Әрмелә хеҙмәт иткән сағында рота командиры Ершов үҙ ҡулынан сисеп бүләк иткән үтә лә ҡәҙерле әйбер ине. «Береги эти часы и себя тоже, товарищ сержант Басир!» – тигәйне ул бөтә часть алдында ғорур тауыш менән. Был бүләккә бабай, йәғни ул саҡтағы сержант Басир Батыршин заставала торғанда сикте боҙоп үтергә маташҡан бер төркөм шпионды ҡулға алғаны өсөн лайыҡ булғайны. Шул сәғәтте ул 50-се йылдарҙа әрменән ҡайтҡаны бирле бер тапҡыр ҙа ҡулынан төшөрмәне. Ҡайҙа ғына булмаһын, урам-фәләнгә сыҡҡандамы, ҡунаҡ-мәжлестәме, эштәме-аштамы тигәндәй, ул ошо бүләген башҡаларға күрһәтеп, уның тарихын ҡат-ҡат һөйләп, үҙенсә ғорурлыҡ тойғоһо кисереп йөрөй торған булды. Был ғәҙәте ҡартайғас та ташламаны. Бәғзе бер уҫал теллеләр уның тураһында: «Басир ҡарт әбейен түгел, тик сәғәтен генә ҡосаҡлап йоҡлай икән», – тигән хәбәр ҙә таратып бөттө хатта. Унан да бигерәк, хаҡлы ялға сыҡҡансы колхоз кәнсәһендә баш бухгалтер булып эшләгән бабай, ғүмере буйына аңына һеңгән ғәҙәтенә тоғро ҡалыпмы, һаман булһа иҫәплек-теүәллекте ярата ине. Сәғәте уға бик күп ярҙам итте. Уға ҡарап, ҡарт ваҡытты ғына түгел, хатта көн торошон да яңылышмай әйтеп бирә ала ине.
Улан-ейәндәрен эйәртеп, бесәнлеген арҡырыһын-буйына йөрөп, ҡабат-ҡабат тикшереп эҙләп сыҡһа ла, ҡәҙерле бүләк табылманы. Күҙ менән ҡаш араһында юҡҡа сыҡҡан нәмә ҡайҙа китергә мөмкин? Энә түгел бит инде һәр хәлдә бесән араһына инеп китергә. «Моғайын, һайыҫҡан сәлдергәндер, ул, ғәҙәттә, ялтыр-йолтор нәмә йыйыусан», – тип, ейәндәре яҡын-тирәләге ояларҙы ҡараштырҙы, әммә уларҙа ҡоро сыбыҡ-сабыҡтан башҡа бер ни ҙә күренмәне. Юғалмаҫ ине лә. Бик оҙаҡ йөрөтөүҙән һуңғы йылдарҙа уның күн ҡайышы ныҡ ҡына туҙып бөткәс, бер ейәне сәғәткә металдан эшләнгән сылбырлы браслет ҡуйып биргәйне. Шул аҙаҡҡа табан ҡарттың һурышып, ҡоро тире лә һөйәккә әүерелә барған тарамыш беләгендә эләгеп тормай, аҫлы-өҫлө шыуғылап йөрөй башланы. Әленән-әле тарттырғылап, һыҡтырып та ҡаранылар, ләкин сылбыр һаман әкренләп киңәйә барҙы. Әбейе: «Етер инде шул сәғәтеңде һаман тағырға! Муҙы ҡыуаһыңмы әллә? Йәштәр ҡошап ней мына», – тип һуҡранһа ла, бабайы уны тыңламаны.
Ашы – аш, төшө төш булмай башланы ҡарттың. Көнө-төнө юғалған сәғәтен уйлап, бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелде. Балалары быға һағайышып, аталарының ҡайғыһын баҫыр өсөнмөлөр, үҙҙәре йәшәгән ҡаланан өр-яңы сәғәт алып ҡайтып та бүләк итеп ҡараны. Өлкән улы Таһир: «Атай, быны теге юғалғаның ише туҡтауһыҙ борғолап, заводить итеп тороу кәрәкмәй. Был – электрон сәғәт. Батарейка менән эшләй. Көсө бер йылға тулыһынса етә», – тиһә лә, бабайҙың был бүләккә күңеле һис тә ятманы. Шулай ҙа, ысын күңелдән атаһының хәлен уртаҡлашып торған улының хәтерен ҡалдырмаҫҡа тырышыпмы: «Сервантҡа һалып тор, улым, һуңыраҡ тағырмын», – тиеү менән генә сикләнде. Ейәне Роберт: «Дедушкаға мобильник подарить итергә кәрәк. Уның зато бөтә нәмәһе лә була: сәғәте лә, ватсабы ла. Часики давно не в моде!» – тип кенә ҡуйҙы.
Беҙ ҡапсыҡта ятмай тигән кеүек, Басир бабайҙың сәғәтен юғалтыуы хаҡындағы хәбәр бөтә ауылды урап сыҡты. Төрлөсә һүҙ сурыттылар ғына:
– Йә инде, туҡһанға аяҡ баҫҡан ил ҡартының иң яратҡан, күҙ терәп торған әйбере юғалһынсы әле! Кем алған, кем тейгән инде ул ер йотҡорон?!
– Әйтмә лә теге. Атын юғалтһа ла, әҙәм шул тиклем ҡайғырмаҫ!
– Һай-һай, йәненән дә артыҡ ҡәҙерле күрҙе шул сәғәткенәһен!
– Хәҙер ҡалайта инде? Ҡайғыһынан алъяп ҡына китмәһә ярай ҙа.
– Тәүбә-тәүбә, әстәғәфирулла! Хоҙайым күрһәтмәһен бәләһен!
Хәтимә әбей, меҫкен ҡартының төндәрен дә сәғәте менән һаташып, ыңғырашып ятҡанын тыңлап-тыңлап, ахыры сиктә түҙемлеге бөткәс, бер көндө, бабайы өйҙә юҡтан файҙаланып, түбән оста ноҡот һалыусы әхирәте Батимаға сығып китте. Ара-тирә юрағандары дөрөҫкә сығып ҡуйған була уныһының да. Ҡарты ырым-юрауҙарға ышанмай. Ҡарсығының ноҡот һалдырырға киткәнен белһә, мотлаҡ: «Шул юҡ-барға иҫең китер ҙә йөрөр инде һинең», – тиәсәк. Шуға күрә ҡуйынына һандыҡ төбөндә электән тейелмәй ятҡан, ҡасандыр бүләккәме йә хәйергәме төшкән импорт яулыҡ менән бер әсмуха сәй ҡыҫтырып, сығып та йүгерҙе.
Батима ҡарсыҡ ашыҡмай ғына уҡына-төкөрөнә, шартына килтереп, өс тапҡыр ноҡот һалды. Унан бер аҙ уйланып ултырғандан һуң:
– Нигеҙегеҙгә төшөргә тора, әхирәт. Сит-ят әҙәм ҡулына теймәгән. Алла бойорһа табылыр. Эйәһе үҙ ҡулдары менән табып алырға тейеш. Һөйөнсөләү-нейтеү булмағанға оҡшай, – тип һығымта яһаны.
– Эй, хоҙайым, табылһа ғына ярар ине лә. Шул нәмә тип, ҡара ҡайғыларға ғына батты бит, әйтәгүр. Торһа ла – сәғәт, ятһа ла – сәғәт!
– Шулай инде, әхирәт. Урлатҡан бер гонаһлы, юғалтҡан мең гонаһлы, тип белмәйенсә әйтмәгәндәрҙер. Табылыр, иншалла, табылыр!
Әхирәтенең юрауы күңеленә, бер яҡтан, өмөт һалһа ла, икенсе яҡтан, бәхәсле мең төрлө һорау тыуҙырҙы. «Һөйөнсөләүсе булмаясаҡ, үҙ ҡулы менән табыр, тине. Ҡайҙан, ҡалайтып табылыр икән? Бесәнлектең һәр тишеген аҫтын-өҫкә килтереп нисәмә тапҡыр эҙләне бит инде». Шик-шөбһәләренә бер аҙ сик ҡуйыр өсөнмө, йә ахыры сиктә аптырағанданмылыр, ул ҡартының бесәнгә кейеп йөрөгән кейем-һалымын да тикшереп сыҡты. Бабайының үҙ әйберҙәрен кейем кеҫәләренә һалып йөрөтмәгәнен белһә лә, батып барыусының һуңғы һаламға йәбешкәне кеүек булды инде быныһы ла.
Иртәгәһен Басир бабайҙарға урмансы Тимерғәле килеп инде. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ҡулындағы ҡағыҙҙы ҡартҡа һоноп:
– Олатай, һеҙҙең бесәнлек эргәһенән лесхоз диләнкә аса. Бына кисә генә райондан күрһәтмә алып ҡайттым, – тип хәбәр һалды.
Һәр нәмәнән тик сәғәте тураһында ғына яңылыҡ ишетеүҙе көтөп ултырған ҡартты был хәбәр әллә ни аптыратманы. Шуға күрә: «Кәрәк булһа, асаһығыҙ инде уны», – тиеү менән генә сикләнде.
– Уныһы шулай ҙа бит. Тик межа ҡуясаҡ мөйөштә һеҙҙең кәбәндәрегеҙ ултыра бит әле. Әҙерәк... ҡамасаулай тиәйемме икән?
– Ә мин уларҙы ҡайҙа итергә тейеш? Һуң, бесәнде кәбәнгә ултыртҡанға аҙна ла юҡ бит әле. Ныҡлап төбөнә ултырмаған, нығынмаған. Барыбер ҡыш етмәйенсә алып ҡайтып булмай әле уны! Әллә һин алырға ҡушаңмы?! – унһыҙ ҙа кәйефе китеп ултырған ҡарт ҡыҙа башланы.
Бабайҙың холҡон күптән белеп бөткән Тимерғәле ыңғайға һыпыртты:
– Юҡ-юҡ, олатай! Юҡҡа борсолаһығыҙ. Ултыра бирһен. Беҙ барыбер бөгөн-иртән үк урман йыҡмайбыҙ бит әле. Диләнкә теп-теүәл бер айҙан һуң ғына асыласаҡ. Уға тиклем ваҡыт күп әле, тигәндәй. Кәрәк булһа, үҙебеҙ үк трактор менән килтереп бирербеҙ. Хаҡын да һорамаҫбыҙ. Мин бары тик алдан белдереп кенә ҡуяйым, тигәйнем.
– Улайһа, ярар. Килтереү-килтермәү мәсьәләһен хәл итербеҙ әле. Тик бына, улым, минең башҡа ҡайғы бында. Шул бесәнлектә сәғәтемде юғалтҡайным, ишеткәнһеңдер.
– Ишетмәгән ҡайҙа инде ул, олатай! Бөтә ауыл... – «һайрай» тип саҡ-саҡ ҡына ысҡындырып ебәрмәне урмансы, – ней... бик ҡайғыра.
– Ҡайғырһалар – шул! Диләнкәлә булғанығыҙҙа, ваҡыт табып, шул сәғәтте ҡараштырып йөрөгөҙ әле, бәлки, килеп сығыр берәй ерҙән.
– Ярай, ярай, олатай! Һөйләштек. Һау булығыҙ! – Тимерғәле, эш сәғәткә килеп терәлгәс, бабайҙың хәбәре тиҙ генә бөтмәҫ тип, йәһәтерәк сығып китеү яғын ҡараны.
Сәғәт иртәнге ун тулып ун бергә киткән мәлдә алыптай ауыҙын тағы ла ҙур итеп асып иҫнәй-иҫнәй, ярым емерек өйөнән мәңге айнымаҫ Мотой килеп сыҡты. Йоҡоһон асып, тирә-яҡты күҙәтеп алыр өсөн ҡапҡа тышына сығып ултырҙы. Йәше утыҙҙы үтеп ҡырҡҡа аяҡ баҫһа ла, өйләнеп донъя ҡорорға уйлап та бирмәгән, япа-яңғыҙы ҡатын-ҡыҙ урынына шешә ҡосаҡлап йоҡлаған Мотиғулланың яҙа-йоҙа «ҡалым итеп», йә урлашып тапҡан аҡса-маҙарға сәмәй, йәки үрге остағы Йомабайҙың спиртын алып туңҡайғансы эсеүҙән башҡа бер һөнәре лә юҡ. Ата-әсәһе килен күрә алмай күптән инде ысын донъяға күскән. Бер туған ағаһы менән апаһы алыҫ Себерҙә үҙ донъялары менән мәж килеп йәшәп ята. Ауылға бик һирәк кенә ҡайтып китәләр. Мотойҙың йорт-ихатаһын кесерткән баҫып бөткән. Мал-тыуары түгел, эт-бесәйе лә юҡ уның. Бар «байлығы» – бер БЮТ-ты ғына тотоп тороусы иҫке генә телевизор ҙа, ҡаҡашып ҡатып, сатнап бөткән бер нисә һауыт-һаба һәм буш шешәләр. «Ҡалым», тигәндән, яйы сығып ҡына тора. Бөтә халыҡ йығылып ятып бесән әҙерләгәндә Мотой һымаҡтарға эше табыла. Кемеһенәлер сабышып, күбәләшеп йә кәбәнен ҡойошһа, аҙағынан һыйы ла була. Мотойға нимә, тамағы туҡ булһа – шул еткән. Эшен эшләткән кешегә лә рәхәт. Эсмәгән кешене яллаһаң, мотлаҡ көнөнә меңәр һумыңды сығарып бирергә кәрәк. Ә былай «шыйыҡ валюта» үҙен һәр саҡ аҡлай.
Мотиғулла бер аҙ ултыра биргәс, тәмәке тартып алырға тип, кеҫәләрендә соҡсонорға кереште. Уларынан ҡойолоп бөткән бер нисә һыныҡ төпсөк һөйрәп сығарҙы ла аяҡ аҫтында күптән туҙып ятҡан гәзит киҫәгенә «кәзә тояғы» урарға кереште. Шул саҡ уның янына ут күршеһе, үҙе кеүек үкһеҙ һәүерек дуҫы Иншар килеп сыҡты. Быныһының да, кисәгенән башы шаңҡып, ни эшләргә лә белмәй йөрөгән сағы ине. Иншарҙың кесе йәшенән үк йүгәнһеҙ холҡо, өҫтәүенә, аҡылға бер аҙ «еңелерәк» булыуы менән даны сыҡҡайны. Шуға күрә әрмегә лә алманылар үҙен. Шулай булһа ла, ҡулынан килмәгән эше юҡ был ир ишаратының. Бер ярты өсөн теләһә ниндәй эшеңде һә тигәнсә ялт иттереп балҡытып башҡарып та ҡуйыр. Тик эскегә һабышыуы ғына йәл.
– Сәләм, Мотой ағай! Ништәй, һинең дә кәлләң ауыртамы? Ну, брат, кисә бик шәп еббәрелгән шу! Берәй яйын табырға ине бит, әй?
– Әллә инде, нисек табырға? Ҡалым-маҙарға бөгөнгә әйтмәнеләр. Бесән сезоны ла тамамлана. Юҡмы берәй вариантың шунда, Шарик?
– Лесник Тимер ағай тиҙҙән асыласаҡ диләнкәгә кешеләр, эҙҙәй тип ишеткәйнем кисә. Әйҙә шуға барайыҡ, мужыт берәй эш ҡушыр.
– Ҡасан асылыр бит әле уныһы ла! Көҙ еткәс кенә инде.
– Яа-аҡ! Бер айҙан. Ней, диләнкәһе Басир бабай бесәндегендә була, тей.
– Һы... Әйткәндәй, ул ҡарт сәғәтен таптымы икән?
– Яа-аҡ! Ҡайҙа-аа-ан?! Һаман табалмай ҡаңғыра, тейҙәр. Үәт тәк.
– Ҡыҙыҡ. Бесән өҫтөндә юғалтҡан. Берәйһе сәлдермәгәнме икән шунда? Слушай, һин унда ҡалымда булманыңмы әле шул көндө?
– Ул ҡарт бесәнгә кеше ялдамай бит. Үҙ баллары килеп тора... Әй, кстати! Миндә атай мәрхүмдән ҡалған бер сәғәт ята. Әйҙә, тотабыҙ ҙа шуны Басир бабайға бүләк итәбеҙ бер яртыға. И эсәбеҙ.
– Шунан, алыр тиһеңме шуны?
– Ала, ништәп алмаһын! Тегеһен әллә таба, әллә юҡ. Сәғәтһеҙ йәшәй алмай бит ул ҡартлас. Үәт тәк!
– Һинең башың бер тингә лә тормай, Шарик. Сөнки унда бер ҡасан да мейе тигән нәмә булманы. Шулай ҙа, аңра ғына булһаң да, аҡыллы һүҙҙәр әйтеп ташлайһың ҡайсаҡ. Килтер! Рисковать так рисковать.
– Атыу һин көттор! Мин һәҙер, тиҙ генә апсығам да...
Егеттәр килгәндә, Басир бабай ун икенән үреп, сыбыртҡы ишеп ултыра ине. Туҡһанға етеп килһә лә, ҡарт бирешерлек түгел әле. Үҙе һымаҡ оло йәштәге бейәһе менән бер тайы бар. Йәнә бер туҡал һыйыры һәм бер нисә бөртөк кәзә-һарығы йөрөй. Әбейе инкубаторҙан алған тиҫтәләп бройлер тауығын ҡушҡанда, донъяһы теүәл уларҙың. Балалары: «Инде олоғайҙығыҙ, бөтөрөгөҙ малығыҙҙы», – тиһә лә, ҡарттарҙың яуабы бер, малдан яҙһаҡ, беҙ ауырып үләсәкбеҙ! Әле быйыл шул малдарына тип, ике кәбән бесән әҙерләп ҡуйҙы. Өҫтәүенә, уның былтырҙан артып ҡалған ҙур ғына эҫкерте лә һыртҡы кәртәһендә ултыра. Ғөмүмән, донъялары бөтөн, табындары һыйлы.
– Һаумыһығыҙ, Басир олатай! Ни эштәр бөтөрөш? – Егеттәр бабай менән ҡул биреп иҫәнләште.
– Бөтөргән юҡ та, бына, сыбыртҡы ишәм. Тегенеһе туҙып бөткәйне.
– Ну көтәһең донъяны, бабай! – Иншар ергә сүгәләне, – Бинсиәгә сыҡҡас та, рәхәттәнеп түр башында ғына ятмай. Ҡарт көнөңдә ыҙалап мал тәрбиәләүе анһаттыр шу? Үәт тәк.
– Һә-ә-әй, уландар! Ҡартмын тип тик кенә ятһаң, набарут ауырыуға һабышаһың. Беҙ йәштән шулай сыныҡҡанбыҙ. Тиҙ генә бирешергә теләк юҡ әлегә. Ә бына һеҙ йөрөйһөгөҙ буҡ тибеп!
– Беҙгә ни булһын, йөрөйбөҙ инде шунда! – Мотой ҙа һүҙгә ҡушылды.– Тапһаҡ туҡбыҙ, тапмаһаҡ – юҡбыҙ. Һеҙҙең йәшкә еткәнсе әле.
– Ай-яй-яй, улым. Беҙҙең йәшкә етерһегеҙме икән әле? Сумниваюсь!
– Ә ниңә етмәҫкә! Көс бар, дәрт бар, тиҙәрме әле?
– Бер айныған көнөгөҙ юҡ, хөрәсәндәр! Көс-дәрт имеш, тфү!..
– Ярар-ярар, олатай. Ней... Беҙ йомош менән. – Иншар һүҙҙе икенсегә бора һалды, – Күҙ ҡараһындай һаҡтап йөрөткән сәғәтеңде юғалтҡанһың, тип ишеттек. Үәт тәк. Шуны...
– Ә?! Нимә? Таптығыҙмы әллә?! – Басир бабай ялт итеп ҡалды.
– Я-аҡ, ни сәпсим! Тыныстан-тыныстан, олатай. Тыңдап бөт әле, пажалысты. Ней, һинең сәғәтһеҙ йәшәй алмаҫыңды белеп, бер нәмә тәҡдим итергә буғайныҡ та. Ҡаршы килмәһәң генә инде. Үәт тәк.
– Уныһы нимә тағы? – Ҡарттың кәйефе ҡырылды.
– Бына ошо аманатты һиңә бүләк итергә буғайныҡ та. – Иншар кеҫәһенән сәғәт сығарҙы, – Рәхим итеп ал. Теге юғалғаның әллә табыла, әллә юҡ тигәндәй! Үәт тәк.
– Эйе-эйе. Ал, олатай! Хаҡы әҙ ҙә түгел, күп тә түгел. Ни бары бер ярты ғына. – Мотой, дуҫына мәғәнәле ҡарап, күҙ ҡыҫты.
– Бер ярты?.. Һы... Бүләкте лә һатып бирәләр икән, әстәғин!
– Ну, бүләк тиһәң дә стойщщий шул. Атай ҡарт яратып таға торғайны.
– Бүләк тиһең. Ищщу, атайыңдан ҡалған ҡомартҡы тиһең инде! – Басир бабай «бүләк»те әйләндергеләп ҡараны.
– Эйе лә, ҡарт... Әй, ней... Басир олатай.
– Бынауы менән икегеҙҙе лә һыртығыҙҙан һыҙырмаҫ элек, хәҙер үк тайығыҙ бынан, әрәмтамаҡтар! – Бабай сыбыртҡыһын болғай башланы. Быны көтмәгән егеттәрҙең ҡоттары ботҡа китте.
– Туҡта әле, олатай! Туҡта зинһар! – Мотой юхалай башланы, – Ярай, алмаһаң алма. Ныҡышҡан юҡ. Әйҙә, лутсы һиңә берәй эшеңде эшләшәйек.
– Нимә, баш ауыртамы? – Бабай һыуына төштө, – Эсмәҫ инегеҙ! Баш ауыртһа, арт яҡҡа еңел була ул.
– Ҡана, олатай, сыбыртҡыңды үҙем ишеп бирәйем. – Иншар ҙа һырпаланып бабайға яҡынлашты, – Мин беләм у! Әле мына ҡарап торам, һин ун икенән алғаның. Ә мин күрше ауыл көтөүсеһенә ун алтынан ишеп биргәйнем яҙын. Һаман алып йөрөй әле. Үәт тәк.
– Мә, тот, булдыра алһаң. Тик ҡара уны, бушаҡ итмә берүк!
– Олатай, ә мин нимә эшләрмен? – Мотой урынында боршаңланы.
– Ай һағыҙаҡтар! Һеҙҙән былай ғына ҡотолоп булмаҫ инде. Ниндәй эш ҡушырға икән һиңә? Тәк-тәк... Ә, әйҙә әле, малай. Һин хәҙер драуниктан балтаны ал да, анау ятҡан ҡоро утынды ярып ташла. Бик күп түгел унда, ярты арбалай булалыр. Ә мин хәҙер өйгә инеп сығайым. Ҡара уны, утынды эре итмәй генә яр!
– Канишна-канишна, олатай! Хәҙер мин уны живо ярып һалам...
Ике дуҫ, ҡосаҡлашып, күкле-йәшелле тауыштар менән «Аҡ болоттар»ҙы һуҙып, бәүелә-сайҡала өйҙәренә ҡайтҡанда, эңер төшкәйне инде.
Йәмле йәй, уның артынса һағышлы йонсоу көҙ ҙә үтеп киткәс, бар тирә-яҡты ап-аҡ төҫкә күмеп, сатлама һыуыҡтарын ебәреп, ыжғыр бурандарын уйнатып, ергә ҡырыҫ ҡыш та килеп етте. Ауыл халҡының бар мәшәҡәте йорт-маҙарын йылытып, ҡураһындағы малын тәрбиәләү менән үтә. Басир бабай ҙа иртә менән тороп, малына бесән һалып инде. Бесән тигәндән, урмансы үҙ һүҙендә торҙо: ҡарттың кәбәндәрен көҙ уртаһында уҡ килтереп ҡуйҙыртты. Көндәр һыуытҡансы бабай яңы кәбәнен теймәҫкә булғайны. Йәй башында уҡ лапаҫы башына ташып өйгән «запасын» әҙләп-әҙләп кенә бирә ине. Ҡыш бауыры бик оҙон, яҙ сыҡҡансы барыбер ул кәбәндәрең һеүләйәсәк кенә. Бигерәк тә бейәһе ҡолонлап, һыйыры быҙаулай башлаһа, уларға тигән аҙыҡты еткереп өлгөр генә. Бесәндән башҡа ем-һалымы ла күпләп «оса». Бөгөн көн боҙолоп торғанлыҡтан, ҡарт малын ҡура эсенән сығармай торорға булды. Кистән күп итеп ҡар яуып һалғайны, бөгөн буранларға самалай, ахыры.
Ауылда ҡышҡы тормош шулай дауам итте. Бәләкәй генә дүрт йыллыҡ башланғыс мәктәптә лә уҡыу миҙгеленең иң ҡыҙған осоро ине. Бында ни бары егермегә тулыр-тулмаҫ баланы ике төркөмгә бүлеп, ике уҡытыусы белем бирә. Мәктәпкәсә йәштәгеләр өсөн учреждение булмағанлыҡтан, балалар өйҙә, ата-әсәһе ҡарамағында ғына тәрбиәләнә. Эй, бар ине бит замандар! Басир бабайҙың уландары бәләкәй саҡта ошо мәктәп ун йыллыҡ булып гөрләп эшләп тора торғайны. Ауылдың клубы ла булды. Хатта колхоздың ҡырсылыҡ буйынса бер бригадаһы ла ауылға яҡын урынлашҡайны. Бөттө, китте ул замандар. Барыһын да бөтә ил буйынса барған ҡулайлаштырыу, ҡыҫҡартыу сәйәсәте төбө-тамыры менән үҙгәртте. Ауылда эш булмағанлыҡтан, типһә тимер өҙөр йәштәр, ҡайһы берәүҙәре хатта ғаиләләре менән, Мәскәү йәки алыҫ Себер тарафтарына күсеп китте. Ҡасандыр 250 ихатанан торған ҡәҙимге ҙур ғына ауылдан бөгөнгө көндә ни бары илле-алтмышлап ҡына йорт ҡалды. Хәҙер бында ҡарт-ҡоро менән Мотой, Иншар кеүек асарбаҡ хәлендә йәшәгәндәр генә тороп ҡалған.
Тәнәфес еткәнен белдереп, ҡыңғырау шылтыраны. Баянан бирле, ҡасан ғына дәрес тамамлана инде, тип түҙемһеҙләнеп, улай-былай боршаңлап, сыпраңлап ултырған Айназ алғы парталағы күршеһе Радикка төрттө:
– Әйҙә әле, старик, тиҙ генә тышҡа сығайыҡ. Әйтәһе серем бар.
– Математикаға әҙерләнергә кәрәк, хәҙер звонок була.
– Уй, отличник! Ярар, өлгөрөрбөҙ әле! Оҙаҡҡа түгел. Йә, не тормози!
– Бында ғына әйтеп булмаймы ни ул сереңде?
– Булмай, старик! Башҡалар белергә тейеш түгел. Особенно анау ҡыҙҙар. Ул бетлебаштар, апайға ошаҡлап, бөтә эште боҙасаҡ...
Малайҙар коридорҙың иң осонда урынлашҡан бер бүлмә янына килде.
– Беләһеңме, старик, был ниндәй бүлмә?
– Ха-ха! Бирҙең дә һорауҙы. Уны кем белмәһен инде? Музей бит һуң!
– Тс-с-с, шаулама ул хәтлем. Миндә бер шәп кенә план бар.
– Ҡыҙыҡ. Һәм ниндәй план инде ул һинең?
– Әйтәм. Ноу уны беҙҙән башҡа бер кем дә белмәһен. Ант ит!
– Ант итәм. Берәү ҙә белмәйәсәк!
– Апай төштән һуң кружокка саҡыртҡанда, беҙгә ошо музейға шым ғына инеп сығырға кәрәк.
– Ә һин унда нәмә юғалттың? Тем более ул гел бикле тора. Һуңғы тапҡыр унда 9 Май байрамында инеп сыҡҡайныҡ, по-моему.
– Бикле булһа ла, уның йоҙағын аса беләм мин, старик.
– Һинең белмәгән нәмәң юҡтыр ул. Ә мин бында причём?
– Сообщник кәрәк миңә, вот әй! Киноларҙа күргәнең юҡмы ней, гангстерҙар яңғыҙ йөрөмәй бит.
– Һин нимә, урлашырға булдыңмы әллә, белеп ҡуйһалар әгәр?!
– Юҡ, һин мине не понял! Бер ниндәй ҙә урлашыу булмаясаҡ.
– Атыу нимә? Аңлат һуң яҡшылап.
Айназ аңлатырға өлгөрмәне – дәрескә саҡырып, ҡыңғырау шылтыраны.
Кисен класташтар үҙ-ара ниҙер мығырлаша-мығырлаша Басир бабайҙарға килеп ингәндә, ҡарттар йоҡларға әҙерләнеп йөрөй ине.
– Һөйөнсө, Басир олатай, беҙ һинең сәғәтеңде таптыҡ! – Айназ ишек төбөнән үк һөрән һалды.
– Әб-бәәә! – «Сәғәт» һүҙен ишеткәс, бабай һиҫкәнеп китте, – Бына һиңә мә!.. Таптыҡ тиһегеҙ инде. Ҡайҙан, нисек таптығыҙ?
– Юлда табып алғайныҡ... – Айназ ыҡ-мыҡ итте. Янында торған Радик уның бөйөрөнә төрттө. Алдан һөйләшкәнсә, улар сәғәтте «урманға ҡуян ҡыуа барғанда тапҡан» булырға тейештәр ине.
– Юлда?! Бына ғәжәп! Мин бит уны бесәнлектә юғалтҡайным. Ҡайҙа, күрһәтегеҙ әле? – тине бабай ыуаланып.
Айназ кеҫәһенән, музейға ҡасандыр бер һуғыш ветераны үҙе тапшырған хәрби сәғәтте, немец трофейын, сығарып бабайға һондо:
– Ошо һеҙҙеке түгелме, олатай?
– Ну-ка, ҡарайыҡ әле! – Басир бабай сәғәтте ентекләп ҡараны.
– Беҙ һеҙҙекелер тип уйлағайныҡ... Шуға килтерҙек тә.
– Эй, уландар! Минең сәғәтем түгел шул. Был сәғәт витиран вайны, хәҙер инде күптән мәрхүм Ҡотлоғәлләм ағайҙыҡы бит ул. Теге донъяға китер алдынан ул быны үҙ ҡулдары менән музейға биргәйне шикелле, хәтерем яңылышмаһа. Ҡайһы йүнһеҙе урланы икән унан? Һы!
Малайҙар оялыштарынан ер тишегенә инеп китерҙәй булып, ҡыҙарынып баштарын аҫҡа эйҙе. Сәғәткә әүрәгән бабай быны шәйләмәне.
– Бына нимә, балаҡайҙар! Был сәғәт минеке булмай сыҡты шул. Ярар инде. Минеке бесәнлегемдә юғалғайны. Әгәр йыбанмаһағыҙ, һабаҡтан һуң ваҡыт тапһағыҙ, әтрәтегеҙ менән саңғы кейеп шул яҡты байҡаштырып ҡайтығыҙ. Бәлкем табып алырһығыҙ, кем белә? Ә быны мәктәбегеҙ музейына апарып бирегеҙ. Бик тә ҡәҙерле ҡомартҡы ул!
Төндә ҡаты буран сыҡты. Көслө ел бүре олоған тауыштар сығарып геүләне генә. Әленән-әле ҡар һырынтылары тәҙрәне ҡаплап китә. Туҡтауһыҙ шаулаған тауышҡа ҡолаҡ һалғанда, бар ғаләм ҡайҙалыр икһеҙ-сикһеҙ һауаға осоп барған кеүек тойола ине. Басир бабай, иртән ишек алдына сыҡҡанда, бөтә ихатаны бейек-бейек итеп ҡар тауҙары баҫҡайны. Буран тымған, шулай ҙа ҡар үҙ эшен эшләгәйне инде. Бында ни һарайға түгел, ике аҙымда ултырған бәҙрәфкә лә яҡын барырлыҡ түгел. Бер килке аптыранып, тирә-яғына күҙ һалып торғандан һуң, ҡарт соландағы келәтенә инеп фанера көрәген алып сыҡты ла, һарайға табан юл ярырға тотондо. Һай-һай, ҡар бик күп! Бабай быға үтә хафаланманы ла, киреһенсә, киләһе йылға уңыш-бәрәкәт яуған тип кенә ҡуйҙы. Ергә дым булыр, исмаһам. Юҡһа һуңғы ике-өс йыл рәттән йәй ниңәлер бик ҡоро килә. Ямғырҙар һирәгәйҙе. Июнь баштарында уҡ аяҡ аҫтарындағы үләндәр янып-көйөп бөтә. Ауыл тирәһендәге йылға-шишмәләр ҡорой. Элек билбыуарҙан ат йөҙҙөргән Таллы йылғаһы ла хәҙер тауыҡ кисмәле генә булып бара.
Басир бабай кәртә артына үтеп, кәбәндәренә яҡынлашты. Запастағы бесәне бөттө. Бөгөндән ул өр-яңы кәбәнен боҙоп, малҡайҙарына үҙе әйткәнсә «эп-эсвежий» бесән ашата башлаясаҡ. Кәбәндәре, ҡар баҫҡанлыҡтан, башына сәллә ураған муллаға оҡшап ултыра. Бабай уларҙың береһенә баҫҡыс терәп менеп тә китте. Бик оҙаҡ ҡына асты ул кәбән башын. Һай-һай, ҡар бик мул икән. Ярай әле, ҡатып өлгөрмәгән. Юғиһә үҙе генә булдыра алмаҫ, берәйһен ярҙамға саҡырырға тура килер ине. Кәбәнен асып бөткәс, өс асалы һәнәге менән бесән ҡутарырға кереште. Танауға, йәмле йәйҙе хәтерләтеп, тәмле йәш бесән еҫе бәрелде. Бер-ике күтәремде аҫҡа ташлағас ҡарт, һарыҡтарына тип, япраҡлы үләндәрҙе сүпләй башланы. Шул саҡ һәнәгенә нимәлер шаҡ итеп бәрелде лә, сылтырлаған тауыш ишетелеп ҡалды. «Һай әттәгенәһе, һындырҙым буғай», – тип, бабай аҫҡа эйелеп ҡарағас, ниндәйҙер ялтыр нәмәне шәйләп ҡалды. Һыуыҡтан йәшкәҙәгән күҙҙәрен һөрткөләп, теге әйбергә ныҡлап ҡараны һәм, көтөлмәгән хәлдән быуындары йомшарып, башы әйләнеп китте – тап аяғы аҫтында ғына бесән араһына буталып йәйгеһен юғалтҡан сәғәте ята ине.