+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
20 Май 2023, 14:00

Әсикмәк

Сәрби әбей, һалҡын тиргә батып, өшөп уянды. Имеш, ул ҡара урманда улының ҡайҙалыр алыҫта ишетелгән тауышына ашыға, ә урман һаман ҡараңғылана һәм ҡуйылына бара. Тирә-яҡтан уға оҙон бармаҡлы йөнтәҫ ҡулдар һуҙыла, баш осонда ғына, ҡот осҡос тауыштар сығарып, дәү-дәү ҡоштар әйләнә, ағас төптәрендә, күҙҙәрҙе арбап, йыландар ыҫылдаша. 

Әсикмәк
Әсикмәк

Сәрби әбей улына ҡысҡыра, әммә үҙенең тауышын үҙе ишетә алмай, тик Тимерйәндең һаман да: «Әсәй! Әсәй!» - тип һөрәнләгәне генә ҡолағына салына. Йүгерә торғас, ҡапыл уға ҡап-ҡара ҙур бер ҡул һуҙылды. Сәрби әбей ситкә тайпылғайны - йығылып барғанын тойҙо. Шул минутта ул йән әсеһенә ҡысҡырып ебәрҙе һәм... уянып китте. Сәрби әбей тороп ултырҙы ла, хәле бөтөп, бисмиллаһын уҡырға кереште. Юрғанын һирпеп ташлап, иҙәнгә төштө - ҡурҡыныс төшөнән тиҙерәк арынырға теләп, шәл ябынды ла урамға сыҡты...

Тыуып килгән иртә ғәжәйеп матур һәм йылы ине. Мағаш башынан әкрен генә таң һыҙыла, иртәсел ҡоштар сутылдаша. Бәпкә үләндәрендә ысыҡ тамсылары һикерешә. Әйләнә-тирәнең тыныслығын һаҡлап, өй артында олпат ҡайын ҡоласын йәйгән...

Сәрби әбей төшөн нисек юрарға белмәне. «...Ҡайтып килерме икән әллә Тимерйәнем?..» Төрлөсә уйлап ҡараны әбей, әммә болоҡһоған күңелен йыуатырлыҡ бер генә яуап та таба алманы. Башынан Тимерйәне сыҡманы: уның бөтә ғүмере, тормошоноң бәхетле һәм бәхетһеҙ минуттары ошо берҙән-бер улы менән бәйләнгәйне шул...

Бынан утыҙ йылдан ашыу элек һуғышҡа киткән Тимерйәне ошо мәл ҡайтып төшөр кеүек тойолдо, таныш аяҡ тауышы ишетелмәҫме тип, Сәрби әбей ҡапҡа төбөндә бер аҙ баҫып та торҙо.

Кисәге кеүек кенә хәтерләй әсә ул көндө. Эйе, бөтәһе лә кисәге кеүек кенә: кисләтеп, эңер төшкәс кенә килтереп биргәйнеләр повестканы. Тимерйән һуң ғына эштән ҡайтты ла, йыйынып, иртән китеп тә барҙы. Район үҙәгенә тиклем оҙатҡайны улын.

Сәрби әбей, нимәлер иҫенә төшөрөп, йәһәт кенә өйгә инеп, һандыҡты асты ла, улының өр-яңы газетаға төрөлгән, һарғайып бөткән хаты менән фотоһын алды. Ғәйшә килендең тәҙрә ҡаршыһынан үтеп барған Әлфиәһен саҡырып:

- Ҡыҙым, Тимерйәндең хатын уҡып ҡына бирсе. Бөгөн ниңәлер төшөмә керҙесе, - тип, хатты уға тотторҙо.

Әлфиәнең ошо хатты күп тапҡырҙар уҡығаны бар. Был Тимерйән ағайҙың тәүге һәм һуңғы хаты икәнен дә белә. Ҡыҙ һәр ваҡыт уны үҙенсә үҙгәртеп, һүҙҙәр өҫтәп, яңыртып уҡый. Сәрби әбей иламай, ваҡыт-ваҡыт «баламды» тип шыбырҙап ҡуя ла, уҡып бөткәнсе, башҡа һүҙ өндәшмәйенсә, тыңлап ултыра. Хатты уҡығас, күңеле күтәрелеп, йөҙө асылып китә уның. Ошо ваҡыт Тимерйән килеп керер ҙә ҡосағына ташланыр, әйтерһең.

Әлфиә сығып йүгергәс, Сәрби әбей улының пальтоһын ихатала ҡаҡҡылап-һуҡҡылап кире сөйгә элде. «Ҡайтыу менән кейҙереп ҡарармын. Наҡыҫланғандыр ҙа инде. Бер-ике кейҙеме-юҡмы, китеп тә барҙы. Эй, балам...» Унан һуң Сәрби әбей һандыҡ төбөнән улының өр-яңы ботинкаһын сығарҙы, сепрәк менән һөрткөләп, оҙаҡ ҡына ҡарап ултырҙы, һандыҡты һаҡ ҡына япты ла тағы уйға талды. «Ҡайғырма, әсәй, Тимергә ни булыр, тиһең. Гитлерҙең башына етеп ҡайтырмын, бына күрерһең, тигән бит әле. Бәй, ул йөҙө ҡараның муйынын бороуға ла хәтһеҙ генә йылдар үтте түгелме һуң? Ни эшләп һаман ситтә йөрөй икән улы? Бына ғәжәп... Эше барҙыр инде, өйҙә лә гел генә шулай тине лә сапты бит. Бушағас та ҡайтыр, ҡайтыр балам...»

«Рәбиғә әбейҙән алып торған икмәкте үҙем ҡайтҡас индерермен», - тигән. Ул киткәндә үҙебеҙҙең икмәктең бөткән сағы булдымы икән ни?.. Аптыраҡ... Хәҙер колхоз биреп тора, күпме теләйһең, шул ҡәҙәре яҙҙыр ҙа ал...» Сәрби әбей ҡапыл ғына торҙо ла, йәш килендәр кеүек елкенеп йөрөп, ҡамыр баҫты. Мейес яғып ебәрҙе - түҙемһеҙләнеп көтә-көтә, икмәген ултыртыр ваҡытты саҡ еткерҙе. Унан, сәй эскеләгәнсе, икмәк бешеп тә сыҡты. Әбей, уларҙы бик ҙур һаҡлыҡ менән генә мейестән алып, өҫтәлгә теҙеп ҡуйып, өҫтәренә май яғып сыҡты ла, берәүһен ап-аҡ таҫтамалға урап тотоп, ихатаға сыҡты.

Баҙыҡ ҡына атлап ҡапҡаға етеүе булды, үрге урамдан төшөп килгән һалдатты шәйләп, ҡатты ла ҡалды.

«...Тимерйәнем... төшөм юҡҡа булмаған икән...» Әбейҙең башына килгән иң беренсе уйы шул булды. Ул ҡапыл ғына хәлһеҙләнеп киткән ҡулдары менән әсикмәкте күкрәгенә тағы нығыраҡ ҡыҫты ла түҙемһеҙлек менән һалдаттың килеп еткәнен көттө.

- һаумыһығыҙ, әбей! - һалдат ике аҙымды бер итеп килеп тә етте, әбейҙең һаман төҫмөрләй алмай йонсоғанын күреп:

- Танымайһығыҙмы? Шатморат бит, Рәбиға әхирәтеңдең ейәне булам, - тип өҫтәне, күрешергә ҡулын һуҙып.

- Ә шулаймы ни? Тимерйәнем тип торам бит... - Әбей иҫәнләште лә һалдаттың арҡаһынан еңелсә генә һөйөп алды.

- Отпусҡаға ҡайтып килеүем, әбей.

Сәрби әбей, ситкә ҡарап, саҡ ҡына тынып ҡалды, кинәт күңеле болоҡһоп киттте.

- Эй, онотоп торам. Тимерйән киткәндә, Рәбиғә әхирәттән бер әсикмәк алғайныҡ, ҡайтҡас та индерермен, тиһә лә, бурысты биреп ҡуяйым, әллә ҡасан ҡайта үҙе. Осрап, һәйбәт иттең әле. Мә, улым, - Сәрби әбей әсикмәкте Шатморатҡа тотторҙо ла: - рәхмәт инде әхирәткә, - тип өҫтәп ҡуйҙы.

Унан һалдатты тағы бер һөйөп алды ла, баҙыҡ баҫып, өйҙәренә инеп китте...

 
Автор:
Читайте нас: