

– Ул ни... – Ғәлиә өй ишегенә күҙ һирпеп алды. – Үҙең кем булаһың һуң, туғанҡайым? Беҙҙең яҡ кешеһе тиһәм...
– Военкоматтан мин, апай. Лейтенант Таһиров. Миңә Сәлмән Шәйхетдинович кәрәк ине. Өйҙәлер бит?
– Вайынкомдан?! – Ғәлиә ниндәйҙер шомло хәбәр ишеткәндәй, сырайын һытты. – Эй, илаһым! Ошосор төшөм буталып бер була ине... Йә, хоҙай, үҙең арала!..
Нимәгәлер бошоноп һөйләнгән ҡатынды аңламаны лейтенант.
– Нимә тиһең, апай?
– Ә-ә, юҡ, юҡ... Анау, күршеләрҙең этен әйтәм... Ҡороғор! Ҡош-ҡортҡа ем ҡуйыр аҡыл юҡ, килеп ашай ҙа китә, ашай ҙа китә... Ғөтдәһен ашағыр! Нимә тип бәйләп ҡуймайҙар шуны...
Ауыл артында ғына йәйрәп ултырған текә ҡаянан күҙәрен алмаған лейтенант баш сайҡап ҡуйҙы. Байтаҡ ер гиҙергә, күпме тау-таштарға һоҡланып торорға тура килде уға, ләкин бындай ҡаяны беренсе тапҡыр күреүе, буғай. Донъяның аяуһыҙ ел-дауылдары тәрән һырҙар һалған ҡая йөҙөнән ниндәйҙер баш бирмәҫ ғорурлыҡ, хатта ҡырыҫлыҡ бөркөлгәндәй.
Ғәлиә ҡапыл өтәләнергә кереште.
– Аһ, аһ!.. Эй, баш!.. Нишләп һине һүҙгә әүрәтеп торам әле. Ҡана, самауыр ҡуя һалайым...
– Рәхмәт, апай! Мин оҙаҡҡа түгел, машина көтә. Сәлмән Шәйхетдиновичты күрәм дә…
Ғәлиәнең йөрәген шом биләне, өмөт ҡатыш ғазап шәүләһе яғылған күҙҙәрен хәрбигә төбәне.
– Бер-бер хәл булдымы әллә, балаҡай?
– Бер ни ҙә юҡ. Уның менән һөйләшергә кәрәк. Шул ғына, – тине лейтенант, сабырлығын ниңәлер юя барған апайҙы тынысландырырға теләп.
– Эй, хоҙайым! Башын ашайҙар инде…
– Әү, апай?
Ғәлиә терт итеп ҡалғандай булды:
– Ә?! Cәлмәнде әйтәм... Башы ауыртып тора ине, тим... Әллә бимазалап тормайһыңмы, туғаным?
– Борсолмағыҙ, йонсотмам уны. Ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡлап, яҙып алырға ине, – тип лейтенант ҡулындағы папкаһын һелкеп ҡуйҙы.
– Яҙып алырға?! – Был хәбәр Ғәлиәгә аяҙ күктә ялтлаған йәшен кеүек тәьҫир итте. – Бөтмәҫ яҙыу булды... Элек теңкәне ҡоротоуҙары етмәгән... Тағы ниндәй ғәйебен таптығыҙ?!.
Тик томалдан асыуы ҡабара башлаған апайға аптырап ҡараны лейтенант. Уның ауыҙынан кеше рәнйетерлек насар һүҙ сыҡманы лабаһа! Үҙен уңайһыҙ хәлдә тойоп, нимә әйтергә белмәй аҙапланды.
– Бисәкәй, күрмәнеңме шул ҡайраҡты? Ошонда ғына ҡуйғандай инем. – һөйләнә-һөйләнә өйҙән сыҡҡан ир, ят ҡунаҡты шәйләп, баш ҡағып иҫәнләште.
– Һаумыһығыҙ! – лейтенант Таһировҡа йән инеп, ағайға ҡул һуҙҙы. – Сәлмән Шәйхетдинович һеҙ булаһығыҙмы?
– Эйе, – тине ағай ҡоро ғына, ҡаты һәм ҡытыршы усы менән лейтенанттың йомшаҡ ҡулын ҡыҫып.
– Мин Айҙар Таһиров булам. Военкоматтан.
Күрешкән арала лейтенанттың мейеһен бер уй телде: ағайҙың тәрән һырҙар ятҡан, ҡояшта янған йөҙө нимәһе менәндер ауыл артындағы анау ғорур һәм ҡырыҫ ҡаяға оҡшағандай. Ҡаштары ишелеп төшкән ярым ҡыҫыҡ күҙҙәренә әллә һағыш, әллә ғазап тулған. Күренеп тора, ҡасандыр имәндәй ныҡ кәүҙәле, тос беләкле ир-уҙаман булған ул.
– Хәл-әхүәлдәрегеҙ нисек, Сәлмән Шәйхетдинович? – тине лейтенант тауышына яғымлылыҡ өҫтәп.
– Һе… Шәйхетдинович… – тип ирен сите менән көлөмһөрәп ҡуйҙы Сәлмән. Лейтенанттың уға атаһының исемен ҡушып өндәшеүе сәйер ҙә, ҡыҙыҡ та тойолдо. Ауылда уны Сәләй тип кенә йөрөтәләр, ҡайһы саҡта берәйһе “Сәлмән ағай” тип өндәшһә, миңә әйтәләрме тигәндәй, аптырабыраҡ ҡала хатта. – Шөкөр… Шөкөр әле…
– Һиңә килгәндәр бит, бабай. Эй, хоҙайым!.. – Ғәлиә еүешләнә башлаған күҙҙәрен иренән йәшерҙе. Күңеле һиҙә уның: хәрби кеше тиктәҫкә йөрөмәҫ, Сәлмәненең берәй ғәйебен соҡоп сығарғандарҙыр.
Лейтенант Таһиров ваҡытты һуҙмаҫҡа тырышты, папкаһынан ҡағыҙҙар сығарып:
– Һеҙгә бер нисә һорауым бар ине, Сәлмән Шәйхетдинович, – тине.
– Һорау… – тип ҡабатланы Сәлмән ҡарашын офоҡҡа төбәп. – Һоруҙары бөтмәгәнме ни әле?!.
– Аңламаным һеҙҙе…
– Ярай, тип ҡул һелтәне Сәлмән. – Уныһын үҙем дә аңлап етмәйем… Ниндәйерәк һорауҙар икән?
Ғәлиәнең сабырлығы һынды:
– Эйе шул, һуғыш бөтөүенә хан заман, ниндәй һорау һуң ул тағы? – тип дорфа ғына өндәште ул.
Лейтенант ҡағыҙҙарын аҡтарҙы:
– Тә-ә-әк…
Ошо минутта ҡапҡаны шар асып, ярһыған ир килеп инде.
– Шул атығыҙҙы һатығыҙ, йә һуйығыҙ, тип күпме әйтергә була һеҙгә?!.. Тағы баҫыуға төшкән. Мал эйәһенә оҡшай, тип дөрөҫ әйткәндәр.
Был бәндәнән ҡото алынып бөткән Ғәлиә йомшағыраҡ өндәшергә тырышты:
– Ҡуй, юҡты һөйләмә, Мәхмүт туғаным. Нишләп баҫыуға төшһөн ти ул. Әле генә Сәлмән барып, ҡарап ҡайтты бит.
Мәхмүттең ярһыуы баҫылманы:
– Ҡарамай ни!.. Ана, штрафын түләгеҙ ҙә, барып алығыҙ. Колхоз дворында бикле тора. Әйткәнде тыңламаһағыҙ, үҙегеҙгә үпкәләгеҙ, иткә оҙатам. Етте! – Күҙе аларған Мәхмүт лейтенантты шәйләп ҡалды. – Күрмәй ҙә торам, ҡунаҡ бар икән… Һаумыһығыҙ! Мәхмәүт булам. Бригадир!
– Һаумыһығыҙ! Айҙар. Военкоматтан.
– Военкоматтан?! – Мәхмүттең йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. Шунан һүҙҙәренә ниндәйҙер мәғәнә һалып, өҫтәп ҡуйҙы. – Күптән кәрәк!..
Лейтенант Таһировтың оҙон-оҙаҡ һүҙ сурытып торорға уйы юҡ ине, ҡушылған бурысын тиҙерәк атҡарыу ниәте менән Сәлмәнгә һорауҙарын бирергә ашыҡты:
– Әйҙә, Сәлмән Шәйхетдинович, дауам итәйек. 1922 йылдың 29 ғинуарында тыуғанһығыҙ. 1941 йылдың июлендә фронтҡа алынғанһығыҙ. 128-се уҡсылар дивизияһы составында Ленинградты обороналауҙа ҡатнашҡанһығыҙ. Дөрөҫ әйтәмме?
Байтаҡ ҡына өндәшмәй, уйҙарға бирелеп торған Сәлмән, ауыр итеп уфтанғандай, һуҙып әйтте:
– Шу-ул-а-ай…
Быларҙың хәбәрен тыңлап торған Мәхмүт түҙмәне, сыбыртҡы һабы менән итегенә һуғып алды, саҡ һүгенеп ебәреүҙән тыйылып:
– Һе, ниндәй Ленинград?.. Ниндәй оборона?.. Пленник ул! Ниместәрҙә булған. – тине.
Ғәлиә, ғауға-фәлән сығып китмәһен тигәндәй, араларына керергә ашыҡты:
– Эй, аллам!.. Үҙе теләп эләккәндер унда! Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙарсы!.. Әйләнәләр ҙә шуны туғыйҙар!..
Ҡатындың һүҙҙәренә иғтибар итеүсе булманы шикелле. Лейтенант был ауыр хәлдән тиҙерәк сығырға теләп, һорауҙарын биреп ҡалырға тырышты:
– 1943 йылдың авгусында, Синявин ҡалҡыулығын штурмлаған саҡта, пленға эләккәнһегеҙ. Бухенвальд концлагерында әсирлектә булғанһығыҙ… Сәлмән Шәйхетдинович, әллә ишетмәйһегеҙ?
Ғазаплы концлагерь тормошо Сәлмәндең күҙ алдынан үтте, эттәрҙең ҡотороп өрөүе, фашистарҙың аҡырған тауыштары ҡолағында яңғыраны. Бөтә тәне семерҙәп, ҡалтыранып китте хатта.
– Һуң, күпме тапҡыр яҙып алырға була?! Йөҙ тапҡыр ҡабатланым бит инде хәҙер... Эйе, шунда булдым!.. Шунда!.. – тине Сәлмән ярһыуын баҫа алмай.
Ғәлиә ирен ҡурсып маташты:
– Бөтәһен дә тикшереп ҡайтарғандар бит һуң! Тағы нимәһен соҡойһоғоҙ?..
– Борсолмағыҙ! – тип уларҙы тынысландырырға теләне лейтенант. – Миңә Рәшитов Сәлмән Шәйхетдинович тигән кеше нәҡ улмы, түгелме икәнен асыҡларға ғына ҡушылды. Мәскәүҙән запрос бар. Бер үк исем-фамилиялы кешеләр күп ул. Буталыш булып та ҡуйғылай.
Мәхмүттең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:
– Мәскәүҙән?!.
– Эйе, асыҡларға ҡушҡандар, – Таһиров ҡағыҙҙарын папкаһына һалды.
Ошо һүҙҙәрҙе ишеткән Мәхмүттең күңелен кинәнес тойғоһо солғап алды:
– Бына бит нисек!.. Беҙ ҡапсыҡта ятмай ул... Тәки осона сыҡҡандар икән...
Таһиров тәү күреүҙән үк оҡшатмағайны үҙен бригадир тигән был бәндәне, донъя кендеге шикелле ҡыланышы асыуын килтерҙе.
– Нимәне әйтәһең, бригадир? – тине ул ҡырыҫ ҡына.
– Нимәне тип ни... Билдәле инде... – Мәхмүт ҡәнәғәт ҡиәфәттә бармағы менән күккә төрттө. – Тегенән асығыраҡ күренә ул...
Ғәлиә күҙ йәштәренә ирек ҡуйыуҙан саҡ тыйылды, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплап, лейтенантҡа ялбарыулы ҡарашын төбәне:
– Нимәгә һорағандар икән һуң, туғаным?
– Уныһы беҙгә мәғлүм түгел, апай, – Таһиров яурындарын йыйырҙы.
Мәхмүт мәлен ҡулдан ысҡындырманы, төрттөрә һалды:
– Мәскәү бушҡа ҡыҙыҡһынмай инде!..
Айҙар Таһиров эш бөткәнен аңлатып, Сәлмәнгә ҡул һуҙҙы:
– Йә, ярай, Сәлмән Шәйхетдинович, борсоһам, ғәфү итегеҙ! Барыһы ла асыҡланды, буғай. Һораған кеше – һеҙ, тимәк.
Бында ла һүҙ ҡыҫтырып ҡалды Мәхмүт:
– Башҡа кем булһын!..
Лейтенант уның һүҙҙәренә иғтибар итмәне, ауыл артындағы ҡаяға бер аҙ текләп торғас, Сәлмәнгә боролдо:
– Хушығыҙ, Сәлмән Шәйхетдинович!
Сәлмән бер һүҙ өндәшмәне, баш ҡына ҡаҡты. Уның зиһенен ғазаплы уйҙар кимерә ине был мәлдә. Концлагерҙең ҡот осҡос күренештәре менән әлеге тормошо буталып, күңелен аҡтарып сығарҙы, донъяның аҫты өҫкә килгәндәй тойолдо.
Ғәлиә, ҡунаҡты һыйһыҙ ебәреүен иҫенә төшөрөп, өтәләнергә кереште:
– Аһ, аһ, туғаным, хәҙер самауырым ҡайнап сыға. Сәй эсер инең, исмаһам.
– Рәхмәт, апай. Мин ашығам. Документтарҙы бөгөн үк Мәскәүгә ебәрергә кәрәк, – тип Таһиров папкаһына усы менән һуғып ҡуйҙы.
– Дөрөҫ! – тип йөпләне уны Мәхмүт. – Бындай эште оҙонға һуҙмаҫҡа кәрәк. Юғиһә...
Ҡапҡаға табан атлаған лейтенант, үҙе лә аңғармаҫтан туҡтап, боролоп ҡараны. Ҡарашын алыҫ офоҡҡа төбәп баҫып торған Сәлмәндең сал сәстәрен ел туҙғыта ине.
* * *
Мәхмүткә уҡыу эләкмәне, дөрөҫөрәге, үҙе лә мәктәп тип ашҡынып торманы. Һигеҙенсе класты тамамлағансы һөрәлеп йөрөнө-йөрөнө лә, уҡып мулла булмаҫһың, суҡып ҡарға булмаҫһың, тип ҡул һелтәне. Әсәһе Сәкинә апай ҙа, уҡы, тип улын ҡыҫтаманы. Аллаға шөкөр, ҡайһы бер тиҫтерҙәре ише эсеп, тәмәке көйрәтеп, аҙып-туҙып йөрөмәй. Ана, һигеҙенсене тамамлар-тамамламаҫ, тотто ла колхоз малдарын көтөргә ялланды. Ҡайһы бер әсерәк теллеләр, һигеҙ йыл буйы көтөүсегә уҡыныңмы ни, тип көлгән булһалар ҙа, Мәхмүт ыжлап та бирмәне. Ауылда башҡа йүнле эш бармы тағы!? Урман ҡырҡып, йыуан-йыуан бүрәнәләрҙе күтәреп эс төшөргәнсе, мал артынан эйәреп йөрөүгә етәме ни?! Шуныһы бар инде: йәй буйына иртәнән кискә тиклем яландан ҡайта белмәйһең. Быныһына ла тиҙ күнекте. Оҙон итеп үҙе ишеп алған сыбыртҡыһын шартлатып ебәрһә, донъялар һелкенеп киткәндәй була…
Шулай мал артынан эйәреп йөрөй торғас, һиҙмәй ҙә ҡалған, өс йыл үтеп тә киткән имеш. Хәйер, әсәһе һүҙ ҡуҙғатмаһа, йылдар ағымын абайламаҫ ине Мәхмүт. Әсәһенең: “Улым, йәшең еткән, күҙле-башлы булырға ваҡыт” – тигәне егеттең күңеленә әсетке булып ятты ла ҡуйҙы. Ысынлап та, дөрөҫ әйтә әсәһе, көндәр мал көтөүе түгел, сыбыртҡы шартлатып ҡына теләгән яҡҡа бороп, йә туҡтатып булмай. Күҙ асып йоморға ла өлгөрмәҫһең, таяғын һөйрәп ҡартлығы ла килеп етер. Ул саҡта яңғыҙ башың менән нишләрһең?! Түшәккә тәгәрәһәң инде, ауыҙыңа һыу ҡойоусы кешеһе лә булмаҫ.
Оҙаҡ уйлап торманы Мәхмүт, тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға кәрәк тип, үҙенән дүрт йәшкә өлкәнерәк, ауылда яңғыҙ әсәһен ҡарап ятҡан Зәлифәне һоратты. Ҡарышып, сығынлап торманы ҡыҙ. Яңғыҙлыҡтан биҙгәндер үҙе лә, ризалығын биреп, иртәгәһенә үк Мәхмүттең йортона күсеп килде. Буйтым егәрле булып сыҡты Зәлифә: ауырыу әсәһен тәрбиәләргә лә, йорт эштәренә лә өлгөрә, бер минут тик торғанын күрмәҫһең. Кем әйтмешләй, баҫҡан ерендә бейеп тора бит ул. Туғыҙ айҙан, өйҙәренә йәм өҫтәп, ҡыҙҙары тыуҙы. Уға Шәүрә тип исем ҡысҡырттылар.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, Мәхмүттең яҙмышында уйламаған-көтмәгән боролош булды. Ғәҙәттәгесә, оҙон сыбыртҡыһын һөрәтеп, мал-тыуарҙы һыулауға төшөрөп барғанда, юлдан саң борхотоп килгән машинаны шәйләне. Аһ-аһ, был ни колхоздың партком секретары Борхановтың “УАЗ”игы лабаһа. Нишләп йөрөй икән? Мәхмүт үҙ-үҙенә биргән һорауына яуап тоҫмаллаған арала, машина тормоздарын сыйылдатып, уның эргәһенә үк килеп туҡтаны, тәҙрәнән Борхановтың ялтас башы күренде:
– Әйҙә, ултыр! – тип бойорҙо партком секретары һаулыҡ һорашып тормаҫтан.
– Нейә? – тип мығырҙаны Мәхмүт, икеләнеп.
– Әйҙә, әйҙә, эш бар. Юлда аңлатырмын.
– Малдар… – тип һүҙ башлағайны Мәхмүт, Борханов шундуҡ бүлдерҙе:
– Хәҙер Тәлғәттең малайы… Теге, кем әле?..
– Сәлихме ни?
– Эйе, шул малай килеп етә. Йә, ултыра һал, малыңа кишер ҙә булмаҫ. Важный эш көтә.
Мәхмүт кабинаға инер-инмәҫтән машина бер үкерҙе лә урынынан атылып сығып китте. Борханов, юлда аңлатырмын, тиһә лә, ауыҙына һыу уртлаған кеше шикелле, ләм-мим бер һүҙ өндәшмәне. Мәхмүттең: “Ҡайҙа барабыҙ һуң?” тигән һорауына, “Барғас күрерһең, унда һине райкомдан килгән кеше көтә” тип кенә ҡуйҙы. Райком һүҙен ишеткән Мәхмүттең йөрәге жыу итеп ҡалды, эсе бошоп, мейеһенә төрлө һорауҙар ябырылды: “Ух, блин, ырайкумдан буғас, бустыйға йөрөмәйҙер. Ниндәй гонаһын таптылар икән уның? Теге саҡта көтөүҙән айырылып теңкәһен ҡоротҡан бер һыйырҙы, баҫтырып йөрөп, сыбыртҡы менән ярғайны, әллә шуны еткерҙеләрме икән?..” Башында ҡымжыған һорауҙарына яуап эҙләгәндәй, Борхановтың машина көҙгөһөндә күренгән мәңге ҡырыҫ йөҙөнә күҙ һирпеп алды. Уның йоп-йоморо, ҡыҙарып торған битенән бер ни ҙә шәйләй алманы.
Машина колхоз идараһы алдына килеп туҡтаны. Партком секретарының кабинетына инделәр. Унда Мәхмүткә таныш булмаған ят кеше өҫтәл артында ҡағыҙҙар аҡтарып ултыра ине.
– Сабирйән Вәлиуллович, бына, – тине Борханов ишектән инеү менән. – Ошо була инде беҙҙең алдынғы көтөүсебеҙ – Мәхмүт… Э-э… Кем… Зарипов.
Ят кеше күҙлеген кейеп, Мәхмүтте баштан-аяҡ һөҙөп сыҡты ла, ҡулын һелкеп, ултырығыҙ, тигән ишара яһаны.
– Тә-әк, иптәш Зарипов, – тип һәр һүҙенә баҫым яһап һөйләй башланы райком кешеһе. – Алдыбыҙҙа ҡаҡшамаҫ коммунистар партияһының сафтарын тағы ла тулыландырыу бурысы тора. Беҙ, оҙаҡ уйлағандан һуң, иптәш Борхановтың тәҡдиме менән, һинең кандидатурға туҡталдыҡ. Тә-әк…
Бер ни аңламай, күҙҙәрен селт-селт йомғолап ултырған Мәхмүт, салырға һөрәкләгән һарыҡ шикелле, үҙе лә аңғармаҫтан аяҡтарын иҙәнгә ныҡ итеп терәне.
Борхановтың сабырһыҙлығы һиҙелеп тора: осаһына шырау ҡаҙалған кеше һымаҡ бер тегеләй, бер былай борғолана, сәғәтенә күҙ һалып алғас:
– Сабирйән Вәлиуллович, оҙаҡҡа һуҙмайыҡтыр ул, тегендә көтәләр… – тине. Борханов ҡунаҡты һыйлау ниәте менән Еҙем ярында табын әҙерләткәйне, шуға сыҙамай.
Райком кешеһе тәҡдимдән баш тартманы:
– Ярай, – тине тамағын ҡырып. – Эш бына нимәлә, иптәш Зарипов, колхоз рәйесе менән партком секретары һине 3-сө бригадаға бригадир вазифаһына тәҡдим итә. Ундай етди бурысты беҙ партия ағзаларына ғына ышанып тапшырабыҙ, ә һин партияла тормайһың. Шуға күрә, һине коммунистар партияһы сафына алырға булдыҡ. – Райком вәкиле бер аҙ уйланып торғас, алдында ятҡан ҡыҙыл тышлы ҡатырғаны асып, ҡул ҡуйҙы. – Владимир Ильич Лениндың кем булыуын беләһеңдер бит?
– Ленин бабайҙымы ни? – Мәхмүт терт итеп ҡалды. Белә ул Ленинды. Башланғыс кластарҙа уҡығанда өҙлөкһөҙ уның исемен ҡабатланылар, йырҙар йырлаттылар. Бер йырҙың һүҙҙәре, бысаҡ менән ҡырһаң да бөтмәҫлек булып, әле лә хәтерендә һаҡлана.
– Ленин – һөйөклө атабыҙ, ул һәр саҡ беҙҙең менән, – тине Мәхмүт райком кешеһенең күҙҙәренә ҡарап. Тегенеһе йылмайып ҡуйҙы, шунан:
– Яраған, – тип урынынан торҙо. – Иптәш Зарипов, һин бөгөндән коммунистар партияһының ағзаһы. Бына – партбилетың. Уны күҙ ҡараһылай һаҡла. Бөйөк юлбашсыбыҙ Владимир Ильич Лениндың васыяттарына тоғро бул. Ҡотлайым!
– Ҡотлайым, Мәхмүт ҡустым! – Борханов егеттең ҡулын ҡыҫты. – Иртәгә идара ултырышына килерһең, ҡалғанын шунда һөйләшербеҙ. Ярай, бар.
Мәхмүт был көтөлмәгән хәлдән шаңҡып, урамға сыҡты. Инәнең башы, өн булдымы был, әллә төшмө? Яйлап-яйлап зиһене асыла барҙы уның. Ҡарале, күҙ асып йомған арала донъя ҡалай киңәйеп киткән, элек тар һымаҡ урамды ла ниндәйҙер мөғжизә иркенәйтеп ебәргән. Күкрәген тултырып алған һауа уны өҫкә күтәрә, аяғы ерҙе тоймай хатта.
Мәхмүт өйөнә нисек ҡайтып ингәнен дә һиҙмәй ҡалды. Әсәһе менән ҡатыны сәй эсеп ултыра ине. Улар, Мәхмүтте күреп, аптыраулы ҡараштарын төбәне.
– Аһ-аһ, балаҡайым, бер-бер хәл булдымы әллә? – Сәкинә апайҙың ҡобараһы осто.
Мәхмүт өҫтәл артына барып ултырҙы ла кеҫәһенән партбилетын сығарып, усы менән һаҡ ҡына һыйпап алды.
– Әсәй, – тине, тауышы үҙгәреп киткәнен үҙе лә һиҙҙе. – Мине партияға алдылар.
– Партияға? – Сәкинә апайҙың күҙҙәре ҙурайып китте хатта. – Нисек? Ниндәй партия?
– Камунис мин хәҙер. Ырайкум кешеһе килеп тапшырҙы билетты.
Зәлифә, уртлаған сәйен саҡ йотоп, һүҙгә ҡушылды:
– Көтөүсегә ул партбилет нимәгә инде?!.
– Бисәкәй, мин хәҙер көтөүсе түгел, – тине Мәхмүт эске бер маһайыу менән. – Бри-га-дир! Мине бригадир итеп ҡуйҙылар.
– Атаҡ-атаҡ!.. Бригадир, тисе… – Улының был һүҙҙәренә ышанырғамы-юҡмы, тигәндәй, килененә һораулы ҡарашын төбәне Сәкинә апай.
Зәлифә башына килгән һүҙҙе ҡыҫтырҙы:
– Бәй, кешеләр мал көтөүе түгел дә баһа… – Әйтте лә, артығын ысҡындырғанын тойоп, иренен ҡымтыны.
– Кеше ни, мал ни – бер үк көтөү инде, – тине Мәхмүт. – Быларына ла, тегеләренә лә сыбыртҡыһыҙ булмай…
– И-ий, балаҡайым, ҙур нәшәлник иткәндәр бит үҙеңде! – Сәкинә апайҙың күҙҙәре йәшләнгәйне. – Атайың һуғыштан иҫән ҡайтҡан булһа, эй ҡыуаныр ине. Ҡайта алманы шул, бахырымды! Анау, бандит Сәлмәнгә этем дә булмаған, рәхәтләнеп йәшәп ята…
Төнө буйы йоҡлай алманы Мәхмүт, әйләнде лә тулғанды. Уйламаған уйы ҡалманы, күҙен йомһа, мал-тыуар көтөүе өҫтөнә менеп килгәндәй, тора-бара улары кеше ҡиәфәте алып, шарҡылдап көлөргә тотона.
(Дауамы бар).