫтә йыллап ғүмерен арнаған эшенән пенсия йәшенә етер-етмәҫтән ҡыуылыуын Зәбир ауыр кисерҙе. Төңөлдө.
Үҙе көс-ҡеүәт табыр тип кисектереп килгән Хәлиҙә бер көн уның менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә баҙнат итте.
– Үҙеңде ҡулға алырға ваҡыт, Зәбир! Киткән артынан китеп булмай. Тормош дауам итә, ҡояш көн дә ҡалҡа, йылғалар туҡтамай аға. Һин кем? Тәү сиратта — ғаилә башлығы, ир, атай кеше! Өс ҡыҙыбыҙға терәк кәрәк! Уларҙы онотаһы булма!
Күңел түрендә күптән йыйылып килгән был һүҙҙәрҙән Зәбир ирен сите менән көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.
– Ә ни өсөн? Нимәгә кәрәк былар барыһы? Әйт әле, быларҙың һөҙөмтәһе бармы?
Ни әйтергә теләгәнен аңламаған Хәлиҙә иренең алдына сүгәләне.
– Күңелеңдәген ас, үҙеңә еңелерәк булып ҡалыр.
– Тормош бөттө, Хәлиҙә. Артабан йәшәүҙән фәтүә юҡ.
– Ҡыҙҙарыңды онотма, тим, Зәбир!
– Бына шул-шул. Ҡыҙҙар! Минең бүтән улым юҡ!
– Абау! Ауыҙыңдан ел алһын! Хоҙай бындай һүҙҙәреңде ишет­мәһен тип телә! – Хәлиҙә, иренең әйткәне ысын булыуына ышанырға теләмәй, янтайып тороп, бүлмә буйлап арҡыры-буй йөрөргә кереште.
– Теләмәйем дә, ҡурҡмайым да! Һинең яратҡан Хоҙайың минең берҙән-бер улымды аяп торманы, шәфҡәтен бирмәне! Тартып алды! Нәҫелемде дауам итеүсе юҡ! Ҡыҙҙар исем-шәрифемде дауам итерме? Юҡ!
Күпме йыл йәшәп, ирен бөтөн­ләй белмәгәнме, ысын йөҙөн күрмәгәнме Хәлиҙә? Уның ауы­ҙынан бындай һүҙҙәрҙе ишетеүҙе күҙ алдына ла килтерә алмаған ҡатындың тамағына төйөр тығылды. Ни тип яуап ҡайтарырға белмәй, ҡапыл ҡыҫынҡы булып ҡалған был бүлмәнән сығырға уҡталғайны, уртансы ҡыҙы Зөл­фирә менән йөҙгә-йөҙ бәрелешә яҙҙы.
– Ҡыҙым...
Йөҙө ағарынған ҡыҙ, әсәһенең һүҙен ҡолағына ла элмәй, атаһына ҡарап:
– Шулай икән, тимәк, бүтән һин атайым түгел! – тине лә абына-һөрөнә өйҙән сығып йүгерҙе.
Шул сығып китеүенән зым-зыя юҡ булды Зөлфирә. Әхирәтен­дәлер, тынысланғас, ҡайтыр тип көткән Хәлиҙә тәүге көндә эҙләмәне. Ире менән һөйләшеү ҙә тамамланмай ҡалды, ҡыҙы ла олаҡты. Шулай булырын алдан белһә, тамағына бысаҡ терәһәләр ҙә, башламаҫ ине ҡәһәрле әңгә­мәне. Ике тәүлектән һуң милицияға мөрәжәғәт иткәйне:
– Аҙна-ун көн үтмәйенсә, ғариза ҡабул итмәйбеҙ. Ғәҙәттә, ҡайта торған ундайҙар, – тип битараф­һыҙыраҡ яуап ҡайтарҙы погонлы һимеҙ ҡатын.
Ҡайҙан ғына эҙләмәне, ҡайҙарға ғына барманы Хәлиҙә. Бындай көтөлмәгән ваҡиғанан иҫенә килгән Зәбир ҙә, хатаһын аңлап, бисә­һе­нең һәр һүҙен тыңлап, әйткән-ҡушҡанын үтәне. Һис ни бел­мәгән-һиҙенмәгән ике ҡыҙында күңел йыуанысы тапты. Хәлиҙә инде ҡайҙа барырға, кемгә мөрәжәғәт итергә тип аптыранып ултырған бер көндә телефоны тауыш бирҙе. Ят номерҙан СМС-хәбәр килгән: “Әсәй, минең менән барыһы ла һәйбәт. Мине эҙләмә, ғәйепләмә, тик өйгә ҡайтмам”, – тип кенә яҙып ебәргәйне Зөлфирә.
Бына һиңә мә! Тормош сюрприздарынан арыған Хәлиҙә СМС кил­тергән номерға шылтыратырға то­тондо. Әммә бәйләнештең икенсе осонда, бындай номер юҡ, тип яуап ҡайтарҙылар. Ошолай ҡалдыра аламы һуң ул был хәлде? Туған-тыумаса, кеше күҙенә нисек күренер?..
...Ике йыл тигәндә, үҙе ҡайтып инде Зөлфирә. Бер үҙе түгел, ике сабыйын – игеҙәк малайҙарын күтәреп. Үҙҙәренең олатай-өләсәй булыуын белмәй ҙә йөрөгән Зәбир менән Хәлиҙә һөйөнөп бөтә алманы. Шелтә-әрҙән башҡаһын көт­мәгән йәш әсә ҡолас йәйеп ҡаршы алыуҙарына ҡаушап, албырғап та ҡалды, буғай.
– Үт, үтегеҙ! Ниңә тупһала ҡа­тып ҡалдың? Исемдәре нисек бәләкәстәрҙең?
– Рәмил менән Рәмзил... – һа­ман битәрләү һүҙен көткән Зөл­фирә урынынан ҡуҙғалманы. Хәлиҙә этеп-төртөп тигәндәй уны түрҙәге диванға ултыртты.
Балаларға текләп:
– Матур исемдәр биргәнһең! Үҙҙәре лә бер тигән! Тас үҙең, – тип ихласлап әйтеп, Зәбир берәм-берәм малайҙарҙы ҡулына алып, һикертергә кереште. Быны күреп, Зөлфирәнең күңеле тулды, илап ебәрҙе.
– Ғәфү итегеҙ мине, зинһар! Һеҙҙең алдығыҙҙа ғәйебем ҙур... Атай, кисер! Рәнйемәгеҙ миңә...
– Юҡҡа ғазаплама үҙеңде, ҡыҙым, үткән – бөткән. Булғанды ҡайтарырға бер кемдең ҡөҙрәте юҡ. Үҙемдең хатамды таныным, ки­сереүеңде үтенәм, – Зәбир ма­лайҙарҙы Хәлиҙәгә тоттороп, теҙ­ләнеп, маңлайын ҡыҙының тубыҡ­тарына терәне.
Сәй эскәндә тулыһынса асылды Зөлфирә.
– Үҙемдән күпкә өлкән ул. Алдан шундай иғтибарлы, йомшаҡ ине. Өрмәгән ергә ултыртманы, ти­ҙәрме шундайҙарҙы. Йөклө икә­нем­де белгәс, әтәсләнә башланы. Тупаҫланды, ҡырыҫайҙы. Һыуын­ғандан-һыуына барҙы арабыҙ. Аборт эшләтергә өгөтләне, шунда уҡ ҡырҡа баш тарттым. Малайҙар донъяға килгәс, урамға ҡыуып сығарҙы. Бер әйберҙе лә алып өлгөрмәнем. Хатта балаҡайҙарҙың кәрәк-ярағын, документтарын да...
– Зарар юҡ. Борсолма, ҡыҙым, тормош яйға һалына ул. Бары Хоҙайҙан һорарға ғына кәрәк. Оло кешенең һүҙен тыңла. Ә малай­ҙарҙы, риза булһаң, үҙемдең исемгә яҙҙырырбыҙ, – Зәбир өмөтлө ҡарашын бер ҡыҙына, бер Хәлиҙәгә төбәне.
Зөлфирә сәпәкәйләп һикереп торҙо ла атаһын ҡосаҡлап алып, әсәһенә ҡараны. Хәлиҙә мөләйем йылмайҙы.
Шөкөр, донъялар әкренләп рәткә һалынды. Малайҙар үҫте. Инде Зәбир тормошон уларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Игеҙәктәр үҙенә уғата эҫенде, оҙаҡ күренмәй торһа: “Олатай ҡайҙа?” – тип таптыра ла башлайҙар. Зөлфирә әсәһе эргә­һенә эшкә урынлашты. Ул арала өлкән ҡыҙҙары Гөлфирә лә кейәүгә сыҡты. Күп көттөрмәй ҡыҙ бала донъяға килде. Бергә йыйылғанда өй эсе умарталай гөж килеп тора хәҙер. Балалы йортта ғәйбәт булмай тигәндәй, күңелле мәшәҡәттәр һәр кемдең күңелен хушландырҙы. Мәктәптә уҡыған кинйә ҡыҙҙары Әлфирә һеңле-ҡустыларын ихлас ҡарашты.
Донъяның түңәрәклеге күңел­дең китек булмауынан тора. Ләкин тормош көтөлмәгән яҡтан килтереп һуғырға ғәҙәтләнгән шул. Әҙәм ба­лаһы үҙенә күпме ғүмер бирел­гәнен һис белмәй.
...Башҡаларынан бер нәмәһе менән дә айырылмаған ғәп-ғәҙәти көн ине. Июль айы. Һиллек. Ҡояш нурҙарын йәлләмәй ер өҫтөнә һибә. Аяҡ аҫтында үлән-ҡыяҡтар артына йәшеренеп, сиңерткәләр күңелле сырҡылдаша, ағаслыҡта, бер-береһен уҙҙырып, ҡоштар һайрай. Ауыл яғынан ара-тирә әтәстәр һөрәнләүе ишетелеп ҡала. Көтөү көткән Зәбир күләгәлә малдарҙың үлән утлағанын күҙәтеп ята, ваҡыты менән сәскәне танауына килтереп, хуш еҫе менән үпкәһен тултыра. Һыйырҙар, бимазалаған себен-күгәүендәрҙе ҡойроҡтары менән ҡыуалап, ашап йөрөй. Һарыҡтар төркөмдәргә бү­ле­неп, уның ише күләгәлә әлһерәп ята. Көйшәнәләр. Эргәләрендә бәрәстәре һикерәнләп уйнай. Кәзәләрҙең йылғырҙары ҡыры­найып үҫкән ҡайындарға менеп, үрелеп япрағын тәмләй. Ҡайһылай тыныс, күңелле. Тормош һәр саҡ шулай барһа икән!
Малы ҡуҙғалғас, Зәбир сәғәтенә күҙ һалды. Һуғарырға ваҡыт еткән икән шул, тип уйлап, көтөүҙе шиш­мәгә ыңғайлатты. Хәйер, ҡыуа­ларға кәрәкмәй, малдар үҙ белдеге менән һыу яғына атлай. Тик бына оло юл аша сыҡҡанда абай булырға кәрәк. Ауыл халҡы күпме ялынмаһын, һорамаһын, юҡ, ошо мал сығарған урынға тейешле билдә ҡуйманылар. Ен һымаҡ ҡыуалап йөрөгән водителдәргә иҫкәрмә булыр ине. Өҫтәүенә, трассала был тирәлә ауыл бар­лығы хаҡында бер ниндәй билдә, яҙыу ҡуйылмаған. Туҡталҡаһы ла, ауылға төшөр юл да эшләнмәгән. Кемдәрҙеңдер битарафлығы арҡа­һын­да ябай халыҡ ыҙалай.
Һыйырҙар асфальтҡа аяҡ баҫ­ҡас, арттағыларын ашыҡтырып, “һәүкәләп” ҡыуаларға кереште. Шул саҡ боролоштан ике машина күренде. Сеү, тиҙлегеңде кәмет! Күрмәйһегеҙме, юл буш түгел! Юҡ, яйларға уйламайҙар ҙа, буғай. Хәҙер һыйырҙарҙы бәрҙерәләр бит! Ыҫмала еҫендә күгәүендәр бимазаламағанға асфальт юлда арҡыры баҫып торған малдарҙы сығарырға йүгерҙе Зәбир. Йә, Хоҙай! Тәүге машина нисек килгән, шул көйө кәйелеп үтеп китте, һыйырҙарҙы ҡыуалап өлгөрҙө ир. Тик икенсе машинаның тәгәрмәсе аҫтында ҡалды Зәбир. “Малға зыян килмәне”, — тип уйлап өлгөрҙө көтөүсе.
...Йортҡа әле һаман кеше ағыла. Һәр кем мәрхүмдең ғүмерен кү­ңеленән яңынан үткәреп, нин­дәйҙер һығымта яһарға тырыша.
– Йә инде, бөгөн барһың, иртәгә – юҡ...
– Ике йәш егет бәхәс ҡороп, иҫерек килеш рулдә уҙыш ойош­торған, тиҙәрме?
– Хоҙай һаҡлаһын...
Һиҙенергә кәрәк булған Хәли­ҙәгә. Аҙна буйы төнөн хужаларына тоғро Көтмөрҙәре олоп сыҡты. Тәүҙәрәк тымыр тип, артыҡ иғтибар бирмәне. Өсөнсө төн ҡабатланғас, Зәбиргә төрттө:
– Бар, сығып тый әле шуны.
Инеп ятҡас, олоу ҡабат ишетелде. Нимә булған быға? Эт олоған ихатаға ҡайғы килер, тиҙәр. Бығаса күндәм генә көн иткән йән эйәһенә ни етмәй? Ир ҡабаттан сығып, этте таяҡ менән туҡмарға мәжбүр булды. Туҡмалғандан һуң да тыйылманы Көтмөр. Таң атҡас, Зәбир күршеһе Төхфәтте саҡырҙы. Һунарсы оҙаҡ уйлап торманы, атты маъмайҙы. “Үҙ башыңа”, – тип әйтергә онотҡандыр инде Хәлиҙә...
Ҡапыл һыуытып ебәрҙе. Июль ки­сенә хас булмаған күренеш. Еңел­сә кейенеп килгән ҡунаҡ­тар­ҙың кемеһелер ҡайтыр яҡҡа йү­нәлде, икенселәре өйгә инде. Уңар­сы булмай, буран сыҡты. Ҡо­то­роп ҡупты. Бына һиңә йәй уртаһы.
Әлфирә иптәш ҡыҙҙары янына килеп баҫты. Тегеләр һүҙҙе нисек, нимәнән башларға белмәй торҙо. Шунан, алдан килешкәндәй, бөтәһе бер ыңғай уны ҡосаҡлап алды. Шул саҡ арттарында тыйнаҡ ҡына шыңшыу ишетелде.
– Абау! Нимә был? Исеме ни­сек? – тигән һорауҙар ябырылды.
Әлфирә, ҡарашын алыҫҡа төбәп:
– Буран, – тип яуапланы.
Ҡыҙҙар көсөктөң исеме тип аңланы. Хәйер, бәлки, шулайҙыр ҙа. Бер кем бурандың ҡасан, ҡайһы яҡтан ҡубырын, килерен белмәй...

 

Автор:
Читайте нас: