+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
29 Июль 2023, 20:00

Күҙ йәштәре

Ташһуяр ауылының мәктәбендә заманында 500-гә яҡын бала уҡый торғайны. Хәҙер, берәм-һәрәмгә ҡалғас, ике ҡатлы таш мәктәптең коридорҙары бушаны. Ауыл халҡы, мәктәпте яптырмайбыҙ, тип байтаҡ ныҡышһа ла, көстәре етмәне, бер түгел, ике автобус килтереп ултыртылар ҙа: “Һеҙҙең балаларығыҙҙы район үҙәгенә йөрөтәбеҙ, бында башланғыс кластар уҡыусылары ғына ҡаласаҡ”, – тип иғлан иттеләр. 

Күҙ йәштәре
Күҙ йәштәре
Силсәүит Закиров:
– Йәмәғәт! Минән генә тормай, автобустар килеп ултырҙы, шоферҙары бар, балаларҙы йөрөтөргә тура килә, – тигәс, халыҡ уны ғәйеплегә сығарҙы һәм күнергә мәжбүр булды.
Уҡытыусыларҙың ҡайһыһы ялға китте, йәше етмәгәндәргә төрлө мәктәптәрҙә эш тәҡдим иттеләр. Биология уҡытыусыһы Гөлсирәгә яңыраҡ ҡына 40 тулғайны әле. Уға район үҙәгенә күсергә тәҡдим яһанылар. Ризалашты. Ире Фәнәүи ҙә, тыумышы ошо ауылдан булмағас, миңә барыбер, тигән һымаҡ, ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Оҙаҡҡа һуҙмай, икәүләшеп, барып, район үҙәгенән йорт та ҡарап ҡайттылар. Фәнәүи үҙе балта эшенә оҫта. Нимәгә тотонһа ла, ҡоя ла ҡуя инде! Ауылда ул төҙөгән йорттар, мунсалар, мал аҙбарҙары байтаҡ. Ташһуяр халҡы былай асыҡ, ихлас халыҡ, ҡырҙан килгәндәрҙе һәр ваҡыт һынап ҡаршылайҙар. Фәнәүи бындағыларҙан ныҡ айырыла ине. Эшкә бик иҫәпсел. Түләүенә килгәндә, Ташһуярҙар әйтмешләй, аратаһы ҙурыраҡ. Йәғни, күп һорай. Һорамай, эшен белә, ҡулынан килә, ауылда башҡа оҫталарҙың булмауы ла уның файҙаһына. Гөлсирә менән, килгәс тә, иҫке генә бер өйҙө алып, шуны арлы-бирле киңәйтеп, ҡыйығын алыштырып, стеналарын көпләп, байтаҡтан бирле йәшәйҙәр. Күргән кешеләр бар, өйҙөң эсен, сыйырсыҡ ояһы һымаҡ итеп, бүлмәләргә бүлгеләп бөткән, тиҙәр. Үҙҙәренең – йоҡо өсөн, хатта үҙенә күрә ашай торған урындары ла бар икән. Оҫта кеше – оҫта инде. Өй эсенә ваннаһы менән бәҙрәфен дә ҡороп ҡуйған. “Быныһы инде бигерәк!” – тип баш сайҡап аптырашты ташһуярҙар һәм үҙҙәре лә өйҙәрендә шым ғына, көндәлек хәжәт өсөн, урындар барлай башланылар. Хәҙер ауылда “ванна”, “душ”, “унитаз” тип һөйләү ят түгел. Ауыл халҡы Фәнәүиҙе иҫкә алғанда ла: “Ә, теге унитаз Фәнәүиме?” – тип кенә ҡуя һәм бөтәһе лә аңлашыла.
Ошо иҫке өйҙөң йылыһын һаҡлаусы Гөлсирә хаҡында ла байтаҡ һөйләргә булыр ине. Биологияһын (ботаникаһын, зоологияһын) уҡытҡас, баҡса эшенә оҫта. Ҡош-ҡортто ла мул аҫырай. Бәй, шулай булырға тейеш инде, зоология дәрестәрендә баҡалар менән байтаҡ тәжрибәләр үтәрҙеләр. Ташһуярҙар бик оҡшатып бөтмәй торғайны бындай һабаҡтарын. Бына, мәҫәлән, баҡаны алып, тереләй бит әле, ярып ҡарап, йөрәгенең типкәнен күрһәтеү... Уф! Балаға нимәгә кәрәк инде? Ана, Нәғимдең малайы ҡайтҡан да, ашап ултырғанда шул хаҡта һөйләгән. Ашағанда һөйләй торған хәбәрме һуң инде? Кесе малайы, Нәғимдекен әйтәм, ошо хаҡта ишеткәс, илап ебәргән дә, атаһының алдына менеп ултырған. Нәғим барып, был хаҡта силсәүиткә әйтергә мәжбүр булғас, Гөлсирә нимә тип әйткән, беләһегеҙме? “Уҡыу программаһында ҡаралған. Бына, мәҫәлән, тәжрибә үткәреү өсөн бер литр спирт бүленә икән, мин уны, тамсыһына тиклем, уҡыу-уҡытыу программаһына ярашлы, тотонорға тейешмен”.
Гөлсирә менән Фәнәүи Ташһуярҙы ҡалдырыуҙы үҙҙәре өсөн ҙур мәшәҡәткә һанаманы. Бер-береһенә етә, ҡыҙҙарына ла, үҫеп килә, район үҙәгенән ҡалаға ла яҡын, балаларҙың киләсәген уйларға кәрәк. Ҡоймаларына “Өй һатыла” тип яҙып элеүҙәре булды, бер нисә кеше белешеп тә китте. Ауылдың был осонан теге осона тиклем иң тәүҙә халыҡты шаңғытҡан “миллион һорағандар!” тигән хәбәр булды. Ышанманылар. Мәстүрә әйбей менән Байбулат бабайҙың алтмышынсы йылдарҙа, үҙҙәне ныҡ саҡта төҙөгән иҫке өйҙәре өсөн миллион? Мәстүрә әбей менән Байбулат бабай, йәндәре йәннәттә булһын, үҙҙәренән һуң бер генә малай ҡалдырҙылар. Улдары Раян был урынды бик тар тип тапты һәм иркенерәк урынға йорт төҙөп сыҡты. Фәнәүи менән Гөлсирәнең йортона ҡыҙығыуҙың сере шунда – баҡса арты иркен, быҙау бәйләргә була. Шунан һуң, әйттем дәһә, Гөлсирә, биология уҡытыусыһы булғас, баҡса эшенә оҫта. Мәктәп эргәһендәге тәжрибә участкаһы нисектер, белмәйем, баҡсаһындағы алмағастары! Ҡарағаты һәм ҡурай еләге, баҡса еләге шул тиклем уңа, уларҙың ҡыҙҙарының июнь урталарында уҡ балаларҙың йоҙороғо ҙурлыҡ баҡса еләге, Яңы йылға тиклем үҙҙәренең баҡсаһынан өҙөп алынған алма кишере-үҙҙәрен күреп, башҡалар ҙа әүәҫләнеп китте. Берәй май баштары килеп сығығыҙ Ташһуярға. Ап-аҡ итеп сәскә атҡан алмағастары ихаталарҙа байтаҡ күренә. “Ҡиммәт!” – тинеләр Фәнәүигә, килгән кешеләр.
“Улайһа, арзанын эҙләгеҙ! – тине Фәнәүи. – Әгәр алыусы булмаһа, үртәйем дә китәм”. Байтаҡ кеше килеп, һатыулашып ҡараны. Һатыулаша торғас, ярты миллионға тиклем төштөләр. Унан һуң да кеше кәмене, Саҙрыйҙың айырылып ҡайтҡан Нәфисәһенең әсәлек капиалы бар икән. Шуны алыштырырға тәҡдим иткәндәр.
“Белмәйем, миңә ҡағыҙ кәрәкмәй, – тиген Фәнәүи, – аҡсалаштырһындар ҙа, килһендәр”. Саҙрый үҙе килде. Фәнәүи үҙе ҡаршы алды, йөрөтөп сыҡты. Хатта ваннаһына алып кереп, унитазына ултырып күрһәтте. Ундай уңайлыҡтарҙы ғүмер буйы күрмәгән Саҙрый, һүҙ таба алмағанлыҡтан, көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы. Шунан һуң йәшелсә, еләк-емеш һәм картуф баҡсаһына алып сыҡты. Ғүмер баҡый картуф ҡына ултыртҡан Саҙрый бында телһеҙ ҡалды.
– Абзый, бөтәһе лә ошонда ҡала. Мин ауылығыҙҙы ташлап киткәндә ҡулдарымды күрһәтермен. Унда бер нәмә лә булмаҫ: картуф, ҡыяр, кишер, шалҡан, алма, ҡарағат – барыһы ла ҡала. 500 мең һум!
– Һуң, Фәнәүи, бигерәк ҡиммәт бит, хаҡын төш! – тип мөңгөрләне Саҙрый.
– Улайһа, баҡсаны күрһәтәм, – тине Фәнәүи, – элекке баҡса бынауынан ине, ике метрға киңәйттем. Һыуға тиклем ҡойма тоттом, хәҙер былар бөтәһе лә һинеке.
– Беҙгә артыҡ ер кәрәкмәй, – тип ҡаршылаша алды Саҙрый, – һүҙ юҡ, баҡсаң шәп, миңә оҡшай, тегенең, ҡыҙымды әйтәм, материнский капиталы 450 мең һум ғына. Шунан, аҡсалатам, тигәне 100-ҙө һораған. Беҙ ул 150 меңде ҡайҙан алырға тейеш? Һыйырҙы һатһам – 40 мең, тағы өс һыйыр кәрәк.
– Ә ниңә банктан кредит алмайһығыҙ?
– Ғүмерҙә кредитҡа йәшәмәнем, – тип ҡаршылашты Саҙрый, – булғанына шөкөр иттем. Ярай, кискә тағы килеп ҡарарбыҙ.
Саҙрый әйтеп бөтмәне,уның 100 меңе бар ине, Фәнәүиҙең хаҡын төшөрөрөргә бер аҙ өмөт итте. Юҡ, был килмешәк үҙенең һүҙен һөйләп тик тора! Ҡомһоҙ инде, ҡомһоҙ. Кредитҡа барығыҙ, ти.
Саҙрый, аптырап, сыҡты. Гөлсирәһе кәртә эргәһендә эйелеп, нимә ҡыйлана икән, тиһә, тегеһе тауыҡ һуйып ултыра, имеш. Аһ! Былар менән бәйләнһәң дә... Ташһуярҙа ғүмерҙә тауыҡ һуйырға батырсылыҡ иткән ҡатын-ҡыҙ булманы. Ире нимә ҡарай икән?
Кисен ҡатыны, Нәфисәһе тағы килделәр. Фәнәүи саҡ ҡына иҫерек, иренә эйәреп, ҡатыны менән ҡыҙы килгән, тип тормай, ҡатлап-ҡатлап һүгенә:
– Алмағыҙ, йөрөмәгеҙ! Баштан уҡ әйттем, мин ҡуйған хаҡҡа кеше сыҡмаһа, үртәйем дә китәм! Һеҙгә лә юҡ, миңә лә юҡ! – тип шырпыһын сығарып, тәмәкеһен тоҡандырҙы.
Тағы бер ҡарап сыҡтылар. Нәфисәһенә сыйырсыҡ ояһы ҙурлыҡ ҡына балалар бүлмәләре оҡшаны. Ҡатыны аш бүлмәһен оҡшатты. Фәнәүи быларҙы әйҙәп, баҡсаһына алып керҙе:
– Бына – ун бер төп алмағас. Ултырҡанда ун дүрт ине, өсәүһе үҫә алманы. Бына быныһының емеше ҡатыраҡ була, ләкин Яңы йылға тиклем һаҡлана. Ә бына быныһы ауыҙҙа иреп тора. Ә бынау алмағас былтыр ун биш күнәк алма бирҙе. Күнәккә-күнәк байтаҡ иген алдым, ҡош-ҡортто һимертергә лә етте. Кит, ошондай донъя өсөн 450 мең һум тип тораһығыҙ.
Фәнәүи эшен белә инде: район үҙәгенә барған, йортон тапҡан, аҡсаһын түләгән һәм күсенә лә башлаған. Өр-яңы Бөрйән бүрәнәләренән буралған өй икән, тимер гаражы, йәнәш кирбес гаражы бар. “Байтаҡ түләнем, аҡсам етте, – тип әйтә, ти, – шуға был өйөмдө арзанға бирмәйем, ултырһын әле, – тигән.
Ултырһа, ултыра инде. Ташһуярҙа былай халыҡ ипле, кеше нәмәһенә тейеп бармай. Фәнәүи был юлы Саҙрыйҙы үҙе саҡырып алды.
– Һөйләшеп алайыҡ әле, – тине.
– Аҡса таптыңмы?
– Теге “материнский”ҙы 350 мең килтерҙеләр, – тине, – һыйырҙы һаттыҡ, 35 мең сыҡты – 385 мең. 75 мең кредит бирҙеләр. Теләһәң, нимә эшлә, ҡустым, бына 450 мең аҡсабыҙ бар.
– Кит, тағы илле мең таба алмайһыңмы? – тине Фәнәүи, ҡомһоҙ күҙҙәрен ялтыратып. – Белгән булһам, бынау пластик тәҙрәләрен ҡуйҙыртмаҫ инем.
– Алып кит, – тине Саҙрый, – иҫкеһен ҡалдыр.
– Кеше аптыратып, тәҙрә ҡутарып ултырмайым инде, – тине Фәнәүи, – ҡалһын.
Фәнәүиҙең йортон, баҡсаһын тағы бер ҡарап сыҡтылар. Ни фәтеүә, аҡса артмай бит инде.
– Ярай, ҡустым, – тине Саҙрый, – бына, һуңғы ун меңемде ҡушам – 460 мең йәмғеһе. Ҡалғанын, ҡырҡып алһаң да, бирә алмайым.
Килештеләр.
Алып-һатыуҙы рәсмиләштергәнсе, аҙнаға яҡын ваҡыт үтте. Бына Саҙрый ҡәнәғәт йөрөп ята. Хатта бер аҙ йөҙө асылғандай булды. Аҡса ла аҡса, тип йөрөп, июль үтеп китте шул. Кис ихатала тағы осраштылар, газдың күпме яныуын, электр утының күпме эшләүен ҡаранылар.
– Эш бөттө, Саҙрый абзый, – тине Фәнәүи, – бөгөн һуңғы төн ҡунабыҙ.
Икәүләшеп, сығып, урам яғынан йортҡа ҡарап торҙолар.
– Ун биш йыллап йәшәлде бит, – тип Фәнәүиҙең күңеле тулып алды, хатта күҙ йәштәрен һөрткәне тойолдо.
– Ҡиммәт булды, – тип ыңғырашты һаман Саҙрый, – иҫкереп бөткән өйгә.
– Үкенмә! – тине тегеһе. – Ана, ҡара, алмағастарға күмелеп, нисек матур ултыра өйөң!
– Бисә лә шулай, ти: “Алмағастары шәп бит!” – ти.
Фәнәүи, тештәрен ыржайтып, көлдө:
– Һин дә Нәғим һымаҡ һөйләп ҡуйҙың.
– Ни эшләгән Нәғим?
– Әүжәндән өй барып алған. Батша заманынан ҡалған өй, ти. Аҙна йөрөп, ауылға ҡайтҡас, бүрәнәләрен бушатҡанда серек баштары аҡтарылып оса икән. Ҡатыны Шәмсинур: “Иҫереп йөрөнөңмө әллә, сереп бөткән өй алып ҡайтҡанһың!” – тип әрләй икән. Тегеһе: “Ҡоҙоғо шәп ине, шуға алдым”, – тигән. Ярай, рәхәтен күрегеҙ. Мин йоҡлап ҡайтам, иртән иртүк ҡуҙғалырмын. Мин булмаһам, асҡыс ишек эргәһендә, уң яҡта, таҡта аҫтында ятыр.
Түҙҙе Саҙрый, өй яғына яҡтырғас ҡына ыңғайланы. Ҡатындар һыйыр ҡыуған ваҡыт, ниңәлер Фәнәүиҙең өйөнә, хәҙер Саҙрыйҙың ҡыҙыныҡына була инде, туҡтап-туҡтап ҡарап китәләр.
Килеп еткәс, Саҙрый үҙе лә йортона күҙ һирпте һәм тертләп ҡуйҙы. Иҫке өй таҡта менән күпме генә көпләнһә лә, иҫке өй инде. Ә ниңә былай тешһеҙ әбей һымаҡ ыржайып тора һуң әле? Бәй!.. Алмағастары ҡайҙа булған?
Саҙрый, ҡабаланып, ихатаға үтте лә, баҡсаға күҙ һалды һәм тертләп ҡуйҙы: 11 алмағас, һәр береһе, төбөнә тумырып сабылғандан һуң, ер өҫтөндә ята ине. Бешер-бешмәҫ алмалары эленеп торған була, япраҡтары инде һәленеп төшкән. Саҙрый ышанманы, тотоп-тотоп, һелкетеп-һелкетеп ҡараны, ерҙән саҡ ҡына сығып торған төптәрен усы менән һыпырҙы. Улары еүеш ине. Донъяны байтаҡ күргән, ләкин бындай ҙа хаслыҡты көтмәгән Саҙрый, ауылса аҡылы менән: “Алмағастар шулай илаймы икән?” тип уйлап ҡуйҙы.
 
 
Автор:
Читайте нас: