+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
6 Февраль 2023, 20:00

Төнгө осрашыу

Бысраҡ юлдан бата-бата килә торғас, Нәилә үҙен дә, машинаһын да йәлләп ҡуйҙы. "Эштән һуң йылы фатирыма ғына әйләнеп ҡайтмай, әллә ҡайҙа китеп барам", - тип нисәнсе тапҡыр үҙен әрләп алды. Күңелде шомландырып, ямғыры ла ҡойоп яуырға кереште, эңер ҙә тиҙ генә төшкән һымаҡ…

Төнгө осрашыу
Төнгө осрашыу

- Алмалар ҡойолоп, сереп бөттө инде. Йыйып алып ҡайтһаңсы… Аяҡтарым һыҙламаһа, борсомаҫ инем, - тип көн һайын тиерлек ҡабатлаған әсәһен тынысландырыр өсөн генә сығып киткәйне. Йәнәһе, эштән һуң барып, бер багажник алма йыя ла, тиҙ генә әйләнеп тә ҡайта… Егерме минутлыҡ юлды һаман үтеп бөтә алмай, йыбырлап! Август кисе салт аяҙ, йылы ине бит юлға сыҡҡанда. Һауа торошо шулай ҡапыл үзгәреп китер тип кем уйлаған… Кире боролорға кәрәк булған да бит, ниңәлер ныҡышып юлын дауам итте.

Бер ни күрмәй, яйлап килә торғас, ниһайәт, баҡса участоктары төҫмөрләнде. Унда-бында баҙлаған уттар әҙерәк йылы йүгертеп ебәрҙе ҡатындың күңеленә.

"Ҡунырға тура килер, ахыры… Бындай ямғырлы төндә йөрөп булмаҫ," - тип һөйләнде Нәилә, бошоноп. Әсәһен иҫкәртмәк булып телефонын алғайны, уныһыны һүнгән булып сыҡты. Шул ғына етмәгәйне!

Тамам кәйефе төшкән Нәилә, бәләкәс кенә баҡса өйөнөң ҡапҡаһы алдына килеп туҡтаны ла, һалҡын ямғырға сығырға теләмәй, сикәнеп ҡарап ултырҙы бер аҙ. Ниһайәт, сумкаһы менән башын ҡаплап, күләүектәргә суммаҫҡа тырышып, эскә йүгерҙе.

Бәй, ишектең йоҙағы юҡ та баһа! Кеҫәһенән алған асҡысты ҡулына йомоп, Нәилә ҡатып ҡалды. Бикләргә оноттомы икән әсәһе? Әллә кемдер йөрөнөмө? Ҡапыл килеп йәбешкән ҡурҡыуҙы осороп төшөрөргә теләгәндәй, йәш ҡатын башын һелкеп-һелкеп ҡуйҙы. Нишләргә? Өй эсенә керергәме әллә әйләнеп ҡайтып китергәме? Ҡойма ямғырҙа бер ҙә генә йөрөгө килмәй бит әле… Ярҙамһыҙ батып ултырһаң тағы…

Берәй тауыш-маҙар юҡмы, тип тын да алмай оҙаҡ ҡына тыңлап маташты Нәилә. Тыныс буғай…

"Тупһала тороп булмаҫ инде, өшөттөрә башланы" - тип һөйләнә-һөйләнә ипләп кенә ишекте асты ахырҙа. Әллә өшөүҙән, әллә ҡурҡыуҙан ҡалтыранған ҡулы менән ҡапшап утты яндырҙы ла иркен һулап ҡуйҙы. Бына бит, солан яп-яҡты, барыһы үҙ урынында, бер ҡараңғы мөйөш тә юҡ. Ҡурҡаҡ, тип үҙенән көлөп, Нәилә өй ишеген асып, унда ла ут ҡабыҙҙы.

Эскә үтеп, барыһын да байҡап өлгөрмәне - ҡото осоп стенаға һөйәлде…

Өйҙөң яртыһын тигәндәй алып торған берҙән-бер карауатта, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп, ир кеше ултыра ине!

- Ааа! - тип һөрәнләп ебәрҙе ҡурҡышынан ҡатын. - Ҡараҡ! Ҡотҡарығыҙ!

Әле генә йоҡонан уянғанға оҡшап, сәстәре бер яҡҡа ҡыйшая биргән ир, кинәт янып киткән электр утына асалаҡ-йомалаҡ булып, өндәшмәй ултыра бирҙе.

- Күршеләр! Ярҙамға! Ҡараҡ! - тип сырылдауын дауам итте Нәилә. Һөжүм итергә йыйынғандай, тиҙ генә эргәлә торған һеперткене эләктереп алды.
Урта йәштәрҙәге ир, ҡапыл һиҫкәнеп китеп, урынан торҙо ла, ҡатынға юлланды.

- Һеҙ хужаһымы был өйҙөң? Ғәфү итегеҙ инде, ҡурҡытҡанға… Ямғырҙан ҡасып ингәйнем… - тип, ике ҡулын өҫкә күтәреңкерәне ул, тынысландырырға теләгәгәндәй.

Нәилә сирена һымаҡ тызылдауынан әҙерәк туҡтап, һеперткеһен һелтәп-һелтәп алды.

- Бар, сығып кит, ҡараҡ!

- Ҡараҡ тип ни инде… Ғәфү итегеҙ, кәнишне, урларға нимә бар һуң бында? Башланған сәй ҙә, бер ҡап печенье… Тынысланығыҙ әле…

Йәшел күҙҙәрен мөләйем йылмайтып, бите алдынан тегеләй-былай үткән һеперткенән янтайып, көтөлмәгән ҡунаҡ кире ултыра төштө.

- Тай бынан, алкаш! - тип тағы ҡысҡырҙы Нәилә, ҡабаланып, сумкаһындағы боросло баллончикты эҙләй-эҙләй. Кәрәк булғанда уныһы ла әллә ҡайҙа йәшенде!

- Мин алкаш түгел, - тине тыныс тауыш менән ир.

Ниһайәт, эҙләгән әйберен табып, ҡалтыранып, ҡатын тегенең яғына йүнәлтте лә:

- Сығып китәһеңме, юҡмы? Юғиһә, мин хәҙер… Иремә шылтыратам! Кәрәгеңде бирәсәк ул! Һау сағыңда ҡасып ҡотол! - тип тәтелдәне.

Ир, ауыр һулап ҡуйҙы ла, нишләйһең инде, тигәндәй, ишек яғына ыңғайланы.

- Ҡойоп ямғыр яуа бит… Шундай мәлдә оялмайһығыҙмы урамға ҡыуырға? - тине ул ҡапыл, туҡтап.

Ҡурҡыуынан, асыуынан тыны ҡыҫылып, күҙҙәре туҫтаҡтай булып өндәшә алмай торған хужабикәгә ҡараны ла өҫтәп ҡуйҙы.

- Ирегеҙ юҡ һеҙҙең… Был өй ишараһы ун йыллап ир ҡулы күрмәгән. Шундай ташландыҡ булғанға һайланым да инде…

Бындай уҡ нахаллыҡты көтмәгән Нәилә, иҫе китеп ахылдап ҡуйҙы. Тиҙ генә сығып таймай, һаман хәбәр һатып маташа! Бәй, ире юҡлығы йөҙөнә сыҡҡанмы икән инде? Яңы күргән кеше шулайтып әйтеп торғас… Бирешергә теләмәй, тағы алдауын дауам итте:

- Әйҙә-әйҙә! Юлыңда бул! Ирең юҡ тип тороп ни… Бар, нишләп булмаһын! Балам да бар минең!

Ҡунаҡ һынамсыл ҡарашын ташлап, ҡатынды баштан аяҡҡаса яйлап байҡаны ла:

- Бәләкәй балағыҙҙы ташлап, ни ҡарап йөрөйһөгөҙ һуң төн уртаһында? Плащ кейеп, һыу һипмәк булдығыҙмы? - тип көлөмһөрәне.

- Бәләкәй түгел… Нишләп…

- Мәктәптә уҡыһа, таныр инегеҙ… Был ҡаланың берҙән-бер мәктәбендә мин - тарих уҡытыусыһы. Хатта артығын әйтәм, завуч вазифаһын да үтәйем.

Нәилә бөтөнләй юғалып ҡалды. Уҡытыусы, тиме? Ысынлап та, өҫ-башы таҙа, бөхтә. Асарбаҡҡа ла, ҡараҡҡа ла оҡшамаған… Берәй этлек уйлаһа, дауна түбәһенә ҡундырыр ине, әзмәүерҙәй иргә оҙаҡмы ни…

- Уҡытыусы? Ә ниңә…

- Ниңә йоҙаҡ боҙоп, кеше өйөнә керҙең, тип әйтмәксегеҙме? Тура килде инде, тағы ғәфү үтенәм… Күшегеп ултырғы килмәне.

Хужабикә тамам аптырап, "ҡоралын" яйлап урынына ҡуйҙы, баллончигын ҡулынан ысҡындырмай ғына кеҫәһенә тыҡты. Ҡунаҡ сығып китергә ашыҡмай, ахыры… Хәҙер инде ҡыуырға ла теле әйләнмәй. Үҙе ғәйепле инде, йәй буйына бер килеп күренмәгәс. Ана бит, теләһә кем эйәләшеп тә өлгөргән… Артабан нишләргә тигәндәй, Нәилә аптыранып, бер урында тапанып тора бирҙе.

- Берәү ҙә йөрөмәҫ тигәйнем, ташландыҡ участокка оҡшаған бит, - тип тағы һүҙгә килде ир.

- Ташландыҡ түгел ул! Тик… ваҡыт юҡ ҡарарға, - Нәилә һиҫкәнеп китте. Тауышында үпкә сатҡыларын ишетеп, ҡунаҡ ҡабаланып яуап бирҙе:

- Ярай-ярай, аҡланмағыҙ инде… Бөтәбеҙ ҙә эшләйбеҙ, аңлайым. Тәк… Әйҙә былай итәбеҙ, һылыу. Сәй эсеп, һөйләшеп алайыҡ, ҡаршы булмаһаң? Йәйге таң тиҙ ата, яҡтырыу менән сығып та китермен, килештекме?

Уйланып, һиҙгер ҡоралай һымаҡ шикләнеп ҡарап торған хужабикәне ураңҡырап үтеп, плитәне ҡабыҙып, сәй ҡуйып ебәрҙе ир. Ғәҙәти, тыныс хәрәкәттәр менән шәшкеләрҙе алып өҫтәлгә ҡуйҙы. Әйтерһең дә, ул - хужа, ә Нәилә ҡунаҡ ҡына!

- Ишек төбөндә тормағыҙ инде… Арығанығыҙ күренеп тора, күшегеп тә өлгөргәнһегеҙ. Сәй эсеп, йылынып алырға кәрәк. Ну ҡурҡмағыҙ минән, зинһар!

Әҙерәк тынысланып, ҡурҡыуы һүрелә төшкән Нәилә, еңел курткаһын элеп, өҫтәл янындағы ултырғысҡа урынлашты ла, тын ғына сәйнүк ҡайнағанын көтә башланы. Был хәл бик сәйер һәм ҡапыл килеп сыҡһа ла, ҡаршылашып, әзмәүерҙәй ирҙең ҡанын ҡыҙҙырғансы, кешесә һөйләшеп ултырыу хәйерлерәк күрәһең…

Ә ҡунаҡ, бер ни булмағандай, печеньены асып һалып, хуш еҫтәр бөрккән үлән сәйе яһап, ипләп кенә ҡатындың алдына ҡуйҙы. Нәиләнең әсәһе ярата шул төрлө үлән сәйҙәрен. Ниндәй йәшел япраҡ күрә, мотлаҡ киптереп ҡалырға тырыша…

- Эсегеҙ инде, йылынығыҙ, - тип йылмайҙы яңы танышы.

Шундай ябай хәстәрлектән Нәиләнең наҙға, иғтибарға һыуһаған күңеленә нисектер рәхәт булып китте ҡапыл. Һуңғы тапҡыр ҡасан булды һуң әле бындай күренеш? Ире менән йәшәй башлаған беренсе йылда һирәкләп тәтей ине… Белгән-белмәгән тәм-томдарҙы бешереп ашатып, әллә ниндәй сәйҙәр, ҡәһүәләр алып эсерә торғайны. Һуңынан… аралар болғанды. Иреш-талаш, айырылышыу… Сәй түгел, нәфрәт менән һыйланы улар бер-береһен.

Ә хәҙер инде бар донъяһы - ярҙамға мохтаж әсәһе һәм шундай уҡ йорт хайуандары. Ашыҡ-бошоҡ һыуыған сәйҙәр эсеү…

- Әлдә сысҡандар кимермәгән, рәхмәт яуғыры… - тип йылмайып, печеньены кетерҙәтеп, яйлап ҡайнар эсемлеген һемерҙе ҡунаҡ. - Булмаһа, танышып алайыҡ, мин - Рәфис. Рәфис Ғәлиевич тиер инем, мәктәптә түгелбеҙ.

- Нәилә. Шулай ҙа… Барыбер аңламаным, нимә эҙләп килеп сыҡтығыҙ һуң был яҡтарға?

Рәфис өндәшмәй сынаяғын өйрөлдөрөп, бергилке уйнап ултырҙы. Унан ҡабаланмай, уйсан ҡиәфәттә сәй шөрпөлдәтеүен дауам итте. Ҡаршыһында ултырған Нәилә, яуап алырға өмөтө өҙөлөп, керпек аҫтынан ғына яңы танышын ентекләберәк тикшереп сыҡты. Ҡап-ҡара сәс, ҡуйы ҡаштар, ҙур, әйтерһең дә, ҡабаланып юнып эшләп ҡуйылған танау. Ирҙәрсә, үҙенсә бик һөймәлекле кеше. Тауышы ла шундай тәрән, бәрхәт. Ә иң мөһиме - сәйер, гипноз ептәре һуҙған һымаҡ йәшел күҙҙәр… Ҡарашы менән генә кешене бойһондорорға һәләтле тойолдо ул йәш ҡатынға. Шулай булмаһа, ете-ят әҙәм менән сәй эсеп ултырыр инеме төн уртаһында!

- Үҙем дә белмәйем дөрөҫөн әйткәндә… Аҙаштым мин… - тип ниһайәт телгә килде Рәфис.

- Нисек улай?

- Һеҙ мине ысынлап танымайһығыҙмы? Матурлап ҡарағыҙ әле! - тине ул ҡапыл. - Йә, ә былай? - профиле менән әйләнеп ултырҙы.

Ҡунағының ҡыланыштарынан юғалып ҡалған Нәилә:

- Нимә эшләйһегеҙ ул? - тине сәйерһенеп.

- Телевизор күптән ҡарағанығыҙ юҡмы?

- Ваҡытым юҡ минең телевизор ҡарап ултырырға… Эштән ҡайтам да, ашайым да, йоҡларға ауам.

Йәш ир башын сайҡап ҡуйҙы. Сәйен эсә-эсә ҡаршыһында ултырған сибек кенә ҡатынға күҙ ташланы ла:

- Ҡайҙа эшләйһегеҙ һуң? - тип һорау бирҙе.

- Ветеринар мин. Хайуандар менән булышып, көндөң үткәнен дә һиҙмәйем. Кискеһен клиника приютында ҡалырға ла тура килә йыш ҡына…

Телевизор түгел, ҡайһы берҙә көҙгөгә ҡарарға онотам. Ә ниңә, шундай танылған кешеме ни һеҙ?

- Һуңғы ваҡытта бик популяр мин был шәһәрҙә… - тип ниңәлер күңелһеҙ йылмайҙы ул. - Хатта журналистар баҫтырып йөрөнө. Эх… ә бөтә бәлә һеҙҙән - ҡатын-ҡыҙҙан.

Нәилә, бер нәмә аңламаһа ла, килешкәндәй, башын һелкеп ҡуйҙы. Һорауҙар бирмәй, өндәшмәй көтөп ултырыуын һиҙеп, Рәфис аңлатып китеүҙе кәрәк тип тапты, буғай.

- Мин үҙем бынан түгел. Ҡалағыҙ - бәләкәй, тыныс… Оҡшағас, ҡалырға булдым инде, хатта ипотекаға фатир ҙа алдым. Рәхәтләнеп, яйлап ҡына эшләп йөрөргә ине бит, юҡ, мажараға осрап ҡуйҙым инде… Мәктәп директоры - ҡатын кеше, беләһегеҙҙер? Хәйер, белмәһәгеҙ ҙә аптырамайым, һеҙ, гүйә, үҙ донъяғыҙҙа ғына йәшәйһегеҙ төҫлө…

Өс йыл тыныс эшләнем былай, ә аҙаҡтан… Нисек әйтергә… Директорыбыҙҙың миңә битараф түгел икәнен һиҙеп ҡалдым. Йомош табып әйләнгән һайын кабинетына саҡырыуы, кистәрен икәүләшеп ҡалыуҙар - һөҙөмтә бирҙе инде… Осрашып алып киткәнебеҙҙе үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Үлеп ғашиҡ булдым тип әйтә алмайым, шулай ҙа уның дәртле, энергияһы көслө булыуы оҡшаны. Ят ҡалала үҙемде яңғыҙ тойоуым да үҙәккә үткәйне…
Ике йыл дауам итте был мөнәсәбәттәр. Минең карьера яйлап алға тәгәрәне, хатта тәжрибәм булмаһа ла завуч итеп тәғәйенләндем. Әлбиттә, коллективта һүҙ-ғәйбәт йөрөй башланы, көнләшеүселәр күбәйҙе.

Шулай ҡасып-боҫоп кеше ҡатыны менән осрашып йөрөү ярайһы уҡ ялҡыта башланы ваҡыт үтеү менән, ҡыҙыҡһыныуым да һүрелде. Ә ул киреһенсә, ныҡлап өйрәнеп, эҫенеп китте миңә. Иренән айырылырға, бергә йәшәргә теләүе тураһында һүҙ ҡуйырта башлағас, ташлашырға кәрәк икәнен тамам төшөндөм. Әҙер түгел инем эшемдә лә, тормошомда ла директорға бойһоноп йәшәргә… Әлбиттә, осрашмайыҡ тип ауыҙымды асыуым булды - ҙур янъял сыҡты. Үпкәләгән һөйәркәм күрмәгәнемде күрһәтергә вәғәҙә итте һәм һүҙендә торҙо ла… Һәр эшемә кәртә ҡуйып, кәмһетеп ҡалырға тырышты. Инде түҙерлек хәл ҡалмағас, үҙ теләгем менән китергә ғариза яҙырға йөрөгәндә, көтмәгәндә, мәктәпкә тикшереү килеп төштө. Етешһеҙлектәр өсөн әлбиттә, иң беренсе директорҙы утлы табала ҡыҙҙырҙылар, ә ул тотто ла бөтә бәләне миңә япты. Үс алды инде, үҙенсә…

Уйсан ҡиәфәттә печенье кимереп ултырған Нәиләгә ҡарап, өҫтәп ҡуйҙы Рәфис:

- Бына шуларҙың бараһын да барлап, ҡаңғырып йөрөгән баш… Уҡыу йылы башлана тиҙҙән, ә мин китә лә алманым, эшләгем дә килмәй. Ҡала буйлап, уйланып йөрөй торғас, кискә ҡарай бер автобусҡа инеп ултырғайным. Электән шундай ғәҙәтем бар минең… Юлда һәйбәтерәк уйланыламы, белмәйем. Тегеләй-былай сабып йөрөйһөң дә, тынысланғас, ҡайтып китәһең… Тик был юлы ултырған автобус - баҡсаға йөрөткәне булған икән… Төшөп ҡалып, иҫемә килгәндә һуң ине инде - тейәнеп, саң борлатып кирегә елдерҙе һуңғы рейс. Аңшайып торҙом да ҡалдым. Ул арала һыуытып, ямғыр яуып алып китте… Бына шулай килеп индем инде һеҙгә, ҡараҡ кеүек ишек боҙоп…

Тамам тынысланған Нәилә, яңы танышына ҡушылып, көлөп алды.

- Күңелле йәшәйһегеҙ икән, - тине ул ахырҙа.

- Әйтмәгеҙ ҙә… Ә үҙегеҙ һуң, нисек ҡурҡмай төнгә ҡарай килеп сыҡтығыҙ?

Сәй эсеп йылынған Нәилә лә, асылып китеп, әсәһе, эше тураһында яйлап һөйләп ташланы. Һүҙгә һүҙ эйәреп, бөтөнләй ят кешегә элекке ире, тормошо, хыялдары хаҡында бәйән итте…

Печеньены ашап бөтөп, шкафтан варенье сығарып, сынаяҡ артынан сынаяҡ бушатып, таңға хәтле әңгәмә ҡороп ултырҙы яңы таныштар. Рәфистең бүлдермәй, иғтибар менән тыңлауы, тәнҡит итмәй, үҙ тиңендәй күреп һөйләшеүе Нәиләнең күңелен үҫтереп, йылы өҫтәп ебәрҙе. Юҡҡа әйтмәгәндәр инде, йылы һүҙ - йән аҙығы тип…

Иренән айырылғас, башҡалар менән аралашырға ашығып барманы Нәилә. Ҡылын тартып ҡараусылар менән дә йыш ҡына ҡаты, битараф һөйләште. Бөтә ваҡытын, күңел йылыһын ауырыған, йәрәхәтләнгән йөнтәҫкәйҙәргә биреп, онотолорға тырышты. Хатта отпуск алыуҙан да баш тартты. Ялдан һинең менән бергә ләззәт алған йәрең булмағас, кәрәкме ни… Бер нәмәгә артыҡ өмөт итмәй, үҙ ҡабырсағына йомолоп, көн дә өй, эш, өй маршруты менән йәшәй бирҙе…

Шуға күрәме икән, бөгөнгө сәйер танышыу, бер ҡайҙа ла ҡабаланмай гәпләшеп ултырыу - үҙе бер оло мажара һымаҡ күренде Нәиләгә.

Таң һыҙылып атҡас, был икәү, күптәнге таныштар кеүек, көлә-көлә ысыҡ кисеп, алма йыйырға тотондолар. Бер ниһеҙ ҡайтып инһә, әсәһе аңламаҫ…

- Йә, ярай, Рәфис, миңә китергә ваҡыт… - тип йылы хушлашты Нәилә. Тағы ниҙер әйтергә уҡталды ла туҡтап ҡалды.

- Ҡунаҡсыллығығыҙ өсөн рәхмәт. Мин дә, хәҙер ишек биген йүнәтеп ҡуям да, ҡайтырға сығам. Нәилә… Ә мин һеҙҙең менән разведкаға барыр инем… - тип күҙ ҡыҫып, йылмайҙы йәш ир.

Нәилә, клиникаға килеп етеп, ҡабаланып әсәһенә шылтыратып тынысландырҙы ла, эшенә сумып та китте. Ҡыҙыҡ, төнө буйы йоҡламаһа ла, бер тамсы арыу тоймай! Киреһенсә, ниндәйҙер дәрт, ҡыуаныс менән эшләне ул. Тик нисек кенә мауығып хайуандары менән булышмаһын, йәшел күҙҙәр һаман эҙәрлекләгәндәй тойолдо. Әкрен генә көлөп, сәйер күҙҙәрен ҡыҫып һөйләшеүсе төнгө ҡунаҡ һис башынан сыҡманы. Тағы берҙе күрергә ине, тигән уй ҙа елдереп үтте бер-нисә тапҡыр…

Эштән һуң икенсе ҡатҡа алма тулы пакеттарын көскә һөйрәп менеп, фатирына инеү менән корвалол еҫен һиҙеп:

- Әсәй! Һин өйҙәме? Ни булды? - тип борсолоулы тауыш менән ҡысҡырып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды Нәилә.

Ҡаршыһына ағарып киткән әсәһе ахылдап килеп сыҡҡас, әҙерәк тыныслағандай булды. Тик ниңә шул тиклем төҫө ҡасҡан?

- Ай Аллам, әллә ҡайҙа йөрөйһөң! Шылтыратам - алмайһың! - тине оло ҡатын тулҡынланып.

- Ваҡыт булманы, ғәфү ит инде. - Нәилә сисенә-сисенә һөйләнде. - Иртәнсәк һөйләштек бит, бөтәһе лә һәйбәт…

- Һуң теге бурҙы беҙҙең баҡсала тотҡандар бит! Һин киткәс килгәнме икән? Уф, тәүбәкәйем, алайҙа ғына юлына тап булмағанһың!

Нәилә, башына таяҡ менән һуҡҡан һымаҡ, ишек алдында торған табуретҡа ултыра төштө. Кем тураһында һүҙ барғанын һиҙһә лә:

- Ниндәй бур? Кемде тотҡандар? - тип һорау бирҙе.

- Кем тисе! Көнө-төнө телевизорҙан ҡаҡылдайҙар… Һуң теге… директоры менән бергә ҙур сумманы үҙләштергән завучты әйтәм! Компьютер, төрлө техника алыр өсөн бүленгән аҡсаға “айыу майы һөрткәндәр” бит! Енәйәт эше асып, тикшереүҙәр бара ине, кисә ҡайҙалыр ҡасҡан, өйөндә юҡ, бәйләнешкә сыҡмай тип һөйләнеләр. Ә ул баҡтиһәң, беҙҙең баҡса тирәһендә йөрөгән! Күрше Сәлимә, иртә менән ишекте шаҡ-шоҡ емергәнен күреп, танып ҡалып, полицияға хәбәр иткән…

- Булмаҫ, - тип шыбырланы Нәилә. Бына ниндәй “мажараны” күҙ уңында тотҡан икән ул! Аҡса тураһында бер ауыҙ һүҙ әйтмәне бит!

Ҡыҙының аптырап ҡатып ултырғанын күреп, алмаларҙы һөйрәп ташырға тотонған әсәһе, үҙенсә аңлап:

- Эй, әйтмә инде… Бер кемгә ышаныс юҡ хәҙер! Уй, балам, Хоҙай ярлыҡаған үҙеңде, әлдә осратмағанһың ул енәйәтсене, кем белә уйында ни барын… Йөрәк ҡалманы шуны уйлап, - тип һамаҡланы.

Нәиләнең һуңғы көндәре икеләнеү, уйланыуҙарға сорналып үтте. Рәфис тураһында ниндәй мәғлүмәт таба алды - барыһын да уҡып-ҡарап сыҡты. Бәләкәй ҡала халҡы береһенән береһе уҙҙырып, булған-булмағанын ҡушып интернет тултырып һүҙ ҡуйырта ине. Телевизорҙа ла яңы шаһиттар табылып, интервью бирә торҙо. Кемдер даны сыҡҡан тарих уҡытыусыһын яҡлап маташты, кемдер ярһып ғәйеп таҡты…

Хәҙер инде бер яңылыҡты ҡалдырмай күҙәтеп барған Нәиләнең кискә ҡарай башы тубал һымаҡ була ине, барыһын да анализ аша үткәрергә тырышып. Әлбиттә, кеше ҡатыны менән йөрөүе, ишек боҙоп инеүе - Рәфисте ыңғай яҡтан һүрәтләмәй… Әммә… Аҡса урлағанына бер нисек тә ышанманы Нәилә. Балаларҙың өлөшөнә ымһына алырлыҡ ҡомһоҙ енәйәтсегә бер ҙә генә оҡшамаған бит!

"Эй, ҡуйсы… Кеше ғүмер буйы торған ирен белеп бөтә алмай… Ә һин ярты төн күргән әҙәмде аҡлап маташаһың! Эсен ярып ҡарап буламы ни, - тип көн һайын әрләне үҙен ҡатын. - Яңғыҙлыҡ касафаты инде… Әҙерәк йылмайып һөйләшкән иргә ылығып китеп тә бараһың…"
Үҙен йәлләп илап та алғыланы Нәилә. Ябығып, бойоғоп йөрөгән ҡыҙын күреп, ни булғанын белә алмай һорауҙар биреп яфаланған әсәһенә лә бер нәмә һөйләй алманы. "Эштә арыйым," - тип кенә яуапланы.

Ниһайәт, бер аҙнанан суд эште ябып, Рәфисте ғәйепһеҙ тип танып, иреккә сығарҙы. Йотлоғоп яңылыҡтарҙы ҡарап ултырған Нәилә, шатлығынан ауыҙын ҡаплап илап ебәрҙе. "Ғәҙеллек бар икән шулай ҙа! " - тип, аптыраған бесәй балаларын ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап алды.

Йөрәге сыға яҙып, йүгерә-атлай ҡайтып килгән йәш ҡатын, гөлләмә тотоп подъезд алдында торған Рәфисте абайлап, туҡтап ҡалды. Нәиләне эҙләп килгәнме икән? Ә ул нисек күрешергә, әллә мәктәпкә барып килергә инде, тип көнө буйы баш ватҡайны!

- Һаумы, Нәилә! Бына төнгө яман төшөң алдыңда тора, - тип йылмайҙы ир, сәскәләрен һуҙып.

- Һау ғына. Ҡабат осрашырбыҙ тип һис уйламағайным, - тигән булды Нәилә, шатлығын артыҡ һиҙҙермәҫкә тырышып.

- Һин күрһәткән ҡунаҡсыллыҡты был ҡалала әле берәү ҙә ҡабатлағаны юҡ. Хәҙер минең сират һыйларға. Әйҙә, эштән һуң асыҡҡанһыңдыр, берәй ергә инеп, ҡапҡылап алайыҡ.

Рәфис, уңайһыҙланыңҡырап торған ҡатынды еңел генә ҡул аҫтынан эләктереп, ҡаланың үҙәк яғына һөйрәп тигәндәй алып та китте.

Бәләкәй генә ҡаласыҡтарҙың үҙ атмосфераһы, үҙ тормошо… Йәшәүселәр бер-береһен үтәнән-үтә күреп, тын алышын әллә ҡайҙан белеп тора. Хәбәрҙәр ҙә туҡһанға түкмәсеп, йәшен тиҙлегендә тарала.

Ярты йыл үтеүгә мәктәп директоры Рәфис Ғәлиевичҡа бәйле яңылыҡтар шәһәрҙе тағы бер шаулатып алды. Тик был юлы насар хәбәр түгел, ә уның йәш, сибәр Нәилә исемле ҡатынға өйләнеүе хаҡында…

Фото: litra.online

Автор:
Читайте нас: