-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
23 Май 2023, 13:00

ЭШЕҢ БӨТТӨ, ҠОҘАҒЫЙ...

Хикәйә Уларҙың тормошон һәр ваҡыт беҙгә өлгө, өйрәнеү өсөн миҫал сифатында күрһәтә торғайнылар. Беҙҙең ауыл халҡы шулай инде. Эҙләй башлаһаң, киленгә лә эш табыла. Ә Ләлә менән Риғәттең өлгө алырлыҡ сифаттары етерлек ине. Ауылға ҡайтҡас, ихатаға ингәс, нимә эшләргә икәнлеген барлап, пландар ҡороп ҡуялар. Былай маҡсаттары изге, әлбиттә. Изге тип, баяғы, мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға, саҡ ҡына булһа ла эш күрһәтергә. 

ЭШЕҢ БӨТТӨ, ҠОҘАҒЫЙ...
ЭШЕҢ БӨТТӨ, ҠОҘАҒЫЙ...
Үҙем – яңғыҙым (ҡатындың сменаһы тура килмәне), улар эргәһендә йоҡомһорап киләм һәм, ирекһеҙҙән, уларҙың уй-ниәттәрен ишетеп, һеңдереп ултырам. Ниңә, насар түгел дә инде. Ҡалын кәүҙәле, ике кеше ултырмалы автобус ултырғысында, саҡ һыйып, Риғәт бер үҙе килә. Ә алдына, әлбиттә, Ләләһе ултырған. Уныһы, автобус тәҙәһенән ел көслөрәк иҫһә, осоп китерлек кенә – нәп-нәҙек, иренең алдында диңгеҙ өҫтөндә сайпылған юнысҡы һымаҡ ҡына бит әле. Береһе нәҙек-оҙон, икенсеһе ҡыҫҡа-йыуандарҙы күрһәм, һәр ваҡыт иҫемә улар, йәғни Ләлә менән Риғәт килеп төшә. Иң тәүҙә машина алдылар. Хәйер, килер бәләләре лә шул машинанан башланманымы икән? Эшкә автобусҡа, йә еңел автомобилгә ултырып түгел, йәйәү йөрөргә тейешле Риғәт “Жигули”ҙән бөтөнләй төшмәҫкә әйләнде. Хәтерем алдамаһа, биш йыл ултырҙы ла ҡуйҙы, буғай. Нәп-нәҙек ҡатыны ла йыуан, йәш саҡтағы кейемдәре саҡ-саҡ һыйған, үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла танымаған, үҙе әйтмешләй, “хужайка”ға әйләнде лә ҡуйҙы.
Ә бына миңә ҡарағыҙ. Ағас һымаҡ нәҙекмен, буй-һыным үҙемә оҡшай. Ҡан баҫымы түбәндән саҡ ҡына юғарыраҡ. Һәйбәт йоҡлайым, ә еңгәгеҙ – үҙемдең һыңарым. Самалап ҡына ашай, күберәк – урамда. Һаулығы һәйбәт, табиптар – уны, ул тибиптарҙы танымай. Ошо насармы ни?
Хәҙер Риғәт менән Ләләнең бер-береһенә тотоноп, яңылыш әйттем, бер-береһен тотоп, терәтеп, үтеп барыуҙарына бер күҙ һалығыҙсы. Минең хәләл ефет ҡарабойҙайға хаҡтар тағы бер тәңкәгә арта, тип ауыҙланып өлгөрмәгән, шунда уҡ йүгерешеп килеп, ах та оһ итешеп, ике тоҡ тейәп тә киткәндәр.
– Рәхмәт инде. Хәҙер туйғансы ашап ҡалырбыҙ, – тигән Риғәт.
– Ниңә, мыңарсы ас ултырҙыңмы ни? – тигән Ләләһе, ҡысҡырып, бөтә магазин ишетелерлек итеп әйткән.
Һүҙ артынан һүҙ киткән, “Бизмән”де яңғыратып, байтаҡ ҡына һөрәнләшкәндәр, хатта ике полицейский килеп инергә мәжбүр булған. Көнкүреш низағы икәнлеген белгәс, бер протокол да төҙөмәй сығып киткәндәр. Ә был икәү әрләшеп тороп ҡалған.
Риғәт тә түҙмәгән:
– Эшең бөттө, ҡоҙағый, ҡайтһаң да ярай, – тигән.
Тегеһе нимә эшләһен инде, ҡайтып киткән. Буш ҡул менән түгел, бөтә мөлкәтен, хатта ошо йәшәгән өйөн дә үҙенең исеменә яҙҙырғас.
Ҡайтһам, бисә һөйләй:
– Ике тоҡ ҡарабойҙай алғандан һуң, шуны ашап та бөтмәйенсә айырылышыуҙарын әйт әле. Улар бит бер-береһе өсөн генә яратылғайны. Хәҙер нимә эшләрҙәр инде? Мине генә ғәйепле итмәһәләр ярар, – тип ҡат-ҡат уфтанды.
Шулай итеп, ғаилә тарҡалды ла ҡуйҙы. Хәҙер кемдән өлгө алырға, кемгә эйәреп йөрөргә лә белмәйем. Бер ҡараһаң, әйткән һүҙе лә бик ауыр түгел бит әле. Харап! Ҡоҙағыйын ҡайтарып ебәргән!
Ҡатыным да шуға аптырай, 5-6 һүҙҙән торған бер һөйләм өлгөлө булып йөрөгән ғаиләнең яҙмышын хәл итһен әле. Хәҙер кем белә инде, мәғәнәһеҙ бер нисә һүҙҙән тарҡалырға торған ғаиләнең дә киләсәге көнләшерлек түгел. Ниңә ғәжәпләнергә, никахтарҙың 80 процентҡа тиклемгеһе тарҡала икән, тиҙәр. Шулайҙыр.
 
"ҺӘНӘК" журналынан.
Автор:
Читайте нас: