+14 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
8 Апреля 2023, 10:00

Тыума

(Дауамы) Икенсе өлөш. Фәниәнең һулҡылдау ҡатыш өҙөк-йортоҡ һөйләгәндәренән, егеттең совхозда практика үткән ҡала егете икәнлеген аңлағайны Фәриҙә. Эштән һуң, тағы ла эңергә ҡала биреп, ҡасабаға ситтән килеп урынлашыусылар өсөн ятаҡ итеп тотолған йортҡа юлланды. Ике ҡатлы йорттоң яҡтылыҡ һирпкән тәҙрәләренә ҡарай биреп торғас, подъезд алдында эскәмйәлә шаулашҡан бер төркөм йәштәр янына килде. Кемдәрҙер уны танып, баҙлатып торған тәмәкеһен йәшерҙе, кемдәрҙер һикереп торҙо, тик ҡатындың ҡайғыһы уларҙа түгел ине.  

ТыумаТыума
Тыума

– Һаумыһығыҙ.

– Һаумыһығыҙ! – Йәштәр хор менән тигәндәй, күңелле яуапланы.

«Быларға рәхәт, моңдары юҡ», – тип уйлап алды ҡатын.

– Мин ошо йорттан Артур исемле егетте эҙләй инем, совхозда практика үтә булырға тейеш.

Бер аҙға тынлыҡ урынлашты. Унан, ултырыусылар араһынан ашыҡмай ғына бер егет тороп баҫты:

– Мин – Артур. Һеҙ миңәме?

– Шулайҙыр. – Фәриҙә тауышындағы ҡалтырауҙы баҫыуға тәрән итеп бер һулыш алды ла, – Әйҙә әле, егет кеше, бүлмәңә инеп һөйләшәйек, – тине.

Бар байлығы бер карауат та, бер өҫтәлдән торған бүлмәгә инеп баҫтылар. Тәҙрәләрҙә уңып бөткән ҡорғандар һәлпелдәй, иҙәнде күптән йыуған кеше юҡ, күрәһең. Шулай ҙа йылы.

Егет бер бөртөк артлы ултырғыстың өҫтөн нимә менәндер һөртөп, иҙән уртаһына ултыртты ла, курткаһын сисеп элгәс, ҡаршылағы карауатҡа терәлде. Тимер карауат ауыр кәүҙә аҫтында ризаһыҙ сыйылдап ебәрҙе. Был тауыш Фәриҙәнең мейеһен сыйҙы. «Оятһыҙ!» – тип, тешен ҡыҫып эстән ыҫылданы ҡатын һәм бөтөн ошо асыуын ҡараштарында сағылдырып егеткә текәлеп торҙо. Ҡаршыла ултырыусы был ҡарашты тыныс күтәрҙе.

– Йә, һөйлә инде… «батырлығыңды». Ҡарап тороуға әллә ни йәш тә түгелһең, ә бер балаға ҡул һуҙғанһың, – Фәриҙә ярһымаҫҡа тырышты.

Артур ҙа тулҡынланыуын һиҙҙермәҫкә булып көсәнеп йылмайҙы:

– Һеҙ Фәниәнең әсәһеме?

– Ә нимә, тағы ла берәйһенең әсәһе килергә мөмкинме?

– Юҡ та, унан әйтмәйем. Былай ғына, оҡшағанһығыҙ.

– Оҡшағанбыҙҙыр, балам бит, – ҡатын тыныслана төштө. – Нимә өсөн килгәнемде беләһеңдер, әллә аңлатып тороу кәрәкме?

– Юҡ. Беләм. – Егеттең башы аҫҡа эйелде.

– Белгәс, ни эшләп эскәмйәлә ҡыҙҙар ҡосаҡлап ултыраһың, әллә ауырлы ҡорһаҡ үҙенән үҙе юҡҡа сығырға мөмкин, тейһеңме?

– Ә нимә тәҡдим итәһегеҙ?

– Әлеге ваҡытта мин һиңә, тәтәй егет, һин ауырға ҡалдырған ҡыҙымды ғына тәҡдим итә алам! – Ҡатындың тауышы саңҡып китте, күҙҙәренән зәһәр осҡондар сәселде. – Был ғына аҙ булһа, өҫтәп милицияға ғариза ла яҙып һала алам.

Артур бындай хәлдең, һөйләшеүҙең булырын көткән, күрәһең, әллә ни бәлтерәп төшмәне:

– Мин бит Фәниәнән баш тартмайым, баланан да…

– Шулай булғас, Фәниә менән балаңдан башҡа тағы кемде көсләп таҡмаҡсымын һуң һиңә?

– Тик ни бит әле, апай, – егет ус һырты менән маңлайын ыуаланы, – мин өйләнгәнмен, ғаиләм, балам бар.

– Нимә-ә?! Нимә тинең?! – Фәриҙә үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе.

Егеттең башы тағы ла нығыраҡ эйелде:

– Өйләнгәнмен, тинем. Фәниә белде, беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ, тик мин ғаиләмде ташлай алмайым…

Фәриҙә егеткә һөйләп бөтөргә ирек бирмәне, ярһыуынан һикереп тороп, үҙ-үҙен белештермәйсә, ҡулына беренсе эләккән әйбер менән (уныһы бая Артур ултырғыс һөртөп ташлаған таҫтамал булып сыҡты) тегене уңлы-һуллы һелтәргә кереште.

– Оятһыҙ! Битһеҙ! Аҙғын! Баламдың башын ашап! Мә һиңә! Мә! Йәнеңде алам хәҙер! Битһеҙ!!!

Тегеһе ҡаршылашманы ла, һаҡланманы ла, башына, яурынына бысраҡ таҫтамал сарт-сорт эләккән һайын борҡоп киткән саң дүңгәләктәрен ҡарап, бөршәйә биреп тик ултырҙы. Унан асыуҙан, артыҡ көйөүҙән һәм ҡыҙып «һуғышыуҙан» хәле бөтөп тантып ҡолап барған ҡатынды «Ебәр! Тотонаһы булма миңә!» тип сәбәләнеүенә ҡарамаҫтан, беләгенән ҡармап тотоп ултырғысҡа ултыртты ла, стакан менән һыу алып килде. Аһылдап һығылып төшкән ҡатын тәҡдим ителгән һыуҙы бер тында эсте. Күпмелер ваҡыт икеһе ике нөктәгә төбәлгән килеш тауыш-тынһыҙ ултырҙылар. Унан күңеле генә түгел, бөтөн донъяһы ҡапыл бушап, миңрәүләнеп ҡалғандай булған Фәриҙә, тарҡау хәрәкәттәр менән ҡалҡынып өҫ-башын, сәсен рәтләне лә, сығыуға ыңғайланы. Артур ҙа торҙо, йыуаш ҡиәфәттә ҡатын артынан ишеккә тиклем эйәреп килде һәм сығыр алдынан әйләнеп ҡараған үтә лә таныш, яҡын, әммә бер ни тиклем башҡараҡ булған йөҙгә ҡарап:

– Ғәфү итегеҙ… – тип бышылданы, тағы ла ниҙер әйткәйне лә буғай, һуңғы һүҙҙәре үҙенә генә ишетелеп, сыйылдап ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды.

* * *

Фәриҙәнең йәшәү рәүеше өйрәнелгән ыҙанын юғалтты, ашы аш, йоҡоһо йоҡо булманы. Бөтөн уйы, хәсрәттәре, эш-хәрәкәте ҡыҙының ҡорһағындағы шул нәмәгә барып тоташты. Эйе, «нәмә»гә. Ҡатын уны «бала» тип ҡабул итә, итә генә түгел, уйлай ҙа алмай. Тәүге көндән алып «Ҡыҙым унан ҡотолорға, арынырға тейеш» тигән ниәт менән йән-тәсмән йөрөһә, ҡыҙын ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына етәкләп алып барып ҡайтҡандан һуң, был өмөтөн үҙ ҡулдары менән быуып үлтерергә мәжбүр булды. Күҙ алмалары туңған боҙ киҫәген хәтерләткән гинеколог, ҡар һалҡыны бөркөлөп торған тауыш менән: «Абортҡа һуң. Тәүге ауырҙы бындай ҙур срок менән киҫергә беҙ мал һуйыусымы әллә? Быға тиклем нимә уйланығыҙ?», – тине тикшергәс. Унан, әсәнең ыуаланып, ҡыҙының мыршылдап илап алып китеүенә битараф уҡ булып күренмәү йөҙөнәнме: «Бик теләһәгеҙ, егерме дүрт-егерме һигеҙ аҙнала яһалма тыуҙырыу бар, тик был операция үҙәк дауаханала ғына һәм түләүле үтә», – тип өҫтәне.

«Әйтеүе генә еңел – егерме һигеҙ аҙна… Егерме һигеҙ аҙна алты ай тигән һүҙ. Тал сыбығындай ҡыҙҙың алты айлыҡ ауырын һуҡыр менән шыр алйот та аңғарыр…»

Күрер күҙҙәргә күрһәтмәй генә ауырҙан ҡотолоу юлы быуылып ҡалғас, аҙна тирәһендәй ваҡыты үҙ-үҙен күндереүгә, тынысландырыуға китте Фәриҙәнең. Инде бер аҙ йөрәге урынына ултырғас, ҡәйнәһенә хәбәр итергә булды. Ул бит оло кеше, донъяла оҙағыраҡ йәшәгән, күберәк күргән, моғайын да аҙ ғына булһа ла йәнде баҫыр һүҙ әйтер, тип уйланы.

Ҙурыраҡ ауылдарҙа, ҡасабаларҙа хәҙер ишектәрҙе генә түгел, урам ҡапҡаларын да бикләп йөрөйҙәр. Элекке ише ишек-ҡапҡалар ғына түгел, күңелдәрҙең шар асыҡ булыуы ла һирәк күренеш. Фәриҙә тауыҡтары төнәү менән йоҙаҡтарын да элеп инергә ғәҙәтләнгән ҡәйнәһенең ҡапҡаһын гөрһөлдәтте, ҡойма аръяғынан сәүек ҡурҡып уянды ла сәңкелдәп ебәрҙе. Бына ҡәйнәһе солан ишегенән башын сығарып: «Кем бар унда?» – ип өндәште. Фәриҙә күктәрҙән көс-ҡөҙрәт һорағандай өҫкә ҡарап ҡоймаға арҡаһы менән һөйәнде: «Мин, ҡәйнәм, ҡурҡма! Ас!»

Асия ҡарсыҡ ҡатаһын шипылдатып һөйрәп килеп салтыратып элмәкте ысҡындырып ебәрҙе лә, ҡараңғыла күрмәгән күҙҙәрен секерәйтеп килененә төбәлде:

– Нимә булды, килен, ҡалай ҡурҡыттың?

– Булманы… Хәл белергә килдем. Һаумыһың.

– Аһ-аһ, әбешне ял көндәре килгәсегеҙ ней, әллә Заһирыма, балларға бер-бер хәл булдымы тейем әле. Һаумыһың, килен, һаумыһың. Әйҙә-әйҙә, инә һалайыҡ, – әбей йылдам ғына боролоп алдан төштө.

Инделәр. Ҡәйнәһенең ике яҡлы ҙур булмаған өйө йылы, йәмле, бында егәрле, бөтмөр кеше йәшәгәнлеген белдереп, сағыу әрмәкле урындыҡтан башлап, стеналарҙағы кәртешкәләргә тиклем ҡот, нур бөркөп тора.

Ҡәйнә газына сәй ултыртып ебәрҙе, «Эштән тура киләңдер бит» тип, соландан кескәй кәстрүл менән ашын индереп йылытырға ҡуйҙы. Урындығына ашъяулығын йәйеп, икмәк-шәкәрен теҙҙе лә, үҙе «өҫтәл»енең мөйөшөнә бер тубығын бөкләп, икенсеһен күтәреп итәге менән ҡаплап, ултырып алды.

– Йә, килен, шыл быяҡҡа, нимәһен ҡурҡҡан шикелле ултыраһың.

– Ултырам инде, ҡәйнәм, хәлем шулай…

– Хәлеңде ней, күреп торам. Бушҡа һуңғы ваҡыт төшөм болармайҙыр тейем шул. Әй, баҡшы* бит үҙем шул яҡҡа. Йә, нимә булды?

Фәриҙә әйтәһен нисек башларға белмәне:

– Булды инде, ҡәйнәм, булды… – күҙ йәштәре һүҙен быуҙы.

– Ни нәмә, килен, иреңдән юҡ-бар хәбәр килтерҙеләрме әллә? Шундайға йәш түгеп илап ултырма тип күпме өйрәтәм һине, ир заты тупһа ашатлаһа – буйҙаҡ. Аларҙың асылы, фиғеле шулай. Үҙеңә ипте булғас, балларҙы ҡарашҡас, аҡса эшләп йөрөгәс шөкөр тиң дә ҡуйсәле…

– Ул түгел әле бында… Аның ҡайғыһы төштән кире. Фәниә эштәр бешерҙе бит, ҡәйнәм.

– Фәниә?.. Ал балаға ней булған?

– Ауырға ҡалған. Алдырырҙан үткән инде. Егете өйләнгәндәй түгел. Ҡалайтабыҙ?

Асия әбей нисек ҡабул иткәндер был хәбәрҙе, һәр хәлдә эсендәгеһен тышҡа сығарманы, әйткәнде ишетмәгәндәй тора һалып ҡапҡасын бейетеп алып киткән баҡырсаһын уттан алып сәй бешерҙе, тәрилкә менән туҡмас алып килде лә, урынына менеп ҡунаҡланы. Унан уйлана биреп кенә:

– Тоҡомда тыума тапҡандар юҡ ине әле… – тип ҡуйҙы.

Фәриҙә аңлай алмай сабырһыҙланды:

– Нимә тейең шул, кем тейең?

– Тыума тейем, тыума. Никахһыҙ, ирһеҙ көйө йөрөп тапҡан баланы шулай тейҙәр ине элек.

– Ыста… тәүгә ишетәм.

– Тыуманы тыумаҫ борон быу, тигән булырҙар, тыума бала ятҡан сәңгелдәккә никахлы балаларҙы һалдырмаҫтар ине. Эй Алла, хәҙер килеп тыуманың да ояты үтте, ана бит кем, нимә икәнен дә белмәйһегеҙ.

– Ҡуй әле, ҡәйнәм, әллә ниндәй ҡурҡыныс нәмәләр һөйләп ултырма, былай ҙа эсемдә ут. Атаһына ҡалайтып ҡына әйтермен икән?

– Әйтәһең инде, йәшереп ҡуйыр эш түгел. Ана шул айырым сыҡмағыҙ тип тә күпме әйттем һеҙгә, килен, тыңламанығыҙ. Йәштәр әбей-бабайҙан арынырға ғына тора шул. Өйөгөҙҙә күҙ булып ултырһам да белә-күрә инем, үҙегеҙ көнө-төнө эштә бит инде. Ҡыҙ баланы ҡырҡ ерҙән тый, тип нимәгә әйткәндәр тейһең? Борон ҡыҙҙы ҡытаҡлай башлау менән кейәүгә биреп дөрөҫ иткәндәр ул.

– Әллә… балаһын балниста ҡалдыртайыҡ та ҡуяйыҡмы… Уф! Аптырағандан әйтәм инде…

– Ҡа-ай, быныһы бер гонаһ булһа, уныһы мең гонаһ булыр, килен. Ул хәҙәрем рисауай булмайыҡ. Ярай. Беҙ һыҡтағандан эш үҙгәрмәй. Мирҙа булмаған хәл түгел. Үҙегеҙ ҙә йәшһегеҙ әле, яңы ҡырҡҡа баҫаһығыҙ, тағы бер баланы ней, күтәрерһегеҙ. Фәниә – алмалай ҡыҙ, яҙған булһа, кейәүе лә булыр, яҙмышы ла яйланыр.

Ҡәйнәһенән күпкә тынысланып, бәләһен күтәрешерҙәй таяныс, бысраҡҡа ҡолап уҡ китмәҫтәй терәк табып, саҡ ҡына булһа ла йәне йыуанып сыҡты Фәриҙәнең. Салт аяҙ күктә баҙырашҡан йондоҙҙарға ҡарап: «Ҡалай ғына булһа ла ҡәйнәм аҡыллы шул», – тип уйланы.

Ә теге баланы нимә тине һуң әле? «Тыума» тинеме? Бына инде, нимә тип атарға белмәгән нәмәгә лә исем табылды. Тыума. Ҡалай хәтәр, ҡурҡыныс атама. Тыума… Бахыр йәнде ризалыҡһыҙ, рөхсәтһеҙ яралғаны өсөн яҡты донъяға сығармау өсөн «тыума», йәғни ҡарында уҡ үлһен, төңөлһөн, юғалһын тип шулай мөһөрләгәндәрҙер. Ҡалай яңылышҡан, хаталанған әҙәмдәргә, хатта тыумағандарына ла ҡанундар ҡаты булған икән. Ә уйлап ҡараһаң, ул йәнде Хоҙай Тәғәлә үҙе яралтҡан түгелме, шулай булғас, ябай әҙәмдәр нисек уға «Тыума!» тип бойороҡ бирә, юлын быуа ала? Юҡ, ҡалай ғына екһенһә лә, нисек кенә ҡабул итә алмаһа ла, Фәриҙә уға «тыума» тип әйтә алмай, әлегә «тыу» тиергә лә теле әйләнмәй, әммә «тыума» тип һис шикһеҙ әйтмәйәсәк ул.

* * *

(Дауамы бар).

Автор:
Читайте нас