+17 °С
Облачно
Сәсмә әҫәрҙәр
15 Июля 2023, 13:00

Йырланмаған йырым һин...

Венер ИСХАҠОВ (Повесть) “Юҡ... Башҡаса йәшәй алмайым былай... Түҙерлегем ҡалманы... Үләм... Китәм был донъянан...” –   Хәсән, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә атланы ла атланы. Күҙ йәштәре үҙенән-үҙе сөбөрләп аҡты. Имеш, ир-аттар иламай. Ниндәй таш йөрәк был һүҙҙе әйтте икән? Ирҙәр ҙә шул уҡ әҙәм балаһы, шул уҡ хис уларҙа. Ғәрлектән, мәсхәрәнән Хәсәндең бөтә йөрәге һыҡтай ине.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йырланмаған йырым һин...Йырланмаған йырым һин...
Йырланмаған йырым һин...

Бығаса ҡатыны менән этә-төртә тигәндәй йәшәп яталар ине,  анау айыу ваҡиғаһынан һуң бөтөнләй көн бөттө.  Былай ҙа теле телгә йоҡмаҫ  Фәриҙәһе  бына аҙна буйы   уны талай. Таң менән күҙен тырнап аса ла тотона ярһырға. Күршеләр ишетер тип уйлау ҙа юҡ. Өйҙә ни, урамда ни әрләшеүҙән башҡаны белмәй, шикелле. Әрләшә тип, уға ҡаршы һүҙ ҡатҡан кеше лә юҡ инде. Үҙенән-үҙе пыр туҙа. Тамам биҙрәне Хәсән был ығы-зығынан. Ҡатынының майлап һалһаң да эт еҫкәмәҫ һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йәһәннәмгә китергә әҙер. Кешенән оят. Былтыр класташы аҫылынып үлгәйне. Һуңғы юлға оҙатырға барғас, донъяһының матурлығына иҫе китеп, балаларын йәлләп, ни өсөн был тормоштан үҙ теләге менән китеп барҙы икән, тип аптырағайны. Бына хәҙер үҙе лә шул уҡ хәлдә. Күрәһең, берәү ҙә тиктомалдан башын элмәккә тыҡмайҙыр…

Туйҙы  был тормоштан. Уға  йәшәүҙең йәме лә, ҡыҙығы ла ҡалманы. Ҡасандыр янып торған күҙҙәр бөтөнләй һүнде. Яңаҡтар эскә батты.  Хатта, күҙ нурҙарын түгеп, үҙ ҡулдары менән биҙәкләп, семәрләп һалған  йорто ла уға әллә ниндәй ҡотһоҙ, сит булып тойола башланы. Өйөнә аяғы ла тартмай. Ҡатыны менән  күптән бер түшәктә йоҡлағаны ла юҡ.

Өйҙәге тауыштан улы ла  ялҡып бөткән. Туғыҙ йәшлек кенә булһа ла, ул да был ыҙғыштың сәбәпсеһе кем икәнен аңлай шул.

– Әсәй, нишләп атайҙы гел әрләйһең? – тип әйтеп ҡарай ҙа, ҡайҙа инде ишетеү! Үҙ туҡһаны туҡһан.

 – Шым тор, хәсрәт! – тип йәнә сәсрәп сыға ҡатыны. – Мине тыйырға һин кем әле, маңҡа?  Тиктомалдан шунса мең һум аҡсаны тоттороп ҡуяйыммы? Һеҙгә рәхәт! Ашау – байҙан, үлем – Хоҙайҙан. Бына мин ҡырҡҡа ярылырҙай булам…

Улы башҡаса һүҙ ҡатмай. Уға ла ҡыйын. Сабый ҙа әсәһенә ҡаршы нимәлер әйтеүҙең мәғәнәһе юҡлығын аңлай.

Фәриҙә йәнә гөлтләп ҡабына, бына нисәнсе көн инде бер үк һүҙҙе тылҡый:

– Нимә тип кенә шуға йоғондоң, ә? Хәҙер ҡалай ҡотолорға был яфанан? Малды бирмәйем. Өйгә яңы телевизор кәрәк.  Ҡайҙан аҡса табайым? Хәстрүш! Харап, берәү ауыл халҡы алдында шәп булып ҡыланған, имеш. Ғүмер буйы теңкәмде ҡороттоң! Ыштанһыҙ! Үҙең кеүек берәй асыҡ ауыҙ тура килһә, килештерер инегеҙ. Тамағың ашҡа туймай үңәсеңде һуҙып йөрөр инең. Шул айыу үҙеңде генә ботарлаһа икән дә! Һинең һыйырыңды ашағанмы ни?!

Хәсән:

– Фәриҙә! – тип нимәлер әйтергә, аңлатырға уҡтала ла, ҡайҙа уны ишетеү.

– Фәриҙә лә Фәриҙә! Әллә минең исемде тәүгә ишетеүеңме?!  Үҙем өйҙә булһам, ике аяғыңдың береһен урманға баҫтырмаҫ инем, иблис! Йә, шулай-шулай бит әле, тип кәңәшләшеү юҡ, рөхсәт һорау юҡ, шул һәүеректәргә эйәреп кит тә бар! Үҙең сәсрәмәгәйе шунда! Был тиклем дә расхудҡа батмаҫ инек, бетең менән түләмәксе булаһыңмы? Һиңә ни бешкән дә төшкән. Ҡайҙан килгән, ҡайҙа киткәнен белгән юҡ. Хәҙер ауыл кешеһенә үсәргә, теше ҡойолғансы һөйләргә бер нәмә була инде. Ҡайҙан ғына ҡайта күрҙек ошонда. Йүнле ир булһаң, ҡалала фатир алып, шунда ғына йәшәр инек. Арттарын асып көләләрҙер инде. Былай ҙа күрә алмайҙар. Имеш, донъябыҙ матур, теге лә был. Как будты мин ошо донъяны урлап ҡорғанмын. Минең кеүек улар ҙа эшләһен, шунан булыр...

Хәсәндең  башҡаса ҡатынын тыңлар түҙеме ҡалманы. Ҡолағында ҡатынының дошманыңа ла теләмәҫ һүҙҙәре бер туҡтауһыҙ яңғырап торҙо. "Иблис!.." "Иблис!.." "Иблис!.. "Үҙең сәсрәмәгәйе!.." "Үҙең сәсрәмәгәйе!.." “Үҙең сәсрәмәгәйе!.." Хәсәндең ҡолағы зыңлап, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ул башын тотоп ергә сүгәләне. "Үҙ балаһының атаһын нисек шундай һүҙҙәр менән ҡарғарға мөмкин?! Шул тиклем насар кешеме икән мин?! Былай эт ишетмәгәнде ишетеп йәшәгәнсе, йәшәмәүең мең артыҡ". Ул шулай шаңҡып күпме ултырғандыр, ҡапыл һикереп торҙо ла,  аласыҡта торған бауҙы алып, ашығып сығып китте. Юл ыңғайы магазиндан бер ярты һатып алды ла  Йәнекәй тауы итәгендәге сабынлыҡҡа  юл тотто.

 Уйлай-уйлай ҙа, ҡатынының холҡон бөтөнләй аңлай алмай Хәсән. Әллә етешмәйме икән тип тә уйлап ҡуя. Уның арҡаһында хәҙер туған-тыумасалары менән дә аралаша алмай. Үҙен генә түгел, туғандарын да әрләп бер була, уларҙан бер матур сифат тапмай.  Имеш, туғандарың былай, туғандарың тегеләй. Һарандар, йүнлеһе бармы ни?! Бар белгәндәре йыр ҙа бейеү. Бер көн телевизорҙан тапшырыу бара. Йыр конкурсында беренсе урынды алған ике туған һеңлеһен күрһәтә башлауы менән телевизорҙы шарт барып һүндермәһенме!

– Тапҡандар шайлы кешене күрһәтергә! Йырлай, имеш. Уның кеүек эт һымаҡ кем  оломай?! Шәп булғас, ауылға ҡайтып йәшәһен!

Ярата ошо сабынлыҡты Хәсән. Үләндәр матур итеп баш ҡалҡытҡан. Балан ҡыуаҡлыҡтары ап-аҡ сәскәләргә төрөнгән. Әкрен иҫкән ел менән танауына хуш еҫ килеп бәрелде.

Ҡалҡыу урында булғас, бынан ауыл ус төбөндәге кеүек күренә.  Ошонда рәхәтләнеп бесән әҙерләйҙәр ине. Ә бөгөн бында ул үҙенең ғүмерен ҡыйырға килде. Хәсән муҡсайынан шешәһен сығарып, рюмкаға һалып, уртлап ебәрҙе… “Их, ауылға ҡайтмаһам, тормошом, бәлки, былай ҙа килеп сыҡмаҫ ине”. Ә бит уның ауылда йәшәү уйында ла юҡ ине.

Был сабынлыҡты ла шырлыҡ, урманды ботап, атаһы менән икәү эшләнеләр.

– Ярай, һин ҡалала йәшәйһе кеше, – тине атаһы. – Ағайың этләнмәһен тим. Үҙемә бер ярҙамсы булманы.

Моғайын, бәләкәйҙән сәхнәнән төшмәгәс, атаһы ла уның ҡалала йәшәр, йырсы булыр, тип уйлағандыр.

Хәсән  хәҙер тормошон икегә бүлеп ҡарай – өйләнгәнгә тиклем, өйләнгәндән һуң. Уйлай-уйлай ҙа, ғәжәп итә ул, гүйә, башлы-күҙле булғас, бөтөнләй икенсе донъяла йәшәй башлаған кеүек.  Тап Фәриҙә уның быға тиклемге бәхетле, йырлы-моңло тормошон ботарлар өсөн юлында осраған айыу ҡиәфәтендә күҙ алдына килеп баҫты.

 

                             ххх

Һуңғы осорҙа Хәсән  бала сағы, ата-әсәһе, туғандары менән йәшәгән күңелле осор хаҡында йыш уйлай. Бигерәк матур йәшәгәндәр, бәхетле булғандар икән. Радионан бейеү көйө яңғыраһа, атаһы иҙән тирәләй бейергә төшөп китә. Таҡмаҡҡа маһир әсәһе шуны ғына көткәндәй ҡулдарын сәпәкәйләй-сәпәкәйләй һамаҡлай ҙа башлай.

Төш тә бейе, төш тә бейе.

Аҡылдарың бер төрлө.

Аяғыңдағы итегең    

Африканский икән

Һикереп-төшөп бейеүҙәрең

Һайыҫҡанский икән.

Күңеле булғансы, танһығы ҡанғансы бейей атаһы.

Өйҙә  был хаҡта һөйләшмәһәләр ҙә, атаһы менән әсәһен димләп ҡауыштырғандарын ишеткәне бар. Уларҙың икеһенең дә бала, үҫмер саҡтары ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Әсәһе — өс,  атаһы бер класс ҡына уҡый алған.  Үлер хәлгә етеп  ғашиҡ булышып та, матур һүҙҙәр һөйләп тә йөрөмәгәндәр, ғаилә, нисек йәшәү хаҡында төрлө китаптар уҡып та ултырмағандар.  Уларҙың бер-береһенә хөрмәтен күҙ ҡарашынан аңларға була ине.  Берәй нәмә эшләргә булһалар, әсәһе һәр ваҡыт иң тәүҙә атайҙарынан рөхсәт һорарға ҡушыр ине:

— Атайығыҙ нимә тип әйтер?

Ҡушылған эште саҡ ҡына онота башлаһалар ҙа, атайҙарын иҫкә төшөрөр булды:

 – Атайығыҙ асыуланыр ҙаһа!

Ҡайһы ваҡыт, аталары өйҙә юҡ саҡта, нимәнәндер риза булмай:

– Эй, ошо атайымды, – тиһәләр, әсәләре шунда уҡ:

– Атайығыҙға һүҙ әйтмәгеҙ, – тип киҫәтә. – Атайығыҙҙың бала сағы еңел булмаған. Мин ҡайһы бер бисәләр кеүек сей утын яғып толланманым, урам буйлап аҡса теләнселәп тә йөрөмәнем. Атайығыҙ тапты, тырышты,  аҙып-туҙып йөрөмәне.

Хәсән ҡатынын әсәһе урынына ҡуйып ҡарай ҙа, тағы бер шаҡ ҡата. Халыҡ әйтмешләй, бисәһе әсәһенең киҫеп ташлаған тырнағына ла тормай. Фәриҙәһенең  был тиклем шашыуына, бәлки, үҙе ғәйеплелер. Йомшаҡлыҡ күрһәткәндер. “Мәмәй!” Хәсән үҙенә шулай тине лә, серт төкөрөп ҡуйҙы...

Өйҙәрендә күҙгә ташланырҙай бер нәмә лә юҡ ине. Бәләкәй генә телевизор... Ошо уҡ өйҙә ашайҙар, ятып йоҡлайҙар.  Атаһы ла, әсәһе лә бигерәк киң күңелле булғандар. Ауылда зыярат уларҙың эргәһендә. Һәр йома һайын әбейҙәр зыярат эргәһенә килеп аят уҡый. Моғайын, ҡайһыһының улы, ҡайһыларының ире һуғышта үлеп ҡалғандыр. Әсәһе һәр ваҡыт уларҙы саҡырып, сәй эсереп ҡайтарыр ине. Ә бөгөн уларҙың ялан кеүек өйөнә кергән-сыҡҡан кеше юҡ. Ҡатыны арҡаһында хәҙер атай-әсәйе лә, туғандары ла уларға килмәй. Дуҫтары ла күптән биҙеп бөттө. Биҙер ҙә шул. Кеше ҡапҡанан килеп инеү менән  ҡаршы йүгереп сыға ла: “Нимә кәрәк?” – тип төпсөнә башлай.

 Ҡарамалыла  йөҙҙән ашыу өй бар. Хәҙер уның яртыһында ғына тиерлек  кеше йәшәй.  Өлкәндәр үлә бара, йорттар ҙа бушай бара. Бынан утыҙ йыл элек кенә балҡып торған ауыл күҙ менән ҡаш араһында тигәндәй ҡотһоҙланды. Ауыл тирәһендәге баҫыуҙар ҙа буш ята хәҙер.  "Алға" колхозының бер бригадаһы булған ауылда һыйыр, сусҡа фермалары гөрләп торор ине. Үҙгәртеп ҡороу башланғас,  шул малдар әллә ҡайҙа ғәйеп булды. Ә бына тигән ҡураларҙы нигеҙенә ҡәҙәр соҡоп алып бөттөләр. Ғәжәп: емерергә тигәндә колхоз өсөн арҡырыны буй һалмағандар  йылдамыраҡ булып сыҡты. Ауырыйым, ана үләм, бына үләм тигәндәр ҙә терелеп сыҡты. Ә уларҙы күреүсе лә, белеүсе лә, тыйыусы ла булманы. Ә бында малдарҙы ҡырған айыуға атҡан өсөн олоғара тауыш ҡупты. Шуныһы ҡыҙыҡ: булғанын емереп бөттөләр ҙә хәҙер йәнә ферма төҙөргә кәрәк тип зыҡ ҡубалар. 

– Әлдә колхоз бөттө лә, иркенгә сыҡтыҡ, – ти ауыл халҡы хәҙер. Ысынлап та, шулай. Элек берәр һыйыр ғына тотһалар, хәҙер уңғандар өсәр, дүртәр һыйыр аҫрай, башмаҡтары, быҙауҙары йыйылып китә. Бесән тип тау араларында соҡсоноп йөрөйһө түгел. Элекке көтөүлектәрҙә, баҫыуҙарҙа трактор менән рәхәтләнеп бесән сабалар.

Бер ҡараһаң, бөтә кеше лә мал тотоп ҡына йәшәй алмай. Йәштәр тыуып үҫкән еренән ҡаса. Хәҙергеләрҙе элекке һымаҡ паспорт бирмәйенсә ауылға бәйләп ҡуйып булмай шул.  Ярай ҙа улар ата-әсәһенең йорт-ҡураһын тәрбиәләп, буяп тотһалар.  Ҡайһылары ни өйөн һатмай, ни ҡайтып ҡарамай, кәртә-ҡуралары ауып, буяуҙары ҡубып, ауылдың йәмен ебәрә. Ауылға ҡунаҡ-фәлән килһә, кешенән оят.

ххх

Йыр… Ҡасандыр күктәргә әйҙәгән, бәхеттең етенсе ҡатына мендергән йыр уны бәхетле итеүсе лә, бер аҙҙан ошо бәхетен тартып алыусы ла булды. Йырланмаған йырҙар ҡалды… Ә бит уға барыһы ла ҙур өмөттәр бағлай ине…

Бәләкәйҙән йырларға яратты Хәcән. Ауыл, район сәхнәләрендә йырлап, хатта телевизорға төшөп, районда артист булып танылды. Өфөлә үткән төрлө байрамдарға ла йыш йөрөттөләр. Ҡайһы бер кешеләр уны күреп ҡалыу менән:

– Ана беҙҙең әртис килә, – тип ҡупайтып та ебәрә торғайны. Шуға ла бөтә кеше уға йырсы яҙмышы юраны. Ә инде һигеҙенсе класты тамамлағас, йыр уҡытыусыһы Ханнан Закир улы:

– Һинең урының сәхнәлә, әйҙә сәнғәт училищеһына алып барам, – тип, үҙе үк документтарын хәстәрләп, Өфөгә алып китте.

Һәр ваҡыттағыса йыр бүлегенә конкурс ҙур ине. Тәүҙә Хәсәндән  халыҡ йырын башҡарыуын һоранылар. Егет көр тауышы менән “Томан”ды һуҙып ебәрҙе.

Иртә лә генә томан, кис тә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған?

Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,

Һин ҡарарһың, йәнем, мин булмам.

Бишмәтеңдә һинең биш төймә,

Шул бишмәткәйеңде күп кеймә.

Кисен генә ятһаң, иртә торһаң,

Һағынырһың мине, мин булмам.

Саҡыра ла кәкүк, һайрай былбыл.

Талдар  араһында ҡағынып.

Ауырып та ятып һарғайманым,

Мин һарғайҙым һине һағынып.

Ҡабул итеү комиссияһында ултырыусылар Хәсәндең йырын ҡымшанмай ҙа тыңланы. Егеттең моңо,  йырҙың бар мәғәнәһен йөрәгенән кисереп башҡарыуы уларҙы әсир иткәйне. Бындай йәштәр булһа ла, һирәк килә. Шулай ҙа һуңынан үҙ-ара кәңәшләшкәндә Зәримә Мөхәмәтовна тигән уҡытыусы:

– Егеттең тауышы әлегә ултырып бөтмәгән. Был йәштә йырлау зарарлы, һуңынан бөтөнләй тауышһыҙ ҡалыуы бар, алмай торорға кәрәк, – тип әйткәйне лә, күпселек егетте яҡлап сыҡты.

–       Шундайын егетте кире ҡайтарып ебәреү гонаһ булыр. Күптәр кире килмәй торған. Унынсыны бөткәнсе ҡараштары үҙгәрә. Өсөнсө йылда шулай бер егетте кире бороп ҡайтарғайныҡ, быйыл килерме икән тиһәм, төҙөлөш техникумына барған. Ҡойоп ҡуйған сәхнә кешеһе, ул буй-һын, ул тауыш, моң ине, –  тине республикаға билдәле икенсе бер педагог. Уны  танылған йырсылар, сәнғәт әһелдәре әҙерләгән уҡытыусы  Йәүҙәт Мусин да хупланы:

–       Юҡ, был егетте юғалтырға ярамай. Халыҡ йырын был тиклем дә йөрәккә үткәреп йырлай торған йәштәр һирәк хәҙер. Егеттә тәбиғи һәләт бар. Тауышы яңы төҫ алыу осоро тамамланмаған әле, йырға мөкиббән икәнлеге һиҙелеп тора. Йырсы йырҙы яратырға тейеш. Ә ул ярата. Үҙе өсөн генә йырлаусылар ҙа бар. Ә сәхнәгә сыҡҡан кешегә уның эсендә ҡайнарға кәрәк.  Был егет тап шундайҙарҙан. Мин уны күреп торам – ул халыҡтың яратҡан йырсыһы буласаҡ. Ундайҙарҙы һаҡларға, үҫтерергә кәрәк.

Педагогка  ҡаршы килеүсе булманы. Егетте Йәүҙәт Юнир улы үҙенә алырға хәл итте. Хәсән билдәле педагогта уҡыясағына сикһеҙ шат ине.  Шулай итеп, уның бәләкәйҙән хыялланған  ниәте тормошҡа ашты. Ул атай-әсәһенең, ауылдаштарының ҡыуаныуы! Ауылдан йәштәр төрлө уҡыу йорттарына күпләп инһә лә, сәнғәт тирәһенә баҙнат итеүселәр юҡ ине әлегә.

–       Үҙеңде телевизорҙан ҡарап ҡына ултырырбыҙ әле, –  тине уның уҡырға инеүенә сикһеҙ ҡыуанған Ханнан Закир улы.

Әлбиттә, музыка белеме булмаған  егеткә тәүҙә ауыр булды, ғүмерендә ишетмәгән  сольфеджио фәнен аңлай алмай хитланды.

Вокал дәрестәре башҡа дәрестәрҙән күпкә айырыла. Педагог һәр уҡыусыһы менән айырым шөғөлләнһә лә, бөтәһен дә бер кабинетҡа   йыйып ала.  Һәр уҡыусыны янына сығарып, барыһы алдында  үҫтереүсе күнекмә, 15 минут распевка эшләтә.

Төркөмдә Хәсән – иң кесеһе. Тәүҙәрәк, әллә үҙенән өлкәндәр араһында уңайһыҙланыу­ҙанмы, распевкаһы килеп сыҡмай ҙа ҡуя ине. Шулай ҙа тәжрибәле педагогтың  тырышлығы, егеттең дә ныҡышмаллығы  бушҡа китмәне. Хәсән  күҙ алдында үҫә, тауышы асыла башланы. Быға айырыуса үҙе шат ине, сәнғәткә килеүенә үкенмәне.

Бына, ниһайәт, ике ай уҡығас, тәүге имтихан бирер ваҡыт етте. Училищеның концерт залына бөтә уҡытыусылар, уҡыусылар йыйылды. Академик концерт тип  атайҙар уны. Башҡарған йырҙары  беренсе курс студенты өсөн ярайһы ҡатмарлы булһа ла, уңышлы сығыш яһаны Хәсән. Егет  тәүге имтиханда уҡ уҡытыусыларҙы ла, студенттарҙы ла хайран ҡалдырҙы. Уҡыусыһының уңышы өсөн айырыуса Йәүҙәт Юнир улы ҡыуанды.

Бына күрҙегеҙме, яңылышмағанмын бит тигәндәй, башҡа уҡытыусыларға ҡарап, башын юғары күтәреп, галстугын рәтләп ҡуйҙы.  Шулай ҙа студентына иҫкәртеп ҡуйырға ла онотманы:

– Осоноп китмә, ҡайһы берәүҙәр тәүге уңышынан һуң йондоҙға әүерелеп, үҙ өҫтөндә эшләргә һәлкәүләнә. Хоҙай ниндәй генә һәләт биреп тә, тырышмайһың икән, артабан үҫешә алмаясаҡһың.

Ошонан һуң педагогтар, студенттар араһында Хәсәндең абруйы күтәрелде. Уҡытыусының талапсанлығы, кәрәк ваҡытта дәртләндереп ебәрә белеүе егеттең  күңелен үҫтерҙе. Ул бар тырышлығын һалып  шөғөлләнде. Өсөнсө курсҡа еткәс, Йәүҙәт Юнир улы:

– Тауышың ултырҙы, һиңә хәҙер тулы көскә шөғөлләнеү мотлаҡ. Ариялар, халыҡ йырҙарын ныҡлап өйрәнергә кәрәк. Һин ысын йырсы булырға тейеш. Ысын йырсы үҙ эшенә бирелеп, үҙе өсөн генә түгел, ҡаршыһында ултырған тамашасы өсөн дә йырлаусы,  үҙ өҫтөндә эшләүсе, яңылыҡ эҙләүсе артист булырға тейеш, – тип  иҫкәртте.

Тиҙҙән Ғәзиз Әлмөхәмәтов  исемендәге республика йырсылар  конкурсы үтәсәге билдәле булғас, уҡытыусыһы Хәсәнгә унда ҡатнашырға тәҡдим итте. Егеттең, әлләсе, тип бер аҙ икеләнеүенә:

–       Һин хәҙер күп нәмәне үҙләштерҙең. Һиңә ышанам. Бәлки, лауреат та булырһың әле, – тигәс, студенттың  шикләнеүҙәре юҡҡа сыҡты.  Педагог  уҡыусыһына мөмкинлеген күрһәтерҙәй  етди программа һайларға  ярҙам итте, конкурсҡа ныҡлап әҙерләнә башланылар.

Ысынлап та, тырышлыҡ бушҡа китмәне, Хәсән уңышлы сығыш яһаны. Әлбиттә, һәр уҡытыусы үҙенең уҡыусыһы еңеүсе булыуын теләй. Жюри ағзалары араһында ҡайһы берҙәре Хәсәндән етешһеҙлек табырға маташты. Айырыуса бығаса гел үҙенең уҡыусыларын шундай конкурста еңеүсе итергә тырышҡан, филармонияла эшләгәндәренә маҡтаулы исемдәр алып бирергә көсөн ҡыҙғанмаған Мәйсәрә Кәримовна риза булмай маташты.

 – Һүҙ юҡ, егет матур йырланы, – тип башланы ул һүҙен. – Шулай ҙа бындай мәртәбәле ярыштың еңеүсеһе булырға иртәрәк әле. Әлегә уға диплом да етеп торор. Икенсе юлы тағы ҡатнашыр. Ана, өсөнсө тапҡыр рәттән килгәндәр бар. Минеңсә, тәүге урынға Айназ Аҡылов  лайыҡ.

Шул мәл һәр ваҡыт үҙенең бөтә нәмәгә ғәҙел ҡарауы, тура һүҙе менән  хөрмәт ҡаҙанған Флүрә Абдуловна ултырған урынынан ярһып  килеп баҫмаһынмы!

– Мәйсәрә Кәримовна, мин һеҙҙе бөтөнләй аңламайым! Нисек инде һәр ваҡыт һеҙҙеңсә булырға тейеш! Егет шәп сығыш яһаны, беренсе тапҡыр ҡатнаша тип уға тәүге урынды бирмәһәк, был ҙур ғәҙелһеҙлек буласаҡ. Шулай итеп, беҙ йәштәрҙең тәүге уңышынан уҡ ҡанатын һындырабыҙ. Бындай ҡараштан һуң икенсе юлы килмәйәсәк тә ул. – Педагог, һеҙ нисек ҡарайһығыҙ, тигәндәй бүтәндәргә ҡараш ташланы.

– Дөрөҫ әйтәһегеҙ, – тине икенсе жюри ағзаһы ла. Уны бүтәндәр ҙә йөпләне.

Шулай итеп, халыҡтың алҡышлауы, абруйлы жюри рәйесенең  һуңғы һүҙе бәхәсте уңышлы хәл итте. Хәсән конкурстың лауреаты булды.  Ә инде институт уҡытыусыһы, данлыҡлы профессор  Гөлсөм Фәйзулла ҡыҙы егетте училищенан  һуң, һис шикһеҙ, үҙенә уҡырға саҡырҙы.

Тәүге еңеүенән һуң Хәсәндең даны тиҙ таралды – телевизорҙан күрһәттеләр, гәзит-журналдарҙа, йыр сәнғәтендә яңы йондоҙ ҡабынды, тип маҡтап яҙҙылар. Тиҙҙән бер нисә клип та төшөрҙөләр. Хәҙер  уны йырсы булараҡ танып, һаулыҡ, һүҙ ҡуша башланылар. Ҡайһы берәүҙәрҙең урамда, транспортта күреп ҡалыу менән уға иғтибар итеп,  текләп ҡарауҙарын тойоу Хәсәнгә рәхәт тә, ҡыҙыҡ та ине. Эргә-тирәһендә уралыусы, уның менән дуҫлашырға теләүсе ҡыҙҙар күбәйҙе. Берәүҙәре йомош тапҡан булып бүлмәһенә үк килеп инә, икенселәре ниндәйҙер ярҙам һораны. Үҙҙәре үк билет алып, әхирәтем бара алмай, билет яна, тип театрға саҡырыусылар ҙа булды. Әлегә үҙенең ысын мөхәббәтен тапманымы, әллә ҡыҙҙарҙың ниәтен аңламанымы, уларҙың  иғтибары яуапһыҙ ҡалды.

– Мәмәй, мәңге өйләнә алмаҫ ул, – тип ҡыҙҙар үҙ-ара серләште.

Эстрада йырҙарын башҡарыусылар араһындағы конкурс Хәсәнгә айырыуса танылыу килтерҙе. Шығырым тулы халыҡ. Дәртле көйгә Хәсәндең  килешле итеп  бейей-бейей йырлауы  бөтәһен дә әсир итте.

Гармун телдәренә һалам

Йөрәгемдең моңдарын;

Улар урап кире ҡайтыр

Йәшлегемдең йылдарын.

Бармаҡтарым көйҙө һайлай,

Түгелә һағыштарым;

Шул моңдарҙан ишетәм мин

Саҡырыу тауыштарын.

Оноторға тырышһам да

Иң һағышлы ул йырҙы,

Гармуным уйнай ҙа уйнай

Йәшлектә ҡалған йырҙы.

Был тиклем дә күңелле  көйгә тамашасылар үҙҙәре лә урындарында түҙеп ултыра алмай бейергә төштө. Сығышынан һуң халыҡ гөрләтеп ҡул сапты, үҙҙәренең алҡыштары менән ҡабат-ҡабат сәхнәгә сығарҙылар. Ошонан һуң егетте, студент ҡына булһа ла, танылған артистар үҙҙәренең концерттарына саҡыра башланы. Бер аҙҙан “Йәшлек” гәзитендә “Минең кумирым” тигән конкурс иғлан ителде. Унда күпселек ҡыҙҙар үҙҙәренең кумиры тип Хәсәнде атап, уның хаҡта нәҫерҙәр, шиғырҙар яҙғайны. Шулай ҙа редакция коллективы Бөрйәндән Сәлимә исемле һылыуҙың эшен иң яҡшыһы тип баһаланы.  Еңеүсе ҡыҙ менән уның кумирын редакция кафеға ҡунаҡҡа саҡырҙы…

ххх

Юлында ҡапыл Хәсәндең осрауы Фәриҙәнең йөрәк яраларын бер аҙ онотторғандай булды. Уның күңелендә сәм уянды. Шуға ла был көндәрҙә ул әллә ерҙән, әллә күктән йөрөнө. Бына хәҙер ул Ғәзизгә күрһәтәсәк. Күрһәтәсәк! Әтеү ни үҙ-үҙенә ҡул һалырҙай булғайны. Ул ваҡыттар иҫенә төшһә, әле лә күңеле өшөп, ытырғанып китә. Шул тиклем хәлдән, башынан көлөүҙәренән нисек иҫән ҡалды икән?! Ул саҡта кисергәндәрҙе белһә, бер Хоҙай ғына беләлер. Ярай ҙа ул, серен берәйһенә һөйләһә, еңел булып ҡалыр ине. Эсендәге утында бер үҙе дөрләне. Әхирәттәре, бергә эшләгән ҡыҙҙары берүк һиҙеп ҡалмаһын. Бөтә донъяға ғәйбәт таралыр, ауылға, атай-әсәйҙәренә барып етер. “Яҡшы хәбәр ергә һеңә, яманы алтмыш ауыҙлы, алтмыш аяҡлы, алтмыш ҡуллы була”, тип өләсәһе йыш ҡабатлай торғайны. Эйе, хыянаттың асыһын үҙ башына төшкәндәр генә белә.
Улар осраҡлы ғына танышты Ғәзиз менән. Фәриҙә Талбазыла автобустан төштө лә Өфө яғына киткән юлдағы туҡталышта попутка көтә башланы. Йәкшәмбе көнө булғас, халыҡ күп. Бер нисә машина килеп туҡтағайны ла, алыҫтараҡ торғас, аңшайып тороп ҡалды. “Асығауыҙ, йоҡлап торһаң, шулай була инде”. Ҡыҙ үҙен үҙе әрләне.
Тағы ла апаруҡ ҡына ваҡыт үтте. Бер мәл уның эргәһенә гөжләтеп бер машина килеп туҡтамаһынмы! Был юлы ҡыҙ ауыҙ асып торманы, тейен етеҙлегендә машинаға инеп тә ултырҙы. Уның артынан тыпылдашып йүгереп килгән тағы ике-өс ҡыҙ ишеккә тотондом тигәндә, машина ҡуҙғалып та китте.
– Шундай сибәр ҡыҙ барында башҡаларға бында урын юҡ. – Егет Фәриҙәнең һораулы ҡарашына шулай яуапланы.
Фәриҙә менән егеттең мут күҙҙәре осрашты. Килешле күҙлек кейгән, сәсен артҡа тараған, һыҙылып киткән ҡарашлы, тура танаулы был егет, моғайын, берәй урында эшләйҙер тигән уй үтте башынан ҡыҙҙың.
– Танышайыҡ, мин Ғәзиз булам, – тине егет. – Ә һеҙҙең исемегеҙ нисек?
– Фәриҙә!
– Ҡайһылай матур исем! Шундай сибәр ҡыҙҙың башҡа төрлө исемле булыуы мөмкин түгел. Ҡайҙа эшләйһегеҙ?
– Һатыусы!
– Ниндәй магазинда?
– Аҙыҡ-түлек магазинында.
– О-о-о, бөгөнгө заманда бигерәк шәп һөнәр! Әтеү һинең менән дуҫлашырға була. Бынан һуң колбаса кәрәк тип эҙләп йөрөргә тура килмәҫ. – Егет йәнә мут йылмайҙы.
Һөйләшеп килеп Өфөгә еткәндәрен дә һиҙмәй ҡалғандар. Ғәзиз алсаҡ, һүҙгә әүәҫ булып сыҡты. Бер заводта инженер булып эшләй икән. Дүрт-биш йыл элек кенә нефть институтын тамамлаған. Ул Фәриҙәне фатирына уҡ килтереп ҡуйҙы лә хушлашҡанда ҡулынан үбеп:
– Һин миңә оҡшайһың, әйҙә осрашып торайыҡ, – тине.
Бер көндө ул Фәриҙәне шашлыҡҡа саҡырҙы. Парлы-парлы булып дуҫтары ла килгәйне. Ошонан һуң улар йыш осраштылар. Иптәш ҡыҙҙары ауылға ҡайтып киткәндә, Ғәзиз ҡуна ла ҡалды... Егет буш ваҡыттарында ул эшләгән магазинға ла йыш һуғылды. Фәриҙә уға талонлап ҡына һатылған колбаса, башҡа аҙыҡтарҙы алдан пакетҡа һалып әҙерләп ҡуйҙы. Бындай ваҡытта ҡыҙ һөйгәненә изгелек эшләй алыуына үҙен сикһеҙ бәхетле тоя ине.
Ниндәй ҡыҙ сәскә, иғтибар яратмаһын инде? Егеттең: “Яратам, һинһеҙ йәшәй алмайым”, – тигән һүҙҙәре Фәриҙәне күктәргә мендерҙе. Хәҙер уны көн һайын көтөп алыр булды. Әле Ғәзиз өйләнешеү хаҡында бер ни әйтмәһә лә, Фәриҙә күптән уны үҙенең тормош иптәше, балаларының атаһы итеп күрә.
Был көндәрҙә сикһеҙ бәхетле ине Фәриҙә. Әхирәттәренә эс серҙәре, ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
– Хоҙай үҙе бүләк итте миңә матурымды. Тәү күреүҙән ғашиҡ булыштыҡ, – тип Ғәзиз менән осрашыуҙарын тәмләп-тәмләп һөйләне ул. – Ғашиҡ булыу ҡыҙыҡ икән ул, дуҫтар! Иртән таң менән торам да, биҙәнеп алам, элеккесә сәсте ҡойроҡ итеп кенә йыйыу ҡайҙа – ярты сәғәт буйы төрлөсә итеп ҡыландырам.
Яңы йыл байрамын улар бергә ҡаршыланылар. Шул ваҡыттағы кисергән хистәрҙе Фәриҙә бер нисек һөйләп тә аңлатырлыҡ хәлдә түгел ине. Ҡыҙ матур хыялдарға бирелде. Тиҙҙән уларҙың туйҙары гөрләп үтер. Бер-береһенә үлеп ғашиҡ булған йәштәр матур кейемдәрҙә никах һарайына барыр. Юҡ, юҡ, башҡалар кеүек һөрһөп бөткән ауыл клубына түгел инде. Фәриҙә күптән хәл иткән: улар бер-береһенә тоғролоҡ балдағын Өфөнөң М. Ғафури урамындағы никах йортонда кейҙерәсәк. Уларҙың сикһеҙ мөхәббәте тап шунда мисәтләнергә тейеш. Унан һуң Салауат Юлаев майҙанына барырҙар. Шунда улар тағы әп итешеп, бер-береһенә вәғәҙә бирерҙәр.
– Мин һине яратам!
– Мин дә һине яратам!
– Беҙҙең мөхәббәтебеҙ аҡҡоштарҙыҡы кеүек ғүмерлек буласаҡ.
– Эйе, йәнем...
Бер көн шулай ял көнө Фәриҙә юл ыңғай магазинға инергә булды. Инеү менән түрҙә эленеп торған туй күлдәктәре күҙенә салынды. Уларҙың матурлығына күҙе ҡамашты. Ул шунда уҡ һатыусынан күлдәкте кейеп ҡарарға рөхсәт һораны.
– Бына ошоноһо тап һеҙҙең өсөн генә тегелгән, тиерһең. Һеҙҙе нәзәкәтле лә, һөймәлекле лә итә, – тип улар иң матур күлдәкте алырға тәҡдим итте.
Бер фатирҙа йәшәгән ҡыҙҙар күлдәктең матурлығына ах итте.
– Беҙҙе лә туйығыҙға саҡырырға онотмаҫһың инде.
– Һеҙ ҡала булаһығыҙмы! Иң яҡын әхирәттәрем һеҙ бит.
Шул мәл Гөлсирә:
– Ә туйығыҙ ҡасан була һуң? – тип һораны.
– Әлегә белмәйем.
– Нисек белмәйһең? – Ҡыҙҙар бер-бер артлы аптырап һораны.
– Ҡыҙыҡ, үҙең туй күлдәге алғанһың, үҙең туйығыҙҙың ҡасан булырын да белмәйһең.
– Әле ул хаҡта һөйләшмәгәнбеҙ.
– Туй күлдәген егет алып бирергә тейеш түгелме ни? – Быныһын Зөһрә төпсөндө.
– Юҡ-бар һорауҙарығыҙ менән башымды ҡатырмағыҙ әле! – Фәриҙә, ирендәрен турһайтып, тупаҫ ҡына яуапланы. – Бер ерҙә лә күлдәкте егет алып бирергә тигән закон юҡ әле.
Ҡыҙҙар башҡаса өндәшмәне.
Фәриҙә бер аҙҙан туй балдағы ла алды... Әммә бәхеткә сорналып йөрөгән мәле берҙән-бер көндө бер минутта иҙәнгә төшөп ватылған сынаяҡ кеүек селпәрәмә килде.
Көндәрҙең береһендә Фәриҙәне ауылдашы тыуған көнөнә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡанатланып барҙы байрамға ул. Һөйләр сере лә күп йыйылған. Күптән күрешкәндәре юҡ. Егеттәр, ҡыҙҙар килде. Күңелле гармун моңона рәхәтләнеп бейеп тә алдылар. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Бына хушлашыр ваҡыт та етте. Ҡыҙҙар дөйөм ятаҡ кухняһында һауыт-һаба йыуа башланылар. Шул мәл Фәриҙә коридорҙа бала күтәреп йөрөгән Ғәзизде күреп, тораташтай ҡатты ла ҡалды. Хатта тәрилкәләре ҡулынан төшөп киткәнен дә һиҙмәне. Ғәзиз дә бындай осрашыуҙы көтмәне, шикелле.
– Фәриҙә, һинме?
– Күреп тораһың.
– Ни эшләп бында йөрөйһөң?
– Ауылдашыма ҡунаҡҡа килдем.
– Кем ул ауылдашың?
– Ғәлиә.
Ғәзиз, тауыш-тын сыҡмаһын типтер инде, Фәриҙәне аулаҡ урынға саҡырҙы:
– Һинең менән һөйләшәһе һүҙ бар ине.
Артабан Ғәзиз менән нимә һөйләшкәнен урыҡ-һурыҡ ҡына хәтерләй Фәриҙә. Башҡалар был хаҡта белеп ҡуймаһын, ғәрлеге ни тора, тип, тауыш та күтәрмәне.
– Үҙең күрәһең, мин өйләнгәнмен, балам бар...
– Шулай булғас, ни эшләп мине алдап йөрөнөң? – Фәриҙә нәфрәтле күҙҙәре менән Ғәзизгә ҡараны.
– Мин һине лә яратам. Ә уға яратып өйләнмәнем. Миңә ауырға ҡалып сыҡты, ваҡытында аборт эшлә тип әйттем, тыңламаны. Һин миңә оҡшайһың, ғашиҡ булдым һиңә. Әйҙә ташлашмайыҡ. – Фәриҙә башҡаса Ғәзизде тыңларлыҡ хәлдә түгел ине. Ул әхирәтенең тәпешкәһен генә кейгән килеш йөрөүен дә, сумкаһының да тороп ҡалыуын онотоп дөйөм ятаҡтан сығып йүгерҙе.
Ямғырлы көҙгө төн. Фәриҙә ҡайҙа йүгергәнен үҙе лә хәтерләмәй. Үкһей-үкһей йүгерҙе лә йүгерҙе. Бына бер мәл нимәгәлер эләгеп, дөрҫ итеп ҡаҡ асфальтҡа барып төштө. Аяҡ-ҡулдары һыҙырылды. Торайым тип ынтылғайны ла, быуынһыҙ булып, тағы ергә ҡоланы. Фәриҙә үҙе лә һиҙмәҫтән:
– Әсәй, әсәй, үләм! – тип ярһып илап ебәрҙе.
Шулай күпме ятыр ине – паркта йөрөгән милиция хеҙмәткәрҙәре тауыш килгән яҡҡа йүгереп килеп етте.
– Гражданка, һеҙгә нимә булды? Берәйһе ташландымы? – Илауҙан буҫығып бөткән Фәриҙә яуап бирерлек хәлдә түгел ине. – Гражданка тороғоҙ. Нимә булды? – Милиция хеҙмәткәрҙәре икеһе ике яҡтан ҡыҙҙы ҡултыҡлап торғоҙҙо. Улар күҙендәге косметикаһы битенә ағып буялып бөткән ҡыҙҙың йөҙөнә аптырап ҡарап торҙо. Унан, араҡы еҫе борхоп торғанын да һиҙеп ҡалып, документтарын күрһәтеүен һоранылар. Ахырҙа, ҡыҙҙы милиция бүлегенә алып китеп, унда нимә булғанын энәһенән-ебенә тиклем төпсөнөп, таңға тиклем бүлектә ҡалдырҙылар.
Фәриҙә бер аҙна буйы эшкә сыға алманы. Аяҡ-ҡулдары ауыртып, йөҙө күм-күк булып карауатында тик ятты. Ярай әле иптәш ҡыҙҙары таныш врачтары аша больничный астырып, барыһын яйлап ҡуйҙылар. Юғиһә, сәбәпһеҙгә эшкә сыҡмай тип ҡыуып ҡуйыуҙары ла көн кеүек асыҡ ине.
Ошо хәлдән һуң бөтә ир заттары Фәриҙәгә тик алдаҡсы, хыянатсы кеүек күренә башланы. Күңеле ҡатты. Әйтерһең, бығаса ярһып-шашып аҡҡан күңел даръяһы мәңге иремәҫ боҙ менән ҡапланды. Хатта “яратам”, “матурым” кеүек һүҙҙәр бары кеше алдау, хистәрен, йәшлеген аяҡ аҫтына һалып тапай торған алдаҡсы һүҙҙәр кеүек тойолдо. Берәй егет һүҙ ҡушһа ла, тупаҫ яуап ҡайтара башланы...
Әкренләп йөрәк яралары ла баҫыла башлағандай тойолдо. Әхирәттәре Фәриҙәнең нисек тә күңелен күрергә тырышты. Театрҙарға, концерттарға алып барҙылар. Әммә күрәһеләре уның менән генә бөтмәгән икән шул.
Ул көндө Фәриҙә сменаһының бөтөүен көскә көтөп алды. Көн буйы башы әйләнде, магазиндағы һәр еҫ танауына бәрелеп, күңеле болғанды. Иртәгеһенә ял көнө булғас, ҡайтышлай аптекаға инеп, дарыуҙар алып, өйҙә генә дауаланып ятырға уйланы. Әммә дарыуҙар һис ярҙам итмәгәс, дауаханаға барып, больничный алырға булды.
– Ҡайһы ерегеҙ ауырта? – Терапевт иң тәүҙә ҡан баҫымын, тән температураһын үлсәп ҡараны. Унан ҡыҙҙың тормошта булыу-булмауын һораны ла ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына йүнәлтмә яҙып бирҙе.
“Нимә булырға мөмкин икән?” Фәриҙә борсоулы уйҙар менән табипҡа барып инде. Өлкән генә йәштәрҙәге ханым Фәриҙәне креслоға ятҡырып ҡарағандан һуң, йылмайып, уға боролдо.
– Ҡотлайым, матурым, һеҙ бәпәй көтәһегеҙ! Борсолмағыҙ, барыһы ла һәйбәт. – Унан табип яҙыуҙарына эйелде: – Һеңлем, был һеҙҙең теләп, көтөп алған баламы?
Был минутта мейеһендә мең һорау ҡайнаған Фәриҙә күҙен ситкә бороп, “юҡ” тигәнде аңлатып башын һелкте...
Был көндәрҙә Фәриҙә аңҡы-тиңке йөрөнө. Ирекһеҙҙән бала сағы иҫенә төштө лә торҙо. Эх, бәхетле бала саҡ! Бер ниндәй хәсрәтһеҙ, ҡайғыһыҙ бала саҡ. Бөгөн килеп кенә аңланы атай-әсәй ҡосағында ни тиклем бәхетле, яҡлаулы булғанын. Уның да тиҙерәк үҫеп, ҡалаға сығып китергә, ҡала кешеләре һымаҡ матур кейенеп йөрөргә хыяланнып, тиҙерәк мәктәпте тамамлайһы килде. Бына һиңә, ҡала! Күрһәтте күрмәгәнен! Гүйә, Фәриҙәнең өҫтөнә тауҙар ишелде. Ишелде лә уның мәңге тора алмаҫлыҡ итеп иҙгеләне. Был тиклем афәттән нисек аяҡҡа баҫыр? Кеше күҙенә нисек күренер?
Бер ҡараһаң, бер Фәриҙә генә түгел шулай алданған. Берәү ҙә урамға сығып йә кешегә, мине алданылар, тип яу һалып, һөрәнләп йөрәмәй. Ундайҙар элек тә булған, әле лә күп. Фәриҙә үҙен шулай тынысландырҙы. Шулай ҙа йөрәген мыжғып торған әллә ниндәй ҡорттар кимерҙе. Атайһыҙ бала, тыума, уйнаштан тыуған... Нимә тип кенә атамайҙар бахыр сабыйҙарҙы! Йә, был донъяға килеүендә уларҙың ни ғәйебе бар?
Фу, башына әллә ниндәй насар уйҙар килә лә тора. Атаһы менән әсәһе нимә тип әйтер?! Юҡ, юҡ, нимә генә булһа ла, табасаҡ ул балаһын. Үлтерһәләр ҙә, аҫһалар ҙа сабыйынан баш тартмаясаҡ. Уның бәпәйе була, сабыйы тыуа. Бер ул ғына ирһеҙ бала тапмай бит. Ана, ауылдарында һуғыштан һуңғы осорҙа әллә күпме ҡатын ирһеҙ бала тапҡан. Бер ерҙәре лә ҡойолоп ҡалмаған.
Ә бит күпме кеше ошондай бәхетте татыр өсөн ниҙәр генә ҡылмай. Ике туған апаһының кейәүгә сығыуына 10 йыл үтһә лә, һаман балалары юҡ. Икеһе лә һәйбәт, аҡсалы эштә эшләй. Юҡ, Хоҙай бирмәһә бирмәй икән. Бармаған шифаханалары, йөрөмәгән әбейҙәре ҡалманы. Ул ЭКО тигәндәрен әйтеүе генә анһат. ЭКО-ға барғайны, тәүгеһе лә, икенсеһе лә төштө. Ә ул юҡтан фажиғә яһап ултыра. Киреһенсә, ҡыуанырға ғына кәрәк. Хоҙай уны әйтеп тә аңлата алмаҫлыҡ ҡыуаныстан мәхрүм итмәгән. Үҙен шулай йыуатты Фәриҙә...

ххх

Хәсәндең уйҙары йәшлек йылдары буйлап йүгерҙе. Училищела тырышып уҡыған егетте йыш ҡына бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйҙылар. Күп кенә тиҫтерҙәре ҡыҙҙар менән сыуалһа ла, Хәсән уҡыуҙан башҡаны белмәне. Уның менән дуҫлашырға теләгән ҡыҙҙар ҙа булды, егет әллә ни иғтибар итмәгәс, бер ни ҡыла алманылар.
Йәүҙәт Юнир улы ла талапсан, илке-һалҡы йөрөргә юл ҡуймай.
– Тырышлыҡ, тырышлыҡ һәм тағы бер тапҡыр тырышлыҡ. Һайлаған һөнәреңде яратыу мөһим. Шунһыҙ уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Сәнғәт кешеһе һәр яҡтан үҙен шәхес итеп үҫтерергә тейеш, – тип өйрәтә килде педагог. Шуға ла көн дә тиерлек опера тыңларға, балет ҡарарға йөрөнөләр.
Ә Фәриҙә менән танышыуҙары ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Бөгөн шул мәлде уйлай-уйлай ҙа, уларҙың танышыуы ла, өйләнешеүе лә һис тә бығаса уҡыған китаптарҙа булғанса түгел кеүек. Әҫәрҙә генә ул егет ҡыҙҙы күреп ҡала ла үлә яҙып ғашиҡ була. Әммә тегеһе егетте оҡшатһа ла, имеш, һис кенә ыҡҡа килмәй, инәлтә, ялбарта, битенә сабып ҡыуып ҡайтара. Бисара егет шул ҡыҙ тип кенә йәшәй, ҡулына эш бармай, төштәрендә күреп һаташа. Ашауҙан яҙа, ҡаҡ һөйәккә ҡала, хыялыйға әйләнә.
– Әкиәт! – Хәсән асыуынан сертләтеп төкөрөп ҡуйҙы. Бөтә нәмәне ҡыҙҙар үҙҙәре хәл итә, теләһә ҡарата, теләһә үҙенә өйләндерә, бының өсөн шәп әмәлен дә таба...
Хәсән ауылға ҡайтыр булғас, күстәнәс-фәлән алырға тип, яҡындағы магазинға йүнәлде. Ә унда һыу буйы сират теҙелгән. Тимәк, берәй йүнлерәк нәмә һаталар! Яҡыныраҡ барып ҡарағайны – һинд сәйе! Егет сират кеүек нәмәлә торорға яратмаһа ла, баҫты. Әсәһенең күңеле булыр. Әммә сәй уның сираты етеүгә генә бөттө лә ҡуйҙы. Хәсән ауыр уфтанды. Хатта ышанмайыраҡ:
– Бәй, бөттөләме ни? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Шул мәлдә уға үрелеп ҡараған һатыусы ҡыҙ, ҡаршыһында бөтә ҡыҙҙарҙы ғашиҡ иткән йәш йырсыны күреп, ҡаушап ҡалды. Уның “йондоҙҙо” буш ҡул менән ебәргеһе килмәне. Фәриҙә егеткә:
– Халыҡ таралғанын саҡ ҡына көтөгөҙ, – тине. Уларҙың прилавка артында таныш-белешкә һәр саҡ запасы була.
Бер аҙҙан Хәсәндең пакетына биш әсмуха һинд сәйе төшөп ятҡас, уның күҙе дүрт булды. Тиҙ генә иҫәпләшкәс:
– Рәхмәт! Әсәйем ҡайһылай ҡыуаныр инде, – тине ҡыҙға матур итеп йылмайып.
– Рәхмәтте кеҫәгә һалып булмай. – Һатыусы ла яуапһыҙ ҡалманы.
– Әжеренә үҙеңде театрға алып барырмын.
– Вәт был, исмаһам, егеттәрсә.
Ауылдан килгәс, Хәсән тағы ла Фәриҙә эшләгән магазинға барғайны, ҡыҙ:
– Ҡасан киноға барабыҙ? – тип мут йылмайҙы. – “Родина”ла шәп кино бара. Кисә беҙҙең ҡыҙҙар ҡараған.
– Әйҙә һуң, бөгөн барайыҡ.
Кинотеатр алды тулы халыҡ. Фәриҙә шундай егет эргәһендә барыуына үҙен сикһеҙ бәхетле тойҙо. Ике йәш йөрәктең ғазаплы мөхәббәте хаҡындағы һинд фильмы бөтәһенә лә оҡшаны. Залда мыш-мыш илаған тауыштар ишетелде. Фәриҙә лә күҙ йәштәренә төйөлдө. Хәсән ҡыҙҙы фатирына тиклем оҙатып, хушлашып ҡайтырға уйлағайны ла ҡыҙ:
– Әйҙә, сәй эсеп сыҡ, – тип егеттең күҙенә наҙлы ҡараш ташланы. Ошо көндән һуң Хәсәндең күңеле үҙенән-үҙе Фәриҙә йәшәгән фатирға тартыла башланы. Әхирәттәре тиҙ генә табын ҡороп ебәрә. Барыһы ла эшләгәс, аҡсалары ла бар. Өҫтәлдә нимә генә юҡ. Студент аҡсаһына таҡы-тоҡо йәшәп, уҙа барһа вермишель бешереп ашауҙан артмаған Хәсәнгә ҡыҙҙарҙағы муллыҡ үтә лә оҡшаны. Өҫтәлдә тәмле-татлы күп. Күңелле, шаяралар, көләләр. Хәсәндең йырлауын һорайҙар. Ә уға нимә? Рәхәтләнеп йырлай.
Көндәрҙең береһендә Фәриҙәнең тыуған көнөн үткәрҙеләр. Табын мул булды, әсе-сөсөһө лә бар ине. Күңел асып ултыра торғас, үтә һуң булып китте. Хәсән сәғәтенә ҡараны ла:
– Ҡайтырға кәрәк, ятаҡты бикләп ҡуйма­һындар, – тип йыйына башланы. Әммә ҡыҙып алған ҡыҙҙар уны бер ҙә ебәргеһе килмәне. Уйынлы-ысынлы итеп:
– Ҡунып ҡайт та ҡуй, – тиештеләр.
– Шулай шул, – тип уларҙы йөпләне Фәриҙә. – Нисек инде бынау төн уртаһында бер үҙеңде ҡайтарып ебәрәбеҙ.
– Урам тулы хулигандар.
Ҡыҙҙар төрлө һылтау менән икенсе бүлмәләргә таралыштылар. Был төндө Хәсән Фәриҙәнең ҡосағында уянды. Егет тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ наҙын татыны… Бынан һуң Хәсәндең Фәриҙә янына килгеһе килеп тик торҙо, йыш ҡуна ҡала башланы. Хатта дәрестәренә бармаған саҡтары ла йышайҙы...

Дауамы бар.

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.

 

Автор:
Читайте нас