+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
3 Август 2023, 20:00

Мәтрүшкәле сәй

Быйыл ҡыш ҡаты килергә оҡшап тора. Йәйен һәйбәт кенә ял итеүемә ҡарамаҫтан, йүтәлләп, температурам күтәрелеп, ауырып тик йөрөйөм. Отпуск мәлендә тыуған яҡ урмандарында йыйған мәтрүшкәләрҙе ҡайнатып сәй эсеп ултыра инем, улымдың: «Әсәй, социаль селтәрҙә һине ниндәйҙер Рамаҙан эҙләй, тигәндәр. Дөрөҫөрәге, уның балалары минең аша һине таптыралар», – тигәненә терт итеп киттем. Һуң әле генә бит мин Рамаҙан ағайымды иҫләп алдым. Мәтрүшкәләр йә кедр сәтләүеге күргән һайын хәтеремә төшә лә тора шул ул.

Мәтрүшкәле сәй
Мәтрүшкәле сәй

* * *

Атайым менән әсәйем бик иртә өйләнешкән. Йәшләй нисек тиҙ ҡауышһалар, оҙаҡ та тормай айырылышҡандар. Күрше ауылдарҙа үҫкән улар. Арала биш саҡырым ғына ятһа ла, атайымдың туғандары менән аралашып үҫмәнем. Хатта белмәйем дә тиерлек. Ә былай бик күрге, белге килә торғайны, аҙаҡ тора-бара ул теләк тә һүнде, сөнки атайымдың ун ике бер туғанының хатта береһенең дә мине килеп күргәне булманы, тиерлек. Балалығым менән бик ауыр кисерҙем, әллә насар ҡыҙыҡаймынмы икән, тип борсолған саҡтарым да булды.

Ауылда урта мәктәп булмағас, әсәйем мине Өфөләге 1-се интернатҡа бирҙе. Дүрт класты бөтөү менән баш ҡалаға барып урынлашыу башта ҡыҙыҡ кеүек тойолһа, аҙаҡ һағыныуыма сыҙай алмай өҙгөләнеүҙәремдең сиге булманы. Шулай бер көн буҫығып илап ятһам, һиңә килгәндәр, бар төш, тигәндәренә аптырап киттем. Битемде тиҙ генә йыуҙым да вахтаға йүгерҙем. Төшһәм, берәү ҙә юҡ. Шул тиклем ҡыйын булып китте. Шаяртҡандарҙыр, тинем, бар ул беҙҙең малайҙарҙың шундай насар холҡо. Шулай ҙа тышҡы ишекте асып, тупһаға үрелеп ҡараным. Унда ерән сәсле бер ағай тәмәке тартып тора ине. Был кешенең миңә килеүе мөмкин түгел, тип тағы тирә-яҡҡа байҡап күҙ ташланым да, ҡышҡы һалҡын һауанан ҡасып, эскә йүгереп инеп киттем. Үтә күренмәле оло пакетты тултырып, кемгәлер мандарин алып килгәндәр. Еҫе вахта тирәһенә таралғанын әле генә һиҙеп ҡалам. Шәпләп килеп ингән ыңғайыма күстәнәстәр торған эскәмйә эргәһенән яйлап ҡына үтәм. Үҙемә шул тиклем ҡыйын. Хәҙер бүлмәгә инәм дә, юрған аҫтына ҡасып илаясаҡмын. Ниңә күңелем тулғанын да белмәйем, әммә ҡыйын. Әсәйемде, ауылды һағындым. Эт тә, бесәй ҙә иҫкә төшә. Ҡышын әсәйем өшөмәһендәр тип өйгә индергән бәрәстәр ҙә күҙ алдымдан йүгереп үткәндәй була. Ә бит мин уларға концерт ҡуя торғайным: шиғыр һөйләйем, йә бейейем, йә әсәйемдең массажкаһын микрофон итеп, йырлай башлайым. Коридорҙың осона еттем генә тигәндә, кемдеңдер: «Миләүшә! Миләүшә! Миләүшә!» тигән тауышы уйҙарымды бүлде. Ҡараһам, баяғы ерән сәсле ағай баҫып тора.

– Миләүшә, һаумы, туғаным! Мине танымайһыңмы?! Кил әле бында яҡыныраҡ.

Уны бөтөнләй танымайым. Яңылышҡандыр, тип уйлайым, әммә аяҡтарым уға табан атлай.

– Һаумы, туғаным! һин ҡалай ҙур үҫкәнһең! Мине һаман таныманыңмы?

Ағай мине күтәреп үк ала. Ошоғаса бер ир кеше лә күтәргәне булмағас, мин башта аптырап ҡалам. Үҙе иҫ китмәле итеп кейенгән бит әле...

– Ағай, һеҙ кем?

– Нисек инде кем? һин мине таныманыңмы ни? Был мин – Рамаҙан ағайың!

– Рамаҙан? Белмәйем мин бер ниндәй ҙә Рамаҙанды.

Был кешене тамам яңылышты, тип иҫәпләп, уның ҡосағынан ысҡынырға маташам, көсәнеп тартылғас, уның ҡулы аҫтынан сығып ҡасам.

– Ҡарале һин уны нисек үҫеп киткән? Бына был күстәнәстәр һиңә, кил әле яҡыныраҡ, һөйләшеп алайыҡ!

– Ағай, һеҙ кем? Белмәйем мин һеҙҙе!

Шул саҡ уның йөҙө үҙгәреп китә. Көрһөнгәндәй итә.

– Йә, ярай, Миләүшә! – Ул йәнә ауыр тын алғандай булды. – Мин һинең атайыңдың бер туған ҡустыһы. Һин бәләкәй саҡта ауылдан сығып киткәйнем, шуға белмәүең ихтимал. Сит илгә әрмегә эләккәс, шунда эшкә ҡалдым. Күптән ҡайтҡаным юҡ, шулай ҙа мин һиңә ике тапҡыр посылка һалдым. Моғайын, әсәйең әйткәндер?

Ошо мәл әсәйемдең кемдәндер күстәнәс килеүе тураһында һөйләгәнен иҫләгәндәй булам. Ә теге зәңгәр күлдәк! Эйе, эйе, иҫкә төштө. Күрәһең, минең уйлағандарым йөҙөмә сыҡты. Ағайым йылмайып уҡ ебәрҙе.

– Иҫеңә төштөмө хәҙер?

– Әле ниңә килдең? – тим ҡапыл. Һуң улай тип һорарға теләмәгәйненм дә инде... Телем әллә ни һөйләй.

– Нисек инде ниңә? Һине күрергә килдем... һиңә исемде лә мин ҡуштым. Әсәйең һөйләгәне булғандыр бит ул хаҡта, һин бит мин мәктәптә уҡып йөрөгәндә тыуҙың, ә мин матайҙан осоп, аяғымды һындырып өйҙә ята инем. Шуға күрә һигеҙ айыңдан минең янда булдың. Телең нисек асылғанын да хәтерләйем. Мин һиңә:

Рамаҙан, Рамаҙан

Ашай, эсә биш ҡаҙан!

тип үҙемде ирештерергә һамаҡ та өйрәткәйнем...

Эйе, эйе, әсәйем был хаҡта һөйләгәне бар, әммә әллә ниндәй тиҫкәрем әйләнеп, күрешергә килгән кеше менән тупаҫ ҡына һөйләшеп тик торам.

– Булһа һуң, хәҙер инде ул ваҡиғаларға бик күп йылдар үткән. Рәхмәт килгәнегеҙ өсөн, әммә мин һеҙҙең күстәнәсте ҡабул итә алмайым. Кәрәкмәй. Беҙгә бүлмәләргә емеш-еләк индерергә ҡушмайҙар... Рәхмәт, һау булығыҙ!

Мин теләр-теләмәҫ кенә, әммә ғорур ҡиәфәт менән ағайым янынан ҡуҙғалам. Үҙем туҡтатып тағы бер-ике һүҙ әйтһә ярар ине, ҡулына күтәреп өйләндерһә ине, тип теләйем. Юҡ, ул өндәшмәне, күрәһең, кәйефе ҡырылды. Их, мине! Кеше түғаным тип килеп еткән, ә мин! Йәнә лә коридорҙың теге урынына килеп еттем.

– Миләүшә, туғаным, емеш-еләк ярамаһа, мин бит һиңә сәтләүектәр алып киләм. Ал инде, зинһар! Мин бит һине һағынып килдем! – тип әйткәненә түҙә алмай, кире боролам. Башта атлайым, аҙаҡ аяҡтарым үҙенән-үҙе йүгерә башлай.

– Ағай, ағай, хәтерләйем мин һине! – Мин уның йылы ҡосағына ташланам һәм һулҡылдап илай башлайым. Әлеге лә баяғы – ниңә илағанымды үҙем дә белмәйем, әллә һағыштан, әллә осрашыу шатлығынан, әллә илағанда йыуатыр кеше булғанлыҡтан...

– Әрменән ҡайтҡас, мин Себергә эшкә урынлаштым. Бына был кедр сәтләүектәре шунан. Бик ныҡ тәмлеләр. Моғайын, ҡыҙҙарың да яратыр, ал, – Ул миңә бер тоҡсай сәтләүек һуҙа.

– Яңы йыл етеп килгәс, мандарин алып килгәйнем, ә һин ярамай тиһең...

– Былай ярай ҙа ул, – тим уны аптыратып.

– Шулаймы ни? Ҡалай һәйбәт, улайһа. Класташтарыңды һыйларһың. Бында ете килограмм. Бер үҙең ашап бөтә алмаҫһың ул...

Ә мин үҙемде борсоған һорауҙарымды биреп ҡалырға ашығам, үҙем ағайым әрсегән мандаринды һурам. Ул миңә сумкаһынан алып, пишинйәләр һуҙа.

– Былай ғына ҡоро булыр ул, мәтрүшкәле сәй менән йотоп ебәр. Мин гел үҙем менән сәй йөрөтөргә тырышам. Бигерәк тә ҡыш көндәрендә. Термоста һыуынмай ҙа. Бына был мәтрүшкәләр беҙҙең яландарҙа йыйылған.

Ағайым сәй ҡоя, ә минең башым әйләнеп киткәндәй була. Танһыҡ еҫтәр мине өйгә алып ҡайтҡандай. Шундай рәхәт! Мандаринға ҡушып пишинйә ашай-ашай сәй эскәндән тәрән ләззәт тойғоһо кисерәм. Ағайым миңә кедр сәтләүектәрен дә ватып бирә. Вахтала дежур иткән тәрбиәсе беҙҙе оҙаҡ күҙәтеп ултырмай.

– Дәүләтшина! Бар бүлмәңә. Гәфү итегеҙ, ә һеҙ нишләп уға әллә нимәләр алып килеп ашатып ултыраһығыҙ? Беҙҙә берәү ҙә ас тормай. Берәй инфекция эләкһә, тотош интернат менән ауырыясаҡтар бит!

– Дәүләтшина? – Ағайым миңә күҙҙәрен тултырып ҡарай.

– Нишләп мин үҙем дә белмәгән кешеләрҙең фамилияһын йөрөтөргә тейеш? Бында килер алдынан алыштырҙым.

– Әсәйең хәл иттеме? Хәйер, уныһы мөһим дә түгел инде...

–Юҡ, үҙем! Ә ниңә әлегә тиклем бер ҙә килмәнең?

Ул аптырап ҡала.

– Әллә инде... Әрме, эш... Онотоп ебәргән тип уйлай күрмә, юҡ, мин һине һәр саҡ күңелемдә йөрөттөм. Әйтәм бит, исемеңде лә үҙем ҡушҡас, бигерәк тә яҡынһың.

– Йә, ярай, мин инәм... – Мин, онотолоп китеп уның янында һөйләнеп тороуыма үҙем уңайһыҙланып китәм.

– Миләүшә, бына ошо аҡсаны ла ал, туғаным! Киноға барғанда, йә магазинға сыҡһағыҙ, кәрәк булыр!

Мин ҡыҫҡа ғына яуап бирәм:

– Юҡ, ярамай!

– Нимә ярамай?

– Беҙгә өлкәңдәрҙән башҡа ҡалаға сығырға ярамай.

– Улайһа, теләйһеңме мин һине иртәгә киноға алып барам, һинд киноларын яратаһыңмы?

– Был аҙнала беҙҙең класс дежур, шуға сығып йөрөү тыйыла.

– Улайһа, әйҙә, киләһе аҙнала барайыҡ! Мин һине килеп алырмын!

Борсолоуым, аптырауым йөҙөмә сыҡты, күрәһең.

– Әсәйеңә хәбәр итермен, әгәр теләмәһәң, бөтөнләй өндәшмәм. Икебеҙҙең аралағы сер генә булып ҡалһын!

Ҡыҙыҡ, әсәйҙән дә йәшерен сер булыуы ихтимал икән. Был таныш түгел тойғо мине ғәжәпләндереп тә ҡуя.

– Юҡ, әсәйем белһен, уға оҡшамауы ихтимал, – тим ашығып.

– Тимәк, һин риза! Улайһа, әсәйеңә үҙем аңлатырмын. Әйткәндәй, әсәйең элеккесә матур йырлаймы? Һин дә бәләкәй сағыңда бик моңланырға ярата инең, әле нисек?

Бер ни өндәшмәүемде хуп күрәм, әммә әсәйемде маҡтап телгә алыуы күңелгә майҙай яғыла. Эйе, эйе, әсәй атайҙың был ҡустыһын яҡшы яҡлап телгә алғанын хәтерләйем. Класташтарымдың береһе мине тәрбиәсе эҙләүе хаҡында килеп әйтә.

Ағайым менән хушлаштым да, икенсе ҡатҡа көс-хәл менеп еттем. Бүлмәгә килеп инеү менән мандариндар тоҡсайы йыртылып китте, һәм улар иҙән буйлап тәгәрәне. Ҡыҙҙар шул ыңғай сыр-сыу килеп, емештәр артынан һибелде. Үҙебеҙ ашығып мандариндарҙы йыябыҙ, үҙебеҙ көләбеҙ. Минең шул тиклем кәйефем күтәрелде! Тәрбиәсе шелтәһен дә ишетмәйем, сөнки миңә ағайым, атайҙың ҡустыһы килде!

Бер ҡасан да туйғансы мандарин ашағаным юҡ ине. Тәрбиәсебеҙ әрләп тороуына ҡарамаҫтан, әллә йыуҙыҡ, әллә иҙәндән табып алыу менән әрсеп ашаныҡ, белмәйем, әммә икенсе көнөнә әсем шул тиклем ауыртты, хатта медпунктҡа барырға тура килде. Шәфҡәт туташы: эт эсенә һары май килешәме ни инде ул, тип әрләп йөрөгән була! Шәфҡәт туташына бөтәһен дә нисек бар, шулай һөйләп бирҙем. Ят ризыҡтарҙы бер юлы күп итеп ашағанһың, моғайын, шуғалыр, мә, ошо төймәне йот та, ятып тор, үтә ул. Нисек йоҡлап киткәнемде лә һиҙмәгәнмен. Класташтарымдың береһе дәрескә килеп алды. Кәйефем күтәренке. Ниндәй рәхәтем бар әле, тип уйлай башлаһам, ағайымдың яҡты ҡараштары иҫкә төшә лә, ҡоштай осҡо килеп китә.

Икенсе килгәнендә ағайым мине һинд киноһына алып барҙы. Башта шикләнеп тә ҡуйҙым: был мине урларға йыйынмаймы икән? Кино башланғанда мауығып ҡына ҡарай башлағайным, ағайымдың илап ултырыуын күрәс, һинд киноһы экранда түгел, күрше ултырғыста барған кеүек тойолдо. Шулай күңеле нескәме икән ни? Моғайын, мин әле киноларҙы аңлар йәшкә етмәгәнмендер, һинд киноларының йырын ғына яратам. Шул йырлар өсөн унда башта оҙаҡ әрләшәләр, талашалар, инде көтөр әмәл ҡалмаҫ сиккә еткәс кенә йырлай башлайҙар. Был кинола йыр бигерәк аҙ булды.

Өндәшмәй генә интернатҡа табан атлайбыҙ. Ағайым танауы ебегәнен йәшерергә теләп:

– Оҡшанымы? – ти.

– Эйе, һәйбәт булды. Тик аҙ йырланылар...

– Ә һин үҙең йырлайһыңмы, Миләүшә?

– Йырлайым шунда.

Үҙемде борсоған һорауымды биреп ҡалғым килә.

– Атайымды күргәнең бармы?

– Юҡ, шул... Ете йыл самаһы бар инде күрешмәгәнгә. Ул бит Сахалинда, беләһеңдер. Хат яҙышҡан юҡ, былай хәле насар түгел, шикелле.

– Сахалинда һыуыҡтыр инде?

– Өшөмәйҙер. Ныҡ өшөһә, ҡайтыр ине әле...

– Һинең менән мин түҙер инек микән ундағы һыуыҡҡа?

– Әллә инде, белмәйем, туғаным. Әгәр теләһәң, барып белә алабыҙ.

Ағайым мине ярты хәрефтән аңлай. Теләйем, әлбиттә, теләйем! Улай ғына түгел, был бит минең иң ҙур хыялым – атайым менән осрашыу! Әсәйем, моғайын, рөхсәт итер ине әле. Мин бик бәләкәй саҡта атай саҡырған булған ул, әсәй үҙе бармаған. Аҙаҡ бик үкенде...

– Кино миңә ныҡ оҡшаны, ағай! Рәхмәт!

– Сахалинға каникулында барһаҡ, нисек булыр?

– Ағай, әсәйем аҡса таба алмаһа?

– Уныһы өсөн борсолма! Иң мөһиме – һине ебәреүе кәрәк бит әле.

– Ебәрер ул, ул минең теләгемә ҡаршы килә алмаҫ.

Сирек тамамланды. Каникул да үтте. Тик ағайым юҡ та юҡ. Бары тик февраль урталарында ғына унан хат алдым. Ҡырғыҙстандан яҙған. Уны һис көтмәгәндә шунда эшкә күсергәндәр, хатта миңә хәбәр итергә лә мөмкинлеге булмаған. Йәл... Шулай булыр тип уйлағайным да инде... Берәй нәмәне гел уйлаһаң, килеп сыҡмай ҙа ҡуя. Инде оноттом тиһәң, ул хыялың ҡаршыңа үҙе йүгерә! Ә мин был хаҡта һис онота алмайым, әйтерһең, теләгем миңә тамыр йәйгән ҡарт ағас.

Башта ағайымдың хаттарына яуап яҙманым. Аҙаҡ ауыр булһа ла минең өсөн генә эшенән һорап ҡайтып китергә ниәтләүен хәбәр иткәс, уңайһыҙ булып китте. Нисек уҡыу йылын тамамларға йыйыныуым, йәйге пландарым хаҡында оҙон итеп хат яҙып һалдым. Ул, күрәһең, ныҡ ҡыуанған. Яуап хатында ручка эҙҙәре (күҙ йәшенәндер тип аңланым) таралып-таралып киткән урындар бар ине. Илағыраҡ шул ағайым.

Ҡырғыҙстанға ағайым оҙаҡҡа китте, ахырыһы. Башта хатлашып торһаҡ та, аҙаҡ аралар тағы өҙөлдө. Уның эше лә күп булғандыр, бәлки, ғаиләһе лә барҙыр, тип уйланым. Етмәһә, бер үк нәмәләр хаҡында хат яҙыу мине ялҡытты. Мин уға яуап яҙмай башланым. Бер йыл эсендә ул да туҡтаны.

Университетҡа уҡырға ингән йыл ине. Вахтала һине көтәләр, тип төнгө сәғәт берҙә комендант уятып, ишек шаҡыны. Әсәйемә берәй хәл булдымы икән әллә, тип хафаландым. Йүгереп төшһәм, ерән сәсле ағайым баҫып тора. Уға барып һырылам. Ул йонсоған, йоҡламаған да кеүек.

– Сахалиндан ҡайтышлай һине күрмәй китмәйем, тинем...

– Сахалиндан? Атайға ни булған?

– Диңгеҙҙә... шторм ваҡытында... дүрт балыҡсы...

Мин иҙәнгә сүкәйеп үк ултырам. Ғүмерҙә лә осраша алмаҫ кеүек инек, ысынлап та, шулай булды ла ҡуйҙы.

– Кәүҙәһен таптылармы һуң?

– Тапҡандар, ерләп ҡайтып киләм. Һин белергә тейешһең, тип хәбәр итмәй булдыра алманым. Үҙеңде лә бик күрге килгәйне. Әсәйеңә оҡшап киткәнһең... Күҙҙәрең, сәстәрең атайындыҡы!

– Ә ниңә Сахалинга барғанда уҡ өндәшмәнең?

– Шулай тип һорарыңды белдем инде мин һинең. Шуға башта Өфөгә осорға, шунан Сахалинға юлланырбыҙ, тип уйлағайным. Мин уйлағанса килеп сыҡманы... Барып еткәнсе ерләгәйнеләр инде. Мин «Өфө-Ташкент» поезы менән кире юлланам. Ял итеп, йыуынып та алыр кәрәк юлға тиклем, поезд таң менән. Аҡса етәме студентҡа Өфөлә? – Ағайым кеҫәһенә ҡулын тыға.

– Һин хәҙер үк китергә тиһеңме? Ҡалдырма мине ошо хәбәрең менән яңғыҙымды. Дәрескә өлгөрөрмөн әле, көт, һинең менән мин дә сығам.

– Ҡайҙа бараһың? Мин бит ҡунаҡханала туҡтаным...

– Мин дә шунда барып торам һин юлға сыҡҡансы. Дәрестәр туғыҙҙа ғына башлана...

Ағайым арыған, әммә йыуынып алғандан һуң һөйләшер көс тапты. Ул мине тағы ла таң ҡалдырып, мәтрүшкәле сәй яһап эсерҙе.

* * *

Ошо осрашыуыбыҙ һуңғыһы булды тиер инем, юҡ, икән. Бер мәл унан хат килеүҙән туҡтаны. Тағы ла яңы эшкә күскәндер ҙә, барып урынлашҡас, хәбәр итер, тип көтәм, тик юҡ. Мин университетты тамамлап, кейәүгә сыҡтым, йырсы булам, тип йөрөгән еремдән, тележурналист булып киттем. Үҙемә лә ҡыҙыҡ тойола хатта.

Атайымдың ауылынан бер егет телевидениеға практика үтергә килде. Унан ипләп кенә ағайым тураһында һорашам. Башта ул иҫенә төшөрә алмай аптыраны, ни тиһәң дә ауылдары ҙур бит, өс йөҙ йорттан ашыу. Аҙаҡ һүҙҙен кем тураһында барғанлығын аңлап ҡалды, ахыры.

– Ә, Рамаҙан ағаймы? Ул бит ни... Ҡырғыҙстанда фабрикала эшләгәндә бәләгә тарыған. Хәҙер ҡайҙалыр Себерҙә төрмәлә ултыра шикелле.

Тимәк, был хәбәр дөрөҫ! Өсөнсө кешенең яңылышыуы мөмкин түгел. Нимә генә булды икән? Уны-быны уйлап торманым, ауыл хакимиәтенә шылтыратып, ҡайҙа ултырыуы хаҡында, адресын һорашам. Ярты сәғәт тә үтмәне, минен ҡулда ағайым хаҡында кәрәкле мәғлүмәт ята ине. Башта хаттар яҙҙым, яуап юҡ. Посылкалар һалдым, ярар, улар кире килмәй. Әллә үҙе алды, әллә шунда кәрәк тип табыусылар ҡулланды... Йыйынып ҡына сығып китер инем, ирем асыулана. «Себер урманында нимә юғалттың? Үлгең киләме? Ҡарарға теләмәгәс, ни тип балалар таптың?»

Шулай йәшәп ятҡанда, бына һиңә «мә», имеш, мине Себерҙән кемдер эҙләй.

– Әсәй, әсәй, ҡарәле, һине эҙләүсе ҡыҙҙың исеме лә Миләүшә, – ти ҡыҙым.

Был ул, тик Рамаҙан ағайым ғына! Ноутбукҡа текәләм. 12 йәштәр тирәһендәге мөләйем генә баланың йөҙө сағыла.

– Нимә тип яҙғандар һуң?

– Бына, уҡы!

Балам хатты асып уҡ бирә. «Дорогая Миляуша, здравствуйте! Пишет вам жена вашего брата Антонина. Нашли вас через страницу дочери Миляуши, кстати, названной в вашу честь. Ваш брат в тяжелом состоянии. Не знаю, дождется ли он Вас? Приезжайте, он все время о вас только и говорил. Связь с родственниками он потерял. Раньше сестры писали, сейчас и они перестали. Да и он сам не хотел ни с кем поддерживать отношения. Приезжайте, он ждет вас!..»

Тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Эштән ҡайтып етмәгән иремә Омскиға самолетҡа билет алырға ҡушам. Өйҙә тегеләй-былай үрһәләнеп йүгергеләй башлайым. Улым менән ҡыҙым бар ни аңламайынса, мине тынысландырырға тырыша. Ул арала ирем дә ҡайтып инә. Күрәһең, үтенесемде шаяртыу тип ҡабул иткән.

– Һин нимә, ахырызаманды Себерҙә ҡаршыларға булдыңмы әллә? – тип йылмая. Мин уға өҙөк-йыртыҡ хәбәр һөйләйем, үҙем илайым, башым сатнап ауыртыуын нығыраҡ тоя башлайым. Мин ванна бүлмәһенә инеп китәм. Өйҙәгеләр минһеҙ генә ултырып киске аш ашай. Балаларым ярар, аңламаны ла ти, ә бына Рәшит ниңә улай ҡылана? Минең эсемдә буран ҡупҡандай. «Ағайым мине көтөп ята!» 21 декабрҙә Өфөнән ауылға таябыҙ, тип пландар ҡорған мин тап 20-һенә Омскиға осорға йыйынам, имеш. Ирем башта өгөтләп, матур итеп һөйләшеп ҡарай, аҙаҡ әрләй, һуҡрана башлай. Мине иҫәрҙән, алйоттан һалдыра. Өйҙән сығып китәм, ти. Мин бер ни ишетмәйем. Бары тик Омскиға барырға тейешмен, тип ҡабатлауҙы беләм. Ахыр сиктә ул минен ҡулға мул ғына аҡса килтереп тоттора һәм билет кассаһына алып бара. Мин иртәгә үк, эйе, иртәгә үк уның янында булырға тейеш! Ул бит миңә бала саҡта рухи терәк булды. Мин уны ташлай алмайым.

Самолетҡа ултырғанда ирем күҙемә лә ҡарамай. Ғәфү итмәҫтәй итеп үпкәләгән кеүек. Ҡулымда йыйнаҡ сумканан башҡа бер нәмә лә юҡ. Бынан нимә алдым? Бал да, мәтрүшкә. Иң мөһиме – аҡса кәрәк булыуы бар. Бүләк ителгән алтындарымды тағып та, теләһә ҡайҙа тығып та үҙем менән һалып алам.

Омскиҙан Звездный ҡасабаһына барып етеүе лә еңелдән булып сыҡманы. Башта район үҙәгенә, аҙаҡ ҡасабаға такси тоторға тура килде. Транспорт ни сәбәптәндер йүнләп эшләмәй, бөтәһе ахырызаман хаҡында һөйләй.

Кинйәғоловтарҙың йортон тиҙ таптылар. Килеп төшкәс, күҙем ышанмай тора. Ҙур ҡарағай йорт!

Бында мине көтөп торғандар. Барып еткәндә, ағайым телдән яҙғайны инде, еңгә тейешле Антонина бик алсаҡ ҡатын булып сыҡты. Балалары ихлас күрешә. Миләүшәһен нимәһе менәндер үҙемә оҡшатам, бәлки, исемдәр бер үк булғанғалыр. Нимә тип һүҙ башларға белмәй торғанда, Антонина үҙе әүҙемлек күрһәтә.

– Иреккә сыҡҡас, кире тыуған яғына ҡайтырға теләмәне шул. Туғандары тәүҙә саҡырып хат яҙҙылар, аҙаҡ улар ҙа өнһөҙ ҡалды. Мин ағайыңдан һигеҙ йәшкә өлкәнерәк, бәлки, шуға ла тиңһенмәгәндер инде. Йәшәп тик яттыҡ инде. Эшкә егәрле ине, мыҡты кәүҙәле, күптәр әйтмешләй, сибәр ир, ниңә бала тапмаҫҡа, ти. Минең тәүге иремдән ике балам бар, улар өлкәндәр инде, үҙаллы йәшәйҙәр. Рамаҙанды яраттым мин, тик ул Ҡырғыҙстанда законлы ҡатыны ҡалғас, никахҡа ла инмәне, һуңғы йылдарҙы бигерәк йыш эсте. Хәйер, хәҙер кем эсмәй инде. Күргәнһеңдер, ана, ниндәй йорт һалды бит. Хан һарайы кеүек. Ошо тыҡрыҡ ҡына ағас өйҙәрҙән тора. «Упрямый переулок» тип йөрөтә халыҡ беҙҙең яҡты. Бында күберәге башҡорт-татар йорттары!

Бына һиңә мә! Был ҡасабаға ниңә тупланды икән беҙҙең халыҡ, тигән уй мейене телеп үтә. Антонина үҙе өҫтәл тирәһен ҡарай, үҙе яйлап ҡына хәбәрен һүтеп йөрөй.

– Зыяратты ла ике өлөшкә бүлделәр – теге яғында мосолмандар ята. Ағайымдың да аҫыл һөйәккәйе, атайҙыҡы һымаҡ, сит ерҙә ятып ҡына ҡала инде... Эй, Аллам!.. Юҡ, юҡ, алып ҡайтыу мөмкинлегем юҡ, бынау ахырызаман тип ҡаңғырмаһалар, бәлки, мөмкин дә булыр ине... Әсенеүем йөҙөмә сығалыр.

– Юҡҡа бошонма, бик өҙгөләнеп ҡайтаһы килгән саҡтарында ла ҡайтманы бит... Әллә нимәнән тартынды... Урманға сығыр ҙа китер, сығыр ҙа китер ине. Теге тишекле торбағыҙ нимә тип атала әле?

Мин аптырап китәм. Нишләп тишекле торба булһын ул? Хәйер, белмәгән кешегә шулай тойолалыр инде. «Ҡурай!» тим, Антонина һүҙ йомғағын тағатыуын белә.

– Ана шуны эҙләп, урман ҡыҙырып күп йөрөнө. Үҙе әйтә ҡурай Уралда ғына үҫә инде ул, тип, үҙе эҙләй. Шунан табып алып ҡайтты бит был бер көндө бер көпшә. Шунан көй сығарып маташты әле... О, Боже... Әллә ниҙәр ҡыланды инде... Өндәшмәнем, зарығып һағыныуын тоя инем. Ни тип әйтәһең инде...

Ҡатын һөйләй, ә минең йөрәгем теленеп-теленеп киткән кеүек була. Ҡуй инде, аяҡтары атлаған саҡта нинә ҡайтманы, исмаһам, хәбәр итмәне икән... Үрһәләнеүемдең сиге юҡ!

Мин дә күстәнәстәремде өҫтәлгә ҡуям. Антонина мәтрүшкәне шунда уҡ танып ҡала.

– А это, наверняка, матрешка! – ти ул, үҙҙәренсә «душица» тип тә әйтмәй. – Ағайың был үләнде эҙләп, урманды күп ҡыҙырҙы, таба алманы. Берәүҙәргә тыуған яҡтарынан алып та килгәйнеләр, оҡшатманы, тәме икенсе, тине. Күрәһең, һәр кемдең үҙ урманы, үҙ үләне.

Беҙ мәтрүшкә еҫе таратып, сәй эсергә генә ултырғанда, эске бүлмәнән тауыш ишетелде:

– Миләүшә, Миләүшә!

– Дочку зовет? – тип һораған кеше булһам да, ағайымдың мине саҡырыуын тойҙом мин. Ул зәңгәрһыу күҙҙәрен аса биргән, йәштәре бите буйлап тәгәрәй. Ҡоштай осоп барып инеп, ҡулдарынан тотам.

– Һине көттөм бит мин, һылыуым! Килдеңме? Бына хәҙер үлһәм дә була. Әле төш күреп ятам, имеш, һинең менән икәүләп Ғәзимә туғайында мәтрүшкә йыябыҙ. Хуш еҫтәре бөтә яланға таралған. Шунда уҡ усаҡ яҡтыҡ та, сәй ҡайнатырға булып киттек.

Ағайым һөйләй, ә мин күҙ йәштәремә ирек бирәм. Рәхәт күрҙеме икән ошо кеше донъяла, тип уйлайым.

– Сәй эсә генә башлағайныҡ... Ишетәһеңме мине, Миләүшә?

– Эйе, ишетәм, ағай, ишетәм!

– Сәй эсә генә башлағайныҡ, атайың килеп сыҡты ла бесәндәрҙе алып ҡайтырға кәрәк, ямғыр килә, тип мине үҙе артынан эйәртте.

Ул арала Антонина ағайыма сәй килтерә. Үҙе үҙҙәренсә әллә ниҙәр уҡына, ара-тирә суҡынып та ала. Телдән яҙған кешенең телгә килеүен ул ғәжәп тә итте төҫлө.

Ә миңә бөтәһе лә аңлашыла. Ағайым мине генә көтөп ятҡан. Минең йөҙҙә ул бөтәһе менән дә: тыуған яғы, туғандары, туған ере, хатта теле, мәтрүшкә яландары менән дә хушлашты.

– Ғүмер буйы мәтрүшкә сәйҙәрен яратһам да, бәхетте ситтән, аҡсалы ерҙәрҙә эҙләнем. Тапманым түгел, таптым да кеүек бәхетле минуттарҙы. Әммә иң оло бәхет – ғәзиз ереңдә яҡындарың менән бергә ғүмер итеүҙә икән! Рәхмәт, һылыуым, килгәнһең! Бәхил бул! Миләүшәне ташлама! Теге ике өлкәне ҡырҙа уҡыйҙар инде, ә бына был ҡыҙыҡай бәләкәй әле, ни бары 11 йәш. Башҡортостанға ҡайтам тиһә, зинһар, ситкә типмә. Мин уның менән гел башҡортса һөйләштем, телде аңлай ул. Әсәләре лә тиҫкәре кеше түгел, ҡаршы булмаҫ. Ҡана тағы бер мәтрүшкә сәйен йотоп ҡарайым әле...

Аҙаҡ инде ағайымдың ни һөйләгәнен дә аңламаным. Таңға табан ул ниндәйҙер ҡәнәғәт йылмайыу менән мәңгелек йортона күсеп тә китте...

* * *

Ҡайтып китер алдынан Антонина миңә бер төргәк тотторҙо: өйөндә уҡырһың әле, ағайыңдың хаттары, тине ул. Йөрәк түҙәме ни инде – самолетҡа инеп ултырыу менән ҡәҙерле ҡағыҙҙарҙы ҡулыма алдым.

«Миләүшә, һылыуым, һин, моғайын, аптырай торғанһыңдыр: ниңә әле был ағайым миңә һәйбәт мөнәсәбәт күрһәтә, тип. Йәш сағымда әсәйеңә ғашиҡ инем...» Бына һиңә – мә! Ғүмерҙә ишеткән хәбәрем түгел...Хәйер, уның мине үтә лә ныҡ яҡын күреүе ғәжәпләндерә ине, әммә ул тойғо алыҫ бала саҡта ҡалған. «Ағайым әсәйең менән йөрөй башлағас, үтә лә ныҡ ҡыҙғандым, әммә ни эшләй ала инем инде үҫмер килеш? Әсәйең беҙҙең күршеләргә ҡунаҡҡа килгәндә күреп ҡалғайным, уның һылыулығына таң ҡалырлыҡ ине шул! Яратыу хисе мине һис ҡасан да ташламаны, шуға ла мин һине үҙ балам кеүек күрҙем». Ағайымдың үтенесен кире ҡаҡмай Звездныйға барыуыма, һуңғы юлға оҙатырға ҡалыуыма тағы бер тапҡыр эстән генә ҡыуанам. Моғайын, иртәме-һуңмы был хаттар мине юллап табыр ине, ана шул саҡ көҙгөнән үҙ-үҙемә ҡарай алыр инемме?! Белмәйем...

Икенсе хатты ҡулға алыу менән күҙ алдарым ҡараңғыланып китә... «Миләүшә, һылыуым, бына инде нисәнсе тапҡыр мин һиңә үҙем хаҡында дөрөҫөн яҙырға теләйем, әммә булдыра алмайым. Үҙемдең көсһөҙлөгөмдө еңә алмайым. Мин сит илдә хеҙмәт итмәнем, ә Дағстанда үтте әрме йылдары. Ана шунан ҡайтып килгәндә тарыным да инде бәләгә. Ҡәҙерле һеңлекәшем минең, дөрөҫ аңла, хатта үҙем теләп тә түгел, әммә миңә енәйәт юлына баҫырға тура килде...» Енәйәт юлына? Нисек? Нишләп? Әле генә мин ҡәҙерләп иҫкә алған ағайым – енәйәтсе? Күҙ йәштәремә төйөлөп, артабан уҡыйым: «Һинең янға интернатҡа килгәндә мин үҙемде шул тиклем бәхетле тойҙом, сөнки һин сафлыҡтың, ихласлыҡтың үҙе инең! Үҙем һине ҡосаҡлайым, үҙем эстән һыҙып торам. Ошо тиклем әшәкелектәр эшләгән ҡулым менән һине яратырға хоҡуғым бармы икән?.. Беҙ бит ҡорал менән һатыу иттек...» Башым әйләнеп, «Остановите, пожалуйста, я выйду, мне плохо!» тип әйткәнемде генә хәтерләйем... Әсе нашатыр еҫе мине уята. Янымда стюардесса менән табип ултыра. Улар хәлемде һораша, ниндәйҙер төймәләрҙе йоторға кәңәш итә.

– Һеҙ беренсе тапҡыр шундай хәлгә тарынығыҙмы, әллә гелән шулаймы? Самолетта осҡанығыҙ бармы?

Уларға яуап бирергә теләгем генә түгел, хәлем дә юҡ...һуңғы ярты сәғәт эсендә булған ваҡиғалар минең менән түгел, ниндәйҙер кинола барған төҫлө. Ҡулымда, әйтерһең, ҡағыҙҙар түгел, утлы таштар күтәргәнмен. Миңә һауа етмәй, тағы ла бер һулыш һәм йәнә аңымды юғалтырмын һымаҡ. Йә, Хоҙайым, нимә булды һуң был? Мәтрүшкә сәскәһе төҫлө нескә күңелле ағайым торғаны кедр сәтләүеге булып сыҡты түгелме һуң?!

Күрәм, төргәктә тағы ла бер хат бар, әммә уны асырға батырсылығым етмәй. Тағы нимәләр беләһем бар икән? Быныһын инде йөрәк күтәрә алмаҫ кеүек. Омск менән Өфө араһы ла бит Мәскәү менән Өфө араһы түгел, самолет, әйтерһең, Йыһан киңлегендә аҙашҡан да, ҡайҙа төшөрөн белмәй, осоп тик йөрөй.

Һуңғы хатты ҡулға алам. Нисек кенә булһа ла, әле уҡығандарымдан да аяныслыһы булмаҫ, моғайын. Хәйер, нимә булһа ла, был минең өсөн яҡын кешенең яҙмалары...

«Миләүшә һылыуым, нисек хәлдәрең? Беләм, һин мине йәнә юғалттың, әммә һинең яҙмышыңды ҡурҡыныс аҫтына ҡуймаҫ өсөн ҡайҙалығымды хәбәр итмәй торорға булдым. Эйе, әле Башҡортостанда ҙур үҙгәрештәр бара. Телеүҙәкте яулағандар, башҡорттар үҙаллылыҡ талап итә, тигән хәбәрҙәр Себер диуарҙарына ла килеп етте. Һин дә митингтарҙа иң алғы сафта йөрөйһөңдөр кеүек. Ә бына мин бында, һалҡын зинданда, эстән сереп ятҡан төҫлөмөн. Бик үкенесле, әлбиттә, тик бер ни эшләй алмайым. Их, минең көсөм, мөмкинлектәрем нисек кәрәк булыр ине бөгөн үҙ еремдә. Бала сағыбыҙҙа атайың менән ололарҙың боронғо башҡорт батырҙары тураһында һөйләгәнен тыңлағанда, халҡыбыҙға тик яҡшылыҡ эшләрбеҙ, тип хыяллана инек. Ә яҙмыш, ана нисек икән, атайыңды ваҡытынан алда ер ҡуйынына, ә мине төрмәгә тыҡты...

Сараһыҙмын, күрәһең, һәр азатлыҡ өсөн түләргә кәрәк, тигән ысынбарлыҡ мине тап әлеге мәлдә сикле итеп, һуңғы аҡтыҡ көсөмдө һурып алмаҡсы. Тап ошондай көрәш йылдарында үҙ ереңдән ситтә тороп ҡалыу мине бик аяуһыҙ хәлгә ҡуйҙы, ҡабат тыуған еремде ҡайтып күрә алырлыҡ аҡлау таба алманым. Бары тик һине күрәм, тип кенә юлланмаһам, хәйер, быға ла хоҡуҡлымы һуң әле мин?! Кисер мине, ғәзиз һылыуым, кисер!»

Мин үкһеп илай башлайым... Эй, Хоҙайым, анау хәтлем һынауҙар, ағайым йөрәгенә йомоп йөрөтөп, нисек түҙҙе икән барыһына?!. Мин Звездныйҙа иң ҡәҙерле нәмәмде ҡалдырып ҡайтып барған төҫлө тоям үҙемде. Исмаһам, һөйләшер кеше лә юҡ бит. Янда ултырған ҡатын миңә шикле ҡарап ала. Әммә өндәшмәй. Стюардесса йүгереп килеп етә, мин ни сәбәптәндер йылмайырға тырышып: «Да все нормально!» тигән булам. Үҙем ашығып-ашығып күҙ йәштәремде һөртәм. Тиҙерәк, тиҙерәк ҡайтып етергә!

* * *

Өйҙән сығып китеү менән янаған тынғыһыҙ иремдең яратам мин өҙгөләнеүсән холҡон! Ана бит, аэропортҡа улымды эйәртеп үк килеп тә еткән. Рәхмәт яуһын үҙенә, тим! Себерҙән миңә күстәнәскә кедр сәтләүеге һалғандар, улар, күрәһең, шул тиклем өлгөргән, көнбағыш һымаҡ, сыртлап ярылып торалар. Ирем минең йәшле күҙҙәремде күреп, һағайып китә, үҙе шунда уҡ хәлде аңлаған төҫ ала. Их, белһә икән ул минең эстә ниндәй көрәш барғанын... «Рәшит, һиңә кисекмәҫтән бер хәбәр әйтергә тейешмен!» – тим. Ул миңә апты-рып ҡарай: «Кейәүгә сығып ҡайтмағанһыңдыр ул?» Эй, ошо ирҙәрҙе! Баштарында тик бер уй!

Ағайымдың вафатына биш йыл тигәндә, аҙашымдан хәбәр алдым. Өфөгә киләм, тигән. Ғүмер буйы ситтә йөрөһә лә, йөрәгендә тыуған яғы мәтрүшкәләрен һаҡлаған ағайымды кедр сәтләүеге һымаҡ һәр кемгә асылып бармаҫ сер донъяһы, тип уйлағайным. Әллә мәтрүшкә сәскәләреләй нескә күңелле зат булдымы ул? Ҡыҙы ниндәйерәк икән?

 

Автор:
Читайте нас: