+11 °С
Ясно
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Февраля 2023, 15:00

Нахаҡ һүҙ

(Аҙағы. Башы 12 февралдә). Фатирға уҙып, бер-береһе менән танышҡас, өҫтәл артында матур ғына ултырҙылар. Егеттәр үҙҙәре менән бер шешә шампан шарабы ла алып килгән. Шуны әкрен генә йота-йота ҡыҙҙар үҙҙәренең балалар йортондағы тормоштарын иҫкә төшөрҙө. Шулай тыныс ҡына һөй­ләш­кәндә ишек шаҡынылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нахаҡ һүҙНахаҡ һүҙ
Нахаҡ һүҙ

 Гөлсиә:

– Кем икән, мин башҡа кеше саҡырмаған инем бит, – тип ишекте асып ебәрһә, йәнә инспектор Марс баҫып тора.

– Ғәфү итегеҙ, күршегеҙ шылтыратып тағы һеҙгә зарын белдерҙе. Кеше йыйып эсеп яталар, минең йоҡлар ваҡытым етә, тағы тауыш сығара башларҙар, ти.

– Ой, был Нажиә апай... Дөрөҫ, минең ҡунаҡтарым бар, тик беҙ тыныс ҡына ултырабыҙ. Эсеү тигәндән, биш кешегә бер шешә шампан күпме ни ул? Ышанмаһағыҙ, әйҙә, кереп ҡарағыҙ!

Ул арала бүлмәнән Дилә лә килеп сыҡты.

– О-о-о, господин полицейский, нимә булды тағы?

– Юҡ-юҡ, бер нимә лә булманы, шылтыратҡас, тыңламайынса булмай. Миңә ялыу яғыуҙары бар. Мин ун минутлап тыңлап торҙом ишек төбөгөҙҙә, бер ниндәй ҙә тауыш-маҙар ишетелмәне. Бел­мәйем, тағы нимә етмәгәндер На­жиә апайға? Хәҙер үҙен саҡырып, киҫәтеү белдермәйенсә булмай инде, тиктомалға беҙҙе эштән бүлгәнгә, – тип күрше ишекте шаҡый башланы.

– Юҡ, Марс Альбертович, һүҙ әйтмәгеҙ уға, ҡарт кеше бит инде, бәлки, йоҡоға ла ятҡандыр. Ә беҙ бик тыныс ултырабыҙ, ҡайғырмағыҙ!

– Ярай, тағы бер тапҡыр ғәфү итегеҙ! Беҙҙең эш шундай инде, – тип китергә боролдо егет.

– Әй-й-й, инспектор, әйҙә һеҙ ҙә беҙҙең менән, как раз Гөлсиәгә пар кәрәк. Беҙ йөрөгән егеттәребеҙ менән, ә уның ише юҡ, – тип һүҙгә ҡушылды Дилә.

– Һин нимә һөйләйһең, Дилә, бул­мағанды? Һеҙ уға иғтибар итмәгеҙ, зинһар, Марс Альбертович, ул бәләкәйҙән шундай шуҡ ҡыҙ инде.

Бының менән генә тынысланманы Нажиә ханым. Инде Гөлсиә уның менән араларын яҡыная башланы тип уйлаған ине. Бер көндө ҡыҙҙың магазинға барғанын күреп, уға икмәк менән һөт алып ҡайтырға ҡушты ул. Бик шатланып риза булды Гөлсиә. Икмәген фатирына уҡ алып кереп бирҙе, әле аҡса ла кәрәк түгел, тигән ине, тик Нажиә ханым кеҫәһенән төйөнсөгөн алып, уға аҡса сығарып бирҙе. Әйҙә, минең менән сәй эсеп сыҡ, тип ҡыҫтаһа ла, ҡыҙ ишек төбөнән ары уҙманы. “Юҡ, рәхмәт, башҡа ваҡытта керермен, бөгөн һис ваҡытым юҡ”, – тип кире ҡаҡты.

Бынан һуң берәй аҙна үткән ине буғай, Гөлсиә почта йәш­нигенән полиция бүлегенән килгән повестка тартып сығарҙы. Нимә уйларға ла белмәйенсә, полиция бүлегенә йүгерҙе ул. Уны тағы Марс Альбертович бүлмәһенә ебәрҙеләр.

– Иҫәнмеһегеҙ! – тип мышнап килеп керҙе ул. – Ниндәй ялыу булды, тағы Нажиә апаймы?

– Иҫәнмеһегеҙ, Гөлсиә! Мин нимә уйларға ла белмәйем инде. Ул ғариза яҙып биргәс, һеҙҙе саҡыртмайынса булдыра алмайым, мине лә дөрөҫ аңлағыҙ.

– Аңламайым, тағы нимәлә мине ғәйепләй һуң ул? – тип иларҙай булып һораны ҡыҙ.

– Беләһегеҙме, Гөлсиә, мин алдан уҡ әйтеп ҡуям, уның һүҙҙәренә бөтөнләй ышанмайым. Төйөнсөк менән аҡсаһын юғалтҡан. Күрше Гөлсиәнән башҡа миңә бер кеше кермәне, унда ғына минең аҡса, ти. Кеше аҡсаһын урлап, ана ниндәй ремонт яһап ҡуйҙы, ти. Мин аңлатып ҡараным инде уға, беләһең бит, ҡарт кеше барыбер үҙенекен дөрөҫ тип уйлай.

Был һүҙҙәрҙән һуң Гөлсиәнең бөтә кәүҙәһе ҡалтырай башланы.

– Марс Альбертович, ант итеп әйтәм, бер кешенең бер тин аҡсаһына ла тейгәнем юҡ.

– Гөлсиә, тынысланығыҙ! – тип графиндан һыу ҡойоп бирҙе Марс. – Ышанам мин һеҙгә.

– Ни эшләп мине шундай нахаҡ һүҙҙәр менән рәнйетә һуң ул?

– Беләһегеҙме, ул ханым бында килгәс, барыһын да үҙе һөй­ләп бирҙе. Уның берҙән-бер улы Себер яҡтарында тора икән. Ғүмер буйы унда тормаҫ, пенсияға сыҡ­ҡас, уны үҙ яныма саҡырам, ти. Һеҙҙең фатирҙы һатып алырға йөрөгән, тик бер ни килеп сыҡмаған. Бына шуның өсөн үсен һеҙҙән алалыр.

– Ә хәҙер миңә ни эшләргә? Минең ҡараҡ ҡушаматы тағып йөрөгөм килмәй бит.

– Тынысланығыҙ, мин уға ҡай­тып, яңынан бөтә ерегеҙҙе тикшереп сығығыҙ, әгәр ҙә табылмаһа, күҙ күрер, тинем. Шунан һуң башҡа хәбәр юҡ әле, бәлки, тапҡандыр ҙа инде.

Полиция бүлегенән ҡайтышлай уҡ Гөлсиә Нажиә ханымдың ишеген шаҡыны.

– Нимә кәрәк тағы һиңә? – тип асты ул ишеген.

– Нажиә апай, һеҙ ни эшләп миңә нахаҡ бәлә яғаһығыҙ? Миңә һеҙҙең бер тин аҡсағыҙ ҙа кәрәк түгел. Таптығыҙмы төйөнсөгөгөҙҙө?

– Ну таптым ти, һинең унда ни эшең бар?

– Нисек инде ни эшең, һеҙ мине ғәйепләйһегеҙ бит.

– Кем әйтте һине ғәйепләйем тип, әйҙә бар, башымды ҡатырып йө­рөмә әле, – тип танау төбөндә генә шап итеп ишеген ябып та ҡуйҙы.

Нахаҡ һүҙ, нахаҡ һүҙ,

Шундай ауыр, йәнем, түҙ.

Әйтелмәһен әле бер ҙә

Бигерәк яман, нахаҡ һүҙ.

Ошо йырҙы әкрен генә таҡмаҡлап үҙенең фатирына уҙҙы ул. Күңеленә бик ауыр ине ошо миҙгелдә. “Эй, Хоҙайым, ошо нахаҡ һүҙҙәрҙән һаҡлаусы һәм яҡлаусы яҡын кешем дә юҡ бит минең”, – тип уфтанып ҡуйҙы ҡыҙ.

Был ваҡиғаларҙан һуң Гөлсиә Нажиә туташтың күҙенә бөтөнләй күренмәҫкә тырышты. Инде тынысланып ҡына йәшәй башлағайны, бер көндө эштән ҡайтҡанда подъезд төбөндә баҫып торған Марсты күреп, туҡтап ҡалды.

– У-у-уф, нимә булды тағы, мине көтәгеҙҙер инде, эйеме? Һөйөнөп кенә йөрөй башлаған инем, барыһы ла тынысланды буғай, тип.

– Юҡ, бер нимә лә булманы, был юлы үҙем килдем, һеҙҙе һағынып килдем, – тине егет. Уңайһыҙланыуҙан уның бите алһыуланып сыҡты.

