Шөкәтһеҙ тауар поездары, тимер бағаналар, унда-бында һерәйешкән вагондар, ҡолаҡты ярырлыҡ шығырлауҙар, ҡорос-тимер ыңғырашыуы, һаҫыҡ еҫ - бөтәһе лә ауыр тәъҫир итте ҡатынға. Был тиклем дә алыҫ юлға сыҡҡаны юҡ ине әле уның. Фәриҙә Нурыева Владивосток тип аталған ете ят ергә китеп бара. Ирең хәрби кеше икән, һайланыу ҙа, наҙланыу мөмкин түгел. Хәмите - политрук, советтар иленең ағартыусыһы, уның бурысы алда йөрөү. Тимәк, хужа ҡайҙа, ғаиләһе лә шунда булырға тейеш. Ярай оло ҡыҙы Рауза уға терәк. Фәриҙә береһенән-береһе бәләкәй өс ҡыҙы менән ҡырмыҫҡа һымаҡ мыжлаған халыҡ ҡамауында ҡалды.
Кәнсир һауытты ҡосаҡлаған Рауза уны моңһоу уйҙарын таратып ебәрҙе:
-Әсәй, мин һыу алып киләм. Унда сират ҙур түгел!- тине һыу алыусылар яғына ишаралап.
Ҡатын баш ҡаҡты һәм, тын алырлыҡ, быуын яҙырлыҡ иркенерәк урын эҙләп, арыраҡ атланы. Уртансы ҡыҙы Рәзидә апаһы артынан эйәрҙе. Фәриҙә бәләкәсе - һаңғырау Лилиәне етәкләп, ауыр һулап эскәмйәгә барып ултырҙы ла, һыу алып торған ҡыҙҙарына ҡул иҙәне. Әллә ҡайҙан ҡара шәлгә төрөнгән бер ҡарсыҡ эргәһендә пәйҙә булды. “Сиған әбейе, шәй?!.” - ауырлы ҡатын һағайҙы, бәләкәсен үҙенә яҡыныраҡ тартты. Шунан тыныслана биреберәк ҡуйҙы: “Урлатырлыҡ бер нәмәбеҙ ҙә юҡ...”
Уға тишерҙәй итеп оҙаҡ ҡарап торғандан һуң, ҡарсыҡ телгә килде:
-Ул ел-дауыл, өйөрмә шикелле. Туҡтауһыҙ хәрәкәттә. Хәрәкәттә...
Үҙе ҡаҡса булһа ла, тауышы тупаҫ, ҡалын ине сиған әбейенең.
Ире, политрук, тураһында әйтәме был салыш ауыҙ? Хәйер, Хәмиттең артынан ғаиләһе лә һәр саҡ хәрәкәттә... Улар бергә. Сиғанға һүҙ әйтһәң хәҙер сат йәбешәсәк, шуға яуап ҡайтарманы. Бар теләге - һөмһөҙ ҡортҡаның был тирәнән тиҙерәк китеүе.
-О, эйе! Йондоҙ яныуын күрәм.! Көнсығыштан көнбайышҡа атлаясаҡ. Бер яғы яҡты, икенсе яғы ҡараңғы. Ҡара упҡын шикелле...
- Ҡояш ҡына көнбайышҡа китеп байый, - тине Фәриҙә.
- Бөтәһе лә һеҙҙең тормошта үҙгәрәсәк. Йондоҙло әҙәм байымай! Йыйырма ҡашыңды. Мин дөрөҫөн һөйләйем.
Күҙ алдына пагонына йондоҙҙар таҡҡан ире килеп баҫыу менән, Фәриҙә “дерт” итеп ҡалды. Һуғыш-маҙар сыҡмағайы... Шундайыраҡ имеш-мимештәр йышайҙы был араларҙа...
-Ҡайтырмы ул? Йондоҙло?... – шомланып һораны Фәриҙә.
-Көтөрһөң. Ғүмер буйы көтөрһөң... Ул да көтөр.
-Бир бер нәмә! Мин бушҡа күрәҙәләмәйем.
Ҡарсыҡ Фәриҙәнең итәгендә ятҡан ҡулъяулыҡты тартып тигәндәй алды ла, әллә юрый инде, шулай тип өҫтәне:
-Ғүмер буйы көтөрһөң йондоҙҙо!
Яндарына килеп баҫҡан Рауза һорай ҡуйҙы.
-Йондоҙ, тинеңме? Минең атайым хәрби кеше. Күкрәгендә миҙалдары бар! Ул хәрби етәксе. Шулай бит әсәй!
Йәтимлекте кисереп, баш баҫып үҫкән, әрепләшеүҙе белмәгән Фәриҙә сиған ҡарсығына бүтән яуап ҡайтарманы, ҡыҙҙарын елтерәтеп икенсе яҡҡа атланы.
“Миңә Хәмит янына имен-һау барып етергә кәрәк! Дүртенсе балабыҙ бына-бына тыуырға тора...”
-Әсәй, һыу тәмле! - Рәзидә апаһының ҡулындағы кәнсиргә үрелә.
“Йондоҙоң бар. Бер яғы ҡара, икенсе яғы аҡ. Шатлығын да, әрнеүен дә алып киләсәк. Туйғансы эсәсәкһең! Ғүмер буйы һыҙланып йәшәрһең...” Фәриҙә яңы тормош төҙөгән совет илендә йәшәй, хатта ағартыу эштәрендә йәш саҡта үҙе лә ҡатнашҡаны булды – яңы кеше бер ниндәй хөрәфәткә лә ышанырға тейеш түгел!
-Беҙҙең атай иң көслөһө. Уның ҡулында ҡорал бар. Ул берәүгә лә бирешмәй, - ти ғорурлыҡ менән Рауза.
”Беҙ имеш-мимешкә ышанмайбыҙ...” Әсә Лилиә ҡыҙына ҡараны, бәләкәсенең күҙҙәре ҙур асылған. Унда шом-ҡурҡыу сағылғандай... Ләкин бала ҡолаҡҡа ҡаты, бер нәмә лә ишетмәй, тиерлек! Әсәһенең шөбһәле йөҙө һағайтҡандыр. Тимәк, Фәриҙә үҙен ҡулға алырға тейеш.
Инде оҙон юлдың ахырына етеп киләләр. Фәриҙә ғаилә башлығы менән күрешеү мәлен күҙ алдына баҫтырҙы. Был ҡатынға көс бирҙе. Арҡа-бил һыҙлауы бер аҙға онотолдо. Уның таянысы, яҡлаусыһы, арҡаланыусыһы ире бар. Хәмите - ҡайҙа ул шунда! Оҙаҡламай ғаилә ҡауышасаҡ. Инде айырылышмаҫтар, гел бергә булырҙар, бөтөн насарлыҡ урап үтер. Дүртенсе бала уның уйын аңлағандай, “яҡты донъяға сығам, апайҙарымды күргем килә”, типмелер, тибешеп-тибешеп ала...
Поезд йәнә тыҡылданы, был юлы уның тауышы күңеллерәк ине. Вагондың бысраҡ тәҙрәләренән бер нәмә лә күренмәй. Тыҡ-тыҡ... Бер мәл Фәриҙәнең билен нимәлер ҡаты итеп тотто.”Ыһ!” тип ыңғырашты әсә. Түҙергә! Юлдың осона сығып баралар, ашыҡмасы, балам! Ошондай яйһыҙ мәлдә тыуа күрмә! Тыңла, сабыйым! Аһ! Ниндәй сабырһыҙ, үҙһүҙле йән тулай һуң йөрәк аҫтында?
-Ҡыҙым, Рауза, проводницаны саҡыр!
Бер аҙҙан поезда йәшен тиҙлегендә хәбәр таралды: улар барған поезда бер мосолман ҡатыны бала тапҡан.
-Кем? – тип һораны Фәриҙә кипкән иренен ялап.
Шул саҡ тирә-йүн яҡтырып киткәндәй булды. Хәмиттең өҙөлөп көткән улы донъяға тыуҙы!
- Рауза алдағы стансала атайыңа телеграмма һуҡ! Улың тыуҙы, тигән!
-Рудил, улым, һин әҙерме?
-Мин күптән әҙер, әсәй! Апайҙар оҙаҡлай!
-Рәзидә, ана бит энекәшең кейенеп бөткән. Йылдамыраҡ бул.
-Һин һәр саҡ Рудил дә Рудил!
-Бөтәгеҙгә лә өндәшәм, иртәрәк барайыҡ. Бәлки, иртәрәк барһаҡ, таныштарыбыҙ осрар.
Бөгөн өйҙә ғәҙәти булмағанса күтәренкелек. Бәлки, Рудольфҡа ғына шулай тойолалыр? Улар бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына тәү тапҡыр спектакль ҡарарға баралар! Әлбиттә, өйҙәге һәр кем өсөн был ҙур тантана!
Әсәһенең һәр хәрәкәте дәртле, хатта күҙҙәре осҡонланып тора. Уның эстән тулҡынланғанын балалары нисек һиҙмәһен, ти, инде? Тап ошо кәйеф нарасыйҙарына күсте. Әсәһенең бындай бәхетле мәлдәре һирәк булғанға күрә, хәттин ашып шаяра башланылар. Фәриҙә апай уларҙы саҡ тынысландырҙы, ахыр, эйәртенешеп ҡыҫынҡы фатирҙан этешеп-төртөшөп тигәндәй, сығып киттеләр.
Рудольфтың Опера һәм балет театры бинаһы эргәһенән һоҡланып та, ҡурҡып та үтеп киткәне бар. Был юлы, әсәһе һәм туғандары менән бергә килгәнендә, театр тыштан тағы ла нығыраҡ балҡығандай тойолдо малайға, хатта уны - яңы ҡунағын - көткәненә ышанды, кескәй йөрәге һулҡ-һулҡ типте. Эйе-эйе, ошо мөһабәт һарай эсенә инеү тураһында хыялланырға ла ҡыймай ине бит ул! Рудольфтың һулышы өҙөлгәндәй булды, ул кипкән иренен ялап алды.
Иртәрәк сығып китеүҙең, “бәлки, таныштарыбыҙ осрар,” тиеүҙең мәғәнәһе шунда: Фәриҙә апайҙың ҡулында - ни бары бер генә билет! Биш кеше ошо билет менән тамашаға инергә тейеш. Алдараҡ барһалар, берәй әмәле табылмаҫмы, балаларҙы билетһыҙ ғына индереп ебәреп булмаҫмы, тигән өмөт бар ине әсә күңелендә.
Ләкин театр алды халыҡ менән шығырым тулы булып сыҡты. Билет һораусылар хатта юл буйлап теҙелешкән.
-Балаҡайҙарым, - Фәриҙә Рауза ҡыҙына ҡарап алды.- Рәзидәне ҡалдыра күрмә, нисек тә үҙең менән... Бәлки, Лилиәне индергәс,берегеҙҙе сығып ала алырмын.
Ул Рудольфҡа өмөт менән ҡарап алды.
Рудольф әсәһенең борсолоуын ап-асыҡ тойҙо. Был малайға көс кенә бирҙе. Ул бөтөн күңеле менән театр эсендә ине инде.
Ишек тирәһенә яҡын килерлек түгел, халыҡ ҡайнай, тулҡын булып бәүелә. Һәм шунда бер мөғжизә булды: тере, ярһыу ташҡын ишектең икенсе ҡапҡасын емереп тигәндәй асып, эскә атылды. Өлкәндәрҙең салғыйына сат йәбешкән Рудик, бот араларынан үтеп, тәүгеләрҙән булып ишек аша бәреп инде. Еңел кәүҙәле, ҡаҡса малайҙы өйөрөлтөп-әйләндереп ары алып киттеләр. Ишектең ярты яғын ябырға маташып, оло кешеләр менән алышҡан билет тикшереүселәр уны күрмәнеләр ҙә. Фойе уртаһында баҫып торған һигеҙ йәшлек малай башын ҡалҡытып, тирә-йүнгә байҡаштырҙы ла бер мәл ҡатып ҡалды. Ул үҙенең әкиәттәге тылсымлы һандыҡ эсенә барып ингәнен аңланы. Юҡ, күҙ алдына ла килтерә алмаған падишаһ һарайында эсендә ине Рудольф! Нисек эләгә алды һуң ул бында? Йылҡылдаған-емелдәгән люстра, баҙлаған бихисап шәмдәлдәр, тотош стенаны ҡаплаған көҙгөләр, унда балҡыған төрлө төҫтәге сағыу йылы нур, семәр-һырҙар менән ҡоршалған мөһабәт колонналар, биҙәкле иҙән-түшәм, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ишектәр, серле боролоштар – бөтәһе лә баш әйләндергес, аҡылға һыймаҫлыҡ күренеш. Ул асҡан ауыҙын ябырға онотто.
Ишек төбөндә консьершаның тауышы кисерештәрҙән уята:
-Билетһыҙҙар, сығыуығыҙҙы талап итәбеҙ! Кем билетһыҙ!
Билетһыҙ? Юҡ, уның йөрәге - билет, Рудикты был тылсым эсенән бер кем дә сығарып ырғыта алмай!
Шул уҡ халыҡ ағымы менән килеп ингән Рауза апаһы уны эләктереп алды.
-Беҙгә залға үтеп ҡалырға кәрәк!
Күҙҙәрендә тәүәккәллек осҡоно янған малай, зал ишегенә табан боролдо. Был мәлдә апайҙарының да, әсәһенең дә ярҙамы кәрәкмәне. Уны тыйырлыҡ та, туҡтатырлыҡ та кеше табылмаҫ ине....
Ҡураныс, сибек бала залда ла кеше иғтибарына эләкмәне. Үткер күҙҙәре ышыҡ урынды тиҙ тапты.
Оҙаҡламай уттар һүнде. Тамаша залы моң хозурына сумды. Тәндең һәр күҙәнәген иркәләгән музыка ағылды... Өйҙәге шатыр-шотор килгән ярым боҙоҡ радионан йыр-музыка тыңларға яратҡан Рудольфҡа әлеге моң әйтеп аңлатҡыһыҙ тәъҫир итте. Шул тиклем таҙа, шул тиклем яғымлы, күңелгә үтеп инә лә май кеүек иретә. Бер аҙҙан иһә Рудик үҙе лә ошо моңдоң бер нотаһы булып бәүелде.
Шаршау асылды. “Сыңрау торна” - был атама буласаҡ бөйөк бейеүсенең күңеленә мәңгелеккә уйылып яҙылды. “Сыңрау торна” Рудольф Нурыевты сихырлы донъяға алып инде. Бар халыҡтың күҙе сәхнәлә, тамаша залы – йәше-ҡарты, хәллеһе-ярлыһы, һауалыһы-меҫкене - бер булып уҡмашҡан. Сөнки был әҫәрҙә яуызлыҡ, аслыҡ, хәйерселек юҡ. Улар барыһы ла бер юғарылыҡта, барыһы ла бер фантастик әҫәрҙең – иң ыңғай геройҙары. Бәхетле геройҙары!
Зәйтүнгөл ролендәге Зәйтүнә Насретдинованы Рудольф, гүйә, үҙе өйөрөлтөп йөрөттө. Ике йәш йөрәккә ярҙам итеүсе торна ла ул үҙе ине. Үткән дәүерҙәрҙең башҡорт фольклорын ысынбарлыҡҡа алып ҡайтҡан музыка ла Рудольфтың ҡан тамырҙарына һеңеп, уға юғары йән һулышы өрҙө!
Был тиклем дә матурлыҡ был тиклем дә моң, был тиклем дә яҡтылыҡ, был тиклем дә ҡыуаныс бер ерҙә лә юҡтыр ул! Шундай төҙөк хәрәкәттәр, шундай камил һығылмалылыҡ, актерҙарҙың осошто хәтерләткән шундай матур һикереүҙәре... Быларҙың барыһын да Рудольф өйрәнәсәк!
Юлда ҡайтышлай Рудольф берсә ҡулдарын һуҙып йүгерҙе, берсә ырғыны, берсә өйөрөлдө, һөрлөкһә, ҡабаттан тороп хәрәкәттәр эшләргә башланы. Өҫтөндәге ямаулы бишмәтенең ауырлығын да тойманы.
Ғәҙәттә, быға тиклем “тиктормаҫ!” тип һуҡранған әсәһе әле бер нәмә лә өндәшмәне.
-Нимә булды уға?- тип һораны, ахыр, Рәзидә.
-Ул торналар менән ҡуша осто,- тине Фәриҙә.
Тик Рудольф тәү күргән балетын иҫенән сығарманы. Һәм бер ҡасан да иҫенән сығармаясаҡ.
Тағы күп көндәр шундағы актерҙар булып бейене, ҡат-ҡат бейеп-һикереп туғандарын ялҡытып бөттө. Әсәһе генә ғәжәп рәүештә сабырлыҡ күрһәтте. Рудольф йәнә әсәһе эргәһенә килеп баҫты.
-Әсәй, Зәйтүнә аяғын ошолай борҙомо?
- Саҡ ҡына дөрөҫ түгел. Бына ошолайыраҡ итеп...
Малай әсәнең ни тиклем матур хәрәкәт яһай алыуын күреп, ҡысҡырып ебәрҙе.
-Әсәй, һин оҡшатып эшләнең, ҡайҙан беләһең быны?
-Бәй, заманында беҙ, комсомолецтар, халыҡ араһында мәҙәни ағартыу эштәре алып барҙыҡ. Булды шөғөлләнгән мәлдәр.
Фәриҙә моңһоу йылмайып баш ҡаҡты.
-Әсәй, һин дә бейеүсе торна булып тыуғанһың.
-Ә мин беләм! Һинең хыялың булдымы?
-Һинең кеүек саҡта ҡошҡа әйләнеп, берәй утрауға китеп йәшәргә хыяллана торғайным. Бәхет утрауына. Һинең йәшеңдә ата-әсәм үлеп, йәтим ҡалып, аслыҡты, тормош ҡатылығын иртә татығанғамы... Бәхет утрауы теләк кенә булып ҡалды. Ә һинең хыял тормошҡа ашһын.
-Әсәй, кешеләргә яҡшылыҡ эшләүсе торналар ҡайҙа йәшәй? Моғайын, уларҙың айырым бер утрауы барҙыр?
-Атайың менән байтаҡ ер-һыу кистек. Бер утрау күргәнем булманы. Һәр хәлдә, бәхет утрауын. Ул хыял ғына.
-Зәйтүнәне торналар бәхетле итте.
-Юҡ, Зәйтүнәне! Ә тылсымлы торналар бар. Әсәй, ҡара минең торна бейеүемде, - Рудольф аяҡ остарына баҫты ла ҡулдарын күтәрҙе. – Бына ҡалай була ул Уралға ҡайтҡан торна!
-Ошондай һығылмалыҡ миндә лә булды бәләкәй саҡта, үҙемә оҡшағанһың...- тип улын үҙенсә хуплай Фәриҙә ханым.
-Ә мин ниндәй? Мин! - тип һорамайынса түҙмәй иғтибарға эләгергә тырышҡан Рәзидә. Ул килбәтһеҙерәк, кәүҙәгә ауырыраҡ.
-Һин атайыңа нығыраҡ тартҡанһың. Дөрөҫөн әйткәндә, һеҙ миңә лә, атайығыҙға ла оҡшағанһығыҙ, балалар.
