+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
31 Май 2023, 11:00

Әйтеремде әйттем барыбер

- Ҡайҙа йөрөй икән һаман килмәй был минең кәләш, тип көтөп арып, аптырап ултыраһыңмы? Обход бөткәнде көтөп, табибиың менән һөйләшеп алдым. Ялдан һуң өйгә ҡайтаралар һине. Йә дүшәмбе, йә шишәмбе. Өфө врачтарының ҡасан килеүҙәренә ҡарап, тине. Үҙең нисек, нисек аттырҙың бөгөн таңды?- Н-нарм-м-альнны? Нормальнымы ни? Ма -ла - дис! Шәп бит ул минең бабаюшкам.Врач та маҡтай ана, хаарроший больной, ти, сильный, ти. Сильный инде анау сама ауырыуҙы йырып сыҡҡас. Ҡайтарабыҙ, тип врачың әйттеме? Медсестра?

Әйтеремде әйттем барыбер
Әйтеремде әйттем барыбер

Сәфинәме? Ул һайыҫҡанға изем генә булһын. Хәҙер осортоп алып барып еткерә, ике ҡанат, бер ҡойроҡ. Шәп шул, мин уны яманлағандан әйтмәйем. Өлгөрөм, сос, тилбер. Рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ. Һине ҡалай тәрбиәләште.
- Тумбочкаңда нимәләрең бар һуң? Уй, өтөкә. Төйнәнеп тә бөткән! Ярай, был әйберҙәреңде бөгөн алып ҡайта торормон. Буш банкаларҙы санитаркаға баиремен, хәҙер генә емеш мәле етә, кәрәге тейер. Бөттөмө? Гел ятып арҡаң талып киткәндер, ҡана мазь менән ыйпаштырайым. Рәхәт булып киттеме ни? Өйгә ҡайтҡас, тәрбиәләп, эшкиндереп алам мин һине.Харрошый бальной кәрәкмәй ауылда миңә, дастуйный ир кәрәк, эйе бит, йнекәй.? Яҡшы ат һымаҡ һаман баш сөйөп торма әле, э- йе, тиген.Үәт, шулай.
- Иртәгә һуңыраҡ килермен. Эш бар. Н-н-инд-дәй түгел, теге ашатып торған тыу һарыҡты һыҙыртып алам Миңдеғәле ҡәйнештән. Үтә һимереп китте атыу. Ятһа, тора ла алмай. Тыу нәмә ни, йотҡаны йомороһонда, бәрәс имеҙәйем, тимәй. Һуя торған ыуаҡ малды яңғыҙ айырып бикләмә, бер үҙе булһа, ашамай, тип өйрәтәһең бит үҙең. Теге көҙләүес ике тәкәне ҡуша яптым. Улары ла көрөктө. Нишләп өсәү итеп тороп, тиһеңме? Һуң үҙең үлеп бөтөп килеп индең бит бында. Донъя хәлен белеп булмай бит, бабаюшка.Табиптар ҙа баш сайҡай ҙа ҡуялар ине бит тәүҙә. Ышаныс юҡ, өмөт әҙ, тинеләр. Шуға ул - был була ҡалһа, тип уйланым да...
- Ах һин аны! Ҡуҡыш күрһәтеп тороп ултырмаммы? Һай - һай, шәбәйгән икән берәү!
- Ү - үлер-м-мен м-мы-на, - тиһеңме? Йәшә, һине кем тыя. Һин үлеп, ер ҡыуышы тулыр, тиһеңме? Ер ҡуйыны иркен, вис һыйырбыҙ.
- Мөрйәһеҙ ауылға етә биреп ураныңмы, йәнекәй? Бараһыңмы тағы? Йу-уҡмы?
Ултыра бир әле кеше көлдөрөп. Ал ҡуҡышыңды! Күргәндәрҙер "тегеләр" - йән аусылыры.
- Кем? Яйлап әйт. Йә. Ммо-ра-ҙым. Әә, Мораҙымыңмы, яратҡан ейәнең? Мин ҡайтҡас, килделәрме? Оҡшанымы ҡыҙы? ӨЙгә лә алып барып күрһәтте. Олатайға бергә алып барһам, яраймы, өләсәй, ти. Нишләп ярамаһын.
- Рр- и-и -замын? Ҡайныма барып, ҡыуанып ҡайтҡан Мораҙым, тип килен званитә ине шул. Ярай, һайлай белгәндер әле аш күргән ата балаһын, инәһенең аҡ һөтөн имгәнен, һиңә оҡшаһа. Һеҙ, Әбделкәримовтар, кәләш ала беләһегеҙ бит. Үҙемдән алып әйтәм.
- Бор - саҡ? Булһасы. Һибәбеҙ инде беҙ борсаҡты, тәгәрәте-е-еп сәсеп ебәрәбеҙ.
- М-м-аҡта -н- мм-а? Эйе, һинән һорап торормон мына. Әйтеремде әйтеп ҡалам әле мин, ҡасан һинең телең асылғансы, белдеңме?
- Етәр, ирешеп ултырма әле бында минең менән!. Ҡалай теле телгә йоҡмай! Былай ҙа мин килһәм, икебеҙҙең хәбәрҙе тыңларға инеп тулып бөтәләр палатаңа нимә менән көн үткәрергә белмәй йонсоған бальнуй дуҫтарың. Кейенеп алайыҡ та әҙерәк йөрөп инәйек.
- Әйт анау бисталкауайҙарыңа - ҡайҙа барырға үҙебеҙ белербеҙ, тиген. Ҡыуаҡ араһынамы, йылға ярынамы. Беҙ аның әлеп-бейен уҡып бөткәнски, тиген.
- Әә, алдығыҙмы өлөшөгөҙҙө? Күрҙегеҙме минең бабаюшканың йоҙроғон? Уның йоҙроғо ҡайһы бер ир йораттарының башындай ғына бар ул! Уһал да ул ағайығыҙ, бер яғы әйләнеп китһә...
- Ипләп, йәнекәй... Ныҡ тотон миңә. Йәш саҡта ҡултыҡлашып йөрөү әллә ни эләкмәне бит беҙгә. Уңайы сыҡҡанда йөрөйөк әле, шулай бит?
- Әкренләп... Бында - баҫҡыстар. Алай ҙа ғына беренсе этаж.
- Кил, ултырайыҡ мынау эскәмйәгә.
-Нимә? Өй? Өй өсөн ҡайғырма, иҫең дә китмәһен. Килен дә шәп, улың да шәп. Деүелдәтеп көтәләр донъяңды, Аллаға шөкөр.Шулай булмаһа, йөрөрһөң көн аша, донъя ташлап.
- Нимә? Аңламай торам. Ҡабатлап әйт, ижекләп. Әә, өс ай, Иршат... Өс ай тигәндә саҡ кеше булып киләһең, йәнекәй. Һай-һай, табиптар ҙа шәп, Иршат, кире ҡайтарып бирҙеләр һине миңә... Уй Аллам, ҡалайтыр инем һинһеҙ?
- М-м-ин -дә, тиһеңме? Эй, Иршатым.. Юҡ, юҡ, иламайым. Һөрт әйҙә күҙемде... Сикәләремде һыйпа... Шул тиклем һағындым һине. Еҫеңде һағындым, Ирщатым. Бабаюшкам.. Йәш саҡтағы, һау - һаҡ, шәп саҡтағы һағыныу уйын ғына икән ул...
- Һин дә шулаймы? Ныҡ һелкмә башыңды! Ышанам былай ҙа. Ҡайтам да ҡайтам, тип зәрә йөрәкһемә, йәме. Ҡан баҫымың күтәрелеп ҡуймаһын. Күбенә түҙгәнде, аҙына сабыр итәйек.
- Кеше алдында һыр бирмәй йөрөһәм дә, яңғыҙ саҡта һығылып алам. Инде былай булғас, бирешмәбеҙ, йәнекәй...
- Нимә? Яйлап ҡына аңлат. Ә-ә-ә... Юҡ инде, мин һиңә нисек ауырып киткәнеңде, һушһыҙ йығылғаныңды һөйләп, өр - яңынан йөрәгемде һыҙлатып тормайым. Үҙең беләһеңме һуң? Иҫләйһеңме? Мин дә бер нәмә лә иҫләмәйем. Онот. Яман төш күреп, иң ҡурҡыныс ерендә баҫлығып, шыбыр тир булып килеп уянған икән, ти, йәме.
- Ярай, шул. Эй тыңдауҙы бит һин, йәнекәй. Әҙерәк кенә йөрөп алайыҡ. Иғтибар итмә кешегә, улар һинең саҡ атлап барыуыңа ҡараһа ла. Кеше ҡайҙан белһен һинең үлеп терелеүеңде. Боролайыҡ, арыным.
- Ҡайтайыҡ палатаңа. Ашарға саҡыра торғандар ошо мәлдә. Ҡаҙан ашы ашамаһам, туймайым, ти ҙә йөрөй торғайның. Алла бирһә, ҡайтып алһаң, ҡаҙан аҫтынан ут өҙмәҫмен.
Нығынып алһаң, балалар беҙ икәүҙе санаторийға ебәрәбеҙ, тип һүҙ төйнәп йөрөйҙәр.
- ярай, һау булып тороғоҙ, өйөрлө биздилниктар! Бабайымды әбижәйт итмәгеҙ, йәме. Иртәгә тикшерәм!.
- Һау - шәпһегеме? Мына һеҙгә бер сумка күстәнәс, Әйҙә тумбочкаларығыҙҙы яҡынайтығыҙ, мәжлес ҡороп алайыҡ. Бөгөн аулаҡ, обход юҡ. Ярай, үҙегеҙҙең күстәнәстәрегеҙ ҡалып торһон, аҙаҡтан ашарһығыҙ әле. Бөгөн иптәш Әбделкәримов һыйлай беҙҙе. Бабаюшка, һон иптәштәреңә мынау һөйәкле ерҙрен иттең Мораҙым бәләкәй саҡта тотҡалы ит ашайым , тип илағаны булыр.
- Кисәгегә ҡарағанда һалҡынсараҡ, ҡалыныраҡ кейен.
- Ҡоротло һурпа һемереп алғас, сикәлре ҡыҙарып китте йәнекәйемдең. Әйҙә, анауҙаныраҡ урайыҡ.
- Өйҙә вис һәйбәт. Кейәү ҡаршыларға әҙрлек бара. Зыу - ғәләмәт киләләр.
- К-к- ем, - тиһеңме? мин кейәү апҡайтам бер - ике көндән. Мин һине был юлы үсектереп ҡайтарып ебрмәҫмен, йәш саҡтағы кеүек!
- Иҫеңә төштөмө? Фәйҙә еңгәм бороп алды инде ҡайтырға, тип атыңды егеп бөткәңдә. Нимәгә үсеккәнеңде беләһеңме? Мин уҡырға инеп ҡайтҡас ҡушылырбыҙ тием, һин риза түгел. Тәүҙә, ярай ҙа ярай, шулайтырбыҙ, тинең дә... Мин ауырға ҡалып ҡуйһам, тип ҡурҡам, бит инде. Ҡорһаҡ менән бараһыңмы шунан ҡалаға?
- Нимә? Яй ғына әйт, үҙем уҡыйым иренеңдән.
- И-ике а-алйот! Дөрөҫ әйтәһең, йәнекәй. Ике алйот. Хәҙерге йәштәргә ҡарайым да, юҡ, беҙ аҡыллы булғанбыҙ, икән, тием.
- Зату һинең шул ҡылығыңды ҡырынға һаплаусылар күп булды һуңынан. Имеш, мин боҙолған ҡыҙ булғанмын да, һин минән атказ иткәнһең, шуға ҡайтып китә яҙғанһың...
-Ғ-ғәфүү? Ҡуй, иҫең китмәһен бушҡа. Улай түгел икәнен икебеҙ генә белдек бит. онот. Тик мәлһеҙ иҫкә килеп төшөтө кейәү апҡайтам, тигәс.

- Һин ауырып киткәс, бер нәмәгә үкендем. Әйтә торған бер һүҙем бар бит һиңә. Гел уйлап йөрөнөм, ҡасан да булһа һүҙҙең осо сыҡһа, үҙеңдән шул нәмәне һорармын әле, тип. Баштан сыҡмай ҙа ҡуя, тешһеҙ игәү шикелле игәп.Олоғая башлағас, әллә нисә уҡталдым, Мин алда китһәм, белмәй генә китеп барырмын, һин алдан өлгөрһәң, тәки белмәй ҡалдым, тиермен инде,тип йәшәнем.
- Әй, бер нәмә лә түгел. Нәҙер әйткәндәй әйттем - терелһен генә йәнекәйем, хыянатын ғәфү итермен, онотормон, тип. Терелдең, ҡайттың! Меңдән мең шөкөр Аллама. Матур йәшәнек бит, йәнекәйем. Мин тип өҙөлөп торҙоң, мин - һин тип. Күптәргә тәтемәй беҙҙеке кеүек бәхет. Тик ҡайһы саҡта йәнемде ҡанһыратҡанса сапсып - тырнап еберә ине шул хыянатың. Ни йәне, ни тәне барып, яттарҙы наҙланы, иркәләне икән, ни нәфсеһе етеп, төнө буйы һөйөштөләр икән, тип илай инем.
- Яйлап ҡына әйт, телең ауырыраҡ бит әле. Нимә? Ижекләп әйт.
- Һы - һы - я - нн-нат иит- мә-не-м... Бб-ер ҡа-с-са -н да... Нисек хыянат итмәнең? Нишләп итмәнең? Аһ - аһ... Һуң, улай булғас, мин ғүмер буйы ҡыҫыр көйөккә көйөп йөрөгәнменме?
- Һөйләп бир, тиһеңме? Ярай, һөйләйем. Үҙеңдән нисек ишеткәнмен, шул көйө генә.
Тик һин тыныс тыңла, әкиәт икән, тип. Өндәшмәҫ тә инем, төндә уйланып ятып, ҡан баҫымың күтәрелеп ҡуйыр.

- Яңы "Нива" алған йылың ине. Яҫма һуғыуҙан ҡайттың да напарнигың менән, инмәйһең дә инмәйһең. Көттөм - көттөм дә үҙем сыҡтым, ҡайтарайым, тип. Баҡса эргәһендәге эскәмйәлә һаман һөйләшәһегеҙ. Тауыш бирәйем, тинем дә хәбәрегеҙгә ҡолаҡ һала ҡуйҙым. Боролоп ҡына инеп китмәгәнмен, ишетмәһәмсе шул хәбәрҙе. Инәйем дә китәйем, тиһәм, атлай ҙа алмайым - шаҡ ҡаттым. Сүкәйем ултырҙым сараһыҙҙан.Һин генә һөйләйһең Төн тып - тын. Тауышың ап - асыҡ ишетелә.
- Рәискәме? Шул инеме һине тыңлаған? ОШоларҙы һөйләнең шунда.
- Шофер Рәхим килде. Ағай, Мырҙағәле апаң ауырып киткән, һине саҡырта, тип.
Шунан алдағы кистә килде шул Рәхим. Һине ултыртып алып китте. Һин шул төндә ҡайтманың. Ауырыу апаһы янындалыр, тип уйланым да яттым да йоҡланым.
- Һин һөйләйһең һаман.
- Рәхимде алдап ебәргән Мәүсилә, весовщица ҡыҙ. Рәхим мине туп - тура шунда алып барҙы. Ағай, ғәфү ит, ти алып кил, тип илай ҙа ҡуя, ти... Үҙең һөйләш, тине лә китте лә барҙы.Барып индем. Туҡта әле, мин әйтәм, күрәйем әле. Ҡыҙыҡ та инде, бер уйлаһаң.Өйҙә бер үҙе. Ҡунаҡҡа әҙерләнгән кеүек әҙерләнгән. Иршат ағай, мин һине яратам, тип һыға ҡосаҡлап алды. Ебәрмәй ҙә ҡуя. Сарт йәбешкән, ҡулын ысҡындырып та булмай. Минең кәләшем бар бит, ике балам бар, тиһәм, булһын! - ти. Ебәрмәй и все. Һуң, минең дә йәнем бар бит, ир кеше бит әле мин. Дәрт китте ташып...Берәү үҙе анаулайтып... Урындыҡҡа ҡолап киттек...
- Ана шул төндә һин ҡайтманың... Шунан тура эшкә киткәнһең. Кис ҡайттың да, арыным, тип тамағыңа ла эсмәй ятып йоҡланың бер уянмай. Төнгө сменаң тынғыһыҙ булғандыр инде...
- Һыянат итмәнем, тип ултыраһың әҙәм ышандырып... Шуны әйтәйем, тип йәшәнем ғүмер буйы. Әле ошо ауырып киткәнеңдә, тәки әйтә алманым, тәки үкенескә ҡалды инде, тип уйлағайным. Мына, әйтеремде үҙең һөйләтеп алдың барыбер. Күңелдә көҙөк булып йөрөй ине, рәхәт булып ҡалды. Күтәрелһен әйҙә давленийың. Үл әйҙә, хыянатсы!
- Нимә алйот кеше шикелле йылмайып тик ултыраһың ул? Әйҙә, киттек палатаңа. Сәфинәгә тапшырайым да ҡайтайым. Автобус сәғәте етеп килә. Иртәгә килә алмаҫмын - баҙарға барам. Кейемдәреңде яңыртып алырға кәрәк. Элекке кейемдәрең мулдыр хәҙер һиңә. Ҙурайғас уларын кейерһең, тигән булыр кәрәк ине...
- Кит әле, ҡалайтып ҡосаҡлаған буласы. Мәүсиләң иҫеңә төшөп киттеме? Кит, тием, юхаланма.
- Үҙең алйот. Ауырып китмәһен ҡайтам, тип торғанда, ҡара йәме, Сәфинә.
- Өфөнөкөләр килгәнме, Сәфинә? Нимә тигәндәр Иршат апаңды, Сәфинә? Һәйбәтерәк һөйләшә башлаған, тиме ҡапыл? Телмәре аныҡ, аңлы, тигәндәрме? Йөрәге лә, ҡан баҙымы ла нормала? Эй Аллам, ҡайтарып бирҙең бит бәхетемде! Аҡ ҡорбан салырбыҙ, Алла бирһә! Нимә булған һуң? Ҡана врач менән үҙем һөйләшәйем әле. Өфөгә киттеме ни ул да?
- Сильное душевное волнение поспособствовало резкому улучшению состояния , тип яҙғандармы? Ярай, бирҡағыҙҙарын, ҡайтҡас, өйҙәгеләрҙән уҡытырбыҙ. Рәхмәт, Сәфинә ҡыҙым!, Гел шулай саф күңелле бул. Аҡыллы кейәүгә бар..
- Ниндәй көслө кисереш булған икән?..
- Ана килә минең бабаюшкам айҙай балҡып. Йәнекәйем минең. Собханалла.. Буйтым атлай ҙа баһа был... "Хеҙмәттәш"тәре лә эйәргән, бер коидор булып киләләр.
-Ни хәл, йәнекәй? Һай - һай, һин бөгөн сәпсим ажар егет булып алғанһың, әй.
- Әллә берәйһе сихыр эсереп киттеме үҙеңә?
- Мин эсерҙем? Ҡасан? Тора бир әле, бирермен мин һиңә си - хыр - сы - ны!
- Нимә тимәксеһең? Ижекләп, яйлап әйт - нимә тиһең ул? Йә һуң, үҙең әйт һуң...
- Хыя - нат итмә- нем. Мыр - ҙағәле апам - да йоҡ - ла- н-ым да т-т-аң ме-нән эш - кә кит - тем. Хыя - а -нат ит-мә-нем бер ҡа-сан -да! Һи-не ге-нә я-ра-т-тым! Ҡай- тайыҡ!
- Ҡайтабыҙ, йәнекәйем! ҡайтабыҙ, Иршатым! Йә, Хоҙа... Алай ҙа элек әйтмәгәнмен әйтеремде! Һиңә дауа өсөн һаҡлағанмын икән! Тот ҡулымды, йәнекәй, етәкләшеп атлайыҡ. Ҡай - та - йыҡ!!!

Таңһылыу Вәлиева-Ҡарасурина.

Автор:
Читайте нас: