+15 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Апреля 2023, 08:00

Тыума

Беренле өлөш. Көтөлмәгән хәбәр Фәриҙәнең аңына барып етмәне. Ҙур асылған аптыраулы ҡараштарын ул Рәйлә Рәвилевнаға төбәп тора бирҙе. Насар хәбәр еткереүҙе үҙ өҫтөнә алыусы, ахырҙа, әйткәндәрен шымыраҡ итеп тағы ла бер ҡабатларға мәжбүр булды. «Нимә тиһегеҙ?! Нимә һөйләйһегеҙ шул һеҙ?!» – тип класс яңғыратып ҡысҡырғыһы, уҡытыусының ҡулдарынан тотоп елтерәтеп яуап талап иткеһе килде Фәриҙәнең, әммә ниндәйҙер хәрәкәт эшләү түгел, суйын ише ауырайып аңҡауына йәбешкән телен дә ҡыбырлата алманы. Шул килеш класс бүлмәһенең ярты стенаһын биләп торған ҙур ҡара таҡта алыҫайып барып бер нөктәгә әйләнде лә, яҡты тәҙрәләр ямғыр йыуған һүрәт шикелле иреп, салшайып төштө…

Добавить в предпочтительные источники Google
ТыумаТыума
Тыума

… Иҫенә килгәндә Фәриҙәне ни ғиллә менәндер уҡытыусылар бүлмәһендәге диванға индереп һалғандар, Рәйлә Рәвилевна менән аҡ халатлы йәш ҡыҙ уның янында текәлешеп ултыралар ине. Тамам аңы асылған ауырыу тора һалырға ынтылды һәм «ята бир» тигәнде аңлатып йомшаҡ ҡына яурынына баҫҡан шәфҡәт туташының ҡулын ҡырҡыу ғына ситкә этте лә, урынынан аяҡтарын төшөрөп, сәсен ипләне. Аҡ халатлы быға бер ҙә үпкәләмәне, киреһенсә, нимәләлер үҙен ғәйепле тойғандай, ипле итеп:

– Һеҙгә укол ҡаҙаным, бына ошо ике таблетканы саҡ ҡына торараҡ эсерһегеҙ… Йөрөмәҫкә, ятып торорға кәңәш итәм. Өйҙә хәлегеҙ насарайғандай булһа, зинһар, табип саҡырығыҙ, – тине һәм инде уҡытыусыға боролоп, – Мин китәйем инде, Рәйлә Рәвилевна, – тип йыйына башланы.

– Эйе, эйе, рәхмәт һеҙгә, Ләлә һылыу, китегеҙ.

Соңҡаһына йоморолатып өйөп ҡуйған сәстәренә юлаҡ-юлаҡ сал йүгергән, ирен, күҙ ситтәрен ваҡ һырҙар селтәре япҡан ҡалыныраҡ кәүҙәле олораҡ ҡатын, йәшерәгенең йәнәшәһенә терәлде лә, йылы устарына тегенең туңып барған ҡулын алып, аңлаған аҡыллы ҡараштары менән йәшәү мәғәнәһен юғалтҡан күҙҙәргә төбәлде. Иң дауалы, иң шифалы ғына һүҙҙәр кәрәк ине был мәлдә һәм тәжрибәле уҡытыусы, күңеле төпкөлөнән һүҙ-мәрйендәрен һайлап алып ҡына епкә теҙҙе:

– Фәриҙә туғаным,.. был донъя ахыры түгел… Сабыр булырға, барыһын да тик ныҡлы уйлап, үлсәп кенә хәл итергә кәрәк. Һин тормош күргән, бешеккән ҡатын нисек ҡабул итәһең, ә ул бала ни хәлдә, аңлайһыңмы?

Ниһайәт, әллә күпме ваҡыттан һуң, Фәриҙә лә телгә килде, тауышы ҡарлығып, тамаҡ төбөнән сыҡты:

– Йүнһеҙ ҡыҙ, аҫып ҡына ҡуяһы…

– Улай тимә, Фәриҙә, аҫыу-киҫеүгә күп аҡыл кәрәкмәй. Һин бит әсәй кеше, ул – үҙ балаң, ошондай хәлдә ситкә типһәң, башын элмәккә тығыуға былай ҙа аптырамаҫ…

– Нишләргә һуң, Рәйлә апай, кеше күҙенә нисек күренермен, атаһына ни тип әйтермен инде хәҙер, хет үҙең аҫылын, – тип ыңғырашты, һыҡраны Фәриҙә.

– Сабыр ит, сабыр ит… Фәниә бит насар ҡыҙ түгел, насар ғаиләлә үҫмәгән, яңылышҡан, тимәк, дүрт аяҡлы ат та һөрөнә, ти, халыҡ, ун алты йәшлек балаға ни әйтерһең… Егетен күреп һөйләшеп ҡарарға кәрәк, төҫө сибәр, холҡо матур ҡыҙыңдың, ундай кәләштән кем баш тартһын. Әйҙә, иң беренсе, һин тыныс ҡына итеп Фәниә менән эште асыҡлап ал, унан егетенә барырһың, бындай хәлдә өйләнешкәндәр аҙмы ни…

– Оят бит әле оят, Рәйлә апай… Ул аҙғыны кем икән һуң? Егете барлығын һиҙҙермәй ҙә бит әле йүнһеҙ ҡыҙ. Артыҡ сығып йөрөгәнен дә аңғарманым, кистәрен шул имтихандарға әҙерләнәбеҙ тип китә инде.

– Тимәк, туғаным, бында һинең дә ғәйебең юҡ түгел. Ир-егеттең күҙе төшөрлөк еткән ҡыҙың була тороп, ни йөрәк менән өйөңдә тыныс ҡына йоҡлап ятаһың?

– Нишләйем һуң, эйәреп йөрөйөммө?

– Эйәреп үк йөрөмәһәң дә, балаңдың уй-хыялдарын, кисерештәрен тойорлоҡ яҡын була белергә кәрәк. Шул ваҡытта ул да һиңә кемгәлер ғашиҡ икәнлеген әйтер, һөйләр, кәңәшләшер ине.

– Эш тә өй, эш тә өй бит үҙемдең дә, аталары ҡырҙа булғас, донъя ла бер елкәлә, тигәндәй…

– Әсәнең төп бурысы бала икәнде онотабыҙ шул беҙ шулайтып… Ярай, инде булаһы булған, хәҙер һинең бар эшең ошо ҡатмарлы хәлдә Фәниәне һаҡлап, ҡурсалап ҡалыу һәм… баланы.

«Бала» һүҙенән Фәриҙә һөйләшеүҙең мәғәнәһен яңы ғына аңлағандай тертләп китте:

– Бала булмаҫ инде ул, Рәйлә апай, тапмаҫ, алдырыр… Срогы ниндәй икән әле?

– Минең аңлауымса, өс ай тирәһе бар.

– Ы-ыһ…

– Уныһын үҙегеҙ хәл итерһегеҙ, алдырһағыҙ ҙа, ҡалдырһағыҙ ҙа, һин, туғаным, әсәй икәнеңде онотма.

Эңер ҡуйыра барған ҡасаба урамы буйлап һауа етмәгәндәй тәрән һулыш ала-ала яй ғына атланы Фәриҙә. Юлда осраған, һаулашып үткән кешеләр уның мәсхәрәһен беләлер, тәүбә итәлер йәки аҫтыртын көләлер кеүек тойолдо. Эсендә дөрләп тамуҡ уты янды. Тышҡа бөркөп ебәрһә, ер-һыу көйрәрҙәй. Өйөнә ҡайтып етте лә солан ишеген асып инергә ҡыйманы. Юҡ, бөгөн ул һәр көндәгесә ғәҙәти була алмай, шул уҡ ваҡытта ҡыҙының йөҙөнә ҡарарлыҡ та, төпсөшөрлөк тә көсө ҡалмаған. Үҙ-үҙен ҡулға ала алырына, ҡурҡыныс хәлдәр эшләп ташламаҫына ышанысы ла юҡ. Инмәҫкә, инмәҫкә, нисек тә был ерҙән ҡырғараҡ китергә кәрәк уға. Китергә… әлегә…

Ҡатын артҡы ҡапҡа үтә сыҡты ла, ҡасаба ҡырлап аҡҡан йылға буйына төшөп китте. Тәнтерәкләй биреп, әкрен генә барған һынды ҡараңғылыҡ менән яҙғы һыу шауы йотто.

Мәктәп тупһаһын да ашатламаған, ун ете йәше лә тулмаған ҡыҙы ауырға ҡалған. Ҡалайтһын, нишләһен, нимә уйлаһын әсәй кеше?! Уҡытыусыһы саҡыртып әйткәнгәсә, белмәй ҙә йөрөгән! Башта шаңҡыны, унан көйҙө, ярһыны, ҡайғыһынан һығылды, янды, тора-бара ҡурҡты, өмөттәре өҙөлдө, йәшәүҙәрҙән ваз кисте ул, әммә ниндәй генә кисерештәр эсендә көйрәгәндә лә, хәсрәттәргә баҫылып өлпөлдәп кенә типкән әсә йөрәгендә балаһына ҡарата күрәлмау, ҡарғыш хисе яралманы. Зыңҡылдап торған ҡылдай нәҙек, ыуыҙ япраҡтай үтә күренмәле йоҡа, өрһәң осоп китер ҡаҙ мамығылай еңел булған ҡатын-ҡыҙ күңеле тағы ла бер тапҡыр ер йөҙөндә үҙенә көстә, ныҡлыҡта, ҡатылыҡта һәм бөйөклөктә тиңе булмаған әсәлек ҡөҙрәтен дәлилләне. Ғаиләләрендә тәүге бала булып донъяға килгән ҡыҙына үҙенең нисек йөклө йөрөгәнен, тыуҙырғас, ниндәй татлы хыялдар диңгеҙендә йөҙөүен, сабыйының тәүге тапҡыр күкрәгенә морон төртөүен, тәпәй баҫыуын, һөйләшеүен, көлөүен кисә генә булған кеүек күҙ алдынан үткәрҙе ҡатын. Алма сикәле, йондоҙ күҙле ҡыҙсығының әле яңы күлдәктә көҙгө алдында ырғанлауын, әле мәктәп тормошонда ҡайнап йөрөүен, әле айырым бүлмә кәрәк тип өйҙөң бер мөйөшөн бүлдереп алыуын, әле битемә һытҡы сыҡҡан, тип борсолоуын иҫләне. Ҡай арала үҫеп еткән һуң балаһы, һиҙелмәй ҙә ҡалған икән. Унан ҡыҙының һуңғы ваҡыттарҙа үтә лә шымып, бер ҡайҙа ла атлыҡмай, йүгермәй, осонмай башлауын, һүнеп, бөтөп китеүен хәтерләне. Етеп килгән сығарылыш имтихандарына көйәләнәлер, тип уйлағайны бит. Бына нимәлә булған икән ғиллә. Ниндәй уйҙар, ниндәй михнәттәр кисереп кенә йөрөнө икән? Нисек күтәрҙе икән бер үҙе? Быға тиклем әллә ни мәүеш булмаған ҡыҙҙың ҡустылары менән саҡ ҡына тиргәшкәндә лә илай һалып барыуын, сәй артында бер нөктәгә текәлеп оло ҡайғыһы булғандай онтолоп китеүен, ҡай саҡтарҙа шундай хәсрәт тулы күҙҙәр менән бағып ебәреүен, алһыу йөҙөнөң һурығып, ағарып китеүен аңлай хәҙер әсә, аңлай… Бөтә ошо уйҙарынан ҡатын ғүмерҙә булмағанса тетрәнде, хатта йән кисереше тышҡа бәреп сығып, бөтөн кәүҙәһе менән биҙгәк тотҡандағылай ҡалтыранып китте һәм ошо яңы тойғоноң дауыллап тулап китеүенән уның йөрәгендә табанын имеп ойоп ятҡан инә айыу ажғырып килеп уянды. Ҡурҡыныс ине был йәнлек, уҫал ине. Ул һырт йөндәрен ҡабартып, тырнаҡтарын тырпайтып, аҙау тештәрен ыржайтып бәләгә ҡалған балаһын яҡлауға тороп баҫҡайны. Инә айыу алышҡа әҙерләнде. Ул балаһын йәмғиәттән, кешеләрҙән, күҙ-ҡараштарҙан, йәшлек хистәренән, яҙмышынан, хатта үҙ атаһынан яҡларға, һаҡларға тейеш ине.

* * *

Фәниә йоҡонан көскә торҙо. Көндән-көн таңдан тороп китеү ауырлаша уға. Мәктәп формаһын кейеп, сәсен үргәндә лә яртылаш йоҡлап ултыра әле. Үҙен көсләп ҡулъйыуғыс эргәһенә алып барҙы ла, күҙен йомған килеш йыуынырға кереште. Күҙен асһа – уҡшыясаҡ, йыуынған ерҙә һәр нәмә күңелен болғандырғандай. Бөгөн был ысул ғына ҡотҡарманы уны, теш щеткаһын ауыҙында йөрөткәндән йөрәге уйнап, өҙлөгөп-өҙлөгөп ашҡаҙанындағы әсе һары шыйыҡсаны уҡшып сығарҙы ла, хәле бөтөп, һалҡын һыу менән битен сайҡаны.

Был ваҡытта Фәриҙә, барыһын да ишетеп-күреп, мейескә тотонған килеш күҙҙәрен сытырлатып йомоп, баҫып тора ине. Әйтерһең дә, үҙе шул хәлдә, үҙе уҡшый, үҙе хәлһеҙ. Хәҙер инде белгәс, ҡыҙының һәр ым-хәрәкәтен аңлай, тоя. Һуҡыр булғандыр ул быға саҡлы.

Малайҙар ашыҡ-бошоҡ ашап, даһыр-доһор йыйындылар ҙа, этешә-төртөшә мәктәпкә йүгерҙеләр, бары ҡыҙ ғына өҫтәл артына ултырырға ашыҡманы. Ҡараһа, сығырға ла кейенеп йөрөй икән. Гел иртәнсәк ашамай киттеме икән? Фәриҙә ҡыҙы янына ишек төбөнә килде:

– Сәй эсмәйһеңме ни?

– Эскем килмәй. – Итеген кейергә эйелгән Фәниәнең тауышы ишетелер-ишетелмәҫ кенә сыҡты.

Фәриҙә тыныс булырға тырышты:

– Бәлки, берәй нәмә ашағың киләлер?

– Юҡ… – ҡыҙ шулай ҙа аптырай биреп әсәһенә башын күтәреп ҡарап алды.

– Ашарға кәрәк, ҡыҙым, һинең хәлеңдә ашамай йөрөргә ярамай.

Һыңар аяғында тороп, икенсеһенә итек кейеп маташҡан ҡыҙ «лып» итеп иҙәнгә ултыра төштө, ҡалтыранған ҡулдарында аяҡ кейемен тотҡан килеш, шар асылған күҙҙәрен өҫкә төбәне. Ҡурҡыу, асырғаныу, сараһыҙлыҡ бергә солғанып, тәрән ғазап булып уҡмашҡайны был ҡарашта. Унан инде, күҙ алмаларындағы бөтөн был сағылыштарҙы ҡайнар йәш даръяһы йыуып алып китте.

– Әсә-әй! Әсәй, ғәфү ит мине!

Фәриҙә лә тубыҡ быуындары һынып, сүгәләп төштө лә, үҙенә итектәре, сумкаһы аша имгәкләп ынтылған ҡыҙын ҡосаҡлап алды:

– Илама, ҡыҙым, илама… Бының менән генә донъя бөтмәгән әле, бөтмәгән… Илама, балам, берәй йүне булыр… булыр…

* * *

(Дауамы бар).

Автор:
Читайте нас