+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәсмә әҫәрҙәр
24 Август 2023, 20:00

Йәшәү көсө

Йәйге ҡояш үҙенең йылы нурын мул өләшеп, көнө буйына сикһеҙ йылыһын биреп, балҡып янғандан һуң, кисен ял алырға теләгәндәй, бейек тауҙың башына яйлап ҡына үҙенең тәнен йәшерә башлай. Әле генә түп-түңәрәк булған ҡояш, яйлап кәмей, бер аҙҙан тамам юғала.  Ҡояш байығас та әле, үҙенең күпкә юғалмауын белдергәндәй, үҙе артынан алһыу-ҡыҙыл, шәфәҡ шаршауын ябып тора.

Йәшәү көсө
Йәшәү көсө

Ауыл өҫтөнә туҙан күтәреп, көтөү ҡайта. Эңер төшөүгә ҡатын-ҡыҙ һәүкәштәрҙең шифалы һөтөн һауып, киске ашҡа әҙерләнә, ә йәш-елкенсәк ашыҡ-бошоҡ ҡапҡылап, киске уйынға ашыға.

Ғәли ҙә аҙымдарын тиҙләтә төшөп, ҡабаланып атлай, төнгө ҡараңғылыҡ урманды солғап алғансы, йәһәтерәк яланға сығып ҡалырға кәрәк. Яурынына һалған шешҡолаҡты аулауына ҡыуана, ике көнлөк аҙыҡ булды, тип шатлана. Ҡуян баҫтырып бик алыҫ кителгән икән, апаруҡ арығанын тоя. Өйҙә ҡалған ҡустыһы Хәниф борсолоп көтәлер. Улар икәүләп кенә донъя көтәләр. Ата-әсәләре күптән инде баҡый доньяға күскәндәр. Шуға ла Ғәли ете йәшенән үк ҡустыһына атай ҙа, әсәй ҙә, ағай ҙа. Ҡайҙа барһа ла бер тотамға ла үҙенән ебәрмәй, уны күҙ ҡараһы кеүек һаҡлап, йәберләүҙәрҙән ҡурсалап, үҫтереп килә. Бынан ике йыл элек ауылға район үҙәгенән  мисәтле ат егеп, ике ҡатын һәм бер милиционер ағай килеп төштөләр. Ауылда һүҙ  бик тиҙ тарала. Етемдәрҙе йыйып, ҡайҙалыр балалар йортона ебәрәләр икән тигән хәбәрҙе күршеләге Миңзифа инәй ишетеп ҡайтып һөйләүгә, тәҙрә шаҡынылар!

Йомошсо булып эшләгән Разия апай: “Ғәли, ҡустың Хәнифте ал да, йүгер правлениеға, - тип ҡысҡырҙы ла ауыл үренә, етем балалы ғаиләләргә хәбәр итергә йүгерҙе.

 Ғәли ҡойолоп төштө, күҙ алдына әсәһенең үтенесле ҡарашы һәм әйткән  һүҙҙәре – “Ғәли, балам, ҡустыңды ташлама, бер минутҡа ла күҙеңдән осорма, бергә булырға тырыш!” –килде һәм “Хәниф, тиҙ генә анау ҡалған икмәкте кеҫәнә һал да йыйын,”- тип ҡустыһын ҡабаландырҙы. Йәһәт кенә йыйынып, ҡаршылағы тауға йүнәлделәр. “Әйҙә, Ҡашлаҡтың үренә менәйек, унан ауыл ус төбөндәге кеүек күренә, райондан килгән кешеләр ауылдан киткәс кенә кире ҡайтырбыҙ!”- Ғәли ҡустыһын үҙенән айырып ҡуймаһындар тип ҡурҡып, ҡабаланып атланы. Хәтерендә әле һаман: бик оҙаҡ көттөләр район кешеләренең китеүен. Кис еткереп кенә, ҙур һаҡлыҡ менән өйҙәренә ҡайттылар.

Төрлө хәтирәләргә бирелеп килә торғас, ауылға еткәнен дә һиҙмәгән. Йәш-елкенсәктең шат тауыштары йөрәкте елкетә. Ғәлиҙең дә улар кеүек рәхәтләнеп, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәгеһе килә. Тик донья йөгө уның әле быуындары ла нығымаған иңдәренә һалынған. Ҡуянды эш итәһе лә бар. Ул да булмай атаһының тәүге ҡатыны Мәҙинә инәйҙең өлкән ҡыҙы Шәүрә апаһы килеп сыҡты. Бер ҡулына һөт, икенсе ҡулына ҡатыҡ тотҡан:

-Бәй, Ғәли, әле генә ҡайтып киләһеңме, һуңлап йөрөйһөң! Үҙеңде һаҡлар  кәрәк, йәнлектәр араһында төрлөһө була, Аллам һаҡлаһын үҙеңде! Айыу, бүре быйыл бик күп, тип һөйләйҙәр. Әл дә әле үҙең мәргән атырға өйрәндең, тамағығыҙҙы туйҙырып тораһың, иттән өҙөлмәйһегеҙ! Хәниф тә көн дә Эйектән балыҡ тота. Иш янына ҡуш инде. Бөгөн уны төш күргән инем, кер йыуып ҡайтып киләм тигән  була. Үҙенең  салбары йыртыҡ. “Ҡамыт кейергә” әле иртәрәк булһа ла, әллә өйләнәһеңме, Ғәли ҡустым? Мин әйтәм, ҡайтыуыңа ашың бешкән, өҫтөң йыуылған булыр ине!” тигән һүҙҙәр менән өй ишеген астылар. Май шәм яҡтыһында, усаҡ тирәләй Хәниф ниҙер эшләп йөрөгән була.”Ағайым ҡайтты иҫән-һау!” – тип ҡыуана.

-Бөгөн беренсегә картуф юллаған инем, биш-алты бөртөк эре генәһе лә килеп сыҡты. Һин ҡайтыуға әрсемәй генә шуны бешерҙем! – тип ҡабаланып ашъяулыҡ түшәне Хәниф. Шәүрә апаһы килтергән һөт-ҡатыҡ табынға йәм өҫтәне. Тамаҡ туйғас, көс өҫтәлгәндәй булды. Ғәли йәһәт кенә ҡуян тиреһен тунап, итте өлөштәргә бүлде, аҙ ғына тоҙ һибеп, һалҡын баҙға төшөрҙө. Арлы-бирле эш эшләгәндән һуң ҡустыһы янына барып ятты.

Тәҙрәнән ҡара-зәңгәр күк йөҙө күренә. Икһеҙ-сикһеҙ күктә ураҡҡа оҡшаған ай ҡалҡҡан: “Һиңә, ай дуҫ, яңғыҙ күңелһеҙҙер  тигәндәй, бихисап йондоҙҙар балҡып емелдәшә.  Төнгө күктә йондоҙҙар үҙҙәренен сағыу, матур бейеүҙәрен башлай, киң күкте барлап, әле бында, әле тегендә йондоҙҙар атыла, уларҙың яҡты юлдары күренә. Ай яғымлы йылмайып, йондоҙҙарҙың шаянлығына һоҡланып, яй ғына төнгө күктә йөҙә.

Көнө буйы бил яҙмай баҫыуҙа эшләп арыған ағай-апайҙар, аяҡтарына ял бирергә ашыға. Мөхәббәттә янып көйгәндәрҙе, һөйөү, наҙға тулы төн көтә, ә танауҙарына еҫ керә башлаған үҫмерҙәр аҡҡоштарға тиң, ғорур, матур ҡыҙҙар тирәһендә өйрөләләр. Зифа талдай һомғол буйлы, аҡ мәрмәрҙән ҡырып яһалғандай һылыу кәүҙәле ҡыҙҙар, яҙҙың тәүге сәскәләре кеүек шундай саф, наҙлы, хуш еҫлеләр.

Шәүрә апаһының “кәләш ал” тип өйрәтеүе  йөрәкте елкетә, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар уята. Байтаҡтан бирле ауылдың иң сибәр ҡыҙы йөрәгендә урын алған да ул. Ғәли үҙенең Рәҡиәгә күҙе төшөп йөрөүен күптән аңлаған. Мөхәббәтен әлегә сисеп һалғаны юҡ. Хәлле генә йәшәгән Фәйзулла ҡарттың бер-бөртөк балаһы ул. Үҙе сибәр, үҙе матур телле. Ул һөйләй башлаһа, шишмә сылтырап аҡҡан кеүек, илаһи моң түгелгәндәй була. Ә йырлап ебәрһә, һандуғастар һайрауҙан туҡтағандай. Бирһә бирә икән Хоҙай  кешегә шундай теүәллек! Матур буй-һын, бөгәренә төшөп торған сәс толомдары, ә сихри нурҙар сәскән күҙҙәр, кемде генә ғашиҡ итмәһен дә, кемдәрҙең төн йоҡоһон алмаһын инде. Юҡ-юҡ, тәүбә, Ғәли йәненән дә артыҡ күргән Рәҡиәне башҡа берәүгә һис тә бирмәйәсәк. “Үлһәм- үләм, әммә Рәҡиә минеке буласаҡ!” тип үҙ-үҙенә һүҙ биреп ҡуйған.

Уйҙарҙың осона барып етә алмай, тәрән йоҡоға талды Ғәли. Эт урынына йүгереп, шешҡолаҡты баҫтырған аяҡтар тамам арыған, бөтә ағзалары ла  тәрән йоҡоға киткән.

Иртәнге ҡояш нурҙары тәҙрәгә төшөү менән ҡабырғаларға йылылыҡ һибә, иркәләнеп, һуҙылып, кирелеп ятҡы килә.  Торғо килмәй, тик олатайҙың “Ҡояш менән бергә уянған кеше генә бәхетле була” – тигән һүҙе һәр көн таң менән торорға булышлыҡ итә.

Йәйҙен йәмле көндәре лә һанаулы шул. Әле утын әҙерләү мәшәҡәте бар. Ғәли тамаҡ ялғап алыу менән ҡустыһын эйәртеп туғайға төшөп китте. Туғай кәртә артынан уҡ башлана. Бында башлыса кибеп ҡолаған муйыл, ҡарама кеүек ваҡ-төйәк кенә ағастарҙы алырға була. Ә инде матур ҡаты имән, ҡайын ағастарын ҡырҡырға рөхсәт ителмәй. Шуға ла халыҡ баҫыуҙа эшләгән арала Ғәли ҡышлыҡ утынды ҡырҡып өйөп бара, ә ҡустыһы Сөнғәт бабайҙан ваҡытлыса алып торған ҡул арбаһы менән утынды өйгә ташый.  

Ғүмер йылғаһы туҡтауһыҙ аға. Тулҡын-тулҡын булып йылдар үтеп тора. Болондарҙа хуш еҫ бөркөп ултырған сәскәләр оҙаҡламай үткер салғы аҫтында ҡалырҙар. Бесәндәр кипкәс, кәбәндәр ҡойолоп торор. Баҫыуҙарҙа эш ҡайнар, арыш, бойҙай сабылып, ырҙын табаҡтарына өйөлә барыр. Уңыш йыйылып бөтөүгә йылы яҡҡа осҡан ҡоштар тауышы, йөрәккә һағыш һалыр. Һәр миҙгелден үҙ йәме бар.

Ғәли быйыл бик ныҡ үҙгәрҙе. Буйға үҫеп, ир ҡорона кереүелер инде.  Иҫән булһа, етенсе класты тамамлай инде. Ҡустыһы Хәниф  дүртенсе синыфҡа бара. Элек, Ғәли бала саҡта, етем ҡалғас, үгәй әсәһендә йәшәнеләр. Буш өйҙө колхоз рәйесе Хәбир ағай ваҡытлыса мәктәп итте. Етем ҡалған ике балаға, Ғәли менән Хәнифкә, өҫ-баштарына кейем-һалым, әҙерәк иген биреп торҙолар. Ә бынан бер йыл элек колхоз  Ғәлиҙәрҙең өйө ҡаршыһына өс бүлмәнән торған мәктәп төҙөнө. Ғәли  ҡустыһын алып, бушап ҡалған тыуған йортҡа ҡайтып йәшәй башланы.  Башта бик ҡыйын ине донья көтөүе. Тора-бара тормош үҙе үк йәшәргә өйрәтте. Өйҙө таҙа тотоу ҡустыһына йөкмәтелде. Ғәли - ризыҡ табыусы, уны әҙерләп, өҫтәлгә ҡуйыусы бурысын үҙ өҫтөнә алды. Ярай әле атаһынан ҡалған ҡомартҡы – бер көбәкле мылтыҡ бар. Өйҙәре бик матур, ҡарағас ағасынан бураған уны атаһы, семәрләп эшләгән тәҙрә ҡапҡастары, бейек итеп утыртылған урыҫ ҡапҡаһы айырыуса йәм өҫтәй. Тик ошо матур өйҙә атаһы менән әсәһенә бәхетле итеп йәшәргә яҙмаған икән.  Өйҙө эшләп бөтөрөүгә, аяғы тайып китеп, атаһы өй башынан ҡолап төшөп, билен һындырып, ете ай үлем менән көрәште, тик үлем көслөрәк булып сыҡты. Атайҙарын ерләгәс, ике малай менән тороп ҡалған әсәләре лә күп йәшәй алмай, үпкәһенә һалҡын тейҙереп, өр-яңы йортта ете һәм өс йәшлек малайҙарын ҡалдырып, мәңгелек донъяға күсте.

Ажғырып-һыҙғырып, үҙенең уҫал тынын бөркөп, һалҡын ҡыш та килеп етте. Ағалы-ҡустылы йәй әҙерләгән утынды самалап ҡына яғып, тән йылыһын йөрәк йылыһына ҡушып, һыйынышып ҡына иҫке ҡорама юрған аҫтында ятып, һунарҙа осраған төрлө мажараларҙы һөйләп, ҡыштың оҙон төндәрен уҙғаралар. Эңер төшкәнсе тип, яҡты ваҡытта дәрес ҡарайҙар. Уҡыу Ғәлигә лә, Хәнифкә лә анһат ҡына бирелә. Малайҙар башлы, биргән белемде йотлоғоп алырға тырышалар...

Хуш еҫле муйыл сәскәләре танауҙы ярып үтеп инә. Зәңгәр күҙҙәрен асыр-асмаҫ сирен ағастары яҙ ҡояшының йылы елендә иркәләнеп ултыралар. Тауҙын битен һары башлы умырзаялар таҡыя-таҡыя булып ҡаплап алғандар. Бөтә донья ҡаты ҡыштың үтеүенә тантана итә.

Артта ҡалған имтихандарҙан һуң Ғәли үҙен әкиәттәге дейеүҙе еңгән батыр егеттәй тоя. Шатланмаҫлыҡ түгел шул. Имтихандарҙы тик “бишле” билдәһенә тапшырҙы. Әле килеп колхоз рәйесе Хәбир ағай  Ғәлиҙе бухгалтер эшен алып барыуға өгөтләй:

        - Һин, ҡустым, бик башлы егетһең, һинән бына тигән бухгалтер сығасаҡ. Мин - Хәбир ағайың әйткән һүҙҙе йылдар үткәс иҫләрһең әле! Уҡыуыңда һынатмаған кеүек эштә лә һынатмаҫһың! Иртә менән правлениела көтәм.

Күңел күтәренкелеге кисереп, кистән йыуып ҡуйған күлдәк, салбарын кейеп, ҡәҙерлегә генә кейгән калушын эләктереп, көҙгө алдына килеп баҫты Ғәли. Көҙгөнән апаруҡ ыҫпай-таҙа ғына кейенгән егет ҡарай. Башындағы ҡара сәстәре тулҡын-тулҡын булып киң маңлайына төшкән. Был ҡуйы бөҙрә сәстәр ҡалын ҡара ҡаштарға бәҫ биреп торған кеүек. Шоморт ҡара күҙҙәр  ҙур ихтыяр көсөн сағылдыра, ә инде  бер аҙ ҡымтып ябылған ирендәр - был егеттең үҙ һүҙле булыуына ишара. Байтаҡ ҡына үҙен ҡарап торғандан һуң, Ғәли уҡыуға ҡәҙерләп тотҡан сумкаһын яурын аша һалды ла правлениеға табан юл алды. Ғәли әле үҙе лә һиҙмәй мауыҡтырғыс оло тормош юлына аяҡ баҫыуын. Был юлдың оҙонлоғо, таҡырмы, әллә инде соҡор-саҡырлымы, бормалымы ул, әллә текәме икәнлеге әлегә билдәһеҙ.  Ишек төбөндә баҫып, хәйерле юл теләп ҡалған Хәнифкә, ниңәлер моңһоу булып  китте, күҙенә йәштәр төйөлдө. Ағаһының итәгенә йәбешеп һәр ваҡыт уның янында башҡаса була алмаҫын аңлай ине малай.

Эшкә сыҡҡас, бөтә колхоздың иҫәп-хисап эштәрен үҙ иңенә алды Ғәли. Тиҙ генә уйлаған аҡылы уға эштең асылына төшөнөргә ярҙам итте. Рәйес Хәбир ағай егеттең бик тырыш икәнен күреп, көҙгә бухгалтерҙар курсына уҡырға ебәрәсәген әйтте. Беренсе тапҡыр егеткә эш хаҡы бирҙеләр.  Ғәли аптырауға ҡалды, 11 һум да 50 тин аҡсаны  бер ҡулына алды, бер кире кеҫәһенә һалды.  Бындай ҙур байлыҡ уның ете ятып бер төшөнә лә ингәне булманы. Бер аҙ шаңҡып ултырғандан һуң  иҫенә бер хәл килеп төштө. Уй, ул көндәр ғүмер буйына иҫенән сыҡмаҫтыр, ахыры. Бер аҙна буйы күҙ асҡыһыҙ буран булыу сәбәпле, һунарға барып булманы. Ҡалай ғына тартып-һуҙһаң да ит тигән нәмә тиҙ үк бөттө. Әҙерәк ондан ыумас ыуып, аш бешерә лә ул, күпкә түҙҙермәй, асыҡтыра башлай. Ярай әле үҙе ҙур кеше, ә ҡустыһы төн уртаһында уята, үҙе шыңшып үҙәккә үтерлек итеп илай. Ғәли Хәнифте ҡосаҡлап, ниңә илауын һорай. Уныһы: “Ағай, асыуланма, минең шул ҡәҙәре ашағым килә!”-  тип һулҡылдап илап ебәрә. “Ярай, ҡустым, бер әмәлен табырмын, әммә һине астан үлтермәм”,- тип,  Ғәли тышҡа, һалҡынға сыға. Шул ваҡытта ташҡа әйләнгән йөрәге ниңәлер йомшарып китә. Үҙе лә һиҙмәҫтән бар көсөнә ҡысҡырып илай ҙа илай. Биткә аяуһыҙ бәргән буран, етем малайҙың аһ-зарын ишетепме әллә, ҡапыл олауынан туҡтаған ас бүреләй шыңшый-шыңшый туҡтап ҡала. Ә иртәгәһен инде рәйес Хәбир ағай ҙур тоҡ күтәреп килеп инә. Етем балаларға район фондынан ебәргәндәр тип, ике пар быйма, ике һырып тегелгән салбар, ике куфайка, ике кәпәс тоттора. Ә тоғоноң иң төбөндә - ике таш һымак ҙур ғына шәкәр, бер таҡта сәй, бик ҙур булмаған, шаҡмаклап уралған төйөнсәктә -  прәниктәр.  “Бына, Ғәли ҡустым, Совет власы, бөйөк Сталин  йәтим балаларҙы онотмай”, - тип, үҙе бала кеүек ҡыуанып, күҙ йәштәрен һөртә...

Ғәли, әҙерәк тыныслана төшкәс, магазинға табан атланы. Һатыусы Гөлғәйшә апайҙың Ғәлиҙе магазинда беренсе тапҡыр күреүе ине. Ғәли иң тәүҙә матур сәскәләр төшкән яулыҡ алды. Ул яулыҡты мең бәләләрҙән һаҡлап, ярҙам ҡулы һуҙып, етем малайҙарҙың баштарынан һыйпап, ярты һыныҡ икмәкте лә үҙенең өс балаһы ауыҙынан өҙөп биргән оло йөрәкле күрше Миңзифа инәйгә рәхмәт әйтеп бирергә булды. Икенсе бүләк Сәфәр олатайға ине. Ул - атаһы яғынан яҡын ғына туған. Һунар оҫталығына ла, патрон яһарға ла, уның өсөн дары, дроб, башҡа ваҡ-төйәкте  нисек итеп һәм ҡайҙан алырға ла ул өйрәтте. Был һөнәр оҫталығы йылдар аша килде Ғәлигә. Башта эйәреп йөрөп, буш ҡайтырға ла тура килә ине. Сәфәр олатайҙың - “Һунар анда-мында бер уңар” тигән мәҡәле лә була торған ине. Үҙе ике ҡуян атһа, береһен  Ғәлигә тотторор ине. Тора-бара Сәфәр олатайҙың һүҙе дөрөҫкә сыҡты, Ғәли оҫта һунарсыға  әйләнде. Шуға ла ошо изге күңелле Сәфәр олатаһына ла бүләк итеп сигеп эшләнгән таҡыя һәм бер бәке һатып алды. Ҡустыһын да онотманы, уға - өр-яңы сандали.  Унан һуң  бер туйғансы, ауыҙ тултырып, кинәнеп сәй эсергә тип ярты кило кәнфит һәм килоға яҡын пряник һатып алды. Колхоз рәйесе был айға он, ит, һөт, май яҙҙырған ине.

Эх, ошо көндәрҙе атайым менән әсәйем күрһендәр ине. Улдарының ауыр етемлектә үткән, әммә йәшәүгә көс тапҡан тормоштарын күреп, хайран ҡалырҙар ине! Эш башлағаны бирле Ғәли үтә лә сабырға әйләнде, әҙ һөйләүгә күсте, үҙен оло кешеләр менән олоса тотоп, әҙәпле булырға тырышты – быныһы өсөн дә ғорурланып бер булырҙар ине...

Йәмле йәй үҙенең сағыу йәшел төҫөн юғалта ла башланы. Көҙҙөң һары төҫө бөтә нәмәлә лә сағыла бара. Ана, ауыл осондағы яңғыҙ ҡайын, әллә ялғыҙ булғанғамы, көҙгә ҡаршы тора алмай, япраҡтарын һары төҫ менән бутай башлаған. Сағыу ҡыҙыл шәлен уҫаҡ ағастары ла иңенә һалғандар. Ҡыр ҡаҙҙары, йөрәкте өҙөрҙәй итеп ҡысҡырып, йәмле Эйек менән хушлашырға килеп төшкәндәр.

Әллә етем үҫеү шул ҡәҙәр йөрәккә тәьҫир итәме икән, Ғәли көҙҙөң моңһоулығын ауыр кисерә. Ҡустыһы Хәниф тә ҙурайып  китте. Икенсе эш хаҡынан уның өҫ башын ҡарап алырға уйлай Ғәли. Тик ошо көҙҙөң  моңһоулығы бушҡа үҙәккә үтмәгән икән. Бәлә - аяҡ аҫтында, тиҙәр. Һыу буйынан балыҡ ҡармаҡлап ҡайтып килгән Хәнифкә уҡ атып уйнап йөрөгән малайҙың уғы яңылыш күҙен яралай. Район үҙәгендәге больницала ике ай самаһы ятып сыҡты  ҡустыһы. Уң күҙе бер аҙ зәғифләнеп ҡалды.

Көндәр бер-бер артлы үтә торҙолар. Быйылғы ҡыш  былтырғыһына ҡарағанда ла аяуһыҙ булды, хатта осоп барған турғайҙар туңып, ергә төшкөләйҙәр. Бөтә тереклек ҡар аҫтына йәшенеп, йоҡомһорай, ә тайыш табан айыуҙар,  көҙҙән май йыйып, ҡалынайып, өңдәрендә татлы йоҡоға талғандар.

Тормош һәүәтемсә генә, яйлап бара. Колхоздың да эштәре алға китте. Быйыл алдынғылар сафына баҫтылар. Ауыл халҡы еңел тын алып, ауыҙҙары икмәккә туйып, дәртле йәшәй башланы. Алам-һалам кейгәндәр хәҙер матур күлдәктәр тектерә.

Яҙҙың тәүге саф еле иҫә башлауға Ғәли 17 йәшен тултырҙы.  Кистәрен ауыл клубы эшләй башланы, сәхнәлә йәштәр пьеса ҡуя, концерт номерҙары әҙерләй.

Бына шундай йылы, яҙғы кистә, концерттан һуң, Ғәли Рәҡиәне оҙата китте. Ҡыҙ бик сиселеп бармай, үҙен үтә лә әҙәпле тота. Ҡапҡа төптәренә барып етеү менән инеп китергә ашыға. Ғәли уның ҡулдарынан тотоп, үҙенең яратып йөрөүен белдерҙе, йөрәген асып һалды. Рәҡиә бит остарының янып китеүен тоя, Ғәлиҙе яратыуҙан бигерәк йәлләй шикелле.

Сәй янында әсәһе һүҙ башланы:

-Рәҡиә, ҡыҙым, һин быйыл мәктәпте тамамлайһың инде. Башҡа уҡымаҫһың, бер бөртөк хазинама бар нәмә лә әҙер. Яҫтыҡ, юрған, түшәктәр. Тик, ҡыҙым, үтенеп һорайым, Ғәлигә бирмәйем һине. Ниңә тип һораһаң, шуны әйтәм, ата-әсә тәрбиәһен алмай үҫкән егет тормош көтөргә ҡаты булыр, унан килеп, уның байлығы ла юҡ. Ә һин барлы тормошта, ел-ямғыр теймәй үҫкән ҡыҙ. Һин - иркә, наҙ яратҡан, нескә күңелле, изге йәнле балаһың.  Һеҙ пар килгән йәштәр түгел.

Рәҡиә әсәһенә ни тип тә әйтергә белмәне. Ысынлап та, тиҫтерҙәре араһында үҙ һүҙле, ҡаты ҡуллы булыуы менән айырылып тора Ғәли. Тормош иркәләмәгән шул уны тип, күңеленән Ғәлиҙе яҡлай.

Йәйге көн кискә ауышты. Тын алғыһыҙ бөркөү көн. Эйек буйы шат балалар тауышы менән гөрләп тора. Көнө буйы һыуҙан сығырға теләмәгән ауыл малайҙары һәм ҡыҙҙары әҙерәк йылынып алыр өсөн эҫе ҡомға яталар, тик шул ваҡытта асығыу тойғоһо уларҙы ярға саҡыра. Итәк тултырып ҡуҙғалаҡ өҙөп,  услап бешкән, һутлы еләк ашап,  көн үткәрәләр. Киске һиллектә матур сәскәләрҙән таҡыялар үреп, баштарына кейеп,  кемуҙарҙан ауылға табан йүгерешәләр.

Рәҡиә лә, киске Эйектең йылы һыуында ҡойоноп, ҡайтырға сыҡты. Ярты юлда уны Ғәли ҡыуып етте. Һөйләшеп бара торғас,  Ғәли Рәҡиәне ҡустыһы менән таныштырырға теләүен әйтте. Рәҡиә, уңайһыҙ булмаҫмы тип, бармаҫҡа ла булғайны, тик Ғәлиҙең күҙҙәренә ҡарағас та риза булды.  Өйгә ингәс,  Рәҡиәне иң ғәжәп иткәне таҙалыҡ  булды.  Ябай ғына өйҙә бөтә нәмә үҙ урынында, һауыт-һаба таҙа итеп йыуылған, ишек төбөндә сыбыртҡы үреп Хәниф ултыра. Ул тарамыш ҡына, сибек кәүҙәле үҫмер егет кенә түгел, ә өлгөрөп килгән егет кеше. Танышып бөтөүгә сәй ҙә ҡайнап сыҡты. Рәҡиә тағы ла ғәжәпкә ҡалды: өҫтәлгә тәм-том да ҡуйылды, тәмле ит иҫе сығып торған табала ҡурылған ит менән картуф килеп ултырҙы. Ҡайтырға сыҡҡас, Ғәли ике көндән яусы ебәрергә ҡарар итеүен әйтте. Рәҡиәнән риза булыуын үтенде. Рәҡиә өндәшмәй генә бара бирҙе лә, мин риза, тип яуап ҡайтарҙы.

Ике көндән һуң Шәрифә ҡарсыҡ аҡ ыштанының бер балағын өҫкә урап, күстәнәстәр һалған моҡсайын иңенә аҫып, ҡыҙ һоратырға китте. Ғаиләлә күҙ өҫтөндә ҡаштай үҫкән Рәҡиәгә берсә күңелле, берсә ҡыйын ине. Әсәһенең риза түгеллеге йөҙөнә сыҡҡан, тик әҙәп һаҡлай ғына буғай. Атаһы ла ҡара ҡаҙан төбө төҫлө, бер бөртөк, алтындарға бәрәбәр ҡыҙын сит-ятҡа биргеһе килмәй. “Яусы диңгеҙ кисә” – тейеүҙәре дөрөҫтөр, күрәһең. Ҡарышып эш сығара алмағас:

-Эй, балам, йөрәк майым, күҙ нурым, үҙең һайлаған йәрең, тик шуны иҫендән сығарма – бәхетле ғүмер кисерер өсөн һәр нәмәнән ҡәнәғәт бул, иреңә тоғро бул, доньяларығыҙ таҙа, күңелең  иман нуры сәсеп торһон! - әсәһе күҙ йәштәрен һөртөп, яусы Шәрифә инәйгә күлмәклек тауар, сигеп эшләнгән матур күкрәксә һәм күстәнәс һалды. Инәй уларҙы саҡ күтәреп, кәйефләнеп, ҡайтырға сыҡты.

Колхоз туйҙы үҙ өҫтөнә алып, бик матур итеп ойошторҙо. Йәштәр бәхетле, мөхәббәтле юлға аяҡ баҫтылар. Шаулап-гөрләп туйҙар уҙыуға алтын көҙ үҙенең мул уңыштарына ҡыуанған ауыл эшсәндәренә бер аҙ ял бирҙе. Кешеләр өйҙәрен, мал-тыуарын ҡышҡа әҙерләй, туйҙар, ҡунаҡҡа саҡырышыуҙар башланды.

Ҡыш. Күбәләкләп ҡар яуа. Ел дә үҙ эшенең оҫтаһы, йәйәүле буран юлдарҙы һеперә, хас та уңған килен тип торорһоң. Әле генә ҡар бөртөктәрен күбәләктәргә оҡшатып ҡарап торһаң, шул арала шаян ел, әсе итеп бит остарын семетә, ҡолаҡтарға барып етә, шунан инде баяғы шаян  ел, уҫал дауылға әүерелә, аҡман-тоҡман үҙе үк килеп етә. Өс башлы аждаһа ла уға ҡаршы тора алмаҫ. Ер менән күк тоташа. Бындай көндә йылы өйөңдә ултырыуы – мең артыҡ.

Йәштәр бик матур итеп йәшәп киттеләр. Рәҡиә “һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ” тип һөйләһәләр ҙә тормош көтөргә харап уңған булып сыҡты.  Йыуған керҙәре аҡтан-аҡ, паҡтан-паҡ, аш-һыуға ла бик оҫта. Ҡойған ҡоймаҡтары, ебәк яулык кеүек, йоҡа ғына. Ғәли ҡайһы сағында ҡурҡып ҡуя  “үтә ҡыҙыл – тиҙ уңа” тигәндәренән, бигерәк матур йәшәйҙәр. Был хәл төшөмдә генәлер, уянырмын да  барыһы ла юғалыр һымаҡ, ти. Ә бөтәһенән дә бәхетлерәге - уның ҡустыһы, Хәниф.  Быға ҡәҙәр әсә наҙы күрмәгән егеткә, еңгәһенең “Ҡәйнешкәйем, уян, бәлеш һыуый” тигәне, ҡабырғаһына ҡулын тигеҙеүҙәре уға үтә лә ләззәт бирә. Уның шул минуттарҙа еңгәһенә башын һалып иркәләнәһе килә.   Тик был мөмкин түгел. Ағаһы ҡаты. Оҙаҡ ятҡанды ла яратмай. Уҡы - кеше булырһың, ти.

Бер көндө, мәктәптән ҡайтып килешләй, Садиҡ менән Мәхмүт ҡайҙандыр табып алған тәмәкене тартып ҡарарға уйланылар. Сәсәй-сәсәй бер-ике һурғандан һуң, Хәнифкә лә бирҙеләр. Хәнифкә оҡшаманы. Әммә был шөғөл ҙур бәләгә алып килде. Үҙ ғүмерендә бер ҙә ҡустыһына ҡул күтәрмәгән  Ғәли   яуыз йыртҡыс ҡиәфәтенә инде. Хәнифтең елкәһенән эләктереп, уңлы-һуллы сикәһенә сабып ебәрҙе. Үҙенең тыны ҡыҫылған, аждаһалай ыҫылдай: 

 “Тағы бер тапҡыр ауыҙыңа алһаң, ҡара уны. Мин һине ҙур кеше булырһың тип, бөтә көсөмдө һалам, ә һин түбәнлеккә төшөргә уйлайһыңмы!” – тип тағы берҙе өҫтәне, танауҙан ҡан китте. Ярай әле Рәҡиә ҡайтып инде. “Ни эшләүең был, туҡта, аҡылыңа кил!” – тип Ғәлиҙең ҡулына йәбеште. Ни булһа булды, әммә ошо алған туҡмаҡтан һуң  Хәниф үҙ ғүмерендә бер ҡасан да тәмәке тигән алама нәмәне ауыҙына алмаҫҡа тип, үҙ-үҙенә ант итте.

Шашҡан ҡыш та көсөн тамам исраф итеп, Яҙһылыуға урынын бирҙе. Тәбиғәт яңырыу кисерә. Ҡайҙа ҡарама - гөрләүектәр аға. Йылы. Ҡояш көндән-көн бейегерәк күтәрелеп, үҙенең шифалы нурын сәсә. Тау биттәре ҡарҙан әрселеп, төрлө сәскәләр баштарын ҡалҡыта. Ҡайындар, кес кенә япраҡтарын талғын елдә сайҡай. Һауа шундай саф, һулыш алыуы еңел. Муйыл ап-аҡ сәскәләре менән, хуш еҫе менән маһая. Ҡоштар йылы яҡтан кире әйләнеп ҡайталар. Бөтә донъя уянған, йәшәү теләге тыуғандай ауылдың ҡарт-ҡоралары ла таяҡтарына таянып, ҡапҡа төбөндәге ултырғыстарҙа, ҡабырғаларын йылытып, үҙ-ара хәл-әхүәлдәрен белешеп ултыра.

Көләс яҙ үҙенең ваҡыты бөткәнде тойоп, йылы йәйгә урын бирә. Йәй ғорур йылмайып, яҙҙан көлә. Тирә-йүнде киптереп, ҡалын йәшел балаҫын бөтә ергә түшәп тә ҡуйҙы. Ошо йәшеллеккә йәм өҫтәйем тигәнгәй, алһыу-ҡыҙыл, зәңгәр сәскәләрен дә һибергә онотманы. Балаҫҡа йондоҙло күк ҡолап төшкәндәй, яҙғы сәсеү эштәре тамамланыуға, һабан туйҙары башланды.

Беҙҙең ауылдың һабантуйы иртәгә, 22 июнь көнөнә, тәғәйенләнде. Кистән бөтә халыҡ өҫ-баштарын тәртипкә килтереп, байрамдарҙа ғына кейә торған кейемдәрен һандыҡтарҙан сығарып, бәйгегә әҙерләнә. Һәр өйҙән һабантуй батырҙары өсөн халыҡтан бүләк йыйыу башланды.  Кемдер бүләккә сигелгән таҫтамал, икенселәр - һөлгө, өсөнсөләр ҡульяулык кеүек нәмәләр бирә.

Рәҡиә лә үҙенең һандығын асты, аллы-гөллө селтәрҙәр, төрлө төҫтә балҡып торған ынйы-мәрйендәр, бәләкәй генә итеп сигеп эшләгән мендәрҙәр - нимә генә юҡ. Бик матур һөлгөнө бүләккә бирҙе.

Төн ниңәлер тынсыу булды. Бик оҙаҡ йоҡлап китә алманылар. Алһыу таң һыҙылып ата башлауға ғына күҙҙәрен йоҡо баҫты. Һыйырҙарҙың мөңрәүе, һарыҡ-кәзәнең баҡырыуы, көтөүсенең “Һайт!” тип ҡысҡырған тауышына уянып киттеләр. Ҡабалан ғына ашап алдылар ҙа һабантуйға йыйына башланылар. Ғәли, ғәҙәтенсә иртүк правлениеға юл алды. Рәйес Хәбир ағайҙың йөҙө ағарып киткән, күҙҙәрен ҡан баҫҡан, үҙе телефон аша кемдеңдер ярһып ҡысҡырғанын тыңлай.

Ғәжәпләнеп ҡараған Ғәлигә Хәбир ағаһы ҡулы менән ултырып тор тип, ишара яһай. Ғәлиҙең башынан йәшен тиҙлеге менән төрлө уйҙар үтте. Нимә булды икән? Әллә, Хоҙайым, һабантуй байрамын башҡа ваҡытҡа күсерҙеләрме икән, тип баш вата. Бына Хәбир, тиҙ арала районға барып етәсәген әйтеп, телефонды һалды. Ғәлигә иғтибар менән ҡарап: “Эштәр харап, ҡустым! Һуғыш башланған!” – тип башын  услап  ултырғысына ултырҙы. Бер мәлгә шомло тынлыҡ килде...

Ғәли правлениенән  атылып килеп сыҡты. Йәйге иртәнге саф һауа, геүләп торған башты ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. Һуғыш. Мейене быраулап, бихисап уйҙар тыуҙыра. Әле генә ауыҙҙары икмәккә туйып,  халыҡтың күҙе асылып ҡалғайны. Йәштәр белемгә тартылып, күпләп уҡыуға күңел һалған ғына мәлдә. Уйланып, өйҙәре тәңгәленә килеп етеүгә, ҡаршыһына ҡурсаҡ кеүек нәфис кейенеп,  аяҡтарына үксәле туфли кейеп, Рәҡиә килеп сыҡты. Уның шат, көләс йөҙөнә, нурҙар сәсеп балҡыған күҙҙәренә ҡарап Ғәли аптырап ҡалды. Ҡалай итеп ҡурҡыныс  хәбәрҙе һөйөклөһөнә әйтергә?  Тик Рәҡиә Ғәлигә күҙ һирпеп ҡарау менән нимәлер булғанын аңлап та өлгөрҙө.

-Йәнем, Рәҡиәм, бөгөн байрам урынына, бик ҡурҡыныс хәбәр алып ҡайттым! Һуғыш! Йәнем, һуғыш башланған! Фашист Германияһы беҙҙең илгә яу асҡан. Беҙҙең сиктәр утҡа тотола икән! – тип Ғәли бер тында һөйләп бөттө. Рәҡиә ҡойолоп төштө. Бер килке шаңҡып торғандан һуң үҙен ҡулға алып: “Әйҙә, правлениеға, халыҡты йыяйыҡ!” – тип өндәште...

Ауыр һуғыш афәте һәр бер өйҙө барлай. Күңелдә берсә ҡурҡыу, берсә йөрәкте өҙөп һағыш баҫа. Рәҡиә лә ҡанаты һынған аҡҡош кеүек ябығып, уйсанланып китте. Ғәлиҙе лә алып китерҙәр инде. Яңғыҙ баштарын ҡайҙа ҡуйырҙар? Ҡәйнешен бик йәлләй. Ул бисара, әле генә тамағы туйып, йыуылған, ямалған күлдәк, ыштандарҙың әҙер ятыуына бәләкәс сабый кеүек ҡыуана. Еңгәһен бер изге фәрештәгә тиңләй. Рәҡиә атай йортона һирәк барырға тырыша, сөнки әсәһе: “Рәҡиә, балам, Ғәли һуғышҡа китеү менән кире өйгә ҡайт. Тамағың асыҡмаҫ. Әле атайыңды һуғышҡа ҡарт тип алмайҙар. Элеккесә матур итеп йәшәрбеҙ. Әлегә балаға ла уҙманың”, - тип йөрәгенә уҡ ҡаҙай. Ғәли хәлде аңлағандай өҙә әйтеп ҡуя: “Һин, Рәҡиә, ҡалай ауыр булһа ла, Хәнифте ташлама, өйҙө һыуытма!”

Һуғыш... Ниндәй ҡурҡыныс, аяуһыҙ. Бөтә халыҡ илай. Ауыл фронт линияһын хәтерләтә. Һәр көн военкоматтан повесткалар килә. Ауылдың 50 йәшкә тиклемге ир-уҙамандары һуғышҡа китеп бөттө. Кемдәрҙер үҙ теләктәре менән. Ҡайһы бер өйҙән өсәр уланы менән атай кеше хушлашып яуға китә. Ауылда үлем хәбәре алған ғаиләләр ҙә йышайҙы. Ғәли ҙә военкоматҡа бер нисә тапҡыр барҙы, тик военком һаман кисектереп килә: “Әле колхоздың бөтә йөгө, иҫәп-хисабы һинең өҫтә. Фронтҡа икмәк кәрәк, аттар кәрәк, аҡса кәрәк, йылы ойоҡбаштар, өс бармаҡлы бирсәткәләр кәрәк. Йәшермәйем, туған, беҙҙең эштәр шәптән түгел, һиңә лә сират етер. Ә хәҙер колхозыңды юғалтма, кешеләргә өмөт бирергә тырыш. Һеҙҙең батыр хеҙмәтегеҙ  еңеүгә алып киләсәк!” – тип Ғәлиҙең ҡулын ҡыҫа ла ҡайтарып ебәрә.

Ауыр ямғырҙары, үҙәккә үтер әсе көҙгө елдәре менән 1942 йылдың көҙө килеп етте. Төштән кире, почта ташыған Мәрйәм Ғәлиҙең ҡулына повестка тотторҙо. Төнө буйы керпек ҡаҡмай таң аттырҙылар. Хәниф ағаһы күрмәгәндә тышҡа сығып, ҡысҡырып-ҡысҡырып илай, Аллаһы Тәғәләнән ағаһының иҫән ҡайтыуын ялбарып һорай.  Ишектән сығыр алдынан Ғәли Рәҡиә менән Хәнифте ҡосағына алды.

-Хәниф ҡустым, һин хәҙер ҙурһың, колхоздың аттарын ҡарарға барырһың. Намыҫ менән тырышып эшлә, еңгәңде тыңлап, уны яҡлап, һаҡлап тор. Ә һин һөйөклөм, мине көт. Әгәр ҙә үлем хәбәре килһә, һин ышанма, һуғыш бөткәс тә көт. Мине һиңә булған мөхәббәтем үлемдәрҙән һаҡлар!” – тип хушлашты.

Правление янында ылауҙар ауылдың һуңғы егеттәрен ил һаҡларға, дошманды тар-мар итеп ҡайтырға оҙатырға тип көтөп торалар. Кемдер гармун уйнай, оҙатыу көйөн һуҙа. Тәүге ылауҙар ҡуҙғалды. Илаш, һыҡрауҙар менән һауа буталды. Ғәлиҙең: “Мин ҡайтырмын, тик мине көтөгөҙ!” – тип үҙәк өҙгөс тауышы ҡолаҡтарҙа бик оҙаҡ яңғырап, ҡайтауаздар булып, тауҙарға бәрелеп, сыңлап торҙо. 

Фото: akrasdia.ru

Автор:
Читайте нас: