

Минең ҡайғырырлығым ҡалмаған: ҡаршы алыр бисә, итәккә аҫылыныр балалар юҡ. Шуның өсөн дә «бомж Фәхри» тиҙәр бит инде мине. Тик ул атамаларына һис кенә лә ризалығым юҡ. Юғары белемле бомж булмай ул. Мин бит, мин! Бывший интеллигент!.. Аласығыма икелә ҡайтһам да, биштә ҡайтһам да, яҡанан алыусым юҡ. Бына һине, ҡатынлы ирҙе, уйлап йөрәгем яна. Бисәләр бит улар ирҙәренең өйгә ҡасан һәм нисек ҡайтып инеүенә мәңге битараф булмаған. Эйе, борон замандарҙан.
Әйтәйек, тәүтормош бисәһе таң менән тәүтормош ирен таш, осло ағас, һөңгө тоттороп, ауға сығарып ебәргән, үҙе усаҡ һаҡлап тороп ҡалды, ти. Ә кисен теге меҫкен, болан түгел ҡуян да тота алмай, алпан-толпан атлап, күҙҙәрен алартып ҡайтып керә. Уға, билдәле, хәмер тәтемәгән. Ул ваҡыттарҙа әле ут өҫтөндәге көпшәле кәстрүлдән тамаҡты яндырып ашҡаҙанға төшөп китә торған көмөшкә ағыҙып ултырыусы изгелекле Зәмзәмийәләр донъяға килмәгән. Тар маңлайлы, ялпаҡ моронло, иләктәй ауыҙлы бабайҙарыбыҙ нәфселәрен тиле бәрән орлоғо, йә булмаһа себен бәшмәге йотоп ҡына алдаған. Шунан, нисек ҡаршы алған тип уйлайһыңмы уны бисәһе? Хәҙергеләр кеүек һорау биреп тормаған улар, һөйләшер өсөн һүҙҙәре лә уйлап сығарылмаған бит әле уның. Иренең маңлайына күҫәк менән бәргән дә ҡуйған. Унан һуң, оҙаҡ уйлап тормаған, мәрхүмде һүндермәй һаҡлаған утында ҡыҙҙырған да ашаған. Нисек инде шул хәтле итте әрәм-шәрәм итһен?!.
Хәҙер, исмаһам, цивилизация. Ҡатындар улай уҡ ҡыланмай. Йәндәрҙе ашап баралар ҙа ул. Тик утта ҡыҙҙырып та тормайҙар, мәңгелеккә әйләнгән өс һорауға яуап таптырып ыҙалаталар. Бына һин әйт әле, Сафа дуҫ, төнгө сәғәт өстә бер сүгәләп, бер үрмәләп тигәндәй, өйөнә ҡайтып етеп, ишек астырғас, һөйөклө Мәүлиәң: «Ниңә эстең?!.» – тип һораясаҡ. Париж коммунаһы көнөн байрам иттек, тип аҡланырға ашыҡма. Һинең менән минең ул баррикадаларҙа мылтыҡ тотоп атышмағанды яҡшы белә ҡатының. Александр батшаның крәҫтиәндәрҙе азат итеүенә йөҙ илле йыл тулыу беҙгә ҡағылмай. Беҙҙең данлыҡлы балаларыбыҙ бер ҡасан да крепостной булмаған. Горбачевтың «перестройка» иғлан итеүе сәбәбен үҙең кире ҡағасаҡһың. Ул мөртәт бит шул «перестройка» һына эйәреп «эскелеккә ҡаршы көрәш»ен дә иғлан итте. Ул саҡтарҙа нисек ыҙаланғаныбыҙҙы әле лә онотҡаныбыҙ юҡ. Иң яҡшы яуап: «Күптән күрмәгән дуҫты осраттым».
Минеме? Фәхриҙеме? Башыңа тай типкән булһа, шулай тип әйт!..
Ярар, икенсе һорауға күсәйек. «Ҡайҙа?»Ташландыҡ йорт ихатаһында, балан ҡыуағы аҫтында, тип әйтеп ҡуйма. Өсөнсө һорауын биреп тә тормаҫ, шунда уҡ маңлайыңа уҡлау менән ҡундырыр. «Акация» кафеһында тип әйт, аңра! Берҙән исеме матур, зыялы яңғырай. Икенсенән, барып артыңдан юллап йөрөй алмай – ҡалабыҙҙа әле ундай кафе юҡ.
Хәҙер инде һорауҙың өсөнсөһөнә, иң сетереклеһенә күсәйек: «Кем менән?» Күптән күрешмәгән иҫке дуҫ менән, Сафа, онотма шуны! Ул дуҫың, һис шикһеҙ, абруйлы кеше булырға тейеш. Әйтәйек, бизнесмен булһа, бик тә шәп вариант. Ул саҡта: «Аҡса ҡайҙан алдың, хәйерсе?» – тигән өҫтәмә һорауға урын ҡалмаясаҡ. Берәй билдәле фирманың генеральный директоры булһа ла насар түгел. Тотоп ҡына һылтанырлыҡ ундай кешең юҡ икән, ҡала депутаты ла ярап ҡалыр. Тик депутаттар ышаныслы әҙәмдәр түгел. Ҡатындың: «Шул хәстрүш менән эсеп ултырҙыңмы?!.» – тип әрләүе бар. Һис юғында берәй таныш яҙыусыны әйт. Яҙыусылар бай түгел, әммә уларҙың фантазиялары бай.
Ҡатының иртә менән шылтыратып тикшерер булһа, яҙыусы юғалып ҡалмаҫ, домашний прокурорыңды һинән дә былайыраҡ алдай белер. Бар, тиһеңме, ундай танышың? Мисбах Хубисламов? Беләм, беләм, бик яҡшы кандидатура! Үҙебеҙҙең брат!
Шешәләге һуңғы тамсыларҙы эсеп ҡуяйыҡ та, айырылышайыҡ, Сафа дуҫ. Һин бөгөн төҙөлөштән ике шешә көмөшкәгә өс таҡта юллап, ташландыҡ йорт ихатаһында, балан ҡыуағы аҫтында, «Биш» ҡушаматлы ҡарауылсы Фәхри менән кәйеф-сафа ҡорманың. Һеҙ класташың, яҙыусы Мисбах Хубисламов менән икәүләп балалыҡ йылдарығыҙҙы хәтерләп, «Акация» кафеһында ултырҙығыҙ. Оҙаҡ йылдарҙан һуң күрешеүегеҙ моңһоу ҙа, ҡыуаныслы ла булды.
Сафа дуҫ! Һорау алыусы Мәүлиә фәрештәңә бына ошоларҙы, телеңде бик боҙмай, аныҡ ҡына итеп төшөндөрә алһаң, бәлки подъезд төбөнә мәтәлләп барып төшмәҫһең. «Ишек алды» атлы сират күперен ҙур юғалтыуҙарһыҙ үтеп (тырналған бит, күгәргән күҙҙәр иҫәпкә алынмай), йоҡо бүлмәһендәге ожмахҡа кереп ауыу бәхетенә ирешә алырһың.
Кәңәштәрем ярҙам итмәһә, бәхил бул!..