Рудольф бындай яуаптан ҡәнәғәт. Сөнки уның атаһына оҡшағыһы килә. Дөрөҫ, атайҙың ниндәй икәнен белмәй малай. Һигеҙ йәш тулды, ә уларҙың күрешкәндәре юҡ. Хәрби кешенең ихтыяры үҙенә бәйләнмәгән, әрме уға ниндәй бурыс ҡуя, шуны иң алда үтәргә тейеш. Ул бары Хәмит Нурыевтың тиҙерәк ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтә. Атаһы уны яҡлар, терәк булыр тип өмөтләнә. Юғиһә, тиҫтерҙәре араһында буйға иң бәләкәсе, ҡаҡса булғаны өсөн йәберләүселәр етерлек. Туҡмаҡ та эләгә. Уның бейеү оҫталығын атаһы баһалар. Ниндәй икән уның атаһы? Эх, бөтөнләй хәтерләмәй шул!
-Етте! Бүтән бейеү түңәрәгенә йөрөмәйһең! Тоҡомда булмағанды ҡылана. Кеше алдында сәпәкәй өсөн ҡыуанып, маймылланып йөрөүеңде туҡтат! Һин бит хәҙер пионер!
-Ә фронттан яраланып ҡайтҡан һалдаттарға кем рухи көс бирҙе? Беҙ - уҡыусы балалар. Тап беҙҙең мәктәп унда йыш булды, беҙҙе, бейеүселәрҙе госпиталгә гел саҡырып торҙолар. Нисек кем? Һалдаттар! Үҙҙәре саҡыра ине. Башҡорт бейеүен бейеп бөтһәм, ҡосаҡлап алалар ине. Хәҙер мин белмәгән милли бейеү юҡ, атай.
-Ваҡытлыса был нәмәләр. Ваҡытлыса!
-Минең оҫта бейейем. Быны бөтәһе лә таный.
Атай, уҡытыусым Елена Вайтович үҙе әйтте һиңә был турала. Рудольфты Киров театры эргәһендәге балет мәктәбендә уҡырға ебәрергә тырышығыҙ, тине.
-Иң алда ир һөнәре үҙләштерәһең!
-Минең бейеү түңәрәгенә йөрөүем бер һиңә генә ҡамасаулай.
-Телләшмәйем. Үҙ фекеремде генә әйтәм. Бейеү – минең донъям.
Бына шулай бейеү сәнғәте, уҡыу, өлгәш, тәртип - бөтәһе лә бергә буталды. Улар Рудольфтың тормошонда камил яраша алмай, шуға ла ата менән улы араһындағы тартҡылашыу ҡай бер көндәрҙә өйҙә айырыуса көсөргәнеш тыуҙыра.
Рудольфтың үҫмер йылдарында, бигерәк тә үҙаллылыҡа ынтылғанда, аңлашылмаусанлыҡ көсәйә генә төштө.
-Мин һиңә асыҡ әйттем. Хәрби юлды һайлайһың, - тине атаһы тағы бер һөйләшеү мәлендә.
-Юҡ. Һуғыш уйыны минең өсөн түгел.
-Улайһа, инженер! Инженерҙар кәрәк тыныс тормошта. Заводтар, фабрикалар тотош ил буйлап төҙөлә! Советтар Союзы ҡеүәтле держава. Шулай булып ҡаласаҡ, тимәк, иң кәрәк һөнәр техника менән бәйле.
-Атай, нисәмә йылдар буйы бер нәмәне тылҡыйһың! Ялыҡманымы үҙең дә? Юғары сәнғәтте үҙләштергем килә.
Атаһы ҡаты ҡулы менән биткә сәпәй. Ғәрлегенән ҡып-ҡыҙыл булған үҫмер атылып сығып китә. Ул йүгерә, нимәлер һөйләнә. Шунан туҡтай. Күккә күтәрелеп баға. Унда, бейектә, ҡоштар тубын күргәндәй. “Сыңрау торна” балетын ҡарағандан һуң, ул кешеләргә ауыр саҡта ярҙамға килер торналар барлығына ышанғайны. Хәҙер юҡ. Ул тик ышанырға һәм үҙенсә көрәшергә тейеш.
Бына шулай Рудольф Нурыев ҡаса-боҫа бейеү дәрестәрен ала. Ҡасандыр Рауза апаһы уны бейеү түңәрәгенә алып барһа, бөгөн дә яҡлаша. Мәҫәлән, атай кешегә: ”Рудик математиканан өҫтәмә дәрес алырға китте”, тип әйтә. Сөнки өлкән Нурыев улының математиканан насар өлгәшкәнен белә.
Ата менән ул низағлашҡанда Фәриҙә ике ут араһында ҡала. Төрки ҡатындарына хас булғанса, ул ирен хөрмәт итә, ғаиләлә уның ихтыяры закон булырға тейеш. Шулай уҡ улын ярата, уның ынтылышын аңлай. Ана шуға ҡатындың күҙҙәрендә һағыш. Ул күптән йылмайыуҙы онотто, тик эстән генә һыҙҙы. Йөрәге менән әсәһенең үҙе яғында икәнен һиҙенгән Рудольф атаһының кәмһетеүенә теш ҡыҫып түҙҙе, үҙенең оло һөйөүенән - бейеү сәнғәтенән ваз кисмәне.
-Беҙҙең бейеү төркөмө бөтөн мәктәптәр араһында еңеүсе булды! Мин башҡорт бейеүен бейенем. Атайым ҡыҙыҡһынманымы?
-Мин Опера һәм балет театрына массовкаларҙа ҡатнашам! Атайыма был яңылыҡ кәрәкмәйме?
-Мине кардебалет артисы итеп алдылар. Ни өсөн атайым риза түгел?
-Мин заводтарҙа халыҡ бейеүҙәрен өйрәтәм. Унда миңә ике йөҙ һум түләйҙәр. Мин үҙем аҡса эшләй башланым. Атайым нишләп ҡаршы булһын, эйеме?
-Мин үҙем эшләп алған аҡсаға Мәскәүгә барып ҡайттым. Һорашманымы атайым?
-Мин декадала ҡатнашам. Солист! Атайым минең балет артисы булғанымды күрһә, барыбер ризалашыр!
Мәскәүҙә үтәсәк башҡорт мәҙәниәте көндәре Рудольф өсөн яңы шатлыҡ бүләк итте.Ҡасандыр уны әсир иткән “Сыңрау торна” уны үҙ эсенә саҡырҙы. Унда бейейәсәк солист ауырып киткәнен ишеткәс, Рудольф һис икеләнеп тормай ошо ролгә үҙен тәҡдим итте. Һәм Нурыевты, ролде бер ҙә уйнап ҡарамаған егетте, солист итеп тәғәйенләнеләр!
-Әсәй, минең дебют уңышлы булды!
-Улым, был уңышыңа шатбыҙ! Юҡ-юҡ, атайың ҡәнәғәт, ризаһыҙлыҡ белгертмәне!.
Мәскәү публикаһының алҡышы, тәнҡитселәрҙең итәғәтле мөнәсәбәте егетте яңы осошҡа ҡанатландырҙы. Рудольф үҙенең балет тигән сихри донъяға үтеп инәсәгенә һәм унда лайыҡлы урын биләйәсәгенә тамсы ла шик тотманы. Тылсымлы һандыҡ өс йоҙаҡҡа бикләнгән булһа, бөгөн уның бер биге ысҡынды, һәм Нурыев ҡалғандарын ҡалайтып булһа ла асырға тейеш!
-Әсәй, мине Опера һәм балет театры директоры артист итеп эшкә саҡырҙы. Йәнә лә Ленинград балет мәктәбенә саҡырыу алдым. Мин Ленинградты һайланым.
-Нимә хафаға һалды? Мин һынауҙы уңышлы тотасаҡмын.
-Улым, зинһар был турала атайың белә күрмәһен.
-Атайым? Атайым күптән минең сәнғәткә ынтылышыма битараф.
-Яҙмышыңа битараф булһа, ҡул һелтәгән булыр ине. Инде нисә йылдар ул һиңә бер нәмәне аңлата...
- Мин уның менән һигеҙ йәштә саҡ күрештем. Улын тәрбиәләүҙә саҡ ҡына һуңланы...
-Бәләгә тарытмағайың туғандарыңды. Бәлки, кире уйларһың, Рудил!
“Ә мин үҙемдең Нурыев бөйөк бейеүсе икәнемде раҫлаясаҡмын. Бының өсөн әллә нимәләр талап ителмәгәйе!”
Рудольф яуап урынына ишекте шартлатып ябып сығып китте.
Ун ете йәшлек егет Ленинградҡа табан юл алғанда, ышаныс эҙләгәндәй, төпһөҙ зәңгәрлеккә баҡты. Ә күк шундай аяҙ, шундай киңлек, шундай асыҡлыҡ, шундай сикһеҙлек! Ҙур, бөйөк маҡсат хаҡына талпынған Рудольф Нурыевтың ихтыярын һындырырҙай көс юҡ! “Сәнғәт күгенә мин үҙ ҡанаттарым менән күтәрелергә тейешмен. Ҡасандыр һеҙ миңә шуны аңлатҡайнығыҙ, торналарым!”
-Егет, һеҙ бик сағыу бейеүсе булырһығыҙ йәки был юлдан төшөп ҡалырһығыҙ. Аҙаҡҡыһы дөрөҫкә тура килмәгәйе, - Балет мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы Вера Костровицкаяның ауыҙынан сыҡҡан һүҙҙәре Рудольф өсөн киләсәккә осасаҡ уҡты кереш өҫтөнә һалыуға бәрәбәр ине. Яндың кереше тартылды, һәм уҡ киләсәккә табан атылырға әҙерләнде – Башҡортостандан бары тик ярһыу дәртен тоғро юлдаш итеп алған Рудольф Нурыев балет сәнғәте серҙәренә төшөнөр һәм унда үҙ урынын яулар өсөн арыу-талыуһыҙ бейеү һөнәрен үҙләштерергә кереште. Был юлда, был шөғөлөндә үҙенә ҡамасау итә тип шикләнгән бөтә нәмәне тар-мар итте, туҙыналармы, битәрләйҙәрем, мыҫҡыл итәләреме – тик үҙенекен “ҡыуыуын”белде. Үҙе өсөн кәрәк түгел, тип тапһа, интернаттың ҡаты ҡағиҙәләрен, талаптарын үтәүҙән дә баш тартты. Күптәр аңламаны. Көлдөләр. Ситләттеләр. Үҙһүҙлелеге, еңмешлеге, сәнскеле теле, дисциплинаға буйһонмауы арҡаһында ауыр хәлдәргә лә ҡалғыланы, кенә тотоуылар, дошмандары күбәйеүенә лә иғтибар итмәне Рудольф бейене лә бейене. Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙыу ҡанлылыҡ менән түгел, уйлап эш итә белеүе күп осраҡта уны еңеүсе яһаны ла инде. Ахыр килеп, талантлы педагог А. Пушкиндың класына уҡырға төшөүе балет өлкәһендәге ҙур уңыштарының береһе булды. Ленинград балет театрында Советтар Союзынан йыйылған таланттар уҡыны, ә йәше буйынса инде “ҡарт” тип иҫәпләнгән Рудольф Нурыев шулар араһында өс йыл эсендә аҡылдан яҙырлыҡ хеҙмәте менән профессиональ юғарылыҡҡа өлгәште.
Киров балет театрына Башҡортостан егетенең ҡабул ителеүе тураһындағы хәбәр кемдәрҙер, әлбиттә, өсөндөр йәшен атыуы кеүек тәъҫир итте.
Киров театрының әйҙәүсе балеринаһы Дудинская менән ҡушарлап бейеү тураһында ниндәй генә артист хыялланманы икән! Прима-балерина Рудольф Нурыевты мәшһүр театрға аяҡ баҫыр-баҫмаҫтан “Лауренсия”ға үҙенә партнер итеп саҡырҙы. Әлбиттә, театрҙа эшләгән профессионалдәр быны төрлөсә ҡабул итте. Үҙҙәрен сәхнәлә балҡытыу теләге менән янған йәш артистар араһында ла бәхәстәр булып алды – кемдер һоҡланды, кемдер мыҫҡыллы йылмайҙы, кемдер аптыраны, кемдер уртын сәйнәне. Коллектив тарафынан “перспективалы” тип аталған йәш, матур артист Егор Соловьев үҙенә көслө конкурент килгәнен һиҙемләп, бүтәндәрҙән нығыраҡ һағайҙы. Етмәһә, Дудинскаяға партнер итеп үҙен тәҡдим итергә йөрөгәйне, ләкин театрҙың “королева”һы уның яғына боролоп та ҡараманы. Репетицияны күҙәтеп ултырған ҡараңғы сырайлы Егор бүтәндәрҙән айырылып, ситкәрәк барып баҫты. Яңы ҡалҡа башлаған йондоҙҙоң бындай хәлгә тарығаны юҡ ине...
Дошманы ла, дуҫы ла булмаған, ғөмүмән, кешеләргә битараф ҡараған К. шундай кәйефһеҙ мәлдәренең береһендә уның эргәһенә килеп баҫты.
-Сығышы менән Башҡортостандан, тиҙәр был...
-Шайтаным белә! Шуныһы асыҡ, провинциалдар баҫып ала башланы юғары сәнғәтте. Әрһеҙлектәре менән.
-Эгоцентрик булһа ла, ул талантлы, - тип тамаҡ ҡырҙы К. – Балет театрында уҡығандар Башҡортостанға кире ҡайттылар, ә Нурыев һөҙөшә белә. Аяғында ныҡ тора.
- Ә мин ул Киров театрында тәүге һәм һуңғы “башкиренок” булыр тип уйлайым.
-Йәш саҡта барыбыҙ ҙа ҡыҙыу. Тик ауыҙыңды үлсәп ас, быны һиңә яҡшы ниәттән әйтәм.
-Миңә яҡшы ниәттәһегеҙ, - Егор көлдө, шунан Рудольф шөғөлләнгән тарафҡа эйәк ҡаҡты.- Ә уға, минең аңлауымса, бөтә нәмәгә лә рөхсәт бирелгән.
-Ну, берәү ҙә шәм тотоп тормаған...- Егор артыҡ ысҡындырғанын һиҙеп, икенсегә борҙо. - Уның ауыр холҡо, тәртибе тураһында хәҙер легендалар йөрөй. Барыһы ла ғәфү ителә.
-Ләкин һеҙҙең ауыҙҙан ысҡынды, берәү ҙә шәм тотоп тормаған... Әйтеп бөтөгөҙ.
-Сит илдән килеп уҡыған ҡай берәүҙәр менән шикле дуҫлығы тураһындағы хәбәрҙәр йөрөй. Бәлки, ялғандыр, раҫларға йыйынмайым. Минең таратҡан ғәйбәт тә түгел. Шулай ҙа совет артисының мораль облигына бысраҡ яғыла.
-Ялғанды ысынға әйләндерергә була. Булышлыҡ итегеҙ, - К. ауыҙын асып ҡатҡан Соловьевҡа хәйләкәр ҡарап алды.- Уны шикле әҙәмдәр менән таныштырығыҙ, - хәҙер ул етди ҡиәфәт алды. - Мин шаярттым ғына!.. Юғиһә, бер кешене еңелмәҫ конкурент итеп күргәнһегеҙ ҙә, башығыҙҙан алып ташлай алмайһығыҙ. Ижад кешеләре үтә лә хисле, аҡылдан яҙып ҡуйыуығыҙ бар. Ә һеҙгә үҙегеҙҙе киләсәк өсөн һаҡларға кәрәк, артист дуҫ!
Егоровтың иңбашынан ҡаҡты ла, К. ары атланы.
Данлыҡлы Мариин театры традицияларын үҙендә һаҡлаған Киров театрына эш башлағас, Рудольф Нурыев уның эске тормошо балҡып торған шөһрәтле сәхнә тормошонан айырылғанын аңланы. Бала саҡтан үҙ һүҙле булып, шул арҡала әрен дә, туҡмағын да алып, барыбер үҙенекен ҡыуған егет эш башлаған театрында ла, тәбиғи, юғалып ҡалманы. Һәр ойошмаға хас булғанса, бында ла партиялы һәм партияһыҙҙар төркөмө бар. Йәштәрҙең коммунистик берлеге ағзаһы булыу - ышаныс билеты тоттороуға бәрәбәр. Үҙенең киләсәген ҙур сәнғәттә генә күргән Рудольф бер төркөмгә лә ҡушылманы. Уның был холҡон “ҡырағай азиат”лығы менән аңлаттылар.
-Һиңә балалыҡтан сығырға, комсомолға инегә ваҡыт, - тине уға театрҙы комсомол етәксеһе Александр Осипов.
-Комсорг, мин һеҙгә теге ваҡытта уҡ асыҡтан-асыҡ әйттем Нурыев үҙенең ваҡытын тик бейеү сәнғәтенә сарыф итә. Һәм был берәүгә лә сер түгел!
-Тимәк, беҙҙең эш - ваҡытты әрәм-шәрәм итеү?
-Мин улай тимәнем, Александр. Һеҙ, фантазер.
-Һеҙгә ижад менән шөғөләнергә тәҡдим итәм. Балетта түгел, әҙәбиәттә! Мин репетицияла. Бүлдермәгеҙ!
Александр ҡып-ҡыҙыл булып сығып китте. Уға саҡ ҡына ла иғтибар итмәгән Рудольф өҙөлгән вариацияһын дауам итте.
Тағы ла бер нисә көндән Нурыевты театр директоры үҙ янына саҡыра.
-Нурыев ни өсөн дөйөм йыйылышта булманығыҙ?
- Бер үҙем шөғөлләндем. Яңғыҙлыҡ минең дуҫым.
-Яңғыҙлыҡ түгел, ә яуапһыҙлыҡ!
-Мин үҙемдең индивидуалист икәнемде генә әйтәм!
-Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй. Театр бөтәһенән элек коллектив!
-Мин үҙ көсөмә ышанам,- тине Рудольф тыныс ҡына.
-Үҙ көсөңә ышаныуың яҡшы. Тик беҙҙең һәр премьера хөкүмәт хуплауын алғас ҡына тамашасыға сыҡҡанын да онотма, Нурыев.
Рудольф менән ошондайыраҡ әрепләшеүҙәр ғәҙәти бер күренешкә әйләнде, тиергә була. Ләкин Киров театрында эшләгән профессионалдәр уның талантлы артист икәнен таный, балериналар уның менән бейеүҙе хуп күрә, тамашасы уны нығыраҡ алҡышлай, тәнҡитселәр, сәнғәт белгестәре уға иғтибар бүлә, Болгария, Көнсығыш Германия, Мысырҙағы сығыштары матбуғатта киң яҡтыртылды. Шуға ла уның кирелеге, ауыр холҡо ғәфү ителә килә. Хәйер...
Мәҙәни ағартыу саралары - советтар иленең иң ҙур идеология ҡоралы. Шуға ла мәҙәниәткә ҡараған һәр объект хөкүмәттеке, ундағы ижадсылар дәүләт сәйәсәтенә хеҙмәт итә. Был йәһәттән именлек һағында тороусылар уяу булды. Бөтәбарлығын фәҡәт сәнғәткә бағышлаған Рудольф, әлбиттә, тормошта үҙенсә юл ярҙы. Буш ваҡыты булдымы, башҡа театрҙарға йөрөнө, сит илдәрҙән килеп уҡыған студенттар менән гәпләште, ә Ленинградҡа, сит ил труппалары килеүен – күктән төшкән бәхет һымаҡ ҡабул итте. Балет сәнғәте алға киткән Европа илдәренән килгән оҫталар менән тиҙерәк танышырға, аралашып ҡалырға тырышып, бер нимәгә ҡарамай Мәскәүгә лә сығып китте.
“Дон Кихот”ты бейегәндән һуң, Рудольф Нурыев өҫтөнә сәскәләр яуҙы. Сәхнә иҙәне ҡыҙыл раузалар менән түшәлде. Был көтөлмәгән һәм көтөлгән уңыш ине. Журналистар Киров театрында яңы йондоҙ ҡалҡыуына кемуҙарҙан яҙҙылар.
Соловьев балҡып сәхнә артына килеп сыҡҡан Рудольфты күрмәгән кеше булып арҡаһы менән боролдо. Һиҙгер артист быны иғтибарһыҙ ҡалдырманы. Ғәҙәттәгесә, төртмә теле тик торманы:
-Егор, һиңә ошондай сәскәләр яуғанда, бер һүҙһеҙ сәхәнәгә сығып, йыйып бирешәсәкмен!
“Мин Киров театрында уйнағанда, һинең бындай мәлең бер ҡасан да булмасаҡ!” тип аңланы был әсе шаяртыуҙы Егор Соловьев. Шулай ҙа уны бер нәмә йыуатты: ышанысһыҙ элемент булараҡ, комсомол сафына инмәгән Рудольф Нурыевты хәҙер сит илдәрҙә үткән турнеларға йыш сығармайҙар, хөкүмәт концерттарына алмайҙар, тимәк, киләсәге томанлы. Үҙенең ижадын һанламаған етәкселек менән Рудольф конфликтҡа ла йыш инә. Бәхәс мәлендә тура һүҙле талант эйәһе ҡайһы бер артистарҙың эшмәкәрлегенә лә тәнҡит эләктерә. Был хәбәр тегеләргә барып еткәс, әлбиттә, ғәмһеҙ ҡалманылар. Кемдер үҙ фекерен Рудольфҡа асыҡ әйтте, кемдер эстән генә үс тотто. Уның тураһында шикәйәттәр төрлө органдарға барып етә торҙо.
Парижға турне алдынан шулай уҡ һәр артист тейешле кимәлдә тикшерелде. Дөйөм йыйылыштарҙан тыш, айырым кабинеттарҙа ла артистар менән профилактик һөйләшеүҙәр үткәрелде, инструкциялар иҫкә төшөрөлдө. Бына шулай көндәрҙән бер көндө Соловьевты ла кабинетҡа саҡырҙылар. Ҡаҡса кәүҙәле ир ҡаршы алды уны.
-Рудольф тураһында һеҙҙең фекерҙе ишеткебеҙ килә.
-Ни өсөн мин? – тип һағайҙы Егор.
-Процедура шуны талап итә. Аңлайһығыҙҙыр. Беҙ сит илгә сыҡҡан һәр артист менән һөйләшәбеҙ. Һеҙ Советтар Союзының үҫешкән сәнғәтен генә түгел, юғары мораль йөҙөн дә күрһәтәсәкһегеҙ. Ҡаҡшамаҫ совет берлегенән буржуаз илдәр шаҡ ҡатырға тейеш. Нурыев тураһында беҙҙә шаҡтай белешмә тупланған. Тимәк, һорауҙар етерлек.
-Уның тураһында төрлө хәбәр йөрөй. Был сер түгел...- тип мығырланы Соловьев.- Ә дәлилдәргә килгәндә... – Ул иңбашын йыйырҙы.
- Бына беҙҙә “нормаль булмаған бәйләнештәре” тураһында анонимкалар бар.
- Ғәфү итегеҙ, бер кем дә шәм тотоп тормаған...
- Дәлилдәр табыу – һеҙҙең эш түгел. Кемдәр менән аралаша, ҡайҙа бара, шул турала мәғлүмәттәр кәрәк. Синфи дошмандар менән уратылып алынған бөйөк державаның юғары сәнғәтен бысраҡлыҡтан, коммунистик мораль обликты һаҡлап ҡалыу - беҙҙең барыбыҙҙың да бурысы. Ахыр килеп, былар ил хәүефһеҙлеге өсөн кәрәк. Әгәр ҙә был егетте фашларлыҡ мөмкинлек тыуа икән... - унан яуап көткән кеше тәмәке тоҡандырҙы, күҙҙәрен ҡыҫа биреберәк ҡарап алды. - Шикләнмәгеҙ, театрҙа үҙегеҙҙең бөйөк киләсәгегеҙҙе хәстәрләй алаһығыҙ.
Соловьев яуап ҡайтарманы.
-Идеология - таланттың үҙе. Ул бөтәһен дә хәл итә, аңлайһығыҙҙыр минең нимә әйтергә теләгәнде. Һәр артист театрҙа әйҙәүсе танцовщик булыу тураһында хыяллана.
-Беҙҙең барыбыҙға ла бер-беребеҙгә шымсылыҡ итергә ҡушалырмы?
-Һы...- Ҡаҡса кәүҙә көлөмһөрәне, – Кем тип уйлайһығыҙ үҙегеҙҙе, йәки Нурыевты? Дәүләт серен һаҡлаусы объект эшмәкәрҙәре итепме әллә? Беҙҙең һеҙгә сығыуыбыҙ, бөтәһенән элек, һеҙгә булған ышанысты аңлата! Беҙ һеҙҙән бер нәмә лә талап итмәйбеҙ. Ләкин уяулыҡты юғалтмау мөһим икәнен генә иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Ҡабатлайым, был һеҙгә ҡарата ышаныс.
Соловьев өсөн шуныһы асыш булды: бер ниндәй интригаларға ҡыҫылмаған, тыныс холоҡло К. ошо именлек һағында тороусыларҙың агенты икән. Тап ошо иптәш Соловьевты ҡайһы бер мәсьәләләрҙе тикшереүҙә ҡатнаштырырға тәҡдим иткән. Артабан К. килеп инде, һәм ул кәрәк саҡта Соловьевҡа терәк буласағын әйтте. Һөйләшеү үҙенән-үҙен тәрәнгәрәк күсте...
Рудольф Нурыев самолетҡа ултырғансы үҙенең Францияға осасағына ышанманы. Сөнки исемлек раҫланып та, аэропортҡа юлға сыҡҡан мәлдә төшөрөп ҡалдырылған актерҙар тураһында ишеткәне бар ине. Ләкин Нурыевтың Францияға осоуы ысынбарлыҡ булып сыҡты. Самолет креслоһына барып ултырғанда уҡ уҡыған француз нәфис әҙәбиәте геройҙары, авторҙары, картиналар, рәссамдар, музейҙар, театрҙар, үҙе өсөн таныш һәм таныш булмаған артистарҙың исемдәре, улар уйнаған ролдәр – барыһы бергә башында буталды. “Тағы килә аламмы-юҡмы был илгә, билгеһеҙ. Ләкин әлеге мәлде ҡулдан ысҡындырмаясаҡмын! Һәр буш секундым юғары мәҙәниәткә эйә ил менән танышыуға арналасаҡ!” Парижға килеп төшөү менән уның һауаһы иҫерткес тәъҫир иткәндәй тойолдо. Турнеға бирелгән бер ай эсендә Лувр, Версаль, Де Сен Клу паркы, Сен Мишель, Сен Жермен ҡалаларындағы студент кварталдарында булды, мәктәп йылдарында уҡ өйрәнә башлаған Франция мәҙәниәтен эстән күрергә өлгөрөү, сәнғәт әһелдәре менән ҡатышып, һөнәрҙәштәре менән гөрләп-ҡайнап алыу теләге Рудольфта ташҡын булып урғылды. Француз артистарҙың уға йышыраҡ мөрәжәғәт итеүе, тиҙ арала яңы дуҫтар табыуы - көнсөл партнерҙарҙың һарыуын ҡайнатты. “Тыуып-үҫкән ерендәге ҡырағай йолалары һаман үҙендә йөрөтә. Бәйҙән ысҡынған эт, шуға коллективты һанға һуҡмай,” һәм башҡа “шыш-пыш”тарҙы, мыҫҡыллы көлөүҙәрҙе ул ишетмәне.
Тейешле урынға: “Низағсы, тәкәббер, коллектив дисциплинаһына буйһонмаған артист Рудольф Нурыев Парижға аяҡ баҫыу менән үҙенең элекке холҡон үҙгәртергә уйламаны ла. Киреһенсә, совет артисы режимын боҙоп, Францияның шикле кешеләре, буржуаз элементтар менән бәйләнеш нығытырға кереште”, тигән донесение осто.
Отель фойеһында Нурыев яңы дуҫтары менән осрашҡанда бүлмәләше Соловьев ҡай саҡ улар янына килеп-киткеләне. Шулай ҙа берәүҙә лә шик уятмаҫ өсөн, тиҙерәк китергә тырышты. Икенсенән, Рудольфтың французса, инглизса һупалауын бик ишетергә теләмәне ул. Нурыевты “провинциаль” тип кәмһетһә лә, Соловьев үҙе нәфис телдәрҙең береһе иҫәпләнгән француз телен аңламай ине.
Шулай тура килдеме, әллә осраҡлыҡмы, фойеға төшкәс, ул Рудольфты йәнә француздар ҡамауында күрҙе.
-Кил әле, Егор, -тине Нурыев.- Күрәһеңме, мин кемдәр менән! Донъя балетында уларҙы яҡшы беләләр. Һине гел эйәртеп йөрөмәгәнгә асыуланма. Улар минең дуҫтар! Һәм дуҫ булыуҙарына бик шаттар. Ни өсөн тип уйлайһың? Улар алып килгән гәзиткә күҙ һал: “Рудольф - балет сәнғәтенең космонавты”!
-Ҡотлайым... Ярай, киттем, эш бар.
-Ҡасан да булһа, һине лә сәхнәлә танырҙар. Әгәр мин теләһәм. Киров театрында, - Рудольф тағы үҙенсә шаяртты.
-Мин һиңә ярҙам итермен. Икенсе театрҙа танылыу ала торорһоң, - тип һүҙен дауам итте Нурыев.
-Икенсе театрҙа? Ни өсөн?- тип һорамайынса булдыра алманы Егор.
-Мин шулай теләйем. Бар, юлыңда бул. Һин үҙ юлыңды беләһеңме?
“Беләм, - тине Егор теш араһынан. - Хәҙер беләм. Көслөнөкө донъя. Миндә ниндәй көс барлығы тураһында һинең башыңа ла килмәй, азиат.”
Шаҡтай ғына ҡыҙмаса булһа ла, Рудольф шул мәл көйҙөргөс ҡарашты тойҙо. Ни өсөндөр Рудикҡа Егорҙың йөҙө ала-сола булып күренде. Йөрәге өшөп китте. Егор башын ситкә борҙо. Был нимә? Ни өсөн һөнәрҙәше тура ҡарамай? Ала-сола, һы... Нишләп күҙгә юҡ-бар нәмә күренә? Әллә, ысынлап та, үҙе дуҫтары менән күберәк һыйланып ташланымы? Шикле уй шундуҡ осоп китте.
Рудольф Нуриевты француз журналистары атаған яңы исемдәр менән ҡотлауҙар ресторанда дауам итте. Таң атыр алдынан ғына дуҫтары уны отель ишеге ҡашында ҡалдырып хушлаштылар. Бүлмәләше Егор Соловьев уның нисәлә ҡайтырын теркәр өсөн күҙен дә йомммағайны. Ирекһеҙҙән, кирелгән кеше булды.
-Егор! Шундай иҫ киткес Париж төнөндә йоҡлап ятаһыңмыһыңмы? Ебегән һин! Беләһеңме кемдәр менән таныштым мин! О Егор! - ҡосаҡтарын йәйеп уға атланы. - Һинең төшөңә лә инмәйәсәк... Кил әле!
Ҡапыл Егор өҫтөндәге япмаһын атып бәрҙе лә коридорға атылды.
-Ҡотҡарығыҙ! Аралағыҙ был кешенән!..
Шул мәлдә мөйөштән К. килеп тә сыҡты: “Мин бөтәһен дә күрҙем, мин шаһит!”
Рудольф тормошон, яҙмышын үҙгәртер өсөн барған аҫтыртын алыштың ни тиклем етди икәнен электән үк аңлай ине. Тик бала саҡтан көрәшеп, үҙенең яҡлап, хаҡлығын даулап өйрәнгәнлектән, был юлы ла бирешмәйәсәкмен, тип, күңелгә инеп ултырған хәүефте ситкә ҡыуҙы. Һа, кем ул, Егор? Егорға бәйләнергә уй ҙа юҡ! Рудольфты бысраҡ юл менән юҡҡа сығарырға һәм үҙеңдең маҡсатыңа өлгәшергә маташаһыңмы? Үҙеңде талант эйәһе, алыштырғыһыҙ артисмын, тип иҫәпләһәң, әйҙә, ярыш сәхнәлә! Был егетлек, исмаһам! Ҡара ниәт һәм ағыулы тел һинең меҫкенлекте асты! Көтмәгәндә баш ҡалҡытҡан (хәйер, көтмәгәндәме икән..) һинең кеүек йыландан Рудольф сағылмаясаҡ. Һәм Нурыев артабан килеп тыуған ығы-зығыға ла, имеш-мимештәргә лә иғтибар бирмәҫкә тырышты. Ләкин Системаның уны ауыҙлыҡлау эшенә тотонғанын, был аҙым Системаның теләге менән башланғанын башына ла килтермәй ине. Ул Соловьевтың ҡылығында бары актер, партнер көнсөллөгөн генә күрҙе.
Ә бына К-ға нимә булды? Декорация-биҙәү эштәре менән шөғөлләнгән, театрҙағы ығы-зығыларға ҡыҫылмаған был әҙәм ҡапыл ғына ҡайҙан пәйҙә булды? Быныһы инде бөтөнләй аңлашылмай...
Тағы ла ике көндән Рудольф Нурыев көнсығыштан көнбайышҡа табан атлаясаҡ. Ҡайтыу юлы бикләнәсәк. Сәйәсәт, идеология, синыфтар тураһында гәп һатыуҙан ҡасҡан кеше тап шул синфи идеологияның бер ҡорбанына әйләнәсәк. Хәйер, ниндәй ҡорбан, ти? Уның балет сәнғәтендәге бөйөк юлы башланды.
Совет артистарын араһынан “иң тәүге ҡасҡынсы” исемен алған сәнғәт маһирының уңышлы сығыштары Парижда, артабан Данияла дауам итте. Ярты йылдан Нурыев Лондондағы король балеты йондоҙо булып танылды. Нурыевҡа үҙенең ижад ғүмерендә классик балеттағы барлыҡ тиерлек төп ир-ат партияларын башҡарыу насип булды.
Хистәр ҡайнарлығын бирә алған тасуир бейеүе, кеше тәненең хәрәкәттә матурлығын, камиллығын үҙ ролдәре аша күрһәтеп, Рудольф балет сәнғәтендә партнер роленең баһаһын күтәрҙе һәм ир артисты балеринаны ғына йөрөтөүсе булыуҙан “азат итте”.
Ул йылына 300 спектаклдә уйнаны, был рекордты балетта берәү ҙә ҡуйғаны юҡ ине.
Венала “Аҡҡош күлен” бейегәндән һуң, Фонтейен менән Нуриевты бис аҫтында 89 тапҡыр сәхнәгә саҡырып сығарҙылар. Был ваҡиға Гиннестың рекордтар Китабына индерелде. Британия балеты менән Рудольф Европаны ғына түгел, Американы ла яуланы. Ә бит арҙаҡлы дуэттың спектаклдәренә эләгеү анһат булмаған. Ул килгән саҡта халыҡ билет алыр өсөн 'Метрополитен-Опера' и бинаһы эргәһендә палаткаларҙа йәшәп, өсәр көн сиратта торған халыҡ. Балет сәнғәтен яңы бейеклеккә мендереште Рудольф.
Кеше булараҡ, Нурыевты яратмаусылар күптер, ләкин, бейеүсе булараҡ, уны барыһы ла таный. Беҙ ҙә уның ошо яғына, даһи артист булыуына, матур хеҙмәтенә иғтибар итәбеҙ. Сөнки күпме дәүер үтһә лә ул бүтәндәрҙе уҙҙырмай торған сәнғәт генийы булып ҡаласаҡ.
Президент Кеннедиҙың ҡатыны уны ҡунаҡҡа саҡырҙы. Был дуҫлыҡ оҙаҡ йылдар дауам итте.
Бер бейеүсегә лә Лондонда король ғаиләһе алдында яланаяҡ бейеү рөхсәт ителмәй, ләкин Англия королеваһы ҡаршыһында сығыш яһағанда Нурыев туфлийын сисеп ырғыта. Артистың был ҡылығын күрмәмешкә һалышалар.
Иордания королеваһы Фәриҙә әсәһе һәм ҡыҙы меән Өфөгә визит яһай, Рудольф Нурыевтың әсәһе менән күрегә, талантлы улының сәләмен еткерә.
“Әсәй, һин ҡасандыр дүрт балаңды етәкләп, бер билетҡа “Сыңрау торна” балетына алып барҙың. Театрға билетһыҙ инеп, балет сәнғәтенә яҙмыш билеты тотоп сыҡтым. Тәүге ҡанатты Өфөлә елпенем. Барыбер, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ҡоштар осор бейеклеккә мендем! Тик һиңә уңыштарым ишетелмәй. Минең хаҡта бер нәмә лә тиерлек белмәйһең...”
1976 йылда уҡ танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре торған комитет төҙөй, улар СССР-ҙан Фәриҙә Нурыеваны сит илгә сығарыуҙарын һорап, меңәрләгән ҡултамға йыя. АҠШ-тың ҡырҡ ике сенаторы ил етәкселегенә мөрәжәғәт итә, БМО рөхсәт юллап ҡарай, ләкин СССР етәкселеге бар үтенестәргә битараф ҡалды, әсәне сит илгә сығарманылар. Был кем өсөн нығыраҡ ғазап булғандыр, уныһын инде уҡыусы үҙе әйтер. Ә беҙ тасуирлағаны икенсе нәмә тураһында.
Ҡыҫынҡы ғына ике бүлмәле фатир. Уның ҙурырағында, йәғни залда бөгөн, ғәҙәттә булмағанса, йәнлелек. Унда халыҡ күберәк һәм һөйләшеүҙәрендә ниндәйҙер тулҡынланыу тойола. Һүҙҙәре, башлыса, буласаҡ осрашыу тураһында. Кемделер көтәләр, кемделер ҡаршы алырға әҙерләнәләр.
Икенсе бүлмәлә - тынлыҡ. Бындағы тормош күрше бүлмәнән айырыла. Аяҡ баҫҡан, һүҙ ҡатҡан кеше юҡ. Ике карауатта ятҡан ике йән эйәһе залдағыларҙың ығы-зығыһына ҡыҫылмай. Ундағыларҙа бөтөнләй эштәре юҡ. Был карауаттарҙа әсә менән ҡыҙ ята. Фәриҙә апай инсульт алғандан һуң, иҫенә килмәй, тиерлек. Бәләкәй саҡтан һалҡын тейҙереп зәғиф ҡалған ҡыҙы Лилиә лә ҡаты ауырып түшәккә ятты. Залдағы туғандары уларҙың хәлдәрен белеп, инеп сыҡҡылайҙар. Дарыу эсереү, укол ҡаҙау, шунан артығын улар эшләй алмайҙар.
-Рудикҡа ҡайтырға рөхсәт бирҙеләр. Бына мөғжизә! – ти Рәзидә.- Тик әсәйем ул ҡайтҡан мәлдә һушына килерме икән? Ҡайтҡанын белмәһә, ҡалай үкенес буласаҡ.
-Әйҙәгеҙ, аэропортҡа, - тип ашыҡтыра Лилиәнең ҡыҙы Әлфиә.
-Юҡ-юҡ, шулай яҡшыраҡ булыр!
Бер аҙҙан өй тып-тын булып ҡалды. Хәйер, тынлыҡ тураһында беҙ нимә беләбеҙ?
-Лилиә ҡыҙым, ниңә йылмаяһың?
-Әсәй, һинең әрнеүҙәрҙән, һағыныуҙан, өмөт өҙмәй көтөүҙән сафланған, нур менән тулған йөрәгеңде күрҙем.
-Улыңды көтөп йәшәнең. Эргә-тирәңдәгеләр, туғандар, дуҫтар, таныштар, партиялаштар уны әрләгәндә лә уға ҡарата ауыр һүҙ әйткәнең булманы.
-Шулай, әсәй. “Ниңә ҡайтманы икән? Ҡайтһын ине ул!” Улыңа булған иң ауыр һүҙҙәрең бына шулар ғына булды.
Әсә ҡыҙы менән һөйләште. Эйе, шундай бер мәл була. Ул саҡта тел кәрәкмәй.
- Әллә ниндәй туҙға яҙмаған хәбәрҙәр еткерҙеләр. Әрнеүҙәрем шунандыр. Ул, имеш, боҙоҡ, аҙған. Балаҡайымды яман итеп күрһәтергә теләгәндәр, көнсөлдә уйлап сығара ундай хәбәрҙе.
-Әсәкәйем, боҙоҡлоҡ тураһында мин бер нәмә лә әйтә алмайым. Ул йәшәгән, шөһрәт яулаған яҡтарҙа бер ҡасан да булмаясаҡбыҙ.
-Бындай имеш-мимештәргә һис кенә ышанаһым юҡ!. Дошмандары күп баламдың. Ул киткән яҡ бай, әммә боҙоҡ. Ә мин улымды беләм... Хәләл күкрәк һөтөмдө имеҙгән улым улай түгел!..
-Ә мин шуны беләм. Ниндәй генә насарлыҡ тураһында яҙмаһындар, быларын Рудик уйлап сығармаған. Көнбайыштың боҙоҡлоғо үҙендә ҡалыр - был улар асышы.... Беҙҙең Рудольф - бейеү даһийы. Уның асыштары бейеү сәнғәтендә ҡаласаҡ. Тарихта ул матур хеҙмәте менән ҡаласаҡ, бөйөк балерон буласаҡ ҡаласаҡ.
-Ҡыҙым беҙ һинең менән былай асыҡтан-асыҡ, иркенләп һөйләшкәнебеҙ юҡ ине. Ҡасан һинең телең асылды?
-Әсәй, күңелдәр һөйләшһен өсөн тел кәрәкмәй. Мин күңелемдән бик күп нәмәләрҙе һөйләй торғайным. Хыялдарым, ҡыуаныстарым тураһында. Тик уны аңлаусы булманы. Әле һин күңел телен аңлайһың, әсәй. Хәҙер һин шундай халәттә.
-Нисек элек аңламаным икән?
-Күп булды мәшәҡәттәрең, тормошто бөтәйтеү, осто осҡа ялғау. Күп булды һинең мәшәҡәттәрең... Шуныһы бигерәк үкенес, ошо йылдар эсендә артист туғаным күпме әсәләрҙе үҙенең бейеүе менән ҡыуандырҙы. Тик үҙ әсәһе өсөн генә бейей алманы.
-Улай тимә, Лилиә. Киров театрында уйнағанда атайың менән барып ҡайттыҡ. Шул күргән бер спектакль тотош ғүмеремә торошло... Ә Рудил барыбер бер ҡайтыр ул. Көтәм...
-Бер станцияла сиған ҡарсығы: “Ғүмер буйы көтөрһөң,” тигәйне.
- Ул һөйләшкәнде һин ишеттеңме ни? Нисек, ни рәүешле, балаҡайым?
-Күңелем менән ишеттем. Бына әлеге кеүек... Беҙ әле һөйләшкән кеүек. Йондоҙ тураһында әйткәс, беҙ уны атай, тип уйлағайныҡ,шулаймы?
- Владивостокҡа атайың янына илтәсәк поезға ҡабат менеп ултырғас, кем хаҡында һүҙ барғаны башыма барып етте... Шунан тулғаҡ тота башланы. Һуңынан да ул һүҙҙәрҙе ҡабул итмәҫкә тырыштым. Тик яҙылған яҙмыш... Ғүмер буйы уны көттөм!
-Рудольф Нурыевты донъя ҡабул итте, әсәй. Ҡабул итте, сөнки яратты.
-Рудольф, мине элеккесә яратамы икән?
-Әсәй, уның тормошонда күп нәмә үҙгәрҙе - дуҫтар, дошмандар, ҡиммәттәр, илдәр. Һиңә һөйөүе үҙгәрешһеҙ ҡалды. Донъялағы иң матур әкиәттте һин генә бүләк иттең. “Сыңрау торна” уны бейеклеккә саҡырҙы.
- Зәйтүнә Насретдинова әйҙәне уны бейеклеккә. Ул саҡырыуҙы улым ишетте.
-Һин табып алып ҡайтҡан бер бөртөк билетҡа рәхмәт, әсәй!
-Ленинградҡа уҡырға барам, тигәс, көнбайышҡа ебәрмәҫкә тырыштым. Ә уның көнбайышы күпкә ҙурыраҡ булып сыҡты.
-Әсәй, ул күптән үҙе өсөн үҙе яуап биреп өйрәнгән...
-Мин уны көттөм. Һәр саҡ көттөм. Улыҡайым, Рудилем, минең менән хушлашырға ҡайтырмы икән?
Бүлмә ишеге һаҡ ҡына асылды. Унда Рәзидәнең башы күренде. Ҡатын артында баҫып торған кешегә өндәште.
- Хәле ҡыл өҫтөндә, ныҡ бул...
Муйынына шарф ураған ир-ат әсә эргәһенә теҙләнде.
Яуап биреүсе булманы. Рәзидәнең үкенесле тауышы тынлыҡты боҙҙо.
-Юҡ шул, иҫенә килмәй. Бына нисә көн һушһыҙ ята...
Рудольф, ышанмағандай, ҡабат-ҡабат әсәһенә өндәште.
-Әсәй, был мин Рудольф. Улың! Ишетәһеңме улыңды?
Әсә, әлбиттә, ишетте. Тик күңеле менән яуап бирҙе. Күңеле менән улын ҡосто. Күңеле менән уны нисек һағыныуын һөйләне.
Икенсе карауатта ятҡан ауырыу Лилиә апаһы йылмая. Нимәлер әйтергә ишаралай. Ул ғына әсә йәненең нисек ҡыуанғанын күрә ине...
Әсәһенең ауыр хәлдә ятыуы тураһында телеграмма алғас, Рудольф бөтөн ихтыяр көсөн тупланы: ул мотлаҡ әсәһе янына ҡайтырға тейеш! Күңелендә бәләкәс кенә өмөт тә бар, әсәһенә, бәлки, ярҙам итә алыр. Уны СССР-ҙан алып китергә рөхсәт итһәләр, иң яҡшы табиптарға күрһәтер. Күпме саҡырыуҙар, күпме өмөтләнеүҙәр менән үткән ғүмере заяға булмаҫ ине.
Бер ҡарауҙан уҡ әсәһенең хәлен аңланы... Ябыҡҡан, кипкән, бәләкәс кенә булып ҡалған әсәне таныуы ла ҡыйын. Күҙҙәре йомоҡ. Бейеү түңәрәге, театрға тәү тапҡыр аяҡ баҫыуы һәм әсәһенең шатлыҡ тулы ҡарашы... Артабан профессиональ белемгә ынтылыуы, атаһының уны икенсе юл һайларға өгөтләүе, талап итеүе, үкенестәр, тилмереүҙәр һәм әсәһенең моңһоу ҡарашы – бер-бер артлы күҙ алдынан үтте. Рудольф әсәһен һәр саҡ бәхетле итеү тураһында хыялланды. Бәхетһеҙлеккә дусар итте. Йыш осрашыу тураһында хыялланды. Утыҙ йыл күрешмәнеләр. Әсәһен бай, ирекле донъяға алыр китергә ынтылыштар яһаны. Тик ғәзиз кешеһенең азатлығын Башҡортостан, Өфө менән генә сикләүҙә “булышлыҡ” итте.
-Әсәй, бала саҡта һөйләгән бәхет утрауын иҫемдән сығарғаным булманы. Уны байтаҡ йылдар эҙләйем. Табырмын, тапмаһам, төҙөрмөн. Һыҙланыуҙар, кәмһетелеүҙәр, нахаҡ йәберләнеүҙәр онотолор. Беҙ унда гел бергә булырбыҙ. Һин мине унда көтөрһөң. Көтөрһөңмө, әсәй?
“Көтөрмөн... Хыял утрауын һиңә Зәйтүнә Насретдинова бүләк иткәйне. Шөкөр, кескәй ватаныңа ҡайта алдың, уның да хәлең белеш. Ул һинең талантыңа ышанды... Һине һигеҙ йәшеңдә әсир иткән бейеүе тураһында уға һөйлә, балам. Ул - һинең балеттағы тәүге мөхәббәтең. Ә быныһын бит уға әйткәнең булманы. Күҙҙәренә ҡарап әйт был турала. Ҡайһылай ҡыуанасаҡ ул!”
Рудольф әсәһенең ҡулдарының тотоп оҙаҡ ултырҙы. Ә уны ваҡыт ҡыҫа. Тыуған илендә булырға Нурыевҡа ни
бары ике көн генә бирелгән!
Рудольф Нурыев тороп баҫты. “Миңә Зәйтүнә Насретдиноваға шылтыратырға кәрәк! Уға әйтәһе рәхмәт һүҙҙәрем күңелдә!” Тышҡа сығыу менән Рудольф Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Зәйтүнә Насретдиноваға шылтыратты. Ләкин телефон трубкаһын алыусы булманы. Тағы бер-ике коллегаһына шылтыратты. Улар ҙа урындарында булмай сыҡты.
Ул Башҡорт опера һәм балет театрына барырға тейеш. Бәлки, ундағы артистар менән күрешеп булыр? Ләкин бинаның эскә инеп булманы, реконструкция бара, тинеләр, үткәрмәнеләр.
Яңы асылған хореографик училищеға табан боролғас та, Нурыевтың тулҡынланыуы көсәйҙе. Йәш артистар быуын үҫә,был иҫ киткес яҡшы хәбәр! Ләкин уны тупһа аша үткәрмәнеләр. Дуҫын училище директорын, ҡайҙалыр алыҫҡа мәҙәни кәңәшмәгә ебәргәндәр.
Ул атаһына асыу тотмай. Балаһының сит илдә тороп ҡалыуы ата яҙмышына кире йоғонто яһағанын, Рудольф яҡшы аңлай. Үҙ ихтыярынан тыш уны ауырлыҡҡа дусар итте. Атаһына ла әйтәһе һүҙҙәр бар... Ләкин зыяратты көрт ҡаплаған, эргә-тирәһенә барырлыҡ түгел. Тәбиғәт торошо, буран-дауыл, уларға аҡтыҡ тапҡыр яҡынайырға мөмкинлек бирмәне.
Бөтә нәмә ябыҡ, бикле, таныштар ҡайҙалыр ситтә. Был осраҡлылыҡмы? Әллә махсус рәүештә эшләнгәнме?
Әсәнең бите буйлап бөртөк йәше тәгәрәне...
Рудольф был мәлдә юлда ине. Сөнки тик тороу уға ят, ул һәр саҡ хәрәкәттә булды.
“Үҙ маҡсатыма ирешер өсөн тыйылған сиктәрҙе лә ашатланым. Китеп барған поезд вагонында тыуҙым. Һәм һәр саҡ хәрәкәттә булдым. Туҡтала белмәнем. Мин белмәйем, ҡайҙа һәм ниндәй була ул туҡталыш?”
Бәхет утрауы тураһында Рудольф Нурыев исем өсөн генә әйтмәне. Төркиәлә булған саҡтарында ул таныш өндәрҙе, таныш һүҙҙәрҙе ишетеп, туҡтап ҡалған саҡтары булды. Был өндәрҙән эстән генә рәхәтлек кисерҙе. Рудольф Нурыев тел матурлығын иҫенә төшөрҙө, Башҡортостанды, Мәскәүҙә бөтә сағыулығында күрһәткән мәҙәниәт декадаһын, ни өсөндөр, иҫенә төшөрҙө. Көнсығыш зауығы һәм сағыулығы уны атаһының тыуған ауылы Әсәнгә алып ҡайтҡандай булды. Бар ғүмере Өфөлә үткән әсәһе өсөн был мөхит ят булмаҫ, төрөк ерен үҙһенер ине, тип уйланы артист.
Истамбулда опера һәм балет Театры һәм Ататөрөк мәҙәни үҙәгендә Чайковскийҙың “Йоҡлаған һылыу” балетын ҡуйғанда ошо фекере менән төрөк дуҫтары менән дә уртаҡлашты. Улар ҙа утрау эҙләште. Шулай ҙа күңел тартҡан утрауҙы артист Италияла тапты. Тик был ваҡытта әсәһенең йәне мәңгелек менән ҡауышҡайны инде...
Дизайнер Эдио Фриджерио уның һарай эсен ниндәй биҙәлештә күрергә теләүен һорашты ла, тәфсирле яуап алғас, ауыҙын ҙур асып көлөп ебәрҙе.
-Һо, Рудольф әфәнде, һеҙ үҙегеҙҙе төрөк солтаны итеп күрергә теләмәйһегеҙме?
Әлбиттә, Рудольф бер нәмә лә аңлатып торманы, “башлағыҙ”, тип кенә ымланы. Дизайнер ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән артист ҡушҡандарҙы эшләргә кереште.
Йылы диңгеҙ еле иҫте. Көсәйҙе. Тулҡындар гөрһөлдәне. Шаулы һәм ярһыу ине диңгеҙ. Бына бер тулҡын үкһеп сайпылды һәм тамсыларын биткә һирпеп, кире артҡа сигенде. Усы менән битен һыпырған Рудольф тертләне. Гүйә, тоҙло күҙ йәштәре уның йөҙөн йыуҙы. Әсәһенең асы күҙ йәштәрен йотҡандай булды ул...
Утрау хужаһының ташты ғәрәп хәрефтәре менән биҙәгәнен күреп, дизайнер һорамай булдыра алманы:
-Был минең әсәйемдең исеме! – Бер аҙҙан Рудольф башын ҡалҡытты. – Дөрөҫ тәҡдим. Ишек башына Ҡорьән аяттарын яҙырға кәрәк!
Әллә ниндәй өмөт, яҡты кисерештәр уятҡан яҙғы таң ине был. Тәбиғәт бер ҙур ваҡиға алдынан була торған тынлыҡ эсендә. Дүрт тарафтан диңгеҙ ҡамаған утрауҙа нимә булыу мөмкин? Ошо сикһеҙлеккә баҡҡан Рудольф уйға талған. Ул үҙенең уртауында - бында бер кем дә, бер нимә лә рөхсәтһеҙ үтеп инә алмай. Был ер йөҙөнөңдә балет генийы булдырған әкиәт һарайы! Бейеүсе иркен итеп тын алды, бейергә итеп ҡулдарын күтәрҙе һәм ҡатып ҡалғандай булды. Йөҙө ҡапыл ғына үҙгәрҙе – күҙендә аптырау, һорау, нимәнелер аңларға тырышыу.
Рудольф үҙ ҡолағына үҙе ышанманы. Аңҡайҙы. Асыҡ зәңгәрлектә, төпһөҙ асманда сихри кисерештәр уятыр көмөш сылбыр бәүелә ине.
Бәлки, бейеүҙәре менән әҙәм балаһын арбар көскә эйә был ҡоштар Рудольфтың утрауына ҡунып китерҙәр? Бер генә минутҡа... Бер генә секундҡа! Уның Бәхет утрауында торналарға урын етерлек!
Тыуған яҡтарына - Уралға табан осамы сыңрау торналар? Ҡоштар тыуған ерҙәренә һәр яҙ әйләнеп ҡайта... Нимәһенә ғәжәп итергә? Ә бит улар сыңрауында күпме һағыш, иңрәү, өмөт!
-Ул торналар менән бергә осто.
Нимә тураһында әйтте бейеүсе? Үҙенең бала саҡ хыялын иҫкә төшөрҙөмө? Әсәһенең йәнен торнала күрҙеме, юғиһә?
Утрауҙағы ярҙамсыһы Пьедро һораны:
Һаман бейеклектән күҙен алмаған гений бейеүсе уны ишетмәне. Пьедро ҡабатлап һораны:
-Һеҙ берәй кеше тураһында әйтәһегеҙме?
-Бүлдермә! Мин күнекмә яһайым! – тип ҡысҡырҙы Рудольф.
“Ул виртуоз. Ә бына холҡо...”
Тәненең һәр күҙәнәген эшләтә белгән матур камил кәүҙәле Нурыев бер-ике тапҡыр майҙанда әйләнде, өҫкә уҡталды, элевация яһағандан һуң, кире Пьедроға боролдо һәм бойорған тауыш менән өндәште:
-Күпме тапҡыр әйткәнем бар, миңә юҡ-бар һорау менән мөрәжәғәт итмәҫкә! Тәндең хәтере ҡыҫҡа. Шөғөлләнергә, шөғөлләнергә кәрәк!
“Ҡыҙыу, ғауғасыл булһа ла, ул бит ысын талант.. Хәйер, күпселек таланттың булмышы шулай...” – тип уйланы Пьедро.
-Эйе-эйе, һеҙҙе көтәләр... - тип ғәйепле тауыш менән мығырланы ул.
-Мине көтәләр. Бейеүсе Рудольф Нурыевты көтәләр!
“Тик инде иллене үтеп киткән ирҙә ҡайҙан ун ете йәшлек егеттең ғәйрәте, әле бына нимәгә ҡапыл ярһыны?” - Пьедро һәм ғәййәр ҡиәфәттә баҫҡан Рудольфтың күҙенә салынмаҫ өсөн арыраҡ китте.
Бейеүсе ҡарашын офоҡҡа йүнәлтте. Балеттың тасуирлығын хәрәкәттәрендә күрһәтә, хәрәкәтте юғары сәнғәткә әйләндерә белгән маһир күҙҙәрендә һауалыҡ та, уйсанлыҡта, тәкәбберлек тә, мөләйемлелек тә, шатлыҡ та, етдилек тә, бәхет тә, һағыш та, үкенес тә, ҡыуаныс та көлтә нур булып уҡмашып, берҙәй сағылды. Ул берсә ҡырағай кейек булып атылды ла, ел-дауылдар ҡағылырға ҡыймаҫлыҡ нәфис мәрмәрҙән яһалған сихри һын булып ҡатып ҡалды, берсә яндың кереше булып кирелде лә, ҡош мамығы булып һауала эленде, шунан йәнә талпынды, йәнә осто.
Ул саҡта Өфөнән, Башҡортостанынан мәңгелеккә сығып китерен дә, бейеү сәнғәте аша донъяны яуларын да күҙ алдына килтермәгәйне бейеү солтаны. Хатта тере торналар сыңрауын да ошоға тиклем ишеткәне булманы... Рудольф үҙ йәненең ҡанат елпеүен тойҙо. Һәм уға ошо ҡанаттарҙың нисек ҡыштырлауын юғарылағылар ишетте кеүек тойолдо. Эйе-эйе-эйе! Уралға табан уҡталған торналар, үҙҙәренең осоштарын әкренәйтеп, ошо мәлдә, эйе, ошо мәлдә! - арыу-талыуҙарын да онотоп, тап уның баш осонда өйөрөлә кеүек ине Рудольф Нурыевҡа!..