+27 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
21 Август 2023, 20:00

Ағым һыу юлын таба

Еңгә, можно с тобой поговорить? Бойоҡ ҡына тауыш менән өндәшкән бикәсем Лилиәнең йөҙөнә ҡарағас, һөйләшеүҙең ябай булмаҫын аңланым. - Эйе, Лилиә, һөйлә, - тим. Ул тынып ҡалды. Янымдағы ултырғысҡа терәлеп, ҡарашымды уға төбәнем. Күл ҡамышындай оҙон, ҡуйы керпектәре ҡарағаттай ҡара күҙҙәрен ҡаплап, аҫҡа төбәлгән. Ҡуңыр сәстәр бөҙрәләнеп, иңдәренә таралған. Зифа буйына килешеп торған зәңгәр джинсыһының кеҫәһенә ҡулдары бер инеп, бер сығалар. 

Ағым һыу юлын таба
Ағым һыу юлын таба

– Тыңлайым, бикәс, нимә булды? – тим тыныс булырға тырышып. – Еңгә,... ней, һин һәр ваҡыт мине аңлап, кәңәштәреңде бирәһең. Тағы һиңә килдем инде... Әҙерәк тынып торғас, ҡыйыулығын йыйып, әйтеп ҡуйҙы. - Мин бер егетте яратам. Ауылға ҡартаталарына каникулдарҙа ғына ҡайтып йөрөгән ҡала ҡыҙының гел русса һөйләшеүенә күнегелгән. Хәбәрен башҡортса дауам итеүенә аптыраһам да, артабан бүлдермәй генә тыңларға булдым. – Уның исеме Борис. Күрше ауылдыҡы. - Урыҫ егете меней? - Башҡорт ул, исемен шулай ҡушҡандар. Шул... ней, мин уны яратам. Ул да мине... ярата ... тип ышанғайным... Тауышы нескәреп, һөйләүҙән туҡтаны. Илап ебәрмәҫкә тырышып, тамағына килеп тығылған төйөрҙө көскә йотто, матур күҙҙәрҙә йәштәре килеп сығып, тулышып йылтырашып торҙолар ҙа бите буйлап аҡтылар. – Эйе, яратам, тине, ышандым. Хәҙер, миңә әле өйләнергә иртәрәк, тей. Лилиәнең иңдәре ҡалтырай, усы менән ауыҙын ябып, ул шым ғына илай. Ә мин ишеткәндәремдән шаңҡып та, был баланы ниндәй һүҙҙәр әйтеп йыуатырға, ниндәй кәңәш бирергә белмәй аптырап та, ултыра бирәм. «Иң саф хистәре аяҡ аҫтына һалып тапалған йәш бала терәк эҙләп башҡа берәүгә түгел, һиңә төбәп килгән. Ул һиндә үҙенең серен сисерлек кәңәшсеһен күрә, тимәк. Ә һин таш бағана шикелле ҡатып ултыраһың, иҫәр» - тип үҙемде эстән генә әрләйем. Ҡапыл тороп китеп, сәйнүккә һыу һалырға тотондом, плитаға ҡайнатырға ҡуйғас, - Сәй эсербеҙ, Лилиә, ултыр әле әйҙә, - тим. - Рәхмәт, еңгә. Миңә бит бөгөн юлға. Ялдар үтте, иртәгә уҡырға. Уның был һүҙҙәре үҙемде ҡулға алырға этәргес булдылар. Мин телемә беренсе килгән һорауҙы бирҙем. - Ә-ә, ней,.. Лилиә ҡәйенһеңлем, был ҡасаныраҡ булғайны? - Август урталарында. - Улааай, әсәйеңдәр беләме? - Юҡ. Һин беренсе белдең. - Баланы алдыр тинеме ней теге егет? - Улай тип әйтмәне... - Ул турала һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел, ишетәһеңме!? Уйлама ла хатта, йәме.. -Улайтып уйламайым да ул, еңгә.Тик әле бына бөгөнгөһө... ҡыйын. Нишләргә миңә? Саҡ беренсе курстамын, бала менән уҡып бөтөрә алмаясаҡмын мин. Шунан..., атайыма нисек итеп аңлатырмын, ул мине өйҙән ҡыуып ҡына сығарасаҡ. Әсәйем яҡлашһа ла, беҙҙә аҙаҡҡы һүҙ гел атайымдыҡы була. - Туҡта әле, Лилиә. Улайтып, алдан бөтәһен уйлап ҡайғырмай тор. Бәлки киреһенсә булыр. Бына уйла әле, атайыңдарға әйттең, ти. Ә улар үҙ сиратында Бористың ата- әсәһе менән һөйләшеп, эште ыңғай хәл итерҙәр. Теләһәң, атайыңдар менән үҙем һөйләшәм. Юҡ, Фәрит абзыйың менән икәүләп һөйләшәбеҙ. Мин башыма бер-бер артлы килгән, үҙемә ҡалһа, бик яҡшы фекерҙәремде әйтеп ҡалырға тырышҡандай, шәп итеп һөйләй башлайым. Лилиә ҡыҙарған күҙҙәрен ҡулъяулығы менән һөртөп, танауын таҙартып алды ла, миңә туп -тура ҡарап, үкһеп- ярһып былай тине: - Юҡ! Боря мине алмаясаҡ. Ул быны миңә бик яҡшы аңлатты. Шуның өсөн мин башҡаса инәлеп тә йөрөмәйем. Мин башҡа кешегә кейәүгә сығасаҡмын! Ул кеше мине яратам тип артымдан эт кеүек эйәреп йөрөй.. Эйе!.. Һәм барыбер бәхетле буласаҡмын, мына күрерһеҙ! - Ҡуй әле, бикәс, ярһыма. Һиңә саҡ 18. Бөтә ғүмерең алда. Ниңә ашығырға!? Тыуҙыр бәпесеңде, бер аҙ үҫә төшһөн. Кейәүгә барырһың. Уҡырға ла бер ҡасан да һуң түгел. Йән биргәнгә йүн бирермен тигән бит. Ҡайнаға ла улай уҫал ҡыланмаҫ, ҡабул итер ейәнен. Атайҙар бит улар балаһының балаһына иреп китә торған. Ысын! Бына Фәрит абзыйың үҙенең... - Рәхмәт, еңгә. Мине тыңлағаның, аңлағаның өсөн... Китәйем инде мин. Һау бул! Абзыйыма сәләм. - Хә.. хәйерле юл ... Лилиә. Мин асҡан ауыҙымды ябырға ла онотоп, ултырып ҡалдым. *** «Мына, бер сәләм хаты” Фәрит инеп, өҫтәлгә зәңгәр конверт һалды. Яңы гәзиттәр ҡараштырған иремә күҙ ташлап, тышында Лилиәнең исем фамилияһы яҙылған хатты астым. Уның эсенән туйға саҡырыу ҡағыҙы килеп сыҡты. Пар аҡҡоштар төшөрөлгән открыткаға күҙ йүгертәм. «Һеҙҙе, шунса көнгә, шуныңса сәғәткә беҙҙең туй тантанаһына саҡырабыҙ. Лилиә һәм Расих” тигән. -Беҙҙе туйға саҡыралар бит, Фәрит. - Ниндәй туйға? Ҡасан? - Мына уҡы. Октябрь башына тигән... Яҙыуға күҙ йүгерткәс «Ғәзим абзыйым бер ҙә һөйләнмәгәйне, бәлки, килендәшең менән һөйләшкән булғанһығыҙҙыр, әйтмәнеме берәй нәмә?»- ти. - Ул-был һиҙелмәне... Фәрит миңә ышанып бөтмәгән кеүек. Кухнялағы ваҡ-төйәк эштәр менән булышып, уға арҡам менән боролам. -Ул ниткән сюрприз икән? Андый эште ағай –эне менән һөйләшеп эшләй торғайныҡ. Өндәшмәйем. Үҙем белгән тиклемен уңа һөйләргәме икән әллә?? Ҡуй, кеше серен кешегә һөйләү ярамаҫ, хәләл ирем булһа ла.. Бының нимәгә килтереүен бер хоҙай ғына белә. Икенсенән, туй көнө билдәләнгән. Туғандарҙың шатлығын һәм мәшәҡәттәрен туған булараҡ уртаҡлашыуҙан башҡа беҙ тағы нимә эшләй алабыҙ? Ҡулдарым ҡалаҡтар йыуа, ә башымда нишләптер Фәрит әйткән һүҙ бутала «сюрприз, сюрприз»

***

- Түрҙән уҙығыҙ, әйҙүк-әйҙүк! Фәрит көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы түргә саҡырҙы. - Шәпмеһегеҙ, нихәлдә Расих кейәү. Ҡаршыларына барып сәләмләйем. - Уҙығыҙ түрҙән. Бик маҡтап ҡына йөрөйһөгөҙ, ашым да бешкән, ҡоймаҡтарҙы ла майлап ҡына тора инем, йәтеш килдегеҙ әле. Кейәү менән ҡуш ҡуллап күрешкәс, «өҫтәлеңде әҙерләй һал, Әнисә, ҙур ҡунаҡ килгән бит беҙгә», ти ирем, бәләкәсте күҙ уңында тотоп. Үҙе ҡәҙерле йомғаҡты һеңлеһенең ҡулынан алып, ипләп кенә диванға һала. «Бәхетленең ҡунағы бергә» ти, Рамазан улым да бөгөн генә ҡайтҡайны. Гаражда машинаһын ҡараштыралыр. Бергәләп аш ашауы күңелле ул» Табын ултыртҡан арала йәштәргә күҙ һалам. Тәү ҡарашҡа бәхетлеләр былай. Бер-береһенә йылмайышып күҙ ташлайҙар. Лилиә баланың йүргәктәрен асып ҡуйҙы. Уныһы иркенлекте һиҙеп, ҡул-аяҡтарын яҙып ебәреп, рәхәтләнеп тороп кирелә. Әсәһенең янында икәнен тойоп, йылмая. Расих кейәү ҙә балаға эйелеп, исеме менән өндәшә. Уфф.. еңел һулап ҡуйҙым да үҙ эшемде ҡараным. «Ярай. Мына бит, яйланған бит бары ла... аҡҡан һыуҙарға ҡараа, ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, ағым һыу юлын табаа..» Яратҡан йырымды көйләй -көйләй аш бүләм. – Әйҙәгеҙ өҫтәлгә, аш әҙер. Атаһы, Рамазанға ла өндәш! - тим. Янымда Лилиә бөтөрөлә, миңә ярҙамлаша. Кәйефе яҡшы. Тыштан ингән улым менән ҡосаҡлашып күрешәләр ике туғандар. Донъя хәлдәрен, бала-саға, ейәндәрҙең ҡыҙыҡтарын һөйләп, көлөшә-көлөшә күңелле итеп ашап алғас, ирҙәр тышҡа үҙ эштәре менән йүнәлде. Беҙ Лилиә менән баланы ла алып залға сығып ултырҙыҡ. Бикәсем малайын имеҙә. - Уҡыуың барамы, Лилиә? -Ташланым, еңгә.. маташып ҡараным, булманы. Расих эшенән бушамай, әсәйемә ҡалдыра алмайым, имгәс, йәл Рәмис. Әй, уҡырмын әле.. -Ғәзим ҡайнаға нисек һуң? -Атайым Рәмис тип үлеп бара ул, Әнисә еңгә. Ярата ныҡ. Килһә ҡулынан да төшөрмәй. -Шулай ғына була күрһен, бикәскәйем. Ә һин ҡурҡҡайның. Расих нисек һуң? Баланы сит итмәйме? -Сит итмәйме тип ни... Лилиәнең йөҙө үҙгәрҙе. Күҙҙәрен минән йәшереп, ситкә ҡараны. -Әллә әйтмәнеңме? -Юҡ.. Ул Рәмисте үҙенеке тип уйлай. Мин телһеҙ ҡалдым. Әҙерәк үҙемә килгәс -Әй, йөрәккәйем, әйтергә ине, алдашмаҫҡа ине.. Алдаҡтан башланған тормош һиңә бәхет килтерер микән? Ай-һай.. - Әйтә алманым мин уға, еңгә, ҡурҡтым! Бер нисек тә телем әйләнмәне! Күргәйнең бит, туйҙа Расих эскеләп ултырҙы. Мин уны тыйманым да. Миңә шулай уңайлыраҡ ине. - Ә атайыңдар? Беләме? - Юҡ. Беҙ тынып ҡалдыҡ.Ул танауын мыш-мыш тартып, күҙ йәштәрен һөрттө. Мин йотлоғоп әсәһенең күкрәгенән шифалы һөт һурған сабыйға ҡараным. - Туҡ- туҡ- туҡ! – Дыҡ – дыҡ! - Фәрит, ишек шаҡый кемдер. - Юҡтыр ҙа кит, ел бит ул. Бер аҙ ятҡас тауыш ҡабатлана. - -Кем булыр икән төн йөҙөндә... Сығып ишекте асты, мин тороп ут ҡабыҙҙым, сәғәт төнгө уникене күрһәтә. Тыштан эйәртешеп ингән кешеләрҙе танырға тырышам. Ғинуар һыуығының ап-аҡ боҫо ишек төбөнән таралғас, ҡаршымда Расих кейәүҙе күрҙем. Бер туған ҡустыһы һәм еҙнәһе лә бар. - Ниндәй елдәр ташланы? Үтегеҙ. Башымда ҡайнашҡан һорауҙарға иғтибар итмәй, сәйнүкте ут өҫтөнә ҡуйҙым. - Еңгә, асыуланма инде, йәме. Йөҙөмә араҡы еҫе килеп бәрелде. - Нишләп асыуланһындар тей! Ҡоҙалар үҙебеҙҙеке! Мирауай! Шулай бит, ҡоҙағый! –ти еҙнәһе. Кеҫәһенән бер яртыһын алып, шап итеп өҫтәлгә ултырта. Мин йылмайған булам. Был осраҡта урынлымы икән минең ҡунаҡсыллығым, әлегә әйтә алмайым. Шулай ҙа өҫтәлгә тәғәм теҙәм. Ә үҙем хәләлемә ҡарайым. Уның йөҙө тыныс, ҡарашы ышаныслы. - Ярай, әсәһе, нимәң бар шунда, ҡуй. Егеттәрҙең һөйләшеп ултыраһы килгәндер. Өҫтәлгә ҡуйылған шешәне ипләп кенә иҙәнгә төшөрөп ҡуйҙым. «Икмәктән дә оло түгел әле» тим. Кейәүҙең ҡустыһы аптыраңҡырап ҡарай миңә. Табын әҙерләп бөткәс, йоҡо бүлмәһенә йүнәләм. - Еңгә беҙҙең менән ултырмаймы ней? –ти Расих миңә тишерҙәй ҡарап. - Юҡ-юҡ, рәхмәт, иртүк тораһым бар, үҙегеҙ генә, - тим. - Еңгә, туҡтале, һиңә әйтәһе һүҙем бар ине. - Әйт, Расих кейәү. - Тик, бында түгел. Абзый, асыуланма йәме, - ти Фәриткә. Мин залға индем, артымдан Расих үтте. - Йә, ней әйтергә ине, кейәү? - Ней, Әнисә еңгә, - ул ярым бышылдауға күсте. Мин уның ауыҙынан килгән уҡшытҡыс еҫкә түҙергә тырышып, уға текләйем. - Һин бит белгәнһең... Минең хәҙер әйткән һүҙемә аптырамаҫһың тип уйлайым. Лилиә бөтәһенә ҡарағанда ла һине нығыраҡ ихтирам итә. «Һәр ваҡыт урынлы кәңәштәре менән ярҙам итте» - ти. Воот.., шунан тағы ней.. Был бәйләнешһеҙ һүҙҙәрҙән мин әлегә бер нимә лә аңламайым. Ул бер ни тиклем уйланып торғандай булғас, дауам итә. – Мин бит унан биш йәшкә ҙурыраҡ та. Ул мине иҫәргә һанай, бер нимә лә аңламай тип уйлай. Тәүге төнөбөҙҙә лә мин улай уҡ иҫерек түгел инем. Әйт әле, Рәмис минең улым түгел, шулай бит!? Ах! Уратып-уратып, бына ҡайҙа килтереп терәтте был! Мин күҙҙәремде ҙур асып, ни әйтергә лә белмәй, юғалып ҡалдым. Башымдан йәшен тиҙлегендә төрлө уй үтте. «Нисек яуап бирергә! Нисек?! Нисек?! Эйе,- тиһәм, Лилиәне нимә көтә? Ғөмүмән, был ғаиләнең тормошона мин ҡыҫылырға хаҡлымы?! Юҡ,- тиһәм дә шулай, унан, намыҫыма ҡаршы барыу була.. Быныһы миңә иң ауыры. Эх, Лилиә, Лилиә! Мине ниндәй ҡатмарлы хәлгә ҡуйғаныңды үҙең белһәң ине! Ике ут араһына һалдың! Теге ваҡыт шул сереңде әйтмәгән генә булһаңсы! Минең ҡәңәшемә ҡолаҡ та һалманың бит үҙең! Һин аңлайһыңмы, минең иңдәремә ниндәй ауыр йөк һалғаныңды?! «Ниңә элегерәк әйтмәнең!? Өндәшмәнең! Лилиәне туҡтатырға ине, тыйырға ине! Һис юғы, әсәһе менән һөйләшеп ҡарар инең!» - тип ярһый намыҫым. Әйтеүе рәхәт тә ул. Эх... Уйҙарымды Расихтың тупаҫ бышылдауы бүлә: - Ә может һин Лилиәгә яҡшы кәңәш тә биргәнһеңдер әле, ә!? Юҡмы ней шунда берәй мәмәй ауыҙ, үҙеңә ҡарат та өйләндер, тигәнһеңдер! Уның күҙҙәрендә уҫал осҡондар бейешеп ала. Миңә төбәлгән ныҡыш һәм мыҫҡыллы ҡараштан мин түҙмәй ҡайнап сығам: - Юҡты һөйләмә! Нисек телең бара миңә нахаҡ яғырға! – тип ярһып бышылдайым.Үҙем асыҡ ишек аша Фәриттең борсоулы ҡарашын шәйләйем. – Юҡты һөйләмә, Расих кейәү. Бына тигән ғаиләң бар. Һөйөнөп йәшә, булғандың ҡәҙерен бел! Йорт та һала башлағанһығыҙ икән, иҫән-һау бөтөрөп керергә яҙһын. Унан инде тағы бәпес алып ҡайтырһығыҙ, тинем. Эсемдә дөрләп янған утты бер алла белә ине был мәлдә, ә тыштан йылмаям. Артабан һөйләшерлек хәлем ҡалманы. Теләгем дә юҡ. Был ирҙең миңә өҫтән аҫҡа күҙҙәрен ҡыҫа биреп ҡарауы, ирен сите менән мыҫҡыллы көлөүенән минең башыма шаулап ҡан йүгерә, йөрәгем ҡолаҡ эсендә типкәндәй тойола. Йоҡо бүмәмә тиклемге ете-һигеҙ аҙым араны мин арбалғандай, томан эсендә йөҙөп үтәм. Ишекте тиҙ генә ябып, урыныма ҡапланам да күҙ йәштәремә ирек бирәм. Әле генә булған хәлдәр, кисерештәр, тауыштар бөтәһе бергә буталып, ҡорт күсе шикелле башымда ҡайнай. Юрғанды аша ябынып, бөтә донъянан ышыҡланырға ине. Шулай ята торғас, йоҡлап киткәнмен.

***

- Әнисә! - Әү... - Ә-ә, өйҙәһең икән. Ней эш бөтөрә инең? Фәриттең был мәғәнәһеҙ тойолған һорауына аптырап, йөҙөнә күтәрелеп ҡараным. Күҙҙәренән нимәлер әйткеһе килеп торғанын күрергә була. Башындағы кепкаһын артҡа шылдырып, елкәһен тырнап ала. - Йә, әйт, ней булды!?! - Бер хәбәр бар. Йүнле түгел... Ҡапыл быуындарым йомшара, ҡулымдағы бысағым шылып ҡына төшөп, иҙән таҡтаһына ҡаҙалып тора. Ззңңң тигән тауыш сығарып зыңғырҙай. - Ней булған?! - Расих кейәү имгәнеп ҡуйған бит. Мунса күтәрергә балсыҡҡа барған булғандар ҡустыһы менән. Эскә үк өңөп ингән ерҙә өҫтөнә балсыҡ ишелгән. Әле Өфөлә бальниста икән, хәле ауыр, тей. Димгә ау ҡарарға төшкәйнем. Уларҙың ауылы, беҙгә ҡоҙа тейешле кеше осраны, шул һөйләп китте. Кисә булған хәл. Ишеткән хәбәрҙән шаңҡый биреп, ултырғысҡа барып ултырҙым. - Барып хәл белербеҙ инде, абзыйымдар бигерәк йыраҡ бит. Беҙ яҡыныраҡ. Берәй ярҙам кәрәкмәйме икән? - ти Фәрит. Лилиәнең « мин барыбер бәхетле буласаҡмын» тигән һүҙҙәре иҫемә килеп төштө. Бәхетле булыу, бәхет.. Нимә икән һуң ул – бәхет? Кемдәрҙер бәхетте байлыҡта, етеш тормошта күрә. Кемдәргәлер бәхет икенсе яртыңды табыу, һөйөү һәм һөйөлөү. Берәүҙәр кемде булһа ла алдап, отоп, урлашып кинәнес кисерә. Ғәйбәт һөйләп, кеше араларын бутап рәхәтлек алғандар ҙа бар ер йөҙөндә... Ә бына мин? Мин үҙем бәхетлеме? Фәрите менән студент саҡта уҡ өйләнешкән инеләр. Нисектер, бик тиҙ үрелеп, сәскә атты уларҙың мөхәббәт гөлдәре. Әхирәте Рәзиләнең бүлмәләш ҡыҙы тыуған көнөнә әйткән ине. Шунда оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, үткер ҡарашлы Фәрит тә бар ине. «Класташым» тине әхирәтенең дуҫы. Йырлашып- бейешеп күңелле ултырҙылар. Уңа Вадим исемле егет күҙ һалғайны. Кис буйы уның менән генә бейегәне иҫендә. Төнгө уникеләр булғас, үҙенең дөйөм ятағына ҡайтып китергә кәрәк ине. Ҡалала троллейбустар төнгө берҙә туҡтай. Иртәгәһенә уҡырға. Бөтә компания туҡталышҡа тиклем оҙатты Әнисәне. Ул бер үҙе шалтырап торған буш троллейбуста ҡайтып китте. Ҡуҙғалғанда боролоп тәҙрә аша бөтәһенә ҡул болғаны... һәм күҙҙәре уның күҙҙәре менән осрашты. Төпһөҙ упҡынға сумғандай тойҙо үҙен бер секундҡа! Ул ҡарашта тәрән һағыш та, ниндәйҙер билдәһеҙ өмөт сатҡылары ла, шелтәләү ҙә сағылғандай булды. Башын тиҙ генә бора һалды. Тик был ҡараш ҡайтып урынына ятҡас та уның күҙ алдынан китмәне. Бер аҙнанан, сираттағы шәмбелә, вахталағы дежур ҡыҙ уға кемдер килеүен әйтеп үтте. Көткән кешеһе булмағас, «кем булыр икән» тип аптырап беренсе этажға төшһә - Фәрит тора. Үҙен саҡырыусы улмы-түгелме тип уйлап та өлгөрмәне, егет килеп уның ҡулынан тотоп, күҙҙәренә ҡараны. Ҡойолоп төшкән ине шул саҡта Әнисә. Был ҡараштан уның битенә ут ҡапҡандай тойолдо. Ниҙер тип өндәшкән Фәриттең күҙҙәренән күҙен ала алмай, әйткән һүҙҙәрен дә ишетмәгән хатта. -Ней? Нимә тиһең? - Әйҙә әле, бераҙ йөрөп киләйек, тим, Әнисә. Шулай башланды уларҙың уртаҡ яҙмышы. Танышыуҙарына өс ай тигәндә ниҡах уҡыттылар. Һуңыраҡ бер һөйләшкәндә Фәрите «Һине шул күреүҙән яраттым, ашағаным-аш, йоҡом-йоҡо булманы. Ялды еткерә алмай яфаландым. Әллә нишләп һуңлап ҡуйырмын да, теге егет һине алып китер кеүек тойолдо» тигән ине. Фәритенең блокнотында шул аҙна эсендә яҙылған ,,Әнисәгә,, тигән шиғырын да уҡыны аҙаҡ. Тәү ҡарашҡа, күпселек ир-аттарға хас булғанса, тупаҫыраҡ, хис-тойғоға ярлы күренгән иренең шиғыр яҙа алыуына әле һаман ғәжәпләнә. Егерме биш йыл да үткән шул мәлдән. Бер-бер артлы тупылдашып өс балалары тыуҙы. Икеһе лә эштән бушаманы, мал тоттолар. Балалары үҫә барҙы, ҡул араһына керә барҙы. Күмәкләшеп бер төптән донъя көттөләр. Әллә ней артыҡ байып китмәһәләр ҙә, кешенән кәм йәшәмәйҙәр, нимә кәрәк шул бар. Торорға йорттары, кейергә кейемдәре етерлек, өҫтәлдә ризыҡтары мул. Шул үҙе бәхет түгелме ни? Һау булыуың, хозур тәбиғәтте күреүең, ҡоштар һайрауын, һөйгәнеңдең, балаңдың тауышын ишетеүең, аяҡ-ҡулың, башың эшләп тороуы, күңел тыныслығы – былар бөтәһе лә тиңһеҙ бәхет бит ҡәҙерен белгән кешегә. Булғанына шөкөр итеп йәшәй белеү ҙә бәхет. Шулай. Бәхеттең башы тәүфиҡ, тейер ине әсәһе. Сырхағанға бәхет – һауығыу, парһыҙға – ишен табыу, яңғыҙҙарға – мөхәббәте менән осрашыу, бала көткәндәргә – сабый һөйөп кинәнеү. Бәхет бик күп ҡырлы аҫылташ кеүек була икән дә. -Аллоу! Алё! Әнисә ҡоҙаса, был мин инем әлеү, Маһинур ҡоҙағыйың. Таныныңмы? Ней бит әле.. Һеҙҙә бер йомош бар ине. Килеп сыҡһаҡ, өйҙә булырһыҙ микән? Ниндәй йомош икән беҙҙә... Төрлөһөн уйлаһам да, зиһендә берһе тынғы бирмәй, безелдәп тора. Лилиә менән Расих һәм... бала. – Фәрит, Фәрит тим... Маһинур ҡоҙағыйҙар беҙгә юлландыҡ тип шылтыратҡайны... - Ярар һуң. Килгәнгә ишек асыҡ. Нишләп килергә булғандар? Мин, «белмәйем” тип ҡулбашымды ғына һикертеп ҡуйҙым. - Расихтың апиратсияһы ҡыйбат булды. Ҡоҙалар ҙа ярҙам итмәһә, үҙебеҙҙең генә хәл етерлек түгел ине. Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек, артабан үҙенән тора инде, тине хирург. Ята инде. Умыртҡаһы йәрәхәтләнгән бит. Геүәрҙин кеүек улымды... һеееү, ҡуй инде.. Һыңҡылдап илаған әсәгә ҡарап күҙҙәремә йәш эркелә. Ней ҡылырға ла белмәйем. Фәрит тә өндәшмәй, исмаһам. –Утыҙға ла етмәй, күҙемә ҡарап ята балам. Кеше көнлө булып.. Хет тегеһе саҡ ҡына ыңғайлаһа инеуыл.. Юҡ бит, юҡ! Түлкә тиҫкәрегә үҙенекен һөйләп, ярһыта ирен. Маһинур алдындағы сәйен йотто.Мин һүҙҙең кем хаҡында икәнен төшөнәм. Башымды аҫҡа эйәм. Күкрәгемдәге ниндәйҙер шештең үҙенән-үҙе ҙурая барыуын тоям. Тын алыуы ауырлаша. Булып ятҡан хәлдәргә, ихтыярымдан тыш, минең дә ситләтеп булһа ла, ҡыҫылышым булыуы бәғеремде телә. - Бер көн, ней өсөн талашҡандарҙыр инде, алдағыһын ишетмәнем, ҡырындағы һыулы стаканды алды ла бәрҙе киленгә. Аныһы тотондо дыулап-илап йыйынырға, китәм, тип. Саҡ тынысландырҙым. Бер яҡта бала илай ярһып. –Кит, күҙемә күренмә! Балаңды ла алырға онотма! – тип ҡысҡырҙы. Аҙаҡтан, Лилиә тышта саҡта әйтте. Әсәй, Рәмис минеке түгел, тип. Ышанмаһаң, ана бар еңгәһенән һора, тине. Килеүемдең сәбәбе шул, Әнисә ҡоҙаса. Беләһең икән, әйт ысын-дөрөҫөн! Бала хаҡына улымдың ғаиләһен һаҡлап ҡалырға бар көсөмдө һалырмын. Инде лә, был хәбәр хаҡ булһа, булмаҫтайҙы ҡыума, тигәндәр боронғолар... Ул, һөйләүҙән туҡтап, тәрән йыйырсыҡтар араһындағы асыҡ һоро күҙҙәрен миңә төбәне. Үҙемә туп-тура бирелгән һорауға ни тип әйтергә лә белмәй, иремә ҡарайым. Фәриттең һорау һәм аптырау тулы ҡарашынан арҡамдан һалҡын тир бәреп сыға. Йөрәк тәңгәлендәге теге шеш шартларға етешеп тынымды быуа. Мин үҙемде нисек тоторға, ҡайҙа ҡуйырға белмәйем. Мәле ошо, тимәк . Күпме ғүмер бер ғәйепһеҙ көйө ғәйепле булып йәнемде өйкәп йәшәүем әле килеп аңыма барып етте. «Мәгеҙ! Ҡабул итеп алығыҙ ауыр дөрөҫлөктө минән! Алығыҙ, күтәрегеҙ иңегеҙгә, артабан ул йөк һеҙҙеке! Теләһәгеҙ нимә эшләтегеҙ, тик мине генә тыныслыҡта ҡалдырығыҙ, зинһар!» тип ҡысҡыраһым килде. Атылып сыҡҡан ҡайнар йәштәр ағып ауыҙыма тулалар. Мин уларҙы йота-йота үкһеп илайым. Йәштәрем менән бергә күкрәктәге төйөр йыуылып төшә, ирей, бәләкәсәйә кеүек. Фәрит миңә ҡулъяулыҡ һона. Саҡ тынысланып, ниһәйәт, ней ҙә булһа әйтерлек хәлгә киләм. - Мин бит уны көсләп һөйләтмәнем. Еңгә кәңәш бир, нишләргә миңә, тип килде Лилиә, яратам тип, алданған ҡыҙ бала. Төрлөсә әйттем, уйлашайыҡ, тинем. Ә ул тыңламаны, үҙенсә эшләне. Әсәһәнә, атаһына әйтһәм, уйлап ҡарағыҙ, кемгә ышанырҙар ине? Мине ғәйбәтсегә сығарырҙар ине, әгәр ҙә Лилиәнең үҙенән дөрөҫөн ишетмәһәләр.. Эйе, Рәмис һеҙҙең улығыҙҙыҡы түгел. Тынлыҡ урынлашты. Арҡаһы бөкөрәйеп, иңдәре төшкән Маһинур иҙәнгә төбәлгән. Әйтерһең, ауыр йөк уға күтәрелергә бирмәй. Фәрит йәлләү тулы күҙҙәре менән миңә ҡарай. Мин турайып, башымды күтәрәм. Беҙҙең күҙҙәребеҙ осраша. «Әнисә, тиҙәр ул күҙҙәр миңә, мин бит һинең хәләл ирең. Миңә һөйләргә тейеш инең һин, миңә! Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бергә, аңлайһыңмы? Хәҙер аңлайым, Фәрит. Ер йөҙөндә берҙән-бер ышаныслы кешем минең. Ниндәй бәхет, шундай кешең булыу! Ошо бәхетте аллаһы тәғәлә һәр бер әҙәменә бирһәсе!? Барыһы ла ишен табып, парлашып йәшәр ине. Бөтә кешегә лә яҙмағандыр, күрәһең. Хоҙайым, ошо бәхетемдән айырма!» Ҡунаҡтың нисек сығып киткәнен беҙ һиҙмәгәнбеҙ.

***

Рәхмәт, Әнисә килен, сәйең бик тәмле булды.Әйҙәгеҙ әле, ҡыҫтатып тағы берәрҙе эсегеҙ, Рәйсә килендәш, Ғәзим ҡайнаға, Рәмис ҡәйнеш! - Күрешкәндәй ҙә булманыҡ бит, һирәк киләһегеҙ, - тип өҫтәй Фәрит тә. - Донъя бит, энем, донъя – бушамайбыҙ. - Лилиәне нишләп апкилмәнегеҙ? - Эштәре күп. Азат кейәү йорттарына ихата ураттырам тип ҡалды. Рәмисте армияға оҙатырға иптәштәре киләбеҙ тигәндәр. Шуңарсы бер төрлө итергә тырышалар инде. Рәмистең үҙен генә беҙҙең менән ебәрҙеләр. Туғандарын күреп китергә. Үҫтерешмәһә лә атай тигән исеме бар, уның менән дә, нәнәһе менән дә хушлашыр. Кем белә, ҡайтҡас яҡынайып китерҙәр может. Килеүебеҙҙең төп сәбәбе лә шул ине, - ти ағаһы. Ҡабалан ғына хушлашып сығып та киттеләр. - Был алдаҡтың ғүмере оҙон булды, - тине ирем. - Фәрит, был ялғандың ғүмере бөттө инде, - тинем. - Эйе шул, тине ул. Түгелеп илап килеп ингән килендәшемде нисек тынысландырырға ла белмәнем. - Мине үҙ ғүмеремдә был тиклем кәмһеткәндәре юҡ ине, - тип үкһей Рәйсә. - Нишләп, нишләп һин миңә әйтмәнең?! Исмаһам кинәйәләп булһа ла һөйләр инең! Йөҙө ҡара янып килеп ингән ҡайнаға: - Етер буҙларға! Ҡайтҡансы ҡолаҡ ҡалманы! Йыйын, ҡайтабыҙ! Рәмис машинала көтә! – тип екерҙе лә сығып та китте. - Нисә йылдар буйы мине үҙ балам, үҙемдең ҡыҙым алдаҡ эсендә йәшәткән. Маһинур беҙҙе битһеҙҙәрҙән һалдырып ҡыуып сығарҙы. Имеш, беҙ уйнашсы ҡыҙ үҫтергәнбеҙ. Мин Рәйсәгә крандан боҙҙай һалҡын һыу ағыҙып бирҙем. Бер аҙҙан, һулҡылдауы баҫылып, килендәшем: - Ҡаты бәрелдем, Әнисә. Мында һеҙҙең ғәйеп юҡ инде. Лилиә һөйләргә тейеш булған беҙгә барһын да. Кем яңылышмай был тормошта? Бигерәк ҡаты булды бит Ғәзим балаларға. Йылы һүҙ, иркәләү тигән нәмәне белмәне. Мин уның һүҙенән сыға алманым. Ии аллаһым... Маһинурҙы ла аңларға була. Нисә йыл постелдә бит Расихы. Уффф, ҡуй инде... Ә минең уйымда – Рәмис. Ниҙәр уйлап, нимәләр кисерҙе икән ул бала ошо хәлдәр уртаһында ҡалғас? Үҙе ир ҡорона ингәнсе Расихты атаһы тип белеп, күңелендә, йөрәгендә ул кешегә ҡарата уллыҡ хистәре, туғанлыҡ хистәре йөрөтһә, бынан һуң яҡындарына, үҙ әсәһенә ҡарата ышанысы ҡаҡшап, хатта, күрә алмаҫлыҡ хәлгә етмәҫ тип кем әйтә ала?! Бигерәк тә, оҙайлы ваҡытҡа сит ергә китер алдынан уның рух ныҡлығына ҡаты һынау бит был... Эй, бала, бала... - Дөрөҫөн генә әйткәндә, Рәйсә килендәш, һеҙҙең ошо көнгә тиклем бер ней белмәй йәшәгәнегеҙгә аптырайым. Нисек атарға һуң Лилиәнең был ҡылығын? Нимә ул был: бошмаҫлыҡмы, бәғерһеҙлекме? Еңел-елпе уйлаумы, уйлап еткермәүме? Әсә кешенең балаһы алдында яуаплылығы, бурысы ҡайҙа һуң? Мин быны аңламайым, аңламайым һәм ҡабул да итмәйем! Унһигеҙ йыл элек, ярай, үҙе лә бала ғына булған... Ә бит күпме ғүмер үтте... Һеҙ бары тик үҙегеҙҙе генә уйлайһығыҙ! Ә Рәмистең кисерештәрен уйлаусы бармы икән?! Ялғандың ғүмере ҡыҫҡа тиһәләр ҙә, был бик оҙон ғүмерле булды әле, Рәйсә. Мин үҙемде лә ғәйепһеҙ тип әйтмәйем. Бар миндә лә ғәйеп. Ваҡытында һеҙҙе иҫкәртһәм, бөгөн выжданым тыныс булыр ине. Түгел шул.. Һуң булмаҫ борон Лилиә менән һөйләшегеҙ, килендәш, йәме. Рәмис улыбыҙҙың ысынын белергә хаҡы бар, тип уйлайым. Һуң булһа ла. Кем белә, үҙ атаһы менән табышһалар, унан да бәхетле кеше булмаҫ, бәлки. Башын эйеп, уйланып тора бирҙе лә, Рәйсә: - Ээй, килендәш, уныһы шулай ҙа бит.. һеҙ ҙә барыһын да белмәйһегеҙ шуу... – тине. Тәрән итеп уфтанды. Бер аҙҙан «шулай, Әнисә, дөрөҫ әйтәһең. Бынан ары шул килеш бара алмай был хәл. Һуң булһа ла уң булһын» Тамам тынысланып, бойоғоп ҡалған Рәйсә хушлашып сығып китте. *** - Никах туйығыҙ ҡотло булһын, Рәмис улым, Алена килен. Бер- берегеҙҙе тыңлап, ишетеп, аңлап йәшәгеҙ, ҡәҙерләгеҙ. Ололар кәңәшенә лә ҡолаҡ һалығыҙ. - Арағыҙҙан ел дә үтмәһен, тормошоғоҙҙа алдашыуға урын булмаһын. Бәхет үҙ ҡулығыҙҙа, балалар, - тип ҡушылам мин дә Фәриттең ҡотлау һүҙҙәренә. Йөҙҙәренән нур бөркөлөп торған йәштәр, бер- береһенә һөйөү тулы ҡараштар ташлап, рәхмәт әйтеп, туғандарының, дуҫтарының тәбрикләү һүҙҙәрен ҡабул итәләр. Рәмис ҡәйнешемдең үҙен дәрәжәле тотоуына, тыныс йөҙөнә ҡарап бөтә уй-теләктәре лә тормошҡа ашыр, бәхетле булырҙар тип ышанаһы килә. Бер тын тышҡа һауа алмаштырырға сыҡҡан арала беҙҙең янға Лилиә ҡәйенһеңлем килеп баҫты. - Абзый, еңгә, ҙур рәхмәт саҡырыуҙы кире ҡаҡмай килеүегеҙгә. Бик ҙурлап килгәнһегеҙ беҙҙе. - Үҙегеҙ ҙә маладис, бик матур әҙерләнгәнһегеҙ. Өҫтәлдәр һыйҙан һығылып тора. Эскеһеҙ үткәреүегеҙ бигерәк тә оҡшаны. - Ә-ә, эйее.. Рәмистең теләге ине уныһы, - ти Лилиә. – Еңгә, минең һеҙҙең алда ғәйебем ҙур, беләм. Хотя, һеҙҙең алда ғына түгел инде... Мин йәшлегемдә бик күп хаталар яһап ташлағанмын ул... Лилиә, ҡараштарын ергә төбәп, ары ни әйтергә тигәндәй, шымып ҡалды. - Һеңлем, - тине Фәрит, - беҙгә ҡайтырға йыраҡ, ҡунып, юлға таңдан сығабыҙ, алла бойорһа. Әҙерәк бушағас, һөйләшеп ултырырбыҙ, теләһәң.. Риза, тип башын ҡаҡты Лилиә. «Йәшлегем менән уйламай эшләгән хаталарым өсөндөр инде, язаһын да арыу күп кенә татыным мин, тип башланы Лилиә һүҙен. Расихтан киткәндә ҡәйнәм «мәңге рәхәт күрмә, баламды алдап, бәхетһеҙ иттең» тип, рәнйеп ҡалды. Мин уны ғәйепләмәйем. Күп тә үтмәй Илдар менән таныштыҡ, ул мине яратты, туй яһап өйләнештек. Поселокта йорт һала башланыҡ. Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Өйҙөң бураһын өлгөртөп, инеп йәшәй ҙә башланыҡ. Илдар ағас эшенә оҫта булды. Төкәтмә яһаны, соланын, бер юлы мунсаны, арбаҙҙы ла эшләп ҡуйҙы. Ә мин, рәхәт тормошҡа сыҙай алманым. Яҡын- тирәләге ҡатындар менән эсергә өйрәнеп алдым. Эскене күтәрә инем, эшкә лә шәп булдым. Эскелеккә бирешермен тип бер ҙә уйламаным. Тора-бара бер-ике рюмка эсмәй үткән көндәрем һирәк була башланы. Атайымдарҙың стройкаға тип ташыған самогондары ла булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр» Лилиә, ҡулдарын ыуа-ыуа хәбәрен һөйләй. Мин уның йыйырсыҡтар баҫһа ла, матурлығын һаҡлай алған йөҙөнә ҡарайым. Шул уҡ оҙон керпектәр. Күҙҙәр бер аҙ тоноҡлана төшкән. Шулай ҙа бөтөнләй нурһыҙ түгелдәр. Ул ҡалтыраныуын баҫырға тырышып, дауам итте. «Ирем, апаһы менән ҡат-ҡат әйтеп, әрләп ҡараһалар ҙа мин тыңлауҙан үткән инем инде. Эсеүем менән бергә тәртипһеҙ тормошҡа ла бик тиҙ күстем. Илдарҙың да донъя көтөүгә булған дәрте яйлап һүрелде, эсә башланы. Бер ҡаты ғына эскелектән һуң, берәүҙең өйөндә бер ир менән ятып ҡалғанмын. Иртәнсәк айнып ҡайтҡанда, йорт урынында торомбаштар ғына төтәп ята ине. Балаларымды эҙләп, илай-илай өй урынын соҡоғаным иҫемдә. Мине ушһыҙ килеш больницаға илтеп һалғандар. Ә Илдарым.. Илдарым... » Лилиә субырлап аҡҡан йәштәрен тыя алмай үкһене. «Ул, балаларҙы апаһына илтеп, хушлашҡан. Ут төрткәндән һуң, үҙенә лә бензин һибеп, шырпы сыйған. Ихата буйлап факел кеүек янып йүгергәнен күргәндәр. Быларҙы миңә һуңынан һөйләнеләр» Лилиә ауыр тын алып, устары менән битен ҡапланы ла тынып ҡалды.. Мин йыуатып әйтер һүҙ таба алманым. -Ауыр булһа һөйләмә, туғаным, тине Фәрит. - Юҡ... күңелемде бушатаһым килә, - тине бер аҙҙан. Ғүмерем буйына әсәйҙәре менән әхирәттәр кеүек аралашҡан ҡыҙҙарҙан көнләштем. Минең һөйләшерлек бер кешем дә булманы. Әле инде Азатым, өс ҡыҙым бар, аллаға шөкөр. Бында ҡайтҡас, ике балам менән атайымдарға һыймаҫым билдәле ине. Олатайым менән өләсәйемдәргә барып һыйындыҡ. Уларға рәхмәт, мине ғәйепләмәй нитмәй ҡабул иткәндәре өсөн. Ҡулдан килгәнсә ярҙамлашып, ауырыһалар ҡарашып, йәшәй башланыҡ. Заводҡа эшкә индем. Рәмис мәктәпкә, ҡыҙым баҡсаға йөрөй башланы. Ваҡыт уҙҙы. Олатайым менән өләсәйем бер-бер артлы ғына мәрхүм булғас, мин үҙемдең элекке ғәҙәтемә кире ҡайттым, эсә башланым. Йәшәүемдең бер мәғәнәһен дә тапманым. Әллә нисә эштән ҡыуылып, шалтырап торған буш, күптән ремонт күрмәгән өйҙә кәүҙәм генә йөрөй, ә йәнем әллә ҡайҙа осоп йөрөгән кеүек тойола башланы. Төндәрен йоҡлай алманым. Саҡ ҡына күҙем эленһә төшөмә Расих, Илдар килеп инәләр. Выждан ғазабынан мине йығылғансы эсеү генә ҡотҡара ине. Рәмис үҙенә йомолоп, һирәк һөйләшер булып китте. Һеңлеһе менән генә асылып китеп уйнай, һөйләшә ине. Эш ҡушһам – эшләй, ҡушмаһам бүлмәһенә инеп бикләнә. Һирәкләп аңыма килгән саҡтарҙа шәүлә кеүек йөрөп, донъямды таҙалап, ҡулдан килгәнсә ризыҡ әҙерләп ала инем. Донъянан китергә тигән уйҙар башыма нығыраҡ инә башланы. Әсәйемдәргә бер-ике тапҡыр барып килдем мин. Һоранып та түгел, күңелемә йылы бирерлек берәй ым -ишара булһа ла өмөт иткәнмендер инде. Битәрҙән башҡа нимә ишетмәнем. Атайым берһендә ,,мине әҙәм алдында мыҫҡыл итеп йөрөмә башҡа,, тине. Ниәтемде тормошҡа ашырыр өсөн миңә аңһыҙ булғансы иҫерергә кәрәк ине. Ошо мәлдә хоҙай тәғәлә миңә тағы бер әмәлен күрһәтеп ҡарарға булдымы, юлыма Азатты сығарҙы. Магазин тупһаһында барлы-юҡлы тиндәремде иҫәпләп, ҡалтыранып торғанымда ҡаршыма килеп һүҙ ҡушты. «Аҡса эшләп алаһың килмәйме? » тине. Эйәреп киттем. Мине алда нимә көтөүе борсоманы. Нисек тә аҡса табып баш төҙәтеү ине уйымда. Өйөнә ингәс, түрҙәге диванда һыйынышып ҡына йоҡлап ятҡан ике ҡыҙ баланы күрҙем. Береһенә дүрт, икенсеһенә алты йәштәр тирәһе булыр. Күптән ҡатын-ҡыҙ ҡулы тейелмәгәне күренеп тора. Мөйөштә бер карауат булып кер өйөлгән, иҙән бысраҡ. Кухняһындағы өҫтәлдә һауыт ҡуйырлыҡ буш урын юҡ. Азат миңә тәүҙә ярты рюмкалай ғына араҡы ҡойоп бирҙе. Шунан, «ҡулыңдан килерме?» - тип һораны. Мин «килер» тинем. Ул йортҡа икенсе көнөнә лә , өсөнсө көнөнә лә үҙем барҙым. Азат миңә рюмканан артыҡ эсермәй, үҙем дә һорамайым. Ул минең менән һөйләшмәй, тышҡа сығып үҙенең эштәре менән була. Уның ҡарауы теге ике ҡыҙ янымдан китмәйҙәр. Уларҙан мин әсәләренең үлеүе, шунан ниндәйҙер кешеләр килеп, уларҙы алып китергә теләүҙәре, аталарының ул кешеләр менән ҡысҡырышып, талашыуҙары тураһында белдем. Бөтә донъяларын ялт иттереп таҙалап ҡуйҙым, тәмле итеп ашарҙарына бешерҙем. Тәүҙә Азат биргән самалы ғына аҡсаға эсергә алдым. Һуңыраҡ, нисектер аңым быға үҙенән-үҙе ҡаршылаша башланы. Ҡайтып үҙ донъямды, балаларымды ҡарау теләге уянды. Тормошома мәғәнә, донъяма ҡот ҡайта башланы. Әкренләп, Азат та миңә асылды. Яңғыҙ ҡалғас, ҡайғыһын араҡы менән йыуырға маташҡан ул. Опеканан килеп, ҡыҙҙарын алып китәсәктәрен әйткәс, айнырға көс тапҡан үҙендә. Балалары хаҡына башҡаса мәңге ул нәмәне ауыҙына алмаҫҡа һүҙ биргән. Ярты йылдан беҙ никах уҡытып, ике ғаиләне бергә ҡуштыҡ. Азат дингә ылыға башланы, үҙ ғүмерендә тәү ҡат мәсеткә барҙы. Миңә лә яйлап төҫ ҡайтты. Дүрт балам өсөн йәшәй башланым. Рәмис техникумдың ике курсынан һуң армияға китәһен әйтте. Китер алдынан беҙҙең арала ҡаты һөйләшеү булды. Расихтың үҙ атаһы түгеллеген белгән ине. Мине алдаҡсылыҡта ғәйепләне, ишекте ныҡ ябып, сығып китте. Улым алдында ғәйебем ҙур булғас, ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алмайынса һығылып илап тороп ҡалдым. Бары хоҙайҙан улымды һаҡлап йөрөтөүен һораным. Ҡайтҡас, ул уҡыуын дауам итте. Шунда уны үҙенең атаһы – Борис эҙләп тапҡан. Яҡынайып китеүҙәре нисек булғанын мин белмәйем. Бер ялда өйгә икәүләп ҡайтып инделәр, артыма йығылып китә яҙҙым. Үҙемде нисек тоторға белмәй ҡаушаным. Миңә улым алдында ныҡ уңайһыҙ ине. Хушлашҡанда ғына бер аҙ һөйләштек Боря менән. Уның да ғаиләһе, балалары бар икән. Улы тыуыуын, минең тормошомдоң нисегерәк барыуын белешеп йәшәгән. «Һин ашыҡтың..., ә мин һуңланым» – тине ул миңә. «Һинең менән ташлашып себергә киткәс бик оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Үҙемә урын таба алманым. Ҡабаланып, уйлап еткермәйенсе рәнйетеүемде, һине ныҡ яратыуымды аңлағанда, һуң ине инде» - тине... Ә Рәмис башҡаса минең янға ҡайтманы. Бер нимә лә аңлатып торманы, ҡайтманы ла ҡуйҙы. Үҙенә квартира табып, айырым йәшәне, эшләне, һеңлеһенә ярҙамлашты. Өйләнергә булғас ҡына, Бористың кәңәшен тотоп, килеп килен менән таныштырҙы. Алена урыҫ ҡыҙы булғас, никахты беҙҙә үткәрергә булдыҡ. Ҡоҙағыйҙар ҙа ҡаршы булманы. Рәмис атаһын да саҡырҙы. Атайымдар менән дә ошо никах арҡаһында әҙерәк араларыбыҙ яҡынайып тора әле. Мин улар алдында ла, улым алдында ла ғәфү үтендем. Бик күп йылдар уларҙы алдаҡ эсендә йәшәткәнем, эскелегем арҡаһында балалыҡтарын тартып алғаным өсөн. Расихтан да, Илдарҙан да ғәфү итеүҙәрен һорар инем, улар мәрхүмдәр шул... Һеҙҙән дә мин ғәфү итеүегеҙҙе һорайым, абзый, еңгә.,, Лилиә һөйләүҙән туҡтап ҡараштарын беҙгә күсерҙе. Мин ҡәйенһеңлемде ҡосаҡлап күҙ йәштәремә ирек бирҙем. – Лилиә һеңлем, тине Фәрит, – үткәндәреңдең һабағын иҫеңдә тот, бөгөнгөң менән йәшә, йәме. Һеҙгә Азат кейәү менән бергәләп тағы өс ҡыҙығыҙҙы аяҡҡа баҫтыраһығыҙ бар. Бәхетең үҙ ҡулыңда. Күрше бүлмәнән ҡыҙҙар инеп әсәләренә һыйындылар. Лилиә уларҙы берәм-берәм ҡосаҡлап һөйҙө. Азат инеп, ишек яңағына һөйәлде, йылмайып ҡарап тора башланы. Уның да йөҙө бәхеттән балҡый ине.

Фото: stylishbag.ru

Автор:
Читайте нас: