+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Март , 16:00

Аҙаплы юл

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА (Хикәйә) Ғәйнәфә ҡарсыҡ, ҡартына бер килке ҡарап торҙо ла икеләнеүен еңеп, һүҙ башланы:– Әмәлетдин, соланда нисәмә тоҡ симешкә тора, ҡалаға алып барып, һатырға кәрәк!– Ир башым менән симешкә һатып ултырырға башыма тай типмәгән әле! – Әмәлетдин ҡарт һаҡалын һыйпаны.– Ир ни, бисә ни – хәҙер донъя буталған. Телевизорҙан күрәбеҙ бит: ауыҙҙарын ҡыҙылға буяп, бисәләр күлдәге кейеп, яулыҡ ябынып, күпме ир әртис кәмит күрһәтә, аҡса эшләй.

Аҙаплы юл
Аҙаплы юл

– Симешкә һаттырып, мине лә кәмитсе итмәксеһең инде, ә?! – Әмәлетдин ҡапыл ҡыҙып китте.
– Кәмитсе түгел, кәрмилсем бит һин: күҙ терәгем, таянысым, – ҡартының яман ҡарашын күрмәгән кеше булып, Ғәйнәфә ҡарсыҡ хәбәрен икенсегә борҙо, – ауыл ерендә резина итек-калушһыҙ йәшәп булмай. «Өфөнөң күмәртәләп һатыу базаларында шулар ифрат осһоҙ икән: калуштар йөҙ, итектәр йөҙ илле һум тора» тиҙәр. Байзәһәрҙең бисәһе Йәүирә менән бишләтә арттырып һатырбыҙ. Йәй етте: талашып алырҙар. Хәтһеҙ аҡса булыр. Әйткәндәй, Байзәһәр менән бергә йөрөгөҙ. Ул иҫәп-хисапҡа шәп!
Шул саҡта йәлпелдәп Йәүирә килеп инде:
– Әле симешкә ҡыҙҙыра инек. Әҙерләнәләр микән тип, Байзәһәр белешергә ебәрҙе. Күршебеҙ Малик менән һөйләште Байзәһәр. Пенсиә килергә аҙна-ун көн бар. Ҡалаға алып барғанына, алып ҡайтҡанына симешкә аҡсаһы менән иҫәпләшергә килештеләр.
– Улай икән... Байзәһәр ҙә ризалашҡас, иртәгәнән ҡалмай, ҡуҙғалырбыҙ, – Әмәлетдин яйлап ыҡҡа килде.
...Ғәйнәфә ҡарсыҡ ҡарты менән төнө буйы көнбағыш ҡыҙҙырҙы.
Таксист Малик һары таңдан ҡалаға алып китте.
– Ҡаланың нәҡ үҙәгенә алып бар, кеше күп йөрөгән ергә! – тип бойорҙо Әмәлетдин.
Малик ауылдаштарын ҡала урамдарының береһендә ҡалдырҙы ла, аҙаҡ килеп алырға һүҙ биреп, йомош-юлына китеп тә барҙы.
Һәйбәт ҡурылған, тос емле, эре көнбағышты си­рат тороп алдылар.
Юл уңһа, уңа ла ҡуя: төш етеүгә тоҡтарҙағы көнбағыш һатылып бөтә яҙҙы. Әммә... ҡарттарҙы ҡапыл әзмәүерҙәр уратып алды.
– Тинен дә ҡалдырмай, аҡсағыҙҙы ошонда һалығыҙ! Тиҙ булығыҙ! – Битен тотош ҡара һаҡал баҫҡан кеше пакет һондо.
– Иғәнә йыяһығыҙмы, мәсет һалдыраһығыҙмы? – Әмәлетдин уға мыҫҡыллы текәлде.
– Телеңә күп һалышһаң, «мәсетте» мин һиңә шундай итеп һалырмын, өс көндән өсөңдө уҡырҙар! – Быныһы Әмәлетдингә ҡунып бара.
Ҡара һаҡал янындағы һонтор бәндә усын асты:
– Ошоноң көсөн татығанығыҙ бармы? Күп һөйләнһәгеҙ, хәҙер тәмләтәм!
– Кәстит...– Байзәһәр ағарынды.
Шулай итеп, күҙ менән ҡаш араһында өс асарбаҡ бөтә аҡсаны алып китте.
Ҡалған көнбағышты һатып бөтөүгә эргәләренә полиция килеп баҫты. Уны күргәс, ҡарттар ярышып зарланырға тотондо:
– Ҡустым, мында беҙҙең хәлдәр бик насар!
– Иртәрәк килһәң, беҙҙе таларға өлгөрмәҫтәр ине.
Мыҡты кәүҙәле, мыйыҡлы ир ҡарттарҙың һүҙен бүлде:
– Бисәләргә оҡшап, сыуылдашмағыҙ әле! Тейешһеҙ урында симешкә һатҡанығыҙ өсөн һеҙҙән берәр мең һум штраф! Тиҙерәк булығыҙ!
Ҡарттар шаҡ ҡатты.
– Тәүләп килеүебеҙ. Ауылдыҡылар бит беҙ! – Байзәһәр аҡланырға тотондо.
– Мә, симешкә ал, бушлай бирәбеҙ, күстәнәс булһын! – Әмәлетдин, штраф түләмәҫкә әмәле сыҡты, тип ҡыуанды, ахыры, йөҙө яҡтырып, кеҫәһенән бер ус көнбағыш сығарҙы.
– Уңайһыҙланма, ҡустым, ал, сиртеп йөрөрһөң! – Байзәһәр ҙә, һүҙгә ҡушылды.
– Мыҫҡыллайһығыҙмы?!. Ә мин шундай итеп «сиртермен» – ғүмер буйына онотмаҫһығыҙ! Хәҙер икегеҙҙе лә ябып ҡуям! – тип аҡырҙы тәртип һаҡлаусы.
Кемдең рәшәткә артына эләккеһе килһен, ҡарттар йәһәт кенә һуңғы аҡсаларын һондолар, шулай итеп, ҙур бәләнән ҡотолдолар.
Оҙаҡламай Маликтың машинаһы күренде.
– Йылдамыраҡ ҡыймылдағыҙ: Ғәйнәфә апай менән Йәүирә апай базаға инеп, калуш-итектәр алырға ҡушҡайны бит, өлгөрәйек! 8 Март байрамына ҡарсыҡтарыбыҙға бүләктәр ҙә ҡарарбыҙ, тигәйнегеҙ! Бүләк һайларға ла хәтһеҙ ваҡыт кәрәк.
– Ниндәй 8 Март? Ниндәй бүләк, ти, ул? Аҙаплы юлға сыҡҡанбыҙ икән... – Башы ҡаңғырған Әмәлетдин ҡарт үрһәләнде.
– Ҡустым, базаларға бармайбыҙ, тура ауылға һыпырт! – Байзәһәр ҡулын ауыл яғына һелтәне.
– Йә инде, һиңә түләрлек тә аҡса ҡалманы...– Әмәлетдин ҡарт тәрән көрһөндө.
– Уныһына ҡайғырмағыҙ, пенсиәләрегеҙҙе алғас, түләрһегеҙ, – Малик ҡара көйгән ауылдаштарын тынысландырырға тырышты...

Фото: vk.com

Автор:
Читайте нас в