+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Июнь 2023, 20:00

Йырланды бер йыр

Ине — өс яғынан сәтләүекле, баланлы, миләшле, тәгәрәшеп бешкән еләкле аҡландары менән урман ҡаймалаған, ә дүртенсе яғы ҡибла елдәренә шыр асыҡ уйһыулыҡҡа йәйрәгән Биләр ауылының заманында илле ете мөрйәһенән төтөн сыға ине; ауылдың кешеләре лә үҙгә, ҡара бөҙрә сәсле, ыҫпай кәүҙәлеләр ине, иң шәп ҡыҙҙар Биләрҙә бешеп етешәләр ине.

Йырланды бер йыр
Йырланды бер йыр

Хәҙер унда дүрт кенә өй бар: өсөһөнөң тәҙрә ҡапҡастары таҡта киҫәктәре менән арҡыры-буй ҡаҙаҡланған, теҙҙән үлән үҫкән ихаталары йәй айҙарында ғына хужалары ҡайҙандыр ситтән ял итергә, үҙҙәре әйткәнсә, — һауа һуларға ҡайтҡас ҡына, тапала. Ауыл уртаһындағы Түңәрәк күл ҡаршыһында әтәс ҡанат ҡағыуынан да йәм, тәм табып кет-кет көлөүсе  Аҡ бабай өйө. Һәр йәй Биләргә барып Аҡ бабайҙың хәлен белеп ҡайтыу ғәҙәткә ингән. Әгәр барылмаһа, ул ҡыш бик оҙаҡ уҙа, ҡыш буйы күңелгә ниҙер етмәй...

Әлеге барыуымда Аҡ бабай, көткәндәй, ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә ултыра ине. Гел генә эш кейеменән күреп ғәҙәтләнгәнгәме, уны танырлыҡ та түгел — ҡара салбар, еңе һыҙғаныулы аҡ күлдәк кейеп, башына эшләпәһен кәттә генә сәпәп ҡуйған ине. Һаҡал-мыйығын ҡыҫҡартып, тағы ла ыҫпайландырып ебәргән.

Аҡ бабай, сәләм алышҡас, ситкәрәк шыуышып, урын бирҙе һәм уфтанып ҡуйҙы.

— Вәт, суҡынмыш, урамға тәки сыҡмай бит, ә!

— Кемде көтә инең, Аҡ бабай?

Аҡ бабай бышылдап ҡына:

— Тс-с, әбейең ишетмәһен! Кисә Хәҙисә ҡайтҡайны, — тине һаҡал осо менән күлдең теге яғындағы өйгә ымлап.

Мин шунда ғына иҫкә алдым — ул күрһәткән өйҙөң тәҙрә ҡапҡастары асылған, ихатаһында үҫкән үлән сабып ташланған ине. Мөрйәһенән һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә рәшә булып йылы сыға, шул яҡтан мейескә яңы тығылған икмәк еҫе килә, баҡса яғында магнитофондан таралған йыр аҙашып йөрөй:

Батыр егет бесән саба,

Батыр егет бесән саба, тиһәнә;

Үтмәй уның салғыһы, тиһәнә,

Унда ҡыҙҙар ҡайғыһы, тиһәнә...

Аҡ бабай, уға бик үк хас булмағанса, көрһөнөп ҡуйҙы:

— Вәт, ҡылансыҡ, ә, Хәҙисәне әйтәм, йылдар буйы күҙгә күренмәүе генә етмәгән, ҡайтҡас та ҡасып ята. Сыҡһын ине ҡапҡа төбөнә, ултырһын ине шунда хет бәйләмен тотоп, хет семешкә сиртеп. Юҡ, семешкәлек тештәре юҡтыр инде уның, ну әйтәйек — һағыҙ сәйнәп. Ҡыйынмы ни шулай ғына итеүҙәре. Урамға йәм инер ине, ҡот ҡуныр ине ауылға... Кисә ихатаһындағы үләнде сабып ташларға өндәшкәйне. Барҙым, йүгереп барҙым — сит ҡатын-ҡыҙ ҡарар күҙгә танһыҡ бит инде ул! Әммә ләкин сибәрттәйгә туйғансы ҡарап тора алманым, әбейең арттан шылтырап килеп етте. Имеш, ул да подружкаһын һағынған. Бәлки, һағынғандыр ҙа — һөйкөмлө бит Хәҙисә! Атлап  йөрөүҙәре, усы менән ауыҙын ҡаплап ҡына көлөүҙәре ни тора суҡынмыштың. Сыҡманы инде, ярай, әйҙә, өйгә инәйек — бал балының самай бейеп торған мәле. Ауыҙ итербеҙ, хе-хе.

...Иҙәне һап-һары итеп йыуылған өй эсендә табанан яңы ғына төшкән ҡоймаҡ еҫе танауҙы ҡытыҡлай. Аҡ бабай һандыҡ өҫтөндә ҡуҡырайып ултырған бал мейескәһе менән өҫтәл араһында тыз-быз йөрөй, үҙе һөйләнә:

— Бал ғына түгел был, балаҡай, үҙебеҙҙең урман-ҡырҙарҙа үҫкән сәскәләрҙең таң һутылыр был! Уны бына ошондай имән мейескәләрҙә генә сымырҙатырға кәрәк, эскәндә лә, башҡа һауытҡа һалып тормайынса, ағыҙып ҡына алырға кәрәк, юғиһә, мараматы (“ораматы”ҙыр инде) осоп бөтә. Бына шулай әҙләп кенә, тәмләп кенә, ирендәрҙе ялап ҡына, күҙҙәрҙе йомобораҡ ҡына эсергә кәрәк был фәрештәләр эсемлеген, балаҡай! И үҙең ағзаларыңды һиҙемлә — зәм-зәмдең шифалы ҡанаты иң башта йөрәкте йомшаҡ ҡына һыпырып үтер, шунан эсәктәрҙе ҡымырҙытыр. Иң рәхәте ашҡаҙанына инде — шифалы эсемлек килеп кергәс уға лафа, рәхәтләнә ул, иҙрәй ул, уға байрам; тамсыһын да әрәм итмәй үҙенә һеңдерә ул, ялап уҡ ҡуя... Ә бер аҙҙан башыңдың һәр күҙәнәген, тамырын тойорһоң — рәхәтлектән бейейҙәр улар, матур-матур уйҙар уяна башта. Бына шул саҡ күҙҙе йомоп тик кенә, шым ғына ултырырға кәрәк. Һин күрерһең ошо зәм-зәмгә әүереләсәк һут йыйып алынған Боҫҡаҡ болондарын, Тәфтиләү урмандарындағы шыр сәскәле йүкәләрҙе, ташландыҡ ауылыбыҙҙың баҡсаларында шау сәскәлә ултырған алма, сейәләрҙе тәрбиәләп үҫтергән ауылдаштарымды күрерһең һин, Хоҙайҙың рәхмәте. Иң шәп алма баҡсаһы Әмирҙә ине. Әйттем мин уға, нигеҙеңдән айырылма, тинем. Китмә ҡалаға, тинем, беҙ таш ҡосағында йәшәй алмайбыҙ, тинем. Китте... Юҡ инде ул. Шулай, балаҡай, илебеҙҙе юҡҡа сығарыу беҙҙекеләй ауылдарҙы бөтөрөүҙән башланды, күрәһең. Тамыр киҫелде... Эх, йырлағы килеп китте. Ҡайҙа, ҡарсыҡ, бир әле саратскийҙы, бер тартып алмай булмаҫ, ахры.

Таҡта стена аша ҡарсығының битәре ишетелде:

— И-и, ошо ҡарт алаша, эсенә керһә шулай инде ул, мыр-мыр килер. Үтте ғүмере гармун тартып, ҡатын-ҡыҙ артынан сабып.

— Ярай, ярай, сибәрттәй, “ситкә” йөрөһәм ете бала таба алмаҫ инең әле. Үҙең генә уларҙы аяҡҡа ла баҫтыра алмаҫ инең. Ә ҡыҙҙарға күҙ төштө инде ул, төшә — матурһығыҙ бит! Күҙ генә төшә — и вчү. Ну, күңелдәре булһын тип, ҡосаҡланғандыр ҙа инде. Артыҡ бер ни юҡ.

— Кит, мөртәт, ауылда һин ҡосмаған ҡатын-ҡыҙ ҡалдымы икән?

Аҡ бабай кет-кет көлдө.

— Хе-хе, Хоҙай Тәғәлә һеҙҙе ҡосор өсөн яратҡан лабаһа. Ҡапҡа бағанаһы түгел бит һеҙ. Минең ҡул тейһә, әле лә иреп китәһең бит һин.

— Кит, оятһыҙ! Мә, дырҡылдығыңды! Исмаһам, тауышың ишетелмәҫ.

...Шөлдөрҙәрен сылтыратып саратский ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына бер тартылды, бер һуҙылды һәм, яйына төшөнөп, Аҡ бабайҙың ҡулында бейей, талпына башланы — донъя түңәрәкләнде: Аҡ бабай, сал башын гармунға эйеберәк, көйҙөң, һүҙҙең тәмен, моңон боҙа күрмәйем тағы, тигәндәй, һәр боролошон, һәр тибрәлешен һаҡ ҡына, килештереп кенә үтеп, ҡарлыҡҡаныраҡ тауыш менән килешле итеп йырлай:

Һыуҙа балыҡ йөҙәҙер ҙә,

Һыу һалҡынын һиҙәҙер шул, һиҙәҙер;

Ауылыбыҙҙа бер матур бар,

Үҙәгемде өҙәҙер шул, өҙәҙер.

Әкрен кәрәк, ипләп кәрәк,

Ишетергә һандуғас һайрауҙарын.

Әллә инде еңелсә генә башҡа йүгергән бал балы ла йырға тағы ла йәм, тәм, һағыш өҫтәй, уны матурлай, тулыландыра — моң эскә генә һыйышмай тамаҡҡа төйөнләнеп керпектәргә һылана.

...Бер мәлде Аҡ бабай, күҙ ҡыҫып ала ла, йырлауҙан туҡтап, гармун тауышын аҡрынайта төшә. Шул саҡ ишетелә: теге яҡта ҡарсығы ла ипләп кенә, йомшаҡ  бәрхәт тауышы менән ҡартына ҡушылған икән.

Күк күгәрсен күктә уйнай,

Күләгәһе ерҙә уйнай.

Минең күңелем һине уйлай,

Күк күгәрсен, һандуғасым,

Һинең күңелең кемде уйлай?

Ҡарсығы хәйләне һиҙмәй, хәйер, инде ул был донъянан ваз кискән — ул үҙенең хис-моң даръяһында тибрәлә, йәшәй, шул миҙгел менән ләззәтләнә, һыҙыла.. Бына Аҡ бабай, башын егеттәрсә генә артҡа сөйөп ала ла, күректәрен тулҡынландырып, баҡалы-ҡыңғыраулы яғын бейетеп, гармунын, өҙәм мин һине, тигәндәй, тартып ебәрә — һәм йыр башлай.

Ҡашың ҡара, ҡашың ҡара,

Ҡаралтҡанғаҙыр инде.

Ҡарайым, ҡарайым, ҡарап туймайым,

Яратҡанғаҙыр инде.

Был донъяла башҡа һис бер ни юҡ, был донъяларҙа бары тик перспективаһыҙ, тип туҙҙырылған ошо ауыл-илдең урыны ғына бар һәм дә Аҡ бабай өйөнөң шар асыҡ тәҙрәләренән һибелеп кесерткән, дегәнәк баҫҡан нигеҙҙәр араһында ҡаңғырып йөрөгән моң ғына бар.

Түңәрәк күл һыуҙарында,

Аттар эсерһәң ине;

Тыуған-үҫкән илдәреңдә,

Ғүмер кисерһәң ине.

Гармундың шөлдөрҙәре һуңғы тапҡыр зыңлап алғас, өйҙә тынлыҡ урынлаша. Аҡ бабай яй ғына урынынан ҡуҙғала.

— Әйҙә, балаҡай, ихатаға сығып инәйек — йырыу тәмен бөтөрөп эсеп тормабыҙ инде. Әйтәм генә, һин үҙең генә ҡара. — Мин — юҡ.

Таҡта стена арҡылы ҡарсығының кеткелдәгене ишетелде:

— Бар, бар, тиҙ бул! Ҡунаҡ ҡыҙы, таяғына таянып, инде баянан бирле ҡапҡа төптәрендә баҫып тора. Һи-һи. Үҙе беҙҙең яҡҡа ҡарай, ахры, күҙлек быялалары бәк ялтырап-ялтырап китә. Йәһәтерәк сыҡ инде! Юғиһә, шул яҡҡа ни ғүмер ҡаҙалып ултырғайның, ҡарт мүкләк!

Ихатаға сыҡҡас, Аҡ бабай, минең янтыҡҡа еңелсә генә төртөп, кет-кет көлдө:

— Вәт-ә, иҫләп торған икән. Көнләшә инде ул, хе-хе... Дә-ә, һин Хәҙисәне йәш сағында күрһәң икән — кәртинкә ине! Ҡыҙы янына ҡалаға күскәс кенә бөтөрөндө. Таш һалҡыны һеңде, ахры, бахырға. Хәҙисәнең бер малайы элек үҙебеҙҙә бригадир ине. Беҙҙең ауылға ҡаныҡтылар бит бер мәл: “Ауылығыҙ кескенә, өмөтһөҙ, центрға күсегеҙ!” — тинеләр йыйылыш һайын. Тик бер кем дә һелкенмәй... Ипләп кенә кибет ябылды. Ферма бар ине — малдарын үҙәккә ҡыуҙылар — эшһеҙ ҡалдыҡ. Ике балаға мәктәп тотоп булмай, тип уныһына йоҙаҡ элделәр. Йәштәр юҡ, тип клубты һүттеләр. Ә халыҡ һаман тамыр ҡуптармай. И әйткәндәр бригадирға, Хәҙисә малайына: “Или ауылыңдан күсенәһең, или, партия указын үтәмәгәнең өсөн партбилетыңды өҫтәлгә һалаһың!” — тигәндәр.И вчү — трактор санаһына өйөн ултыртып китте Хәҙисә малайы колхоз үҙәгенә. Ҡулы еңел булды, мөртәттең, өс йәйҙә бөттө ауыл тырым-тырағай таралып... Ә бит кеше кендеге киҫелгән ерҙә генә бәхетле була ала. Ул мөхит — уның Иле! Мине һуғышта әллә ҡыҙыл сепрәк, ниндәйҙер ҡалалар өсөн ҡан ҡойған тиһеңме? Хир — мин үҙебеҙҙең Биләрҙе бирмәнем фашистарға! Фашист еңә алманы, эйе, ә үҙебеҙҙекеләр бөтөрҙө, һытты. Биләрҙе лә. Илде лә. Заразылар! Шулай, балаҡай, әллә ниндәй уйҙар килә инде башҡа... И-и, әллә ҡартая  башлағанмын инде, хе-хе, гүпсим онотҡанмын — әйҙә әле, күрһәтәйем, ни яһаттым бит мин!

Елт-елт атлаған Аҡ бабайға эйәреп алма баҡсаһына кердем. Унда, урталыҡта, йәйгелек өсөн генә таҡтанан эшләнгән аласыҡ бар — шуның ишеген асты Аҡ бабай.

— Ана, күрәһеңме, хе-хе?!

Инде ҡайырылары ҡыршылып бөткән имән бүкәнгә мәрмәр таштан яһалған сардуған һөйәлгән ине. Уға Аҡ бабайҙың егет сағындағы рәсеме ҡуйылып, исем-шәрифтәре көмөш хәрефтәр менән яҙылған.

— Төҫө оҡшаманы. Өй йәшелгә буялған, ҡапҡа-ҡойма — зәңгәр, был таш бер үҙе ҡарайып тора — ихатаға төс түгел! Шуның өсөн бында, ышыҡҡа кертеп ҡуйҙым. Юғиһә, ихатала ине. Асыҡ төҫлө таштан икенсене яһатырмын, ахры. Барыбер әбейеңә лә эшләтергә кәрәк. “Гел үҙеңде генә ҡайғыртаһың. Давай, миңә лә ҡәбер ташы!” — тип битәрләй бит, юғиһә, хе-хе.

— Бетондан да сардуған эшләгән инең бит, Аҡ бабай. Быныһы ниңә инде?

— И, балаҡай, моданан артта ҡалмаҫҡа кәрәк — хәҙер кемдә ундай килбәтһеҙ сардуған бар — фасуны бөттө уның. Мин уны, аҙбарҙың бер мөйөшө баҫыла башлағас, шунда ҡыҫтырып ҡуйҙым. Шәп булды. Үлсәп эшләнгән кеүек. Тимерҙән дә бер сардуған эшләгән инем әле үҙемә. Ничауа ине. Үҙемә лә оҡшай ине. Әбейең дә килештерҙе. Әммә ләкин Әмир дуҫ алданыраҡ китте. Ауыр тупрағы еңел булһын. Уға бирҙем. Йәл түгел, һәйбәт кеше ине. Игелеген күрһен... Ҡара әле, балаҡай. Хәҙисәгә лә сардуған яһатып бүләк итһәм, килешеп бөтөрмө икән, ә?! Юҡтыр...

Үҙем Аҡ бабайҙың һөйләгәнен тыңлайым, ә саратский шөлдерҙәренең зыңынан, әбей менән бабайҙың ипле йырҙарынан иләҫләнгән, иҫергән, ҡайҙалыр талпынған күңел, ҡара сардуғанды күргәс, әллә нишләп китте: барыр юлдарың, ҡылаһы ғәмәлдәрҙең нөктәһе булып ниҙер иҫкәртәлер кеүек ул.

Ә көләс йөҙлө Аҡ бабай ҡайсандыр күкрәп йәшәгән, ә хәҙер инде таратылған, туҙҙырылған һөйөкле ил-ерен тарих кендегенә беркетергә теләгәндәй, аҡ сардуғандай баҫып тораҙыр кеүек.

Фото: krasivoe-foto.ru

Автор:
Читайте нас: