+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
13 Апрель 2023, 20:00

Бәрей туйы

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Хикәйә) Ит һатырға киткән Нәсих Өфө баҙарынан йәш ҡатын алып ҡайтты. Ҡултыҡлашып үттеләр улар ауыл урамынан.

Бәрей туйы
Бәрей туйы

Нәсих еңелсә генә төшөрмөш, әммә аҙымдары егеттәрсә — осоп ҡына бара ул, уның тиҙерәк төндө еткерәһе, еткерәһе лә эргәһендәге гүзәлкәйҙең тал сыбыҡтай кәүҙәһенә ҡунып талпына-талпына һайрайһы килә. Эшләп тәпәрләнгән, инде нисәмә бала табып фигура-килбәтен юғалтҡан, иренең ғишыҡ уйнағанын да һиҙмәй ҙә йоҡоға талыусан Бибийенән биҙгән, еләгән ине инде ул. Китап рөхсәт итә, ҡарай алһаң, дүрт ҡатын алһаң да ярай, ти китап. Ә Нәсихтең әле хуты бар, таҙалығы ла Аллаға шөкөр. Бураһы ла буш түгел, ихата тулы мал. Донъя көтөргә, эшкә аяуһыҙ — аҙна тигәндә яңы мунса еткереп, Бибийенән арҡаһын саптырған ир ул. Ауылда уны “Думһыҙ Нәсих” тиҙәр. Ни өсөн — белмәйем. Бәлки, уйлап тормаҫтан ни ҙә булһа майтарып, һуңынан үҙе лә аптырашта ҡалғанға шул исемде таҡҡандарҙыр. Уныһы миңә ҡараңғы, мин шуны ғына беләм — әле Нәсих, уймаҡ билле йәш бисәһен ҡултыҡлап, күктең етенсе ҡатынан атлап-йөҙөп бара.

Икенсе ҡатынының иң ҙур байлығы, иң ҙур мөлкәте — йоморо янбаштары ғына түгел, ә күлмәгенең шыр асыҡ иҙеүенән ҡыҙыл-күгелйем төймәләренә ҡәҙәр күренеп торған тығыҙ, ҡулды үҙенә ымһындырғыс күкрәктәре ине. Ай-һай, ғәйрәт-көс, тырышлыҡ талап итеүсе ҡатынға оҡшаған был. Ир наҙы булһа ярай, булмаһа — бик шөкөр, тип йәшәгән таҡта түш, ҡытыршы Биби түгел инде был. “Бәхеткәйҙәремде эҙләп таптым, кәнсә кәнис”, — тип һөйөнә Нәсих. “Тиҙерәк, тиҙерәк ҡайтырға!”

Тимерҙән эшләнгән ел ҡапҡа асылғанда Биби ун тауыҡты бер итеп баҫтырып йөрөгән ғәйрәтле әтәсте битәрләп тора ине: “Кит, оятһыҙ, икенсе Нәсих. Туймаҫ ниең бар икән, хәсис...”

Ул тағы ниҙәр әйтмәксе ине лә, ихата уртаһында баҫып торған ирен вә иренә һалынған ят ҡатынҡайҙы күреп шым булды, аптыраштан телһеҙ ҡалды. Нәсихтең өндәшеүен ул әллә ишетте, әллә юҡ. Ишетһә лә, бик аңлап бөтмәне, ахыры.

— Китап рөхсәт итә, ҡайһылыр илдең президенты ла, күпме хошь шулай өйлән, ти. Тәк шту, бында бер хилафлыҡ та юҡ — бына һиңә Клеопатра! Һиңә көндәш, миңә — йәш ҡатын... Йонсоноң, Биби, ҡартайҙың, һиңә ял кәрәк. Ғәпләшергә әхирәтең булыр. Ну түлке шылт иткән тауышығыҙ булмаһын! Мәтрите!

Биби, ниҙер әйтергә, ахырыһы, ауыҙын асты — һүҙе сыҡманы.

Ихаталағы өс кеше өсөн сәйер, сетерекле, ауыр мәл, улар үҙҙәре яйлап аңлашһын, килешһен. Ә беҙ шул арала үткәндәргә, Нәсих һәм Бибиҙең йәшлек осорона сәйәхәт ҡылып алайыҡ, булмаһа...

Бар ине ул Урҙа тигән ауыл. Утыҙ ете мөрйәһенән төтөн сыға ине. Тау битләүенә, ҡайын урманы ҡуйынына һыйынып ултырған ине ул уҡ кеүек төҙ урамлы бәләкәй генә ауыл. Йыйнаҡ ҡына магазины, башланғыс мәктәбе, ҡыйығына ҡыҙыл флаг ҡаҙалған тауыҡ фермаһы бар ине. Инде күптән тамыр ебәргән, ике-өс нәҫелде генә уҡмаштырған боронғо ауыл ине Нәсихтең тыуған ере Урҙа.Ул, бәлки, әле лә шунда көн күрер ине, ләкин бер заман өҫтән ҡыҙыл фарман килде — ваҡ ауылдарҙы тарих сүплегенә һепереп түгергә! Нишләһен, халыҡ бит ул бик кескенә, буйһонмай сараһы юҡ — ҡайһыһы ҡайҙа, йорт-ерен туҙҙырып, күсенә башланы... Һуңғы тамыр өҙөлгәс, ауыл урынын һөрөп, иген баҫыуы иттеләр. Аҡрынлап зыяраты ла тапалды, туҙҙырылып бөттө. Хәҙер зыярат өҫтөнән тып-тыныс көндө лә, яҡындағы ағастарҙың япраҡтары лепелдәшмәгәндә лә, һәр саҡ еңелсә ел иҫә. Туҡталмай ул. Көн дә иҫә, төн дә иҫә, гел бер уңайға — көньяҡтан иҫә лә иҫә. Ни өсөн шулай — бер кем белмәй.

Ата-әсәһе күрше ауылға күсенгәндә Нәсих инде быуынын нығытҡан, гәзиттәрҙә йыш ҡына маҡталып яҙылған комбайнсы егет ине. Яңы урын хужалары күсенеп килгән йылды уҡ яңы комбайнға ултырттылар. Оҙаҡ йылдар иген һуҡтырҙы Нәсих, ләкин бер ваҡытта ла Урҙа урынындағы баҫыуға кермәне, аяҡ-ҡулы, йәне ҡарыша ине уның. Комбайнын урман ситенә һүндереп ҡуя ла ҡайынлыҡҡа кереп олаға. Башҡалар баҫыуҙағы икмәкте урып-һуғып бөтөргәнсе һин уны табармын тимә инде. Комбайн ҡәҙәр комбайндың уттай ураҡ өҫтөндә тик торғанына шашыр сиккә еткән колхоз рәйесе лә уның был сәйер ғәҙәтен ташлата алманы, ахыр сиктә ҡул һелтәне.

Колхоздың партия ойошмаһы секретары ҡултығына гел генә ҡыҙыл сепрәк ҡыҫтырып йөрөргә яратҡан элеккеге үгеҙ бесеүсе, типһә тимер өҙәрлек ҡара мут күҙле ир-егет ине. Көндәлек һоры тормошто матур лозунг, плакаттар менән яҡтыртып, кешеләрҙе яңыса, заманса йәшәтергә тырыша ине бесеүсе секретарь. Бер мәлде ул колхозда туй, ғүмер баҡый булмаған туй, ҡыҙыл туй — комсомол туйын үткәрергә тәҡдим итте. Буласаҡ кейәүҙе лә билдәләгән икән — алдынғы комбайнсы Нәсих. Ә кәләше — быҙау ҡараусы ударница Биби. Бибиҙе бер аҙ белә Нәсих — мөләйем генә, кешегә ауыр һүҙ әйтеү түгел, күтәрелеп ҡарарға ла ҡыймаусан, бик йомшаҡ холоҡло ҡыҙ ине ул. Йүнләп клубҡа ла сыҡмай, бар белгәне — эш. Районда йыш ҡына үткәрелеп торған алдынғылар йыйылышына партком секретары үҙ машинаһына ултырып алып киткеләмәһә, Биби, бәлки, фермаһынан ғүмерендә лә сыҡмаҫ ине. Ярай әле сараларҙы райком ойоштороп тора ла, секретарь ир-егеттең машинаһы бар һәм ул һәр саҡ төҙөк. Нәсихтең уға ултырып йөрөгәне булды. Биби менән түгел, әлбиттә, үҙе кеүек махра иҫе һеңгән ир-егеттәр менән.

Нәсихтең инде егерме бише тулып китһә лә төплө генә күҙ атҡан ҡыҙы юҡ. Ҡосҡан-ҡыҫҡан — елгә осҡан. Иш-пар кәрәклеген кәрәк инде ул. Секретарь Бибиҙе димләй, өйлән шуға, шәп ҡыҙ бит, ти. Гөрләтеп комсомол туйы яһарбыҙ, ти, ҙур-ҙур бүләктәр бирербеҙ, ти. Әллә ризалашаһы инде? Биби бик үк төшөп ҡалғандарҙан түгел, ҡарайым тиһәң, йөҙ-ҡиәфәте сөбханалла, холҡо ипле, ә иң мөһиме — уңған! Мөхәббәт тигәнең тормош арбаһына икәүләү егелгәс, иңгә-иң терәшеп йәшәй-йәшәй, йылы, йомшаҡ түшәктәрҙә аунай-тәгәрәй торғас тыуыр әле. Хәйер, Нәсих ул ҡәҙәрлеһен уйлап торҙо микән? Юҡтыр, иҫендә юҡ.

Димсе секретарь бер килеүендә күстәнәскә ярты ла ҡыҫтырғайны, шуны бергәләп төпләгәс, ниәтләне Нәсих.

— Комсомол туйы тек комсомол туйы, ҡорт саҡҡыры, — тип ризалашты Нәсих. Партия бай икән, шатлығынан ауыҙын да йыя алмаған секретарь кеҫәһенән йәнә бер “һауыт” сыҡты. Шул ҡыҙыуҙан ҡыҙып “комсомол кейәү” булып Биби йәнәшәһенә ултырғанын иҫләмәй ҙә ҡалды Нәсих. Ә Биби ояла, ахырыһы, уның башы түбән эйелеп, күҙҙәрендә йәш күренә. Алдынғы быҙау ҡараусыны комбайнсы Нәсих үҙенсә шаяртҡан, йыуатҡан була:

— Секретарь, ана, Биби иламаһын, иламаһын, ти. Ана, Хөрди дәдәй нисек матур әйттерә, тыңла әле...

Ысынлап та, Хөрди, инде шаҡтай “бешеп” алған, ауылдаштарынса әйтһәк, — Телсә Хөрди — аяғүрә баҫҡан да, көмөшкә тулы стаканын ҡыҙыл флаг урынына өҫкә күтәреп, һуҙыпмы һуҙа:

— Ҡыҙыл-мыҙыл машиналар ҙа әү-үә

Ҡыҙ-ҡырҡынды ташыйҙар ҙа

Ташыйҙар ҙа, башлайҙар ҙа,

Беҙ меҫкенгә ташлайҙар ҙа әү-үә.

Эх-ма, идри-кудри яф-фали-и,

Бешкән-ҡосҡан — елгә осҡан,

Ҡайҙа төшөр ул йәней-й

Һай, мәтәй. Вай мәтәй,

Кемде ҡосма — шул кәнтәй...

Тағы ла йырларға, тағы ла шәбәйергә иҫәбе бар ине Хөрдиҙең, ләкин йәнәшәһендә тау кеүек өйөлгән ҡатыны итәгенән тартты бит, хәйерһеҙ. Һәм шаҡтай ныҡ тартты — Хөрди лып итеп ултырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, ләкин көмөшкәһенең тамсыһын да түкмәне.

Өҙөлгән йырҙан һуң ҡатын-ҡыҙ шыш-пыш килде, ирҙәр мыйыҡ аҫтынан ғына йылмайыштылар.

Сәйер, мәҙәк кеше ул Хөрди. Хоҙай Тәғәлә уға ярайһы матур, ҡалын тауыш биргән: йырлай Хөрди, кәйефе булғанда йырлай, табында “ҡыҙып алғас” йырлай — ләкин ул беҙ һуҙған йырҙарҙы  бер йырлаһасы. Уның берҙән бер үҙ көйө бар, әйтергә кәрәк, бик матур көй һәм ул башына, теленә ни килә, шуны әлеге көйгә һыйпап-һалып, сәғәттәр буйы һуҙа ала. Башҡарған йырҙарының һүҙҙәрен берәйһенән ишетеп ҡалғанмы ул йәки үҙе уйлап сығарамы, быны бер кем, хатта ҡатыны ла белмәй. Уны тыңлауы ҡыҙыҡ, мауыҡтырғыс. Туй мәжлесендә бик кинәнеп йырларға иҫәбе бар ине, ҡатыны ирек бирмәне, заразы. Етмәһә, түргә ҡунаҡлаған баш ҡоҙа секретарь, күҙен аҡайтып, уны хәмер артынан закускаға ҡабып йоторҙай булып, зәһәрләнеп ултыра. Ә бындай хәл Хөрдигә һис кенә лә кәрәк түгел, уның әле партияға керәһе бар, кандидатлыҡ стажы тиҙҙән тула. Партбилет эләктергәс, ҡәләм һынығы булһа ла тоттороп, берәр йылы урынға ултыртмаҫтар микән, тип хыяллана ул...

Хөрди тураһында, бәлки, башҡаса һүҙ булмҫ. Шуның өсөн әйтеп үтәйем — данлыҡлы КП сафына аяҡ баҫтырманы уны секретарь. Шул асыуын, ғәрләнеүен Хөрди һабантуй сәхнәһендә (байрам хөрмәтенә “уртламаған” булһа, бәлки, аяҡ та атламаҫ ине) йыры менән баҫырға тырышты:

— Беҙҙең колхоз сәркәтибе

Ат егә лә “һайт” тейә лә-әү,

Мин дә ултырмаҡсы инем,

Артын сөйҙө партия лә-әү,

Һәй-лә, иҫке арба, үшән ат.

Атсы-айғыр, аты-бейә,

Йәшәһен рад-нуй партия!

Һыу-һи-ия, һыу-һи-ия,

Минһеҙ нишләр партия...

Хөрдиҙең моңо иҫкәрмәҫтән өҙөлдө — партком бойороғона буйһоноп, ике сержант уны туп-туры райүҙәккә һөйрәп төшөрҙө. Үҙәктән ауыҙы томаланып ҡайтты Хөрдиҙең. Ярай илдең аҫтын өҫкә килтерҙеләр, уның әтнәкәле йырҙары, бәлки, башҡаса ишетелмәҫ тә ине. Ә һуңғы йылдарҙа эсеүгә һабышҡан секретарь, лайға ҡапланып, үлеп китте. Ҡарғыш төшкән, тинеләр ауылдаштары.

Күндәм, уңған ҡатын булып сыҡты Биби. Туйҙан һуң алты ай ҙа тулмаҫтан бала табып, ирен “һөйөндөрҙө”, сөм-ҡара күҙле йоморо ғына малай ине ул. “Ниндәй мөғжизә булды был”, — тип төндәр буйы баш ватты Нәсих, ләкин төпсөнмәне, Бибигә бер ауыр һүҙ әйтмәне. Тейәнеп китеп, Урҙа урманында ике көн малай “йыуып” ятты ла, бер аҙ тынысланып, әммә  тағы ла дыуамаллана төшөп, ҡайтып керҙе...

Йәшәп киттеләр инде шулай. Партия ҡушҡас, нишләһендәр. Күңелдәрен шаран асып һөйләшергә теләктәре лә, ваҡыттары ла булманы, икеһе лә эшкә егелеп, онотолорға теләне. Наҙға ғына түгел, һүҙгә лә һаран ирен Биби, сабыр Биби, күндәм Биби кеше араһында ҡурсаҡ кеүек таҙа, бөхтә йөрөттө. Ләкин үҙе һулыны, кипте, косаҡлап туя алмаҫтай бешкән, тулышҡан туташ күҙ ҡаршыһында ҡаҡса, ябыҡ йөҙлө бер ҡатынға әүерелде. Төрлө йыйылыштарға йөрөтөлөүсе сибәр быҙау ҡараусы түгел ине инде ул.

Икенсегә ҡыҙ бала тыуҙы, өсөнсөһө лә — атайҙары кеүек зәп-зәңгәр күҙле, теремек ҡыҙҙар. Үҫеп буй еткәс, эйәләре лә табылды. Ә малайы һаман башлы-күҙле булмаған, һалҡын яҡта эшләп йөрөй. Ялға ҡайтҡан һайын: “Бына, быныһы мужет киленегеҙ булыр”, — тип яңынан-яңы ҡатын-ҡыҙ эйәртеп ҡайта ла ул ҡайтыуын...

Ғүмер үтте. Байлыҡ артты, өйҙә тыныслыҡ, тик мөхәббәт тигән нәмә генә күренмәне. Ҡараңғылы-яҡтылы йәшәй бирҙеләр шулай. Әле эйәртеп ҡайтҡан йәш ҡатыны Нәсих өсөн бер нур ине.

Ихата. Ел ҡапҡанан кергәс, өйгә табан асфальт түшәлгән һуҡмаҡ, уның ике яғында кирбес менән йондоҙлап эшләнгән сәскә түтәлдәре, ә ҡалған ере йәм-йәшел үлән, хәтфә үлән, ят та рәхәтләнеп ауна. Түрҙә, алма баҡсаһы артында, абҙар-ҡура түбәләре күренә. Ихатала ике өй: береһе иҫке, Урҙанан күскән. Ата-әсәһе гүр эйәләре булғас та Нәсихтең уны һүтергә ҡулы күтәрелмәне — ныҡ әле ул, шыҡылдап тора: йәнәшәлә, машина-трактор үтәрлек ара ҡалдырып, яңыһы — уҡлау кеүек төп-төҙ ҡарағайҙан ғына һалынғаны, бейек булып, ҙур булып, йөҙлөктәре зәңгәргә буялған тәҙрәләре менән көлөп ултыра. Оҫта ялламаны, кеше ҡушманы, бушаған арала Нәсих уны рәхәтләнеп, ләззәтләнеп гел үҙе эшләне. Мыштым Биби ҙә булышты, әлбиттә. Яңы оя ҡорғанда икеһе лә күңелдәренән генә Хоҙайҙан бәхетле, татыу тормош, балаларының һау-сәләмәт булып үҫеүҙәрен һоранылар. Шөкөр, балалар иҫән-имен аяҡҡа баҫтылар, тик яңы өй эсендә ир менән ҡатын күңелен тоташтырыусы, бәйләүсе сихри нур саҡ ҡына ла һирпелмәне. Талашһыҙ, ыҙғышһыҙ ғына баҫылып йәшәп яталар, донъя көтәләр. Ә донъялары етеш, шулай булмаһа, күтәрмәгә лә затлы, ҡиммәтле балаҫ йәйеп ҡуймаҫ ине Биби.

Улар аллы-артлы — алдан бәхете ташҡан Нәсих, уның артынан, кесерткән сәпсеге кеүек һикергәләй-һикергәләй йәш ҡатын — Клеопатра, ә иң арттан ҡыуырылған Биби сәскәле балаҫҡа аяҡ баҫтылар...

Ниҙер булаһын күңеле һиҙгәйне  шул Бибиҙең, күргән төшө лә нимәгелер ишаралай ине — имеш, ҙур ғына бер ала ҡарға, әле тәҙрәгә, әле ишеккә килеп бәрелеп, өйгә кермәксе була. Ә Биби, ҡурҡып, мөйөшкә боҫҡан. Ҡыуаһы ҡалған шул ҡәһәр ала ҡарғаны! Юҡ бит, шөрләне Биби — әлеге лә баяғы шул ҡурҡаҡлыҡ. Һеперткеһеҙ һеперергә булған. Ниңә шул ҡәҙәр ҡыйыуһыҙ, баҫалҡы ул?! Хәҙер бит күренгәнде төбө-тамыры менән һурып, умырып алыусы демократтар, клеопатралар заманы, ҡорт саҡҡыры. Ир ҡәҙәр ирҙе ошо һеперткегә бир инде!.. Ярай, Хоҙай Тәғәлә ҡушҡаны шулдыр. Йәшәүҙәренең барыбер йәме, тәме юҡ ине. Тик кеше араһында ғәрлеге ни тора! Бөттө Биби, аяҡ аҫтына һалып тапанылар Бибиҙе, иҙән сепрәгенә ярарлыҡ ерен дә ҡалдырманы Нәсих...

Клеопатра өйгә кергәс тә:

— Ой, жарко, прәме дышать итәргә не могу, — тип һөйләнә-һөйләнә оят ерҙәрен ҡаплаған сепрәктәрҙән генә ҡалғансы сисенеп ташланы. Ул, көҙгө ҡаршыһында баҫып, һығылмалы буй-һынын күрһәтергә теләгәндәй, инде баянан бирле сәстәрен рәтләгәндәй булып ҡылана. Нәсих, уға ҡарап, ауыҙын асып ҡатып ҡалған. Матур ине шул Клеопатра, ҡәһәрең, зифа ине, ымһындырғыс ине. Тик күҙҙәре генә көҙгө быялаһы кеүек тоноҡ, һалҡын ине.

Ауыҙ асып бер кәлимә һүҙ әйтерлек һушы ла, теләге лә юҡ ине ҡарт  ҡатындың. Зиһене тамам сыуалғайны — ул, юлдан ҡайтҡан ҡартына сәй әҙерләмәксе булып, өҫтәлгә тәм-томдарын ҡуйҙы. Ҡуйҙы ла, инде әҙер табынға, нишләйем һуң әле мин, тигәндәй, ҡарап-ҡарап торғас, һый-хөрмәтте ашъяулығы-нейе менән иҙәнгә һыпырып төшөрҙө. Ул ғына етмәгән, иҫән ҡалған һауыт-һаба өҫтөнә шартлатып-шартлатып баҫҡылап-баҫҡылап та алды. Үҙ ғүмерендә беренсе бунты ине был Бибиҙең — уға нисектер рәхәт булып ҡалды, хатта көләһе лә килеп китте, ләкин тамаҡ төбөндә йөрәгенән ҡубып күтәрелгән ҙур ғына бер төйөр тығылып тора ине. Шул көлөргә генә түгел, иларға ла ирек, тын бирмәй.

Күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән, бығаса ил өҫтөндә булмаған әлеге хәл-ваҡиғанан тамам иҫәңгерәгән Биби, үҙенә кәрәк-яраҡты төйнәштереп, иҫке өйҙәренә күсенде. “Сәсрәп китһендәр, йыйын зинаһы. Ас тамағым, тыныс ҡолағым. Ник донъяларының асты-өҫкә килмәгәйе”... Киске ҡояш ауыл башындағы өйәнке төбөнә тәгәрәп төшкән мәлдә, еңелсә туҙан ҡуптарып, көтөү ҡайтты. Нәсихтәрҙең ике һыйыры һәм бер өйөр һарығы ябыҡ ҡапҡа төбөндә бик оҙаҡ аҡырышып-баҡышырып торҙолар. Ни ғәжәп, ғүмер булмаған хәл, быға ҡәҙәр хужалары иртән оҙата, кисен ҡаршы ала ине! Көн дә шулай ине. Бөгөн ҡайҙа булғандар? Аптырашҡан мал-тыуар, тауышланыуҙан файҙа юҡлығын төшөнгәс, ҡайһыһы ҡайҙа ҡойма буйына һуҙылышып ятты. Елендәре шартларҙай булып тулышҡан һыйырҙарға ҡыйын ине, елендәре ауырта ине уларҙың. Биби, аяҡ аҫтына һалып тапалған, мәсхәрәләнгән Биби, ҡаҙалып китһен, тип бар донъяһына әле генә ҡул һелтәгән ауыл ҡатыны ахыр сиктә түҙмәне, төн уртаһында һыйырҙарын һауырға сығып китте.

Бик оҙаҡ һауҙы ул, һыйырҙарына моң-зарҙарын шыңшый-шыңшый һөйләп һауҙы: “Әй, малҡайҙар, ир ҙә булған икән кеше. Уларға шул бер ни генә кәрәк. Уйҙарында гел шул, гел шул. Йә инде, был Нәсихҡә ни етмәгән? Уның күңелен күрергә тырыштым! Үҙе теләмәһә лә, үҙенә бик кәрәкмәһә лә тырыштым. Күрәһең, тырышыуы етмәгән, ана бит, мәрйүшкә эйәртеп ҡайтҡан. Ул бит көнө-төнө эшләп өҙөлмәгән, ел-ямғырҙарҙа тәндәре, тиреләре тупаҫланмаған шул уның. Ә уның иркенләп сәс тарарға ла ваҡыты юҡ. Киҫтермәксе ине, Нәсих: “Һине ҡатын-ҡыҙ иткән шул бер сәсең бар инде”, — тигәс, туҡталды. Әлеге лә баяғы шул ир һүҙенән сыҡмау. Эх, киҫтерәһе булған,  бөҙөрәләтәһе,бит остарын алһыулатаһы булған, күпме алтын йөҙөк-балдағы бар — шуларҙы тағаһы, кейәһе булған, почти яланғас килеш көҙгө ҡаршыларында борғоланып баҫып тораһы булған, мал-тыуар, ир тип кенә йәшәмәйсә, күберәк үҙе тураһында уйлайһы булған — бәлки, Нәсих, һепертке, икенсегә ҡатын эйәртеп ҡайтмаҫ ине. Хәҙер инде йәш бисәһе Нәсихтең өҫ-башын ҡараһын. Ашатһын-эсерһен — ятһындар шул яңы өйҙә. Уға иҫкеһе лә бик һәйбәт. Күҙгә күренмәҫтәр, исмаһам. Ихатаны бейек ҡойма менән урталай бүлдерһәң, бигерәктә шәп булыр. Тик балалары күҙенә нисек күренер ҙә, ауылдаштарының мыҫҡыллы ҡарашын нисек кисерер инде. Йә, Хоҙа...”

***

Нәсих өйләнеп ташлағас, Ер шары үҙ күсәрендә инде өс мәртәбә әйләнеп сыҡты. Шул ваҡыт эсендә Урҙа урманындағы төптән серегән иң ҡарт ҡайын, миләш ҡыуаҡтарын иҙеп, гөрһөлдәп ауҙы; Мәстрүәнең әтәсен, ҡаҙ баҫтырып йөрөгәне өсөн, ата ҡаҙ тапап үлтерҙе: колхоз рәйесе дүртенсе — төпсөк малайына ла фатир һатып алды; ҡарт механизатор Шәйҙүк салбар төбөнә етенсе ҡат ямау һалды; Кавказда ер тетрәне; ауылдың мужиктары өс иҫереп өс айнынылар — ә кәләш төшкән өйҙөң һаман да ишеген асып сығыусы юҡ. Ул ишекте бигерәк  тә күрше-күлән ҡатындары мушкала тота, Нәсихтең Бибиҙән дә булғаныраҡ йәш ҡатынын күрәһеләре һәм инде унһыҙ ҙа уңған ҡамыр кеүек ҡабарған ғәйбәткә сөпрә өҫтәйһеләре килә уларҙың.

Ә дүртенсе көндө шымайып алған ҡапҡа төбөнә ҡап-ҡара иномарка (рәйес машинаһы уның ҡырында сүп кенә икән) килеп туҡтаны. Әзмәүерҙәй дүрт егет төштө унан. Икеһе пеләш, ә тегеләренең сәстәре арттан ҡойроҡ һымаҡ үреп ҡуйылған — Америка киноһындағы индеецтарҙыҡы кеүек. Егеттәрҙең береһе, сотовый телефонын ҡолағына ҡуйғаны, ҡапҡа төбөндә баҫып ҡалды, ә тегеләр, үҙҙәрен хужаларса тотоп, алпан-тилпән өйгә үттеләр. Икенсегә өйләнергә йөрәге еткән Нәсих тә, уларҙы күргәс, шөрләп ҡалды — белә ул был иманһыҙ егеттәрҙе. Күн пиджәк эйәһе кистән үк ҡайҙа барып бәрелергә белмәй йөрөгән Клеопатраға шырпы ҡабы ҡәҙәр генә ҡағыҙ төргәк һуҙҙы һәм:

— Хаҡы — бер һыйыр! — тип печатланы. Клеопатраның һулыған, һүнгән йөҙөнә йән керҙе.

— Бар, һыйырыбыҙ, бар, Без проблем. Һарайҙа. На выбор, — тине ул шатланып һәм йоҡо бүлмәһенә осто.

Көтөү ҡайтҡайны ине инде, малдар утарҙа. Егеттәр, Бибиҙең иң яратҡан һыйыры Гөлкәйҙе мөгөҙөнән шартлатып, бағанаға бәйләнеләр ҙә, боғаҙына бысаҡ тыҡтылар... Шулай итеп баҫтырып ҡына һуйҙылар Гөлкәйҙе һәм дүрт һанын дүрткә бүлеп, Өфө баҙарына алып киттеләр.

Биби баҫҡынсылар менән тартҡылашмаҡсы ине, ләкин араларынан иң таҙаһы салбар төймәләрен ысҡындыра-ысҡындара уның өҫтөнә килә башлағас, йәһәт кенә өйөнә кереп бикләнде. Тәүбә, тәүбә. Шул ғына ҡалған...

Ә Нәсихтең тамам иҫәңгерәгән сағы ине. Ғишыҡ-мыйшыҡлы оҙон төндәрҙән, эселгән хәмерҙән, ғүмере буйы татып та ҡарамаған әллә ниндәй позалы мөхәббәт уйындарынан, ләззәттәренең бығаса кисермәгән әллә ниндәй ысулдарынан ул тамам миңгерәүләнгән, кешелектән сыҡҡайны. Инде бына тағы Бәрейе (Нәсих Клеопатра йәнкиҫәген яратып шулай ти) осоп килеп, уның өҫтөнә ҡунды. Ул ирендәренән һурып үбә, ул биттәрен ялай. ул йөнтәҫ күкрәктәрен ялай, уның инде нисәнсе көн йүнле ризыҡ күрмәйсә шиңгән ҡорһаҡтарын ялай, у... һәй, һайрар һандуғастарың бар сағында бер һыйыр ҡайҙан килеп ҡайҙа китмәгән!

***

Үҙ яйы, үҙ көйө менән, ашыҡмай ғына Ер шары үҙ күсәрендә тағы ла өс мәртәбә әйләнеп сыҡты. Ни таралып, ни ойошоп бөтә алмаған колхоздың кешеләре, ғәҙәттәгесә, бер тинһеҙгә иртәндән кискә ҡәҙәр бил бөктөләр: коммерсант Фәсхиә көнөнә өсәр сирек көмөшкә ҡыуҙы, һәм, ҡөҙрәтлерәк булһын тип, ғәҙәттәгесә, уға тауыҡ тиҙәге өҫтәне: нәҡ элеккесә Думала ыштан төбө ышҡыусы депутаттар, башҡа бер эш тә тапмайса, бер-береһенә һыу һибештеләр һәм кибенгән арала үҙҙәре лә аңлап бөтмәгән ҡарарҙар ҡабул итеп маташтылар. Мәстүрәнең бесәйе биш бала килтергәйне, шулар ас әсәйҙәренең һөтө булмағас, йәндәрен тәслим ҡылып, беҙҙең донъянан китеп барҙылар.

Ер шары төнгөлөккә ялға туҡтағас, ауылда теге иномарка йәнә пәйҙә булды һәм Нәсихтең тағы бер һыйырын — Миләште — ботарлап алып киттеләр. Кискә табан күҙҙәре тоноҡлана, тәне дерелдәй башлаған Бәрейгә йәнә йән керҙе, йөҙөнә нур ҡунды уның.

Биби был юлы тегеләрҙең юлына арҡыры төшөп маташманы, өйөнә бикләнде лә тәҙерә аша ғына күҙәтеп торҙо. Кемдәр улар? Ниндәй бандиттар? Милицияға хәбәр итер инең — ҡурҡыта. Тегеләр бит: “Тауыш ҡуптарһағыҙ, көл итәбеҙ!” — тип әйттеләр. И эшләрҙәр ҙә! Күҙҙәрендә иман нуры юҡ...

Нәсих нисек түҙеп ята унда, йүнһеҙ! Ихатаға сығып та ҡараманы. Көс бар бит унда, сыҡһын ине, алһын ине ҡулына балтамы, һәнәк-көрәкме шунда һәм тегеләрҙе ҡыуып ебәрһен ине! Ихатаға мәңге аяҡ баҫмаҫлыҡ итеп. Әллә зәхмәт һуҡты үҙен. Ҡала ҡатындары хәйләкәр бит. Әллә бер-бер нәмә эсереп сихырланы инде. Кеше юҡҡа шулай миңгерәүләнмәҫ!

Ә Нәсих иҫерек — ныҡ иҫерек ине. Иҙән уртаһына бөгәрләнеп ятҡан да рәхәтләнеп йоҡлай. Бындай хәлдең булғаны юҡ, уның аҙ-маҙ ғына хәмерҙән был ҡәҙәр йомшарғаны булманы. Ә бит ҡунаҡтарҙың күстәнәсенән ауыҙ иткәс, ул дөрләп ҡабынған шатлыҡ — бәхетенә сыҙай алмайынса Бәрейен күтәреп бейеп тә алғайны, унан һуң әллә ни эшләне.

Туҙҙырылған, инде аҡлығын юғалтҡан урын — ерҙә Клеопатра таралған. Өй эсенең аҫты-өҫкә килгән, шыҡһыҙ, бысраҡ. Хатта стеналағы сәғәттең теле лә, ошо бысраҡлыҡтан ерәнгәндәй,  туҡтап ҡалған һәм хәмер иҫенән иҫәңгерәп, ояһында шым ғына ултыра.

Төн. Инде ҡараңғылыҡты уттары менән телгеләп ҡайҙалыр барыусы, ҡайҙандыр ҡайтыусы машина-матайҙар йөрөүенән туҡталды. Төн һайын урмандан ағас урлаусы Дилмиҙең йөк тейәлгән оҙон арбаһы ла шығырҙап-һыҡранып үтеп китте инде — тимәк, сәғәт дүрттәр тирәһе. Ул гел генә бер ваҡытта ҡайта.

Ике кешелек ағас һикенең мөйөшөнә бөрөшөп ятҡан Биби һаман йоҡлай алмай. Инде нисәнсе төн. Көндөҙ эш менән мәш килеп ваҡыт үткәне һиҙелмәй, ә бына төн — ғазап. Хәсрәт-хурлыҡтан миңгерәүләнгән башы бер ни уйлар дәрәжәлә түгел, һыҙылып һыҙлай ул. Гөлкәй менән Миләш ҡәһәрле ауыр замандың ике терәге ине, серҙәше ине — хәҙер Биби япа-яңғыҙ. Уға иптәш — ҡараңғы төн. Һәм — шомло тынлыҡ. Ҡайҙалыр һөйөшөп туя алмаған парҙар барҙыр бит, көнө буйы ялан-ҡырҙар гиҙеп, арып ҡайтҡан малҡайҙар көйшәп яталарҙыр. Инде уңған хужабикәләр, силәктәрен күтәреп сыҡҡандарҙыр ҙа һыйырҙарының ҡытыршы, йылы, һөт тулышҡан елендәрен йыуып ултыраларҙыр. Йә, Хоҙай, Бибигә генә ни өсөн шул ҡәҙәр хәсрәттер инде?! Етмәһә, булғас булһын, тигәндәй, һаташҡан бер кәкүк баҡсалағы ағасҡа ҡунған да күңелгә шом һалып, ниҙер һанай.

Инде нисәнсе төн керфек тә ҡаҡмаған Биби, тәҙрәләрҙән таң һарыһы һарҡылдағанда, урын-ерен йыйыштыра ине инде. Шул мәлдә тигеҙ урында ла абына-һөрөнә Нәсих килеп керҙе. Ире. Биби бәғеренә сыра булып ҡаҙалған бәндә. Һуңғы көндәрҙә Нәсихте йүнләп күргәне юҡ ине — кеше шул ҡәҙәр ҙә үҙгәрер икән. Танырлыҡ та түгел. Төк баҫҡан бите шешенгән, әүәлге ғәйрәтле кәүҙәһе, тыны сыҡҡан туп кеүек, шиңгәйне. Үҙе ҡалтырап, дерелдәп тора. Биби күңеленең бер ситендә генә Нәсихте ҡыҙғаныу хисе емелдәп ҡуйҙы. Ни тиһәң дә, нисәмә йылдар яманмы-яҡшымы бергә ғүмер кисергән ире, балаларының аталары бит. Биби бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Иренең йыйыштырылған һикегә барып тәгәрәүен дә күҙ ҡыры менән генә күҙәтте ул. “Бөткән был, һыҡҡандар быны, нәкәнис. Эт туйынан ҡайтып тәгәрәгән Шариктарына оҡшап ҡалған, тағылмашы ҡороғоро. Тауыштарына ҡәҙәр һүнгән”, — тип уйланы Биби.

— Ш-шулай... Мин һинең дә ир... Тырт-мырт килмә... ата-бабанан ҡалған тәртип, — тине Нәсих өҙә-һуҙа.

Бүлмә уртаһында ни эшләргә белмәй аптырап ҡатып ҡалған Бибигә йән кергәндәй булды.

— Бригадир килде. Нимидлә эшкә сыҡһын, тине, — тине ул иренә боролоп ҡарамай ғына.

— Һәй-әй, бында эштәр!

Һүҙен артабан һуҙырға Нәсихтең көсө-хәле юҡ ине.

***

Ә Ер шары тик тормай, үҙ күсәрендә тағы өс мәртәбә әйләнеп сыҡты ул. Тарих өсөн бик-бик кескенә ошо дәүер эсендә Урҙа зыяратының сит-яғын тағы ла ҡыҫа төшөрөп һөрҙөләр: донъяла ике самолет, бер карап, туҡһан туғыҙ машина шартланы; Чечняла ете бала әсәһен контрактник Иван атып үлтерҙе: алкаш Сөнәй ауылда компартияның башланғыс ойошмаһын төҙөнө һәм, шул тантана хөрмәтенә шешә йыйып тапшырып, банкет ойошторҙолар...

Ә Нәсих бер ни белмәй Ер менән бергә әйләнә-әйләнә йоҡланы ла йоҡланы. Хатта иномарканың һарыҡ тейәп киткәнен дә һиҙмәне ул.

Биби яҡҡан мунсала таштарҙы һикертә-һикертә яңғыҙы ғына сабынып, йыуынып сыҡҡас ҡына бер аҙ хәл кергәндәй булды уға. Мунсанан һуң иҫке өйҙөң таҡта өҫтәленә ҡуйылған тоҙһоҙ һалманы, төбө көйгән бәлеште ашап туя алманы ул. Тыуып-үҫкән иҫке өйҙәренең тыныслығы, үҙенсә һауаһы ла Нәсихҡә бик танһыҡ ине. Бүрәнәләрендәге һәр ярыҡ таныш, биш бала бәүелеп үҫкән сәңгелдәк эленгән кәкре ҡаҙаҡ ни ҡәҙәр күңелгә яҡын. Барына ла өйрәнелгән, күнегелгән. Айырылаһы килмәй.

Ләкин айырҙылар. Күҙе-башы тонған, тәүге күрүҙәге гүзәллеге инде юйыла төшкән Клеопатра килеп керҙе лә:

— Ой, милый, что һин бында һаҫып ятаһың. Миңә бит скучно, — тип, Нәсихте елтерләтеп алып сығып китте.

Ене ҡоторған, кәйефе ҡырылған мәле ине Клеопатраның, сөнки уны Биби Нәсих янына мунсаға ебәрмәне, оҙон һаплы һеперткеһен һелтәй-һелтәй арҡыры төштө, ҡәһәрең. Ә уның йыуынаһы килгәйне. Һуңынан да мунса керә алманы Клеопатра. Яуыз Биби үҙенән һуң мунсаны һыуытып, булған һыуҙарын түгеп ҡайтып киткән икән. “Үс ала, йәнәһе. Ир кәрәккәс, ҡатын була бел!. Күрәһеләрең алда, кәртәләргә атланып һикерерһең әле, корова”, — тип уйланы зәһәрләнеп Клеопатра.

...Ер шары үҙ күсәрендә тағы ла өс мәртәбә әйләнеп сыҡҡанда Нәсихтәр донъяһының тағы  бер мөйөшө кителде — теге иномарка өйҙәге затлы тип аталырҙай йыһаҙдарҙы шыҡылдатып төйәп китеп барҙы. “Ҡунаҡтар”ҙың һыйы Нәсихте йәнә иҙәнгә һуҙып һалды. Был хәйерһеҙҙәр ни ҙә булһа ҡушып эсермәйҙәр микән? Тамсыһы ла һушты ала, уйлау һәләтен томалай бит... Ә һуңынан ҡыйын — йөрәк ҡыҫа, тәндәге һәр ҡан тамыры дерелдәй, эсе боша — хет аҫылын да ул! Тәүбә, тәүбә! Нәсих үҙендә көс-ғәйрәттең көндән-көн кәмеүен, уй-фекерҙәренең томаланыуын, тупаҫланыуын һиҙә. Ул бит тәүлектәр буйы өйҙә аунай торған зат түгел, ул бит йығылғансы эштәргә күнеккән — ни булды уға?

Нәсих уйлап-уйлап ҡараһа ла бының сәбәбенә төшөнә алманы. Ләкин артабан да былай дауам итһә, ыштанһыҙ ҙа ҡалыуың, был фани донъяларҙан сәпсим буй етмәҫ Күктәргә күсеүең мөмкин. Бына быныһын аңланы, ахырыһы, Нәсих. Бер көндө мунса кереп, ашап-нығып алмаһа, ул, бәлки, ауылдаштары менән инде бәхилләшкән булыр ине. Бибигә рәхмәт, ҡотҡарҙы, үпкә-асыуын эсенә йота алды.

Биби тураһында уйлағас, ни ғәжәп, Нәсихтең ашҡаҙаны һыҙылып-бөрөшөп ауырта башланы — үлтереп ашағыһы килеп китте уның. Бәлки Бәрей берәр нәмә әҙерләгәндер? Нәсих, һуңғы көсөн йыйып, стенаға тотона-тотона кухняға үтте. Әҙерләгән, бысағым! Ҡатҡан һауыт-һабанан башҡа бер ни юҡ унда. Һуңғы арала тараҡандар күренә башлағайны, хәҙер ник береһе күренһен. Шыр буш өйҙән сығып ҡасҡандар булһа кәрәк.

Ә Бәрей ҡайҙа, тауыш-тыны юҡ? Нәсих залға күҙ һалды — ярым шәрә, һәр саҡ әҙер йәш бисә диванға һуҙылып төшөп йоҡлай ине. Оҙон ҡара керфектәре дерелдәп-дерелдәп ҡуя. Төш күрә, ахырыһы. “Төшөнә ни кергән икән? — тип уйланы Нәсих. — Бәлки ярып бешергән бәрәңгелер, ул ошоно һуғанлап, еңелсә генә борослап ашайҙыр. “Ана, ирендәрен супылдатып-супылдатып ала бит...”

Нәсихтең йәнә өҙөлөп ашағыһы килеп китте. “Эх, ҡайнар, ауыҙға ла алмаҫлыҡ ҡайнар, ҡуйы һурпаларға мул ғына горчица һалып, әсе ҡатыҡ ҡатып һемерергә! Арҡанан, сәс төптәренән тир, тир генә түгел, пар бәреп сыҡҡансы һемерергә! Йәки табала ҡыҙҙырылған, һыҙыҡта ғына ҡыҙҙырылған бәрәңге-! Уның төбө саҡ ҡына, сәйнәгәндә кетерләрлек кенә, көйгән булырға тейеш. Биби гел шулай бешерә. Һуңынан — иҫтәре аңҡып торған үлән сәйе. Ҙур бокал менән. Бибиҙең киптерелгән төрлө-төрлө үлән, сәскәләре күп уның”.

Ашау тураһында уйлағас, Нәсих тамам хәлһеҙләнде, хатта Бәрейҙең шәрә гүзәллеге лә томаланып ҡалды. Биби ни эшләп ята икән? Һуңғы арала, нишләптер, күҙгә-башҡа салынмай. Кереп хәлен белергә кәрәк. Ул да ҡатыны бит. Ниндәйерәге әле — партийный никах уҡылған ҡатыны!Үткән замандарҙан, йәшәгән илдәрҙән иҫтәлек булып, телһеҙ-тешһеҙ бер Биби генә ҡалды инде Нәсих өсөн.

Нәсихтең аяҡ тауышына Клеопатра һиҫкәнеп уянды.

— Кто ходит унда? Һинме, любовь моя? Кил әле ко мне! Я хочу тебя! Очень!

“Аллаҡайым, үҙең һаҡла!” Нәсих йәш бисәһе ҡосағына хәҙер эләкһә шунда уҡ йән ҡыласаҡ. Сыра телерлек тә хәле, теләге лә юҡ уның. Ләкин Бәрейҙең теләгенә ҡаршы төшөү ҙә ҡыйыныраҡ.

— Хәҙер, дарагуша, Бибиҙең хәлен белеп сығам да, хәҙер, уны...

Биби исемен ишеткәс, Клеопатра урынынан уҡ һикереп торҙо. Уның сибәр йөҙөнә шайтан күләгәһе ятты. Унһыҙ ҙа мул күкрәктәре ярһыуҙан тағы ла ҡабара төштөләр.

— Әп-пәт Биби! Нена-ви-жу! Корова! Корова һинең Бибиең! Күҙен аса ла — Биби! Чем я хуже? Скажи, ә, деревня?! Әгәр если хочешь — бар! Шуруй! Боҙ тишерһең. Ненавижу!!! Мине кемгә менять итә бит! Во-он!

Клеопатра сығырынан сыҡты, ярһыны, ни эшләгәнен белмәне, ҡулына эләккән иң беренсе әйберҙе Нәсихкә ырғытты...

Быға ҡәҙәр өй эсендә булмаған, тамам шымарған шприц ине ул. Ул шприц саҡ Нәсихтең битенә ҡаҙалманы.

...Биби, Нәсих кергәндә быҙауҙары янынан ҡайтып, баҡсала бер тын соҡоноп, тирләп-бешеп сәй эсеп ултыра ине. Ирҙең түргә үк үтергә хәле етмәне, ишек төбөнә генә сүгәләне. 

— Уф-ф... Ситуация шулай — был аҙнаны мин һиндә торам. Тәрбиәлә...

— Нимә?! Келпери ҡалдығы! Кермә, күҙемә күренмә, тинем мин һиңә!

— Ни бит, ҡорһаҡ асты, етмәһә, шприц сәпәне. Чүт күҙгә кермәне.

— Ниндәй шыприс? Беҙҙә юҡ бит ул. Келприең әллә теге ни, нәмә әле — комиссар, нарком, әй, юҡ та, наркоманмы? Һинең кәләшеңде әйтәм.

Нәсихтең кинәт кенә зиһене яҡтырып киткәндәй булды. Ысынлап та, Биби дөрөҫ әйтә, ахрыһы. Бәрейҙең һул беләге күм-күм. Энә ҡаҙалып торғанға шулай ҙа баһа ул! Етмәһә, теге егеттәр килер алдынан үҙен ен алыштырғандай була, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй, йәне наркотик талап итә бит уның!

Нәсих әле үҙендә лә шундайыраҡ теләк һиҙә: уға ниҙер кәрәк, уға ниҙер етмәй, күңелен ниҙер ҡытыҡлап, эсен бошороп тора, башына төтөн тулған һәм шул төтөн эсендә бер генә уй — шарик тәгәрәп йөрөй

Ниндәй уй ул? Ысынлап та, нимә аңлата ул шарик?.. Теге егеттәрҙең килеүен, бысаҡ йөҙө тиклем генә һалып бирелгән күстәнәстәрен көтә, өмөт итә бит ул шарик, ҡәһәрең! Бына һиңә! Нәсихкә лә эләккән булып сыға бит ул ағыу!

 — Ҡара әле, Биби, тыңла әле — әгәр мин ошонда, тупһа төбөндә тәгәрәп үлһәм, ҡулыма берәр киҫәк икмәк тоттороп ҡуй, йәме! Астан үлгән тимәһендәр.

— Бик тә  таман үҙеңә! Һөт юҡ. Ана, ҡоро сәй эс. Тегеләр сәйнүкте алып киткәнсе эсеп ҡал. Ите ашалған тауыҡ һөлдәһенә әйләнгәнһең. Арыу һурған һине Келпериең. Күрмәгәнеңде күрһәткән. Рәхәтләнгәнһеңдер инде. Һин сәпсим дүрәк икәнһең. Ҡайҙан таптың һин ул кәнтәйҙе?

— Һи-и, шунан инде, баҙарҙан.

— Ниңә, хәҙер баҙарҙа ҡатын да һаталармы ни? Килоһын нисә һумдан? Туҡта әле, ә һинең ит һатҡан аҡсаң ҡайҙа? Шуға ышанып күпме бурысҡа батҡайныҡ.

— Һә-әй, юҡ инде ул, бөттө. Нишләп бөткән — хир знает. Йәл, кәнишне...

“Ике йыл ыҙаланып аҫыраған үгеҙ аҡсаһын да шул Келпери йотҡан, ҡәһәрең”, — тип үрһәләнде Биби. Ишек төбөнә меҫкенләнеп сүгәләгән Нәсихте ул башта ҡыҙғанып та ҡуйғайны, ләкин шаҡтай мал-мөлкәттән генә түгел, инде килеп үгеҙ аҡсаһынан да ҡолаҡ ҡаҡҡанын төшөнгәс, Биби ысҡынды — бәғеренә йыйылған әрнеү, хәсрәт, кәмһетелеү — бары ла ҡапыл ташҡын булып ҡотороноп бәреп сыҡты. Үҙ-үҙен белештермәйсә, күҙенә салынған иң беренсе әйберҙе — иҙән һеперткеһен эләктереп, иренең “туҙанын ҡаға” башланы. Таҡмаҡлай-таҡмаҡлай ҡаҡты.

— Ниңә мине мир алдында рисвайҙар иттең. Бәреп кенә үлтерергә ине, кәрәгем ҡалмағас... Нәмәләр уйлап эйәртеп ҡайттың һин ул Бәрейҙе? Мә, тағын кәрәкме, мә! Минең йөҙкәйҙәремде ҡарайтҡан ул ҡоромдо ҡайҙан таптың?

Нәсих ике ҡулы менән башын ҡаплап йомолған.

— Ҡара әле, Биби. Ней ҡыланаһың һин, ғүмер булмағанды. Әйттем бит — баҙарҙан таптым. Туҡта! Минең менән рәттән баҫып, кемдеңдер итен һатты. Хыватит, тиҙәр, һиңә! Үҙенеке бөткәс, миңә һатышты. “Үҙең сибәр, үҙең уңған, әллә инде икенсе ҡатын итеп алырға үҙеңде” — тип шаярып ҡына әйткәйнем, ризалашты ла ҡуйҙы. Тилерҙеңме әллә, Биби, бәреп йығам бит үҙеңде! Теге егеттәр килеп сыҡты. Эстек инде, мәжлес яһаныҡ. Ҡыҙҙыраһың, Биби, туҡ-та! Ниндәйҙер фатирға барҙыҡ... Иртән, мин бит шаярҙым ғына, миңә башҡа ҡатын кәрәкмәй, өйҙә Биби бар, тип әйтеп ҡарағайным да, теге балбистар, бындай эштә шаярмайҙар, хәҙер түлке впирут, тип беҙҙе етәкләштереп ҡайтарып ебәрҙеләр. Бына шул. Әйбәт тороғоҙ, тикшереп торорбоҙ, тинеләр. Ну, Биби, яффашемәт, туҡтайһыңмы һин, юҡмы?! Ниңә, Биби, тағы бер ҡатын мишәйтләмәй инде. Һин арының, ҡартайҙың. Үҙеңә ярҙамсы булыр ине. Пүскәй нарком булһын, зату йәш...

Боҙоҡ ирҙең һуңғы һүҙҙәре Бибиҙең аңын тамам томаланы, ни ҡылғанын белмәйенсә, сүгәләп ултырған Нәсихте типте лә ауҙарҙы ул... һәм үҙе лә, һуҙылып ятҡан иргә ғәжәпләнеп ҡарап, тораташ булып ҡатып ҡалды. Бына хәҙер ул аяғына баҫасаҡ. Нишләтә инде ул Бибиҙе?

Ҡыҙып, һуғышып китергә оҡшамағайны Нәсих. Ул, күҙҙәрен селт-селт йомғалап, Бибигә тәү тапҡыр күргәндәй оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.

— Бәй, бәй, Биби, һинме был-л? Ғүмер булмағанды... Нишләүең был?

Нәсихтең тыныс ҡына, ипле генә өндәшеүенә аптырап ҡалған Биби үҙе лә һиҙмәҫтән илап ебәрҙе. Эй иланы ул, эй иланы... Йөрәгенә уҡмашҡан хәсрәт-хурлыҡ күҙ йәштәре булып бите буйлап ағып-ағып төштөләр. Инде нисәмә көн күңеле тулышһа ла, илай алмай ине ул — рәхәт булып, бушанып ҡалды...

Бына шундай уңайһыҙ мәлдә бригадир — Йоҙроҡ Әпти — килеп керҙе. Уртаса ғына буйлы, ябыҡ, уттай ҡыҙыу һәм етеҙ кеше ул. Күп һөйләмәй, кәрәген бер әйтә. Ҡабатларға тура килһә, ул инде ауыҙын асып тормаҫ, ә шыр һөйәк йоҙроғон сөңгеләтеп мороноңа килтереп терәр. Шуның өсөн “Йоҙроҡ Әпти” ул.

Елләнеп кергән бригадир ишек төбөндә шып туҡтап ҡалды: Нәсих иҙәнгә һуҙылып төшкән, ә уның ҡырына теҙләнгән Биби таҡмаҡлай-таҡмаҡлай илай. Ваҡытһыҙ керелде, ахырыһы.

— Дә-ә, бында хайран икән!

Биби, Йоҙроҡ Әптиҙе күргәс, тиҙ генә аяғына баҫып, итәген һыпырғылағадай итте, йәшенә мансылған йөҙөн күрһәтергә теләмәйсә, яулыҡ осо менән биттәрен ҡапланы.

— Ала-ай икә-ән! Нимә, Биби, ирең, наканисты, мәрйә янынан сыҡтымы ни?! Тор, эт һымаҡ һуҙылып төшкәнһең бында. Ваҡыты ни бит — бесән. Иртәгә уборкаға! Ә был тырбыҙыҡ кейәүләп ята. Ер бит! Нисә ҡатын алһаң да ярай, имеш. Ихатаңа милиун Мәрүсә тултырһаң да, улар Бибиҙең киҫкән тырнағына ла тормайҙар бит! Шуны һаман аңламайһыңмы ни? Тәк, тыңла! Әгәр әбиттән һуң комбайның янында булмаһаң, бестерәм мин һине! Билләһи! Ветврачты алып киләм дә бес-терәм! Исемем Әпти булмаһын! Йә, әйт әле, Нәсих, һин бит сәпсим дүрәк түгелһең, ни уйлап алып ҡайттың һин ул ҡатынды?

Инде аяғына баҫҡан Нәсих ыҡ-мыҡ килде:

— Әллә инде. Оҡшаны... Белмәйм... шулай килеп сыҡты...

Йоҙороҡ Әпти ҡулындағы сыбыртҡы һабын итек ҡунысына һуҡҡылап-һуҡҡылап алды.

— Нимә, киләсәктә лә ике ҡатын нитмәксе булаһыңмы инде? Нәсих ни әйтергә лә белмәне, мәсьәләнең был яғын ул үҙе лә асыҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмай ине, ахырыһы.

— Әллә инде. Нисек булыр, Икәү әйбәт тә бит, ну бик рахсутлы. Мал күп кәрәк...

Йоҙороҡ Әпти сыбыртҡы һабын итек ҡунысына һуңғы  тапҡыр шапылдатты.

— Тәк, аңлашылды. Бына шул — һин Бибиҙең итәгенә дәлше лә тотоноп йәшә инде, Нәсих туған! Әгәр яңынан тотондорһа. Уның ҡаршыһында ныҡ гонаһлы һин. Йәшәргә кәрәк бит инде, кисерер Биби. Эйеме? Кем башына ни төшмәй. Всу, әйтәһен әйттем. Киттем мин. Теге өйөгөҙгә кереп сығам да, никахығыҙҙы анулировайт итәм дә...

Бригадир, кергәндәгесә, ел кеүек сығып та китте. Бер аҙҙан уның ихатала шарт та шорт сыбыртҡы шартлатыуы ишетелде. Ул ғына түгел, Клеопатраның йөрәк өҙгөс тауышы ла.

— Нәсих, убивают! Спаси! Какой-то дурак сыбыртҡы менән гоняет...

Нәсих йәш ҡатынына ярҙамға ташланмаҡсы ине, ләкин Бибиҙең күҙ ҡарашы менән осрашып, шып туҡталып ҡалды. Ни генә сағылмай ине ул күҙҙәрҙә: ялбарыу ҙа бар, ҡәһәрләү ҙә, ғәфү итеү ҙә күренә, балаларының, хатта инде күптән гүр эйәләре булған ата-әсәләренең дә ҡарашы сағыла кеүек ине тоноҡлана төшкән күҙҙәрҙә. Ауыр, бик тә ауыр ҡараш ине. Нәсих уны күтәрә алманы, йәнә ишек төбөнә сүгәләне: “Эх-х!..”

Ләкин хәлдәр ул ҡәҙәр ҡурҡыныс түгел ине. Йоҙроҡ Әпти киреләнеп торған ҡала ҡыҙын ҡурҡытыр өсөн генә сыбыртҡы шартлатҡыланы. Юғиһә, ҡасандыр нур сәсеп, тәмле-тәмле ризыҡ иҫтәре аңҡытып торған, ә хәҙер инде шөкәтһеҙ тынсыу өйҙән һис сығырға теләмәй бит.

— Бар, балаҡай, кит һин ҡалаңа! Йүнләп әйткән сағында. Һин бында кәрәкмәйһең. Булған — бөткән. Ҡапҡаға атла, тиҙәр һиңә! Олома! Йәшһең, матурһың, үҙеңә дастуйынды табырһың! Ә ауылдан уматывай! Теге мафияңа ла әйт, килеп йөрөмәһендәр бүлше. Йоҙроҡ Әпти әйтте, тип әйт. Ҡайҙа боролдоң, арбаға ултырырға ҡушылған һиңә! Тиҙ бул, ваҡыт юҡ — уборка...

Ҡурҡыуҙан ағарынған, ни булғанын әле һаман аңлап, төшөнөп бөтә алмаған Клеопатра йәһәт кенә арбаға үрмәләне. Былай ҙа ҡыҫҡа итәге тағы ла күтәрелеп, нәфис, шыма боттары самаһыҙ асылып китте —бригадир шул мәлдә юғалып ҡалды, шул тәнгә тотоноп, һыпырып ҡарайһы килде уның.

Ат ҡапҡа төбөнән ҡырт боролдо ла, хужаһын, йәнәшәләге ҡатындың йылыһынан, сибәрлегенән саҡ ҡына иләҫләнә төшкән Йоҙроҡ Әптиҙе һәм инде күҙ йәшһеҙ генә һулҡылдаған бәхетһеҙ Клеопатраны ауыл башынан үтеүсе Өфө юлына табан саптырып алып китте...

Ә Ер шары, яҡшыһын-яманын да үҙ елкәһенә тейәп, һаман әйләнә лә әйләнә. Уның нисәнселер әйләнеүендә ауылда ойошҡан компартияның генеральный секретары булып ҡалған Сөнәй, самопал араҡынан ағыуланып, китеп барҙы, бер мәшһүр демократты илебеҙҙе артығыраҡ талағаны өсөн төрмәгә ултыртырға маташтылар; Урҙа урманында ауған ҡарт ҡайындың төбөнән йәш үҫентеләр баш ҡалҡытты.

Һәм Нәсих менән Бибиҙең балалары, ваҡытын тура килтереп, барыһы ла бер ваҡытта атай-әсәйҙәре янына ҡунаҡҡа ҡайттылар. Тик малайҙары был юлы нишләптер яңғыҙ ине. Бергә йыйылғас, рәхәт, күңелле булып, донъялар яҡтырып китте...

Ә Ер шары үҙ күсәрендә әйләнә лә әйләнә...

Һәм әйләнәсәк тә әле ул.      

Фото: m.fotostrana.ru      

 

 

Автор:
Читайте нас: