+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Март 2023, 20:00

Атайҙан ҡалған бала

Беренсе тапҡыр ул атаһын кинола күрҙе. Ул саҡта биш йәшлек сабый ине. Был хәл һәр йылды һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡа торған оло аҡ аҙбарҙа булды. Аҙбар шифер менән ябылған, әле лә совхоз ҡасабаһы артында, тау аҫтында, юл буйында тора. Бында ул әсәһе менән бергә йөрөнө. Әсәһе Йәйенгөл, совхоздағы почта бүлексәһе телефонисткаһы, йыл һайын миҙгел башланыу менән, йөн ҡырҡыу пунктына ярҙамсы булып эшкә урынлаша. 

Атайҙан ҡалған бала
Атайҙан ҡалған бала

Бының өсөн ул йыллыҡ ялын, йәнә сәсеү ваҡытында һәм һарыҡтар бәрәсләгән осорҙа эш сәғәтенән тыш көн-төн коммутатор янында ултырғаны өсөн тейешле өҫтәмә ял көндәрен ала ла йөн ҡырҡыуҙың һуңғы көнөнә тиклем эшләй. Түләү эш күләменә ҡарап, ҡулға ярайһы уҡ аҡса инергә мөмкин. Ә уға, тол һалдат ҡатынына, һәр артыҡ тине лә нисегерәк кәрәк әле! Ғаилә ҙур түгел-түгелен – үҙе лә улы, ләкин шул уҡ бер мәшәҡәттәр: оло ғаиләгә ни кәрәк, кесеһенә лә шулай – ҡышҡылыҡҡа яғыулыҡ тупларға, ҡиммәтләнмәҫ борон он һатып алып ҡалырға, өҫ һәм аяҡ кейеме хәстәрләргә... Донъяның кәрәк-ярағы бөтәме ни.

Улын өйҙә ҡалдырырға кеше юҡ, шуға күрә үҙе менән эшкә йөрөтә. Бында ул бысраҡҡа батып йөн ҡырҡыусылар, чабандар һәм көтөүселәрҙең ялбыр эттәре араһында көнө буйы рәхәтләнеп йүгерә.

Аҙбар ихатаһына килеп ингән күсмә киноны ла ул беренсе булып күрҙе, үтә ҡыуаныслы хәбәрҙе бөтәһенә лә еткерер өсөн беренсе булып йүгерҙе:

– Кино килде! Кино!

Картинаны эштән һуң, ҡараңғы төшкәс, күрһәтә башланылар. Ә уға тиклем көтә-көтә йөҙәп бөттө. Уның ҡарауы, өмөтө аҡланды. Фильм һуғыш тураһында ине. Аҙбарҙың арғы башындағы ике бағана араһына эленгән аҡ туҡымала алыш башланды, атыш тауыштары гөрһөлдәне, ут-ялҡындан телгеләнгән ҡараңғылыҡты, ергә һыйынған разведчиктарҙы яҡтыртып, ракеталар һыҙғыра-һыҙғыра юғары осто. Ракеталар һүнгәс, разведчиктар яңынан алға ташланды. Төн уртаһында пулеметтар шундай итеп ут яуҙырырға тотондо, хатта малайҙың тыны ҡыҫылды. Бына был, исмаһам, һуғыш!

Ул әсәһе менән йөн төргәктәре өҫтөнә, башҡаларҙан арттараҡ ултырҙы. Бынан һәйбәтерәк күренә. Уның, әлбиттә, иң беренсе рәттә совхоздан йүгереп килеп етеп, экран эргәһендә иҙәндә урынлашҡан малайҙар янында ултырғыһы килгәйне. Уларға табан ынтылғас, әсәһе тыйҙы:

– Етер, былай ҙа көнө буйы сабаһың, янымда бул, – тип алдына алып ултырҙы.

Киноаппарат геүләй, һуғыш бара. Кешеләр алышты тын да алмай күҙәтә. Әсәһе көрһөндө, ваҡыт-ваҡыт ҡурҡыуҙан ҡалтыранып алды һәм, танк туп-тура өҫтәренә килә башлағас, улын үҙенә нығыраҡ ҡыҫты. Яндарында төргәктәрҙә ултырған ҡайһылыр ҡатын әленән-әле телен шартлатты һәм:

– Йә, Хоҙай, ни эшләйҙәр бит, йә, Хоҙай!.. – тип һөйләнде.

Ә малай ул тиклем ҡурҡманы, киреһенсә, фашистар йығылғанда, ҡайһы берҙә хата күңелле ине. Беҙҙекеләр ҙә йығылды, тик малайға улар һуңынан тороп баҫыр кеүек тойолдо.

Ғөмүмән, ҡыҙыҡ йығыла кешеләр һуғышта. Тап малайҙар үҙҙәре һуғыш уйнағандағы һымаҡ. Ул да, йүгереп килгәндә берәйһе аяҡ салғандағы кеүек, шулай йығыла белә. Дөрөҫ, ҡаты бәрелһәң, ауырттыра-ауырттырыуын, ләкин зарар юҡ, һикереп тораһың да, яңынан һөжүмгә ташланаһың, ауыртҡандарың онотола ла ҡуя. Ә былар тормай, хәрәкәтһеҙ ҡара түмһәләк булып ерҙә ятып ҡала. Ул икенсе төрлө лә, эсенә пуля тейгән кеше шикелле лә, йығыла белә. Улары шунда уҡ йығылмай, башта эстәрен тоталар, шунан ҡулдарынан ҡоралдары төшөп китә һәм, бөкөрәйеп, әкрен генә үләнгә ауалар. Бынан һуң малай, мин үлмәнем, тип яңынан тороп һуғышырға тотона. Ә былар тормай.

Һуғыш бара. Киноаппарат геүләй. Хәҙер экранда артиллеристар күренде. Улар дәһшәтле ут аҫтында, шартлауҙар, төтөн араһынан танкыға ҡаршы атыусы туптарын тәгәрәтеп килеп сыҡты. Артиллеристар тупты йырын битенән юғарыға этәрә. Йырын бите оҙон һәм киң, ярты күкте ҡаплап алған. Ҡолаҡ тондорғос шартлауҙарҙан ҡайнап торған бына ошо оҙон һәм киң битләүҙән бер төркөм артиллерист бара. Уларҙың хәрәкәттәрендә, ҡиәфәттәрендә ниндәйҙер олпатлыҡ бар, шунлыҡтан йөрәк ҡыуаныс һәм ғазап менән тулып, ҡурҡыныс һәм бөйөк хәлде көтөп, тулай. Улар ете кеше. Кейемдәре көйрәй. Араларындағы береһенең сырайы урыҫтыҡына оҡшамаған. Әгәр әсәһе өндәшмәһә, малай уға иғтибар ҙа итмәҫ ине, моғайын. Әсәһе:

– Ана, ҡара, был һинең атайың... – тип бышылданы.

Шул минуттан ул малайҙың атаһына әйләнде лә ҡуйҙы. Хәҙер тотош фильм уның тураһында, уның атаһы тураһында ғына бара ине. Атаһы, совхоздың йәш егеттәре кеүек үк, йәп-йәш икән. Буйы оҙон түгел, түңәрәк йөҙлө, бысраҡтан һәм төтөндән ҡарайған йөҙөндә күҙҙәре уҫал ялтырай. Ул үҙе лә бесәйҙәй сос һәм етеҙ. Бына ул елкәһе менән туптың тәгәрмәсен этәреп торған еренән боролдо ла түбәнгә кемгәлер ҡысҡырҙы: “Снарядтар! Тиҙерәк бул!” Яңы шартлау гөрһөлдәүе уның тауышын баҫты.

– Әсәй, шулмы минең атай? – тип ҡабатлап һораны әсәһенән Әүәлбәк.

– Нимә? – Әсәһе аңламаны. – Тик кенә ҡарап ултыр.

– Ул һинең атайың тип үҙең әйттең бит.

– Эйе, атайың шул. Тик һөйләшмә, башҡаларға ҡарарға ҡамасаулама.

Ни өсөн Йәйенгөл шулай тип әйтте икән? Ни өсөн? Күрәһең, былай ғына, шул минутта осраҡлы ғына әйткәндер; күрәһең, тулҡынланғандыр, ирен иҫенә төшөргәндер. Ә ул, аңһыҙ бала, ышанды ла ҡуйҙы. Бик һөйөндө, был көтөлмәгән һәм үҙенә таныш булмаған шатлыҡтан юғалып ҡалды, уның менән, үҙенең атаһы менән, һалдат менән балаларса ғорурланды. Бына ул ысын атай! Ул – уның атаһы, ә малайҙар уны, атайың юҡ, тип үртәй. Улар хәҙер уның атаһын күрһен әле, чабандар ҙа күрһен! Тауҙарҙа йөрөүсе был чабандар малайҙы һис кенә лә йүнләп хәтерҙә ҡалдырмай. Ул уларға көтөүҙе йөн ҡырҡыу пунктының ишек алдына ҡыуып индерергә булыша, эттәре һуғышҡанда уларҙы ҡыуып ебәрә, ә улар гел һорашып уның маҙаһына тейә. Донъяла нисә чабан бар, һәр береһе мотлаҡ һорай:

– Йә, егет, кем атлыһың?

– Әүәлбәк.

– Кемдеке булаһың һин?

– Мин – Тоҡтосун улы!

Чабандар һүҙҙең кем тураһында барыуын шунда уҡ аңламай.

– Тоҡтосун? – эйәрҙән эйелеп яңынан һорайҙар. – Ҡайһы Тоҡтосундыҡы?

– Мин – Тоҡтосун улы, – тип ныҡыша ул.

Шулай тип әйтергә әсәһе ҡушты, һуҡыр өләсәһе лә атаһының исемен онотмаҫҡа өйрәтте. Онотһа, ҡолағын бора. Уҫал ҡарсыҡ.

– Ә-ә, туҡта, туҡта, һин теге почтала эшләгән телефонистканың улы бит әле, шулаймы?

– Юҡ, мин – Тоҡтосун улы, – тип ул үҙ һүҙендә тороуын дауам итә.

Шунда ғына чабандар эштең нимәлә икәнлеген төшөнә башлай.

– Дөрөҫ, һин Тоҡтосун улы! Маладис! Беҙ һине һынап ҡарарға ғына теләгәйнек. Үпкәләмә, егет, беҙ йыл әйләнәһенә тауҙарҙа йөрөйбөҙ, ә һеҙ бында, үлән кеүек, үҫәһегеҙ, бала-сағаны танып бөтөрмөн тимә.

Һуңынан улар уның атаһын иҫкә алып бик оҙаҡ һөйләшә. Йәшләй генә фронтҡа китте, хәҙер уны күптәр хәтерләмәй ҙә, тип бышылдашалар. Ярай әле, улы ҡалды, ә күпме егет өйләнмәйенсә китте, хәҙер уларҙың исемен кем йөрөтөр!

Ә әле, әсәһе: “Ҡара, ул һинең атайың”, – тип бышылдаған минуттан алып, экрандағы һалдат уның атаһына әйләнде лә ҡуйҙы. Ул хәҙер уның тураһында үҙенең атаһы кеүек итеп уйланы. Ул, ысынлап та, нимәһе менәндер атаһының хәрби һүрәтенә, пилоткалы йәш һалдатҡа оҡшаған. Һуңынан ҙурайтып быялалы рамға ҡуйған һүрәткә.

Ә әле Әүәлбәк атаһына бала күҙҙәре менән ҡараны, уның сабый күңелендә бығаса кисерелмәгән бала мөхәббәте һәм наҙының ҡайнар тулҡыны эркелде. Экрандағы атаһы ла үҙен улы күҙәткәнде белгән кеүек, кинолағы ҡыҫҡа ғына ғүмерендә улының күңелендә мәңге һаҡланырлыҡ, үҙе менән – үткән һуғыш һалдаты менән гел ғорурлыҡ хистәре генә уятырлыҡ итеп күренеп ҡалырға теләгән кеүек тойолдо. Ошо минуттан башлап һуғыш малайға ҡыҙыҡлы уйын булып күренмәне, кешеләрҙең йығылыуы ла көлкө тыуҙырманы. Һуғыш етди, хәүефле, ҡурҡынысҡа әйләнде. Малайҙы беренсе тапҡыр яҡын кешеһе өсөн, үҙенә һәр ваҡыт кәрәкле кеше өсөн ҡурҡыу биләп алды.

Киноаппарат геүләй, һуғыш бара. Алда һөжүм итеүсе танкылар күренде. Улар гусеницалары менән ерҙе иҙеп, башняларын бороп, туптарҙан ата-ата яҡынлашты. Ә беҙҙең артиллеристар, хәлдән тайып, туптарын өҫкә һөйрәй. “Тиҙерәк, тиҙерәк, атай! Танкылар килә, танкылар!” – улы атаһын ашыҡтырҙы. Ниһайәт, тупты өҫкә мендерҙеләр, сәтләүек ҡыуағы төбөнә тәгәрәтеп килтерҙеләр ҙә, танкыларға атырға тотондолар. Танкылар ҙа яуапһыҙ ҡалманы. Улар күп ине. Ҡурҡыныс булып китте.

Малайға үҙе лә унда, атаһы янында, һуғыш ялҡыны һәм гөрһөлдәүе эсендәлер кеүек тойолдо. Ҡара төтөнгә күмелеп танкылар янғанда, гусеницалары тәгәрмәстәренән ысҡынып, улар һуҡырҙарса бер урында әйләнгәндә, малай әсәһенең теҙҙәрендә һикергеләп ҡуйҙы. Беҙҙең һалдаттар туптары янында йығылғанда, ул йомғаҡ кеүек йомарланып, тынып ҡалды. Улар кәмегәндән-кәмене... Ә әсәһе иланы, бите еүеш һәм ҡайнар ине.

Киноаппарат геүләй, һуғыш бара. Яу яңы көс менән ҡыҙҙы. Танкылар яҡынлашҡандан-яҡынлашты. Лафетҡа эйелеп, атаһы ялан телефоны трубкаһына ярһып ниҙер ҡысҡырҙы, ләкин гөрһөлдәү араһынан һүҙҙәре аңлашылманы. Бына туп янында тағы бер һалдат йығылды; ул торорға ынтылды, ләкин булдыра алманы, ергә ҡапланып барып төштө. Уның ҡанынан ер ҡарайҙы.

Бына улар икәү генә – атаһы ла тағы бер һалдат тороп ҡалды. Тағы бер тапҡыр, унан һуң аллы-артлы ике тапҡыр аттылар. Ләкин танкылар килеп еткәйне тиерлек инде. Бына туп янында тағы бер снаряд ярылды. Шартлау. Ут һәм ҡараңғылыҡ. Ерҙән хәҙер бер генә һалдат күтәрелде, ул уның атаһы ине. Ул тағы тупҡа ташланды. Үҙе ҡора, үҙе төбәй. Был – һуңғы атыу. Шартлау экранды яңынан ҡапланы. Атаһының тубы ҡыйралып ситкә осто. Ләкин үҙе һаман иҫән. Ул ерҙән әкрен генә торҙо ла, ут солғаған, теткеләнеп бөткән кейемдә танкыға ҡаршы атланы. Ҡулында граната. Ул инде бер ни күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Аҡтыҡ көсөн туплай.

– Юҡ, үтә алмаҫһың! – Ул гранатаһын һелтәне. Нәфрәт һәм ғазаптан һытылған йөҙө бер мәлгә ҡатып ҡалды.

Әсә улының ҡулын шул тиклем ныҡ ҡыҫты, малай саҡ тын алды. Ысҡынып китеп атаһына ташланырға теләне, ләкин танк көпшәһенән оҙон пулемет очереды бөркөлдө, атаһы, ҡырҡылған ағас һымаҡ, ергә ауҙы. Ул тәгәрәп китте, торорға ынтылды, ләкин ҡулдарын яҡ-яҡҡа йәйеп, салҡан барып төштө...

Киноаппарат тынды, һуғыш өҙөлдө. Фильмдың беренсе өлөшө бөткәйне, киномеханик яңы таҫма ҡуйыр өсөн ут тоҡандырҙы.

Аҙбарҙа ут ҡабынғас, күҙҙәр сағылып китте, барыһы ла кинолағы тормоштан, һуғыштан ысынбарлыҡҡа ҡайтып, күҙҙәрен ҡыҫҡыланы. Шул ваҡыт малай, шатлыҡлы ҡысҡырып, йөн төргәгенән шыуып төштө:

– Малайҙар, был минең атайым! Күрҙегеҙме? Минең атайымды үлтерҙеләр бит...

Быны бер кем дә көтмәгәйне, ни булғанын тиҙ генә төшөнә алманылар. Ә малай тантаналы тауыш менән ҡысҡыра-ҡысҡыра экранға, беренсе рәттә ултырған дуҫ малайҙары янына йүгерҙе. Уларҙың фекере уның өсөн бик мөһим ине. Аҙбарҙа бер мәлгә сәйер, уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты. Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа атаһын күрмәгән был бәләкәй кешенең шатлығының аҡылға һыймаҫлыҡ мәғәнәһен кешеләр аңламаны. Бер кем бер нәмә төшөнмәне, барыһы ла аптырап иңбаштарын йыйырҙы. Киномеханик таҫма һалынған түңәрәк ҡумтаны ҡулынан төшөрөп ебәрҙе. Ул икегә айырылып, зыңлап, тәгәрәп китте. Ләкин быға бер кем дә иғтибар итмәне, киномеханик үҙе лә ҡумтаны тоторға ашыҡманы. Ә ул, һалдат улы, һәләк булған һалдаттың улы, үҙенекен иҫбатлауын белде.

– Һеҙ күрҙегеҙ бит, ул минең атайым!.. Уны үлтерҙеләр! – тине ул, кешеләр өндәшмәй торған һайын нығыраҡ тулҡынланып. Уларҙың атаһы өсөн ниңә үҙе кеүек шатланмауын, ғорурланмауын аңламаны малай.

Өлкәндәрҙән кемдер берәү ризаһыҙлыҡ белдерҙе:

– Тсс, туҡта, улай тип әйтмә.

Ләкин икенсеһе уға ҡаршы төштө:

– Әйтһә, ни булған? Уның атаһы һуғышта үлгән. Дөрөҫ түгелме әллә?

Шул ваҡыт мәктәптә уҡыусы күрше малайы беренсе булып уға дөрөҫөн әйтергә йөрьәт итте:

– Һинең атайың түгел ул. Ниңә ҡысҡыраһың? Һинең атайың түгел, ә артист. Ышанмаһаң, ана киномеханиктан һора.

Өлкәндәр малайҙы әсе, ләкин изге хыялынан айырырға теләмәне, шуға күрә ситтән килгән киномеханик нисек бар шулай әйтер тип көттө. Барыһы ла уға табан боролдо. Ләкин ул да өндәшмәне. Эшлекле кешеләй, аппаратҡа йәбеште.

– Юҡ, минең атайым ул, минең атайым! – тип ныҡышты һалдат улы.

– Ҡайһыһы һинең атайың? Ҡайһыһы? – Күрше малайы тағы бәхәсләште.

– Ул граната тотоп танкыға ҡаршы китте. Һин күрмәнеңме әллә? Ул бына былай йығылды.

Малай атаһының нисек йығылыуын күрһәтеп, ерҙә ауҙы ла тәгәрәп китте. Быны нисек булған, шулай күрһәтте. Ҡулдарын ян-яҡҡа йәйеп, экран алдында ятты.

Тамашасылар ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙе. Ә ул үлгән кеше кеүек ятты һәм көлмәне. Йәнә уңайһыҙ тынлыҡ урынлашты.

– Нимә был, ҡайҙа ҡарап ултыраһың, Йәйенгөл? – Һарыҡ ҡараусы өлкән йәштәге ҡатын шелтәле һөйләнде. Хәсрәткә батҡан, тәүәккәл, күҙҙәренә йәш тулған әсәнең улына табан атлауын бөтәһе лә күрҙе.

Йәйенгөл улын ерҙән күтәреп алды.

– Тор, улым, тор. Ул һинең атайың ине, – тине әсә уға әкрен генә һәм улын етәкләп аҙбарҙан сығып китте.

Ай юғары күтәрелгәйне. Ҡуйы күк төндә алыҫта тау түбәләре ағарып күренә, ә түбәндә күҙ күреме етмәҫ ғәйәт ҙур дала упҡын һымаҡ ята...

Тик хәҙер генә, ғүмерендә беренсе тапҡыр малай юғалтыу әсәһен татыны. Көтмәгәндә уға һуғышта үлтерелгән атаһы өсөн уғата үкенесле, ауыр һәм ҡыйын булып китте. Әсәһен ҡосаҡлап, илағыһы килде, ул да уның менән бергә илаһын ине. Ләкин әсәһе өндәшмәне. Малай ҙа өндәшмәне, күҙ йәштәрен йотоп, йоҙроҡтарын ҡыҫты.

Ул күптән һуғышта һәләк булған атаһының ошо сәғәттән күңелендә йәшәй башлағанын белмәй ине әле.

Факил МЫРҘАҠАЕВ тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас: