+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
1 Июнь 2023, 13:00

Мөхәббәт ҡыуаныстары

Сәләм ҠАДЫРЗАДЕ, әзербайжан яҙыусыһы (Хикәйә) Мин өйләндем. Иҫемә килергә лә өлгөрмәнем, ике бала атаһы булдым. Был шайтан балалары ике тамсы һыу кеүек миңә оҡшаған! Етмәһә, ҡыҙыма мәрхүм әсәйемдең исемен ҡуштым – Бильгеис, ә малайымда атайымдың исеме – Хасмамед.Халыҡта: “Ололарҙы тыңламаған, һуңынан бүре булып олоған”, – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Мине иҫкәрттеләр: Саблази улым, бөгөн ун өсө, был көндә өйләнмә. Ә мин, ишәк һымаҡ, ҡарыштым.  

Мөхәббәт ҡыуаныстары
Мөхәббәт ҡыуаныстары

Эх! Ярата алғанда яратып ҡалыу, ә һуңынан ғауға ҡуптармай шым ғына икең ике яҡҡа китеү яҡшыраҡ булыр һымаҡ та бит! Юҡ шул! Башҡаларҙың күҙенә салынмай йәшеренеп кенә Зибейда менән осраштым, ләкин миңә, иҫәргә, был ғына аҙ тойолдо. Өйләндем!
Аҡыллы ата-бабаларыбыҙ, зыян килтереүсе юлдан ҡайтыу – тимәк, табыш алыу, тигән. Мин һуң булмаҫ борон Зибейда менән айырылы­шыр­ға булдым. Әммә нисек?
Башта көн дә ғауға сығарҙым. Ләкин ул түҙҙе. Шунан, булдыра алғанса, мөләйем һәм яғымлы итеп Зибейданы ризалаштырырға тотондом:
– О минең элек өҙөлөп яратҡан ҡатыным, хәҙер мин һине күрә алмайым! О тормош иптәшем! Кешене эшкә алғанда уға һынау мөҙҙәте бирәләр. Күҙ алдыңа килтер, мин, иҫәр, өйләнгәндә, һиңә өс йыл һынау мөҙҙәте бирҙем. Ваҡыт уҙҙы. Һин үҙ вазифаларыңды үтәй алманың, һәм мин айырылышыу тураһында бойороҡ сығарам. Атайыңдың өйөнә кит йәки теләһәң ҡайҙа. Яратҡан улымдың һаулығы менән ант итәм – мин Хасмамедтың ҡырылған башына шап итеп һуғып алдым – һиңә бынан файҙа ғына буласаҡ. Һин бында буш ҡул менән килдең, ә ике бала менән китәһең, мин уларҙы һиңә бирәм, рәхәтләнеп файҙалан. Бушҡа бирәм, һуҡыр бер тин дә алмайым. Ал да күҙемдән юғал.
Ул миңә нисек яуап бирҙе, тип уйлайһығыҙ?
– Әгәр был йорттан кемгәлер китергә кәрәк булһа, беренсе булып һин олағасаҡһың.
Әйтеп бөтөрөр-бөтмәҫтән яңағына тондорҙом.
Дөрөҫ, был һуғыу миңә бик ҡиммәткә төштө. Иртәгәһен нисектер был хаҡта эштә белеп ҡалғандар. Әлбиттә, шунда уҡ йыйылыш йыйҙылар, миңә ҡаты шелтә сәпәнеләр. Өҫтәүенә, эштән бушаттылар. Һис юғы, газлы һыу һатыу киоскыһын булһа кире ҡайтарығыҙ, тип күпме генә үтенһәм дә, ялынһам да, тыңларға ла теләмәнеләр. Мин хатта һыра павильонына урынлашҡан өсөн аҡса ла ала алманым!
Ҡыҫҡаһы, барыһы ла көлгә осто. Ә ҡатыным! Эшлекле кеше булып сыҡты. Мине эштән бушатыу менән, эшкә сыҡты – кемгәлер өйҙө һәм балаларҙы ҡарарға кәрәк тә баһа. Мин уның быға һәләтле икәнлеген уйламаным да. Фабрикаға барып, костюмдар, күлдәктәр тегергә кереште...
Уның айырылырға теләмәүе минең өсөн бик шәп булды. Юҡһа, ярыҡ кәритә янында тороп ҡалыр инем: эш тә юҡ, ҡатын да...
Бер көн иртән Зибейда фабрикаға йыйынғанда үпкәһен онотһон өсөн уны шаяртырға, үҙ яғыма ауҙарырға теләнем.
– Ҡарале, – тинем, – ниңә һин миңә бер тапҡыр ҙа ҡарамайһың, йылмаймайһың? Һүҙҙәремде ысынға алдыңмы әллә? Яратҡан улым менән ант итәм, – Хасмамедтың башына һуғып алдым, – һинең менән мәңге айырылышмаясаҡмын! Хаттарымды уҡының да баһа, мөхәббәтемә ышанмайһыңмы ни?
Ә ул бер һүҙ ҙә әйтмәне. Ауыр һуланы ла, ишекте шарт ябып, сығып китте.
Бер ай буйы Зибейда өйҙө аҫрап ҡына ҡалманы, миңә хәмергә, тәмәкегә аҡса ла бирҙе. Мин өйҙә ултырҙым, балаларҙы ҡараным. Бер мәл Бильгеистың йүргәктәрен йыуып, уны сәңгелдәккә һалғас, ишектә ҡыңғырау яңғыраны. Бер егет миңә ҡағыҙ һуҙҙы. Дуҫтарымдың берәйһе туйға саҡыралыр, тип уйланым.
– Улым, кемдең туйы? – тип һораным.
– Һеҙҙеке, – тип яуапланы егет.
– Беҙҙә?
– Эйе, – тип яуап бирҙе ул, көлөп. – Бына повестка, иртәгә судта барыһын да белерһегеҙ.
Ҡатынымды әйтәм, кенәсел икән! Баҡтиһәң, эшкә ингәндә насарлыҡ уйлаған. Тыныс йоҡланым, ә ҡалғандар барыһы ла Зибейданың минең менән айырылышыуын белә ине инде.
Беҙҙе ике тапҡыр судҡа саҡырҙылар. Беренсе мәртәбә мин бер нәмә лә аңламаным, теләһә нәмә һөйләнем. Уның ҡарауы, Зибейда: “Миңә бындай ир кәрәкмәй!” – тип белдерҙе.
Икенсе мәртәбә һәйбәтләп ҡырындым, өҫтөмдө алмаштырҙым, күршенән сағыу галстук алып торҙом. Балаларҙы ла ҡалдырманым. Бик оҙаҡ һорау алғандан һуң, хөкөмдар миңә һүҙ бирҙе. Бик шәп телмәр тоттом. Күп һөйләмәнем, ләкин ышандырырлыҡ итеп әйттем:
– Хөрмәтле хөкөмдар, мин һеҙҙең солох һәм дуҫлыҡ яҡлы икәнегеҙгә мең процент ышанам. Шуға күрә беҙҙең ҡаҡшамаҫ ғаиләне емермәгеҙ. Миңә Зибейданы юҡһынырға, бер ғәйепһеҙ балаларҙың етем ҡалыуына юл ҡуймағыҙ...
Ләкин шунда Зибейда ҡаршы төштө, мин буталдым. Алдан уйлаған нәмәләрем башымдан сығып осто. Әйтерһең, муйынсаҡтай теҙелгән һүҙҙәрем, ебе өҙөлөп, иҙәнгә ҡойолдо. Ә Зибейда һүҙенән ҡайтманы.
Ниһайәт, хөкөмдар айырылышыу хаҡындағы ҡарарҙы иғлан итте, балалар әсәһе менән ҡала, тине. Мин үкһенем.
– Хөрмәтле хөкөмдар, хәлемә инегеҙ! Мин беренсе ҡатыным менән беренсе мәртәбә айырылышам. Тәжрибәһеҙ­легемдән файҙаланмағыҙ. Мин – етем, атайым да, әсәйем дә юҡ. Был күгәрсендәр, – Хасмамедтың башына һуғып алдым, – атайым менән әсәйемде алмаштыра. Үтенеп һорайым, мине балаларымдан айырмағыҙ, мине икеләтә етем итмәгеҙ!
Әгәр балалар минең менән ҡалһа, миңә алимент түләргә тура килмәйәсәген һеҙ аңлайһығыҙ, әлбиттә. Киреһенсә, һәр ай һайын Зибейда миңә түләр ине. Ләкин бер нәмә лә килеп сыҡманы. Балаларҙы биреүҙәре генә етмәгән, тағы ла фатирҙы бүлделәр. Ванна бүлмәһе һәм кухня дөйөм, ә ҙур бүлмә уларға эләкте...
Айырылышҡас та тағы уңдым: эшем дә, ҡатыным да, балаларым да барлыҡҡа килде. Эштең Зибейдаға әҙерәк алимент түләрлеген таптым. Яңы ҡатыным Ситара минән туғыҙ йәшкә өлкәнерәк, әммә бик йәш күренә. Өс балаһы бар, тип бер кем дә уйламаҫ. Өлкәне икенсе ҡалала институтта уҡый, кесеһе – интернатта. Ә ҡыҙы бөтөнләй бәләкәй. Ҡыҫҡаһы, улар миңә ҡамасауламай.
Бер ай элек бүлмәмә квартиранттар индерҙем, ә үҙем Ситараның йортона күстем. Ҡатынымды ғына түгел, уның өс балаһын да паспортыма индерҙем.
Яңы ҡатыным үҙенең элекке ғалим иренән алиментты минең ике айлыҡ эш хаҡынан да күберәк ала ине. Иң мөһиме – был аҡсаны ул минең законлы эш хаҡы һымаҡ, миңә бирҙе. Аҡсаның бер өлөшөн беренсе ҡатыныма ебәрҙем, ҡалғанын һалып ҡуйҙым. Аллаға шөкөр, ашарға ла, кейем-һалымға ла етте, хатта хәмергә лә. Бер мәртәбә мине дуҫтарым һыйланы, ике мәртәбә – мин. Ҡыҫҡаһы, кемдер әйткәнсә, патока һатып алдым, ә ул бал булып сыҡты.
Иҫәпләп сығарҙым: Ситара һәм уның ҡыҙы арҡаһында мин тағы ла ун алты йыл да һигеҙ ай майҙағы сыр кеүек йөҙәсәкмен.
Үткән аҙнала мунсала көҙгөнән ҡарағас, үҙемә әйттем: эйе, туған, сусҡа һымаҡ һимергәнһең. Күҙ теймәһен өсөн һул янбашымдан өс мәртәбә төкөрҙөм.
Һәм һеҙ ни уйлайһығыҙ? Был Ситараны АллаһыТәғәлә ҡарғаһын! Ҡорсаңғы менән бүләкләһен, тырнаҡтарынан яҙһын! Кисә ғалим иренән аҡса килде, переводҡа ҡарағас, ул:
– Бөгөн беҙҙең кесе улыбыҙға ун һигеҙ йәш тула, – тине.
Әйтеп бөтөрөр-бөтөрмәҫтән кәрзин эләктерҙем дә баҙарға йүгерҙем. Кис көнө ҡатынымдың туған-тыумасаһы, таныштары йыйылды. Теге, ҡәһәр һуҡҡыры, кесе ул пәйҙә булды. Беҙ бик һәйбәт тығындыҡ, эстек, йырланыҡ, бейенек... Әҙерәк башыма китте, күңелем тулды. Ситараны ситкәрәк саҡырып алдым.
– Элекке иреңә шылтырат, ул да килһен. Уны бер мәртәбә күрмәһәм дә, ныҡ хөрмәт итәм. Бергәләп ултырырбыҙ, эсербеҙ.
Ә ул ауыр һулап яуап бирҙе:
– Минең элекке ирем үлде.
Мин үҙ ҡолаҡтарыма ышанманым.
– Нисек? Һиңә алимент түләгән ғалим ир үлдеме?
– Юҡ, уныһы иҫән. Мин икенсеһе, унан һуң кейәүгә барған, ҡыҙымдың атаһы хаҡында һөйләйем. Ул сирләп, ҡыҙым тыумаҫ борон үлде...
– Тәк, тимәк, һин алиментты ҡыҙыңа алмайһыңмы?
– Юҡ, кесе улыма. Ә уға бөгөн тап ун һигеҙ йәш тулды.
– Хәҙер бер кемдән дә алимент алмаясаҡһыңмы?
– Бер кемдән дә. Бына һин минән айырылырға уйлаһаң, ул саҡта ҡыҙ өсөн миңә ун алты йыл да һигеҙ ай алимент түләйәсәкһең.
Бах-бах! Был яуыз бисә Ситара менән никахлашҡанда былай килеп сығырын уйламағайным да. Ә хәҙер нимә? Ике тапҡыр үҙ ҡулдарым менән тормошомдо емерҙем! Вай-вай-вай!
Юҡ, ни генә тимәһендәр, мин шуны ныҡлы беләм: мөхәббәттең бөтә ҡыуаныстары – загс тупһаһына тиклем генә.

 

Автор:
Читайте нас: