+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
28 Май 2023, 20:00

Кеше сифаты

Ғәлимйән өйгә төн уртаһы үткәс кенә ҡайтып инде. «Ашығыс ярҙам» дауаханаһының хирургия бүлеге мөдире булып эшләгән улының йыш ҡына шулай эштән һуңлап ҡайтыуына күнегеп бөткән әсәһе Рәхилә тиҙ генә кухняға инеп, ашын йылытырға ҡуйҙы. «Кискә ҡарай ғына бер берәҙәк бабайҙы килтерҙеләр», – тине Ғәлимйән, ҡулын таҫтамалға һөртә-һөртә.

Кеше сифаты
Кеше сифаты

– Әйҙә, улым, асыҡҡанһыңдыр, ултырып ашай башла, – әсәһе улының яратҡан һалмаһын тәрилкәгә һалып, уның алдына ҡуйҙы. – Бомждар бөтмәҫ инде ул... Мин һине Зөһрә янында булып, һуңлап ҡайтаһыңдыр, тигән өмөт менән көтһәм әле...

– Юҡ, әсәй, Зөһрә ҡайғыһы булманы бөгөн...

– Зөһрә ҡайғыһы, тип ни... Утыҙ икенсе йәш менән бараһың бит инде, – бушай һалған тәрилкәгә тиҙ генә аш өҫтәй-өҫтәй, әсә кеше һаман үҙ яғын ҡайырҙы. – Тиҫтерҙәрең әллә ҡасан башлы-күҙле булып бөттө...

– Йә, ярай инде, әсәй, быйыл йәйгә өйләнәм, тинем бит инде. Тыңла әле, баяғы бомж...

– Аһ-аһ, кемгә ниндәй операциялар яһауың хаҡында элегерәк һорашһам да бер ауыҙ һүҙ ала алмай инем бит...

– Был хаҡта бөтөнләй һөйләмәҫ инем, әсәй, әммә был бик ҡыҙыҡ осраҡ: бабайҙың барлыҡ эске ағзалары киреһенсә урынлашҡан.

– Киреһенсә?

– Эйе, ҡапма-ҡаршы яҡта. Йөрәге, талағы – уң яҡта, бауыры, һуҡыр эсәге – һулда. Талағы икенсе яҡта булыуы диагностика процесын бер аҙ ҡатмарлаштырҙы.

– Ни булған һуң ул меҫкенгә?

– Кемдер типкеләп туҡмаған, ахырыһы. Талағы ярылған һәм эсәк араһына ҡан тулған. Ундай кешеләр, ғәҙәттә, үҙенең йәшәгән подвалында ғына ятып йән бирә. Ә быны кемдер осраҡлы ғына күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан...

– Оло кешеме?

– Төҫөнә ҡарағанда етмеш йәштәр тирәһе бирергә була. Әммә берәҙәк халҡының ул йәшкә етеүе лә икеле. Йәше түгел, хатта исем-фамилияһы ла билдәһеҙ. Дауаханаға килтергәндә, күп ҡан юғалтыуҙан, иҫһеҙ ине инде. Кеҫәһендә лә ҡатҡан икмәк һыныҡтары ғына, бер документы ла юҡ.

– Ниндәй милләт кешеһе икән? – тип ни өсөндөр ҡыҙыҡһына башланы Рәхилә.

– Был хаҡта ниҙер әйтеүе ҡыйын, тик уң ҡулы һыртындағы «Миша» тигән яҙыуына ҡарап, Михаил исемле урыҫ кешеһелер, тип фараздарға ғына була. Әммә йөҙө башҡортҡа оҡшаған. Сәсе, һаҡалы ап-аҡ, бөҙрә...

Бөҙрә... Рәхилә үҙенең бөҙрә сәсле улына ҡарап, күпмелер ваҡытҡа тынып ҡалды.

– Әле мин операциянан сығыуға атайым шылтыратты, – тине Ғәлимйән бер аҙҙан. – Командировкаһы тамамланған. Ҡайтырға сығыуы тураһында әйтте.

Яратҡан атаһы хаҡында әсәһе менән һөйләшеүҙе әллә ни күрә ул. Шуның өсөн дә һәр саҡ теленән төшөрмәй яҡын кешеһен.

«Атайым шулай тигәйне...», йә иһә «Атайым менән кәңәшләшергә кәрәк...» тигән һымағыраҡ һөйләшеүҙәр була һәр саҡ улар араһында.

– Ә?.. Атайың?.. – Рәхилә насарыраҡ ишеткән кеше һымаҡ, ҡабатлап һораны.

– Эйе, әсәй, атайым. Таңға өйҙә булырмын, тигәйне. Яратҡан былауын бешереп әҙерләп ҡуй инде, – тине Ғәлимйән әсәһенә бушаған тәрилкәһен һуҙып. – Аш шундай тәмле, телемде йота яҙҙым...

Һөнәре буйынса ла кулинар булған Рәхилә һәр төрлө тәм-томдо ысынлап та «теленде йоторлоҡ» итеп әҙерләй. Йыш ҡына улының яратҡан ашын – башҡорт һалмаһын бешерә. Магазиндан алынған туҡмас-маҙарҙы Ғәлимйәненең өнәп етмәгәнен белә. Ә ире Фитрат былауҙы өҫтөн күрә. Үҙенең яратҡан ошо ике кешеһенә лә мөмкин тиклем ярарға тырыша хужабикә. Әле кәстрүлдә аш етерлек булыуына ла, инде төндөң таңға ауышыуына ла ҡарамай, хәҙер үк, әлбиттә, былау бешерергә тотонасаҡ ул. Улы, йә иренең ул әҙерләгән аштарҙы ихласлыҡ менән ашауҙарынан ниндәйҙер ҡәнәғәтлек кисерә. Әле лә өҫтәп һалып биргән ашты Ғәлимйәненең аппетит менән «төйгәнен» рәхәтләнеп ҡарап ултыра. Улының атаһы хаҡында ҡайғыртыуы ла күңеленә май һымаҡ булып ята уның. Иренең ҡайтырын, әлбиттә, унһыҙ ҙа белә ине... Һәләтле хирург, профессор, медицина фәндәре докторы булған Фитрат Хәйбулловичты Республика дауаханаһындағы төп эшенән һәм университетта дәрес биреүҙән тыш, йыш ҡына ана шулай сит яҡтарға ла консультацияларға саҡыралар. Әле ул Чебоксарға киткәйне.

Атанан күргән – уҡ юнған, тигәндәй, улдары Ғәлимйән дә бала саҡтан доктор булырға хыялланып, үҫеп еткәс, медицина университетына уҡырға инде. Студент сағынан уҡ атаһы менән бергә дежурҙарға йөрөп, һәр төрлө, хатта ҡартмарлы ғына операцияларҙың да нескәлектәренә шаҡтай төшөнөп алғайны. Ә инде табип дипломы алғанда Ғәлимйән, башҡа йәш врачтарҙан айырмалы, өлгөргән хирург ине инде.

Улы үҙенең бүлмәһенә йоҡларға инеп киткәс, былау бешергес һауытҡа ит турап, газ плитәһе өҫтөнә ҡуйҙы ла, йәнә уйға батты Рәхилә. Утыҙ йылдан ашыу ире менән икеһенә генә мәғлүм булған оло бер серҙе башҡаларҙан, шул иҫәптән үҙенең улынан да йәшереп йөрөүҙәре күңелен өйкәй уның. Элегерәк, Ғәлимйәне бала саҡта, был хаҡта ул хәтле үк уйланмай ҙа торғайны. Әле генә улынан ишеткән яңы хәбәр уны сираттағы мәртәбә үҙенең күңелһеҙ йәшлеген хәтерләргә мәжбүр итте.

* * *

Авиация инситутының дөйөм ятаҡтарынан алыҫ булмаған ерҙә әллә ҡайҙан күренеп торған һәйкәл янында танышты улар. «Танышыу» тип атап булһа әгәр. Студенттар үҙҙәре «Три богатыря» тип атап йөрөткән ҙур ғына өс революционер һыны янына ҡайһы бер ял көндәре тансыға йыйыла торғайнылар. Кулинария училищеһында уҡып йөрөгән Рәхилә лә әхирәте Гөлмәрйәм менән, кейенеп-яһанып, бер көндө ошонда килде. Ғәҙәттә, улар Салауат һәйкәле янына барыуҙы хуп күрәләр. Тик был юлы Гөлмәрйәм ни өсөндөр өгөтләп, уны тап ошонда алып килде. Яҙмыштыр, күрәһең. Улар килгәндә йәштәр байтаҡ ҡына йыйылғайны. Тик һәйкәл янында ҡыҙҙарҙы музыка түгел, ә ниндәйҙер шау-шыу, сәрелдәшкән тауыштар ҡаршы алды. «Өс батыр» янында егеттәр һуғыша ине. Дөрөҫөрәге, өс егет берәүҙе типкеләй. Йыйылышҡан бер төркөм егеттәр туҡмалыусыны яҡлашырға яҡын барырға ҡыймай, үҙҙәренең шөрләгәнен «ҡурҡаҡ» ҡыҙҙарға белгертмәҫкә тырышып, тәмәкеләрен тарта-тарта, бер ни ҙә булмағандай ҡарап торалар, һуғыш ни менән бөтөрөн көтөп, бер ҙә иҫе китмәй генә торған егеттәр өсөн, йәнәһе, был «ғәҙәти хәл»... «Ярҙам итегеҙ!» тип ҡысҡырышҡан ҡыҙҙарҙың тауыштары һауаны яра... Башы-күҙе, күлдәге ҡанға туҙған бөҙрә сәсле егеттең башҡорт икәнен әллә ҡайҙан төҫмөрләргә була. Рәхилә килеп еткәс тә «Үлтерәһегеҙ бит, йыртҡыстар, туҡтағыҙ!» – тип, бар көсөнә ҡысҡырып, башын типкеләүҙәрҙән йәшереп ҡулдары менән ҡаплап йомарланып ятҡан егеткә ярҙамға ташланды. Ярҙамға, тигәс тә, ниндәй генә ярҙам булһын инде ул сибек ҡыҙҙан. Ысынында, егетте үҙ кәүҙәһе менән ҡапланы. Ә теге хулигандар, ҡыҙҙың араға тешәүен күргәс тә, шып туҡтанылар. «Слышь, чубак кудрявый, ты этой бабе жизнью обязан, запомни!» – тине араларынан береһе. Урыҫ егеттәре булдымы, башҡалармы, әммә уларҙың ҡаланыҡылар икәне әллә ҡайҙан беленә ине. Һуғыш туҡтағанын ғына көткәндәй, мигалка һәм сиренаһын ҡабыҙып, милиция машинаһы килеп етте. Әммә теге өс егеттән елдәр иҫкәйне инде. Күк төҫтәге УАЗдан төшкән бер-нисә сержант теге хулигандарҙы эҙәрлекләп тә тормаҫтан, етеҙ генә йүгерешеп килеп, иң тәүҙә ҡанға туҙған «бөҙрәкәй»ҙе эләктереп алды. Ҡулдарын шаҡарып, машиналарына ҡарай алып китә башланылар. «Ул ғәйепле түгел, уны хулигандар туҡманы!» – тип тағы араға төшөп маташҡан Рәхиләне бар тип тә белмәнеләр. Башҡалар был юлы ла егетте яҡлашып алып ҡалырға ҡыйманы. Әллә ниндәй таныш булмаған кешене яҡлашып, уның арҡаһында бәләгә тарыуҙан ҡурҡтылар, әллә ни... Әммә, Рәхиләгә был егет бик тә йәл тойолдо. Әхирәтенең ай-вайына ҡарамай, теге егеттең артынан милиция машинаһына инеп ултырып китте. Лейтенанттың «А это еще кто такая?» тигән һорауына «Свидетель» тип кенә яуап ҡайтарҙы ҡыҙ.

Милиция бүлегенә барғас, дежурныйҙың бүлмәһенә алып инделәр. Йөҙө ҡарағыһыҙ булып ҡанға батҡан егеттән тәүҙә ниндәйҙер көпшәгә өрҙөрөп ҡаранылар. Көпшәләге реактив йәшел төҫкә ингәс тә сержант йәнләнеп китте. «Пьяный, вдупль, че скажешь...» тине коллегаһына. Егеттең допроста ни һөйләгәнен Рәхилә ишетмәне, сөнки уларҙан һорауҙы айырым-айырым алдылар. Бер аҙҙан уның исем-фамилияһын да белде.

– Авиация институты студенты Яҡшығолов Миңсәит – һинең туғаныңмы? – тип һораны дежурҙа ултырған пеләш башлы капитан.

– Юҡ, – тине Рәхилә, – танышым...

– Танышың лаяҡыл иҫерек бит, – тине дежурный бик етди ҡиәфәт менән. – Беҙ уны бөгөн сығара алмайбыҙ. Айнытҡыста төнәргә тура килер...

– Иптәш милиционер, ул ғәйепле түгел. Уны хулигандар туҡманы, тип күрһәтмә биргәйнем дә инде мин!

– Ҡыҫҡаһы, ҡыҙыҡай, бар, өйөңә һыпырт. Иртәгә килерһең. Юғиһә, үҙеңде лә камераға бикләп ҡуясаҡбыҙ...

– Ә теге хулигандар ҡасып киттеләр...

– Уныһы – беҙҙең эш. Телеңә һалынып торма, тай бынан, йәһәтерәк!.. Әйткәндәй, әгәр танышыңдың институттан ҡыуылып сығыуын теләмәһәң, иртәгә таң менән, сәғәт һигеҙҙән дә алдараҡ килергә тырыш. Егерме биш һум штраф аҡсаһын да алып килергә онотма. Әгәр минең дежурство бөтмәҫ элек алып килеп өлгөртһәң, егетең ҡотолдо, тип уйла, протоколды үҙеңдең күҙ алдында йыртып ташлаясаҡмын. Килеп өлгөрмәһәң – үҙеңә ҡарап үпкәлә. Хуш...

Ул саҡтағы егерме биш һум хатта студенттан былайыраҡтар өсөн дә байтаҡ ҡына ҙур аҡса ине (хәҙерге аҡса менән сағыштырғанда бер велосипедлыҡ сумма ла булғандыр әле). Тәүҙәрәк ҡул һелтәргә лә уйлағайны Рәхилә, аҙаҡ тағы теге Миңсәитте йәлләне, һис бер ғәйепһеҙ кешегә тиктомалдан уҡыуҙан ҡыуылып сығыу ҡурҡынысы янай бит. Етмәһә, авиация институтынан. Анһатмы унда инеүҙәре... Бар таныштарынан бишәр, өсәр һумлап әйтелгән сумманы йыйып өлгөрҙө Рәхилә. Ул ғына ла түгел, иртәнге һигеҙенсе яртыла күҙ төптәре күгәреп шешенгән, әммә йылмайыуҙан ауыҙы ҡолаҡтарына еткән Миңсәит менән улар трамвай туҡталышында элекке таныштарҙай көлөшә-көлөшә һөйләшәләр ине инде. Кисә ни өсөн һуғышып киткәндәрен егет нишләптер һөйләргә теләмәне. Рәхиләнең һорауына «Тик, былай ғына...» тигән яуап булды. Ҡыҙ башҡаса уның яраһын ҡуҙғатҡыламаны. Был хәл шуның менән тамамланды.

Рәхиләнең ифрат та һылыу төҫ-башына, күптәрҙең күҙе төшөрлөк буйы-һынына күрше ҡаланан килеп, баш ҡалала уҡып йөрөгән Миңсәит битараф ҡала алманы. Көн дә тиерлек кулинария училищеһының дөйөм ятағына килә торған булып китте. Егеттең ата-әсәһе аҡсалы урында эшләй ине буғай. Яңғыҙ улдарынан бер нәмә лә йәлләмәгәндәре һиҙелә. Ул саҡтағы студент халҡына әллә ни хас булмаған ҡыйбатлы кейеменә, һәр төрлө ашамлыҡ-эсемлеккә аҡсаһын иркенләп тотоноуына ҡарағанда, тап ана шулай тип фаразларға була ине. Сибәр ҡыҙҙың йөрәген яулап алыуға бөтә көсөн һалды Миңсәит. Дөйөм ятаҡҡа матур гөлләмә тотмайынса килгәне һирәк ине уның. Үҙенә ҡарата шундай иғтибарҙы, үтә лә йылы мөнәсәбәтте егеттең саф мөхәббәте итеп ҡабул итте ябай ауыл ҡыҙы. Башҡортса әйткәнде аңлап, әммә урыҫ телендә генә һөйләшкән был егет тә, күҙе-башындағы шешектәре, күктәре ҡайта башлау менән, Рәхиләгә оҡшай төштө, һәр төрлө матур, яғымлы һүҙҙәр менән бик тә әҙәпле һөйләшә белгән Миңсәит, әкренләп, ҡыҙҙың күңеленә ныҡлап үтеп инде. Ҡуйы ҡара ҡашлы, сөм-ҡара күҙле, тура танаулы, ҡара мыйыҡлы, оҙон буйлы, киң яурынлы был егет Рәхиләнең хыялындағы образға тап килә ине... Бөҙрәһе үҙе генә ни тора! Тора-бара ҡыҙ уға ысынлап та «үлеп» ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Йөҙөндәге күктәренән арынғас та, осрашыуға йыш ҡына еңелсә хәмер еҫе менән килгәненә лә иғтибар итмәне ғишҡынан башы әйләнгән ҡыҙ. Ә Миңсәит уны үҙенең тәмле-татлы һүҙҙәре менән һыйланы ла һыйланы. Шул мәл үҙенең «оригиналь» кеше икәнен дә әйтте уға.

– Минең һымаҡ кеше Башҡортостанда ғына түгел, ә бәлки, бөтә Рәсәйҙә лә бер-нисә генә, – тине ул мут йылмайып.

– Ни яғың менән айырылаһың һин башҡаларҙан? – Егеттең һүҙҙәрен саманан тыш шапырыныу тип ҡабул итте Рәхилә.

– Минен йөрәгем уң яҡта урынлашҡан, – тип Рәхиләне аптыратты егет тағы. – Ышанмаһаң, бына, тыңлап ҡара... Ә һуҡыр эсәгем менән бауырым һул яҡта... Бала сағымда аппендицит менән сирләп киткәс, хирургтар бик оҙаҡ һуҡыр эсәгемде тапмай йөҙәгән...

Ә инде танышыуҙарына өс-дүрт ай үтеүгә, институттың өсөнсө курсында ғына уҡып йөрөүенә ҡарамаҫтан, Рәхиләгә өйләнергә теләген белдерҙе Миңсәит. Үҙе саф мөхәббәт хистәре менән янған, үҙенә ҡарата егеттең дә шундай уҡ эскерһеҙ һөйөүенә бик тә ышанған ҡыҙ «Ысынлап яратмаһа, өйләнергә үк тәҡдим яһамаҫ ине», – тип уйланы.

Бер көндө Миша (танышҡан көндән иртәгәһенә үк үҙен шулай тип атап йөрөтөүен үтенгәйне) Рәхиләне дөйөм ятаҡтағы үҙенең йәшәгән бүлмәһенә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Мишаның бүлмәләш иптәштәре ҡайҙалыр киткәйне. Ихтимал, егет был хаҡта алдан үҙе хәстәрләп ҡуйғандыр...

– Тик ЗАГС-тан һуң ғына, – тине Рәхилә йәнәшәһендә ултырған егетенең сираттағы мәртәбә саманан тыш иркенләп киткән ҡулдарын кире этәреп. – Әйткәндәй, өйләнеүеңә ата-әсәң ҡаршы булһа?..

– Бөйөк илебеҙ коммунистик дәүләт төҙөп ятҡан дәүерҙә, әллә ҡасан уҡ сереп бөткән капитализм заманынан ҡалған ундай-бындай иҫке йолалар буйынса йәшәү беҙҙең кеүек современный кешеләргә, өҫтәүенә, комсомолецтарға хас булырға тейеш түгел.

– Аяғөҫтө баҫып, Миша кинәт тантаналы рәсми тонға күсте. Шаян күҙҙәрен көлдөрөп, кино-фильмдарҙағы Ленин бабайға оҡшата биреберәк, уң ҡулын юғары күтәреп дауам итте: – Беҙҙен илдә никах мәсьәләһен йәштәр тик үҙҙәре генә хәл итергә тейеш... Ә икенсенән, – яңынан Рәхиләнең янына килеп ултырҙы. Ҡыҙҙың күҙҙәренә ҡарап, сәстәренән наҙлап иркәләне. – Икенсенән, йәнем, минекеләр бер ҡасан да бер нәмәгә лә ҡаршы килмәйҙәр, үҙ яйыма ҡуялар. Бының өсөн һис тә борсолма, – тине егет ярым шыбырлап.

– Ә нишләп үҙеңдең шундай матур исемеңде боҙоп, «Миша» тип йөрөтәһең? – тине Рәхилә һүҙҙе икенсе юҫыҡҡа борорға тырышып. Егеттең уң ҡулының һыртындағы татуировка яҙыуын һыйпаны.

– Киләсәктә үҙеңә еңелерәк булһын өсөн, – тип ҡосаҡлап алды егет ҡыҙҙы. Минең исемде әйтәм тип, телеңде һындырып ҡуймаһын өсөн...

– Бер ҙә ауыр түгелсе, – тигән булды Рәхилә унын ҡосағынан ысҡынаһы килмәй генә. – Миңсәит... Ә миңең ҡайҙа һинең?

– Әйтмәйем...

– Ни өсөн?

– Сөнки ул әйтергә ярамаған урында урынлашҡан. Тик ни өсөн атайым менән әсәйем шул исемде ҡушҡандарҙыр...

Икәүләшеп һындары ҡатҡансы көлөшөп алдылар. Шул кисте, ифрат та оҫта телле Миша береһенән-береһе татлыраҡ һүҙҙәр һөйләп, тау-тау вәғәҙәләр биреп, тамам ҡыҙҙың башын әйләндерҙе. Күпме генә тырышып ҡарамаһын, бешкән сейәләй өлгөрөп, дәрте ташып барған ҡыҙ үҙенен хистәренә ҡаршы килә алманы...

* * *

Бер-ике ай тирәһенән Рәхилә Мишаһына үҙенең балаға уҙғанлығын һөйөнсөләне.

– Ауырлы?.. – тип ҡабатлап һораны тегеһе ҡапылда аңламаған кешеләй. Бындай яңылыҡты ишеткән Мишаның сәс бөҙрәләре турайып киткәндәй булып тойолдо.

– Эйе, йәнем, – тине Рәхилә, егеттең күҙҙәренә ҡараны. Тик Миша ҡаушағандай, бур кеше һымаҡ, күҙҙәрен ҡыҙҙың ҡарашынан йәшерергә ашыҡты. Әллә ни көн эҫе булмауына ҡарамаҫтан, егеттең маңлайына кинәт кенә тир бәреп сыҡты.

– Шулай уҡ тиҙме ни?..

– Тиҙ генә була икән шул... Башҡаса бер-береһенә әллә ни әйтер һүҙ ҙә тапманылар. Ошоғаса оҫта, йор һүҙле Мишаны һәр төрлө нәфис һүҙҙәренән, көләмәстәренән туҡтатып та алып булмай ине тиерлек. Рәхиләнең балаға уҙыу хәбәре уны шулай «һыу уртларға» мәжбүр итте. Бик һалҡын ғына хушлаштылар.

Киләһе осрашҡанда Миша ныҡ ҡына ҡыҙмаса ине. Рәхилә менән уғата ла тупаҫ мөғәмәләлә булды. Уның ике һүҙенең береһендә «аборт» ине...

– Һин по-понимаешь, институтта уҡыуы нисек ҡатмарлы икәнен?.. – тине ул күп эсеүҙән мөйөштәрендә аҡ күбек йыйылған иҫерек күҙҙәрен аҡайтып, тотлоға-тотлоға. – Институт – һеҙҙең мәхлүк училище түгел. Бер сопр-сопромат ҡына үҙе ни тора! Һин бит уның «с» хәрефен дә ишеткәнең юҡ...

– Һинең сопроматың – үҙеңдең эшең... Әммә мин буласаҡ балабыҙҙың бәхетен уйлайым, – тине Рәхилә илар сиккә етеп. – Яҡшы ғына йәшәп ятҡан студент ғаиләләре бар икәнен һин үҙең үк әйтә инең бит... Беҙ ҙә йәшәрбеҙ әле, бер нисек итеп. Өҫтәүенә, йәйгә мин училищены тамамларға торам.

– Фи, һинең училище... Төкөрҙөм мин һинең кулинарыңа, – Мишаның йөҙөндә мыҫҡыллы йылмайыу сыҡты. Ситкә ҡарап төкөргән ҡуйы төкөрөгө ергә төшөп етмәй, ирендәре ситендә эленеп тора бирҙе. Ҡулының һыртын сылата-сылата ерәнесле, еүеш ауыҙын һөрттө лә тағы дауам итте. – Короче, йә һин абортҡа бараһың, йә беҙҙең арала башҡаса бер ниндәй ҙә мөнәсәбәт булмай...

– Мин уйлап ҡарармын...

– Уйла.

Улар шулай һалҡын ғына хушлашты. «Уйлап ҡарармын» тип, иҫерек Мишаһы тиҙерәк үҙенең ятағына ҡайтып китһен өсөн генә әйтте ул. Сөнки йөрәк төбөндә әле генә яратыла башлаған, йәнендәй күргән яңы бер кешене – үҙенең буласаҡ ғәзиз балаһын бер ҡасан да үҙ ирке менән үлемгә бирмәйәсәк ул. Бер генә лә икеләнеүһеҙ Рәхилә шундай ҡарарға килде. Киләһе осрашҡанда Миша, ғәжәпкә, айныҡ ине. Рәхилә уға үҙенең «ауырын өҙҙөргәнен» әйтте. Миша иркен һулағандай итте. Әммә уның күңелен тағы ниҙер борсоғаны һиҙелә ине. Был хаҡта Рәхилә унан һорашып торманы, әммә һуңыраҡ ҡына Мишаның институттан ҡыуылғанын белде. Иҫерек килеш сираттағы мәртәбә милицияға эләккәс, авиация институты студенты Яҡшығолов Миңсәитте был юлы аяп тормағандар. Был турала инде һәр ваҡыт тигәндәй хәмерҙән арына алмаған Миша аҙаҡ үҙе һөйләне.

Балаһының буласаҡ атаһы менән әллә ҡасан уҡ мөнәсәбәтен өҙөргә ҡарар иткән Рәхилә бер көндө уның менән бөтөнләйгә һөйләшеп торманы. Был юлы ҡатыраҡ булырға тырышты. «Башҡаса күҙемә күренәһе булма!» тине инде ҡорһағы еңелсә беленә башлаған ҡатын. Йыш ҡына килеп, өсәрлек, йә иһә һыраға тип берәр тәңкәләп аҡса һоранып маҙаһыҙлап йөрөгәненә, ысынлап та, башҡаса түҙеп торорлоҡ хәле ҡалмағайны. Мишаның хәмер эсергә әүәҫләнеп, уҡыу йортонан ҡыуылып сыҡҡаны, моғайын да, уның ата-әсәһенә лә мәғлүм булғандыр. Шуға күрә лә, бер бөртөк улдарының финанс яғын ҡырҡа ҡыҫҡартҡандарҙыр. Оҙаҡламай Мишаны Совет армияһы сафына алғандар, тип ишетте...

Рәхилә уны башҡаса бер ҡасан да күрмәне һәм күргеһе лә килмәне. Мишаның артабанғы яҙмышы Рәхиләгә мәғлүм түгел. Уның был донъяла бармы-юҡмы икәнен дә белмәй ине. Бар, күрәһең...

* * *

Рәхилә әлеге курсташы Гөлмәрйәм менән бер бүлмәлә йәшәне. Бала сағынан йөрәк сире менән яфаланған ошо берҙән-бер әхирәтен ныҡ йәлләй ине Рәхилә. Яҡшы күңелле, изгелекле, илгәҙәк кенә был ҡыҙҙы хатта үҙенең бер туған һеңлеһе кеүек күреп яратты. Йыш ҡына йөрәк өйәнәктәре ҡабатланып торған әхирәтенә «Ашығыс ярҙам» да саҡыртҡыланы ул. Бәләкәсерәк сағында «Бындай сир менән ҡыҙың оҙаҡ йәшәй алмаҫ...» тип, әсәһенә сер генә итеп әйткән докторҙың һүҙҙәрен ишетеп торған Гөлмәрйәм. Шуға күрәлер ҙә, ауырыуының һаман әкренләп көсәйә барыуын тойған ҡыҙ көндән-көн үҙенең һауығып китеренә өмөтөн өҙә барҙы. Был хаҡта ул эс серҙәрен иң яҡын тип һанаған әхирәтенә – Рәхиләгә генә һөйләне. Ҡайғырып, әллә ни илаулап та йөрөмәй, әммә йөҙө һәр саҡ һағышлы. Табиптар тәҡдим иткән операцияға ризалашырға ла ҡурҡа. Ана шул Гөлмәрйәмдең медицина институтында уҡып йөрөгән Фитрат исемле ағаһы уларҙың бүлмәләренә килеп йөрөй торғайны. Киң маңлайлы, һоро күҙле, аҡыллы ҡарашлы, ифрат та тыныс, әҙәпле был егеттең үҙенә ҡарата битараф булмағанын да һиҙҙе Рәхилә. Хатта уларҙың дөйөм ятағына был егет фәҡәт уның өсөн килгән һымаҡ та тойола ине. Әммә үҙенең «буласаҡ ирен – Мишаһын бер ҡасан да, бер кем менән дә алыштырасағы юҡ» ине ул саҡта. Рәхилә менән Миша араһындағы саф мөхәббәткә, шундай йылы мөнәсәбәттәренә һоҡланып бөтә алмаған әхирәте Гөлмәрйәм был турала үҙенең ағаһына ла һөйләне.

– Хатта улар быйыл өйләнешергә лә уйлайҙар. Бәпәйҙәре буласаҡ... – тине һеңлекәше Рәхилә тураһында ныҡлап ҡыҙыҡһына башлаған Фитратҡа.

– Их, була ла инде донъяла шундай бәхетле кешеләр, – тип ҡуйҙы Фитрат Рәхиләнең буласаҡ ирен күҙ уңында тотоп. – Ә кемдер бәхеткә һуңлап ҡала...

Шулай ҙа уларҙың дөйөм ятағына йөрөүен һирәкләтмәне Фитрат. Һеңлекәше янына килгән кеше булып, һәр мөмкинселектән файҙаланып, үҙенең уйсан һоро күҙҙәре менән Рәхиләнең йөҙөнә ҡарап ҡалырға тырыша. Инде ауыры өс-дүрт айлыҡ булып, биттәре лә бер аҙ үҙгәреп, танау һырттары миңләнә башлаған Рәхилә хатта уға тағы ла матурыраҡ булып тойола...

Һәр саҡ әхирәте менән серләшеп йөрөгән Гөлмәрйәм, әлбиттә, Рәхиләнең хәле тураһында хәбәрҙар булды. Уның Мишаһы менән аралары өҙөлөүен дә шундуҡ белде ул.

– Беләһеңме, Рәхиләкәйем, – тине бер көн Гөлмәрйәм әхирәтен ҡосаҡлап, – ни өсөндөр һине еңгәй иткем киләсе...

– Китсәле, юҡты һөйләмә, – тине Рәхилә бер аҙ асыуланғандай ҙа итеп, – хәҙер мин кемгә кәрәк ошо килеш? – Шунан еңелсә генә беленә башлаған үҙенең ҡорһағына күрһәтте.

– Ә минең Фитрат ағайым һин тип бар аҡылын юйған...

– Кит, булмаҫты... Кеше ышанмаҫ хәбәрҙе ысын булһа ла һөйләмә, тигәндәр.

– Ышанырлыҡ хәбәр түгел, әммә – ысын... Элегерәк һиңә һуңлап ҡалдым тип ҡайғыра ине ул. Әле Миша менән һинең аралағы мөнәсәбәтегеҙҙең туҡталыуын белгәс: «Әхирәтең менән һөйләшеп ҡара әле», – тип үтенеп ялынып-ялбарҙы. –Гөлмәрйәм Рәхиләнең сөм-ҡара ҡуйы сәс толомон тотҡоланы, тулышып бешкән муйылды хәтерләткән күҙҙәренә ҡараны. – Һин ағайыма бар булмышың менән оҡшайһың. Ул ғына ла түгел, һине ысын күңелдән өҙөлөп ярата. Хатта һинең Мишанан ауырлы икәнеңде лә белә.... Бөгөн үк кәләш итеп алыр инем, ти.

– Йәшлек менән шулай тиер ҙә, тора-бара үҙгәреп китһә... – Рәхилә әхирәтен кире ҡағырға ашыҡманы, әммә ҡапыл да ризалашырға ла ҡыйынһынды. – Атай-әсәйегеҙ ни әйтер...

– Беҙҙең атайыбыҙ менән әсәйебеҙ бик яҡшы кешеләр, – тине Гөлмәрйәм. – Бөгөн үк «Рәхилә риза!» тип Фитрат ағайыма әйтәсәкмен, – кескәй балалар һымаҡ сәпәкәйләп алды.

– Туҡта әле, мин бит әлегә бер ни ҙә әйтмәнем дә...

– Әйтмәһәң дә, һиҙәм, Рәхиләкәйем, – әхирәтен ҡосаҡлап уҡ алды Гөлмәрйәм. – Бөгөн үк һөйөнсөләйәсәкмен! – Ҡайҙалыр, нимәгәлер өлгөрмәй ҡалыуҙан ҡурҡҡан кешене хәтерләтә ине уның был ҡыланышы...

....Бер аҙнанан ЗАГС-ҡа барып ғариза яҙҙылар. Үҙе йәшәгән студент дөйөм ятағында дворник булып эшләп тә йөрөгән Фитратҡа бүлмә бирҙеләр. Рәхилә шундуҡ медицина институты ятағына күсеп килде.

Сираттағы йөрәк өйәнәгенән Гөлмәрйәмде ҡотҡарып ҡала алманылар. Табиптарҙың фаразлауы дөрөҫкә сыҡты. Уның ата-әсәһе, Фитрат ағаһы менән бергә Рәхилә лә был оло юғалтыуҙы – яратҡан бикәсенең үлемен бик тә ауыр кисерҙе. Әммә был хәлде әллә ни көтөлмәгән тип ҡабул итмәгән Фитрат көн дә ҡара яулыҡ ябынып йөрөй башлаған Рәхиләһен йыуатты.

– Ныҡ ҡайғырып, үҙеңде бөтөрмә, – тине ул ҡатынына. – Беҙҙең буласаҡ балабыҙға зыяны тейеп ҡуйыуы бар...

Тиҙҙән тыуасаҡ бәпесен Фитраты әленән-әле «буласаҡ балабыҙ» тип телгә алыуынан майҙай ирей ҙә китә Рәхилә. Үҙенең хәләл ефетенә ҡарата уның ихтирамы тағы ла арта. Балалары – Ғәлимйәне тыуғас, ҡайныһы менән ҡәйнәһе «Ни өсөн балағыҙ иртә тыуҙы?» тип төпсәшмәне. Шундайын да яҡшы ғаиләгә, миһырбанлы кешеләргә тап иткәне өсөн Рәхилә һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә шөкөрана ҡылыр булды.

Изге күңелле Фитрат Ғәлимйәнгә ысын атай һымаҡ булды. Бәлки, бик күп ысын атайҙарҙан да яҡшыраҡтыр... Сабыйҙың атаһы икенсе кеше булыуы хаҡында бер ваҡытта ла ҡатынының иҫенә төшөргәне юҡ һәм төшөрәсәк тә түгел ул. Үҙҙәренең ҡыҙҙары Айгөл донъяға килгәс тә малайға ҡарашы һыуынманы. Ғәлимйән ошоғаса үҙенең башҡа атанан яралғанлығын да белмәй. Шулай яҡшыраҡ булыр, тип ҡарар итте Фитрат менән Рәхилә. Ике баланы ла тиң ҡарап, тигеҙ яратып үҫтерҙеләр. Айгөл дә үҫеп етеп, атаһы һымаҡ табип һөнәренә эйә булды. Үҙенең бергә эшләгән коллегаһына тормошҡа сығып, ике бала үҫтереп, айырым фатир алып, һин дә мин йәшәп яталар. Шуғалыр ҙа, айырыуса һуңғы ваҡытта, «Үҙеңдән өс йәшкә кесе Айгөл һеңлең дә ике бала әсәһе булып китте бит, ә һин һаман буйҙаҡ...» тип, әсәһе Ғәлимйәнен өйләнергә өгөтләй...

Уйҙарының осо-ҡырыйына сыға алмай, Рәхилә таңға ғына йоҡоға китте. Бер-ике сәғәт үтеүгә, Фитрат та алыҫ командировканан ҡайтып төштө.

* * *

Иң яҡын кешеһенән бер ваҡытта ла бер ни ҙә йәшереп йөрөп ғәҙәтләнмәгән Рәхилә улынан ишеткән яңылыҡты хәләл ефетенә һөйләне.

– Бәлки, ул түгелдер... Осраҡлы тап килеү генәлер, – тигән булды Фитрат.

– Бәлки... – тип ризалаша биреп ҡуйҙы Рәхилә лә. – Тик уның бөтә билдәләре лә, хатта эсенең һул яғында урынлашҡан аппендицитҡа яһалған операция эҙенә хәтлем тап килә.

– Барып, үҙен күрһәң, яҡшы булыр ине, – тине бер аҙҙан Фитрат ғәҙәттәгесә аҡыллы ҡарашын хәләл ефетенә төбәп. – Моғайын, уға берәй ярҙам кәрәктер...

– Ниндәй ярҙам?.. Ғәлимйән уны кәрәгенсә медицина ярҙамы менән тәьмин итә бит... – Рәхилә баштараҡ ирен әллә ни төшөнөп етмәне.

– Ундай берәҙәктәр, ғәҙәттә, социаль ярҙамға мохтаж була, – тине Фитрат. – Үҙең әйтәһең бит, хатта паспорт-маҙары ла юҡ, тип.

...Бала саҡтан Ер йөҙөндәге кешеләргә генә лә түгел, хатта һәр йән эйәһенә ҡарата ифрат миһырбанлы итеп тәрбиәләнеп үҫте Фитрат. Ябай ғына итеп әйткәндә, үҙ ғүмерендә бер себен, йә иһә тараҡанды ла ҡыйырһытмаған кеше ул. «Иң мөһиме – кешелек сифатығыҙҙы юғалтмағыҙ», тип өйрәтте атаһы уны һәм ҡыҙы Гөлмәрйәмде. Хәйбулла ағайҙың аңлауынса, кешелек сифаты – изгелек, ғәҙеллек, миһырбанлыҡ кеүек әҙәм балаһына ғына хас булырға тейешле иң күркәм һыҙаттарҙан торған сифат. «Насар сифат» тигән төшөнсәне танырға ла теләмәне ул. «Кеше сифаты кешелә йә була, йәиһә бөтөнләйгә булмай», тип һәр саҡ үҙенең фәлсәфәһенә төшөп китер ине. Бер өлкәлә лә махсус белеме булмаған, тик уҡый-яҙа ғына белгән, әммә ифрат та аҡыллы атаһының ошо фәлсәфәһе ҡанына һеңешеп үҫте уларҙың. Бер ҡасан да башҡаларға ҡатырғанып һүҙ әйтмәгән әсәһе хаҡында ла һағынып иҫкә ала. Кешегә ауыр саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуҙы һәр әҙәм балаһының изге бурысы тип һанай ул бәләкәйҙән. Табип һөнәрен һайлауы ла уның ошо булмышына бәйле. Улының медицина институтында, ә ҡыҙының кулинария училищеһында уҡыуына шатланып бөтә алмай ине ғүмер буйы ауылда мал аҫрап, умартасылыҡ менән шөғөл иткән ата-әсәһе. Фитрат өйләнеп, дүрт-биш айҙан уҡ Рәхилә килендәре бәпәйләгәс тә, бер ни белгертмәнеләр. Сөнки балаларының эске эштәренә ҡыҫылыуҙың йәш ғаилә өсөн бер ҙә яҡшылыҡҡа алып килмәҫен белә ине улар. Тик ҡыҙҙары Гөлмәрйәм яҡты донъяны бик иртә ташлап китеүенә ныҡ ҡайғырҙылар. Күп тә тормай, үҙҙәре лә бер-бер артлы баҡыйлыҡҡа күсте. Ана шундай яҡшы кешеләргә тап килеү бәхетен насип иткән Рәхиләгә Аллаһы Тәғәлә.

Рәхилә шул көндө үк, иренең үтенесе буйынса улы эшләгән дауаханаға килде.

– Әллә берәй йомошоң бармы бында, әсәй? – тип һораны Ғәлимйән ғәжәпләнеп. Сөнки уның эш урынына әсәһе килгеләп йөрөгәне юҡ.

– Кисә һин операция яһаған берәҙәкте күрергә килдем, – тине әсәһе уйынлы-ысынлы һымаҡ итеп. Өйҙән алып килгән аҡ халатты сумкаһынан сығарып кейҙе.

– Китсе, әсәй... – Ғәлимйән, әлбиттә, ышанманы.

– Ысын, улым. Һин кисә әйткән билдәләре минең бер элекке танышымдыҡына оҡшаған...

– Әллә, улайһа... Реанимацияла ята ул. Әле аңына килмәгән. Теләһәң, инеп күр. – Ғалимйән әсәһенә шкафтан медицина ҡалпағы менән маска алып бирҙе лә уны реанимация бүлегенә оҙатып килде.

Ауыҙынан сығарылып, аппаратҡа тоташтырылған көпшә аша яһалма тын алып ятҡан был ҡарттың ағарынған йөҙөнә ҡарап, таныш кешеңде төҫмөрләү әллә ни мөмкин дә түгел ине. Әммә юрған тышына сығып ятҡан уң ҡулының һыртындағы яҙыуы ныҡ ҡына хәтерендә ҡалған Рәхиләнең. «Миша» тигән яҙыуҙың баш хәрефе башҡаларына ҡарағанда, ни өсөндөр, киреһенсә, бәләкәйерәк итеп тә яҙылған ине...

– Таныныңмы? – тип һораны Фәрит.

– Эйе, тап үҙе, – тине әсәһе ауырыуҙың үлек йөҙөн хәтерләткән битенә тағы бер тапҡыр ҡарап алғас. Тын алдырыусы аппараттың «гармошка»һы тырышып-тырмашып был кешегә кислород өрә, гүйә, уны көсләп-көсләп артабан да йәшәргә өгөтләй...

– Ҡанын күп юғалтҡан, – тип тағы бер мәртәбә ҡабатланы Фәрит бүлмәһенә әсәһен эйәртеп ингәс. – Төндә запаста ятҡан бер литрҙай ҡанды ебәргәйнек. Әммә ул ғына, әлбиттә, бик аҙ. Ҡан биреү станцияһына заказ бирҙек. Уларҙың да һуңғы запасын ҡайҙалыр оло юл фажиғәһенә осраған әллә нисә кеше өсөн беҙҙән алдараҡ ҡына алып киткәндәр. Иң үкенеслеһе – был кешенең ҡаны бик һирәк осрай торған кире резуслы дүртенсе группа. Станцияға резервтағы донорҙарҙы ашығыс саҡыртып, ҡан алып килтергәнсе, ҡан алыштырыусы шыйыҡсалар ебәреп торабыҙ инде. Әҙәм балаһы бер уңмаһа, уңмайҙыр инде, күрәһең. Бомж булып киткәнсегә ҡәҙәр яҡшы кеше лә булғандыр әле ул... Тик тормош юлында һәр төрлө уңышһыҙлыҡтарға осрап, ошо хәлгә тарығандыр...

Үҙенең эше буйынса, ифрат та йыш ҡына осрап торған һәр төрлө ауыр хәлдәге пациенттарының хәле тураһында әсәһе менән бер ваҡытта ла тиерлек бүлешмәгән улы был юлы, нишләптер, фәлсәфәгә төшөп китте. Йән тартмаһа ла ҡан тарта, тигәне шулдыр ҙа, бәлки...

– Улым, – тине Рәхилә бер аҙҙан ҡыйынһынған һымағыраҡ та итеп, – минең ҡаным тап кире резуслы дүртенсе группа...

– Ҡуйсы, әсәй, юҡты һөйләмә. Ҡанды ни, табырбыҙ әле, – асыуланғандай итте Ғәлимйән. –Минең һәр пациентҡа ҡан бирә башлаһаң...

– Был ағайың – минең элекке танышым, улым. Бер ваҡыттараҡ баш ҡалала уҡығайныҡ.

– Бер ваҡыттараҡ?..

– Эйе.

– Был ҡарт һинән кәмендә егерме йәштәргә оло ла баһа...

– Бер генә йәшкә оло ул...

– ...?

– Аллаһ хаҡы өсөн, улым. Бик тә йәл булып китте. Ҡана, хәҙер үк ҡанымды бирәйем. Ошо арала ҡан баҫымым да бер аҙ күтәрелеп тора... Үҙемә лә яҡшыраҡ булып ҡалыр.

Ғәлимйән әсәһе менән башҡаса һүҙ көрәштереп торманы. Уны ҡан алыу бүлмәһенә алып килде...

Рәхиләнең һүҙҙәре буйынса ауырыу тарихына исем-фамилияһын һәм башҡа етешмәгән мәғлүмәттәрҙе мөмкин тиклем тултырып яҙып ҡуйҙылар. Миша әкренләп шәбәйә лә башланы. Әлбиттә, уның йөрәгендә, бауырында һәм башҡа ағзаларында оҙаҡ йылдар буйы тәненән өҙөлмәгән алкоголь суррогаттары үтә лә тәрән эҙ ҡалдырған. Ул ғына ла түгел, психиатрҙың консультацияһында «...выраженная алкогольная деградация личности» тигән диагнозы ла бар. Ҡыҫҡаһы, «Унда ниндәй ауырыу юҡ?» тигән һорауға яуап биреүе хатта еңелерәктер ҙә...

Әсәһенең элекке танышы икәндән башҡа мәғлүмәтте, әлбиттә, Ғәлимйән белмәне. Үҙе лә төпләшеп, һорашып торманы.

– Әсәй, теге Миңсәит ағайҙы иртәгә дауахананан сығарабыҙ, – тине бер көн Ғәлимйән. – Танышыңды барып күреп ҡалғың килмәйме?

– Иртәгә?..

– Эйе, иртәгә. Мин, әлбиттә, уға һинең хаҡта бер ни ҙә өндәшмәнем. Сөнки элек ниндәй генә таныш, хатта дуҫ кеше булһа ла, берәҙәк халҡының уйында тик берәр йөҙ грамлыҡ, йә иһә берәр һыралыҡ аҡсанан башҡа нәмә булмай икәнен яҡшы беләм. Үҙеңде йә аҡса-фәлән һорап йөҙәтер...

– Дөрөҫ, улым, белмәүе хәйерлерәк...

Ҡабул итеү бүлегенә килеп ингән йәш егет үҙен Республика дауаханаһында эшләгән хужалыҡ машинаһы водителе итеп таныштырҙы.

– Яҡшығолов Миңсәит бөгөн сығамы? – тип һораны.

Өҫтәл артында ултырған шәфҡәт туташы ниндәйҙер журналды асып ҡараны.

– Эйе, бөгөн, – тине. – һеҙ уның туғанымы?

– Юҡ, – тине егет, – мине беҙҙең дауахананың завхозы ебәрҙе. Бына ошо кейемдәрҙе лә бирергә ҡушты...

Өр-яңы спецовка кейгән Миша, аптыранғандай, үҙенең өҫ-башын эйелеп-боролоп ҡарай-ҡарай килеп сыҡты. Ҡулында уның элекке алам-һолам кейеме һалынған пакет.

– Яҡшығолов Миңсәит һеҙ булаһығыҙмы? – тип һораны егет башҡортсалап.

– Ну, я, – тине Миша. – А в чем дело?

– Һеҙҙе машина менән килеп алырға ҡуштылар, – тине егет тә был юлы урыҫ теленә күсеп.

– Мин машина һораманым, – тине Миша. – Лучше берәр тәмәке бирһәң...

Егет Мишаға тәмәке биреп ҡабыҙҙы ла машинаһына ултырырға саҡырҙы. Тегеһе башҡаса бер ни ҙә өндәшмәне, әйткәнде үтәне...

Мишаның дауахананан сығып китеүен генә белде бүлек мөдире Ғәлимйән Фитратович. Уның артабан ҡайҙа барыуы менән әллә ни ҡыҙыҡһынманы. Дөрөҫөрәге, көн дә ауыр хәлдәге башҡа пациенттар менән мәшғүл булған хирургтың унан тыш та эше күп ине, дауаланып сыҡҡан һәр бер кеше менән ҡыҙыҡһынырға уның ваҡыты ла юҡ. «Теге ағай, меҫкен, әллә ҡайҙа киткәндер инде. Өйө лә, ғаиләһе лә юҡ. Бәғзе кешеләр ана шулай ғына йөрөп, кешелектән сыға ла, ғүмер буйына бер рәхәтлек күрмәй, ахырҙа, үҙҙәре лә юҡ булып ҡуя шул....» тип йәлләп кенә әйтеп ҡуйҙы әсәһенә. «Шулай шул, улым. Бер ни ҙә эшләп булмай...» тип уфтанды әсәһе.

Миңсәиттең артабанғы яҙмышын Рәхилә лә белмәне. Сөнки, тормош юлынан тамам аҙашҡан был әҙәм балаһын яңынан «кешелек донъяһына ҡайтарып» алырға, тигән үҙенең ниәтен, ни өсөндөр, әлегә ҡатынына ла, улына ла һөйләмәҫкә булды Фитрат Хәйбуллович. Уның уйына ҡаршы төшөрҙәр, тип уйланы, әллә ни... Абруйлы профессорҙың, әлбиттә, таныштары һәр ерҙә лә етерлек, шул иҫәптән, баш табиптың хужалыҡ буйынса урынбаҫары ла. Мишаны үҙҙәренең дауаханаһының пансионатына алып килеп урынлаштырыу хәстәрлеген тап уның менән һөйләшеп, алдан килешеп ҡуйғайны. Уларҙың килешеүе буйынса, Яҡшығолов Миңсәит, ауыр операциянан һуң, пансионатта ятып, реабилитация үтергә тейеш ине. Дөрөҫөрәге, профессорҙың үтенесе буйынса...

Пансионатҡа алып килгәс тә Мишаны ҡырындырып, сәсен киҫеп, бер аҙ нормаль кеше ҡиәфәтенә килтерҙеләр. Паспорт өсөн фотоға ла төшөрөп алып киттеләр. Архив аша Фитрат уның тыуыу тураһында таныҡлығын табып, паспорт мәсьәләһен дә хәстәрләне, тейешле органдар аша был меҫкендең ата-әсәһенең бер нисә йыл элек үк донъя ҡуйғанлығын да белде. Ә Миша үҙе был хаҡта бер ни ҙә белмәй ине. Пансионаттағы кешеләр менән әллә ни һөйләшмәй, күп ваҡыт көндәр буйы карауатта һүҙһеҙ ятҡан берәҙәк ата-әсәһенең был донъяла юҡлыған белгәс тә, йөҙөнә бер ниндәй ҙә үҙгәреш-маҙар сығарманы, әйтерһең дә, уға күршеләрҙең бесәйе үлгән, тигән хәбәр генә еткерҙеләр...

Уның палатаһына йыш ҡына ингеләп йөрөгән профессорға Миша бик тә сәйер итеп ҡараған һымаҡ. Фитрат Хәйбуллович бер хәбәрҙе лә ыңғай ҡабул итмәгән Мишаға ғәжәпләнеп бөтә алмай.

– Бысағымамы миңә паспорт? – тине бер ҡасан да йөҙөндә йылмайыу күренмәгән Миша үҙенә тапшырылған документты ҡулында өйөрөлдөргөләп.

– Нисек инде – бысағыңа?.. һинең кеше булып йәшәүенде теләйем, – тине күпте белгән, әммә берәҙәк психологияһын әллә ни өйрәнмәгән профессор.

– Мин – кеше. Әммә һеҙҙән паспорт һораманым...

Бына һиңә – мә... Берәҙәк тормошон өйрәнеүсе таныш психолог Эрнст Сәлимович менән кәңәшләшеп ҡарамаҡсы булды.

– Уйығыҙ изге, гуманлы, әммә файҙаһыҙға тырышаһығыҙ, Фитрат Хәйбуллович, – тине психолог. – Йәше илленән ашҡан ҙур стажлы бындай берәҙәкте хәҙер инде тура юлға алып сығыуы бик тә икеле, һин уға алтын тауы алып килеп биргән хәлдә лә, тик бөгөнгө көн менән генә йәшәгән бындай әҙәмдең уйында барыбер берәй шешә хәмер, йә иһә һыра һәм бер аҙ закусканан башҡа нәмә булмай ул...

– Ә туғандарын табып, был хаҡта уға әйтеп ҡарағанда?..

– Туғандары хаҡындағы мәғлүмәт уны уғата ҡыҙыҡһындырмаясаҡ...

Шуға ҡарамаҫтан, Фитрат Хәйбуллович баш табиптың урынбаҫары аша Мишаға пансионат тирәһен һепереү эше хаҡында һөйләште. Эшләгән дәүерҙә йәшәү өсөн оҙайлы ваҡытҡа торлаҡ мәсьәләһен дә килеште. Уға пансионаттың ҙур булмаған, әммә айырым бер бүлмәһен биреп торорға вәғәҙә иттеләр.

Йәшәү шарттары ҡырҡа яҡшырып, әҙәмсә ашап йөрөгән Миша тиҙ арала таҙарынып, ҡәҙимге кеше ҡиәфәтенә инә башланы. Хатта бер аҙ йәшәреп тә киткән һымаҡ. Әммә башҡалар менән аралашмаған, хатта телевизорҙан һәр төрлө ҡыҙыҡлы тапшырыуҙарға ла битараф булған Миша үҙен ситлектәге ҡош һымаҡ тоя ине, буғай. Көндәр буйы бер кем менән дә һөйләшмәй, карауатында ята бирә. Тик көн дә дежурҙағы шәфҡәт туташынан «Мине бынан ҡасан сығараһығыҙ? Әллә ҡасан уҡ һауыҡтым бит инде...» тип һорап йөҙәтә.

Бер көн Фитрат Хәйбуллович сираттағы мәртәбә Мишаның янына инде. Ҙур дәрәжәле кешенең берәҙәк хаҡында шундай ныҡ ҡайғыртыуына ғәжәпләнһәләр ҙә, был турала уға һорау биреүсе булманы.

– Ул ни үҙенең палатаһында, – тине дежурҙағы сестра профессорға. – Көн дә пансионаттан сығарыуҙы үтенеп ялҡытты...

Профессор палатанан башҡаларҙың сығып тороуын һораны. Икәүҙән-икәү ҡалғас, хәл-әхүәлен һорашҡанда бер-ике һүҙ менән генә «эйе» йә «юҡ» тип яуап биргән Мишаға үҙенең күптән әҙерләп йөрөгән һорауын бирмәк булды.

– Атай-әсәйеңдән башҡа туғандарың бар инеме? – тине Фитрат Хәйбуллович.

– Ғаиләлә мин бер үҙем инем, – тип яуап бирҙе Миша. – Туғандарым юҡ минең. Бомждың туғандары булмай...

– Ә балаларың?..

– Балаларым да, ҡатыным да булғаны юҡ. Бомждың балалары ла булмай, – тип әйтеп һалды Миша тағы.

– Хаталанаһың, Миңсәит Миңлейәр улы, – профессор ни өсөндөр уға атаһының исеме менән өндәште. – Был донъяла һинең ғәзиз улың бар. Бик аҡыллы, ҙур кеше. Хирург. Һиңә операция яһап, ғүмереңде ҡотҡарып алып ҡалды...

Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Фитрат Хәйбуллович ҡаршыһында ултырған был әҙәмдең күҙҙәренә текәлде. Шул күҙҙәрҙә кеше затына хас берәй ыңғай үҙгәреш булыр, тип өмөт итте. Әммә мәғәнәһеҙ, битараф ҡарашҡа юлыҡҡас, нишләргә белмәй, тегенең ҡолағына эйелә бирҙе.

– Ишетәһеңме, мине? – тине Фитрат Хәбуллович тауышын күтәреп.

– Слышу, не глухой...

– И что?..

– Ничего...

Әҙәм балаһының саманан тыш битарафлығына ныҡ тетрәнгән, асыулынған профессор, үҙен-үҙе тота алмай, сығырынан сығыр хәлгә килде. Бындай хәлдә бер ҡасан да тиерлек булғаны юҡ ине уның.

– Дурак һин, вот что! – тине профессор тауышын тағы күтәрә биреп.

Улы хаҡында ишетеү менән был әҙәмдең ҡайҙалыр күңел төпкөлөндә йәшеренеп ятҡан кешелек тойғоһо бер аҙ уянмаҫмы, тигән уй менән сискәйне бит уға ошо оло серҙе, әммә...

– Отстаньте от меня! Бер кемем дә юҡ минең һәм булыуын да теләмәйем! – тине Миша ла бер аҙҙан ҡәҙимге асыулана төшөп. – И вообще, что вы от меня хотите?

– Короче, – тине профессор үҙ телен генә түгел, унан тыш барлыҡ кешелек ҡиммәттәрен юғалтҡан был әҙәмгә. – Иртәгә һине эшкә урынлаштырырға киләләр. Үҙең йәшәгән ошо йорттоң тирә-яғын һеперәсәкһең. Тейешенсә эш хаҡы ла түләйәсәктәр. Йәшәргә айырым бер бүлмә лә бирәсәктәр. Паспортыңды әҙерләп ҡуй...

– Подметать хотите заставить? Меня, высококлассного авиаинженера?..

Мишаның ҡасандыр хәтерендә ҡалған һөнәр исемен атауына, әлбиттә, профессор иғтибар итмәне. Туғандары, хатта улы хаҡындағы мәғлүмәт тә әллә ҡасан уҡ ташҡа әйләнеп бөткән бәғерен ҡуҙғата алмаһа ла, даими йәшәү урыны һәм үҙен туйҙырып торорлоҡ эш хаҡында ишеткән был берәҙәк уның һүҙҙәрен оло шатлыҡ менән ҡабул итеренә ышана ине Фитрат Хәйбуллович.

– Әҙерләнеп тор, Миша. Иртәге көндән башлап әҙәмсә йәшәй башлауға әҙерлән. Хуш.

* * *

Иртә менән пансионат бүлмәһенә ингән Фитрат Хәйбуллович Мишаның карауатында тәртипһеҙ рәүештә сисеп быраҡтырылған яңы спецовка, паспорт ятҡанын ғына күрҙе. Тик тумбочкаһындағы полиэтилен пакетта «ҡәҙерләп» тотҡан алама кейемен генә үҙе менән алғайны Миңсәит...

Ошоғаса психолог Эрнст Сәлимовичтың һүҙҙәренә лә әллә ни ышанып етмәгәйне профессор. Юлдан яҙған кешенең ҡасан да булһа берәй ваҡыт әҙәм рәтенә инеү мөмкинлегенә, кешеләрсә тормош башлаясағына өмөт итә ине. Инде үҫеп етеп, үҙаңы формалашып бөткән Ғәлимйәненә атаһы хаҡындағы ошо оло серҙе, бәлки, берәй заман асып бирергәлер, тип уйлап йөрөгәйне Фитрат Хәйбуллович. Әммә ошо минуттан алып үҙ уйынан һүрелде. Сөнки бындай ысынбарлыҡты белгән улы шундай атанан яралыуына тик ғәрләнәсәк кенә, тип фекерләне. Йәшәгән, уҡыған һайын, тормоштағы һәр төрлө хәлдәр менән күҙгә-күҙ осрашҡан һайын, үҙеңдең ифрат та аҙ белгәнеңә инана бараһың икән ул. Сәйер һәм үтә лә ҡатмарлы был тормош тигән нәмә... Хатта йыртҡыс тоҡомонан булған эт һәм бесәйҙәр ҙә үҙен һыйпағандарға, ашарға биргәндәргә яҡынлашыуҙы хуп күрә. Аңһыҙ тип һанаған ҡырағай кейектәргә тиклем дрессировкаға бирелеүсән. Ана шуларҙан айырмалы, Ер йөҙөндә иң аҡыллы булып һаналған йән эйәһе – әҙәм балаһы. Үҙенә күрһәткән кешеләрсә мөнәсәбәтте, изгелекте «Кеше» тигән юғары исем йөрөткән һәр кемдең уғата ла дөрөҫ ҡабул итеренә ышана ине Фитрат Хәйбуллович... Ошоғаса...

 

Автор:
Читайте нас: