+28 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
19 Февраля 2023, 07:00

Утыҙынсы маршрут

Оҙайлы яңы йыл каникулының һуңғы көнө. Өҫтәүенә ул буранлы һәм сасҡау. Шуғалыр, бәлки, урамда халыҡ һирәк. Диванда тик кенә ятып телевизор ҡарау урынына буран ҡосағына мине кисектергеһеҙ йомош әйҙәне.Ғәҙәттә, шығырым тулы Затон биҫтәһенә йөрөгән утыҙынсы “К” маршруты автобусында тиҫтәләп кенә пассажир. “Мир” туҡталышында автобусҡа ике йәш кеше инде - ҡыҙ һәм егет.

Утыҙынсы маршрутУтыҙынсы маршрут
Утыҙынсы маршрут

 Егет ҡышҡы һыуыҡҡа бирешкәндәй түгел: ҡолаҡсыны төшөрөлгән кәпәс, оҙон салғыйлы пальто кейгән. Ә ҡушарлаған тәпәш буйлы сибек ерән ҡыҙы ныҡ өшөгәйне. Торна аяғындай нәҙек балтырҙарына джинсы салбары һылашҡан, ҡыҫҡа курткаһы билен дә ҡапламай. Ҡош тәне ҡалҡҡан арҡаһы күренеп ҡала саҡ ҡына эйелә төшһә. Был күренештән тән зымбырҙап китә, былай ҙа йылы тунды, үҙем дә һиҙмәй, тағы ла нығыраҡ ҡымтып ҡуям. Башында бер ни ҙә юҡ, күрәһең, курткаһының көләпәрәһе үтәй башлыҡ ролен. Һыуыҡҡа ҡатҡан ирендәрен, аңҡауына йәбешкән телен көскә йөрөтөп, кондукторға өндәште:
- Зинһар, алығыҙ инде. Затонға хәтлем. Бер тин дә аҡсабыҙ юҡ. Мынауында, торговый центрҙа, көшөлөгөмдө урлап алып киттеләр. Абайламай ҡалғанмын асыҡ ауыҙ. Ярты көн торабыҙ инде ҡатып, бер генә лә әмәлен таба алмайбыҙ, - ҡиәфәте лә, тауышы ла ялбарыулы ҡыҙҙың. Егет ҡыҙҙы етәкләгән килеш эргәһендә баҫып тора. Башын эйә биреп, өмөт менән, кондукторға баҡҡан. Ул да нимәлер әйтергә теләгәндәй.
- Ярай, ултырығыҙ, һуң. Иң алғы урынға түлкә, - кондуктор кеше йәнле булып сыҡты.
Егет менән ҡыҙҙың сырайҙары яҡтырҙы, йөҙҙәрендә йылмайыу пәйҙә булды. Етәкләшеп алға үттеләр.
“Галле округы” туҡталышында ла, һыуыҡ булғанғалыр, водитель тик урта ишекте генә асты. Автобусҡа биш-алты кеше инде. Тәүге пассажир эскә ынтылғайны, шул ыңғайы кондуктор урынынан йәһәтләп торҙо ла, ишектең ҡаршыһына барып баҫты. “Ғәҙәттә, пассажирҙар урынлашып бөткәс үҙ эшенә тотоналар кондукторҙар. Нишләп инеүселәрҙе ҡаршы алырға булып китте был?” - тип ҡуйҙым аптырап үҙ алдыма.
- Иптәш, билетығыҙҙы күрһәтегеҙ, - һиҫкәнеп киттем үҙемә төбәлгән был тауышҡа.
“Бына ҡайҙа икән кондукторҙың әрһеҙлек күрһәтеүенең сер - автобусҡа билет тикшереүселәр ингән дә баһа. “Ҡуяндарҙы” алды бит ул. Хәҙер ни ҡылыр инде”, - тип хафаға ҡалдым һәм, кондукторҙың хәлен тоҫмалларға теләп, ул йөрөгән яҡҡа баҡтым. Әлфиә Марат ҡыҙы – түшендәге бейдждан уҡып белдем исем шәрифен - бер ни булмағандай, баяғы ике йәшкә билет бирҙе лә, сиратлап, башҡаларҙан да юл хаҡы өсөн түләү ҡабул итә башланы. Бөгөн кондукторға әллә ни көс төшмәй, халыҡ һирәк. Тиҙ генә эшен тамамлап, тикшереүселәр янына барҙы, улар биргән ҡағыҙҙарға ҡул ҡуйҙы. Былары ла артыҡ әрһеҙлек күрһәтмәгән кеүектәр. Бер һүҙ ҙә ҡатманылар, сырайҙары битараф килеш ҡалды. “Автовокзал” туҡталышында сығыуға ыңғайланылар. “Ҡуяндар” тотолманы, Әлфиә Марат ҡыҙының хилафлыҡ ҡылыуы фашланманы.
Бәләнән ҡотолоп ҡалған автобус хужабикәһе бер килке уйланып ултырҙы ла, йәштәр янына йүнәлде. Урта тоштағы ишек янында ултырғас, һүҙҙәрен ишетмәнем. Тикшереүҙән ҡалай оҫта ҡотолоуҙары тураһында ҡыуанысын “ҡуяндарға” еткерә һымаҡ тойолдо миңә тәүҙә. Улай тиһәң, ике билетты бушлай бирҙе, асылда, үҙ кеҫәһенән түләне - ҡаза күрҙе, кемгәлер ярҙам итә була. Ҡыуанырлыҡ бер ни ҙә юҡ. Утыҙ алты һум аҡса аяҡ аҫтында аунап ятмай. Һәйбәт ондан бешерелгән ҙур аҡ күмәс хаҡы.
Бәлки, күпме аҡсалары бар, шуларҙы булһа ла биреүҙәрен һорағандыр йәштәрҙән, зыянды ҡайтарырға теләп.
Артабанғы ваҡиғалар, төптө яңлышҡанымды күрһәтте.
Әлфиә Марат ҡыҙының йәштәр менән әңгәмәһенә күршеләрендәге әбей менән бабай ҡушылды. Тәүге урындар - алға, ә унан һуңғы ултырғыстар артҡа ҡаратып ҡуйылғанлыҡтан, әбей - йәштәргә арҡа терәп, ә бабай икенсе рәттән аралыҡ аша ғына ултыра ине.
Һөйләшеү юғары тонда барған кеүек тойолдо. Һағая төштөм. Быға сәбәп юҡ һымаҡ бит. Автобус, Ағиҙел күперен үтеп, Затон ҡасабаһы юлына сығырға борола башлаған мәлдә, егет урынынан һикереп торҙо ла, ишеккә уҡталды:
- Ишекте асығыҙ, - тип ҡысҡырҙы ярһыулы тауыш менән водителгә. Артынан ҡыҙ ҙа эйәрҙе.
- Юҡ, ултыр, бер ҡайҙа ла бармайһың. Урыныңа ултыр! - йәштәрҙән арыраҡ урын биләгән төҫ-башы артыҡ күҙгә ташланып бармаған, ябай ғына кейенгән ҡырҡ биш йәштәр самаһындағы ҡатын егеттең юлын быуҙы.
Ҡапыл юғалып ҡалған кондуктор ҙа иҫенә килде:
- Билетығыҙ бар! Ултырығыҙ, һеҙҙе бер кем дә ҡыумай… Ҡыумайым да баһа, - тип ҡуҙғып киткән пассажирҙың еңенән эләктереп алды.
- Үҙегеҙ рөхсәт иттегеҙ ҙә, ҡыуаһығыҙ… - ҡатын Әлфиә Марат ҡыҙына үпкә ҡатыш ташланы быны.
- Ҡыуманым мин бер кемде лә… Ҡыуманым!
- Үҙем түләйем улар өсөн, мә, карточкамдан ике билет һуғығыҙ, - кондукторға юл йөрөй торған карточкаһын һондо, һаман да егеттән ишеккә юлды ҡамап.
- Кәрәкмәй, билет биргәнмен уларға...
- Мә, билетың!.. Мохтаж түгелмен… Асығыҙ ишекте! - егет ике ҡатын ҡамауында тартҡылаша бирҙе.
- Был һыуыҡта ҡола яланда туңып үлергәме иҫәбең. Йүләрләнмә, тыңла ололарҙы… Мин әсәйең йәшендәмен. Әсәйең ни тиер ине был ҡылығыңа, - ҡатын ҡаты ла, ҡәтғи лә өндәште егеткә.
Әсәһен иҫенә төшөрөүме, әллә тыштағы сасҡау һыуыҡмы аңына ҡайтарҙы егетте. Ул башын эйеп ҡыҙҙы етәкләгән килеш урынына ыңғайланы.
Салонда тынлыҡ урынлашты. Мотор тауышын, тыштағы буран һыҙғырыуын иҫәпкә алмағанда. Һәр кем әле генә булып үткән драма эпизоды солғанышында ине булһа кәрәк. Ҡараштарын ситкә бороп, бер-береһе менән күҙҙәренең осрашыуынан ҡурҡҡандай, шымып ҡалдылар.
Әлфиә Марат ҡыҙы ла үҙ урынына ҡунаҡланы. Уға уңайһыҙ хәлдән лайыҡлы сығырға кәрәк ине. “Ҡыл изгелек - күр яуызлыҡ”, - тип тә уйлағандыр, бәлки, шул ултырыуында. Кондуктор сумкаһынан тинлектәр сығарып, уларҙы, бәйәһенә ярашлы барлап, төрлө кеҫәләргә бүлеп һалырға тотондо.
Автобус, тигеҙ геүләп, ҡарлы буран аша үҙ маршрутын дауам итте. Ҡаршыға осраған машиналарҙа барған кешәләр өсөн ул – пассажирҙарын тәғәйен урынға алып китеп барыусы ғәҙәти транспорт ҡына. Фантазияға бай кемгәлер, автобус, килбәтһеҙ ҙурлығы, монументаль ҡиәфәт биргән тупаҫ шаҡмаҡлы ҡырҙары менән, юлда ни рәүешлелер хасил булған, өҫтәүенә, хәрәкәт тә иткән, дәү ҡая киҫәге булып күренеүе лә ихтимал ине.
Эйе, автобустың тышҡы йөҙө - йәнһеҙ һәм битараф. Эстә, салонда, иһә, ҡайҙағы кеүек үк, бер һүнеп, бер дөрләп тоҡанып, мәңгелек тормош драмаһының дауам итеүе, йәмәғәт транспортының ни икәнен белмәгән бай машиналылар өсөн, бәлки, оло серҙер ҙә.
Йәштәрҙе күкрәге менән яҡларға ташланған ҡатын ишек янына килеп баҫты. Төшөргә тейешле туҡталышы яҡынлағайны, күрәһең.
- Юрамал ултыртылған “өйрәктәр” тип уйланым. “Мир” туҡталышында былар ултырҙылар, ә “Галле” лә тикшереүселәр инде… Шуны ғына беләйем тигәйнем. Ҡыуманым мин уларҙы. Ҡыуырға ла уйламаным. Тикшереүселәр йыш ҡына шулай ҡылана. Уларға ней, нимә, беҙгә штраф сәпәрҙән бөтә этлектәре. “Өйрәктәр” тип уйланым шуға. Белергә генә иткәйнем… Көнө буйы аяҡ өҫтө ошо тиндәрҙе бөртөкләп йыям тип тырышаһың, миңә лә анһат түгел, - үҙ алдына һөйләнгән кеүек булһа ла, тирәләге барыһы ла ишетте кондукторҙың һүҙҙәрен. Баяғы ҡатын да.
- Мин дә егерме дүрт сәғәт эшләп ҡайтып киләм. Кемде генә күрмәйем, бөтәһе үҙ характеры, үҙ холҡо менән… “Өйрәкме”, йә шайтанмы булмағайылар, буранға ҡыуып сығарырға тимәгән дәһә кешене, - ҡатын да һаман ярһыуын баҫа алмай ине.
- Наркомандарҙы яҡлайһың шунда. Урам буйында һыра һемерергә, үҙҙәренә теләһә нәмә ҡаҙап алйырға тигәндә аҡса табалар. Ә автобуста уларға бушлай йөрөргә кәрәк, - бабай ҙа, автобустан сығырға йәтешләп, ишеккә яҡынлағайны.
- Йәштәрҙе шулай бинахаҡҡа йәберләгәнде яратмайым. Тоталар ҙа: йәштәр - былай, йәштәр - тегеләй... Үҙ балаларыбыҙ түгелме ни улар? Өҫтән Аллаһы Тәғәлә бөтәһен дә күрә. Ул хөкөмдар, беҙ түгел. Хөкөм ҡылырға түгел, ә ярҙам итергә кәрәк йәштәргә… Кем генә, ниндәй генә хәлдә булһа ла. Наркоман да кеше. Эйе, кеше! Ул да миһырбанлыҡҡа хаҡлы! - ҡатын, сағыштырмаса йәш булһа ла, тормошҡа төплө ҡарашлы ине.
- Йыш ҡына “өйрәк” ултырталар шул… Мирҙа - былар, Галлела - тегеләр. Уйламаҫ ерҙән уйларһың… Гонаһлы булып та бөтәһең шул. Ошолайтып хитланып, ҡайһы саҡ үҙеңә икмәклек тә эшләй алмай ҡайтаһың, - Әлфиә Марат ҡыҙы бошонҡо тауыш менән, аҡланғандай, һөйләнә бирҙе.
- Зинһар, контакт телефонығыҙҙы бирегеҙсе. Әмәле сыҡҡанда, ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт йөҙөнән бүләк менән инеп сығырмын, - егет, ҡуйын дәфтәрен тотоп, ҡатындың янына килде.
- Юҡ-юҡ, ниндәй бүләк, ти. Ошолайтып ауыр саҡта бер-беребеҙгә ярҙамлашмайса ла нисек ер өҫтөндә йөрөмәк кәрәк. Хафаланма… Үҙеңә һәр саҡ Хызыр Ильяс юлдаш булһын - шул теләгем, - ҡатын бай күңелле, тәрән фекерле булыуын тағы күрһәтте.
- Улай булғас, интернеттан “контакт”та Артур Шариповтың битен эҙләп табығыҙ. Шунда яҙырмын рәхмәтемде. Башҡалар ҙа белер, ниндәй киң күңелле апайҙарҙың булыуын донъяла.
Автобус сираттағы туҡталышта ишеген асты. Ҡатын менән бабай төшөп ҡалдылар.
Бер килке бара биргәс, йәштәр ҙә автобустан сыҡты. Улар күҙҙән юғалғансы тәҙрәнән ҡарап ҡалдым. Егет бер аяғына ялтанлап атлай ине. Зәғифлеге автобуста күҙгә ташланмағайны ла баһа.
Низағта ҡатнашыусыларҙан салонда кондуктор менән әбей генә ҡалды. Әлфиә Марат ҡыҙы, иңенән ауыр йөгө төшкән кешеләй, еңел һулап ҡуйғандай күренде. Ә әбей, баштарын баҫып ултырған йәштәрҙе быжғыртҡанда хатта шәп ҡыланды ла, ғауға ҡупҡас, тымпайып ҡалғайны, юл ыңғайы шул килеш тик ултырҙы. Ундайҙар – ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығып, үҙәре ситкә тайпылыусылар - йыш осрап ҡуя тормош юлында.
Автобус үҙенә тәғәйен маршрут буйлап бер остан икенсеһенә килеп етте. Бер килке һилләнеп алғас, кирегә ҡуҙғаласаҡ. Шулай көн һайын. Нисәмә кешенең тормош маршруты киҫешә ошо бәләкәй генә майҙансыҡта. Автобустың ярайһы таушалыуын, тимәк, байтаҡ йылдар хеҙмәт итеүен иҫәпкә алғанда, бәлки, йөҙәр меңгә лә еткәндер был һан.
Минең дә ярты сәғәтлек сәйәхәтем тамамланды. Миллион кешене үҙ эсенә алған ҡалала әлеге юлдаштарым менән башҡа бер ҡасан да осрашмауым бик тә ихтимал. Утыҙ минут бергә булдыҡ. Киҫкен, үтә көсөргәнешле минуттар кисерҙек. Әлфиә Марат ҡыҙының, йәштәрҙе яҡлаған ҡатындың, егет менән ҡыҙҙың һын-һыпаты, йөҙҙәре әле лә күҙҙәрем алдында. Бер айҙан, ярты йылдан уларҙы урамда осратһам, һис шикһеҙ, таныясаҡмын. Тора-бара, моғайын, сираттағы осраҡлы юлдаштарымдың да төҫө хәтерҙән юйылыр. Утыҙынсы “К” автобус маршрутындағы ише хәл-ваҡиғалар аҙ булмай бит тормошта. Һәр береһен иҫтә тотоу мөмкин түгел. Хәтәрерәктәре осрап ҡуя хатта уйламағанда.

***

Автобуста шундай сыуалаш килеп сығырын иң маһир күрәҙәсенең дә алдан күҙаллауы икеле ине. Пассажирҙарға юлдаш булып, иҫерек тә, тотанаҡһыҙ хулиган да, юл баҫыуҙы кәсеп итеп алған бандит та ултырмағайны бит. Ҡәҙимге ябай кешеләр генә ине салонда. Һиллек хөкөм һөргән ошо мөхиттә ҡапыл ғауға ҡупты. Уйламаған, көтмәгән ерҙән.
Әлфиә Марат ҡыҙы изгелек эшләне тәүҙә - өшөгән йәштәргә түләмәйенсә автобусҡа ултырырға рөхсәт итте. Тик, изгелек урлап ҡылынғайны, алдыҡҡа ҡоролғайны - уның үҙ кеҫәһенә түгел, ә хөкүмәттекенә һуҡтырғанға.
Ҡапылғара изге күренгән ғәмәл, асылда, яҙыҡҡа тартымлығы менән, теләһә ҡайһы мәлдә фашланыу ҡурҡынысы аҫтында булды. Һәм фашлана яҙҙы ла. Осраҡлы ҡотолоп ҡалдылар - кондуктор ҙа, “ҡуяндар” ҙа. Тикшереүселәр уларҙы ҡулдарынан тотһа, автобус хужабикәһенә штраф яҙырҙар, йәштәрҙе урамға ҡыуып сығарырҙар ине һис шикһеҙ.
Шунан шик тыуҙы…
Әлфиә Марат ҡыҙына үҙенең еңелдән булмаған тормош тәжрибәһе, төрлө тарафтарҙан ишеткән, зәңгәр экрандан күргән, ғәйбәт таратыуға маһирланып алған ҡайһы бер популяр гәзиттәрҙән уҡыған ғибрәтле хәлдәр тураһындағы саф-сата уй төшөрҙө: “Хаслыҡ түгелме был?”
Тәүҙә һүҙ булды, тиҙәр. Беҙ һүҙҙәр менән уйлайбыҙ, ә һүҙ - ғәмәлгә олғаша.
Әлфиә Марат ҡыҙы, ҡыҙыҡһыныуын баҫа алмай, был хәлгә аныҡлыҡ индереү эшендә лә кәрәк булғанға - тикшереүселәрҙең йәшерен алымдарын белеү артыҡ булмаҫ кондукторға - йәштәр янына барҙы, көтөлмәгән булғанға, ҡапылғарай айышына төшөнә алмаҫтай һорауҙар бирҙе уларға, шиге менән намыҫтарына тейҙе.
Бәлки, аңлашырҙар ҙа ине улар. Тик, ситтәр килеп ҡыҫылды араларына. Буталсыҡ индерҙеләр, көсләп үҙ фекерҙәрен таҡтылар: “Наркомандар менән, нимәһен сөсөләнеп торорға - ҡыуырға ла сығарырға. Оятһыҙ, рәхмәтһеҙ улар…”. Һәм башҡалар, һәм башҡалар...
Диалог килеп сыҡманы. Кешеләр бер-береһен ишетмәне. Буш урында, сәбәпһеҙ-ниһеҙ ғауға ҡуптарҙылар.
Кешене ғүмере буйы һағалап торған сираттағы тоҙаҡҡа эләкте утыҙынсы “К” маршруты пассажирҙары. Беҙҙең тормошобоҙ һуҡмағы, ғөмүмән, “мина” яланы аша һалынған. Ҡайҙа “шартларыбыҙҙы”, “яра” алырыбыҙҙы белмәйбеҙ: өйҙәме, эштәме, урамдамы, магазиндамы, бөҙрәханаламы, йылға буйында ял иткәндәме – “мина” һин баҫҡан ерҙең теләһә ҡайһы квадрат сантиметрында көтөп ятыуы ихтимал… Күп осраҡта көтөп кенә ятмай, үҙе ҡаршыңа атлап килә. Сәләмләй, йылмая, әңгәмә ҡора. Һәм… ҡайһылыр мәл ҡапыл “шартлай”. Буранлы ҡышҡы көндә миңә һәм тағы ла тиҫтәнән ашыу әҙәми затҡа “мина” утыҙынсы “К” маршруты автобусында яһауға ҡуйылған булып сыҡты.
Хәҙерге иманһыҙ замана кешеһе башҡалар өсөн - үҙе “мина”, йәшерен тоҙаҡ. Язалап, яфалап, бәғерһеҙләп йәшәйбеҙ бер-беребеҙҙе. Шунһыҙ булдыра ла алмайбыҙ һымаҡ.
Үҙеңдән башҡаларҙы фәрештә тип бел, тип юҡҡа әйтелмәгән. Әлфиә Марат ҡыҙы ла йәштәр тураһында шикле уйға төшмәһә: “Барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәлә хөкөмөндәбеҙ”, - тип тынысланһа, был юлы һәр беребеҙ имен-аман тәғәйен урынға барып етер инек. Тик, уны, доғаһыҙ кешене, шайтан ҡотортто, күңелен ҡытыҡланы.
Ә инде кондуктор билеттарҙы егет менән ҡыҙға, хәйер итеп, үҙ иҫәбенә бирһә, улар автобусҡа инеп, үтенес белдергәс тә, бер кем дә күңел шомлоғона төшмәҫ, хәл-ваҡиғалар бөтөнләй башҡа юҫыҡта үҫешер, автобустағы халыҡ был маршрутын тыныслыҡта һәм именлектә үтер ине.
“Мина” яһауға нәҡ ошо мәлдә, ошо яңылышлыҡ арҡылы ҡуйылғайны!

***

Байрамдар үтеп, башкөллө эшкә сумдым. Сираттағы “мина” үҙен оҙаҡ көттөрмәне - эш урынында “шартланы”. Шунда утыҙынсы “К” маршрутындағы уй-кисерештәрем, егеттең һүҙҙәре иҫемә төштө: “Интернеттан “контакт”та Артур Шариповтың битен эҙләп табығыҙ”, - тигәйне ул.
Оҙаҡҡа һуҙып торманым, коллегаларым араларынан, кемдең “мөгөҙлө кәзә тәкәһе” икәнен асыҡлап, эш кабинетында һиллек урынлашҡас, интернеттан Артур Шариповтың “контакт”тағы битен, һуңғы яҙмаларын эҙләп таптым.
“Утыҙынсы “К” маршруты автобусында Альбина менән мине ҡурсалаған, үҙ ҡанаты аҫтына алған оло йөрәкле апайға рәхмәт йөҙөнән.
- Мин бәхетле булып тыуғайным. Бала сағым бәхетле ине. Ете йәшемдә өҙөлдө ул бәхет. Юл фажиғәһенә эләктек. Атайым да, әсәйем дә вафат булдылар, мин имгәнеп ҡалдым. Балалар йортонда өс йыл һөйләшмәнем. Телдән яҙған, тип уйланы барыһы ла. Ә мин һөйләшә ала инем: “Әсәй, атай, мин һеҙҙе һағындым. Мине лә алығыҙ үҙегеҙҙең янығыҙға”, - тип гел шыбырҙап ҡына үҙ алдыма ҡабатлап йөрөнөм. Миңә ун йәш булғанда, бер көн эргәмә кескәй генә, сибек кенә ҡыҙсыҡ килеп ултырҙы. Сәстәре ерән ине. Ҡулымдан һыйпаны, йөҙөмә оҙаҡ итеп баҡты. Шунан ары, форсаты тейгәндә, гел эргәмдә булды. Ҡыйыуланып алды, битемдән, сәсемдән һыйпай башланы. Тик, бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
- Миңә ағай бул, ағайһыҙ ҡыйын, - тине сәйер дуҫлығыбыҙ нығый төшкәс.
- Исемең кем? - тип һораным.
- Һөйләшә! - ҡыҙ ҡурҡып та, ҡыуанып та ҡысҡырып ебәрҙе.
- Ҡысҡырма, башҡалар белмәһен, беҙ икәү генә һөйләшербеҙ, - тинем, киҫәтеп. Ныҡ тотолоғоп әйттем был һүҙҙәрҙе.
- Ишшү йылмая! - ҡыҙсыҡ тағы асыш яһаны. Әсәйем менән атайым үлгәс, мин йылмайып-көлөүҙе лә онотҡайным.
Альбина мине терелтте. Күңелем ирене, башҡалар менән дә һөйләшә башланым, яңынан йылмайырға, көлөргә өйрәндем.
Шул саҡтан алып, бына инде ун ике йыл беҙ Альбина менән бергәбеҙ. Тәүҙә гел: “Ағай”, - тине. Хәҙер: “Һөйөклөм”, - ти. Минең өсөн дә ул донъялағы иң яҡын кешем. Хөкүмәт икебеҙгә лә айырым бүлмә бирҙе. Бер урындан биреүҙәрен һораныҡ. Затонда йәшәйбеҙ. Мин - эшләйем, Альбина - колледжда уҡый. Оҙаҡламай, бәлки, өйләнешербеҙ.
Ул - тыңлауһыҙ ҡыҙ (яратып әйтәм). Модный йөрөргә ярата. Шуға йүнләп кейенмәй. Уның ҡарауы - ҡыйыу. Минән ҡыйыуыраҡ, сибек кенә, бәләкәс кенә булһа ла.
Авариянан һуң сатан булып ҡалдым, тотлоғоп һөйләшәм. Ҡуҙғып йә ҡыҙып китһәм генә хәбәрем шыма сыға.
Ул көндө беҙ, ысынлап та, бер тинһеҙ тороп ҡалдыҡ. Яңы йыл каникулының һуңғы көнө тип, “Мир” ҙа кино ҡараныҡ, кафела ултырып һыйландыҡ. Кафела ултырғанда Альбина сумкаһын урлатты. Аңшайып ултырғандыр инде, мин ҡул йыуып килгән арала сәлдергәндәр, күрәһең. Аҙаҡтан ғына, ашаған өсөн түләргә була сумочкаһын эҙләй башлағас ҡына, юғалтыу асыҡланды. Әл дә көшөлөгөнән башҡа бер нәмәһе лә юҡ ине унда. Кеҫәләге булған тиндәрҙе һыпырып бирергә тура килде.

 

Автор:
Читайте нас