һәр кемдең күңелендә бер генә уй, телендә бер генә хәбәр — ямғыр. «Тағы ла бер-ике аҙна яумаһа, мал арыҡланыр, ҡот-бәрәкәт бөтөр, тормоштоң йәме китер инде. Ниндәй гонаһтарыбыҙ өсөн Аллаһы Тәғәлә беҙҙән йөҙ борҙо икән?» — тип хәбәрләшеп тә алалар, ярлыҡау һорайҙар.
Һорамаһаң да һорарһың. Бар тәбиғәт, тереклек аяуһыҙ эҫелектән интегә. һауа ла эҫе, ел дә эҫе, тын алыуы ла ауыр. Имсәктәре кипкәндәй, һыйырҙар һөт эймәй. Бисәләр һәр кисте «һыйыр ҡото елендә, елененән алда телендә» тип, һөт юҡлыҡҡа зарлана, төрлө хәбәр сурыта. Ергә именлек, кешеләргә ҡыуаныс бирер ҡот ҡасан килер, бәхет ҡошо һымаҡ тормош ағасыбыҙға ҡасан ҡуныр?.. Әлегә йәшәү ҡото китеп тора. Беҙҙең лапаҫ башына оялаған ҡарлуғастар, сәпсек-турғайҙар ҙа хәлһеҙ генә оса. Бөркөү һауала туҡтауһыҙ ҡанат елпеү, ҡороған ерҙә селәүсен, бөжәк, ҡорт-фәлән эҙләү анһатмы ни? Балаларын туйындырыу өсөн йәндәре сыға яҙа бахырҡайҙарҙың. Ҡоштарҙы йәлләп, Әхмәт энекәш урамда ултырған тастарға көн һайын һыу ҡойоп, ем һалып тора. Тегеләр осоп төшә лә, ҡауырһын ҡанатҡайҙарын елпеп, ҡойона, рәхәтләнеп һыу эсә. Шунан рәхмәт әйткәндәй, кинәнешеп сипылдашалар, ояларҙағы ҡошсоҡтарына ем ташыйҙар. Беҙҙең лапаҫта бала сығарған ҡоштар бик бәхетле. Әхмәт уларға хатта тиреҫлектән селәүсендәр ҡаҙып һалып ҡуя.
Әхмәттең ҡоштарҙы үҙ, яҡын күреүенә ошо хәл сәбәп булды. Атайға эйәреп, Шыбаҡ урманына ҡайын сөрөгө йыйырға барғайныҡ. Сөрөк умарта ҡарау өсөн төтәткескә һалырға кәрәк. Йәйге урмандың хозурлығына, сихри тауыштарына хайран булып байтаҡ ер ҡыҙырҙыҡ, яртышар тоҡ сөрөк йыйҙыҡ. Ҡайтыр яҡҡа ыңғайлағас, атайым балта төйҙәһе менән серегән ҡайын төбөнә төрткәйне, ул онталып, таралып китте, сипылдау ишетелде. Сөрөк эсендә ҡош оя ҡорған. Оя ус аяһындай ғына, йәтеш кенә. Саҡ йөндәре сыҡҡан ҡошсоҡтар, беҙгә теймәгеҙ, зинһар өсөн йәлләгеҙ, тигәндәй, инәлесле сипылдаша. Атайым ояны ипләп кенә урынына ҡуйҙы, өҫтөн ҡабыҡ, үлән менән япты. Ризыҡ алып килгән инә ҡош бер нисә мәртәбә өйөрөлдө лә, балаларының тауышын ишетеп, ҡабыҡ аҫтындағы ояға инеп китте.
— Ҡоштар — донъяның йәме, ҡото. Ана, нисек матур итеп һайрашалар, йәшәүҙе йәмләйҙәр, — тине атайым илһамланып. — Улар — ҡанатлы ла, моңло ла йән эйәһе. Борон башҡорттоң һәр ырыуының үҙ ҡошо булған. Күктә йәшәгән Самрау батшаның ҡош ҡиәфәтенә ингән ҡыҙы Һомай алтын сәсен тараһа, ил нурға күмелгән. Күк йөҙөндә аҡ юлаҡтай ҡош юлы, тормошта һәр кемдең шатлыҡ, бәхет ҡошо бар. Күңелең ҡошло, ҡанатлы булыу оло ҡыуаныс. Үҙ ҡошоғоҙҙо табығыҙ...
Шунан һуң беҙ башҡа малайҙар һымаҡ ҡош ояларын туҙҙырманыҡ, уларҙың йомортҡаларына теймәнек. Әхмәтебеҙ иһә айырыуса ҡош йәнлегә әйләнде, ҡоштарҙы сәғәттәр, көндәр буйы күҙәтте, сутылдашыуҙарын аңларға, оторға теләгәндәй онотолоп тыңланы. Изгелеген тойғандай, ҡоштар ҙа уны аңлайҙар, осоп китмәйҙәр.
Ҡөҙрәтленән ҡөҙрәтле Хоҙай Тәғәлә әллә ауылдаштарымдың аһ-зарын, инәлесле тауышын ишетте, әллә тереклек донъяһын, изге йән эйәләре — ҡоштарҙы нығыраҡ йәлләне. Шәмбе көн төштән һуң ҡапыл ел-дауыл ҡупты, кем уҙарҙан «шайтан килен күсерә» башланы. Ҡойон ҡотороп, юлдарҙа, урамдарҙа ятҡан сүп-сарҙы, алам-һаламды әллә ҡайҙарға осороп быраҡтырҙы. Бер аҙҙан Мәңрәүтау яғынан ер менән күкте тоташтырып, көндө ҡараңғылатып, ҡара томан һымаҡ нәмә ябырылды. Беҙҙең бығаса бындайҙы күргән юҡ ине. Донъяны шом баҫты. Күп тә үтмәй, ауыл өҫтөнән ун ике башлы дейеүҙәй саң бураны үтте. Ҡот осҡос ҡойон Ослотау осонда өйөрөлөп юғары күтәрелде, йәйендәй ҡойроғо күктә оҙаҡ ҡына һәленеп торҙо. Ер һелкетеп, күк күкрәне.
— Хоҙай Тәғәлә ерҙе аламанан, аламалыҡтан таҙарта. Хоҙайға шөкөр, — тине Маһинур әбейем.
Беҙ йәшәгән ер ныҡ бысранған, күрәһең. Хоҙай йыбанмай ер йөҙөн үҙе таҙартмаҡсы, йыумаҡсы. Утлы ҡамсыһын һелтәгәндә, ялҡыны ямандарға ғына түгел, яҡшыларға ла тейеүе ихтимал. Маһинур әбейем ашығып өйгә инеп, асыҡ тәҙрәләрҙе, мөрйә ҡапҡастарын япты, самауырҙы, көҙгөнө шәл-фәлән менән ҡапланы. Уның ҡушыуы буйынса беҙ гелән баш кейемдәребеҙҙе кейәбеҙ, йәшен йәшнәгән һайын бисмилла әйтәбеҙ, «тфү-тфү, миңә теймәһен» тибеҙ.
— Йәшен ваҡытында тәҙрәнән ҡарап ултырма. Ана, Лапаҫ ауылында Хәмдиәнең ун өс йәшлек ҡыҙының ауыҙы ҡыйшайып ҡалған, — тип, Маһинур әбей Фәйрүзә һеңлемде тәҙрә эргәһенән ҡыуып ебәрҙе.
Маһинур әбейем оло йәштә булһа ла йәшендән шайтандан ҡурҡҡандай ҡурҡа. Былтыр өҫтәл артында сәй эсеп ултырғанында йәшен уты розетканан сығып, сыртлап баҙға төшөп киткәйне. Тәҙрә быялаһын селпәрәмә итеп йәшен атты, хатта яңаҡтар янып китте. Күрәһең, шуғалыр Маһинур әбей шомлана, хәүефләнә. Күршеләр уның бесәндән ҡайтҡанын мәрәкә итеп һөйләй. Күк ҡаты күкрәгәс, Бөрлөгәнтауҙан төшөп килгән әбей ҡото алынып йығылып киткән.
— Аһ, әбейҙе йәшен атты, — тигәндәр.
Гөрһөлдәү тымғас, ни күрһендәр: әбей тороп йән-фарман йүгерә башлаған. «Шатыр» итеп ҡалғас, тағы йығылған. Тауҙы төшөп еткәнсе аунаған да аунаған. «Әбей, күк күкрәүе атмай, йәшене ата», — тигәстәре генә ул күк күкрәгәндә аунауҙан туҡтаған.
Йәшендән Маһинур әбей генә түгел, беҙ ҙә ныҡ ҡурҡабыҙ. Энекәшебеҙ Әхмәт айырыуса шөр ебәрә. Күк күкрәнеме, мейес артына кереп боҫа, йә карауатта башын мендәр менән ҡаплап ята. Шөрләмәһәң дә шөрләтә шул. Шыбаҡҡа бесән сабырға барғайныҡ. Атай, инәй, Маһинур әбей, Әхмәт энекәш. Атты ҡайын төбөнә туғарҙыҡ. Бер-ике сәғәт һаҙамығыраҡ ерҙең йомшаҡ үләнен рәхәтләнеп саптыҡ. Шулай күңелле генә йөрөгәндә күңелдәрҙе шомландырып күк гөрһөлдәне. Йәшенле ямғыр яҡынайғас, һайрар ҡоштар ҙа тымып ҡалды. Күкте ҡаплап килгән ҡара болоттар беҙҙе лә хафаға һалды. Атайым ерән бейәне арыраҡ алып барып бәйләне. Үлән түшәп, арба аҫтына инеп ятырға уйлағайныҡ, атайым: «Был урынға ниңәлер күңелем тартмай», — тигәс, таллыҡтар араһына инеп сүгәләнек. Маһинур әбей хәүеф намаҙы уҡыны. Бармаҡтарыбыҙҙы ергә батырҙыҡ. Әхмәт ямғыр үткәрмәй торған кейем менән баштан-аяҡ бөркәнде. Үҙебеҙҙе зәһәр күк уты шауҡымынан ҡурсалап, йәшен йәшнәгән һайын бисмилла әйтеп ултырҙыҡ. Мәгәр күҙ алдыбыҙҙа йәшен уты ергә һуҙылып, шул ыңғайы тәндәрҙе сымырлатып яҡында ғына сыртлап ярылды.
— Тейеүенән шартлауы яман, — тине атайым.
Күк тынғас, ат туғарған урынға килһәк, ҡайынды урталайға өҙөп, йәшен атҡан, олоно төбөнә тиклем ҡара янған, эргәлә арҡаһы һарғылт оҙон аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло күгәрсен ҙурлыҡ ҡош аунап ята. Әхмәттең күҙе дүрт булды, йөҙө ағарып китте.
— Арба аҫтына инһәк, бынау ҡоштай ҡатып ятыр инек, әстәғәфирулла тәүбә. Үлемдән ҡотолоп ҡалдыҡ, хәүеф доғаһы ҡотолдорҙо. — Маһинур әбейем әжәлдән аралағаны өсөн Хоҙайға рәхмәт уҡыны. Шунан һуң Әхмәт энекәшебеҙ хәүеф доғаһын ятлап алды һәм изге ҡоштарҙы ҡурсалауҙы һорап та уҡыр булды.
Әле ай самаһы торған эҫенән, ер-һыуҙың ҡороуынан, бөтә йән эйәһенең әлһерәүенән һуң йәшен йәшнәүе, күк күкрәүе йыуаныс ҡына. Маһинур әбей әйтмешләй, Хоҙай Тәғәлә ел-дауылы, ҡойоно, йәшенле ямғыры менән ер йөҙөн таҙарта, сафландыра ғына бит.
Оло байрам еткәндәй, бар халыҡ тышта. Шаулап, гөрләп ямғыр килгәнгә һөйөнәләр. Беҙҙең Әхмәт тә ямғыр күҙҙәренә битен, устарын ҡуя, «яу, ямғырым, яу», — тип теләк теләй.
Баҡса артындағы ҡайындар тағы ла көслөрәк шауланы. Зарығып көткән тулҡын болоттар күк йөҙөн тотошлай ҡапланы, утлы ҡамсылар һуҙылды, һауа өҙлөкһөҙ гөрләне. Күп тә үтмәй, ҡойоп ямғыр яуа башланы. Эре тамсылар ерҙә тупылдап бейей, өй башында ла туп-туп итеп, күңелгә хуш моң, йәшәү моңон тыуҙыра. Өй эргәһендәге муйылдар, миләштәр, ҡарағаттар ҙа, бәрәңге баҡсаһы, ундағы әремдәр ҙә, ҡайынлыҡта йөрөгән мал-тыуар ҙа, бөтә ҡош-ҡорт та шифалы ямғырҙа ҡойона, саңдан таҙарына. Аллаға шөкөр, бар тәбиғәт, тереклек йыуына, дауалана. Һауа еләҫләнеп, һулап туйғыһыҙ булып китте, тирә-яҡҡа япраҡ еҫе аңҡыны. Өй баштарынан, урамдан гөрләп һыуҙар аға. Күк һыуын йыйырға апайҙар һауыттар теҙә. Сәс йыуырға ямғыр һыуы йомшаҡ була шул.
Беҙ өй башынан ағып төшкән илаһи күк һыуы менән ҡулдарыбыҙҙы, биттәребеҙҙе йыуабыҙ, сикһеҙ ҡыуанабыҙ. Күктең төбө тишелгәндәй, ямғыр биҙрәләп ҡоя, гөрһөлдәүҙәр тирә-яҡты дер һелкетә. Шул саҡ күҙҙәрҙе сағылдырып йәшен йәшнәне лә шундуҡ шартланы. Нәмәне атты икән тип ҡараһаҡ, зыярат ситендәге ҡыу ҡайын яна... Әхмәт «аһ!» итте лә йәнтәслим зыяратҡа ҡарай йүгерҙе. Беҙ бар көскә ҡысҡырабыҙ:
— Туҡта, Әхмәт! Туҡта! Йәшен ата бит...
Әхмәт ишетергә лә теләмәй. Тайып, һөрөнөп, йығыла-йығыла йүгерә. Уны йәлләп, мин дә артынан төштөм. Йәшен уйнай, күк ишелә, ямғыр ҡоя... Барып етһәм, ни күрәм: лысма һыу булған, батҡаҡҡа буялып бөткән энекәшем буҫлығып илай-илай быҫҡып торған ҡыу ҡайын ҡыуышынан берәм-берәм ҡош балаларын ала һәм ҙур ҡабыҡ аҫтына һала...
Ниндәй ҡыйыу, мәрхәмәтле, изге йөрәкле икән минең энекәшем! Шыбаҡ урманында ҡош ояһын яңынан ҡорғанда атай әйткән шатлыҡ ҡошон тапҡан да баһа!
Сәлимйән БӘҘРЕТДИНОВ.
Фото: 2-kartinki.ru