+25 °С
Ясно
Сәсмә әҫәрҙәр
27 Марта 2023, 08:00

Парсалар

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА Уҡыусым уҡытыусы булып сыҡты... Мин дингә ураҙа тотоп килдем. Тәүҙә бер-ике йыл иртәнге намаҙҙы ғына уҡыным. Бер мәл редакцияға Ҡолғанала уҡытып киткән саҡтағы уҡыусым килде. Хәл-әхеүәл белеште. Мин уға иртәнге намаҙҙы уҡыуым тураһында әйттем. "Ой, апай, Аллаһ беҙгә бит көнөнә 5 ваҡыт намаҙ уҡырға ҡушҡан, ни эшләп бишеһен дә үтәмәйһең?"-ти был. 

ПарсаларПарсалар
Парсалар
Шул хәтлем оят булды. Булһа, ер тишегенә инеп китер инем... Юҡ, мәйтәм, миңә килеп хәҙер үҙемдең уҡыусылар аҡыл өйрәтә, былай булмай... Ҡайттым да 5 намаҙға баҫтым. Ошонан алып , шөкөр, ташлаған юҡ. Кешене аҡылға ултыртыу өсөн УҠЫТЫУСЫ булыу ғына етмәй икән, бәғзе саҡ УҠЫУСЫ ла иң шәп, аҡыллы УҠЫТЫУСЫ була ала! Ул уҡыусыма мең рәхмәт!
 
Дини ғилем етешмәй
 
Бынан бер 4-5 йыл әүәл бер инәй аятҡа саҡырҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына мәжлесе, һин аят уҡырһың, тине. Мәленә барып, өҫтәл артына ултырышҡас, инәй, ниәтеңде әйт, тейем. Әрүахтарын һанап сыҡты ла, әллә ниндәй башлы йыланға ( исемен онотҡанмын) уҡы, тей. Минең күҙҙәр дүрт булды:"Ҡуй, инәй, мин ундай йылан-мыланға аят бағышламайым, ундай нәмәне лә белмәйем, әрүахтарыңа ғына уҡыйым"-, тип , инәйҙең өҫтөндә хаҡтары булған, унан хәйер-саҙаҡа, доға өмөт итеүселәргә аят бағышланым. Инәйҙе ғәйепләмәйем, әммә беҙҙең быуын кешеһенең, йәштәрҙең динде өйрәнгеһе килмәүенә генә аптырайым. Ана шунан килә инде йылан-мыланға аят уҡыйыҡ, тиеү.
 
Хикмәттәр әле лә етәһе
 
Мин 2003-2004 йылдарҙа иртәнге намаҙҙы уҡый башланым. Күңелем бешеп етте лә,намаҙ уҡығы килә. Баймаҡҡа барғанда Рәшиҙә Исхаҡиҙың "Намаҙ уҡыу тәртибе" тигән китабын алып ҡайттым. Намаҙлыҡ булыр тип йәшел буйлы ҙур таҫтамал алдым. Ул саҡта әлегеләй һатыуҙа намаҙлыҡтар юҡ ине. Бер -ике көн маташҡас,ятлап алдым. Мин намаҙ уҡыған бүлмәлә креслоның ябыуы ята - шуға таҫтамал түшәп уҡыйым, кресло ябыуына теймәйем - ятып ҡала. Бер мәл ҡыҙым иҙән йыуып йөрөгәндә ҡысҡыра:"Әсәй, һин намаҙ уҡыған ергә бер яҙыу яҙылған!"Барып ҡараһам,шәкәр тоғоноң ебе менән ғәрәпсә бер һүҙ яҙылған. Ул саҡта ғәрәпсә уҡый белмәй инем. Бер нисә кешегә күрһәтеп тә ҡараным. Уҡыусы булманы,теге ябыуҙы бөкләп һандыҡҡа ла бикләп һалып ҡуйҙым. Аҙаҡ теге яҙыу боҙолдо - кемдер ҡыбырлатҡан. Аҙаҡ, мәсеттә уҡый башлағас белдем - теге кресло япмаһына АЛЛАҺ тип яҙылған ине! Шунан мөғжизә юҡ ,тип әйтеп ҡарағыҙ!
 
Кем гонаһлы?
 
Бер ураҙа айы... Эштән ҡайтышлай ураҙа тотҡан бер әхирәтем менән ауыҙ асырға тип магазиндан тәмлекәстәр алып торабыҙ. Шунда торған бер ҡатын:" Ураҙаны кемдәрҙең гонаһы күп, шулар тота, минеке былай юҡ, шуға тотмайым..."-тимәһенме... Ниндәй "ҡыйыулыҡ"! Ураҙа тотоу аҡылы камил, бәлиғ йәшкә (ҡыҙҙарға - 9, малайҙарға-11-12) еткән һәр мосолманға фарыз. Рамаҙан айында ураҙа тоторға Ҡөрьән аяты менән Аллаһ Үҙе ҡушҡан! Ураҙалы булғас, һүҙ көрәштермәнек - Аллаһ Үҙе хөкөмдар, изге эш ҡылғанды ла, гонаһ ҡылыусыны ла күреп-белеп тора.
Аллаға шөкөр, тағы ураҙа айы етеп килә... Ошо ай еткән һайын магазиндағы теге ҡатындың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. Кем гонаһлы икән?..
 
Ю-ю-ҡ, улай уҡыма!
 
Аллаһы Тәғәлә беҙгә , ҡатын-ҡыҙға Ҡөрьән аяты менән башты, муйындарҙы ҡаплап йөрөргә ҡушҡан. Тик беҙ, иманыбыҙ зәғиф булыу сәбәплеме, шайтаныбыҙ көслөмө - Уның ҡушҡанын үтәп бармайбыҙ.
Бер мәл миңә бер апай йома хәйере бирергә килде. Гел яулыҡта йөрөһәм дә, өйҙә кеше-ғара булмағас, яланбаш йөрөп ятам. "Яулыҡ бирәйем, әтеү фәрештә килмәй, ябын", -тейем тегегә. "Юҡ"",-тип ҡырт киҫә. "Ярай әтеү, мин дә яулыҡһыҙ уҡыйым да ҡуяйым..."-тейем тегегә. "Ю-ю-уҡ, һин бөтә шартына килтереп, яулыҡ ябынып уҡы",-тей был миңә. Беҙ барыбыҙ ҙа шулай - үҙебеҙгә тигәндә тик яҡшыһы булһын, шартына килһен, тибеҙ... Ә башҡалар хаҡын, ғәләмдәр Раббыһы булған Аллаһ хаҡын - Ул ҡушҡандарҙы онотабыҙ, икенсе, өсөнсө һ.б. планға ҡуябыҙ...
 
Фото: Vk
 
 
Автор:
Читайте нас