+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
10 Август 2023, 20:00

Ҡыҙыл тиҫбе

Диңгеҙ тулҡындарының йылы салпыуында аяҡтарын бөкләп, ҡырсынташтар араһында йоморсаҡ ҡына таштарҙы эҙләп, күҙҙәре менән ире һәм улының ҡолас ташлап, ихласлап йөҙгәнен күҙәтеп, бөҙрәләре яурындарын ҡаплаған ҡара ебәк сәсле, нурлы йөҙлө ҡатын ултыра. Әйтерһең, уның эргәһеңдә ошо дәү диңгеҙҙән, күктәге зәһәр ҡыҙҙырған ҡояштан башҡа бер есем дә юҡ. Диңгеҙ тулҡындары миҙгел-миҙгел килеп, аяҡтарын йылы һыуы менән сайҡатып, аҫтындағы ҡомташтарын еүешләй ҙә, һине еңеп, һыуға төшөрөп булмаҫ тигәндәй, кире күкһел диңгеҙенә инеп китә.

Ҡыҙыл тиҫбе
Ҡыҙыл тиҫбе

онотманым әле мин һине тип, йомшаҡ ҡына тулҡындары менән табандарын ҡытыҡлап, биленә тиклем үрелә лә, еңеп булмаҫ һине тип үртәлгәндәй, ҡомдо ҡоротоп ҡына шылып сығып, диңгеҙенә ҡушылып, тағы ваҡытлыса китеп юғала.

Ҡолас ташлап йөҙә алмағанына ниндәйҙер билдәһеҙ үкенеү ҙә бар һымаҡ был ҡатында, әммә улының һәм иренең тулҡындар менән ярышып йөҙөүенә күңелендәге ризалыҡ шул тиклем көслө, бәхетенә шаңҡып, гүйә, диңгеҙ ярында бер үҙе генә ултырған хыялый дәрүиштәй көйҙөрөп алып барған ҡояшҡа ҡулын болғай:

– Самала әле саҡ ҡына эҫеңде!

– Ниңә шул тиклем ҡыҙҙыраһың?!

Уғаса булмай, Зөлфирәнең эргәһенә мыҡты кәүҙәле, киң күкрәкле ире Ғаяз менән төҫкә сибәрлеген ҡыҙҙарҙан да айырып алып булмаҫ ун йәшлек улы Азат салҡатан килеп тәгәрәне. Тулҡындар талғын ғына саялыҡта уларҙы ла сайҡап алырға тотондо. Диңгеҙ менән ҡояштың иркәләүенә ирәүәнләнеп, тулҡындарҙың аяуһыҙ ҡытыҡлауына кинәнеп байтаҡ яттылар. Беренсе булып ире телгә килде.

—        Зөлфирә, тулҡын ҡосаҡлап, яр башында күпме ултырырға уйлайһың?

—        Эй, үҙем дә тулҡын эсендә йөҙә белмәгәнемә йөҙ тапҡыр үкенес менән ултырам.

—        Әйҙә тәүәккәлләйек! Бына Азатты тәүге көндә үк диңгеҙгә ырғытҡайным, өс көндә нисек йөҙөргә өйрәнде. (Әлбиттә, Ғаяз балаһын диңгеҙгә төртөп төшөргәндә ниҙәр кисергәнен ҡатынына һиҙҙереп торманы).

—        Етмәһә, һинең диңгеҙгә бурысың бар бит әле. Ҡыҙыл тиҫбене диңгеҙ төбөнә ҡасан ташлайһың?

Зөлфирә өндәшмәй генә йыйып алған йомро таштары менән уйнаны. Ысын, ул тиҫбене диңгеҙ төбөнә ташлайһы бар... Ире Ҡара диңгеҙ буйына путевкалар алып килер көнгә ҡаршы төндә сәйер төш күрҙе. Мәғрур ҡаялар, бейек тауҙар итәге аҫтында икһеҙ-сикһеҙ зәп-зәңгәр диңгеҙ тулҡынланып ята. Зөлфирә ошо диңгеҙ ҡаршыһында бер үҙе баҫып тора. Үҙенә табан йүгереп килгән тулҡындарға ҡараған да ҡатҡан. Уның бер  ваҡытта ла ысын диңгеҙ тулҡындарын күргәне юҡ. Ә был тулҡындар ярға һуғыла ла китеп юғала, һуғыла ла юғала. Тирә-яғында бер әҙәм заты юҡ. Зөлфирә япа-яңғыҙы. Шул саҡ әллә ҡайҙарҙан, мәғрур ҡая таштар аръяғынан дөһөрҙәп торған ҡалын көслө тауыш менән берәү:

—        Һандығың мөйөшөндә ятҡан ҡыҙыл тиҫбене ошо диңгеҙ төбөнә алып килеп һал! — тип бойороҡ бирмәһенме!

Төшкө ашҡа ҡайтҡан ире Ҡара диңгеҙ буйына китергә тип алған путевкаларҙы өҫтәлгә һалғас, Зөлфирә иҫәңгерәп ҡарап торҙо, иренә төшөн һөйләне.

Ғаяз көтөлмәгән төштән ҡатынының күҙҙәренә һиҫкәнеү ҡатыш ғәжәпләнеү менән төбәлде.

—        Ә һинең һандыҡ мөйөшөндә, ысынлап та, ҡыҙыл тиҫбең бармы?

Зөлфирә өнһөҙ генә ирен эйәртеп инеп, йоҡо бүлмәһендәге һандыҡты асты, ҡулы менән тығылып, ялтырап торған ҡыҙыл быяла мунсаҡтарҙан эшләнгән тиҫбене тартып сығарҙы. Иренең ғәжәпләнеүе сиктән ашҡан ине.

– Ҡайҙан алдың уны?

—        Универмагтан. Иҫләйһеңме, магазиндарҙа бөтә нәмәләр ҙә бушап ҡалған осорҙо? Алтын әйберҙәр һатылған бүлек бушап ҡалғас, унда йыйын осһоҙ ҡый-шаҡыр,  шаҡы-шоҡо менән бергә ошолай тиҫбеләр, боронғоса яҙылған бетеүҙәр алып килеп һалдылар. Беҙ, ҡатын-ҡыҙ,  ғәҙәти  булмаған нәмәләргә бер килке аптырашып ҡарап йөрөнөк. Шунан мин ошо ҡыҙыл тиҫбене һаттым да алдым.

—        Ни өсөн?

—        Өләсәйем менән олатайымдың тиҫбе тартҡаны иҫемә төштө. Тик уларҙыҡы хөрмә емешенең төшөнән эшләнгән, күп тотоноуҙан шымарып бөткән ине. Тиҫбеләрҙең магазинда һатылыуы миңә шул тиклем ғәжәп тойолдо. Әллә башҡа һатыла, әллә юҡ тип уйланым да алдым. Шул мәлдән алып байтаҡ ята инде ул... Миндә тағы дини китаптар ҙа һаҡлана.

Зөлфирә һандыҡ артынан бер дипломат һөйрәп сығарып асып ебәрҙе. Уның эсе шыплап төрлө дини китаптар менән тултырылған ине.

— Уларҙы ҡайҙан алдың?

— Һинең менән Өфөгә барған һайын, һин кәңәшмәлә саҡта, Диниә назаратына инеп һатып алдым...

Ғаяз ғәжәпләнеүенән арты менән ултырғысҡа барып ултырҙы.

— Әгәр кисә үлгән булһам, бөгөн уҡытыусы ҡатынымдың шул тиклем дини китаптары бар икәне ике ятып бер төшөмә инмәҫ ине...

Ире Зөлфирәне шелтәләйме, әллә һоҡланамы — ҡатыны аңламаны.

 

Аэропортҡа китергә тип машинаға ултырған ерҙән Ғаяз ҡатынынан: «Тиҫбеңде һалып алдыңмы?»— тип һораны. Онотола яҙған. Зөлфирә йүгереп инеп, һандыҡ мөйөшөнән ҡыҙыл тиҫбене һурып сығарып, ҡул сумкаһына һалып алды, аптырашып ҡарап торған ҡыҙҙарын тағы алмаш-тилмәш үпте лә уларға хушлашып ҡул болғап, машинаның ишеген асыҡ тотоп торған ире эргәһенә ашыҡты.

Мәғниттән Адлерға осҡан самолетта бер нисә мәртәбә тиҫбене алып ҡулында ла тотоп барҙы. Ят, һалҡын. Өләсәһе менән олатаһының тиҫбеһен ҡулына алһа, ниндәйҙер яҡынлыҡ, устарының йылыһын тоя ине ул.

Олатай, өләсәй... Олатаһы ҡолаҡ остарын тотоп «Аллаһу әкбәр» тип әйткәндә, өләсәһе еңдәрен, биленә ҡыҫтырылған итәген төшөрә-төшөрә ашығып намаҙлыҡ өҫтөнә баҫа. Мөйөштәге йылы ҡорама юрған өҫтөндә ултырған Зөлфирә лә улар нимә эшләй, шуны ҡабатлай. Олатаһының да, өләсәһенең дә ризаһыҙ күҙ ҡараштары уны «һөҙөп» ала. Ейәнсәрҙәре бер ни аңламай ҡаушап ҡала, әммә ҡабатлауын дауам итә. Инде хәҙер тиҫбеләрен тартҡан өләсәһе менән олатаһына һыйына, тиҫбеләрен тотоп ҡарай. «Ҡиблаға артың менән ултырҙың», — тип шелтәләй өләсәһе. «Тығылма уларҙың эштәренә, атаһы менән инәһе белеп ҡалһа, күрһәтерҙәр һиңә ҡибланы», — тип олатаһы өләсәһенә йомшаҡ ҡына итеп аңғарта. Биш йәшлек Зөлфирә уларҙың һөйләшеүенән бер нәмә лә аңламай, әммә намаҙ ваҡыты етһә, тағы үҙенең яратҡан мөйөшөнән тороп өләсәһе менән олатаһын ҡабатлай.

Олатай, өләсәй йылыһын балалыҡ йылдарынан һуң татыманы Зөлфирә. Мулла олатаһы менән коммунист, етмәһә, уҡытыусы булған атаһы араһындағы йылы бәйләнеште хәтерләмәй.

Атаһы район үҙәгенә кәңәшмәгә, йә конференцияға китһә, әсәләре ҡайны-ҡәйнәһен, ауылдағы «Мулла апа» тип йөрөткән Абдулла ҡартты әбейе менән саҡырып алып аят уҡытыр ине.

«Алай ҙа берәү ҙә һиҙмәне, — тип ҡыуаныр ине әсәһе. — Әтеү атайыңа һүҙ тейер». Һуңынан олатаһы менән өләсәһе улдарының береһенә тип икенсе ауылға күсеп киткәс, бөтөнләй һирәк күрештеләр. Зөлфирәнең күңелендә тиҫбе йылыһы ғына ҡалды.

Олаталары 91 йәшенә етеп, тәһәрәт алып ингәндән һуң ғына йән бирҙе. Уныһында ла бит Зөлфирә юл төшөп, хәл белергә, күстәнәстәр тапшырырға тип кенә ингәйне олатайҙарына. «Аллаһ, Аллаһ...» — тип ыңғыраша-ыңғыраша йәнәш тороп намаҙ уҡынылар. Зөлфирә аш яраштырып йөрөнө. Ашъяулыҡ йәйеп, ашарға саҡырғас тағы: «Аллаһ, Аллаһ...» — тип ыңғыраша-ыңғыраша килеп ултырҙылар. «Әбей, майына ҡушып аша, быныһын ҡап, тегенеһен ауыҙ ит», — тип өләсәһен ҡайғыртып ултырған олатаһына һоҡланып ҡарап ҡуйһа ла: «Минән ҡалһаң, кем генә тәрбиәләп ашатыр инде», — тигән һүҙҙәренән йөрәге өшәнде. Икеһе урындыҡтың ике яғындағы түшәккә ауып китте. Зөлфирә һауыт-һаба йыйыштырып ҡыштырҙаны. Олатаһы йәшкелт күҙҙәрен түшәмгә терәп ятҡан еренән:

- Алай ҙа һин бар, ҡыҙым, — тине, күҙ ситенән йәштәре тәгәрәп төштө. — Мөртәт балалар үҫтереп, береһе бер намаҙға баҫманы, Аллаһтә иҫенә төшөрмәне. Барыһы ла уҡыған, барыһы ла коммунист, әммә барыһы ла беҙгә сит булды. Ни ғәйебебеҙ булды икән улар алдында? Йә, ошо донъяла йәшәргә тейеш инекме беҙ...

            Уларҙан бер ҡасан да зар ишетмәгән Зөлфирә олатаһының һүҙҙәренән уңайһыҙланды. Иңде күп нәмәне аңламай, аҡылы иҫле-миҫле була башлаған өләсәһе лә, шомлолоҡто һиҙгәндәй, терһәгенә ҡалҡынып: «Ни ти шул бабай?» — тигән булды.

Олатаһының йөрәгенән һыҙылып сыҡҡан үкенеү ҡатыш ғәйепләү һүҙҙәре Зөлфирәнең аңына барып етә алмай тарҡалды, ниндәйҙер аңлап бөткөһөҙ оялыу солғанышында ҡалды.

— Тәүге донъямды үҙемдән үтескә кәрәсин һорап алып сыҡҡан кеше яндырҙы көнсөллөгөнән... Уға рәнйеүем үтте инде... Йортом янмаһа, ете баламды тейәтеп Себергә оҙатҡан булырҙар ине. Яңынан төҙөгән донъямды яҡшы ергә ултырған тип һүттереп алдырттылар... Мине генәме ни, бөтә ауылды күсерҙеләр... Ҡарағастан ултыртылған ҡапҡа бағаналарымды әле булһа һурып ала алмай, уратып һөрөп йөрөнөләр... Өсөнсө ҡорған донъяма кесеһе хужа булды, буш сумаҙан менән килеп ингән уҡымышлы уҡытыусы киленгә яраманыҡ.  Намаҙ уҡыуыбыҙ абруйҙарын төшөрҙө. Ҡалғандары ла шул –  беҙҙән ситтәрәк булһалар, уларға еңелерәк, абруйҙары ҙурыраҡ ине суҡынсыҡтарҙың...

–  Һиңә ризалығымды бирәм, балам, мәрхәмәтле, изге күңелле бул. Үткәндә аятта кейәүҙе бик маҡтап телгә алдылар. Ҡыуанып, уның өсөн ғорурланып ултырҙым! Ҡәҙерен белеп, иренде ҙурлап йәшә, ҡыҙым. –  Аҡыллы күҙҙәре менән йәнде иретерлек итеп йылмайҙы олатаһы.

Ул арала «хәл белешәм» тип ике туған ағаһы килеп инде. «Аллаһ, Аллаһ!» тип тәһәрәтләнергә сығып киткән олатаһын күтәреп тигәндәй индерҙе ағаһы. Урынына һалыуға йәне үтеп тә ҡуйҙы.

Олаталарын ерләгәс, өсөн уҡытҡан табында Зөлфирә атаһын тапмай, тышҡа эҙләп сыҡты. Өй артындағы алмағас төбөндәге эскәмйәлә ҡулы менән ике сикәһен ҡыҫып тотҡан атай ғынаһы яурындарын һелкетеп тороп илай ине. Йәш кенә көйө утты-һыуҙы кисеп, һуғыш яланынан бөтә ғәрәсәтте үтеп тә, ғүмерҙә күҙ йәшен күрһәтмәгән ҡәҙерлеһенең түгелеп илағанын күреп, Зөлфирә ҡаушаны ла ҡуйҙы. Ҡыҙын абайлағас, атаһы йәшел күҙҙәрен күтәреп ҡараны, нимәнелер аңлатырға теләгәндәй ишараны ла тағы яурындарын дерелдәтеп илай башланы. «Шул тиклем яратып та, ниңә ҡәҙерләп кенә көтмәне икән олатайымды?» тигән уй килде Зөлфирәгә. Олатаһы менән өләсәһенең бер балаһына ла ҡамасауламай, яңыны һалырға хәлдәре бөткәс, кеше иҫкеһен булһа ла йүнәтеп, бер кемгә бәләләрен һалмай, икәүләп бөтөн генә, етеш кенә итеп йәшәй алғанына эске бер ғорурлыҡ кисерҙе.

Ярты йылдан өләсәһе лә үлде. Бәләкәй генә, көсһөҙ булып ятҡан ҡәҙерлеһенең бөтә тамырҙары үтәнән-үтә күренеп торған, тиреһе киптергес һымаҡ ыуаланған ҡулдарына иғтибар итте Зөлфирә. Теленде йоторлоҡ ине өләсәһе яраштырған аш-һыу. Уның уйҙарын аңлағандай, атаһы ғәзиз кешеһенең ҡулдарын һыйпаны. «Көнөнә өсәр мейес яғып, колхозға икмәк бешерә ине әсәй»,  –  тип балалыҡ йылдарын иҫләне.

Берәүгә бер һалаҡаһын һалмай, үҙ көстәре менән йәшәгән, намаҙҙан айырылмаған олатаһы менән өләсәһе барыбер ҙә икенсе яҡты донъянан ине. Уларҙан ҡалған иҫке ғәрәпсә китаптар, намаҙлыҡ, тиҫбе кем ҡулына ҡалғаны менән хатта ҡыҙыҡһыныусы ла булманы шикелле. Таралды, эҙһеҙ юғалды.

Ә был һатып алған тиҫбе ят, һыуыҡ, нисек тоторға, нисек тартырға ла белмәй уны.

 

Тиҫбене диңгеҙгә ташларға йыйынған көндә Зөлфирә ниндәйҙер ҡыйыуһыҙлыҡ кисерҙе. Әммә һәр эштә теүәллек, тәртип яратҡан ире күҙе менән генә ымлап, ҡыҙыл тиҫбенең диңгеҙ буйына йөрөткән ҡамыш сумканың төбөнә һалып алынғанлығын күҙәтте. Кәләшен, улын эйәртеп, күңелле генә моңланып, диңгеҙ буйына төшөрҙән алда, һәр көндәгесә, инде нисәнсе көн үҙҙәренә төйәк иткән кафеға атланы. Улына туңдырма, ҡатынына һут, ә үҙе күпереп торған һалҡын һыра эсмәйенсә диңгеҙ буйына төшөү юҡ. Тәүге көндән Ғаяз үҙе генә белгән аулаҡ һуҡмаҡтан, дөрөҫөрәге, сикһеҙ күп баҫҡыстарҙан диңгеҙгә алып төшөп китә ғаиләһен. Тупһаларҙан һуң, Ҡара диңгеҙ буйынан үткән рельстарҙы ашаҡлап, үҙҙәренең пляжына килеп етәләр. Текә күтәрмәнән төшкәндә, контролер уларҙың танытмаһына күҙ һала. Ә шунан һуң дүрт яғың ҡибла – диңгеҙ һинеке. Ағас рәшәткәләрҙән эшләнгән ятаҡтарҙы өсәүһенә тип күтәреп ала ла Ғаяз диңгеҙҙең ситенә тигәндәй алып килеп һала. Әйҙә, кинән, ял ит! Ситтәрҙе индермәгәс, тирә-яҡта ла халыҡ артыҡ күп түгел. Шул уҡ ашханала, лифтта һәм дауалау корпусында, бейеү майҙанында осрашып-ҡайнашып бергә ял иткән халыҡ, һаулыҡ та һорашмайҙар, бер-береһенә атап һүҙ ҙә ҡушмайҙар. Байтағы Ғаяздар кеүек ғаиләле. Күбеһе хәрби кеше булғанлыҡтандыр инде, диңгеҙ буйында ла тәртип. Зөлфирә бер көн иренә шаяртып: «Яурындарығыҙҙа погондар булһа, бер-берегеҙгә честь биреүҙән бушамаҫ инегеҙ. Бында рәхәт: кем генерал, кем һалдат икәнлеге лә билдәле түгел», – тигәнгә Ғаяз көлдө генә.

– Улай тимә, кәләш. Холоҡ-фиғелдәрен ҡара. Ана мол өҫтөндә йөрөгән ҡыҫҡа кәүҙәле тыңҡыш егеткә күҙ һал. Аяғындағы ҡатаһында арҡыры баҫып, оҙонона-буйына ғына йөрөй, һыу ҙа төшмәй, ҡыҙынмай ҙа – моғайын, постовойҙыр ул, урам һаҡлайҙыр. Уңдараҡ аҡ эшләпәле ҡатын менән бергә ултырған ир ҡыбырҙап эш башҡарған кеше түгел. Ана йәш егет ураған һайын уларҙың йомошон үтәп йүгерә, моғайын, тегенеһе генерал, быныһы адъютанттыр.

– Ә һинең һымаҡ полковниктар ҡайҙа? – тип һүҙгә ҡушыла улдары Азат.

– Улар бында күберәк. Ана беҙҙең менән бер көндә килде, теркәүҙе бергә үттек. Ул – Василий, Якутиянан, ҡатыны, улы менән. Петр ғаиләһе менән – улар Алтайҙан. Күптәр улар.

Ғаяз диңгеҙгә сумыр алдынан, ғәҙәте буйынса, ҡатынына тағы бер иҫкәртеү яһап алды.

- Зөлфирә, бер-ике тигәнсе, минең менән бергә төпкәрәк сумырға тырыш, ҡурҡма, йәнәшәңдәмен, етмәһә, диңгеҙ һыуы батырмай ул. Тиҫбеңде һыуҙың төбөнәрәк ташла, һыуҙан ҡалҡҡанда, аяғыңды киҫкен тибеп, өҫкә күтәрел. Мин һине көтөп кенә торормон.

         Зөлфирә иренең әйткәнен теүәл үтәне, тик өҫкә ҡалҡтым ғына   тигәндә, тулҡын һуҡты. Ул тәжрибәһеҙлегенән һыу йотто, сәсәне, тик иренең көслө ҡулдарына эләккәс кенә, башын өҫкә сөйөп,  бирешмәҫкә  тырышты. Баҫҡыстан  өҫкә етәкләп тигәндәй мендерҙе ире. Мол өҫтөндә Азат тыпырлап бейеп тора.

– Әсәй, хас бәпәйҙәр һымаҡ ҡыландың. Ҡурҡтыңмы әллә?

Ул арала булмай нимәлер аңғарған сит ҡатын һорамай ҡуйманы:

– Что случилось? Потеряли что ли?

– Все нормально, – тип көлдө Ғаяз. Уларҙың бөтәһенең дә күңелендә ниндәйҙер көрлөк, еңеләйеү тойолдо. Башҡорт халҡында аманат тигән төшөнсә бар бит. Һиңә тапшырырға ҡушҡандар икән, башыңа таш яуһа ла, уны алып барып бирергә тейешһең. Ә был осраҡта төшкә инеп бойороҡ биреү бигерәк тә үҙенсәлекле. Тимәк, аманатҡа тоғро ҡалып, тапшырҙылар тигән һүҙ.

Бөгөн Ғаяздың тыуған көнө. Уға ҡырҡ туғыҙ йәш. Ҡатынынан өс йәш ярымға өлкән. Зөлфирәгә ҡыш ҡырҡ биш йәш тулды. Уның тыуған көнөн билдәләй алманылар, сөнки дауаханала операцияла булды. Үлем менән йәшәү араһында ятты.

Тыуған көн булғас, тыуған көн булһын тинеләр. Диңгеҙ буйына һуңғараҡ төшөргә булдылар. Дауаланырға инмәнеләр. Аҡ ҡына кейемдәрҙән еңелсә матур ғына итеп кейенделәр, фотоаппарат алдылар. Сочи ҡалаһын ҡарап, танышып килергә булдылар.

Канаттан тау башындағы башня һымаҡ бер нәмәгә күтәрелделәр. Бейектән ҡала өҫтөнә ҡарап торҙолар. Йәйәүләп Дендрарийҙы ҡарап төшөп киттеләр. Ниндәй генә үҫемлек, ниндәй генә ағас юҡ. Бигерәк тә сәскә атып ултырған ағастар эргәһендә фотоға төшөргә тырышты Зөлфирә. Тыуған илдә август айында бер генә ағас та сәскә атмай. Ә бында йәнең теләгәне: аҡ сәскә менән ҡапланғаны ла, алһыу сәскәлеһе лә. Тик еҫтәре таныш түгел, тәмен дә аңламай. Ҡыҙыл буйындағы муйыл ағасы ғына ла ни тора! Бер еҫкәүҙән сәскә еҫенә иҫерәһең.

Азат тауистарҙы фотоға төшөрөргә тырыша. Ә улары йығылып ятып үлән ашай, хас йорт ҡоштары тауыҡ һымаҡ. Матур ҡойроҡло бер тауис та юҡ.

– Йәйғор ҡойроҡлолары ҡайҙа һуң быларҙың? – тип аптырап һорай Зөлфирә.

– Баҙарҙа, – тип көлә Ғаяз. Ысынлап та, ҡаланың ҡайһы ғына мөйөшөнә туҡталһаң да, күҙ яуын алып торған тауис ҡаурыйҙары һаталар.

Дендрарий буйлап йөрөп арый башланылар. Матур сәскәле ағастар ҙа ялҡытты. Бер көн диңгеҙҙән ҡайтып килгәндә Зөлфирә иҫенә төшөп Ғаязға:

– Аңғараһыңмы, бер генә серәкәй ҙә, себен дә юҡ диңгеҙ буйында, – тип әйткәйне. Ире аптырап ҡалманы, ҡаршы килгән урындағы ҡатынға шул һорауҙы бирҙе. Уныһы уйланыңҡырап, ике ҡулын йәйеп торҙо ла:

– 46 йыл йәшәйем ошонда. Ысынлап та, серәкәйҙәрҙе күргәнем юҡ. Бәлки, сәскә атып ултырған ағастарҙың еҫе оҡшамайҙыр уларға, – тигәйне. Әллә Зөлфирәгә лә сәскә еҫе оҡшамай инде. Арый башланы. Ҡайтыу яғына ыңғайланылар.

Аңғармаҫтан тигәндәй өлкән аквариум эргәһенә килеп сыҡтылар. Халыҡ бында мыжғып тора. Бөтәһе лә өй бейеклегендәге ҙур аквариумды һырып алған, эсендәге төрлө ҙурлыҡтағы балыҡтарҙы күҙәтәләр. Йонсоуы йөҙөнә сыға башлаған Азат та, тере балыҡтарҙы күреп, аквариум тирәләй йүгергеләй башланы. Ике күл араһындағы ауылда үҫкән Ғаяз бөтөнләй йәнләнеп китте, Азаттан да нығыраҡ талпынып ҡарап торҙо ла ҡатынына:

– Их, берәүһен табала ҡыҙҙырып ашарға ине! – тип өндәште. Сит телдә һөйләшеп йөрөгән төркөм араһынан шорты ғына кейгән, биленә тиклем яланғас сомбреролағы ир-уҙаман:

– Ҡылсығы тамағыңа тороп ҡуймаһын, ағай! – тип шаяртҡас, Азат менән Зөлфирә көлөп ебәрҙе. Ғаяз да шатлығынан: «Күрәһеңме, үҙебеҙҙең башҡорт!» – тип ғорурланып әйтеп ҡуйҙы. Инде артабан үҙенең төркөмө менән юлланған егеткә ике ҡулын ҡушып йомарлап өҫкә күтәрҙе: «Сәләм, үҙебеҙҙең егет!»

Туҡталышта автобус көтөп алып, салонға ингәйнеләр генә, бер ир ырғып тороп Зөлфирәгә урынын бирҙе. Үҙенә бик ҡыҙыҡһыныусан ҡарап торған был кешегә башын һелкеп рәхмәтен белдерҙе Зөлфирә, улы Азатты эргәһенә һыйындырҙы.

– Баҫып барһаң да арымаҫ инең, – тине Ғаяз, ят ирҙең ҡатынына ҡарап торғанын оҡшатмай.

– Әҙерәк арытҡан әле ул, – тип йылмайҙы Зөлфирә.

– На каком языке разговариваете? — тип һүҙ ҡушты теге ир.

– На башкирском, – тине Азат.

– А вы откуда?

– Из Башкортостана, – тине Ғаяз.

– А-а, башкирцы! – тип киң йылмайҙы хуш күңелле ир.

Өҫтәрен алыштырып пляжға төшкәндә, рельстар араһындағы шпалдарҙы арлы-бирле ашаҡлап, автобуста осраған ир йөрөй ине. Көтөлмәгәнлектән ул да, Ғаяздар ҙа ғәжәпләнгән ҡараштарын бер-береһенә йүнәлтте.

– О-о, башкирцы! – тине теге ир күптәнге таныштарын осратҡан ғорурлыҡ менән. Күрәһең, Ғаяздарҙың пляжынан ул берәүҙе көтә ине.

– Дөрөҫ әйтә белмәй, эйе бит, атай, – тине Азат, нимәгәлер көйһөҙләнгән атаһының кәйефен күтәрергә тырышып.

Яр буйындағы кафеға ҡапҡылап алырға тип күтәрелеүҙәренә генә ҡаршыларынан аҡ йөҙлө, таҙа, матур егет йәнәшәһендәге үҙе үк йәшендәге егеткә мауығып ниҙер һөйләй-һөйләй үтеп китте. Ғаяз да, Зөлфирә лә ҡапыл телһеҙ ҡалып, ғәжәпләнеүҙәренең сигенә етеп, аңһыҙ ҡараштарын бер-береһенә төбәне. Аҡ егеттең муйынында диңгеҙ төбөнә ташланған, йымылдап торған өр-яңы ҡыҙыл тиҫбе ине. Ашау рәте китте. Уларҙың диңгеҙ төбөнән ул тиҫбене кемдер алып тағып йөрөр тип ике ятып бер төшөнә инмәгәйне. Иң беренсе ире телгә килде:

– Әйттем мин һиңә, төпкәрәк ташларға тырыш тип... – Зөлфирә ҡаушауынан мөлдөрәп иренә текәлде.

– Аманат булдымы был тиҫбе, әллә осоҡмо? Һау ғына, сәләмәт кенә булһын инде был егет, оҙаҡ йәшәһен...

– Зөлфирә, ни булды һиңә, ниңә шул тиклем үртәләһең?

– Мин генә ғәйепле. Ҡайҙан ҡыҙылға күҙем төштө, ҡайҙан төшөмә инде...

– Зинһар, минен менән уртаҡлаш. Нимә беләһең?

– Ҡапыл ғына бала саҡтағы осоҡ ваҡиғаһы иҫкә төштө.

– Ниндәй осоҡ, ниндәй ваҡиға?   

Бер нәмә уйламай, хатта ниндәйҙер бер еңеллек менән ташланған диңгеҙ төбөндәге тиҫбе Зөлфирәнен эске күңел тыныслығын алып, ауыр ғәйеп алдындағы кеүек итеп һенгеҙәйтте лә ҡуйҙы. Өҫтәл артында борсолоп ултырған иренә, атаһы менән әсәһенең тынысһыҙлығын нисек ҡабул итергә белмәй аптыраған улына бер күҙ һирпеп алды ла һүҙ башланы

– Ҙур хәбәр итеп һөйләгәндәй әллә нәмәһе лә юҡ уның. Тик мине тынысһыҙ уйҙарға һалған бер шигемде ҡалҡытты.

Ошо Азаттай ғына сағымда күрше Күгиҙел ауылында бер бик ныҡ ауырыған ҡатын, сир икенсе кешегә күсһен тип, иң матур күлдәген оло юл эсендәге ағасҡа элдерткән, тинеләр. Йәнәһе, кемдең күҙе төшөп, шул күлдәкте алып кейә, ауырыу уға күсә, ә күлдәктең хужаһы һауыға, имеш.

Ауылда Фәрхизә тигән шәп кенә етем инәй бар ине. Беҙҙе еләккә алып барғанда, шул күлдәк тураһында һөйләп, хатта ҡайтышлай уны алыҫтан күрһәткәйне лә. Ысынлап та, елдә елберләп бер зәңгәр нәмә тора. Мин күлдәк эленгән ағас янына барыу түгел, ғөмүмән, ул юлдан йөрөмәҫ булдым. Әсәйгә күргәнемде һөйләгәйнем, ул:

– Шулай тигән хәбәр сыҡҡан шул. Ныҡ ауырыһаң, һине осоҡ ҡына ҡотҡармай инде. Дауаланыр кәрәк. Ә кешегә этлек уйлап, күлдәк элеп ҡуйған кешеһен дә әйтер инем. Һеҙгә бер аҡыл булһын: ҡайҙа матур, ҡайҙа ялтырауыҡ тип күҙегеҙ төшмәһен. Ымһындырғыс нәмә ике осло була икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ, – тигәйне.

Аҙаҡтан үлде тинеләр ул ҡатынды. Ә күлдәкте алыу түгел, ул ағас эргәһенә яҡын барған кеше булманы, хатта эргәһенән үткән юлды ла унан йыраҡлаштырып, яңы урындан һалып йөрөй башланылар. Ә ул зәңгәр сепрәк бер нисә йыл елберҙәп торҙо, тинеләр.

– Мистика, — тине Ғаяз, Зөлфирәнең күңелһеҙләнгән йөҙөнә ҡарап. Иғтибар менән тыңлап ултырған Азат әсәһенән:

– Әсәй, һин ни эшләп ул осоҡтан ҡурҡтың? – тип һораны. Зөлфирә уйланып ултырҙы.

– Улым, мин, моғайын, берәйһенең күҙе ҡыҙып, ул күлдәкте алыр ҙа ауырып ҡуйыр, тип ҡурҡҡанмындыр.

- Һин үҙеңдең диңгеҙ төбөнә ташланған тиҫбеңде ниңә осоҡҡа тиңләйһең әле, шуны аңлай алмайым, – тип Ғаяз төпсөнөүен дауам итте.

         – Быйыл ҡыш ауырығаңды иҫләнем, – тине Зөлфирә сабыр ғына. Ғаяз башын усланы, уңдағы тетрәнеүҙәрҙе яңыртҡыһы килмәне.

Зөлфирәгә ҡатмарлы операция яһанылар. «Уңышлы үтте», – тип, йөйҙән епте алдылар. Эргәһендә медицина хеҙмәткәрҙәренең  йышыраҡ  уралғанын шәйләһә лә, үҙен йыуатырға тырышты: бөтәһе лә артта ҡалды, хәҙер тиҙерәк һауығыу, ғаиләһенә – һөйөклө балалары һәм хәстәрлекле ире эргәһенә тиҙерәк әйләнеп ҡайтыу  күңелен  ашҡындырҙы. «Тиҙҙән эргәгеҙҙә булам, сабыр итергә аҙ ғына ҡалды», – тип йыуатты ул һаман да унан айырыла алмай ҡулдарын устарына ҡыҫып торған, болоҡһоуы, борсолоуы күҙҙәрендә сағылған ирен. Шул тиклем күңеле шат ине Зөлфирәнең. Ире арыу хәбәрҙән яҙылып киткәндәй, күңеле күтәрелгәндәй булды. Был йома ине. Зөлфирә Ғаязға ял көнөнә килмәҫкә, балалары эргәһендә булырға ҡушты.

Дүшәмбе иртә менән килеп еткән иргә ҡаршы табип үҙе сыҡты. Көтөлмәгән икенсе операция тураһында ул үҙе әйтте. Ғаяз ни хәлдә ҡабул иткәндер, әммә Зөлфирәнең дә хәле еңелдән түгел ине. Бер үҙе бер палатала, мәңге русса һөйләшкән кешеләй, тик бер һүҙҙәрҙе генә ҡабатлай: «Я  на  небесах  обитала,  у  ангелочков  была». Дауалаған табибы Галина Борисовна, ураған һайын эргәһенә инеп, өнһөҙ ҡарап тора ла тағы сығып китә, Әммә табиптан әрләнәһе көнө алда ине әле. «Партизанка, – тип әрләйәсәк уны Галина Борисовна. – Зоя Космодемьянская, как вы на такие боли терпели, почему не жаловались, хоть раз могли же сказать, что вам так больно».

Йөйҙән епте һүтеп алғас, әсетеп, әрнетеп һыҙлап торған урыны ауыртыуҙан туҡтар, тип уйлағайны шул. Ә ул, киреһенсә, тағы нығыраҡ әрнетте. Йәкшәмбе, төн уртаһында, көтмәгәндә бөтөнләй икенсе табиптар яһаны операцияны. Ҡара бөҙрә сәстәрен бәләкәй генә тоҡос косынка аҫтына индерә алмай ыҙаланы шәфҡәт туташтары. Тәүге уколдан уҡ башында болоттар ҡайнашып китте лә, шулар менән бергә ап-аҡ кейемдә осто ла китте. Ғәжәбе шул: ул үҙенең осҡанын үҙе күҙәтеп, күреп тора.

Ана болоттар араһынан күкрәгенә тиклем аҡ томан уратҡан ир һүрәтендәге ике кеше космос тиҙлегеңдә уның кәүҙәһен береһенән икенсеһенә биреп тапшыра, бейектән бейеккә, юғарынан юғарыға осоп, инде аҡ нөктәгә генә әйләнгәндә: «Валеева, проснитесь!» – тип сикәһенә һуҡҡылағандарын тойҙо. Ул арала кәүҙәһе тимер рәшәткәле тәҙрәнән урынына барып урынлашты. Сикәләре ауыртыуҙан күҙҙәрен асты. «Слава богу!» — тине кемдер. Зөлфирә: «Я на небесах обитала, у ангелочков была», – тип шыбырланы.

Ғаяз сикәләрен услаған көйөнсә, Зөлфирәһен юғалта яҙыу фажиғәһен бөтә барлығында күҙ алдына баҫтырҙы, әммә осоҡ тураһындағы хәбәрен ысынға алманы. Тиҫбе ниндәй осоҡ булһын.

Шулай ҙа нисектер һәйбәт килеп сыҡманы, уйһыҙ башланған был эш уйланыуға сәбәп булды ла ҡуйҙы.

– Нисек тә ул егетте күрергә кәрәк, – тигән ҡарарға килде Ғаяз.

Иренең тыуған көнөн ресторанда билдәләргә булдылар. Кеше артыҡ күп түгел. Ғаяз ҡатыны менән улын тәҙрә эргәһендәге өҫтәлгә урынлаштырҙы ла ресторан хужабикәһе менән ниндәй аҙыҡ әҙерләтеү тураһында кәңәшләшә башланы.

Әлбиттә, көн дә кискеһен асыҡ һауала ултырған өҫтәл дә ҡамасауламаҫ ине лә ул. Әммә унда гел бер төрлө генә аҙыҡ әҙерләнә: сусҡа итенән шашлыҡ, һыу, туңдырма, өлкән йәшел япраҡҡа һалынған помидор менән ҡыяр турамаһы. Аулаҡ итеп, рәхәтләнеп ултырғылары килә. Азат ҡулындағы туңдырмаһын ашап бөтә һалып, асыҡ ишектәге лоджияға сығып баҫты. «Әсәй, халыҡ бейеү майҙансығына йыйыла», – тип хәбәр итте.

Зөлфирә бокалдарға шарап ҡойған иренә наҙлы ғына күҙ ташланы. Ҡалай килештерә һуң әле, әйтерһең, ошолай затлы өҫтәл артында ғына ултырып ғүмер кисергән. Мөхәббәт бер мөғжизә инде ул. Уның ҡайҙан килеп, ҡайҙа киткәнен белмәйһең. Зөлфирә мәктәпкә бәлиғ булмаған балаларҙың эше менән килгеләп йөрөгән милиционер егеткә мөкиббән ғашиҡ булды ла ҡуйҙы. Иплелеге, әҙәплелеге, наҙы менән һуштан яҙҙырҙы Ғаяз. Һәр ерҙә тәүәккәл, һәр йомошта ышаныслы, ныҡлы терәк булған ире арҡаһында ҡайһы бер көнсөлдәр «Ул етемәкте нисек ҡулға эйәләштерҙең?» тип һарыуын ҡайнатырға тырышһа ла, бирешмәне, һөйгәненә һоҡланмаған, уның менән ғорурланмаған зат бәхетле була алмай. Ә улар бәхетле ине.

Ғаяз Зөлфирәгә тултырып бер ҡараны ла дәртле йыр башлап ебәрҙе. Ултырып түҙмәне, ике ҡулын ҡанат кеүек йәйеп, өҫтәл эргәһендәге буш урынға сыҡты. Талпынып-талпынып Ишмулла Дилмөхәмәтовтың йырын башҡарҙы.

Һайра, әйҙә, һары һандуғасым,

Ҡалдырма һин мине ялҡында.

Дәртләндереп һайра, һандуғасым,

Мин уйлайым һинең хаҡыңда.

Зөлфирә түҙмәне, иренең йәнәшәһенә сығып, аяҡ остарына ғына  баҫып, ике ҡулын  наҙлы ғына тирбәлдереп, хәләленең киң яурындарына һыйынып ҡына көй ыңғайына бәүелде. «Бис! Браво!» – тип ҡул сапты күрше өҫтәлдәгеләр. Азат та ҡулын сәпәкәйләп, ата-әсәһе эргәһендә өйөрөлдө.

Саф һауа һуларға тип лоджияға сығып баҫтылар. Азат бейеү майҙансығындағы дәртле музыканы ишетеүгә түҙмәй, дуҫ малайҙары эргәһенә аҫҡа төшөп китте. Ғаяз кәләшенең биленә ҡулын һалып, оҙаҡ көньяҡ ҡараңғылығына ҡарап торҙолар. Диңгеҙ ҙә дөм ҡараңғылыҡ эсендә ята.

– Ҡышҡыһын һин ауырып киткәс, етмәһә, алып ҡайтам тип килгән көндә эргәңә лә индермәй ҡайтарып ебәргәстәре, мин балаларҙың күҙҙәренә күренергә ҡурҡып, кискә тиклем бер кемде лә ҡабул итмәй, кабинетта яңғыҙым ултырҙым. Һин юҡта етемһерәп киткән балаларымдың күҙ ҡарашын күтәрерлек түгел инем. Күҙ алдымдан һине осратҡан, бергә йәшәгән көндәребеҙ үтте. Таҙа тамсы һымаҡһың бит һин.

Зөлфирә ғәжәпләнеп иренә йөҙө менән боролдо.

– Һиңә нимә булған әле бөгөн? Гел күңелең тулып тик тора.

- Иллегә ҡарап киттем бит, кәләш, иллегә... Етем булһам да, илһеҙ, ерһеҙ булманым. Бынау дөм ҡараңғылыҡҡа ҡарап, үҙебеҙҙең күл буйындағы киске шәфәҡте һағынам. Ә ҡыҙыл тиҫбене теге һалдат егеттән алырға кәрәк. Төшкә ышанып, беҙ уны ташларға хаҡыбыҙ булмаған.

            Ун һигеҙенсе ҡаттан яҡты фонарҙар менән яҡтыртылған бейеү майҙансығын күҙәтеп торған, күңелдәре бәхет шауҡымынан иләҫләнгән ир менән ҡатын ҡапыл улдарының уларҙы көтөүен иҫкә төшөрөп, аҫҡа, бейеү майҙансығына ашыҡты.

Иртәгәһенә диңгеҙҙә шторм тинеләр. Шулай булһа ла, 3өлфирә, диңгеҙ дауылын күргәнем юҡ тип, яр буйына Ғаяз менән Азатты ашыҡтырҙы.

Улар ҡыҙынған ҡомлоҡҡа төшөрлөк түгел, айбарланған тулҡын аҫтында ята. Ҡотҡарыусы кейемендәге кешеләр, ҡулдарындағы рупорҙарынан барыһын да иҫкәртеп, диңгеҙгә яҡын да ебәрмәй йөрөй. Ял итеүселәр күп түгел, бөтәһе лә хайран ҡалып, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән диңгеҙгә төбәлгән.

Ғаяз: «Теге егет күренмәй», – тип шыбырланы ҡатынына.

Зөлфирә күңеленән ҡапыл ул егеткә рәхмәтле икәнен аңланы. Әгәр ҙә уның ҡыҙыл тиҫбеһе ошо тулҡындар һөжүменә эләкһә, ни хәлдә булыр ине, билдәһеҙ.

Ә тулҡындар сая. Ана ниндәй бейеклеккә тиклем күтәрелеп, ажарланып ап-аҡ күбеккә батҡан тулҡындарын бырғайҙар ҙа кире төшөп юғалып өлгөрмәйҙәр, тағы ла көслөрәк тулҡын уның аша ырғый, өсөнсөһө унан да өҫкә үрмәләп, аяуһыҙ рәүештә тағы ла бейеккә ынтыла, селпәрәмә килеп сәселеп төштө тигәндә, дүртенсеһе ажғырып килеп, уларҙан да өҫкәрәк шашып урғыла. Ҡап-ҡара булып күтәрелгән һыу бейеккә үрмәләгән һайын күкһелләнә, зәңгәрләнә, тигеҙһеҙ дәү аҡ ялдарға әйләнә. Шулар ҡаршыһында фотоаппаратын тотоп шифахананың фотографы йүгергеләй, диңгеҙҙең ажар сағын төшөрөп ҡалдырырға ашыға. Рупорҙарын тотҡан ҡотҡарыусылар, артынан төшөп, уны ярға ҡыуалай. Ярҙа өнһөҙ ҡарап торған ял итеүселәргә уларҙы күҙәтеү бер тамашаға әйләнде лә ҡуйҙы. Кем кемде еңә? Диңгеҙ фотографтымы? Әллә фотограф диңгеҙҙеме?

Иртәгәһен ашханаға йүнәлгәндә, ғорур рәүештә йөрөгән фотограф кисәге ажар диңгеҙҙең төрлө ҡиәфәттәге һүрәтләнешенән бер стенд төҙөгән ине. Кешеләр, ашауҙы ла онотоп, өймәкләшеп фотографтың хеҙмәтен өйрәнә. Ғаяз менән Зөлфирә лә, һүрәттәргә ҡарап, кисәге дауылды яңынан күҙҙән үткәрҙе, фотографты хөрмәтләп, өнһөҙ баш һелкеп тәбрикләне.

Икенсе көнөнә Дагомыстан йөрөп эшләгән массажсы һуңлаңҡырап килеү сәбәпле, диңгеҙгә һәр көндәгенән һуң ҡалып төштөләр. Азат: «Ана теге «башкирцы» тигән ағай тора», – тине. Ул арала булмай, Зөлфирәнең тиҫбеһен таҡҡан егет яурын аша сумка аҫып алған килеш, тәүҙә Ғаяз белгән Петр менән ҡул бирешеп хушлашты, былар яғына бер генә күҙ һирпте лә үҙен көтөп торған ир менән йәнәшәләп ҡабалана-ҡабалана тимер юлдағы шпалдарҙан атлап китте. Зөлфирә менән Ғаяз аптырашып бер-береһенә ҡарашты. «Чего опоздали?» – тип һүҙ ҡушып, Петр Ғаяз менән күреште. «Кого провожали?» – тип һүҙ ыңғайына ҡулын бирҙе Ғаяз. «Солдата, сверхурочника», – тип һөйләшә-һөйләшә баҫҡыстан яр буйына төштөләр.

Петр менән әңгәмәләшкәндән һуң Ғаяз теге ҡыҙыл тиҫбене тағып алған егет тураһында ошоларҙы белде: «ҡыҙыу нөктә»лә хеҙмәт иткән һалдатты хәрби заданиела батырлыҡ күрһәткәне өсөн бер аҙнаға Ҡара диңгеҙгә ялға ебәргәндәр икән. Муйынындағы ҡыҙыл тиҫбене диңгеҙгә тәүге сумғанда уҡ тотоп сыҡҡан. Ҡыуанысының сиге булмаған. Әле командиры менән ҡала буйлап йөрөргә киткәндәр икән.

Тигеҙ тын алып йоҡлап киткән ире менән улына күңеленән тыныс йоҡо теләп, Зөлфирә карауатында уйланып ята бирҙе. Бөгөн йоҡлай алмаҫ, моғайын. Күҙ алдынан ҡыҙыл тиҫбене тағып алған аҡ йөҙлө, ҡуңыр сәсле, мыҡты кәүҙәле, йөҙөндә нур уйнап торған күңелсәк егет китмәне. Хәрби хеҙмәтте «утлы нөктә»лә үтә, тине Петр. Автобуста уларға осраҡлы осраған, «башкирцы» тип өндәшкән ир ул егеттең командиры булып сыҡты. Зөлфирәләр йәшәгән ошо корпуста ҡасандыр госпиталь булған. Шифаханаға килгән көндә үк йорттоң мөйөшөндәге таҡтаташта Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ниндәй һанлы госпиталь булғанлығына тиклем яҙылғанлығын уҡып үткәйне. Әле үтә бейек түшәмгә төбәлде. Люстра эргәһендә мәрмәрҙән эшләнгән сәскә һүрәтенә, Зөлфирә һымаҡ, яралы һалдаттар ҙа текәлеп ятҡандыр. Ошо өнһөҙ стеналар күпме кешенең ыңғырашыуына, ғазап сигеүенә шаһит. Волхов фронтында яуҙы үткән, һуғыш башланған көндә генә уҡытыусы дипломы алған Зөлфирәнең атаһы ла яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ятҡан. Атаһы тәнендәге йәрәхәттәрҙе балаларына күрһәтмәне, әҙәплелеге арҡаһында мунсанан да яланғас сыҡманы, кейенер ине. Ә бына мина ярсығының бәләкәс кенә бөрсөгө сикәһенең яңағына тиреһе менән ҡушылып үҫеп бөтәшеп ҡалған. Зөлфирә бәләкәй сағында атаһының тубығына менеп ултыра ла шул сикәһендәге яралы төйөрөн ҡапшап ҡарарға ярата ине. Унан күрмәксе һеңлеһе, ҡустыһы атаһының алдына менеп ултырып, улар ҙа тотоп ҡарай, атаһы бәпестәрҙе һөйә, үҙе күңелләнеп көлә торғайны. Ул да тиҫбе таҡҡан һалдат шикелле яҡты йөҙлө, күңелсәк ине. Өләсәһе менән олатаһы Бөйөк Ватан һуғышына дүрт улын оҙатҡан, дүртеһе лә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Мөғжизә түгелме ни!

Зөлфирә төшөндә һаташты, һаман да шул диңгеҙҙә дауыл тип күрҙе. Тулҡындар бер-береһен баҫтырышып килә лә аҡ ялдарға әйләнә, шунан теткеләнеп бөткән зәңгәр күлдәк итәгенә әүерелеп, яр башында ятҡан ҡыҙыл тиҫбене ялмап алып китергә ынтылалар.

Иртәнсәк төшөн иренә һөйләп торманы. Күңелендәге ел-дауылды ла яҡындарына һиҙҙермәне. «Фәҡәт теге егетте күрергә, ҡыҙыл тиҫбене алырға». Ҡыҙыл тиҫбене алыштырырлыҡ уға ниндәй бүләк биреп була икән? Иҫенә төштө. Башҡорт халҡы борон-борондан көмөштө үҙ иткән.

Йылы яҡтан ҡайтҡас, туғандарына бүләк итеп таратырмын тип, әллә күпме матур таштарҙан муйынсаҡтар, көмөш сылбырҙар һатып алып ҡуйғайны. Уларҙы өҫтәлгә таратып һалып ҡарай башланы. Бормаланып ҡына торған көмөш сылбыр күпкә отошло. Йөрәкһеп китте хатта. Ҡапыл олатаһы менән өләсәһенең сәждә ҡылып, намаҙлыҡҡа баш тейҙергәндәре күҙ алдына баҫты. Эсенән генә өйҙәге һандыҡ эсендә ятҡан бәрхәт намаҙлығының бында булмауы   үкендерҙе. Йүгереп йөрөп ҙур таҙа таҫтамалын эҙләп алды, ҡибла ҡайҙа икән тип, үҙенсә тоҫмаллап, намаҙлыҡ итеп түшәне, һандыҡ артында дини китаптар менән шыплап тултырылған дипломатындағы бер китабында һүрәтләнгән рәүешкә инеп, намаҙға баҫты. Китаптан ятлаған, өләсәһе өйрәткән изге доғаларҙы ҡабатланы. Теге көмөш сылбырҙы усына ҡыҫҡан көйөнсә, ҡыҙыл тиҫбеле йәш егеттең һау-сәләмәт булыуын теләне. Донъялағы барлыҡ кешеләргә лә һаулыҡ, изге эштәр, ғүмер һораны. Мәрхәмәтлелек уның бөтә булмышын биләгәйне.

Зөлфирә диңгеҙгә төшкәнсе бер һүҙ ҙә өндәшмәй, шым ғына барҙы. Ире сәйерһенеп бер-ике ҡарап ҡуйһа ла, ҡатынын борсоманы. Ятаҡтарҙы алып диңгеҙгә яҡынайған ерҙә, уң яҡта теге ҡыҙыл тиҫбеле егетте абайлаған Зөлфирә, иренең ҡулына сытырман йәбешеп, егет яғына ымланы. Ире уны бер һүҙһеҙ аңланы. Ғаяз ятағын егет эргәһенә һалды. Зөлфирә улы менән бирерәк урынлашты.

Ирҙәр уртаҡ телде тиҙ тапты. Кафеға ашарға бергә күтәрелделәр. Ғаяз Русланды ла ғаиләһе менән бергә ултыртты, үҙе ихласланып уларҙы ҡунаҡ итергә кереште.

Бергә аралашып, һөйләшеп ултырыуҙан Русландың әсәһе үҙе бәләкәй саҡта ауырып үлеп, атаһы тәрбиәһендә үҫкәнен белделәр. Хеҙмәтен тултырғас, ике йылға контракт төҙөп, тағы хеҙмәт итергә ҡалған. Яҡшы хеҙмәте өсөн бүләк ителгән юллама менән Ҡара диңгеҙ буйҙарына килеп сыҡҡан икән. Һөйләшеп ултырғанда Руслан ҡапыл муйынынан ҡыҙыл тиҫбене алып:

– Вы знаете, что это такое? – тип һораны.

- Четки, –тине Азат.

        – А ты откуда знаешь? – тип ғәжәпләнде Руслан.

          Ғаяз улына мәғәнәле генә ишаралап, хәбәргә үҙе ҡушылды:

 – Мусульмане ими пользуются во время молитвы...

– На службе у нас нет времени на молитвы...

           Зөлфирә көсөргәнештән  ҡара тиргә батты, әммә үҙендә көс табып:

- А у меня есть время. Я буду молиться, – тип ысҡындырмаһынмы?!

 Руслан йылмайҙы. Зөлфирә бөтә йөрәгенән ошо егеттең һау-сәләмәт булыуын теләне. Осоҡ һымаҡ итеп, ҡыҙыл тиҫбене таҡтырып, хеҙмәт иткән еренә ебәрмәҫ бит инде.

– Тогда я вам дарю, – тип ҡыҙыл тиҫбене Руслан Зөлфирәгә тотторҙо. Азат, әсәһен аңлағандай, хатта ҡулын сәпәкәйләп ҡуйҙы.

Уф! Ҡыҙыл тиҫбе ҡулдарында. Уй, ҡалай ғына ҡаршылыҡлы  ғазаптан әрсәләне Русландың был ҡыланышы. Зөлфирә ҡатын-ҡыҙ тилберлеге менән тиҙ генә теге көмөш сылбырҙы ҡул сумкаһынан тартып сығарҙы.

– Руслан, у нас, у башкир, есть хорошая традиция. Когда желают добро, дарят серебро, – тип ынтылып, егеттең муйынына көмөш сылбырҙы эләктереп тә ҡуйҙы. Ғаяз, Зөлфирәнең сослоғон баһалағандай, тыныс ҡына күҙәтеп ултырҙы. Бүләк көмөш сылбыр ҡояштың иркә нурҙарына күңелле генә емелдәне.

Иртәгәһенә Русланды, теге «башкирцы» тигән командирҙы Ғаяз вокзалға оҙатырға китте. Азатты ла үҙе менән алды.

Зөлфирә ҡыҙыл тиҫбене ҡулдарына алып, тәү күргәндәй ҡыҙыҡһынып ҡарарға кереште. Утыҙ өс ҡыҙыл төймәнән һуң өлкән аҡ төймә, өс тапҡыр шулай сиратлашҡандан һуң өлпөлдәп торған матур төрлө төҫтәге суҡтар менән осланып ҡуйған. Тиҫбенең һәр төймәһен тарта-тарта, Русланға хәйерле юл, һау-сәләмәт әйләнеп ҡайтыуын теләне. Хәҙер һәр ваҡыт шулай буласаҡ. Олатаһы менән өләсәһе тиҫбе төймәһен тартып, барыһына ла изгелек кенә теләп ултырғандар ҙа һуң. Зөлфирәгә ошо бәләкәй генә аҡылды аңлау өсөн шулай сәйер төш күреү кәрәк булдымы икән?

...Самолетҡа ултырып, Ҡара диңгеҙ өҫтөнән осоп барғаңда, Зөлфирә үҙҙәре ял иткән ожмах мөйөшөн тапҡыһы килеп, иллюминаторға маңлайын терәне. Ғаяз ҡатынына рәхәтләнеп йөҙгәндәй, элек балалар пляжы булған, йәтеш кенә урын табып бирҙе. Унда Зөлфирә кеүек артыҡ шәп йөҙә алмағандар кинәнеп һыу ҡойондо. Тулҡыны ла шәп һуҡмай, йөҙөп барғаңда талсығып китһәң, аяҡтарың менән ҡомлоҡто эҙләп табыуы еңел. Улы Азат әсәһе эргәһендә килеп йөҙә, әле атаһы эргәһенә йүгерә. Бергәләп килеп, Зөлфирәнең кинәнеп диңгеҙҙә йөрөгәненә һоҡланып ҡарап ултырған саҡтары ла булды.

Хуш, матур ял биргән Ҡара диңгеҙ! Сәйер төш булып ингән ҡыҙыл тиҫбе Зөлфирәнең устарында ята. Өҙөлөп ҡыҙҙарын һағыныуын аңланы. Үҙенең эскерһеҙ бер ҡатлылығы арҡаһында тиҫбе менән булған ваҡиғала ирҙәрсә терәк күрһәткән улы менән иренә күҙ ташланы. Зөлфирәнен кисерештәрен улар ғына аңлай алды шикелле. Ҡыҙыл тиҫбеһен усына нығыраҡ ҡыҫты, уларҙың йылыһы олатаһы менән өләсәһенең тиҫбеләре йылылығын хәтерләтте. Көтөлмәгән һынауҙарҙан, һабаҡтарҙан торған был тормошҡа үтә лә ҡәнәғәт, үтә лә рәхмәтле ине Зөлфирә.

Фото: auction.ru

https://agideljurn.ru/articles/s-sm-r-r/2023-05-25/y-yl-ti-be-hik-y-z-r-usmanova-3272254

Автор:
Читайте нас: