+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
5 Февраль 2023, 10:00

Сынаяҡтағы донъя

Пролог Һинең ҡалаңа көн дә поездар китә. Йә моңһоу, йә шатлыҡлы ауаз биреп, нисек кенә булһа ла, үтә үрһәләнеп, йәнде әрнетеп ҡысҡыра ла тәгәрмәстәр рельс йөйҙәренә бәрелә башлай. “Тыҡы-тыҡы, тыҡы-тыҡы...” Тыҡы тиһәләр ҙә, үҙҙәре ниҙер тыҡый төҫлө. Әйҙә беҙҙең менән, тип саҡыралармы, йә иһә, онот инде, тип барыһынан төңөлөргә ҡушалармы?

Сынаяҡтағы донъя
Сынаяҡтағы донъя

Бәлки, һаман Ер менән Күк араһында йә ары китергә, йә кире боролорға ҡыймай иләҫләнеп торғаныма йәндәре көйәлер.

Нисек кенә булһа ла...

Һинең ҡалаңа көн дә поездар китә. Минең уларға ултырып елер көнөм тыумаған. Тыумаҫ та... Бары тәгәрмәс тауыштары ғына сикәләргә йышая барған пульс булып бәрелә...

Юҡ, был бөтөнләй беҙҙең тарих түгел. Ҡурҡма. Геройҙар беҙ түгел.

Беҙ булырға, беләһеңме, улар... артыҡ бәхетле.

Беренсе бүлек

Марс планетаһы

1.

...Һанһыҙ кеше аҙымынан тағы һинең ике йондоҙҙай балҡып янған күҙҙәреңде күрәм, шунан пальто кейгән йоҡа һыныңды шәйләйем. Мине күргәс, йылмайып яныма ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына яҡынлашаһың. Араларыбыҙ ҡыҫҡарған һайын һине һағыныуымды аңлайым, гүйә һин – йыһан төпкөлөндә аҙашып ҡалған, күптән күрмәгән бик ҡәҙерле кешем. Йүгереп барып инде ҡосаҡлайым тигәндә, ҡулдарым бушлыҡты ҡоса. Устарымда йондоҙ саңы ғына тороп ҡала. Ирендәр үҙҙәренән-үҙе ниҙер шыбырлай...

Һаман тынмай бер туҡтауһыҙ пыр туҙынған уятҡыс тауышына күҙҙәремде асып, һикереп тороп ултырҙым, бышлығып ҡыҙарған бит алмаларыма йәбешкән бөҙрәләремде һыпырҙым. Йөрәгем һаман дөп-дөп һуға, бына-бына килеп алҡымыма тығылыр. Бер ни аңламай ҡарашымды сәғәткә күсерәм. Ете. Тышта ҡышҡы таңдың һуҡыр ҡараңғылығы. Аяҡтарымды карауаттан төшөрөп йомшаҡ өй тәпишкәләренә тыҡтым да, иҫнәй-иҫнәй ванна бүлмәһенә йүнәлдем. Ҡулым теш пастаһына һуҙылған ерҙән ҡапыл туҡтап һауала аҫылынып ҡалды. Әллә ниндәй әсе һағыш шауҡымы тамағымды ҡыра, тын алырға ла ҡамасаулай хатта. Гүйә, иң-иң ҡәҙерле нәмәнән мәхрүммен.

Эштең ниҙә икәне ҡапыл әлегә тулыһынса йоҡонан уянып та бөтмәгән мейемде ярып үтте. Ике ҡуллап раковинаға тотондом да башымды эйҙем.

Төш. Йәйҙән алып һаман шул бер төш. Ғүмерҙә осратмаған таныш түгел һын йә яҡын килә, йә ары китә. Күҙҙәренән нур балҡытып йылмая. Шунан йөрө инде көн оҙонона ошо яндырай ҡараш әсирендә шаңҡып. Төш күргәндең иртәгәһенә көнө буйы һағышланырға инде өйрәнеп бөткәнмен, шуға күрә көҙгөләге бөҙрә сәстәре туҙғыған, йоҡонан әҙерәк шешмәкләнгән битле ҡыҙҙың йәшкелт күҙҙәренә ҡарап көрһөнөп ҡуйҙым:

– Хәйерле иртә, Зөһрә. Бөгөн беҙҙең көн программаһында йәнә Һағыш ҡаралған. Яңы көнгә рәхим ит!

Һалҡын душ аҫтында яңы эш көнөнә әҙерләнгән арала яңы ҡалҡа башлаған ҡышҡы ҡояш нурҙары ҡыйыуһыҙ ғына минең әле асылмаған тәҙрә ҡорғандарына ҡуна башланы. Йүгереп барып уларҙы ике яҡҡа ҡайырып ебәрҙем һәм, меңләгән башҡа көндәрҙәгесә, туңған тәҙрә быялаһы аша миңә иртәнге Өфөм баҡты.

Ниндәй оло мәғәнәгә эйә ҡала иртәһе! Ҡояштың тәүге нурҙары парктағы ағас шырлыҡтары араһынан, бейек-бейек таш йорттар артынан һарҡып ҡына тәүҙә маңлай күҙенә, аҙаҡ инде, мөмкин булһа, күңел күҙенә лә үтеп инә башлай.

Юҡҡа ғына “Иртә торған кешегә Хоҙай Тәғәлә бәхет өләшә” тимәйҙәрҙер. Иртәнең хозурлығын уянып, тойоп ҡалмаһаң, был тормоштоң оло мәғәнәһенән, тылсымынан мәхрүмһең.

Йырлап торған баҡырсаны плитанан алам да, сынаяҡҡа йәнә сәй яһайым. Был тылсымлы ожмах эсемлегенән тыш тормошомдо, бигерәк тә ошондай иртәләрҙе күҙ алдына ла килтереп булмай. Кемдер иртән уяныр, үҙен тере тойор өсөн ҡәһүә эсә, ә мин ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ҡанымды сәй менән ҡыҙҙырып алмаһам, көнө буйы иҫәр шикелле йөрөп сығам.

Тәҙрә аша мине һоҡландырған шаян ҡояш нурҙары кухняға ла үтеп инә башланы: сәйҙәге шәкәрҙе болғатҡан ҡалаҡ осона, ҡулымдағы ялтыр сәғәткә, унан сынаяҡтың эсенә һикерҙеләр. Йәшенмәк уйнайҙармы ни. Ә ҡояш, был кескәйҙәрҙең хәстәрле әсәйҙәре, тәҙрә аша сабыр ғына уларҙы күҙәткәндәй тойолдо миңә. Ҡапыл уға ҡарай боролдом да телемде күрһәттем:

– Әһә-ә... Үҙең өлкән булғас, нурҙарың кеүек инеп, йәшенмәк уйнап, шаяра алмайһың инде, эйеме? Ҙурайһаң ҡыйын була шул.

Сәғәтемдең түҙемһеҙләнеп текелдәгән телдәре мине ашығырға мәжбүр итте: ярты сәғәттән туғыҙ тула.

Ашығып подъездан сығам. Домофондың пипелдәп асылған тауышына ҡала шауы килеп ҡушыла. Һалҡын һауа тынды ҡурып ала, хатта сайҡалып ҡуям. Инде күптән хаҡлы ялға сығырға ваҡыты еткән тимер атымды йылытып ҡабыҙғансы арыу уҡ ваҡыт үтә. Иҫәр шикелле ҡояш менән һөйләшеп ултырырға кем ҡушҡан миңә? Ә эшкә һуңларға ярамай.

Шайтан, көнө һаман да йылытмаған. Ҡышы зәһәр һыуыҡ быйыл уғата быуынға төштө. Ҡай саҡ көн оҙонона зәңгәр күк йөҙөндә бейәләй ҙурлыҡ та болот булмай, ә һалҡыны бәкәлдән ала.

Хы. Тағы тәҙрә дворниктары быялаға ҡуша туңған. Уларҙы көс-хәл менән ҡуптарып алып ҡағырға керешәм.

Подъездан кешеләр ағыла башланы. Бына, көндәгесә, кескәй ейәнсәрен етәкләп, минән бер ҡатҡа юғары йәшәгән сал сәсле бабай сыҡты. Белеүемсә, ҡыҙы менән кейәүе, әллә улы менән киленеме, көн оҙоно эштә, ә был орсоҡтай бәләкәс олатаһы ҡурсыуында. Һәм улар һәр иртә һайын етәкләшеп тышҡа сығалар. Ҡыҙыҡай гел генә эргәләге уйын майҙансығына йүгерә, олатаһы ашыҡмай ғына артынан тәнтерәкләй. “Был һыуыҡта өшөмәйҙәр микән?” тип аптырап уйланып ҡуйҙым. Һәм күңелде ҡапыл нимәлер “сем” итеп өтөп алды. Һиҙелер-һиҙелмәҫ. Инде яратып өлгөргән, үҙем яулап алған ғорур яңғыҙлығым, ҡапыл әйләнеп, ауыр суҡмары менән башыма килеп тондорғандай итте. Әле генә кухняла сынаяҡта сайҡалған ҡояш нурҙары тыуҙырған хозур кәйефем боҙола биреп ҡуйҙы. Ғүмеренең инде аҙағына яҡынлашҡан ошо бабай кеүек ҡасандыр, кем өсөндөр яуаплылыҡ тойғом килде. Хәсрәттәрен дә, шатлыҡтарын да иңемдә йөкмәп йөрөгөм, арытҡыс эш көнөнән һуң “Опел”ымды ҡыуып янына ашҡынып ҡайтҡым, “Һауһыңмы?” тип ҡулдарынан тотҡом, “Көнөң нисек үтте?” тиеп ҡыҙыҡһынғым килде. Әхирәтем Маринаның әйткән һүҙҙәре иҫемә килеп төштө: “Иҫәр, исмаһам, берәй бесәй балаһы ал, тиҙҙән был яңғыҙлығыңа күмелеп бөтөнләй һөйләшергә лә онотасаҡһың, бер матур көндә фатирыңда яңғыҙың ҡаҡашып үлеп ятһаң рәхәт булырмы?” “Ю-уҡ”, – тинем мин ҡапыл. Һәм икебеҙ ҙә көлөп ҡуйҙыҡ.

– Ысын. Һиңә мөхәббәтеңде табырға кәрәк. Әйтәм бит, башта бесәй балаһы...

– Һин нимә, ул бит беренсе көндән үк астан үләсәк! Минме бесәй ҡарай торған кеше...

Һүҙ ошонда тамам булғайны.

Машинам йылынды шикелле. Тәҙрәлә буран-рәссамдың ҡышҡы урман һындары ирене. Һәм мин, бынан алдағы бихисап көндәгесә, яратҡан (был ысынында ла шулай!) эшемә елдерҙем.

* * *

Эш көнө ашып-ташып торған бөтмәҫ көс-ҡеүәттән башлана тип уйлаһағыҙ, был дөрөҫ түгел, иптәштәр. Сәғәт ун-ун берҙәргә тиклем халыҡ торған-ултырған урынында йоҡлай әле.

Мин барып ингәндә офис һауаһында һәр ваҡыттағыса ҡиммәт һәм бигүк ҡиммәт булмаған ҡәһүә еҫе аңҡый, кемдер ҡағыҙҙар менән ҡыштырлай, кемдер ҡәһүә автоматы эргәһендә хәбәр һата, кемдер һыу кулеры янына эйелгән ине. Аңлашыла. Башлыҡ килгәнсе була торған хәл. Өҫтәлем янына үтеп, яурын аша аҫҡан сумкамды ултырғысҡа ырғыттым да, ашығып кәпәс-курткамды һала башланым.

Эргәмә Марина килеп баҫты:

– Хай, Зөһрә! Хай, Че Гевара!

– Сәләм! Сумкамдың шәхсән үҙе менән иҫәнләшкәнеңә рәхмәт, – тип көлөмһөрәнем дә, ниһайәт, туҙғыған сәстәрҙе ипкә килтереп, креслоға ҡунаҡланым.

– Ҡыҙыҡай, һин ҡасан эшкә кешесә кейенеп йөрөй башлайһың? Кәпәсе суҡлы, курткаһы өс төҫтә, өҫтөңдә әллә атайыңдың, әллә олатайыңдың свитеры, һәм ҡышҡыһын кедалар кеймә. Бала таба алмайһың тип, ғөмүмән, был һүҙҙәрҙе күпме әйтәм мин һиңә!? Сумкаһы ла бит әле, мәктәп балаларына тәғәйенләнгән кибеттән таптыңмы уны? Куба революцияһы һәм Эрнесто Че Гевараны, яңылышмаһам, мәктәп программаһында уҡ үтәләр! – Маринаның тауышы иң юғары нөктәгә тиклем күтәрелде лә, өҙлөгөп, туҡтап ҡалды.

– Ә мин бала тапмайым, мин ғүмерем буйы яңғыҙ йәшәйәсәкмен.

Беләм, был һүҙҙәремдән һуң әхирәтем йәнә һыҙған ҡоро шырпылай тоҡанасаҡ, ғүмерҙең зая уҙыуы тураһында, минең карьера артынан ҡыуыуымды, гел генә арҡыры тырмамды һөйрәп йөрөүем хаҡында теҙеп һөйләп алып китәсәк. Шуға ла һөйләшеү юҫығын ҡапыл икенсе яҡҡа бороп ебәрҙем:

– Мин бөгөн йәнә иҫәрҙәрсә төш күрҙем.

Маринаның ҙур матур күҙҙәре тағы ла ҙурайғандай итте, ул минең өҫтәлгә беләктәре менән таянды:

– Йә Хоҙай! Тағын шулмы?

– Эйе. Был юлы юғалды ул әллә ҡайҙа. Үҙем дә әллә нимә тинем, ишетмәнем.

– Бер мәлде, иҫләйһеңме, Яңы йыл байрамдарында һин миндә ҡунғайның, – һораулы ҡарашымды тойоп, әхирәтем ҡабаланып өҫтәй һалды:

– Фәнзил ауылға ҡайтып киткән мәл ине.

– Ә, эйе.

Ҡаштарымды йыйырҙым, сөнки ул төндә лә төшөмә серле һын кергәйне.

– Шунда һин төш аралаш беләһеңме, ни тинең? “Мин һине һағындым. Тиҙерәк ҡайт”.

Ни тип булһа ла яуап ҡайтарырға өлгөрмәнем, офиста ғәҙәттән тыш йәнлелек барлыҡҡа килде. Бөтәһе лә ҡабалан-ҡарһалан урындарына ултыра, ҡағыҙҙарын ала башланы, тимәк, башлыҡ килә. Башлыҡ тигәс тә, уға ни бары егерме ете йәш. Райман Русланович. Коллективтың кейәүгә сыҡмаған ҡатын-ҡыҙҙың яртыһы уға яуапһыҙ ғишыҡ утында яна, башлыҡ кеҫәһенең ҡалынлығы, өҫтәүенә үҙенең һылыулығы, уң яҡ исемһеҙ бармағында һаман алтын балдағы булмауы хаҡында һөйләшеүҙәр әленән-әле яңғырап ҡына тора.

Бына әле лә ул ышаныслы, етәксе егеттәргә генә хас етеҙлек менән елеп килеп ингәс, һауала бер талай ҡағыҙҙар ҡыштырлауы ғына яңғырап торҙо.

– Хәйерле иртә, хеҙмәттәштәр! – ЭрЭр (коллектив уны шулай нарыҡлай) бүлмә уртаһында туҡталып миңә ҡарай боролдо ла:

– Искәндәрова, керегеҙ әле миңә, – тигәс, кабинетына инеп юҡ булды. Маринаның әйтеп һалған хәбәренән ғәжәпләнеүем һаман да үтмәгән ине, тәрән уйға сумған килеш ЭрЭрҙың артынан киттем. Ишек төбөндә сәүек этеләй ултырған сәркәтип туташы Зарина миңә йәнә лә мыҫҡыллы ҡарашын атты. Бер ҡарыш та буйламаған биленә арҡырыһы шулай уҡ бер ҡарышҡа ла тулмаған ҡыҫҡа юбка, түштәренең яртыһын күрһәтеп торған аҡ блузка, бейек беҙ үксәле туфлийҙар кейгән, сөм ҡараға буялған сәсен кәбән итеп түбәһенә өйгән был ҡурсаҡ ҡәләм менән төшөрөлгән яҫы яһалма ҡаштарын йыйырған булды ла:

– Сәләм, Зөһрә, – тигән һүҙҙәргә оҡшаш өн мығырлап, яңынан бынан бер-ике аҙна элек кенә сыҡҡан һуңғы маркалы айфонында соҡонорға кереште.

ЭрЭр оҙон өҫтәле артында ултыра ине. Мине күргәс бер аҙ ҡалҡынып ҡуйҙы:

– Үт. Ултыр. Эш бар. Искәндәрова, һин беҙҙең арала иң һәләтле рәссам-дизайнерҙарҙың береһе.

– Минме? Э... Әлләсе... – Маҡтауҙарға, йылы һүҙҙәргә һаран, гел етди ҡиәфәтле босстың был һүҙҙәре мине аптырашта ҡалдырҙы.

Ә ысынында, эйе, мин һөнәрем дә, йөрәгем дә ҡушыуы буйынса рәссам. Күптәргә бирелмәй был бәхет – күпселек яратмаған эше өсөн ғүмерен, һаулығын әрәм итә, уларға эш хаҡы мулыраҡ булһа еткән. Ә кескәй саҡтан, мәктәп эскәмйәһенән алып хыялланған һөнәренә эйә булыу күңелдәре төбөндә бойомға ашмаған хыял булып ҡатып ҡалған. Мин үҙемде белә-белгәндән алып ҡылҡәләмгә тартылдым. Был һәләтем мине ошо ярайһы ғына билдәле компанияға эшкә алып килде лә инде. Бына ике йыл көс түгәм, хыялымда ЭрЭр һымаҡ башлыҡ булғым килеүе ҡай саҡ төн йоҡоларымды ҡасыра. Етәксе креслоһында рәссамдарҙы йыйнап кеше тормошона күберәк йәйғор өҫтәгем килә. Шуға Маринаның мине карьеристка тип битәрләүе урынлылыр ҙа.

Ниңә саҡырҙы икән босс? Үрләү тәҡдим итмәйҙер инде.?

– Бер бик үҙенсәлекле хат килеп төштө кисә, Зөһрә. Миңә ҡалһа, был эште һин генә йырып сығырһың төҫлө.

Райман Русланович ҡапыл күҙҙәремә ҡараны. Тертләп киттем. Айырым наҙ бар ине уның һоро ҡарашында.

– Әгәр ҙә булдырһаң, үрләтәсәкмен.

Бына! Бына ул һүҙҙәр! Йылмайыуымды йәшерергә теләп кедаларым осона текәлдем. Босс һүҙен дауам итте :

– Был һинең оҙайтылған командировка буласаҡ. Сөнки һине яңы ҡала көтә. Өс аҙнаға. Беҙ филиалы булып торған компания, – ул һуҡ бармағын юғары сөйҙө, – халыҡ-ара бәйгелә ҡатнаша. Эштең тик берәүһен генә һайлап аласаҡтар. Һәр филиалдан яҡшы рәссам-дизайнер һоранылар. Мин һине ебәрәм. Инде һинең проектың филиалдар араһында һайлап алыу турын үтеп финалға сыҡһа, үрләү көт!

ЭрЭр үҙе дәртләнеп китте, устарын усҡа һуғып алды. Мин тағы ла кеда остарына текәлдем.

 

– Риза! Риза, әлбиттә! Әсәй, беләһеңме, Өфөнән ялҡып киткәйнем хатта. Ә бында ярыш сәме, яңы ҡала!

– Шатмын һинең өсөн, бәләкәсем!

Әсәй әле ҡыҫтыбыйҙарын, әле ҡарағат ҡайнатмаһынан алланып бешкән бәлешен алдыма ҡуйҙы. Бер ҡалала йәшәп тә эш күплектән бик һирәк килеп ураған ҡыҙына шатланып бөтә алмай ине ул.

– Э-э-эй... Атайың тере булһа, ҡалай ҙа ғына ҡыуаныр ине. Үәт, бушҡа ғына һынлы сәнғәт мәктәбенә йөрөтөргә бойормағанмын, ә һин ҡаршы инең, ҡатын, тиер ине.

Әсәйҙең күҙҙәренә батһаң ҡалҡып булмаҫлыҡ һағыш ҡунаҡланы. Бәләкәсәйеп киткәндәй тойолдо. Ә мин, һәр ваҡыттағыса, ул атайҙы иҫкә алған һайын, күҙ алдымдан кинофильм таҫмаларындай өйөрөлгән хәтирәләр сөңгөлөнә баттым.

 

…Атай эштән ҡайтты. Мыйығына бәҫ ураған, үҙе шундай шат.

– Ҡара, ҡыҙым, – ти, – мин һиңә, ниһайәт, ҙур рәсем альбомы һәм төрлө төҫтәге ҡәләмдәр таптым!

Ул ваҡыттағы балаларса ҡыуаныуын үҫә төшкәс кенә аңланым мин – туҡһанынсы йылдар башы, әйбер табып булмай торған заман.

– Оһо-о-о, – тип һыуыҡ аңҡып торған рәсем альбомын ҡулдарыма алам, еҫкәп ҡарайым. Шығырлап торған яңы ҡағыҙ еҫе. Хәҙер килеп нисәмә йылдар үтһә лә, шул ғәҙәтемде ташламағанмын – яңы һатып алынған китап булһынмы, йә “Ҡарһылыу” исемле бер ҡап ҡағыҙҙар… Уларҙан бала сағым еҫе аңҡый.

Ҡәләмдәрҙе алам. Төҫтәрен һанап маташам. Һанап бөтөп булмай, мин бит әле мәктәпкә лә бармағанмын. Атай яныма тубыҡлана, нимә төшөрөүем хаҡында һорай.

– Һине, – тием мин, уның һоро-йәшел күҙҙәренә ҡарап, – һәм әсәйҙе. Ә уртаға үҙемде. Ә бына бында, – ҡағыҙҙың өҫкө мөйөшөнә кескәй бармағым менән төртөп күрһәтәм, – ҡояшты.

Атайҙың күҙҙәрендә тағы ла йылы осҡондар балҡый:

– Ә апайың ҡайҙа?

– Улмы? Ул уҡыуҙа!

…Ысынлап та, һүрәттәге кеүек атлап киләбеҙ. Мине ике яҡтан атай һәм әсәй етәкләгән. Ҡояш та бар. Эргәләге балалар аттракционынан күңелле тауыштар ағыла.

Атай ҡапыл “Ой!” ти. Һул яҡ күкрәген тота. Һәм ҡырҡҡан имәндәй гөрҫ итеп ергә ҡолай. Ҡулы ҡулымдан ысҡына. Ниңә ҡоланы? Тайғаҡ тиһәң, ҡыш түгел. Кешеләр йыйылып китә, әсәй “Тиҙ ярҙам саҡырығыҙ!” тип ҡысҡыра, үҙе атайҙың өҫтөнә ҡаплана. Был шау-шыу уртаһында аптыранып һәм ҡурҡып ҡалған дүрт йәшлек ҡыҙҙа бер кемдең дә эше юҡ.

Атайҙы носилкаға һалып “Тиҙ ярҙам” машинаһы менән дауаханаға оҙатҡас ҡына яныма олатайым килә. Ул ҡала ситендә йәшәй ҙә инде, ҡалай тиҙ килеп еткән. Етәкләй ҙә, беҙ уның юл ситендәге “Москвич”ына табан атлайбыҙ.

Өйгә ҡайтырымды түҙемһеҙләнеп көтәм. Шуға ла иртәгәһенә, иртә менән беҙҙең подъезд эргәһендә олатайҙың машинаһынан төшкәс, йәнтәслимгә фатирыбыҙға ҡарай уҡталам. Ишек асыҡ. Кеше лә күп. Ҡунаҡмы? Ә әсәй ҡайҙа? Ә атай?..

Шул саҡ яулыҡ ябынышҡан апай-инәйҙәр, тынып ҡалған ағай-бабайҙар араһынан атайымдың һеңлеһе Зөлхизә инәй килеп сыға. Ниһайәт, бер таныш йөҙ күреүемә шатланып, ҡаршыһына атлайым. Ул мине етәкләй ҙә, залға алып китә. Бер нимә лә аңларға өлгөрмәйем, уртаға бөгөлөп төшкән әсәй зал уртаһына ҡуйылған аҡ өйөмдөң битен аса. Тертләп китәм. Атай. Күҙҙәре йомолған, үҙе шул хәтлем тыныс.

– Атайың үлеп ҡалды шул, ҡыҙым, – тип кемдер башымдан һыйпай.

 

– Яңғыҙыңа ауыр түгелме, ҡыҙым, фатирыңда?

Әсәй, сәбәп табып, кухняға сығып киткән еренән кире әйләнгән икән.

– Юҡсы. Ә һиңә, әсәй? Бәлки...

– Юҡ-юҡ!

Бына инде күпме тапҡыр башланып, ошо һорау тәңгәлендә туҡталған тәҡдимемә йәнә “юҡ-юҡ” әсәйҙең. Күскеһе килмәй яныма. “Мин әле йәш” ти. “Яңғыҙ түгелмен бит, әхирәттәрем бар” ти. “Йәшһең бит, йәшәп ҡал, ҡартайһам, һиңә бармай ҡайҙа барайым, иркеңдең ҡәҙерен бел” тип көлә лә ҡуя. Минән башҡа тағын өлкән апайым бар, әммә ул инде кейәүҙә, алыҫ ҡалала көн күрәләр.

Бөгөн был һүҙҙе оҙайтҡым килмәне. Көслө кеше шул әсәйем. Барыһын да үҙ ҡулдарында шаҡарып тота белә. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, ҡалалағы иң күренекле ресторандарҙың береһендә шеф-повар булып эшләүен дауам итә. Ҡул аҫтындағылар әсәйемә ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай.

– Ярай, улайһа. Ҡайтайым. Сумаҙан йыяйым, иртәгә юлға. Өс аҙнаға һау бул, Өфө! – тип йылмайып урынымдан ҡалҡындым.

– Берәй кейәү табып тороп ҡалһаң да була.

Әсәй көлөмһөрәп, үҙе бешергән тәм-томдар менән тыңҡыслап тултырылған пакетты ҡулыма тотторҙо.

– Тағын шул балыҡ башы. Нимәгә улар миңә? Ана, Марина әле яҙылышып та өлгөрмәгән Фәнзиленең ҡылыҡтарынан инде ялҡҡан.

– Йә, ярай, – минең менән бәхәсләшеү урынһыҙ икәнен күптән аңлаған инде әсәй.

– Имен йөрө, ҡыҙым. Шылтыратып тор!

– Рәхмәт, әсәй! Һау бул!

Ҡәҙерлемде ҡосаҡлап үптем дә ишекте яптым.

2.

“Тыҡы-тыҡы. Тыҡы-тыҡы.” Поезд бара әле. Аҫҡы юлдаштарым геү килеп тамаҡ туйҙыра, мин өҫкө һәндерәгә һуҙылғанмын. Бөтөнләй ҙә аш ҡайғыһы юҡ. Поезд ҡуҙғалып киткәс пицца киҫәге менән сәй һемергәйнем, шунан алып инде тәүлек булып килә, һыуҙан башҡа ауыҙ сылатмай киләм. Тулҡынланам. Ғүмереңдә бер тапҡыр ҙа булмаған ҡалаға сумаҙан төйнәп елдертсе... Ял, мажара артынан түгел, ә бик тә яуаплы һәм сауаплы эшкә.

Поезд романтикаһы миңә һушым китеп оҡшай. Оҙайлы юл булһа ла, был юлдың үҙенә генә хас тәме бар. Осона сыҡмаған уйҙар. Башта меңәрләгән эскиздар, дәфтәр биттәренә ашығыс сыймаҡлаған тәҙрә артынан елеп күренеп ҡалған ҡояш сығыш-байыштары, юлда осраған күлдәр, тауҙар... Наушниктарҙан ағылған моңға иҫереп бар ҙа бар. Ялҡытмай.

Таңға ҡалаға етергә тейешбеҙ.

Тимер юл вокзалы дала еренә генә хас ҡырыҫ бураны менән ҡаршы алды. Тирә-яҡ ҡышҡы миҙгелгә хас йоҡоға сумған. Бары поездар ғына тауыш бирә-бирә туҡтайҙар ҙа ҡуҙғалалар.

Һалҡын һауаға, буранға бер килке өйрәнергә була, перронда тора биргәс, такси туҡталышы яғына атланым. Ҡунаҡханаға барып урынлашырға кәрәк.

Артабан иртәгәгә тиклем күҙ күрер.

– Һеҙгә тағын берәй нәмә килтерергәме?

Ҡунаҡхананың беренсе ҡатында урынлашҡан ресторандың официанты буш сынаяҡты өҫтәлгә терәгәнде күреп яныма килеп етә лә һалған.

– Юҡ, рәхмәт. Чек килтерһәгеҙ. Һәм, – боролоп китеп барған официант минең ниҙер һорарға теләгәнде белеп, туҡтаны.

– Был ҡунаҡханаға яҡыныраҡ, кеше йөрөмәгәнерәк, берәй тыныс, һил урын бармы?

– Яр буйына төшөгөҙ, – тиеп йылмайҙы официант, – тыныс. Һил. Матур.

– Рәхмәт!

Ҡайҙа барырға тигән һорауға еңел генә яуап табылыуға ҡыуанып ҡуйҙым.

* * *

Официант ялғанламаған, яр буйында кеше күренмәй ине. Ер өҫтөн ҡырпаҡ ҡар ҡаплаған. Улар семәрләп эшләнгән фонарҙарға ла, йылға менән таш плита түшәлгән майҙансыҡты айырып торған рәшәткәгә лә ятҡан. Барып таяндым да, алға ҡараш аттым. Күпер. Уның аша дарһылдап, трамвайҙар уҙа. Трамвайҙары Өфөнөкөнә бер ҙә оҡшамаған. Бөтөнләй икенсе төрлөләр. Бер ни тиклем был сәйер матурлыҡҡа текәлеп тора биргәс, биштәремдән ошондайыраҡ урынға юлыҡһам тип алдан хәстәрләп ҡуйған шарап шешәһен алдым. Уны күҙ буяу өсөн тәғәйенләнгән һөрмә менән асырға ла өлгөрмәнем, ҡапыл артымда ҡатҡыл тауыш яңғыраны:

– Гражданка, йәмәғәт урындарында шарап эсеү тыйыла!

Ҡотом табанға төштө. Мә һиңә! Килеп урынлашып та өлгөрмәнем, ҡағиҙә боҙоп торам! Эштән ишетеп ҡалһалар...

Бер ҡулыма шешә, икенсе ҡулыма һөрмә тотҡан килеш яйлап ҡына артыма әйләндем. Ғәжәпкә күрә, алдымда закон һаҡсыһы түгел, ә төптө ят бер егет тора ине. Ул минең ҡобараһы осҡан йөҙөмдө күрепме, көлөп ебәрҙе:

– Ҡурҡмағыҙ, мин шаярттым!

Тәү тапҡыр яҡшылап, ҡаршымда торған “полицейский әфәндегә” ҡараным. Ҡараным да ҡаттым. Ниндәйҙер таныш кеүек тойолдо ул миңә, хатта йылмайып торған күҙҙәренә тиклем. Ҡапыл мейемдә сылт итеп ут ҡабыҙҙылармы ни. Мин ят ҡалала, йылға буйында тормайым, мин Өфөлә фатирымда йоҡлап ятам. Ә был ҡала,был ҡарҙар һәм был һын мине инде йәйҙән алып билдәһеҙлек утында өткән төш. Йөрәк ҡапыл үтә ғәжәпләнеүҙән алҡымға һикерҙе.

Ҡаҡса буй. Оҙон ҡара пальто. Ҙур наушниктар, минең ише яурын аша эленгән сумка. Оҙон сәстәрен ел туҙғыта. Күҙҙәре. Ике йондоҙсоҡмо ни, фонарь яҡтыһында күңелгә йылы бөркөп емелдәйҙәр. Эйе, яңылышыу бөтөнләй мөмкин түгел.

Ҡала шауы юҡҡа сыҡты. Бары тик ҡаршымда торған һын ғына ҡалды.

Булмышымды солғаған сәйер тойғонан иләҫләнеп, әле күпме торор инем, ул миңә ҡулын һуҙҙы:

– Марсель.

Яңы танышым тимер рәшәткәгә һыйынды. Мин дә ҡарашымды аръяҡтағы йымылдаған уттарға төбәнем.

– Ҡыҙыҡ ҡала. Уртаһынан йылға аға. Аркаларынан боронғолоҡ еҫе аңҡый. Эскәмйәләре семәрле. Трамвайҙар. Ундайҙарҙы беренсегә күрәм.

Марсель минең яҡҡа боролдо:

– Һин был яҡтарҙан түгелһеңме ни?

– Юҡ. Командировкаға килдем. – Әңгәмәбеҙҙең шулай тиҙ яйға һалыныуынанмы, әллә был төптө ят ҡалаға килгәндән алып беренсе тапҡыр яңғыҙлыҡ тойғоһо юҡҡа сыҡҡанғамы, кәйеф күтәрелде.

– Шунан, нисек? Оҡшаймы ҡала?

– Оҡша-а-ай. Әйтәм бит, шаулы Өфөнән күпкә айырыла.

– Ә мин был ҡаланан. Бына инде нисәмә йыл бер-беребеҙҙе түҙәбеҙ. Урта йәштәге ир менән ҡатын кеүек. Элекке һоҡланыу ваҡыт-ваҡыт ҡалҡып сыға, был ҡаланы ҡай саҡ бөтөн завод торбалары менән бергә ҡосорҙай булам, ҡай саҡ күргем дә килмәй, мендәр аҫтында йәшенеп ятам. Ул да мине ярата, шикелле. Һәр хәлдә, ситкә тибәрмәй.

– Ҡалай ҡыҙыҡ сағыштырыу. Һин шағирмы әллә? – шешәнән шарап уртланым да, уны Марселгә һуҙҙым.

– Юҡ, мин ябай инженер. Бына, – ул аръяҡҡа ҡулын һелтәне, – ошо заводтарҙың береһендә көс түгәм. Ә һин?

– Мин – рәссам.

– Тимәк, ижад кешеһе.

– Ыхы. Заман шауында ҡаты ысынбарлыҡ һәм баҙар иҡтисадының донъя көрсөгө араһында ҡыҫылып ҡалған рәссам аҡтығы. Мин күберәк офис ҡомағы. Ирекле рәссамдар нимә теләй, шуны төшөрә, ә мин ни ҡушалар, шуны.

– Йәғни, ирек юҡ.

– О! Һин мине аңлайһың.

Беҙ йәнә йылға өҫтөнә төбәлдек. Инде ҡышҡы төн яурындарҙы хәстәрле әсәләй ҡалын шәле менән япҡан. Ә күк ап-аяҙ. Аръяҡтағы ҡала уттары туп-тура йондоҙҙар менән барып тоташа. Ғаләм сикһеҙ.

– Кейәүҙәһеңме? – Яңы танышымдың көтөлмәгән һорауынан ҡысҡырып көлөп ебәрҙем:

– Ю-уҡ! Мин нимә, шундай иҫәр кешегә оҡшағанмынмы?

– Ысынлап та. Юҡ. Кейәүҙәге ҡыҙ төн уртаһында таныш булмаған ҡалала яңғыҙы шарап асып торор инеме... Яңғыҙың икәнлегеңде тағы ҡайҙан белергә була, әйтәйемме?

– Әйт. – Марсель һуҙған шешәнән уртланым да башымды бер аҙ ҡырынайтып уға текәлдем. Ҡыҙыҡ. Тәү тапҡыр күрәм был кешене (ҡайһы саҡ төндәр буйы аҙаплаған сәйер төштәрҙе иҫәпкә алмағанда), ә үҙе менән аралашыуы шул хәтлем рәхәт.

– Һин шарапты һөрмә һауыты менән асырға йыйына инең. Беренсе һорау: ниңә штопор түгел? Икенсе һорау: нисек? Ә ҡалғаны аңлашыла – яңғыҙлыҡҡа күнеп бөткәнһең.

Был егеттең ауыҙынан бер минут эсендә яңғыҙлыҡ һүҙенең бер нисә тапҡыр яңғырауы миңә ниңәлер оҡшап етмәһә лә, етешһеҙлегемә төртөп күрһәткәндәй тойолһа ла, беҙҙә, йәғни “буйҙаҡ” ҡыҙҙар араһында киң таралған ысул менән бүлештем: оҙонса һөрмә һауыты шешәнең тығынын төпкә төртөп төшөрөргә ярҙам итә.

– Кәпәсеңдең дә суғы бар... Бәпәйҙәрҙеке һымаҡ. – Марсель мине өйрәнеүен дауам итте.

– Ыһы. Сумкала – Че Гевара. Кем икәнен беләһеңме? – Бына ғәжәп. Беренсе тапҡыр, шайтан, беренсе тапҡыр тышҡы ҡиәфәтемә ҡарата төрттөрөп әйтелгән һүҙҙәр ҡанымды ҡайнатманы, сығырымдан сығарманы. Йылмайтты. Бәпәйгә тиңләүе менән. Бүтән ваҡыт булһа, бер сәғәт самаһы ғына таныш булған был төптө ят егетте ошо һүҙҙәре өсөн ярҙан аҫҡа төртөп төшөрөр инем. Ә, бәлки, ул төрттөрмәйҙер. Һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар бит. Сәйер. Ул миңә хәҙер сит тә күренмәй.

– Беләһеңме, Марс, – ҡул сәғәтемә күҙ аттым, – инде һуң. Ә минең иртәгә иң яуаплы көн. Ярыштың беренсе һулышы. Һәм миңә был алышта мотлаҡ еңеп сығырға кәрәк. Был – минең бөтә йәшәүем мәғәнәһе. Мин киттем. Хәйерле төн һиңә!

– Туҡта. Кем тинең?

– Марс... Исемең шулай бит һинең?

– Ҡыҙыҡ, миңә быға тиклем бер кем дә улай өндәшмәй торғайны.

– Бына һиңә! Ошолай ябай ҡыҫҡартып әйтергә береһенең дә башына килмәнеме ни? – Мин сумкамдың ҡайышын төҙәттем, кәпәсемде йүнәттем.

Марселдең тауышында ҡапыл хәүеф ишетелгәндәй итте, хафа тулы күҙҙәрен миңә төбәне:

– Һин бит миңә хатта исемеңде лә әйтмәнең.

Ысынлап та. Марсель бит миңә танышыуыбыҙҙың тәүге минуттарында уҡ шул хәтлем яҡын күренде. Шуға исемемде әйтеүҙе кәрәк тә тапмағанмын, ахыры.

– Зөһрә мин.

– Һин – Зөһрә. Ә мин – Марс. Ҡыҙыҡ, эйеме. Йыһандың ике планетаһы.

– Зөһрә планетамы ни? Ул бит айҙағы яңғыҙ ҡыҙ.

– Иҫәркәй, үҙеңдең исемеңдең ни аңлатҡанын да белмәйһеңме әллә?

– Юҡсы. – мин, китергә йыйынған еремдән, кире рәшәткәгә һөйәндем.

– Һөйлә.

– Етем ҡыҙ Зөһрә тураһында риүәйәтте моғайын да беләһеңдер бит.

Мин баш ҡаҡтым. Ә Марс күҙҙәремә көлөмһөрәп ҡарап, дауам итте:

– Уны бит Ай түгел, ә ҡояшҡа иң яҡын торған, шуға ла иң яҡты йондоҙ үҙенең нур-таҫмаһын һуҙып тартып алып, Айға мендереп ебәрә. Шуға ул йондоҙҙо Зөһрә йондоҙ тип атайҙар. Икенсе исеме лә бар уның. Венера. Әйткәндәй, Венера менән Марс бер-береһенә яҡын тора. Ҡояш системаһын ҡараһаң, уларҙың араһын беҙҙең Ер планетаһы ғына айыра.

– Оһо! Ай-һай, һин миңә ялғанлағаныңдыр, инженермын, тип. Астроном һин. Халыҡ ижадын өйрәнгән астроном.

Беҙ икебеҙ ҙә күңелле итеп көлөп ҡуйҙыҡ, һәм уның тауышы ҡапыл етдиләнде:

– Әйҙә иртәгә ошо урында миңә йәшәүеңдең мәғәнәһе булған алыштың нисек башланыуы хаҡында һөйләрһең.

– Ярай. – Мин ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына баш һелктем дә таш һикәлтәләр аша ҡала урамына йүгерҙем. Артыҡ хәрәкәт, артыҡ ишара, артыҡ һүҙ – ҡапыл хасил булған был тылсымдың юғалып ҡуйыуынан ҡурҡтым, һушым китеп ҡурҡтым.

* * *

– Һаумыһығыҙ, хеҙмәттәштәр! Мәртәбәле бәйгебеҙҙә ҡатнашыусылар! – костюмының яғаһында ҡәһүә табы ҡатып ҡалған генераль директор итләс устарын усҡа һуғып, беҙгә өндәште:

– Мин бөтәгеҙҙе лә имен-аман килеп етеүегеҙ менән ихлас тәбрикләйем һәм сәмле ярыштың беренсе көнөн асыҡ, тип иғлан итәм!

Ул, башын ҡырын һалып, ихлас йылмайып, алҡыштар тынғанын көттө лә, дауам итте:

– Аңлауығыҙса, был беҙҙең компаниябыҙ тарихында бик мөһим һәм яуаплы ваҡиға. Сөнки компаниябыҙ яҙмышы бөгөн тулыһынса һеҙҙең, эйе, һеҙҙең һәләтле оҫта ҡулдарығыҙҙа. Ни өсөнмө? Беҙгә артабанғы үҫеш, артабанғы бейеклек, донъяуи кимәлгә сығыр өсөн тап халыҡ-ара кимәлдә беҙҙең кеүек компаниялар араһында үткәрелгән бәйгене еңеп сығырға кәрәк. Ә төп еңеү ҡоралы нимә? Дөрөҫ: яҡшы реклама! Пиар! Бөтә донъя шуға ҡоролған бөгөн! Шуға күрә, һеҙҙе, хөрмәтле хеҙмәттәштәр, илебеҙҙең ҡалалары, төбәктәре буйлап таралған филиалдарҙан ошонда туплауыбыҙ осраҡлы түгел. Был – бәйге. Конкуренция көслө. Тик бер төркөмдөң генә проекты һайлап алыу турынан үтеп, халыҡ-ара бәйгелә беҙҙең компаниябыҙ намыҫын яҡлаясаҡ. Беҙ – оло маркетинг иленә реклама роликтары тәҡдим итеүсе күренекле ойошма. Тимәк, беҙҙең рәттәрҙә рәссам-дизайнерҙар ҙа, уларҙың ҡылҡәләм осонан ағылып сыҡҡан матурлыҡты төшөрөүсе, йыйыусы, монтажлап, реклама ролигына әҙерләүсе белгестәр ҙә бар. Бәйгегә бойороҡ килеп төшкәс, беҙ һәр бер филиалға үҙ эштәренең оҫталарын һоратып хат ебәрҙек. Һәм һеҙгә, хөрмәтлеләрем, төркөмдәргә, командаларға бүленеп эш итергә тура киләсәк. Рәссам-дизайнерҙар үҙ эшен, йыйыусы монтажлаусылар үҙенекен башҡарасаҡ – был күмәк көс менән бер проектты тәшкил итәсәк. Теүәл өс аҙнанан тап ошо залда реклама роликтарының исем туйы үтәсәк. Йәғни, халыҡ-ара бәйгенең һайлап алыу туры. Еңеүсе проект алға юлланасаҡ. Аңлашылдымы?

Кемдер юғарыға ҡулын сөйҙө:

–Ә реклама объекты нимә һуң?

Генераль директор йүгереүселәргә старт биргәндәй ҡулын һелтәне һәм интерактив таҡтала үтә күренмәле быяла сынаяҡҡа ҡойолған ҡуян ҡанылай ҡыҙғылт сәй хасил булды. Хатта ҡул сабып ебәрҙеләр.

Мин бер ни тиклем ғәжәпкә ҡалдым. Сәйгә реклама роликтарын үҙәк каналдарҙан күргән бар. Тимәк, беҙҙең проект унан бөтөнләйе менән айырылып торорға тейеш. Шундай ябай объектҡа – ҡатмарлы эш.

 

Ижади төркөмдәргә бүленеп, бөгөнгө беренсе көн ошонда тамам булғас, барыһы ла ҡунаҡханаға ашыҡты. Мин генә офистан сыҡтым да, аптырап ҡалдым. Кискә тиклем әллә күмпе ваҡыт бар. Ә кисте еткерге килә. Бәлки, күргәндәрем төптө бер төштөр? Улай тиһәң, сумкала теге шешәнең тығыны ята. Инде уны анау күренгән сүп кәрзиненә ырғытһам, кисәге тылсым бөтөнләй юғалыр төҫлө.

Йоҙроҡтарҙы төйнәргә лә кисте көтөргә. Номерға ҡайтырға ла юрғанды баштан-аяҡ ябынып ятырға. Был ысул миңә бала саҡтан алып тоғро ярҙам итә.

…Йомшаҡ түшәккә тән тейеү менән күҙҙәр оҙаҡламай йомолдо һәм Морфей батшалығы мине үҙ ҡосағына алды.

Ҡайҙан килә был тауыш? Ҡолаҡты ярып алып бара. Көс-хәл менән күҙемде астым. Бына һиңә! Пәрҙәләре ҡоролмаған тәҙрә артынан миңә инде төнгө ҡала ҡарай. Ә тумбочкалағы телефон ярыла яҙып тауыш бирә, үҙенең ярһыуына үҙе түҙмәгәндәй, тегеләй-былай борғолана. Йоҡонан айный алмаған аңыма тәүҙә “Марсель!” тигән уй килде. Уға эске тауыш ҡаршы төштө: “Ул һинең турала исемеңдән һәм һөнәреңдән башҡа бүтән бер нәмә лә белмәй, иҫәр”.

Дисплейҙа “МАРИНА” тигән яҙыу яна ине.

– Ало!

– Эйе, Марина, тыңлайым.

– Трубкаңды ла алмай нишләйһең унда? – яуапҡа ауыҙымды ла асып өлгөрмәнем, әхирәтем үҙ һорауына үҙ яуабын табып та ҡуйҙы: “йә Хоҙайым, егет таптыңмы?”

– Ҡалай иҫәр һорау. Йоҡлап киткәнмен. Егеттәрҙән дә яуаплыраҡ эш ул.

Ныу йәнгә тейә тағын был ҡыҙ! Шунан иҫкә Марс килеп төштө. Шайтан, тышта ҡараңғы төшкән бит инде, ваҡытты ла белмәйем, көтөп-көтөп ҡайтып китте микән? Ниҙер һөйләгән Маринаны бүлдерергә мәжбүр булдым:

– Ғәфү, Марин. Бер мөһим эш бар. Әйҙә иртәгә һөйләшәйек.

– Тағын йоҡларға ятаһыңмы? – трубканың теге осонан ышанмай ғына һораны Марина.

– Мөһим осрашыуға һуңлайым. – Әхирәтемдең йәнә ҡолаҡ тондорғос сәрелдәрен белеп ҡыҙыл төймәгә баҫа һалдым. Сәғәткә күҙ һалғас, әҙерәк тынысланғандай иттем – артыҡ һуң түгел ине әле.

Яр буйына етәрәк йөрәк йәнә дарҫлап тибергә кереште. Туҙғыған сәстәрем бышлығып ҡыҙарған сикәләргә йәбешә, кипкән ирендәргә һырый. Ә урынында булмаһа? Ә килмәһә? Килеп тә, көтөп-көтөп, ҡайтып китһә?

Фонарь яҡтыһында ҡар бөртөктәре бейей. Ашҡынып-шашынып. Минең күкрәк ситлегенә һыймай тулаған йөрәк төҫлө. Йылға аръяғында кисәгеләй төнгө ҡала емелдәй. Ә ул юҡ. Яр буйы буп-буш.

Үҙемдең тыныма үҙем сәсәп туҡтап ҡалдым. Әлегә миңә бөтөнләй ят булған ҡала бөтә яңғыҙлығы менән елкәләремде баҫты. Мине ҡарлы ергә ҡуша иҙергә итте, шикелле. Аяҡ аҫтындағы таш һикәлтә тупһаларының береһенә лыпын ултырҙым.

Шулай ҡойолоп төшөүемдең сере үҙемә лә аңлашылмай ине. Ул бит миңә бер кем дә түгел. Тик шул күҙҙәре – ике йондоҙсоҡ. Йәнде өтөп алып бара.

– Шунан, ярыш көнө нисек башланды? – Ҡапыл яңғыраған тауышҡа һиҫкәнеп китеп, һикереп торҙом да тигеҙлекте тота алмай, ялп итеп ергә түшәлдем дә яттым. Йондоҙло күк өҫтөмә түңкәрелде. Әллә йондоҙҙары ҡойола, әллә һаман ҡар яуа.

Ҡаршымда Марселдең ҡобараһы осҡан йөҙө пәйҙә булды:

– Зөһрә! Имгәнмәнеңме?

– Юҡ шикелле. – Көслө ҡулдар ныҡлы матҡып, мине ергә баҫтырҙы. Әле генә инде юғалттым, тигән таныш булмаған танышым минең ҡаршымда тора. Шундай яҡын үҙе. Йыш-йыш тын ала, ә ҡулдарын һаман минең билемдән алмаған. Бына бер шуҡ ҡар бөртөгө бейеп-бейеп уның оҙон керпектәренә һырылды. Ҡунды ла ирене. Күҙҙәренән сәселгән осҡон ипкененә түҙә алманы, шикелле.

Тынлыҡты боҙоп, ихлас көлөргә тотондом. Күҙ асып йомған арала булған хәл теҙмәләре мине шул хәтлем күңелләндергәйне. Миңә Марс та ҡушылды.

 

* * *

– Тормош шундай күңелһеҙ миңә. Таң ата ла кис була. Эш, эш, ял. Дуҫтар. Һыра. Әллә ниҙә бер ауылға, атай-әсәй янына ҡайтып әйләнәм. Ә былай, бөтөнләй үҙем хаҡында һөйләргә әйбер юҡ.

– Ә йөрөгән ҡыҙың? – Тел осонда баянан бирле ҡысытып торған һорауым үҙенән-үҙе ысҡынды. Беҙ яҡындағы сәйханаға йылынырға ингәйнек. Марсель сәйенә шәкәр ҡойҙо ла сәйер йылмайып, миңә текәлде:

– Бар ине берәү. Миңә, иркемә, фатирыма артыҡ дәғүә итә башлағас, ҡастым. Мине үҙгәртергә тырыша ине бигерәк. Тәмәке тартма, үпкәң серей. Эштән һуң һыра эсмә, ҡорһағың бүлтәйә. Һәм башҡалар. Сәйер кеше, ти торғайны миңә. “Һине минән башҡа кем аңлаһын да кем түҙһен, һинең бит үҙ тараҡандарың”, тип тылҡырға ярата ине. Һәм беҙ уны фатирҙан ҡыуып сығарҙыҡ.

– Кем ул “беҙ”?

– Мин һәм минең тараҡандарым.

Көлөүҙән саҡ эҫе сәйемә быуылманым:

– И-и-и, бахыр. Һөйләп ултыраһың шунда кеше ышандырып. Әйтерһең дә, һин иллене уҙған яңғыҙаҡ ир уртаһы. Нисә йәш һуң һиңә?

– Ни бары егерме дүрт. – танышым ҡашын йыйырҙы, – ниңә мин дә мин? Хәҙер һинең сират. Һөнәреңә ҡарағанда, һөйләр әйберең күп булырға тейеш. Үҙең дә баш ҡаланан. Унда ни, тормош гөрләй. Был күп милләтле, күп заводлы ҡала һымаҡ түгел инде.

– Әйттең хәбәр. Ябай Өфө ҡыҙымын мин. Атай дүрт йәшемдә йөрәк өйәнәгенән ҡапыл вафат булды. Әсәйем шулай ике ҡыҙы менән яңғыҙ ҡалды. Апайым минән ун биш йәшкә оло. Шуға ул гел уҡыуҙа булды, аҙаҡ инде кейәүгә сығып Башҡортостандан олаҡты. Гимназия, аҙаҡ университет. Бәләкәйҙән ҡылҡәләм бейетәм. Һуңғы курстарҙа уҡығанда, үҙ теләгем менән башҡа сыҡтым – фатир төшөрәм. Эшкә индем шунан. Үрләгем, бер кемгә лә буйһонмайса ғүмер һөргөм килә. Дуҫтарым әҙ, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Әсәйем айырым йәшәй. Ул да минең кеүек ҡаты һәм үҙаллы. Байрамдарҙа күрешәбеҙ. Эшебеҙ күп. Иҫке генә Опель Омегам бар. Фатирҙа гел һүрәт төшөрәм. Ялдарым шулай үтә. – тағын нимә әйтергә белмәй, туҡталып ҡалдым. Икенсе көн генә таныш булған кешегә үҙем артыҡ һөйләргә яратмаған тормошом хаҡында бәйән ҡылыуым үҙемә лә сәйер тойолдо.

– Үҙең теләп алған яңғыҙлыҡ. – Артыҡ уйсан ине Марс.

– Яңғыҙлыҡмы, әллә ирекме? – тип йылмайҙым мин. Сөнки ошо бойондороҡһоҙлоғом үҙемә шул тиклем оҡшай ине.

– Ә ҡартайғас ни эшләргә уйлайһың, ирек һөйөүсән бәндә? – Марсель йәнә һорау яуҙырырға кереште.

– Хаҡлы ял аҡсаһын йыйып барырға ла, диңгеҙ күреп, ярында ултырып, шарап уртлай-уртлай тулҡындарын ҡағыҙға төшөрөргә. Шунан ҡайтып бер аҙ йәшәгәс, “тәнемде күммәгеҙ, ә крематорийҙа яндырығыҙ”, – тип васыят яҙып үлергә.

“Бына бөтәһе лә ҡайһындай ябай”, – тигән кеүек, ҡулдарымды йән-яҡҡа йәйҙем.

– Кемгә? Кемгә яҙырһың һин васыятыңды, эргәңдә бит бер кем дә булмаясаҡ! – Марс көлөп ебәрҙе. Әллә ниндәй ҡолаҡҡа ятмаған әйбер һөйләүемде тойоп, үҙем дә көлә башланым. Һуңғы бер-ике сәғәттә минең икенсе, юҡ, өсөнсө ҡабат ихлас, сикәләр талғансы, эс ауыртҡансы көлөүем ине был. Үҙемә-үҙем аптырайым.

– Диңгеҙгә барыр булһаң, мине лә ал. Минең дә диңгеҙҙә булғаным юҡ.

– Нисе-ек? – ҡапыл икебеҙ ҙә бер-беребеҙҙе һүҙһеҙ аңланыҡ һәм легендар һүҙҙәрҙе бергә, бер тауыштан ҡабатларға тотондоҡ:

– Күктәрҙә бит бөтә хәбәрҙәр тик диңгеҙ хаҡында. Уның шундай сикһеҙ һәм мөһабәт булыуы тураһында... Ҡояш байышы хаҡында... Шул ҡояштың тулҡындарға сумған саҡта ал ҡан төҫөнә инеүе тураһында... Улар бит диңгеҙҙең ҡояшты урлап, бар яҡтылыҡ көсөн үҙенә йотоуын тойғандар... Һәм ул ут тәрәндә тын ғына янып бөткән... Ә һин? Ни әйтерһең һин уларға? Һинең бит бер тапҡыр ҙа диңгеҙ күргәнең юҡ. Унда, күктә, һине бит иҫәүән тип нарыҡлаясаҡтар...

– Яратҡан фильмым.

– Минең дә!

– Тә-әк, тағын нимә яратаһың, иптәш инженер?

– Трамвайҙа йөрөргә. Ҙур тәҙрәләре аша ҡаланы күҙәтәм. Трамвай – ул гүйә ҙур аквариум, ә мин әҫәрләнгән балыҡ. Шунан йәшел алма. Ямғыр, ҡар, ырашҡы аҫтында урам ҡыҙырыу. Музыка. Ниңә йылмаяһың? – йотлоғоп китеп, үҙе хаҡында бәйән иткән еренән Марс ҡапыл туҡтап, миңә текләне.

– Тик. Һин әле минең хаҡта һөйләйһеңме, әллә үҙең хаҡындамы, аңлай алмай ултырам.

– Оһо! Беҙ бит фекерҙәш! Тәк. Иптәш рәссам. – Марс миңә өҫтәл аша ҡулын һуҙҙы. – Икенсе көн генә таныш булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, бер тәҡдимем бар. – Минең ҙур асылған күҙҙәрҙе күрепме төҙәтергә ашыҡты. – Юҡ, ҡурҡма, кейәүгә саҡырмайым. Беҙ был ябай нәмәнән өҫтөн. Әйҙә, минең дуҫым бул.

Бар булмышымды бығаса кисермәгән тойғо ялманы. Ҡолаҡтарға, сикәләргә ут ҡаптымы ни. Һауа етмәй, ә үҙем осоп барам, төҫлө. Йәнә уттар бейегән шул күҙҙәргә текәлдем:

– Ә килешмәһәм ни була?

– Мине лә, үҙеңде лә мәңгелек яңғыҙлыҡҡа, тирә-йүндең аңламауҙарына дусар итерһең. Беҙ бит бер-беребеҙҙең сәйерлектәрен һүҙһеҙ аңлайбыҙ. Ҡартайғас, диңгеҙ күрмәҫбеҙ. Һәм! – Марс һуҡ бармағын өҫкә күтәрҙе:

– Һинең һыуыҡ тәнеңде кем крематорийға опелеңә тейәп алып барыр?

– Ярай, ярай! Күндерҙең! Мин риза!

Килешеүҙе раҫлап, фарфор сынаяҡтар сәкәшеүенән яралған сың күрше өҫтәл артындағыларҙы беҙҙең яҡҡа аптыраулы ҡараш менән баштарын борорға мәжбүр итте. Беҙ көлөп ебәрҙек.

– Һантыйҙар. Кем сәй һалынған сынаяҡ сәкәштерә?

– Беҙ.

Тағын көлөү яңғыраны.

3.

Инде өсөнсө сынаяҡ ҡәһүә. Ә илһам килмәй. Баш буп-буш. Уйҙар әллә ҡайҙа, йә теге йылға буйында, йә Өфөлә осоп йөрөй. Кем нимә менән шөғөлләнә, этем белһен. Күрше ҡала филиалынан рәссам-дизайнер, минең алмашсым Айрат телефонына сумған, шулай уҡ өсөнсө партнерыбыҙ Эльвира тырнағын буяй, ә реклама ҡороусы программистар һәм монтажсыларға беҙҙең һүрәттәр булмағас, эш тә юҡ – эргәләге сауҙа үҙәгенә тайғандар.

Ҡәләмдәрҙе ослап бөткәс, алдыма сәселгән ҡабыҡтарҙы сүп биҙрәһенә ырғытып урынымдан торҙом. Инде телефонынан айырылып, тәҙрәнән ҡағыҙ самолеттар осорорға керешкән Айрат та, икенсе ҡулындағы тырнаҡтарына күскән Эльвира ла миңә һораулы ҡараш атты.

– Хеҙмәттәштәр. Бушты бушҡа ауҙарыуҙы туҡтатырға тәҡдим итәм. Ваҡыт бит самалы. Илһам сығанағының үҙе осоп килгәнен көтөп ултырһаҡ, ярыҡ кәритәлә тороп ҡаласаҡбыҙ. Беҙҙән һүрәттәр, әлегә, бөгөнгә эскиздар булһа ла кәрәк. Кемдә ниндәй уй-фекер? Ниндәй күренеш?

– Э-э... Мәҫәлән, иртә. Герой йоҡоһонан уяна, ҡулына сынаяҡ тота... – Эльвира әйтеп бөтөрә алманы.

– Ныҡ, ныҡ ябай! – Айрат килеп янға ҡунаҡланы.

– Бәлки, сәй геройға мөхәббәтен табырға ярҙам итер?

Был юлы түҙмәнек, Айрат менән икебеҙ бер юлы тауыш бирҙек:

– Эльвира-а! Үҙәк каналдарҙа бындай рекламалар шығырым тулы!

– Эйе, әммә улар бит тере кешеләр менән төшөрөлгән тере видеороликтар. Ә беҙҙең һүрәт аша буласаҡ!

Был эш көнө лә буш ҡағыҙҙар папкаһы һәм беҙ кеүек осланған ҡәләмдәр менән тамамланды.

 

Номерға ҡайтып кейемемде лә алмаштырырға өлгөрмәнем, телефон шылтыраны. Дисплейына күҙ ташлағас, эсемдән уфтаныуға оҡшаған ауаз урғылды. Эрэр. Эш барышын белешергә итә инде. Ни әйтергә? Мең уйҙар менән ҡайнаған башымды эйеп, бер аҙ торғас, йәшел төймәгә баҫтым:

– Ало. Хәйерле көн, Эр... Райман Русланович.

– Сәләм, Зөһрә. Эштәр барамы?

– Бара... – Тағын нимә әйтергә белмәй, туҡталып ҡалдым.

– Идеялар бармы?

– Бар... Буласаҡ.

– Ҡара уны... Төркөмөңдә барыһын үҙ ҡулыңа ал, лидер бул. Ауыҙыңа ҡарап торһондар. Аптыраңҡырап йөрөһәң, идеяларыңды ла урларға күп һорамаҫ улар. Ҡаты бул. Ә былай хәлдәрең нисек?

– Яҡшы. – Быныһында мин ялғанламай инем. Марс менән хәҙер осрашырға тейешбеҙ.

– Ни эшләп минең хәлдәремде һорамайһың? – Ҡапыл бирелгән һорауға бөтөнләй юғалып ҡалдым.

– Ә нимә, Райман Русланович, ябай хеҙмәткәрҙең босстың хәлдәре менән ҡыҙыҡһынырға хоҡуғы бармы икән?

– Бына тап һинең ҡулың менән төшөрөлгән проект еңһә, бүлек мөдире итәм. – Һөйләшеү барышындағы ҡатҡыл тон ҡапыл дуҫтарса күңелсәккә әйләнде.

– Борсолмағыҙ. Еңермен.

Үҙемде бүлек мөдире вазифаһында күҙ алдына килтереү менән эсемә йылы ғына һары май төшөп ятҡандай булды.

 

* * *

– Юҡ идея. Аңлайһыңмы? Юҡ! Инде нимә эшләргә лә белеп булмай. Сәй хаҡында бит рекламалар тулып ята. Нимәгә генә тотонһаң да ҡабатлау һымаҡ килеп сығып тик тора! Әйтмәйем, режиссерлыҡ булһа. Актерҙар менән эш итһәк. Ә беҙ бит рәссамдар. Бар ҡоралыбыҙ – ҡәләм. Һүрәттәрҙә бар сюжет ятырға тейеш. Һы! – Атлап китеп барған еремдән түҙмәй бер-ике һикереп алдым.

– Борсолма улай. Ҡара әле! – Марсель йән-яҡҡа ҡосағын йәйҙе, – Ҡара әле, ниндәй ҡала! Ниндәй көн! Ҡыш яҙға табан тәгәрәп китеп бара. Бына был аркалар, урта быуат архитектураһы илһам килтермәйме ни?

– Уларҙың сәйгә ни ҡыҫылышы? – ҡулдарҙы куртка кеҫәһенә тыҡтым да иренемде турһайттым.

Әммә Марс ихласлап минең кәйефте күтәрергә ҡарар итте шикелле, күктә тәгәрәгән артыҡ йомарт ҡыш ҡояшы менән бергә йылмайып, ҡулдарымды кеҫәләремдән алып, үҙенең устарына йомдорҙо. Ҡапыл үҙемдә кәйеф тигән мыжыҡ нәмәнең күтәрелә башлауын тойҙом. Ниндәйҙер алтынсы тойғо менән был көндәрҙең ҡабатланмаҫын һиҙә инем.

Ҡулдарымды ҡулынан ысҡындырмаған дуҫыма йәшерен генә ҡараш атам. Шундай асыҡ, күңелле ҡарай уның күҙҙәре. Үҙе лә атламай, оса төҫлө. Танышҡандың беренсе минуттарындағы яр буйында торған яңғыҙ һәм һағышлы Марс, тимәҫһең. Сәбәбен уйлағым да, асыҡлағым да килмәй. Сөнки үҙемә лә рәхәт. Тәүгә бындай тойғолар ҡошоноң йөрәк ситлегемә ҡунған сағы.

Ә ҡыш, ысынлап та, яҙға тартырға уйлаған шикелле. Тура ҡарап булмай, ҡояш бурандар мәлендә ерҙе шундай һағынған, йылыһы куртка эсенә үтеп инеп, һөйәктәргә тиклем барып етә.

Атлай торғас, ҡала уртаһындағы майҙансыҡҡа барып сыҡтыҡ. Йәй көнө бында фонтан урынлашҡан, ахырыһы. Әле ул йән-яҡҡа торбаларын ипһеҙ тарбайтып, тынып ҡалған. Уйҙарымды уҡығандай, Марс телгә килде:

– Эйе, бында йәйен фонтан урғыла. Неон уттарын тоҡандырһалар, күҙҙең яуын алырлыҡ.

– Өфөлә лә бар ундай матурлыҡ. Салауат Юлаев майҙанында. – Ҡапыл тыуған ҡалам иҫемә төштө, һағыныуымдан тамағыма төйөр тығылғандай итте, уны көскә йотоп ебәрҙем.

– Бер ҙә күргәнем юҡ.

– Кил дә күр.

– Ҡунаҡҡа саҡыраһыңмы? Ай-һай, еңеп ҡайтып, карьера баҫҡыстары буйлап үрләй башлаһаң, оноторһоң әле. Был ҡаланы ла, мине лә. Йә диңгеҙгә осорһоң.

– Һин нимә-ә? – Аптырап, Марсҡа әйләнеп ҡараным. Бая ғына йылмайған күҙҙәр моңһоу ҡарай ине. Ҡарашын йәшереп маташа, етмәһә.

– Онотмам. Беҙ бит диңгеҙгә икәү барырға һөйләштек, иҫләмәйһеңме әллә? Һүҙ бирәм. Онотмам.

Ул өндәшмәне. Бары эскерһеҙ йылмайып күҙҙәремә тултырып ҡараны. Тертләп киттем. Күңелемдең йоҡлап ятҡан ҡайһылыр өлөшө йәнә уянып, йөрәкте саң ҡағырға мәжбүр итте. Дөпөлдәүе тирә-йүнгә, Марселдең үҙенә лә ишетелә, ул шуға йылмая һымаҡ күренде. Бар тәнем буйлап электр тогы йүгерҙеме ни. Тағын Ер әйләнешенән туҡтай төҫлө. Тағын был ҡараш мине йыһан киңлегенә әйҙәй. Был кисерештәремде түкмәй-сәсмәй Маринаға һөйләп бирһәм, ул һис шикһеҙ миңә “ғашиҡ булғанһың”, тип диагноз һуғыр ине. Әммә мин үҙем бөтөнләй был уй менән килешмәйсә, баш тартам. Ғашиҡ булыу кеүек ябай тойғо түгел шул был. Минең бит Марсты ҡосаҡлағым да, үпкем дә килмәй. Ни бары магниттай уға тартыламын. Биш минутҡа ғына булһа ла күреп һөйләшһәм, әллә нимәгә тулай башлаған күңел урынына ултыра ла ҡуя.

Бына бөгөн дә. Алда – тулы ял көнө. Деү килеп хәбәр һатмай, ҡай саҡ былай ғына йәнәшә атлаһаҡ та, беҙгә күңелле ине. Донъя шундай түп-түңәрәк тойола был саҡта. Тормоштоң мәхшәре, көндәлек ығы-зығылар, идея тыумауы, ҡунаҡханалағы йыйыштырыусының инде әллә нисәнсе көн ванна бүлмәһен яҡшылап йыумауы – барыһы, барыһы ла шундай ваҡ күренә башлай.

Ысын дуҫлыҡ, тигәнең ошолор ҙа.

– Беләһеңме, Зөһрә. Мин һиңә хәҙер бер сер асам. Тик уны башҡаларға әйтмә, йәме. Был серҙе беҙҙең һымаҡ хыялый һантыйҙар ғына белергә тейеш.

Беҙ йәнә таныш сәйханала. Был юлы сынаяҡтар үтә күренмәле фарфорҙан. Сәйҙең бар матурлығын лампанан төшкән нурҙар шунда йыя.

– Ҡара. – Марс телефонын өҫтәлгә һалды ла сынаяҡты дисплей өҫтөнә терәне. Дуҫымдың ишараһы буйынса үрелеп, сынаяҡ эсенә күҙ аттым, һәм ғәжәпләнеүемде йәшермәйсә бар бинаға “оһо!” тип оран һалдым.

Башҡалар йәнә аптырап беҙҙең яҡҡа күҙ атты. Беҙҙе инде танып өлгөргән официант, тағын йылмайып, башын сайҡаны. “Был ике иҫәр бөгөн тағын нимә уйлап сығарҙы”, – тигәнерәк уйҙары йөҙөнә сыҡҡайны.

Ә ғәжәпләнерлек урын бар ине. Үтә күренмәле сынаяҡ төбөнән телефон дисплейындағы һүрәттәр, яҙыуҙар бөтөнләй икенсе төрлө тойола. Күҙ алдында һыу аҫты донъяһы асыламы ни! Ябай төҫтәрҙә мең-мең нурҙар сағыла. Телефондағы яҙыуҙар, һүрәттәр сәй тамсылары ярҙамында күҙҙең яуын алып сайҡала.

– Һин – бәпәй, Зөһрә. – Онотолоп киткән еремдән, һиҫкәнеп, башымды күтәрҙем. Марс эйәгенә таянған да, мине күҙәтә ине. Ирен ситтәрендә таныш йылмайыу уйнай.

– Ә һин – тылсымсы, – тип уға яуапҡа йылмайҙым мин.

Мин – бәпәй. Нисек, ҡасан балаға әүерелдем әле мин йәнә? Атайһыҙлығым шауҡымы – ул күҙ алдымда донъя ҡуйғас, ил өсөн бик еңелдән булмаған туҡһанынсы йылдарҙа әсәй һәм апай менән яңғыҙ тороп ҡалыуыбыҙ, аҡсаһыҙлыҡ минең бик иртә балалығымды ҡыҫырыҡлап сығарғайны. Әсәйем дә шулай өйрәтте: хыялланып йөрөмә, ҡаты бул, үҙ-үҙең өсөн яуап бирергә өйрән, үҙ һүҙең булһын, тип тәрбиәләне. Шуғалырмы, мин гел яңғыҙ, ҡырағай һәм ҡырыҫ инем. Балалар баҡсаһында уҡ уйынсыҡтарымды тартып алырға ҡыймай торғайнылар, сөнки бының ни менән бөткәнен һәр кем үҙ елкәһендә татып өлгөргәйне инде. Гимназия, ары университет тормошонда ла дуҫтарым күп булманы. Йәштәш ҡыҙҙар алһыу йырҙар тыңлап, донъяға алһыу күҙлектәр аша баҡҡан саҡта, мин күпселек ваҡытта уйсан һәм етди инем. Бар белгәнем һүрәт төшөрөү булды. Яңғыҙ, тигәс тә, бөтөнләй ала ҡарға түгел инде. Дуҫтар, тигәндәрем бик сикләнгән кеше төркөмө ине. Ялтырауыҡ, буш ҡыуыҡ булмаған, минең кеүек донъяға икенсе күҙлек аша баҡҡандар йыйылған ине янымда. Беҙ гимназияла гел бергә йөрөр булдыҡ. Башҡалар ата-әсәләренән, уҡытыусыларынан йәшереп, “оло тормош” артынан төнгө клубҡа ашыҡҡанда, беҙ берәй рәссамдың күргәҙмәһендә, йә иһә берәй кеше йөрөмәгән урында ҡәләм бейетеп ваҡыт үткәрер инек.

Ә бына Маринаның тормошомда килеп сығыуы көтөлмәгәнерәк булды, әлбиттә.

Беренсе көн танышыуыбыҙҙы иҫләп йылмайып ҡуйҙым.

…Юғары уҡыу йортонда беренсе курстың беренсе айы. Сентябрь ҡояшы бейегәйеп киткән зәңгәр күк йөҙөндә ирәйеп ергә йылы өләшә. Паралар араһындағы “тәҙрә” ваҡытында стадионда алтын төҫкә сумған ҡайынды һыҙғыслап, мауығып китеп, сәғәт ярым ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалғанмын, ашыҡ-бошоҡ әйберҙәремде йыйып университет бинаһына йүгерҙем. Оло ишектән индем дә, бышлығып туҡтап ҡалдым, сөнки 203-сө аудиторияның ҡайҙа икәнен бөтөнләй ҙә белмәй инем. Ни эшләргә, тип аптырап торғанда артымда тыҡ-тыҡ килгән осло үксә тауыштары ишетелде. “Әһә, мәйтәм, хәҙер беләбеҙ кәрәкле мәғлүмәтте”. Әйләнеп, ауыҙымды ла асып өлгөрмәнем, һорауым ҡаршымда торған таныш түгел ҡыҙҙан яңғыраны:

– 203-сө аудиторияның ҡайҙа икәнен белмәйһегеҙме?

– Э-э. Мин шунда китеп бара инем былай ҙа. Һеҙҙән һорайым, тигәйнем.

Ҡыҙ сыңғырлатып көлөп ебәрҙе:

– Белһәмсе! – Шунан мине өйөрөлтөп ҡарап сыҡты ла, йылмайып, өҫтәне:

– Тимәк, беҙ бер төркөмдән. Мин Марина булам.

– Зөһрә. – Теләр-теләмәҫ кенә һуҙҙым ҡулымды. Сөнки алдымда мин инде әллә нисә тапҡыр күреп өйрәнгән ҡәҙимге теге алһыу күҙлекле ҡыҙҙарҙың шаблоны тора ине: бейек үксәле туфлиҙар, елберҙәп торған ҡыҫҡа күлмәк, беләккә эленгән, тыҡһаң кеше башы һыйырлыҡ ялтырап торған лаклы ҡара сумка, биленә тиклем төшөп торған сөм-ҡара тура сәстәр, һәм әлбиттә, биҙәнгән йөҙ.

– Беләһеңме, Зөһрә. Һынлы сәнғәт тарихынан уҡытҡан Зөлфиә Батыр ҡыҙы бик ҡатҡыл, тиҙәр. Һуңлағас, индермәҫ инде. Әйҙә, университет ашханаһында ултырып торайыҡ.

Көтөлмәгән тәҡдимдән аптырап ҡалдым. Ҡурсаҡ-ҡыҙ һәм ябай университет ашханаһы?

– Эйе-эйе! – Марина йәнә көлөп ебәрҙе, – мин университет ашханаһында туҡланам. Сөнки мин башҡалар кеүек үк ябай студент.

– Һин нимә, уйҙарымды уҡыйһыңмы әллә? – Ирекһеҙҙән йылмайырға мәжбүр булдым.

– Юҡ, аптырауың йөҙөңә сыҡҡан бит! – Марина мине ҡултыҡлап алды, – киттек әйҙә!

Әммә был ҡыҙҙың көтөлмәгән “бүләктәре” бының менән генә бөтмәй ине. Ашханала өҫтәл артына ултырғас, теге ҙур сумкаһынан һыулы салфеткалар эҙләргә кереште һәм мине тағын сикһеҙ ғәжәпләндереп, өҫтәлгә ярайһы ҡалын ғына Иосиф Бродскийҙың шиғырҙар томы сығып ятты. Булка сәйнәп ултырған еремдән, йәнә туҡталып, ҡарашымды бер китапҡа, бер пыр туҙып кәрәккәнен эҙләгән Маринаға йүнәлтәм. Бына, ниһайәт, эҙләгәнен тапты ла миңә лә ҡараш атты һәм йәнә көлөргә тотондо:

– Эйе. Бродский – яратҡан шағирым. Шулай уҡ Есенинды ла бик үҙ итәм, ә прозанан гел Булгаков һәм уның мистикаға һуғарылған әҫәрҙәре арбай. Шулай уҡ Пушкиндың йәш сағында яҙған әйберҙәре оҡшай. Беләһеңме, Пушкин бит үҙе хаҡында ғына яҙмаған. Шиғриәтендәге образдарҙың төрлөлөгө...

– Нимәһе ғәжәп, Марина, – мин түҙемһеҙләнеп бүлдерегә мәжбүр булдым:

– Һин һанап үткән әҙәбиәтселәр миңә лә оҡшай. Әммә мин барыбер һынлы сәнғәткә күберәк ғашиҡ.

– Мин дә. Эшләгән эшебеҙ, ашар ризығыбыҙ шул бит. Ниндәй рәссам күңелеңә яҡын һинең?

– Сальвадор Дали.

– О, ул миңә лә оҡшай.

Шулай итеп, танышып, яҡынлашып киттек Марина менән. Тышҡы ҡиәфәтенән иркә ҡурсаҡ-ҡыҙ һымаҡ күренһә лә күп уҡыған, бер урында тик тормаған, һаман белемгә ынтылған ҡыҙ, һәләтле ҡәләм оҫтаһы булып сыҡты ул.

Һәм бына, дуҫлығыбыҙ әле булһа ла дауам итә. Уның ваҡыты-ваҡыты менән мине игәп, минән зауыҡлы, үҙе әйтмешләй “гламурлы кейенгән ысын бизнес-леди” эшләргә теләп, ҡай ваҡыт һүҙгә килешеүебеҙҙе иҫәпкә алмағанда, беҙҙән дә яҡыныраҡ әхирәттәр юҡ донъяла.

Эйе, бәпәй тигән һүҙҙе Маринанан да йыш ишетергә тура килә. Әммә ул тышҡы ҡиәфәтемә генә ҡағыла ине. Әле килеп Марстың шулай тип әйтеүе мине ысын уйҙар даръяһында йөҙҙөрөп алып китте. Сөнки был һүҙ дуҫым ауыҙынан битәрләү булып түгел, ә нисектер иркәләү һымаҡ яңғырағандай тойолдо миңә.

* * *

Сәй. Башымды ҡырын һалып, йәнә үтә күренмәле сынаяҡта иртәнге ҡояш нурҙары балҡыған сәйгә текәлдем. Күҙ алдыма Марс менән кисә сәйханала тап ошондай сынаяҡтар аша телефон дисплейына ҡарап, иҫәрләнеп ултырғаныбыҙ килеп баҫты. Ҡапыл һикереп торҙом да, аҡ ҡағыҙҙарҙы алдыма йәйеп һалып, ҡәләм тотоп, өҫтәлгә эйелдем. Бер килке ваҡыт үткәс, әле генә буш булған ҡағыҙҙарҙа әлегә ҡәләм менән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә сыйғаҡланған сынаяҡ, тәҙрә, һәм унан ағылған ҡояш нурҙары, ҡалаҡ эргәһендә ятҡан телефон пәйҙә булды. Инде йәнә бер-ике минут уйланып, сәйнәлеп бөткән ҡәләм башын тешләп торғас, был күренешкә тере йән эйәһе етмәүен аңланым. Һәм йәнә ҡәләм ҡағыҙ өҫтәндә бейергә кереште.

Бирешмәҫлек булып, нисек кенә сат йәбешмәһен Ҡыш әфәнде, сая Яҙ ҡыҙының көләс йөҙө алдында ул теләр-теләмәҫ артҡа сигенергә мәжбүр ине. Минең был ҡалаға килгәнемә инде ике аҙнанан ашҡанда, асфальт юлдары асылған, ә яр буйы ала-сола булып ҡарҙан әрселә башлағайны. Яҙ ҡояшы елкәләргә төшөп ҡамасаулауына ҡарамаҫтан, көн оҙоно офиста тир түгәбеҙ, минең идеяны ижади төркөм бер тауыштан хуплап, барыбыҙ ҙа дөйөм көс менән янып барған проектты бойомға ашырыуға башкөллө сумдыҡ. Өҫтәлгә һибелгән эскиздар, ҡәләмдәр һәм гуаштар, тәмәке көлө менән тыңҡыслап тулған көлдөксә, көнөнә ун сынаяҡтан артыҡ эселгән ҡәүһә...

Эшләр эш көн кеүек асыҡ булғас, бөтәһе лә артыҡ йәнләнеп китте. Элек бигерәк яуапһыҙ күренгән Айрат менән Эльвира көн оҙоно баштарын да күтәрмәй ҡылҡәләм бейетә, монтажсыларыбыҙ Альберт менән Әлфиргә һүрәттәрҙе өлгөртөп кенә тор, уларҙан инде әҙер бер ролик ҡора ине егеттәр.

– Рәхмәт инде, Марс, шундай елле фекер бүләк иткәнеңә!

Бигерәк тә оҙаҡҡа һуҙылған дүшәмбе көнөнән һуң ҡала урамдары буйлап атлап киләбеҙ. Яҙ һулышы бөтөнләйе менән күңелдәребеҙгә лә, кейемдәребеҙгә лә үтеп ингән: икебеҙ ҙә пальтола, ялан баш. Марстың да үҙ эшенең тығыҙ мәлдәре: яҙға ҡарай, план тултырыр өсөн, әллә нисәмә проекттың осона сығып тапшырырға кәрәк. Ә минең командировка ваҡытымдың инде икенсе яртыһы башланды. Тиҙҙән – хәл иткес бәйге. Һәм, Өфө көтә. Еңһәм дә, еңелһәм дә...

Яҙғы алдаҡсы ел сәстәребеҙҙе туҙғыта, аяҡ аҫтында нәҙек боҙҙар ыңғырашҡандай тауыш бирә.

Мин ғәҙәттә булмағанса шат һәм ҡәнәғәт. Нисәмә көндәр туҡталып торған проекттың алға китеүе, идеяның шул тиклем күңелгә ятыуы шул хәтлем йөрәккә дәрт өҫтәй, анауы һәйкәл янына мен дә, тот та йырла ла ебәр!

Тик дуҫым ғына моңһоулана, ниңәлер. Элекке алсаҡ, дыуамал егет көндән-көн үҙ эсенә йомолғандай. Өндәшмәй ҙә хатта. Ҡабырғаһына төртә-төртә “ғашиҡ булдыңмы әллә? Нимә булды һинең менән?” тип ярым шаяртып, ярым хафаланып төпсөнөүем дә һөҙөмтә бирмәй. Күҙҙәремә тура ҡарап өнһөҙ йылмая ла ҡуя. Әле лә минең һикерә-һикерә уға рәхмәттәр уҡыуыма һүлпән генә йылмайыу менән сикләнде:

– Шатмын һинең өсөн, Зөһрә. Ҡасан видеороликты күрә алам?

– Бик тиҙҙән, Марс. Ә әлегә, теләйһеңме, һүрәттәрен күрһәтеп, үҙем һөйләп бирәм.

Уның яуабын да көтөп тормай эргәләге эскәмйәләрҙең береһенә планшетымдан сығарып, һүрәттәремде теҙергә керештем. Марс аҡрын ғына яныма килде, улар осоп китмәһен өсөн ҡайһы берҙәрен устары менән баҫты, ҡайһылары мөйөштәренә телефонын, тәмәке ҡабын, зажигалкаһын, сумкаһынан сыҡҡан китабын һалды. Һәм, ҡыҙыҡһынып һүрәттәргә күҙ атты:

– Оһо! Гуашь менән эшләнгәнме?

Баш ҡаҡтым да, һүрәттәрҙең ваҡиғалар үҫеше буйынса дөрөҫ һалынғанлығын тикшерергә була, мин дә уларға күҙ аттым:

…Ҡояштың иртәнге мәлгә генә хас яҡты нурҙарына сорналған бүлмәнең уртаһындағы аҡ япмалы өҫтәлдә үтә күренмәле сынаяҡҡа сәй ҡойолған. Ҡуян ҡаны һымаҡ ҡыҙғылт үҙе. Сынаяҡ янында таҫма менән бәйләнгән миләүшә сәскәләре бәйләме ята. Киләһе һүрәттә был күренештә арығанлығы, насар кәйефе йөҙөнә сыҡҡан ҡыҙ хасил була. Ул телефонын өҫтәлгә һелтәй ҙә сынаяҡҡа үрелә. Сәйҙе ирендәренә килтергән ваҡытта, телефон дисплейы тоҡана: кемдер шылтырата. Ҡыҙ телефонына эйелә лә, осраҡлы рәүештә сәйе аша күренгән дисплейға ҡарап, ҡатып ҡала: уның алдында һүрәттәр һәм һандар бейеүе ҡапыл ғәжәйеп бер донъяға әүерелә: ҡояш нурына сумған бейек өй түбәләре, зәңгәр күктә күпергән болоттар, алтын тамсыларын тирә-йүнгә сәскән фонтан, йәшел газондар... Ҡыҙ йөҙөнә йылмайыу ҡайта, ул был тылсымлы сынаяҡтан уртлай ҙа, ҡуян артынан ҡыуып килеп, ер ҡыуышындағы төпһөҙ тишеккә ҡолап, мөғжизәләр иленә эләккән Алиса шикелле, әле үҙе күргән төҫлө донъяға оса.

Тын ҡалып, һәр бер биттә һүрәтләнгән был “йәнһүрәтте” һәм ваҡиғалар үҫешенә текәлгән Марсель ниҙер иҫләгәндәй, ҡапыл башын күтәрҙе:

– Ә ни эшләп ул ҡыҙ яңғыҙ? Был донъяла уның сәйер дыуамаллығын һүҙһеҙ аңлаған хыялый дуҫы ҡайҙа?

Был көтөлмәгән һорау ине. Аптырап ҡалдым. Һәм яуап эҙләгәндәй, ҡағыҙҙарҙы йыйып, папкаға туплай башланым. Был юлы Марс ярҙам итмәне, эскәмйәгә ултырҙы ла тәмәке тоҡандырҙы. Эшемде бөтөп, янына ултырғас та миңә әйләнеп ҡараманы.

Мин дә ҡарашымды ул текәлгән яҡҡа йүнәлттем. Танышҡандың беренсе кисендәге күренеш: әлегә өнһөҙ һәм ҡара һыу ятыуы, ә аръяҡта йылғала өҙөлөп ҡалған ҡала тормошо дауам итә.

Ҡапыл һарыуым ҡайнаны, дуҫымдың был һорауы урынһыҙ һәм мәғәнәһеҙ тойолдо. Нисәмә көндәр тир түккән эште юҡҡа сығарыу ҙа инде был! Яңынан үҙгәртеү өсөн тағын күпме көс кәрәк! Ә исем туйы көнө инде үксәгә баҫып килә. Быларҙың бөтәһен дә әйтмәксе булып ауыҙымды асҡайным, Марсель тынлыҡты беренсе булып боҙҙо:

– Ярай, үпкәләмә! Былай ғына әйттем. Киттек.

– Ҡайҙа?

– Донъяны аптыратырға! – Дуҫым, күҙҙәренән миңә генә таныш осҡондар сәсеп, ҡаршыма килеп баҫты ла миңә ҡулын һуҙҙы.

* * *

– Оһо-һоо! Ҡалай мату-у-ур!

Беҙ туғыҙ ҡатлы өйҙәрҙең береһенең ҡыйығына менеп баҫҡайныҡ. Минең алдымда йәнә тағын бер һушты алырлыҡ донъя асылды. Дала ерендә урынлашҡан ҡаланың гүйә, иге-сиге юҡ, юҡ, был ҡала уттары түгел, ә тотош бер йыһан! Йондоҙҙары шундай яҡын, шундай эре, үрел дә өҙөп ал!

– Мин бында ла яңғыҙым йыш йөрөйөм. Күңелемә тынғы булмаһа, киләм дә ултырам. Үҙемде ошо сикһеҙлектең бер бәләкә-әй өлөшө итеп хис итәм. Нисектер тынысыраҡ булып ҡала. Беләһеңме, – Марс миңә ҡараш ташланы, – оло ҡалала яңғыҙ булыуҙан да ҡурҡыныс яңғыҙлыҡ юҡтыр. Ауылда әле ярай. Тәбиғәттең һәр өлөшө, һәр тере йәне һинең менән һөйләшә төҫлө. Ә бында бары тик таш диуарҙар ғына, һиңә нимә кәрәк, тигәндәй өҫтән генә тәкәббер ҡараш ата. Иртән күҙеңде асаһың, йөрәк итеңде ниндәйҙер йәнлек тырнап ала. Ә тәҙрә артында йә ҡар, йә ямғыр. Йә икеһе бер юлы. Кисәгенән ҡалған ҡарабойҙай бутҡаһын йылытып ашап, ашыҡ-бошоҡ сәй эсәһең дә эшкә йүгерәһең. Трамвайға инәһең, ә унда һинекенән дә һоро, һөмһөҙ йөҙҙәр. Кемдер хатта түҙмәй күҙҙәрен йомған. Эштә лә шулай. Һәр кем үҙ станогы, өҫтәле, проекторы өҫтөнә эйелгән, кемдер һаман балкондан сығышып етмәй, тәмәке артынан тәмәке төтәтә. Буйҙаҡтар күп беҙҙең коллективта. Моңһоу буйҙаҡтар. Ҡайһы берҙәре инде утыҙға етеп килә. Йөҙгә ҡалышмайҙар, юғары белемле, аҡыллы инженерҙар. Ә бәхеттәре юҡ. Маҡсаттары ла юҡ. Мөхәббәтле кешене әллә ҡайҙан танып була бит ул. Уларҙың тормошонда мәғәнә бар. Ә беҙҙең тормошобоҙҙа оло ҡала, яңғыҙлыҡ, һәм тәмәке генә. Ҡотолор әмәл юҡ бер нисек тә.

Бар тәнемде электр тогы аша үткәрҙеләрме ни... Тетрәнеүемдән ни әйтергә белмәй, Марселгә ҡараған килеш ҡатып ҡалдым. Тамаҡтағы ғәҙәти төйөр йәнә тын юлын быуа, ниҙер булһа ла әйтергә ирек бирмәй. Бер килке уның менән көрәшеп торғас, ниһайәт, тауыш бирҙем:

– Яңғыҙлыҡ – ул абруй түгел, ә сир, тип әйтергә теләйһең инде, эйеме... – Дуҫымдың яуабын көтмәй, ашығып, үҙем теҙеп алып киттем артабан. – Мин күптән инде яңғыҙлығымды төп абруйым, ҡоралым итеп күрергә өйрәнгәнмен ул. Заманаһы шулай ҙа инде: бер кемгә лә, бер нәмәгә лә мохтажлыҡ ҡылмағандар, ысынлап та, текә тип һанала. Минең үҙ юлым, үҙ эшем, үҙ машинам, ярай, төшөрөп торһам да айырым йәшәр фатирым бар... Ҡайҙа теләйем, шунда барам, нимә теләйем, шуны эшләйем. Киске аш бешерергә теләмәйем икән, тотам да фастфуд ашарға Макдональдсҡа китәм. Сөнки быларҙың бөтәһе лә минең хәлемдән килә.

– Һин яңғыҙ түгелһең, Зөһрә. – Марсель ҡапыл мине бүлдерҙе. – Һин иреклеһең. Һинең күңелең азат. Төшөнкөлөктән азат, киләсәк өсөн ҡурҡыуҙан, ҡайғыларҙан азат. Сөнки ул үҙең төшөргән һүрәттәреңдәй тик йәйғорҙан ғына туҡылған. Һин тормошоңдо бер кәлейәгә көйләп алғанһың да шул юл буйлап тәгәрләп китеп тик бараһың. Һин бәхетле, бик бәхетле кеше. Һине ҡотҡарырға кәрәкмәй. Һинең барыһы ла тәртиптә.

– Ә һине ҡотҡарырға кәрәкме ни? – тинем мин, ғәжәпләнеп.

Марс усы менән тотоноп торған тимерсыбыҡты ҡыҫты:

– Мине ҡотҡарырға кәрәк. Сөнки йылдан-йыл батҡан һымаҡмын. Проект артынан проект, план артынан план. Кемдер килә тормошома, кемдер китә. Ә мин ишегемде асып, ҡойон уйнатып килеп, ошо һоро тормошомда мәңгегә тороп ҡалырлыҡ кешене осратҡым килә.

Ҡапыл йөрәк ситлегемдә үпкәләүгә тартым хис хасил булды. Үҙемдең уйламайса:

– Һинең һоро тормошоңда кемдең тороп ҡалғыһы килһен, – тип ысҡындырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.

Дуҫымдың яурындары бөтөнләй шиңде. Ул йәнә тәмәкегә үрелде.

4.

– Бер, ике, өс, һәм ста-а-а-арт! – Альберт креслола зыу килеп берҙе өйрөлдө лә, клавиша төймәһенә баҫты. Проектор таҡтаһында реклама ролигының беренсе кадрҙары емелдәй башланы.

Бөгөнгө иртә шәп яңылыҡтар менән башланып киткәйне. Офис ишегенә инеп барғанда мине бышлығып бөткән Альберт ҡыуып етте:

– Сәләм, Зөһрәкәй!

– Хәйерле иртә, Альбертҡай! – тип шаяртып яуапланым. Бына инде бер ижади төркөмдә бер проектты эшләп, аҙағына еткереп барған Айрат, Әлфир, Альберт, Эльвира һәм мин бер бәләкәй генә ғаиләгә, дуҫтарға әүрелеп бөткәйнек инде. Эштән һуң пиццерияға, парктарға йөрөгән ваҡыттар ҙа йышайғандан-йышая. Элек эш тураһында ғына әңгәмәләшһәк, хәҙер килеп бөтә темаларға ла рәхәтләнеп хәбәр һатабыҙ. Бына әле лә Альберт ауыр офис ишеген асып, джентельмендарса алға эйелә биреп, мине үткәрҙе лә, йәнә артымдан юрғаланы:

– Беҙ кисә төндә Әлфир менән, беләһеңме, нимә эшләнек?

– О-о, дуҫҡай, минең ысын белгем килә икән, тип уйлайһыңмы әллә?

Минең шаяртыуҙы дөрөҫ аңламаған Альберт бер килке ауыҙ турһайтып килде лә, гардеробта алға уҡ килеп баҫты:

– Юҡ-юҡ. Мин эш хаҡында!

– Белмәйем, Альберт. Мин кеше уйҙарын уҡымайым.

– Беҙ роликтың осона сыҡтыҡ!

Ҡапыл әйтелгән ҡыуаныслы хәбәрҙән күккә осоп китерҙәй булдым.

– А-а-а! Егеттәр, һеҙ-йыһа-ан! – Ошо һүҙҙәр менән Альбертты ҡосаҡлап алғанымды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын. Башҡа ижади төркөмдәгеләр беҙгә ҡыҙыҡһыныу ҡатыш көнсөл ҡараш атыуҙа ла эш юҡ.

Ел уйнатып бүлмәгә барып керҙек тә, инде килеп өлгөргән Айрат менән Эльвираға был хәбәрҙе еткереп, Әлфирҙең килгәнен дә көтмәй, роликты тоҡандырҙыҡ.

…Бына Альберт клавишаға баҫты.

Әле күптән түгел генә аҡ ҡағыҙҙа һиҙелер-һиҙелмәҫ, ҡыйыуһыҙ ғына сыймаҡланған эскиздар инде тулы йәнһүрәт булып бер хәрәкәткә ойошҡан... Барыһы ла шундай төҫлө, сағыу... Ҡапыл иҫемә Марстың әйткән һүҙҙәре килде: “һинең ғүмерең үҙең төшөргән йәйғор нурҙарынан туҡылған...” Әллә әсенеп, әллә шатланып, әллә көнләшеп әйтелгән был һүҙҙәргә уның һағыш тулы ҡарашы килеп олғашты: “Ни эшләп был ҡыҙ янында уның сәйер дыуамаллығын аңлаған хыялый дуҫы юҡ?”

Уның менән инде әллә нисәнсе көн күрешкән дә, аралашҡан да юҡ, үҙе өндәшмәгәс, мин дә шым. Шуға күрә, был шатлыҡлы көндә ҡараңғы күңелһеҙ уйҙарҙы башымдан ҡыуа һалдым. Һәм ихлас йылмайып шундай яҡын булып өлгөргән хеҙмәттәштәремә боролдом:

– Афариндар, беҙ был эште йырып сыҡтыҡ! Ике көндән, Алла бирһә, имен-аман яҡларға яҙһын, ура!

Айрат урынынан ҡалҡынды:

– Ошо хөрмәттән, иртәгә кис боулингҡа барырға тәҡдим итәм, ә әлегә – приз в студию!

Һәм бүлмәгә ҡулына шампан шарабы тотҡан, ауыҙы ҡолағына еткән Әлфир килеп инде. Бына ҡайҙа юғалып йөрөгән икән, шилма.

* * *

Киске сәғәт һигеҙҙә беҙ күңел асыу үҙәгендә шарҙар тәгәрәтә инек. Күңел күгендә өйөлөп торған болоттар бөтөнләй таралған, алда нимә булһа ла булыр, ә беҙҙең өҫтән йөк төштө.

Тәндәрҙе яҙып алғас, боулинг таҫмаһы янындағы өҫтәлебеҙ артына йыйылдыҡ. Айрат хәстәрле егет, һәр беребеҙгә һә тигәнсе коктейлдәр алып килеп тә ҡуйған.

– Иптәштәр, минән тост, – тине ул, барыһы ла ултырышҡас, һәм һәр беребеҙгә йылмайып, күҙ йөрөтөп сыҡты:

– Күптән түгел генә идея эҙләп, баш ҡаңғыртып, офиста ултырабыҙ кеүек ине. Ике аҙна – һәм эште тамамлап та ҡуйҙыҡ. Иртәгә – хәл иткес көн. – Ул миңә күҙ атты. – Был проекттың идеяһы – Искәндәрованыҡы. Һәм мин, тәү сиратта, уны был ваҡиға менән ҡотлар инем. Ҡайҙан алғандыр ул был хәтлем матур уйҙы, этем белһен, әммә бик үҙенсәлекле килеп сыҡты, эйе бит, иптәштәр?

Бөтәһе лә “эйе!” тип ҡысҡырып, бокалдарын юғары сөйҙө.

Ҡапыл күңелемдең ниндәйҙер ҡылы “сем” итте. Көндөҙгө болотһоҙ салт аяҙ күңел күгемә йәнә ямғыр еле эркелде. Минең идеям, имеш. Үҙемде уғрылай хис итеп телефонға үрелдем, Бәйләнешкә индем. Марсель. “Бәйләнештә 15 минут элек булған”...

Ҡапыл дәртләнеп, телефон һандарын йыйҙым.

– Алло? – ышаныр-ышанмаҫ ишетелде тауыш.

– Ҡайҙа юғалдың һин?

– Иҫләгән бит әле ул, биш көн үткәс... Ҡайҙа булайым, өйҙә мин.

– Ни эшләп шылтыратманың, иҫәр? – Ҡапыл мине асыу ялмап алды.

– Ни эшләп мин генә хәбәр бирергә тейеш? Мин һиңә әллә егетеңме? Дуҫ булғас, ни эшләп үҙең белешмәнең хәлдәремде?

– Әйҙә осрашайыҡ, Марс.

Тынлыҡ.

– Ма-арс.

– Әйҙә һуң. Ҡайҙа?

– Шул бер урында инде. Мин хәҙер такси саҡыртам. Кил, йәме.

– Ярай.

Пип-пи-и-ип.

– Иптәштәр, – мин урынымдан ҡалҡындым. Ҡапыл-ҡапыл эскән ике бокал коктейль шауҡымы башыма бәрҙе. – Миңә бер мөһим осрашыуға китергә кәрәк. Иртәнге һигеҙҙә офиста осрашабыҙ.

– Э-э-э, улай булма-ай! – Күңелләнеп алған Эльвира еңемдән тартты: – Ҡалдырма беҙҙе!

Уға егеттәр ҡушылды:

– Улай булмай! Бергә тәк бергә!

– Ғәфү итегеҙ. Һеҙҙе мин күрәм әле, ә дуҫымды әллә эйе, әллә юҡ.

Мин ижади төркөмөмдө аптырашта ҡалдырып лифтҡа ҡарай атланым.

– Яр буйында туҡтаһағыҙ, зинһар.

Таксисҡа йөҙлөктө һуҙғас, ишекте асып, шашынған буран ҡосағына сумдым. Ҡар пәрҙәһе аша алда Марстың һыны күренә ине. Алҡымыма килеп тығылған ҡыуаныслы тойғолар шауҡымында, ҡалтыранған тубыҡтарҙа төҙ атларға тырышып, һикәлтәләрҙән төшә башланым. Дуҫым миңә ҡарай әйләнде, уның да йөҙөндә йылмайыу пәйҙә булды. Ҡара-ҡаршы килеп баҫтыҡ.

– Сәләм!

– Сәләм!

Ҡапылғара әллә ниҙән килеп тыуған уңайһыҙ тынлыҡты тәү башлап мин боҙҙом:

– Ә беҙ проекттың осона сыҡтыҡ.

Марстың күҙҙәрендә мин яратып өлгөргән йылы осҡондар ҡабынды:

– Оһо! Ихлас ҡотлайым, дуҫҡай! Ҡасан Өфөгә таяһың инде улай булғас?

Ҡапыл эсем бошто. Марстың әллә яһалма, әллә эскерһеҙ шатлығының уҡтары йөрәктең тап үҙенә килеп ҡаҙалдымы ни. Уның яғаһынан бөрөп алып “Нимәгә ҡыуанаһың һин, иҫәр? Ҡайтып китәм бит, күрешмәйәсәкбеҙ бит башҡа?” тип дер һелкеткем килде. Әммә күңелемдә хистәр ҡойоно ашып-ташһа ла, ирендәремә шатлыҡлы татлы йылмайыу яғылды:

– Иртәгә, ниһайәт!

– Ҡасан, ҡайҙан ҡуҙғалаһығыҙ? – Марс ниңәлер аяҡ остарына төбәлде.

– Ҡунаҡхананан вокзалға хәтлем машина бирергә тейештәр.

– Оҙата килһәм ярайҙыр?

Ҡарашын һаман аяҡ остарынан алмаған дуҫыма көлөмһөрәп, ҡараш ташланым:

– Юҡ, булмай.

Ул ҡапыл башын күтәрҙе, тәүәккәл ҡарашы йәнә йөрәк итен өтөп алды:

– Ә мин барыбер киләм.

– Ваҡыт һуң бит инде, мине ҡайҙа алып бармаҡсы булаһың?

Минең әллә өсөнсө тапҡыр бирелгән һорауыма Марс, күрерһең тип ҡыҫҡа ғына өндәште лә алға барыуын белде. Буран бөтөнләй ҡоторғайны, ваҡ ҡар бөртөктәре елкәгә тула, тын алышын быуа. Танауымды шарф аҫтына йәшереп киләм.

Алдыбыҙҙа ҡар пәҙрәһе араһынан ҙур ғына бина хасил булды. Ҡараңғылыҡ аша теҙелеп “Боҙ һарайы” тигән һүҙҙәрҙе тәшкил иткән хәрефтәрен саҡ-саҡ айырҙым.

– Нимә, ҡыйығы аҫтында йылынырға саҡырҙыңмы һин мине? – Әллә күпме ваҡыт үс иткәндәй, ҡаршыға иҫкән буранға бер ярҙамһыҙ көрәшеп килеүем мине сығырымдан сығарғайны, тоҙло-боросло һорауым үҙенән-үҙе яңғыраны. Марсель миңә әйләнеп ҡараны ла көлөп ҡуйҙы:

– Бәпәй үпкәләгән, ахырыһы. Әйҙә, эскә үттек, хәҙер асыуың баҫылыр.

Ирендәремде бүлтәйтеп, ҡулдарымды һаман кеҫәнән алмайынса, уның артынан эйәрҙем. Күңелемдә асыулы һәм ғәжәпләнеү тойғолары көрәшә ине.

Ахыры, түҙмәнем, был юлы йомшағыраҡ тауыш менән һорай ҡуйҙым:

– Төн ауғанда арена эшләмәйҙер бит...

Марс шуны ғына көткән шикелле, артына әйләнде, һәм шаян күҙҙәрен миңә төбәне:

– Һин мине тылсымсы тип атағайның да инде? – Минең баш ҡаҡҡанымды көттө лә дауам итте:

– Бына һиңә сираттағы тылсым. Бөгөн төндә Боҙ һарайы шәхсән һинең өсөн генә эшләйәсәк!

Ғәжәпләнеү һәм һоҡланыу тойғолары асыуҙы күңелемдән ҡыҫырыҡлап сығарғандар ине инде. Ирен ситендәге йылмайыуымды йәшерергә теләп, беренсе булып конькиҙар алыу бүлмәһенә йүнәлдем.

Тылсымсы! Тылсымсының да ниндәйе! Ысынлап та, боҙ майҙанында бер йән дә юҡ. Аяҡтарымды боҙға терәнем, һәм шыуып китеп тә өлгөрмәнем, Марстың йәнә шаян тауышы ишетелде:

– Бәй, һин конькиҙа шыуа беләһеңме әллә?

Ниндәйҙер әсе яуап ҡайтарырға теләп, дуҫымдың күҙҙәренә текәләм, һәм һүҙҙәр үҙҙәренән-үҙе юғала. Йәнә тубыҡтарым ҡалтырай, был эске тулҡынланыуҙы күрһәтмәҫкә тырышып, уның бирсәткәләрен тартып алам:

– Шәп булып һөйләнеп торма, ҡулым өшөй, – тигән һүҙҙәр менән майҙандың бөтөнләй икенсе яғына шыуып китәм. Артымдан Марстың ҡыуып килгәне ишетелә һәм ҡапыл ул мине етәкләп ала:

– Ҡолаһаҡ, бергә ҡолайбыҙ.

Мин яуапҡа йылмаям ғына. Хистәр ташҡынын ябай һүҙҙәр менән еткерерлек түгел, бер үк ваҡытта йыһанға ашҡы ла, ошо көлөп ҡараған күҙҙәрҙе күреүҙән ер менән бергә тигеҙләнәһе лә килә. Марсты тәү күргәндән алып борсоған һорау йәнә мейемде сүкей башлай: кем ул? Шул хәтлем аҡылды юйыр икән был ябай, әммә үтә ҡәҙерле һын...

– Ҡайтҡың киләме? – Уйҙарымды дуҫымдың һорауы бүлде.

– Юҡ, әле генә шыуа башланыҡ түгелме?

– Өфөгә, тим.

Ҡапыл туҡтарға була, кәүҙәмә хужа була алманым шикелле, саҡ алға һөрлөкмәнем. Марс ҡапыл ҡаршыма сыҡты ла, мине тоторға була, ҡосағына алды. Һәм шул уҡ минутта артҡа сигенде. Барыһы ла күҙ асып йомған арала килеп сыҡҡайны, мин бер килке тын алышымды көйләй алмай торҙом. Күңелемдең ҡайһылыр өлөшө был мәлдең кире әйләнеүен, ә йылы ҡосаҡтың оҙағыраҡ булыуын көҫәй ине, әммә миңә йылмайып, рәхмәт, тип мығырлауҙан башҡа сара ҡалманы. Марселдең һорауын яуапһыҙ ҡалдырҙым да алға эйеп киттем.

– Йәштәр, мин бит бер сәғәткә генә тинем... – Ҡапыл трибунанан яңғыраған тауышҡа әйләндек, унда сал сәсле бабай беҙгә ҡул болғай ине.

– Эйе-эйе! Беҙ ҡайтабыҙ! – Марс мине тағын етәкләп алды ла, беҙ бабай торған ергә елдерҙек. Яҡынайғас, уға ҡыҙыҡһынып, күҙ аттым: арыуыҡ йәштәрҙәге күҙҙәре көлөп торған ҡарт, йөндән бәйләнгән свитер кейгән, ҡулында – телевизор пульты.

– Зөһрә, һин алдан сыға тор, мин хәҙер.

Марс миңә конькиҙарымды сисергә ярҙам итә башланы. Яуапҡа баш ҡаҡтым да, ҡарт менән һаубуллашҡас, ишеккә табан йүнәлдем. Майҙандан сығып, стенаға һөйәлеүем булды, ҡолағыма Марс менән ҡарттың һөйләшеүе сағылды:

– Рәхмәт инде, Әкрәмыч. Бик ҡотҡарҙығыҙ.

– Яра-ай, аның нимәһе, Марс. Ярҙам итергә һүҙ биргәйнем бит, һин булмаһаң, машинамды айына кем ҡараштырып торор ине әле. Был ҡыҙҙы, тим, һөйкөмлө генә. Һөйгәнеңме?

Ҡапыл хасил булған тынлыҡ ҡыҙыҡһыныуымды арттырҙы ғына, ипләп кенә ярыҡҡа күҙ аттым. Марсель башын түбән эйгән, ә Әкрәмович башын ҡырын һалып, уға һынаулы ҡараш атҡан.

Бына Марс, бер ҡарарға килгәндәй, башын күтәрҙе:

– Юҡ, дуҫым ғына. Беҙ өс аҙна ғына таныш.

– Хе, дуҫ имеш. Ана, мин дә Әлифә инәйең менән инде утыҙ йыл дуҫ.

Ваҡыттың бында ҡыҫылышы юҡ. Ҡайһы саҡ ғүмер буйы йәнәш йәшәп тә бер-береһенә ят булып ҡала кешеләр. Ҡай саҡ алдыңда торған һындың һинең тормошоңа юйылмаҫ эҙ һалыуын аңларға ни бары ярты минут етә. Һин дә аңламаһаң, төн уртаһында ул ҡыҙ тип тулы бер Боҙ аренаһын бер сәғәткә һорап тормаҫ инең. Әлегә башыңа барып етмәйҙер. – Ҡарттың һуҡ бармағы Марстың танауы янында уйнаны. – Ҡулыңдан ысҡындыра күрмә был ҡошто. Бер осоп китһә, кире әйләнеп ҡайтмаҫ.

Дуҫым бер ни ҙә өндәшмәне.

Мин генә ҡаты уйға талдым.

“Алдыңда торған һындың һинең тормошоңа юйылмаҫ эҙ һалыуын аңларға ни бары ярты минут етә...” Ә мин ваҡытлыса ғына был шауҡым, тип үҙ-үҙемде йыуатҡан булам тағы.

Беҙ йәйәүләп йәнә яр буйына килеп еттек. Марс юл буйы өндәшмәне. Мин дә артыҡ һүҙ ҡушырға тырышманым, ҡарттың әйткән һүҙҙәре һаман ҡолаҡ осомда сыңлап тик тора ине. Буран тынған, һауала аҙашып ҡалған ҡар бөртөктәре генә, ятыр урын эҙләгәндәй, талпынып талпына.

– Ярай, Марс. Миңә бынан инде алыҫ ҡалманы. Рәхмәт Боҙ һарайы өсөн! Ысынында, көтмәгәйнем.

Дуҫымдың ҡаршыһына баҫтым.

– Был бөтәһе лә Әкрәмыч. Күрше йәшәйбеҙ. Мин уға гел ярҙам иткәнгә, ул да бөгөн миңә ярҙам ҡулын һуҙҙы, бына сменаһы ваҡытында бер сәғәткә ҡағиҙә боҙоп торорға рөхсәт итте, – тип йылмайҙы Марс. Әммә йылмайыуы ла хәсрәтле, уйсан ине.

– Иртәгә нисәлә ҡуҙғалаһығыҙ, – тип ҡабатлап һораны ул, бер килке тын торғас.

– Урындарҙы билдәләгәндән һуң. Икеләр тирәһендә.

– Тимәк, икенсе яртыла мин ҡунаҡхана янында буласаҡмын.

– Һин бит иртәгә эшләйһең, – мин аптырап ҡалдым.

Яуапҡа Марсель моңһоу йылмайҙы:

– Ә һин бит иртәгә ҡайтаһың.

Хушлашып боролоп китеп, йөҙ метр самаһы үттемме, телефоным шылтыраны. Марс. Бер килке аптырап дисплейға ҡарап торғас, йәшел төймәгә баҫтым:

– Ало?

– Мин һағынып өлгөрҙөм! – Үтә моңһоу һәм серле яңғыраған был тауыштан аптырап туҡтап, артыма әйләндем. Бер кем дә юҡ.

– Шаяртам. Тыныс йоҡо теләйем, тигәйнем.

– Ә-ә. Эш бына нимәлә икән. Кешене аптырауға һалып ни.

Дуҫым көлөмһөрәне лә трубканы һалды.

* * *

– Хәйерле иртә, хөрмәтле бәйгеселәр, мәртәбәле ҡунаҡтар!

Шулай итеп, беҙҙең көтөп алынған көн дә килеп етте – хәл иткес бәйгенең бөгөн беренсе туры!

Шығырым тулы ҙур тамашасы залы көслө алҡыштарға күмелде. Сәхнәлә бөтәһен дә компанияның етәксеһе Биктимер Тимерғәле улы сәләмләй ине. Уның исеме Өфөлә лә телдән төшмәй, бында ла ҡай берәүҙәр уның эйелеп, былай ҙа ялтыр туфли йөҙөн яларға әҙер.

– Ҡыҙыҡ, был етәксе башҡорт микән, әллә татармы?

Әлфир минең ҡолағыма шыбырланы.

– Әлләсе, – тинем мин, теләр-теләмәҫ кенә. Йоҡоһоҙ төн ғәләмәте: башым ярылып ҡына килә.

Әммә Әлфирҙе был һорау ныҡлап борсой ине шикелле, уның тауышы йәнә ҡолағым янында яңғыраны:

– Ай-һай, татарҙыр ул. Ундай елле башҡорт етәксеһен күргәнем юҡ минең. Бөтәһе лә алдында ҡан ҡалтырап тора бит. Татарҙар был яҡҡа оҫта ул.

Әлфиргә нимә тип булһа ла яуап биреп өлгөрмәнем, Биктимер Тимерғәле улы инде телмәр тотоп бөтөп, урынына атланы.

Сәхнәгә алып барыусылар сыҡты:

– Ә хәҙер, хөрмәтлеләр, бәйгенең иң яуаплы мәле! Презентациялар! Шулай итеп, сәхнә түренә беренсе ижади төркөмдө саҡырабыҙ! Рәхим итегеҙ!

Беҙ, барыбыҙ ҙа, ҡыҙыҡһынып, конкуренттарыбыҙ ни ҡылған икән, тип экранға төбәлдек. Һары сәсле, йыуантағыраҡ рәссам-дизайнер Әлфиә, күҙлекле, шаҡмаҡ күлмәкле, шулай уҡ рәссам Илнур, уның менән бер филиалдан сәсен берҙән үреп төшөрөп, алдына һалған, оҙон күлмәк кейгән оялсан Ирина, һәм һонтор буйлы, күҙҙәренән шаян осҡон сәсеп торған, гел барыһын да көлдөрөп йөрөүсе монтажлаусы Руслан, һәм үҙен бик тыныс, бер ни тиклем тәкәббер тотҡан, сынъяһау костюмда уның алмашсыһы Виталийҙан торған беренсе ижади төркөм теҙелеп сығып баҫты.

Виталий компьютер артында ултырған егеткә “башла”, тип ишаралап, баш һелккәс, экранда сәй үләне пәйҙә булды.

Ул бәләкәй генә үҫенте, әле сибек кенә. Бына ул ҙурайғандан-ҙурая, тиҙҙән инде бөтөнләй шау ағасҡа әүерелә. Был ағас төбөнә көн дә ике ғашиҡ йөрөй, егет ҡыҙға үҙенең хис-тойғоларын йырға, шиғырға һала. Бер ни тиклем ваҡыттан, был ағас төбөндә уларҙың туйҙары була, һәм ҡыҙ, унан япраҡ йолҡоп алып, сәй яһай. Иң аҙаҡтан һүҙҙәр:

“Сәй. Тормошоғоҙҙағы бер ваҡиға ла сәйһеҙ үтмәһен.”

– Матур эш, – мин, боролоп, ижадташ дуҫтарыма күҙ аттым. – Ниндәй нәзәкәтле һәм тәрән мәғәнәле.

– Беҙҙеке матурыраҡ, – тип шыбырланы улар кемуҙарҙан яуапҡа.

Эштәрҙең ысын иҫ китеп ҡарарлыҡтары ла, артыҡ ябайҙары ла бар ине. Беҙҙең сығырға ваҡыт еткән һайын, йөрәк ситлегенә һыймай тулай, ә һаман ауыртҡан башта бер һүҙ ҡайнай: “үтербеҙме?”

Ана, ниндәй көслө конкуренция, көн дә күрше бүлмәләрҙә эшләгән күрер күҙгә ябай әҙәмдәр ни ҡыландырған. Булдырырбыҙмы беҙ? Бер генә эш һайлап алынасаҡ бит...

– Иғтибар! Сәхнәлә киләһе ижади төркөмөбөҙ! Етәксеһе –Зөһрә Ильяс ҡыҙы Искәндәрова!

Башҡалар нисектер, мин ҡалтыранған тубыҡтарымда саҡ-саҡ сәхнәгә күтәрелеп еттем, әммә мине бөтә ғаләмгә “Ильяс ҡыҙы” тип нарыҡлауҙары көс биргәндәй итте, башымды юғары күтәрҙем.

Күҙ алдыма атайымдың “рәссам сыға һинән”, тип төҫлө ҡәләмдәр тоттороуы килеп баҫты.

“Бирешмә. Атайыңдың ҡыҙы бит һин!” – тип шыбырланым үҙ-үҙемә.

Экранда беҙҙең ҡояшлы бүлмәбеҙ пәйҙә булды. Эшебеҙгә юғары сәхнәнән, ҙур экрандан яңыса күҙ аттым. Ысынлап та, сағыу, матур. Яҡты. Күңелдә тик ыңғай уйҙар ғына тыуҙыра. Әммә ҡыҙ, ысынлап та, яңғыҙ.

“Оло ҡалалағы яңғыҙлыҡтан да ҡурҡыныс яңғыҙлыҡ юҡтыр”, – тағын Марстың һүҙҙәре күҙ алдыма килде. Хәтеремдә Өфөләге фатирым, буш кухня, мольберттар теҙелгән бүлмәм тергеҙелде. Ҡапыл ҡайтҡым килеү тойғоһо юғалғандай итте. Инде нисәмә яңғыҙ кистәр уҙғарылған был фатирҙа, ә нисәмәләре әле алда көтә... Көндәр буйы үҙем тыуҙырған һүрәттәге был героинямды улай яңғыҙлыҡҡа дусар иткем килмәне. Бөтөнләй ҙә. Хыялый дуҫы ҡайҙа?..

Көслө алҡыштар мине уятып ебәргәндәй итте. Ролик күрһәтелеп бөткән икән. Ана, хатта Биктимер Тимерғәле улына тиклем ихлас ҡул саба. Шул саҡ алғы рәттәрҙең береһендә ЭрЭрҙы шәйләнем. Ул, минең күҙҙәремә тура ҡарап, алҡыштарын йәлләмәй ине. Был ҡараштан әле генә эсемде бошорған Өфөләге донъяма йәм ингәндәй булдысы...

Презентациялар күрһәтелеп бөтөп, баһалама ағзалары еңеүселәрҙе билдәләр өсөн киткәс, барыһы ла ял итергә, ҡәһүә эсеп алырға була фойеға һибелде. Тамашасы залынан сығыуым булды, ҡаршыма ихлас йылмайып ЭрЭрҙың килгәне күренде.

– Һаумыһығыҙ, Зөһрә Ильяс ҡыҙы! – Ул ҡулымды устарында ҡыҫты ла бер ни тиклем эйелеп ҡуйғандай итте.

– Һаумыһығыҙ. – Сәйер тойғо ялмап алды мине. Райман Русланович аша Өфөм еҫе танауыма бәрелгәндәй булды. Кисә төнө буйы ярға сығарылған балыҡтай бәргеләнгән күңел әҙерәк тынысланғандай. Мин һағынып өлгөргәйнем.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас: