

Кафе-ресторандар, клубтар, күңел асыу, спорт үҙәктәре, супермаркеттар урынлашҡан ерҙәрҙәрҙә транспорт ҡуйыр урын ҡалмай, үҙәк урамдарҙа көндөҙгөнән дә күберәк, ялтырыраҡ, текәрәк машиналар ағымы елдерә. Был сағыу донъяла кешеләр ҙә матурыраҡ, ҡупшыраҡ кейенгәндәй, күңелдәре көндөҙгөгә ҡарағанда күпкә күтәренкерәк, хәрәкәт-ҡыланыштары иркенерәк, үҙҙәре лә иреклерәк була барғандай тойола.
Заманының мөғжизәле төҙөлөш материалдары менән эшләнеп, ҡара көҙгө ише ялтырап, битендә ҡаршы яҡ йорттарын сағылдырып торған ҡиммәтле ҡунаҡханаларҙың береһе алдына ҙур булмаған микроавтобус килеп туҡтаны. Водитель янында ултырған ерән ир йылдам ғына төшөп автобустың ишеген асып ебәрҙе лә, нимәлер һөйләй-һөйләй, усын-усҡа һуғып кемдәрҙелер ашыҡтырҙы. Тик эстәгеләр артыҡ ҡабаланмай, ахыры. Бына, ишек ауыҙынан иренешеп кенә төрлө-төрлө кейемдәрҙәге ҡыҙ-ҡырҡын сыға башланы. Берәүҙәре ергә баҫҡас та ирәйеп китеп кирелде, икенселәре тәмәке ҡабыҙҙы, өсөнсөләре һалҡын һауаға йылы боҫ борхотоп һөйләште, ҡысҡырышып көлөштө. Йәмғеһе ун ике ҡыҙ булды. Хас та һынамыштағы «Беҙ, беҙ, беҙ инек, беҙ ун ике ҡыҙ инек…» тигән кеүек.
Араларындағы бер бөртөк ир, алдан төшөп алып, ҡыҙҙар төркөмөн артынан әйҙәп алып китте. Күпмелер ара үткәс, «Иномаркаларға запчастар» тип исемләнгән бутик янында бер парҙы, унан арыраҡ тренажер залдары янында тағы ла икәүһен, үтәрәк шулай уҡ ҡуйып, ҡыҙҙарын алты нөктәгә урынлаштырып сыҡты. Унан ситкәрәк китте лә, үҙ эшенән бик ҡәнәғәт ҡиәфәттә, быларҙы күҙ ҡарашы менән бер байҡағас, кеҫә телефонын сығарып алып, кемдәр менәндер ҡыҙыу-ҡыҙыу һөйләшергә, бәхәсләшергә, сауҙалашырға кереште.
Ҡыҙҙар һайлап алынғандағы кеүек һомғол, нәфис, сибәр инеләр. Былай ҙа нескә һындарын тағы ла һығылмалыраҡ итеп тәндәренә һылашып ятҡан ҡыҫҡа ялтыр күлдәктәр, юбкалар, бриджилар өҫтөнән, һыуыҡ уҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҫҡа тун йәки курткалар ғына элеп алған булғандар. Уларының да элмәктәре ҡаптырылмаған, түштәре асылып, төрлө бижутерия менән сыбарланған нәфис муйындарын, йүнле-башлы ҡапланмаған ап-аҡ күкрәктәрен әсе ел ҡура. Күптәренең башында париктар, күрәһең. Улары төрлө формала һәм оҙонлоҡтарҙа булып, тәбиғи булмаған сағыу төҫтәре менән йәш, һылыу йөҙҙәргә манекен сүрәте бирә. Үтә күренмәле капрондарға һәм сетка ойоҡтарға ғына уралған оҙон, төҙ аяҡтарҙа йоморо балтырҙарын һығып торған беҙ үксәле бейек ҡуңыслы итектәр йәки осло моронло ҡупшы классик ботинкалар. Ана шул бейек үксәләрҙә «тек-тек» баҫып, үҙҙәре тәңгәленә юл ситенә ялтая биреп килеп туҡтаған машиналарға ҡарай баштарын ғорур, яурындарын тура тотоп, янбаштарын тулҡын өҫтөндә тирбәлгәндәй талғын ғына уйнатып атлап китеүҙәре һоҡланып ҡарап торор тамаша.
Әкиәттәрҙәге иң һылыу ҡыҙҙарҙы ғына урлап йыйған дейеү әсирәләре кеүек бер тигеҙ күркәм булып күренгән ҡыҙҙар теҙмәһенән шулай ҙа берәүгә ирекһеҙҙән күҙ төшә. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, уның сәсе аҡ йәки һары түгел, ә ыҫмала кеүек ҡара пәрҙә булып иңбаштарын япҡан. Сәстәре лә үҙенеке уның, тулҡынланып ҡабарып торған «болоттарҙы» нисек итеп парик менән ҡапламаҡ кәрәк? Оҙонса аҡ йөҙҙө йоҡа ғына тура танау, бүлтек алһыу ирендәр һәм бешкән муйыл һымаҡ тонйорап торған сөм-ҡара күҙҙәр биҙәй. Эйе, ҡыҙҙы ысынлап та ҡыҫығыраҡ үткер, яндырай ҡарашлы күҙҙәре менән ҡайылып киткән ҡара ҡаштары төнгө күкте йондоҙҙар, йәшел туғайҙы сәскәләр биҙәгән ише тағы ла нурландырып ебәргәндәй, серлерәк, юғарыраҡ, хатта ҡырағайыраҡ итеп тә күрһәткәндәй ине.
Ҡушаматы «Гюльчатай», ә ысын исеме Арина уның. Көлһыу күҙле, етен башлы мәрйә-хохлушкалар араһында теплица гөлдәре түтәлендә яңылыш үҫеп сыҡҡан ҡыр сәскәһеләй булып айырылып торған берҙән-бер ҡараҡай. Ана шул ятыраҡ төҫтә булыуынанмы, әллә күҙ сағылдырыр ят, ҡырағай, ҡырыҫ матурлығын экзотика күрепме, үҙен урамда оҙаҡ тотмайҙар, һатып алыусыһы шунда уҡ табыла.
Әле лә дәү тәгәрмәсле оло машинаның Гюльчатай торған ергә туҡталырға боролоуын аңғарғас та, «һатыусы» ҡыҙҙар янына ашыҡты һәм тәҙрә быялаһын төшөрә биреп, ҡара күҙлектәре өҫтөнән генә ҡарап баш ҡаҡҡан бүкән башлы әҙәмдең кемгә ымлағанын һүҙһеҙ аңланы. Ниндәйҙер юғары чин вәкиле булырға тейеш, тик кәрәклеһен махсус урындарҙан заказ менән генә килтертмәй, ошолай үҙе йөрөп, урамдан алып китеүе генә аңлашылмай байҙың. «Йә, ярай, мәйеле, беҙҙең эш тауарҙы үткәреү»,- клиенттың башҡаға күҙ һалмаҫын яҡшы белгән «ерән», икеләтә хаҡ ҡайырып, аҡсаларын кеҫәһенә йомарлап тығып, ҡыҙҙы бик кеселекле рәүештә терһәгенән тотоп ултыртышып ебәрҙе. Шундай әртисләнде, әйтерһең дә хан ҡыҙын ҡунаҡҡа оҙатты.
…Арина «эштән» таңғы алтыла ғына ҡайтып инде. Башта, ғәҙәттәгесә, өҫтөндәге ҡыҙҙар менән үҙ-ара мыҫҡыллап «цирк костюмы» тип атаған ҡысҡырып торған кейем-һалымын сисеп ырғытты, мамыҡҡа крем һалып бит-күҙендәге косметиканы һөртөп алды, унан оҙаҡ итеп душ ҡабул итте. Фатирҙа бергә көн иткән өс ҡыҙҙың икәүһе мышнап йоҡлай, балерина ише ҡаҡса оҙон София бөгөн дә үтмәүенә һәм «көтөүсе»нең эттән алып эткә һалып тиргәүенә түҙмәйсә тағы ла эскән күрәһең, карауаты эргәһендә шарап шешәһе тәгәрәп ята. Ә теге, күҙҙәре саф аяҙ күк йөҙөн хәтерләткән, ун ете йәшлек кенә Лена иртәрәк ҡайтҡандыр, уны яңы кеше, оҫталығы самалы тип аҙыраҡ эшләтәләр. «Көтөүсе» ҡайһы бер мәсьәләләрҙә шулай «мәрхәмәтле» лә була белә ул.
Арыған тәненә йомшаҡ халат һелтәп алып, тамаҡ ялғарға ла ҡоларға, тип, өҫтәл артына ултырғайны ғына, ҡапыл тертелдәтеп ишек ҡыңғырауы зыңланы:
— Зыңңң-зыңңң! Зыңң-зыңңң!
Ҡыҙ аптыраны. Был ҡыңғырауға бик һирәк баҫалар. Ҡайтаһы кешеләрҙең барыһының да үҙ асҡысы бар. Ҡунаҡҡа килеүсе йәки хәл белеп йөрөүселәргә өйрәнелмәгән.
— Зыңң-зыңңң! Зыңң-зыңңң! – тауыш сабырһыҙ, талапсан яңғыраны. Ахырҙа Арина аяҡ остарына ғына баҫып барып «күҙ»ҙән ҡарарға мәжбүр булды ла, күргәндәренән «Ах!» итеп йоҙаҡтарҙы асырға ташланды. Ишек төбөндә ауыҙ-мороно ҡанға батҡан, ҡыҫҡа ерән паригы бер яҡҡа салшайып төшкән, күгәргән тубыҡтары тәңгәлендә ойоҡтары йыртылып, асыҡ зәңгәр блузкаһы тәпәрләнеп, бысраҡҡа буялып бөткән Галяны ҡолап китеүҙән ҡурсып ҡултыҡлаған сутенер баҫып тора ине. Бындайҙы тәүге тапҡыр күрмәһә лә, хатта үҙенең дә ошондайыраҡ хәлгә ҡалғаны булһа ла, ҡыҙ усын тешләп ҡатып ҡалды.
Олег Галяны өҫтөрәп индерҙе лә, һаман һерәйеп торған ҡыҙға:
— Нимә ҡарап ҡаттың, ярҙам ит! - тип екерҙе.
Арина иҫенә килеп, яралының ҡултыҡ аҫтына инеп, яурыны менән күтәреште һәм тегене икәүләшеп алып барып карауатҡа һалдылар. «Бахырҡа-ай…» - «хохотушка» ҡушаматы алған көләкәс ҡыҙҙың ҡарар ере ҡалмағайны.
— Кемдәр уны былай? Нимә булды? – Арина борсоулы ҡарашын Олегҡа күтәрҙе.
— Берәү алып киткәйне, унда күмәк булып сыҡҡандар, ҡыҫҡаһы, иҫереп ҡоторғандар.
— Язаға тарттырырға кәрәк ул хайуандарҙы. Былай…
— Ҡәҙерлем, уларҙы язаға тарттырыу Галяға алынасаҡ дарыуҙарға ҡарағанда ун-егерме тапҡырға ҡиммәтерәккә төшәсәк. И вообще, ул хаҡта онот, әхирәтең йәл булһа тиҙерәк һауыҡтыр ҙа аяҡҡа баҫтыр, үҙең беләһең бында дауахана ла, шифахана ла түгел. Аңлашыла?!
Нисек аңлашылмаһын инде, әлбиттә аңлашыла. Тиҙ арала «эш»кә яраҡлы булмаһа, фатирға түләй, «фирма»ға килем килтерә алмаһа, Галяны урамға ҡыуып ҡына сығарып ебәреү язаның иң йомшағы, иң кешелеклеһе буласаҡ.
Йоҡо ҡайғыһы китте. Ул арала тауышҡа башҡа ҡыҙҙар ҙа уянды һәм күмәкләшеп, тән һәм йән ғазаптарынан ҡусҡарҙай бөгәрләнеп, үлгән шикелле өнһөҙ-тынһыҙ ятҡан кәүҙә тирәләй үҙҙәре лә ярҙамһыҙ булып, ҡурҡынған, юғалып ҡалған ҡиәфәттә баҫып ҡалдылар.
* * *
Шул уҡ тәүлектең һуңғы сәғәттәрендә Арина менән Оксана был ер йөҙөндә уларҙы борсор бер нәмә лә булмағандай, донъялары түңәрәк, кәйефтәре көр төҫ менән өйрәнелгән урындарында тора инеләр инде. Бына яндарынан инде ике-өс ҡабат яй ғына үткән такси улар тәңгәленә килеп туҡтаны. Эстәгеләр ҡыҙҙарҙы быяла тәҙрәләр аша күҙәтеп ниҙер һөйләшеп көлөштө.
— Кемдәр шул, танымайһыңмы? – Арина борсолоп Оксанаға өндәште. Галя менән булған хәлдән һуң йәндәре ус төбөндә шул.
— Да чурки какие то…
Ул арала Олег сабып килә һалып етте лә, сауҙалашып үҙҙәрен тейәп тә ебәрҙе. Оксананың «чурки» тигәндәре ысынлап та ҡара сәсле, ҡара ҡашлы, ҡырыҫыраҡ йөҙ-төҫлө ир-егеттәр ине. Тик, күренеп тора, «ҡара» халыҡ түгел.
— Сәләм, малайҙар, кәйефтәр нисек? – Оксана көнө буйы көтөп торған яҡындары килеп сыҡҡандай яр һалды.
Артта ултырғандың ауыҙы ҡолағынаса йырылып китте:
— Шә-әп, ҡыҙҙар, шә-әп. Һеҙ булғас тағы ла шәберәк булыр.
— Ҡайҙа барабыҙ?
— Йәнегеҙ ҡайҙа теләй, - теге егет ихласлығын белдерә булып ҡулдарын йәйеп ебәрҙе лә, һыңар беләген янына ҡунаҡлаған Оксананың нәфис яурындарына төшөрҙө. Йәнәһе, ваҡиғаның хужаһы шулай ҙа ул әле. Оксанаға иһә иҫкәртәһе йәки аңғартаһы түгел, ул үҙ эшенең оҫтаһы, бындай «ауыл»ынан яңы сыҡҡан «малай»ҙарҙы ғына түгел, ир-аттың әллә ниндәй донъя күргәндәрен дә бесәй балаһылай итеп кенә әүрәтә, йәшәү мәғәнәһен оноттора белә. Был юлы ла, ап-аяҙ йәйге күк ише түңәрәк күҙҙәрендә зәһәр шайтансыҡтар бейетеп, ҡулбаштарына яҙа-йоҙа эләгеп торған блузка ишараты өҫтөнән кейгән курткаһының ҡаптырмаларын ашыҡмайса ғына ысҡындырҙы ла, яурындары менән йәтеш кенә хәрәкәт эшләп этеп тә төшөрҙө. Ҡараштары алдында пәйҙә булған илаһи күренештән «Дон-Жуан»дың аҫҡы эйәге төшөп китә яҙҙы. Ул бер-нисә минутҡа ғына юғалып, албырғап ҡалды. Бер генә мәлдә, күҙ йомоп асҡан арауыҡта ғына булды был йомшаҡлыҡ, тамаша ҡылыусы йәһәтләп үҙен ҡулға алып, бик мәғәнәле итеп йылмайған булды, әммә тәжрибәле фәхишә клиентының күҙ ҡараларында ғына сарпылып киткән был үҙгәреште бик тиҙ һәм ваҡытлы тотоп ҡалды, ҡалды ла һығымта ла яһаны. Уның алдында күптән ҡатын-ҡыҙ күрмәгән йәки гүзәл зат мәсьәләһендә тәжрибәһе бик сикле булған әҙәм ултыра. Төҫкә-башҡа ап-арыу, күҙе-башы янып, дәрт-дарманы уйнап торған ир-егеттең бындай хәлдә булыуын ике генә сәбәп асыҡлай: йәки армиянан был, йәки зонанан. Оксана, ғәҙәттә, үҙ фараздарында яңылышмай торған. Әле лә бер күҙ һирпеүҙә, бер байҡауҙа төшөнгәндәренә ныҡлы ышанып, ҡалҡау күкрәктәрен алға һоноп егеткә яҡынайҙы. Тегенеһе танауына килеп бәрелгән татлы хушбуй еҫтәрен шайығы менән бергә ыңҡылдатып йотто ла, ҡомһоҙ ҡараштарын дөйөм гүзәллектең ҡайһы ерендә туҡтатырға белмәй аҙапланды. Хур ҡыҙының ҡуйы ҡыҙыл яғылған үпкәсел бүлтек ирендәре араһынан ағылған моң да уға алыҫтан ишетелгәндәй тойолдо:
— Йәнебеҙ һеҙҙең кеүек аҫыл егеттәр менән аулаҡҡа теләй.
Әхирәтенең шул арала клиентынан артҡы аяҡтарында һикергәндәй маһъмай яһай алыу һәләтен көлөмһөрәп күҙәтеп килгән Арина, тегеләр үҙенең яндарында барлығын онотҡандай булғас, борсола биреп алдағыларға күҙ атты. «Руль артындағыһы таксист булһа, күршеһе уға тәғәйен клиенттыр, тимәк. Нимә тумһайып ултыра икән. Берәй псих булып ҡуймаһын тағы...»
Ниндәйҙер йорт янына килеп туҡтанылар. Арттағы егет йылдам ғына сыға һалып ҡыҙҙарға ҡулын биргән булды:
— Прошу, дамы.
Оксана уйынды күтәреп алды:
— Миғси.
Алда ултырыусы таксист менән иҫәпләште лә, ашыҡмай ғына сығып өҫ-башын рәтләгәндәй иткәс, үҙен дүрт күҙ менән көтөп тороусыларға боролоп баҫты. Ҡыҙҙарҙың ҡайһыһыныңдыр үҙәк төпкөлөнән ирекһеҙҙән атылып сыҡҡан «Аһ» нисек ҡапыл ысҡынған булһа, шулай тотоп быуылды. Клиенттан ҡурҡыу йәки аптырау улар ҡағиҙәһендә түгел. Шулай ҙа ҡаршыларында торғандан өрккәнерәк ҡыҙыҡһыныусан ҡараштарын айырып ала алманылар. Иптәшенән бер башҡа аша ҡарап торған уҫлаптай кәүҙәле егеттең һул күҙе кинолағы пираттарҙыҡы ише ҡара ҡара япма менән ҡапланған да, япманың аҫтынан уҡ шул яҡ бит буйлап үңәстең кейем ҡаплаған тәңгәленә тиклем буйҙан-буйға ҡыҙыл-көрән йөй төшкән ине. Уныһы әллә ни һөнәр белмәгән ҡул менән сатай-ботай тегелгән. Энә эҙҙәренең дә тартылып етмәүенә ҡарағанда, ептәре лә күптән түгел генә сиселгәндер. Йөй шул яҡ танау япрағы менән ирен ситен үҙ яғына ҡыйшайта биреп тартҡан. Һыңар ҡулын терһәк тәңгәленән бөгөп бауырына ҡыҫыуына ҡарағанда, уныһы ла зәғиф булырға оҡшай.
— Ҡурҡмағыҙ, кеше ашамайым. Ҡарап туйһағыҙ, әйҙә - алға, - быларҙың йыландан арбалғандай булып үҙенә тексәйешеп ҡатып ҡалыуҙарынан ҡыҙыҡ табып күңеле күтәрелгән егет алдан төштө.
Ике бүлмәле йыйнаҡ ҡына фатирға килеп инделәр. Иң кәрәкле генә мебель-йыһаздар «оя»ның бер-нисә көнгә генә алынған ваҡытлыса урын икәнлеген әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора. Һәр хәлдә ҡыҙҙар бындай фатирҙарҙы таный белә.
— Рәхим итегеҙ, ҡыҙҙар, - артта ултырып килгән егет кейемдәрен сөйгә элде лә түргә әйҙүкләне, - хәҙер йәһәт кенә табын ябып ташлайбыҙ.
Һәр төрлө хәл-торошҡа һөнәрмәндәрсә йәһәт ҡулайлашып өйрәнгән ҡыҙҙар үҙ өйҙәрендәгеләй еңел һәм ҡыйыу йөрөп хужаларға өҫтәл биҙәшергә кереште. Кескәй диван менән ҡәнәфиҙәр араһынағы тәпәшәк түңәрәк табынға емеш-еләк йыуып ҡуйылды, колбаса-сыр кеүек закускалар янына дәү шаҡмаҡ аҡ шешә менән ҡыҙыл шарап менеп ултырҙы.
Аш бүлмәһе менән зал араһында улай-былай йөрөшкәндә Оксана аулаҡ тура килтереп, матур йөҙөн йәмһеҙ сирып, һыңар күҙен ҡыҫып:
— Не повезло һиңә, ҡәҙерлем, һөйгән йәрең – Франкинштейн, - тип тауышһыҙ ғына һығылып көлөп алырға ла өлгөрҙө. Арина ла пырхылданы:
— Әйтмә лә инде.
Унан егеттәрҙең теге яҡта ниндәйҙер көйлө генә ят телдә һөйләшкәндәренә ҡолаҡ һалып торғандан:
— Ниндәй милләт халҡы икән? - тип һорамай ҙа булдыра алманы. Ят та, нимәһе менәндер таныш та кеүек телдәре.
— «Ҡара»ларҙыр.
— Юҡ, улар түгел. Икенсерәктәр бит.
— Улайһа йә таджик, йә үзбәк, һәр хәлдә шул «чурки» инде. Йә, ярай, беҙгә уларҙың кем булыуы нимәгә, - Оксана түш иҙеүен аса биреп, күҙ-ҡашын һыпырғыланы ла залға ашыҡты, - аҡсабыҙҙы эшләргә лә имен-аман тайырға.
Оксана менән йылғыр егет урталағы диванға урынлашты, Арина менән әлеге «Франкинштейн» өҫтәл аша ҡара-ҡаршы ҡәнәфиҙәргә тура килде.
— Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, танышыу хөрмәтенә... әй, беҙ танышманыҡ та бит әле! Мин Марат булам, дуҫым - Сәит, - үҙен Марат тип таныштырған телсәне ҡыҙҙарҙың ҡулдарына мөлдөрәмә ҡыҙыл шарап ҡойолған бокалдар тотторҙо.
— Марго, - Оксана нәфис эйәген юғары сөйҙө.
— О-һо! Королева!
— Гюльчатай.
Быныһына Марат шарҡылдап көлөп үк ебәрҙе:
— Ну, мин Петруха улайһа.
«Да, хет шайтан бул»,- тип эстән генә екһенеп уйлаһа ла, донъялағы иң бәхетле кеше ҡиәфәтендә, утыҙ ике ынйы тешен балҡытып, сәкәшергә бокалын һуҙҙы Айгөл.
Еңел генә башланып кткән табын ҡыҙғандан-ҡыҙҙы. Марат әленән-әле һикереп торҙо ла тост әйтте, анекдот артынан анекдот яуҙырҙы, ҡыҙмаса булып алған йәштәр юҡ-барҙан ҡыҙыҡ табып, һындары ҡатҡансы көлдө. Инде апаруҡ башына сыҡҡан Марат һүҙ ыңғайында икеһенең дә хәрбиҙәр булыуҙарын, һуңғы йылдар килешеү буйынса Чечняла хеҙмәт итеүҙәрен, яраланыуҙарын һәм ике айҙай госпиталдә аунап ятҡандан һуң тыуған яҡтарына ҡайтып барыуҙарын да ысҡындырҙы. Теге «Франкиштейн»ы ғына ҡап-ҡара ҡаштары аҫтынан үтә тишеп ҡараған ҡуҙ шикелле һыңар күҙе менән ике ҡыҙға ла алмаш-тилмәш бағып, иптәше «тегендә»гене күберәк ебәрә башлаһа «етәр, кемгә кәрәк ул» йә «ҡуй әле» тип тыя-тыя, һаран ғына йылмайып тик ултырҙы.
Байрам итеү оҙаҡҡа һуҙылып киткәндәй булды. Ул арала Марат, тап шул нөктәһенә етепмелер, сираттағы рүмкәһен күтәреп аяҡ үрә баҫты ла, күкрәк киреп, бер ҡулын һелтәй биреп тороп йырлап ебәрҙе:
Кү-бә-ләк гөл-дәр-гә ҡун-һа, гөл-дәр тирбәл-лә микән!
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа гөлдәр тирбәлә микән....
Ул да мин-не һа-ғынғанда, күбәләгем-түңәрәгем, аҫыл ҡошом, һандуғасым...
Тик Оксана уға йырлап бөтөргә ирек бирмәне, ынтылып ике ҡулын ҡармап ҡосаҡлап алды ла:
— Ну вот, приехали! Йә, йә нимәһен ҡысҡыраһың, әйҙә бейейек улайһа, мин һине вальсҡа саҡырам, – тип иркәләнеп әүрәтеп алып төшөп тә китте.