+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Май 2023, 11:00

ТУП

Хәйҙәр ТАПАҠОВ Салт аяҙ күк йөҙөләй зәңгәр күҙле, һылыу, шаян холоҡло Хәмдиә уйламағанда-көтмәгәндә йәшләй генә үлеп киткән Раҡыя апайымдың ире Нурфәйез еҙнәгә ке-йәүгә барып аптыратты. Шыпа ла ғына аңламаҫһың, мәңге төшөнмәҫһең был ҡырҡ сыраҡлы ҡатын ҡыҙҙың сәйер теләк-ынтылышын, һыуһыҙ ҡалаҡҡа һалып йоторлоҡ һөйкөмлө һөйәк була тороп та, ауылдың ажар, фартауай егеттәрен күҙгә лә элмәй Ҡарасман ҡушаматын йөрөткән, уң яҡ аяғына һылтыҡлап атлаған, күрмәлеге ауыл-дан сыҡҡансы ғына етерлек тол ирҙе һайлаһын сәле! 

ТУП
ТУП

Улай тиһәң, еҙнәм үтә лә кешелекле, эшлекле, тиңдәшһеҙ балта оҫтаһы, өҫтәүенә гармунда шәп уйнай, ҡулын-да ҡыңғыраулы талъянын былбылдай һайрата ғына, етеҙ бармаҡтарын көмөш телдәр өҫтөндә күҙ эйәртмәй йүгертеп, бейетеп ебәрһә күкрәк ситлегенә һыймаған йөр-әк һабан турғайылай ыңғайы бер асманға сойорғой, илаһи хискә, сикһеҙ хыялға сорналған йән моңға иҫерә. Икмәк өҫтө, шаштырмайым, ундай гармунсыны көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Оҫта гармунсының ҡәҙерен беләләр беҙҙең яҡта, уның урыны түрҙә, һыйлы ерҙә, туй-мәжлестәрҙең уртаһында. Һүҙгә әүрәп әйтеремде онотоп барамсы, шул сибәрҙәрҙән-сибәр Хәмдиә, яҡын, ҡәрҙәш апай хөкөмөндә ҡалғанлығын тойопмолор, бер көн миңә күк юлаҡлы, тамылйып бешкән алмалай, тауҙар артынан тәгәрәп килеп сығып оф-оҡто алландырған шәфәҡтәй, ҙурлығы ҡуш йоҙроҡтан ары китмәгән йомро туп бүләк итте. Ирәмһегән күңеле май-ҙай иреһен өсөн итек башындай балаға күпме генә кәрәк тиһең, ҡыуаныуымдың сиге булманы! Тиҫтерҙәр менән ике көн барышында шул һикрәңләк тупты ҡыуып уйнаныҡ, иртәгеһен тегене ҡыҫҡа балаҡлы ыштан кеҫәһенә тыҡтым да бер көтөү бала-сағаға эйәреп боҙо ҡуҙғалған Һаҡмарға йүнәлдем. Бына бит бәлә, яңылыш ыр-ғытылған теге нәмә тау түбәненә тәгәрәне лә ажғырып ятҡан боҙло һыуға сумды бит бер заман, шунан күбекләнеп аҡҡан тулҡындар хөкөмөнә буйһоноп һә, тигәнсе күҙҙән дә юғалды. Илай-илай ҡайттым да башыма төшкән ауыр ҡайғымды һөйләргә тип туранан-тура ауыл уртаһында йәшәгән Нурфәйез еҙнәләргә йүнәлдем. Юҡ-барға артыҡлап иҫе китеп бармаған Хәмдиә апай йылмая биреп былай тине:

       - Бәй, донъя гиҙгеһе килгәндер, шуға тәгәрәп сыҡҡан да киткәндер. Бына күрерһең, бер ҡайтып инер әле!

       Шунан хәл белергә тип сулала беҙгә һуғылғанында хәбәрҙе ошолайыраҡ башлай:

       - Теге тубың Һаҡмарҙан түбәнләп хәҙер Урал йылғаһында икән. Пушты аша тамаша ҡылған ерҙәренең матурлығы, ундағы тәбиғәттең хозурлығы хаҡында хәбәр итә! - Торараҡ килгәнендә яңылыҡтың эстәлеге үҙгәрә, уға яңынан-яңы буяҡтар, һүрәтләү саралары өҫтәлә. - Иҙелдә ағып барам, Каспий диңгеҙенә яҡынлашам, ти… 

       - Ә нишләп хатты миңә түгел, һиңә яҙа у? - тип күҙҙәремде шаҡмаҡландырып ебәреп ышаныңҡырамай һорайым.

       - Һуң ул бит иң башта беҙҙә йәшәне, - әйтерһең дә тере йән хаҡында һүҙ алып бара инде, - шуға минең менән аралашыуҙы хуп күрә. Йәнә, һин бит әле, мәк-тәпкә бармағанһың, уҡый-яҙа ла белмәйһең. Бәлки, аҡыллы уйынсыҡ шуны ла иҫәпкә алғандыр. - Артабан да хикәйәләү дауам итә, илгиҙәр тубымдың Африка ил-дәре яғында тәгәрәп йөрөүен, Һиндостанға барырға хыялланыуы хаҡында ишетеп беләм.

    Шулай итеп үҫә барған һайын, ҡыҙыҡһыныуҙарым, ғәмем дә үҙгәрҙе, туп тарихы ла яйлап онотолдо. Бөтөнләй үк түгел икән…

    Медицина училищыһында уҡып йөрөгәндә Хәмдиә апайҙың ашҡаҙан рагы менән сирләүе хаҡында хәбәр иттеләр. Өмөт булмағас уны дауахананан өйҙәренә ҡай-тарғандар һуңғы сиктә. Тағы шуныһы - мине ошоғаса нисек итеп күрһәләр, хәтерҙәрендә шулай ҡалайым, тип бер кемде лә керетмәй, ҡабул итмәй икән. Ялға ҡайт-ҡанымда уны күрергә теләүемде Нурфәйез еҙнәгә еткергәйнем, тик өсөнсө көнгә генә ауырыуҙың янына үтә алдым. Апай үтә ябыҡҡайны, ҡаҡ һөйәк тә һарғайып йы-йырсыҡланған тирегә ҡалғайны. Мине күргәс күҙҙәрен йәшкәҙәтеп һүрәнке йылмайҙы:

       - Ә бына һинән тартынмайым шыпа. Үҙемдең балам булмағас ғәзиз улымдай яҡынһың бит һин!

    Ауырыуҙы дауалай, ғазаптарын еңеләйтә алмағанлыҡтан ғәйепле кешеләй башымды эйгәнмен. Хәмдиә кисерештәремде төшөнгәндәй шау һөйәк бармаҡтары менән ҡулымдың һыртын һыпырҙы:

       - Мәленән алда бөтөрөнмә уйлай, - йөҙөн көләсләндереп ебәрҙе, - онотманыңмы әле теге зимагур тупты?!

       - Ҡып-ҡыҙыл, күк юлаҡтымы? Онотоу ҡайҙа! - Күңелләнгәндәй иттем. - Әүрәтеп һөйләгән әкиәтегеҙ әле лә хәтерҙә.

       - Ҡайһы саҡ әкиәт тә ысынбарлыҡҡа әүерелә. Шул туп кисә кисләтеп, көтмәгәндә ҡайтып төштө бит!

       - Китсе, бына ғәжәп! - Ауырыуҙың фантазияһын йөпләй һалдым.

Түшәге аҫтынан ҙур, үҙенең зәңгәр күҙҙәре ише тупты килтереп сығарып миңә һондо:

       - Бына ул! Ҡитғалар  гиҙә барып ҙурайып, матурайып киткән, донъя шулай үҙгәртә шул, әйберҙе генә түгел кешене лә…

     Миңә ҡалһа Хәмдиә апай һаман да үлмәгән, бары йөрәге туптай тәгәрәп донъя гиҙергә сығып киткән дә бына-бына ҡайтып инер төҫлө…

Фото:podlokot.ru

 

 

Автор:
Читайте нас: