+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
4 Июнь 2023, 18:00

ИКЕ ҠАТЫН МЕНӘН ЙӘШӘР ИНЕҢМЕ?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ (Хикәйә) Мөхтәр ул көндө тағы ла “төшөрөп” ҡайтты. Ҡатыны, өйләнешеүҙәренә биш йыл ғына булһа ла, быны иренең ҡиәфәтенә, күп һөйләнеүенә, шаяртыуына ҡарап, белә. Был юлы ул һөйләнеп, шаяртып торманы: “Беҙгә бик етди бер мәсьәлә хаҡында һөйләшеп алырға кәрәк”, – тип иғлан итте.– Бөгөн арыным, иртәгә һөйләшербеҙ, – тип кире ҡаҡты ҡатыны.

ИКЕ ҠАТЫН МЕНӘН ЙӘШӘР ИНЕҢМЕ?
ИКЕ ҠАТЫН МЕНӘН ЙӘШӘР ИНЕҢМЕ?
Сөнки шуны белә: Мөхтәр – хис-тойғоло кеше. Эсеп алһа, юҡ-барҙы һөйләй башлай, тик торғандан асыуланышып ҡуйыуҙары ла ихтимал. Дүрт йәшлек улдары яңы ғына йоҡлап китте. Йә, уятып ҡуйырҙар. Былай ғаилә ситтән ҡарағанда бик татыу күренә. Һәр хәлдә, аҡса бөттө, ашарға етмәй, кейем-һалым туҙҙы, тип әрләшкәндәре юҡ. Ҡатыны ла яңыраҡ эшкә сыҡҡас, ғаилә ҡаҙнаһына тос ҡына өлөш индерә. Ашханала эшләүе лә ярҙам итә. Кисен сумкаһы төбөндә артып ҡалған кәтлит, хатта матур ит киҫәктәре лә ятыуы бик мөмкин. Ә бына ире, Мөхтәр, үҙгәрҙе. Һуңлабыраҡ ҡайта башланы, бер-ике тапҡыр балыҡҡа барам, тип сығып китеп, икешәр көн йөрөп, байтаҡ ҡына балыҡ алып ҡайтты. Быныһы ла шикле, сөнки Мөхтәр балыҡ ашау түгел, уның еҫен дә яратмай һәм ваҡ ҡылсығын сүпләп ултырырға теләмәй. Ире эшләгән төҙөлөш ойошмаһында аҡсаны мул түләйҙәр. Быға тиклем ҡатынын финанстарҙан өҙмәй торғайны. Һуңғы арала һыҡмырланды. Ҡатыны ҡара иҫәп менән генә үткән айҙарҙа 50 меңгә яҡын аҡсаны иренең үҙ кеҫәһендә ҡалдырыуын йә ҡайҙалыр тотоноуын иҫәпләп сығарҙы. 50 мең һум! Әле бына ир генәһе, туҡ йыртҡыс һымаҡ, бүлмәлә мөйөштән-мөйөшкә йөрөй. Күренеп тора, нимәлер әйтергә йә тауыш сығарырға теләй. Кухня яғында шешә зыңлағаны һәм араҡы ҡойолғаны ишетелде. Бер аҙҙан тағы ла берҙе күтәреп эсте. Бәләкәй генә бер бүлмәле фатирҙа күңелде уйнатып, араҡы еҫе таралды. Ҡатыны был юлы ла түҙҙе. Араҡы еҫен генә күтәрергә мөмкин. Әгәр ят хушбуй еҫе таралһа, нимә эшләрһең? Хәтерләһәң, уныһы ла бер нисә тапҡыр булды түгелме һуң? Ошо хаҡта әйткәс, Мөхтәр аптыранды, еҫкәп ҡараны. “Конторҙа булдыҡ, кәңәшмә үткәрҙеләр. Гардеробта бергә элергә тура килде, шунда берәй ҡатындың тунынан күскәндер”, – тип аҡланды.
Өсөнсөгә шешә зыңланы һәм араҡы ҡойолғаны ишетелде.
– Мөхәббәтем һин минең, – тине ире ҡатынының күҙҙәренә туп-тура ҡарап. Һин миңә нимә әйтер инең, әгәр мин фатирыбыҙға тағы ла бер ҡатын алып ҡайтһам?
Ҡатыны торманы, урынында ырғыны һәм бер киҙәнеүҙә ирен диванға һуҙып һалды, өҫтөнә менеп ултырҙы: “Мин һине йоҡлағанда быуып үлтерәм һәм ошо 9-сы ҡаттан тышҡа ырғытам!” – тине.
Ире, көндәр буйы офиста ултырғыс йылытып, компьютерҙа соҡоноп ултырған нәмә, ҡатынының өс йыл буйы декрет ялында булғандан һуң ашханала көн һайын ҡутара ашап, тығыҙланған мускулдарына ҡарап, эстән генә, “был шулай итәсәк. Тәүҙә быуып үлтерәсәк, һуңынан, ышаныслы булһын өсөн, тәҙрәнән сығарып ташлаясаҡ. Үҙенең енәйәтен минең икенсе ҡатын алып ҡайтыуыма бәйләп аңлатасаҡ. Уны аҡлаясаҡтар, ләкин мин булмаясаҡмын. Ә был миңә кәрәкме?” тип кенә уйлап өлгөрҙө һәм әллә һушын юғалтты, әллә йоҡлап китте.
Йоҡлаған иҫерек ирҙән дә матур йәнлек юҡ. Ҡатыны эшен бөтөрҙө лә, иренә килеп һыйынды һәм ҡосаҡлап, бер үбеп алды. Төнгө ут яҡтыһында тегеһенең кәйефе күтәрелеүҙән ауыҙ ғынаһы йырылды һәм ул ап-асыҡ итеп: “Гөлнур!” – тине.
Был исемде ишетеүгә ҡыуанырға ғына булыр ине, әгәр ҡатындың исеме Гөлнара булмаһа. Ҡатын яңы мәғлүмәттәргә өмөтләнеп, йылы ғына итеп: “Әү, ҡәҙерлем?” – тине.
Ир, ҡәнәғәтлек тойғоһон белдереп, еңелсә генә хырылданы һәм тағы ла ойоп китте.
Гөлнараның башындағы компьютеры үҙенән-үҙе уларҙың тормошона мөнәсәбәте булған Гөлнурҙарҙы иҫәпләп сығара башланы һәм тәүге секундтарҙа уҡ йорт аша ғына ятаҡта йәшәгән яңғыҙ ҡатын эргәһендә туҡталды һәм шалтырлап өр-яңы мәғлүмәттәр өҫтәлә башланы. Ире улы Зәкиҙе балалар баҡсаһына алып барыуҙы ғына түгел, кисен алып ҡайтыуҙы ла үҙ ихтыяры менән үҙенә алды. Гөлнурҙың үтенесе менән ике тапҡыр кран йүнәтергә, бер тапҡыр йоҙаҡ рәтләргә, бер тапҡыр мебель йыйырға саҡырыу алды. Улы менән шәмбе һәм йәкшәмбе ял паркына сығыуға өҫтөнлөк бирә. Теге аҙнала ғына парктан ҡайтҡас, улы: “Алһыу менән уйнаныҡ”, – тип хәбәрен һөйләгәйне. Был мәғлүмәт тә ғаилә һәм уның именлеге файҙаһына түгел.
 
Сөнки Гөлнурҙың ҡыҙы ла, эйе, Алһыу исемле.
Гөлнара ҡабаланманы. Ваҡиғаларҙың артабан үҫешен күҙәтергә, һығымталар яһарға ҡарар итте.
Иртән бер нәмә булмағандай эшкә йыйынған Мөхтәр Гөлнараның эшкә ҡабаланмауына иғтибар итте: “Мин отгул алдым. Зәки өйҙә ҡала”, – тине ҡатыны. Гөлнара үҙҙәренең ҙур булмаған тарихында хәл иткес көндәр кисереүен күңеле менән һиҙә ине. Әрләшеү, һауыт-һаба ватыу, сумаҙанын ишек төбөнә ҡуйыу был осраҡта ярҙам итмәйәсәк. Иң тәүҙә асыҡларға кәрәк: Мөхтәр менән Гөлнурҙың мөнәсәбәттәре ниндәй кимәлгә еткән? Ҡатын киске алтыларҙа улын кейендереп, урамға сығып китте. Улы тәрбиәләнгән балалар баҡсыһы эргәһенән үтте һәм аҡрын ғына атлап, Гөлнур йәшәгән йорт эргәһенә килде. Киске эңер, аяҡ аҫтында ағастарҙан ҡойолған япраҡтар ҡыштырҙай. Гөлнара улына ағастарҙан айырылған бәләкәй япраҡтар хаҡында әкиәт һөйләй һәм алға ҡарай. Ә алда балалар коляскаһын этеп, икәү килә. Мөхтәр менән Гөлнур һәм бәләкәй Алһыу. Улар бер-береһен күрә ләкин бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Бәләкәй Зәки аптыранып, бер атаһына, бер әсәһенә ҡарай, нимә өндәшергә, ҡайһы яҡҡа ынтылырға белмәй. Малай түҙмәне: “Атай!” – тип ҡысҡырҙы һәм теге өсәү яғына ынтылды. Ләкин әсәһе ҡулдарынан ныҡ тотоп тора, ысҡынырлыҡ түгел. Малай аптыранып, әсәһенә ҡарай. Әсәһенең күҙҙәренән ниңә йәш аға?
Әсә менән ул өйҙәренә ҡайтты. Оҙаҡламай атай кеше лә килеп инде һәм өҫтөн дә һалмай, ултырғысҡа ултырҙы.
– Ниңә өҫтөңдө һалмайһың? – тине ҡатыны тыныс ҡына.
Өндәшмәй генә ашанылар. Улы атаһын, көн һайын кис йоҡлар алдынан булғанса, уйнарға саҡырҙы. Ләкин күпме генә ихлас булырға тырышмаһын, мөнәсәбәттәрҙең яһалма икәнлеге, ялғанға ҡоролғанлығы күренә лә ҡуя.
– Атай, һинең машинаң минекенә төкәлде бит. Һин урап үтергә тейешһең! – тип асыуланғандай итә улы.
Атаһының күңеле өйҙә түгел, бынан алыҫ та китмәй, йорт аша ғына өйөрөлә. Бына Зәки йоҡлап китте.
– Йә, нимә эшләйбеҙ? – тине ҡатыны.
– Мин һеҙҙең икегеҙҙе лә ҡарай алам. Һин миңә үҙемә оҡшағанса йәшәргә ихтыяр бир.
– Һин быны нисек күҙ алдына килтерәһең? – тине ҡатыны.
– Мин нисек теләйем, шулай күҙ алдына килтерәм, – тине ире. – Һәр хәлдә, берегеҙ ҙә мәхрүм булмаясаҡ.
Ә иртән Мөхтәр никах балдағын өҫтәлгә һалды ла, сығып китте.
Ваҡыт тигәндәре йылға һымаҡ аға ла ҡуя шул. Шулай итеп, ун йыллап ғүмер үтте лә ҡуйҙы. Гөлнара улы менән икенсе фатирға күсеп китте. Йорт аша ғына йәшәүсе Гөлнур менән ҡыҙын һәм Мөхтәрҙе күрмәҫ өсөн. Әйткәндәй, Гөлнара менән Зәки юҡҡа ҡабаланды. Сөнки Мөхтәр йәш кәләшендә бик оҙаҡ торламаны. Мөхтәрҙең ике ғаиләне лә ҡарай алам, тип кәперенеүҙәре, шулай уҡ аҡсалата ла, тормошлата ла раҫланманы. Сөнки ике ғаилә араһына ҡыҫылып, өсөнсөһө килеп инде. Мөхтәрҙең бынан абруйы күтәрелмәне, түбәнерәк төштө. Улар араһына ике-өс йыл аша булып торған көрсөктәр килеп ҡыҫылды. Ҡыҫҡаһы, Мөхтәр вазифаһын юғалтып, эшһеҙ ҡалды. Гөлнур менән Алһыу яңы ир, яңы атай тапты. Тик мөнәсәбәттәре ал да гөл түгел, шикелле.
Ә Гөлнара улын йоҡларға һалғандан һуң һалҡын түшәгендә төндәр буйы боршаңлап әйләнә һәм ирен иҫкә төшөрә. “Бәлки мин хаталанғанмындыр, – тип уйлай Гөлнара. – Әллә Мөхтәрҙең тәҡдименә ризалашырға кәрәктеме икән? Ана бит, йәшәп ҡарағас, Гөлнур за бик оҙаҡ тотманы. Аҡсаһы бөткәс, ҡыуҙы ла сығарҙы”.
Гөлнара үҙен ғәйепләй. Бер алданғас, ир ҙә эҙләп йөрөмәне. Барлыҡ тормошон Зәкиенә бағышланы ла ҡуйҙы.
Гөлнара айырылышҡас, тәүге тапҡыр ауылына ҡайтҡайны Шунда әсәһе әллә аптыранып, әллә ҡыҙын йыуатырға теләп: “Шулай инде, урыҫ байыһа, өй төҙөй, башҡорт байыһа, түшәк яңырта”, – тип әйтеп ҡуйғайны. Ә Гөлнара шул көндө кис телевизорҙан үҙе ишетте, Германиянан берәү беҙҙең илгә ҡатын эҙләп килгән. Шул немец Рәсәй матур һәм яңғыҙ ҡатындар иле икән, тигән фекер әйтте.
Ниңә шулай ул, ирҙәр өсөн айырылышҡандан һуң яңы тормош башлана, ә балалы ҡатын өсөн барлыҡ киләсәккә кәртә ҡуйыла? Ғәҙелме был?
 
Автор:
Читайте нас: