+5 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Сәсмә әҫәрҙәр
16 Июля 2023, 13:00

Йырланмаған йырым һин...

Венер ИСХАҠОВ (Повесть. Дауамы). Бына нисәнсе көн инде  бөтә донъяны сафлыҡҡа күмергә теләгәндәй бер туҡтауһыҙ ҡар яуа. Студент саҡта улар ошондай мәлде харап ярата ине. Ҡыҙҙар-егеттәр шаяра-көлә  училищеға баралар, дәрестәрҙән һуң театрҙарға, концерттарға йөрөйҙәр. Юҡтан ғына ҡыҙыҡ табып көләләр. Булған да бит бәхетле минуттар!

Йырланмаған йырым һин...Йырланмаған йырым һин...
Йырланмаған йырым һин...

Ауылдан атай-әсәйҙәре аҙыҡ-түлек ебәрһә, бер ғаилә булып ашайҙар ине. Бик тә ашарға бөтөп китһә, китәләр бүлмәләр буйлап эҙләнеп. Берәйһенән – бәрәңге, икенсеһенән май табып, өсөнсөһөнән икмәк алып, көлөшә-көлөшә тамаҡ һыйлайҙар. Аҡса наҡыҫлығы ла, тормоштоң башҡа мәшәҡәттәре лә уларға ҡағылмаған кеүек. Барыһы ла шат, барыһы ла бәхетле.

Ул ваҡыттан һуң  бер-ике йыл ғына үтһә лә,  бөгөн шул  шатлыҡлы мәлдәр  татлы бер төш кеүек кенә тойолдо Хәсәнгә. Теге  хәлдән һуң уның йөрәге лә, күңеле лә мәңге бөтәшмәҫтәй яраланып, әле лә ҡан һыҡрап тора.   Бына  ул уйҙарға бирелеп, үҙенең участкаһындағы ҡарҙы көрәй. “Әле генә институтҡа инергә әҙерләнгән, бөтәһе ҙур өмөттәр бағлаған кеше урам таҙалап йөрөһөн әле! Ғәрлеге ни тора!” Таныштар күреп ҡалмаһын тип ҡаланың төпкөлөрәк урынын һайланы. Ҡасан туҡтар икән был ҡар? Исмаһам, бер аҙ хәл алып ҡалыр ине.  Көрәп киткән урынды артынса уҡ  ҡар  күмеп тә китә. Ошондай ауыр уйҙар уның мейеһен сүкене, йөрәгенә тынғылыҡ бирмәне.

...Автобустағы  мәхшәрҙән һуң Хәсән бер килке аңына килә алмай аңҡы-тиңке йөрөнө. Һәйбәт кенә башланып киткән эшен кәләше бер көн эсендә селпәрәмә килтерер тип башына ла инеп сыҡмағайны. Бынан һуң ул оялышынан иптәштәре күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Эшһеҙ ҙә ятып булмай, шуға ла ЖКУ-ға барып, урам һепереүсе булып урынлашты.

Әлбиттә, тота килеп шундай талантты юғалтыуы филармония етәкселеге өсөн дә еңел түгел ине. Ундай һәләтле йырсылар  юлда тәгәрәп ятмай. Йырсылар күп әҙерләнә лә ул. Бәғзеләрендә тауыш та, моң да бар, әммә, ни сәбәптәндер, тамашасының йөрәгенә юл таба алмайҙар. Ә Хәсәндең исем-шәрифен иғлан итеү менән халыҡ ҡул саба башлай, йырлап бөткәс, сәхнәнән ебәрмәй тота.

Бер нисә көндән бергә эшләгән музыкант егет Хәсәнде эҙләп килде.

– Зөһрә Фәритовна  ебәрҙе, килеп китһен әле, – тине.

Уңайһыҙлана-уңайһыҙлана барҙы Хәсән төркөм етәксеһенә. Бик ихлас ҡаршы алды өлкән йырсы.  Хәл-әхүәл һорашып, бер сама һөйләшеп ултырғас, Зөһрә Фәрит ҡыҙы:

– Әлбиттә, теге ваҡыттағы хәл барыбыҙҙың да күңелендә юшҡын ҡалдырҙы, – тине. – Беҙҙең тормош бөтә халыҡтың күҙ алдында. Радионан да тыңлайҙар, телевизорҙан да күрәләр. Билдәле кеше менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһыналар, улар хаҡында дөрөҫө лә, ғәйбәте лә күп йөрөй. Быға тиклем  төрлөһөн ишетергә тура килһә лә, был тиклемен үк күргән юҡ ине. Ярай, быныһын онотайыҡ. Тормош булғас, бөтәһе лә шыма ғына барһа, ҡыҙыҡ та булмаҫ ине. Һине яңынан үҙебеҙҙең бригадаға эшкә саҡырырға булдыҡ. Йәш булһаң да, халыҡ яратып өлгөрҙө. Теге ваҡыт тамашасылар үҙеңде таптырып бер булды.  Концертта һаман да һинең исем-шәриф иғлан ителмәгәс, “Ҡасан Хәсән Вәлиев йырлай”, тип записка ебәрә башланылар. “Килмәгәс, ниңә кеше алдап афишаға исемен яҙҙығыҙ” тип сәхнә артына уҡ килеп менделәр. Үҙ тамашасыңды табыу – артист  өсөн иң оло бәхет.

–       Рәхмәт, Зөһрә Фәритовна, йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн. – Үҙе тураһында яҡшы фекер ишетеүгә Хәсәндең йөҙөндә йылмайыу сатҡылары күренде.

Ике арала тынлыҡ урынлашты. Хәсән ни әйтергә лә белмәне. Кире килгән хәлдә лә, ҡатынының әллә ниндәй яманлыҡтар уйлап сығарып, тағы оятҡа ҡалдырасағын күҙ алдына килтерҙе.

–       Зөһрә Фәритовна, ышанысығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, башҡаса килә алмаҫмын ул, – тине.

–       Бик йәл. Һинең кеүек таланттарҙың урыны тап сәхнәлә бит. Ярай, улайһа,  бала түгелһең, үҙең беләһең. Шулай ҙа һине беҙ һәр саҡ ҡабаттан алырға риза.  – Өлкән йырсы Хәсәнгә һынамсыл ҡарап, һүҙен дауам итте. – Туғаным, хәлеңде аңлап торам, әммә киләсәктә һиңә  ныҡлыраҡ булырға кәңәш итер инем. Һин ир кеше, тормошоң яңы башлана. Ир булып, тормош дилбегәһен үҙеңдең  ҡулыңа алыуыңды теләйем. Һин һыу ыңғайына ағып барырға юнысҡы киҫәге түгел. Кәрәк урында үҙ һүҙеңде әйтеп өйрәнергә лә кәрәк булыр. Һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш, тап шул саҡта ғына үҙеңдең хыялдарыңды бойомға ашыра аласаҡһың. Ярай, һиңә уңыштар теләйем...

Йырсының һуңғы һүҙҙәре Хәсәнде уйға һалды.  “Ни эшләп мин шулай бешмәгән икән? Ни эшләп шулай мәүешмен. Атайым да улай түгел. Ә ағаһы һуң? Кәрәк урында сатнатып әйтә лә, бик асыуын ҡыҙҙырһалар, һалып осорорға ла күп һорап тормаҫ. Ә ул кешегә ауыр һүҙ ҙә әйтә алмай”.

Әле уларҙың училищеның дөйөм ятағында йәшәп ятҡан көндәре. Өйләнгәс,  уҡытыусыһы  директорға  инеп, үҙе юллап алып биреште. Филармониянан эштән киткәс, комендант иртәгеһенә үк килеп, бүлмәне бушатырға ҡушты.   Ҡыш өҫтөнән бала менән ҡайҙа барһындар!  Икенсенән, фатир тапҡан хәлдә лә түләргә аҡсаны ҡайҙан алаһың?!

– Хәҙер нимә эшләйбеҙ? – Фәриҙә илай башланы. – Был ниндәй бәхетһеҙ тормош? Бөтәһе лә беҙгә ҡаршы килеп тора.

– Ярай, тыныслан, барып һөйләшеп ҡарармын, –  тип  тағы ла ярҙам һорап Йәүҙәт Юнир улына юлланды.

                                        

 ххх

 

Дөйөм ятаҡ дөйөм ятаҡ инде. Бөтә халыҡ иртән тора ла тыптыр-тыптыр коридор буйлап йөрөй башлай. Берәүҙәре сират тороп йыуына, газ плитәһе янында ла ҡайһы ваҡыт халыҡ йыйылып китә.   Бөгөн улдарының  тыуған көнө – бер йәш тулды. Хәсән иртән тороп эшкә китте. Бәлки, туғандар килер, тип Фәриҙә плитәгә аш ҡуйырға булғайны ла, буш урын таба алманы. Берәй урын бушаманымы икән, тип бер нисә тапҡыр сығып ҡараны ла, ахырҙа:

– Наҙайыл, ә, бында һеҙҙе көтһәң, көнө буйы ас ултырырһың, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә бер кәстрүлде алды ла үҙенекен ултыртты. Салаттар әҙерләгәнсе, ашым ҡайнай торғандыр инде тип сыҡҡайны, кәстрүле тәҙрә төбөндә ултырасы.  Фәриҙә күп уйлап тормай баяғы урынға тағы үҙенең кәстрүлен ултыртты. Шул мәл кухняға Мөбинә исемле ҡатын килеп инде.

– Ни эшләп минең урынға ултырттың? – тине ул, уға тишерҙәй итеп ҡарап. Бында һин генә кешеме әллә?

– Бөгөн улымдың тыуған көнө бит.

– Шунан ни булған? Хәҙер һинең улыңдың тыуған көнө тип мин ас ултырырға тейешменме? Табылған аҡыллы баш.  – Мөбинә плитәләге кәстрүлде алды ла шап иттереп өҫтәлгә ултыртты, унан үҙенекен килтереп ҡуйҙы.

– Ни эшләйһең ул?

– Алланың   ҡашҡа   тәкәһе   түгелһең  әле. Сиратың еткәнде көт. Ул тиклем ҡабалан булғас, ҡояш артыңа төшкәнсе йоҡо һимертмәҫкә ине.

– Мин йоҡо һимертәмме?  Минең кеүек бала ҡараһаң, улайтып әйтмәҫ инең. Үҙеңдең балаң булмағас, кеше хәлен белмәйһең инде.

Фәриҙәнең был һүҙе Мөбинәне сығырынан сығарҙы. Уның былай ҙа яралы йөрәгенә тоҙ һиптеләрме ни?! Ире менән йәшәүенә өсөнсө йылға китһә лә, әллә ни эшләп һаман балаға уҙа алмайсы. Табиптарға ла йөрөмәй түгел, йөрөй. “Борсолма, бөтә анализдарың һәйбәт, әлегә  балаңдың яралыр ваҡыты етмәгәндер”, тиҙәр ҙә ул, нисек инде уйланмайһың?!

– Кем, кем, әле һин шулай тип әйтәһеңме? – Мөбинә уҫал итеп Фәриҙәнең күҙенә текләне. – Нисек ауыҙың ҡыйшаймай? Табылған фәрештә! Хоҙайым беҙгә лә сабый һөйөр көн бирер. Аллаға шөкөр, намыҫым таҙа.  Һинең һымаҡ аҙғын юлда йөрөп түгел, ә яратып сыҡҡан иремдән табасаҡмын.

– Кем аҙғын? Ни эшләп миңә нахаҡ бәлә яғаһың?

– Бер ҙә нахаҡ түгел. Йә, балаңды Хәсәндеке тип алдамаҡсы булаһыңмы?  Йәш егетте алдатып сыҡҡаныңды  бөтә общяга халҡы һөйләй.

Был һүҙҙәрҙән Фәриҙә асҡан ауыҙын да яба алмай телһеҙ ҡалды. Башына күҫәк менән тондорҙолармы ни?!  Етмәһә, кухня тулы кеше. Шулай ҙа бирешергә теләмәне.

– Ярай, был һүҙең өсөн кәрәкле урында яуап бирергә тура киләсәк әле, – тине лә бүлмәһенә ҡарай атланы...

ххх

Фәриҙәлә  байрам ҡайғыһы ҡалманы. Иртәнге кәйефе һыпырып ташлағандай юҡҡа сыҡты.  Ул үҙ-үҙенә урын тапманы. Ни эшләп бөтә нәмә уға ҡаршы килеп тора әле? Остоҡ бәхеткә лә хаҡы юҡмы ни? Был һүҙҙе бөтә донъяға Кәримә тултырған! Йылан! Әхирәт булып йөрөгән була бит әле! Яңыраҡ ҡына ниндәй бәхетле ине ул. Гөрләтеп туй үткәрҙеләр. Сабыйы тыуҙы. Ә бөгөн?! Ҡара нимә ти әле: “Йә, балаңды Хәсәндеке тип алдамаҡсы булаһыңмы?  Йәш егетте алдатып сыҡҡаныңды  бөтә общяга халҡы һөйләй...”

Өфө миллионлы ҡала булһа ла, ҙур ауыл кеүек, тиеүҙәре дөрөҫ бит ул.  Ғәйбәт йәшен тиҙлегендә йөрөй. Ярай, уны кеше белмәһә лә, Хәсәнде бөтәһе лә таный, белә тигәндәй.  Барыбер бер көндө уға ла был хаҡта еткерәсәктәре көн кеүек асыҡ. Артабан был ҡалала ҡалыу мөмкин түгел. Ниндәй сәбәп табырға һуң?” Фәриҙәнең  мейеһендә береһенән-береһе буталсыҡ һорауҙар ҡайнашты, йөрәге әрнене. Ҡатын, күңеле тулышып, иланы ла ебәрҙе.      

Хәсән улының тыуған көнөнә ҙур йомшаҡ айыу, һуттар, тәмлекәстәр тотоп ҡайтып ингәндә Фәриҙә илап, буҫығып бөткәйне.  

– Нимә булды? – Аптырап ҡалған Хәсәндең тәүге һорауы шул булды.

 – Ба-а-а-лнисҡа ба-а-а-арғайным. – Фәриҙә һыңҡылдай-һыңҡылдай көскә яуапланы.   

– Нимә балниста? Аңлатыбыраҡ һөйлә әле.

– Врачтар ауылға ҡайтырға ҡушты.

– Ауылға? Нимәгә?

– Улыбыҙҙың хәле шәптән түгел. – Фәриҙә бер аҙ тынысланғандай булды. – Үҙең беләһең, Өфөнөң һыуы насар. Балаға шул ныҡ влийәт итә, аллергия.  Балағыҙҙы юғалтҡығыҙ килмәһә, тиҙ арала Өфөнән китегеҙ, тинеләр...

Фәриҙә шулай тиҙ генә хәйлә уйлап таба алыуына үҙе аптыраны.

Таныш егетте яллап, ваҡ-төйәк әйберҙәрен машинаға тейәп, иртәгеһенә үк Хәсәндең ауылына ҡайтып та  киттеләр. Тәүҙә ата-әсәһе менән бергә йәшәнеләр. Һуңынан буш торған өйҙө йыйыштырып алып, шунда күсеп сыҡтылар.

ххх

Ауылда Хәсәнде мәҙәниәт йортона  саҡырҙылар. Күңеленә ятышлы эш табылыуына ҡыуанып бөтә алманы ул. Дәртләнеп, күңел һалып тотондо. Вокал ансамбле, драма түңәрәге ойоштороп ебәрҙе. Тиҙҙән районда үткән конкурста уларҙың драма түңәрәге беренсе урынды яуланы. Йәш белгесте маҡтап бөтә алманылар. Әммә Хәсәндең был ҡыуанысы ла оҙаҡҡа барманы.

Районда еңеп ҡайтҡас, “Йәнекәй” драма түңәрәге Өфөлә үтәсәк республика конкурсында ҡатнашыу хоҡуғын алды. Репетициялар көн һайын, һәр кем төп эшенән бушағас, кис башлана.  Әҙерлек ҡыҙыу барҙы.

Бына конкурсҡа китер көн дә яҡынлашты. Һуңғы репетицияға райондың мәҙәниәт бүлеге начальнигы, тағы бер нисә кеше килде. Спектаклде ҡат-ҡат ҡабатлап, ниһайәт, тынысланып, мәҙәниәт һарайында  сәй эсергә ултырҙылар. Шул мәл ишек шарт асылып китте лә ярһып Фәриҙә килеп инде. Йөҙө аларған ҡатын әллә һаулыҡ ҡушты, әллә юҡ, ят кешеләр барлығын да иҫәпкә алманы.

–       Мин бында донъя көтәм, бала ҡарайым, ә һин һаман төн уртаһына тиклем күңел асып ултыраһыңмы? – Ул берсә Хәсәнгә, берсә бүтәндәргә тишә яҙып ҡараны. – Етмәһә, сәй эсеп ултыраһың. Әллә һине өйҙә ас тотаммы?

–       Фәриҙә, ни эшләүең был? – Хәсән урынынан тороп баҫты. – Берәү ҙә күңел асып йөрөмәй. Был – минең эш урыным. Бына райондан ҡунаҡтар килгән...

Йәнле генә барған табындың йәме китте. Бер аҙҙан барыһы ла һаубуллашып, ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Ҡатынының шулай тиктомалдан тауыш сығарып йөрөүенә Хәсәндең һарыуы ҡайнаны...

–       Фәриҙә, ниндәй кеше ул һин? Мин һине һис аңлай алмайым. Кеше алдында һәр ваҡыт уңайһыҙ хәлдә ҡалдыраһың. Әҙерәк әҙәп белергә кәрәк. – Бығаса һис ҡаты әйтеп өйрәнмәгән Хәсән был юлы күңелендәгеһен ҡатынына тура ярҙы. – Теге ваҡыт филармониянан да һинең арҡала киттем. Шул саҡ иҫемә төшһә, әле һаман ғәрләнәм.

Иренән бындай һүҙҙе көтмәгән Фәриҙәгә тағы тоҡанырға етә ҡалды.

– Оятҡа ҡалырға теләмәһәң, төн уртаһы еткәнсе бисәләр менән сәй эсеп ултырма.

– Фәриҙә, аҡылыңа кил! Береһе лә теләһә ниндәй кеше түгел. Әҙерәк оят белер инең.

– Миңә аҡыл өйрәтмә.

– Үҙең белмәгәс, өйрәтермен дә.

Ул кистә улар әрепләшә-әрепләшә ҡайтты.

Конкурста “Йәнекәй” театры беренсе урынды яуланы. Өфөгә барғансы, унан ҡайтҡансы ла  Хәсән күп уйланды һәм ахырҙа артабан сәнғәт тирәһендә эшләп булмаясағын аңланы. Бер нисә көндән эштән китеү тураһында ғариза яҙҙы.

Бер аҙҙан атай-әсәйҙәре ярҙамы менән бәләкәйерәк булһа ла йорт һалып сыҡтылар. Тик был өйгә тыныслыҡ, имен тормош ҡына килергә ашыҡманы. Дуҫ-ише йомош менән кергеләһә лә өнәмәне ҡатыны, яҡты сырай күрһәтмәне.

— Өйгә бысраҡ һөйрәп йөрөмәһендәр, мин кеше артынан таҙартырға тормайым, — тип туҙынды ул, берәйһе  инеп сыҡҡандан һуң.

Ауылда Хәсән бура бурау эшенә йөрөй башланы. Шуныһы ғәжәп, атаһының был шөғөлгә әллә ни таһыллығы булмаһа ла, уны Хоҙай  һәләттән мәхрүм итмәгәйне. Нимәгә генә тотонһа ла, ҡойоп тигәндәй эшләп ҡуя.  Эсергә әүәҫләге булмаған өсөн дә кешеләр уға әйтергә тырыша  ине. Әммә  бында ла тыныс ҡына эшләргә бирмәне ҡатыны. Ире артынан эйәреп йөрөп, аҡсаны аҙ бирәһегеҙ, тип йыш тауыш сығарған ҡатындан биҙеп, Хәсәнде эшкә әйтмәй башланылар.

ххх

Хәҙер ауылда   "һыйырҙы айыу йыҡҡан”, “башмаҡты талап ҡайтарған”, “бүре күҙ алдында һарыҡты күтәреп алып китте” тигән хәбәрҙәр  көн дә тиерлек ишетелеп тора. Күптән түгел тоҡом үгеҙе шау ҡанға батып ҡайтты. Мал булырлыҡ түгел ине,  һуйҙылар инде. Былтыр   айыуҙың өҫтөнә барып сыҡҡан Ғирфан ағайҙы йыға һуҡҡан. Ни хәл үлтермәгән?! Бальниста ятып көскә кеше булып сыҡты, тегелмәгән урыны юҡ.  Тәбиғәтте һаҡлау министрлығынан килгән әҙәм:

– Был осорҙа урманға йөрөүҙән тыйылып тороғоҙ, – тигән.

Йәйен, көҙөн малды нисек урамда бикләп тотмаҡ кәрәк?! Икенсенән, ауыл халҡын туйҙырған да, ҡараған да шул урман инде. Анау хәтле емеш-еләк һығылып торғанда ни йәнең менән өйҙә ятмаҡ кәрәк?!

Көндәрҙең береһендә Мансаф ағайҙың да өлкән һыйыры ҡайтмай.  Ир урманға һәүкәшен эҙләргә сығып,  ауылдан китеп оҙаҡ та бармай, айыуҙың ниндәйҙер малды ботарлап ятҡанын күрә лә шым ғына кирегә һыпырта.  Шунса ғүмер кисереп, ул яуыз менән яҡындан тәүгә осрашыуы ине. Яҙын эш бөтәһе түгел. Кемдер баҡсаһында эш менән була, икенселәр йорт-ҡура тирәһен таҙалай. Хәсән утынын бысып ҡуяйым әле тип ихатаға сыҡҡайны,  Мансаф ағай ахылдап килеп етте. Һаулыҡ ҡуштымы-юҡмы, үҙенең хәбәрен теҙә башланы:

– Ҡустым, һыйырымды айыу йыҡҡан. Әйҙә әле шул яуызды дөмөктөрәйек… Шунһыҙ пакуй булмаҫ…

Тағы бер нисә ир йәһәт кенә мылтыҡтарын эләктерҙеләр ҙә урманға  саптылар. Теге мәхлүк һыйырҙы ботарлап, тупраҡ менән күмгеләгән дә табанын ялтыратҡан. Бында уның йәнә киләсәге көн кеүек асыҡ.

Айыу емтегенән алыҫ түгел ағас башына һәндерә яһап, дүрт ир шунда уңайлы ғына итеп менеп ятты. Көнө буйы көттөләр. Әлбиттә, һаҡ ҡыландылар. Юғиһә, тайыштабан ҡурҡыныс янағанын һиҙеп ҡалһа, башҡаса аяҡ та баҫмаясаҡ.

Кискә ҡарай шырлыҡ араһында ағас шатырлаған тауыш ишетелде. Бер аҙҙан алпан-толпан тайыштабан үҙе лә күренде. Һунарсыларҙың һулыштары йышайҙы. Уңайлы мәлде көттө улар. Бына Хәсән көбәген йыртҡысҡа тоҫҡаны. Ба-бах! Айыу бер-ике сайҡалды ла гөрҫ итеп ергә ауҙы… Сәнғәт училищеһында уҡығанда тирға йыш йөрөйҙәр ине. Мәргәнлеккә шунда өйрәнгәйне...

Ауыл халҡы еңел һулап ҡалғандай булды.

– Йәтеш булды әле, – тине кемдер.

– Хәҙер урманға барырға ҡурҡыныс түгел.

 Их, иртә шатланғандар шул!.. Әгәр хәлдең былай булырын белһә, мылтыҡты ҡулына ла алмаҫ ине Хәсән. Шул көндән алып ауыл тыныслығын юғалтты, һил генә йәшәп ятҡан йөҙ  йортлоҡ ауыл умарта күсе кеүек гөж килде. Был юлы уларҙың йөрәгенә шом һалыусы урман батшаһы түгел ине.

Хәсән  төндә кемдеңдер ишекте дөбөрләтеп, емереп алып барыуына уянды. Ҡапҡаны ныҡлап бикләгәйне. Нисек үткәндәрҙер? Хафаланып, ҡатыны ла һикереп торҙо.

– Күршеләргә бер-бер хәл булдымы икән? – тип, ир йүгереп барып ишек асҡайны, ҡаршыһында ике милиционер баҫып тора.

– Айыуҙы һин аттыңмы? – Төнгө ҡунаҡтарҙың тәүге һорауы шул булды.

– Эйе!

– Ниңә аттың?

– Атаҡ, ауыл халҡын тамам алйытты бит.

– Тимәк, һеҙ енәйәт ҡылыуығыҙҙы таныйһығыҙ?

– Ниндәй енәйәт булһын ти?! Хәҙер үҙебеҙҙе ашағанды көтөп ятайыҡмы?

– Аңлашылды. Кейенегеҙ! – Милиция хеҙмәткәренең фарманы ҡәтғи яңғыраны.

Был төндә ауыл йоҡламаны. Өйҙәрҙә бер-бер артлы уттар ҡабынды. Бер-береһенә ҡушылып, эттәр лауҡылданы. Урман батшаһын атыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһын да уяттылар. Тирә-яҡты шомлоҡ баҫты. Һәр өйгә ингән һайын бер үк һорауҙы ҡабатланылар.

– Һеҙ ҙә айыуҙы атыуҙа ҡатнашҡанһығыҙ, нисек булды? Ниндәй маҡсаттан?

Һуңынан барыһын йыйып, айыуҙы атҡан аҡланға алып барҙылар, фотоға төшөрҙөләр, мылтығын, тиреһен тунаған бысаҡтарҙы тартып алдылар. Һунар хаҡында һәр береһенән бәйнә-бәйнә һөйләтеп, ҡат-ҡат киҫәтеп, ҡул ҡуйҙырттылар.

Бынан һуң да милиционерҙар ауылға бер нисә тапҡыр килде.

Бер аҙҙан тәбиғәтте һаҡлау министрлығы вәкилдәре лә пәйҙә булды... Әйтерһең, барыһы ла ҙур ҡайғынан шаңҡығайны...

– Беҙҙең урманда һәр айыу башы ҡәҙерле. Былай ҙа бөтөп баралар. Улар – урман санитарҙары, – тип өгөт-нәсихәт уҡынылар. Бының аҙағы яҡшы бөтмәйәсәген аңлаттылар.

Тауҙар ҡосағындағы бәләкәй генә ауылды бығаса хатта район кешеләре лә йүнләп белмәһә, бер нисә көн эсендә уның даны илгә таралды. Телевидениенан, гәзиттән хәбәрселәр килде, төпсөндөләр, соҡсондолар. Төрлө һорауҙар менән баштарын ҡатырҙылар.

Бының менән генә бөтмәне айыу эше. Егеттәрҙе район үҙәгенә көн дә тиерлек саҡырттылар, бер үк төрлө һорауҙы ҡырҡҡа әйләндереп бирҙеләр. Барыһы ла айыуҙы ниңә атҡан көнгә төштө.

Район үҙәге ауылдан алтмыш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда барып-ҡайтыу өсөн дә аҡсаһы кәрәк әле уның. Ҡатынынан аҡса һорау  файҙаһыҙ. Йә, берәй күршеһенән, йә башҡа нәҫел-нәсәбенән алып тора.

Суд булды. “Тәбиғәт дошмандары”на мул ғына штраф сәпәнеләр. Уның күләмен ишеткәс, егеттәр башын тотто! Кемеһелер мал-тыуарын һатып ебәрҙе, өсөнсөләре эш эҙләп Себергә юлланды. Тик Хәсәндең Фәриҙәһе генә ыҡҡа килергә уйламаны. Хәҙер айыу урмандағы ғына түгел, өйҙәге барлы-юҡлы тыныслыҡты ла урланы…

ххх

 

 Зарифа апай бөгөн хәленең арыулана башлауын тойҙо. Һуңғы араларҙа бигерәк бирешеп китте шул.  Ҡан баҫымы күтәрелеп, башын да ҡалҡыта алмай ләж ята. Фельдшер ҡыҙ: “Апай, ул тиклем юҡ-бар уйламағыҙ, тыныс булығыҙ”,  – ти ҙә ул, ошондай ваҡытта йәне булған кеше нисек инде уйһыҙ ғына йөрөй алһын.  Ир ҡайғыһы итәктә, баланыҡы йөрәктә, тип белмәй әйтмәгәндәр.

Борсолорға ярамай тиһәләр ҙә, уйҙарҙы теҙгенләп кенә ҡуйып булһа икән шул. Уйҙары әлеге лә баяғы ҡыҙы, кейәүе янына әйләнеп ҡайтты. Кейәүенең айыу атыуы хаҡында телевизорҙан әллә нисә тапҡыр күрһәттеләр, штраф та һалғандар. Кейәүе лә, ҡыҙы ла былай бөтмөр кешеләр, донъялары гөлт итеп тора. Тик ғаиләлә тыныслыҡ булмағас, донъя малы ғына әҙәмде бәхетле итмәй икән. Әллә кемгә оҡшап Фәриҙәһе телсәр, яһил шул.

“Китсәле, ни эшләп былай әллә ниндәй уйҙарға сумып ултырам әле. Барып хәлдәрен беләйем. Ни эш ҡыйраталар икән?” Зарифа апай иртәнге автобус менән ҡыҙына барырға булды.

Ул килгәндә ҡыҙы өҫтәл әҙерләп йөрөй ине. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашып, бер аҙ һөйләшеп ултырғас:

– Бәй, кейәү күренмәйсе, берәй ергә киттеме? – тип һораны.

– Ҡайҙан беләйем?  – Фәриҙә әсәһенә уҫал яуапланы. – Йыртҡыс шул йән көйөгөнөң үҙен генә ботарлаһа, лутсы булған икән дә!

 – Ҡуйсы әле, ҡыҙым, ул тиклем ҡыҙма, баш ҡайғыһы түгел дә. Ауыҙыңдан ел алһын! Өләсәйең, мәрхүмә, алтын башлы ҡатындан баҡа башлы ир яҡшы, тип белмәй әйтмәгән. Шул кейәү арҡаһында нужа күрмәй йәшәп ятаһың түгелме ни? Ҡулынан килмәгән эше юҡ. Аҡсаһын да, малын да таба. Тотаһың да, аҡса юҡ, тип аҙарынаһың. Теге ваҡыт ҡына   ҡалым һуғып, әллә күпме аҡса алып ҡайтҡан. Бир! Алып барып түләһен! Ул ҡағыҙҙы нимәгә тип һаҡлайһың?

Әсәһенең һүҙҙәренә Фәриҙә мыҫҡыллы йылмайҙы:

– Нимәгә һаҡлайыммы?! Тоҙлайым! Уның күптән урыны бар. Өҫкә кейергә алмаш күлдәк ҡалманы, кеше күҙенә күренергә оят. Ауылда бөтәһенең бүлмә һайын ат башындай телевизор. Ә беҙҙең хан заманындағыһы өңрәйеп ултыра! Әҙәм ыстрамы!

Сәй эскәндә лә Фәриҙә ярһыуынан туҡтай алманы, йоҙроғон төйҙө:

– Бирермен мин уға аҡса! Хәҙер! Томшоғона. Ана, Мансафтың бисәһе бирһен. Шуның албаҫтыһы уны ҡотортоп алып киткән бит, йәшәмәгер!

– Эй, балам! – Әсәһе ауыр көрһөндө. – Булғандың ҡәҙерен белмәйһең. Аслыҡ заманы барҙыр шул! Әйләнгән һайын бер нәмәне игәйһең дә игәйһең, игәйһең дә игәйһең. Ярай, булған да бөткән. Тормош бит. Булғаны шуның менән бөтһөн тиң. Хәҙер гел шуны иҫкә төшөрөп, әрләшеп ултырып булмай бит инде. Йыйынтығыңды бир ҙә алып барып түләһен. Исмаһам, ҡотолорһоғоҙ. Кейәүҙең йәнен генә ҡыяһың бит. Бер-бер хәлгә төңкәлеп ҡуймаһын тим.

– Етте! – Тапҡанһың йәлләр кеше! Үҙе тапһын!

– Эй, ҡыҙым! Улай тимә әле. Тота килеп кенә кемдән аҡса алаһың?

– Табыр! Уныһы минең проблема түгел! Тәүҙә шуныһын  уйларға кәрәк ине!

Шул мәл урамда ҡапҡа шығырлағаны ишетелде. Ҡапҡанан ниндәйҙер  ят ҡатындың  инеп килгәне күренде.

– Наҙайыл, ә, кешенән! Бында нимә бар икән? – Фәриҙә үҙ алдына әрләшә-әрләшә ихатаға ыңғайланы.

– Арыумы әле, ҡыҙым?

– Һаумыһығыҙ!

Әбейҙең икенсе райондан ҡыҙына килеүе икән. Йорттарын һораша. Асыуы йөҙөнә сыҡҡан Фәриҙә уға ҡыҙы ауылдың арғы осонда йәшәүен әйтте лә кире ишеккә ыңғайланы.

– Эй, Кейәүен ысын күңелдән йәлләне ул. Йә, шулай көнө-төнө әрлә лә нисек кисен бер түшәктә  ятып йоҡламаҡ кәрәк. Бер-бер хәл ҡылып ҡуймағайы. Ярай ҙа ул шарылдап йөрөгәндәр уй-хәсрәтен башҡа төрлө сығара.ҡыҙым, ниндәй ғәҙәт ул? Ихатаңа килеп ингән кешене өйөңә лә саҡырманың. Оло кеше юлда сарсағандыр, – тине ҡыҙына әсәһе йомшаҡ ҡына итеп.

– Хәҙер! – Фәриҙә ризаһыҙ ғына мөңкөлдәне. Бында көнө буйы үткән-һүткәнде һыйлап ултырһаң, донъя көтөрһөң!

– Улай тимә әле, ҡыҙым. Өйөңә ингән кешегә насар ҡараш күрһәтергә ярамай. Тиҙ генә сәйеңде ҡайнатырға ҡуй, яҡты йөҙөңдө күрһәт. Уның  Хызыр Ильяс булыуы ла ихтимал. Борон беҙҙең башҡорт халҡы ингән кешене тәғәм ҡаптырмайынса сығармаған. Минең өләсәйем эремсеккә ҡаймаҡ һалып булһа ла йәки ойотҡанға ҡаймаҡ һалып болғатып эсереп сығара торғайны. Күпме йомарт булһаң,  һиңә шунса мул ризыҡ, бәрәкәт насип була. Һәр кем үҙ өлөшө менән йөрөй. Һәр килгән кешене Аллаһы Тәғәлә һиңә ебәрә.

– Эй, әсәй, әкиәт һөйләргә һиңә ҡуш инде. Әллә булған, әллә булмаған нәмәләрҙе һөйләйһең дә ултыраһың. – Фәриҙә, бушты лығырҙайһың тигәндәй ҡулын һелтәне лә  диванға барып ултырҙы.

Уның былай ҡыланышына әсәһе бер килке нимә әйтергә лә белмәне.

– Кит балам, ниндәй һүҙ һөйләйһең! Аллаһым ишетеп ҡалмаһын. Ни эшләп булмаһын, ти, Хызыр Ильяс? Бар ул. Хызыр Ильяс юлдаш булһын тип юҡҡа әйтмәйҙәр.  Юлда булғаныңда бәлә-ҡазаларҙан һаҡлай, ауыр саҡтарҙа ярҙам итә.

Үҙе эстән генә “Эй Хоҙайым, был нәмә хәйерлегә генә булһын инде, юҡҡа шашаһың, балаҡай” тип уйланы. Ҡыҙының яһиллығына аптыраны, кешеләр алдында ғәрләнде. Кемгә оҡшап шулай булғандыр? Йә, атаһы менән  ғүмер буйы татыу ғына йәшәнеләр. Исмаһам, кәңәш итеп бер һүҙ әйтерлек тә түгел бит, тота ла ярһый, ҡысҡыра башлай. Әсәйҙе әсәй, ирҙе ир тип һанлау юҡ. Аттан ала ла тыуа, ҡола ла тыуа, тигәндәре шулдыр, күрәһең. Кейәүен ысын күңелдән йәлләне ул. Йә, шулай көнө-төнө әрлә лә нисек кисен бер түшәктә  ятып йоҡламаҡ кәрәк. Бер-бер хәл ҡылып ҡуймағайы. Ярай ҙа ул шарылдап йөрөгәндәр уй-хәсрәтен башҡа төрлө сығара.

Кейәүҙең ҡәҙерен генә белеп йәшәргә кәрәк тә бит, юҡ инде, юҡ. Күптәргә ундай ир тәтемәй, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ана, ниндәйен матур итеп донъя ҡороп ҡуйҙы. Ир йүнле булмаһа, ҡатын-ҡыҙ сыпранлап ҡына әллә нимә ҡыйрата алмай. Эй, был бисәләр! Шашты шул, шашты. Рәхәтлектән шаштылар. Әҙәм балаһы ауырлыҡҡа бирешеп бармаһа ла,  еңеллектән ҡотора шул. Ней колхозы бөттө! Ауылда эш булмағас, хәҙер күптәре ҡырҙа аҡса эшләй, йә Себергә йөрөй. Бер көн күршеләренә керһә, эй, ялҡытты инде, ҡасан китә, тип ултырасы. Ҡуй инде, ҡуй, ирҙәр аҡса өсөн генә кәрәк. Бахыр ир ғаиләһен ҡарау өсөн  ал-ял белмәй тир түгә, һаулығын юғалта. Ә ҡайһы бер ҡатындар еңел йәшәүҙе кәсеп итеп, унан йәһәтерәк ҡотолоуҙы ғына көтә. Былай рәхәт тәһә, ҡулда аҡса бар, ҡайҙа теләй, шунда бара, күңел аса, ашарға әҙерләп, ир көтөп ултыраһы түгел. Күптәр хәҙер анһатҡа сығып, һөт-майҙы һатып та алам тип, һыйыр ҙа тотмай башланы. Кит, упсым рәхәткә сыҡтылар. Ҡайҙа бара был донъя?!”

 

ххх

 

...Хәсәндең икһеҙ-сикһеҙ уйҙар теҙмәһен ҡулына балтаһын тотҡан Камил ағайҙың тауышы бүлде.

– Бына сабынлыҡтың кәртәләрен рәтләйем, тип килгәйнем. – Әтеү мал емереп керһә, ауырға төшә торған. Унан сабынлыҡты бер иҙеп сыҡһалар, үлән имгәнеп, бесәне лә  йүнле булмай. Арытып китте әле, хәл алып алайым. – Камил ағай  һөйләнә-һөйләнә Хәсән янына килеп сүгәләне.   Уның  ҡулындағы шешәһен, күҙҙәренең йәшләнгәнен күреп, бер талай аптырап ҡарап торҙо.

– Ҡустым, ни хәл? Ни эш ҡыйратып ултыраһың? – Атаҡ, бында яңғыҙың эсеп ултырмаһаң, башҡа урын бөткәндер шул. Бер ҡараһаң, был нәмә менән дуҫлығың да юҡ кеүек. – Ағай ҡулы менән шешәгә төртөп күрһәтте.

– Ағай, минең йәшәге килмәй.   –  Араҡы шауҡымынан күңеле тулышҡан Хәсән үкһеп илап ебәрҙе. – Биҙҙем был тормоштан, бер минут та йәшәгем  килмәй. 

Камил ағай Хәсәнгә ғәжәпләнеп ҡарап торҙо.

– Кит, юҡты һөйләмә, ҡустым. Ниндәй һүҙ ул йәшәге килмәй? Ике ҡулын һап-һау, аяғың йөрөй. Рәхәтләнеп йәшәй торған заман, ашайым тиһәң, өҫтәл тулыр ризыҡ, кейәм тиһәң, кейем бар. Беҙ үҫкәндәге кеүек ас-яланғас кеше юҡ.

– Барыбер ҡыйын миңә, ағай...

– Эй, ҡустым, кемгә һәр ваҡыт рәхәт кенә булып тора тиһең?! Бына миңә лә гел рәхәт булып торғанмы? Уйлайым-уйлайым да, ни  хәл иҫән ҡалып, ошо йәшкә еттем икән тим. Ул һуғыш ваҡытында эт күрмәгәнде күрҙек, шулай ҙа йәшәргә тырышып яттыҡ. Беҙ күргәнде Хоҙай башҡа бер кемгә лә күрһәтмәһен! Ашарға юҡ, өҫкә кейергә юҡ, ялан аяҡбыҙ... Аслыҡтан беттекәй, һыйыр йыуаһы, һарына, ҡуян тубы, ҡымыҙлыҡ – ашарлыҡ бөтә үлән менән тамаҡ ялғаныҡ. Урмансынан ҡасып-боҫоп, ҡайын әрсеп, уның итен ҡырып-ялап ашаныҡ. Йәй ярай үлән менән әүрәп тамаҡты алдайһың, ә ҡыштарын... Шулай бер мәл өйҙә ашарға бер ни ҡалманы. Ике йәшлек һеңлем Зифа илай. Шул мәл әсәйемдең бер туған апаһы  Хәфиҙә әбей килеп керҙе. Хәлдәрҙе һорашҡас, йәш тулы күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тирә-яҡты байҡап сыҡты. Ҡарашы ишеккә төбәлде. “Хәҙер үк ишеккә ҡағылған тирене, йөнөн өтөп, ашағыҙ”, – тине ул. Тирене аҡтарып алып, мейескә ҡоро-һары яғып, тирене ашай башланыҡ. Тире ашап, тағы өс-дүрт көн йәшәнек. – Үҙенең һөйләгәндәренән Камил ағайҙың үҙенең күҙенән дә йәш килеп сыҡты. – Һуғыш бөткәс тә, еңел булманы. Бер мәл әсәйем район үҙәгенә күкәй һатырға китте. Беҙ юлдан күҙ ҙә алмай баҙар күстәнәсе, яңы уҡыу формаһы, китап-дәфтәр йөкмәп әсәйебеҙҙең ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ә ул кисләтеп кенә, хәлдән тайып, илай-илай буш ҡул менән ҡайтып инде. Милиция тотоп, әсәйемде ҡурҡытып, һүгеп, йомортҡаларын сумаҙаны-ние менән бәреп ватҡан икән. “Үҙҙәренә алып ҡалһалар ҙа, әрәм булмаҫ ине ризыҡ. Исраф ҡына итеп, бәреп ваттылар бит”, — тип әрнене әсәйем.

– Әйҙә әле, ҡустым, миңә лә ҡой әле, күңелем тулышып китте, – тип Камил ағай, Хәсәндең шешәһен тиҙерәк бушатырға теләп, үҙенә һалдырып алды. Унан тағы дауам итте:

– Тормош булғас, төрлөһө була. Гел рәхәт булып тормай. Мин дә ҡайғы-хәсрәт күрмәгән, тиме. Өлкән улым ҡайтыр көнө еткәс, армияла үлеп ҡалды. Икенсе улымды егерме йәшендә Өфөлә ғүмерен ҡыйҙылар. Етмеш йәшкә лә етмәй әбейем үлеп ҡалды. Бына хәҙер ун йыл яңғыҙым торам. Ә йәшәргә кәрәк. Бына һикһәнгә етһәм дә, тырышып ятҡан көн. Аллаға шөкөр, хәҙер донъялар һәйбәт. Беҙ күргән аслыҡ-яланғаслыҡты күрергә яҙмаһын. Ә һин бөтә ағзаң теүәл килеш йәшәгем килмәй тип ултыраһың. Ошондай тәбиғәт ҡосағында бер елләнеп ултырыу –  үҙе бер бәхет бит ул.

Камил ағайҙы тыңлап ултырған Хәсәнгә әсәһенең,  балам ни эшләүең был, тип асырғанып әйткән тауышы ишетелгәндәй булды. "Мин һине туғыҙ ай буйы күкрәк аҫтында йөрөтөп, ҡарап үҫтерҙем. Өс ай булғас та, сөгөлдөргә эшкә сыҡтым. Үҙем теләгәндән түгел, шулай   тейеш булғанға. Һине апайыңдар ҡарап ҡала. Ул йылды ғәжәп ямғырлы булды, сөгөлдөрҙө тиҙ үк ҡый үләне баҫа ла китә. Кешенән артта ҡалаһың, төшкө аш мәлендә йүгереп кенә ҡайтам,  һине имеҙәм. Бер ваҡыт ауырып киттең, аҡтарып ҡоҫаһың да ҡоҫаһың. Инде юғалттым  тип торам. Көскә район үҙәгенә алып китеп, көскә ҡотҡарып ҡалдыҡ үҙеңде. Ул ваҡытта юлы юлмы әле, машина ҡот осмалы итеп һикертә. Баҡһаң, күкрәктәге һөт әсеп йөрөп, шуның менән зарарланғанһың. Хәҙер ауыр тиһәк тә, рәхәт бит ул”.

Хәсән терт итеп ҡалды. Үҙенең уйҙарынан үҙе оялды.  Был ҡайғыны ата-әсәһе күтәрә алмаясаҡ. Былай ҙа аҙ яфаланманылар. Уларға әле еңел тиһеңме? Инде йырсы булып танылды тигәндә бөтәһен аптыратып ауылға ҡайтып килде. Унан Зөһрә Фәрит ҡыҙының кәңәше лә ҡолағына салынғандай тойолдо. “Ир булып, тормош дилбегәһен үҙеңдең  ҡулыңа алыуыңды теләйем. Һин һыу ыңғайына ағып барырға юнысҡы киҫәге түгел. Кәрәк урында үҙ һүҙеңде әйтеп өйрәнергә лә кәрәк булыр. Һәр кем үҙ бәхете өсөн көрәшергә тейеш, тап шул саҡта ғына үҙеңдең хыялдарыңды бойомға ашыра аласаҡһың...”

(Дауамы бар).

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.

 

Автор:
Читайте нас