– Шулай шул, элек аҙна һайын күрешмәйенсә ҡалған юҡ ине, был юлы айға яҡын ваҡыт уҙҙы, – тип сырҡылдап көлөп алды ҡыҙ. Көл­гәндә тағы ла сибәрерәк күренде ул егеткә. Тәрән күл төҫөндәге зәңгәр күҙҙәренә кереп сумһаң, кире сыға ла алмаҫһың.

– Мин Нажиә апай янына ла инеп, рәхмәт әйтеп сығырмын тигән инем, – тип көлөп ҡуйҙы егет тә, – Әгәр ҙә ул булмаһа, беҙ осрашмаған да булыр инек бит.

Ошо көндән Марс менән Гөлсиә араһында әкрен генә мөхәббәт осҡоно тоҡанды. Ниһайәт, ҡыҙ ауыр минуттарҙа иңенә таянырҙай аҡыллы, тыйнаҡ, сибәр егеткә ғашиҡ булып та ҡуйҙы.

Нажиә апай уларҙың осраш­ҡанын белгәс, Гөлсиәгә ҡарата мөнәсәбәте бөтөнләй үҙгәрҙе. Ҡыҙ юлында осраһа, бер артына, бер алдына сығып, уны маҡтай-маҡтай һандуғас шикелле һайраны.

Осраша башлағандарына әле бер ай ҙа тулмағанда, Марс Гөлсиәне ата-әсәһе менән таныштырырға булды. Ул үҙе әле бик әҙер түгел ине, тик әсәһе улының һөйгән ҡыҙы барлығын белгәс, интектереп бөтөрҙө. Күптән хыяллана ине инде берҙән-бер балаһын башлы-күҙле итергә. Оҙаҡламай утыҙ йәшен тултырған Марс быға тиклем бер ҡыҙ менән дә осрашҡаны булманы. Инде уның бергә уҡыған иптәштәре икешәр бала үҫтереп ята. “Беҙҙең яҙмышты ғына ҡабатламаһын инде, беҙ атаһы менән бер-беребеҙҙе яратмайынса ғүмер иттек”, – тип уйланы Миләүшә.

Беренсе күреүҙә үк оҡшатты ул Гөлсиәне. Улы ҡайындай зифа буйлы, тәрән күлдәй зәңгәр күҙле, икенән үреп һалған оҙон сәсле йәш кенә ҡыҙ менән килеп ингәс, һоҡланып ҡараны уларға. Ә инде өҫтәл артына ултырып, ҡыҙҙың балалар йортонда тәрбиәләнгәнен, ашнаҡсы-кондитер булып эшлә­гәнен белгәс, уның көләс йөҙө әкрен генә үҙгәрә башланы. Ул үҙенең берҙән-бер балаһына бындай кандидатура теләмәгән ине: ни ата-әсәһе юҡ, ни юғары белеме, ни йүнле эше тигәндәй. Тултырып әйтмәһә лә, аңланы Гөлсиә, һөй­гәненең әсәһенә оҡшаманы ул. Ә атаһы, киреһенсә, бик шат ине улының бәхетенә. Уларҙың бер-береһенә ҡараған күҙ ҡараш­тарынан аңланы ул, йәштәр бик яраталар бер-береһен.

Бик һалҡын ғына һаубуллашты Миләүшә Гөлсиә менән. Ә инде Марс һөйгәнен оҙатып, кире әйләнеп ҡайтҡас, уға үҙенең ризаһыҙлығын белдерҙе.

– Улым, беҙ һине балалар йортонда үҫкән ҡыҙ өсөн үҫтерҙекме ни? Уның ни белеме, ни йүнле эше, торорға урыны ла юҡтыр әле. Ҡала пропискаһы өсөн генә йөрөйҙөр ул һинең менән.

– Әсәй, нимә һөйләйһең һин? Ну и что, белеме юҡ, яратып эшләй торған эше бар, үҙ фатиры бар.

– Бәлки, барҙыр коммуналкала фатиры, тик барыбер һиңә тиң түгел ул, улым. Һиңә юғары уҡыу йорто бөтөргән, бай ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙ кәрәк.

– Әсә-ә-әй, һин нимә әйткәнеңде үҙең ишетәһеңме? Яратам мин уны, ярата-а-а-ам! Ул минең – беренсе мөхәббәтем, тип әйтергә лә ҡурҡмайым. Һин ризамы, риза түгелме, барыбер өйләнәм мин уға, ишетәһеңме өйләнә-ә-ә-әм! – тип асыуынан бите ҡыҙарып сыҡты Марстың.

– Уға өйләнһәң, мин мәңге риза түгел. Был фатирҙа уның аяғы ла булмаһын!

Был һүҙҙәрҙән һуң Марс ҡалтыранған тауышы менән:

– Ярай, әсәй, мин һине ишеттем. Иртәгә үк әйберҙәремде йыйып, үҙемдең фатирыма сығып китәм. Барыбер буш тора, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

– Улым, һин нимә, мине шул килмешәк ҡыҙға алмаштыраһыңмы ни? – тип Миләүшә илай уҡ башланы.

– Нимә булды, ниңә тауышла­наһығыҙ? – тип, йоҡо бүлмәһенән Наил да килеп сыҡты.

– Наил, һин ишеттеңме, өйлә­нәм, ти, шул затһыҙ ҡыҙға.

– Миләүшә, етәр! – тип ҡыс­ҡырып ебәрҙе Наил да. – Һин миңә кейәүгә сыҡҡансы үҙең кем инең? Әллә белемең бар инеме, бына әйт әле, нимәң бар ине һинең? Ғүмер буйы эшләмәйенсә өйҙә яттың, минең байлыҡҡа ҡыҙығып ҡына кейәүгә сыҡтың бит һин. Ғүмер буйы бер-беребеҙҙе яратмайынса йәшәүҙе һин рәхәт тормош тип беләһеңме? Ә һин, улым, – тип Марсҡа өндәште ул, – йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә! Яратаһың икән, өйлән, бер кеше һүҙенә ҡарама! Мин һеҙгә бары тик бәхетле тормош ҡына теләйем!

– Рәхмәт, атай! – тип Марс Наил­ды ҡосаҡлап алды.

Оҙаҡ та тормайынса йәштәргә мәсеттә никах уҡыттылар, ә унан һуң бик күп кеше саҡырмайынса ғына туй мәжлесе лә уҙғарҙылар.

Ысынлап та, бик бәхетле ине Марс менән Гөлсиә. Туйҙан һуң ҡыҙ үҙ фатирын бикләп, һөй­гә­ненең торлағына күсеп килде. Тик Ми­ләүшә генә барыбер яҡын итмәне киленен. Йәштәр уларға килһә, ҡараңғы йөҙө менән ҡаршы ала ине. Гел Гөлсиәнән ғәйеп та­бырға ғына торҙо: йә өҫтәл артында дөрөҫ ултырмай, йә һөйләшкәндә дөрөҫ һөйләшмәй. Уның шундай кәмһе­теүҙәренә нисек тә түҙергә тырышты ҡыҙ, ҡаршы бер һүҙ әйтмәне ул бейеменә. Һөйгәнен йәлләне, әгәр ҙә бейеме менән әйт­келәшә баш­лаһалар, Марс ике ут араһында ҡаласаҡ. Тора-бара Гөлсиә бөтөн­ләй бармай башланы бейемдәренә. Марс үҙе генә хәл­дәрен белеп килә ине. Барған һа­йын Миләүшә килененә зарланды:

– Улым, тәки йүнле ҡыҙға өйлән­мәнең. Бына ни эшләп килмәй ул, бөтөнләй беҙҙе һанламау бит был. Теләгенә өлгәште шул, бай егеткә кейәүгә сыҡҡас, байыны хәҙер. Шулай, хәйерсе байыһа, сабатаһын түргә элә тиҙәр.

– Әсәй, етәр, һин быны үҙең ту­ра­һында әйтәһеңме һуң? Ә Гөл­сиәгә килгәндә, ни эшләп килһен ул һинең яныңа, һин бит гел ғәйеп табып тораһың унан. Уның урынында булһам, мин дә килмәҫ инем.

– И-и-и-и, бына үҫтер һин баланы, үҙ әсәһен әллә ҡайҙан килгән килмешәккә алмаштырһын әле, – тип, кеҫәһенән ҡулъяулығын сығарып, булмаған йәштәрен һөрткәндәй итте.

– Әсәй, мин һине бөтөнләй аңламайым, һин минең бәхетемә һөйөнөргә генә тейеш бит. Әгәр ҙә  ҡатынымды үҙ итмәһәң, аяғым баҫмаҫ бында.

Был юлы, ысынлап та, күҙҙә­ренән йәштәре атылып сыҡты Миләүшәнең.

– Бар-бар, әсәйеңдең күҙ йәштәре әллә һиңә бәхет килтерер тип беләһеңме? Бына әйткән ине тиерһең, фатирыңдан ҡыуалап сығарыр әле, илап ҡайтмаҫһыңмы икән. Балалар йортонан йүнле кеше сығамы ни ул?

Был һүҙҙәрҙе әллә ишетмәне Марс, әллә ишетмәмешкә һалыш­ты, әсәһе менән һаубуллаш­майынса сығып та китте. Ошо китеүҙән һуң тыуған өйөнә ҡайтмай башланы ул. Телефондан шылтыратып ҡына хәлдәрен белеште. Шылтыратҡан һайын әсәһе илай-илай һаман Гөлсиәгә ҡаршы ҡотортто уны. Ә атайҙары менән бик яҡшы мөнәсәбәттә булды йәш­тәр. Наил, буш ваҡыты булғанда, ҡатынының тыр-тыр йөрөүенән ял итәйем тип, Марстарға барғыланы. Гөлсиәнең сибәрлегенә, тырыш­лығына, уңғанлығына ҡарап: “Нисек инде шундай киленде яратмаҫҡа мөмкин?” – тип һоҡлана ине ул.

Инде өйләнешкәндәренә бер йыл була тигәндә, йәш ғаиләгә икеләтә шатлыҡ килде. Яҡты донъяға тупырлап торған игеҙәк малай менән ҡыҙ тыуҙы. Уларҙан да бәхетле кеше юҡ ине был миҙгелдә. Ейәндәре булғас, Миләүшәнең дә әҙерәк күңеле йомшарҙы буғай. Киленен барыбер үҙ итеп бөтөрмәһә лә, ейән­дәрен һағынғанда уларға барғылай ине. Ғәҙәте буйынса, уға төрттөрөп шелтә белдерһә лә, Гөлсиә бер ваҡытта ла ҡаршы һүҙ әйтмәне. Бейеменең һүҙҙәре йөрәгенә ауыр таш булып ятһа ла, түҙҙе.

Мөхәббәт емештәренә Айнур менән Айгөл тип исем ҡуштылар. Шундай бәхетле тормошта йәшә­гәндә, ғүмер уҙғаны һиҙелмәй ҙә. Инде Айнур менән Айгөлгә лә өс йәш тулып, улар балалар баҡса­һына йөрөй башланы. Гөлсиә үҙенең яратҡан эшенә сыҡты. Уның матур, тәмле итеп бешергән торттарын бик һағынғандар ине. Фатирҙарынан эшкә йөрөргә йыраҡ булғас, Марс уға яңы булмаһа ла машина алып бирҙе. Декрет ялында ултырғанда машина йөрөтөү курсына йөрөп, таныҡлыҡ та алған ине ҡатын.

Шулай тыныс, матур ғына йәшәп ятҡанда, Марсты бергә эшләгән иптәше менән бер айға коман­дировкаға ебәрҙеләр. Ҡатыны менән ике йөрәк емешенән айырылыуы бик ситен булды уға. “Оҙаҡ түгел бит, бер ай хәҙер үтеп китер, матурым”, – тип оҙатып ҡалды уны Гөлсиә. Күңелендә айырылыу һағыштары буран уйнатһа ла, һөйгәненә һиҙҙермәне.

Марс китеп, берәр аҙна үткәс, кис менән балаларын баҡсанан алып, киске ашты ашарға ғына ултырғандар ине, ишек ҡыңғырауы шылтыраны. Айнур менән Айгөл һикереп тороп: “Атай ҡайтты, атай ҡайтты!” – тип ишеккә табан сапты.

– Балалар, туҡтағыҙ, атайығыҙға ҡайтырға иртә әле, бар, кире ултырығыҙ урынығыҙға, хәҙер үҙем, – тип барып асып ебәрһә, унда ҡулына сәскә бәйләме тотҡан бер ир-ат баҫып тора ине.

– Һеҙҙең исемегеҙ Гөлсиәме? – тип һораны ул.

– Эйе, ә был нимә? Кемгә был сәскәләр һәм кемдән?

– Һеҙгә инде, адресығыҙҙы әйтеп, һеҙгә алып килергә ҡуштылар.

“Марстың эше инде был”, – тип уйланы Гөлсиә. Сәскә бәйләмен ҡу­лына ғына алған ине, подъезда әллә ҡайҙан бер йәш кенә егет пәй­ҙә булып, уны телефонға төшө­рөп алды ла нисек килеп ингән, шулай тиҙ генә юҡҡа ла сыҡты.

– Нимә булды был, кем ине ул, ни эшләп мине фотоға төшөрҙө? – тип нимә уйларға ла белмәйенсә аптырап ҡалды Гөлсиә.

– Һеҙҙең поклонниктыр, – тип көлдө теге ир.

Сәскә бәйләмен вазаға ултырт­ҡас, Гөлсиә иренә шылтыратты:

– Матурым, бик ҙур рәхмәт сәс­кәләрең өсөн, тик мин аңламаным, ниндәй сәбәп һуң, ниндәй байрам?

– Ниндәй сәскә тураһында һорайһың икән, аңламайым, – тине уныһы.

– Әле курьер сәскә бәйләме алып килде, Гөлсиәгә бирергә ҡуштылар, ти. Мин бер нәмә лә аңламайым, яҙыуы ла юҡ.

– Тәк-тәк, матурым, әллә һинең тайный поклонниктарың бармы? – тип көлөп ҡуйҙы Марс. – Һинең матурлығың менән уныһы ла булырға мөмкин.

– Юҡ, нимә һөйләйһең һин? Һинән башҡа кемем булһын инде минең!

– Ярай, тыныслан, мин бит һиңә ышанам. Йә яңылыш килтер­гән­дәрҙер, йә берәйһе шаяртырға уйлағандыр.

“Ниндәй шаяртыу был?” – тип уйланы Гөлсиә, нимә уйларға ла белмәйенсә.

Был хәлдән һуң тағы берәр аҙна уҙҙы, Гөлсиә эштән ҡайтып машинаһынан ғына сыҡҡан ине, тағы ла ҙурыраҡ сәскә бәйләме тотҡан шул уҡ ир-ат ҡаршыһына килеп тә сыҡты.

– Ҡара, әсәй, ниндәй матур сәскәләр, тағы атай ебәргәнме? – тип Айгөл дә йүгереп килде.

– Гөлсиә, бына тағы һеҙгә тапшырырға ҡуштылар, – тип ир-ат сәскәләрҙе уға һуҙҙы.

– Туҡтағыҙ, һеҙ әйтегеҙ әле, кемдән был сәскәләр?

– Ҡайҙан беләйем, һеҙ үҙегеҙ белергә тейеш. Беҙгә бит шылтыратып ҡына әйтәләр ҡайҙа алып ба­рырға, ә аҡсаһын картаға күсе­рәләр, – тип сәскәләрҙе ҡатындың ҡулына тоттороп, курьер китеп тә барҙы.

Ҡулындағы сәскәләргә ҡарап бик оҙаҡ һәйкәл кеүек ҡатып торҙо ул: “Кем шулай шаяра һуң минең менән?”

Фатирға ингәс, сәскә араһынан яҙыу сыҡмаҫмы тип аҡтарып та ҡараны. Был юлы һөйгәненә шылтыратырға ҡыйманы, Марсты борсоғоһо килмәне. Үҙенең дә йөрәге тынысланманы.

Бына инде һөйгәне ҡайтырға ла аҙ ғына ваҡыт ҡалып бара. Ошо уйҙар күңелен йылытып, ул эшенән өйөнә ҡайтырға сыҡты. Балаларҙы баҡсанан алып, кискә нимә әҙер­ләргә икән тип уйланып, машинаһы янына килеп кенә еткәйне, күктән төштөмө ни, янып торған ҡыҙыл раузалар тотҡан курьер тағы ҡаршыһына килеп баҫты.

– Һеҙме был тағы? Күпме минән көлөргә була инде?! Кәрәк түгел миңә был сәскәләрегеҙ, кире алып китегеҙ! – тип машина ишеген генә асырға үрелгән ине, ир уны ҡосаҡлап, битенән үбеп тә алды.

– Һеҙ нимә, аҡылдан шашты­ғыҙмы әллә? – тип асыулы күҙҙәре менән ҡараны уға Гөлсиә.

– Юҡ, мадам, миңә һеҙҙе ҡосаҡ­лап үбеп, ошо сәскәләрҙе тап­шы­рырға ҡуштылар, – тип ир сәскә­ләрҙе машина капотына һал­ды ла ашыға-ашыға китеп тә барҙы. Был юлы Гөлсиәнең асыуҙан бөтә кәүҙәһе ҡалтырай башланы. Ул бар көсө менән машинала ятҡан раузаларҙы ергә һыпырып тө­шөр­ҙө. Урамдан үтеп барыусылар сә­йерһенеп уға ҡараны. Бер оло йәш­тәге апай ғына: “Ҡыҙым, ниңә таш­лайһың шундай матур сәскәләрҙе, уларҙың ғәйебе юҡ бит”, – тип ерҙә ятҡан раузаларҙы йыйҙы ла йыраҡ түгел торған эскәмйәгә һалды.

“Нимә булды һуң был, һис аңла­майым?” – тип башы ҡатты Гөл­сиәнең. Тик бер нисә көндән һуң ғына ул бының кем эше икәнен аңланы.

Һөйгәне ҡайтыр көндө эшенән ял алып, балаларын баҡсаға ла илтмәне. Матур итеп өҫтәл әҙерләне, яратҡан рецебы буйынса торт бешерҙе. Ә Марс ҡайтманы... Аталарын көтә-көтә арып бөттө улар. Бер нисә тапҡыр шылтыратып та ҡаранылар, тик ирҙең телефоны һүнгән ине. “Юлда ундай-бындай хәл булмағандыр бит инде?” – тип башына насар уйҙар ҙа килә башланы. Үҙ-үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә, бейеменә шылтыратты ул.

– Ҡайтты инде, ул беҙҙә, – тине ҡырыҫ ҡына Миләүшә.

– Нисек һеҙҙә, ни эшләп өйгә ҡайтманы?

– Ни эшләп ҡайтһын ул унда, һинең һөйәркәң янына ҡайтһынмы ни?

– Ниндәй һөйәркә тураһында һөйләйһегеҙ һеҙ? Ни эшләп алмай ул телефонын, саҡырығыҙ әле, уның үҙе менән һөйләшкем килә, – тип иларлыҡ булып һораны Гөлсиә.

– Уның ҡарауы, улымдың һинең менән һөйләшкеһе килмәй. Башҡа шылтыратып йонсотма! Затһыҙ йән инде һин, ирең шундай ҡурҡыныс ергә китһен, ә һин рәхәтләнеп һө­йәр­кәң менән типтерәһең, оятһыҙ!

– Һеҙ үҙ күҙегеҙ менән күрҙе­геҙме мине башҡа кеше менән? Ни эшләп миңә нахаҡ бәләләр яғаһығыҙ?

– Юҡ, мин үҙем күрмәнем, ә бына бүтәндәр күргән.

– Зинһар өсөн саҡырығыҙ инде телефонға Марсты! Мин уның үҙе­нән ишеткем килә, кем әйткән уға булмаған хәлдәрҙе, зинһар, һо­ра­йым, – тип илап та ебәрҙе Гөлсиә.

– Илаған була тағы. Бер айға ғына булһа ла, нәфсеңде тыя алма инде, ә. Оҙаҡламай, смотри, бала­ларыңды ла юғалтма тағы, шулай йәшәү рәүешеңде үҙгәртмәһәң. Всё, бүтән шылтыратма бында! – тип бейеме телефонын һүндереп тә ҡуйҙы.

– Әсәй, кем менән шулай ҡыс­ҡырып һөйләшәһең һин? – тип йоҡлаған еренән уянып сыҡты Марс.

– Ә-ә-әй, улым, уяттыммы ни һи­не, балам? Бына теге оятһыҙ шыл­тырата тағы, телефонды би­регеҙ әле уға, минең уның үҙе менән һөйләшкем килә ти, ояты ҡасҡан нәмә.

– Әсәй, бәлки, ысынлап та, һөйләшергә кәрәктер уның менән. Иртәгә осрашып һөйләшергә кәрәк, туранан-тура, күҙҙәренә ҡарап.

Шул арала Миләүшә ҡабынып китеп:

– Булмағанды, юҡ! Осрашмай­һың да, һөйләшмәйһең дә. Беренсе күреүҙә үк оҡшамаған ине ул миңә. Ҡайҙан килеп сыҡты һуң ул? Һинең киҫеп ташлаған тырнағыңа ла тормай бит ул, бөткән инеме ни һиңә бай ғаиләлә тыуып үҫкән ҡыҙҙар?

– Әсәй, ни эшләп яратманың инде һин Гөлсиәне?! Бына уйлап яттым әле, кем ебәрҙе икән миңә был фотоларҙы? Бәлки, бөтөнләй һөйәркәһе түгел, ә яҡын дуҫтары ла ебәрергә мөмкин бит. Сәскәне һөйәркәләр генә бирәме ни!

– Улы-ы-ым, бер фотола ҡосаҡлап үбә лә түгелме һуң уны бер ир?

– Әсәй, туҡта әле, ә һин ҡайҙан беләһең, мин бит һиңә ул фотоларҙы күрһәтмәнем?

– Ниңә, былай ғына әйттем ин­де, – тип ҡаушап ҡалды Миләүшә. – Һин бит үҙең әйттең миңә.

– Минең иҫтә түгел әйткәнем. Ул фотоларҙы алғас, шул таныш булмаған номерға шылтыратып та ҡараным, тик алыусы булманы. Уның кем, ҡайҙан икәнен белеп буламы икән? Тағы бер шылтыратып ҡарайыммы икән әллә?

– Юҡ-юҡ, улым, шылтыратып үҙеңдең нервыңды боҙма, оноторға тырыш инде шул оятһыҙҙы, – тип ҡалтыранған ҡулдары менән Марсты килеп ҡосаҡланы. – Кәрәк түгел ул һиңә, онот уны, онот!

Әсәһенең үҙен тотошо нисектер сәйер тойолдо Марс­ҡа. Ул бүлмә­нән сығып киткәс, тағы шул номерҙы йыйҙы. Шул минутта журнал өҫтәленең тартмаһында телефон шылтырағаны ишетелде. Марс һикереп тороп тартманы асып ебәрҙе лә, унда ятҡан телефонда үҙенең номерын күреп ҡалды. Шунда уның башына килтереп һуҡты­лармы ни?! Мин, бәлки, яңы­лышамдыр тип, телефонды алып, ундағы фотоларҙы ҡарап сыҡты. Үҙ күҙҙәренә ышанманы ул, ысынлап та, Гөлсиәнең фотолары ине унда. “Ну, әсәй, кем уйлаһын һине шундай түбәнселеккә төшөрһөң тип? Хәҙер мине Гөлсиәм ғәфү итерме икән?” – тип уйлап, йөрәге сәнсеп ҡуйҙы уның.

– Әсә-ә-әй, ин әле бында! – тип ҡысҡырҙы ул бөтә көсөнә.

– Балам, нимә булды, ниңә ҡысҡыраһың? – тип йүгереп инде Миләүшә.

– Әсәй, был кемдең телефоны? – тип уны әсәһенең йөҙөнә үк килтерҙе.

– Белмәйем, ҡайҙан беләйем, бына бит үҙемдеке бар.

– Һин нимә, мине йүләргә һанай­һыңмы? Нисек башыңа етте, икенсе симка алып миңә ошо фото­ларҙы ебәрергә! Аҡса биреп кеше яллағанһыңдыр әле фотоға төшөрөргә. Беләһеңме, был фотолар килгәс, мин саҡ үҙемә ҡул һалманым. Ярай әле иптәшем: “Һин нимә, ҡатын-ҡыҙ өсөн шулай йәш кенә килеш үҙ-үҙеңде харап итәһеңме ни? Башың менән уйла әҙерәк, йәшәргә кәрәк, уның хыянатына үс итеп йәшәргә кәрәк!” – тип был аҙымдан алып ҡалды. Һин минең мәйетемдең ҡайтҡанын теләнеңме ни? Кемдән-кемдән, тик һинән көтмәгән инем! Нисек минең бәхетемә аяҡ салырға ҡыйыулығың ет­те? Һин бит белдең Гөлсиәне үлеп яратҡанымды. Бөттө, бөгөн­дән минең был йортта аяғым да булмаясаҡ. Атайҙы ғына йәлләйем, нисек ғүмер буйы шундай ҡара күңелле кеше менән йәшәй икән ул? – тип әйберҙәрен йыя башланы.

– Улым, балам, зинһар, ғәфү ит мине. Мин һине улай уҡ ҡайғы­рырһың тип уйламаған инем. Гөлсиә менән донъя бөтмәгән. Үҙеңә тиңде табырһың тигән инем. Зинһар, ғәфү ит инде! – тип улының аяғына ауҙы ул. Марс әсәһенең аяғына йәбешкән ҡулдарын ысҡындырҙы ла ишекте шап итеп ябып сығып та китте. Бына шунда ғына Миләүшә үҙенең ниндәй төҙәтелмәҫлек хата эшләгәнен аңланы. Төҙәтерлек икәнме һуң уның был яңылышы?

Ә Марстың был минуттарҙа башында бер генә уй ине: һөйгәне кисерерме?

Ғәфү итте уны Гөлсиә. Марс бит уның иң беренсе саф мөхәб­бә­те. Унан һуң, Айнур менән Ай­гөлгә лә атай кәрәк. Үҙе атай-әсәй­һеҙ үҫкәс, ғаиләһен һаҡлап ҡалыр өсөн барыһына ла әҙер ине ул.

Нахаҡ һүҙҙәр әйтеп рәнйетмәгеҙ,

Былай ҙа бит йөрәк яралы.

Йөрәк яраларын төҙәтерлек

Ярай яҡын кешем бар әле.

 

Автор:
Читайте нас